Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

ИБЛИС

Повесть

ПРОЛОГ

I

Ерҙә кешелек донъяһы яралғаны бирле йәшәй ул бында, һис бер ярлыҡау булмаҫ гонаһтары өсөн төшөрөлгәйнеме иблис күктән, йәиһә әҙәми затты күңел ныҡлығына, намыҫ көсөнә һынамаҡҡамы? Бәлки, әҙәм балалары көңгөр-ҡаңғыр көн иткән берҙән-бер төйәк – Ер шарын тамам гонаһ һаҙлығына батырып, күсәренән ысҡындырырға, йәһәннәм төбөнә олаҡтырырғалыр? Ҡайһылай ҙа бик аҙҙар бирелмәй иблис ҡотҡоһона, сөнки ул, күҙ асып йомған арала мең ҡиәфәткә кереп, һине матурлыҡ менән дә, байлыҡ менән дә, баш әйләндергес бейеклек, оло вазифа менән дә алдай, башыңды әйләндерә, донъяуи нәфсеңде аҙҙырып, һине иң ғәзиз кешеләреңә ҡаршы ҡоторта, үҙең ишеләргә дошман яһай, ҡотолғоһоҙ һәләкәткә этәрә...

Иртәнге кәңәшмәгә йыйылған хеҙмәткәрҙәр, хужаның әле булһа килеп етмәүен күреп, ни уйларға ла белмәй, бер аҙ көтә бирҙеләр ҙә яйлап таралыша башланылар. Ойошма директорының ярҙамсыһы түрәнең йортона шылтыратырға уҡталғайны ла, тағы ниҙер уйлап, икеләнеп ҡалды. Ниңә көн элгәре ғаиләһен борсорға, тигәндер. Ул арала, йөрәккә хафа һалып, өҫтәлдәге телефондарҙың береһе зыңғырланы.

– Тыңла... Бик ашығыс... «Содбизнесбанк»ка ун миллион доллар күсерергә кәрәк. Түбәндәге иҫәп буйынса. Бөгөн, хәҙер үк...

Ярҙамсы ни ҙә булһа һорарға, асыҡларға ла өлгөрмәне, шеф трубканы һалды. Әллә бәйләнеш өҙөлдө. Хужаһының тауышы, нисектер, бик сәйер яңғырағандай тойолдо ярҙамсыһына. Ул ни уйларға, нисек хәл итергә лә белмәне. Шунсама аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсертергә башына тай типкәнме әллә? Юҡ, бында ниндәйҙер ғиллә бар. Моғайын, тағы шылтыратырҙар. Ваҡ-төйәк эш менән булашҡан булып, урынбаҫар йәнә шылтыратыу көттө. Хужа оҙаҡ көттөрмәне.

– Ун миллион доллар. Йәһәт...

– Әллә Ким Виловичҡа әйтәйекме? – тип һораны урынбаҫар мөмкин тиклем тыныс тауыш менән.

– Бик кәрәк! Эйе! Эйе! – Шеф тауышында бер аҙ йәнлелек һиҙелде. Ҡабаланып, әйтеп ҡалайым, тигәнерәк тонда өндәште шикелле хужа быны.

Ким Вилович – федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте начальнигының ҡыҫҡартылған ҡушаматы. Үҙ-ара бер аҙ шаяртып, шулай атайҙар. Тимәк, генераль директорға хәүеф янай. Бандиттар ҡулына эләккән, тимәк, ә улары аҡса таптыра. Баш бухгалтерҙы саҡырып, урынбаҫар хәлде аңлатты. Бандиттарҙы тынысландырып тороу өсөн ике миллион доллар күсерергә ҡарар иттеләр. Хәүефһеҙлек хеҙмәтенә лә хәбәр ебәрелде. Тик бына аҡса кем иҫәбенә күсә икән? Әлегә урынбаҫар ҙа, бухгалтер ҙа эштең ни тиклем етди тороуын, банда эҙенә еңел генә төшөп булмаҫты белмәйҙәр ине.

II

...Ишек асылған тауышҡа һиҫкәнеп китеп, Язар ырғып торҙо. Алдындағы китапҡа төңәлеп ултырып, ойой башлағайны, шуға ҡапылғара ни булғанын аңламайыраҡ ҡалды: ни өсөн ишекте бикләмәгән һуң ул? Ғүмере ҡыланмағанды... Ләкин тығыҙ беләктәрен уйнатып, ҡорһаҡтарын кирә биреп баҫҡан дүрт-биш амбалды күргәс кенә башына барып етте: былар өсөн ябыҡ йоҙаҡтар юҡ.

«Һуңғы сәғәтем ошомо икән инде? Ҡайһылай үкенес...» – Күҙҙәрендә мәғәнәһеҙ бушлыҡ ҡына йылтыраған был бәндәләрҙән игелек көтөрмөн тимә. Араларынан береһе, туржыҡ аҡ йөҙлө, таҡыр башлыһы, эйәге менән өҫтәлгә ымланы:

– Белем эстәйбеҙ инде, ә?

– Эйе... Уҡыйым... – Язар үҙенең ҡойолоп төшөүенә йәне көйҙө. Нимә ебене һуң әле ул? Үлергә насип икән – хәл юҡ, башты юғары тотоп үлергә ҡала. Егет яурындарын яҙа биреп алды, унан тамағын ҡырып: – Түләп уҡыйым. Шуға бына төнгө ҡарауылда ла торам, – тип өҫтәгән булды.

– Күрәм... Түләп тиһең инде... Ә беҙгә нимәңде түләрһең икән?

– Аҡсам юҡ...

– Ә был ойошманың нимәһе бар?

– Балалар баҡсаһы ла инде, нимәһе булһын.

– Юҡ тиһең инде... Ә үҙең ҡайҙа уҡыйһың, әҙәм балаһы?

Язар быларҙың үҙен бесәй сысҡан уйнатҡан кеүек уйнатыуын белә ине. Бик ҡыҙыҡһыналар ти уның ҡайҙа уҡыуы менән. Шулай ҙа ипле итеп яуап ҡайтарырға кәрәк.

– Сәнғәт институтында, – тине ул, ҡайһылай ҙа тыныс күренергә тырышып.

– Оһо-һо-һо-һо... – Башкиҫәрҙәр уһылдашып, өйөр айғыры тауышы сығарып, көлөп ебәрҙеләр.

– Сәнғәт, тиһең инде. Хуп, хуп... – Таҡырбаш Язарҙы баштан-аяҡ өйөрөлтөп ҡарап сыҡты.

«Башлыҡтары ошо, ахыры, – тип уйланы Язар. – Эй Аллам, үлтерһәң, ҡапыл ғына үлтер ҙә ҡуй, был иблистәрҙең ҡулынан яфа сигергә бирмә. Әсәйем менән атайым ҡайғырыр инде...» Ул ҡаршылашыуҙың да, инәлеү-ялбарыуҙың да файҙаһыҙ икәнлеген аңлай ине. Ҡараштарында инабат юҡ, мәрхәмәт һорау урынһыҙ. Теге Таҡырбаш стенала элеүле торған гитараны алып, Язарға һондо:

– Уйна!

Ниндәйҙер әҙәм аҡтыҡтары алдында һөнәр күрһәтеп ултырыу ирлек түгел дә бит. Тик бүтәнсә ни хәл ҡылаһың? Буйһоноуға ҡалған көн. Хәленән килһә, бөтәһен бергә бөрә тотоп алып, тупһа аша ғына ырғытыр ине лә бит. Ләкин быларҙың һәр береһе Язарҙан өс-дүрт тапҡыр көслөрәктер әле.

– Уйна! – тип ҡабатланы Таҡырбаш.

Уйнарға... Гитараны алды ла Язар, артабан нишләргә лә белмәй туҡтап ҡалды.

– Белмәйһеңме ни?

– Беләм.

– Белгәс...

Язарҙың бөтә белгәне ҡапыл онотолған кеүек булды. Ни ҙә булһа иҫкә төшөрөргә теләп, күңеленән генә көйләп ҡуйҙы. Әгәр һис юғы бер йыр хәтеренә килһә, ғүмере тағы бер нисә минутҡа оҙая, тимәк. Гитараны сикһеҙ бер наҙ менән әкрен генә һыйпап алды, күкрәгенә лә ҡыҫып алғандай итте. Уға таҫрайышып ҡарап торған башкиҫәрҙәр тағы һаһылдашырға кереште.

– Ҡыҙ наҙлаймы ни! – тине береһе. – «Әп» итеп тә ҡуй инде.

Таҡырбаш уң ҡулын күтәрҙе, тауыш шунда уҡ тынды.

– Йә! Тыңлайым!

Язар гитара ҡылдарында оҙон, ҡупшы бармаҡтарын уйнатып алды. Унан бер-икене сиртте лә баҫалҡы ғына тауыш менән йырлап ебәрҙе:

Если друг оказался вдруг

И не друг, и не враг, а так...

Тәүҙә баҫынҡы ғына тауыш һаман көсәйә барып, йөрәк ярһыуына әүерелде. Моңло ауаздар тулҡыны, бер-береһенә тоташып, тар бүлмәнең тәҙрәләрен зыңлатып, тышҡа, иркенлеккә урғылды, төнгө тынлыҡты ярып, юғарыға, йондоҙҙар эргәһенә ашыҡты, һауала бер аҙ тирбәлеп-аҫылынып торҙо ла тағы Ергә, кешеләр эргәһенә әйләнде. Кешеләр? Ә ҡайҙа бында кешеләр? Йыр ыңғайы мейеһенә һуҡҡан был уйҙан Язар һиҫкәнеп киткәндәй булды: кемдәр өсөн йырлап ултыра һуң әле ул? Моң ҡәҙерен белер әҙәмдәрме ни былар? Былар бит, былар... Ул артабан ни ҙә булһа уйлап өлгөрмәне, сибек яурынына ауыр ҡул килеп бәрелде. Язар саҡ йығылып китмәне.

– Шәп! – Таҡырбаш эргәһендәгеләргә ҡараны. – Шәп бит, ә! Ниңә тындығыҙ?!

– Клево!

– Нормалюк!

– Кле-е-ево... – Таҡырбаш иптәшен үсекләп, ауыҙын ҡыйшайтты. – Шәп, тиген. Ниңә телеңде йәлләйһең? Мин әйткәс, шәп! Ә был һүҙҙе «Азиат» һирәк, бик һирәк әйтә, шулаймы?

– Шулай, шулай...

Башҡалар шаулашып баш ҡаҡты. Таҡырбаш Язарға керпек тә ҡаҡмай текәлеп торҙо ла:

– Тағы! – тине. – Тик ҡара уны, фалыш булмаһын!

Язар үлемесле ғәрләнде. Тәбиғәттән бирелгән моңло тауышы, үҙенең биш бармағындай белгән гитара менән ҡайһылай теләй – шулай идара итә алыуы өсөн дә түгел. Әле уның менән берәүҙең дә былай дорфа ҡыланғаны юҡ ине. Ғәҙәттә уйнауын йәки йырлауын үтенеп һорайҙар, тауыш күтәрмәйҙәр. Әллә татыу ғаиләлә яңғыҙ бала булғанға, әллә төпкөл райондарҙың береһендә бәләкәйерәк кенә, тыныс ауылда үҫкәнгә, кешеләр мөнәсәбәтенең ҡытыршы яҡтары уны һәр саҡ урап үтер булды. Етеш тормошта һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ ҡына йәшәгән Язарҙы мәктәптә лә ҡәҙерләп йөрөттөләр, бөтәһен аптыратып, Мәскәү һынлы Мәскәүгә уҡырға ингәс, курсташтары ла үҙ итте, ситкә типмәне. Тормош ҡаршылыҡтары ла, ығы-зығы ла, әлеге мәлдә бөтә илдә барған мәхшәр ҙә уны һәр саҡ урап үтә кеүек тойолдо. Шуға күрә бәғзе мәл егеткә тирә-йүндәге ҡаңғырыҡ, талаш-тартыш, үлем һәм ҡан тулы мөхит бөтөнләй башҡа, уның үҙенә ҡағылмаған һәм ҡағылырға ла тейеш түгел донъя кеүек күренә торғайны. Ишеткәне бар ине инде уның һәр төрлө төркөмдәр, бандалар хаҡында ла. Тик бәндә бит үҙ башына төшмәһә белмәй, үҙенә ҡағылмағас, башҡаларҙың хәлен әллә ни уйлап бирмәй. Бығаса йүнһеҙ әҙәмдәргә тап итмәһә лә, быларҙы шундуҡ танып, уларҙың кемлеген йәне-тәне менән тойҙо Язар. Әле бына уны көслөк менән йырлатып маташалар. Ә ниңә ул әҙәм аҡтыҡтары өсөн ауыҙ күтәреп йырлап ултырырға тейеш әле? Язар гитараһын ҡыҫып тотто, әйтерһең, ҡоралын йәпләп, һуңғы алышҡа ташланырға әҙерләнде. Тештәрен шығырлатып ҡуйҙы.

– Фокусһыҙ ғына! – Арала иң һонторо, ер аҫтынан гөрһөлдәп сыҡҡандай йәмһеҙ тауышлыһы, ҡулындағы кескәй генә, ләкин ут яҡтыһында зәһәр ялтлап киткән бысаҡмы, бәкеме менән янаны. – Күрәһеңме?

Икенсеһе егеткә пистолет төҙәне.

– Ипләп, ипләп... – Таҡырбаш тегеләрҙе тынысландырҙы. Үҙе ҡаршылағы ултырғысҡа барып ултырҙы, бер аяғын икенсеһе өҫтөнә һалды. – Йә, тыңлайым...

«Мин ҡурҡаҡ, – тип уйланы Язар. – Бер нисә минутлыҡ ғүмергә йәбешеп ятам. Әйтерһең, ул бер нисә минут нимәнелер хәл итә».

«Юҡ, мин ҡурҡаҡ түгел, – тип ҡаршы төштө икенсе Язар уға. – Мин моң донъяһы менән хушлашам, һуңғы мәртәбә йырлайым да...» Уның һуңғы йыры үҙ телендә булырға тейеш. Тыңлағылары килмәһә, сәсрәп китһен барыһы ла. Язар башҡортса йырлаясаҡ:

Һөйөүемде хөкөм ҡылдылар...

Аяҙ күктең ғәмһеҙ зәңгәрлеген

Күмеп китте һоро болоттар.

Һуң кемдәрҙе мәхрүм итте икән

Беҙ бәхетле булған минуттар?!.

Йырға мөкиббән киткән Язар Таҡырбаштың ҡапыл үҙгәреп китеүен дә, урынынан тороп, тәҙрә эргәһенә барып баҫыуын да аңғарманы. Бүтән бандиттарҙың бер-береһенә ҡарашып, башлыҡтарына төртөп күрһәтеүҙәрен дә күрмәне. Был минутта Язар тыуған яҡтарында тороп ҡалған һөйгәне Зифая менән дә хушлаша ине.

Һөйөүемде хөкөм ҡылдылар...

Күкрәгемдә йөрәк урынына

Таш төйнәлде – ҡойҙо ямғырҙар.

Ер тетрәтеп, ҡара күк күкрәтеп,

Уҙҙы шулай беҙҙең яныуҙар...

Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Төнгө уттарға ҡарап онотолған Таҡырбаш та, инде йәшәү менән мәңгелеккә хушлашырға йыйынған Язар ҙа, уларға алмаш-тилмәш ҡараған башҡалар ҙа байтаҡ ҡымшанмай, өндәшмәй торҙо. Тәүҙә Таҡырбаш хәрәкәткә килде. Ул Язарға яҡынайҙы. Егет үлергә әҙерләнеп күҙҙәрен йомдо.

– Ҡайҙан? – Язар һорауҙы аңламай торҙо. Бандиттың башҡортсаға күсеүе уның мейеһенә ҡапыл ғына барып етмәне. Ә инде, ниһайәт, һорауҙың мәғәнәһенә төшөнгәс, күңелендә һиҙелер- һиҙелмәҫ кенә өмөт осҡоно ҡабынды.

– Бөрйәндән. Ҡолғана ауылы...

– Ә мин Сибайҙан. – Таҡырбаш иптәштәренә боролдо. – Был минең яҡташ, ишеттегеҙме?! Туған! Башынан бер генә бөртөк сәсе төшһә лә ғәфү итмәйәсәкмен! – Ул йәнә Язарға боролдо: – Мине «Азиат» тиҙәр. Ошо исемде онотмаһаң, һиңә берәү ҙә тырнаҡ менән дә ҡағылмаҫ!

Бандиттар ишеккә йүнәлде. «Азиат» ҡапыл кире боролоп килде. Язарға хушлашырға ҡулын һондо. Унан ҡуйынынан бер төргәк аҡса тартып сығарҙы ла өҫтәлгә ырғытты:

– Уҡы, кеше бул! Бында ҡарауылда ултырма! Бөтә башҡортҡа ла сит-яттарҙың артын һөртөргә тимәгән!..

III

...«Дед» инде етенсе төшөн күрә ине. Камерала шау-шыу ҡупты. Төшөндә иреккә сығып, тыуған яҡтарының һауаһын һулап йөрөгән «Дед»тың йәһәт кенә кире төрмәнең тынсыу, тир һәм һейҙек еҫе аңҡыған ҡараңғы бүлмәһенә ҡайтҡыһы килмәне, тауышты ишетмәҫкә була стенаға боролоп ятты. Уның был хәрәкәтен тейешенсә аңлаған «Харчо» ирендәренә бармағын терәне: шымығыҙ, йәнәһе, йоҡлай. Шыбырлауға күстеләр.

– Зараза! Күптән һиҙә инем дә...

– Кемде алдарға йыйына, көсөк...

Бышылдашыу «Дед»тың йәненә шаулашыуға ҡарағанда ла әсерәк тейҙе. Был ваҡытта ул һөйгәнен ҡулдарына күтәреп, аллы-гөллө сәскәләр араһынан атлай ине. Ауылының сәрхәт ҡырҙары ни аралалыр юҡҡа сыҡты. Ҡояшы салт йылмайып торған аяҙ көндө лә камераның ярым ҡараңғылығы алмаштырҙы. Ҡош һайрауымы, тиһә, уныһы ла ҡулйыуғыстан шундағы биҙрәгә тыпылдап ағып торған һыу тамсылары, имеш. «Дед» сал башын әкрен генә түшәктән күтәрҙе. Өйкәлешеп, нимәлер кәңәшләшкән камералаштарына ялбыр ҡаш аҫтынан һыңар күҙен тексәйтте. Тегеләре шып-шым булды. «Дед»ҡа алты пар күҙ текәлде. Күпмелер шулай ҡарашҡа-ҡараш төбәлешеп торғандан һуң «Харчо» телгә килде.

– «Кок» урлаша, һалып еткермәй. Икмәкте лә...

– Ҡайҙан белдегеҙ?

– Сеүәтәлә гел бүҫкә була.

– «Харчо» ҡарап торған...

– «Харчо»! – «Дед» бармағы менән тегене үҙенә саҡырҙы. – Ҡәҙерлем, әгәр был хәбәрең бушҡа сыҡһа, үҙеңде ни көткәнен беләһеңме?

«Дед»тың яғымлы тауышынан барыһының да арҡалары зымбырлап китте.

– Эйе.

– Тимәк, дөрөҫ?

– Дөрөҫ.

Иртәгәһен «Дед» ипләп кенә «Кок»ты күҙәтте. Аш-Һыу тирәһенә яҡынайғаны бирле кәүҙәһе йомроланып киткән, шуға ярашлы кәйефе лә һәр саҡ күтәренке «Кок» уны-быны һиҙмәне: берсә шаян һүҙҙәр ысҡындырғылап, берсә көләмәс һөйләп, оҙон сиратҡа теҙелгән тотҡондарҙың күңелен күрергә тырышты. Тотҡондар ҙа уға ҡушылып көлөшкән булды: ни тиһәң дә, бында «Кок» хужа. Һөйһөнмәгән кешеһен сират аҙағына ҡалдырыу уға бер ни тормай. Үҙенә һонолған сеүәтәне күрмәһә күрмәй ҙә ҡуя, бер ни ҙә ҡыла алмайһың. Аҙаҡҡа ҡалһаң инде, билгеле, былай ҙа яртылаш һыу ҡушылған һурпа ишараты буйтым йыуынтыға әүерелә. «Дед» кеүек авторитеттарға ғына мөнәсәбәт икенсе. Инде ашап бөтөп, оҙон өҫтәл артында тыныс ҡына үҙе яғына ҡарап ултырған «Дед»ҡа «Кок» ҡаш һикертеп алды. Борсолма, йәнәһе, һинең өлөшөңә тағы булыр, һурпаның иң ҡуйыһы – һиңә...

Ашап бөткәс, береһе лә урынынан ҡапыл тороп китмәне. Төрмә «почтаһы» барыһын да иҫкәртеп өлгөргәйне инде. Тик күпселек хөкөмдөң, бөтәһенән ҡәнәғәт булып, тулған айҙай балҡыған «Кок»ка сығарылыуын башына ла индереп сығармай ине. Әле үҙе лә бер ни белмәгән «Кок» ҡашығаяҡ тирәһендә бөтөрөлә бирҙе лә, ғәҙәттән тыш тынлыҡтан һағайып, туҡтап ҡалды. Күҙәтеүсе лә ниҙер һиҙенде. Бәләнән баш-аяҡ типтер инде, ситкә боролған кеше булды.

– «Кок», әйт әле, һине был туҡ мөйөшкә кем ҡуйҙы? – Һәр ваҡыттағыса, «Дед» тауышын күтәрмәй генә «Кок»ка өндәште.

– Һин ҡуйҙың, «Дед». Рәхмәт инде һиңә... – «Кок» ярамһаҡланып, «Дед»тың һыңар күҙенә текәлде.

– Һуңғы ваҡытта һине бик йонсой, тиҙәр. Асығаһың да икән. Беҙ һиңә һый әҙерләнек.

«Кок» еүеш таш иҙәнгә тубыҡланды. Ике ҡулын алға һуҙып, «Дед»ҡа ҡарап шыуыша башланы.

– Мин... ҡолоң, түшәгең булырға риза. Был туҡ мөйөшкә башҡаны ҡуй. Тик, зинһар, ая ғүмеремде...

«Дед» башҡаса һүҙ ҡатманы. Йөҙәрләгән ҡараш аҫтында ашыҡмай ғына урынынан ҡуҙғалды.

– Зинһар... Ялбарам... Мине балаларым көтә...

«Дед» көслө ҡулдары менән «Кок»ты еңел генә итеп күтәреп алды ла һыуы шабырлап ҡайнап ултырған ҡаҙанға быраҡтырҙы. Йән өшөтөрлөк әсе тауыш барыһының да електәренә үтеп инеп, арҡа һөйәген зымбырлатып, быуындарын алды. Кемдер уҡшый- уҡшый мөйөшкә йүгерҙе. Ҡарауыл йүгереп килеп ингәндә лә әле һаман «Кок»тың үлем ауазы стеналарҙы дерелдәтә кеүек ине. Әллә шулай тойолдо ғынамы...

– Ни булды?! Ҡайҙа?!

Ҡарауылдың екеренеүенә ҡаршы берәү ҙә өндәшә алманы. Үҙ ғүмерендә үлемде лә, ҡан ҡойошто ла аҙ күрмәгән башкиҫәрҙәр ҙә тынып ҡалғайны.

– Күҙәтеүсе! Ниңә докладывать итмәйһең?! Нимә был?!

Ни әйтергә белмәй тотлоғоп ҡалған күҙәтеүсенән алда «Дед» өндәште:

– «Кок» ҡаҙанға һикерҙе.

– Ҡаҙанға?! Нишләп?!

Ҡарауылдың был һорауы шул тиклем сәйер һәм урынһыҙ яңғыраны, бөтәһе лә тиерлек ҡысҡырып көлөшә башланы. Әле төрмә ҡанундарын белеп тә, аңлап та өлгөрмәгән тотҡондарҙың көлөүе үкһеүгә күсте. Уларҙы иртәгә, унан һуңға ни көтә был бүре өйөрөндә?..

– Нишләп һикерҙе, тием, ҡаҙанға?!

– Һурпа шыйыҡ булған – шуға.

– Беҙҙе ит менән һыйламаҡсы.

– Молча-ать! – Ҡарауыл ҡыҙып китеп шулай ҡысҡырҙы ла, үҙенең бында яңғыҙ икәнлеген иҫләп, иплерәк өндәште. – Һин генә һөйлә... – Ул «Дед»ҡа ымланы.

– Нимәһен һөйләйһең? Беҙ аңғармай ҙа ҡалдыҡ. Мин артым менән ултыра инем – күрмәнем.

– Кем күрҙе? – Ҡарауыл бөтәһенә лә күҙ йүгертте.

Шунда уҡ тиҫтәләгән «шаһит» та табылды. Барыһы ла «Дед»тың һүҙҙәрен ҡеүәтләне.

«Кок»ка иреккә сығырға ай ярым ҡалғайны.

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Быйыл яҙ һуңлап килде. Апрель урталарында ла ҡар ирей алмай ыҙаланы. Көндөҙҙәрен бер аҙ ғына епшетеп тора ла кискә ҡарай тағы шыҡрайтып туңдыра. Термометр ун градустан түбән төшмәһә лә, нисектер, ҡышҡа ҡарағанда ла өшәнесерәк. Йылы яҡтан осоп ҡайтҡан сәүкәләр, көндөң һаман һалҡын, йонсоу тороуына ризаһыҙлыҡ белдереп, туҡтауһыҙ сыр-сыу килә. Улар ҙа йылы танһыҡлап ҡайтҡандарҙыр. Тик тыуған яҡтарында ҡошҡайҙарҙы туң ер, аслыҡ ҡына көткән шул инде.

Бәғзе мәл ҡыш мәңге үтмәҫ кеүек тойола башлай Хәбиргә. Тәне генә түгел, йәне өшөй уның. Эргәләге урмандан сытыр-сатыр йыйып алып ҡайта ла, усаҡ яғып, шуның йылыһында йоҡарған тәнен йылытырға тырышып, икһеҙ-сикһеҙ кисерештәргә бирелә. Оҙон-оҙаҡ уй – егеүле ат түгел, теҙгенен тотоп булмай, бара-бара әллә ҡайҙарға тоташа. Тәүҙәрәк ул яңғыҙлыҡтан кинәнде. Хәүефһеҙлектән. Ҡасандыр әсәһе күҙ нурҙарын түгеп, ҡаҙ мамығы һалып ҡына яһаған күпмә йылыһында йоҡо туйҙырҙы. Бер кемдән ҡурҡырға-өркөргә түгел, үҙе баш, үҙе түш. Шулай ҙа төндәрен һаташып, ҡысҡырып килеп уянғыланы: төрмәләге көнитмеш, ун ғүмергә бүлеп бирһәң дә артып ҡалыр ғазап-кисерештәр тынғы бирмәне. Дөм ҡара төндәрҙә уяу ятҡан мәлдәрендә лә ишек эргәһендәге шомло мөйөштән, һыңар күҙен һәзерәйтеп, «Дед» ҡарап торғандай тойолдо. Аҙ ғына серемгә китһә, «Харчо» оҙон бармаҡтарын алҡымына батырҙы. Тора-бара йоҡоһо бөтөнләй осто, төндәре тотош уяу килеш һаташыуға әүерелде. Ярай әле, бисәһе, бала-сағаһы юҡ, юҡһа Хәбирҙең ҡылығынан ҡот-ҡобаралары осоп бөтөр ине.

Ергә ҡырпаҡ ҡар түшәлгәс ҡайтып ингәйне, бына бит, иҫән кешегә ҡышы ла үтеп бара. Ризыҡ наҡыҫлығы наһырын ҡорота Хәбирҙең. Ағаһы еңгәһенән йәшереп кенә ярты тоҡ он, бер биҙрә кәртүк алып килеп киткәйне, хәҙер уныһы ла бөтөп бара. Ни тиһәң дә, бар барлығын итә. Ағаһы ташламай. Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй, ти торғайны әсәһе. Дөрөҫ икән. Уның ҡайтыуын әсәһе лә көтөп торалыр кеүек тойолғайны Хәбиргә. Үлемен дә хәбәр итмәгәндәр бит. Ә иң-иң ғәзиз кешеһе былтыр ҡыш уҡ вафат булған икән. Зыяратҡа йыш бара Хәбир. Әсәһенән ғәфү үтенә. Ни өсөн ғәфү үтенгәнен үҙе лә аңламай, һуңғы минуттарында эргәһендә булмағаны өсөн ғәйепле түгел дә һуң. Барыбер күкрәген нимәлер өтөп алып барған кеүек. Көс-ҡөҙрәте етһә, терелтеп, терәп кенә ултыртып ҡуйыр ине лә бит.

Яңғыҙлыҡ баҫа Хәбирҙе. Серләшеп-һөйләшер берәү булһасы. Ағаһы килһә лә оҙаҡ тора алмай, ҡайта һала. Өйөндә ғауға ҡубыуҙан шөрләй шикелле. Барыр ер, батыр күл юҡ, ҡалай ҙа ошонда ғүмер итергәлер инде. Ҡайҙа, кем көтөп торһон уны. Яҙ ғына сыҡһын әле. Көндәре лә гел ошолай тормаҫ, йылыныр. Кәртә-ҡураһын йүнәтеп алһа, моғайын, ағаһы буш итмәҫ, орлоҡҡа мал бирер. Бүтән кеме бар инде хәҙер. Шулай ҙа ағаһына рәнйеп тә китә. Теге ваҡыт еңгәһенең һүҙенә ышанды бит. Нисек килештерҙе бисура: шәлдәремде урлаған, имеш. Хәбиргә нимәгә ул шәл? Эсәм, тиһә, аҡсаһыҙ йөрөмәне, трактор менән бер йөк бесән алып кил – аҡса, утын тейәш – алдыңа ялтырап аҡбаш та килеп ултыра. Судта ла ышанманылар егеткә, еңгәһенең алдығына ышандылар.

– Ағай, мин бит урламаным, еңгә алдаша бит, – тип ҡараны Хәбир Хәнифкә.

– Алдамай еңгәң, шәлдәрен үҙем күрҙем, шунда урҙала ғына элеүле тора ине. Һин сығып киткәс юҡҡа сыҡты. Бүтән берәү инмәне ул көн, – тип ҡырт киҫте бит, иҫәүән.

Еңгәһенең һатырға тип бәйләгән өс шәле өсөн йыл ярым бирҙеләр. Әсәһе генә, бахырҡай, Хәбиргә ышанды. «Килен, бәддоға уҡырмын үҙеңә, ебәрмә ҡәйнешеңде, ул кешенең энәһенә лә теймәй», – тип әрнеп-һығылып иланы. Балаһы ҡайғыһынан ваҡытынан алда гүр эйәһе булғандыр ҙа инде. Ауырып-һыҙланып йөрөмәне бит ул бығаса.

Йыл ярымдан ғына әйләнеп ҡайта алманы шул Хәбир. Теп-теүәл биш йыл ултырҙы ла ҡуйҙы. Теге мәл намыҫын яҡлап һуғышмаһа, ҡотһоҙ «Харчо»ны һыу эскеһеҙ итеп һалып ҡуймаһа, бәлки, күптән ҡайтып, ғаиләле, бала-сағалы булып йәшәп тә ятҡан булыр ине. Хәйер, кем белә. Ә йәшлек мөхәббәте уны көтөп тормаған. Артыҡол араһы Суфиянға сыҡҡан да һин дә мин донъя көтөп ятҡан көнө.

Эсе боша Хәбирҙең. Яңғыҙлыҡ бигерәк ауыр икән. Урамға сығып, әҙәм күҙенә лә күренеп йөрөгөһө килмәй үҙенең. Бөтәһе лә бармаҡ менән төртөп күрһәтер, «шәл буры» тип әйтер төҫлө. Ғәрлеге ни тора: шәл буры! Урлағас-урлағас, йүнлерәк берәй нәмә сәлдерер ине ошолай булырын белһә.

Ҡапҡа шығырлаған тауыш уның уйҙарын бүлде. Ағаһы Хәниф икән. Ҙур ғына сумка тотоп алған үҙе. Ашарға берәй ризыҡ-фәлән килтерәлер.

– Һаумы...

– Арыу әле.

– Бына... – Хәниф ни әйтергә белмәй, тамаҡ ҡырғыланы. – Ни... Теге шәлдәрҙе әйтәм...

– Ҡуй әле, иҫкә төшөрмә шул шәлеңде! – Хәбир ҡыҙып уҡ китте. – Нимә, әллә юрамал зитҡа тейәһеңме ул? Тыныс көн итмәһен был, тип?..

– Туҡта әле... Ҡыҙма... Теге нишана тапты бит юғалған шәлдәрен, һандыҡ артына төшөп ятҡан. Ылҡаһын ҡалдырмай көйә ашаған. Шамтыр... һис нәмәһен йыйырға өйрәнмәне.

Хәбирҙең аяҡ аҫтынан ер шыуыша башланымы ни. Үҙәктәре өҙөлөп, күкрәге ҡыҫылып, тын алдырмаҫ булды. Ауыр төйөр тамаҡ төбөнә килеп ултырҙы, унан эйәген, сикә һөйәктәрен һыҙлатып, мейеһенә йүгерҙе.

– Э-э-эх! – Ул бар көсөнә йоҙроғо менән өй бүрәнәһенә килтереп һуҡты, тупһаға ултыра төштө һәм балаларса һыңҡылдап иларға кереште.

– Ҡуй әле, килешмәгәнде. Табылды, тип торам бит, – тине ағаһы ҡустыһын ҡалайтып йыуатырға ла белмәйенсә.

– Биш-алты йыл буйы... Һандығың урынынан шылманымы ни?! Өй йыуманығыҙмы ни?! Ниңә эҙләмәнегеҙ?! – Хәбирҙең йән әрнеүе менән күҙ йәштәре аралаш биргән һорауҙарына Хәниф ни әйтергә лә ҡыйынһынды. Бер урында тапанып тора бирҙе. Ахырҙа, тәрән итеп тын алды ла:

– Киттем мин ул шапшаҡтан. Бына... ҡайттым, – тине.

Хәнифтең бисәһе икенсе көндө үк йүгереп килде. Иҫәнләшеү юҡ, нитеү юҡ, тупһанан уҡ:

– Нимә, ағайыңды ҡотортоп, үҙең һымаҡ итергә ятаңмы? Ҡайттың инде, бәлә! Шул киткән ерендә башың серемәне бит! – тип битәрләргә кереште.

Хәбирҙең ағарынып киткән йөҙөн, йомарланған йоҙроҡтарын күреп ҡалды ла:

– Ҡотҡарығыҙ! Үлтерә-ә-ә! – тип сәрелдәп сығып йүгерҙе.

Ҡапҡаны сыҡҡас, түҙмәне, артына боролоп:

– Моғайын, ул шәлдәрҙе һандыҡ артына һин быраҡтырып ҡуйғанһыңдыр әле, түремшик! – тип ҡысҡырҙы.

Хәбирҙең шәл буры түгеллеге лә асыҡланды, биш йыл буйы бинахаҡҡа төрмә бетен һимертеүе лә мәғлүм булды. Әммә уға һаман эш бирергә ашыҡманылар. Шәл буры түгел дә ул түгеллеккә, ну ултырыуы – факт, тип әйткән, имеш, бригадир.

Бер нәмәне аңлай алманы Хәбир: хәҙер ул ҡайҙа барып морон төртөргә тейеш була инде? Үҙ ауылыңда ла һыймағас, кем ҡосаҡ йәйеп ҡаршылаһын... Ары һуғылды егет, бире һуғылды. Эшһеҙлектән тамам алйығас, уныһына, быныһына тамаҡ яллыҡ ялланыуға күсте. Яңғыҙаҡтарға йә утынын бысып бирә, йә бесән өйөшә. Уның был ҡылығын өнәп етмәгән ағаһы:

– Ҡуй, улайтып әҙәм көлдөрмә. Мин тапҡан да еткән. Ана, ишек алдын йүнәт үҙебеҙҙең, – тип тә ҡараны. Тегеһе тыңламағас, ҡул һелтәне. Үҙенә оҡшағас, әйҙә инде...

Эштән кеше үлмәй, тик Хәбирҙе йыш ҡына һыйлап ҡайтаралар, шуныһы эсен бошорҙо Хәнифтең. Эсереп хаҡ ҡайтарыу осһоҙға төшә бит, аҡсалата түләү ҙә кәрәкмәй унан. Хужа ота, Хәбир отола, сөнки көндән-көн эскегә нығыраҡ ылыға бара. Үҙенең араҡы-фәләнгә әллә ни барымы булмағас, Хәниф иҫергәнсе эскән кешене бик аңлап та етмәй. Башта йығылып тәгәрәгәнсе эсәләр, икенсе көнө ах та ух килеп ауырыйҙар. Ни ҡыҙыҡтыр инде.

Сафураһы сәсрәнләп йөрөп тә ҡараны, инәлеп-ялбарып та килде – Хәниф ҡабат ҡайтманы. Ике араны бәйләп торған балаһы юҡ, ә бисәһенең холоҡһоҙлоғо уны тамам биҙҙергәйне. Ирһеҙ ҡалған Сафура ҡәйнеше Хәбиргә айырыуса ҡаныҡты. Әҙәм алдында ла битәрләне, әҙәм артында ла. «Быға сик ҡуйырға кәрәк, – тип уйлап ҡуйҙы бер көндө Хәбир. – Хаттин ашты был бисә».

Әмәлгә ҡалғандай, бер көндө ҡыҙмаса булып алған Хәбир арғы остан ҡайтып килә ине, ҡаршыһына сәүек кеүек ауалап Сафура еңгәһе килеп сыҡты.

– Ҡасан ҡайтараң ағаңды? Икәү хәҙер притун ойоштороп ятағыҙмы? Оҙаҡ шашын әле, шашын, нишләтергә белермен...

– Еңгә, тыңла әле. – Хәбир бисәгә ҡарай атланы.

Сафура егеттең үҙенә төбәлеп атлауын килештермәне, болдоронан йүгереп менеп китте. Ләкин солан ишеген асып, эскә инеүгә, Хәбир ҙә уның артынса уҡ килеп етте. Арттарынан ишек ябылыуға еңгәһе йомшап, йыуашайып ҡалды. Әллә ҡурҡты. Ҡәйнеш кеше уға эйәреп өйгә инде.

– Еңгә, әйҙә, аңлашайыҡ.

– Әйҙә һуң.

– Мин һинең шәлеңде урланыммы? Әйт, урланыммы?

– Юҡ... Таптым бит.

– Таптың. Ә мин нимә өсөн ултырҙым шулай булғас?

– Бел... белмәйем.

– Мин һинең һандыҡ артында көйә ҡырҡҡан һаҫыҡ шәлең өсөн ултырҙым, белгең килһә. Кем ғәйепле була инде шунан?

– Ни... Яңылышлыҡ инде, ҡалайтаң...

– Һин минән ғәфү үтенергә тейеш хәҙер, шулаймы?

– Әллә... Шулайҙыр инде.

– Ә һин һаман үҙең мине эт һымаҡ талайһың. Әйт, минең ни ғәйебем бар һинең алда? Бына минең алда һин ғәйепле. Хатта гонаһлы. Тормошомдо емерҙең. Әсәйемде үлтерҙең, һин түгел, мин үс алырға тейеш. Шулаймы, еңгә?

Сафура Хәбирҙе урап үтеп, ишеккә ынтылды. Ләкин егет уның беләгенән шаҡара тотоп алды:

– Туҡта! Әйтеп бөтмәнем. Ҡурҡма, мин һинән үс алмайым, һиңә ҡул бысратып, ҡабат ултырасағым юҡ. Тотҡон яҙмышын ҡабат Хоҙай күрһәтмәһен. Ну, һин, еңгә, бөгөн, бына хәҙер, бына ошонда ғәфү һорарға тейеш. Бүтәнсә мине таламаҫҡа һүҙ бирергә тейеш.

Бығаса иреш-талашта берәүҙе лә алдына сығармаған, мунса ташы кеүек сәсрәп торған бисәгә кемдәндер ғәфү үтенеү, ай-һай, еңел түгел. Кем алдында бит әле. Түремшик алдында. Урамда йә кеше араһында булһа, белер ине Сафура, өйҙә уны кем яҡлар? Ана, күҙҙәре ҡалай уҫал бызлай ҡороғорҙоң...

– Ярай, ҡәйнеш, онотайыҡ. – Сафура һәр һүҙен теше араһынан һығып сығарҙы. – Ғәйеп... миндә лә... булды инде...

– Ғәйеп миндә, тип әйт!

– Миндәлер ҙә инде...

– Бүтән һиңә ябырылһам, телем ҡороһон, тип өҫтә!

– Һүҙ әйтмәҫкә... тырышырмын.

– Телем ҡороһон, тиген!

– Телем... Уй! – Сафура ике усы менән ауыҙын ҡапланы. – Ҡуй, ҡәйнеш...

Хәбир ҡул һелтәне лә сығып китте. «Ыштубы ағаңды ҡайтар!» – тип шарылдап ҡалды артынан еңгәһе.

Был ваҡиға шуның менән онотолор һәм ул хаҡта еңгә менән ҡәйнештән башҡа берәү ҙә белмәҫ тә ине. Сөнки егеттең Сафура йортона инеп-сығыуын берәү күрмәне. Әммә өс-дүрт көн уҙҙымы- юҡмы, Хәниф ағаһының йөҙө ҡара янып ҡайтып инде.

– Еңгәңә барғанһың икән.

Ағаһының тел төбөн аңламаған Хәбир:

– Барҙым шул, – тип яуап ҡайтарҙы.

– Һинән көтмәгәйнем быны.

– Нимә көтмәгәйнең? Ҡасан да бер сиге булырға тейештер бит бындай тормоштоң.

– Ҡыҙ бөткәнме һиңә? Бик еңгә-ҡатын кәрәкһә, үҙем табышып бирер инем. Ире үлгәндәр ҙә, ирҙән ҡайтҡандар ҙа, ана, эт тубығынан.

– Һин ни лығырҙайһың ул? Ниндәй ҡатын? Һинән ҡатын һораған кеше бармы бында?

– Минән һорамаһаң, еңгәңдән һорағанһың, ана. Әҙәмдән оят.

– Ағай, мин бик төшөнөп етмәйем, ни һөйләйһең һин?

– Ана, бөтә ауыл шаулай. Хәбир Сафураға йәбешкән, тип. Еңгәң милицияға ғариза алып барырға йөрөй. Миңә лә яр һалып китте. Беләген күгәртеп бөтөргәнһең.

– Ах, кән... Эт бисә! – Хәниф ни ҙә булһа уйлап өлгөргәнсе, Хәбир сығып та йүгерҙе.

Сафураның йортона ярһып барып еткәс кенә, ишектәге ҙур йоҙаҡты күреп, кире боролдо. Бәхетенә, бәлки, бәхетһеҙлегенә күрә, тегеһе өйҙә булмай сыҡты.

Бер нисә көндән төнгө өс тирәһендә Сафураның йорто дөрләп янып китте. Халыҡ уянып, улай-былай иткәнсе, өй түбәһе емерелеп тә төштө. Хужабикәне ҡотҡара алманылар. Икенсе көндө Хәбирҙе ҡулға алдылар. Бензин кәнистре лә, тәмәке янсығы ла фажиғә булған урындан алыҫ түгел ятып ҡалғайны. Сафура килен булып төшкән йылы берҙән-бер ҡәйнешенә үҙе бүләк иткән янсыҡ.

Хәбир енәйәтен танманы – дөрөҫөн һөйләп бирҙе, һуңғы ҡат ауыл зыяраты яғына боролоп: «Әсәй... Кисер...» – тип бышылданы.

Уны был юлы һигеҙ йылға ултырттылар.

...Иблис елдерә йыһан буйлап. Ҡылған әшәкелектәрен барлай, яңыларын ниәтләй. Бөгөн ул уғата шат: шулай булмай ни, тағы бер йәнде аҙҙырҙы бит ул. Бының өсөн иблискә көс түгергә лә тура килмәне, әҙәм балаһының асыу нөктәһенә генә баҫты...

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Тотҡондар айҙың да, көндөң дә иҫәбен юғалтты. Эркинов тәүҙәрәк ҡояш ҡалҡып-байыуына ҡарап, үҙе йоҡлаған мөйөштә йышылмаған таҡтанан яҙа-йоҙа ҡаҙаҡлап ҡуйылған стенала билге һала ине лә һуңғараҡ ҡул һелтәне: көнө буйы бил яҙлыҡтырмай ялсылыҡ ҡылған әҙәмдең кискә бармаҡ һелкерлек хәле ҡаламы. Уны битарафлыҡ биләп алды, нәҫ баҫты. Эргәлә аҡҡан бәләкәйерәк йылғала бит-ҡул сайҡап булһа ла таҙалыҡ күҙәтергә тырышҡан кеше бер нисә айҙан хатта мөмкинлек сыҡҡанда ла йыуынмай башлағайны. Бынан биш йыл элек уны эшкә барған еренән урлап китеп, ошонда ҡоллоҡҡа һаттылар, тимәк, үлем хөкөмө сығарҙылар. Әле бығаса кемдең ҡоллоҡтан ҡотола алғаны бар? Бәҫтән тайһа, барыбер үлтерерҙәр, уларҙы ишәк урынына эшләткән байға шаһит кәрәкме. Урынбаҫары менән уның өсөн күпме аҡса алды ул бәғерһеҙҙәр, әммә ҡайтарып ебәрмәнеләр. Бахыр ҡатынҡай, урынбаҫары, яҡты донъяла ла юҡтыр инде, уларҙы шундук айырҙылар бит. Эркинов хәҙер кемгә яҡшыраҡ икәнлеген дә аңламай: күптән инде гүр эйәһе булған ҡатынғамы, әллә көнө-төнө әллә ниндәй ҡара эсле бәндәләргә хеҙмәт иткән үҙенәме? Баҡтиһәң, әҙәм балаһын бары тик өмөт кенә йәшәтә икән. Ҡотолорона өмөт уты һүнгәс, Эркинов үҙендәге кешелек сифаттарын да юғалта башланы. Ҡайҙа элекке ыҫпай, ҡупшы ир? Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, хатта эшендәге ирҙәрҙе лә һоҡландырырлыҡ дәрәжәлә үҙен мәртәбәле тота белгән, эскерһеҙ йылмайыуы менән конкуренттарының да күңелен иретә алған Эркиновтың тештәре лә ҡойолоп бөтөп бара, яңаҡтары эскә батып ингән, ҡасандыр күпереп торған сөм ҡара сәстәре ҡойолоп, ярты башы пеләш ҡалған. Әммә ул үҙе был үҙгәреште һиҙмәй, әллә бөтөнләй хәтерен юйған, әллә әҙәми зат икәнлеген дә онотҡан.

Был юлы һигеҙ йылға хөкөм ителеп тә төрмә беттәренә ризыҡ булып өлгөрмәгән Хәбир Эркиновты ошондайыраҡ хәлендә осратты. Егеттең үҙен әллә ысынлап урлап алып килделәр, әллә вазифалы түрәләр тарафынан һатып ебәрелде – быныһын инде Хәбир үҙе аңлап та өлгөрмәне. Хәйер, уға барыбер ине. Иң мөһиме, ул һәр төрлө «Дед», «Харчо» ише йыртҡыстарҙан ҡотолдо. Суд ҡарарын иғлан иткәстәре, егет инде иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙан төңөлгәйне. Бынан да ҡотолоу юлы юҡ инде уның, бер уйлаһаң. Әммә ҡайҙа ла шул бер әсе һурпа, тигәндәй, бында, исмаһам, түбә өҫтөндә зәңгәр күк, һирәк- һаяҡ булһа ла балҡыған ҡояш бар.

– Һиңә ике-өс йылда кәрен юйған мөсһөҙ әҙәм кәрәкме, әллә эш рәтен белгән хеҙмәтсеме? – тип һораны ул килгәс тә хужаһынан. Бәлки, хужаһы ла түгелдер, кем белә. Һәр хәлдә, Хәбир алдында ҡорһағын кәпрәйтеп, ҡыҫҡа аяҡтарын кирә биреп баҫып торған ир бөтәһенә лә баш булып күренде.

– Йә, йә... – тип теш араһынан ғына ыҫылдағандай итте «Хужа». Йәнәһе, ни һайрарһың икән...

– Мин күп һорамайым. Ашауға талымһыҙмын. Тамаҡ туйһа – еткән. Икенсе шартым – миңә ҡул күтәрмәгеҙ.

– Шарты-ы-ың?! – «Хужа» асыуынан шартлар сиккә етте. – Кем кемгә шарт ҡуя бит әле!

– Ә мин бөтә эште беләм, – тип уның һүҙҙәренә иғтибар итмәй һөйләүен белде Хәбир. – Ялҡау түгелмен. Ҡасырға уйымда ла юҡ.

– Һе... Ҡасып ҡара, булдыра алһаң... – «Хужа» тағы көлөмһөрәне. – Ҡайҙа икәнлегеңде хет беләһеңме?

– Белергә лә теләмәйем, – тине Хәбир. – Миңә бында оҡшай.

Тәүҙәрәк Хәбирҙең ҡыланышына шик менән ҡараған «Хужа» тора-бара уға ышанды. Егеттең сирҡанмай, икеләнмәй төрлө эшкә тотоноуы, ҡулдарында балта-сүкештең уйнап тороуы уның таш бәғерен дә бер аҙ йомшарта төштө, шикелле: аш тип аталған боламыҡ ғәләмәтен ҡуйыраҡ һалып бирә башланылар. Икмәк тә мулыраҡ эләкте. Осо-ҡырыйы күренмәгән плантацияла ла, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ һарыҡ көтөүендә лә байтаҡ тир түккәндән һуң, уны балта оҫтаһы итеп кенә ҡалдырҙылар. Бында ла ожмах түгел инде ул түгеллеккә, ләкин ике ҡулға – бер эш. Унан, Хәбиргә балта һелтәүе бер ни тормай. Сәғәт эсендә ултырғыс-өҫтәлеңде «ялт» иттереп яһап ҡуя.

Ҡолдар бер-береһе менән аралашмай, һөйләшмәй тиерлек. Ауыр эштән арманһыҙ булып арыуҙан үҙ-ара фекер алышыуға көс-хәл дә ҡалмай, шул уҡ ваҡытта әленән-әле ҡамсы шартлатып йөрөгән күҙәтеүселәр бер-береңә һүҙ ҡатҡанды өнәмәй. Элек берәйһе Хәбиргә, бөгөн, егерме беренсе быуатта, Рәсәйҙә ҡол тотоусылар бар, тип һөйләһә, билләһи, ул ышанмаҫ ине.

Уға был тамуҡтан иҫән-һау сығырға кәрәк. Хәбир шуны тойомлай. Бер уйлаһаң, тегендә, иректә, майлы бутҡа, йылы түшәк көтөп тормай ҙа инде, булғанына шөкөр итеп, әлеге яҙмышына мөрхәтһенеп кенә йәшәһә лә була. Эх, күңел тигәнең тышауһыҙ шул. Бәғзе мәл әллә ниндәй уй-хыялдар ҡосағына сума, күңеленән әллә ниҙәр ҡыйратып ташлай, йәһәт кенә ергә төшөрмөн тимә. Әле лә, арманһыҙ булып арыһа ла, һауанан йорт тергеҙеп ятҡан көнө. Керпегенә йоҡо ғәләмәте эленһәсе бер. Бығаса ятыу менән әүен баҙарына юлланған егет тынғы бирмәгән яҡты хыялдарынан арынырға ла булып ҡараны, ахырҙа, ҡул һелтәне, уйҙар иркенә бирелде. Бынан ҡотолһа, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмаясаҡ ул. Туғандар, дуҫ-иштәр булыу менәнме, һис бер ғәйепһеҙгә срок тултырып ҡайтып төшкәс тә береһе-бер ҡосаҡ йәйеп торманы. Ҡырын ҡарап, һәр аҙымыңды һанап тороусылар табылды. Ағаһы ла хатта, бисәһенең үҙ яһиллығы арҡаһында теге донъяға китеүен белгән көйө, ҡайһылайтып үпкәләне бит әле. Ғәйеп бар Хәбирҙә. Ғәйеп кенә лә түгел, оло гонаһ. Тик ул минутта ни ҙә булһа аңларлыҡ хәлдә түгел ине шул үҙе. Быуынына һары ултыртҡан еңгәнән ҡотолоу, уның ағыулы теле һыймаған ауыҙын ябыу ғына ине уйында. Үлтерәм тип тә белмәне, аждаһа ояһына үрт кенә һалды. Бүтән саҡта бөтә нәмәгә көсө еткән мөрәүәтһеҙ еңгәһе ялҡын ялмаған өйөнән сыға алмаған, хәйерһеҙең. Шулай, ауылына юлы ябыҡ Хәбирҙең. Ерҙә уны һыйындырыр берәй мөйөш табылыр әле. Ҡотолһон ғына. Ҡотолһамы!.. Уның хыял аты ошо урында шып туҡтай. Ары ни ҙә булһа ниәт итергә йөрьәте етмәй.

– Егет! Ә, егет! – Хәбир көслө генә шыбырлауға тертләп китте. Эргәһендә ятҡан теге миңрәүләнеп бөткән әҙәм өндәшә түгелме?

– Туған... Туған...

Хәбир уға ҡарай боролдо. Эркинов, артабан ни ҙә булһа әйтергәме быға, юҡмы тигәндәй, тәрән көрһөнөп ҡуйҙы.

– Йә, ни әйтмәксе инең?

– Был тамуҡтан... бәлки, һин ҡотола алырһың. Миңә ҡотолоу юҡ – һиҙәм. Хәл бөттө, ҡасырлыҡ рәт юҡ.

– Хәлең булһа ла ҡасалмайһың һин бынан. – Хәбир әсе көлөмһөрәне. – Ҡырҡ йоҙаҡты емерерлек, ҡырҡ һаҡсыны үтерлекме ни?!

– Улай тимә. Һис юғы, һиңә өмөтөңдө һүндерергә ярамай. Мине өмөтһөҙлөк харап итте. Көрәшмәнем. Бирештем... Хәҙер һуң инде. Үкенеүҙән фәтүә юҡ. Тыңла. Әгәр ҡотолһаң, мин һиңә ғаиләмдең адресын өйрәтәм. Иҫеңдә тот. Үтенәм. Уларға еткер һуңғы аманатымды. – Эркинов ҡайҙандыр аҡса килтереп сығарҙы. – Бына, ал, был һиңә, ун мең доллар. Күп түгел, шулай ҙа тормошоңдо аҙ булһа ла яйлап алып китергә етер, бәлки.

Хәбирҙең күҙе дүрт булды. Ҡиәфәтенә, таушалыуына ҡарағанда, Эркинов бында күптән булғанға оҡшай, нисек һаҡлай алған һуң был тиклем аҡсаны? Уның аптырауын һиҙенгән ир ойоҡбаштарына күрһәтте: «Бына, был носкиҙарҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға тура килде. Бигерәк тә туҙыуынан ҡурҡтым. Эшкә сыҡҡанда, ипләп кенә бер таш артына йәшереп күмеп ҡалдырҙым, ҡышын ҡуңалтаҡ итектә йөрөнөм – ойоҡ туҙһа, аҡсаны ҡайҙа ҡуяһың? »

Шунда ғына Хәбир тотҡондоң һәр саҡ ялан аяҡ йөрөүен хәтерләне. Бына эш ниҙә булған!

– Һин ҡасырға тейеш бынан! – Уның уйҙарын бүлдерҙе Эркинов. – Бер нигә ҡарамай, ҡасырға!

– Булмаҫ. – Хәбир әгәр тотола ҡалһа үҙе менән ни булырын күҙ алдына килтерҙе лә ҡул һелтәне. – Булмаҫ. Ҡасып булыуына ышанмайым.

– Ә һин ышан! Теге тырпай сәсле ҡарауылсы бар бит әле? Яңылышмаһам, ул һинең милләттәшең. Шуға һүҙ ҡатып ҡара. Ситләтеп кенә. Әллә берәй ярҙамы теймәҫме? Аҡсаға һатылмаҫмы? Бер аҙ усына йомдорорһоң.

– Икәү тәүәккәлләһәк? Мин һине нисек ҡалдырайым? Улай дөрөҫ булмай, дуҫ кеше. – Әле генә тотҡондан ҡотолорона һис бер ышанысы булмаған егет ҡапыл ғына ҡасыу уйы менән дөрләп китте.

– Дөрөҫ була. Әйтәм бит, минең хәлем етмәҫ. Яңғыҙыңа йәшенеүе лә, йүгереүе лә еңелерәк. Ҡотола алһаң, милицияға хәбәр ит, башҡа урындарға. Был йыртҡыстарҙы фашларға кәрәк.

– Милицияға?! – Хәбирҙең ҡото осто. – Юҡ! Милицияға бер ҡасан да! – Ул кинәт үҙенең төрмә урынына бында килеп инеүен хәтерләне. – Минең милиция менән дә, суд менән дә дуҫлыҡ юҡ шул, дуҫ кеше.

Ысынлап та, был ҡоллоҡтан ҡотолоп ни файҙа уға? Ҡабат рәшәткә артына барып эләкһә, һәйбәтме ни? Ҡасып та ҡотолдо ти, ә ҡайҙа йәшәр? Уны һә тигәнсе бикләп ҡуясаҡтар бит.

– Тыңла, тегендә, азат тормошта, тип әйтәйек, бәлки, мин һиңә шикләнеп тә ҡарар инем. Бында дуҫты һайлап булмай. Һин арыу кеше күренәһең, моғайын, ышанысты аҡлай алырһың. Хәтерең нисек?

– Әллә инде, кәрәк әйберҙе иҫтә ҡалдырам былай.

– Владимирҙа минең ғаиләм йәшәй. Хәтереңә ныҡ уй: Сусанин урамы, утыҙ биш. Сәләм тапшыр. Лидияға әйт: миңә битлек кәрәк, тиген. Аңлар. Ул саҡ һиңә бер ниндәй хәүеф янамаясаҡ, аңланыңмы?

Хәбир бигүк аңлап етмәһә лә, баш ҡаҡты. Әле ул бөтә был ниәттең барып сығырына өмөт тотмай тиерлек, хәйер, үлем ҡайҙа ла бер инде ул. Тик оҙаҡ ғазапланырға яҙмаһын.

«Тырпай сәс» өс көндән генә баҫты ҡарауылға. Тимер сымдар, өҫтәүенә, ажғырып торған бультерьерҙар менән уратып алынған биләмәлә хәҙер Хәбир иркен йөрөй ала ине. Һаҡ та уға әллә ни иғтибар итмәй, бығаса берәүҙең дә әлеге ҡоллоҡтан ысҡынғаны юҡ. Берҙән-бер ҡотолоу юлы бар, әлбиттә, уныһы ла – үлем. Ҡулына сүкеш, таҡта киҫәге тотҡан булып, егет «Тырпай сәс»кә яҡынланы.

– Беҙ яҡташтар түгелме икән? – тигән булды ипләп кенә башҡортсалап.

– Һин ҡайҙан?

– Башҡортостандан.

– Юҡ, беҙ күршеләр, – тине «Тырпай сәс». – Татарстандан мин. Бында ниңә килеп эләктең?

– Үҙ иркем менән түгел инде.

– Да-а, брат, не позавидуешь, – тип һуҙҙы «Тырпай сәс».

Ышанып буламы икән быға? Әгәр һатһа? Хуш, ирек, хуш, яҡты донъя! «Была не была, – тип уйлап алды Хәбир. – Барыбер түгелме ни?»

– Ҡарале, миңә бынан ысҡынырға ине, һинән башҡа кем ярҙам итһен миңә? Беҙ бит ут күршеләр, туғандар...

– Йә, йә, юхаланма, брат. Күрәһең бит, мөмкин түгел.

Хәбир кеҫәһенән айырым йәшереп ҡуйған йөҙ долларҙы алып «Тырпай сәс»кә һондо.

– Күп түгел дә бит, нишләйһең...

– Эйе, азатлыҡ хаҡы түбәнерәк һинең, ну-у, хәлеңде аңлайым бит. Уйлап ҡарармын, һин ҡабат минең янға килмә, үҙем табырмын кәрәк булһа.

Тағы бер нисә көнө хафалы үтте Хәбирҙең. Алдаһа? Тәүҙә ҡасыу хаҡында уйына ла индереп сығармаған егет ҡапыл азатлыҡ хаҡында хыяллана, хатта төшөндә ауылын күрә башланы. Ятһа-торһа – башында бер уй. Айырыуса Эркинов ҡан йүтәлләп, көндәрҙән бер көн тамам хәлдән тайғас, йәне иреккә һыуһауҙан үҙенә урын тапманы Хәбир. Уны ла бит ошо хәл көтә.

Ҡоллоҡтан ҡотолһа, бәлки, милицияға эләкмәҫкә лә мөмкин булыр. Әммә янында бер ниндәй ҙә документ-фәләне ҡалмаған Хәбир әлеге хыялының ҡомда ҡоролғанлығын бик яҡшы аңлай. Аңлай ҙа бит, күңел тигәнең осор ҡошҡа тиң, азатлыҡҡа ынтыла.

– Дуҫ, – тип шыбырланы Эркинов ҡайнар устары менән Хәбирҙең ҡулын хәлһеҙ генә ҡыҫып. – Һин ҡотолорға тейеш. Зинһар...

Шул таңда уҡ ул яҡты донъя менән хушлашты.

Эркиновтың мәйетен носилкаға һалып, барактан тышҡа сығарып ҡуйҙылар. Бына мәйет эргәһенә кескәй генә йөк машинаһы килеп туҡтаны. Ни күҙе менән күрһен, руль артында теге «Тырпай сәс» ултыра.

– Әйҙә! – тине ул Хәбиргә эйәге менән ымлап. – Мәйетте күмешәһең, рөхсәт алдым.

Эркиновтың кинәт ауырайып киткән үле кәүҙәһен кузовҡа һалдылар. Хәбир мәйет эргәһенә сүгәләне. Машина ҡуҙғалып китте. Ҡайҙа бара улар? Әллә айырым зыяраттары бармы? Егет ни уйларға ла белмәне. Иреккә сығыу хаҡында хыялланып, күңелен ҡуҙғатмаҫҡа тырышты. Өмөттө ҡабыҙыуы еңел, һүндереүе ҡыйын. Йөрәгендә инде иреп бөткән май шәме кеүек кенә елпелдәгән өмөтөнөң һүнеп юҡҡа сығыуынан ҡурҡты ул.

Ҙур бер соҡор эргәһенә килеп туҡтанылар. Унда үлгән бер нисә сусҡа балаһы, әллә күпме ҡош-ҡорт тулып ята ине.

– Ҡош киҙеүе хатта бында ла килеп етте, – тип ҡуйҙы үҙ алдынамы, Хәбиргә төбәпме, «Тырпай сәс». – Әйҙә, күтәреш.

– Ошондамы? – Хәбирҙең тамағы кипте, тауышы ҡалтыранып китте. – Бында бит...

– Йә, йә, кәнфитләнмә. Бында ата-бабаң ерләнгән зыярат юҡ. Барына ҡәнәғәт бул.

Эй, әҙәм ғүмере... Уның ҡайҙа өҙөлөрөн кем белә. Бына бит, ясин да сыҡманылар, йыназа уҡыусы ла юҡ, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыу ҙа. Хәбирҙең хәле бөтөп, күҙ алдары ҡараңғыланды.

– Йәһәт ҡылан. Үҙең өсөн әйтәм. Кире юлда дуңғыҙҙарға комбикорм апҡайтам.

Соҡорҙо икәүләп күмеп ҡуйҙылар. Хәбир күңелдән генә бисмиллаһын әйткән булды. Доға белмәй ине шул. Күңелгә ултырыр доғаһын бынан күп йылдар элек, дебет шәл өсөн ҡулға алғанда уҡ, район милицияһында бәреп сығарғайнылар.

– Кабинаға ултыр, – тине илтифатһыҙ ғына «Тырпай сәс». – Һөйләшербеҙ...

Алда тимер юл күренгәс, Хәбирҙең йөрәге күкрәген тишеп сығырҙай булып тибә башланы. Ашҡыныулы ярһыуы йөҙөндә сағылған юлдашына ҡарап, «Тырпай сәс»:

– Хәҙер товарняк ем килтерә. Шуны ташыйбыҙ. Бер арала һин тиҙ генә вагонға йомолаһың, аңланыңмы? – тине.

– Ә һин?

– Нимә «мин»?

– Һинән бит мине таптырасаҡтар.

– Ә мин һине үлтереп, теге соҡорға күмеп ҡалдырҙым. Ҡасырға маташҡаның өсөн.

– Эҙләйәсәктәр бит.

– Кем ҡош киҙеүе йоҡторорға теләй – ҡаҙынһын. Унда әле билдәһеҙ йоғошло сирҙән дөмөккән сусҡа бәрәстәре лә бар. Юҡҡа мин иптәшеңде шулай тырышып күмгән тиһеңме?..

– Әйҙә, бергә ҡасабыҙ! Бында ниңә ғүмереңде заяға үткәрәһең? Оҡшаймы ни һиңә был әшәке эш?!

– Булмай, брат. Мин бит армияла командирҙың башына еткән кеше. Һалдаттарҙы мыҫҡыл иткән өсөн. Трибунал. Икенсе бер командир «ярҙамы» менән йәшерҙеләр мине бында. Хәҙер инде, бәлки, үлгәнсе...

Хәбир «Тырпай сәс»кә ҡул һуҙҙы:

– Хуш, күрше! Хуш, дуҫ! – Унан тегенең усына аҡса һалды: – Аҙ тимә, дуҫ, миңә әле бик оҙон юл үтәһе бар...

Егеттең тотҡонлоҡтан ҡотолоп, бүтәндәргә ирек алып килеренә, әлеге тамуҡ әһелдәренең фаш ителеп, тейешле язаһын алырына, ниһайәт, ғаиләһенә һуңғы сәләме барып етеренә өмөт менән күҙҙәрен мәңгелеккә йомған Эркиновҡа күңеленән мең рәхмәттәр уҡып, Хәбир ауыр юлға сыҡты.

...Дер ҡалтыранды бөтә был хәлде күреп-белеп торған «Кәзәтояҡ». Бәндәләрҙең бер-береһенә рәхмәтле булыуын яратмай ине ул. Бәндә бәндәне күралмаҫҡа тейеш, әҙәм балалары бер-береһенән ҡурҡып торһон, йәндәрен шик ҡорто кимерһен, бары тик шул саҡта ғына иблис уларҙы үҙ көйөнә бейетә аласаҡ. Шулай ҙа иблистең һөмһөҙ күңеле ҡасан да булһа еңерен белеп елкенә ине...

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

«Азиат» уңайлы ҡәнәфигә йәйелә биреберәк ултырҙы ла офисына тағы бер күҙ йүгертте, һүҙ юҡ, шәп! Әле күптәнме ни әле, сауҙа рәттәре буйлап йөрөп, рэкет менән тамаҡ туйҙыра ине. Булды инде, булды. Ул саҡтарҙы «Азиат» хәтерләргә яратмай. Барыбер уға ҡул түгел ине ул һөнәр, һөйөргә икән – король бисәһен, урларға икән – миллионды, тигән бит берәү. Бөгөн ул көслө, бай, ни ҡылһа ла хәленән килә. Хәҙер «Азиат»ҡа дәрәжәле кешеләр үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Теге халыҡ артисына ҡайһылай ярҙам итеүҙәре хаҡында бөгөн юғары даирәләрҙә ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп һөйләйҙәр түгелме ни. Үҙе лә ебегән инде, продюсерынан алданып торғас. Теге продюсерҙы бер генә һелкетеп алды «Азиат»тың егеттәре, өс сәғәт үттеме-юҡмы, тейешле аҡсаһын йырсыға килтереп тә еткерҙе, һаранланманы йырсы, аҡсаһының ҡап яртыһын «Азиат» алдына һалды. Абруйлы, исемдәре халыҡ араһында киң таралған шәхестәр кәрәк ине ойошмаға, шуға күрә әлеге артисты улар күҙ уңынан ысҡындырманы, кәрәк саҡта бәғзе бер мәсьәләләрҙе уның аша хәл итте. Даны таралыу менән бергә кеҫәһе лә ҡалынайҙы. Иң яҡындары менән бергәләп ойошторған «Урман» корпорацияһы ла хәҙер Европа, Америка менән генә эш итә. Капиталистар Рәсәй ағасын ҡуш ҡуллап ала. Үҙҙәрендә урман үҫмәй, тиерһең. Әле кисә генә Канадаға киткән ярҙамсыһы шылтыратты: килешеү уңышлы төҙөлгән, насип булһа, корпорация кассаһы байтаҡ тулыланасаҡ. Тимәк, «Азиат»тың монаяты ла арта, тигән һүҙ. Андрейҙы ярҙамсыһы итеп яңылышманы «Азиат». Эш рәтен белеү өҫтөнә яҡын дуҫ та бит әле ул «Азиат»ҡа. Институтта бергә уҡый башланылар, уҡыуҙы бергә ташланылар. Донъялар үҙгәреп киткәс, аҡса эшләргә кәрәк ине. Доллар тәмен бер татығас, ҡабат институт хаҡында һүҙ ҡуҙғатып та торманылар. Андрей, йәки «Белый», телдәр белеүе менән дә арбаны «Азиат»ты. «Урман» корпорацияһын ойошторғас, уның инглиз, немец, итальян телдәрен һыу кеүек әсеүе бик тә ярап ҡалды. Хәҙер сит илдәр менән килешеү-маҙар төҙөүгә лә «Азиат» «Белый»ҙы ғына ебәрә. Тәүҙәрәк үҙе лә бергә сыға торғайны, дуҫының тоғролоғона тамам инанғас, эште уның үҙенә ышанып тапшырҙы.

«Азиат»тың уйҙарын бүлдереп, кеҫә телефоны шылтыраны. Иң яҡын бер нисә кешеһе генә белгән номерға шылтыратыуҙары, ниңәлер, егетте һиҫкәндереп ебәрҙе. Ғаиләһен иртән генә күрҙе. Тағы кем булыр икән? Телефонда сағылған номер бөтөнләй таныш түгел.

– Эйе, тыңлайым...

– Хәлдәр нисек, Наил?

– Абзый! Был һинме?! Ҡайҙан?!

– Офис алдында ғына баҫып торам...

– Ниңә алдан хәбәр итмәнең? Машина менән үҙем барып ала инем бит инде.

– Эш кешеһен мәшәҡәтләү ярамай. Бик һәйбәт килеп еттем үҙем дә.

– Хәҙер! Хәҙер! – «Азиат» ҡабаланып өҫтәл артындағы төймәгә баҫты. – Миңә килгән кешене йәһәт үткәрегеҙ, бүлмәгә тиклем оҙатып ҡуйығыҙ!

Шефтың бер ҡасан да хис-тойғоға бирелгәнен күрмәгән һаҡсы, кем килгән икән ул тиклем, тип уйлап алды. «Азиат» берәү алдында ла ул ҡәҙәр өтәләнмәй торғайнысы. Ҡыйбатлы костюм, һуңғы модала тегелгән туфлиҙар, башына эшләпә кейгән, ҡара күҙлекле кешене күргәс, һаҡсы ла кеселекле генә баш эйҙе, әфәндене башлыҡтың икенсе ҡаттағы бүлмәһенә тиклем оҙатып ҡуйҙы.

– Абзый!

– Наил!

Туғандар ҡосаҡлашып күреште. Ағаһы бер аҙ артҡараҡ сигенеп, ҡустыһына һоҡланып ҡарап торҙо, ҡыуанысын йәшермәйенсә:

– Ай, афарин! Булдырғанһың бит! – тип ҡуйҙы.

– Еңел түгел инде, үҙең беләһең. Әгәр һин иректә булһаң, күптән күтәрелә инек.

– Дә-ә-ә... Мәғәнәһеҙ эләгелде. Эш өсөн булһа, бер хәл. Ике «көҙгө әтәс»те айырам тип, үҙем барып ҡаптым «мусорҙар»ға.

– Көсөңдө самалай белмәйһең шул, абзый! – тип «Азиат» рәхәтләнеп көлдө. – Дағаны бөгөүе еңел ул – язаһы юҡ. Ҡулыңа килеп эләккән урам хулиганын да даға һымаҡ бөгөп-һалғанһың бит.

«Дед» ҡулын һелтәне:

– Ҡуй, ул турала иҫкә алып тормайыҡ инде. Йә, үҙеңдең хәлдәр нисек? Килен? Улың?

– Килен... Һин Алинаны әйтәһеңдер инде...

– Бәс! Әллә ата-бабалар юлын ҡыуып, күп бисә алып ташланыңмы?

– Алина менән көйләнмәне эштәр. Шешә төбөнә бик йыш ҡарай, төрлөсә ҡыландырып ҡараным, ҡул күтәреүгә тиклем барып еттем хатта. Өйрәтеп булманы. Өҫтәүенә, анаша тартырға күнегеп алды. Аҡса етерлек, эш юҡ – шашына инде. Ҡыҫҡаһы, айырылыштыҡ.

– Ә малай?

– Уны мин бөтә ғүмеренә етерлек дәрәжәлә тәьмин иткәнмен.

– Аҡса атайҙы алмаштырмай.

– Ябыҡ лицейҙа уҡый ул, абзый. Күрешеп торабыҙ.

– Ярай, улайһа. Улыңды ташлама. Беҙҙең затта бисә айырған кеше юҡ та бит, ҡалайтаһың. Беҙ икәү тәү башлап өлгө күрһәттек инде.

Киң балаҡлы салбар өҫтөнән иркен һорғолт блузка кейгән өлкән генә йәштәге ҡатын боҫрап торған ҡәһүә индереп ултыртты. Ирҙәрҙең алдына һәр төрлө тәм-том ҡуйғас, нисек шым ғына килеп ингән, шулай уҡ өндәшмәй-нитмәй сығып та китте ул.

– Ныу, Наил, сәркәтип тә үҙеңдә! – тип йылмайҙы «Дед». – Бүтән берәйһе билдәре өҙөлә яҙып торған сибәркәйҙе һайлар ине, һин был боронғо әбекәйҙе ҡайҙан ҡаҙып сығарҙың, ә?

– Абзый, мин бисә-сәсәнең матурын башҡа урында ла етерлек күрәм, ә бында миңә арт һанын борғослап, ҡаш һикертеп йөрөгән тауис ҡошо түгел, ә эш аты кәрәк. Ышаныслы булһын, теүәл һәм егәрле булһын.

– Баш та үҙеңдә, энекәш, – «Дед» ҡустыһының яурынына еңелсә генә һуғып алды. – Моғайын, һин хаҡлы, һылыулыҡ менән тоғролоҡ һыйышып йәшәй алмай.

– Әйҙә, абзый, ҡәһүә менән кәйефте бер аҙ күтәреп алайыҡ та берәй ресторанға инеп сығырбыҙ.

– Ниңә, килен өйҙә түгелме ни?

– Ул был ваҡытта фитнес-клубта булырға тейеш. Беҙҙе берәү ҙә ҡайнар аш менән көтөп тормай. Ҡурҡма, мин һине ресторандың иң шәбенә алып барам. Бер ниндәй килен дә ундағылай тәмле итеп бешерә алмай ризыҡты.

– Мәйелең. Миңә барыбер. Тегендә, рәшәткә артында, мине әллә ни иркәләмәнеләр. Бөгөнгә һиндә ҡунырмын инде мин. Иртәгә фатир эҙләргә тура килер.

– Абзый, ни һөйләйһең?! Ниндәй фатир?! Яландай ике ҡатлы коттеджда кәләш менән икәүҙән-икәүбеҙ. Әйҙә, йәшәй бир. Яңылышмаһам, әүәлгесә бергә-бергә эшләйбеҙҙер бит?

– Эшләү – бергә, йәшәү – башҡа, һеҙгә ҡамасауларға теләмәйем, һәр кемдең үҙ көйө, үҙ яйы. Унан, мин дә бит әле теше төшкән ҡарт түгел, шәхси бәхеткә хаҡым барҙыр бит, ә, нисек уйлайһың?

– Бар, бар, абзый. Ышандырҙың. Әйткәндәй, һиңә тиң булырҙай шәп ҡатынҡай ҙа бар бит әле.

– Китсе, кем ул?

– Нина Сергеевнаны хәтерләйһеңме? Романовтың сәркәтибен?

– Теге, өлкә комитет секретары Романовмы?

– Тап үҙе.

– Бер аҙ хәтерҙә, бергә дача төҙөгәйнек бит әле ул ҡатынға. Сибә-ә-әр ине ҡәһәрең...

– Әле лә һис үҙгәрмәгән, һылыу көйө. Фатиры бар, машина, дачаһы, башҡаһы тигәндәй.

– Беләһең, мине был бик ҡыҙыҡһындырмай. Абзыйың бөтәһен дә үҙенең әсе тире менән табып өйрәнгән.

– Йә, йә, абзый, үпкәләп барма әле. Мин һине мохтажлыҡта йәшәтә буламмы?! Ә Нина Сергеевнаны ҡулдан ысҡындырыу бик ярамаҫ, сөнки беҙгә хужаһының, Романовтың, кәрәге һәр саҡ тейә. Власть менән иҫәпләшмәй булмай, абзый. Аҡсаға власты ҡушһаң ғына көс барлыҡҡа килә. Ә беҙ көслө булырға тейешбеҙ!

...Нина Сергеевна менән «Дед» икенсе көндө үк осрашты. Дөрөҫөрәге, «Азиат» ағаһын балғалаҡҡа һалып йоторлоҡ гүзәл мәрйә менән махсус рәүештә тап булыштырҙы. Йомошон табып, дачаһында ятҡан ханым эргәһенә килгән булды ла, ҡапыл иҫенә төшкән кеүек ҡыланып: «Онотоп торам, ғәфү итегеҙ, зинһар, Нина Сергеевна, мин ағайым менән юл ыңғайы ғына һуғылғайныҡ та, уның һеҙҙе бик күргеһе килә ине», – тигән булды. «Ах, Сашка ла бындамыни?! Ниңә өндәшмәй тораһың?! Саҡыр, керһен!» – тип өтәләнеп китте кинәт кенә Нина Сергеевна. Ул мөһабәт кәүҙәле, типһә тимер өҙөр был ирҙе шундуҡ иҫенә төшөрҙө. Бер туған булыуҙарына ҡарамаҫтан, икеһе ике төрлө ине ағалы-ҡустылы был ике башҡорт. Кәүҙәгә икеһе лә мыҡты, ә бына төҫ-башҡа бөтөнләй башҡа. Сашка бик оҡшай ине ҡасандыр Нина Сергеевнаға. Хәйер, ҡырағай башҡорт та уға иғтибар итмәй ҡалманы, шикелле. Тик ҡапыл ғына әллә ҡайҙа юғалды. Әле бына нисәмә йыл үткәс...

«Дед» сибәр ҡатынҡай менән ҡосаҡлашып тиерлек күреште. Нина һис тә бирешмәгәйне. Әйтерһең, ете-һигеҙ йыл ғүмер уға бөтөнләй ҡағылмаған. Ҡатындың бер бөртөк тә сал ҡунмаған ҡуңыр сәстәренә, һаман да шаян осҡондар балҡыған һорғолт күҙҙәренә, ит ҡунмаған нәҙекәй биленә ҡарап: «Ә ниңә, был мәрйә менән урамдан бер йәнәш үтеүе лә мәртәбә түгелме ни?» – тип уйлап алды.

– Нина Сергеевна, мөмкин булһа, мин үҙ эштәрем менән йөрөп киләйем, абзыйҙы һеҙҙең ҡарамаҡҡа ҡалдырып торорға яраймы? – тине ипле генә итеп «Азиат».

– Әлбиттә! Беҙ тәмләп сәй эсә торорбоҙ, бар, бар, борсолма...

– Туҡта, Наил, һин нишләп бөгөн һаҡсыһыҙ йөрөйһөң?

– Абзый, борсолма, машина ныҡ минең. Унан, һинең энекәшең кемгә кәрәк тиһең.

– Шулай ҙа... һаҡлан... Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлармын тигән.

– Рәхмәт, абзый. Мин бер-ике сәғәттән килеп етермен.

...Нинаның тәне йылыта, йәне йылытмай, ниңәлер, «Дед»ты.

Ул хәтһеҙ генә түшәмгә ҡарап ятты. Үҙен урлашҡан бесәй кеүек тойҙо, әйтерһең, кем өлөшөнәлер нәфсе һуҙған, һылыу ҡатын – уртаҡ йәр, тиҙәр, әгәр шулай булһа... Хәйер, барыбер түгелме ни? Ул бит өйләнергә йыйынмай. Ара-тирә осрашып торорға яраған инде. «Дед» тороп кейенә башланы.

– Аҙ ғына китмәй тор янымдан, – тип уның беләгенә ҡағылды Нина. – Күргәндәй булайым үҙеңде.

– Хәҙер Наил килеп етергә тейеш... – Ҡатындың күңелен табырға булыпмы, «Дед» эйелеп, Нинаның сикәһенән үпте.

– Ҡырағай! Әҙәм рәүешле үбергә лә йыбанаһың! – Нина шаяртып ирҙең яланғас арҡаһына сәпәне.

Ни әйтһен «Дед»... Күңелендәге барлы-юҡлы нескә хис-тойғоно аяуһыҙ ҡамсылап ҡыуып сығарып, йәнен көл иткән яҙмышына зарланһынмы? Әллә йөрәгенең, ғөмүмән, кемде лә булһа яратырға һәләтһеҙ булыуын аңлатһынмы? Аңлармы уны һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек иркәләнеп йәшәгән ханым?

– Туңһың бигерәк, – тип зарланды ул арала Нина. Юҡ, һөйөү сәғәттәренә, йә булмаһа «Дед»ҡа ризаһыҙлыҡ белдереүҙән түгел. Айыу кеүек көслө, тупаҫ ҡулдарының ҡеүәтен самалай белмәгән «Дед» бик тә хуш килде уның күңеленә. Тик... ирҙең үҙенә бер ниндәй наҙ-иркәһеҙ ташланыуына, һис юғы һуңынан ирендәренән бер һурып үпмәүенә эсе бошто Сергеевнаның. Уның уйҙарын һиҙгән кеүек, «Дед» үҙ алдына тигәндәй мығырлап ҡуйҙы:

– Беҙ, башҡорттар, үбешә белмәйбеҙ...

– Ха! Ҡыҙыҡ икән! Һеҙ ысындан да ҡырағай, улай булғас! – Нина ирҙе үҙенә тартты. – Ә барыбер мин һине яратам.

– Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.

– Һин уңдырмаһаң, уңмаҫ. Йә, өйләнәһеңме миңә?

– Кем белә... Бәлки...

Шулай тиеүҙе хуп күрҙе «Дед». Ҡустыһы өйләнеүен теләй ҙә бит, был тәңгәлдә «Дед»тың үҙ фекере, һуңғараҡ күҙ күрер, ә әлегә...

Ҡустыһының китеүенә байтаҡ ваҡыт уҙҙы, тәүҙә, моғайын, беҙ яҡынданыраҡ танышһын өсөн шулай яйлап йөрөй торғандыр, тип уйлаған «Дед», тышта төн ҡанат йәйә башлағас, борсоуға төштө.

– Эш кешеһе бит ул Никола, – тип тынысландырырға тырышты уны Нина Сергеевна. – Беҙгә ҡамасауларға ла теләмәгәндер.

– Юҡ, Нина, үҙ туғанымды мин яҡшы беләм, бер-ике сәғәттән килергә һүҙ биргән икән, шул ваҡытҡа килергә тейеш ине ул.

«Дед» кеҫә телефонына шылтыратып ҡараны – уныһы яуап бирмәне. Ҡустыһы йортоноң телефон номерын йыйған мәлдә, ниңәлер, уның ҡулдары дерелдәй ине. Берәү ҙә трубканы алманы...

«Азиат» офисына инеп, өҫтәле артына ла уҙырға өлгөрмәне, телефон зыңғырланы.

– Эйе. Тыңлайым.

– Сәләм, брат!

Андрейҙың тауышын ишетеүенә шат ине «Азиат». Кәйефе шәп күренә, тимәк, юлы уңған.

– Шунан, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуың менән, тиемме...

– Рәхмәт.

– Хәҙер килеп сыға алаһыңмы?

– Бөгөнгә офиста күренмәһәм яраймы? Бик арытты.

– Тиҙерәк яҡшы хәбәр ишетке килә лә бит инде, ярай, улайһа. Иртәгә сәғәт һигеҙҙә бында бул. Юлың уңғандыр бит?

– Уңмай буламы һуң! Контракт төҙөлдө, аҡсаһы кеҫәлә, тиергә лә мөмкин. Ун көн эсендә күсерергә тейештәр.

– Шәп, шәп! Килемдең өстән бер өлөшө һинеке. Ярай, хуш әлегә.

«Азиат» ҡулдарын ыуып алды. Афарин Андрей, шундай эшлекле ярҙамсыһы булыуына ул тағы бер ҡат ихлас һөйөндө. Урман ҡайҙа ла кәрәк инде ул, ситтә уны унлата артыҡ хаҡҡа алырға теләүселәр етерлек, әммә барыбер ҡайҙа ла һөйләшә, сауҙа бәйләнешен көйләй белеү кәрәк.

Ирҙең уйҙарын бүлеп, тағы телефон шылтыраны.

– Иртәгә тиклем йән түҙмәҫ кеүек бит әле, әллә бөгөн осрашабыҙмы? – Андрей бер ни тиклем шымып торҙо. – Бәғзе бер сетерекле мәсьәләләрҙе иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа ине.

– Кил һуң, көтәм!

– Шеф, әйҙә, бүтән урында. Наташаңды ал да әлеге үҙебеҙ яратҡан япон ашханаһына кил. Мин дә яңғыҙ түгел. Дүртәүләп кенә ултырып алырбыҙ, ә?

– Минең бик яйлап ултырырға ваҡыт юҡ та бит. Йә, ярай, сәғәт ярым бүлергә була. һөйләштек!

– Нисәлә осрашабыҙ?

«Азиат» өйөнә ҡайтып, ҡатынын алып сыҡҡансы яҡынса күпме ваҡыт китерен күңеленән барлап ҡараны. Ресторан алыҫ түгел...

– Бер сәғәт етә.

– Наташа биҙәнеп-төҙәнеп өлгөрәме һуң?

– Минең бисә һәр саҡ әҙер. Әйтәм бит, үтә иркенләп йөрөргә ваҡыт юҡ барыбер.

«Азиат» йортона шылтыратып, ҡатынына ашханаға яҡын фатирҙарына килеп, әҙерләнеп торорға ҡушты. Ирен йүнләп күрмәгән, эшһеҙлектән яңғыҙы яфа сиккән Наташа балаларса ҡыуанды.

– Мин йәһәт! – тине лә ул, телефонды ташланы. Күрәһең, биҙәнеп-төҙәнеп ҡалырға ашыҡты. «Азиат» көлөмһөрәп ҡуйҙы: уға ҡатынының күндәмлеге оҡшай ине.

Йорто эргәһендә ул һаҡсыларын машинала ҡалдырҙы. Билендәге наганын ҡапшап ҡараны ла подъезына инде. Лифт төймәһенә баҫты – уныһы, ниңәлер, эшләмәне. «Берәйһе юғары ҡатта тоталыр», – тип һығымта яһаны «Азиат». Уның өсөн дүртенсе ҡатҡа күтәрелеү бер ни тормай.

Йәлләттәр юғарынан төштө. Уларға ҡорбандың башына төҙәп атырға ҡушылғайны. Бронежилетта булыуы ихтимал ине уның.

Һәм шулай ҙа ине... «Азиат» ҡанға батҡан көйө шыуышып дүртенсе ҡатҡа үрмәләне, һуңғы ҡабат Наташаһын күреп ҡалыу, уның ҡулында йән биреү ынтылышы шул тиклем ҡеүәтле ине, аҡтыҡ көсөн туплап, ишек яҡтауына тотоноп аяғүрә күтәрелде һәм ишек төймәһенә баҫты. Асҡыс алып асырлыҡ хәле ҡалмағайны инде уның. Наташа ишекте шар асып ебәреүгә, ире яртылаш эскә ауҙы һәм һушын да юғалтты.

– Эште ахырынаса еткермәнек, – тине йәлләттәрҙең береһе.

– Ҡурҡма, тере ҡалмаҫ. Әйҙә, оҙағыраҡ ғазапланһын...

Был ваҡытта Андрей һөйәркәһе менән ресторанда ултыралар һәм «Азиат» менән Наташаны көтәләр ине. Андрей сабырһыҙланып сәғәтенә ҡарап алды.

– Бик оҙаҡлай шеф...

Зифа кәүҙәһен ултырғыстың йомшаҡ һөйәнгесенә терәп, аяғын аяҡҡа һалып «Мальборо» тартҡан Суси иренеп кенә:

– Килерҙәр әле... – тип һуҙҙы ла туҡ бесәй кеүек рәхәтләнеп кирелеп алды.

...«Азиат»тың коттеджы эргәһендә ҡорбан һағалаған йәлләт был юлы мул ғына төшөмдөң сит кеҫәгә насип булыуына ене ҡубып, пистолетын баҡсала бәйле торған эткә тоҫҡаны...

«Азиат»тың үлеме лә, бүтән йөҙәрләгән үлем кеүек, бандаларҙың мөнәсәбәт асыҡлауы рәтендә генә үтеп китә ине. Әгәр Наташа тейешле органдарға хәбәр итмәһә... Уны һомғол буйлы, тулҡынланып торған һары сәсле сибәр тәфтишсе ҡаршы алды. Тәфтишсенең сөм ҡара күҙҙәренә ҡарап, ҡатын, сәйер, сәстәре һап-һары, күҙҙәре ҡап-ҡара, тип уйлап алды. Уның ҡоңғорт, хатта ҡара сәсле кешеләрҙә зәңгәр күҙҙәр осратҡаны бар, әммә әле алдында ултырған закон эйәһе кеүек ҡиәфәтлене тәү ҡат күреүе. Тәфтишсе лә йәш, матур ҡатындың һынын күҙҙән үткәрҙе. «Бисәһе мәрйә булған икән», – тигән уй йүгерҙе башынан.

– Ирегеҙгә һөжүм яһағандарында, һеҙ ҡайҙа инегеҙ?

– Өйҙә инем. Мин уны көтә инем. Беҙ ул көндө дуҫтар менән ресторанға барырға йыйындыҡ. Наил миңә кейенеп торорға ҡушты.

– Дуҫтарығыҙ кем?

– Андрей. Наилдың иң яҡын дуҫы, ярҙамсыһы.

– Ул корпорацияла ниндәй вазифа башҡара?

– Урынбаҫар. Беренсе урынбаҫар.

– Ә-ә-ә, урынбаҫар, аңлашыла-а-а...

– Юҡ, юҡ, һеҙ аңламанығыҙ, Андрейға шик төшөргә тейеш түгел. Наил менән улар бер туғандар кеүек, күптәнге дуҫтар.

– Ҡарарбыҙ. Мин әле бер ниндәй һығымта яһарға ла йыйынмайым. Ирегеҙ эргәһендә тағы кемдәр уралана ине?

– Корпорация ҙур бит, унан, төрлө фирмалар менән дә бәйләнеш тота улар. Сит илдәр менән.

– Ирегеҙҙең ғаиләнән тыш тормошона ҡағылған мәсьәләләр буйынса тағы ни әйтерһегеҙ?

– Бер ни ҙә. Мин уның эшенә ҡыҫылманым. Мин һеҙҙән бер генә нәмә үтенәм: үлтереүсене табығыҙ! Тик табығыҙ ғына, мин түләрмен. Күп итеп... Бына, бында аванс, – ҡатын сумкаһынан төргәк сығарҙы. – Бында әлегә мең доллар.

Тәфтишсе ҡатындың ҡулын ипләп кенә ситкә этәрҙе:

– Ғәҙеллек һатылмай, ханым. Аҡса үҙегеҙгә бик кәрәгер.

«Ниндәй һәйбәт кеше!» – тип уйланы Наташа. Ул инде был донъяла бөтә нәмәнең һатылыуына күнегеп бөткәйне.

– Берәй һорау тыуһа, мин Һеҙҙе саҡыртырмын. Бәлки, өйөгөҙгә барырға тура килер.

– Рәхим итегеҙ. Бына визиткам...

Наташа сығып киткәс, Артур Бурцев ишекле-түрле йөрөп алды. Донъя емерелһен, Санкт-Петербургты һыу баҫһын – ул барыбер табасаҡ үлтереүсене. «Азиат»тың яҡындары, көмөш ҡалаҡҡа һалып йотҡоһоҙ Наташа хаҡына ғына түгел. Был уның үҙенә кәрәк. Бурцев йоҙроҡтарын ҡыҫып, тырнаҡтарын ус эсенә батырҙы. Үҙенә кәрәк!

Бурцев «Азиат»ты күреп белмәй. Имеш-мимеш хәбәрҙәр аша ғына ишетә белә ине уның хаҡында. Әммә «Азиат»тың үлеме Бурцев күңеленең төпһөҙ тәрәнлегендә ятҡан бығаса билдәһеҙ бер тойғоно уятты. Ул тойғо Артур Назаровичтың үҙен дә шаңҡытты. Бер нәмә лә онотолмай икән...

«Азиат»тың ағаһы «Дед» унда ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-хистәр барлыҡҡа килтерҙе. Бер уйлаһаң, уғамы ни инде бөгөн нигә лә булһа ғәжәп итеп ултырырға?! Утыҙ биш йыл йәшәү дәүерендә ниҙәр генә күрмәне, нимәгә генә шаһит булманы Артур Бурцев! Баҡтиһәң, аптырарлыҡ әйберҙәр сығып ҡына тора икән был фани донъяларҙа. «Дед»тың үткәнен белә ине тәфтишсе. Уның зоналағы хикмәттәрен дә ишеткәне бар. Һыуҙан һәр саҡ ҡоро сыға белеүсе, ябай ҡул менән генә тотолмаҫ шамбы кеүек шылғаяҡ «Дед»тың ҡустыһы фажиғәһенән һуң күҙ алдында ҡартайып, бөгөлөп төшөүе иҫен китәрҙе Артур Назаровичтың. Ағаһы хәтеренә килде. Уға тағы бер ҡат һарыуы ҡайнап ҡуйҙы. Бына бит, тормош ҡайһы яҡҡа ғына әйләнмәһен, туғанлыҡ тойғоһо һаҡлай белгән ағайҙар бар. Шул уҡ ваҡытта «Дед»тың Наталья кеүек ҡан көҫәмәүен, улай ғына ла түгел, хатта эште туҡтатыуҙы һорауын аңламаны.

– Үлгән артынан үлеп булмай. Йәлләтте тапһаң да, төп ғәйеплене барыбер таба алмаясаҡһың, булашма юҡ менән, – тиеүе Бурцевтың сәменә тейҙе.

Кем ул алдында ултырған ата бандит ул тиклем, Бурцевҡа күрһәтмә бирергә?!

– Уныһы беҙҙең эш, – тип кенә ҡуйҙы ул асыуын йәшерергә тырышып.

Ҡайһылыр бер мәлдә, әллә ҡустыһы башына был үҙе еткәнме, тигән уй ҙа килеп ҡуйҙы. Юҡ, ҡайғыһы үтә лә тәрән тойола, «Дед» бит актер түгел, шул дәрәжәлә килештереп уйнарға. Хәйер, беҙ бөтәбеҙ ҙә актер. Шекспир әйткәнме әле? Тормош – сәхнә, ә кешеләр – унда уйнаусы актерҙар, тип... «Дед»тың алибиһы ла ныҡ: «Азиат»ҡа атҡан мәлдә ул ҡаланан ситтә, Романов секретаршаһының дачаһында булған. Был алиби менән иҫәпләшмәй булмай. Нина Сергеевна обком секретарының үҙендә иң яҡшы иҫәптә. «Яңылыш эҙҙән китмә, – тип иҫкәртте үҙен Бурцев. – Һиңә бит ғәйепһеҙ берәүгә яла яғып, эште ябыу кәрәкмәй, һиңә үлтереүсенең үҙе кәрәк! Уның ихтыярын башҡарыусы йәлләт тә түгел, ә Үҙе!»

Бурцев «Азиат»тың тәүге ҡатыны Алинанан да һорау алды. Эсеүҙән шешенгән, әммә элекке һылыулығы эҙҙәрен һаҡлаған ҡатындың йорто кәрәккән һәм кәрәкмәгән ҡиммәтле шаҡы-шоҡо менән тулы ине. Әллә билдәле бер тәртип булмағанға шулай тойолдо Бурцевҡа.

– Шул кәрәк уға! Ул үлергә тейеш ине! – Ҡыҙмаса ҡатын ҡыйбатлы гәлсәр сөңкәгә коньяк һалып, Бурцевҡа һондо. – Эс! Шунан бөтәһен дә һөйләйем... Бөтәһен дә йәшермәй...

Тәфтишсенең эсенә йылы йүгерҙе: әллә ысынлап та ептең осон эләктерҙеме икән? Тормош төпкөлөнә тәгәрәгән был эскесе бисә менән ҡушарлап эсеп ултырғыһы килмәһә лә, сөңкәне алып, коньякты йотоп ҡуйҙы.

– Беләһеңме, ул кем? Ул – бандит! Уралдан сыҡҡан ҡырағай бәндә! Уның бында, Рәсәйҙең баш ҡалаһында, эйе, эйе, баш ҡала ул Мәскәүҙә түгел, ә Петербургта! Бында ул ҡырағай хайуандың юғары үҫешкән халыҡҡа үҙ ихтыярын тағып йөрөргә ни хаҡы бар?! Ул күптән үлергә тейеш ине! – Инде дөрөҫ эҙгә төшөүенә тамам ышанған Бурцевтың эсен бошороп, Алина үкһеп иларға кереште. – Ә мин, башҡа бер егетте лә, бер ирҙе лә һушһынмаған гүзәл ҡатын, нишләп ғашиҡ булдым уға, ә? Әйт әле миңә шуны, һин бит законды күп беләһең, ә бына йәшәү ҡануны минең хаҡта нимә һөйләй? Ниңә осраттым, ниңә яраттым мин уны?! Эйе, ул үлергә тейеш ине – уны үлтерҙеләр. Хәҙер инде миңә лә йәшәү юҡ. Сөнки Николаһыҙ мин йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым! Мин бит уны үлеп яратам! Үлеп яратам!!!

Тәфтишсе уны үҙенсә йыуатып, йәһәтерәк сығып китеү яғын ҡараны. Тағы өс көндән Алинаны батарейкаға аҫылынған килеш таптылар. «Никола, мин һинең яныңа ашығам, исмаһам, теге донъяла бергә булырбыҙ», – тиелгәйне ҡалдырған яҙыуында.

Андрей, йәки «Белый»ҙың да алибиһы бик ҡаты булып сыҡты: ул «Азиат» һәм Наташаны ресторанда һөйәркәһе менән теүәл ике сәғәт көтөп ултырғандар икән. Дуҫты үлтерер өсөн ҡоралды мотлаҡ үҙ ҡулыңа алыу кәрәкмәй, әлбиттә, киреһенсә, байҙар хәҙер үлтереүсене яллап ҡына эш итә. Тик ни өсөн ике сәғәт буйы ресторанда көтөп ултырырға кәрәк? Күберәк күҙгә салыныу, тирә-йүндәгеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн генә булһа? Ә «Белый»ға «Азиат»ты юҡ итеү ниңә кәрәк? Корпорация бит барыбер бер уның ҡулына тулыһынса күсмәйәсәк. Бурцев тәүҙә Суси менән һөйләшеп ҡарарға ҡарар итте. Исемде лә, әллә ҡушаматтымы, табалар ҙа инде: Суси. Хәтергә танылған ғына йырсы башҡарыуындағы мәғәнәһеҙ йыр килә.

– О-о, Андрей ҡайғыра дуҫы өсөн, – тип белдерҙе артыҡ кипсәлтеп кейгән тар ғына итәген тағы ла күтәрә төшөп, тәфтишсе ҡаршыһына килеп ултырған Суси. – Улар бик татыу ине. Андрюша бит сит илдәргә лә Ник урынына үҙе йөрөнө. Ник уға тулыһынса ышана ине. Хатта туғандар ҙа улай татыу булмаҫ. Эйе, эйе, мин ихлас әйтәм.

Башҡалар ҙа ошо фекерҙе ҡабатланы. Ҡыҫҡаһы, «Белый»ҙың «Азиат»ты үлтерергә бер сәбәбе лә булмай сыҡты.

Утыҙлап кешенән һорау алған Бурцев үҙен көрсөккә терәлгән кеүек хис итте. Бөтәһе лә һыуҙан пак, һөттән аҡ. «Азиат»ты тота килеп урам хулигандары үлтермәгән бит инде. Уның өйгә ҡасан ҡайтырын белгәндәр, һағалап торғандар. Туҡта! Ә кем ҡасан ҡайтырын белгән һуң? Ҡатыны, тағы Андрей...

Бәлки, өсөнсө кеше барҙыр тағы? «Дед» был ваҡытта ҡустыһын дачала көткән. Тимәк, төшөп ҡала. Ҡатыны һәм Андрей... Икеһе лә енәйәтсене тотоуҙы үтенеп-ялбарып һораны. Икеһе лә тәрән ҡайғы-хәсрәт кисергән кеүек күренәләр. Ысындан да ҡайғыралармы, әллә ҡыланалармы? Артур Бурцев, улар менән тағы осрашырға кәрәк, тигән уйға килде.

ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Тауышҡа йүгереп килеп ишек асҡан Наташа иренең ҡанға батҡан кәүҙәһен күреп, бер минутҡа шаңҡып ҡалды.

– Ната... Андрей... – «Азиат»тың шунан артыҡҡа көсө ҡалманы, тәрән итеп бер тын алды ла мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Ябай колхозсы ғаиләһендә донъя күргән, ауыл урамын ялан аяҡ саң туҙҙырып тапап үҫкән, һуңынан еңмешлеге, ныҡышмаллығы һәм үҙаллылығы менән Санкт-Петербургтағы иң эре мафия төркөмдәренең береһен ойоштороуға өлгәшкән башҡорт малайының ғүмере шулай аңғармаҫтан һәм мәғәнәһеҙ өҙөлдө.

Наталья эргәһенә ул шул көндө үк килде. Ҡатын тәфтишсенең сәстәре менән күҙҙәре араһындағы сәйер тап килмәүҙе тағы бер күреп, йәнә лә ғәжәп итте. Тик был юлы уға Артур Бурцевтың йөҙө тап әлеге айырмалыҡ арҡаһында үтә лә һөймәлекле булып күренде. Бурцев һис бер тартыныуһыҙ-ниһеҙ фатирҙы күҙҙән үткәрҙе: һүҙ юҡ, һәйбәт оя ҡорған мәрхүм. Артыҡ бер нәмә лә юҡ, шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә нәзәкәтле, ҡиммәтле, зауыҡлы. Өҫтөнә килешле генә еңел күлдәк кейеп алған Наташа үҙен уратҡан бай мөхиткә бик тә тап килә ине. «Был бисәгә тоҡ кейҙерһәң дә килешер ине, моғайын, – тип уйлап алды Бурцев. – Ҡатындарҙы һайлай белгән «Азиат».

– Ҡәһүә эсәһегеҙме, һутмы? – Наташа оҙон керпектәре араһынан йәшел күҙҙәрен тултырып тәфтишсегә ҡараны.

– Ҡатырағын... – Ни өсөн шулай өндәшкәнен Бурцев үҙе лә аңламаны. Ул ҡаты эсемлек менән дуҫ та түгел, хатта мәжлестәрҙә ҡыҙыл шарап менән генә хушлана.

Ҡатын уның алдына коньяк ҡуйҙы.

– Ә һеҙ?..

– Юҡ, мин эсмәйем.

– Тел асҡысы өсөн генә.

– Һеҙҙән йәшерер нәмәм юҡ. Наилдың эше буйынса, тием.

– Минеңсә, һеҙ барыбер нимәнелер әйтеп еткермәйһегеҙ. Әйтәйек, васыятнамә хаҡында...

– Наилға нисә йәш ине, беләһегеҙме? Ул йәштә берәү ҙә васыятнамә тураһында уйламай. Хатта уйлаған осраҡта ла... Беҙ, уның вариҫтары, күп түгелбеҙ. Берҙән-бер улы ла мин. Беҙ икәүҙе генә ғүмерлеккә тәьмин итерлек монаят, шөкөр, бар.

– Улайһа, һеҙгә тағы бер һорау, һеҙ мөхәббәткә ышанаһығыҙмы?

– Ҡыҙыҡ. Ә был ни өсөн? Ышанһам ни ҙә, ышанмаһам – ни?..

– Был мөһим. Мине, тәфтишсе булараҡ, һеҙҙең шәхси мөнәсәбәттәрегеҙ ҡыҙыҡһындыра.

– Теркәп ҡуйығыҙ: беҙҙең шәхси мөнәсәбәттәр бик тә яҡшы ине. Ыҙғышманыҡ, бер-беребеҙҙе көнләп, йән ҡыйышманыҡ.

– Уның тәүге ҡатыны ла сибәр...

– Эйе, сибәр ине.

– Ине?..

– Һеҙгә уның аҫылынып үлеүе мәғлүм бит инде.

– Улар ни өсөн айырылышҡан?

– Эскелек һөҙөмтәһендә. Ғәфү итегеҙ, мин мәрхүмдәр хаҡында кире һөйләй алмайым.

– Ә шулай ҙа, ирегеҙ һеҙгә тоғро инеме?

– Был уның эше. Һәр хәлдә, мине тормоштоң матди мәсьәләләре борсоманы. Мин йәшәнем. Ысын мәғәнәһендә ҡатын-ҡыҙ булып йәшәнем. Ә был беҙҙең өсөн бик тә мөһим. Ғаиләһен туйындыра алмаған ирҙең аҡҡош тоғролоғонан ни фәтүә? Наил ҡатын-ҡыҙ ҡәҙерен белә ине... – Натальяның тауышы ҡалтыранып китте. – Мин уның һөйәркәләре менән ҡыҙыҡһынманым һәм был хаҡта һүҙ сурытырға ла теләмәйем!

– Ни өсөн бала табырға ашыҡманығыҙ?

– Аҙ ғына булһа ла иргә иркәләнеп, ир икмәген ашап йәшәп ҡалғым килде. Хәҙер үкенәм... Бөгөн яңғыҙ булмаҫ инем.

– Һеҙ әле йәш, һылыу...

– Әммә Наил кеүек берәү ҙә булмаясаҡ.

– Ғәжәп. Мин был фекерҙе икенсе тапҡыр ишетәм. Тәүге ҡатыны ла...

– Ул хаҡлы...

– Уның эше тураһында берәй нәмә һөйләй алаһығыҙмы?

– Миңә уның шөғөлө ҡыҙыҡ түгел ине. Бер ни ҙә белмәйем.

– Ә «Белый»ҙан башҡа тағы кемгә ышана ала ине ирегеҙ?

– Кем ул «Белый»?

– Андрей. Яҡын дуҫы.

– Уның тағы бер дуҫы бар, ләкин ул коммерциянан бөтөнләй алыҫ кеше.

– Кем һуң ул?

– Йырсы. Язар Алкин.

– Ә-ә, сәхнә йондоҙо! Ишетә беләм. Яңылышмаһам, ирегеҙ ярҙамы менән күтәрелгән артист, шулаймы?

– Бәлки. Әммә һәләтһеҙҙәрҙе аҡса йә протекция ғына күтәрә алмай.

– Дөрөҫ. Ләкин йыш ҡына бик һәләтлеләр ҙә, кеҫәләре буш булыу сәбәпле, тормош төпкөлөндә батып ҡала...

Бурцев Натальянан ауыр уйҙар менән сыҡты. Ҡатындың донъяһы сепрәк-сапраҡ, ашау-эсеү, йорт тирәһендә генә сикләнгән булырға оҡшай. Шулай ҙа аҡылһыҙ түгел. Тик бер нәмәне генә асыҡлай алды Артур: үлтереүсене башҡа урындан эҙләргә кәрәк. Тик ҡайҙан? Кәбән араһынан энә эҙләүгә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ булып сыҡманымы был эш?..

Хәҡиҡәтте асыҡлау, үлтереүсене табыу уның үҙе өсөн кәрәк. Бүтән ваҡыт булһа, эште кемгә «тегергә» ул белер ине, был юлы ярамай. «Азиат»ты үлтереүсе язаһын алырға тейеш. Инде күптән бүтән яҙмыш менән йәшәгән Артур Бурцевтың күңел төбөндә онотола башлаған тойғо – милли яҡынлыҡ тойғоһо ҡуҙғалды. Ә уны, бер ҡуҙғалһа, күңелдән алып ырғытып та булмай. Был юлы хатта иблис тә көсһөҙ ине шикелле.

БИШЕНСЕ БҮЛЕК

– Һеҙҙә артыҡ билет юҡмы?

– Урынһыҙ булһа ла бер генә билет!

– А-а-а! Ал терһәгеңде, ни тип ауыҙға тығаһың уны?!

– Китегеҙ юлдан: мин Алкиндың дуҫы.

– Дуҫы, атаң башы, уның дуҫтары кассаға сират тормай!

– Ысын әйтәм! Беҙ бер яҡтан!

– Ха-ха! Марс кешеһенә мин нисек яҡташ, һин дә...

– Һин бында тормай инең!

– Һин үҙең!

– Ал ҡулыңды елкәнән!..

Бөтә был мәхшәргә илтифатһыҙ ғына бер аҙ ҡарап торҙо ла Бурцев, тик филармония хеҙмәткәрҙәре генә йөрөй торған ишеккә ыңғайланы. Уны ишектә үк туҡтаттылар. Танытмаһын алып күрһәткәс, һаҡсы берсә уға, берсә ҡатырғалағы фотоһүрәткә ҡарап, оҙаҡ ҡына сағыштырып торҙо. Шунан ғына:

– Икенсе ҡат, ике йөҙ бишенсе бүлмә, – тине.

Сәхнә йондоҙо ҡара бөҙрә сәсле, ҡарағаттай ҡара күҙле егет булып сыҡты. Исемен йыш ҡына ишетһә лә, Бурцевтың уны афиша-фәләндә лә, гәзит-журналда ла күргәне булманы. Ана ниндәй икән ул! Кәүҙәгә әллә ни мыҡты түгел.

– Ун биш минуттан концерт башлана, әлегә һөйләшә алмайым, – тине ипле генә итеп Язар Алкин. – Көтә алһағыҙ – концерттан һуң. Бына, саҡырыу ҡағыҙы.

Йырсы менән һөйләшеүҙе маҡсат итеп килгәс, көтмәй нишләйһең. Йыр-моң тип әллә ни иҫе китмәгән Бурцев үҙенә тәғәйенләнгән урынға барып ултырҙы. Тамашасылар шығырым тулы. Ә теге берҙән-бер буш ҡалған урын, әйтерһең, Артур Бурцевты ғына көтөп торған. Тауышы көслө ине йырсының. Моңло ла. Тәүҙәрәк ул еңелсә шлягерҙар башҡарҙы. Йәштәр «геү» килде инде байтаҡ, урындарынан ҡубып, «зыҡ» ҡубышып бейеп тә алдылар.

– Мөхтәрәм дуҫтарым, – тине бер саҡ йырсы. – Һеҙ мине, зинһар, кисерә күрегеҙ. Ләкин мин үҙемдең ғәзиздәрҙән-ғәзиз дуҫым, күптән түгел генә яуыз йәндәр тарафынан ғүмере өҙөлгән Наил Ихсановтың яҡты иҫтәлегенә бер йыр башҡармай булдыра алмайым.

– Теге мафиози, – тип шыбырлашты Бурцевтан арттараҡ ултырған тамашасылар.

– Уның Алкинға ни уртаҡлығы бар һуң?

– Барҙыр инде. Танылған йырсылар бөтәһе лә мафияға бәйле бит ул. Шоу-бизнес! Богема!

– Шымығыҙ!..

Ер еләккәйҙәре беште инде,

Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ.

Ир-егеткәйҙәрҙең йәше үтһә,

Бөгөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ...

Бурцевтың йоҙроҡтары йомарланды. Ул тештәрен ҡыҫып, уртын сәйнәне. Ни тип үҙенсә йырлап тора был «йондоҙ» ишараты?! Кемгә кәрәк Санкт-Петербургтың иң мәртәбәле концерт залында уның үлемгә дусар ителгән меҫкен теле?! Тик йөрәге уның был нәфрәтле асыуына ҡушылырға теләмәне, киң күкрәген тишерҙәй булып, ярһый-тулай тибергә кереште. Тәфтишсе күҙ ҡырыйы менән генә ике яҡ күршеһенә күҙ һалды, ниңәлер, уның йөрәк тибеше барыһына ла ишетеләлер кеүек тойолдо. Ғәжәп, зал тып-тын ине. Бығаса һикереп-уйнаҡлап бейешкән йәштәр ҙә шым ғына моң ыңғайына бәүеләләр.

Япраҡтарҙы һары алды инде,

Ел шаулатып түкмәҫ, тимәгеҙ.

Ут йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе

Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ...

– Браво!

– Бис!

– Алкин! Алкин!

– Яза-ар! Даешь!

Тамашасылар ихлас алҡышланы йырсыны. Зал бер тына ҡул сабыуҙарҙан яңғырап торҙо.

– Милләте кем уның? – тип Бурцевтың терһәгенә ҡағылды уң күршеһе. – Белмәйһеңме?

Беләм, тиһә, донъяһы емерелер кеүек күренде Артур Назаровичтың. Йә Ер шары күсәренән ысҡыныр...

– Юҡ, белмәйем.

– Язар – исеме бер ни әйтмәйме ни һеҙгә? Йәһүд ул!

– Йәһүд?!

– Ниндәй йәһүд?! Татар, – тине бер ханым бик белдекле ҡиәфәт менән.

– Татар түгел, башҡорт, – тине икенсеһе.

– Барыбер түгелме ни? Икеһе бер шайтан...

– Түгел, икеһе ике халыҡ...

– Шәп йырлай! Шәп!..

Ул арала Язар Алкин Есенин һүҙҙәренә яҙылған романстарға күсте.

...Ике сәғәттән ашыу барған сығышынан һуң талсыҡҡан ине йырсы. Шулай ҙа һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

– «Азиат»ты һуңғы ҡабат ҡасан күрҙегеҙ?

– Һәләк булырынан өс көн элек кенә.

– Ҡайҙа?

– Ул минең концертыма килде.

– Һеҙ дуҫтар инегеҙме?

– Мин уға өлкән ағайым итеп ҡарай инем.

– Ни өсөн?

– Сәнғәттә, тормошта өлгәшкән уңыштарым өсөн уға бурыслы булғаным өсөн. Мин институттан һуң ҡайтып китергә лә булғайным. Әлбиттә, унда ла сәхнә, унда ла, моғайын, йырлар инем. Ләкин Наил мине Рәсәйҙең иң күркәм сәхнәләренә генә түгел, донъя күләмендәге тамашасыға сығарҙы.

– Шулай йоғонтоһо көслө инеме ни богема мөхитендә?

– Көслө ине. Ихтирам иткән кешеләренә ҡарата йомарт та булды.

– Нисек таныштығыҙ?

– Беҙ бер яҡтан, бер милләт кешеләре...

Бурцевтың йоҙроҡтары йәнә йомарланды. Теле аңҡауына йәбешерлек булып, ауыҙы кипте. Рөхсәт-маҙар һорап та тормай, грим өҫтәлендә торған һыулы шешәгә үрелде. Ғоңҡолдатып бер нисә йотом эскәс тә байтаҡ һүҙ башлап китә алмай ултырҙы. Ундағы сәйер үҙгәреште шым ғына күҙәткән йырсы әңгәмәне ашыҡтырманы, битендәге гримды һөртөүен дауам итте.

«Уның ҡара ялбыр ҡаштары ла, бер аҙ таржығыраҡ танауы ла үҙенеке, – тигән уй килде Бурцевтың башына. – Ул үҙе...»

– Һеҙ уның дошмандарын белмәйһегеҙме? Берәй үсләшкән кешеһен?..

– Әйтә алмайым. Минеңсә, ундай эшлекле кешенең дошманы күп була. Көнләшеүселәр, күрә алмаусылар...

– Ә һеҙ үҙегеҙ?

– Мин әйттем: ағайым кеүек булды ул миңә.

– Эшендәге серҙәр менән бүлешә инеме?

– Юҡ, нимә менән бүлешһен, беҙ бит ҡапма-ҡаршы донъя кешеләре. Сәнғәт менән бизнес араһында, минеңсә, бер уртаҡлыҡ юҡ.

– Ә мин улай тимәҫ инем. Хәтерләгеҙ, «Азиат» менән һуңғы ҡат осрашҡанда ни хаҡында һөйләштегеҙ?

– Ул минең концертта булды... Әйттем инде... Һуңынан театр кафеһына инеп ултырҙыҡ. Оҙаҡ түгел. Наил минең Англияға гастролдәрем менән ҡыҙыҡһынды. Икенсе йылы, бәлки, Канадаға ижади сәфәр ойоштороп булыр, тине.

– Канадала бәйләнештәре бар инеме?

– Ҡайҙа бәйләнештәре юҡ ине, тип һорағыҙ. Унан, бына-бына Канаданан уның урынбаҫары ҡайтырға тейеш ине. Сираттағы контракт менән...

– Урынбаҫары?

– Эйе, Андрей. Әгәр барыһы ла уңышлы барып сыҡһа, һиңә мотлаҡ гастроль тәьмин ителәсәк, тине Наил. Насип булмаған, күрәһең.

– Ә Канада менән килешеүҙең асылы нимә?

– Урман. Ағас инде. Европа илдәренең береһендә уртаҡ ағас эшкәртеү компанияһы булдырыу.

– Уныһы киләсәктә. Ә был пландың иң яҡын аралағы һөҙөмтәһе?

– Канада яғы Наил корпорацияһына бик күп аҡса күсерергә тейеш ине.

– Күпме?

– Белмәйем. Минең өсөн финанс мәсьәләләре – ҡара урман.

– Ә үҙеңдең финанс мәсьәләләрен кем хәл итә?

– Минең продюсерым бар...

...«Азиат», тимәк, Канада менән килешеүгә ҙур өмөттәр бағлаған. Тимәк, «Белый» күптән түгел сит илдән ҡайтып төшкән. Фажиғә көнө инде ул Санкт-Петербургта булған. Ресторанда дуҫын һәм етәксеһен көткән. Көткәнме, әллә үҙенә алиби тәьмин иткәнме? Унан алда улар осрашып өлгөргәнме, юҡмы? «Белый»ҙың әйтеүенә ҡарағанда, осрашмағандар, телефон аша ғына һөйләшкәндәр. Үҙенең Канадаға эшлекле сәфәр менән барыуы хаҡында «Белый» ни өсөн ләм-мим һүҙ өндәшмәне һуң? Моғайын, сәфәре уңышлы булғандыр, Наташа ла бит иренең бик күтәренке тауыш менән һөйләшеүенә баҫым яһаны. Ҡайһылай ҙа Наил килешеү һөҙөмтәләрен ишетеп өлгөргән булырға тейеш. Бәлки, ике дуҫ уңышты ресторанда йыуырға әҙерләнгәндер? «Белый» Канадаға барыуы тураһында һүҙ ҡатманы – бына нәмәһе ҡыҙыҡ. Был хаҡта Наташа ла, Суси ҙа белмәй, йәиһә белһәләр ҙә йәшерәләр. Хәйер, Наташа йәшермәҫ ине, белмәйҙер. Сусиның белеүе ихтималмы? Түшәк бүлешеү һәм күңел асыу өсөн генә тәғәйен һөйәркә ни дәрәжәлә хәбәрҙар?

Бурцев Андрейҙы тотҡансы бер нисә көн үтеп китте. Корпорация менән етәкселек итеүҙе ул ваҡытлыса үҙ ҡулына алғайны, тәфтишсе нисә шылтыратһа ла сәркәтибе, шеф урынында түгел, тип кенә яуапланы.

Ахырҙа, Артур Назарович үҙе офисҡа юл тотто. Аҙна элек кенә «Азиат»тың ҡабул итеү бүлмәһендә киң салбар менән блузкаға төрөнгән мул кәүҙәле өлкән генә йәштәге ханым ултыра ине. Был юлы Бурцевты ирендәрен сағыу миләүшә төҫөнә буяған, тырнаҡтарына ла шундай уҡ буяу һалған йәш кенә гүзәлкәй ҡаршы алды.

– Элекке секретарша ҡайҙа? – тигән һорауға, ул:

– Мин белмәйем, – тип кенә яуап бирҙе.

Был хәл Бурцев күңелендәге шикте тағы ла нығыта төштө. «Белый» ни өсөн секретаршаһын алыштырырға ашыҡҡан? Әле бит мәрхүмдең үлеменә саҡ бер аҙна үткән. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, күрер күҙгә күрмәлекһеҙ генә теге ҡатынҡай бик тәжрибәле һәм эшлекле хеҙмәткәр генә булмаған, телен йоҙаҡта ла тота белгән.

«Уны табырға кәрәк, – тигән ҡарарға килде Бурцев. – «Белый» менән «Азиат»тың үҙ-ара мөнәсәбәте, ысындан да, дуҫтарса булғанмы, әллә башҡалар алдында улар битлек ябынып ҡына йөрөгәнме? »

Был юлы ул Андрейҙы тап итә алды.

– Эйе, ул көндө мин Канаданан саҡ ҡайтып төшкәйнем, – тине урынбаҫар.

– Юлығыҙ уңдымы һуң?

– Уңды, тип, унда мин, былар менән киләсәктә берәй бәйләнеш-фәлән булдыра алмабыҙмы, тип кенә барғайным. Уныһы ла юл ыңғайы ғына. Сәйәхәттең төп маҡсаты – инәйҙе күреү ине. Атайымдың бер туған апайы унда йәшәй. Сирләп тора.

– Ә контракт яғы нисегерәк?

– Ниндәй контракт?! Ниндәй ҙә булһа контракт төҙөү өсөн иртәрәк әле. Ер сигендә ятҡан ил менән беҙҙең корпорация улай еңел генә килешеү төҙөй алмай бит.

