КӨЛӨҮ

Хикәйә

Ял йортонда Халит иң ҡыуаныслы көндәр кисерҙе. Экскаваторҙағы ауыр эшенән һуң тәбиғәт ҡосағында тыныс ял итеү бер шатлыҡ бирһә, икенсеһе ҙурыраҡ; уныһы шатлыҡ ҡына түгел – ысын бәхет ине. Эше һәм кәүҙәһенә ярашлы ауыр сабыр тәбиғәтле егет медицина училищеһының өсөнсө курс студенткаһы Зарема менән бик дуҫлашып китте. Күбәләк һымаҡ пырылдап осоп ҡына йөрөүсе еңел һөйәкле, асыҡ күңелле был ҡыҙ янында булыу һәр ваҡыт уға рәхәтлек бирә. Уның менән һөйләшергә һүҙ эҙләп тораһы ла юҡ. Халиттең һорау биргәнен дә, хатта үҙе биргән һорауына тегенең яуап ҡайтарғанын да көтөп тормай. Зарема үҙе һөйләп алып китә, юҡ ҡына сәбәпкә лә сәләмәт көр тауыш менән яңғыратып көлә. Бөтә күңеле шар асыҡ уның. Зареманың ишкәк ишеү буйынса юғары разрядлы спортсменка булыуы ла бик тиҙ беленде Халиткә. Ҡыҫҡа еңле аҡ тенниска кейеп, ҡара юбкаһы менән билен өҙөлдөрөп сыҡҡан саҡтарында ҡыҙ уға айырыуса сибәр күренә.

Аҙ ғына ваҡыт эсендә егет ҡыҙға бик эҫенеп китте: уны күрмәй бер минут тора алмаҫ хәлгә етте. Ҡолағынан мөхәббәткә батҡан егерме дүрт йәшлек егет Заремаға тәҡдим яһарға ҡарар итте. Был хаҡта нисек һүҙ асаһы икән тип, быуындары ҡалтыранып, ҡыҙҙы эҙләй сыҡты.

Ҡараһа, Заремаһы үҙе үк уның янына килә ята икән.

– Әйҙә, тиҙерәк! Унда ҡыҙҙар беҙҙе кәмәлә көтә!

Халит берәй һүҙ ҡушҡансы, ҡыҙ уны һуҡмаҡ буйлап йылғаға табан елтерәтеп алып төшөп тә бара ине инде.

Зареманың өс әхирәте сират тороп кәмә алғайнылар.

– Ишкәккә һин ултыраһыңмы, Зарема? – тине уларҙың береһе.

– Ҡуйығыҙсы әле. Бынауындай көслө егет барҙа... Уға оят булыр бит!.. – тип яңғыратып көлдө Зарема.

Халит бик уңайһыҙ хәлдә тойҙо үҙен. Хатта арҡаһынан тир бәреп сыҡты. Кәмәлә йөрөргә әүәҫ булмағанына, ә ишкәкте инде хатта ҡулына ла тотоп ҡарамағанына беренсе мәртәбә ысын-ысындан үкенде ул. Етмәһә, алдында ишкәк мастеры!

Кәмә, ярҙан айырылырға теләмәгәндәй, янтайғыланы. Егеттең хәлен Зарема шунда уҡ төшөнөп алды һәм ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Әхирәттәре лә ҡушылып көлдө. Халит бик ныҡ оялды; өндәшмәй, тешен ҡыҫып ишергә кереште, яңылыш һелтәнеп, кәмәне урынында бер нисә тапҡыр әйләндерҙе; ишкәген йәпһеҙ күтәргеләп, ҡыҙҙарға һыу сәсрәтте. Тегеләр сыйылдаштылар, төрттөрөп көлдөләр.

– И-и, ниндәй егет һин, ишкәк тә ишә белмәгәс!.. – тип, асыҡтан-асыҡ мыҫҡылланы Зарема. – Ҡоро кәүҙәңде күтәреп йөрөйһөң икән...

Быныһы инде бөтөнләй хәтер ҡалдырғыс ине. Халит, кәмәне ташлап, хәҙер үк ярға сығып китер хәлгә етте. Ә Зарема мыҫҡыллауын дауам итте. Шаяра ине ул, әлбиттә. Тик егет күңелендә ниндәй ҙур ғәрлек тоҡанғанын аңлаймы икән был шар ҙа мар йәш студентка? Ул шашыныуҙың сигенә сыҡты, башына ябынған үрмәксе ауы кеүек үтә күренмәле аҡ яулығын һыпырып алды ла кәмәнең артына – ағымға ырғытты.

– Күрһәт егет икәнеңде. Кәмәне йәһәт кенә бороп, алып бир.

Халит был хәлгә тамам ҡаушап, алйып ҡалды. Ары итте, бире итте. Кәмә әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа янтайҙы, ишкәксе теләгәндең тап кире яғына боролдо. Көлөү уның һайын көсәйҙе. Ә яулыҡ һаман аҡты.

– Тиҙерәк бул, егет! Бата бит! Ха-ха-ха... Тотоп алғас, үҙеңә булыр. – Ҡыҙ, үрелеп, Халиттең кепкаһын алып кейҙе.

– Ха-ха-ха!

Яулыҡ һыу төбөнә китеп, аҡ шәүләһе юйыла башлағайны инде. Һәм... ҡапыл бер центнергә яҡын ауыр кәүҙә, кәмәне саҡ ҡапландырмай, һыуға бухылданы. Халит кейеме-ние менән упҡынға сумды. Бер минут самаһынан кәмә эргәһенә генә килеп сығып, яулыҡты Заремаға тотторҙо ла ярға табан йөҙөп китте.

Аңдарына килгән ҡыҙҙар йәнә шарҡылдашып көлә башланылар.

– Эй, егет, шөрләнекме?!

– Ҡасты!

– Мә яулығың!

Яҡын-тирәлә кәмәлә йөрөүселәр ҙә, хәлде төшөнөп алып, көлөшөргә керештеләр.

Егет, береһенә лә иғтибар итмәгән төҫлө, ағас араһына инеп, тиҙ генә кейемен һыҡты ла, ҡыҙҙар көлөүе аҫтында ауыр атлап, ял йортона ҡарай менеп китте.

Шул ҡәҙәре мыҫҡыллауҙан һуң Халиткә бында бер төрлө лә матурлыҡ ҡалманы төҫлө. Ғәрлеге муйынынан быуып, тынын ҡыҫа ине уның. Етмәһә, ашханаға ингәндә, берәү, уға төртөп күрһәтеп:

– Ана, теге ишкәк мастеры! – тип ауыҙ йырҙы.

Халит артабан да ял йортонда сыҙап тора алманы: кис етеү менән, ҡалаға һыпырҙы.

Зарема Халитте ике көн эҙләне. Берҙән, был ҙур кәүҙәле, көслө, йыуаш егет уға бик яҡын булып әүерелгәйне инде. Икенсенән, һуң булһа ла, ул үҙенең һаҡһыҙ шашыныуы өсөн үкенә башлағайны. Үкенеү һағышты икеләтә арттырып ебәрҙе.

Ял срогы бер көн генә ҡалғас, ҡыҙ Халиттең ҡабат күренәсәгенә тамам өмөт өҙҙө. Үтә төшөнкө күңел менән айырылды ул ял йортонан.

Ҡалаға ҡайтҡас, бөтә ихтыяр көсөн туплап, Халитте оноторға тырышып ҡараны. Ял йортонда башланған һөйөү – ысын мөхәббәт булмай, тип ишеткәндәрен дөрөҫкә юрарға теләне. Юҡ, йөрәккә бойороҡ биреп булмай икән ул ун туғыҙ йәшеңдә саҡта!

Ҡыҙ түҙҙе-түҙҙе лә, бер көн килеп, түҙеме тамам өҙөлдө. Ул егетте эҙләй сыҡты. Өй адресын белеште. Ҡапҡа алдарына барып ураны; икенсегә барҙы – асырға үрелгәс, үҙен еңеп, кире боролдо.

Ахырҙа, эшләгән еренән барып табырға тигән ҡарарға килде. Тапты. Бик күпләп бишәр, туғыҙар ҡатлы яңы өйҙәр һалынып ятҡан ерҙә көслө машинаһы менән умырып-умырып ер ҡаҙа ине Халит. Машина эсендә булһа ла, бите майға, туҙанға ҡарайып бөтһә лә, Зарема һөйөклө кешеһен шунда уҡ таныны. Сикһеҙ матур, донъялағы иң матур кеше булып күренде тештәре генә ағарып йылтлап торған ошо егет.

Халит бөтә барлығы менән рычагтарына береккән. Бар иғтибары эшендә генә.

Ҡасан әйләнеп мине күрер икән тип, Зарема биш минут көттө... ун минут... Аптырағас, ялбарыусан тауыш менән:

– Халит! – тип өндәште. Күңеле тулыуҙан тауышы ҡалтырап сыҡты. Машина шатырҙауы аша ишетмәне, ахыры, егет, һаман боролоп ҡараманы. Ун биш... егерме биш минут көттө ғашиҡ ҡыҙ. Иғтибар юҡ. Егеттең бар ғәме – эшендә.

Зарема самалап алды: Халит был яҡҡа боролорҙай түгел. Ул канауҙың аръяҡ ситенә ҡарап эшләй шикелле.

Ҡыҙ, егеттең күҙенә салыныу өмөтө менән, соҡорҙоң икенсе ситенә сыҡты. Бәй, экскаваторсы был яҡҡа ла ҡарамай икән дәбаһа! Уның бар иғтибары машинаһының сүмесендә генә.

Тағы сикһеҙ оҙон минуттар үтте. Халиттең күҙе үҙенә төшөүҙән тамам өмөт өҙҙө Зарема. Аптырағас, иң һуңғы сиктә ҡулланырға мөмкин булған хәйләгә һалышты. Экскаваторҙың иң алдына уҡ тиерлек сығып, ҡулындағы кескәй сумкаһын канауға «яңылыш» төшөрөп ебәрҙе. Хәҙер Халит, һис шикһеҙ, әйләнеп ҡарамай булдыра алмаҫ.

Юҡ, ҡараманы. Тик машинаһының тауышы ғына бер аҙ үҙгәрә төшкәндәй булды. Канау төбөндәге балсыҡҡа тештәрен батырыр алдынан сүмес, икеләнгәндәй, саҡ ҡына яйланы.

Күрмәне, ахыры, егет. Балсыҡ та һап-һары, сумка ла һары. Бына сүмес, сумканы ҡаплап, балсыҡ умырып алды. «Хуш, сумка!»

Ләкин ни күрә Зарема? Экскаваторсы, бик оҫта итеп, сүместән балсыҡты ҡағып төшөрә башланы. Елгәрә-елгәрә төшөрөп бөттө. Унда бары ҡыҙҙың матур сумкаһы ғына тороп ҡалды. Сүмес канауҙан сыҡты һәм, килешле хәрәкәт яһап, Зареманың алдына ғына килеп туҡтаны; түбәнселек менән баш эйҙе: «Рәхим итеп алығыҙ, һылыу!»

Зарема, әлбиттә, сумкаһына үрелерҙән элек, күҙҙәрен мөлдөрәтеп Халиткә ҡараны. Моғайын, егет, һөйөклөһөн күреп алып, йылмайып ҡарап торалыр.

Был ни ғәжәп! Теге бөтөнләй икенсе яҡҡа тыныс һәм етди ҡарап ултыра. Ҡыҙ сумкаһын алыу менән, бер ни булмағандай, экскаватор йәнә, ярһып-ярһып, ер ҡыртышын кимерергә кереште.

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ.

1967

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас