Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Етемлек - әсе ғазап

...Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға бер нисә йыл ҡалғанда ғына хисапсы Хәмит менән уҡытыусы Разияның ҡыҙҙары тыуа. Өс малайҙан һуң көттөрөп кенә донъяға килгән сабыйын улар әллә ни итеп тора. Атай кеше бигерәк тә ярата уны.– Әсәйемде бөтөнләй тиерлек хәтерләмәйем. Һуғыш сығасаҡ йылдың ҡышы аҙағында һыуыҡ тейҙереп, апрель айында, миңә өс йәш тулыр-тулмаҫ элек вафат булған. Томан араһында ғына кеүек итеп, ат арбаһына һалып, кемделер ишек алдынан алып сығыуҙарын, үҙемдең уға ынтылып илауымды ғына хәтерләйем. Кемдер мине күтәреп, өйгә алып инде, ҡулыма тәмле генә ризыҡ тотторҙо, шикелле. Ныҡлап иҫ белә башлағанда атайым һуғышҡа киткәйне. Ул, беҙҙе ҡараулы булһын типтер, әсәйемдең үлеменә 40 көн үтеү менән күрше ауылдан Хәлимә тигән ҡатынға өйләнгән. Күршеләрҙең әйтеүе буйынса, әсәй иҫән саҡта бик илаҡ, мыжыҡ бала булғанмын. “Әллә юғалтырыңды белдең инде”, – тигәйнеләр. Аҙаҡ, уның үлеменән һуң илауҙан туҡтағанмын, иртәнән кискә тиклем ситән буйына сепрәктән тегелгән ҡурсағымды ҡосаҡлап тик ултырғанмын.

Ҡөрьән ашы табыны тамам булғас, аллы-гөллө кейенгән матур инәйҙәр яйлап ҡына, әммә бер булып урындарынан ҡуҙғалды. Һәр береһе матур һүҙле, мөләйем булһа ла, әллә ниңә Рәмизә инәйҙе яҡын күрәм. Артыҡ аралашып йәшәмәйбеҙ, тик бер урамда йәшәгәс, ошондай ҡунаҡтарҙан, йыйылышыуҙарҙан ситтә ҡалдырған юҡ. Һәр саҡ матур кейенгән (ысын булһа, өс ҡыҙы ай һайын берәр күлдәк бүләк итә, тиҙәр), 80 йәштә лә беленер-беленмәҫ биҙәнеп алған көйәҙ инәй бәхетле ғүмер кисерә. 60 йылдан ашыу ғүмер иткән бабайы Әхәт менән тиң ҡартайып, һаман да икәү иҫәнлектә донъя көтәләр. Йорт-ихаталары ныҡ, ҡараулы, етеш. Ҡыҙҙары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә юғары белем алып, ғаилә ҡороп, матур урындарҙа эшләй. Затлы машиналарҙа ҡайтып йөрөйҙәр, әбей менән бабайҙы йылына ике тапҡыр шифаханаға алып баралар. Бик тә бәхетле ҡартлыҡта йәшәгән был парға һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡуйырлыҡ. Былтыр урамыбыҙ әҙерләгән “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамына әҙерләнгән саҡта, инәйҙең үҙенә үк: “Эй инәй, үҙемә лә, нәҫел-нәсәбемә лә һеҙҙеке кеүек бәхетле тормош теләйем”, – тип әйтә ҡуйҙым.

– Тәүбә тиген, балаҡайым. Мин күргәндәрҙе Аллаһы Тәғәлә бер кемгә күрһәтмәһен, – тигән яуапты ишетеп, аптырашҡа ҡалдым. Шунда ул миңә үҙенең тормош юлын, дөрөҫөрәге, бала сағын бәйән иткәйне. Шул көндән алып мин бәхетле ҡартлыҡ кисергән матур инәйҙе түгел, ә өс тапҡыр етем ҡалып, наҙ-һөйөү күрмәй үҫкән ҡыҙсыҡты йәлләп, йөрәгем һыҙлай.
...Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға бер нисә йыл ҡалғанда ғына хисапсы Хәмит менән уҡытыусы Разияның ҡыҙҙары тыуа. Өс малайҙан һуң көттөрөп кенә донъяға килгән сабыйын улар әллә ни итеп тора. Атай кеше бигерәк тә ярата уны.
– Әсәйемде бөтөнләй тиерлек хәтерләмәйем. Һуғыш сығасаҡ йылдың ҡышы аҙағында һыуыҡ тейҙереп, апрель айында, миңә өс йәш тулыр-тулмаҫ элек вафат булған. Томан араһында ғына кеүек итеп, ат арбаһына һалып, кемделер ишек алдынан алып сығыуҙарын, үҙемдең уға ынтылып илауымды ғына хәтерләйем. Кемдер мине күтәреп, өйгә алып инде, ҡулыма тәмле генә ризыҡ тотторҙо, шикелле. Ныҡлап иҫ белә башлағанда атайым һуғышҡа киткәйне. Ул, беҙҙе ҡараулы булһын типтер, әсәйемдең үлеменә 40 көн үтеү менән күрше ауылдан Хәлимә тигән ҡатынға өйләнгән. Күршеләрҙең әйтеүе буйынса, әсәй иҫән саҡта бик илаҡ, мыжыҡ бала булғанмын. “Әллә юғалтырыңды белдең инде”, – тигәйнеләр. Аҙаҡ, уның үлеменән һуң илауҙан туҡтағанмын, иртәнән кискә тиклем ситән буйына сепрәктән тегелгән ҡурсағымды ҡосаҡлап тик ултырғанмын. Әсәйемде юҡһыныуым көслө булғандыр инде, яңы ҡатын беҙҙе, донъяны күрергә тип кенә килгән булған. “Әсәй!” – тип үкһеп илап, барып ҡосаҡлағанмын. Йомшаҡ күңелле булғандыр инде, ҡыҙ килеш кенә 40-ҡа етеп барған дүрт балалы тол иргә кейәүгә сығырға ризалашҡан. Ҡаҡманы, һуҡманы, беҙҙе матур ҡараны. Һуғыш ваҡытындағы аслыҡ-яланғаслыҡ йәнде ҡаҡшатһа ла, бала сағымдың иң бәхетле мәлдәре шул булған икән. Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйгә: “Ризыҡты, кейемде тәләфләмә, һуғыш ауыр һәм оҙаҡ буласаҡ”, – тип әйтеп ҡалдырған. Һүҙен тотто: самалап, әммә көн һайын ашарлыҡ ризыҡ булды. Әҙерләгән майҙы хөкүмәткә тапшырабыҙ, үҙебеҙгә айыртылған һөт кенә ҡала. Башҡалар көндөкөн көнгә эсеп тора, ә әсәй яртыһын ҡатыҡ итеп әсетә лә, ҡорот эшләй. Ҡояшҡа киптереп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Йәй көнө буйы эштә йөрөүгә ҡарамаҫтан, кискә табан беҙҙе эйәртеп ҡырға алып сыға. Кесерткән, балтырған  йыябыҙ ҙа киптерәбеҙ. Ҡыш көнө ыумасҡа ҡушып ебәрһәң, туҡлыҡлыраҡ була ине. Үлән сәйе лә булды һәр ваҡыт. Туйғансы ашамаһаҡ та, йән аҫрарлыҡ ризыҡ көн һайын ашҡаҙанға төшөп торҙо.
Атай һуғыштан иҫән-имен генә әйләнеп ҡайтты. Колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Аслыҡ-яланғаслыҡ булһа ла, күңел бөтөн. Ауыл тулы етемдәр ҙә ярты етемдәр. Ир-ат бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Хәҙерге аҡылым булһа, Аллаһы Тәғәләнән шул бәхетемдән айырма, тип көнө-төнө һорар инем дә бит...
1949 йылдың көҙөндә үкһеҙ етем ҡалдыҡ. Районға эш менән сыҡҡан атайға әсәй ҙә эйәргән – йөклө булған икән, табипҡа күренергә барған. Ҡараҡтар атҡа ҡыҙышҡан булған да, ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн тәүҙә – атайҙы, шаһит булмаһын өсөн аҙаҡ әсәйҙе үлтергәндәр. Ваҡыт үткәс, енәйәтселәрҙе табыуын таптылар, хөкөм иттеләр ҙә бит, үлгәндәр генә кире ҡайтмай шул.
Өлкән ағайым Рәшит 20 йәштә ине, төндә күрмәүе (“тауыҡ күҙ” тиҙәр) арҡаһында әрмегә бармай ҡалды. Димсе диңгеҙ кисерә, тигәндәй, йәш егетте, туғандарыңды етем итмә, ҡарашырға иптәш булыр, тип тиҙ арала үҙенән һигеҙ йәшкә оло ҡатынға өйләндерә һалып та ҡуйҙылар. Ирҙәргә ҡытлыҡ заман бит, ни хәл итәһең. 
Ғәлиә еңгә барыбыҙға ла ҡаты булды. Ун йәшлек мине генә түгел, егет ҡорона инеп барған ике ағайымды ла туҡмарға күп һораманы. Артыҡ һүҙ әйтергә лә, аҙым яһарға ла ҡурҡып ултырылды. Ә берәй эште еренә еткереп эшләмәһәм, көнө буйы ашатмай ултыртып ҡуя ине. Яҙға табан утын бөткәс, 14 йәшлек Марат ағайымды урманға ебәрҙе. Кискә табан буран сығып китте лә, әҙерләгән ағасты түгел, санаһын да һөйрәрлек хәле булмай, ағайым саҡ ҡайтып инде. Яһил еңгәй быны белгәс, өйҙән ҡыуып сығарҙы ла, ишекте бикләне. Таңға тиклем күршеләрҙең һыуыҡ мунсаһында ултырып, һыуыҡ тейҙереп, үпкә сиренән китеп барҙы ағайым. Йыуаш холоҡло Рәшит ағай еңгәйгә бер ваҡытта ла ҡаршы һүҙ әйтмәне. Бар асыуын араҡы менән баҫты. Ә ул эскән һайын Ғәлиә еңгәй беҙгә көс төшөрҙө.
Күрше ауылдан медицина курстары бөткән Мөнирә исемле бер ҡыҙ эшкә килде. Бәхетемә күрә, уртансы ағайым  Фәйзи уның менән дуҫлашып китте. Ҡауышһалар, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине, тип ҡуям. Тик ағайымды әрме хеҙмәтенә саҡырттылар. “Рәмизәгә күҙ-ҡолаҡ бул инде, уның хәҙер бер кеме лә ҡалманы”, – тип ул Мөнирәгә минең күҙ алдында әйтте. 
Атайымдар иҫән саҡта алған кейем бәләкәсәйә башлағас, уҡыуҙы ташларға тура килгәйне. Сөнки тишек-тошоҡ пәлтә менән көн һайын дүрт саҡрым араны үтеп, күрше ауылға йөрөп булмай. Ғәлиә еңгәй фермаға эшкә китһә, уның иҫке быймаһын эләктерәм дә, Мөнирә апай янына бальнисҡа йүгерәм. Ул миңә сохари менән сәй эсерә, үҙҙәренә ҡайтып килгән сағы булһа, май яғылған икмәк тә эләгә. Һөйләшеп, Фәйзи ағайҙың яҙған хаттарын уҡып, көлөшөп ултырабыҙ ҙа, ҡабат ҡайтып китәм. Бер көн килгәндә ул миңә көтөлмәгән тәҡдим яһаны:
– Рәмизә, мине үҙебеҙҙең ауылға эшкә күсерәләр. Йөрөп эшләүе ауыр, фатирға ла түләп торорға кәрәк. Етмәһә, унда әсәйем яңғыҙы. Шуға ризалыҡ бирҙем. Әйҙә һин дә беҙгә күс. Беҙҙә йәшәрһең, мәктәпкә барырһың. Әсәйем дә риза. Бер уҡытыусынан һораштым, һин етем бала булараҡ, ай һайын пенсия алаһың икән. Быға тиклем ул Ғәлиә еңгәңә килгән, шуны үҙеңә юллап алһаң, кейенерлек, уҡыу кәрәк-ярағы алырлыҡ аҡсаң да булыр.
