Ҡайтыу
Булатты көҙгө ҡараңғы төндә ҡайтарып ташланылар. Ике һалдат эйәрткән йәш кенә лейтенант, хәрби кейемдәге табип ҡатын, военкомат вәкиле, тағы әллә кемдәр, арты ябыулы хәрби машинанан оҙон, килбәтһеҙ носилканы һөйрәп сығарҙылар ҙа, бәрелә-һуғыла ишек алдына, унан өйгә йүнәлделәр. Өйҙәгеләр төшөнөп өлгөргәнсе, носилканы төптәге түшәк эргәһенә ҡуйып, әсәйгә – һалдат ҡапсығы, атай кешегә күк төргәк тоттороп сығып та киттеләр. Фәүзиә менән Тимерйән, бер-береһенә ҡарашып, йәнһеҙ, хәрәкәтһеҙ ятҡан носилка эргәһендә аптырап баҫып ҡалдылар. Шул ваҡыт төпкө бүлмәнән ҡыҙҙары Гөлназ килеп сыҡты. Күҙҙәрен ыуа-ыуа:
– Нимә булды, әсәй? Кем килде? – тип һораны.
Фәүзиәгә ошо һорау ғына кәрәк булған икән. Ул ҡараштарын яй ғына ҡыҙынан иҙәндә ятҡан носилкаға күсерҙе һәм, быуынһыҙ булып, шул носилкалағы йәнһеҙ улы өҫтөнә һығылып төштө.
– Улы-ы-м!.. Үлтерҙеләрме ни?..
Уның артынан Тимерйән теҙләнде. Иң аҙаҡ тулыһынса уянып еткән Гөлназ Чечняла хәрби хеҙмәттә булған, ике ай элек хаты килеүҙән туҡтап бөтә өй эсен тынғылыҡтан мәхрүм иткән ағаһына килеп ябырылды...
Тыуған нигеҙ
Булат, өйҙәренә ҡайтып ингәнсе, нисек ҡаршы алырҙар икән тип өҙгөләнде. Былай ҡайтырмын тип яңылыш та уйлағаны булманы шул. Бынан ике ай элек кемдер: «Ярым үлек хәлеңдә ҡаса-боҫа ҡайтарып ҡуйырҙар әле», – тиһә, уның боғаҙына барып йәбешер ине, моғайын. Ҡайтаралар икән шул.
Тап ике ай элек Булаттың тормошо утлы һәм аһлы йәһәннәмгә әйләнде. Уның бөтә тәне, быуындары, тәнендәге һәр күҙәнәк, һуғышҡа протест белдергән кеүек, мәңгелеккә хәрәкәтһеҙ ҡалдылар. Юҡ, үлмәне улар, бары тик йәшәүҙән баш тарттылар. Ниндәй генә дауаханаларҙа ятманы ул, ниндәй генә табиптар ҡараманы уны, әммә Булат күҙҙәрен шарҙай итеп ята бирҙе. «Шарҙай» тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Уның аңы, зиһене эшләй, күҙ алмалары йүгереп тора, ҡараштарында бер генә бөртөк, бәлки, һуңғы бөртөк, нур, тимәк, өмөт тамсыһы емелдәй.
Бына шундай хәлдә ул ата-әсәһе ҡаршыһына килеп баҫты. Баҫманы, ятты... Алыҫ юлдан ҡайтҡас, уның хәле бер сама ине, әммә ул, ҡапҡанан инеү менән, һулышы иркенәйеп, йөрәгенең ярһыбыраҡ тибә башлауын, тәненең ниндәйҙер бер сихри көскә, энергияға тулыша барыуын тойҙо. Булат ҡараңғы солан аша өйгә үткәндә айырыуса ныҡ тойҙо ул еҫте. Өйҙәре еҫен, тыуған нигеҙ еҫен. Был еҫ ниндәйҙер әйбер еҫе генә түгел. Унда соланға индереп тултырылған ашлыҡ еҫе лә, тарттырыр өсөн йәйеп ҡуйылған муйыл еҫе лә, мөйөш һайын ҡыҫтырылған бөтнөк, мәтрүшкә, әрем еҫе лә, ярты өйҙө алып торған мейес еҫе лә, унда бешкән икмәк еҫе лә, икмәк алғас тәгәрәтелгән картуф еҫе лә... Тағы... тағы китап еҫе! Өй алдындағы кәштәгә теҙелеп, аҡ шаршау менән ябылып ҡуйылған улар. Армиянан ҡайтҡас, Булат юристлыҡҡа уҡырға инмәксе ине... Шуны уйлап, бик күп китап йыйҙы. Хәҙер уларҙың кәрәге сыҡмаҫ инде. Ә?! Тағы йыуып, ҡояшта киптереп, төрөп ҡуйылған таҫтамал еҫе лә бар был тыуған нигеҙ еҫендә. Булат һәр йыл һайын ауыл һабантуйында көрәшә, бүләкһеҙ ҡалмай ине. Һуңғы өс йылда ла батыр ҡалды. Уҙған йылда ғына бил бирҙе. Баш батыр булып күршеләге Сикәле ауылынан Дилүс исемле егет ҡалды. Булат дөрөҫлөк яулап ҡына йөрөмәне – Дилүс уны хәрәмләшеп, аяҡ салып еңде... Дилүс... Дилүсте ул тағы Чечняла осратты... Военкоматтан уҡ бергә китергә тейештәр ине. Булат нисек тә уның менән бер часта булмаҫҡа тырышты, башын иҫәргә һалып, бөтөнләй башҡа командаға яҙылды. Ләкин Хоҙай Тәғәләне алдап булмай шул. Бәндәне һынайым тиһә, барыбер һынай ул. Ярты йыл Һамарҙа әҙерлек үтеп, Ханҡалаға барып төшһә, унда уны, ауыҙ йырып, шул Дилүс ҡаршы алмаһынмы!
Бер полкта, хатта бер ротала хеҙмәт иттеләр. Йыш ҡына бергә рейдтарға, «зачистка»ларға сығалар ине. Тегеһе нисек кенә йылышмаһын, Булат уны үҙенә лә, күңеленә лә яҡын ебәрмәне. Взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итеүсе Булат аҫтыртын, хәйләкәр Дилүскә, ай-һай, кәрәк булғандыр шул. Ҡайҙандыр урланған тушенкалар менән һатыу итеп тотолғас, йүгереп килеп еткән. Ул ваҡытта, ысынлап та, ҙур бәләнән ҡотҡарып, яҡлап ҡалды уны Булат. Яҡташ тигән булды, ярар бер юлға, тине, бер тотолғас, аҡылға ултырмаҫмы, тине.
Ултырманы... Иман үҙгәрә, холоҡ үҙгәрмәй, тиҙәрме әле? Был шундай осраҡ ине. Ә бер ваҡытта... Был юлы инде уларҙың һуҡмаҡтары ныҡлап киҫеште һәм шунда уҡ мәңгегә айырылышты ла...
Туҡта! Етте һиңә! Тыуған йортоңа ҡайтып инеү менән шул иманһыҙ йән эйәһе хаҡында уйлап ятмаһаң... Нигеҙеңде рәнйетеп... Ата-әсәйеңде рәнйетеп... Сафтың сафы булған Гөлназды рәнйетеп... Ана улар – өс бөртөк йән киҫәге – Булат эргәһендә теҙләнгәндәр ҙә хәләл йәштәрен түгәләр. Ә, юҡ, атаһы иламай. Ул асылмаҫҡа төйнәлгән кеүек йоҙроҡтарын тубығына ҡуйған да тамам аптырап ҡатып ҡалған. Нимә уйлай ул? Уйлаймы һуң ул? Әллә ҡарғай ғынамы? Һуғышты, ул һуғышты башлаусы ил башлыҡтарын, шайтан ҡотҡоһона бирелгән сәйәсәтселәрҙе, бүре өйөрө ҡанундары менән йәшәүсе хәрбиҙәрҙе ҡарғаймы? Юҡ, ҡарғамайҙыр ҙа... Ҡарғай белмәй Булаттың атаһы. Эшләй генә белә. Йылдың-йылы, ал тимәй, ял тимәй, баҫыуҙан ҡайтып кермәй бит ул. Ғүмере буйы ер һөрөп, иген игеп, үҙ көсө менән көн күреп йәшәгән кеше ҡарғай белмәйҙер шул. Ә бына әсәһе... илай-илай ҡарғайҙыр... Ана бит ул нисек өҙгөләнә... Булат ҡына бер ни эшләй алмай. Йөрәк артында ғүмер барлығын иҫкәртеп тороусы берҙән-бер йән шаһиты булған күҙҙәрен алартып тик ята...
– Нишләттеләр минең улымды?! Нишләт-те-лә-ә-р?.. Имгәтеп ҡайтарҙылар би-и-ит... Харап иттеләр бәғер итемде-е... – Фәүзиә үҙе илай, үҙе Булаттың тәнен ҡапшай, аяҡһыҙ балаҡ, ҡулһыҙ ең эҙләй... Һәм ҡул-аяҡтарҙың урынында булыуын аңлап, бер мәлгә һиҫкәнеп китә, хатта, илауҙан туҡтап, малайының тере, әммә үтә лә һағышлы күҙҙәренә төбәлә. – Балам, һинең бар ерең дә иҫән-һау бит?.. Нишләп тормайһың, нишләп ҡуҙғалмайһың инде? Бик арыныңмы? Һуғышты хәтәр тиҙәр бит, арырһың да шул... Ярар-ярар, ят, ят... Ятып хәл ал... Бөтә ерең дә иҫән-һау бит, Хоҙай ҡушһа, шәбәйерһең әле... Хәл дә инер, аяҡҡа ла баҫырһың... И-и, балаҡайым, бер ҙә борсолма, күҙҙәрең күргәс, йөрәгең типкәс, ҡалғанын әсәйең үҙе ҡарар, йәме...
Чечен Булат
Әсәһе нисек кенә ҡараһа ла, тәрбиәләһә лә, Булат икенсе көндө лә, өсөнсө көндө лә аяҡҡа баҫа алманы. Хатта теле лә асылманы уның... Элеккесә хәрәкәтһеҙ булып, ауылға ҡайтҡас балҡыбыраҡ киткән, әммә моңһоулығын юғалтмаған күҙ алмаларын төрлө яҡҡа тәгәрәтеп, әсәһенең йомшаҡ түшәгенә сумып ята бирҙе. Гөлназ уның эргәһенән бер аҙым да китмәне, хатта дәресенә лә барманы, буғай... Әсәһе лә эштән китте, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, атаһы шунда уҡ йөпләп алды. «Мин эшләгән дә етер, әбей, һин Булатты аяҡҡа баҫтыр, минән үтенес шул», – тине. Булаттың һалдат ҡапсығынан сыҡҡан хәрби форманы кейем элгесенә урынлаштырып, төптәге стенаға, ундағы шамаил рамы эргәһенә элеп ҡуйҙы. Аҙаҡ күк төргәктән сыҡҡан орден менән миҙалды шул форма түшенә беркетте, һуңынан, турамы-түгелме тигән кеүек, ситкә китеп ҡарап торҙо...
Булат быларҙың барыһын да күреп ятты. «Ни эшләйһең һин, атай! – тип әйткеһе килде уның. – Ни эшләп эләһең уларҙы? Ни эшләп Ҡөрьән сүрәләре янына эләһең? Һуғышып, кеше ҡанын ҡойоп алынған бүләктәр бит улар... Элмә, атай!» – тип әйткеһе килде. Тик әйтә алманы. Ул телһеҙ ине, өнһөҙ һәм ымһыҙ ине. Шуға күрә ҡаршы стенала эленеп торған хәрби формаға һәм уның йәнәшәһендәге ғәрәп яҙыуына көндәр буйы ҡарап ятырға мәжбүр булды. Башта уҡ уйлап ҡуйҙы: ҡасан да булһа теле асылһа, Хоҙай Тәғәлә, исмаһам, бер һүҙ әйтергә мөмкинлек бирһә, иң элек, был доғалыҡҡа нимә яҙылғанын һораясаҡ ул...
Булат ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк кеше инә башланы. «Чечен Булат ҡайтҡан» тигән хәбәр бөтөн ауылға таралған булып сыҡты. Беренсе булып ауыл фельдшеры Сәкинә апай килеп керҙе. Был мөләйем, еңел ҡуллы, йомшаҡ телле апайға кисә үк яҙыу килгән булған, был яҙыуҙа һуғыштан яраланып ҡайтҡан Булат Ғимазовты дауаларға, уға күҙ-ҡолаҡ булып торорға ҡушылған.
– Эй-й, Булатҡайым, һине ҡарайһы-нитәһе юҡ икән. Бөтә ерең дә имен. Тик, нишләптер, бөтә ерең дә йоҡлай һинең... Бында минән бер ни ҙә тормай, Хоҙай Тәғәлә менән һинән генә тора, Булатҡайым, – тип һөйләнде, аҙаҡ, кискеһен тағы инергә булып, ашыҡ-бошоҡ йыйынды ла сығып китте.
Бер аҙҙан Аҡ әбей инде. Ҡыҙыҡ әбей. Булат уны күпме белә, ул һаман шул килеш. Тамсы ла ҡартаймай. Ире һуғышта үлеп ҡалғас, бүтән кейәүгә сыҡмаған. Ғүмер буйы колхоз фермаһында быҙау ҡараған. Хәҙер абыстай булып йөрөй. Аҡ әбей шау-шыуһыҙ, тыныс ҡына инде лә, Булаттың аяҡ осона ултырып, доға ҡылды, аҙаҡ шулай тауыш-тынһыҙ ғына сығып та китте.
Аҡ әбей сығып китеүгә, класташы Хәлим күренде, ул да, ишек төбөндә бер аҙ тапанып торғас, ут ҡапҡандай китеү яғын ҡараны. Аҙаҡ күршеләге Миңнисәттәй ишектән башын тыҡты:
– Мөмкинме, күршеләр?
Мейес артында бешеренеп йөрөүсе Фәүзиә, алъяпҡысына ҡулдарын һөртә-һөртә, зал яғына сыҡты ла, аҡланған кеүек:
– Бына Булатыбыҙ ҡайтты бит әле, – тип ҡуйҙы.
– Ишеттем, ишеттем, йоҡлай тип тә ишеттем...
– Күҙҙәре ап-асыҡ килеш йоҡлай шул, Миңнисәттәй.
– Күҙҙәре тере, улайһа... Былай булғас, бер терелә ул, Фәүзиә килен, күҙҙәр улар – йән хәбәрсеһе.
– Күҙҙәре күрә, тамағынан аш үтә, кеше эшләгән бөтә нәмәне лә эшләй, ә бына тороп китә алмай. Берәр им-том менән дә ҡуҙғатып булмай микән, ә, Миңнисәттәй?
– Ауыр ауырыу был, ҡыҙым. Ауырыу ҙа түгел ул. Ауырыуҙы дауалап, имләп, өшкөрөп була. Ҡурҡынған уның тәне. Ҡурҡынған да үҙенең бөтә белгәнен онотҡан... Һай, һуғыш, һуғыш, ҡәһәр генә һуҡһын шул һуғыш суҡмарҙарын!.. Бер һуғыр, һуҡмай ҡалмаҫ...
– Аптырағандан ғына әйтеүем, асыуланма, Миңнисәттәй. Һин был эш менән бер аҙ булыша инең бит. Им-том менән, тиеүем.
Миңниса әбейҙән һуң да тағы әллә нисә кеше инде. Ләкин Булаттың уйҙары гел күрше әбей тирәһендә булды. «Ауырыу түгел, тәне генә ҡурҡынған» тиме? Ә бит ул дөрөҫ әйтә. Булаттың тәнендә бер йәрәхәт тә юҡ. Булғаны ла күптән төҙәлеп бөттө.
...Булат беренсе миҙалын уҡ хәләл ҡанын түгеп алды. Чечняға килеп төшөүҙәренә бер аҙна ғына ине әле. Булатты, тағы бер нисә кешене ҡала ситендәге блокпосҡа билдәләнеләр.
Беренсе төндә үк мәхшәр ҡупты. Төрлө яҡтан ата башланылар. Хатта өҫтән дә, аҫтан да аталар һымаҡ ине. «Федерал»дар ҙа аптырап ҡалманылар. Бейек таш стеналарға уйылған тар тишектәрҙән яуап уты астылар. Әммә дошманды күреү мөмкин түгел ине. Ҡайҙа тура килә, шунда ата торғас, патрондар бөтә башланы. Төнгө ун икелә миналар яуырға тотондо. Булат бынан һуң да күпме атыш күрҙе, үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашты, әммә был тиклем мәхшәрҙе күргәне булманы. Төнгө күктән һыҙғырып килеп төшкән миналар, риүәйәттәрҙә генә була торған, Иблискә атылған утлы таштарҙан бер ҙә кәм түгел ине.
Ханҡаланан саҡыртылған вертушкалар ҡайҙалыр юғалдылар. Был тиклем ҡараңғы һәм томанлы төндә осоп йөрөүе уларға ла рәхәт түгелдер шул. Яҡындағы частан сыҡҡан группа ла засадаға эләккән, юғалтыуҙар күп, ти.
Мина төшөп, ике һалдат үлде. Ҡанлы кәүҙәләр күргәс, «духтар» (йәш һалдаттар) күңеленә ҡурҡыу керҙе. Блокпостағыларға башлыҡ итеп ҡуйылған өлкән лейтенанттың ҡаты яраланғанын ишеткәс, был ҡурҡыу тағы ла көсәйҙе.
Булат баштараҡ бик ныҡ ҡаушаһа ла, тора-бара өйрәнде. Кеше тамуҡ ғазабына ла өйрәнә, тиҙәр бит. Ҡысҡырып-ыңғырашып ҡан эсендә ятыусы яралыларға ла, үлемгә лә күнегә икән был бәндә тигәнең. Бер нисә һорауға ғына яуап таба алмай интекте ул: «Нишләп улар бында? Ни ҡалған уларға бында? Был фажиғәләрҙең берәй мәғәнәһе бармы? Кем өсөн түгелә был ҡан? Кем өсөн был ҡорбандар? Нимә бәрәбәренә? Нимәгә? Нимәгә? Нимәгә...»
Төнө буйы атыштылар. Ҡаршы яҡ бер аҙ ял итеп алды ла тағы утын көсәйтте. Ныҡ ҡына яҡынайҙылар, ахыры. Таныш түгел телдә һөйләшкәндәре лә ишетелеп ҡала хатта. Һүгенеүҙәре генә русса...
Булат төшөнә башланы: хәҙер «чехтар» (чечендар) һөжүмгә күсәсәктәр. Ана, атышыу бер аҙ баҫылғандай булды. Тимәк, һөжүм алдынан көстәрен барлайҙар. Был юлы ҡаршы тора алырҙармы, юҡмы? Һөжүм ситтән атышып ятыу ғына түгел. Ҡан күп түгеләсәк, үлем күп буласаҡ... Булат төнгө атыштан томалана башлаған зиһенен бөтә көсөнә эшләтә башланы. Беренсе көндө үк йәне ҡыйылыр микән ни уның? Ғәрлек бит был! Өйҙә ни уйларҙар? Йөҙөм ни уйлар? Беренсе һуғышта уҡ бирешкән бит, тиер. Яратаһы ла ҡалмаған, тиер... Юҡ, былай булмай. Ниҙер ҡылырға кәрәк.
Шунда Булаттың күҙе блокпост уртаһындағы соҡорға йәшерелгән БТР-ға төштө. Мина эләгеп, ул бер яҡҡа янтайған, ғәрипләнеп ҡалған. Шулай ҙа, уға тейәлеп, бер нисә саҡрым ғына үтергә булалыр. Иң мөһиме, нисек тә оло юлға сығырға кәрәк, унда инде «вертушка» тейәп алып китәсәк...
Булат оҙаҡ уйлап торманы, тимер машина өҫтөнә менеп тә баҫты, механик кабинаһына төшөп, ҡабыҙырға ла тотондо.
Тимер өйөмөнә йән инеүгә, ер аҫтынан сыҡҡан кеүек, яралы ҡулын елкәһенә аҫҡан сержант килеп етте.
– Ни эшләйһең һин, салага?! Төш бынан, инәңде шулай итәйем!
– Яралыларҙы, үлектәрҙе эскә тейәһендәр, аяҡтағылар өҫкә ҡунаҡлаһын, бынан тиҙерәк тайырға кәрәк, юҡһа...
– Нимә, ҡурҡтыңмы? Бар, баҫ стена буйына! Марш!!!
– Сержант, аҡылыңа кил, ярты сәғәттән бер ни ҙә ҡалмаясаҡ бында. Үҙем алып сығам, ей Богу! Яртыбыҙ ҡырылды, патрондар аҙ, бер генә юл ҡала – сигенергә! Сержант!
– Ярай, ышандырҙың, машинаны әҙерләй тор, мин егеттәр менән һөйләшеп киләм.
Атыш тағы көсәйҙе. Егеттәр таш стена артына гранаталар һелтәй башланылар. Бер нисә граната был яҡҡа төштө. Былай булһа, бер аҙҙан һуңғы һигеҙ кеше лә әжәл ҡулына күсәсәк. Ауыр яралыларҙы күптән БТР-ға тейәп ҡуйғандар, иҫәндәр ҡапҡа төбөнә йыйылған. Уның ҡапҡа тип әйтерлеге лә ҡалмаған – пуляларҙан, мина ярсыҡтарынан теткеләнеп бөткән...
Булат та яраланды. Пуля янбашын һыҙырып үтте, әммә зыянлы түгел, ахыры. Ҡыҙыулыҡ менән ауыртыу ҙа һиҙелмәй. Һуғышта ауыртыу, әрнеү тигән әйбер юҡ икән. Унда еңеү менән еңелеү генә бар...
Ниһайәт, тәүәккәлләнеләр. Сержант ҡулын иҙәүгә, иҫән ҡалған һигеҙ егет дәррәү БТР-ға менеп ҡунаҡланылар. Шуны ғына көтөп торған Булат һуғыш машинаһын үкертә-үкертә хәрәкәткә килтерҙе һәм тышҡа – ҡараңғы төн эсенә алып сығып китте.
«Чехтар» быны көтмәгәндәр ине. Блокпост эсенән ут сәсеп БТР килеп сыҡҡас, бер аҙ ҡаушап та ҡалдылар, ахыры. Улар айнып өлгөргәнсе, БТР ап-аруҡ алыҫ киткән ине инде.
Шулай иҫән ҡалдылар. Булатҡа – миҙал, өлкән лейтенантҡа – орден, сержантҡа отпуск бирҙеләр. Был һуғыштан һуң Булат бер ай тирәһе госпиталдә ятты. Пуля эске ағзаларын да йәрәхәтләгән булған икән. Ниһайәт, бер нисә операция кисергән Булатҡа «Годен» тигән яҙыу тотторҙолар, яңы хеҙмәткә билдәләнеләр. Был юлы «дес»тарҙы (десантниктарҙы) тәьмин итеү группаһына эләкте. Һуғышта яраланып, миҙал алған Булатты «духтар»ға башлыҡ итеп ҡуйҙылар. Бына шул саҡта һалдат бутҡаһын туйғансы ашарға тура килде уға. Тағын ғибрәт – штабтағы бер «шакал» (офицер): «Мосолмандарҙы командир итеп ҡуйырға ярамай», – тип ҡаршы төшһә лә, комбат үҙенекен бирмәгән. «Миңә хет шайтан булһын, һәйбәт кенә һуғышһын!» – тигән. Һуңынан беленде: Иванов фамилиялы был командирҙың әсәһе татар булған икән. Эйе, кешенең аҫыл сифаттары иң элек әсәнән күсәлер шул. Әсә ҡаны көслөрәк, әсә рухы өҫтөнөрәк...
Чечняла Булат әсәһен йыш иҫкә төшөрә ине. Шуға ла үлгеһе килмәне, үлеп, әсәһен ҡара ҡайғыға һалғыһы килмәне. Юҡ, был ҡурҡҡанға түгел. Был күберәк яуаплылыҡтан булғандыр, әсәһе, атаһы, һеңлеһе Гөлназ өсөн, өй, нигеҙ өсөн яуаплылыҡтан, шулай уҡ ниндәй генә ауыр саҡта ла күңелен сафлап торған мөхәббәте өсөн яуаплылыҡ тойоп үлгеһе килмәгәндер уның...
Булаттың уйҙары шунда өҙөлөп ҡалды, һуңғы ҡунаҡты оҙатып ингән Фәүзиә, артындағы ишекте шар асыҡ ҡалдырып, түргә – улы янына ашыҡты:
– Балам, Йөҙөм килгән...
Йөҙөм
«Йөҙөм» һүҙен ишетеү менән, Булаттың әллә ҡайһы ерендә, эстә – йөрәк янында булһа кәрәк, бер нәҙберек ҡыл тартылып, сыңлап ҡуйҙы. Ауылға ҡайтып төшкәндән бирле ул был ҡылға ҡағылмаҫҡа тырышҡан ине. Ә бит хәтәр шартлауҙан һуң түшәк эйәһе булып ҡалғас, иң беренсе уйы Йөҙөм хаҡында ине. Ауылда вәғәҙә бирешкән ҡыҙы ул Йөҙөм. Тулы исеме – Гөлйөҙөм. Ләкин Йөҙөм исеме Булатҡа нығыраҡ оҡшай. Һөйөшкәндә, яратышҡанда ул уға «Йөҙөмөм» тимәй, «Йөҙөм» генә ти. Һин – күңелемдең, бәхетемдең, яҙмышымдың йөҙө, тимәксе ул. Тормошоноң сағылышы, йәғни мәҫәлән...
Улар бергә үҫтеләр. Ләкин Булат Йөҙөмдө беренсе тапҡыр туғыҙынсы класты тамамлағас «күрҙе». Мәмәдәл урта мәктәбендә матур ғәҙәт бар: йәмле май аҙағында, дәрестәр тамамланғас, юғары класс уҡыусылары Фәрештәләр ҡыуағы тигән ергә күңел асырға менәләр. Бына шунда унынсыға күскән Булат менән етенсене тамамлаған Йөҙөмдө усаҡҡа ҡоро-һары йыйырға ебәрҙеләр. Баштараҡ Йөҙөм уға бөтөнләй оҡшаманы. Артыҡ оялсан, тура ҡарарға ҡурҡа, тиҙ ҡыҙара; ҡыҙарған сағында йөҙөн ҡаплап алған һипкелдәр ҡалҡып, беленеп тора башлайҙар, былай ҙа сандыр йөҙҙө ябыҡ һәм шаҙра итеп күрһәтәләр. Был тимгел-тимгел һипкелдәрҙең илаһи нур бөртөктәренән яралғанын һуңынан ғына аңланы Булат. Аңланы ла бүтән үҙенән алыҫ ебәрмәне Йөҙөмдө.
Сикәле ауылынан Дилүс кенә айырып, хатта, ҡайырып алырға тырышып ҡараны, булдыра алманы. Булат ҡына түгел, Йөҙөм дә бөтөн барлығы менән ғашиҡ булып өлгөргән ине инде.
Чечняла саҡта ла хаттан өҙмәне Йөҙөм. Иң ауыр минуттарында Булат Йөҙөмдән килгән мөхәббәт хаттарын ҡулына ала, ҡат-ҡат уҡый, күңелен тынысландыра, өмөтөн яңырта, хыялдарын барлай...
Ләкин хыялдары тормошҡа ашырға насип булмаған, ахыры. Шартлау афәтенән айнығас, Булат Йөҙөмдө һуңғы мәртәбә иҫенә төшөрҙө лә шунда уҡ мәңгелеккә онотто.
Ауылға ҡайтҡас та Йөҙөм тағы бер тапҡыр иҫенә төшә яҙып ҡалды. Атаһы ҡулына эләккән күк төргәктән, орден, миҙал документтары, паспорт, хәрби билет менән бергә хаттар килеп сыҡты. Уларҙың барыһы ла Йөҙөмдән ине. Ләкин Булат күңел ҡапҡаларын, йөрәк түрҙәрен бик тиҙ ябып, томалап ҡуйырға өлгөрҙө. Йөҙөм тураһындағы уйҙарҙы ул бынан һуң ауырыу тәненә һәм әрнеү тулы йәненә яңылыш та яҡын ебәрмәне.
– Балам, Йөҙөм килгән...
Әсәһенең тауышы ҡаушап, ҡалтыранып сыҡты. Бәндәләрҙең вафаты хаҡында ғына шулай хәбәр итәләрҙер. Был осраҡта Булат үҙе тере мәйет хәлендә ине һәм шуға ла Йөҙөмдөң күҙенә һис тә күренәһе килмәне. Ғәрлек бит! Әзмәүерҙәй егет башы менән, керпек тә ҡаға алмайынса, бармаҡҡа бармаҡ һуҡмайынса үлем көтөп ят инде, ә?!
Булатҡа бик оят булып китте. Уның йәне өҙгөләнде, тәне ҡыҙышты. Тороп ҡына китә алманы. Их! Үҙенең бисара, меҫкен хәлен Йөҙөмгә күрһәтмәҫ өсөн, тәҙрәне шар асып ебәрергә лә... шул тәҙрә аша һикереп төшөп, иркен яландарға сығып сабырға ине! Булмай шул, булма-а-ай!..
Булат йән әсеһе менән ҡысҡырып ебәрҙе. Юҡ, тауышы сыҡманы уның. Ул эстән генә ҡысҡырҙы. Һуңғы ваҡытта ошолай эстән һөйләшергә, ҡысҡырырға, хатта иларға, көлөргә өйрәнде ул...
Булат сытырлатып күҙҙәрен йомдо. Йөҙөмдө күрмәгәс, Йөҙөм дә уны күрмәҫ кеүек тойолдо, ахыры...
– Фәүзиә апай, Булат ҡайтҡан тип ишеттем, дөрөҫмө был?
– Дөрөҫ, балам, дөрөҫ. Ҡайтты Булатыбыҙ, ҡайтты... Үҙ аяғы менән генә ҡайтып керә алманы балаҡайым...
Йөҙөмдөң ҡалтыраныбыраҡ, ҡурҡыбыраҡ сыҡҡан тауышын ишеткәс, Булаттың тағын бер мәртәбә йөрәге өҙөлдө. Һикереп торғоһо, һөйгәненең ҡаршыһына барғыһы, уның күҙҙәренә яратып-һөйөп ҡарағыһы, шул күҙҙәрҙән үбеп алғыһы килде...
– Әле өйҙәме һуң?
– И-и, ҡыҙым, ҡайҙа китһен ул... Бында... ана түшәк эйәһе булып ята... Тик... йоҡлай ул хәҙер... Йоҡлаһын... Төндөң төнөндә керпек тә ҡаҡмайынса сыҡты бит йәнкиҫәгем...
– Фәүзиә апай, эргәһенә барайым әле, йәме?
– Ярай инде, улайһа, бар. Тик... тауышланма.
– Юҡ... юҡ, мин үрелеп кенә ҡарайым...
