Ейәндәренең телефондан сыр-сыу килгән тауышын өнһөҙ генә тыңлап торған Иҙристең йөрәге семетеп ҡуйҙы. Ай ярым күрмәгән ейәндәре нисек һағындырғандар. Гүзәл түҙемһеҙләнде:
– Атай, тим?
Иҙрис көрһөндө лә: “Ярар”, – тип, телефон трубкаһын ҡуйҙы.
Бармаҫҡа нисә тапҡыр ант иткән Иҙрис тағын ҡыҙына барырға йыйына башланы. Йыйына тип, ҡыҙы балалары менән ҡаланың бер ҡырында йәшәй, артыҡ йыраҡ түгел. Аҡса янсығындағы аҡсаһын барлап, тейешлеһен өҫтәне лә, магазинға кереп, ейәндәренә күстәнәс алды. Бер ни ҡыҙғаныс түгел шул бәләкәстәр өсөн. Бына ҡыҙының үҙ атаһына ҡарата кешелекһеҙ булыуы ғына күңелде тырнай. Олоғайып килгән атаһын үҙенә кәрәк саҡта ғына иҫенә төшөрә Гүзәл. Башҡа ваҡытта бер тапҡыр ҙа хәлен, сәләмәтлеген һорашманы. Ваҡыты юҡ уның атаһы өсөн. Шулай ҙа аңларға тырыша уны Иҙрис. Яңғыҙы ғына биш бала үҫтереп ятҡан ҡыҙының ваҡыты булмауы ла ғәжәп түгел. Рәсми рәүештә бер генә тапҡыр тормошҡа сығып, дүрт ирҙән биш бала табып, шулар иҫәбенә йәшәп ятҡан ҡыҙын ҡыҙғанмай булдыра алмай Иҙрис. Ә Гүзәл атаһының йомшаҡлығынан файҙалана. Улы Зиннур менән дә аралары ҡыҙының шул ҡыланыштары өсөн генә боҙолошто Иҙристең. Атаһын алдап йөрөткән апаһына ҡаршы көрәшеп, Зиннур ҙа был арала шылтыратмай ҙа.
Иҙрис бер сумка аҙыҡ-түлек күтәреп ҡыҙына килеп кергәндә, өйҙә көньяҡ кешеһенән тыуған өс йәшлек төпсөк Мәхмүт ыштанһыҙ көйө үҙенән дә ҙур эт ҡыуып йөрөтә, унан ике йәшкә ҙурыраҡ Альберт машина тартып саба, атаһының кем икәнлеге билдәһеҙ алты йәшлек Алина диванда ҡоро-һары кимерә, ә әсәләре йоҡо бүлмәһендә телефондан тел сарлап ултыра ине. Балалар: “Олатай килгән!” – тип һөйөнөшә-һөйөнөшә тиҙерәк олаталарының ҡулындағы сумкаға ябырылдылар. Сәсе-башы туҙған, һәҙәптәре ҡойолоп бөткән халат кейгән Гүзәл, атаһына сығып сәләм бирҙе лә, тормошона зарлана башланы. Бына, атай, тағын аҡса бөттө... Айгөлдең кейерә итеге юҡ. Русланға куртка алырға кәрәк... Атаһы ҡулындағы аҡса үҙ усына күскәс кенә, бер аҙ тынысланды Гүзәл. Иҙрис ҡыҙының был зарҙарынан арыған ине инде. Нисә тапҡыр әйтеп ҡараны ул Гүзәлгә. Ә уларҙы тапҡан саҡта нимә турала уйланың? Ниңә эшкә сыҡмайһың? Ниңә ирҙәреңдән балаларға алимент юлламайһың? Яратмай шул Гүзәл ҡаршы әйткәнде һис кенә лә. Өгөт-нәсихәтте, өйрәткәнде ене һөймәй. Ул ғына һәр ваҡыт хаҡлы. Ул ғына дөрөҫ йәшәй. Ә бөтөн донъя уға ҡаршы тора. Уға ғына иң насар ирҙәр эләгә. Уның бәхетһеҙлегендә барыһы ла ғәйепле, тик ул үҙе түгел. Әле лә, бәлки эш эҙләрһең, тип һүҙ ҡуҙғатҡан атаһын тыңлап торманы, пыр туҙынып, бүлмәһенә сығып китте. Иҙрис, ауыр көрһөнөп, ҡул һелтәне лә, ҡулынан килгәнсә балаларға аш әҙерләп, уларҙы туйҙырҙы.
Бер аҙ бушанғас, өс бүлмәле фатирының бер бүлмәһендә торған диванына ятып ял итмәксе булған ине, ятағының эҙен дә тапманы. Уның урынында ике ҡатлы балалар карауаты тора ине. Атаһының, ҡайҙа минең диваным, тигән һорауына Гүзәл әллә ни аптыраманы: “Ташланыҡ. Балаларға яйһыҙ унда йоҡлауы”. Ысынында ҡыҙы атаһының үҙ фатирында артыҡ икәнлеген аңлатты. Ҡыҙынан төрлө этлек күрһә лә, быны көтмәгән ине Иҙрис. Нисек аңлап була быны? Был фатирҙың хужаһы бар бит әле. Заманында был фатирҙы Иҙрискә эшләгән еренән дүрт кешелек ғаиләһе өсөн бирҙеләр. Бер бүлмәле ҡыҫыҡ фатирҙа ике бала менән йәшәп интеккән Рәхимә һәм Иҙрис нисек һөйөнгәндәр ине был фатирға сыҡҡас. Ҡыҙы менән улы ошонда үҫте. Улы Зиннур, өйләнеп, үҙ фатирын булдырҙы. Ә беренсе иренән айырылған Гүзәл, йәш ярымлыҡ ҡыҙын күтәреп, ата-әсәһе янына ҡайтып керҙе. Рәхимә бәхетһеҙ ҡыҙын ҡыҙғанды. Ата-әсә бер көн дә эшләмәгән ҡыҙҙарын балаһы менән үҙ елкәләренә ултырттылар. Үҙ бәхетен ирҙәрҙә эҙләгән Гүзәл бер-бер артлы бала таба торҙо. Фатирҙа кеше һаны арта торған һайын Гүзәл үҙ хоҡуғын нығыта торҙо. Балалары исеменән ҡәтғи генә һөйләшергә өйрәнде. Уларҙың хоҡуғын “яҡланы”. Ун йыллап элек Рәхимә сирҙән вафат булды. Ул үлгәс, Иҙрис үҙ фатирында артыҡҡа әйләнде. Ҡыҙы менән тауышланыуға түҙә алмайса, ҡала ситендәге баҡсаһына күсеп, ундағы ике ҡатлы мунсаһында йәшәй башланы. Зиннур килеп атаһының хоҡуғын яҡлап маташһа ла, файҙаһы булманы. Гүзәл үҙенсә йәшәй бирҙе. Атаһына ҡарашын үҙгәртмәне.
Иҙрис, рәнйеүенә түҙә алмайса, йөрәгендә йыйылған һүҙҙәрен ҡыҙына бәреп әйтте лә, ҡала ситендәге баҡсаһына ҡайтып китте. Эй бала... Ҡыҙ бала... Ниндәй бәғерһеҙ итеп үҫтерҙек беҙ һине әсәйең менән... Ата-әсә хаҡы тигән төшөнсәне һала алманыҡ, ахыры, күңелеңә. Тик үҙ балаларың үҫә бит әле. Улар барыһын да күреп үҫәләр бит... Ҡасан юғалттыҡ беҙ һине? Алтын бөҙрә сәсле, ҙур зәңгәр күҙле, ҡурсаҡ кеүек матур ҡыҙсыҡты әсәйең балалар баҡсаһына йөрөй башлағанда уҡ, башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙы. Улы Зиннур ҙа Рәхимә өсөн икенсе планда ҡалды. Шул матурлығың мәктәптә лә һине боҙҙо. Егеттәр иғтибарын бик иртә һиҙгәс, синыфташ ҡыҙҙарҙан морон сөйҙөң. Үзеңде әллә кем һананың. Тик һин, ун ете йәштә балаға уҙып, тормошҡа сыҡҡанда, класташ ҡыҙҙарың юғары уҡыу йорттарында уҡыйҙар, ҙур тормошҡа әҙерләнәләр ине. Ирең һәм ҡәйнәң йорт эштәренә өйрәтә башлағас, мин-минлегеңде еңә алмайса, үпкәләп атай йортона ҡайтып киттең. Һөнәрһеҙ-ниһеҙ килеш, үҙеңде лә туйҙыра алмаған көйөңә, бер-бер артлы төрлө ирҙәрҙән бала таптың. Шулай ҙа тормош бер нәмәгә лә өйрәтмәне, ахыры, һине. Бер баҫҡан тырманы тағын эҙләнең, тағын баҫтың...
Иңдәре эйелгән Иҙрис ҡышын бер кем дә тиерлек йәшәмәгән баҡсаға, ике ҡатлы мунсаһына ҡайтып керҙе. Хәләл көсө менән тапҡан фатирынан үҙ ҡыҙы тарафынан ҡыуылыуы шундай әсе... Үҙ балаһы менән судлашыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай атай кеше. Бына үҫтер баланы, бар көсөңдө-таҙалығыңды һалып! Киләсәккә өмөттәр бағлап! Ул бит көн тимәне, төн тимәне, ғаиләһе өсөн тырышты. Балаларҙы тәрбиәләүҙе ҡатыны иңдәренә һалды. Тик, бар донъянан артыҡ күреп һөйөү ҙә боҙа икән шул үҙ баланды. Ҡаршылыҡлы холоҡло Рәхимәһе, ысынында, үҙ балаларын барһынан да өҫтөн күреп шулай яраттымы? Үҙенең балаларын донъяла иң яҡшы, иң матур, иң талантлы һанап, үҙен яраттымы? Улай тиһәң, Зиннурҙары Гүзәлгә холоҡ яғынан да, төҫ-ҡиәфәте менән дә оҡшамаған. Бер кемдән дә ярҙам өмөт итмәйсә, үҙ тормошон әкренләп төҙөй бара. Ҡатыны менән мөхәббәттә тыуған ике балаларын үҫтереп, кешесә йәшәп ята. Иҙрис, әлегә хәтлем улына Гүзәлгә эләккән иғтибарҙы бирә алмаған өсөн, уның алдында үҙ ғәйебен тоя. Ир бала һәм ҡыҙ бала... Ниндәй айырма һеҙҙең арала... Иҙрис инде ҡыҙына үҙендә булғандың һуңғыһын бирҙе. Фатирынан ваз кисте. Тик рәхмәт кенә ишетмәне. Намыҫһыз Гүзәл, балаларын ҡалҡан урынына ҡаплап, һаман атаһынан һуңғы пенсияһын һыуыра тора. Ҡатыны үлгәс, Иҙрис бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән танышып ҡараһа ла, бер кемдең дә баҡсалағы мунсаға килеп йәшәргә теләге тыуманы. Бер яңғыҙы ҡалды ул был тормошта. Бер кемгә лә кәрәкмәй... Тағын бер яңғыҙың мунсала ҡыш сығырға кәрәк. Былай йәшәүҙән йәшәмәүең артыҡ. Ҡыҙы тарафынан хаҡһыҙға рәнйетелгән Иҙристең күңеле бик төшөнкө ине.
Йәшәргә яраҡлаштырған мунса алдында башын эйеп уйланып ултырған ҡарттың уйҙарын телефон шылтырауы бүлде. Иҙрис теләмәйсә генә телефонға үрелде. Тағын ҡыҙымы әллә? Һуңғы арала шылтыратмаған улы Зиннур атаһының хәлен һораны. Иҙрис бөгөнгө ваҡиғаларҙы ҡыҫҡаса аңлатып биргәс, бер аҙ уйланып торған Зиннур: “Атай, мин хәҙер һиңә киләм”, – тип, һөйләшеүҙе теүәлләне. Кисен Зиннур менән ҡатыны атайҙарын үҙҙәренең бер бүлмәле фатирҙарына йәшәргә алып киттеләр.
"Торатау" гәзитенән.