Ризалаштым да, алам-һалам булһа ла әйберҙәремде тейәп, Мөнирә апайҙарға күсеп барҙым. Ғәлиә еңгәй биш-алты тапҡыр килеп яу ҡуптарып йөрөп алды. Беренсенән, бер-бер артлы тыуған өс балаға күҙ-ҡолаҡ булған кеше кәрәк ине уға. Икенсенән, пенсия аҡсаһын үҙемә юллап алғас, тере аҡсаһыҙ ҙа ҡалды бит. Ул мәлдә колхоз аҡса түләмәне, барса халыҡ трудодень менән көҙ йыйыласаҡ бойҙайға эшләне. Ә Мөнирә апайҙарҙа рәхәт ине: кис һайын миңә дәрес әҙерләргә ярҙам итә, шәл бәйләргә өйрәтте. Мин унан ауырыуҙарҙы дауалау тураһында һорашам. Дарыуҙарҙың исемен ятлап бөттөм, укол һалырға ла өйрәндем. Төндә саҡырыу булһа, иптәшкә йөрөй инем. Бер шулай балта менән яңылыш аяғына сапҡан ирҙең яраһын бәйләргә ярҙам иттем. Ҡурҡыу ҙа булманы ул, шулай кәрәк, тип эшләп тик торҙом. “Һылыуым, һиңә мотлаҡ медицина училищеһына уҡырға инергә кәрәк. Күптәр ауырыу күрһә ҡурҡа, нимә эшләргә белмәй ҡаушай. Ә һин барыһын да булдыраһың. Фәйзи армиянан ҡайтһа, өсәүләшеп Өфөгә күсербеҙ ҙә, һин дә, мин дә уҡырбыҙ”, – тип Мөнирә апай күңелемә ҡанат ҡуйҙы.
Тик был хыял да тормошҡа ашмай ҡалды. Ағайым Владивостокта хеҙмәт итә ине, унда беҙҙең яҡтан эшкә барған бер сыуаш ҡыҙы менән танышып, әүрәп китеп, өйләнеп ҡуйҙы. Ике йылдан ашыу уны яратып көткән, улай ғына ла түгел, һеңлеһен ҡараған, тәрбиәләгән Мөнирә апайҙың кисерештәрен уйлап та бирмәне. Ә ҡыҙ уға ныҡ рәнйене. Бер аҙна буйы урынынан тормай илап ятты. Нисек йыуатырға белмәй, мин дә иланым. “Рәмизә, асыуланма, башҡаса бергә йәшәй алмайбыҙ. Яҙмыш ҡосағына ташламайым, интернатҡа уҡырға урынлаштырам. Бынан һуң һеҙҙең ғаилә менән бөтөнләй аралашҡым килмәй. Өйләнеүе менән мине юҡҡа сығарҙы, кеше алдында хур итте!” – был һүҙҙәр аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итһә лә, уға рәнйемәнем. Хыянаттың нисек икәнен аңлай инем.
