Берәй байрам яҡынлашћа, бисә менән бәхәс, тартҡылаш башлана: кемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырырға? Валлаһи, уның да, минең дә күңелдәр тар түгел, күңелдәр ҡола ялан, ә бына бәләкәй габаритле ике бүлмәгә (шул «малометражканы» уйлап сығарған кеше гүрендә үрле-ҡырлы һикерһә ине!) кемде генә саҡыраһың? Дуҫ-иште саҡырһаң, туған-тыумаса ситтә ҡала, ә туғандарҙы ғына саҡырһаң, таныштарҙың хәтере ҡала.
– Был юлы, – тине минең тормош иптәшем аҡыл эйәһе Гөбәҙиә ханым,– фәҡәт туғандарҙы ғына саҡырабыҙ. Дуҫ-иш – бөгөн дуҫ, иртәгә – иш, ә иртәнән һуңға дошман булмаһа ла сит кешегә әйләнә, ә туғандар.... үпкәләшһәң дә, әрләшһәң дә, аҙаҡ барыбер йән тартмаһа ла, ҡан тарта, килешәһең.
– Килешәм, - тинем мин ҡатынымдың тәҡдименә ҡу шылып. – Ал ҡағыҙ, ал ҡәләм, төҙө исемлек.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, был да еңел эш түгел. Һәр кемдең бармағы үҙенә кәкере тигәндәй, ҡатын үҙ яғына ҡайыра, мин үҙ яғыма тартам. Гөбәҙиәнең ҡулбашы өҫтөнән ҡағыҙға ҡарап алам. Уның туғандары ғына түгел, сыбыҡ остары, күпер башында осрашҡандары ла исемлектең түренә менеп ултырған, ә минекеләр иң аҙаҡта ишек төбөндә. Хәйер, минең әллә ни туғандарым да юҡ инде. Дүрт энекәш менән дүрт килен дә, өс апайым менән өс еҙнәм генә. Ә уларҙың ике тиҫтә балаларын иҫәпкә алып тормайым инде...
Минең туғандарыма шундай «ихтирам» булған өсөн асыуым сүпрәле ҡамыр шикелле ҡабара, әллә ҡайҙа боҫоп ятҡан енем ҡуҙғала, әммә хәҙергә йөй белгертмәйем.
– Бөттөңмө? тигән булам, әсе дарыу эскәнлеген һиҙҙермәҫкә тырышып яһалма йылмайған кеше һымаҡ, исемлекте алып.
– Бөттөм буғай, – тигән була Гөбәҙиә бал йотҡан кешеләй сөсөләнеп. – Өҫтәйһе кешеләрең булһа, өҫтә.
– Киреһенсә, – мин әйтәм, – ҡунаҡтар контингентен ҡыҫҡартырға кәрәк, уларҙы коридорға ла, балконға ла ултыртып булмай бит.
Гөбәҙиә килешә, ҡәләмен миңә һуҙа.
– Кем артыҡ, һыҙ. Һин баш, мин - муйын ғына.
Мин, уның һүҙҙәренән дәртләнеп, "эшкә тотонам".
– Апайымдың еҙнәһенең ике туған ҡустыһы Флүрҙе был юлы саҡырмаһаҡ та була, – мин әйтәм. – Ҡыҙып алғас, ҡулдары оҙоная, кеше ҡатындарына һонола башлай. Унан тауыш-ғауға күтәрелә.
Гөбәҙиә бер һүҙһеҙ килешә.
– Мин дә эсемдән шуны уйлап тора инем, – тип ипләп кенә ҡағыҙҙы минән ала. – Әллә һинең Асрар еҙнәңде лә «ҡыҫҡартабыҙмы»? Еңен еҫкәп, һыйыр кеүек, эсә-эсә лә, башын өҫтәлгә ҡуйып, дуңғыҙ һымаҡ хырылдарға тотона.
Өндәшмәйем. Тешемде ҡыҫам. Сөнки уның һүҙҙәрендә нисәлер процент хаҡлыҡ бар. Ауыҙымды йомоп тороуымдан файҙаланып, Гөбәҙиәм осоноп китә.
– Еҙнәнде ҡалдырып, апайыңды ғына саҡырыу килешмәҫ, лутсы Мәфтуха апайыңа ла был юлы әйтеп тормайыҡ.
Мин, ауыз эсемдән генә мығырҙанып, ҡағыҙҙы унан алам, исемлеккә күҙ һалам.
– Әллә һинең әсәйеңдең һеңлеһенең езнәһенең ҡәйнешенә лә хәҙергә «отставка» бирәбеҙме? Эскәнсе ауыҙы ябылмай, тирмән ҡуласаһы кеүек әйләнә лә әйләнә, ә эсеп алғас, бисәһенә бәйләнә. Табыныңдың йәме бөтә, ҡатыны үпкәләп ҡайтып китә.
Гөбәҙиәм исемлекте минән тартып ала. Ҡаштары бер маңлайына һикереп менә, бер йығылып төшә.
– Улайһа, һинең энең Шатморат та «төшөп» кала. Уға тоҙлаған кәбеҫтә ярамай, ашҡаҙанына төйөлә, һимеҙ ит бауырына йәбешә. Хан ҡыҙы һымаҡ, наҙлана, һырлана, нервыға тейә...
Исемлек йәнә минең ҡулға күсә. Инде мин дә ысын ирҙәрсә һөйләшә башлайым.
– Ә һинең кейәүең Хәммәт бер-ике рюмка һемереү менән оятһыҙ анекдоттар һөйләргә тотона...
Исемлекте тағы Гөбәҙиә эләктерә. Өшөп-туңған кешенеке һымаҡ уның ирендәре дер-дер ҡалтырана.
– Ә һинең ағайың Суфиян майлы ҡулдарын һөртөп, ашъяулыҡты эштән сығара, аҙаҡ ҡайнатып йыуып та йүнгә кертеп булмай...
Мин дә бирешмәйем.
– Ә һинен «ғәзиз еҙнәң» бер килгәндә бишәр тәрилкәне ватып китә...
Гөбәҙиәм мейестән яңы ғына тартҡан утлы күмергә әйләнә.
– Ә һинең «һөйөклө һеңлең» үткән килгәндә штораны кәрнизе менән ҡырып төшөрҙө...
Мин өҫтәлгә йоҙроҡ тондорам. Ҙур панелле бәләкәй габаритле өй ҡалтыранып ала.
– Ә һинең мулла бесәйе кеүек йыуаш кейәүең ванна бүлмәһенә кереп...
– Ә һинең...
– Ә һинең...
Икебеҙ ике ултырғысҡа ауа, йөрәктәр күкрәк селтәрен емереп сығып, иреккә ашҡына, алюмин ҡалаҡтарға сут-сут итеп валерианка тама һәм аҙаҡ беҙ ҡара-ҡаршы ултырып, байрамды икәүҙән-икәү генә үткәрәбеҙ. Береһе лә үпкәләмәй. Мин дә, Гөбәҙиә лә ҡәп-ҡәнәғәт.