Ҡайтыу

Хикәйә

Вәсилә өҫтәл түрендәге улынан мәжлес бөткәнсә күҙен алманы. Кисә генә ҡайтты бит ул. Кисен. Футболкала, салбарҙа. Аяғында кроссовкалар. Поезда бергә килгән иптәшенә булған ғына аҡсаһын биреп ебәргән. Ярай, иң мөһиме – иҫән-һау. Ин мөһиме – эргәлә. Ҡунаҡҡа бармайым, тип ҡырт киҫһә лә, нисектер, аҙаҡ ризалашты. Ана ул – ҡап-ҡара, яры ла һөйәк. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, өф итеп торалар, ә уның иғтибары ла юҡ. Үҙе бер донъяла һымаҡ. Быяла һауытҡа ингән дә, бер кемде лә күрмәй, бер кемде лә ишетмәй. Кеше шулай танымаҫлыҡ булып үҙгәрер икән...

Эргәһендәге Миңлеханы ҡатынына әллә нимәләр һөйләп көлдөрөргә маташты. Тәрилкәһенә төрлө турамалар тултырҙы. Алдына емеш-еләк өйҙө. Улының да, әсәнең дә тамағына аш бармағас, ни хәл итәһең!

Вәсилә таралышыр алдынан шау-гөр килгән кешеләр араһына инә һалып, гөпөлдәтә баҫып бейергә керешкән Миңлеханға әүрәгән арала, улы Байрастан күҙ яҙлыҡтырҙы. Инде берәүҙә лә тәүҙә ҡәҙерле ҡунаҡ иттереп түргә мендереп ултыртылған һалдат ҡайғыһы юҡ ине. Әсәнең йөрәге жыу итеп ҡалды. Күңелен хафа, шом биләне. Ишек алдында тәмәке тартҡан ирҙәр араһында ла юҡ. Ярай, ҡайтҡандыр, тип үҙен тынысландырып маташты ул.

Байрас ысынлап та ҡайтып, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә рәшәткәгә һөйәлеп ултыра ине. Башын күтәреп, төпһөҙ күк йөҙөнә баҡҡан. Ай яҡтыһында уның йөҙө тағы ла шомлораҡ күренә. Миңлехан:

– О! Улым! – тип эйелеп ҡосаҡлайым тигәнсә, уның өҫтөнә ауҙы. Һикереп торған Байрас атаһын бер секундта елтерәтеп, һелкетә ултыртып ҡуйҙы. Шаңҡыған ир бер нәмә лә аңламай ҡалды.

Вәсилә тамаҡ төбө менән:

– Бар, балам, йоҡла, – тип кенә әйтә алды. Байрас йәһәт кенә өйгә инеп китте. Күп тә тормай, һалдатты һорап йәштәр килеп етте. Уларҙы: «Йонсоп ҡайтҡан, ял итһен», – тип кире ебәрергә тура килде.

– Атаһын... ҡыуанып ҡына йөрөгән атаһын... – Миңлехан, телгә килеп, һыңҡылдап илап ебәрҙе. Әсә кеше өндәшмәй генә эскәмйәгә ултырҙы ла, иренең һуңғы йылдарҙа салланып өлгөргән шырт сәсле башын күкрәгенә ҡыҫты. Был донъяла япа-яңғыҙ ҡалғандай көйәләнгән ата һәм әсә Саҡ менән Суҡ зарланыуын тыңлап, тынып ҡалды.

* * *

Вәсилә, төндә йоҡламаған көйө, таң һарыһынан тороп ҡоймаҡ ҡойҙо, мейескә муйыл бәлеше тығып ебәрҙе. Көн аяҙ булһа ла, Миңлехан да бесәнгә китергә ашыҡманы. Бүтән мәл «ямғырҙар башланмаҫ борон эште бөтөрәйек» тип үрһәләнер ине әле. Уның өсөн байрам – улы ҡайтҡан! Әрменән! Тик бына ауылдаштары, туғандары алдында ҡупайып күрһәтергә хәрби кейеме генә юҡ. Булмауы хәйерле. Байрас әйтеп һалды бит. Һалдат кейемендәге егеттәрҙе поезда үлтергәндәрен. Ул ҡәһәрле территорияны үткәнсе ҡоттары ус төбөндә булғандыр инде егеттәрҙең...

Самауыр, шыжлап, өҫтәлгә ҡунғас, Вәсилә иренә Байрасты уятырға ҡушты. Миңлехан аяҡ осона ғына баҫып, бүлмәнең ишеген асып, тамаҡ ҡырҙы ла, кире әйләнеп килде:

– Юҡ ул...