Шулай итеп, 15 йәшемдә өсөнсөгә етем ҡалдым. Күңел ҡатты, кешегә эйәләп китеп, уны юғалтыу ниндәй ҡайғы килтергәнен аңлайым бит инде. Интернатта ла йәшәү еңелдән булманы: төрлө ерҙән килгән етем балалар нисек тә көн итер өсөн йәбешеп ята ине. Ашар ризыҡты, уҡыу кәрәк-ярағын һаҡлап һуғышырға ла өйрәндем. Әҙәбиәт дәресен ярата инем, уҡытыусыбыҙ педагогия училищеһына уҡырға барырға өгөтләй башланы. Кем белә, бәлки, уҡыһам, ҙур кеше лә булып китер инем – интернатта һәйбәт уҡыған класташтарым аҙаҡ дәрәжәле урындарҙа эшләне. Ә минең күңелгә өй йылыһы, ғаилә етмәй ине. Һәр ваҡыт изге күңелле, мине үҙ ҡыҙылай күрерлек әсәһе булған егеткә кейәүгә сығырға хыялландым. Ә иремдең нисек булырын күҙ алдына ла килтерә алманым, тип әйтер инем, ағайымдарға ҡарап, эсмәһен һәм күңелде ҡалдырырлыҡ хыянатсыл булмаһын, тип теләй инем. Егеттәр менән танышам да, дуҫлашмаҫ борон уҡ ата-әсәһе тураһында һораша башлайым. Аптырап ҡалалар ине.
Бала саҡ бәхетем булмағанғалыр, Аллаһҡа шөкөр, артабанғы тормошом матур һәм тигеҙ барҙы. Әхәт ағайың менән урамда танышып киттек. Институтҡа тәүге имтиханды биреп сыҡтым да, яҡындағы паркта ултырам. Яныма бер егет килеп ултырҙы. Йылмайып ҡараған була. Мин дә йылмайҙым. Заводҡа эшкә урынлашырға килгән дә, документтары теүәл булмағас, ниәте тормошҡа ашмаған.
– Ата-әсәйең, өйөң бармы? – тип һорайым.
– Бар.
– И-и, булғас, нимә тип ҡалала эшләйем тип йөрөйһөң ул? Йәшә рәхәтләнеп улар янында. Ҡәҙер-хөрмәт ит, үҙең улар иғтибарында бул, – тип үҙемдең яҙмышымды һөйләп бирҙем. Бер аҙ ултырғас, туңдырма алып ашатты, киноға инеп сыҡтыҡ. Әллә йәлләнеме мине, әллә тәү ҡараштан шулай ғашиҡ булдымы – Әхәт иртәгәһенә үҙҙәренә барып ҡайтырға саҡырҙы.
Шул тиклем тәүәккәл дә, аңһыҙ ҙа булғанмын инде – яңы танышҡан кешегә эйәреп сыҡтым да киттем. Шул килеүҙән ҡалдым да, 61 йыл инде йәшәп ятам. Бәхет орлоҡтарым ошонда һибелгән икән. Ҡәйнәм аптырап ҡалһа ла, бик йылы ҡабул итте. Килен, тигән һүҙе булманы уның, ҡыҙым тип кенә торҙо. Әхәт тә, ҡайным да һәйбәт булды. Бер-бер артлы ҡыҙҙар тыуҙы, уларҙы үҫтереүгә ейән-ейәнсәрҙәр китте. Бәхетлемен, шөкөр. Тик бала саҡтағы етемлек тойғоһо һаман да бер үкенес, әрнеү булып йөрәкте һыҙлата. 
Рәшит ағайым эсеүе арҡаһында иртә вафат булды, Фәйзи ағайым ғүмерен ер аяғы – ер башы булған Сахалинда үткәрҙе, ҡәбере лә шунда ҡалды. Ике тапҡыр ғына ҡайтып китте ул тыуған яғына. Ярай, ейәндәребеҙ бер-береһен табышып, интернет тигән нәмә аша булһа ла аралаша. Ә әсәйем кеүек яҡын күргән Мөнирә апай аҙаҡтан данлыҡлы табип булып китте. Уҡытып йөрөнө вафатына тиклем. Үҙе кеүек ҙур кешегә кейәүгә сыҡҡан, тинеләр. Тик бер нисә тапҡыр ҡунаҡҡа саҡырып хат яҙып ҡараным, яуап булманы. Рәхмәтлемен уға, көн һайын уның яҡты рухына бағышлап доғалар ҡылам. Атайым, Разия һәм Хәлимә әсәйемдәр менән бергә.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас