Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡы йәйғор

Хикәйә

Был хәл булырын бер минут элек кенә белһәм әгәр, телемде ҡыртлата үтә тешләп тә тыйылыр инем... Бары шул ике һүҙҙе ысҡындырмаҫ өсөн генә!..

Тик... һуң инде... һаҡһыҙ һүҙ әйтелде. Тыуған ауылына һирәк ҡайта торған ҡунаҡтар хөрмәтенә әҙерләнгән бик тә мул, бик тә күркәм мәжлестең көйө китте.

Өй тултырған барса туған-тыумасаның бер мәлгә күңеле кителде. Иҙәнгә төшөрөп ебәрелгән алтын биҙәкле сын-сынаяҡ селпәрәмә ватылған һымаҡ... Ғаиләнең ошо ҡәҙерле ҡомартҡыһын мин – йорт хужаһының бер туған ҡустыһы, иң танһыҡ ҡунаҡ – һаҡһыҙ рәүештә еңем менән елпеп төшөрҙөм...

Ап-аҡ ҡына битле, алсаҡ ҡына йөҙлө, тараҡ теше буйламаҫ ҡалын ҡара сәсенә инде шаҡтай уҡ йыш булып мәкерле аҡ ептәр йыбырҙашып йүгергән Гүзәл еңгәм! Ғүмерендә меңәр-меңәр көйәнтә һыу ташыһа ла, ул ғынамы ни, аяуһыҙ замананың иң ауыр йөктәрен тартһа ла, һынын хатта ҡыҙ сағындағы шикелле үк тиерлек, таң ҡалырлыҡ хәлдә һаҡлап, йәше илленән ашыр көнөнә еткергән Гүзәл еңгәм! Мин уның хәтерен был ҡәҙәре лә ҡалдырырмын, тип уйламағайным... «Хәтер ҡалдырыу?» Ю-уҡ, был һүҙ урынлы түгел...

Уның күңел түрендә, бәлки, ошо ғүмере йәшәп, бер кемгә лә әйтергә баҙнаты етмәгән, ю-уҡ, улай түгел, сит ҡолаҡҡа ишеттереп ҡәҙерһеҙләүҙән ҡурҡып, йән урынына һаҡлаған мөҡәддәс сазының иң нескә бер ҡылын, һаҡһыҙ ҡағылып, зыңлатып өҙөүсе булдым, ахыры, мин ошо минутта.

...Мәжлес, тәрбиәле табындарға хас рәүешсә, яй ғына ҡыҙыу яғына бара ине. Өҫтәлде йышлап уратҡан халыҡтан ситтәрәк, ҡунаҡтар һүҙенә ҡушылыу түгел, улар яғына боролоп ҡарарға ла ҡыйыуһыҙланып, ҡараңғыраҡ ерҙә ултырған Заһир – ағайымдың уртансы улы – ни аралалыр тубығына баянын алып, көй һайламаҡ булып, бастар буйлап бармаҡтарын бер-ике мәртәбә әҙәпле генә бейетеп сыҡҡайны инде.

Бына шул аккорд еңелсә гөрләшә башлаған ҡунаҡтарҙы бер минутҡа тын ҡалырға мәжбүр итте, буғай.

...Һәм һыҙылып ҡына күңел нескәрткес моң түгелде. Тик ул баян моңо түгел ине. Уны ишеткәс, киреһенсә, Заһирыбыҙ үҙе бармаҡтарын төймәләрҙән айыра һалды.

Моң, йәйҙең хуш еҫтәрен ташыусы төнгө еләҫлеккә ҡушылып, түрьяҡ тәҙрәнән тыйнаҡ ҡына ағылып инде.

Скрипка моңо ине был. Әллә ҡайҙа – һуғыш йылдарында, беҙҙең балалығыбыҙ, ағайымдарҙың йәшлектәре менән хушлашҡан осоронда, билдәһеҙ берәү тарафынан сығарылып, гөлт итеп бөтә тирә-яҡты ялҡын урынына тиҙ үк ялмап алған мөлдөрәмә һағыш тулы «Ялҡындар» исемле көй ине был. Инде онотолоп уҡ бөткән көйҙән йылдар туҙанын ҡағып, ниндәй скрипкасы оҫта итеп, һыҡтата-һулҡылдата уйнай уны йәйге матур ошо төндә?

Башта мин скрипканың ҡайҙалыр урам ашаһындағы бер өйҙә әле генә тоҡандырылған радиоалғыстан килгәненә шикләнмәнем. Сөнки үҙемде белер-белгәне бирле бөгөнгө көнгә ҡәҙәре ауылыбыҙҙа скрипкасы булғанын хәтерләмәйем. Әүәлерәк ҡурайсылар ҙа бар ине. Гармунсыларҙың бик-бик оҫталары булды. Хәҙер хатта баян һынлы баянды өй һайын тиерлек белгәне-белмәгәне ларылдата. Әммә скрипкасы булманы ла, юҡ та...

Ә шулай ҙа:

Алыҫтарҙа ғәзиз башым

Ерһей ҙә яманһыулай... –

тип уфтана-уфтана шәфәҡтәр батҡан мәлдә иңрәй скрипка яҡында ғына...

Табында ҡунаҡтарын, ғәҙәттә, быуып ҡыҫтарға әүәҫ ағайым, әллә инде ошо моңға әҫәрләнеп, ҡыҫтарға тип асҡан ауыҙын ябырға онотоп, ултырған ерендә ҡатҡан да ҡалған.

Кәрәк сағында ысын ихластан алсаҡ йылмая, бәғзе берҙә уйынсаҡ ҡына мут көлә лә белгән илгәҙәк Гүзәл еңгәм сервизынан алған ҡылансыҡ фарфор ашлауына һалып ҡаҡлаған ҡаҙ килтергән еренән, өҫтәл янына бер аҙым ҡалғас, етә алмай, баҫҡан урынында туҡтап ҡалған. Уның йөҙө әле алсаҡ та түгел, мут та түгел.

Ә уйынсаҡланып-ихласланып, минутына биш һүрәткә инеп торған күҙҙәре – әле торғаны менән шом көтөп тынып ҡалған ҡамышлы ике түңәрәк күл ине...

– Төрөмбәттән килгән Мөхтәр ҡоҙа һыҙҙыра, – тип аңлайыш индерҙе көй тылсымына артыҡ бирешмәгән бер ҡусты кеше. – Фәнис кейәүҙәрендә ултыралар...

Улай-й... Тимәк, йыр радиоалғыстан түгел икән.

Табындағы йәш килендәр араһынан берәүһе белдеклеләнеп:

– Шул төрөмбәттәр әллә ниндәй халыҡ шулар: береһе – шағир, икенсеһе – скрипкасы... – тине.

«Төрөмбәт?! Скрипка?!»

Ә скрипка өҙөлдөрөп йөрәкте бер айҡап алды ла тынды.

Һәм минең телем үҙ ихтыярымдан тыш барыһына ла ишетелерлек итеп ике һүҙ әйтте:

– Ҡышҡы йәйғор...

Ҡапыл Гүзәл еңгәмдең ҡулындағы фарфор табаҡ иҙәнгә төшөп сайраны. Өҫтәл артында ултырғандар һушын йыйғанда, ул мәжлес залында юҡ ине. Минең ҡолағыма уның күкрәк йыртып сыҡҡан: «Аһ!» – тигән өнө салынып ҡалды. Ишеккә йүгергәндә ул битен устары менән баҫҡайны булһа кәрәк.

Иҫ йыйып өлгөргән ике килендәше уның артынан ташланды. Бер зирәге, ирҙәргә сығырға рөхсәт бирмәй, ишеккә арҡыры баҫты...

...Һуғыштың икенсе йылы инде. Ауылда иңдәрҙе иңер төп ауырлыҡтар башланған мәл. Китер ир-ат китеп бөткән тиерлек. Ун етеһе тулғандар үҙ сиратын көтә. Көҙгө кистәрҙә улар йыйнаулашып йырлап уҙа.

...Китәм инде – ҡалаһың...

– тигәнгә оҡшағаныраҡтары йышыраҡ ишетелә улар ауыҙынан

– Бәлки, әле уларҙы быйылға алмаҫтар ҙа... Бигерәк йәштәр бит! – тип тә ҡуялар өлкәнерәктәр йә тегеләрҙең ата-әсәләре, үҙҙәрен йыуатырға теләп.

Тик йырлап үтеүселәрҙең быны ишеткеләре лә килмәй. Уларҙың күңеле күптән яу яланында фашист менән алыша.

Ҡырпаҡ төшкән мәлдә эңер ваҡытында оло урам буйлап йырлап уҙыуҙарға бер оло яңылыҡ өҫтәлде. Өйҙәрҙән барса халыҡ ҡолаҡ ҡарпайтып тәҙрәләргә ябырылды.

Йырлаусыларға скрипка ҡушылғайны.

Был – танһыҡ музыка ине беҙҙең өсөн. Саратскийҙар, тальянкалар бар ауылда, олораҡтарҙың бер нисәүһе ҡурай ҙа тарта; ҡыҙҙар араһында мандолинаны арыу килештереп сиртеүселәр ҙә бар. Ә скрипкасы юҡ ине.

Бына клубҡа йәиһә аулаҡ өйҙәргә йыйнаулап уйнар өсөн инер алдынан эңер мәлендә йырлап үтеүселәргә скрипка ҡушылды. Бик матур итеп һыҙылдырып уйнай ине ул. Йырҙар ул ҡушылыу менән айырыуса моңлоға, айырыуса дәртлегә әйләнде лә ҡуйҙы.

Йәш егеттәргә ҡушылып көҙгө ҡырпаҡта урамға сыҡҡан скрипкасы кем ул? Ҡайҙан килгән ул беҙҙең ауылға?

Быны иң беренсе булып мин белдем. Сөнки ул иң беренсе башлап беҙҙең өйҙән сыҡты, уның уйыны беҙҙең ҡапҡа тапҡырынан башланды.

Йәйғор тигән сәйер исемле егет ине. Исеменең сәйерлегенә артыҡ иҫебеҙ китмәне. Сөнки ул йылдарҙа хатта балаларға ҡушылған Революция, Баррикада, Маузер, Комбайн тигән исемдәрҙе лә ишетергә мөмкин ине. Замана аһәңе. Ун етелә ине Йәйғор. Быйыл ун етеһен тултырып, башҡалар менән бергә «Китәм инде – ҡалаһың»ды йырлап, кистәрен урам ҡыҙырыусыларҙың береһе – минең ағайым уға «гадук» тип өндәшә.

Йәйғор бынан бер аҙна элек кенә Төрөмбәттән килгәйне. Ул быйыл йәйгә ҡаршы район үҙәгендә унынсыны тултырған икән дә беҙҙең ауылға аҙ белемле өлкәндәрҙе уҡытырға ебәргәндәр. Ниндәй ауыр һуғыш осоро булыуға ҡарамаҫтан, шуныһын да онотмайҙар, бер уйлаһаң.

Өлкәндәр уҡытыусыһы Йәйғорҙо беҙгә фатирға ҡуйҙылар. Урта буйлы, мыҡты кәүҙәле, тырпай шырт сәсле, шешмәгерәк ҡабаҡлы, ҡыҫыла биреберәк торған ҡара күҙле, бырҫлаҡ ҡуңыр битле егет ине ул.

Килеп төшөү менән эшкә тотоноп китте Йәйғор. Ҡултығына папка ҡыҫтырып, көнө буйы ауыл буйлап йөрөп сыҡты. Үҙенең буласаҡ уҡыусыларын барланы, белем кимәлдәрен һынаны, бөгөн кистән үк башлап мәктәпкә килергә саҡырҙы.

Уҡытырға барасаҡ тәүге кисен йәш уҡытыусы Йәйғор бик дәртләнеп, бик тулҡынланып көттө. Икеһе бер иштән булған пинжәк-салбарын бик яҡшылап үтекләне. Уҡытыуға китәсәк өлкән улдарына ата-әсәһе яңыраҡ ҡына этеп-төртөп йүнәтеп биргәндәрҙер инде. Минең ағайға ундай эләккәне юҡ әле.

Күлдәге, күрәһең, берәү ине. Уны ул оло яҡтан шаршау менән бүленгән ҡаҙанлыҡ араһына индереп, йәшереп кенә яғаһын таста һабынлап сайҡап алмаҡсы булғайны. Әсәйем, шунда уҡ һиҙеп ҡалып, ай-вайына ҡуймай, тартып алды. Үҙе йыуып, йәһәтләп үтек менән баҫтырып, киптереп кейҙерҙе.

Тик тәүге һабағына ыҫпайланып, дәртләнеп сығып киткән уҡытыусы Йәйғоробоҙ төн урталарында үтә лә төшөнкө ҡайтып, ағайым янына менеп ятты.

Уҡыусылары йыйылмаған. Иртән ул йәнә лә ауыл буйлап йөрөргә сығып китте. Ахыры, өлкәндәр үҙҙәренә кәңәш иткәндәрҙер: Йәйғор башҡаса уларҙы кис мәктәпкә саҡырып ыҙаламаны, көнө буйы өйҙән-өйгә һабағын биреп йөрөргә керешеп китте. Бик тырыш, бик ныҡыш уҡытыусы, тип шунда уҡ маҡтап һөйләй ҙә башланылар.

Фанерҙан бөгөп, ялтыр йәшелгә буяп, ҡулдан ғына яһалған сумаҙанын бер аҙна эсендә асты ла япты ул. Тик шул уҡ фанерҙан эшләнгән, тик ҡыҙылға буялған оҙонса икенсе ҡумтаһына бер ҙә ҡағылманы. Уныһы ағайым менән икәүһе йоҡлай торған киң ағас карауат башында стенала элеүле торҙо.

Һәм бына бөгөн кис беренсе башлап асылды ул. Йәйғор унан нескә билле ялтыр лаклы скрипкаһын сығарып яурынына терәп алды ла таныш оҙон көйҙәрҙе бик матур итеп һыҙа башланы. Моңло көйҙәр скрипкала тағы моңлораҡ, һағышландырғысыраҡ булып сыға икән дәбаһа.

Әсәйем, ҡаҙан яғынан сығып, яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртөп алды. Атайым, бер һүҙ өндәшмәй, байтаҡ тыңлап ултырғас ҡына:

– Вәт, һин уны, ә, һөнәрле баланың!.. – тип һоҡланды ла йәнә телдән ҡалды.

Өйҙә аҙ һүҙле булды Йәйғор. Күбеһен ағайым менән ятҡас бышылдашалар. Скрипкаһын алғас та, маңлайы йыйырылыулы ҡалды йәш егеттең, тик шешмәк ҡабаҡлы күҙҙәрендә төпкә йәшерелгән дәрт осҡоно гөлтләп тоҡанды.

Йәш скрипкасы өйҙө тарһынды, моң дүрт стена араһына ғына һыйып тора алманы. Ағайым менән Йәйғор ҡапҡаны шығырҙатып асып сыҡтылар һәм бөгәсә таңдамы, иртәгәме ҡар төшәсәк, тип көтөп ятҡан туң ерҙе туҡылдата баҫып атланылар.

Беҙҙең өйҙән арыраҡ киткәс, скрипка ҡыҫҡараҡ, беҙҙең ҡолаҡҡа танышыраҡ көйҙө башланы. Ағайым шунда уҡ уға ҡушылды:

...Китәм инде – ҡалаһың...

Өйҙәрҙән берәм-һәрәм сыҡҡан һындар уларға ҡушыла тора, йыр тилберерәк яңғырай. Скрипка уның һайын дәртлерәк һыҙа. Ауылдың арғы башынан әйләнеп килгәндә ҡушылып йырлаусылар төркөмө ғәҙәттән тыш ҙурайғайны. Скрипка, йәш елкенсәкте өйҙәренән магнит һымаҡ һурып сығарып, үҙе янына уҡмаштыра тора.

Ун алты-ун ете йәшлектәр клубҡа боролдо. Һалам башлы булһа ла, ауылдағы иң ҙур оҙонса йорттоң тәҙрәләрендә тоноҡ ут барлыҡҡа килде. Шунда ғына өйҙәрҙән сығып, унда берәмләп-икешәрләп ҡыҙҙар йүнәлде. Шунда ғына өлкәнерәк ағайҙар, еткән ҡыҙҙар йыйылған ергә барырға беҙ, ун өс-ун дүрт йәшлек ҡырҡмыштар, хоҡуҡ алдыҡ.

Бөгөн йылыраҡ кеүек ине – клуб эсе һалҡынса. Барса нәмә йәнләнгәндәй. Тауыштар ҙа яңыса – яңғырауыҡлы. Иҫке уйындар яңырып киткәндәй. Иҫке клуб үҙе йәнләнеп киткән кеүек хатта. Уға өр-яңы моң инде.

Йәйғорҙың теле асылып китмәне. Сырайы ла әүәлгесә етди ҡалды. Тик ул түрерәк мөйөшкә баҫып алды ла уйнаны ла уйнаны. Бейеү көйө лә уйнаны, әйләнеп уйнағанда таҡмаҡтарға ла бик оҫта ҡушылды. «Наказ» һымаҡ уйындар уйнағанда үҙенә ҡушып йырлатты ла. «Фәлән көйҙө уйна әле», – тип олораҡтар айырым үтенһәләр, уйлап та, минут көттөрөп тә тормай, шунда уҡ рухланып һыҙҙы ла ебәрҙе. Гармунға ла бик оҫта ҡушарланы. Мең көй беләлер ул, былай булғас!

Олораҡ апайҙар – һуғыштағы улдарын уйлап, йәш килендәр – йә һуғышып йөрөгән, йә инде ер ҡуйынында булған ирҙәрен юҡһынып, өҙлөкһөҙ күҙҙәрен һөртәләр, хатта түҙемдәре етмәй, күршеләренең яурынына баштарын боҫороп, үкһеп-үкһеп тә алалар.

Икенсе көнөнә лә шулай булды. Уҡытыусы көнө буйы өйҙән-өйгә йөрөп һабағын бирҙе, йәш кенә көйө колхоз бригадиры булған ағайым үҙенең һанап бөтөргөһөҙ ҡырылмаһа-ҡырҡ эше менән ферма, ҡура тирәһендә зыҡ ҡубып йөрөнө.

Беҙгә аралаш ағайымдан бер генә йәшкә кесе Гүзәл апай ниндәйҙер йомош менән ингеләп сыҡты. Мин ул ингән һайын шатланам: ауылдағы иң сибәр ҡыҙ ҡайҙалыр ағайым менән тап булышып, йылмайып-уйынсалап бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшеп торғанда, рәхәтлектән күңелем елкенә, клубта Гүзәлдең ағайым менән әйләнеп бейегәнен күргәндә, түбәм күккә тейә. Сөнки мин ошо Гүзәл апайға ғашиҡмын. Сөнки мин Гүзәл апайҙың, ағайымдың кәләше булып, беҙҙең өйгә төшкән көнөн еткерә алмай күҙем тона. Мин уны икенсе берәй егеткә әүрәп китмәгәйе тип, көнләшеп, уның артынан тотамлап йөрөйөм. Юҡ, юҡ, эшкә лә, төҫкә лә ауылда бер булған Гүзәл апай бары әллә ни арала уҫлаптай бейек, яурынтаҡ булып киткән минең бригадир ағайымдыҡы ғына булырға тейеш!

Гүзәл көндөҙҙәрен эше араһында ҡыйғас ҡашын сөйөп, ҡояштай балҡып килеп ингәнендә, әсәйемдең дә йөҙө асылып, алһыуланып китә. Тегеһе шунда уҡ көйәнтә, силәктәрҙе үҙ өйөндәге кеүек ҡыйыу рәүештә шылтыратып ала һалып, өҙә баҫып шишмә яғына сығып киткән сағында, күп тә тормай, зифа һынын уйнаҡлатып, силәктәр ауырлығынан рәхәт сиккәндәй, юрғалап тыҡрыҡтан килеп ингәндә, унан күҙен ала алмай, сихырланғандай, түр тәҙрә алдында баҫып тора.

Эйе, олоғайған көнөндә өйгә төшөр беренсе киленде зарығып көтә әсәйем. Һыуға барып:

– Уф, билем!.. – тип ыңғырашып ҡайтҡас, атайым:

– Үҙең тупырҙатып малай тапҡас ни... – ти.

Юҡ, әсәйем өйҙә гел ир балалар ғына булыуына көйгәнгә оҡшамай.

– Йорт иркен, тәгәрәшеп үҫһендәр. Барыһына килен алһаҡ та һыйырлыҡ, – тип ебәрә. Һыуға барғанында ул килен килер көндө еткерә алмауына уфтана. Асылда, биле ауыртҡанға ла оҡшамай. Ул килен теләй. Тик ул да теләһә ниндәйен түгел, тап минең кеүек, бары урам ашаһынан ошо сибәр ҙә, уңған да, илгәҙәк тә Гүзәл апайҙың ғына төшкәнен теләй. Көнсөлләнеп Гүзәл апай артынан күҙәтә, сосайып уның хаҡында һүҙ аулай. Берәй апай мут ҡына итеп берәй нәмә килеп шыбырҙаһа, йөҙө ялтлап, яулығын ҡолағы артына күсереп сөйә һалып, самауырҙы шылтыратып һөйрәп ала. Уҫлаптай бригадир егет хаҡында ла, ауылда бер булған сибәр хаҡында ла, уларҙы бер итеп тә һүҙ тиҙ йөрөүсәндер инде. Әсәйемдең дә был арала рәхәт итеп серле йылмайыуҙан ауыҙы йыш йырыла, берәй апай хәбәр менән ингәндә самауыр йышыраҡ шылтырап һөйрәп алына...

Ҡыш башының ҡыҫҡа көндәре бына шулай үтә. Ә кисен һәр кем үҙ эшенән ҡайтып тамаҡҡа ашағас, был арала айырата дуҫлашып киткән өлкәндәр уҡытыусыһы Йәйғор менән бригадир ағайым ҡапҡаны шығырҙатып асып сығалар. Скрипка дәртле итеп өр-яңы көйҙәрҙең береһен һыҙҙырып ебәрә. Уға әүәҫ ҡушылып йыр күтәрәләр.

Эйе, һуғыш йылдарында береһенән-береһе моңло көйҙәр айырыуса күп сыҡты. Әлеге шул «Ялҡындар» тиһеңме, «Ҡоштар кеүек», «Дим-дим», «Рамай» тиһеңме... «Сәрмән»де әйтеп тораһы ла юҡ инде – олоһоноң да, кесеһенең дә теленән төшмәне. Күптәре бер-ике йыл йырланды ла онотолдо. Ҡайһы берҙәрен әле лә йырлап-йырлап ебәрәләр...

Киске уйындарға, аулаҡҡа йыйылырға әүәҫ беҙҙең ауыл йәштәре. Тик унда уҡытыусылар йөрөмәй. Улар бары клубтағы тантаналы ултырыштарға, спектаклдәргә, концерттарға ғына сығалар. Гармуны булғаны халыҡ алдында концертҡа ҡатнашып сәхнәнән генә уйнай, мандолинаһы ла шулай итә. Ҡалған ваҡытта уҡытыусылар гармунды үҙ өйөндә генә уйнай, мандолинаны өйҙә генә аулаҡлап сиртә.

Шулайҙыр. Уларға ауыл йәштәре ыңғайына көн дә уйынға сығыу килешмәйҙер. Урам буйлап гармун тартып йырлап йөрөү йәки аулаҡ өйгә барыу хаҡында уйлайһы ла юҡ. Уҡытыусы халыҡ алдында абруй һаҡларға тейеш.

Тик өлкәндәр уҡытыусыһы Йәйғор был яҙылмаған ҡанун менән үҙен сикләмәне. Урам буйлап скрипкаһын күтәреп, йәштәрҙе эйәртеп сығып китте. Ауылдың әле был башында көр булып һыҙылды моңло ҡылдар, арғы башта шымыраҡ, әммә уйсаныраҡ төҫтә ишетелде. Торараҡ, йәштәр клубҡа тубырҙашып барып тулғас, баштан алып ахырғаса уйнаны скрипка; инәлтеп тормай, нәҙегерәк оҙонса бармаҡтарының бер минутҡа ла арығанын һиҙҙермәй уйнаны ла уйнаны Йәйғор. Клубта уйнап туйғас, оҙон төндәрҙе ҡыҫҡартыр өсөн йәштәр бер-береһе менән ымлашып, үҙ-ара һайлашып, шым-шым ғына аулаҡ өйҙәргә таралғанда ла ҡалманы скрипкасы Йәйғор.

Был уҡытыусының ошолай ауыл йәштәре менән аралашыуы, хатта башлыҡтары булып әүерелеүенән абруйы, бәҫе төшәлер, тип бер кем дә уйламаны. Төшмәне лә ул. Сөнки бик йәш ине.

Бәлки, өлкәндәр уҡытыусыһын халыҡ ысын уҡытыусы итеп тә ҡарамағандыр.

Шулай бер ай уҙҙы, икенсе айы башланды. Ауылдың оло урамы арҡыры быйыл иртәләгән һырынтылар ятты. Ҡайҙандыр ялан яғынан – Төрөмбәттән килгән Йәйғор көнө буйы бер һырынтыға менеп, икенсеһенән төшөп, өйҙән-өйгә аҙ белемлеләрҙең белемен арттырырға тырышып, һабаҡ биреп йөрөүендә булды; урамдарҙа эңер ҡараһы хөкөмөн йәйелдергәс, һырынтыларға артыла-артыла, скрипкаһын иңрәтә-һулҡылдата ауыл буйлап йырға әүәҫ йәш-елкенсәкте эйәртеп китте.

Беҙҙең ауылда кешене ҡушаматһыҙ оҙаҡ йөрөтмәйҙәр. Ҡушамат йә нәҫелдән килеп кешегә тыумыштан тағылған була, йә берәй ҡылығына ҡарап, үҫә төшкәс сәпәлә. Сәпәлә һәм, тапҡыр әйтелһә, ғүмерлеккә ҡупмаҫлыҡ булып йәбешә.

Клубта бер кисен айырыуса күп уйнаны скрипкасы Йәйғор, күберәген боронғо оҙон көйҙәрҙе уйнаны, айырыуса моңло уйнаны, йәшенең дә, олоһоноң да, ир-егеттең дә, ҡатын-ҡыҙының да күҙе-ҡолағы унда ғына булды. Йәштәрҙең күңеле бөгөн ниңәлер күмәк уйындарға тартманы. Әллә өлкәнерәктәр күп булғанға: Йәйғор-уҡытыусынан һабаҡ алыусылар күбәйгәндән-күбәйеп, уйынға йыйыла башлағайны.

Үҙенән-үҙе Йәйғорҙоң яңғыҙ концерты төҫөн алды бөгөнгө кисә.

Бер көй туҡтап, икенсеһе башланмаҫ арала ат ҡараусы сатан Ниғмәтйән ағайҙың һоҡланған тауышы ишетелде:

– Харап бит, был егеттең ҡулы тылсымлылыр. Исемен дә белеп ҡушҡандар икән шул. Балҡый бит! Йәйғор булып нур уйната!..

Шунан һуғыштың башындараҡ тол ҡалып, йөрәк яраһы иртәрәк уңалған Гөлбәғиҙә еңгә бер көлөп алды ла мут ҡына әйтеп ҡуйҙы:

– Йәйғорон – йәйғор ҙа бит. Балҡыуы ғына бар шул. Беҙ меҫкендәргә йылыһы тәтемәй. Хас ҡышҡы селләлә ҡалҡҡан йәйғор.

Тол бисәләр, билдәренә төртөшөп, йә еңелсә генә бер-береһенең беләген семтешеп аҫтыртын шырҡ-шырҡ көлдөләр.

Көлһөндәр. Тол ҡатындар гел уфтанып, балауыҙ һығып ҡына ултырырға тейеш тип кем закон сығарған?

Тик шул көндән ун ете йәшлек ҡунаҡ егеткә – өлкәндәр уҡытыусыһы скрипкасы Йәйғорға «Ҡышҡы Йәйғор» тигән ҡушамат елемләп сәпәгәндәй йәбеште лә ҡуйҙы.

Булһын. Хурлыҡлы ҡушамат түгел бит. Хатта исеме менән ҡатыш. Шуныһы ғына әҙерәк хәтер ҡалдыра: һалҡын ҡушамат. Хас та ҡояш ҡолаҡланған сатлама һыуыҡ ҡыш көнөн хәтерләтә.

Ҡышҡы Йәйғор!

Балҡый, әммә йылытмай. Юҡ, мин быға ҡаршымын, йылыта уның музыкаһы, таш йөрәктәреңде лә иретер ҡайнарлыҡҡа эйә Йәйғорҙоң уйнауы.

Ҡышҡы Йәйғор!

Бәлки, тол еңгәләрҙең үҙ ҡарашы барҙыр... Уларға музыка йылыһы ғына етеп тә бөтмәйҙер...

Скрипкаһы үтә талымһыҙ булһа ла, йәйғор килгән көнөндәгесә баҫалҡы егет булып ҡалды. Һүҙсәнләнмәне, әрһеҙләнмәне ул. Йөҙөндәге һалҡынса етдилеккә самаса ғына мөләйемлек өҫтәлә төшһә төшкәндер. Хәйер, башҡаларға нисек булғандыр, ул миңә тәүҙәгегә ҡарағанда шаҡтай матурайғандай күренде. Мин уны ныҡлап яратып өлгөргәйнем.

Беҙҙең ауылға килеп Ҡышҡы Йәйғор ҡушаматы тағылыуға дусар булған скрипкасы Йәйғорҙоң үҙ өйөбөҙҙә тороуына, яратҡан ағайым менән яҡын дуҫтар булып китеп, бер карауатта быш-быш серләшеп йоҡоға китеүҙәренә ысын-ысындан ғорурлана инем мин.

Бер кистә тиерлек телдәрҙән-телдәргә күсеп, бар ауыл ҡабатларға керешкән Ҡышҡы Йәйғор тигән ҡушаматына ла артыҡ иҫе китмәне. Шуны ишеткәс, башҡа ваҡыттарға ҡарағанда, тауышланыбыраҡ та, һуҙыбыраҡ та бер көлдө лә – вәссәләм, башҡаса быға бер мөнәсәбәтен белдермәй, кистән тәфсирләп канифолләгән ҡылдар менән скрипкаһының ҡылдарын, әле йөрәк пәрҙәләрен айҡап, йәиһә бейергә төшмәйенсә түҙә алмаҫлыҡ дәртле итеп һыҙҙы ла һыҙҙы.

Ҡыҙҙар күп беҙҙең ауылда. Был заманда билдәле инде – егеттәргә ҡытлыҡ. Тик байтаҡ ваҡыт үтһә лә, Йәйғор ағай уларҙың береһенә лә айырып күҙ һалманы шикелле. Оялсан да түгел ул, әммә баҫалҡы. Тик баҫалҡы егет тә, берәйһенә өҙөлөп ғашиҡ булһа, берәй төрлө әмәлен табыр ине. Бәләкәй ауылда был хәл сәғәтендә-көнөндә кешеләргә мәғлүм булыр ине.

Тик сабыр күңелле был егет, бөтә хисен скрипка моңдарына һалып, бар ҡыҙҙарыбыҙға ла бер төҫлө ҡарап, уларҙың уйынға һыуһаған күңелен ҡандырыуға бар ихласлығын, бар оҫталығын һалып, үҙе яңғыҙ йөрөй бирҙе.

Юҡ, ул бик үк телдән ҡалған әҙәм дә түгел һымаҡ. Ағайым менән һуңға ҡалып киске уйындан йә аулаҡтан ҡайтып ятһалар, тотоналар шыбыр-шыбыр... бышылдарға. Улар ауыҙынан үҙемә таныш еткән ҡыҙҙар исеме лә йыш-йыш ишетелеп ҡала. Гүзәл апай исемен ағайым әйтһә, миңә рәхәт булып китә. Ә бына, күпме яратһам да, Йәйғор ағай ауыҙынан барыбер әйттерге килмәй.

Йәйғор үҙе айырым берәүгә бер хисен дә белдермәне. Бик кәмгә ҡуйғанда ла ярты ауыл ҡыҙы ғашиҡ ине уға. Тол апайҙар тотошо менән ғашиҡ ине. Был иғтибарлыраҡ ҡараған бер генә күҙҙән дә йәшерен түгел ине. Күҙҙәрен айырып ала алмауҙарынан, тәрән көрһөнөүҙәренән, уның скрипкаһына бейергә әүәҫ ырғып төшөүҙәренән, мөлдөрәп ҡыйып ҡарап, алдында оҙаҡ-оҙаҡ бөгөлә-һығыла тыпырҙап тороуҙарынан... Һылтаулы-һылтауһыҙ үтә наҙлы итеп өндәшеүҙәренән... Хатта теге үҙҙәренә йылылыҡ күрһәтмәгәс, ҡылтымланып:

– Эй, шул Ҡышҡы Йәйғорҙо!.. – тип ирендәрен матур ғына турһайтып, ситкә киткән булыуҙарынан... Беҙҙең өйҙә ағас карауат тапҡырында элеүле торған скрипка ҡумтаһы эсендә килке-килке күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр сигелгән ҡулъяулыҡтарҙың, кершәндәй аҡ мамыҡ бирсәткәләрҙең әллә ни тылсым көсө менән бер кемгә һиҙҙермәй инеп ятҡан булыуынан...

Бөтәһе лә ғашиҡ күҙҙәре менән ҡарай ине уға һәм хатта... Гүзәл апай ҙа... Ағайымдан башҡалар күҙ һалыуынан да мин үлеп көнләшкән Гүзәл апай ҙа...

Клубта мин һәр саҡ унан күҙемде айырып ала алмайым... Ә ул электән вәғәҙә ҡуйышҡан ағайым менән әүәлгесә күҙ һирпешеп ала ла, ҡарашындағы йылы нурҙарҙы Ҡышҡы Йәйғорға йүнәлтә. Үҙебеҙҙә булған бер аулаҡта ла мин шуны һиҙгәндәй булдым. Үҙе ағайым янында һике ҡаҙнаһында ултыра, үҙенең күҙҙәре скрипкасы Йәйғорҙа...

Шул ҡәҙәрле көнләшәм... Хатта көндөҙ әсәйемә берәй ярҙам күрһәтергә тип ингәнендә лә Гүзәл хәҙер ағайым өсөн түгел, ошо Йәйғорҙо тағы бер күрергә тилмереп, һылтаулап ингәндер төҫлө тойола. Хатта тейер-теймәҫкә уға һыртым менән торам.

Тик ағайым менән өлкәндәр уҡытыусыһы Йәйғорҙоң дуҫлығы нығығандан-нығый барҙы. Тик Йәйғор үҙе Гүзәлгә айырып ҡына бер ишара ла яһаманы. Ағайымдан башҡа мин теләһә кемдең күҙенән ҡурсалап йөрөгән Гүзәл апайым яғынан да бер төрлө ым күренмәне. Моғайын, ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигән һымаҡ, бер миңә генә шулай тойолғандыр.

Өс ай эшләне беҙҙең ауылда Төрөмбәт егете Йәйғор ағай. Өс ай кис һайын тиерлек уның скрипкаһы ауылдың әле был башында күңелле һыҙҙырҙы, әле алыҫлашып, яманһыулатып ишетелде. Өс ай толдарҙың күҙ йәшен һөрттөрҙө. Өс ай ҡыҙҙарҙың наҙлы ҡараштарын үҙенә тартып торҙо. Өс ай клуб иҙәндәрен һындырырлыҡ итеп тыпырҙатты уның дәртле бейеү көйҙәре.

Шунан ағайыма, уның йәштәштәренә һәм улар менән бергә өлкәндәр уҡытыусыһы Йәйғорға ла повестка килде...

Ҡояш тирәһенә, ысынлап та, ҡышҡы йәйғор ҡалҡҡан һалҡын февраль көнө ине. Туғандары, һөйгән йәрҙәре менән хушлаштылар. Саналар ҡуҙғалды. Шуларҙың береһенә, атҡа артын ҡуйып, кашауайының күсеренә ултырып алған Йәйғор кершәндәй аҡ бирсәткә кейгән көйөнсә көйҙәренең иң моңлоһон, күңелдәрҙе иң нескәрткесен һыҙҙы. Ауыл осонда скрипка тауышы һуңғы моңон һипте лә ишетелмәҫ булды...

«Гадуктар» етәү китте. Ауылға өсәүһе ҡайтты. Улар араһында ағайым да булыуы ниндәй шатлыҡ! Ә ҡалғандары үлемесле алышта ауған. Беҙҙең ауылға өлкәңдәрҙе уҡытырға тип килеп, бөтә йәш-елкенсәктең йөрәген иләҫ-миләҫ килтереп, скрипка моңо менән барса йөрәктәрҙе өс ай эсендә айҡап, хистәренең аҫтын өҫкә килтереп китергә, үҙе лә Ҡышҡы Йәйғор тигән һис бер мыҫҡылһыҙ ҡушамат алырға өлгөргән егет ни беҙҙең ауылға, ни Төрөмбәтенә әйләнеп ҡайтманы...

Мин һаҡһыҙ әйткән ике һүҙҙән йөрәгенә әллә ни булған Гүзәл еңгәм бик тиҙ арала тынысланып, ҡунаҡтар тулы залға кире сығып, һый-хөрмәт күрһәтеүен дауам итергә үҙендә көс тапты.

Тик ул уйсан ине хәҙер. Хатта уның алсаҡ булырға тырышып өндәшкән тауышынан да төптән килгән һағыш ишетелә.

Утын-һыуын кисеп, түшен орден, миҙал менән тултырып ҡайтҡан, һөйгәне менән ҡауышып бына утыҙ йылдан ашыу бәхетле ғүмер кисергән ағайым уйсан.

Ҡунаҡтар уйсан.

Йәй уртаһының төнгө хуш еҫтәре менән ҡушылып, урам ашаһынан ағылып ингән скрипка моңо хәтәр йылдар төпкөлөнән килгәндәй ине беҙҙең иләҫләнгән күңелдәргә...

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ.

1977

Читайте нас