Вәсиләнең йөрәге тағы табанына төштө. Ишек алдында ла күренмәне ләбаһаң! Шым ғына сәй һөрпөлдәткән мәлдә Байрас килеп инде. Һикереп торған ата-әсәһенә иғтибар бирмәй, бүлмәһенә үтте. Артынан ауыр тәмәке еҫе борхоп ҡалды. Ашыҡ-бошоҡ йыуынды ла, ашарға ултырҙы. Һүҙҙе нимәнән башларға ла белмәгән ир менән ҡатын, бер-береһенә ҡарарға ла ҡурҡып, тынып ҡалды. Вәсилә йылы ҡоймаҡты бала алдына шылдырҙы. Миңлехан бал менән ҡаймаҡты яҡынайтты. Байрас балды бер ҡалаҡ ҡына ҡапты. Ҡаймаҡҡа бөтөнләй ҡағылманы. Бер-ике ҡоймаҡты ашағас, сәйен дә эсеп бөтмәй, ҡапыл тороп, бәҙрәфкә йүгерҙе.

– Эй, балаҡай... – атаның алҡымына төйөр, әсәнең күҙенә йәш тығылды.

Байрас, тыштан ингәс, сәйгә кире ултырманы. Бүлмәһендәге карауатҡа ауҙы. Төпкә батҡан күҙҙәрен түшәмгә текәне. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Әйтерһең дә, һалдат армиянан ҡайтмаған, әйтерһең дә, ата менән әсә һаман да билдәһеҙлек алдында яфалана.

* * *

Билдәһеҙлектән дә ауыр яза юҡтыр кешегә. Вәсилә шундай ҡаты һынау үҙенә лә эләгер, тип һис уйламағайны. Юғары уҡыу йортона инерҙәй һәләте булған башлы Байрасты, өйҙө һалып бөтәйек әле, тип эргәләге Аксен ауыл хужалығы техникумына ебәрҙеләр. Ебәрҙеләр түгел, Вәсиләнең идеяһы булды был. Ҡайтып йөрөр, хужалыҡта ярҙам итер, тип уйланы. Ололарға ҡаршы бер һүҙ әйтеп өйрәнмәгән тыңлаусан, күндәм бала зоотехник һөнәрен үҙләштергәс: «Гел уҡыу ҙа уҡыу булмай, аҡса эшләп алайым», – тип эшкә төшөргә йыйынды. Тик шул көҙҙә үк армияға алынды, Өфөлә хеҙмәт итә башланы.

Бер мәл һалдаттан: «Мине Тольяттиға учебкаға ебәрәләр, ярты йылдан Өфөгә кире ҡайтам», – тигән хат килде. Миңлехан: «Ай-һай...» – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. «Нимә, ай-һай! Нимә, ай-һай! Ҡайтыр!» – тип ҡыҙып алып китте үҙе лә шомлана башлаған ҡатын.

Ул арала ауылды ҡара ҡайғы баҫты. Түбән оста йәшәгән почта ташыусы Зөмәрә апайҙың берҙән-бер улы Чечнянан цинк табутта ҡайтты. Уны ике хәрби оҙата килгәйне. Зөмәрә апай балаһының үлеүенә ышанманы. Табутты асып күрһәтеүҙе талап итте. Шул ауыр һөйләшеүҙең шаһиты булған Вәсилә менән Миңлехан: «Ерләргә килербеҙ», – тип ҡайта һалып киттеләр. Ҡәбер өҫтөнә һынһыҙ йығылған әсәне күргәс, улар был хәлдең аяуһыҙ ысынбарлыҡ икәненә инанды. Әсә: «Күрһәтмәһәгеҙ, ерләгәндән һуң, һеҙ киткәс ҡаҙып алып ҡарайым! Минең улым тере!» – тигәс, табутты асып, башын ғына күрһәткәндәр, тигән хәбәр таралды. Һалдатты ҡәҙерләп, автомат залптары менән, веноктар, сәскәләр менән күмеүҙәме һуң эш! Вәсилә Зөмәрә апайҙы йыуатып бер нәмә лә әйтә алманы. Ни әйтһәң дә, артыҡ, файҙаһыҙ һымаҡ тойолдо. Ҡайғынан һарғайып, ауырыуға һабышҡан почта ташыусыны бер туған апайы Раевкаға күсереп алып китте. Зөмәрә апай менән хушлашырға килгән кешеләр уны һуңғы юлға оҙата һымаҡ күренде. «Ул ниндәй мәғәнәһеҙ уй ул – һуңғы юлға оҙата, тигән?» – Вәсилә күңелһеҙ уйҙарынан үҙе оялып китте. «Апайы балнисҡа һалып, эшкиндереп алыр әле. Һауыҡҡас, йән яраһы төҙәлгәс, ауылға һелкетә баҫып ҡайтып төшөр! Эээй, нимә юҡты һөйләйһең? Йән яраһы төҙәләме ни ул? Ана бит. Тағы тиҫкәре уйҙар башты ҡаңғырта!»

Ярты йыл тиҙ генә үтә һалып та китте. Байрастан: «Мин Өфөлә», – тигән ҡыуаныслы хәбәр алғас, Вәсиләнең башы күккә тейҙе. Әммә күп тә үтмәй: «Беҙҙе Ҡаҙанға ебәрәләр», – тигән хат килде – шуның менән улар араһындағы бәйләнеш өҙөлдө. Көн артынан көн, ай артынан ай үтте. «Тереме ул бала, үлеме? Чечняға ғына алып китә күрмәһендәр!» Әсәнең кереш һымаҡ тартылған нервыһы бына-бына өҙөлөп китер һымаҡ ине. Ярай әле эргәһендә Миңлеханы бар. Ара-тирә көсөңдө төшөрөп алырға. Әлдә уныһы сабыр, ҡатынының ни өсөн юҡҡа-барға ла ҡабынып барыуын аңлай. Вәсилә ҡыҙа башлаһа, ҡаршы ирәгәләшмәй, йә мал араһына сығып тая, йә гәзит тота һалып ултыра.

Тиҙҙән Байрастан өҙөлөп көтөлгән хат килде. Тышта уҡ конвертты йыртып асҡан Вәсиләне ул ҡыуандырманы.

– Байрасҡа бер-бер хәл булғанмы әллә? – тине Миңлехан ҡобараһы осҡан ҡатынын күреп. Хатты уҡығас, йылмайып ебәрҙе: «Бына ла баһаң. Хеҙмәт итә. Чечняла булһа һуң. Ир кеше бит ул. Бирешмәҫ. Байрас ул беҙҙең – ух! Урус-Мартанда хеҙмәт итә. Барыһы ла һәйбәт. Иҫән-һаумын, тигән...» Был һүҙҙәрҙе әллә Вәсиләһен, әллә үҙен йыуатыр өсөн генә әйтте ул.

Шул көндән бирле улар телевизорҙан яңылыҡтарҙы һағалап ҡына торҙо. Күршеләре, таныш-белештәре лә Чечня тураһында яҡшыраҡ һүҙ ишетһә, йә йүгереп инә, йә шылтырата һала. Бер мәл Урус-Мартанда көсөргәнешлек тураһында хәбәр иттеләр. Эфирҙа – хараба. Шул тиклем емереклектәр араһында иҫән ҡалыусы бар микән һуң ул? Вәсиләнең йөрәге ҡыҫылды. Йөҙө күгәрҙе. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа, һиҙелер-һиҙелмәҫ тын алып, арҡаһы менән диванға терәлде. Тыштан килеп ингән Миңлехан уны шул рәүештә күрҙе. Нимә эшләргә лә белмәне. Йүгереп йөрөп валидолын, корвалолын бергә ҡойоп килтерҙе. Көсләп ҡайнар сәй эсерҙе, һыуына башлаған ҡул-аяғын ыуҙы.

– Әллә эсеп ҡарайыммы? – тине Вәсилә, шыбырҙап.

– Нимә тиһең?

– Эсеп...

– Ай Алла... тағы нимә бирәйем һуң? Юҡ бит. Скорый саҡырайыммы әллә?

– Бар... шифанирҙа.

– Ә...

– Пәлтә артында.

– Ҡуй! – Миңлехандың күҙҙәре түп-түңәрәк булды, – Алкаш булып китһәң!

– Ҡыйын бит! – Вәсиләнең күҙҙәренә ауыр күҙ йәштәре төйөлдө.

– Араҡының ни уның. Эсеү менән генә рәхәт. Айнығас ҡыйын. Тағы ла ҡыйыныраҡ була.

Миңлехандың был ысулды үҙендә самалап ҡарағаны бар. Ул белә. Хәлен еңеләйтәм, тип һыйлап ҡайтарғандары бар иптәштәренең. Киреһенсә, үҙенә бикләнә ул.

Вәсилә бер аҙ ятып алғас, үҙен ҡулға алды. «Ҡарама шул яңылыҡтарҙы, йөрәгеңде бөтөрөп!» – тип дөрөҫ әйтә ире. Тик сәғәте-минуты етһә, сихырланған һымаҡ шул тере йәшник алдына бара ла ултыра шул. Ни хәл итәһең!

* * *

Вәсилә шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп: «Аллаға шөкөр, балабыҙ эргәлә», – тип уйлап, түрбашта өрөлөп-сөрөлдө.

Асыҡ ишектән бәпәйҙәр ләпелдәшкән тауыш ишетелде. Вәсиләнең йөҙө яҡтырып китте:

– Улым, апайыңдар килгән, сыҡ! – тине ул, ҡыуанып.

Тәтелдәшкән игеҙәк балалар өй буйлап йүгерергә тотондо. Шәүлә һымаҡ шыуып, шым ғына иҙән уртаһына сығып баҫҡан Байрас апайына ҡул биреп күреште лә, бүлмәһенә кире сумды. Вәсилә һалдат күрергә килгән туғанына ни әйтергә лә белмәне. Өҫтөнә менеп сәрелдәшеп аунаған сабыйҙарҙы һаҡ ҡына ҡағып төшөргәс, Байрас урамға сыҡты. Ҡустыһының был ҡыланышына ҡылтайған апай кеше сәй ҙә эсмәй, балаларын өйөрөлтөп алып, ҡайтып китте. Геү килеп торған өй тағы шомло тынлыҡҡа сумды.

– Һуң, балаҡайым, бәләкәстәрҙең күңелен күрһәң ни була? Һин юҡта тыуған сабыйҙар бит улар... – ҡайҙан әйттем, тигән көнгә тыуҙы әсә улының үҙенә әйләнеп ҡараған быяла күҙҙәрен күргәс.

Кисен Миңлехан өҫтәлгә араҡы ултыртты.

– Эс, улым, бәлки, яҙылырһың... артығы – харам.

Байрас араҡыға ытырғанып ҡарап алды ла, рүмкәне ҡулы менән ситкә ышырҙы. Миңлехан:

– Маладис, – тип әйтеүҙән башҡа һүҙ тапманы. Тәрилкәһенән алып, бер-ике тос билмәнде ләззәт менән сәйнәп йотҡас:

– Шунан, улым. Һуғышырға тура килде инде һиңә... һуғыш булғас, ыһым... – тигәйне лә, Вәсилә өҫтәл аҫтынан уның аяғына баҫты.

– Туҡтале! Нисек унда... теге ней... кеше үлтерергә лә тура килгәндер. Ә нимә! Һалдаттың эше шул! Йә дошман – һине, йә һин – дошманды, – Миңлехан муйынын салып күрһәткәс, Вәсилә түҙмәне, уға ҡалағын елгәрҙе. Байрас, йыш-йыш тын алып, йоҙроғон төйнәп бер аҙ ултырҙы ла, ҡапыл сығып китте. Уның йөҙө ҡурҡыныс булып үҙгәргәйне.

Ауыр тынлыҡ өйҙә көн буйына дауам итте. Миңлехандың сабыны иҫкә төштө. Сапҡан бесәне шыптырҙап кипкәндер. Күпме була баланың күңелен күреп өйҙә ятырға? Машина башындағы багажникҡа тырмалар, һәнәктәр бәйләп һалды. Иртән ҡаңғырып йөрөмәҫкә, тип сүлмәген, сәйнүген хәстәрләне. Иртәгә уны ниндәйҙер изге яңылыҡ, ҡыуаныс көтәлер һымаҡ ине. Эргәһендә ҡатыны әйләнеп-тулғанып ятһа ла, тиҙ генә йоҡлап китте.

– Улым, улым! Әйҙә бесәнгә барайыҡ! Сабынлыҡты күрерһең. Ауыр эш юҡ унда. Тырматып булмаһа, сәй ҡайнатып ултырһаң да еткән.

Таң һарыһынан баланы уятҡанға көйгән Вәсилә, һөт бороп торған еренән килеп, осло бармаҡтары менән Миңлехандың арҡаһына төрттө, зәһәр йөҙө: «Етте, бәйләнмә!» – тигәнде аңлата ине. Уның артынан шым ғына түрбашҡа тәпәйләгән ир: «Әҙерәк елләнеп ҡайтһа, тигәйнем», – тип бышылданы. «Бәйләнмә!» – ҡатындың ыҫылдап әйткән һүҙенә ныҡ йәне көйһә лә, көсләшеп торманы, бесәнгә бер үҙе китте.

Ебәрә буламы улын әсә бесәнгә! Ана нисек ҡыҙыу ул бала. Гөлт итеп тоҡанырға тора. Нервыһы бөтөндәй ҡаҡшаған. Атаһы һуғыш тураһында һүҙ ҡуҙғатһа... Йәнен көйҙөрһә... Аллам һаҡлаһын!

Һөтһөҙ ҡуйы сәйҙе һемергәндә алдына һикереп менеп һырпаланған бесәйгә Байрас оҙаҡ итеп текәлеп ултырҙы. Ҡулын күтәреп бер һыйпаһасы! Мырлаҡты ҡайһылай ярата торғайны. Малайҙар муйынына тимер сыбыҡ бәйләп һөйрәтеп йөрөгәндә ҡотҡарып алып ҡайтып, үҙе тәрбиәләп алғайны. Хәҙер иҫе лә китмәй. Бесәй егеттең яланғас беләгенә еүеш мороно менән төрткөләп тә ҡараны, иркәләтеүсе булмағас, мыррр, тип үсегеп төшөп китте.

Байрасҡа күңелһеҙ булмаһын, тип, Вәсилә телевизор ҡабыҙҙы. Бәйләмен тотоп, эргәһенә ултырҙы. Ҡырын күҙ менән генә улын күҙәтте. Мәғәнәһеҙ генә йәнһүрәттән һуң яңылыҡтар башланды. Эфирҙа танктар, автоматлы һалдаттар күренеү менән экранға текәлгән егеттең тын алышы ауырайҙы, йышайҙы, күҙҙәре көсөргәнеп ҡыҫылды. Ул репортерҙың һүҙҙәрен дә ишетмәй ине, ахыры, бармаҡтары эргәһенән нимәнелер һәрмәп табырға тырышты. Вәсилә тиҙ генә пультты алып, икенсе каналға күсте. Унда ла ауыҙ һыуын ҡоротоп Чечнялағы һуғыш тураһында һөйләйҙәр ине. Байрас өйҙән атылып сығып китте. Вәсилә телевизорҙы ҡайҙан ҡабыҙған көнгә төштө. Әйткәйне бит Миңлеханы, әйткәйне. Ул ниндәй бөткөһөҙ ҡан ҡойош һуң ул!

Байрас тыштан оҙаҡ инмәне. Һикәлтәлә һарай яғындағы ниндәйҙер бер нөктәгә текәлеп тик ултырҙы. Әсә кешенең уны бәпәй һымаҡ күтәреп йөрөткөһө, үпәс иткеһе, бәүетеп йоҡлатҡыһы килде.

– Улым, – тине ул уның эргәһенә урынлашып. – Нимә эшләп ҡарайыҡ икән? Әллә поликлиникаға барайыҡмы? Берәй дарыу бирерҙәр. Былай булмай ҙа баһа. Ни ашай алмайһың... ни йоҡоң юҡ...

Байрастың ҡарашы! Вәсилә телен тешләне.

Кискә һалдаттың класташ егеттәре килде. Улар менән күрешкәндә Байрастың ҡырыҫ йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сыҡты. «Бөгөн йыйылышабыҙ», – тигәстәр, Вәсилә ҡаршылашманы, улын тыныс күңел менән ебәрҙе. «Тартыуын тарта, араҡы эсмәй, теге мәл мәжлестән дә айыҡ ҡайтты», тип уйланы.

* * *

Миңлехан менән Вәсилә керпек ҡаҡмай Байрасты көттө. Төн уртаһы еткәс, ҡултыҡлашып, ипләп кенә (йәнәһе – прогулкаға сыҡҡандар) клуб яғына юлландылар. Йәштәр тауышына ҡолаҡ һалып, әҙерәк тора бирәләр ҙә ары китәләр. Урамдан ауыл осонаса барып, һыу буйынан ҡайттылар. Егеттәр өйөлөшөп яр башында гәп һата торған, тигәйнеләр ҙә, һағалауҙары юҡҡа булды. Исмаһам, йөрөгән ҡыҙы ла юҡ бит әле, тип уйланы Вәсилә, әсенеп. Миңлехан да шулай тип уйлағандыр, күрәһең, ҡатынының беләген тәненә нығыраҡ ҡыҫты.

Ҡайтып, йоҡлап ҡына киткәйнеләр, нимәлер дөбөр-шатыр иткәнгә тертләп уянды улар. Иптәштәре Байрасты һөйрәп тигәндәй индереп, зал диванына һалдылар.

– Нимә эшләттегеҙ баламды? – тине Вәсилә, аптырап.

– Апай, ҡурҡма. Эсмәйем, тигәс, ҡымыҙға араҡы ҡушҡандар.

– Эй, Хоҙайым...

Әрләнеүҙән ҡурҡҡан егеттәр ялп итеп ҡалды.

Вәсилә улының аяғындағын сисергә булғайны, осора тибелә яҙҙы, ярай әле ялтанып өлгөрҙө. Шуны күргән Миңлехан Байрастың битенә сабып ебәрерҙәй булды, саҡ тыйылып ҡалды. Аптырашып, арҡыс-торҡос ятҡан балаға ҡарап оҙаҡ торҙо улар. Ҡапыл Байрас үкереп ебәрҙе. Уң ҡулы менән иҙәнде һәрмәне, ауып төштө. Һаташып, һикереп торорға итте. Булмаған автоматын тоҫҡап, бушлыҡҡа ата башланы. Вәсилә йүгереп барып утты яндырҙы. Байрас тынысланманы, киреһенсә, яҡтылыҡтан ҡото осоп, өҫтәл аҫтына боҫто, башын баҫып, туңҡайып ятты. Шунан ҡапыл тәгәрәп сығып, йән көсөнә:

– Танк! Унда яналар! – тип ҡысҡырҙы. – Һыу! Беҙҙекеләр яна! Һыу! Һыу!

Миңлехан түрбашҡа йүгерҙе. Ул килтергән тулы биҙрәне тартып алып, Вәсилә Байрастың өҫтөнә һипте.

...Таңға ҡарай егет тынысланғандай булды. Айный ҙа башлағандыр инде. Тышта һыуыҡ һыу менән йыуынып килде. Хәҙер инде үҙҙәре лә шәүләгә оҡшап ҡалған, йонсоу ата-әсәһе ҡаршыһына баҫып, ғәфү үтенде.

– Ярай, була инде, – тигән булды Миңлехан, йылмайырға тырышып.

– Эсмә, бүтән эсмә! – тине әсәһе, бойорған тауыш менән.

– Әсәй, авиация институтына ебәрһәң, Чечняға эләкмәҫ инем, – улының һүҙҙәре Вәсиләнең мейеһен телеп үткәндәй булды.

– Эйе шул, аҡса етмәҫ, тине лә ҡалды! Өйҙө ни һалып бөтөр инек әле! – Миңлехан да нишләптер ҡыйыуланып китте.

– Һин ғәйепле, әсәй, һин!

Балаһының әсенеп әйткән ошо һүҙҙәре әсәнең өҫтөнә туҡмаҡ булып ябырылды. «Һин ҡайтып күҙгә күренгәнсә күпме ыҙалауҙарым! Ҡартайыуҙарым! Ут йотоуҙарым! Йөрәгем бөттө. Нервым бөттө. Һаулығым бөттө. Ә һин мине ғәйепләйһең!» – тип ҡысҡырғыһы килде әсәнең. Тик өнһөҙ ҡалды. Баланы ҡыҙҙырырға ярамай. Әйтһен әйҙә, үҙенә шулай еңел булһа. Әйтһен. Әсә йөрәге түҙә ул. Түҙә. Бала хаҡына. Бала йөрәге генә һаҡланһын.

Байрас көн буйы түшәктә аунаны. Тәмәке тартып инә лә, ята. Ашамай. Бер туҡтауһыҙ һыу эсә. Ә Вәсиләнең йөрәге яна. «Ул ғәйепле, имеш. Кем ғәйепле һуң? Кем? Күпме әсә ошо мәғәнәһеҙ һуғышта ғәзиз балаһын юғалтты. Афғандан алған яра бөтәшеп етмәҫтән, Чечняһы егеттәрҙе һыҙыра башланы. Кем өсөн? Нимә өсөн?» Был көн дә шулай көсөргәнешлектә үтеп китте.

Иртәгәһенә Байрастың кәйефе яҡшы яҡҡа үҙгәргәндәй булды. Магазинға барып, үҙенә тәмәке алды. Кәнфит, печеньеһын да онотмаған. Бесәнде, кеше ҡушып, Миңлехан ослап ҡуйғайны инде. Икәүләп ҡойманың серек бағаналарын алыштырҙылар.

Тығыҙ төйөн йомшарып, сиселә башлаған һымаҡ тойолдо. Улының төҫө асыла барыуына, ашағанын һеңдергәненә, тәненә бер аҙ ит ҡунғанына әсә һөйөнөп бөтә алманы. Зөлфиә һеңлеһенең улы Русланды армияға алғандарын ишеткәс, Миңлехан: «Чечняға ғына алып китмәһәләр ярар ине», – тип хафаланғайны, Байрастың һүҙе бер булды: «Уға унда ярамай». Бигерәк шыйыҡ шул ул бала. Уға нисек автомат тоттораһың. Бәхетенән, Руслан Ырымбур өлкәһе Троицк ҡалаһына эләкте. Зөлфиә присягаһына барып, ҡыуанып йөрөп ҡайтты.

Бер нисә көндән почта килде. Гәзитте һелкетеп ҡарарға ғәҙәтләнгән Вәсилә сиҙәмгә кәйелеп барып төшкән хатты ҡулына алды. Күгәрсен районы, Мораҡтан. Кинйәбулатов Инсаф. Бәй, Байрас уны үлде тигәйне лә инде! Тере микән һуң ул? Яңылышлыҡ була ҡалһа? Юҡ, мисәттәге датаһы яңы. Аҙна элек һуғылған.

Әсә хатты улына нисек тапшырырға яйын тапмай ҡаңғырып йөрөгәндә ҡапҡа алдына машина килеп туҡтаны. Унан бер ҡыҙ менән егет сыҡты. Вәсилә уларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.

– Һаумыһығыҙ, апай! Мин Инсаф булам! – Вәсиләнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. – Ә был һеңлем. Камилә. Бер үҙемде бер ҡайҙа ла ебәрмәй. Эйәрә лә йөрөй!

Үҙен тиҙ генә ҡулға алған Вәсилә Байрастың балыҡҡа киткәнен әйтеп, йәштәрҙе түргә әйҙәне, йәһәт кенә сәй ҡайнатып ебәрҙе.

– Байрас көткәндер инде мине. Киләм, тип яҙғайным.

– Хатың бая ғына килде шул, балам...

– Эй, замана! Кеше хәҙер хатынан алда йөрөй ҙә ҡуя шул.

– Һин аңғарып, – тине һеңлеһе, ағайына нимәлер иҫкәртеп.

«Ҡалай шаян егет! Әйтерһең, һуғышта ла булмаған. Күңеле лә асыҡ, йөҙө лә яҡты!» – тип уйлаған Вәсилә түрбаштың урамға ҡараған тәҙрәһенән күҙен алманы. «Ана килә», – тип тышҡа ашыҡты. «Байрасты нисек тә иҫкәртергә кәрәк. Тәүҙә хатты бирергә микән?» – шундай уйҙар башында ҡайнаған арала йөрәге түҙмәгән Инсаф та өйҙән атылып сығып, дуҫы ҡаршыһына йүгерҙе. Байрас уны күреп, бер ағарҙы, бер күгәрҙе, унан әкрен генә артҡа сигенде. Камилә осоп барып:

– Инсаф ағайым тере! Тере! Ысынлап тере! Яңылышлыҡ булған! Тере ул, тере! – тип Байрасты ҡосаҡлап алды. Егеттең танауына тәмле хушбуй еҫе бәрелде, ул һаҡ ҡына ҡыҙҙың тығыҙ беләктәрен муйынынан ысҡындырҙы ла, яңы тәпәй баҫҡан сабыйҙай сайҡалып, дуҫына ҡарай атланы. «Әлдә ағайы был ҡыҙбикәне алып килгән», – тип уйланы Вәсилә, еңел һулап.

Ҡосаҡлашып, һүҙһеҙ генә оҙаҡ торҙо дуҫтар. Күҙҙәренән сөбөрҙәп йәш аҡты ла аҡты, аҡты ла аҡты.

Табынға ултырғас, Байрас әсәһенән ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына араҡы һораны. Миңлехан ялтыр башты өҫтәлгә елтерәтеп килтереп ултыртып та ҡуйҙы.

– Ғәфү итегеҙ, мин эсмәйем, – тине Инсаф, алдындағы рүмкәне ситкә шылдырып.

– Эсмәгәнгә ғәфү үтенәләрме ни? Бигерәк һәйбәт! Байрас та эсмәй ул. Беҙ ҙә эсмәйбеҙ. – Шешә күҙ асып йомған арала өҫтәлдән юҡ булды.

Тынлыҡ урынлашты. Тәрилкәгә ҡалаҡ бәрелгәне, бер аҙ аш һөрпөлдәткәндәре генә ҡолаҡҡа салынды.

Сәйҙән һуң йәштәр тышҡа сығып, һикәлтәгә ултырҙы. Байрас, күҙен һауаға текләп, тәрән итеп тәмәкеһен һурҙы. Вәсилә менән Миңлехан эскәмйәгә урынлашты. Бер генә лә уландар эргәһенән киткеләре килмәне.

– Нисек булды һуң ул? – Байрас төпһөҙ күҙҙәрен Инсафҡа текәне. – Мин бит торомбаш кәүҙәңде... ҡапсыҡҡа... үҙем тултырғайным... Жетон да... һинеке ине...

Әсәйем барыбер ышанманы. Күмһәк тә. Барыбер көттө. Төшөм алдамай, тине. – Ҡыҙыҡайҙың тауышы әллә ҡайҙан килгәндәй, тоноҡ ишетелде.

– Тере көйө үҙ ҡәбереңде күреүҙән дә ауыры юҡ икән, – Инсаф ауыр көрһөндө. – Минең урынға кем генә ерләнгәндер. Билдәһеҙ.

– Уны ла әсәһе көтәлер инде. – Камиләнең күҙҙәренә йәш эркелде. – Үлгәнен ишеткәнсә, тере икән, тиһәләр ҙә һәйбәт инде.

– Билдәһеҙлектә йәшәү ҙә рәхәт түгел, ҡыҙым... әсә өсөн, – Вәсиләнең ошо һүҙен йөпләп, Миңлехан эйәк ҡаҡты.

– Нисек булды һуң ул? – Байрас икенсе тәмәкеһен ҡабыҙҙы.

– Һөйләүе ауыр, брат... Операцияла, беләһең, ҡамауға эләктек. Боевиктар ҡоралдарҙы алды. Теҙеп ҡуйҙы. Мәсхәрәләй башланы... – Инсаф, уртын сәйнәп, тынып ҡалды. Уны бер кем дә ашыҡтырманы, тыныс ҡына көттө. – Шунан... Иң тәүҙә... Степаны.. Унан... Валераны... Унан... Хөсәйенде... язаланылар... юҡ... һөйләй алмайым...

Байрас шым ғына уға тарта башлаған тәмәкеһен һуҙҙы, Инсаф быны күрмәне.

– Кәнистр менән бензин килтерҙеләр. Үлгәндәрҙе өйә башланылар. Шунан... сират миңә етте...

– Ағай, һөйләмә лә ҡуй. Ҡыйын булһа. Тереһең бит. Шул еткән... – Камилә ипләп кенә Инсафтың арҡаһынан һөйҙө.

– Берәүһе муйындан жетонды йолҡоп алып ырғытты. Белгән генә доғаларымды уҡый башланым. Анһат үлем теләп. Тегеләр бер-береһенә ҡарашып алды. Олорағы килеп, нимәлер әйтте. Теле башҡа булһа ла, миңә: «Ҡайт, мосолман. Әсәйең көтә», – тип ишетелде. «Беги!» – тине шунан. Анһат үлем шулай булалыр. Язаламаҫтар, арттан атыр ҙа ҡуйырҙар, тип йән көсөмә йүгерҙем. Атманылар. Әйләнеп ҡарағанда, ағастар араһынан ҡуйы төтөн күтәрелгәйне...

– Ғүмерең булған, балам. Аллам шуға ҡотҡарған. – Вәсилә «Шулай ҙа инде?» тигәндәй, Миңлеханға ҡарап ҡуйҙы.

– Шулай инде! Ғүмерең бөтһә, тигеҙ ерҙә абынып та йән бирә кеше.

– Мда... – Байрас тәмәке ҡабын асты ла, кире ябып, кеҫәһенә тыҡты. -Мда.

– Йүгерҙем дә йүгерҙем инде. Эләгә-тәгәрәй. Ҡайҙа барғанымды белмәй. Шунан атыш тауыштарын ишеттем. Шунда саптым. Йә теге яҡта, йә был яҡта барыбер беҙҙекеләр булыр, тип. Ҡараһам, танк эҙҙәре. Ҡырҙараҡ – БМП-лар... Минең яҡҡа килгәненең ҡаршыһына сыҡтым. Автомат тоҫҡап, бер һалдат «Кто такой!» тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ күҙ алдында ут балҡыны. Ҡалғанын белмәйем. Эргәлә снаряд шартлаған. Ҡаты яраланғанмын. Реанимацияла ятҡанмын... госпиталдә... Бына шулай.

– Шулай икән... – Байрас тағы ла тәмәке тоҡандырҙы.

– Ныҡ ҡыйын миңә... – Инсаф, теше-тешкә теймәй, ҡапыл ҡалтырай башланы. Камилә, кофтаһын сисеп, уның арҡаһына япты. – Степа өсөн, Валера өсөн, Хөсәйен өсөн... рота өсөн... Улар үлде. Мин иҫән.

– Миңә лә ҡыйын. Ныҡ ҡыйын. Бер эҙҙән генә бара инек. Тарлауыҡта. Минаға баҫмаҫҡа. Шартланы шул... егеттәр... алдағылар ҡырылды... ә мин...

Инсаф Байрасты ҡосаҡлап алды.

– Иҫән ҡалдым. – Байрас ошо мәл үкһеп, үкереп иларға тейеш һымаҡ ине. Ләкин ул, тештәрен ҡыҫып, йоҙроғо менән һикәлтәне генә төйҙө.

– Нимәһе ҡыйын уның! Вәсилә апай әйтте лә инде – ғүмерең булған! – Һикәлтәнән һикереп төшөп, ҡаршыларына баҫҡан Камиләнең еҙ сәсенә байып барған ҡояштан ут тоҡанғандай тойолдо. Быны күргән Байрастың йөрәгенә йылы йүгерҙе. Берсә һөйкөмлө, һипкелле ҡыҙға, берсә эргәһендәге тере дуҫына ҡарап, йылмайҙы. Улар бит тере! Тормош дауам итә! Улар бергә! Мәңге бергә!

– Камилә, – тине шунан. – Бер йыр беләһеңме?

– Әәә, Инсаф ағайым әйткәйне шул... Чечняла, ял мәлдәрендә, йырлағанһығыҙ.

– Йырла әле...

– Әйҙә өйгә инеп йырлағыҙ. Ҡыҙыл эңерҙә тышта ултырмағыҙ, – тип Вәсилә менән Миңлехан ғәҙәттәге эштәренә тотоноп китһә лә, йәштәрҙең ҡыбырҙағыһы килмәне. Ошо урындан ҡуҙғалһалар, бер-береһен тағы ла юғалтырҙар кеүек ине.

Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап,

Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс, – тип әкрен генә һуҙҙы Инсаф.

Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап,

Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс, – тип ҡушылды уға Байрас.

Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк һыҡрап яна,

Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс...

Камилә егеттәрҙең йырына ҡушылманы. Белмәгәнгә түгел. Юҡ, белә ул, көйөн дә, һүҙҙәрен дә. Өндәшмәй генә тыңланы. Күңел төпкөлөнән һыҙылып, һығылып сыҡҡан моң киске ел менән йыраҡҡа-йыраҡҡа осто. Бәлки, Чечняла ятып ҡалған дуҫтары эргәһенәлер?

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

Читайте нас