Үрелеп кенә ҡарай алманы шул Йөҙөм. Иркен карауат йәнәшәһенә теҙләнеп, башын Булаттың күкрәгенә һалды. Күҙҙәрен йомдо. Ул шулай йөрәгендәге ярһыуҙы баҫып, күңелен тәртипкә килтерҙе, ахыры. Бер аҙҙан бышылдап ҡына, Булат ишетерлек итеп кенә һүҙ башланы:
– Мин һине барыбер яратам, Булат... Һин барыбер тереләсәкһең, бына күрерһең... Үҙем терелтәм мин һине... Мөхәббәтем менән терелтәм... Иң мөһиме – һин иҫән... Иҫән, бәғерем...
Йомолған күҙҙән дә йәш сыға икән. Булат күҙҙәрен асҡанда, Йөҙөм илай ине. Оҙон, бөгөлгән керпектәрҙән, шишмә кеүек, күҙ йәштәре ағыла. Шул ваҡыт әсәһе килеп етте:
– Ярай, балам, бар, ҡайт. Хәҙер ул бер ҡайҙа ла китмәй инде. Теләгең булһа, инеп йөрөрһөң. Теләмәһәң, инмәҫһең. Ғәйепләүсе булмаҫ. Һәр кешенең үҙ юлы, үҙ яҙмышы...
– Уныһы шулай, Фәүзиә апай. Ләкин кешегә бәхет тә бер генә бирелә бит... Минең бәхетемдең исеме – Булат...
– Эй, шулай булһа ине, ҡыҙым... Бына бит хәлдәр нисек... Беҙҙең һинең менән мәшәҡәттәр күп буласаҡ...
– Булһын, булһын, Фәүзиә апай! Ҡыумағыҙ ғына! Мин көн һайын инеп йөрөрмөн, йәме.
– Хоҙай ҡулына тапшырҙым инде, улайһа. Һине лә, Булатымды ла... Ә хәҙер бар, ҡайт... Булатты ашатаһым бар...
– Үҙем ашатайыммы, Фәүзиә апай?
– Бар тинем мин һиңә! – Фәүзиә ҡысҡыра яҙып ҡалғанын һиҙмәне лә. Шунда уҡ үҙен ҡулға алып өлгөрҙө: – Һөйләштек бит инде, Йөҙөм аҡыллым...
– Бөттө, бөттө, Фәүзиә апай... Китәм. Ләкин мин уны барыбер яратам, яратам, яратам! Ул да мине ярата! Үҙе әйтә алмаһа ла, мин быны уның йөрәк тибешенән аңланым...
Гөлназ
Булат өсөн иң борсолғаны Гөлназ булғандыр. Мәктәптән бушаған ваҡыттарында тере мәйет кеүек ятҡан ағаһы тирәһендә бер туҡтауһыҙ өтәләнеп торҙо ул: «Ағайым, тамағың кипмәнеме?», «Ағайым, ашағың килмәйме?», «Ағайым, ниндәй китап уҡыйым?», «Ағайым, бөгөнгө яңылыҡтарҙы һөйләйемме?»
Булат бер нисек тә яуап бирә алмай. Күҙҙәрен генә йомоп-йомоп ала. Был уның «эйе» тигән һүҙе. Күҙҙәрен йоммайынса, ҡарап тик торһа – «юҡ» тиеүе. Бер Гөлназ ғына белә, ахыры, ағаһының ишетеп, аңлап ятҡанын. Сөнки әсәһе лә, атаһы ла Булат эргәһендә ул ишетмәгән кеүек һөйләшәләр.
– Эй, атаһы, бер ҙә терелмәҫ микән ни Булатыбыҙ, – ти береһе.
– Белмәйем, бик ҡаты ята, ти бит табип.
– Ҡайһы ерҙәре генә ауырталыр инде балаҡайымдың? Их, белһәң ине! Ул ауыртыуҙың бер өлөшөн үҙемә алыр инем, билләһи!
Ә Гөлназ ағаһы менән һөйләшә. Үҙе һорай, үҙе уның өсөн яуап та бирә.
– Ағай, Чечня тигән ерҙә ҡыйын булдымы? Еңел булмағандыр. Ана бит һинең ордендарың да бар, иң ауыр һуғыштан һуң ғына бирәләр ти бит ул ордендарҙы. Шулаймы, ағай?
Был юлы Булат керпек ҡаҡманы. Гөлназ аптыраны булһа кәрәк.
– Нишләп, ағай, улай тиһең? Был ордендарҙы алыу еңел булдымы ни?
Булат тағы өндәшмәне. Һырлап, уйып яһалған матсаға ҡарашын күсереп, ауыр һуғыш хәтирәләренә кереп сумған ине ул.
Орденды Шатой эргәһендәге тауҙарға ойошторолған рейдтан һуң бирҙеләр. Булаттың «духтар»ҙан (йәш һалдаттарҙы шулай тип йөрөтәләр) ғына торған отделениеһын «дестар» (десантниктар) группаһына беркеттеләр. Шуға күрә улар «дестар» ҡайҙа бара, шунда барырға тейеш булдылар. Ҡорал кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, төрлө аппаратура, йоҡо ҡапсыҡтары, палаткалар күтәргән «духтар» күберәк ҡолдарҙы хәтерләтәләр ине. Улар «дестар» артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп барырға тейештәр. Ләкин һуғышта, бигерәк тә дошман тылындағы рейдтар ваҡытында, ал-арт тигән әйбер юҡ. Шул уҡ Чечняла, «дестар»ҙы үткәреп ебәреп, улар артынан ауыр йөк күтәреп барыусы «духтар»ҙы ҡулға төшөрөү осраҡтары күп булды.
Булаттар төркөмөнә лә «тау кешеләре»нең һөжүмен бер нисә мәртәбә кире ҡағырға тура килде. «Дестар» аңғарып килеп еткәндә, «духтар» «тау кешеләре»нең позицияһын ныҡ ҡына тарҡатып өлгөрәләр ине.
Береһендә «дестар» үҙҙәре засадаға эләктеләр. Һуғыш ҡаты булған, ахыры. Булат үҙ группаһы менән хәлдән тайып килеп еткәндә, егерме кешенең өсөһө ҡаты яраланған, еңелсә яраланыусылар ҙа бар, ә командир – Коцуба фамилиялы өлкән лейтенант – бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Артынан килеп, башына һуҡҡандар ҙа иҫәнгерәтеп алып киткәндәр, ахыры. Таулы, урманлы урындарҙа бындай хәлдәр йыш булып тора.
Бер нисә саҡрым барғас эҙләп тапты ул уларҙы – ике һаҡалбай менән Коцубаны. Уның командирлығынан бер ни ҙә ҡалмаған ине – өҫ-башы теткеләнеп бөткән, йөҙ-биттәренә ҡан уҡмашҡан, башында ла бер буй йәрәхәт, ҡулдары артҡа ҡайырып бәйләнгән. Аяҡ кейемдәре юҡ, ялан аяҡтары шулай уҡ ҡанлы йәрәхәттә. Шулай хәлһеҙ һәм йәнһеҙ булып бер ситтә ята меҫкен. Ара-тирә ыңғырашып, ухылдап ала. Ә теге һаҡалбайҙар ғәмһеҙ-моңһоҙ ҡиәфәттә тамаҡ ялғап ултыралар. Үҙ-ара һөйләшеп алалар. «Ниңә шул тиклем тыныс һуң улар», – тип уйлап алды Булат. Нишләп тыныс булмаһындар, засадаға эләккән «россиян»дарҙың, ғәҙәттә, эҙәрлекләргә ҡыйыулыҡтары етмәй бит.
Һаҡалбайҙарҙың береһе, тороп, яҡындағы шишмәгә һыу алырға китте. Булатҡа шул ғына кәрәк ине. Ул, бесәй кеүек хәрәкәтләнеп, ергә һеңә яҙып үрмәләп барҙы ла, консерваһынан ит сүпләп ултырған чечендың башына автоматы менән тондорҙо. Һәм шунда уҡ һыу эргәһендәге һаҡалбайға ҡысҡырҙы:
– Ҡуҙғалаһы булма! Юғиһә дөмөктөрәм! Ҡулдарыңды күтәр! Әкрен генә бында кил! Тотҡондоң ҡулдарын ысҡындыр!
Теге чечен, тамам аптырашта ҡалып, үрә ҡатып тора бирҙе. Шунда ғына Булат үҙенең татарсаға күсеүен аңлап ҡалды. Ҡайҙан белһен был чечен кешеһе уның татарсаһын? Мосолман өммәтенән булыу татар булыу тигән һүҙ түгел бит әле! Бер ҡәүемдән булмағас, бер ҡандан ойошмағас, әллә ни аңлашып та булмай икән шул...
– Ну-ка, подойди поближе... Только тихо!.. Развяжи его!
Был юлы чечен аңланы. Туғандаш урыҫ теле ярҙамға килде. Урыҫ тигән халыҡтың, урыҫ теленең барлығына беренсе һәм һуңғы мәртәбә һөйөнөүе булғандыр был чечендың.
Ике һаҡалбайҙы ла йәнәшә бәйләп һалды Булат. Йыуып, таҙартып, яраларын бәйләп алғас, командирға кеше рәте инде.
Хоҙай ҡарғаған был ерҙән тиҙерәк китергә кәрәк ине. Ләкин нишләргә был һаҡалбайҙар менән? Коцуба, шешенеп-күгәреп бөткән йөҙөн ерҙә аунап ятҡан чечендар яғына ымлап, Булатҡа ҡысҡырҙы:
– Убей их!
– Зачем! Они же тебя не убили.
– Убей, говорю!..
– Не буду, сказал...
– Под суд пойдешь, проклятый татарин! Мусульманин, да?
– Да. Но не только поэтому не трону их.
– Ну?!
– Люди же они. Они защищают свой дом. Я их понимаю.
– Ты прав. Но ведь есть долг.
– Да, долг есть. Только вот нечем платить...
– Не то говоришь, сержант.
– На войне нет званий. Есть только люди и нелюди.
– И то правда... Да черт с ними! Пусть живут...
Әммә уларға был ҡәһәрле ерҙән тиҙ генә ҡотолорға насип булмаған икән. Ун-ун биш аҙым да ситкә китә алманылар, эргәләге ҡыуаҡтар артынан унлап һаҡалбай йүгерешеп сыҡты. Баштан-аяҡ ҡоралланған был чечен боевиктары, үҙ телдәрендә аҡыра-баҡыра, Булат менән Коцубаны баяғы урынға төрткөләп килтерҙеләр. Коцубаның тәненә яңы йәрәхәттәр өҫтәлде, Булатҡа ла ныҡ ҡына эләкте: ауыҙ-танауынан ҡан борхоно, һул яҡ янбашы энә менән сәнскеләгәндәй һыҙлай башланы.
Бәйле ятҡан ике чечен ҡартын шунда уҡ аяҡҡа баҫтырҙылар. Бик ҙур хөрмәткә эйә заттар булып сыҡтылар тегеләр. Боевиктар улар эргәһендә баш эйеп кенә һөйләшәләр, йөҙҙәренә, күҙҙәренә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймайҙар хатта.
Һөйләшкәндәрен аңламаһа ла, Булат бик тиҙ төшөндө: был минутта уның яҙмышы хәл ителә ине.
Чечендар байтаҡ һатыулаштылар, ҡаты-ҡаты ғына ҡысҡырышып та алдылар. Ләкин теге ике ҡарт чечендың һүҙе өҫкә сыҡты, Булаттарҙы ебәрергә булдылар.
– Кыш-ш отсюда! Еще увижу, убью! – тип екеренде бер чечен егете.
Булатҡа йән инде.
– Автоматы отдайте. Без них придем – трибунал будет...
– Может, патроны еще отдать?
– Не нужно. Только автоматы.
Булат автоматтарын да бирерҙәр тип уйламағайны. Бирҙеләр. Уның күңелен бер сәйер тойғо биләп алды: «Сәйер кешеләр... Ошо автоматтарҙы тотоп тағы киләсәгебеҙҙе белеп торалар бит үҙҙәре... Ниндәй хәл был? Ер эше түгелдер, Хоҙай Тәғәлә ҡулы уйнайҙыр бында...»
Ҡайтҡанда Коцуба ла тамам иҫ-аҡылына килде:
– Скажи, сержант, откуда ты знал, что не убьют?
Булат «Обычная психология...» тип кенә ҡотолмаҡсы булған ине, барып сыҡманы, өлкән лейтенант уны һалдат тоғролоғо хаҡындағы әңгәмәгә алып инеп китте. Долг, имеш, присяга, имеш. Ә үҙе белә, аңлай, шуға ул рәхмәтле лә – әле яңы ғына уны Булат үлемдән ҡотҡарып ҡалды бит. Ә командирҙы үлемдән алып ҡалыу элек-электән хәрбиҙәр араһында батырлыҡ һаналған...
Коцуба, рейдтан ҡайтыу менән, Булатты орденға тәҡдим итте, ә чечендар менән «килешеү» хаҡында бер кемгә бер һүҙ ысҡындырманы.
Шул ғына үҙгәрҙе: ул һалдаттарға мәрхәмәтлерәк, шәфҡәтлерәк була башланы. Юҡҡа-барға эреләнеп йөрөүен ташланы, үҙ палаткаһында араҡы һемереп тик ятты. Һәм ике һүҙҙең берендә «обычная психология» тип ҡабатлай торған булды.
...Гөлназға быларҙың береһен дә һөйләй алманы Булат, һеңлеһенең сафлыҡ бөркөп торған күҙҙәренә ҡарап, тере мәйет кеүек ятыуында булды. Ҡыҙға ағаһының күҙҙәре лә бик еткән. Ул шул күҙҙәр менән сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырырға риза.
– Ә, беләһеңме, ағай, Йөҙөм апай һине шундай ныҡ ярата!..
– Ҡайҙан беләһең быны, һеңлем? Башың йәш бит әле... – Быны Булаттың күҙҙәре әйтте.
– Белдем инде, белдем, беҙҙән сыҡҡас, тупһаға ултырып иланы... Йәшенеп ҡарап торҙом...
– Йәшенеп ҡарап тороу һәйбәт түгел бит, – тине Булаттың күҙҙәре.
– Ҡарап тороу һәйбәт түгел дә... Ул бит һиҙмәне... Мине күргәндә гел йылмайып-көлөп һөйләшкән була, үҙе генә ҡалһа илай ҙа илай... Шәбәйәсәгеңде белмәй, шуға илай... Ярата ул һине, ағай, бик ярата!..
Икенсе бер көндө Гөлназ урамдан яңы хәбәр алып инде:
– Ағай, ағаҡайым! Чечняла хеҙмәт иткән Дилүс ағай ҡайтҡан тиҙәр.
– Ә?..
– Дилүс ағай ҡайтҡан. Һине һорашҡан. Инеп сығам, тигән... Көрәшеп ҡарарбыҙ, тигән. Көлгән... Тағын бер һүҙ әйтәйемме? Юҡ, әйтмәйем дә, һәйбәт һүҙ түгел ул... Һинең кәйефте боҙа торған һүҙ ул, ағайым...
Булаттың күҙҙәре сәсрәп сығырҙай булып Гөлназға ҡарап торалар ине.
– Әйт, әйт, нишләп әйтмәйһең? Дилүсте белмәйемме әллә мин. Ул булған ерҙә йүнле һүҙ булмаҫ... Әйт! – тиҙәр ине улар.
– Дилүс ағай ҡайтҡан көндө үк Йөҙөм апайҙың ҡулын һораған. Аталары риза булған, Йөҙөм апай ғына ҡаршы, ти...
Булат бындай хәбәрҙе көтмәгән ине, ахыры. Ул бер мәл шаҡ ҡатып Гөлназға ҡарап торҙо ла, эстән көйөп, ниндәйҙер күҙгә күренмәй торған әрнеү менән күҙҙәрен йомдо... Һалмаҡ ҡына ябылған күҙ ҡабаҡтары был минутта һалҡын ҡырауға түҙә алмайса йомолған сәскәне хәтерләтәләр ине...
Яуызлыҡтың сиге бармы?
Дилүс уларға көтмәгәндә килеп инде. Көн һайын кереп йөрөй башлаған Йөҙөм Булаттың баш осонда ултыра ине. Фәүзиә уны күпме генә сәй өҫтәленә саҡырып ҡараһа ла, Йөҙөм урынынан ҡуҙғалманы, түшәктә ятҡан хәрәкәтһеҙ кәүҙәгә ҡарап ултырыуында булды. Булаттың күҙҙәре йомоҡ. Ул һаман да Йөҙөмгә күҙҙәрен күрһәтмәй. Күҙҙәрен асһа, күҙ нурҙарына йәбешеп йәне-бәғере һурылып сығыр тип ҡурҡа, ахыры.
Йөҙөм өсөн был мөһим түгел. Ул бит Булаттың уны күргәнен белә. Күңел күҙҙәре менән күрә ул. Сөнки һаман да ярата үҙенең Йөҙөмөн. Ярата, ярата... Һағына... Юҡһына...
Йөҙөм үҙе лә бик һағынды Булатты. Бына ошо ҡап-ҡара сәстәрен, ҡуйы ҡаштарын, үпкеһе килеп торған йөҙ-биттәрен, мөхәббәтле ирендәрен, киң елкәләрен, көслө ҡулдарын һағынды...
Дилүс килеп ингәндә, Йөҙөм Булаттың хәлһеҙ, быуынһыҙ ҡулдарын һыйпап ултыра ине. Һалдат кейемендә пәйҙә булған әзмәүерҙәй ир-атты бәләкәй яҡта икмәк һалып йөрөүсе Фәүзиә баштараҡ таныманы.
– Ни хәлдәр, Фәүзиә апай, иҫән-имен генә тораһығыҙмы? – тип, Дилүс иң элек уның менән күреште. – Дилүс бит мин, танымайһыңмы әллә, Фәүзиә апай? Армияға һинең малай менән бергә киткән инем...
– Ә-ә, Дилүсме ни-и-и? Иҫән-һау ҡайттыңмы, улым? Ысын ир булғанһың, танырлыҡ та түгел, билләһи. Таныманым шул, оҙон ғүмерле булырһың әле...
– Йәшәйбеҙ әле, Фәүзиә апай. Гөрләтеп йәшәйбеҙ. Бына өйләнеп тә ебәрһәм...
Ул инде түр яҡта, Булат янында ултырған ҡунаҡты күреп өлгөргән ине. Төрттөрөүле һүҙе лә Йөҙөм ишетһен тип әйтелгән булып сыҡты, ахыры. Шулай ҙа ул ҡыҙҙы күрмәмешкә һалышты. Түргәрәк үтеп, иң элек Булатҡа өндәште:
– Привет, служак! – Служагы яуап бирмәгәс, Йөҙөмгә боролдо: – Һин дә бындамы ни, бәғеркәйем минең? Әле уйламаныңмы? Мин яуап көтәм.
– Оҙаҡ көтөргә тура килер шул.
– Улай тимәле, йәнкиҫәгем. Был тере мәйет һине тиҙ ялҡытасаҡ.
– Булат мәйет түгел, түгел!
– Мин ундайҙарҙы күп күрҙем. Ғүмер буйы имгәк булып йәшәйәсәк ул. Бына миңә ҡара – бер царапина ла юҡ... Ә был үләкһәнең көндәре күп ҡалмаған.
– Дилүс...
– Әү, бәғерем.
– Һине нисек ер күтәрә икән?
– Ерме? Ер үҙе минең ҡулда, белдеңме? Бына ошо граната кеүек... Теләһәм, селпәрәмә килтерәм мин уны. – Дилүс кеҫәһенән ҡул гранатаһы тартып сығарҙы. – Ә-ә, һиңә лә ҡыҙыҡмы?
Ул күҙҙәрен шар асып ҡарап ятҡан Булатҡа ҡарап алды. Был күҙҙәрҙәге нәфрәт, ниндәйҙер сихри көс булып тышҡа бәреп сыҡһа, иң хәтәр гранаталарҙан да хәтәрерәк шартлар ине, моғайын... Әллә шул шартлауҙан ҡурҡты, әллә Йөҙөмдөң һорауҙары уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы, Дилүс гранатаһын ҡабат кеҫәһенә тыҡты ла һаубуллашып та тормайынса тышҡа сығып китте. Ул баҫып торған урында шомло тынлыҡ менән һаҫыҡ араҡы еҫе генә тороп ҡалды.
Был араҡы еҫенән Булат та ҡотолоп ҡала алманы. Әлеге еҫ иң элек уның зәғиф күңелен ҡуҙғатып ебәрҙе, аҙаҡ тоноҡлана башлаған хәтер көҙгөһөндә йәнде өшөтөрлөк күренештәр сағылып китте.
Ул көндө уларҙың батальонын район үҙәгенән алыҫ түгел бер ауылға «зачистка»ға билдәләнеләр. БТР-ҙарға тейәлеп барып ингәндә, ауылда бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоронан башҡа кеше ҡалмаған ине инде. Кемдер хәбәр иткән. Чечняла бөтә ерҙә ҡолаҡ бар, күҙ бар. Чечендар федералдарҙың бөтә ниәттәрен белеп торалар. Быны улар йәшермәйҙәр ҙә. Алдан әйтеп ҡуйылмаһа ла, ауыл аҡһаҡалдары Булаттарҙы ауылға алып керә торған оло юл буйында икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Уларҙы күреү менән, командирҙарҙан кемдер һүгенеп ҡуйҙы. Күрше БТР-ҙа барыусы Дилүс ҡарттар яғына буш араҡы шешәһе һелтәне.
Ауыл башында туҡталып тормайынса, үҙәк майҙанға үттеләр, ергә һибелделәр. Ауылда бер боевик та ҡалмағанын белһәләр ҙә, һәр йортто, һәр баҙҙы, подвалды, һарайҙы ҡарап, тикшереп сығырға тейеш ине улар. Тәртип шундай. Приказ шундай. Ике төркөмгә бүленеп, ауылдың ике башынан инеп киттеләр. Өс сәғәт тигәндә, ауылды урталай бүлеп торған киң урамда осраштылар. Булат үҙ егеттәре менән урамдың арғы осонда «зачистка» үткәрергә тейеш ине. Бер ниндәй шикле әйбер күренмәй, ҡайһылыр соланда атмай торған һунар мылтығы табып алдылар, ҡайһылыр йорттан бер ус гильзалар килеп сыҡҡан. Бөтөн «табыш» шул.
Булаттар эштәрен теүәлләргә торғанда, ҡаршы яҡ йорттан бер ҡатын-ҡыҙҙың өҙгөләнеп, үрһәләнеп ҡысҡырыуы ишетелде. Бер аҙҙан был тауыш баҫылды. Нисек кенә тынысланырға тырышһа ла, әлеге ғазаплы ҡысҡырыу Булаттың ҡолағынан китмәне, бер аҙҙан ул уның йән түренә үк инеп урынлашты. Ҡатын-ҡыҙҙы рәнйеткән кешене өнәмәй Булат. Шулай тәрбиәләнгән инде, нишләйһең? Кешене лә, бигерәк тә дуҫтарын, ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәтенә ҡарап баһалай ул. Ана бит нисек өҙгөләнеп ялбарҙы был ҡатын. Нимә булған уға? Ире һуямы әллә? Булат түҙмәне, үҙенекеләргә эште дауам итергә ҡушып, ҡаршы яҡ йортҡа йүнәлде. Ишек алдында ла, өйҙә лә бер кем юҡ. Ишектәр шар асыҡ. Келәт ишеге лә асыҡ, яртылаш баҙ һымаҡ ҡаралтының да ишектәре ҡайырылған. Тауыш шунан килә, ахыры. Ана ниндәйҙер хәрәкәт һиҙелә.
Булат төлкө аҙымдары менән, стеналарға һылашып, шул ер аласыҡ ишегенә яҡынлашты. Аҙаҡ, ҡапыл һикереп, тар аралыҡҡа барып та инде. Автоматын алға төбәп ҡысҡырып ебәрҙе:
– Кем бар бында?
Тынлыҡ уға ыңғырашыу менән яуап бирҙе: «Ыһ!..»
Булат һаман төшөнә алмай ине әле. Эскәрәк үтеп, ишек яңағынан ситкәрәк тайпылды. Ишектән урғылып килеп кергән көн яҡтылығы подвал эсен күрерлек, ни ҙә булһа шәйләрлек хәлгә килтерҙе.
Ә ундағы хәлдәр йәнде өшөтөрлөк ине. Түрҙәге һике кеүек ерҙә салҡан төшөп ниндәйҙер үҫмер ҡыҙ ята. Уның ҡарарлыҡ ере ҡалмаған: күлдәктәре йыртылып, айырылып төшкән, түштәре, боттары асыҡ, йөҙ-биттәре күгәреп, ҡанға буялып бөткән, бот тирәләрендә лә ҡан...
«Көсләгәндәр»... Булаттың томаланыбыраҡ киткән аңында интегеп, ыңғырашып ошо уй тыуҙы. «Көсләгәндәр... Ҡайһы хәшәрәттең эше был? Әллә беҙҙекеләрме? Чечендарҙа ҡатын-ҡыҙға йәбешеү ғәҙәте юҡ. Тимәк, беҙҙекеләр...»
Булат шунда ғына подвал мөйөшөндә йәшенеп торған шәүләне шәйләп алды. Ул да Булатты таныны, эләктерелмәгән ҡайышын автоматына шыҡ-шыҡ бәрә-бәрә, ишеккә табан килә башланы.
Барыһын да аңлап алған Булат, үҙен үҙе тота алмайынса, әле генә чечен ҡыҙын көсләгән федералға барып йәбеште:
– Что ты делаешь, сволочь?!
Тегеһе ҡаршы әйтеп тә, ҡаршылашып та торманы, Булаттың эткеләүенә, төрткөләүенә риза булып, тышҡа атылып сыҡты. Шунда Булат тағын бер мәртәбә ах итте: уның ҡаршыһында салбар-ыштандарын рәтләй-рәтләй күрше ауыл малайы Дилүс баҫып тора ине!
– Һин нимә? Һин... Һин... Һин бит үҙеңде генә түгел, бөтә армияны, бөтә... бөтә татарҙы мыҫҡыл итәһең... Бының өсөн беләһеңме нимә буласаҡ? Бының өсөн һине дөмөктөрөргә кәрәк!..
– Нимә ҡыҙаһың? Дошман ҡыҙы бит ул, боевик ҡыҙы, бандит ҡыҙы!..
– Ниндәй дошман?! Ни һөйләйһең һин, әҙәм аҡтығы! Ҡайҙа күрҙең һин дошманды? Күрҙеңме? Ә? Йә, әйт, күрҙеңме? Нишләп өндәшмәйһең?
– Бында бөтәһе лә дошман. Минең өсөн шулай ғына. Башҡаса уйлағым да килмәй. Ә һин бар ин, һиңә лә бирә әле ул...
– Ах, һин, мөртәт!.. Иманыңа ҡайтарырмын мин һине!
Дилүс үҙенә уҡтала башлаған Булатҡа автоматын төбәне:
– Стоп! Не имеешь пр-р-рава! Поп-р-р-ро-буй!..
– Язаһынан барыбер ҡотола алмаҫһың, гад! Бының өсөн трибунал тейеш һиңә!
– Трибунал? Мә, тот, тота алһаң. Никаких трибуналов!
Шул минутта ул биленә беркетелгән бер гранатаны шыуҙырып сығарҙы ла, Булат аңына килеп өлгөргәнсе, ҡулсаһын тартып алып, подвал ишегенән эскә – әле генә көсләнеп ташланған кәүҙә ятҡан мөйөшкә ырғытты.
Яуызлыҡтың сиге юҡ, тиҙәр. Бар икән. Уның сиге Дилүс тигән татар малайының ҡара йөрәге аша үтә икән. Подвалдағы шартлауҙы ул командирҙарына: «Миңә ырғытам тигәндә, яңылыш үҙе шартлап үлде», – тип аңлатты. Булат хаҡлыҡ талап итеп ниҙер һөйләй башлаған ине, Чечняны арҡырыға-буйға иңләгән ҡарт капитан:
– Уже не докажешь... – тип ҡырт киҫте.
Был хәлдән һуң Булат чечен атлы был милләт кешеләренең күҙҙәренә тура ҡарай алмай башланы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары, әсәләре менән күҙгә-күҙ осрашмаҫҡа тырышты, осраша ҡалһа, әйтеп-аңлатып бөтөргөһөҙ ауыр тойғо кисерә торған булды.
Чечендар бер генә үлемде лә яуапһыҙ ҡалдырмайҙар. Үс уларҙың йән ғазабы ғына түгел, йәшәү рәүеше лә. Подвалда шартлап үлгән ҡыҙ өсөн дә «чехтар» бик тиҙ үс алдылар. Шул ауылда булып ҡайтҡан ике һалдатты икенсе көндө үк һуйып килтерҙеләр. Часты уратып алған таш ҡойма буйында ҡалдырылған ҡул арбаһында ятҡан йәнһеҙ кәүҙәләргә баштараҡ яҡын барырға ҡушманылар. Саперҙар килгәнсе ярты көн ваҡыт уҙҙы.
Мина-фәлән табылмағас, кәүҙәләрҙе берәм-берәм эскә индерҙеләр. Үлем-китем – һуғышта ғәҙәти хәл. Әммә был мәрхүмдәрҙең кисергән ғазаптары иң таш бәғерҙе лә тетрәндерерлек ине: уларҙың ирлек ағзалары төбө-тамыры менән өҙөп алынған һәм боғаҙҙарына тыңҡыслап тултырылған булып сыҡты...
Был хәлдәрҙән һуң Дилүскә көн бөттө. Уны типкелектә йөрөтә башланылар, «артын ышырғандар» тигән хәбәр ҙә таралды. Бер аҙҙан уны, ҡыҙғанып булһа кәрәк, башҡа часҡа күсерҙеләр, Булат та яраланып госпиталгә эләкте...
Уяныу
Бөгөн Йөҙөм һуңыраҡ инде. Иртән иртүк йәиһә төшкө аш ваҡытында – Фәүзиә өйҙә саҡтараҡ керә ине ул. Был юлы киске яҡта, ҡояш, күк көмбәҙендәге күсәренән ысҡынып, офоҡҡа юл алғас инде. Бөгөн ул бөтөнләй башҡа төрлө. Кейгән кейемдәре лә матурыраҡ, үҙе лә һылыуыраҡ, сибәрерәк. Юҡ, Йөҙөм былай ҙа бик сибәр зат. Әммә ул бөгөн тағы ла сибәрерәк.
Иң мөһиме, ауырып ҡайтҡандан һуң, Булат һөйгәненең йөҙөндә беренсе мәртәбә яҡты нур, хатта серле балҡыш күрҙе. Был балҡыштың сере Йөҙөмдөң ымһындырғыс йылмайыуында ине! Үбешергә генә яратылған ирендәрендә, үҙенә һурып йотоп алырға торған «мөхәббәт соҡорҙары»нда, аҙаҡ маңлайына төшкән «ай» сәстәрендә, донъяға киң итеп асылған, үлем түшәгендә ятҡан кешене лә ҡабат йәшәүгә дәртләндерә ала торған ҡыйғас ҡаштарында, зифа керпектәрендә ине...
Үҙе йыш-йыш һулыш ала. Ҡаушай, ҡыйынһына, ахыры. Һулыш алған һайын, алһыу күлдәген төртөп торған күкрәк алмалары, бер күтәрелеп, бер төшөп, еңел тулҡынланалар...
Күбәләк кеүек елкенеп кенә килеп ингән Йөҙөм өй эсендә бер аҙ баҫынҡыланып ҡалғандай булды, аяҡ остарында килеп, Булатҡа эйелеберәк:
– Иҫәнме, Булат... – тип бышылданы.
Булаттың: «Иҫән шул әле, иҫән, йән генә сығып етмәгән», – тип әйткеһе килде. Әйтмәне. Әйтә лә алмай ине.
Әммә күҙҙәрен дә йомманы. Йөҙөмдөң матурлығына тамам әсир булған сағы ине шул.
– Булат, минең һинең менән һөйләшәһем килә. Икәүҙән-икәү генә... Булат... Әйт әле, һин мине яратаһыңмы? Әле лә яратаһыңмы? Яратаһың, яратаһың... Беләм мин уны... – Йөҙөм үҙе һөйләнә, үҙе Булаттың сәстәрен һыйпай, нәфис бармаҡтарын уның яңаҡтарынан йүгертеп төшөрә, аҙаҡ ап-аҡ йәймәгә ҡағылыр-ҡағылмаҫ ҡына, бөтә кәүҙәһен буйлатып, аяҡ остарына тиклем төшә. – Хәтерләйһеңме, ҡуш нарат быуаһы эргәһендә беренсе мәртәбә үбешкән инек?.. Аҙаҡ һыу ҡойонған инек... Һин иң элек минең күлдәгемде һалдырҙың, ә күлдәктән башҡа минең бер әйберем дә юҡ ине... Хәтерләйһеңме? Бына ошо ҡулдарың менән туйғансы иркәләнең мине... Туйғансы үптең... Үптерҙең...
Йөҙөм, Булаттың ҡулдарын алып, асыҡ иҙеүе араһынан балҡып килеп сыҡҡан йоп-йомшаҡ күкрәктәре өҫтөнә ҡуйҙы.
Булат уларҙы шунда уҡ һиҙҙе, тойҙо. Таныны! Был мөхәббәт алмаларына ҡулын ғына түгел, башын, яңаҡтарын ҡуйғыһы, уларҙы оятһыҙ рәүештә һурып үпкеһе килде.
Ҡара әле, онотоп тора, ул бит Йөҙөмдең тәнен тойҙо! Түшәккә ятҡас, беренсе мәртәбә ныҡлап тойҙо! Гүйә, үлгән бармаҡтарына йән керҙе!
Булаттың тойоп ҡына ҡалаһы килмәне, ошо бармаҡтары, устары менән һөйгәненең күкрәктәрен һаҡ ҡына баҫҡылап һыйпағыһы, иркәләгеһе килде... Ул, бөтә булған һәм буласаҡ көсөн йыйып, бармаҡтарын хәрәкәткә килтерергә, һис юғы, ҡуҙғатырға тырышып ҡараны. Әллә ҡыймылдата ла алдымы? Юҡтыр... Күңеленән генә ҡуҙғатҡандыр...
Булаттың сикәләренә, күҙ төптәренә, ирен ситтәренә һалҡын тир бәреп сыҡты. Бөтә йәне-тәне менән терелергә, уянырға тырышҡан кәүҙә һуңғы сиккә етеп тулышты, бүртенде, әммә үҙенең бер генә бөртөк күҙәнәген дә ҡуҙғата алманы...
– Булат, бына – ҡара миңә. Теге ваҡыттағы кеүек ҡара... Ныҡлап ҡара. Күлдәгемде сисәм, ҡара. Ҡара ла ярат. Ир-егет булып, ҡаныңды ҡыҙыштырып, күҙеңде ҡамаштырып ярат. Бөтә ерең уянһын, йәнең ҡыуанһын, ғүмерең йыуанһын...
Йөҙөм Булат ҡаршыһында сүгәләгән еренән тороп баҫты ла һалмаҡ ҡына хәрәкәттәр менән ҡулбаштары күбәләк ҡанатлы алһыу күлдәген систе. Күлдәк иҙәнгә шыуып төшөп китте, бая уҡ үҙенә ымһындырып, күңелендә әллә нинди сихри хәтирәләр уятҡан йомро күкрәктәр өҫтөндә шундай уҡ ал төҫлө күкрәк япмаһы ғына тороп ҡалды. Булаттың, үрелеп, ана шул һуңғы сепрәк киҫәген алып бәргеһе килде. Ул инде күңеле менән үрелде лә... Әммә бармаҡтарын, ҡулдарын ҡуҙғата алманы. Шулай ҙа уң ҡул бармаҡтарына энә ҡаҙалған кеүек булды, шулай ғүмерлек йоҡоға талған нерв ептәре уяна башланы, ахыры... Бармаҡтарындағы ауыртыу менән үк уның тағын бер ере тертләп уянды, шаулап тормошҡа ҡайтты, һәм, шыбырлап, көслө ҡан менән тула башланы...
Йөҙөмдөң зифа, һылыу тәне күкрәк япмаһынан да мәхрүм ҡалғас, Булат шашыр дәрәжәгә етте. Ысынлап та, был минутта уның көсөргәнеш менән асылған күҙ ҡабаҡтары бер һоҡланғыс, бер ҡурҡыныс булғандыр. Шул күҙҙәрҙән бер минутҡа ла ҡарашын алмайынса, ҡаршыһында баҫып торған һылыу тән Булатты тамам сихырлап ҡуйҙы. Уның зәғиф тәне башта ҡалтыранып, бәргеләнеп ятты, артабан ҡанға тулышып ҡыҙарҙы, бүртенде, бер аҙҙан тынысланып ҡалды, аҙаҡ манма тиргә батып йоҡлап китте... Бары тик бармаҡтары осондағы дыуамал нерв тамырҙары ғына һаман бейешәләр, яңынан тыуыуҙарына һөйөнөшөп уйнайҙар, шаяралар ине.
Фәүзиә шаулап эштән ҡайтып ингәндә, Йөҙөм, рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан Булат түшәге ситендә иҫәнгерәп ултыра ине. Уның күлдәк иҙеүҙәре асыҡ, шул асыҡлыҡтан бая ғына иркенлек рәхәтен тойоп ҡалған күкрәк алмалары ҡабат тышҡа сығырға атлығып торалар...
Фәүзиә, ниҙер һиҙенеп, һаҡ ҡына килде лә, һаман әле күҙҙәрен Булаттан ала алмай ултырған Йөҙөмдөң ҡулбашына ҡағылды.
– Ни булды бында, ҡыҙым? Өҫ-башың таралған тип әйтәйемме?
– Ә? Ҡайттыңмы, Фәүзиә апай? Булат терелде бит, беләһеңме шуны? Ана ҡара әле, бармаҡтарын уйнатып ята...
Ысынлап та, Булаттың уң ҡул бармаҡтары минут һайын ҡалтыранып алалар, хатта, бергә йыйылырға теләгәндәй, усҡа ҡыҫылып ҡуялар. Әммә йоҙроҡҡа уҡмашып бөтә алмайҙар, тағын таралып, хәрәкәтһеҙ-йәнһеҙ булып ҡалалар...
– Нишләттең һин уны, ҡыҙым? Ысынлап терелә башлаған бит беҙҙең Булатыбыҙ...
– Бер нәмә лә эшләтмәнем, Фәүзиә апай, бары тик сисендем генә...
– Сисендең? Булат ҡаршыһындамы? Шаяртаһыңмы, ҡыҙым, әллә... әллә ысынмы?
– Шаяртыуҙан уҙған инде мин, Фәүзиә апай. Солтания еңгә әйтеп киткән ине: «Һин уның башта ирлеген уят, аҙаҡ үҙенән-үҙе тереләсәк ул», – тигән ине. Мин нәҡ ул әйткәнсә эшләнем: тәнем менән ымһындырып, ирлеген ҡуҙғатырға, кешелеген уятырға тырыштым...
– Ендер һин, йә берәй фәрештәлер, ҡыҙым. Мең-мең рәхмәттәр һиңә. Үҙең дә бәхетле була күр, берүк. Минән теләк шул.
– Бына ул минем бәхетем, Фәүзиә апай. Миңә бүтән төрлө бәхет кәрәк түгел...
– Беләм, аҡыллым, беләм...
Быларҙың береһен дә Булат ишетмәне. Ул тау-таш аҡтарып хәлдән тайған әкиәт батыры кеүек, бөтә тәне менән иҙрәп, йәне менән йәйелеп, үлем йоҡоһона киткән ине. Нишләп үлем йоҡоһо булһын, ана ҡул-бармаҡтары ауырыу тәнде ташлап сығырға теләгән йөрәк кеүек тибеп яталар; аҡ йәймә өҫтөндә, билдән түбән йән ерендә, ҡалтыранып ҡалҡҡан ҡалҡыулыҡ та әллә ниндәй тормош мәғәнәләренә ишара булып аңлашыла ине...
Йәшәү сигендә
Бөгөн Булат эргәһенә Аҡ бабай кереп ултырҙы. Уға инде шатлыҡлы хәбәрҙе Гөлназ күптән кереп әйткән, Йөҙөм менән булған хәлдәрҙе лә, белер-белмәҫ көйө, үҙенсә һөйләп биргән. Шуға күрә һүҙҙе уратып башлап торманы, туранан ярып һалды:
– Фәүзиә ҡыҙым, Булат аҡыллым, шуны онотмағыҙ: мөхәббәт тигән хикмәти сер кешене тормошҡа ҡайтара ҡайтарыуын... Әммә тормошта нәфрәт тә бар бит әле, ана шул нәфрәттә сынығып ҡына, шул нәфрәт, әрнеш аша килгән сабырлыҡта һыналып ҡына кеше аяғына баҫа ала, һынын, йәнен турайта... Беренсеһен еңел үттегеҙ, икенсеһе ауырыраҡ булыр. Уныһын үтергә лә Хоҙай ярҙам бирһен...
Булат баштараҡ аңламайынса ятты. Ниндәй нәфрәт, ниндәй әрнеш? Ләкин күңеленең ҡайһылыр ере менән ул тойҙо: әле былар һынауҙарҙың башы ғына, еңеле генә. Иң ауыры алда буласаҡ... «Буласаҡ, буласаҡ! Күңелеңде киң тот!» – тип, үҙен үҙе ҡамсылап та алды Булат.
Аҡ бабайҙың тағын бер һүҙе уның зиһененә уйылып ҡалды.
– Кеше хәтәр ауырыуҙан терелергә теләһә, шул ауырыуға юлыҡҡан сағына ҡайтырға, шул миҙгелдән яңынан йәшәп китергә тейеш. Ҡасандыр йән хәрәкәте тән хәрәкәтенә өлгөрмәй ҡалған булһа, был юлы инде ул уға бик тиҙ эйәреп китергә тейеш...
«Ҡыҙыҡ ҡарт был. Мулла ғына түгел. Донъя ҡарты. Аҡ бабай. Уның теле менән донъя үҙе һөйләшкән кеүек. Донъя аҡылдары бар был затта, билләһи!»
Ә бит ул хаҡ әйтә. Ҡай саҡта кешенең йәне йәшәү менән үлем араһында ҡалыусан була, уның есеме йәшә-йешенә өлгөрә алмай. Ысынлап та, кеше терелер өсөн иң элек ана шул миҙгеленә, йән менән тән аймылышҡан сағына кире ҡайтырға тейештер, бәлки?
Булат та хәтерләй ул хәтәр миҙгелде. Уның да үлем менән йәшәү сигендә баҫып торған сағы бар ине...
Әлеге лә баяғы, «зачистка» ваҡытында булды был хәлдәр. Ҡайһылыр биҫтәне арҡырыға-буйға иңләп тикшереп сыҡҡандан һуң, часть урынлашҡан базаға ҡайтырға ғына торғанда, «Бер чечен ҡыҙы минаға баҫҡан» тигән хәбәр килтерҙеләр. «Минаға эләгеү» түгел был. Быныһы хәтәрерәк. Булаттар группаһын шунда ебәрҙеләр. Уларға ике сапер егетте лә беркеттеләр. Хәлдәр бик мөшкөл ине. «Зачистка» яһап йөрөүсе «федералдар» эләгеп шартлаһын өсөн, «чехтар» ташландыҡ йорттоң ер иҙәненә мина ҡуйғандар. Яҙмыш шаяртыуылыр инде – ана шул минаға чечен ҡыҙы килтереп баҫҡан, имеш. Баҫыуын баҫҡан, әммә аяғын тартып ала алмаған, һуғыш донъяһында үҫкән ҡыҙ бит, аяғын алһа, шартлап күккә осасағын бик яҡшы белгән ул.
Булаттар менән килгән сапер егет бары бер генә һүҙ әйтте:
– «Лягуха», блин!..
Булат белә, «лягуха» – иң хәтәр миналарҙың береһе. Унан яҡындағы тәҙрә аралығына һикереп кенә ҡотолоп булмаясаҡ. Ул өҫтөнә баҫып торған кешене генә түгел, шартлай ҡалһа, бөтә йортто күккә осорасаҡ. Шулай ҙа күңелде төшөрөргә ярамай, берәй сара күрергә кәрәк. Ана бит, ҡыҙый үҙе лә саҡ-саҡ аяғында баҫып тора. Былай булһа, ул үҙе үк шартлаясаҡ, уны ҡотҡарырға килгән егеттәрҙе лә харап итәсәк.
– Исемең нисек? – тип һораны Булат ҡыҙҙан.
– Зөләйха.
– Арыныңмы?
– Арыным.
– Беҙ һине ҡотҡарырбыҙ, тик һин ҡыймылдама, йәме?
– Ярар...
– Бик һәйбәт. Хәҙер ипләп кенә мин һине алыштырам. Башта мин баҫам, аҙаҡ аяғыңды алаһың да бына ошо эҙҙәр буйынса сығып китәһең.
– Мин ҡурҡа-а-ам...
– Мин дә ҡурҡам, нишләйһең инде, беҙҙең яҙмыштар бәйләнгән хәҙер... Зөләйха – матур исем. Үҙең дә матур. Һиңә әле йәшәргә лә йәшәргә... Бәхетле булырға...
– Мин инде бәхетһеҙ... Егетемде «федералдар» үлтерҙе. Үҙемде көсләнеләр. Ә көсләнгән ҡыҙҙы бер кем дә алмай беҙҙә...
– Ләкин барыбер йәшәргә кәрәк. Бер яйы сығыр әле. Һуғыш та бөтөр...
– Был һуғыш бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк, һеҙ белмәйһегеҙ быны. Ә мин беләм... Беҙ беләбеҙ...
– Ярай, ярай, һинеңсә булһын. Тик һин, зинһар, һаҡ ҡылан, йәме. Минең дә йәшәгем килә. Ауылда мине һөйгән ҡыҙым көтә. Уның да исеме бик матур – Йөҙөм...
Булатты баштан-аяҡ бронежилеттарға кейендереп сыҡтылар, хатта боттарын, аяҡ балтырҙарын да тимер кейем менән төрҙөләр. Башына каска кейҙерҙеләр, ҡулдарын да, күҙҙәрен генә асыҡ ҡалдырып, йөҙөн дә ниндәйҙер тимер таҫмалар менән бәйләнеләр. Биленә лә ныҡ арҡан бәйләнде, уның бер осо, тәҙрә аша үткәрелеп, урам яғында торған БТР-ға беркетелде.
Барыһы ла әҙер булғас, Булат мина өҫтөндә баҫып торған ҡыҙ янына килде. Бәхеткә, уның аяғы мина уртаһында ҡалҡыбыраҡ торған запалдың бер өлөшөн генә эләктергән булып сыҡты. Булат шуның асыҡ ҡалған еренә баҫырға тейеш ине. Баҫҡанда сырт иткән тауыш сыҡһа, эш харап ...
Өй эсендә бер кем дә ҡалманы. Дөрөҫөрәге, чечен ҡыҙы менән Булат икеһе генә ҡалдылар. Юҡ икән әле, өсөнсө берәү ҙә бар – Әжәл. Ул бер мөйөшкә ҡасҡан да, ҡыйынһыныбыраҡ, күренергә ҡурҡыбыраҡ тора. Алдан уҡ ҡурҡытмайым был Хоҙай бәндәләрен, ти, буғай...
Нисек кенә ҡурҡыныс тойолһа ла, Булат менән ҡыҙ урындарын бик тиҙ алмаштылар. Теге ҡәһәрле тауыш та сыҡманы. Булаттың тимер кейемгә төрөнгән ауыр кәүҙәһе минаға тын алырға ла ирек бирмәне.
Хәҙер БТР-ға тағылған бауға тотоноп, тәҙрә аша тышҡа осоп сығаһы ғына ҡалды. Эйе шул, тотоноп сығырға кәрәк. Билгә бәйләнгән бау уны тәҙрәнән сыҡҡанда уҡ арҡырыға өҙәсәк...
Бауҙы шытырлатып ҡулына бәйләп ҡуйғас, Булат тамам тынысланды. Егеттәргә баш ҡағып әмер бирҙе. Тышҡы яҡта үкереп ултырған БТР тағын да үрһәләнергә тотондо. Бына ул урынынан ҡуҙғалып китте, оҙон бауҙы өҫтөрәп ялан буйлап саба башланы. Булат бауҙың турайып тартылғанын көттө. Бына ул миҙгел... Бына ул йәшәү менән үлем сиге... Ҡулындағы бау буйынса килеп еткән хәтәр көстө тойоу менән, Булат, баҫҡан еренән этелеп, асыҡ тәҙрәгә томоролдо... Әллә БТР-ға тағылып, әллә көслө шартлау тулҡынына эйәреп, ул күпмелер ваҡыт осоп барҙы, ергә ҡапланып төшкәс тә шаҡтай һөйрәлеп барҙы. Егеттәр ах-ух килеп ябырылғанда, Булат салҡан ята ине. Бөтә ере тырналып, һыҙырылып бөткән, мина ҡыйпылсыҡтары тейгән урындарҙа бронежилеттың тимерҙәре бүлтәйеп килеп сыҡҡан...
Беренсе йүгереп килеп еткән һалдат гөрөлдәп Булат өҫтөнә ҡапланды. Йөрәген тыңлай башланы. Бер аҙҙан ул, теҙҙәрендә торған килеш, ҡулдарын күккә сөйөп ҡысҡырып ебәрҙе:
– Иҫән! Иҫән, шайтан малайы, иҫән!
Уның һүҙен тиҙерәк йөпләргә теләгәндәй, был сепрәк һәм тимер өйөмөнөң берҙән-бер асыҡ ере – йәндең донъялыҡҡа сығып йөрөй торған иң серле урыны – күҙҙәр – кинәт гөлт итеп асылып киттеләр һәм бала-сағалар кеүек һикерешеп, бейешеп йөрөгән ҡораллы сабыйҙарға ғәжәпләнеп, шаҡ ҡатып ҡарап тора башланылар.
– Ана, ана, асты, күҙҙәрен асты!
– Күҙҙәрен асты!
– Тимәк, иҫән!
Һөйөнөстәренән ни эшләргә белмәйенсә, шау-гөр килеп йөрөүсе әзмәүерҙәй егеттәр был күҙҙәрҙең Булат тәнендәге берҙән-бер иҫән-һау урын булыуын белмәйҙәр ине шул әле...
Булат күҙҙәрен асҡанда, күк йөҙө шундай аяҙ ине. Ана бер ситтәрәк ҡаурый болоттар йөҙөп йөрөй. Әсәһе һөт айыртҡанда биҙрәлә күпереп ултырған күбек кеүек... Их, тотоп ҡарағы килә үҙҙәрен. Бына хәҙер ҡулды һуҙырға ла үрелеп алырға ине. Тик... ниңәлер ҡуҙғатып булмай был ҡулдарҙы, үрелеп алып булмай шул аҡ болоттарҙы...
Нимә булған уға? Яраланғанмы? Юҡ, бер ере лә ауыртмай. Исмаһам, бер һыҙлау, әрнеү булһын! Башы ғына зыңлай ҙа, йөрәге генә тибә...
Бына хәҙерге кеүек... Аҡ бабай һөйләнеп ултыра, ә уның башында һаман әле теге ваҡыттағы шартлау яңғырап тора, йөрәге ярһып тибә... Ул ғына түгел икән, уның инде уң ҡул бармаҡтары, бергә йыйылып, йоҙроҡҡа төйнәлгәндәр. Өйҙәгеләрҙең күҙҙәре шул йоҙроҡта. Бигерәк тә Фәүзиә һөйөнөсөнән нишләргә белмәй. Йөҙҙәрен, күҙҙәрен алъяпҡыс итәге менән һөрткөләп ала, бер туҡтауһыҙ:
– Ай Хоҙайым, мең рәхмәттәр һиңә, Аҡ бабай... Үҙеңдең һүҙең менән Булатыбыҙға шифа бирәһең, көс индерәһең...
Аҡ бабайҙың үҙ һүҙе һүҙ:
– Фәүзиә балам, шуны асыҡ бел: Булатың көстө минән алмай, ул уны үҙ эсенән, үҙ йөрәгенән таба. Көслө, аҡыллы бала үҫтергәнһегеҙ һеҙ. Бының өсөн һеҙҙең үҙегеҙгә Хоҙайҙың рәхмәте төшһөн.
– Терелер бит ул, ә, Аҡ бабай?
– Йоҙроғон төйнәй алған кеше аяғына баҫа ла инде. Көтөргә кәрәк. Көс етерлек унда. Әммә ул көстө ҡуҙғатырлыҡ әйбер ҙә кәрәк. Нимә ул? Мин белмәйем. Булат үҙе лә белмәй әле уны. Бәлки, мөхәббәттер? Бәлки... Нәфрәттер...
Булатҡа Аҡ бабайҙың был фәлсәфәһен тыңлап ятыу ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине. Гүйә, уның өсөн бөтә нәмәне хәл итеп бөтөргәндәр инде. Хәҙер өмөтләнәһе генә ҡала...
Шул саҡ Гөлназ ағаһына өндәшеп ҡуйҙы:
– Ағайым, һин ишетәһеңме беҙҙе?
Булат керпектәрен ҡаҡты.
– Ишетә, ишетә, әсәйем, ул беҙҙе ишетә! Әйттем бит мин һиңә, ул минең менән һөйләшә, тинем...
Фәүзиәнең дә улы менән һөйләшкеһе килде, ахыры. Ул, Булаттың йөҙөнә үк эйелеп:
– Балам, берәр ерең ауыртамы? – тип һораны.
Булаттың күҙҙәре хәрәкәтһеҙ ҡалдылар.
Фәүзиә Гөлназға боролдо.
– Ҡара, балам, мине ишетмәйме әллә ул?
– Ишетә, әсәй, һине лә ишетә. «Юҡ, ауыртмай» тигән һүҙе ул уның. Күҙҙәрен йомһа, «эйе» була, йоммаһа, «юҡ» тигән һүҙ...
– Ай Аллам!.. Бына бит Хоҙайҙың хикмәттәре!.. Һөйләшә лә баһа үҙе, аңлай ҙа, аңлата ла... Терелһен генә инде, балаҡайым, тиҙерәк терелһен генә...
Гөлназ түҙмәне, Булат өҫтөндә йәш түгергә йыйынған әсәһен тынысландыра башланы. Быға тиклем һүҙгә ҡыҫылмайынсараҡ торған атаһы ла йомшаҡ ҡына әйтеп ҡуйҙы:
– Иларға түгел, шатланырға кәрәк, Фәүзиә, улыбыҙ һауыға башланы бит...
– Шатлыҡ йәше генә бит, атаһы, күҙ йәше аша көләм мин шулай, һөйөнөстән илап көләм...
– Барыбер илама... Ҡайғы күҙ йәшен айырмай, саҡыралар тип, хәҙер йүгереп килеп етер...
Атай кешенең шулай тип әйтеүе булды, арттарында ишек шығырлап асылды. Барыһы бер юлы, һүҙ ҡуйышҡандай, дәррәү арттарына боролоп ҡаранылар. Ишекте арҡыры-буйға тултырып, күрше ауыл малайы Дилүс баҫып тора ине...
– Ғимазовтарға сәләм! Булатты шәбәйә башлаған тигәндәр ине, шуға кереүем. Берүк, асыуланмағыҙ.
– Әйҙә, Дилүскәйем, кер, һин дә минең улым менән бергә хеҙмәт иткәнһең бит, әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә кисерешкәнһең, һуңғы һынығыңды бүлешкәнһең... Был өйҙә һинең урының түрҙән, улым... Әйҙә, үт, ултыр.
Шул ваҡыт Гөлназ әсәһенең ҡолағына үрелеп бышылданы:
– Әсәй, ағайым Дилүсте күрергә теләмәй, ана күҙҙәрен йомдо. «Күргем килмәй» тигән һүҙе ул уның.
– Иҫәнлек һорап ингән кешене кире сығарып ебәреп булмай бит инде, ҡыҙым. Кергән икән, бер аҙ торор ҙа сығып китер. Тауышланма, йәме.
Дилүс түргә уҙҙы. Түшәктәге Булатҡа күрһәтеп:
– Йоҡлаймы? – тине.
– Йоҡлай шул, әле генә йоҡлап китте.
Гөлназ үҙенең кескенә ғүмерендә беренсе мәртәбә әсәһенә ҡаршы төштө:
– Йоҡламай ул, йоҡламай! Уның Дилүс ағайҙы күргеһе килмәй. Шуға ла күҙҙәрен йомдо. Яратмай ул уны, яратмай...
– Туҡта әле, ҡыҙым, нишләп улай тиһең, улар бит бергә хеҙмәт иткәндәр...
– Барыбер яратмай ағайым уны. Ниндәйҙер насарлыҡ эшләгән ул уға. Хәҙер ҙә эшләргә теләй. Миңә быны ағайым үҙе әйтте, күҙҙәре менән әйтте...
Иларға етешкән Гөлназ кесе яҡҡа сығып киткәс, бер мәл тын ҡалып торҙолар. Тынлыҡты Дилүс боҙҙо:
– Эштәр былайға киткән икән, ярар, Тимерйән абзый, Фәүзиә апай, мин сығырмын инде. Служактан быны көтмәгән инем. Мин бит уны үлем ауыҙына инеп алып сыҡтым, ә һеҙҙе ҡайғынан араланым. Изгелек нимә булып ҡайта тиҙәр әле? Тап шулай икән. Һау булығыҙ...
Дилүс артынан ишек ябылыуға, был хәлдәрҙән бер аҙ юғалыбыраҡ ҡалған Аҡ бабай ҙа иҫенә килеп өлгөрҙө, тороп һаубуллаша башланы, артына боролоп:
– Ә бит ул алдай, үлем ауыҙына кереп сыҡҡан кеше былай һөйләшмәй, – тине лә тиҙ генә сығып китте.
Һағыныу
Һағыныуҙың нимә икәнен белә Булат. Шуға күрә һағынырға өйрәнәһе юҡ уға. Теге хикмәтле хәлдән һуң Йөҙөмдөң юҡҡа сығыуы уны тағы һағыш ҡосағына ташланы. «Нишләп кермәй ул? Һинән рәт сыҡмай, һин хәҙер наҙлай ҙа, иркәләй ҙә, һөйә лә, һөйөшә лә белмәйһең тиме? Һин – ғәрип-ғөрабә, һин... һин... һин – тере мәйет тиме? Әгәр шулай уйлаған булһа, Булат быны тойор ине, тойор ине лә Йөҙөмгә күңеле һыуыныр ине, уны шундуҡ онотор ине... Онота алмаһа ла, оноторға тырышыр ине... Тимәк, ул улай уйламай, уйламай!..»
Булаттың бындай халәтте кисергәне бар ине инде. Чечняла булды был хәл. Әлеге хәтәр ергә барып эләккәс, шул көндө үк Йөҙөмгә хат яҙып һалды. Ғәҙәти һөйөү хаты. Ҡайҙа икәндәрен әйтмәне, бары тик хәрби частың номерын ғына күрһәтте.
Йөҙөмдөң яуап хатын теүәл бер ай көттө ул. Был бер ай эсендә Булат үҙ күңелен бер генә мәртәбә әйләндереп ҡаҡмағандыр... Ундағы һәр бөртөк хисте берәмтекләп ҡарап, тикшереп, хатта һынап сыҡты. Йөҙөмдөң элегерәк яҙған хаттарын ҡат-ҡат уҡыны. Һәм ныҡлы бер фекергә килде: ярата уны Йөҙөм, бик ярата. Ярата һәм көтә. Һағынып көтә. Шуға күрә Булат уға үпкәләмәй ҙә. Ниндәйҙер ғәйеп өсөн генә үпкәләргә мөмкин бит. Ә Йөҙөм – бер гонаһһыҙ ауыл ҡыҙы, һөйөргә, һөйөлөргә, бәхетле булырға һәм кемделер бәхетле итергә яратылған ер фәрештәһе... Һағынды уны Булат, бик һағынды. Уның йылы хистәргә, матур хыялдарға төрөп ебәргән мөхәббәт һүҙҙәрен һағынды...
Бер айҙан һуң Йөҙөмдән хат килеп төштө. «Нишләп яҙмайһың, Булат? Нимә булды? Әллә яратмай башланыңмы? Әллә берәй чечен ҡыҙына ғашиҡ булдыңмы?
Ике хат яҙҙым бит инде, нимә булһа ла яҙ, мин барыһын да күтәрәм... Һағынып, яратып, һинең Йөҙөмөң», – тигән.
Булаттың йөрәге шартлар хәлгә етеп типте. Ул бер ни аңламай ине. Нимә был? Яҙмыш шаярыуымы? Әллә берәй йүнһеҙ бәндәнең эшеме? Эшеме, үсеме? Булат шунда уҡ йыйынып РМО-ға (рота материального обеспечения) китте. Хаттар шунда йыйылып бара ине. Унда уның Вася исемле танышы бар. Улар икеһе лә бер призывтан, сержанттар әҙерләй торған бер курстан. Хаттарҙы уға шул Вася ебәреп тора ине.
– Нихәл, братан? Нишләп күренмәйһең был арала? Иҫәнме-түгелме тип ҡайғыра башлаған инем инде.
– Иҫән, нимә булһын миңә. Вася, әйт әле, был айҙа миңә хаттар килдеме?
– Килде. Мин уларҙы аккурат ебәреп торҙом. Һинең яҡташың бар бит әле, күрше взводта? Бына шул һорап алды. «Үҙем тапшырам», – тине. Нимә, тапшырманымы әллә? Ну, сволочь, күренһен генә әле!..
Булат бүтән һүҙ оҙайтып торманы, ауылға ебәрәһе хаттарҙы ҡалдырып, ротаһына ҡайтып китте. Дилүскә ҡанығып ваҡланманы. РМО-ға барғас, уны шәп кенә бәргеләп ҡайтарғандарын ишетте лә, шуның менән тынысланды.
Хат алышыу китте! Улар, гүйә, ысынбарлыҡта түгел, хаттарҙа йәшәй башланылар. Йөҙөм, ҡыҙҙарға хас булғанса, бик асылып китмәне, үҙенең күңелен тыйнаҡ ҡына, сабыр ғына систе, Булат иһә бөтөнләй туғарылды: мөхәббәт һүҙҙәрен һипте генә! Ул хаттарҙағы һүҙҙәрҙе хәҙер ҙә ҡабатлай ала Булат, сөнки мөхәббәт хистәренә йомарт булһа ла, уларҙың барыһы ла ысын, ихлас ине. Быны Йөҙөм дә белә, шуға күрә Булаттың тәмле теленә, күп һүҙенә асыуланмай, һөйөнә генә!..
