«Сәйеттең ҡыҙы юғалған» тигән хәбәр бөтә ауылды, ауылды ғына түгел, офоҡтан офоҡҡа тиклем ер йөҙөн, хатта мәңгелек күктәрҙе тетрәтте. Был хәбәрҙән яландағы үлән ҡыяҡтары ҡалтыранып ҡуйҙы, ҡыуаҡтар ышығында оя ҡорған ҡоштар пырхылдап осоп китте, йылғалағы һыуҙар ағымын аҡрынайтты, шишмәләр тоноҡланып ҡалды...
Шунда уҡ икенсе хәбәр ҙә килеп иреште. Уныһы ла Ишкилде ауылы кешеләренең күңеленә боҙ киҫәге булып ятты: «Ҡыҙын эҙләп киткән Сәйет үҙе лә һыуға төшкән кеүек юҡҡа сыҡҡан!»
Кискә табан барыһы ла аңлашылды.
Ике йыл элек кенә ҡатынын ерләгән Сәйет әсәһенең юҡлығын аңлап бөтөрә алмаған дүрт йәшлек ҡыҙына: «Хәҙер ҡайта ул, урман артына ғына китте», – тип әйтә торған булған. Зөлләнең дәү әсәһе Хәйерниса ҡарсыҡ та, ҡыҙҙың күңеленә ауырлыҡ һалырға теләмәйенсә: «Хоҙай Тәғәлә янында йәшәй һинең әсәйең, тағы ҡайтасаҡ ул, һағынып ҡайтасаҡ...» – тип, дүрт йәшлек бала ғына түгел, донъя ғәме менән йәшәгән әҙәми заттар ҙа аңлап бөтөрә алмаҫлыҡ һүҙҙәр һөйләгән...
Дөрөҫ булһа, ҡыҙға шул етә ҡалған. Ул берҙән-бер көндө әсәһен эҙләп сығып киткән. Ауыл башында кәзә ҡыуып йөрөүсе Йәркиә әбей күреп ҡалған. Ауылда бер кем дә яратмай торған ахырызаман ҡарсығы шунда уҡ ҡайтып әйтмәгән, кәзәләрен үр буйындағы инеш һыуына алып төшкәндә, һүҙ юҡта һүҙ булһын тип кенә, юлында осраған Хәмзә бабайға ысҡындырған. Уныһы, бөтә эшен ташлап, ухылдай-ухылдай, Хәйерниса абыстайҙарға барып кергән. Төшкө ашҡа ҡайтҡан Сәйет, тотҡан икмәген дә ҡуйырға онотоп, йәне кеүек күреүсе ҡыҙын эҙләргә сығып сапҡан... Иң тәүҙә йорт-еренең өҫтөн-аҫҡа өйләндергән, баҡса арттары, һыу буйҙарын тикшереп сыҡҡан, шуның менән бергә, тағы бер ҡат өйөнә кереп, ике сүмес тултырып һыу эскән дә әллә ҡайҙа китеп юғалған... Хәҙер инде ана әсәһе Хәйерниса, диуана кеүек: «Иң элек әсәһе китте, аҙаҡ ҡыҙыбыҙ юғалды, хәҙер инде Сәйетем ғәйеп булды», – тип, ҡабатлай-ҡабатлай өй беренсә йөрөй, ти...
Ауыл бер мәлгә тынып ҡалған һымаҡ булды. Был ҡот осҡос тынлыҡ Зөлфиәнең юғалыуы менән генә түгел, иң элек Сәйет нәҫеленең серле-шауҡымлы тарихы менән бәйле булһа кәрәк...
Улар хаҡында: «Пәйғәмбәр ҡаны бар», – тип һөйләйҙәр ине. Вафаты алдынан Сәйеттең бабаһы әйткән, имеш: «Беҙҙең нәҫел Ҡол Шәрифтең атаһы Мансур хәҙрәткә барып тоташа. Мансур хәҙрәт үҙе олуғ пәйғәмбәребеҙ ағасында бөрөләнгән кеше», – тигән. Советтарға ҡаршы булһа ла, ул фамилияһын «Мансуров» тип яҙҙырған. Ейәненә лә «Сәйет» тип исем биргән. Был һүҙ мосолман динендә боронғолоҡтан уҡ «пәйғәмбәр нәҫеле кешеһе» тигәнде белдергән. Күп кеше хәҙрәткә сәйерһенеп, хатта шикләнеп ҡараған. Сөнки ул ҡара салма урап йөрөй торған булған. Ул ваҡытта кем генә белгәндер – Сәйеттәр, башҡаларҙан айырылып тороу өсөн, халыҡ араһында ҡара салманан йөрөгәндәр. Ишкилде халҡы был хаҡта белә. Шуға күрә лә ауылда Мансуровтарға берәүҙәр оло хөрмәт, ихтирам күрһәтһә, икенселәр уларға ҡарап бошоноуға төшә. Был нәҫелдә йәшерен сер барлығын һәр кем һиҙенә. Шуға ла Хәйерниса абыстай менән уның улы Сәйет ғаиләһендәге һәр ваҡиғаны ҡыҙыҡһынып һәм бер ни тиклем һағайып ҡабул итәләр.
Иң элек Сәйеттең ҡатыны Мөнжиә түшәк эйәһе булды. Мәктәптә уҡытып йөрөгән еренән ҡайтып йығылды, башҡа ла торманы. Оҙаҡ ятманы, табиптар ауырыуын аңлап-төшөнөп өлгөргәнсе, дүрт йәшлек Зөлләһен ире менән ҡәйнәһе ҡулына ҡалдырып, мәңгелек юлынан китте лә барҙы.
Был үлемде төрлөсә юранылар. Берәүҙәр, ҡаланан ҡайтҡан килен кешегә был урындың ере, һыуы ярамаған, тинеләр. Был ауылдың эйәләре ҡабул итмәгән, имеш... Шунда уҡ ҡасандыр Мөнжиәнең урманда аҙашып йөрөүен, һыуға төшә яҙып ҡалыуын иҫкә алдылар тип, балаһын ауырлыҡ менән табыуын да иҫтәренә төшөрҙөләр. Ете шишмә һыуын йыйып бөркөгәс кенә, тәненә көс кереп, балаһын яҡты донъяға килтерә алды шул ул.
Икенсе берәүҙәр Сәйеттең йәшлектә һөйөп-яратып йөрөгән ҡыҙын – Хәниәне иҫкә төшөрҙө. Бигерәк тә ныҡ ярата ине Сәйет ул пәрей ҡыҙын! Шул яратыуының әжерен күрә хәҙер. Пәйғәмбәрҙән үк килеүсе ихлас-илаһи нәҫел ҡанына мәжүси хөрәфәтте яҡын ебәрергә ярай тиме ни?! Шауҡымлы Хәниәнең генә эше был, тинеләр...
1
Сәйет ары бәрелде, бире һуғылды, буйламаған яланын, ҡарамаған ярын ҡалдырманы, ай-һай, ҡыҙының эҙенә төшә алманы. Зөлләнең урманға кереп китеүенә лә бер нисек тә ышанғыһы килмәне уның. Шуға ла байтаҡ ваҡыт ауыл тирәһендә бөтөрөлдө. Ҡыҙын табыуҙан өмөтөн өҙөп, сихыр эйәһе булараҡ даны сыҡҡан Йәркиә ҡарсыҡҡа барып кергәндә, уны танырлыҡ та түгел ине: өҫ-башы туҙанға ҡатҡан, сәстәре туҙып бөткән, йөҙөнән донъя төҫө ҡасҡан...
Йәркиә ҡарсыҡ Сәйеттең һорауын тыңлап та торманы, нимә һораясағын алдан уҡ белгәндәй, үҙ алдына һөйләнгән кеүек кенә әйтеп ҡуйҙы:
– Йәһәтерәк бул – урман йотҡансы барып ал. Баланың үҙенә ҡарағанда, уның күңеленә юл йырағыраҡ...
Был шауҡымлы ҡарсыҡтың нимә әйтергә теләгәнен аңлап еткермәһә лә, Сәйет ҡабат ауыҙын асып һүҙ әйтмәне, мыштым ғына артҡараҡ сигеп, шунда уҡ боролдо ла ҡапҡаны ла ябып тормайынса сығып китте. Былай ҙа аңлашылып тора инде: Зөлләнең яҙмышы урманда хәл ителәсәк!
Сәйет урманға табан киткән баҫыу юлына боролоуға уҡ ағаслыҡ буйҙарын күҙләй башланы. Ҡыҙы Зөллә, сабый сағында өҫтәл аҫтынан сыҡҡан кеүек кенә, әллә ҡайҙан: «Атайым, тайт!» – тип килеп сығыр төҫлө тойолдо уға.
Июнь айының көслө йәшеллеге күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Юл ситендә күпереп ултырған ҡыуаҡлыҡтан пырхылдап осҡан ҡоштарға һиҫкәнеп, күңел елкенә... Был йән үртәгес йәшеллек өҫлөгөндә, исмаһам, бер бөртөк ҡыҙыллыҡ күҙгә салынһа?! Зөлләнең ҡыҙыл күлдәге бер ҡайҙа ла күренмәне. Уның бер ваҡытта ла матурлығын юғалтмай торған алһыу йөҙө лә күренмәне...
Был яҡлап Зөллә бер кеше балаһына ла оҡшамаған шул. Нимә генә булһа ла, гел ололарса уйсан йылмайып торған ҡыҙға күрше-күлән дә аптырап бөтә. «Бер ваҡыт илай микән был бала?» – тип, ҡоймаларына ҡолаҡ ҡуйып тыңлағандары ла булған, имеш, дөрөҫ булһа...
Сәйет урманға барып ингәндә, ағас йышлығында ниндәйҙер ҡыҙыл шәүлә сағылып киткән төҫлө булды. Әллә күрәһе килгән нәмә шулай күҙ алдына киләме? Әллә ысынлап та Зөлләме? Бәлки, ул ҡайтып киләлер?
Сәйет аҙымдарын ҡыҙыулатты. Ат юлы буйлап йүгереп тиерлек урман ҡуйылығына барып керҙе. Ары һуғылды, бире һуғылды, әммә ҡыҙын таба алманы. Хикмәт тимә инде: урман эсенәрәк кергән һайын Зөллә күлдәгенән сағылып ҡалған баяғы биҙәктәр һаман яҡыныраҡ, ымһындырғысыраҡ була барҙы. Ул әле ҡайындар араһында күренеп ҡала, йә яңғыҙ имән артына кереп боҫа, тағы билгә етә яҙған ҡуйы үлән араһына сүгәләй...
Ниһайәт: «Сихыр ғәләмәте, моғайын...» – тип, бер фекергә килгәнсе, Сәйет шаҡтай ғына китеп өлгөргән ине. Аяҡ быуындары ла тотмаҫ хәлгә килде. Бына ул бер үк шыма ғына уҫаҡты һайлап, арҡаһын ҡуйып һөйәлде лә шым ғына ергә шыуып төштө. Аҙаҡ, яҙмышына төшкән ауыр һынауҙарҙы оноторға теләгәндәй, башын төҙ уҫаҡ кәүҫәһенә терәп, күҙҙәрен йомдо...
Шунда ул ғүмерендә беренсе мәртәбә сабый килеш әсәһенән етем ҡалған ҡыҙы, ваҡытһыҙ яҡты донъянан китеп барған Мөнжиә, ахыр килеп, үҙенең бәхетһеҙ яҙмышы хаҡында уйланды...
2
Зөллә мөхәббәттән тыуманы. Сәйет менән Мөнжиә араһында оло хистәр булманы. Уларҙың өйләнешеүҙәре лә осраҡлы ғына килеп сыҡты.
Институтты тамамлағас, ауылға ҡайтырға кәрәк ине. Яңғыҙы ғына ҡайтҡыһы килмәне Сәйеттең. Сығарылыш кисәһендә күҙе төшкән иң беренсе ҡыҙға тәҡдим яһаны ул. Бына хикмәт: Мөнжиә шунда уҡ риза булды. Һуңынан ғына асыҡланды: был ваҡытта ҡыҙ ғүмер буйы яратып-һөйөп йөрөгән егете менән асыуланышҡан булған икән.
Тыйнаҡ ҡына туй яһап, Сәйет менән тора башлағас та онота алманы ул үҙенең беренсе мөхәббәтен. Үлем түшәгендә ятҡанда ла һуңғы һүҙе шул ине:
– Мин һине үҙемдең беренсе кешем кеүек ярата алманым, Сәйет, кисер мине... Аллаһы Тәғәлә лә «яратмайынса йәшәгәнсе, бөтөнләй йәшәмә» тигәндер инде, мин уны аңлайым... Һин Зөлләне йәтим итмә, был юлы яратып өйлән, һин яңы әсәһен яратһаң, ул да ҡыҙыбыҙҙы ситкә типмәҫ...
Мөнжиәне беренсе күргәндә, Сәйет тә йәш саҡта мөхәббәт тотоп йөрөгән Хәниәһе менән айырылышҡан ине. Был айырылышыуҙы бик ауыр кисерҙе ул.
Уларҙың бер нисек тә бергә була алмаясаҡтары башта уҡ билдәле ине. Иң элек Сәйеттең атаһы ҡаршы булды. Хәйерниса абыстай баштараҡ: «Теге аҡылға бер төрлө ҡыҙ менән тағы бер күрһәм, өйгә аяҡ баҫтырмайым, малай аҡтығы!» – тип әрләй ине. Инде бергә кеше күҙенә керә башлағас, Хәйерниса өй беренсә Хәниәнең ендәр менән һөйөшөүе тураһында башҡа һыймай торған һүҙҙәр таратып йөрөнө.
Хәниәлә, ысынлап та, сәйерерәк нимәлер бар ине. Ул тәбиғәт тауыштарын ишетә ине. Кескенәнән шулай булған: уйнап йөрөгән еренән ҡапыл туҡталып ҡала икән дә, берәй ағас йәиһә сәскә, үлән янына килеп һөйләшә башлай икән... Сәйет менән йөрөй башлағас та шул ғәҙәтенән ҡотола алманы. Һаман үҙе генә белгән донъяла йәшәне, үҙе генә белгән телдә, үҙенә генә таныш йән ауаздары менән һөйләшеп йөрөнө.
Улар йыш ҡына ошо урманға киләләр ине. Йәйелеп китеп һөйләшмәйенсә, тауыш-тынһыҙ ғына оҙаҡ йөрөйҙәр. Сәйет буласаҡ тормоштары, киләсәк менән бәйле хыялдары хаҡында дәртләнеп һүҙ башлай ғына, Хәниә шунда уҡ зифа бармаҡтары менән уның ирендәрен ябып ҡуя, һуңынан алдында осраған беренсе ҡыуаҡҡа йәиһә үләнгә йүгереп бара ла, яңағын сәскә таждарына ҡуйып, тыңлай башлай...
– Тсс!.. Өндәшмә, Сәйет... Ул бит беҙгә ҡарағанда күберәк белә. Сөнки уның ғүмере мәңгелек, беҙ уның алдында бөгөн тыуған бала кеүек кенә...
Сәйеттең үҙ тукһаны туҡһан, ул тағы үҙенекен итә – Хәниәгә ысын күңелдән мөхәббәтен белдермәксе була, үҙенең яҡты хыял донъяһына саҡыра... Ҡыҙ уны тағы бүлдерә, күбәләк һымаҡ талпынып оса-оса, аҡлан буйлап йүгереп китә... Ул әле ҡайындар менән һөйләшә башлай, әле, балан ҡыуаҡтарына һарылып, моңло көй көйләй...
– Ярай инде, Хәниә, бер мәртәбә генә кешесә һөйләш, ә?! Бер тапҡыр ғына тыңла!..
– Юҡ, Сәйет, беҙ күптән инде кешесә һөйләшмәйбеҙ... Кешесә һөйләшә белмәйбеҙ, кешесә йәшәй белмәйбеҙ... Бына был ҡайындар, имәндәр, гөлйемештәр беҙгә ҡарағанда мең тапҡыр аҡыллыраҡ! Мең тапҡыр изгелеклерәк, изгерәк! Мең тапҡыр моңлораҡ! Кил әле, тыңла... Ишетәһеңме, бына улар ниндәй матур көй көйләйҙәр... Шулай көй көйләй-көйләй һөйләшә улар. Беләһеңме, Сәйет, был көй ерҙән күккә ҡәҙәр һуҙылған тылсымлы күпер кеүек...
– Һин хыялыйҙыр, Хәниә.
– Иҫәр тиһең инде...
– Юҡ, иҫәр түгел. Һин – хыялый бер гүзәл...
Хәниәнең күңеле булһын тип, Сәйет тә ағастарҙы тыңлап ҡарай. Әммә бер ниндәй көй ҙә ишетмәй... Үҙе, ҡыҙҙың күңеле булһын тип:
– Ишетәм... – тигән була.
– Йә, әйт, улай булғас, нимә көйләй улар? – тип, түҙемһеҙләнеп төпсөнә башлай ҡыҙ.
– Сәйет менән Хәниә бәхетле булһындар тип көйләй...
– Бына яңылыштың... Улар беҙҙе ҡыҙғаналар... Һеҙҙең киләсәк ғүмерегеҙ һағышлы буласаҡ, тиҙәр...
– Шул да булдымы тәбиғәттең мәрхәмәтлелеге, изгелеге?
– Улай тимә, Сәйет, тәбиғәт барыбер беҙҙең яҡлы... Ана бит ул: «Һеҙ ике ғүмер йәшәйәсәкһегеҙ. Беренсе ғүмерегеҙ һағышлы булһа, икенсеһе бәхетле буласаҡ», – тип тора...
– Мин һис бер нәмә лә аңламайым, Хәниә... Ә һин аңлайһыңмы?
– Аңлайым. Беҙ ҡасан да булһа бәхетле буласаҡбыҙ, Сәйет...
Уларҙың айырылышыуҙарына ла Хәниәнең ошо сәйер тойомо, серле ишетеү һәләте сәбәпсе булды, күрәһең.
Сәйет мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға китеп барғас, һирәгерәк күрешә башланылар. Ләкин улар араһында йәш саҡта ҡабынған мөхәббәт хисе быға ҡарап ҡына һүнмәне-һүрелмәне. Киреһенсә, был йәшлек хистәренә һағыш тойғоһо ла өҫтәлгәс, уларҙың хис-тойғолары тағы ла хыялыйыраҡ, шауҡымлыраҡ була барҙы...
Ҡалаға бер йыл алданыраҡ китеп уҡыны Сәйет. Хәниәһен бик һағына ине. Һағынған саҡтарында Сәйет ҡала ситенә, урамға сығып китә, телдәрен аңламаһа ла, көйҙәрен ишетмәһә лә, осраған бер ағас, ҡыуаҡ менән серләшеп йөрөй, уларҙан Хәниәһенең хәлен белешә, уға сәләмдәр, вәғәҙәләр юллай...
Мәктәпте Сәйеттән бер йыл һуңыраҡ тамамларға тейеш булған Хәниәне хәтәрерәк һынауҙар көткән икән. Берҙән-бер көндө, урман, һыу буйҙарында үләндәр, ҡыуаҡтар менән кешесә һөйләшеп йөрөгән ҡыҙҙы ҡарарға тип, район үҙәгенән бер төркөм табиптар килеп төшкән. Еңеләймәгәнме, йәнәһе. Хәниә уйлап- нитеп тормаған, докторҙарҙың:
– Ысынлап та, ағастар һөйләшкәнен ишетәһеңме? – тигән һорауҙарына, асыҡтан-асыҡ:
– Ишетәм, – тип яуап биргән.
Шул етә ҡалған. Тейәгәндәр ҙә ҡалаға алып киткәндәр үҙен. Уларға ҡыҙҙың ата-әсәһе эйәргән... Шулай, Хоҙай ҡушып, ҡалала төпләнеп ҡалғандар. Хәниәне әллә ниндәй махсус дауаханаға һалып, үҙҙәре шул тирәлә генә эшкә урынлашҡандар. Былар тураһында Сәйет, йәйге ялына ҡайтҡас, әсәһенән ишетеп белде.
Сәйет Хәниәне эҙләргә уйлаған ине. Ләкин ундай дауаханаларҙа ятыусы ауырыуҙарҙың исемлеген бер кемгә лә бирмәйҙәр икән. Нисек кенә ялынып-ялбарып һораһа ла, ҡыҙҙың ата-әсәһе Сәйеткә асылманылар, Хәниәнең ҡайҙа икәнлеген әйтмәнеләр.
Хәниәне юғалтыу ҡайғыһынан ҡотолоу өсөн, Сәйет бөтә күңел ғәмен, ваҡытын уҡыуға бирҙе. Хәниә, уның төшөнә кереп: «Ишетәһеңме донъя тауышын?» – тип һорап интектерә башлаһа, урамдағы ағастар, ҡыуаҡтар, үләндәр эргәһенә сығып китте, күңелендә ҡалған һуңғы һағышты шулай баҫырға тырышты... Ә инде Мөнжиә менән ғаилә ҡороп ебәргәс, Хәниә бөтөнләй күҙ алдынан, күҙ алдынан ғына түгел, күңеленән, хатта төштәренән үк юғалды. «Тигеҙ тормоштары менән йәшәһендәр, борсоп яфаламайым», – ти торғандыр инде...
Бына хәҙер ул Хәниәһеҙ ҙә, Мөнжиәһеҙ ҙә ҡалды, хатта сабый балаһы – бәғер киҫәге Зөллә лә әллә ҡайҙа китеп юғалды...
3
Уйҙарынан айнып, Сәйет аяҡ үрә тороп баҫты. Ни өсөн улай ебеп ултыра һуң әле ул? Уға бит ашығырға кәрәк, бер-бер хәл булғансы, нисек тә Зөлләне табырға кәрәк!
Сәйет бәрелә-һуғыла йәнә урман буйлап йүгерергә тотондо. Ул арала уның ҡаршына бер нисә уҡытыусы килеп сыҡты. Уларға юғары класс уҡыусылары эйәргән. Урман һуҡмағының икенсе башынан бер төркөм бала килеп сыҡты. Уларҙың ҡайһыһы күнәк төбөнә ҡаға, ҡайһы берҙәре бер туҡтауһыҙ Зөлләне саҡырып һөрән һала...
Был тиклем халыҡты күргәс, Сәйеттең йөрәгенә йылы йүгерҙе. Ләкин, ҡысҡыра-ҡысҡыра Зөлләне эҙләп йөрөүсе кешеләр уға ни тиклем генә яҡын, ҡәҙерле булып тойолмаһын, ул улар эргәһенә барып торманы, үҙ һуҡмағы менән урмандың иң ҡуйы еренә кереп китте. Үҙе бер туҡтауһыҙ ҡабатлап барҙы: «Ҡайҙа һуң һин, ҡыҙым, ҡайҙа һуң һин, ҡыҙым, бәғерем!.. Ҡайҙа һуң һин, ҡайҙа?.. Әсәйең артынан китеп барҙыңмы әллә, ә, ҡыҙым? Әсәйең саҡырҙымы? Бик яратыша инегеҙ шул... Юҡтыр, саҡырмағандыр... Әсәйең әйтте ләһә: «Зөлләбеҙҙе ҡара, рәнйетмә», – тине... Ҡыҙым, бәғерем, ни өсөн өндәшмәйһең? Ни өсөн күренмәйһең? Ҡайҙа һуң һин? Ҡайҙа?..»
Сәйет осраған беренсе ағасҡа барып ябырылды. Ҡайырыһының төҫө юғала башлаған, бөтөн тәнен йыйырсыҡ баҫҡан ҡарт уҫаҡ икән. Сәйет уны бер ни тиклем ҡосаҡлап торҙо ла һаҙ еҫе аңҡытып торған, мүкләнә башлаған йөҙөнә яңағын ҡуйҙы. Һулышын быуып тыңлай башланы... Эске бер моң менән зыңлап торған ағас кеше телен белмәй ине... Әллә әҙәм балаһы уның телен аңламанымы?
Сәйет дыуамал хәрәкәттәр менән икенсе ағасҡа китте. Яңғыҙлыҡтанмы, ел-ямғырҙанмы, әллә ваҡыт шауҡымынанмы – аҡлығын юйып өлгөргән ҡайын ағасы ла уны һөйөндөрә алманы. Ул да Зөллә хаҡында бер ни ҙә белмәй ине. Шулай һораша-һораша, әле ялынып-ялбарып, әле ярһып-асыуланып байтаҡ керҙе урман ҡуйылығына. Керҙе лә аҙашты. Аҙашыуҙың беренсе билдәһе – тынлыҡ. Бер ваҡыт ҡоштар һайрауҙан туҡтаны, бөжәктәр телһеҙ ҡалды, хатта әллә ниндәй тылсым менән урман эсенә үтеп кергән елдә шыбырлап ултырған япраҡтар ҙа хәлһеҙләнеп, тынып ҡалғандай булды. Сәйет үҙе өсөн ҡурҡманы, Зөлләне уйлап, йәне өҙгөләнде уның. Ул да шулай инеп аҙашҡан булһа? Сығыр юл таба алмай ыҙаланһа? Илап-шешенеп бөтһә? Аслыҡтан хәлһеҙләнһә?.. Кешелектән сыҡһа?..
Шомло уйҙарынан арынырға теләп, Сәйет күңелендә йөрөгән доғаларҙы барларға кереште. Тик нисек кенә тырышһа ла, юғалған ҡыҙын эҙләп, урманға кереп аҙашҡан кешегә ярҙам итерҙәй доға таба алманы ул күңел төбөнән. Таба алмағас, үҙе уйлап сығара башланы...
«Эй Раббым! Һинең бит иҫ киткес көсөң бар, ҡеүәтең бар. Һин бөтә нәмәне лә күреп тораһың... Һин минең ҡыҙымды ла күрәһеңдер... Миңә юл күрһәтмәһәң күрһәтмә, тик ҡыҙымды был хәтәр донъя эсендә ҡалдырма... Ул бөгөн яҡлаусыһыҙ, етем, тойомсан... Әсәйһеҙ ҡалып, бишектән моңһоу булып үҫә торған әҙәм балаларына мәрхәмәтең сикһеҙ бит һинең. Мин быны беләм. Был юлы ла үҙ мәрхәмәтеңде күрһәт – ҡыҙымды табырға булыш, йә Раббым! Пәйғәмбәребеҙ хаҡына, уның нәҫеле-нәсәбе өсөн булһа ла булыш!»
Сәйет уйлап та бөтөрҙө, үҙен үҙе белештермәйсә, ҡулдарын күккә сөйҙө. Шуны ғына көткән кеүек, яҡындағы ҡыуаҡлыҡта боҫоп ултырған турғай халҡы пырхылдап өҫкә сәселде. Ә бит хикмәт ошо ҡоштарҙа. Ҡурҡыныс ваҡытта урман ҡоштары урман эсенәрәк оса. Сәйет был хаҡта белә. Тимәк, Ишкилде ауылы ҡоштар осоп киткән урманға ҡаршы яҡта урынлашҡан.
Сәйет шул яҡҡа ашыҡты. Күп тә китмәне. Ҡояш нурҙарында балҡып ята торған таныш аҡландарҙың береһенә барып сыҡты...
Урман тоҙағынан сыҡҡас та Сәйет бер ни тиклем арлы- бирле йөрөндө, ҡысҡырып та, йырлап та, илап та ҡараны. Ләкин нисек кенә эҙләһә лә, нисек кенә ялынып-ялбарып һораһа ла, урман уға ҡабат Зөлләһен бирергә теләмәне. Һорау-ялбарыуҙарға зыңлап торған тынлыҡ менән яуап бирҙе.
«Теге шайтан ҡарсығы дөрөҫ күрмәгәнме әллә? Әллә ул юрый халыҡты буташтыра? Үҙен яратмағандарҙан үсен аламы?» Сәйеттең ярһыған күңеленә тағы әллә күпме яңы шик-шөбһә кереп тулды.
Их, ни өсөн ул тәбиғәттең сихри телен, уның йән-рухын аңламай, тоймай? Ҡасандыр Хәниә аңлаған, тойған кеүек...
Шул ваҡытта Сәйеткә әллә нимә булды. Ул ашығып барған ыңғайға, бер ҡояшлы аҡлан уртаһында туҡталып ҡалды, йәнәшәләге яңғыҙ ҡайынға оҡшап, туп-тура ҡатты, шуның менән бергә, ҡулдарын алға күккә һуҙып, ҡуйы үлән эсенә теҙләнде.
– Йә Алла! Мин барыһын да аңланым! Аңлатҡаның өсөн мең рәхмәт һиңә, эй Аллам-Тәңрем!
Ситтән кемдер күреп ҡалһа, Сәйеттең был ҡыланыштарын нисек ҡабул итер ине икән, әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа Ер менән Күк уның был ғәмәлен ауыр, шулай ҙа изгелекле яҙмышҡа ирешеү тип ҡабул итә. Шуға күрә лә улар был минутта Сәйеткә асыҡ зиһен, ныҡлы уй, һиҙгер күңел бирҙе... Бөтә ер йөҙөн, барлыҡ йыһанды ҡосаҡлап алырға теләгәндәй, ҡулдарын төрлө яҡтарға йәйеп торған Сәйет шул рәүешле үҙ ғүмерендә беренсе мәртәбә Хоҙай ихтыярын ғына түгел, үҙ ҡулына килеп кергән яҙмыш бауын да айырым-асыҡ тойҙо.
Ул аңлап-төшөнөп өлгөргән ине инде: уның ғәзиз балаһын был ҡара урман ауыҙынан тәбиғәттең моңло тауыштарын ишетеүсе, үләндәр телен белеүсе Хәниә генә йолоп ҡала аласаҡ!
Был асыш Сәйетте ҡабат өмөткә, тормошҡа ҡайтарҙы, һәм ул, бөтә көсөн йыйып, ауылға табан йүгерҙе...
Сәйет оҙон кис буйы юлда булды. Уның хәлен иҫке генә машинаһы ла аңланы булһа кәрәк – оҙон юлда яңылыш та сөскөрөп ҡараманы. Колхоз рәйесе: «Теләгән машинаңды ал», – тиһә лә, Сәйет ике лә уйламайынса ошо «йәштәш»енә ултырҙы; ауыл хужалығы техникаһы буйынса механик булып эшләү дәүерендә ул уға ныҡ ҡына күнегеп өлгөргән ине.
Юлда әллә нимәләр тураһында уйлап баш ҡатырманы, үҙ башына төшкән яңы борсолоуҙар хаҡында фекер йөрөттө. Баштараҡ ул урмандағы халәтенән һис тә айырыла алманы – бер туҡтауһыҙ ҡыҙы менән һөйләште, уға иламһырап ялбарҙы, атайҙарса асыуланды йәки әсәләрсә наҙлап-иркәләп йыуатты...
– Эй ҡыҙым, нишләнең һин, ә, нишләнең? Ни өсөн ҡалдырып киттең атайыңды? Ни өсөн һаман ҡайтмайһың? Ни өсөн табылмайһың? Ҡайҙарҙа ғына йөрөйһөң һуң, ҡыҙым, эй ҡыҙым!.. «Атайым, атайым!» тип кенә тора инең дәһә, ҡыҙым, Зөлләм минең!.. Һин ғәйепле түгел бит атайың менән әсәйең уртаҡ бәхеткә өлгәшә алмаған әсе яҙмышына...
Шунда уҡ Сәйеттең хәтеренә ҡыҙы менән булған бер һөйләшеү иҫенә төштө.
Ул көндө Зөллә еләк-емеш баҡсаларында күбәләк ҡыуып йөрөй ине. Бер ваҡыт, тыны бөтөп, өйҙә нимәлер соҡсоноп ултырыусы атаһы янына йүгереп керҙе лә:
– Атайым, атайым, әйт әле – нимә ул Барый? – тип һораша башланы.
– Ҡайҙан керҙе һуң һинең кеп-кескенә башыңа был һүҙ, ҡыҙым?
– Әсәйем шулай йырлай ине...
Сәйеттең йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Ҡайҙан белә был бала Мөнжиәнең йәшлек мөхәббәтен? Әсәһе киткәндә, ул сабый бала ғына ине бит...
Сәйеттең хәтерендә: Мөнжиә бик йыш был йырҙы йырлай ине. Ләкин Сәйеткә күрһәтмәйенсә йырлай ине... Бер ҙә онота алманы ул үҙенең шул яратып йөрөгән кешеһен.... «Кешене шул тиклем көслө мөхәббәткә юлыҡтырыр өсөн ниҙәр генә эшләне икән ул Барый тигәндәре?» – тип, бер мәртәбә генә уйланып ултырманы Сәйет.
Ҡыҙҙың һорауын яуапһыҙ ҡалдырырға ярамай ине. Ул шул минутта үҙен тиҙ генә ҡулға алып, ҡыҙы өсөн ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға уйлап сығарҙы.
– Улай булғас, белмәйһең инде Барыйҙың кем икәнен?
– Юҡ... Батырмы, героймы ул?
– Минеңсә, ул батыр ҙа, герой ҙа түгел. Ул әкиәттәрҙә генә була торған бер егет. Бына һинең кеүек, минең кеүек, ул да ауылда йәшәгән. Уның ғишыҡ тотоп йөрөгән ҡыҙы булған. Барый менән бер ауылда тыуып үҫкән, имеш, ул ҡыҙ...
– Хәҙер ҡайҙа ул ҡыҙ? Ә Барый ҡайҙа ул?
– Ауыл ҡыҙын бик яратһа ла, Барый, байлыҡҡа ҡыҙығып, батша ҡыҙына өйләнгән. Ә теге ҡыҙ аптырап тормаған, үҙе кеүек үк һағышлы бер йәр табып, ғаилә ҡорған, иренә бик матур ҡыҙ бала табып биргән...
– Ай, шул тиклем ҡыҙыҡ был әкиәт... Ә ул ҡыҙҙың исеме нисек булған?
– Ул ҡыҙҙың исемеме? Ул ҡыҙҙың исеме... Зөл-лә!
Ул арала Сәйет ҡыҙын күтәреп ала ла күккә сөйә, унан һуң, бөтөн күңел йылыһын биреп, күкрәгенә ҡыҫа...
Сәйет Мөнжиәнең беренсе мөхәббәтенән бушап ҡалған күңелен үҙенең хистәре менән тултырырға тырышып ҡараны. Әммә тултырып бөтөрә алманы... Үҙенә лә етмәгән йылылыҡты ҡайҙан алһын һуң ул? Шунан... Сәйет үҙе лә әсе яҙмыш елдәрендә боҙға әүерелгән, ҡасандыр Хәниәнән өҙөлөп ҡалған бәғерен тиҙ генә иретеп ебәрә алманы...
Ҙур мөхәббәт булмаһа ла, улар араһында оло хөрмәт, ҡәҙер-хөрмәт һәр ваҡыт булды. Улар ҡыҫҡа ғына ғаилә ғүмерҙәрендә лә бер-береһенә яңылышып ҡына ла ҡаты һүҙ әйтмәнеләр. Зөллә тыуғас, тормош тағы ла еңеләйҙе, улар бер-береһенә бирә алмаған рухи йылыларын шул уртаҡ йөрәк емешенә бирҙеләр.
Эйе, бала уларҙы бер-береһенә яҡынайтты, әммә ул да үкһеҙ ике яҙмышты бер бөтөн итеп йәбештереп ҡуя алманы... Ә китек яҙмыш, йырҙағыса, оҙон ғүмерле булмай шул...
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Барый ҙа...
Айырылһаҡ та, йәндәребеҙ
Бер-береһенә ҡарай ҙа...
5
Сәйет Хәниәләр йортон эҙләп тапҡанда, төн пәрҙәһе офоҡтоң бер ситенән икенсеһенә тартылып өлгөргән ине. Ут алған ҡала йорттары, Сәйеттең борсоуын һиҙенгән кеүек, шомланып тынып ҡалғандар. Хәҙер ҡала урамдарына кергәс тә, ауылдағы туғандары биргән адрес буйынса килеп тапҡансы, тағы берәр сәғәт ваҡыт уҙғандыр...
Ишекте оҙаҡ асманылар. Сәйет кире лә китергә уйлаған ине, кинәт эске яҡтан ишек биге сыҡылдап ҡуйҙы. Биге асылды, әммә ишек үҙе асылманы.
– Һеҙгә кем кәрәк? – тип һораны эске яҡтан ир-ат тауышы.
– Хәниә өйҙәме? – Сәйет үҙенең тауышын үҙе таныманы. Оҙон юл үҙенекен иткән – ыңғырашып, иңрәп һөйләшә башлаған ине ул.
– Хәниә өйҙә юҡ. Кем уны һорай?
– Мин... Сәйет булам... Ишкилде ауылынан...
– Сәйет?
Башланып та етмәгән әңгәмә шунда өҙөлдө. Ишек артында ауыр тынлыҡ урынлашты. Сәйет нишләргә лә белмәне. Шул тиклем саҡрым үтеп, хәҙер кире китһенме? Ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙан һуң Хәниәнең ата-әсәһе уны ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алырға тейеш инеме ни? Барыбер былай уҡ ауыр булыр тип уйламаған ине ул, һис тә генә лә уйламаған ине...
Уның уларҙың тормошона бер дәғүәһе лә юҡ. Ул бары тик Хәниәне эҙләп килде. Шуға ла: «Хәниә өйҙәме?» – тип һораны. Тағы һораясаҡ, Хәниәнең ҡайҙа икәнлеген белмәйенсә, уны күрмәйенсә китмәйәсәк... Сәйет, үҙе лә һиҙмәҫтән, бар көсөнә ишек ҡаға башланы... Шуны ғына көткән кеүек, ишек шар асылып китте һәм унан, төнгө ҡунаҡҡа тамам аптырашып, Хәниәнең ата-әсәһе – Илгизәр менән Зәйтүнә килеп сыҡты.
– Һаумыһығыҙ... – Нисек кенә асыҡ йөҙлө булырға тырышһа ла, тауышындағы ҡырыҫлыҡты бер нисек тә йәшереп бөтөрә алманы Сәйет. Эстәгеләр уның тауышына әллә ни иғтибар итмәнеләр булһа кәрәк.
– Сәйет балам, нимә булды? – Хәниәнең әсәһе үтә лә борсолоп, әллә ниндәй эс бошорғос хәл һиҙенгән кеүек һораны.
Сәйеттең күңеле тулып китте, күңеле менән бергә тауышы ла йомшаны:
– Зәйтүнә апай, минең ҡыҙым юғалды бит... Тапһа ла, Хәниә генә табасаҡ. Ул ғына урман телен белә, донъя менән һөйләшә... Бөтә ышанысым, өмөтөм унда... Миңә бик кәрәк ине ул!
Сәйеттең хәленә кереп тыңлап торған Илгизәр менән Зәйтүнә юл туҙанына батҡан, арыған-талған ҡунаҡты өйҙәренә саҡырҙылар, аш-һыу бүлмәһенә алып кереп, түргә ултырттылар, бер-береһе менән ярышып, аш-һыу бүлә башланылар. Уларҙың хәйер-хаҡ икәнен күреп, Сәйеттең күңеленә йылылыҡ инде, күҙ төптәренә дым йүгерҙе. Ләкин ул йәненә тамам иреп бөтөргә ирек бирмәне, шунда уҡ ҡырыҫ халәтенә ҡайтты.
– Нисек булды һуң ул, Сәйет?
Хуш еҫле үлән һалып бешерелгән сәй ҡапҡан арала, Сәйет үҙенең тарихын һөйләп алды. Шуның менән бергә, һүҙҙе артыҡ оҙонға ебәрергә теләмәйенсә, сынаяғын ҡаплап ҡуйҙы ла аяҡ үрә тороп баҫты.
– Миңә китергә кәрәк, Илгизәр ағай, Зәйтүнә апай...
– Улай булғас, тыңла, Сәйет улым. – Зәйтүнәнең «улым» тип өндәшеүе Хәниә хаҡындағы өмөтлө хәбәргә ишара ине. – Бына хәҙер юлды аша сығаһың, һул яҡта тау тиклем ҙур супермаркет булыр. Шул кибетте уҙғас, тар ғына һуҡмаҡ буйлап йүкәле баҡсаға керәһең. Уның арғы башында өс ҡатлы һары йорт булыр. Ул күҙгә бәрелеп тормай, кире китә күрмә. Түргә үк бар. Вахталағы ҡатынды саҡырып сығар. Улар Хәниәнең ҡайҙа икәнен әйтерҙәр... Бар, улым, йәһәтерәк бул, тиҙерәк йөрө. Һеҙгә ашығырға кәрәк...
Дөм ҡараңғы баҡсалар аша кәрәкле һары йортто эҙләп тапҡансы, Сәйет уйланып барҙы: «Һаман шул «һары йорт»та микән ни бәғеркәйем? Теге ваҡыттан бирле шунда микән? Ни өсөн ашыҡты? Ни өсөн һорашманы Хәниәнең яҙмышы, бөгөнгө йәшәйеше тураһында? Барыһын да асыҡларға ине башта... Нисек аңлашырҙар улар? Аңлаша алырҙармы? Аңлаша алмаһалар? Ә бит Сәйет уға ныҡлы ышаныс менән килде... Балаһының яҙмышы уның ҡулында тип уйлап килде... Хәҙер нимә булыр? Ебәрмәһәләр? Ундай ауырыуҙарҙы ебәрәләр тиме ни?! Ниндәй ауырыу булһын ул! Элек тә ауырыу түгел ине, хәҙер ҙә ауырымайҙыр. Бары тик башҡаларға оҡшамаған ғына! Хоҙай Тәғәлә уны башҡа төрлө итеп яратҡан. Үҙенә оҡшаш итеп...»
Төн күҙендә ҡапшана-ҡапшана килеп, Хәниә ятҡан дауахананы эҙләп тапҡас та, инергәме-юҡмы тигәндәй, бер ни тиклем ишек янында тапанып торҙо Сәйет. Аҙаҡ, тәүәккәлләп, тоноҡ ҡына яныусы ут аҫтындағы ҡыңғырау төймәһенә баҫты. Шунда уҡ, ситкәрәк тайпылып, ишек артынан яҙмышын билдәләрлек ым-ишара көтә башланы. Тирә-яғына ҡаранған арала, дауахана бинаһының төҫөнә иғтибар итте ул. Ҡарәле, ысынлап та та һары төҫкә буялған икән был йорт! Был бит ҡот осҡос хәл! Кешенең йәнен үртәп, һарыға буямаһалар... Бындай ауырыуҙар ятҡан биналарҙы асыҡ йәшелгә йәиһә көмөш-зәңгәргә буярға кәрәк – йәшәү төҫөнә! Ауырыуҙарҙың рухи кәмһенгән, зәғифләнгән йәнен иркәләһен ине ул төҫтәр, уларға терелергә булышһын ине...
Бына бер ваҡыт дауахананың ауыр ишектәре асылып китте. Унан аҡ халатҡа төрөнгән ике абруйлы ир заты килеп сыҡты.
– Кемде килтерҙегеҙ? Ҡайҙа ул? Нисә йәштә? Буйныймы?
– Юҡ-юҡ, мин бер кемде лә килтермәнем... – Көтөлмәгән хәлдән Сәйет артҡа уҡ сигенә башланы...
– Улай булғас, бында һеҙгә ни бысағым ҡалған?!
– Мин... Хәниәне эҙләй инем... Миңә Хәниә кәрәк.
– Фамилияһы нисек?
– Белмәйем... Исемен генә беләм. Исеме – Хәниә...
– Уныһын ишеттек. Ҡайһы палатала ята?
– Белмәйем...
– Белмәгәс, нишләп йөрөйһөгөҙ бында кеше борсоп? Төндә ауырыуҙар эргәһенә инеү тыйыла! Иртәгә килегеҙ, барығыҙ, бар!
Ул арала әзмәүерҙәй ирҙәр артында табалай киң битле, ҡыҫыҡ күҙле бер ҡатын пәйҙә булды.
– Кем кәрәк, кем? Хәниә?
– Эйе шул, апай, Хәниә кәрәк ине. – Төн ҡараңғылығынан килеп сыҡҡан был ҡатындан ниндәйҙер ярҙам өмөт итеп, Сәйет тағы, тағы ҡабатланы: – Кәрәк ине, бик кәрәк ине!..
– Һин уның кеме булаһың? Бер ҙә күргән юҡ...
– Мин уның ауылдашы, дуҫы... – Был юлы ла Сәйет өҙгөләнеп ҡабатланы: – Йәшлек дуҫы!..
– Улай икән... Әйҙә, улай булғас...
Сәйет улай бик тиҙ генә еңел инеп булыр тип уйламаған ине. Ана бит – теге әзмәүерҙәр ҙә эйәрмәне. Ярым ҡараңғы коридорҙар буйлап бер-береһенә тағылып, вахтер ҡатын менән Сәйет икеһе генә китеп барҙылар...
Шомло, тар коридорҙар буйлап байтаҡ барғас, ҡайһылыр боролмала табаҡ битле ҡатын ҡапыл туҡтап ҡалды. Унан һуң тирә-яғына ҡарана-ҡарана атлаусы Сәйетте көтөп алды ла баяғы битарафлыҡ менән түрҙәге асыҡ ишеккә төртөп күрһәтте:
– Ана туғыҙынсы палатала ул, үҙең шунан эҙләп тап. – Үҙе, яуап та көтөп тормаҫтан, ҡапыл әйләнеп, килгән юлынан кире китте.
Яңғыҙы коридор сатында баҫып ҡалған Сәйеттең йөрәге атылып сығам-сығам тип тибә башланы. Тау ҡәҙәрле тилеләр йортоноң дөм ҡараңғы коридорҙарында япа-яңғыҙың үрә ҡатып тор инде, йә! Аҡыллы башыңдан диуана булырһың!
Бер-бер хәл булғансы тип, Сәйет, һалмаҡ ҡына атлап, вахтер ҡатын күрһәткән асыҡ ишеккә табан китте. Барып еткәс тә, инергә ҡыйыулығы етмәйенсә, бер ни тиклем тапанып торҙо әле. Нисек тә атлап керергә тейеш ул был билдәһеҙлеккә. Урман шауҡымында ҡалған балаһы – Зөлләһе өсөн булһа ла керергә тейеш!
Эстә уны төптәге карауатта ятҡан ауырыу янында үҙ эштәре менән мәшғүл булған санитар ҡыҙ ҡаршы алды.
– Эһем-эһе... Миңә Хәниә исемле ауырыу кәрәк ине...
– Мин ул Хәниә. Һеҙгә мин кәрәкме?..
Аҡылдан яҙыр алдынан Сәйет: «Аҡылдан яҙыуым ошо икән», – тип уйлап өлгөрҙө өлгөрөүен... Тоноҡ ҡына янған лампа утында аҡ ҡанатлы фәрештә кеүек талпынып торған санитар ҡыҙҙың йөҙө уның йәшлек мөхәббәте Хәниәнеке ине!
7
Улар оҙаҡ ҡына бер-береһенә ҡарашып торҙолар. Был ап-аҡ халатлы ҡыҙҙа Хәниәне таныу ауыр түгел ине. Ә бына Хәниә уны танынымы икән? Таныны, һис шикһеҙ! Ана бит ул нисек йотлоғоп ҡарап тора. Йөҙҙәре ябығып, бит остары эскәрәк батып китһә лә, ҡараштары шул уҡ – нурлы һәм изгелекле... Улар тыйнаҡ ҡына күрештеләр. Ҡосаҡлашып үбешмәнеләр ҙә. Хатта ҡулдарын ҡулға ла тотоношманылар. Тыныс ҡына иҫәнләштеләр ҙә ишек ҡатындағы буш түшәккә килеп ултырҙылар.
– Ни булды, Сәйет?
Ҡыҙыҡ, Хәниә лә Зәйтүнә биргән һорауҙы бирҙе. Сәйет быға бер ни тиклем үртәлеп тә ҡуйҙы.
– Нишләп улай тиһең? Ә, бәлки, һине күргем килгәндер...
– Күрәһең килһә, әллә ҡасан килеп күргән булыр инең инде. Беҙ бит бер ерҙә йәшәйбеҙ, бер үк һауаны һулайбыҙ, бер юлдан йөрөйбөҙ... Туҡта, нишләп әйтмәйһең, ҡыҙың менән бер-бер хәл булмағандыр бит?
– Ҡыҙым бар икәнде ҡайҙан беләһең?
– Мин барыһын да беләм, Сәйет. Ҡыҙың хаҡында ла, ҡатыныңдың вафат булыуы тураһында ла беләм.
– Шулайыраҡ шул булды. Мөнжиә үлеп китте. Ҡыҙыбыҙ әсәһен юҡһынып йөрөнө-йөрөнө лә бөгөн иртә менән әллә ҡайҙа китеп юғалды... Урман алған, тиҙәр. Күреп ҡалғандар. Тапһаң, һин генә таба алаһың, Хәниә. Һин тәбиғәт тауыштарын ишетәһең бит, урман телен беләһең... Ә, Хәниә?..
– Килеп дөрөҫ эшләгәнһең, Сәйет. Тик... минең көсөм етер микән һуң? Һушым етер микән? Төнгә ҡаршы тороу, ай-һай, ҡыйын бит...
– Беҙ ҡайтып еткәнсе, таң ата башлай ул, Хәниә...
– Әйҙә, улай булғас, китәйек иртәрәк...
Инде сығырға ҡуҙғалғас, Сәйет баянан уҡ күңелен тырнап торған һорауҙы бирҙе:
– Ә һин нисек бында? Һине ауырыу тигәндәр ине бит...
– Их, һин! Шул ғүмер кеше һүҙенә ышанып йәшәнеңме? Бер тапҡыр булһа ла үҙеңә килеп ҡарарға була ине бит хыялый, диуана Хәниәңде!..
– Мин улай тимәнем бит әле...
– Тимәһәң дә, уйланың... Был оҙон тарих, Сәйет. Ҡайтҡанда һөйләрмен, йәме. Ә хәҙер юлға йыйынырға кәрәк...
Хәниә тиҙ генә дежур врачҡа кереп сыҡты, һуңынан, урамда көтөп торған Сәйетте эйәртеп, өйҙәренә ашыҡты.
...Юл оҙон. Иҫке машина артыҡ көсәнмәйенсә генә тырылдап бара... Ғүмергә һөйләшмәгәндәрҙе һөйләшергә була. Шулай ҙа бер-береһенә бик яҡын булып та, оҙаҡ ваҡыт күрешмәй йәшәгән ике бәғер киҫәге ҡайһы уй һуҡмағына кереп китергә белмәйенсә аптырап бөттөләр. Беренсе булып Хәниә үҙенең үпкәһен белдерҙе. Сәйеттең үҙе янына килмәй йөрөүен ҡыҙ ауыр кисергән икән.
– Сәйет, ни өсөн мине эҙләмәнең? Мин бит һине шул тиклем көттөм...
– Белмәйем... Һине ауырыу тинеләр. Мин... ҡурҡтым.
– Минәнме, ауырыуҙанмы?
– Хәниә, һорама ул турала... Үҙем дә белмәйем...
– Миндә ниндәй сир икәнен белә инең бит. Кескәйҙән шулай булды: әллә ниндәй тауыштар ишетәм. Тәбиғәт тауышын, донъя тауышын ишетәм. Бала саҡта һәр кем ишетәлер ундай тауыштарҙы. Олоғайғас үтә ул. Миндә үтмәне... Мин әле лә ишетәм ул серле ауаздарҙы, Сәйет...
– Был «һары йорт»ҡа нисек килеп эләктең һуң? Ауылдан килеп алғандар, тинеләр...
– Шул тауыштар арҡаһында инде. Мин бит осраған бер ағас, ҡыуаҡ менән, тәбиғәт менән һөйләшеп йөрөй инем. Уларға һинең исемде ҡушып һөйләшкән саҡтар ҙа булған. Шулай ҡасып тыңлап ҡына торғандар ҙа ауыл Советына хәбәр иткәндәр. Уның рәйесе: «Беҙгә икенсе Йәркиә кәрәк түгел, тиҙерәк тейешле урынға оҙатайыҡ», – тип, сараһын күргән.
– Ну, кешеләрен әйтер инем бит!.. – Сәйет был ваҡиғаларға үҙенең мөнәсәбәтен белдерергә уйлаған ине, Хәниә уны шып туҡтатты:
– Теймә кешеләргә, Сәйет. Ул ваҡытта улар дөрөҫ эшләгәндәр. Тотоп ҡалаға ебәрмәгән булһалар, мин ысынлап та аҡылдан яҙған булыр инем. Үҙемде үҙем аңламай башлаған саҡтар ине... Их, Сәйет, ул ваҡытта һин ҡайтып төшкән булһаң, миңә бер төрлө лә врач та кәрәк булмаҫ ине...
Тағы тын ҡалдылар. Хәниә моңһоу ҡарашын хәтирәләренә төбәгән, Сәйет иһә, үкенесле ҡыйынһыныуын йәшерергә теләп, төнгө юлға текәлгән...
Бер аҙҙан был ауыр минутты Сәйеттең ҡыҙыҡһыныуы бүлде:
– Нисек улай булды? Аҡ халатыңды әйтәм... Ауырыуҙан нисек врач булып киттең һуң?
– Эй Сәйет, баянан бирле аңлатам, шулай ҙа аңламайһың... Мин ауырый яҙып ҡалдым, тим бит. Быны врачтар ҙа бик тиҙ аңланылар. Бер ни тиклем ваҡыт палатала тоттолар ла үҙҙәре эргәһендә эш тәҡдим иттеләр. Бына икенсе йыл инде үҙем ауырып кергән дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләйем...
– Ә уҡыу яғы?..
– Хәҙер мин ситтән тороп медицина колледжында уҡыйым. Минең кеүек кешеләр бик кәрәк бында. Башҡалар ишетмәгәнде ишетәм бит мин. И-и, ниндәй генә шауҡымлы ауырыуҙар юҡ мин эшләгән ерҙә. Күҙгә ҡарап торалар мәхлүк йәндәр. Күңелдәре тулған, шуны әйтә алмайҙар. Ана шул күңелдәре генә барыһын да һөйләп, әйтеп тора... Мин ауырыуҙарҙың эске тауышын, күңел ауазын ишетәм бит, Сәйет. Шуға ла мин бик кәрәк бында.
– Ну, ярай, ауырыуҙар менән аңлашыла. Әйт әле, минең ни уйлағанды ла беләһеңме, Хәниә?
– Юҡ, һин уйлағандарҙы белә алмайым. Был кәрәк тә түгел. Һин бит уйлағаныңды үҙең әйтә алаһың, шөкөр... Теле ябыҡ тереклек кенә күңеле менән һөйләшә. Эйе шул, зиһендәре зәғиф бәндәләр ағастарға, ҡыуаҡтарға йәиһә ҡоштарға, хайуандарға тиң. Тәбиғәттәге тереклек эйәләре һымаҡ бер ҡатлы һәм йомшаҡ күңелле улар... Миңә улар менән аралашыу һәләте бирелгән. Бәхетме был, бәхетһеҙлекме – үҙем дә әйтә алмайым...
– Бәхеттер был, Хәниә... Хоҙай биргән бүләк бит ул һиңә. Ә Хоҙай бирә икән әле – бәхеткә юрап бирә. Мин шулай уйлайым...
– Шулай ғына булһа ярар ине...
Сәйеттең ҡыҙыҡһыныуы бөтмәгән икән әле.
– Ул тереклекте ишетеп нишләйһең инде?
– Шулай мин бик күп әҙәми заттарҙы, хатта кешелегенән мәхрүм ҡалған бәндәләрҙе аяҡҡа баҫтырҙым, терелттем, Сәйет. Кешеләр араһына ҡайтарҙым. Ысынбарлыҡта уларҙың ауырыуы эргәләрендә тыңлай, аңлай белеүсе кешеләрҙең булмауынан килә бит. Үҙҙәрен аңлаған кешеләр менән аралаша башлауға уҡ, улар үҙ асылдарына ҡайталар, ҡаҡшаған рухтарын нығыта башлайҙар...
– Их, Хәниә, эш ишетеү-ишетмәүҙән торһа, бөтә кеше лә бер-береһе менән һөйләшеп кенә терелер ине...
– Терелер ине шул. Бына һин әйт: ҡатының ни өсөн үлде?
Сәйет көтөлмәгән һорауҙан һиҫкәнеп китте. Баянан бирле күҙ алдында рәшә кеүек эленеп торған йоҡоһо осраған бер юл бағанаһына эләгеп ҡалды. Ул юлға сыҡҡас беренсе мәртәбә, башын күтәреп, Хәниәгә ҡараны.
– Ни өсөн икәнен бик белмәнеләр шул. Кинәт кенә ятты ла йәнтәслим ҡылды ҡыҙыбыҙҙың әсәһе...
– Һин уны ярата инеңме һуң?
– Белмәйем... Хөрмәт итә инем.
– Яратмағас, һин уның менән һөйләшмәгәнһең. Сөнки аңламағанһың. Ишетмәгәнһең. Шул күңел һаңғыраулығың, битарафлығың уның ғүмерен кимергән дә инде... Йәненә ҡатыу булып төшкән... Күңелен таш иткән. Был таш берҙән-бер көндө уның йөрәк тамырына ултырған...
– Нимә һөйләйһең һин, Хәниә? Тимәк, мин ғәйепле уның үлеменә?
– Мин бит һине ғәйепле тимәйем, Сәйет... Бәлки, ул күберәк тә ғәйепле булғандыр. Ниңәлер асылмаған ул һинең ҡаршыңда...
– Ни өсөнмө? Уның да һөйгән егете булған. Минең һин булған кеүек... Шул мөхәббәтен онота алманы ул, мәрхүмкәй...
– Улай булғас, аңлашылды...
– Нимә аңлашылды?
– Ҡыҙыңдың сығып китеүе, юғалыуы аңлашылды.
– Йә, әйт, зинһар! Мин дә белергә тейеш быны – ҡыҙымдың юғалыу сәбәбен...
– Әсәһе үҙенең күңелен ҡыҙына ҡалдырып киткән. Бына хәҙер үк әйт: һинең бит ҡыҙың менән дә асылып китеп һөйләшкәнең юҡ. Дөрөҫмө шул?
– Һөйләшәм, ни өсөн һөйләшмәй ти... Ул үҙе бик уйсан, моңһоу тимме... Әсәһен онота алманы, һағына, ул... Үлгәненә ике йыл... Ә бит йөҙөн дә хәтерләрлек йәштә түгел ине ул ваҡытта...
– Әсәһен онотҡан инде ул. Ысынлыҡта ул күңеленә тыныслыҡ эҙләй. Ә ул тыныслыҡты бала күңелен аңлай торған кеше генә бирә ала... Һин уға шундай кеше була алмағанһың, Сәйет, туп-тура әйткәнгә асыуланма...
Сәйет был юлы ҡаршы төшөп маташманы. Сөнки Хәниәнең һүҙҙәре дөрөҫ ине. Шуға ла өндәшмәне. Өндәшһә, тағы ла ҡыйыныраҡ кеүек тойолдо уға...
Был ауыр һөйләшеүҙән һуң улар бер ҙә һөйләшмәнеләр. Ҡалған ваҡытта һәр кем үҙ уйҙары ҡарамағында булды. Сәйет төнгө урманда ҡырағай рухтар ҡулында ҡалған ҡыҙы хаҡында уйлап өҙгөләнде, Хәниә иһә ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер таныш та, таныш түгел дә көй көйләне...
Сәйет ара-тирә юлдашына күтәрелеп ҡарай. Ул белә: уның бөгөнгө йәшәйеше, киләсәктәге тормошо тулыһы менән ошо йәнкиҫәктән тора. Һәм аңлай: уның яҙмыш юлын ҡыҙы Зөллә билдәләй. Уның табылыуы Сәйеттең бөтә яҙмышын хәл итәсәк, ғүмеренең мәғәнәһен билдәләйәсәк. Ә быларҙың барыһы бөтә донъя әсеһен үҙ күңеленә алып йәшәгән Хәниә ҡулында...
Шулай ҙа сәйер был тормош. Һорауҙар күп унда... Күбеһенә яуап та биреп булмай... Әйтәйек, бына бындай һорау: «Ни өсөн һуң ул, балаһын урман ҡарамағына ташлап, элекке мөхәббәте артынан сығып китте?» Әллә ул, Зөлләнең юғалыуын сәбәп итеп, үҙ яҙмышын, үҙ бәхетен хәл итеп йөрөймө?
Әгәр шулай булһа, ниндәй мәғәнәһеҙлек булыр ине был. Ни өсөн мәғәнәһеҙлек булһын?! Ҡасандан бирле һөйөү мәғәнәһеҙлек булып һанала? Ә яратамы һуң ул Хәниәне? Йәшлектәге һымаҡ яратамы? Юҡтыр. Яратыу ул, яратыу... бөтөнләй башҡа тойғо. Хәтерләй әле ул, хәтерләй... Бөгөн уның күңелендә ауыртыу бар. Ә ауыртҡан күңелде мөхәббәт яралтмай...
Сәйеттең башында ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар сәбәләнде. Арығанлыҡ ғәләмәтеме, әллә яҙмыштың яп-ябай фәлсәфәһеме – ул бик оҙаҡ бер төплө фекергә килә алмай интекте. Тағы ла үҙенең тормош хәтирәләре баҫымынан, әле ҡыҙының юғалыу ҡайғыһынан – һаман әле күңел түрендә һаҡлап йөрөткән йылы, яҡты хистәрҙе, матур хыялдарҙы ҡуҙғата алмай ғазапланды ул. Шулай ҙа: «Был бит минең беренсе һәм һуңғы мөхәббәтем, бөтөн йәшлек хыялдарым, күңел тетрәнеүҙәре иң элек уның менән бәйләнгән, тимәк, киләсәктә лә беҙ бергә булырға тейешбеҙ», – тип, үҙен үҙе йыуатып ҡуйырға көс тапты Сәйет.
8
Улар ауылға килеп кергәндә, офоҡ ситендә таң һыҙылып килә ине. Был бик сәйер таң ине. Хатта бер ни тиклем шом да бар ине алһыулыҡта. Ғәҙәттә, беренсе ҡояш нурҙары күңелгә шатлыҡ тойғоһо алып килә, был юлы таңдың ҡыҙыл ҡанаттары, донъяға асылып бөтмәйсә, офоҡтоң ике яғына ҡанлы шәүлә кеүек ятҡан ине.
Сәйет Хәниәне өйҙәренә алып ҡайтып торманы. Урамда осраған бер уҡыусы баланан: «Ну, нисек?» – тип кенә һораны ла, ыңғай яуап булмағас, яңынан урамға сығып йүгерҙе.
Улар урман ситенә килеп туҡтағанда, көн асылып еткән ине. Урмандың әле бер яғында, әле икенсе башында ҡоштар һайрап алыуын, ҡолаҡ төбөндә бер туҡтауһыҙ бөжәктәр безелдәүен иҫәпкә алмағанда, тәбиғәт бер ҡайғыһыҙ тынлыҡта йәшәй ине. Әйтерһең дә, бер кем дә юғалмаған да, бер кем дә юғалтмаған... Тик был урман, был яландар, ҡырҙар, һыулыҡтар беләме кешеләр ҡайғыһын? Был бәндәләрҙең йөрәген мин дә ауырттырмайым тип, үҙенсә тынысланырға, тынысландырырға тырышамы?
Машинанан төшөп, аяҡ яҙғас, Сәйет Хәниәгә күтәрелеп ҡарамайынса ғына әйтеп ҡуйҙы:
– Һуңғы тапҡыр бына ошонда күргәндәр. Урманға кереп барғанда...
Хәниә был һүҙҙәрҙе ишетмәй ҙә кеүек. Гүйә, ул Зөллә ҡайҙа, ҡасан, нисек юғалғанын белә ине, бары тик тыйнаҡлыҡ һәм итәғәтлек һаҡлап ҡына өндәшмәй тора...
Хәниәнең тәртибе, ысынлап та, бик сәйер тойолдо Сәйеткә. Иң элек шуға иғтибар итте ул: ауылға ингәндән бирле Хәниә бер һүҙ өндәшмәй. Хатта тын алыуы ла беленер-беленмәҫ кенә, беренсе аҙымдарын да яланға ҡағылыр-ҡағылмаҫ ҡына атлай... Бына ул урман ситендә теҙелеп ултырған ағастар менән тигеҙләште. Зифа буй еткереп килгән ике ҡайын араһына барып кергәс, кинәт туҡтап ҡалды, хатта бер ни тиклем артҡараҡ сигеп ҡуйғандай булды. Бер ни тиклем тын ҡалып торғандан һуң, ҡапыл әйләнеп, Сәйеткә:
– Туҡта шунда! – тип ҡысҡырҙы.
Сәйет, Хәниәнең был сәйерлегенән тамам аптырап, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ләкин ауыҙ асып һүҙ әйтә алманы.
Хәниә был ваҡытта үҙе генә белә торған донъяға инеп бара ине. Бына ул тағы бер нисә аҙым атланы, тағы, тағы... Атлаған һайын туҡталды, ҡолаҡтарын урман яғына ҡуйып, байтаҡ ваҡыт тыңлап торҙо. Ана, уның нимә өсөндөр борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан, нимәнәндер риза булмайынса, ул аҙым һайын башын төрлө яҡтарға ҡағып ала, танау аҫтынан ғына нимәлер бышылдап ҡуя...
Ҡапыл Хәниә менән әллә нимә булды. Ул, абынып йығыла башлаған кеше кеүек, алға һөрлөгөп китте, шул ауып барған ыңғайға теҙҙәренә төштө, намаҙлыҡ өҫтөндә ғибәҙәт ҡылған кеше һымаҡ, башын ҡуйы үлән өҫтөнә эйҙе. Быға ғына риза булмайынса, бер миҙгелдән ул урман буйындағы яланда аунап-тәгәрәп йөрөй башланы...
Бик сәйер күренеш ине был. Алда пәйҙә булған күренештән Сәйеттең күңеле иләҫләнеп китте, йөрәге ярһыны. «Һаман шул икән әле был, элекке диуаналығынан арынмаған икән, – тип уйлап ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Унан һуң тиҙ-тиҙ генә күңеленән төҙәтеп ҡуйҙы: – Тимәк, шулай кәрәк. Нишләргә тейеш, шуны эшләһен, минең Зөлләне генә табып бирһен...»
Бер ваҡыт Хәниә аяҡ үрә тороп баҫты. Өҫтөн ҡағынғандай итте. Шунан тағы баяғы шөғөлөнә тотондо: йөҙөн ҡуйып, урманды тыңлай, донъяны аңларға тырыша... Ниһайәт, ишетте ул уны – урманды... Донъя ғәмен аңлай башланы... Сәйет быны һиҙеп, күреп торҙо – бына Хәниә яҡты йөҙҙәре менән йылмайып ебәрҙе... Шунан һуң ғына ул йәнәшәләге йәш ҡайынға барып тотондо, илап, үлән ҡыяҡтары, сәскә йөҙҙәрен һыйпап үтте, шулай тәбиғәт тауышын тыңлай-тыңлай, юлында осраған ҡайын ҡыҙҙары, уҫаҡ егеттәре, муйыл малайҙары менән һөйләшә-һөйләшә, урман шырлығына кереп китте. Сәйет уның артынан бармаҡсы булып талпынған ине лә, ҡыҙҙың «Туҡта шунда!» тигән әмерен иҫенә төшөрөп туҡталып ҡалды, һуңынан бер ни тиклем тапанып торҙо ла машинаһына табан китте.
Ул ни уйларға ла белмәне. Уның бала ҡайғыһынан, төнгө юлдан, Хәниә шауҡымынан уйларлыҡ хәле лә ҡалмаған ине. Шуға күрә әлеге сәйер күренештәрҙе ул күңеленә яҡын алманы, машинаһы эсенә кереп ултырҙы ла, башын артҡа ташлап, күҙҙәрен йомдо. Ойоп китер алдынан һуңғы уйы ҡыҙы Зөллә хаҡында булды: «Көт һин уны, ҡыҙым, көт, ул әле юлда, ул һине барыбер эҙләп табасаҡ, табасаҡ... табасаҡ...»
...Ләкин ул оҙаҡ йоҡлай алманы, күптән түгел генә Хәниә инеп киткән урман ауыҙынан һурылып бер ҡотһоҙ урман заты килеп сыҡты. Уның артынан икенсеһе, өсөнсөһө... Шулай уйламағанда, урман буйында бер көтөү шүрәле йыйылып алды. Килбәтһеҙ ҙур кәүҙәле, оҙон, йөнтәҫ ҡуллы, шундай уҡ йөнтәҫ, сатан аяҡлы, маңлайҙарында осло мөгөҙ тырпайып торған был урман һарыҡтары, Сәйет машинаһы торған яҡҡа ҡарап, ҡулдарын болғай-болғай, ҡысҡырышырға-аҡырышырға керештеләр. Ҡулдарында йыуан күҫәктәр. Бына улар, шул күҫәктәре менән осраған бер ағас кәүсәһен ҡыйнай-ҡыйнай, Сәйет машинаһына табан килә башланылар. Арала иҫке биҙрә күтәргәне лә бар. Быныһы бигерәк хәүефле тауыш сығара... Был шүрәле туйынан Сәйеттең күҙҙәре сәсрәп, мейеһе ҡайнап сығыр төҫлө ине. Ул түҙҙе, ә, бәлки, күрмәҫтәр, уҙып китерҙәр, тип уйлап түҙҙе. Ләкин аҡылдан шашҡан шүрәлеләр көтөүе уны бер нисек тә уҙып китә алмай ине. Нисек уҙһын – уның машинаһы ялан юлының ҡап уртаһында туҡталған. Шуның менән бергә ул, үҙенең көнбағыш тирмәне кеүек һары төҫө менән һуҡыр күҙҙе лә үҙенә йәлеп итерлек булып ялан уртаһында ап-асыҡ булып, балҡып тора. Юҡ, кешеләрҙе ҡытыҡлап үлтерә торған ғәҙәттәре менән дандары сыҡҡан был түбәнге рухтар төркөмө Сәйетте лә бер нисек тә урап уҙа алмай ине...
Ана инде хәҙер улар күҙгә күренеп яҡынайҙылар, алдараҡ килеп өлгөргән йәшерәк шүрәлеләр машинаны уҡ уратып ала башланы. Сәйет тынсыу машина салонынан иреккә сыҡмаҡсы булып, ишек яғына ынтыла, ләкин, нисек кенә бәргеләнһә лә, асып сыға алманы... Тышҡы яҡтан машинаға ябырылған шүрәлеләрҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Күҫәккә күҫәк бәрелеп, йөрәкте һиҫкәндерә торған ҡот осҡос тауыштарға бер аҙҙан йәнде өркөтөрҙәй барабан ауаздары ҡушылды, шул рәүешле ахырызаман афәте яҡынайғандан-яҡыная, көсәйгәндән-көсәйә барҙы...
9
Сәйет уянып киткәндә, ауыл кешеләренән торған шау-шыулы төркөм урман буйына килеп еткән ине. Иң алдан Йәркиә ҡарсыҡ килә. Йөҙө етди. Бына ул эйелеп үлән йолҡа ла өҫкә сөйә, шуның менән бергә ниндәйҙер ырымлы һүҙҙәр ҡысҡыра... Тирә-яғында уҡлау менән күнәк төбөнә ҡағып барыусылар иһә уны ҡеүәтләп һөрән һалалар...
Әллә теге төшөнән, әллә ауылдаштарының «ен туйы»нан шашыр хәлгә еткән Сәйетте әсәһе ҡотҡарҙы. Әсә кеше, барыһын да уҙып, абына-һөрөнә йүгереп килде лә улының күкрәгенә ташланды:
– Эй улым! Улыҡайым!.. Һин дә иҫән-һау булырһың икән! Юғалттыҡ бит беҙ һине. Бына бөтә ауылды күтәреп алып сыҡтым... Зөлләбеҙ артынан ғына китеп юғалды инде, боҙом ғына эләгеп, зәхмәт кенә ҡағылды тип уйланым... Кис дөм ҡараңғы төнгә тиклем эҙләнек, бөгөн тағы күтәрелдек... Йәркиә әбейеңдең ырымдары ярҙам итмәҫме тип килеүебеҙ... Хоҙайҙың рәхмәттәре! Бына бит һин! Һап-Һау килеш...
Сәйет һаман һушын йыйып бөтөрә алмай ине әле. Алдында тынғыһыҙланып өтәләнгән әсәһенә ни тиергә лә белмәйенсә, бер урында тапанып торҙо. Шунан һуң үҙ алдына һөйләнгән кеүек кенә әйтеп ҡуйҙы:
– Мин иҫән-һау ҙа ул, Зөлләбеҙ генә ҡайҙалыр...
Ул арала Йәркиә ҡарсыҡ үҙе ауылдан эйәртеп килгән «ен туйы»н урманға алып керергә йыйына башланы. Бөтөнләй айнып, был донъяға ҡайтып еткән Сәйет уның юлын бүлде:
– Бер ҡайҙа ла бармайһығыҙ!
– Нишләп улай тиһең, балам? – Йәркиә ҡарсыҡ менән Хәйерниса абыстай килеп баҫты. – Сабыйыбыҙҙы нисек тә табырға кәрәк бит...
– Уны эҙләйҙәр инде, әсәй...
– Эҙләйҙәр? Кемдәр?..
– Ә? Кемдәр?
– Хәниә...
– Кем? Хәниә?
– Ҡайһы Хәниә?
– Беҙҙең Хәниәме?
– Беҙҙең Хәниә...
– Ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул?
Халыҡ төркөмө гөжләп ҡуйҙы. Үҙ-ара шыш-быш һөйләшеү китте...
– Әсәй, мин уны ҡаланан барып алып ҡайттым.
– Ҡайһы арала, балам?
– Бөгөн төндә. Ул хәҙер урманда. Мин уға ышанам, әсәй. Тапһа, ул ғына табасаҡ Зөлләбеҙҙе.
– Шулай тиһеңме, улым? Тапһа ярар ине лә һуң... Ни бит... Уны аҡылға еңел тиҙәр ине...
– Әсәй! Ни һөйләйһең һин?! Ошо минутта ла йән үртәп торма әле!.. Хәниә беҙҙең кеүек үк кеше! Юҡ-юҡ, беҙҙең кеүек түгел ул! Ул беҙгә ҡарағанда һәйбәтерәк, изгерәк. Хоҙай уны үҙенә нығыраҡ яҡынайтҡан, шуға ла ул бөтә донъя менән аралаша, донъя менән һөйләшә... Бары шул ғына! Аңланыңмы шуны, әсәй бәғерем?!
Хәйерниса өндәшмәне, башын һалмаҡ ҡына эйеп, күршеләре эргәһенә китте.
Бер ни тиклем тын ҡалып торғандан һуң, Сәйет халыҡҡа йөҙө менән боролдо.
– Эйе, таралышығыҙ! Ташлағыҙ тамуҡ киҫәүҙәрен! Ҡурҡытмағыҙ урмандағы изге рухтарҙы! Хатта һөйләшмәгеҙ ҙә... Был минутта Хәниә тәбиғәт эйәләре, урман рухтары менән һөйләшеп, аңлашып йөрөй...
Халыҡ шым булды. Йәркиә ҡарсыҡ иһә, бер һүҙ өндәшмәй генә, ситкәрәк китеп баҫты. Йәшерәктәр яландың хуш еҫле үләненә һуҙылып ятты, өлкәнерәктәр, ҡулдарындағы уҡлауҙарын, күнәктәрен ҡуйып, таныш доғаларын уҡырға кереште, намаҙ эйәләре намаҙға баҫты...
10
Эҫе йәй көнөндә асыҡ ҡырҙа ҡояш аҫтында ултырыу хәлде алып ҡына ҡалмай, електәрҙе лә һура икән... Урман буйында илаһи тылсым-мөғжизә көтөп тороусы ауыл халҡы бик тиҙ хәлһеҙләнде, әлһерәне. Ул арала төркөм араһында хәрәкәт башланды: кем бейек үлән араһында аунап-тәгәрәп йөрөнө, кем шишмә-инеш эҙләп икенсе яҡҡа китте, һыуһаған ирендәрен алдар өсөн булһа ла, аяҡ аҫтынан еләк күҙләй башланы... Ләкин бер кем дә ауыл яғына ҡуҙғалманы.
Урманға иң яҡын ултырған Йәркиә ҡарсыҡ ҡына уяу. Урман яғынан ишетелгән һәр тауышҡа ул һиҫкәнеп күтәрелеп ҡарай, тәбиғәттең һәр ым-ишараһына һиҙгер...
Сәйет әсәһен машинаһы эсенә индереп ултыртты. Хәйерниса абыстай янына тағы бер нисә ҡарсыҡ кереп ояланы. Бына улар, баштарын артҡа ташлап, серемләп кенә йоҡлап ултыралар... Зөллә менән Сәйет иҫәнлегенә төнө буйы доға уҡып, нәҙер әйтеп сыҡҡандар бит улар.
Ул арала көн төшкөлөккә ауышты. Әсе таңдан йәнде өҙгәләгән ҡоштар тауышы баҫылғандай булды. Үләндәр, сәскәләр ҙә, күләгә эҙләп, ергә баштарын эйҙе...
Ошо бер аҙ илаһи, бер ни тиклем сихри мәлдә беренсе булып Йәркиә әбей тороп баҫты. Сәйет, аҡландағы яңы хәрәкәтте күреп ҡалыу менән, әбей янына ашыҡты.
– Йәркиә өләсәй, бер-бер хәл бармы әллә?
– Сығып килә...
– Сығып килә? Беҙҙекеләрме?
– Беҙҙекеләр...
Йәркиә ҡарсыҡ «һеҙҙекеләр» тимәне. Аңлашыла ла. Был ике көндә Зөллә яҙмышы ла, уға эйәреп киткән Хәниә яҙмышы ла ауыл кешеләренең үҙ яҙмыштарына ҡушылып, берегеп өлгөргән ине.
– Нисәү һуң улар? – Сәйет ни өсөн шулай тип һорау биреүен үҙе лә аңламаны. Уны Йәркиә ҡарсыҡ та аңлап бөтөрмәне, моғайын, «Тағы кемдәрҙе көтәһең һуң һин, ахмаҡ кеше?!» тигән кеүек, ғәжәпләнеп, йәнде үтә сығырҙай булып ҡараны. Ләкин бер һүҙ өндәшмәне. Уның ҡарауы, Сәйет шулай ҙа тынғыһыҙланды:
– Әйт әле, Йәркиә өләсәй, һауҙармы улар? Зөллә бармы? Ә?
– Ана, күренделәр... Бар, үҙҙәренән һора...
Сәйет Йәркиә ҡарсыҡ күрһәткән яҡҡа күтәрелеп ҡараны. Шунда уҡ урмандың алыҫ башында әллә ниндәй бер аҡ тап пәйҙә булыуын шәйләп алды. Кем ул? Хәниә? Әллә берәр сихыр эйәһеме? Шул, шул инде!.. Хәниә! Уның аҡ яулығы... Ә ни өсөн ул яңғыҙы ғына? Зөллә ҡайҙа ул? Ҡыҙы ҡайҙа? Тағын юҡ... Табалмаған... Бар, бар, нимә эшләп ултыраһың, бына бит ул – Хәниәнең ҡосағына менеп ҡунаҡлаған...
Сәйет, үҙен үҙе белештермәйсә, бар көсөнә Хәниәгә ҡаршы йүгерҙе. Уның артынан Ишкилде ауылының бөтөн халҡы ҡуҙғалды... Хәниә лә уны күреп ҡалды, аҙымын ҡыҙыулатты. Ана, уның башындағы аҡ яулығы муйынына шыуып төштө, шуны ғына көткән кеүек, иреккә һыуһаған ҡуйы ҡара сәстәре төрлө яҡтарға таралып китте... Быны күреп, Сәйет аҙымдарын аҡрынайтты, атлай алмаҫ булды, һуңынан бөтөнләйгә туҡтап ҡалды. Зөлләне күтәреп, ел-ел атлап килеүсе Хәниә уның йәшлек йәре, мәңгелек мөхәббәте ләһә! Ул йәшлегендә сәстәрен шулай елбәгәй ебәреп йөрөргә ярата ине. Сәйеттең күңелендә ана шул Хәниәнең яҡты образ-һүрәте ҡалҡты, бер аҙҙан ошо һүрәт алдында йүгерә-йүгерә килеүсе Хәниәнең балҡып торған йөҙөнә барып яғылды, шуның менән бергә матур, гүзәл хистәр булып Сәйеттең күңеленә кире ҡайтты...
Йөҙҙәре, хистәре генә түгел, яҙмыштары, мөхәббәттәре осрашҡан нөктәлә табыштылар улар. Һәм шунда уҡ ҡауыштылар ҙа. Аңдары, рухтары менән ҡауыштылар. Хоҙай бүләге булып тыуған, шуға ла сабый саҡтан ҙур һынауҙарға дуҫар булған бала иһә ошо рухи берлектең, тәбиғи һәм илаһи бәхеттең матур шаһиты ине...
Зөллә Хәниәнең арыған, хәлһеҙләнгән ҡулдарынан атаһының көслө ҡулдарына күсте. Ҡыҙҙың йылмайыуы ике көнлөк урман шауҡымын еңеп килеүсе шатлыҡ нурҙары балҡый ине:
– Атайым... Мин әсәйемде таптым... – Бала шунда уҡ тотлоғоп ҡалғандай булды. Тиҙерәк төҙәтергә ашыҡты. – Әсәйем мине тапты...
Ул, әллә ҡайҙан ғына килеп сығып, тиҙ генә яҡын, ҡәҙерле булып өлгөргән «әсәһе»нә һыйынған килеш, хәлһеҙ ҡулдары менән үрелеп, атаһының муйынына һарылды, һуңынан, бер ҡулын бушатып, ҡабаттан Хәниәне ҡосоп алды.
– Әсәйем...
Сәйет, яңы ғына бәреп сыҡҡан шишмә кеүек илаған күҙҙәрен дә йәшермәйенсә, был ҡәҙерле йәндәрҙең икеһен бер юлы ҡосаҡлап алды, байтаҡ талсыҡҡан, әммә иҫ киткес мөхәббәтле йөрәк тибеп ятҡан күкрәгенә ҡыҫты. Ғәзиздәренең икеһенән дә әскелтем һәм тәмле үлән еҫе, урман, тәбиғәт еҫе, мөхәббәт һәм йәшәү еҫе килә ине...
Ғәлимйән ҒИЛМАНОВ.