– Шулай уҡмы ни? Әгәр, әйтәйек, Европа илдәренең береһендә ағас эшкәртеү предприятиеһы ойошторғанда...

Бурцев Андрейҙың былай ҙа аҡһыл йөҙө тағы ла нығыраҡ ағарынғанын күрҙе. Шулай ҙа ул үҙен тиҙ ҡулға алды.

– Ә был идея! – тине шатланғандай итеп. – Баш эшләй үҙегеҙҙә!..

– Миңә тиклем Наил Ихсановтың башы эшләгән. Етте, дөрөҫөн һөйләгеҙ.

«Белый» артабан килешеү хаҡында ни ҙә булһа йәшереүҙең хәүефле икәнлеген тойҙо. Самалап...

– Ярай, әйткәс әйтәйем. Ул контракт – «фирма сере». Ныҡлап бәйләнеш булдырмай тороп, ул серҙе хатта корпорацияның яуаплы хеҙмәткәрҙәре лә белергә тейеш түгел ине. Ысынлап та, беҙ ниндәй ҙә булһа илдә аралашсы компания булдырыу хаҡында уйланыҡ. Ләкин Канада менән һөйләшеүҙәр көрсөккә барып терәлде. Улар беҙҙең идеяла файҙа күрмәй.

– Һеҙ ресторанда етәксегеҙҙән ошо хаҡта һөйөнсө һорарға йыйынғайнығыҙмы ?

– Мин уға был бигүк ҡыуаныслы булмаған хәбәрҙе, нисек тип әйтәйем, тынысыраҡ шарттарҙа еткерергә теләгәйнем. Өҫтәл артында, эргәлә сибәр ҡыҙҙар ултырғанда, алда татлы эсемлектәр торғанда, ауыр хәбәр еңеләйә төшә бит.

– Ә Канадала ниндәй фирма менән һөйләштегеҙ? – Был һорауын Бурцев ҡапыл ғына бирҙе. Ул Андрейҙың йөҙөнә алһыу тимгелдәр йүгереүен айырым-асыҡ күрҙе.

Андрей теленә килгән тәүге һүҙҙе атаны: «Стоун һәм К».

– Яҡшы...

Бурцев был «яҡшы»ға ниндәй мәғәнә һалғандыр – «Белый» аңламаны. Ышаныуы булдымы, йәиһә ниндәйҙер иҫкәртеү, янау бар инеме ул һүҙҙә, әммә Андрей тынысланырға ярамағанын яҡшы төшөнә. Үтә тәрән ҡаҙынып маташа «мусор», кәрәкмәгән урында соҡсона. Әлбиттә, уны бер аҙ уҡытып алырға ла мөмкин булыр ине, әммә ул саҡта инде «Азиат»тың үлемен туранан-тура «Белый»ға тағасаҡтар. «Мусор» артында шулай уҡ соҡсонорға яратыусы бүтән «сүп-сар» бөткән тиһеңме.

...Артур Бурцев интерполиция аша Канадала бер ниндәй ҙә «Стоун һәм К» фирмаһы булмауын асыҡланы. Тимәк, был осраҡта ла «Белый» алдашҡан, һәм уның алдашыуы тигенгә түгел. Бурцевҡа ул ҡойроғо менән эҙен һепереп маташҡанда ҡапҡанға эләккән төлкөнө хәтерләтте. Ләкин «төлкө»нө ҡулға төшөрөүе бик еңел булмауын да аңлай ине ул. «Азиат»ты «Белый» үлтергән икән, быны бит иҫбат итергә кәрәк. Эшкә ҡоро һүҙҙе тегеп булмай. Дәлил, дәлил һәм тағы бер ҡат дәлил – бына нимә талап ителә хәҙер унан. Ә дәлилде ҡайҙан эҙләргә? «Белый» кеүектәр баҫым яһағанға ғына сиселеп бармай. Киреһенсә, үҙеңдең әллә ниндәй мөбталаға юлығыуың ихтимал. «Төлкө» һиҙгерлеген юғалтырға тейеш. Юғиһә ул да ҡоралға ҡаршы ҡорал күтәрәсәк.

– Һиңә ул үлтереүсене табыу шул хәтлем мөһимме ни? – тип теңкәһен ҡоротто ҡатыны. – Үҙ башыңды үҙең элмәккә тығырға маташаһың. Бандитты бандит үлтергән – бары шул ғына. Иҫең киткән иҫке сәкмәнгә...

Олоғая барған һайын түҙеп торғоһоҙ мыжыҡҡа әйләнгән Лидия Бурцевты тамам сығырынан сығара. Былай ҙа үҙенән ун ете йәшкә өлкән бисә хәҙер унда дәрт уятмай, тәүге йылдарҙағы кеүек «үлгән» ерҙән терелтмәй. Өҫтәүенә, теле үтмәҫ бысаҡ менән бер, игәй ҙә игәй. Шулай ҙа Бурцев уға ғүмере буйы бурыслы икәнлеген онотмай. Лидияһыҙ ул бөгөн кем булыр ине? Теге йылды, ҡоллоҡтан мең бәлә менән ҡотолғас, Эркиновтың ғаиләһен көс-хәл менән эҙләп килеп тапты. Йәшәгән урынын ире табылырына өмөт өҙгәс тә алмаштырған Лидия уға тәүҙә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Фирма күптән инде икенсе ҡулдарҙа булыуға ҡарамаҫтан, ҡатындың ап-аруҡ хәрезе бар ине. Ай самаһы Лидияла ҡунаҡ булып ятҡан Хәбир тәненә ит ҡундырып, көрәйеп киткәс, көс-дәрте ашып-ташып торған, типһә тимер өҙөр егеткә әүерелде. Тик шунда ғына ул Эркиновтың сәләмен еткерҙе.

Косметик операциялар яһау буйынса халыҡ-ара танылыу яулаған хирург ҙур аҡса хаҡына кешене маймылға Әйләндерергә лә әҙер ине. Операциянан һуң Хәбир үҙен үҙе таный алмай йонсоно. Көҙгөгә баға, ә унда бөтөнләй таныш түгел ете ят әҙәм. Хатта тыумыштан суҡайып торған сикә һөйәктәре лә әллә ҡайҙа булған. Ап-аҡ оҙонса йөҙлө, бойҙай башағылай һары сәсле, сәкәйеберәк торған танаулы был әҙәмгә оҙаҡ, бик оҙаҡ өйрәнә алмай яфаланды Хәбир, Лидия иһә сарыф итеп өлгөрмәгән хис- тойғо ярһыуы менән уға мөкиббән ғашиҡ булды.

– Бына, ниндәй славян яһаным мин һинән! – тип Хәбиргә лә, үҙенә лә һоҡланыуын белгертеп кенә торҙо әйләнгән һайын, һүҙ юҡ, яңы Хәбир төҫкә-башҡа сибәр ине. Ләкин ҡиәфәте үҙгәргән көндән башлап ул үҙендәге ниндәйҙер иң-иң ҡәҙерле бер нәмәне юғалтҡандай булды. Ул тойғо Артур Бурцев исеменә яңы паспорт алған көндә тағы ла көсәйә төштө. Хәҙер уға шайтандың үҙе лә ҡурҡыныс түгел, көндөҙ шәм яндырып эҙләһәләр ҙә, алыҫ башҡорт ерендә тыуып үҫкән, яҙмышының уҫал шаярыуы арҡаһында мәңгелеккә ситкә һөрөлгән Хәбирҙе берәү ҙә тапмаясаҡ, танымаясаҡ. Ә күңелдең иң-иң төпкөлөндә шул бәхетһеҙ, аҡсаһыҙ, ҡыутомшоҡ ауыл малайын юҡһыныу хисе ята, йоҡоһоҙ төндәрҙә йөрәген әрнетеп, ҡыйшайып бөткән тыуған йорто, ишек алдындағы йәм-йәшел бәрхәттәй бәпкә үләне хәтергә килә. Әсәһенең тәрән һырҙар менән сыбарланған ябыҡ йөҙө, моңһоу ҡарашы күҙ алдынан үтә. Сибәр һәм бай бөгөнгө Хәбир, йәғни Артур Бурцев. Тик, нишләптер, аҡса ла, мул тормошо ла ҡыуандырмай уны. Нишләһен, сараһыҙлыҡ. Йәнен иблискә һатҡас, кире ҡайтарыу әмәле юҡ шул хәҙер. Ҡасан, ҡайҙа иблискә дуҫлыҡ ҡулы һуҙҙы һуң әле ул? Бинахаҡҡа хөкөм ителеп, һандыҡ артында көйәгә ризыҡ булып ятҡан шәл өсөн ултырып ҡайтҡас та күңелендә яҡтылыҡ бар, яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә өмөт бар ине әле. Еңгәһенең өйөнә үрт һалғанда һағалап торманымы икән иблис уны? Утта янып һәләк булған еңгәһен бер семтем дә йәлләү хисе уянмағайны бит шул саҡ. Хатта быға үҙе лә ҡурҡа биреберәк ҡалғайны, шуға күрә ҡулға алғастары ла тәүгеһендәгеләй әсенеү булманы. Ғәйебен тойғанғамы...

Әллә туҡ тормошҡа ҡыҙығып, Лидияның ҡосағына һыйынғанда иблис ҡолона әүерелдеме икән?

Эркиновтың бисәһе бит уны үрмәксе ауына ҡармағандай ҡармап алды, һис ысҡынырмын тимә. Уны ғәйепләп тә булмай инде, йәшләй яңғыҙ тороп ҡалған, тотонолмаған дәрт, түгелмәгән көс ташып бара. Хәйер, Хәбир үҙе лә уға бигүк битараф булманы ла баһа. Нисәмә йылдар наҙ-иркәһеҙ йәшәү үҙен бермә-бер һиҙҙертте.

Хәҙер бына Лидияһынан буйтым биҙҙе. Күңеле һыуынды. Кистәрен эргәһенә барып ятырға тәне ытырғанды. Францияның иң ҡиммәтле хушбуйҙарын һөртөп, иң зауыҡлы стилист-модельерҙарҙа ғына кейенгән ҡатындан барыбер ҙә әллә ниндәй һөрһөгән еҫ аңҡыған кеүек, фитнес-клубта даими шөғөлләнеүҙән зифалығын юғалтмаған буй-һындан әллә нишләп мәйет һалҡынлығы бәрә. Етмәһә, бынауы мыжыҡлығы, бәйләнсеклеге. Инде күпме әйткәне, үтенгәне бар, минең эшкә ҡыҫылма, тип. Юҡ, һаман белдекле булып ҡылана, һине кем кеше итте, кем уҡытып, юрист яһаны, йәнәһе. Йәнәһе, ошо көндө башың йә төрмәлә серер, йә берәй канауҙа астан аяҡ һуҙыр инең. Юҡ, быны ҡысҡырып әйтмәй Лидия, ләкин уның ни уйлағанын Хәбир ым-ишараһынан, ҡарашынан һиҙеп-тойоп тора.

– Лидия, һөйөклөм, – тине ул тауышына мөмкин тиклем яғымлылыҡ сығарырға тырышып. – Ул йәлләтте табыу минең үҙемә кәрәк, аңлайһыңмы?

– Ҡыҙыҡ... Уның үҙенә кәрәк... Бығаса эшеңдә ул тиклем үк тырышлыҡ күрһәткәнеңде абайламағайнымсы. Улай тиһәң, дөмөккән бандит та һинең кеүек азиат бит әле... – Ҡатын, мыҫҡыллы көлөмһөрәп, Бурцевтың төрттөргәнде нисек ҡабул итерен күҙәтте. Юҡ, ирен күрә алмағандан былай ҡыланмай Лидия. Үҙенән күпкә йәш Хәбирҙең һаман ситләшә барыуын күрә, шуға эсе ҡайнай. Төндәрен иренең көс-дәрт бәреп торған арҡаһына ҡарап, уның урынын кем алыштырыуы хаҡында баш вата. Моғайын да, берәйһе барҙыр бит. Әгәр булмаһа, ҡайҙан килә шул тиклем дә аяуһыҙ, кәмһеткес битарафлыҡ? Лида бит әле төшөп ҡалғандарҙан түгел, һомғоллоғон да, һылыулығын да бөтөнләй үк юғалтмаған. Зауыҡлы итеп кейенә белә, тәбиғәттән аҡһыл сәстәрендә бер бөртөк сал юҡ. Булһа ла күренмәҫ ине. «Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, – тигән һығымтаға килә ҡатын, ахырҙа. – Тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеү менәнме ни, эсе һаман шул әүәлгесә...»

...Бурцев Канадаға юлланды. «Азиат», башлыса, урман, ағас эше менән шөғөлләнгән. Күпселек өлөшөн урман ҡаплап алған Канадаға Рәсәй ағасы ни хәжәткә кәрәк булды икән? Бына ҡайҙа ул йомаҡ. Көнбайыш ярымшарҙың төньяҡ сигендә урынлашҡан, ярҙарын өс океан йыуған, ҙурлығы буйынса донъяла икенсе урында торған дәүләт, ғөмүмән, ҡаҙылма байлыҡҡа ла, бүтәненә лә сикһеҙ бай. Уран, цинк һәм никель табыу буйынса донъяла беренсе бара. Алтын-көмөш, баҡыры ла етерлек. Нефтен дә, урманын да, балығын да, башҡаһын да ситкә ул үҙе сығара. «Урман» корпорацияһының бөгөнгөһө түгел, үткәне бәйлелер, бәлки, Канадаға? Улай тиһәң, 80-се йылдар аҙағында «үҙгәртеп ҡорола» башлаған Рәсәйҙә йәш миллионерҙарға «ҡыйыҡ» булып, йәиһә береһенең бурысын икенсеһенә ҡайтарышып йөрөгән «яңғыҙ бүре»нең ул көслө һәм уңышлы дәүләткә ниндәй бәйләнеше булһын? Ауылдағы тимерсе ҡарттың Бөйөк Британия королеваһы менән дуҫлығы һымағыраҡ килеп сыға түгелме был?

Канаданың баш ҡалаһы Оттавала Бурцевты һалҡын, томанлы иртә ҡаршы алды. Баш ҡала исемен йөрөтһә лә, Оттава бәләкәй генә бер ҡаласыҡ булып сыҡты. Әммә төҙөк һәм бай ҡаласыҡ. «Ҡыҙыҡ был әҙәм балаһы, – тигән уй килде Бурцевтың башына. – Шаулап торған, икешәр-дүртәр миллион кеше йәшәгән Торонто, Монреаль, Ванкувер кеүек ҡалаларҙың береһен түгел, Башҡортостандағы Учалы кеүек Оттаваны ниндәй ҡеүәтле дәүләттең төп ҡалаһы итеп ҡуйғандар». Отелгә урынлашҡас, бер аҙ ял итеп алды ла, тәфтишсе урамға сыҡты.

Бурцевтың бәхетенә, илдә рәсми ике телдә – инглиз һәм француз телдәрендә – һөйләшәләр ине. Французса ул әлепте таяҡ тип белмәй. Ә бына инглиз телендә ярайһы уҡ һупалай. Бергә йәшәй башлаған мәлдәрендә Лидияның ныҡышып уны сит телдәрҙе өйрәнеү курстарына йөрөтөүенә күңеленән рәхмәт уҡый-уҡый, баш ҡала буйлап китте. Үҙ алдына ғына уйланып, бөтә был сер йомғағының осон табыу ине ниәте.

Бына һин ниндәй, урман һәм күлдәр, селтер шишмәләр һәм ярһыу йылғалар иле! Боронғо викингтар асҡан гүзәл һәм һыуыҡ ил. Мәңгелек боҙҙар ятҡан алтын-көмөшлө дәүләт. Кешеләре үҙҙәрен ҡайһылай иркен тоя, йөҙҙәрендә юйылмаҫ йылмайыу, телдәре балдай татлы. Йыл әйләнәһенә әсе елдәр һәм һалҡын, еүеш һауа ҡоллоғонда йәшәп тә, ошолай алсаҡ булып ҡалырға мөмкин икән... Хәйер, бер мохтажлығың булмаһа, мөмкиндер. Урамда хәйерселәрҙе лә, әләм-һәләм кейенгән фәҡирҙәрҙе лә осратманы Бурцев.

Еүеш ел елегенә үткәс, бистроға инеп ҡапҡылап сығырға булды. Тәҙрә эргәһендәрәк бер өҫтәл артына килеп тә ултырҙы, янына ап-аруҡ ҡыҙмаса булып алған урта йәштәрҙәге ир яҡынлашты.

– Рәсәйҙәнме? – тине ул саф урыҫ телендә. Бурцевтың яуап биргәнен дә көтмәҫтән, уны һығып ҡосаҡлап алды. Күҙҙәренә йәш алып, – Рәсәйҙән бит! Яҡташ! Туғаным! – тип Бурцевты үбергә үк тотондо.

Бер ни өндәшә алмай албырғап ҡалған Артурҙы үҙенән ситкәрәк этәрҙе лә текләп ҡарап торҙо. «Яңылыштым, ахыры, – тип үҙ алдына мөңгөрләне ир, Бурцевтың һуңғы Европа модаһы буйынса тегелгән һорғолт костюм-салбарына, төҫ-башына тағы бер күҙ йүгертеп сыҡҡас. – Шайтан алғыры, был француздар башты бутай көйәҙлеге менән». Унан ялбыр сәсле башын артҡа ташлап, күҙҙәрен йомғолап алды:

– Юҡ, яңылышманым! Тик Рәсәй кешеһе генә ошолай кейенә! – Ул тағы Артурға ташланды.

– Эйе, Рәсәйҙән, – тине ахырҙа Бурцев. – Санкт- Петербургтан мин.

– Ә мин Мотыгин булам, Сергей Мотыгин. Таныш булайыҡ! Тик һин урыҫ түгел бит, ә? Мин белгән бер генә милләткә тартмағанһың. Әллә һуңғы араларҙа Рәсәйҙә яңы төр халыҡ уйлап таптылармы?

Бурцевҡа тынсыу булып китте. Йөрәгенең ҡыҫыуына сыҙамай, ултырғысҡа «лып» ултырҙы. Уның ағарынған йөҙөнә ҡарап, яңы танышы:

– Миңә һинең ниндәй милләт кешеһе булыуың мөһим түгел. Иң мөһиме, һин – Рәсәйҙән! Бөйөк Рәсәйҙән! – тип Артурҙың яурынына һуғып алды. – Енәйәтсеме һин, ярлымы, баймы, барыбер! Бөгөн һин минең ҡунаҡ! Йортома алып ҡайтам мин һине. Бында нимә? Минең донъяны күр, тәмле-татлы менән һыйлан...

Ваҡыт әрәм иткеһе килмәй ине Бурцевтың ҡунаҡҡа йөрөп. Етмәһә, бөтөнләй таныш түгел кешегә. Кем белә уның уй-ниәтен. Ләкин көрсөккә килеп терәлгән «эш»те ары ҡуҙғатып алып китеү яйы күренмәй, шуға күрә ул артыҡ ҡыҫтатып торманы.

Мотыгиндың ҙур йорто алдында бер яҡта – ҡыҙыл, икенсе яҡта Рәсәйҙең сыбар әләмен күреп Бурцев көлөмһөрәне: «Нимә, был һағындырған ватандың үткәне менән хәҙергеһенә үҙенсәлекле бер мәҙхиәме?»

– Бында һәр халыҡ үҙе бер дәүләт кеүек йәшәй, – тип аңлатты танышы. – Минең күршеләр – бөтәһе лә урыҫтар, ну, Рәсәйҙән килгәндәр. Эх, һағындыра-а-а ил, брат, һағындыра-а-а... Төштәремдән илап уянам. Бигерәген дә ҡышты һағынам. Бындағы ҡыш ҡышмы ни?! Һыуығыраҡ, барыбер беҙҙекенә етмәй.

– Ҡайтығыҙ һуң... – Бурцев теленә килгән тәүге һүҙҙе әйтте.

– Ҡайтырға?! Рәсәйгәме?! Шул хәйерсе донъяһына?! Юҡ инде! Сирләп-фәлән китһәм, ҡайҙа барам мин унда? Ә бында мине буш дауалайҙар. Үҙем баш, үҙем түш. Бер матди ауырлыҡ кисермәйем, балалар буш уҡый. Әле бына кисә генә өлкәнен Англияға университетҡа оҙаттым. Шуға эсем бошоп ингәйнем бөгөн кафеға. Ярай ингәнмен, һине осраттым бит!

Рәсәйҙе һағыныуҙан әле генә күҙ-йәш түгеп уфтанған кешенең ҡапыл ғына танығыһыҙ булып үҙгәреүенә, тәкәббер, бай хужаға әйләнеүенә иҫ-аҡылы китеп ҡарап ултырған Бурцев ҡарашын ситкә ала һалды. Кинәт уның өсөн әсе бер хәҡиҡәт асылды: баҡтиһәң, берәүҙең дә эсе-тышы бер түгел икән, һәр кем ҡатлы- ҡатлы булып, ситтәргә генә түгел, үҙ асылы үҙенә лә асылып етмәҫлек сүрәттә битлек аҫтына йәшеренгән. Әгәр ҙә бик һирәк минуттарҙа ғына, ҡара болот ҡаплаған күктә бер миҙгелгә генә ҡояш ялтлап киткәндәй, кешенең ысын йөҙө күренеп ҡала икән, һуңынан ошо миҙгел өсөн әҙәм балаһы үҙе ояла, аҡланырға маташа, ҡабат битлек аҫтына инеп сумырға ашыға. Ни өсөн?! Үҙең булып ҡалыу әҙәмгә ниңә шулай хәүефле? Хәбир сараһыҙҙан йәшерә йөҙөн, сараһыҙҙан битлек кейеп йәшәй. Ә башҡалар? Уларҙың да, бәлки, сәбәптәре барҙыр?

– Минең бында килгәнгә егерме йыл була... – Хужа ҡунаҡтың уйҙарын бүлдерҙе. – Канадкаға өйләндем. Арыу йәшәйбеҙ, үҙең күрәһең. Илдә Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын бөтөргәйнем, бында бөтөнләй башҡа шөғөлтаптым...

Хужаның ниндәй шөғөл тапҡанын ишетмәне Бурцев, «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» тигәне генә йәшен тиҙлегендә мейеһенә «атылды».

– Сергей Платонович, бер генә һорауыма яуап бирә алаһығыҙмы?

– Һин – ҡунаҡ, хужаның ишәге. Миндә йәшәйһең и үәссәләм! Отелде онот! – Һаман да айнып етмәгән Мотыгин өсөн үҙ туҡһаны туҡһан.

– Бер генә һорауыма яуап бирегеҙ ҙә, мин һеҙҙә айҙар, йылдар буйы йәшәргә риза.

– Үәт, хәйләкәр, ә? Айҙар, йылдар, тиһең инде. Йә, ярай, бир һорауыңды.

– Мин бизнес менән шөғөлләнәм...

– Шулаймы ни? – Хужа Бурцевҡа ышанмаған ҡиәфәттә текәлеп торҙо. – Йыуып-йышылған, энәнән-ептән сыҡҡан ише кейенгән һин – бизнес менән?!

– Ниңә, бизнесмен ниндәй булырға тейеш?

– Шпион һин, үәт кем! Разведчик инде. Йәки мент.

Бурцев хужаның үтә күреү һәләтенә хайран ҡалды.

– Юҡ, мин әле саҡ ойоштороп йөрөйөм эшемде.

– Ә-ә-ә, шулаймы? Улайһа, һөйлә.

– Мин урман эше буйынса...

– Нимә, Канаданан Рәсәйгә ағас ташымаҡсыһыңмы?

– Юҡ, әле мин күҙ алдына килтермәйем. Ҡыҫҡаһы, Канада менән мин ниндәй эшлекле бәйләнеш булдыра алам?

– Ә ни өсөн Канада менән? Һиңә Европала илдәр бөткәнме? Бында ситтән килгән сеймалға мохтаж түгелдәр.

– Мин Канаданы һайланым. Берәй ваҡыт ошонда күсенергә иҫәп тотам. (Хоҙай һаҡлаһын, бында күңелең өшөп үлергәме...)

– Ярай, әйҙә, мин һиңә ышанған булайым. Тыңла, улайһа, һин бында ни ҙә булһа һата алмайһың. Әйтәйем инде. Ике ил араһындағы алыҫлыҡты ла иҫәптән сығарырға ярамай. Канадаға ҡоро юл аша сиктәш берҙән-бер ил – Америка Ҡушма Штаттары.

Штаттар аша алыш-биреш итеү – мөмкин булмаған эш. Бындағы күп предприятиелар – Штаттар ҡулында. Диңгеҙ юлы аша ла һин, яңғыҙаҡ эшҡыуар, нисек кенә ҡеүәтле һәм бай булма, эш ҡыра алмайһың.

Бурцев тамам төшөнкөлөккә бирелде. Уның бында килеүе юҡҡа ғына булды, ахыры.

– Ә шулай ҙа бер юл бар. Канада ҡағыҙҙа булһа ла Бөйөк Британия королеваһына буйһона, йәғни Елизавета – беҙҙең дәүләт башлығы. Асылда, беҙ премьер-министрҙың ҡулы аҫтында. Либералдар фирҡәһе лидеры Жан Кретьендың, тием инде. Бик тә ҡыҙыҡлы әҙәм, һиңә әйтәйем. Француздарға өҫтөнлөк бирә, Квебекты Канаданан айырып алыу сәйәсәтен алып бара. Квебек провинцияһын беләһеңдер инде, француздар төйәге, һин, әгәр Канаданан башҡа йәшәү сараң юҡ икән, бына ошо ҡаршылыҡты файҙалана алаһың. Ҡалғанын үҙең уйла.

«Бигүк ябай кеше булмаған был Наил, – Бурцев «Азиат» тураһында тәү тапҡыр үҙ исеме менән уйланды. – Бындағы ҡатмарлы сәйәси-иҡтисади мөхитте иҫәпкә алып, үҙе етәкләгән корпорацияның эшен Канада тиклем Канадаға йәйелдерергә теләгән икән, һүҙ юҡ, баш булған үҙендә».

«Белый»ҙың, ысынлап та, Квебекта булыуы, ә унан Рәсәйгә Франция аша ҡайтыуы асыҡланды. Ләкин бер генә урында ла Бурцев аҡсаға бәйле мәғлүмәт ала алманы. Уға «Интерпол»ға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙеләр. Артур үҙен лабиринтҡа эләгеп сыға алмай яфаланған кеше кеүек хис итте. Инде осона сыҡтым тиһә, яңы сырмалсыҡ – йомғаҡты һүтермен тимә.

АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Иң татлы хистәр, иң көслө тойғолар юҡҡа сыға иблис утында. Мөхәббәттең дә ҡанаттары көйә, бығаса бер-береһенән башҡа бер минут тора алмаған ике йән, ике тән биҙешәләр, һыуынышалар, нәфрәттең көйҙөргөс утында һәләк булалар...

«Дед»тың төшөнә «Кок» керҙе. Ҡулына бер ижау төрмә өйрәһе тотоп алған да «Дед»тың ауыҙына көсләп шуны ҡойорға маташа, һаҫыҡ, әсегән шыйыҡсаны эсмәҫ өсөн «Кок»тың ҡулын ситкә этәреп ҡарай, башын борғолай, ләкин үлек еҫе аңҡып торған ҡайнар шыйыҡса «Дед»тың ауыҙына тула, ул уҡшып, сәсәй башлай, имеш. «Эс, эс, был минең ҡаным, әйҙә, рәхәтлән! – тип, «Кок» шарҡылдап көлә. – Минең генә түгел, ҡустыңдың да ҡанын эстең бит, эс, тығын! Һиңә яза был!..»

«Әллә ҡылған гонаһтарым өсөн берҙән-бер ҡустымдан яҙҙыммы? Мин йәндәрен ҡыйған ҡорбандарҙың әсе ҡәһәре төштөмө әллә?» – «Азиат»тың ҡәбере эргәһендә «Дед», ғүмерендә тәү тапҡырҙыр, шундай икеләнеү-үкенес кисерҙе. Зыяраттан халыҡ та таралып бөттө, юлда ҡан төҫөн хәтерләтеп, ҡып-ҡыҙыл раузалар ғына һибелеп ҡалды. Мафия үҙ мәртәбәһен һаҡлай белә. Үҙ-ара ниндәй генә ыҙғыш, үлтереш, ҡан ҡойош булмаһын, яттар унан ҡурҡып һәм ундағы берҙәмлеккә һоҡланып торорға тейеш. Урал аръяғында ятҡан кескәй генә ҡалаға Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Рәсәйҙең бүтән эре ҡалаларынан, хатта Италия менән Грециянан самолеттарҙа ҡап-ҡара костюмлы, ҡара галстуктар таҡҡан әфәнделәр килеп төшкәс, бындай ҙа оло ваҡиғаны күрмәгән ҡала халҡы шаңҡып ҡалды. Әфәнделәрҙән ике көн алда ҡаланы ОМОН ғәскәрҙәре, ситтән килтерелгән милиция ҡамап алды. Быныһы уяулыҡ маҡсатынандыр инде. Тик мафиози тәртипте үҙе урынлаштыра һәм күҙәтә белә. Аҡса һәм власть хаҡына иң ауыр, иң әшәке енәйәттәр ҡылған, байлыҡ өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙгән, улай ғына ла түгел, һис бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған йыртҡыс йәнле был бәндәләр бөгөн үтә лә тәрбиәле, абруйлы, хатта юғары әхлаҡлы әфәнделәр булып күренә ине. Урам тәҙрәләре ҡарайтылған сит ил машиналары менән тулды. Ул машиналар ҡайҙан хасил булғандыр инде. «Азиат»тың тыуған йортонан ҡәберенә тиклем юл ҡыҙыл сәскәләргә күмелде. Ҡәбергә сөм ҡара мәрмәрҙән плиталар түшәп, һәйкәл ултырттылар. Егерме квадрат метр ер тотош бер зыярат комплексына әйләнде лә ҡуйҙы. «Һин – беҙҙең йөрәктә» – шундай яҙыу уйылған ине һәйкәлдә бер нисә телдә. Тик башҡортсаһы ғына юҡ, мәрмәр хужалары – гректар беҙҙең телде белмәй, имеш. «Азиат» улар өсөн урыҫ булып ҡалды.

Ошонда уҡ ҡала хужалары, урындағы сауҙагәрҙәр ҙә йыйылғайны. Тыуған ҡалаһына, бик йыш булмаһа ла, йылына ике-өс ҡайтып әйләнгән «Азиат» баҡыр-көкөрт комбинатына, төҙөлөш тресына, тағы әллә ниндәй ойошмаларға төрлө осорҙа ярайһы уҡ ихлас ярҙам күрһәткән булып сыҡты. Баҡтиһәң, бөгөн ҡаланы йәмләп йөрөгән өс-дүрт «Икарус»ты ла «Азиат» бүләк иткән икән. Эшҡыуарҙарҙың кемеһенәлер эш башлау өсөн заманында аҡса биргән мәрхүм хаҡында байтаҡ изге һүҙ әйтелде. Мафиози «Азиат»ты һуңғы йортона оҙатыуҙың ошо рәүешле оло тантана сүрәте алыуына бик тә ҡәнәғәт ине, ахыры. Шулай ҙа улар, мәрхүмдең яҡындарынан башҡа, берәү менән дә аралашманы, үҙҙәрен һауалы һәм мәртәбәле тотто.

...Әле бына ҡустыһы ҡәберендә «Дед» бер үҙе тороп ҡалды. Уның хәлен аңланылар, берәү ҙә үҙе артынан әйҙәләмәне. Сағыу ҡояш нурҙары аҫтында ялтырап ятҡан ҡап-ҡара мәрмәргә күҙ йәштәре тамды. Әсе күҙ йәштәре үләнгә тамһа – үләнде көйрәтер, ергә түгелһә – ерҙе көйҙөрөр кеүек ине. Әммә ҡара ташҡа бер ни ҙә булманы: ныҡлығы менән бөтә тирә-йүнде инҡар итеп ятҡан мәрмәрҙә хәсрәт йәштәре тейгән урын, киреһенсә, йәйғор төҫтәренә инеп, тағы ла сағыулана төштө.

– Әллә һин бармы, Алла?! – «Дед» йән асыуы менән төпһөҙ зәңгәр күккә ҡарап ҡысҡырҙы. – Булһаң, ни өсөн мине үҙ мәлендә туҡтатманың?! Йәнемде нимә хаҡына иблискә һаттым мин, эй, Аллам?!.

Кемдер һаҡ ҡына уның иңдәренә ҡағылды. «Дед» тертләп китте.

– Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен... Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ни хәл итмәк кәрәк, тормош бит... – Ҡаршыһында торған ҡатындың һүҙҙәрен ишетте «Дед», ләкин әйткәндәренең мәғәнәһенә төшөнөп етмәне.

– Мин дә әсәйемдең ҡәберенә килгәйнем. Бик ауыр... Хәлегеҙҙе аңлайым...

Утын-һыуын кисергән, мең үлемдән ҡотолоп үҙе үк мең үлемгә сәбәпсе булған «Дед»ҡа кем баҙнат итә һүҙ ҡатырға, ҡағылырға?! Шундуҡ уның күҙ йәштәре кипте, йөҙөн ҡырыҫлыҡ һәм тәкәбберлек ҡапланы.

– Китегеҙ! Минең кем менәндер һөйләшергә иҫәбем юҡ!

Үпкәләмәне ҡатынҡай, баш эйеп кенә хушлашты ла ары атланы. Уның нәфис кәүҙәһе «Дед»ҡа кемделер хәтерләткән кеүек булды. Кемде?! Кемде?! Әсәйем ҡәберенә, тине. Эйе, әсәһе! Тап уның әсәһе кеүек, башын ғорур тотоп атлай. Кәүҙәгә лә шуның кеүек ыҡсым һәм ҡаҡса. Хәсрәт-ҡайғынан өҙгөләнгән йәненә ниндәйҙер йылылыҡ йүгергән кеүек булды «Дед»тың. Хәтеренә ғәзиз әсәһенең яғымлы күҙҙәре, сәстәренән һыйпап иркәләүе килде. Таныш түгел ҡатын бына-бына зыярат ҡапҡаһына илткән һуҡмаҡтан юғаласаҡ, уны «Дед» башҡаса бер ҡасан да күрмәйәсәк! Ул ҡабаланып һикереп торҙо һәм шәп-шәп атлап ҡатын артынан китте.

– Ғәфү итегеҙ!

Ҡатын туҡтаны, яурын аша ғына боролоп ҡараны. Хатта башын бороуҙарына хәтлем әсәһен, бынан ун ете йыл элек донъя ҡуйған ғәзизен хәтерләтә ине.

– Мин һеҙгә дорфа бәрелдем, кисерегеҙ...

– Ауыр минутта юҡ-бар һүҙем менән теңкәгеҙгә тейгән өсөн һеҙ ғәфү итегеҙ, зинһар.

Улар әкрен генә йәнәш атлап киттеләр...

Ҡустыһының фажиғәһенән һуң «Дед» әлегә ҡалҡмай торорға булды. Тәүҙә тыуған йортона ҡайтып төшкәйне лә, унда көн күреүсе апайының үҙ тормошо, үҙ мәшәҡәте, һәр саҡ яңғыҙлыҡты хуп күргән Сабит ҡала ситендә, аулағыраҡ бер урында йорт һатып алды һәм әкренләп кәртә-ҡураһын төҙәтештерә башланы. Кеше ялларға ла хәленән килә, шөкөр, ҡара көнгә тип һаҡлаған хәрезе етерлек. Эш эҙләп йөрөүселәр ҙә күренеп китә. Ләкин, берҙән, ул юҡ-барға аҡса сығарырға яратмай, унан, үҙәген өҙә яҙып бошҡан күңелен баҫыу өсөн хәҙер уға эш кәрәк. Шунһыҙ йә башыңды элмәккә һалырға, йә аҡылдан яҙырға мөмкин. Көндәр буйы ишеге алдында мәж килде, берәүгә күтәрелеп ҡараманы, күршеләренә һүҙ ҡатманы. Хәйер, күршеләре лә аралашыуға бик мохтаж түгел ине, шикелле. Бәләкәй генә булһа ла, ҡала – ҡала инде, һәр кем үҙ өңөндә үҙенсә йәшеренеп көн итә.

Бер көн яҡындағы кибеткә икмәк алырға барғайны, ишектә теге ваҡыт зыяратта күргән ҡатынҡай менән күҙгә-күҙ килде. Иғтибар ҙа итмәгән, күҙҙәре муйылдай сөм ҡара икән дә. Сәстәре ҡап-ҡара болот булып яурындарын ҡаплаған...

– Һаумы...

– Һаумыһығыҙ...

...Яуын булып ябырылды ошоғаса татымаған хис-тойғо. Яҙғы ташҡындай, көслө тулҡындарына икеһен ҡармап алды ла өйрөлтә-сайҡалта төпһөҙ сөңгөлдәренә ташланы, унан ары ағыҙып алып китеп, ҡояштан сағыу, уттан ҡыҙыу алтын ҡомдарында аунатып, берсә күктәргә ашырҙы, берсә ҡаты ергә атып бәрҙе. Йондоҙҙарға ашты ике ғашиҡ, илаһи нурҙарҙа ҡойондо, тамуҡтарға төштө – сыҙағыһыҙ ялҡындарҙа көйҙө-янды. Аңламаны үҙен «Дед», яңы халәтен уйлап-баһалап торор әмәле лә булманы, эҫе сүллектә сарсаған юлсы кеүек, һөйөү кәсәһенән йәшәү һутын һемерҙе лә һемерҙе, һыуһыны ғына ҡанманы. Аптырап-алйып, Сәйҡәнәһен ҡулдарына күтәреп йөрөттө, күҙҙәренән, инде иркә-наҙҙан күпереп бөткән ирендәренән туҡтауһыҙ үпте, сәстәренең еҫен һуланы – танһығы бөтмәне. Сәйҡәнә лә ирҙең бармаҡ остары үҙенә саҡ ҡағылыуҙан уттай ҡабынды, һыуҙай тулҡынды, елдәй иҫерҙе, Сабиттың муйынынан ҡосаҡлап, башын күкрәгенә терәп, үҙен ҡойондай өйрөлткән тойғонан берсә үкһене, берсә көлдө.

– Әҙәмдән оят, никах уҡытығыҙ, исмаһам, – тине бер көн апаһы Сабитҡа.

– Юҡ, мин Сәйҡәнә менән ЗАГС-ҡа барам.

– ЗАГС нимәгә һеҙгә ошо йәштә? Әллә йәшәйһегеҙ бергә, әллә юҡ... Донъяңды бүлешәңме шунан?

– Бүлешмәйем, тотош бүләк итәм.

– Алйотланма. Аптырайым, әллә берәй сихыр эсерҙеме?

– Эсерҙе, апай, эсерҙе... Уның мине һөйөүе хаҡына йәнемде иблискә һатырға әҙермен.

– Кит, биғәләш...

Никах уҡыттылар. Сәйҡәнә менән Сабит өсөн ул бар ни ҙә, юҡ ни ине. Тик шул туғандары һүҙен йыҡмау өсөн инде.

Тәүге ашҡыныу-шашыныуҙарҙан бер аҙ айнып, аҡылдарына килә башлағас, Сабит бер кистә һүҙ ҡатты:

– Һин минең хаҡта бер ни ҙә белмәйһең, йәнем...

– Белергә лә теләмәйем, миңә әле белгәнем дә еткән.

– Һин белергә тейешһең...

– Кәрәкмәй...

Еңел тын алды Сабит. Үткәнен асһа, Сәйҡәнәһен юғалтыуҙан ҡурҡты. Ә ҡатын, ир хаҡында бер-бер хилаф ишетермен дә күңелем ҡалыр, тип өрктө. Ошо йәшкә тиклем фәрештә булып йәшәмәгәндер бит инде Сабиты. Ул, ирҙең бөтә гонаһы бисәләрҙә генә, тигән фекерҙә ҡалды.

Икеһе лә иркен һуланы: кәрәкмәй үткәндәр, кисәге – юҡ, бөгөн генә бар. Иртәгә бар. Ул иртәгә Сабитҡа – Сәйҡәнәһеҙ, Сәйҡәнәгә – Сабитһыҙ ҡот осмалы булыр ине, шуға күрә бөгөнгө менән генә йәшәү хәйерле, хәтерләмәйек, иҫкә төшөрмәйек...

Һирәктәргә генә бирелә торған оло мөхәббәт бүләк иткән икән яҙмыш, ҡәҙерен белергә, һаҡларға кәрәк...

Ҡустыһы Сәйҡәнәгә мөкиббән киткән һайын ҡара янды Әнисә. Үҙенә лә йәне көйҙө. Нимә тип никах уҡыттырҙы, уйнаш йәһәтерәк үтер ине, хәҙер, ана, береһенән икенсеһен айырып алырһың алмай. Уларҙың затлы ғаиләһенә ят бауыр килеп инде – бына нимәһе ҡурҡыныс, һиҙә, тоя Әнисә: Сәйҡәнә улар ише түгел. Ерҙән атлап түгел, осоп йөрөй. Ҡанаттары юҡ килеш күктә йөҙә. Үҙе шулай хыялый бер нәмәме, әллә Сабит ҡустыһының күҙен быуамы ике йөҙлөләнеп? Әллә инде, ысындан да, бер-бер сихыр ғәләмәте бармы? Буйһондорҙо баш эймәҫ Сабитты, арбап алды, уныһының йөҙөнән иҫәр йылмайыу китмәй, унан, бөтә монаятын шул боралҡы ҡулына тапшырып ҡуймаҫ, тип кем әйтә? Белә Әнисә: ярлынан түгел туғаны. Петербурҙа ни менән мәшғүл булғандыр, тиккә ултыртып та ҡуймағандарҙыр, уныһы ҡыҙыҡһындырмай бисәне. Донъяны белеп булмай, бер-бер хәл булып китһә, ҡустыһының анауы ҡиммәтле ҡағыҙҙары, һаҡлыҡ кенәгәләре, донъяһы – бөтәһе-бөтәһе Сәйҡәнәгә ҡала, бына шуға эсе боша Әнисәнең. Үҙенең хатта Сабиттан олораҡ икәнен дә онота, үҙен, ниңәлер, оҙағыраҡ йәшәгәндәй тоя. Ҡыҙы менән ейәне лә бар бит әле ғүмерен дауам итеүсе. Сабиттың кеме бар шул аҡыш күҙ Сәйҡәнәһенән бүтән? Төн йоҡоларынан яҙа Әнисә, тамағына ашы таш булып төйөлә.

Бер көн килеп, ҡустыһына һүҙ ҡатты:

– Ҡан баҫымым күтәрелде хатта, бер хәбәр ишетеп. Сәйҡәнә ике ирҙә булған икән ул. Икеһенән дә үҙе ҡасҡан икән.

– Нимә, әллә ошо йәшкә тиклем һин уны ҡыҙ булып ултырған тип белгәйнеңме?

– Ҡыҙ уҡ булмаһа ла, ике ирҙән айырылған бит.

– Кем айырылмай хәҙер? Беҙҙең тоҡомда юҡмы айырылып, ҡайтанан иргә сыҡҡан бисә?

– Эй, ярай ҙа, һүҙем икенсерәк ине. Сихыр менән булаша, ти бит. Элекке ирҙәрен дә әмәлдәгән икән: береһе, бахыр, алйотланып ҡалған, ти, икенсеһе хатта үлгән... Ышанғандай кеше әйтте.

– Апый, юҡты һөйләп, баш ҡаңғыртма әле, бүтән хәсрәтең булмаһа.

Үҙе шулай тине, ә үҙенең күкрәгендә оялап, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыймылдап ятҡан көнләшеү ҡапыл йылан кеүек башын суҡайтып, ағыулы тештәрен тәүҙә уның йөрәгенә, һуңынан Сәйҡәнәһенекенә батырҙы.

– Ниңә миңә ике ирҙә булыуыңды әйтмәнең?!

– Һин һораманың... Мин әйтергә иткәс, үҙең туҡтаттың. Мин дә бит һинең үткәнең менән ҡыҙыҡһынманым.

Ул көндө үҙ алдына дауыллап йөрөп саҡ баҫылды Сабит. Сәйҡәнәһе баҡсаға алып килеп ултыртҡан алмағастарҙы төбө-тамыры менән аҡтарып ырғытты. Аш өҫтәлен өҫтөндәге сынаяҡ-сәйнүге менән бергә атып бәрҙе. Аҡ ҡағыҙҙай ағарынып, ҡобараһы осоп стенаға һөйәлгән ҡатын эргәһенә килеп, һуғырға тип киҙәнде лә үҙен саҡ тыйып ҡалды. Бер һуҡһа, үлтерә һуғыр ҙа ҡуйыр ине ул көсө менән. Өндәшмәне Сәйҡәнә, иламаны. Төнө буйы керпегенә йоҡо эленмәне. Иртән тороп ашарға әҙерләне, ғәҙәттәгесә, иркәләп кенә Сабитты уятты. Шым ғына ашанылар. Ҡатын ирҙең ни ҙә булһа әйтерен көттө. Ир иһә тып-тын ине.

– Сабит, йәнем, – тине Сәйҡәнә ахырҙа, – әйҙә, бер-беребеҙҙе ғазапламайыҡ. Һин ишеңде табырһың әле. Миңә, күрәһең, Хоҙай ҡатын-ҡыҙ бәхетен бирмәгән...

Ул ишеккә ыңғайланы. Әллә ни булды Сабитҡа, уның бит ғүмерендә бер кем алдында баш эйгәне, тубыҡланғаны юҡ ине, гөрҫ итеп ҙур кәүҙәһе менән Сәйҡәнә алдына теҙләнде, дерелдәгән ҡулдарын һуҙҙы:

– Үлтермә мине, бергенәм. Китмә!.. – Ыңғырашып, ялбарып сыҡты тауышы.

Сыҙаманы Сәйҡәнә, ул да теҙләнде, Сабиттың ҡосағына һыйынды, әсе күҙ йәштәре менән ирҙең күкрәген өттө, ә уныһы ҡатынды ҡыҫып ҡосаҡлап, сәстәренән, йәшле биттәренән шашынып-ярһып үбергә кереште:

– Сәйҡәнәм... Мин һинһеҙ... Үләм...

Тағы ла сағыуыраҡ балҡып киткәндәй булды һөйөү, игә-һаға булып бөткән ир менән ҡатын бер минут бер-береһенән башҡа тора алмаҫтар ине, көтә торған донъя бар, Сәйҡәнәнең көн дә йөрөр эше бар.

– Эшеңдән кит, – тине Сабит бер көндө. – Бер-беребеҙ өсөн генә йәшәйек. Ғүмер ҡыҫҡа...

– Нисек китәйем эштән? Әле бит пенсияға алыҫ, – тип яуапланы Сәйҡәнә. – Әле яңы спектакль әҙерләйбеҙ. Бер нисә көндән премьера, мин һиңә лә, Әнисә апайға ла иң һәйбәт урындарға саҡырыу билеты алдым...

Аһ, ул премьера! Һөйгәне тамашасылар араһында ултырғанғамы, онотолоп уйнаны актриса, ысынлап иланы, ысынлап көлдө, партнеры урынына Сабитын күҙ алдына килтерҙе һәм самими бер хис-тойғо менән уның күкрәгенә һыйынды, мөхәббәт һүҙҙәре әйтте, иң ҡаты бәғерҙәрҙе иретерҙәй моңло йырын уға бағышланы. Уйнаманы был премьерала актриса, йәшәне, героиняһының бөтә булмышын үҙенеке итеп ҡабул итте һәм залда ултырған Сабитын күңеленән эргәһенә килтереп, герой урынында уны күрҙе, уны һөйҙө... Алҡыштарҙан театр стеналары емерелер кеүек ине. Сәскәләр Сәйҡәнәнең ҡосағын, унан бөтә сәхнәне тултырҙы. Зал үрә баҫты, «Браво!», «Афарин!» ҡысҡырҙы, Сәйҡәнә, бәхетле йылмайып, ҡыуаныстан балҡыған ҡарашы менән һөйгәнен эҙләне, тик ул юҡ ине залда, ташлап сығып киткәйне...

Күңеле менән һиҙенде ҡатын бөгөн өйгә ҡайтырға ярамағанын. Йөрәге, ситлеккә эләккән кескәй ҡошсоҡтай, ярһынып тыпырсынды, тик аяҡтары һаман ҡайтыуға ыңғайланы.

– Сабит, йәнем...

– Ниңә ҡайттың?! Ниңә һөйәрең эргәһендә ҡалманың?!

– Ниндәй һөйәр, Сабит?! Ул бит... Мин бит... Беҙ...

– Шул-шул, һе-е-еҙ!.. Ә мин бында, һин тип... Үҙемде кәмһетеп! Һине күтәреп йөрөттөм әҙәм алдында! Ә һин?!.

– Сабит, йәнем...

– Мин һине берәүгә лә бирмәйәсәкмен, белдеңме?! Берәүгә лә!

Ҡайҙандыр пистолет алды ҡулына ир, ҡатындың йөрәгенә терәне һәм атып та ебәрҙе.

– Ах, Сабит... Нишләнең?..

– Көтөп тор, китмә минһеҙ! Минһеҙ китергә хаҡың юҡ һинең!

...Инде был юлы Сәйҡәнәһен, моғайын, айырып ҡайтарыр, тигән өмөттә ҡустыһының тупһаһын ашатлаған Әнисә өнһөҙ кәүҙәгә абынып йығылды...

Үҙ тауышынан үҙе айнығандай булды Сабит. Нишләне һуң ул?! Иң ҡәҙерле кешеһен дә юғалтты түгелме?!

«Дед»ты ҡала зыяратында, ҡустыһы «Азиат»тың ҡәбере эргәһендә ҡулға алдылар...

Рәхәтләнеп көлдө иблис: бына нисек һемәйтте ул әҙәм балаларын! Тәтәй итеп һөйөүгә ымһындырҙы, әүрәтте, аҡылдарынан шаштырҙы ла араларына көнсөллөк уты бөрктө. Иблис ҡөҙрәтле, иблис бөйөк!..

ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Рәсәйҙең ҙур ҡалалары буйлап сығыштар уңыш менән барҙы. Был юлы Язар тыуған яҡтарына ғына һуғыла алманы: продюсер ул сығыш яһаясаҡ ҡалалар исемлегенән Өфөнө, ни сәбәптәндер, төшөрөп ҡалдырған ине. Гастролдәр тамамланғас, бер нисә көнгә булһа ла яҡындары эргәһенә ҡайтып урарға өмөт иткән егет артыҡ бошонманы. Аҡса эшләп ҡалырға кәрәк, олоғая төшкән атаһы менән әсәһенә Санкт-Петербургта фатир алып бирергә хыялланған йырсы һуңғы осорҙа бөтә гонорарын банкка күсерә бара. Фатирҙы ла ул иң күркәм урында, Көньяҡ Бутовола алмаҡсы. Өсләтә ҡыйбат, уның ҡарауы төҙөк һәм матур район. Иң ғәзиз кешеләренә шундай ғына ярҙамы ла теймәгәс, ни тип башын сәнғәткә бәйләгән һуң ул?!.

Ҡаланы яратһа ла, әленән-әле Фин ҡултығынан иҫкән әсе елдәр, Нева йылғаһының, үсексән һәм үҙ һүҙле ҡатындар ише, йыш ҡына сығырынан сығырға әҙер тороуы әллә ни оҡшап етмәй уға. Дөрөҫ, Петербургты ер тетрәнеү ҙә, ер аҫтынан урғылған утлы ғәрәсәттәр ҙә йонсотмай, ләкин ниндәй ҙә булһа хәүефле хәбәр ишетелеп кенә тора: йә юл фажиғәһе, йә бер банда төркөмөнөң икенсеһен һуйып сығыуы... Йөҙ утрау өҫтөндә ултырған гүзәл ҡала көн дә тиерлек йөҙ-мең төрлө тетрәнеүгә дусар. Әүәл-әүәлдән оло сәйәсәт уртаһында булған Петербургты бер ҡасан да енәйәтсел төркөмдәр урап үтмәгән. Хәйер, уға ниңә аптырарға, сәйәси һынылыштар үҙҙәре үк халыҡтың ҡатламдарға бүлгеләнеүен һәм һәр ҡатламдан үҙенә бер төрлө уғры-енәйәтселәр айырылып сығыуын аңлатмаймы ни? Граждандар һуғышынан һуң ҡаланы «дер» һелкеткән «Туғыҙ үлем», «Ҡулыңды стенаға терә», «Ҡара бесәй» бандалары урынына һуңғараҡ Ленька Пантелеевтың ҡанһыҙ хакимлығы килһә, 80-се йылдарҙағы «үҙгәртеп ҡороуҙар» үлтереүселәрҙең һәм кеше талаусыларҙың өр-яңы йүнәлешенә юл асты. Ситтән килгән һәм ситкә киткән тауар юлында урынлашҡан Петербург, эре иҡтисад үҙәге булараҡ, енәйәтселәрҙең яңы төрөн тыуҙырҙы: эшҡыуарҙарҙы «ҡыйыҡ» аҫтына ала башланылар. «Азиат»тың да тәүҙәрәк ниндәй ҙә булһа бизнесменға «ҡыйыҡ» булыуҙан башлауын белә ине Язар. Балтик илдәре союздан айырылып сыҡҡас, стратегик сеймал контрабанда менән Петербург аша оҙатыла башланы. Тап шул осорҙа Ҡазан, Тамбов, Малышев төркөмдәре барлыҡҡа килде. Николай Седюк «бригадаһында», һуңғараҡ Таҙ Виталик шайкаһында сынығыу алған «Азиат» кемгә лә булһа буйһоноп оҙаҡ йәшәй алмай ине, шуға күрә яйы сығыу менән ул «ҡойроҡто һыртҡа һалды». Ҡаланың иң көслө спортсылары менән берлектә үҙ төркөмөн ойошторҙо. Кикбоксинг менән етди шөғөлләнгән Наил-«Азиат» өсөн төшөмлө эш Рәсәй сәхнәһенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе Юзеф Корзонды үҙ ҡыйығы аҫтына алыуҙан башланды. Башта Таҙ Виталик менән Коля Каратэ (Седюкты шулай атап та йөрөтә инеләр) уны ҡыҫымға алып маташҡайнылар ҙа, «Азиат» бирешергә теләмәне. Бер нисә ҡанлы бәрелештән һуң уны тынғылыҡта ҡалдырҙылар һәм «мирауай» тәҡдим иттеләр. Теге ваҡыт, әле саҡ институтта уҡып йөрөгән Язарға бер төргәк аҡса ырғытып, «ғилем эҫтәргә» ҡаты бойороп сығып киткәнендә, «Азиат» Каратэ бригадаһында ғына эш итә ине. Һуңғараҡ яҙмыш Наил менән Язарҙы йәнә осраштырҙы, йәнә айырҙы. Ә инде Юзеф Корзонды элекке продюсеры «төпһөҙ кәмә»гә ултыртҡас, Язар атаҡлы йырсыға «Азиат»ҡа сығырға ярҙам итте. Бына шулай, үҙе лә уйламаҫтан, уның сәнғәт баҫҡысы буйлап күтәрелеүе мафияға барып бәйләнде. Күңеле менән әүәлгесә алдаша һәм борғолана белмәгән ауыл малайы булып ҡалһа ла, Язар үҙенә үҫергә ярҙам иткән «Азиат»ты ғәйепләргә намыҫы етмәне, уның бөтә ҡырын эштәрен күрмәмешкә һалышты. Наилды ул ағаһы кеүек яҡын итте, бик йыш осрашып тормаһалар ҙа, мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк саҡта уға кәңәшкә йүгерҙе. Тыуған яҡтан ситтә йәшәгәндә милләттәшең дә яҡын туғанға әүерелә икән. Ә Наил туған була белде, һүҙ юҡ. Хоҙай һәм бәндә алдында ниндәй гонаһтарға батҡандыр, ул тиклеме Язарға мәғлүм түгел, һәр хәлдә, яҡташының һәм дуҫының утлы-дауыллы йәшәйешен бер аҙ күҙаллай, ләкин бөтә донъя «Азиат»ҡа һыртын борғанда ла Язар уға хыянат итә алмаҫ ине. Дуҫының үлемен бик ауыр кисерҙе шуға ла.

Бөгөн, Наилдың ҡырҡын уҡытҡан көн, көсө еткән тиклем тәғәм-ризығын тейәп, күптән түгел һатып алған «Хонда»һында Наташа эргәһенә килде. Ҡатын бынан бер нисә көн элек уға үҙе шылтыратҡайны.

– Николаның иң-иң яҡын дуҫтарын ғына йыям, килмәй ҡалма, – тине ялбарып тигәндәй. – Ул бит һине ярата ине...

Иң яҡын дуҫтар араһында яҡындарҙың да яҡыны Андрейҙың булмауы Язарҙы бер аҙ ғәжәпләндерҙе.

– Ҡалала тапманылар, – тип аңлатты Наташа. – Бер аҙна инде офиста ла күренмәй. Мин бер ни аңламайым, нисек корпорация эшен үҙағышына ҡуйырға мөмкин?

– Етәкселекте кемдер үҙ ҡулына алырға тейештер, минеңсә. Әйтәйек, һин...

– Мин?! Һин ни һөйләйһең?! Кибеттә икмәктең күпме торғанын да хәтерләмәйем бит! – Наташаның күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. – Ҡайһылайтып йәшәрмен Николаһыҙ, Язарчик? Нишләрмен?!

– Ниңә беҙҙе иҫәптән һыҙып ташлайһың, Наталья Ивановна? – Һиҙҙермәй генә уларҙың эргәһенә килеп баҫҡан «дуҫтар»ҙың береһе шулай өндәшеүгә Наташа ла, Язар ҙа терт итеп ҡалды. – Беҙ һине рәнйетеүгә юл ҡуймабыҙ, Ната, хәүефләнмә.

Дуҫтар ғына йыйналыуға ҡарамаҫтан, мөхит, нисектер, ауыр тойолдо Язарға. Әйтерһең, әле күптән түгел генә гәлсәр шәмдәлдәрҙән ағылған нурҙа ҡойонған йорт эсен ҡапыл ҡара һөрөм ҡаплап алған да үҙенең тынсыу ҡыҫымында иркенләп тын алырға бирмәй. Мәрхүмде иҫкә алыу һүҙҙәре лә бик һаран булды. «Һәр өндө теш араһынан һығып сығаралармы ни, – тип көйөнөп уйланы Язар. – Наил иҫән саҡта уның эргәһендә нисек өйрөләләр ине бит әле. Һәр кемеһенә ҙурыраҡ өлөш кәрәк... Бүреләр өйөрө кеүек». Ысынлап та, корпорацияның киләсәге борсой ине барыһын да. «Белый» телдәр белә, эшлекле бәйләнештәр булдырыуға оҫта, шуға күрә лә «Азиат» уны үҙе эргәһендә тотто. Әммә «Урман» кеүек эре, инде байтаҡ илдәр менән ныҡлы аралашҡан һәм «күләгәле» иҡтисадта үҙен ышаныслы тотҡан ойошмаға етәкселек итеү өсөн был ғына аҙ. Бында әле «Азиат»ты иҫкә алып ултырыусыларҙың һәр ҡайһыһының тиерлек өлөшө бар, ул өлөштө береһенең дә ситкә ебәргеһе килмәй. Улай ғына ла түгел, һәр кем артабан байығыуға ынтыла, монаяттың мулырағына иҫәп тота. Наташа үҙе тирәләй ҙә ниндәйҙер намыҫһыҙ «уйын» алып барылғанын һиҙенә, тик ошоғаса һәр саҡ сит арҡа ышығында көн иткән ҡатындың ул «уйын» серҙәренә төшөнөрлөк көсө лә юҡ, аҡылы ла етмәй. Күптәнме ни әле, Николаһының бер уңына, берсә һулына сығып, уға тоғролоғон, бирелгәнлеген күрһәтергә тырышҡан ҡуштан дуҫтар бөгөн Натальяны ҡармаҡлап маташа, уның иғтибарын яулау өсөн әллә ниҙәр ҡылана. Иртәме-һуңмы, уға тормошҡа сығырға кәрәк буласаҡ барыбер. Әлүк баштан башын яңғыҙлыҡҡа бәйләй алмай бит инде ул. Әммә Николаһының «дуҫтары»нан Хоҙай үҙе һаҡлаһын! Мәрхүм иренең үҙенә булған мөхәббәте менән быларҙың иҫәп-хисапҡа ҡоролған хис- тойғоһо араһында һис тә генә уртаҡлыҡ юҡ – быныһын инде һуҡыр ҙа таныр. Шул уҡ ваҡытта ул буласаҡ иренең сауҙа эшен һәйбәт белеүен теләй, юғиһә, «Урман» бөтәсәк, бөләсәк. Әлеге хәтер кисәһенә Андрейҙың килмәүе лә эсен бошорҙо. Уның кеүек ярҙамсыны тағы ҡайҙан табырға? Әллә... күңеленә ояларға самалаған шикте Наташа ситкә ҡыуа. Әгәр улда һатлыҡ йән булып сыҡһа, тағы кемгә ышанырға? Улайһа, ни өсөн килмәне һуң? Никтың үлеме тағы кемгә кәрәк булды? Канаданан нисек йөрөп ҡайтҡанын да әйтмәне бит әле ул. Ни өсөн барған, ни эш ҡыйратҡан, Наташа белмәй. Тәфтишсенән генә, кем әле шуның исем-фамилияһы, ишетте ҡатын «Урман»дың Квебек, ә уның аша Франция менән бәйләнеш нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйыуын. Аҡсаға бәйле берәй эш ҡылғанмы Андрей һуңғы барыуында? Әгәр шулай икән, был хаҡта Наташа күптән белергә тейеш бит. Никтың үлемендә Андрей ғәйепле булмаған осраҡта, әлбиттә.

– Эх, Язарчик, ни өсөн һин финансист түгел, ә?! – Ҡыҙыл шараптан еңелсә ҡыҙмаса булып алған ҡатын егеттең ҡулдарынан алып, күҙҙәренә тултырып ҡараны.

– Әгәр финансист булһам?..

– Бөтәһе-бөтәһе һинеке булыр ине. Шул иҫәптән мин дә...

– Был хаҡта һөйләшеү яҙыҡ, Наталья Ивановна. Наил миңә ағай урынында булды.

– Булһа! Ул бит иҫән түгел! Һеҙҙә, башҡорттарҙа, ярты еңгәй ҡәйнештеке түгелме ни?! Миңә йәшәргә кәрәк. Киләсәгемде ҡайғыртырға. Хәйер, ни мәғәнә! Һин бит эшҡыуар түгел.

– Наилдың улы ла бар... Ул эшендә ярҙам итә алыр ине. – Язар быны иҫкә төшөрөүҙе кәрәкле тапты.

– Ул маңҡа малай ҡасан уҡыуын бөтә әле?! Юҡ, миңә барыбер иргә сығырға кәрәк буласаҡ. Никола башлаған эште һүндермәү өсөн булһа ла, аңлайһыңмы?

– Аңлайым. Тик ярҙам итә алмайым, ғәфү ит.

Наталья мәрхүм иренең улын яратып еткермәүен Язарға һиҙҙермәҫкә тырышты.

...Икенсе көнө үк Бурцевҡа «Азиат»тың ҡырҡын уҡытҡанда «Белый»ҙың булмауы ишетелде. Был уның фаразын нығытты. Тимәк, «Белый»ға дуҫының хәтер кисәһендә күренмәү өсөн етди, бик етди сәбәп бар.

Ә был ваҡытта «Белый» Грецияла, Афинанан алыҫ түгел виллаһында сираттағы һөйәркәһе менән күңел аса ине. Үҙенә юлдашҡа ул бәйһеҙ һәм ҡылансыҡ Сусины түгел, һылыуҙар бәйгеһендә Гран-при яулаған сибәр һәм тәрбиәле Мария Котинаны алды. Телдәр белгән, зауыҡлы һәм нескә күңелле ҡыҙға Андрей хатта өйләнергә лә әҙер ине. Был уйында ул Машаның тәүге кешеһе булыуын белгәс бигерәк тә нығынды. Шөкөр, байлығы ғаилә ҡорорға етә. Канада менән контракт та кеҫәһен байтаҡ ҡалынайтты. Бөтә урында ла аралашсы булараҡ мул ғына төшөм эләктергән «Белый» былай ҙа фәҡир түгел ине, әлбиттә. «Азиат» та тоғро ярҙамсыһынан аҡса ҡыҙғанманы. Үҙ яйы, үҙ көйө менән эшләһә лә, «Азиат»тың үлеменән һуң донъяһы яҡтырғандай булды. Үҙе лә тынғылыҡ белмәне ҡырағай, бүтәндәргә лә һис бер тын алырға бирмәне. Әйтерһең, әҙәм балаһы, алһыҙ-ялһыҙ эт кеүек сабып, хеҙмәт итеү өсөн генә яралған. Тормоштоң бит әле башҡа бихисап күңелле һәм матур яҡтары бар. Андрей корпорацияға артабан үҙе етәкселек итеүенә ышана, быға тиклем дә бит бөтә алыш-биреш, килешеүҙәр, башҡаһы уның елкәһендә булды. Кем алмаштыра ала һуң уны? Ырғыу-һикереү, йүгереүҙә бер-береңдең танауын дөмбәҫләү кеүек еңел-елпе эштә маһир булһалар ҙа, башҡаларҙа интеллект, белем түбән. Эш өсөн ул борсолмай, бер-ике аҙна рәхәтләнеп ял итеп алыуҙан ҡыйралып китмәҫ. Тик анауы ҡәһәр һуҡҡыр мент ҡойроғона баҫырға самалай, йәнәһе, «Азиат»ты кем үлтерткән? Был эште үҙенә «тегеп» ҡуйыуҙарынан бер аҙ шөрләй «Белый», шуға күрә шау- шыу баҫылғансы тип тә килде был ожмах мөйөшөнә. Уның кимәлендәге бизнесмен ҡайҙа бармаҫ та, ҡайҙа йөрөмәҫ... Бында уны этем дә тапмай хәҙер. Квебек провинцияһынан күскән миллиондар өсөн ул тыныс. Корпорацияның махсус иҫәбенә «Азиат» менән ул ғына сыға ала ине. Эйе, ул башҡорттоң Андрейға үҙенә ышанғандай ышаныуы шәп ине, ни тиһәң дә. Нисәмә йылдар ике арала бер ниндәй шик-шөбһә булманы, һүҙ юҡ.

Бассейндан сығып, шезлонгта ял иткән «Белый»ҙың татлы уйҙары ошо урында өҙөлдө. Ул хатта ни ҙә булһа аңларға ла өлгөрмәне.

– Эҙ ҡалдырма, – тине ҡара битлектән күҙҙәре генә күренеп торған киллер икенсеһенә. – Йортта теге фотомодель булырға тейеш. Гүзәллекте боҙоуы бик һәйбәт түгел дә бит, ни хәл ҡылмаҡ кәрәк. Шаһит иҫән ҡалырға тейеш түгел.

...Тағы бер нисә көндән Рәсәйҙә «Белый» менән һөйәркәһенең фажиғәле үлеме хаҡында мәғлүм булды.

Инде үлтереүсенең кем икәнлеген асыҡлауына тамам ышанған Бурцев «Белый»ҙың да, «Азиат»тың да бер үк ҡулдарҙан юҡ ителеүен ете ятып бер төшөнә лә индермәҫ ине, моғайын. Әгәр ҙә инде уға ҡанһыҙ үс алыусының Юзеф Корзондың элекке продюсеры икәнлеген дә әйтһәләр, ҡул һелтәп кенә ҡуйыр ине: енәйәт донъяһына бер яҡлап та ҡыҫылышы булмаған, ҡарамаҡҡа тыныс ҡына был әҙәмдең асылда уҫал һәм үссән үлтереүсе генә түгел, Мәскәү мафия төркөмдәренең береһен етәкләгән бәндә булыуын иң яҡын бер нисә кешеһенән башҡа берәү ҙә белмәй ине. Баш ҡала бандаларының Петербургтағы енәйәтсел төркөмдәргә ҡаршы аяуһыҙ һуғышы ана шулай «Урман»дан башланды...

Бурцев иһә «Белый» хаҡында, дуҫының башын ашаусы, тигән фекерҙә ҡалды һәм уның үлеменә шатланды ғына. Шамбы ише шылғаяҡ был әҙәмдең ғәйебен иҫбат итеп булмаҫ ине барыбер, тип уйланы.

Ул арала «Азиат»тың ҡәберен туҙҙырып, ҡара мәрмәрҙән һалынған һәйкәлде пыран-заран итеп киттеләр. Ун көн уҙҙымы-юҡмы, ҡәбер өҫтөндә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл ҡалҡты. Быныһын да гректар килтергән икән, тигән хәбәр таралды. Алыҫ Урал аръяғында ятҡан бәләкәй генә ҡала хәлдәрен Грецияла ҡайҙан, нисек ишеткәндәр – быныһы инде берәүҙе лә аптырауға һалманы.

Артур Бурцевты ҡатыны Лидия ҡыуып сығарып ебәрҙе, һуңынан илай-илай шешенгән күҙҙәрен тәҙрәнән алмай, ирен көттө: ялындырырға ғына уйлағайны, тегеһе тышауҙары ысҡынған байталдай, уйнаҡлап сыҡты ла китте. Эшенә лә шылтыратып ҡарағайны, ялға сыҡты, тинеләр.

...Үмбәр түбәһендә оҙаҡ ултырҙы Хәбир ауылға ҡарап. Бөтәһе лә бынан ус төбөндәгеләй күренә. Ана, зыярат. Иң ҡәҙерле кешеләренең һуңғы йорто. Ҡайындары ла ҡайһылай күркәм булып үҫеп киткән. Әсәһенең ҡәбере ҡайындарҙан алыҫ түгел... Ауылдың арғы осонан һөҙәк кенә булып Ҡоръятмаҫ күтәрелә. Бәләкәй сағында менеп еткеһеҙ бейек тау булып күренә ине ул Хәбиргә, баҡтиһәң, әллә ни ҙур ҙа түгел икән.

Нимә хаҡына йәшәне ул? Олоғая барғанда әлегеләй тыуып үҫкән ауылына аяҡ баҫырға ла ҡыймай, барса әҡрәбәһенән, дуҫ-ишенән ваз кисеп, япа-яңғыҙ ҡалыр өсөнмө? Бәндәнең үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге була. Уның иһә бөгөнгөһө генә бар, уныһы ла ялған, үҙ тормошо, үҙ булмышы түгел. Бына хәҙер бер туған ағаһы эргәһенә барып, мин – һинең ғәйеп булған ҡустың бит, тип әйтһен, Хәниф ышанмаясаҡ. Берәү ҙә ышанмаясаҡ, сөнки башҡа һыйырлыҡ түгел уның хәлдәре. Зат-зәүерһеҙ, тыуған ерһеҙ, илһеҙ һәм исемһеҙ ул бөгөн. «Азиат», «Белый» кеүектәрҙе иблис үҙе артынан аҙаштырып, уларҙың ҡулы, аҡылы менән яуызлыҡтар ҡылып йөрөһә, Хәбирҙең яҙмышын шул уҡ иблис емерҙе, төҙәтеп булмаҫлыҡ яңылышлыҡтарға дусар итте. Асыу-нәфрәтен теге мәлдә бер миҙгелгә генә аҡылдан өҫкә күтәреп, еңгәһенән үс алыу тойғоһона баш биргәйне, бөтә тормошо селпәрәмә килде. Ер тырнап илаһаң да үткәндәрҙе кире ҡайтарыу, тормош юлын өр-яңы биттән башлау мөмкин булмаған хәл...

Әкрен генә атлап, машинаһы эргәһенә килде. Уйланып торҙо. Йән тартыуҙарына сыҙамай, бер генә күреп китеү өмөтө менән ҡайтты ла бит тыуған төйәгенә, ҡайҙа, кемгә барып морон төртһөн ул? Бында кем белә лә, кем таный хәҙер Артур Бурцевты? Ағаһы әллә иҫән, әллә түгел. Иҫән булған хәлдә лә... кем тип таныштыра ала Хәбир үҙен? Шулай ҙа ул ауыл магазинына инеп, тартырға алды. Башына яулыҡ тартып бәйләгән, йонсоу йөҙлө һатыусы сигарет ҡабын Хәбиргә һондо ла, ҡапыл уның ҡарашы менән күҙмә-күҙ осрашып, ҡатып ҡалды. Унан хәлһеҙләнеп, арҡаһы менән буш йәшниктәр өйөмөнә һөйәлде: туҡта, туҡта, кем әле һин?.. Бындай күҙҙәр донъяла тик бер генә кешелә бар ине... Туҡта... Ул арала Хәбир, йәшлектә үлеп һөйгән ҡыҙын да танымай, магазиндан ашығып сығып китте. Ҡатын йүгереп тигәндәй уның артынан ташланды, алыҫлаша барған машина күҙҙән юғалғансы тексәйеп ҡарап торҙо ла, аптырап-алйып магазин тупһаһына «лып» ултыра төштө. Аҡылына зыйпы килә башланы инде әллә... Ете ят бер урыҫтың күҙҙәрен Хәбирҙекенә оҡшатасы. Бөгөн Хәниф ағайға икмәк-фәлән индереп бирергә кәрәк, нисәмә ай түшәктә ята, бер ярҙамсыһы юҡ...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

Читайте нас