«Һөйөклөм минең, – тип яҙған ине Булат бер хатында, – был мәхшәр донъяһында һин минең берҙән-бер күңел яҡтылығым, өмөтөм һәм ышанысым. Мин, һуғышырға теләмәһәм дә, ил ҡушҡанға ҡорал алдым, ата-әсәм ышанысына тап төшөрмәҫ өсөн хеҙмәт итәм, әммә йәшәүем бары тик һинең өсөн генә...»
Икенсе бер хатында бөтөнләй тәртипһеҙ, оятһыҙ ҡыланған да баһа... Нишләп улай булһын, ысын мөхәббәт-тә оят була тиме ни?!
«Һөйөклөм минең! Мин бөгөн төнө буйы һинең менән хыялланып сыҡтым. Күҙҙәремде йомам да һине күҙ алдыма килтерәм. Һин ниндәйҙер һыу буйында. Ел сәстәреңде йолҡа, күлдәгеңдең итәген күтәреп яфалай. Һин уны ҡулдарың менән төшөрөп тораһың, ә ул тағын күтәрә, бөтә донъяға һинең матур аяҡтарыңды асып күрһәтмәксе була... Бөтә донъя тигәнең мин инде ул. Минең дәртем ҡуҙғала, мин һинең яныңа киләм, алдыңа теҙләнеп, ел асып алған арала зифа, тығыҙ боттарыңдан үбәм... Ошо мәлде төшөмә алып китергә теләйем. Төш тормошҡа оҡшашыраҡ була бит. Ысыныраҡ. Дөрөҫөрәк. Күҙ алдына килтергәндә, бөтә нәмәне лә асыҡ күреп бөтөрөп булмай. Бигерәк тә күҙҙәреңде күрмәйем, ҡарашыңды онотам... Ә төштә... төштә йәшәп була, тағын да нығыраҡ яратып, һөйөү ләззәтен нығыраҡ татып була. Тик нишләптер төштә күрмәйем мин һине...»
Һуғыш хаҡында, хәрби рейдтар, «зачистка»лар тураһында яҙғыһы килмәй Булаттың. Әммә был хәтәр мәхшәрҙән күңеле елкенгән ваҡыттарҙа, әрнеүле, ғазаплы юлдар һөйөү хаттарына ла инеп киткеләй ине...
«Һөйөклөм минең! Бөгөн мине бер ҡарт һалдаттың йәш һалдатҡа кәңәш итеп әйткән һүҙҙәре һиҫкәндерҙе. «Һуғышта уйларға кәрәк түгел. Һуғышҡа тиклем уйларға кәрәк. Һуғыштан һуң уйларға була. Шуны бел: һуғышта нисек тә иҫән ҡалырға тырышырға кәрәк, шул ғына...» – тине ул. «Федералдар»ҙа ҡорбандарҙың күп булыуы ошо фәлсәфәнән килә. Был психология менән еңеп булмай. Беләһеңме, бөтә ҡыҙығы ла шунда: ҡарт һалдат хаҡлы...»
«Беләһеңме, чечендар ауыртыу йәиһә юғалтыу аша ғына тоялар. Ғаиләләрендә берәйһе үлһә йәиһә юғалһа, улар баштарын эшләтә башлайҙар. Үсле чечен – иң хәтәре, шул уҡ ваҡытта иң аҡыллыһы һәм иң талантлыһы...»
«Бер көндө йәш контрактник (ялланып, аҡса өсөн килгән һалдат) менән ҡарт срочник (призыв буйынса алынған һалдат) һөйләшеп торалар. Беренсе атыштан һуң уҡ шыр ебәргән контрактник әйтә: «Мин һуғыша белмәйем», – ти. Срочник уның ауыҙын бик тиҙ ҡапланы: «Мин дә белмәй инем... Мине көсләп өйрәттеләр... Ә һин үҙең теләп килгәнһең», – тине».
«Блокпост янындағы юл сатында баҫып торған һалдаттарҙы күҙәтәм. Юлдан үткән һәр чечен кешеһен ентекләп тикшерәләр – ҡоралдары юҡмы, мылтығы, гранатаһы, бомбаһы... Хатта бала-сағаларҙы ла, үлем ҡаршыһына баҫырға ваҡыт еткән ҡарт-ҡарсыҡтарҙы ла тентеп үткәрәләр... Шуныһы ҡыҙғаныс: шлагбаумға тиклем тыныс күңел менән, хатта «федералдар»ға теләктәш булып килгән кешеләр был тентеү, түбәнһетеүҙәрҙән һуң дошманға әйләнеп китәләр. Ҡулдарында бер ни юҡ, уның ҡарауы, уларҙың йоҙроҡтары – бомбаға, йөрәктәре гранатаға әйләнер ҙә, шартлап, донъяның аҫтын-өҫкә килтерер кеүек...»
«...Бөгөн көн буйы засадала яттыҡ. Бер баҫыу юлынан чечендарҙың полевой командиры үтергә тейеш ине. Һарыҡ көтөүе ҡыуып барыусы тешһеҙ, ябыҡ, йәне бына-бына сығам тип торған чечен ҡартынан башҡа кеше үтмәне. Базаға ҡайтҡас командирҙар тотоп ашай яҙҙылар. Шул өтәләнеп бөткән көтөүсе атаҡлы полевой командир булған икән».
«Һөйөклөм минең! Әгәр һинең хаттарың булмаһа, мин күптән инде бер диуанаға әйләнер инем. Күңелеңде нығыраҡ аңлаған һайын, һиңә булған мөхәббәтем дә көсәйә, һине һағыныуым да арта... Һағыштың да, һағыныуҙың да матуры, бәхетлеһе була икән! Эйе, мин бик, бик бәхетле! Сөнки һин бар! Бәхет ул һәр ваҡыт киләсәк менән бәйләнгән була. Һин минең киләсәгем. Ишетәһеңме, ки-лә-сә-гем!..»
Хәтәр шартлауға тиклем яҙып ебәргән хатын да хәтерләй Булат. «Миңә бер-бер хәл була ҡалһа, бәхиллегемде, ризалығымды бирәм. Тик ул кеше минән кәм булырға тейеш түгел», – тип яҙған ине ул, алдағы фажиғәһен һиҙгән кеүек. Йөҙөмдөң хаты госпиталгә килде. Күрше карауатта ятыусы «Тарзан» (ысын исемен Хоҙай үҙе генә беләлер), зәңгәр буй һыҙыҡлы конвертты асып, уның һәр битен Булат ҡаршыһында тотоп торҙо.
«Һин миңә таҙа, һау, сәләмәт килеш кәрәк, Булат. Ышанам, һинең менән бер ни ҙә булмаясаҡ. Һаҡла үҙеңде, йәме, минең өсөн һаҡла...» тигән юлдарҙы уҡығас, Булат тамам күңелен төшөргән ине. Бына, ҡайтып, Йөҙөмдө күргәс, бигерәк тә теге серле, сихырлы осрашыуҙан һуң күңеле ҡабат һынын турайтып ебәргән ине, Йөҙөм инмәй башлағас, тағын һағыш даръяһына сумды. Эйе, һағыштың бәхетлеһе лә була. Әммә Булаттың был һағышы ҡара һағыш ине...
Иртәнге шартлау
– Ағайым! Ағайым! Йөҙөм апай килә, беҙгә килә!
Йоҡомһорап ятҡан Булат тертләп уянып китте.
Бөгөн төнө буйы йоҡлай алманы ул. Тәне һыҙлап сыҡты. Һуңғы көндәрҙә ҡул-аяҡтарына йән индереү өсөн бик ныҡ тартышты шул. Ә ҡабат уянып йәшәй башлаған һәр күҙәнәк үҙәктәргә үтеп һыҙлай...
Күҙҙәрен йомған килеш кенә иң тәүҙә атаһын, аҙаҡ әсәһен эшкә оҙатты. Гөлназ да мәктәпкә китергә йыйынып йөрөй. Иҙәнгә ныҡ баҫмаҫҡа тырыша. Ағаһы янына килеп, өҫтөн япты, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Аҙаҡ ауыр һулап ҡуйҙы ла тәҙрә яғына китте. Мәктәпкә бергә барыр өсөн, күрше ҡыҙҙарын шулай көтә ул...
– Ағайым! Йөҙөм апай килә!
Булат, үҙен үҙе белештермәйенсә, күҙҙәрен асып ебәрҙе. Һикереп тороп тәҙрәгә ҡарағыһы, ҡапҡанан инеп килеүсе Йөҙөмдө күреп ҡалғыһы килде уның. Тора ла, күрә лә алманы. Гөлназ тәҙрә эргәһенән китергә лә өлгөрмәне, ниндәйҙер бер рух йәиһә фәрештә кеүек, тауышланмай-нитмәй генә ишектән Йөҙөм килеп инде.
– Мөмкиндер бит? Иҫән-Һау ғына тораһығыҙмы, Гөлназ аҡыллым?
– Ярай әле, Йөҙөм апай...
– Иҫәнме, Булат...
– Иҫән-иҫән, иҫән генә түгел, терелергә тырыша минең ағайым. Эйеме, ағайым?
Гөлназ ағаһының яуап биреүен көтөп торманы, китергә ҡуҙғалды.
– Ярар, Йөҙөм апай, мин киттем, һәйбәт кенә һөйләшегеҙ. Ағайымды рәнйетмә берүк, ишетһен ҡолағың... – Аҙаҡ, аяҡ остарына баҫып, Йөҙөмдөң ҡолағына үрелде: – Ул һине бер аҙна көтә инде...
– Гөлназ аҡыллым, саҡ ҡына тороп тор әле. Ағайыңдан һорайһы һүҙҙәрем бар. Һине бит уның күҙҙәрен уҡый ала тиҙәр. Дөрөҫмө был?
– Юҡ, мин уның күҙҙәрен уҡый алмайым. Аңлайым ғына.
– Ағайыңдан бер әйбер һораһам, уның яуабын миңә әйтә алырһыңмы?
– Һора, Йөҙөм апай, һора.
Йөҙөм ҡыйыуһыҙ аҙымдар менән Булат ятҡан түшәк янына килде. Иҙәнгә теҙләнде. Булаттың ҡулдарынан тотто. Ап-асыҡ күҙҙәренә ҡараны.
– Булат, һин һаман мине яратаһыңмы?
Йәнәшәлә баҫып торған Гөлназ ағаһының күҙҙәренә ҡарап та торманы.
– Һи, мин быны уның күҙҙәренә ҡарамайынса ла әйтә алам. Ярата ул һине, бик ярата...
– Туҡта әле, Гөлназ аҡыллым. Ҡара һин уның күҙҙәренә. Уҡы. Нимә ти?
Гөлназ ҡапыл етдиләнде. Яҡыныраҡ килеп, ағаһының мөлдөрәмә тулы күҙҙәренә ҡараны. Бер аҙҙан шул күҙҙәрҙән айырыла алмайынса ғына:
– Ул «Нишләп килмәйенсә йөрөнөң» тип һорай, Йөҙөм апай, – тине.
– Нишләп килмәнемме?.. Теге көндән һуң ныҡ оялдым мин, уңайһыҙландым, Булат. Әллә ниҙәр уйлап бөтөргәнһеңдер тип ҡурҡтым. Тағы... Тағы ла күңелемде, уйҙарымды, хистәремде тәртипкә килтерәһе бар ине...
– Хәҙер тәртиптәме инде күңелең? – Булат өсөн Гөлназ һөйләшә башлаған ине.
– Хәҙер тәртиптә, Булат. Хәҙер рухым нығыны, күңелем урынына ултырҙы. Мин һинең менән буласаҡмын. Мин һине ташламаясаҡмын...
– Һин мине ҡыҙғанаһың ғына, Йөҙөм...
– Мин һине яратам, Булат! Ниңә һаман шуны аңламайһың?..
– Аңлайым. Беләм. Яратаһың. Мин дә яратам. Тик нишләйбеҙ һуң?
– Мин һиңә кейәүгә сығырға булдым, Булат!
Булат күҙҙәрен йомдо. Шулай бер аҙ торғандан һуң яңынан асты.
– Был мөмкинме ни, Йөҙөм?
– Мөмкин, мөмкин, Булат. Мин һиңә кейәүгә сығам. Үҙем тәрбиәләйем, терелтәм, аяҡҡа баҫтырам. Беҙ матур йәшәрбеҙ. Беҙҙең балаларыбыҙ булыр... Күп балаларыбыҙ булыр...
Йөҙөм йәшкә сыланған йөҙөн Булаттың йәнһеҙ ҡулбашына ҡуйҙы. Һулҡылдап илай башланы. Шулай оҙаҡ торҙолар улар, Гөлназ дың сығып киткәнен дә, уның һыуынып та бөтмәгән эҙҙәре буйлап Дилүстең кереп килгәнен дә һиҙмәнеләр...
Йырлай-йырлай килеп инде Дилүс:
– Һеҙ һаман бергә икән... Һеҙ һаман бергә икән...
– Нимә кәрәк һиңә, Дилүс? Таң һарыһы менән кеше ҡурҡытып йөрөйһөң!
– Минме кеше ҡурҡытам? Минме ҡарасҡы? Ана ул – ҡарасҡы! Ана ул әтрәгәләм!.. – Бер аҙ һауаланып алғас, бер ситтә торған ултырғысты елтерәтеп кенә эләктереп алды ла Булат менән Йөҙөм янына килтереп ҡуйҙы.
– Ярай, һөйләшәбеҙ, улайһа...
Танауына килеп бәрелгән араҡы еҫенән Йөҙөм ситкә боролдо...
– Нимә, сирҡанаһыңмы минән? Йөҙ сөйөрәһеңме?
– Юҡ-юҡ, Дилүс, былай ғына...
– Былай ғына булмай ул. Һин миңә, бәғер киҫәгем, туп-тура әйтергә тейеш, минеке булаһыңмы?
– Нисек инде «минеке», Дилүс? Мин бер ни ҙә аңламайым.
– Ну... Миңә сығаһыңмы?
– Юҡ, Дилүс, башта уҡ әйтеп ҡуям. Мин һиңә сыға алмайым. Минең Булатым бар. Мин уны яратам, уға ғына кейәүгә сығасаҡмын!
– Ошо үләкһәгәме? Уның бит... Уның бит... Бер нәмәһе лә эшләмәй!
– Йәмһеҙ һөйләшмә минең менән, Дилүс. Булат хаҡында ла йәмһеҙ һөйләмә. Мин инде барыһын да хәл иттем...
– Хәл иттем, хәл иттем, имеш... Хәл иттең, бысағым... Ә миңә нишләргә, нишләргә?..
Дилүс, устары менән маңлайын тотоп, үҙ алдына һөйләнә башланы. Йөҙөм Булатҡа күтәрелеп ҡараны. «Мин бер нәмә лә аңламайым» тигән кеүек ҡараны. Булат үҙе лә бер ни ҙә эшләй алмай ине шул. Бары тик хәрәкәтләнә башлаған бармаҡтары менән һөйгәненең ҡулын эҙләп тапты, аҙаҡ уның бармаҡтарына юлыҡты, нимә булһа ла беҙ бергә тигән кеүек, шул бармаҡтарҙы дымлы усына ҡыҫты.
Быны Дилүс тә күреп ҡалған икән. Ул һикереп үк торҙо:
– Әһә! Һин әле йәшәргә тырышаһыңмы, гад? Үлгең килмәйме? Давай, давай... Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Булмаһа, табабыҙ уны...
Дилүс был юлы ла кеҫәһенән граната һөйрәп сығарҙы. Бер ҡулы менән ян тимерен ҡыҫып, икенсе ҡулы менән уның ҡулсаһын тартып алды. Бер аҙ уйланып торғандан һуң, ҡулындағы үлем йомғағын Булаттың асыҡ усына килтереп ҡуйҙы. Артабан, ҡулсаны бер ситкә атып бәреп, бушаған ҡулы менән Булаттың әле быуын нығытып та өлгөрмәгән бармаҡтарын, граната өҫтөнә ятҡырып, йоҙроҡҡа ҡыҫты...
Булат Дилүстән был тиклемен көтмәгән ине. Эш шаярыуҙан уҙған булып сыҡты. Ф-1 гранатаһының нимә икәнен белә ул. Бер нисә секундтан һуң бөтә өй эсендә мәхшәр ҡубасаҡ...
Булат, барлыҡ көсөн бер урынға йыйып, гранатаны усына ҡыҫты. Ул арала Дилүс тәмәке тоҡандырҙы.
– Хәҙер, сержант, Йөҙөмдөң ғүмере һинең ҡулда. Беләм, һин үлемдән ҡурҡмайһың, ә бына Йөҙөмдөң ғүмере өсөн тырышасаҡһың... Хәҙер уны нисек яратҡаныңды ҡарап ҡарайбыҙ...
Шул ваҡыт Йөҙөм телгә килде. Ул ҡурҡыуын, ҡаушауын саҡ-саҡ баҫып, Дилүскә үрһәләнеп ялбара башланы:
– Дилүс, зинһарҙар тип һорайым, аҡылыңа кил, иҫәрләнмә!.. Теймә беҙгә, бәлә саҡырып йөрөмә... Бар, ҡайт, Дилүс...
Дилүс уның һайын тиҫкәреләнде генә.
– Ә һин беләһеңме, бәғеркәйем, чекаһы алынған граната шартларға тейеш. Артҡа юл юҡ. Алда ниҙәр булаһын Хоҙай ғына белә. Аҙаҡ... бына Булат белә... Ул күпме түҙә ала, шул тиклем йәшәйәсәкбеҙ. Асыуланма, йәме, шулай килеп сыҡты инде...
– Дилүс, нимә кәрәк һуң һиңә? Мин кәрәкме? Бына ул мин... Мин һиңә сығырға риза, тик Булатҡа ғына ҡағылма... – Йөҙөм Дилүстең алдына барып тубыҡланды. – Бына теҙләнеп һорайым, ҡалдыр беҙҙе. Бомбаңды ла кире ал. Бәләһенән баш-аяҡ... Һин тыңлаһын өсөн тағы ниҙәр әйтәйем, ниҙәр эшләйем һуң, Дилүс, әйт, нишләйем?
Дилүс ысынлап та шаярыуҙан үткән ине. Ул, тәмәкеһен иҙәнгә ташлап, уны ауыр һалдат ботинкалары менән тапаны ла:
– Бына ошонда минең ҡатыным бул. Булаһыңмы? – тине.
– Нисек инде «ошонда»?..
– Хәҙер үк сисен, ят!
Йөҙөм теҙләнеп торған еренән кинәт кенә тороп баҫты.
– Юҡ, быныһын эшләмәйем. Бомбаңа шартлап үлһәм үләм, шаҡшы тәнеңә түшәк булып ятмайым. Бөтә нәмә кешесә булырға тейеш.
– Кешесәме? Мине бер отделение һалдат тотоп «өшкөргәндә» бер ҙә кешесә тип торманылар. Ошо имгәгең арҡаһында кешелектән төшөрҙөләр мине... У-у, гад! Хәҙер мин шаҡшымы? Ул һәйбәтме? Булмаһын әле... Хәҙер һине үҙе алдында тотоп көсләйем. Был тағы ла хәтәрерәк. Юҡ-юҡ, һин, бәғеркәйем, тиҙ генә бирешмә, ҡаршы торған бул, тартҡылаш... Мин бөтә рәхәтен татырлыҡ булһын...
Дилүс, ҡулдарын алға һуҙып, Йөҙөмгә табан килә башланы. Йөҙөм артҡа – урам яҡ стенаға сигенде. Ләкин стенанан ары китә алманы. Әзмәүерҙәй кәүҙә уны тәҙрә араһына килтереп терәне...
Булаттың хәле шәптән түгел ине. Сараһыҙлыҡтан өҙгөләнгән йөрәге, шартлар дәрәжәгә етеп, асыуға, нәфрәткә һәм әрнешкә тулышҡан ине был минутта. Өй эсендәге хәлдәрҙән уның йөрәге, күңеле генә өҙгөләнеп ҡалманы, бөтә тәне тартышты, ҡаны ҡыҙҙы. Граната тотҡан ҡулында көс бөтөп барғанын тойһа ла, ул, әллә ҡайҙан ғына табып, тәненә, аяҡ-ҡулдарына хәл индерҙе, ҡуҙғалырға, торорға ынтылып ҡараны. Булат белә: тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Әммә кеше тигәнең тәбиғәттән өҫтөн дә баһа. Уның бит әле тәбиғәт биргән көсөнән ҡала рух көсө, уй көсө, аҡыл көсө лә бар. Ә һөйөү көсөн, нәфрәт көсөн ҡайҙа ҡуяһың?!
Булат тороп баҫа алманы. Әммә аяҡ-ҡулдарының хәрәкәтләнә башлауын асыҡ тойҙо. Ул: «Тағын әҙ генә тырыш инде, йә, тырыш инде, йөрәккәйем минең, ҡаным минең...» – тип, үҙен үҙе дәртләндерергә тырышты.
Ул арала Йөҙөм Дилүс ҡулынан ысҡынып китте, ишеккә табан ынтылды. Ләкин Дилүс уға ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты, бесәй кеүек, бер-ике һикереүҙә ҡорбанын барып та тотто. Йән көсөнә алға ырғыған ҡыҙҙың күлдәге арттан умырылып төштө. Яланғас тән күргән Дилүс тамам ҡыҙҙы, ул инде Йөҙөмдө ҡосаҡларға, үбергә ынтыла башланы. Бер ни ҙә барып сыҡмағас, һуғып ебәрҙе. Йөҙөм, һөрлөгөп китеп, башы менән тәҙрә тупһаһына барып бәрелде, «аһ!» итеп, иҙәнгә һығылып төштө...
– Әле һин шулаймы? Тешләшәһеңме? Хәҙер мин һине ҡыҙыҡ итәм...
Дилүс, күҙ асып йомғансы, Булат түшәге янында пәйҙә булды, ҡалтыранған ҡулдары менән, уның дымлы устарынан гранатаһын алды, аҙаҡ түрҙә башын тотоп, бөрөшөп ултырған Йөҙөм эргәһенә килеп сүкәйҙе.
– Бәғеркәйем, бына быны күрәһеңме? Бына ошо бармаҡтарымды бушатһам, дүрт секундта бында бер ни ҙә, бер кем дә ҡалмаясаҡ. Йәшәйһең киләме? Киләме? Килә, килә... Бына шул: йәшәйһең килһә, мин әйткәнде эшлә, йәме! Ну?!
Йөҙөм саҡ-саҡ ҡына һөйләшерлек хәлдә ине:
– Дилүс, һинме һуң был? Нишләтеп ҡайтарҙылар һине? Ни булды һиңә, Дилүс?..
– Телеңә һалышма, мин шаяртмайым, ҡыҙый. Һуңғы мәртәбә һорайым: минеке булаһыңмы?
– Дилүс... Уны былай хәл итмәйҙәр... Һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ. Тик аҡылыңа ғына кил. Мин был йәберҙәреңде кисерергә риза, тик ҡалдыр ғына беҙҙе...
Йөҙөм, стенаға таянып, көс-хәл менән аяғына тороп баҫты, йыртыҡ күлдәгенән күренеп торған яланғас тәнен йәшерергә теләп, иҙеүҙәрен, итәктәрен тартҡыланы.
– Юҡ, бер ҡайҙа ла китмәйем мин! Һин хәҙер үк минеке буласаҡһың! Булат быны күрергә тейеш! Юҡһа...
Булат манма тиргә батты, ҡыҙарынды-бүртенде, көсәнеп, шартлар хәлгә етте. Гранатанан ҡотолғас, хәле бер аҙ еңеләйгән кеүек булды, зиһене яҡтырҙы. Ул инде башын бора ала, Дилүс менән Йөҙөм яғына үрелеп ҡарай ала... Тәнен, кәүҙәһен ҡыймылдата ала! Бигерәк тә аяҡтарын түшәк ситенә шыуҙырып килтергәс, тормоштоң сабыуына тағын да дәртләнеберәк, тағын да ныҡышыбыраҡ йәбеште ул...
Булат аяғын һалындырып тороп ултырғанда, Дилүс Йөҙөмдө тамам яфалап, интектереп бөтөргән ине. Ҡыҙ ҙа үҙ яҙмышы менән килешкән, ахыры. Ул инде яланғас тәнен дә йәшермәй, ялбармай ҙа. Бары тик шыңшып илай-илай, тын ғына үҙ намыҫы, тәне һәм йәне өсөн көрәшә – ҡулдары менән һелтәнә, аяҡтары менән тибешә, теҙҙәре менән этә, нисек булдыра ала, шулай ҡаршы тора. Ул хатта ҡысҡырмай ҙа, ҡысҡырырға хәле лә юҡ, бары тик ыңғыраша, бөтә йөрәге менән рәнйей, юҡ, рәнйемәй, ҡара ҡарғыш менән ҡарғай...
Булат быларҙың барыһын да күреп, ишетеп тора, әммә бер ни ҙә эшләй алмай. Нишләп эшләмәһен, эшләй. Ул инде тороп ултырған, аяҡтарына баҫырға ғына ҡурҡа. Баҫһа, сәсрәп барып төшөр ҙә, бөтә тырышҡандары юҡҡа сығыр кеүек. Ә торорға кәрәк, нисек тә аяҡҡа баҫырға, Йөҙөмдө был хәшәрәт ҡулынан йолоп алырға кәрәк!
Тәне, мең урында мең энә ҡаҙалып торған кеүек һыҙлаһа ла, Булат хәллерәк уң ҡулы менән этелеп тороп баҫты. Карауат шығырлауын Дилүс тә ишетте, ҡырт боролоп, ҡан һауған күҙҙәре менән Булатҡа төбәлде. Ышанманы. Күҙҙәрен йомоп, башын яҡ-яҡҡа сайҡап алды. Был юлы ышанды. Әле генә күҙҙәрен селт-селт итеп түшәмгә ҡарап ятҡан Булат, аяҡтарын айырып ҡуйып, ҡулдарын ҡанат кеүек яҡ-яҡҡа ебәреп, кешенән бигерәк өрәккә оҡшаған бер сәйер ҡиәфәттә, нәфрәт тулы ҡарашы менән Дилүсте ашарҙай булып, уның ҡаршыһында баҫып тора ине.
Дилүс, үҙен үҙе белештермәйенсә, ялт аяғына тороп баҫты, ләкин зиһенен дә, көсөн дә йыя алмай ҡалды... Ҡаршыһында баҫып торған «өрәк» алға һөрөнөп китте лә, бөтөн көсө-ҡеүәте менән уны асыҡ тәҙрәгә этеп ебәрҙе, үҙе шундуҡ иҙәнгә – теткеләнеп бөткән күлдәген йомарлап, тын ғына һулҡылдап ятыусы Йөҙөм эргәһенә ауҙы. Тәҙрә яңаҡтарына бәрелә-һуғыла тышҡа осоп сыҡҡан Дилүстең яҡты донъяла бер нисә миҙгел ғүмер йәшәйһе ҡалған ине...
Һуңғы һүҙ
Көслө шартлау бөтә ауылды, юҡ-юҡ, бөтә тирә-яҡты, бөтә Рәсәйҙе, хатта бөтә донъяны дер һелкетте. Уның шомло яңғырашы ағастарҙағы ҡоштарҙы ғына түгел, гонаһлы донъя эйәләре булған кешеләрҙе лә, хаҡлыҡ, сафлыҡ һағында тороусы изге рухтарҙы ла өркөттө. Был шартлау, Чечняла барған хәтәр һуғыш ҡайтауазы булып, ҡулына ҡорал тотоп яуға керергә әҙерләнгән һәр һалдаттың ҡолағына барып иреште. Был шартлау һуғыш ғәме менән йөрөүсе һәр кешенең күңелен һиҫкәндерҙе, һиҫкәндереп кенә ҡалманы, уларҙы киләсәк, хаҡлыҡ, иман һәм йәшәү бәхете хаҡында уйларға мәжбүр итте...
Уҡыусым! Бына төпкөл татар ауылында булған «кескенә Чечня» драмаһы үҙенең ахырына яҡынлашты. Был фажиғәле ваҡиға мине генә түгел, һеҙҙең күңелдәрҙе лә тетрәткәндер. Берҙән-бер ҡыуаныс: Йөҙөм менән Булат иҫән ҡалдылар, бергә ҡалдылар. Икеһен дә районға дауаханаға ебәрҙеләр. Шул китеүҙән улар ауылға әйләнеп ҡайтманылар, өйләнешеп, район үҙәгендә ҡалдылар. Булат бик тиҙ аяғына баҫты, йөрөй башланы, Йөҙөм эшкә керҙе, Булатынан бер аҙым да ситкә тайпылманы...
Дилүсте, Чечняла хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдат тип, ауыл зыяратының иң түренә күмделәр. Күмгәндә райондан, хатта Ҡазандан да килделәр. Мылтыҡтан аттылар. Мылтыҡ йәҙрәләренең шартлауы тағы бөтә донъяны һиҫкәндерҙе, әммә был юлы ағастарҙағы ҡоштар үҙ ояларын ташлап османылар, кешеләр ҙә ғәҙәти эш-шөғөлдәренән айырылманылар. Шартлауға ла күнегелә икән шул... Һуғышҡа ла, үлемгә лә күнегелә... Тик... Барыбер яуызлыҡҡа күнегеп булмай. Булмай!
Уҡыусым! Һинең бик насар ғәҙәтең бар. Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, шунда уҡ уның геройҙары хаҡында төпсөнә башлайһың: «Кемдәр улар? Ҡайһы ауылдан? Хәҙер нишләйҙәр?» Бүтән төрлө һорау бөткән тиерһең. Әйтәйек, бына бындайыраҡ һорау: бер үк һуғыш ҡырында йөрөгән ике кешенең береһе ни өсөн рухы һәм холҡо менән имгәнеп, зәғифләнеп ҡайта, ни өсөн кешелеген юғалта, яуыз затҡа, зомбиға әйләнә, ә икенсеһе шул уҡ һуғышта рухи яҡтан таҙарына, сафлана, иманын нығыта, тормош һәм йәшәү өсөн аяуһыҙ көрәшкә күтәрелә? Ни өсөн һәм ни сәбәпле яуызлыҡ менән изгелек бер үк шарттарҙа тыуа ала?
Ҡай сағында мин төн уртаһында һиҫкәнеп уянам. Ҡолағыма шартлау тауышы ишетелә. Ул бик оҙаҡ яңғырап тора ла, ниндәйҙер һағышлы көйгә әүерелеп, ҡайҙалыр китеп юғала. Тауыш килгән еренә китә, тиҙәр. Шулайҙыр. Ҡолағымда яңғырап торған шартлау ҙа шунда – үҙе килгән яҡҡа китеп юғала... Ҡабат ҡайтмаһын ине был тауыш тип теләйем, һиҫкәндермәһен ине әҙәм балаһын, уның күңел күктәрен тетрәтмәһен ине...
Ғәлимйән ҒИЛМАНОВ.