ҺИҢӘ ТАБЫНАМЫН, МӨХӘББӘТ!

Эссе

Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй йүгерәм дә йүгерәм. Ҡолаҡтарымда шыйлаған әсе ел дә артта ҡалды. Офоҡтан офоҡҡа йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ ялан күңелдәге болоҡһоуҙы уғата көсәйтеп ебәрә, ҡылғандарҙың аҡ диңгеҙе башты әйләндерә, зәңгәр күк ҡапыл өҫтөмә ауғандай тойола башлай. Ҡайҙа һеҙ, кешеләр?! Ҡайҙа-а-а?! Ни өсөн мин япа-яңғыҙ тороп ҡалғанмын һуң?! Ярылып барған йөрәгемде усым менән ҡаплайым, әйтерһең дә, сей яранан һулҡылдап аҡҡан ҡанды туҡтатырға маташам. Кешеләр!..

Шыбыр тиргә төшөп, үҙ тауышыма уянып китәм. Төштә ярһып ҡысҡырған кеүек булһам да, баҡтиһәң, тамаҡтан өндәр ҡыҫылып ҡына сыға, имеш. Ә йөрәкте, ысынлап та, матҡып услағанмын, уның дөп-дөп һуғыуы мейемә барып бәрелеп, ҡолаҡтарға тарала. Ярай әле төш кенә! Алай ҙа төш... Бындай ҡот осҡос яңғыҙлыҡ тойғоһон өндә кисереүҙән Хоҙай һаҡлаһын. Хоҙай һаҡлаһын. Хоҙай һаҡлаһын...

Әммә был ҡурҡыныс тойғо йәһәт кенә ташлап китергә ашыҡмай мине. Пәрҙәне күтәрәм. Төн булыуға ҡарамаҫтан, ҡала йыһанға үҙенең йөҙәрләгән, меңәрләгән ут-күҙҙәре менән баға. Нисә кеше йәшәй һиндә, Өфөм? Миллионлыҡ һыҙығын да күптән аша атланың бит инде. Әйтеүе генә анһат, миллиондан ашыу! Һәм ошо хәтлем халыҡ араһында... Тәүбә... Башҡынамды ҡайҙа барып терәйем? Кем күкрәгенә һыйынып, хәлгенәмде аңлатайым? Әхлаҡ темаһына өгөт-нәсихәт уҡымай ғына, кем башымдан һыйпап йыуатыр һуң мине? Кем аңлар?

...Был минең бәләкәй генә донъям. Бәғзе мәлдә ул миңә тынсыу һәм тар була, йәһәтерәк иреккә сыҡҡым, саф һауаны күкрәк тултырып һулағым килә. Бар көсөмә тибеп ебәрәм, әйтерһең, шул рәүешле мине сикләп торған донъяны киңәйтергә маташыуым. Ҡолағыма яғымлы ғына ауаз килеп бәрелә: «Еңмешем, ниңә улай тибешәһең?» Шымып ҡалам. Ярһыма, ярһыма, сабыр ит, юғиһә һине тыуасаҡ донъяң менән бәйләп торған еп өҙөлөр ҙә, йәнең тағы билдәһеҙлеккә, сикһеҙлеккә ашыр. Еңмешләнмә. Тибешмә. Үҙеңде уратҡан мөхит нисек кенә тар тойолмаһын, уға яраҡлашырға тырыш. Ваҡытлыса күп нәмәгә түҙергә мөмкин. Саманан ғына ашмаһын. Саманан ашһа, татлы ризыҡ та бүктерә, танһыҡ һүҙ ҙә ялҡыта. Хәйер, минең үҙемде йылы һүҙ бер ваҡытта ла ялҡытманы. Киреһенсә, һәр саҡ уға әллә ниндәй аңлайышһыҙ мохтажлыҡ кисерҙем. Бер ауыҙ йылы һүҙ хаҡына тау-таш аҡтарырға әҙер мәлдәрем дә аҙ булманы. Үҙем гел генә телем менән башҡаларҙы рәнйетеүҙән ҡурҡтым. Хатта йәнемде нәфрәт ғазабы меңгә телгеләгәндә лә... Дошманымдың боҙло һүҙҙәре генә түгел, тос йоҙроҡтары башыма бәрелгән минуттарҙа ла уның күңелен аяным: шәхесен кәмһетерҙәй һүҙ әйтеүҙән тыйылдым. Бының өсөн миңә туҡмаҡ тағы ла йышыраҡ яуҙы. Әсе һүҙҙәр күберәк өйөлдө...

Һәм бөгөн тағы ла мине аямаған яҡты донъяға килергә йыйынам. Мине туйҙырмаған, танһыҡ донъяға. Хәүеф һәм ғазап-хәсрәт, әшәкелек һәм яуызлыҡ һағалап ҡына торған донъяла мөхәббәткә лә урын бар бит әле! Ә мин мөхәббәтһеҙ йәшәй алмайым. Шуға ла мине иң ҡурҡытҡан хис – яңғыҙлыҡ хисе. Әҙәм балаһы яңғыҙ булырға тейеш түгел, был юғарынан шулай ҡушылған. Һәм уны кем дә булһа яратырға тейеш, юғиһә йән эйәһе, ярға ырғытылған сабаҡ ише, тонсоғоп һәләк була йәки, күбәләк кеүек, йылылыҡ эҙләп, утта ҡанаттарын көйҙөрә. Был ерҙән биҙмәүем дә шунандыр минең: бында һине кем дә булһа ярата, ә унда, юғары рухтар, әруахтар донъяһында барыһы ла тигеҙ, тыныс һәм йән бер ниндәй ҙә йәлләү-ҡыҙғаныуға, һөйөү-наҙға мохтаж түгел. Бына бит әле лә инәйем йомшаҡ ҡулдары менән башымдан һыйпап ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, ул үҙенең һут-түлгә тулышҡан эсен һыйпайым тип уйланы. Мин кинәнестән күҙҙәремде йомоп алдым: рәхә-ә-әт! Ҡулдары наҙлы, йылы әсәкәйемдең. Ҡыҙғаныс, һуңынан ул минең туҙған сәстәремә бик-бик һирәк ҡағыласаҡ, унда ла мин йоҡлаған ваҡытта ғына. Һәм мин ғүмер буйы уның иркәләүенә һыуһап йәшәйәсәкмен. Күп йылдарҙан һуң, һулышымды йөрәк өйәнәге быуып алғас, устары менән туңған аяҡтарымды йылытырға маташҡан минутта ошо ғәзиздәрҙән-ғәзиз ҡулдарҙың үҙ тәнемдән оҙағыраҡ айырылмауын ялбарып, табиптың йәһәт килеп етеүенә тотҡарлыҡ теләйәсәкмен. Хатта ғүмеремә ҡурҡыныс янағанда ла... Был инде миңә Мөхәббәттең хатта үлемдән дә көслө булыуын аңғартты. Ерҙең аҫтын-өҫтөн аҡман-тоҡман бурандары аҡтарған елле-дауыллы таңда яҡты донъяға ауаз бирҙем: Һаумы! Әҙәм балаһының тыуған көнө уның артабанғы яҙмышына йоғонто яһайҙыр, тием. Тормошом буранлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы булды. Йөрәгемдә һәр саҡ ҡыш һалҡыны менән яҙ сыуағы көрәште; аяҡ аҫтында гел генә бына-бына уйылып төшөргә әҙер боҙ булды, тайып йығылған мәлдәремдә ул мине үҙенең төпһөҙ упҡыны менән ҡурҡытты, ләкин йәшәүгә мөхәббәт сикһеҙ ине, шул Мөхәббәт мине тартып торғоҙҙо, тағы ла зәңгәр күктәргә ашырға ярҙам итте. Әйткәндәй, мин ҡанатһыҙ осоп йәшәгәнмен икән – ярғысланған табандарым был гонаһлы ерҙе байтаҡ төйгөсләгәс, инде сикәләрем осһоҙ-ҡырыйһыҙ уй-һағыштан ағарып сыҡҡас, ябай ғына бер кеше шул һүҙҙәре менән айнытып ебәрҙе: «Һин бит ҡанатһыҙ осоп йәшәнең!» Баҫалҡы ғына ауыл ағайының ауыҙынан сыҡҡан әсе хәҡиҡәттән шаңҡып ҡалдым. Ә мин ҡанаттарымдың үҙем донъяға килмәҫ борон уҡ көйрәп юҡҡа сыҡҡанын белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, имеш... Шулай, ҡарлы-буранлы аҡман-тоҡман алып килде мине Ергә, алып килде лә өтәләнешеп йөрөгән ике кендек әбейенең ҡулына тапшырҙы: уларҙың береһе керпектәрен күтәреп ҡарарға ҡыймаған баҫалҡы холоҡло, әммә уйын-көлкөгә әүәҫ инәй булһа, икенсеһе баҫҡан урынында ут сәсрәткән үткер, ҡыйыу ине. Ә инде ике кендек инәйемде берләштергән уртаҡ һыҙат: һәр ҡайһыһы эшкә тилбер, сәсән булды. Инәйҙәремдең ыңғай сифаттарын бик алып бармаһам да, кире яҡтарын, күрәһең, оҫта үҙләштергәнмен, сөнки бала саҡта ниндәй генә эш боҙһам да, йәиһә холҡомдоң, дөрөҫөрәге, холоҡһоҙлоғомдоң берәй сөйө (йөйө) килеп сыҡһа ла, «Мәхмүзә әбей» йә «Сәғиҙә әбей» тип ирештерер булдылар. Миңә ҡалһа, үҙем берсә уҫал, берсә йомшаҡ инәйҙәремде берҙәй ярата инем. Ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын уларҙың!

Был донъяға яр һалып өлгөрмәнем, ҡаным буйлап ғәжәйеп йылы, яғымлы тулҡын үтте. Ул тулҡын йомшаҡтан-йомшаҡ ҡулдарҙан ғына түгел, аяҙ күктән, зәп-зәңгәр күҙҙәрҙән ағыла ине. Ҡулдар мине йөрәге тапҡырына баҫты, күҙҙәр һөйөп-яратып баҡты. Ошо минуттан башлап мин иң ауыр мәлдәремдә башымды өләсәйем күкрәгенә терәр, аҙашҡан миҙгелдәремдә өләсәйем ҡарашынан яуап эҙләр булып киттем. Аҡтан-аҡ күңелле өләсәйем... Уны белгән-күргән кешенең һәр ҡайһыһында һоҡланыу, табыныу уятҡан өләсәйем... 87 йәшендә уның донъялыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеүе ҡыҙы – әсәйем һәм минең өсөн генә түгел, минең балаларым өсөн дә ауырҙарҙан-ауыр юғалтыу буласаҡ. Һуңғы минутына тиклем хәтерен һәм аҡылын теүәл һаҡлай алған әүлиә өләсәйем, бөтәһенә лә васыят һүҙен әйтеп бөткәс, миңә генә оло сер асасаҡ, һуңғы мәртәбә зәңгәр күҙҙәрен тултырып ҡарап, сикһеҙ ауыр булыр инде һиңә, балам, был ерҙә һин бер үҙең, тиәсәк. Был минең әҙәм аҡылына ла, кешеләр йәмғиәтенә лә һыймаған холоҡ-фиғелемә генә түгел, бәлки, мәңгелек Мөхәббәткә, наҙға, аңлауға мохтаж йәнемдең күрәсәк ғазаптарына ла ишаралыр...

Бер-беребеҙгә ҡаршы йүгерәбеҙ. Ә аралар яҡынаймай, һаман алыҫая ғына бара. Мин, уның юғалыуынан ҡотом осоп, асырғанып исемен ҡысҡырам. Бер генә миҙгелгә бер-беребеҙгә яҡынайып, йөҙгә-йөҙ киләбеҙ, ләкин шул саҡ Ер уртаға ярылып китә һәм икебеҙ ике яҡта ҡалабыҙ. Ул – миңә, мин уға йән көсөнә ынтылабыҙ, әммә урталағы ҡара упҡындың ҡот осмалы ҡотһоҙ ҡиәфәтен күреп, туҡтап ҡалабыҙ... Төнгө ҡараңғылыҡты икебеҙҙең исем яңғырата, улда минең исемде ҡысҡыра, имеш. Ҡапыл ул мине һығып ҡосаҡлап ала: «Китмә! Китмә! Мин һинһеҙ үләм!» Тынып торғандан һуң: «Ниндәй ҡурҡыныс төш!» – тип ҡуя һәм үҙе күргән төштө һөйләй башлай. Икебеҙҙең дә бер үк төрлө һаташыуҙы аңлағас, хайран ҡалыуҙан, аптырауҙан бер һүҙ ҙә өндәшә алмай ятам. Хәйерлегә булһын... Кинәт кенә ул мине ныҡ итеп этәреп ебәрә: «Ә-ә-ә, мин беләм, һин мине тиң күрмәйһең! Һин икенсе кешене уйлайһың! Моғайын, мин армияла саҡта тоғро ғына булмағанһыңдыр әле!..» Минең ғәйебем юҡ. Һине генә яраттым. Тоғро булдым, һин бит тәүге кешем минең, үҙең дә беләһең бит! Ниңә мине рәнйетәһең?.. Мин шулай уйлайым ғына. Әйтер һүҙҙәрем тамағым төбөнә ҡаты төйөр булып ултыра ла тын алырға ла ирек бирмәй. Күҙҙәрем йәшкә тула. «Ә-ә-ә, һин уны уйлап илап ятаһыңмы! Мин хәҙер...» – Ул тороп китә һәм аш бүлмәһендә ҡыштыр-ҡыштыр ниҙер эҙләй башлай. Кем икән һуң көнләшкән әҙәме?.. Йоҡо бөттө былай булғас. Тауышҡа бер айлыҡ ҡына ҡыҙым уяна, сабыйымды эргәмә алып имсәк ҡаптырам. Йәнем әрнеүе балама күсә, буғай, күҙҙәрен ҙур асып, сабый миңә текәлә. Ул арала ирем бысаҡ тотоп килеп сыға һәм үткер осон үңәсемә терәй: «Әйт, кем ул?! Әйтмәһәң – һуям хәҙер!» Айлыҡ ҡына сабыйымдың йөҙөнә ҡурҡыу сыға, инде ул имсәк тә иммәй, иламай ҙа – ҡатып ҡала.

– Бала хаҡына... Зинһар...

– Ә-ә! Бала! Моғайын, уның балаһылыр әле! Миңә армияла әйттеләр, һинең балаң булмай, тинеләр!

Тормошҡа сыҡҡас, оҙаҡ ҡына балаға уҙа алманым. Шул саҡтарҙа бит: «Һин бала табырға ла эшкинмәйһең!» – тип кәмһеттең. Хәҙер килеп... Һин бит минең берҙән-бер кешем – үҙең дә беләһең!.. Тик мин өндәшә алмайым, бары сикәләрем буйлап күҙ йәштәре генә аға.

Таңға тиклем бысаҡ минең муйындан алынмай, таңға тиклем сабыйым керпек тә ҡаҡмай төн үткәрә. Иртәгәһенә ул алдыма теҙләнә: «Ғәфү ит мине! Ниңә мин шулай алйот икән?! Ғәфү ит!» Ул миңә шул тиклем йәл, әммә күңелемдәге бушлыҡ тағы ни ҙә булһа әйтергә ирек бирмәй. «Мин яратам һине! Шуға ҡыҙғанам!» – Уның һүҙҙәре мейемә һүлпән генә барып бәрелә лә... Яраталыр. Шуға көнләшәлер. Ә яратҡан кеше миһырбанлы булырға тейеш түгелме ни? Ә ул, бәлки, мине үтә ныҡ яраталыр? Ә мин яратмайыммы ни?.. Оҙон ике йыл ярым дауам итә беҙҙең балта-бысаҡ-бау «уйыны». Хәҙер уйлап ҡуям: беҙҙең бәхетте дүрт «б» емергән – балта, бысаҡ, бау, бисәләр. Һуңғылары аҙна һайын тиерлек алышына, ул береһе менән дә бик оҙаҡ «йөрөй» алмай, сираттағы бисәне ташлар алдынан минең алда шыуышып йөрөп ғәфү үтенә. Шулай ҙа оҙағыраҡ бәйләнгән өс бисәһе булған икән, һуңынан икәүһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында ла йәшәп маташты.

Һеҙҙең яланғас тәнегеҙҙә балта һалҡынлығын йә бысаҡ йөҙөн тойоп ҡарағанығыҙ, муйынығыҙға уралған элмәктең һаман ҡыҫыла барғанын татығанығыҙ бармы? Күҙҙәре аларған ирҙән йөрәк ярып сыҡҡан сабыйығыҙҙың ғүмерен ҡурсалап, үҙ теләгегеҙ менән үлергә риза булғанығыҙ? Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ хыянатты бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй күтәргәнегеҙ? Мин ҡыш көндәре йыуан түмәр утынды бысып-ярыу, бала таба торған көнө саҡрым ярымға һыуға йөрөү һәм бөтә йәшәгән дәүерҙә унан бер генә тин дә аҡса һорамау хаҡында әйтмәйем. Ҡыҙым донъяға килгәндең өсөнсө көнөндә мине өйгә ҡайтарһындар өсөн бала табыу йортоноң утын һүндереп, унан ҡотолоу өсөн генә нығынып та етмәгән мине сығарып ебәреүҙәре хаҡында ла, шул уҡ көндө уның мыҫҡыллауҙарынан өҙлөк булып, саҡ үлмәй ҡалыуым хаҡында ла һөйләмәй торам. Һеҙҙең ҡайһығыҙ йылдар буйы үлем ҡурҡынысы аҫтында йәшәй – минең шуны белгем килә. Һәм ул хәүеф бит һуңынан да, тәүге ирем менән айырылышҡас та, ташлап китмәне. Ул хәүеф мине ғүмерем буйына оҙатып барҙы.

– Һин бит юҡҡа ҡурҡаһың, мин һине барыбер үлтермәҫ инем, – тине айырылышҡан көндө ирем. – Ныҡ бул, беҙ ҡасан да булһа бергә буласаҡбыҙ, – тип тә өҫтәне.

Күңелемдән генә: «Аллам һаҡлаһын...» – тип уйланым. Ике ай буйы реанимацияла ятҡан сағымда тәүге Мөхәббәтемде, уны нисек өҙөлөп яратыуымды, уның мине нисек яратыуын түгел, ә бары балта-бысаҡ-бау-бисәләр хаҡында ғына уйларға тырыштым. Ләкин Мөхәббәтем тиҙ генә үлергә ашыҡманы әле, оҙаҡ, бик оҙаҡ яфаланы йәнемде. Әллә күпме йылдар үткәс, уны төшөмдә буралған тәҙрәһеҙ өй эсендә күреп, ҡотом осоп, тыуған яҡтарыма ашығыс юл тоттом. Уның иҫән-һау ғына йәшәп ятҡанлығын белгәс, тынысланып, кире боролдом. Әлбиттә, ул был хаҡта бер ни ҙә белмәне.

Йөрәгемде уға нимә бәйләне икән? Беҙ бит икебеҙ ике донъя кешеһе булғанбыҙ. Бер ниндәй уртаҡ ҡыҙыҡһыныу, фекер, ҡараш юҡ, уны, ғөмүмән, китап та, кино, театр ҙа, эш тә, донъя көтөү ҙә ҡыҙыҡһындырмай ине. Түшәк, тиерһегеҙ. Бына бында инде айырыуса яңылышаһығыҙ. Эйе, уға бисәләр кәрәк ине, мин иһә был йәһәттән күҙе асылмаған бесәй балаһы ише булдым. Һуңғараҡ хатта уның ҡыланыштарының сәбәбен шунан күреп тә маташтым. Бары тик минең икенсе, өсөнсө, дүртенсе яңылышыуым ғына сәбәптең бөтөнләй башҡа нәмәлә булыуын иҫкәртте... Был хаҡта инде бүтән ваҡытта...

Мин йүгерәм. Ләкин был юлы йөрәгемде яңғыҙлыҡ түгел, ә хәүеф тойғоһо яндыра. Арттан нимәлер ҡыуа, бына-бына ул, оҙон, ҡурҡыныс ҡулдарын һоноп, мине тотоп алыр һымаҡ. Юҡ, миңә ҡурҡыуымды еңергә, уға боролоп ҡарарға кәрәк, бәлки, һис бер ғәйепһеҙ ҡарашым уны туҡтатыр. Ләкин йөҙөн һаҡал баҫҡан имәнес әҙәм миңә төбәп бысаҡ ташлай. Бысаҡ инде күкрәгемә генә ҡаҙалды тигәндә, ҡапыл аяҡтарым ерҙән айырыла һәм мин һауаға күтәреләм. Йөнтәҫ бәндә, йоҙроҡтарын төйнәп, ниҙер ҡысҡыра, ә мин, тәнемдә ғәжәйеп бер еңеллек тойоп, осам да осам...

Хәтерендәме, һин мине ҡулдарыңа алып, Олотауҙың иң бейек түбәһенә күтәрелдең? Май аҙағы ине. Һауа муйыл һәм алмағастар сәскәһенән шулай иҫерткес инеме икән? Әллә күктә емелдәшкән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар башты әйләндерәләр инеме?

– Ғүмерем буйы һине ошолай күтәреп барырға ризамын, – тинең, мине күкрәгеңә ҡыҫып.

Ә мин һинең ҡулдарыңдың талыуынан ҡурҡтым... Оҙаҡ, бик оҙаҡ баҫып торҙоҡ тау башында. Йондоҙ атылыуын көтөп, теләк теләнек. Мәңге бергә булырға... Баш осонда балҡыған иң яҡты йондоҙға күрһәтеп: «Әйҙә, ул беҙҙең йондоҙ булһын, бер-беребеҙҙе һағынһаҡ, шуға ҡарарбыҙ», – тип өндәштең. Мин ул йондоҙҙо бөгөн дә күҙәтәм. Нисәмә йылдар уҙһа ла, уның сағыулығы кәмемәгән кеүек, тик йөрәккә генә нуры-йылыһы килеп етмәй. Бәғерем ҡасан шулай ҡатып өлгөрҙө икән һуң? Мине тауҙың иң бейек түбәһенә тиклем күтәреп барырға көс-ҡеүәте еткән ҡулдарың һуңынан, бергә йәшәй башлағас, муйыныма бысаҡ терәгән ҡот осмалы төндәме? Әллә мине генә түгел, балаңды ла йәлләмәйенсә, шул ҡулдарыңа балта алған көндәме? Ике-өс айлыҡ ҡына сабыйыбыҙ ятҡан сәңгелдәкте сөйөнән йолҡоп алып, иҙәнгә атып бәргән шыҡһыҙ кистәме? Бәхетемә, ҡыҙыҡайымды бер нисә секунд ҡына алдараҡ бишектән алып өлгөрҙөм... Бәлки, ҡосағында ят бер бисәне күргән минутталыр?.. Нисек кенә булмаһын, Мөхәббәтебеҙҙе мин тереләй күмдем. Уның әҙ-әҙләп, әкренләп үлеүен көтөрлөк, күҙәтерлек көсөм юҡ ине. Әгәр ул беҙҙең ҡосаҡта үлһә, мин һыныр инем һәм ҡабат терелә алмаҫ инем. Ә былай... бөтә булған ихтыяр көсөмдө тупланым да... Эҙҙәремә төштөң, юлдарыма сыҡтың, ғәфү үтендең, һөйөүеңдең ғүмере һүрелмәҫ булыуы хаҡында ғәләмгә хәбәр тараттың... Шул уҡ ваҡытта нәфсеңде лә, холҡоңдо ла тыя алманың, минән һуң да бүтәндәргә шундай уҡ уҫал, аяуһыҙ булып ҡалдың. Йәшен бөтә йыһанды тетрәткән, ҡойма ямғыр ағастарҙы ергә эйгән ҡап-ҡара, юҡ, төнө ҡара булһа ла, ялт та йолт уйнаған күк ҡылысынан күҙҙәр сағыла ине, эйе, шундайын да хәүефле бер төндә икәүләшеп күмелгән һөйөүебеҙҙе ҡаҙып алып, уға йән өрөргә маташтыҡ бер мәл. Мин, үҙем ҡылған гонаһтан үҙем ҡурҡып, бар белгән доғамды күңелемдән ҡабатлаған был мәлдә, һин:

– Бер ҡасан да атмаһын таң, мин ул таңдың атыуын теләмәйем! Һине ҡабат юғалта алмайым, атмаһын таң! Икебеҙҙе лә йәшен атһа, яҡшыраҡ булыр ине! – тип, үкһеп-үкһеп иланың.

Ә мин, өйҙә ҡалған ҡыҙыбыҙҙы хәтерләп: «Йә Аллам! Гонаһымды сабыйым хаҡына ярлыҡа, мин бит уны һаман яратам, бары яратыуым арҡаһында ошо хәлгә...» – тип ҡабатланым.

Таң атты. Йәшен үтте. Төнгө дауыл хатта ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп алып ырғытҡан ине. Өйгә инергә ҡурҡып торҙом әсәйемдән. Төндә ҡайҙа йөрөнөм тип әйтермен? Ни тип аңлатырмын үҙемдең был йәмһеҙ ҡылығымды? Элекке ирем менән осраштыҡ, Мөхәббәткә йән өрөргә маташтыҡ, тик ул терелмәне, тиемме? Әллә, терелһә лә, йәшәрлек көс-кәре ҡалмаған, тип әйтәйемме?.. Был һинең менән минең ярыҡ ғаилә көршәген берҙән-бер тапҡыр ялғап маташыуыбыҙ ҙа булды, шикелле. Хәйер, һин тағы бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та аҙым яһаның һуңынан. Уны тотош ауыл онотҡансы мәрәкә итеп һөйләне. Тик минең өсөн генә мәрәкә түгел ине был хәл. Ғәрлегемдән тәгәрәп ятып иланым. Алда әле ғәрләнер минуттарымдың бихисап булырын белмәй инем шул. Икенсегә тормошҡа сыҡҡас, һин мине иремдән ике йөҙ һумға һатып алырға һүҙ ҡуйышҡанһың, имеш. Шул аҡсаға икегеҙ аҙна буйы эсеп ятҡанһығыҙ. Берегеҙ – һатҡан, икенсегеҙ – имеш, һатып алған. Ул саҡта инде һин минең өсөн күптән сер түгел инең, был ҡылығың да ғәжәпкә һалманы, йәнемде икенсе нәмә тетрәтте: ышанып яҙмышымды тапшырған был кешемдең дә мине һатып ебәрергә әҙер тороуы. «Эске килгәйне лә... Эстек инде, уны нимәгә шулай фажиғәгә әйләндерәһең?» – тип, үҙемде ғәйепләүе икеләтә йәнде ҡыйҙы, һин онотолдоң, зәңгәр томандар артында ҡалдың, тиһәм, үҙемде алдау булыр ине. Һине минән йәшергән томан зәңгәр ҙә түгел, һоро ине, әммә шул ҡара-һоро ҡуйылыҡ аша ла һының күҙ алдында торҙо. Моғайын, был тәбиғиҙер, тормошобоҙҙоң бер генә бите лә, бер генә юлы ла күңел дәфтәренән юйылмайҙыр. Үткәндәр бары тоноҡлана, һүрәнләнә генә төшә. Ләкин шундай ваҡыттар була: кисәге менән бөгөнгө яңылыш килеп бәрелешә, шул бәрелештән тыуған яҡтылыҡ кинәт хәтирәләр көлөн туҙғытып ебәрә һәм, үҙең дә һиҙмәҫтән, әҙәм аптыратырлыҡ аҙым яһап ҡуяһың. Һин дә аҡылға буйһонмаған холҡоң арҡаһында бер саҡ ҙур бәләгә ҡалдың: хөкөмгә тарттырҙылар. Яҙмышың хөкөм ҡарары сығарасаҡ кеше ҡулына ҡалғас, мин бығаса асмаған ишекте астым.

– Ул һеҙгә кем? – тине хөкөмдар.

– Ул – мине тәүҙә күккә күтәреүсе, унан ергә һалып тапаусы... – тип яуапланым.

– Тимәк, ул язаһын алырға тейеш.

– Юҡ, уның мине күккә күтәреүе ергә атып бәреүенә ҡарағанда мең тапҡырға мәртәбәлерәк, – тинем.

Бергә саҡта һин мине һалҡынлыҡта, үҙең әйтмәксе, утын ағасы, түмәр булыуҙа ғәйепләнең. Тик һинең һәр йылы ҡарашыңа, йомшаҡ һүҙеңә нисек мохтаж булыуымды ғына күрмәнең. Наҙҙарың менән мине иретә алырың башыңа ла инеп сыҡманы, һинеңсә, мин ир ҡуйынында ут уйнатҡан дәртле бисә рәүешендә тыуырға тейеш булғанмын, ахыры. Ә шулай ҙа һиңә рәхмәтемдең олоһо бар: юлдарыбыҙ айырылғас та, Мөхәббәтебеҙҙе һин түгел, мин тереләй күмгәс тә, әҙәм алдында ғәйепте миңә ауҙарманың, тотош үҙеңә алдың. Бәлки, шуғалыр, ҡасандыр йәнемде көл яһаған булһаң да, икебеҙҙең уртаҡ йондоҙға һирәк-һаяҡ күҙ һалам: йылыһы килеп етмәһә лә, яҡтыһы бар бит әле уның.

Йәшәй-йәшәй бер нәмәгә төшөндөм: әҙәм балаһының һөйөү-нәфрәте уның үҙ түбәһенән ары китмәй. Һәр ҡайһыбыҙҙың Мөхәббәте бары тик үҙенсә, уның бейеклегендә генә ҡала.

Миңә яманһыу. Юҡ, әлегә мин яңғыҙлыҡты тоймайым, эргәмдә – балам, өләсәйем, әсәйем, яҡындарым. Эшемдә кәрәкле кеше булыуым да күңелгә йыуаныс. Мин ғәйепһеҙ көйө ғәйепле, гонаһһыҙ көйө гонаһлы, шуныһы ҡыйын. Тәүге Мөхәббәтемдән китеүемә ике йыл үтте, ошо осорҙа, теге йәшенле төндә тәүге Мөхәббәтем менән осрашыуҙан тыш, бер генә хилаф аҙым да яһаманым, күңелемә бер генә харам уй ҙа килмәне, әммә өҫтөмә әллә күпме бысраҡ өйөлдө, йөҙөмә бихисап төкөрөк сәселде, күңелемде тормош әшәкелеге йәбешкән аяҡтары менән аяуһыҙ тапанылар, иҙҙеләр. Ә бит донъяла минең өсөн түбәнлеккә лә, аҙғынлыҡҡа ла урын юҡ ине. Бары юғары тойғо – Мөхәббәт кенә ине, уныһы ла тереләй күмелгән...

Ул арала ғашиҡ бер әҙәм гитараһы менән төн йоҡоларымды ҡасыра, ҡыуғанды ла аңламай, тәҙрә төбөндә таң аттыра.

– Өләсәй, һин әйт әле шуға, исем һатып ултырмаһын, китһен, – тип ҡарайым эргәмдәге иң яҡын кешемә.

– Балам, арығанһыңдыр инде, бар ҡайт, – тип, өләсәйем йомшаҡ ҡына тауыш менән егетте «ҡыуа».

Үҙенең эше барып сыҡмағас, егет әллә Троицкиҙан, әллә Силәбенән еҙнәһен эйәртеп килә. Минең ниндәй «таш бәғер» икәнлекте күргән еҙнәһе:

– Тупаҫ башҡорт, минең ҡәйнеште лә һанға һуҡмағас, ғүмер баҡый ир төҫө күрмә! – тип ҡарғап сығып китә.

Ул арала икенсе берәү көн дә хат яҙа. «Мине биләгән бар хыял – бөтә зар-хәсрәттәрҙән арынған, донъялағы иң шат кешем булһаң ине һин! Һине бәхетле итеү өсөн бөтә көсөмдө сарыф итер инем», – ти ул хаттарында. Әммә уның был хыялы бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаясаҡ. Ғүмер-ғүмергә шат түгел, һағышлы булып ҡаласаҡмын... Унһыҙ ғына...

Тик барын һөйләмәй, юғы менән наһырымды ҡырҡа әҙәм балалары. Эштә ҡыйралған ишекте күреп, абруйлы бер түрәнең үҙенән дә абруйлыраҡ бисәһе:

– Ирҙәр алып ҡайтыу өсөн һиңә аулаҡ бер йорт биреп ҡуйғандар, эштән һуң ниңә бында килеп йөрөйһөң?! – тип, бөтәһе алдында йөҙөмдө йырта.

Мин, ғәҙәттәгесә, бер ни аңламайым башта. Ниндәй аулаҡ?! Ниндәй ирҙәр?! Ниндәй ишек?! Ниһайәт, әсәйем менән йәштәш бисәнең әшәке һүҙҙәре мейемә барып етә. Тыныслан, йәнем, ярһыма, ул бит һине лә үҙ үлсәме менән үлсәй... Был хәлгә лә инде сирек быуаттан ашыу ғүмер үткән, ә яраһы йәндә һаман һулҡылдай. Ә хағын-нахағын күтәрер минуттар алда күпме булыр әле!..

Тик, ситһең, тимәм донъяға,

Үҙ ул үҙәк өтөрлөк.

Һағышы ла, хәсрәте лә

Бер үҙемә етерлек...

...Мин ғүмер-ғүмерлеккә балалыҡта ҡалдым аҙашып. Яҡты өмөт-хыялдарымдың, тормоштоң ҡаҡ маңлайына бәрелеп, селпәрәмә килеүе лә, уҫал яҙмыш елдәренең хис-тойғоларымды ҡоротоп, үҙемде ергә ҡуша һуғыуы ла, әсе телдәрҙең әлдән-әле йәнемде яралап, донъялыҡтың бары игелектән генә тормауын аңлата барыуы ла, хаяһыҙ нахаҡ менән аяуһыҙ хыянат та аҡылға ултырта, йәшәйеш асылына ҡайтара алманы, ахыры. Инде ҡайтара алмаҫтыр ҙа инде...

Миңә әле бер йәш тә юҡ. Бәләкәй генә бүлмәлә өсәүбеҙ: әсәйем, атайым һәм мин, оло Мөхәббәттән яралған һап-һары ҡыҙыҡай. Атайым мине алдына ала ла оҙаҡ итеп күҙҙәремә ҡарап тора.

– Ҡара әле, – тип өндәшә ул әсәйемә, – уның күҙҙәре бер ҙә балаларса ҡарамай ҙаһа... Бөтәһен дә аңлаған һымаҡ...

Әлбиттә, аңлайым. Тик был аңлау ғына ғаиләбеҙ өҫтөнә ҡара ҡанаттарын йәйә башлаған хәсрәтте кире бороп ебәрә алмай. Заман дауылы бер төн эсендә тормошобоҙҙо селпәрәмә килтереп, атайымды күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡтарға олаҡтыра, әсәйемде ғүмерлек һағышлы итә, миңә етемлек мөһөрө баҫа.

– Баланың исемен үҙгәрт, – тип кенә әйтергә өлгөрә атайым.

Сатнама һыуыҡ ғинуар иртәһендә әсәкәйем мине бәләкәй санаға урап һалды ла алыҫ юлға сыҡты. Иҫәндән Юлдашҡа ҡарап. Ата-әсәһендә иркәләнеп кенә үҫкән, заманына күрә башҡаларҙан һәр саҡ матурыраҡ һәм бөтөнөрәк кейенгән әсәйем – олатайым менән өләсәйемдең яңғыҙ ҡыҙы – был юлы аяҡтарына табаны ҡубып төшөргә торған тишек быймалар эләктергән, өҫтөндә – еңел көпө, башында – алама шәл. Бөтә булған кейем-һалымы, ҡаралтыһы ҡайны менән ҡәйнә йортонда тороп ҡалды... Әсәйем сананы һөйрәп атлай ҙа атлай. Был ҡышҡы юлдың осо-ҡырыйы ла булмаҫ кеүек. Буран сығырға уйлай. Инде әсе ел минең кескәй генә юрғанымдан үтеп инеп, сынығып өлгөрмәгән тәнемде өшөтөргә самалай. Ниңә бындай көндә юлға сыҡтың, әсәй?! Икебеҙ ҙә туңабыҙ бит инде!.. Мине фәрештәләр ишетә. Арттан ҡыуып еткән атлы санаға ултырып, Түбәгә «һә» тигәнсә барып етәбеҙ.

– Танышың бармы? Мин ары бармайым.

Беҙҙең бында бер кем дә юҡ. Ул арала мыҡты ғына кәүҙәле бер әбей килеп сығып, беҙҙе үҙенә алып китә. Икебеҙҙе лә йәһәт кенә һәндерәгә мендереп ебәрә, самауыр ҡуя, үҙ алдына нимәлер көйләп йөрөй – эшен башҡарып йөрөй. Йырау Ғәйшә... Изгеләрҙән-изге Ғәйшә инәй... Минең үҫеп еткәнде көтмәй донъя ҡуйҙың. Үҙеңдә беҙҙе аҙна буйы йәшәтеп, үлемдән алып ҡалғаның, алыҫ сәфәргә сабыйы менән әсәне ебәрмәй, йәйәүләп үҙең сығып киткәнең, олатайым менән өләсәйемде эҙләп табып, беҙҙең бәхетһеҙлек хаҡында хәбәр иткәнең өсөн рәхмәтемде әйтергә өлгөрмәнем. Һиңә бөтә Юлдаш ауылы рәхмәт уҡып, өйҙән өйгә ҡунаҡ итеп алып йөрөйҙәр ине әле олатайым менән беҙ ҡайтып төшкәндә. Күп йылдар үткәс, ҡыҙың Зәйтүнә апай мине танып ҡаласаҡ, һәм икәү ҡосаҡлашып, ҡыуаныслы хәсрәт йәштәре түгәсәкбеҙ әле.

Йырау Ғәйшә инәй беҙҙе үлемдән ҡотҡарған көндә йөрәгемдә тотош кешелек донъяһына ҡарата Мөхәббәт яралды..

Йырау Ғәйшә әсәйем менән мине үлемдән ҡотҡарған минутта йәнемдә тотош кешелек донъяһына ҡарата һүнмәҫ-һүрелмәҫ Мөхәббәт уты тоҡанды. Һуңынан яҙмыш мине нисек кенә туҡмамаһын, үҙемә ниндәй генә хыянат кисерергә яҙмаһын, ул Мөхәббәт минән китмәне лә, бөтмәне лә. Ололарҙан-оло был тойғо кешеләргә булған ышанысымды юйырға ирек бирмәне, иңдәремә көс еткеһеҙ ауырлыҡтар ятҡанда һынмаҫҡа, бөгөлмәҫкә ярҙам итте. Ошо уҡ тойғо минең маңлай күҙҙәремде генә түгел, күңел күҙемде томаланы, тормошта яңынан-яңы хаталар яһауға этәргес тә булды. Мин сирле инем. Мөхәббәт сире менән...

Йыш ҡына бер үк төш күрәм. Мин бар донъямды онотоп, хыялыйҙар булып яратам, һөйгәнем хаҡына йәнемде лә ҡыҙғанмаҫ, әгәр кәрәк булһа, уның өсөн үлемгә лә барыр инем, илаһи һөйөү хисе бар булмышымды, йән-тәнемде шул тиклем сорнап алған, инде бынан да көслөрәк Мөхәббәттең булыуы ла мөмкин түгел. Ул – минең өсөн ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, иң яҡын кеше. Бына минең ҡулдарымдан тота, һаҡ ҡына үҙенә табан тарта һәм битен битемә терәй. Ошо минутта мин ғәжәйеп бер тойғо кисерәм, әйтерһең, бар йыһан алһыу-зәңгәр нурға ҡойона һәм шул нурҙар тулҡыны беҙҙе күҙ күреме етмәҫ бейеклеккә алып оса. Ләкин ҡапыл мин эске бер һиҙемләү менән үҙемдең уға кәрәкһеҙ икәнлегемде, әле уның мине ҡосаҡлауы ла, наҙлауы ла бары тик үҙемдең көслө яратыуыма ирекһеҙ әҙәпле бер яуап ҡына икәнлекте тоям һәм уның ҡосағынан атылып сығам да уянып китәм. Йәнем яуапһыҙ Мөхәббәттән оҙаҡ, бик оҙаҡ әрнеп-һыҡрап тора.

...Күпме булды икән тормошомда ошондай миҙгелдәр? Нисә тапҡыр күҙҙәреңә баҡтым һөйөү эҙләп, Мөхәббәт осҡондары урынына һалҡын битарафлыҡ, ә бәғзе мәлдә ни бары нәфсе уты күреп, нисәмә мәртәбә өшөп-туңып, төңөлөп ҡалдым. Әллә һинең өсөн Мөхәббәт түшәктән дә ары китә алмаған тынсыу кисереш йораты ғына инеме? Бәлки, күктән ергә төшә алмаған хыялый бер затҡа хужа булыу өҫтөнлөгө булғандыр? Нисек кенә булмаһын, минең Мөхәббәтем һине лә йондоҙҙар араһына алып осҡайны, үҙең дә һиҙмәҫтән, минең менән бейеклеккә күтәрелеп-күтәрелеп ҡуйҙың һәм һуңынан мәңге унда ҡалалмаҫыңды, ә мине үҙең артынан түбәнгә әйҙәй алмауыңды төшөнгәс, әллә йән асыуыңдан, әллә көсһөҙлөгөңдән мине иҙҙең, кәмһеттең, ҡыйнаның. Аҙға ғына булһа ла мине түбәнһетелгән хәлдә күреү һиңә бер аҙ өҫтөнлөк бирә ине, буғай. Минең күҙ йәштәрем, бәлки, һине туҡтата алыр, ләззәтте мине рәнйетеүҙән түгел, ә ялбарыуымдан, ялыныуымдан татырға мөмкинлек бирер ине, әммә мин барыбер туҡмағанға илап өйрәнә алманым. Аһ! Шул тиклем дә күҙҙәремдең мөлдөрәшкән сағын, күңелемдең даръялай ташҡан мәлен күрергә танһыҡлағас, ниңә сәстәремдән һыйпаманың, йәнем, күкрәгеңә ҡыҫып һөймәнең?! Түгелеп илар инем ҡосағыңда...

Исемең үҙгәрҙе – есемең үҙгәрмәне. Мөнәсәбәтең дә, холоҡ-фиғелең дә, хатта миңә әйткән һүҙҙәрең дә шул көйө ҡалды. Тәүҙә мине көслө ҡулдарыңа күтәреп тауға артылдың, минең менән бергә алыҫ офоҡтарға һоҡланып баҡтың, зәңгәр киңлектәр, ҡояшлы-нурлы көндәр хаҡында хыялландың. Был минуттарҙа һин ысындан да миһырбанлы, кеселекле, изгелекле инең. Мөхәббәттең ғүмерлек, бәхеттең сикһеҙ булыуына һин дә ышана инең бит ошо мәлдәрҙә. Ниңә аҙаҡ сүп-сарҙа ҡаҙындың, тиҙәктә соҡсондоң, эт тиреһен битеңә ҡапланың?! Яғымлы нурҙарҙан ғына туҡылған Мөхәббәт йыһаны тар инеме ни һиңә?

– Таныш бул: был – минең дуҫым, – тинең бер көндө, ят ҡатынға күрһәтеп. Мин уны ҡабул иттем, сөнки ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында ихлас, керһеҙ дуҫлыҡтың булыуына әле лә ышанам. Тик ул ҡатын ғына миңә нисектер үтә сәйер итеп ҡараны, тупаҫ ҡыланды. Аҙаҡ уның һинең һөйәркәң булыуын белдем. Өндәшмәнем, сөнки икегеҙ ҙә миңә сикһеҙ йәл инегеҙ. Кем белә, бәлки, бер-берегеҙҙе яратаһығыҙҙыр. Бәлки, мин ике арала кәртә булып торамдыр, һинең өсөн уның сираттағы уйынсыҡ ҡына икәнлегенә төшөнөү өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк булды. Беҙ айырылышҡас та, һин уға өйләнмәнең. Ә яҙмыш алдында миңә тағы бер һынау тоторға тура килде. Сит-ят ауылға эш менән барып сыҡтым. Мин төбәп барған ағайҙың улы өйләнә икән, аңғармаҫтан туй өҫтөнә барып индем. Ҡунаҡтар йыйылып өлгөрмәгән, өҫтәлдәр әҙер. Ап-аҡ күлдәк кейгән, сафлыҡ билгеһе – аҡ япма бөркәнгән кәләш минең алда бөтөрөлөп йөрөй башланы. Ваҡытһыҙ мәлгә тура килгәнемә үкенеп, сығып китергә теләнем – сығарманылар, һый ҡуйылды, шарап астылар.

– Бәхетле булығыҙ, – тинем йәштәргә һәм, ниһайәт, икеһенә күтәрелеп ҡараным.

Юҡ, кәләштең таныш йөҙө түгел, ҡурҡынған күҙҙәре мине аптыратты тәүҙә. Ул минең көндәш ине. Дөрөҫөрәге, күп һанлы көндәштәремдең береһе. Ҡасандыр һинең артыңдан күсеп килеп, ғаилә именлегенә таяҡ күтәреп маташҡан бисә. Әле, күп йылдарҙан һуң, мин уның хаҡында ошо рәүешле бер аҙ йәмһеҙерәк итеп өндәшергә баҙнат итәм. Ә ул саҡта йәлләнем. Йылмайҙым. Һәм тағы ла, бәхетле булығыҙ, тип ҡабатланым. Ике йөҙлөләнмәнем, ҡыланманым, ихлас теләнем бәхетте. Берәүгә өндәшмәнем. Һуңынан үкенмәнем дә. Әммә йылдар уҙғас, тағы ла осраҡлы рәүештә бер ауылда йәшәү «бәхете» тейҙе. Ярҙамсыл, һәйбәт кешеләр урата ине мине. Улар – миңә, мин уларға тиҙ өйрәндек. Тик күңелде ҡырғаны – элекке көндәштең минең хаҡтағы нахаҡ һүҙҙәре булды. Ғәжәп, мин уның менән түгел, ул минең менән булашты. Мин иһә был ҡатын тураһында бөтөнләй онотоп бөткәйнем. Нәфрәт тә (хәйер, ҡасан да булһа ул миндә булдымы икән?), үпкә-асыу ҙа юҡ ине күңелемдә. Өндәшмәй генә йөрөһә лә булыр ине лә бит...

...Миңә ун алты йәш. Ураҙа бөтөп, ҡәҙер кисәһе асылыр мәл еткән. Сатнама һыуыҡ ҡышҡы төн. Ауылым урамы буйлап атлайым. Ҡапыл, ҡараңғы төн шаршауын ҡайырып асып, мине сағыу яҡтылыҡ уратып ала. Яҡтылыҡ бағанаһы минең тирәләй түңәрәк яһап, күккә олғаша. Ғәжәпләнеүҙән дә, һоҡланыуҙан да туҡтап ҡалам. Ҡурҡып өлгөрмәйем. Ләкин был хәлде ситтән күҙәткән дуҫтарымдың ҡоттары оса. Улар уйынса, мин шул мәлдә йә янып көлгә әйләнергә, йә күккә олғашырға тейеш булғанмын. Күпмелер ваҡыт яҡтылыҡ мине үҙенең сихри ҡыҫымында тота һәм, әкренләп минән айырылып, юғарыға үрләй...

– Теләк теләп өлгөрмәгәнһең, һис бер ваҡыт берәүгә лә рәнйемәҫкә тырыш, –тине әүлиә өләсәйем һуңынан.

Рәнйемәҫкә тырыштым – рәнйенем. Үпкә һаҡламаҫҡа, барыһын да кисерергә маташтым – кисерә алманым. Асыу-нәфрәт миңә ситен булды, һис бер ҡасан үҙемә этлек ҡылғанға аламалыҡ эшләмәнем, ләкин күңелем ҡалған әҙәм менән ҡабат аралашып китә алманым. Көсһөҙ бер йән эйәһе генә инем шул мин. Әүлиә лә, фәрештә лә түгел. Минән асылыу көткән икенсе ирем битарафлыҡта, һалҡынлыҡта ғәйепләне, мин иһә уның көндөҙгө ҡылыҡтарын онотоп, ҡосағына атыла, наҙ-иркә бүләк итә алманым. Рәнйетмә мине көндөҙ, ҡаты һүҙ ҡатма, ҡул күтәрмә, тинем, ялбарып. Ул шарҡылдап көлдө. «Рәнйетһәм нишләрһең?! Ҡайҙа бараһың һин хәҙер? Кем һин?! Ила, һин илағанда миңә рәхәт!» – тине. Иламаным. «Рәнйетһәң – китәм!» – тинем. «Китәһең?! Әбрәкәй артынамы?!» «Терпе түгел, төлкө бул, – тип өйрәтте мине ҡыҙы кеүек яҡын күргән ҡәйнәм. – Ул ҡаты бәғерле, төлкө булып ҡына ярай алырһың». Төлкө булырға маташтым – барып сыҡманы. Ипле генә йөрөүемде, яғымлы ғына өндәшеүемде күргән ир: «Ниңә юхаланаһың? Әллә берәй ғәйебең бармы?» – тип күңелемде ҡыйҙы. Юҡ, мин уға ла битараф түгел инем. Мәле-мәле менән йөрәгемде шундайын да наҙлы, йылы тойғо килтереп ҡыҫа, нишләргә лә белмәйем, уның күкрәгенә һыйынғым, сәстәренән һыйпағым, матур һүҙҙәр өндәшкем килә. Бер көн шулай эштән ҡайтып индем. Ул диванда ята. Һаҡ ҡына эргәһенә барҙым. Ҡулдарым менән сәстәренә ҡағылдым. Уның һикереп тороп мине ҡаты итеп этәреп ебәреүе: «Теймә миңә! Башҡаса минең сәскә ҡағылаһы булма!» – тип ҡысҡырыуы бар булған күңел елкенеүҙәремде көл итте. Ғаиләбеҙ ҡояшы байыр алдынан, инде минең түҙем-тәҡәтем ҡороғас, ниндәйҙер минутлыҡ йылы тулҡын шауҡымында тағы уның сәстәренә һоноласаҡ дерелдәгән ҡулдарым. Ул тағы ла һикереп торасаҡ... һәм сикһеҙ өмөт менән минең күҙҙәремә бағасаҡ: бәлки, әле ҡайтарырға мөмкиндер Мөхәббәтте?! Бәлки, әле һуң түгелдер?!

Мин уға рәнйемәҫкә тырышам. Үлгәндәргә рәнйемәйҙәр. Хәйер, иҫән сағында уҡ кисергәйнем инде мин уны. Хатта өләсәйем, ике балам, ире менән дуҫым алдында мине һис бер ғәйепһеҙгә иҙеп туҡмап, һуңынан өҫтөмә бысраҡ нахаҡ өйөүен дә ғәфү иткәйнем. Уның ҡулдарында йөҙ үлеп, йөҙ терелеүемде лә онотҡайным. Унан киткәс. Әгәр китмәһәм, ғәфү итә алмаҫ инем. Үҙемде юғалтыр инем. Балаларым күңелен ғәрипләр инем. Юлдар айырылып, ун йыл үткәс, шылтыратты: «Аҙна инде ас ултырам, кил», – тине. Мөхәббәт тә, ихтирам да түгел, йәлләү тойғоһо алып китте мине. Уның урынында ете ят берәү булһа ла, ошо уҡ аҙымды яһар инем. Кибеткә барып аҙыҡ-түлек алдым. Барҙым. Керҙәрен сайҡап элдем, иҙәнен, һауыт-һабаһын йыуҙым. Тамағына ашаттым. Гүйә, ул минең айырылған ирем түгел, ә ярҙамға мохтаж сирле туғаным. Көн дә барыр, уны тәрбиәләр булып киттем. Уның күҙҙәренә ҡабат нур ҡайтыуы, йәшәүгә өмөт уяныуы мине ҡанатландырып ебәрҙе. Барыбер ҡәҙереңде белмәҫ, йөрөмә улай түбәнһенеп, тинеләр. Был минең түбәнһенеүем түгел ине, ҡәҙер-хөрмәт эҙләүем дә түгел. Юлымды ҡабат уның юлына алып килеп ҡушыу уйы ла юҡ ине инде. Ҡушылған хәлдә лә, ул ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәҫ, мине ҡыйырһытыуын дауам итер ине. Ләкин бөгөн ул ярҙамға мохтаж, эргәһендә яҡын кешеһе юҡ, тимәк, мин хәлемдән килгәнсә булышырға тейеш, һуңғы бер нисә барғанда фатирында мин ташыған ризыҡ тирәһенә шешәләштәрен, бисә-сәсәне йыйып, кәйеф-сафа ҡороп ятыуы айнытып ебәрҙе. Нишләйем мин?! Ниңә үҙ-үҙемә ихтирамымды юғалтам? Ни өсөн бөгөн уны мин ҡарарға тейеш?! Унан, ул бит әле түшәктә ятмай, типһә тимер өҙөрлөк ир... Үлеренә өс-дүрт көн генә ҡалғас, миңә шылтыратҡан. Өйҙә юҡ инем. Бәлки, был шылтыратыуы уның ғәфү үтенеүе булғандыр, бәлки, шул саҡта мин өйҙә булһам, ғүмер уртаһына саҡ еткән һау-сәләмәт кеше донъялыҡтан баҡыйлыҡҡа күсмәҫ ине. Ҡалай ғына булһа ла, уның яҡты донъянан китеүе минең өсөн ауыр фажиғә булды. Бик оҙаҡ аңыма килә алмай йөрөнөм. Ҡасандыр күҙ йәштәремде бик күргеһе килеп тә күрә алманы, был юлы инде мин бөтә уҙған йылдарым өсөн иланым. Икебеҙҙең уртаҡ гонаһ – бер-береһенә тура килмәгән, берекмәҫтәй ике яҙмышты, ике тәрбиәне, ике холоҡ-ҡылыҡты ҡауыштырып маташыу. Яратыу булманы, тип тә әйтә алмайым. Бар ине, булды, әгәр Мөхәббәт үҙенең тылсымлы ҡанаттары менән йәнебеҙгә ҡағылмаһа, өйләнешмәгән дә булыр инек. Үкенмәйем. Береһенән-береһе ғәзиз балаларым хаҡына. Улар икеһе лә – Мөхәббәт емеше. Хоҙай бәхеттәрен насип итһен. Әгәр ул миңә ысынлап та битараф булһа, мине ҡулдарына алып, юҡ, тәүге Мөхәббәтем алып менгән Олотауға түгел, ә Ослотауға күтәрелмәҫ ине. Егет башы менән ирҙән айырылған ҡатынға өйләнмәҫ ине, тием дә... тағы уйҙарға ҡалам. Ә бит мин әле бер мәртәбә лә тормошта булып ҡарамаған бәғзе ҡыҙҙарға ҡарағанда сафыраҡ инем. Яратҡандыр, тием, ә иркәләйһе-наҙлайһы урынға бығаса үҙе менән булған бисә-сәсәнең ниндәй дәртле, татлы булыуын тәмләп-тәфсирләп бәйән итеп, йөрәгемде яралауҙарын нисек аңлатырға? Мөхәббәт, тием, ә улым донъяға килер алдынан мине ултырғысҡа ултыртып ҡуйып, ҡуҙғалмаҫҡа ҡушып, сәғәттәр буйы мыҫҡыллы һүҙҙәре менән йәнемде талауын, минең иҫемде юйып, иҙәнгә йөҙтүбән ҡолауым, таңғаса тыуасаҡ сабыйымдың бишеге – тулған ҡорһағымды һыуыҡ иҙәнгә терәп ятыуым, ошо сәбәпле һуңынан улғынамдың бик оҙаҡ сирләүен ҡайһылай аҡларға? Төндәр буйы ауырыу сабыйҙы ҡулдарымда күтәреп йөрөп сыҡҡанда, бала илауын ишетмәҫ өсөн башына мендәр ҡаплап йоҡлауын, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа йәйәүләп улымды дауаханаға алып йүгергәндә, хатта ҡымшанмай ҙа ятып ҡалыуҙарын, аҙаҡ килеп хәл дә белешмәүен ҡалай оноторға? Йөҙөмә яҫтыҡ ташлап, мине быуыуҙарын, табиптар миңә ҡурҡыныс диагноз ҡуйғас, йыуатыу урынына үлемемде теләүен нисек күңелдән юйып ташларға?! Хәйер, операциянан баш тартып, терелеп китеүемә уның ошо ҡылығы сәбәпсе булды шикелле. Мин балаларымды яңғыҙ ҡалдырырға ҡурҡтым... Әлдән-әле мейем һелкенгәнсе ҡыйнауҙарын, асылда тәнемдәге барса һөйәктең ҡубып-йәнселеп, сығып бөтөүҙәрен ситкә ҡалдырып торайым. Тән яраһына ҡарағанда йән яраһы, ысындан да, ауырыраҡ икән – шуны белдем. Сабырлығымдың һуңғы тамсыһы – уның минең өҫтән юғары органдарға ғариза-ошаҡ яҙыуы ине. Күпме йән ғазабы, кәмһенеү кисерергә тура килгәнен үҙем һәм яҡындарым ғына белә. Әгәр шул саҡтарҙа юлыма игелекле кешеләр осрамаһа, ҡалайтыр инем? Ғәжәп, яҡын дуҫ булып йөрөүселәр минән ҡапыл ситләште, ә ярҙамға уйламаған-белмәгән кешеләр килде. Партия ҡала комитетының ул саҡтағы беренсе секретары Марат Мөхәмәтовҡа ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Йылға яҡын миңә эш бирмәй, ике бала менән бер телем икмәкһеҙ ултырған ауыр көндәремдә уның ярҙамы менән иҫән-һау ҡалдыҡ. Ул миңә рухи яҡтан һынмаҫҡа ярҙам итте. Миңсылу Йәнтилина, Ғәлиә һәм Сәлихйән Әфләтуновтар, Катя Тютюльникова, Валентина Проничкина, Татьяна Михайловна, Зөһрә һәм Вәкил Фәйзуллиндәр, Рәмзиә Кәлимулловна, Мария Балябина, мәрхүмә Ғәшүрә инәй Ирназарова... Ғәлиә менән Сәлихйән миңә ҡаршы йәйелдерелгән «көрәш»тән асыҡтан-асыҡ баш тартырға ла ҡурҡманылар. Ниндәй үлсәмдәр менән үлсәргә һеҙҙең игелекте?!

Үлгәндәргә рәнйемәйҙәр. Мин дә рәнйемәҫкә тырышам. Тик ғүмер дәфтәренең ниндәй ҙә булһа битен йыртып ташлап буламы ни? Ул саҡта бит башҡа биттәре лә ҡойолоп төшәсәк, тормошомдоң бер бөтөнлөгө юҡҡа сығасаҡ, күңел сәхифәләремдең эҙмә-эҙлелеге боҙоласаҡ. Яңылышыуҙарым да, яҙа баҫыу-һөрлөгөүҙәрем дә үҙемдеке. Миңә ҡанатһыҙ осоп йәшәрлек көс биргән Мөхәббәтем дә, әҙәм фекеренә, бәндә ғәйбәтенә иғтибар бирмәй, йәмәғәтселектең миңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреү ихтималлығын да иҫәпкә алмай, үҙемде артабан да иҙергә бирмәҫ тәкәббер асылым да минеке. Иргә яраманы, тиҙәр. Мин яраным иргә. Улар миңә ярай алманы. Шуға ла уларҙан үҙем киттем. Улар минән бер ҡасан да китмәҫ ине. Сөнки йомшаҡ күңелем, миһырбанлы йәнем, үҙемде иҙеп-тапаған осраҡта ла лайыҡлы яуап ҡайтара белмәүем янымда үҙен хаким итеп тойған ир өсөн бик тә ҡулай ине. Һеҙ нисек ошолай иҙелеп йәшәргә оялмайһығыҙ? Һеҙ бит юғары белемле, аңлы ҡатын, тип күҙҙәремде асырға тырышты бер саҡ мине сираттағы туҡмалыуҙан дауалаған табип. «Иҫәр һеҙ, ҡатындар, һеҙҙе мыҫҡыл итәләр, кәмһетәләр, һеҙ ғәфү итәһегеҙ», – тине һуңынан тәфтишсе, мин хөкөм ҡуҙғатыуға ҡаршы төшкәс. Әммә мөҙҙәте етмәй, бер кемдең дә күҙе асылмай. Болот та тамам тулышҡас ҡына ергә ямғыр булып ҡойола... Мин башымды эйгән һайын, нығыраҡ иҙҙеләр, мин буйһонған һайын, һаман буйһондорорға, бар булған ихтыярымды, асылымды юҡҡа сығарырға тырыштылар. Мәле менән яратҡан кешемдең күләгәһенә әйләнеп, күңелен йомшартырға ынтылдым – йомшарта алманым. Хәҙер генә зиһенемә барып етте: улар бит барыбер ҙә йәнемдең буйһонмауын күргәндәр, шуға күрә лә кәмһетергә тырышҡандар. Уларҙы бер нисек тә ғәйепләп булмай. Беребеҙ ҙә үҙенән өҫтөнөрәк була алмай һәм һәр ҡайһыбыҙҙың Мөхәббәте үҙ түбәһенән ары китмәй. Аңлау – бер нәмә, ә бына шул асыштан тейешле һығымта яһай белеү, бер яһаған хатаны ҡабатламау – бөтөнләй икенсе. Мине, моғайын, сәм шулай ҡыуалағандыр, хатта Мөхәббәт тә түгел. Үҙемдең донъя көтөргә һәләтле икәнлегемде лә белә инем, холҡом да алама түгел, ә тормошом ни өсөн барып сыҡмай? Эшлекһеҙ, холоҡһоҙ бисәләр ҙә бәхетле булған осраҡтар аҙмы ни?! Шәхсән бәхетле була алыуыма үҙемде ышандырырға маташтыммы икән, әллә башҡаларға ниҙер иҫбатларғамы? Хәҙер аңлатыуы ла ҡыйын. Дөрөҫ, мин яңғыҙлыҡ өсөн яратылмағанмын, уй-кисерештәрем менән икәүҙән-икәү ҡалыу ҙа мине йонсота, хәлемде ала, янымда мотлаҡ кем дә булһа булһын, кем хаҡындалыр хәстәрлек күрергә тейешмен. Был йомшаҡлығым арҡаһында яҡындарым менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр килешһеҙ яҡҡа үҙгәреп тә киткеләне: мин һәр саҡ уларға бурыслы, тейешле булып йәшәнем, ә инде үҙемдең көсөм ҡалмағанда, был хәлде етди итеп ҡабул итмәнеләр, хатта шунда йығылып үлеп китһәм, иҫ-аҡылдары китеп, ғәжәпкә ҡалырҙар ине. Мин, улар күҙаллауынса, сикһеҙ көслө, бер мохтажлыҡ кисермәйем, тимәк, сирләргә лә, үлергә лә һәләтле түгелмен, хаҡым юҡ. Өҫтәүенә, шундай еңелмен, елбәҙәкмен, дыуамалмын, барыһын да өҫтән уйлайым һәм хәл итәм. Янып көлгә әйләнәм – ҡабат көлдән тереләм. Дуҫтарымдың, һинең урында аҡылдан яҙыр инем, тигәндәре лә булды, әммә дуҫ-туғандар күберәк: «Һиңә еңел, тәүәккәлһең, күп уйлап тормайһың, хәл итәһең дә ҡуяһың», – тинеләр. Был уларҙың күңелемде һаҡлап йомшартып әйтеүҙәре ине.

Үҙ-үҙе менән килешеп йәшәү генә әҙәм балаһын бәхетле яһай. Беҙҙең һәр ҡылығыбыҙ эске кисерештәребеҙгә яуап бирергә, булмышыбыҙға тап килергә тейеш. Әгәр ошо килешеүсәнлек, гармония боҙолһа, кеше бәхетле була алмай, үҙе менән үҙе көрәшә башлай. Минең бар ғүмерем – үҙ-үҙем менән көрәш.

Бар ғүмерем – үҙ-үҙем менән көрәш минең. Бәлки, тормошҡа яраҡлашырға, кешеләр донъяһында үҙ булып йәшәргә тырышыуҙан киләлер был? Әллә миһырбанһыҙлыҡҡа, тупаҫлыҡҡа өйрәнә, күнегә алмауҙан, дорфалыҡты ҡабул итә һәм кисерә белмәүҙәндер... Тормош булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай инде ул – әүәл-әүәлдән килгән ошо әйтемде кешеләр йәтеш кенә итеп үҙҙәренең сит күңелде аяй, һаҡлай белмәүҙәренә, ә ҡайһы мәл иҙелеп йәшәүҙәренә аҡлау сифатында файҙалана. Ә ни өсөн шалтырарға тейеш һуң ул һауыт-һаба? Әгәр ғаилә йәиһә уның бер ағзаһы алдында ниндәй ҙә булһа ауыр мәсьәлә килеп тыуған икән, ҡашығаяҡты шалтыратмай, ватмай ғына, әҙәмсә, бер-береңдең йәнен ҡыймайынса хәл итеп булмаймы ни? Мин донъяла мең ҡат үлеп, мең ҡат терелдем. Йәндәрем көлгә әйләнеп, инде бер ҡасан да башымды күтәрә алмаҫ дәрәжәгә еткән мәлдәремде үҙем генә беләм. Баштан-аяҡ бысраҡҡа ҡойондорғандары ла, бинахаҡҡа гонаһлы яһағандары ла, ғаләм алдарында йөҙөмдө йыртҡандары ла булды. Әммә ниндәй хәлдәрҙә лә миңә булған нәфрәтенән ташып, урғылып торған бәндәләргә ҡарата ла рәнйеткес һүҙ ташлауҙан һаҡландым. Хатта дошманымдың да күңелен аяным. Дошман, тигәндәй, һис бер ваҡыт кемде лә булһа дошман итеп күрмәнем, бәлки, улар минең өсөн әлеге мәлдә аҙашҡан бер көсһөҙ әҙәм балалары булды. Бәлки, яманлыҡҡа яманлыҡ менән яуап бирә алмағаным өсөн дә йәһәтләп шул аламалыҡтан ҡасырға, йәшенергә маташҡанмындыр? Ваҡытында уҫал ҡылана белһәм, әллә тормошом да башҡасараҡ булыр ине? Сөнки күберәк мин үҙемә ҡарата булған кире мөнәсәбәттең дә, ҡот осмалы нәфрәттең дә хаҡ сәбәбен аңлай алмай ыҙаландым. Ғаиләмдә тигеҙ, татыу, тик мөхәббәт һәм ихтирам хөкөм һөргән мөхит тыуҙырырға маташыуҙарым ни өсөн, тормоштоң ҡаҡ маңлайына бәрелеп, селпәрәмә килеп торҙо икән?

– Ҡыйын булмаһа, шуны ғына эшләп ҡуй инде, йәме? – тием, иркәләп кенә, ир булған кешегә.

– Нимә, кешесә генә һөйләшә белмәйһеңме?! Ҡайҙан килгән голубая кровь! «Ҡыйын булмаһа-а-а», «йәме-е-е»... – Ир миңә ҡысҡырып ҡына ҡалмай, тауышын йәмһеҙ ҡыландырып, үсекләп тә күрһәтә.

Уның был ҡыланышынан тамырҙарымда ҡаным туҡтағандай, күкрәгемә кемдер һыуыҡ боҙ алып килеп терәгәндәй була. Әгәр үҙем дә ошондай уҡ дорфалыҡҡа һәләтле булһам, моғайын, был тиклем үк ауыр алмаҫ инем барыһын да. Әгәр ҙә үҙем дә әҙәм балаһына ҡул күтәрерҙәй, уҫал һүҙ ташларҙай, яуызлыҡ ҡылырҙай хәлдә булһам, моғайын да, туҡмалыуҙарҙы ла кисерә белер инем, бер көндө тас та тос һуғышып, икенсе көндө ҡосаҡлашып йәшәп кенә ятыр инем. Һәм шәхси тормошомдо ҡабат ҡороп та маташмаҫ инем. Эйе, эйе! Ғүмеремдә башҡаларға йәнемде ҡыйыр өсөн хоҡуҡ «биргән» иң ҙур ғәйебем, гонаһым шул минең – ирҙән айырылып, иргә сығыу! Ләкин бығаса бер генә кешенең дә: «Ни өсөн?!» – тип һорағаны булманы. Ни өсөн йәшәй алманым?! Ни өсөн балаларымды «атай» тигән иң ғәзиз, терәк булырға тейеш кешеләренән айырҙым?! Ни өсөн ҡабат тормошҡа сығып маташтым?!

Бөгөнгәсә мин ир атлы әҙәмдең ғаиләбеҙгә, миңә еңелерәк булһын өсөн ниҙер эшләгәнен күргәнем булманы. Бөгөнгәсә мин асылда ғаилә тотҡаһы булырға тейешле кешенең аҡсаһын күрмәнем, тотонманым, балаларымды бары тик үҙ көсөм менән генә үҫтерҙем, тәрбиәләнем. Тәүгә кейәүгә сыҡҡанымда, әлбиттә, ирҙән аҡса һорарға оялдым. Ә ул хеҙмәт хаҡын өйгә алып ҡайтырға тейеш икәнлеген, күрәһең, «аңламаған». Икенсеһе, үҙ аҡсаһын эсеп бөткәндән һуң, минән аҡса таптыра торғайны. Мин был хаҡта бөгөн генә, инде утты-һыуҙы кисеп, йәнем ысындан да ташҡа әүерелгәс, йөрәгем ҡабат бер ҡасан да ғашиҡ була алмаҫлыҡ халәттә ҡатып ҡалғас, телгә алам һәм уйланам. Ә ул саҡтарҙа... Өҫтәлдә бер телем икмәк ҡалһа, уның яртыһын – балам, ә ҡалған яртыһын ир ашарға тейеш. Ул сирләп китһә, йәнемде бүлеп бирерҙәй булып, уның эргәһендә бөтөрөләм, ә мин аяҡтан йығылһам... Умыртҡа һөйәгемде зарарлап, икешәр-өсәр ай хәрәкәтһеҙ ятҡан мәлдәремдә эргәмдә ғәзиз әсәйем, өләсәйем, ике сабыйым булмаһа, улар мине тәрбиәләмәһә, ир исемле көслө йән эйәһе, моғайын, мине туҡмап сығарып ҡына ырғытҡан булыр ине. Ғәжәп, үткән тормошома байҡау яһайым да хайран ҡалам: ҡайһылай ҙа бер үк төрлө, бер үк холоҡло кешеләргә ғашиҡ булғанмын! Һәм яҙмышымда бәғзе бер ваҡиғалар ҡат-ҡат ҡабатланып килгән. Ҡаты ауырып ятҡанда бер генә йотом һыуға тилмергән минуттарым эргәмдәге кешенең, кешеләрҙең ниндәй дәрәжәлә ышанысһыҙ булыуҙарын күрһәткән дә бит... Тик миңә «айырылышыу» тигән аяныслы, фажиғәле тупһаны аша атлап сығыу өсөн байтаҡ нужа күрергә кәрәк булған әле.

Ҡырҡ йәшемдә мин тағы ғашиҡ булдым. Йә, Хоҙа! Шул тиклем иҙелеп-рәнйетелеп йәшәүҙәрҙән һуң да Кешенән ваз кисә белмәүем, һаман нимәгәлер өмөтләнеүем, бар булмышымды биләп алған Мөхәббәт тойғоһона ҡаршы тора алмауым – нимә был, аҡылһыҙлыҡмы, белекһеҙлекме? Бөгөн дә мин быны аңлата ла, аңлай ҙа алмайым. Һәр ваҡыттағыса, минең был Мөхәббәтем дә «яуаплы» ине – ҡайһыбыҙ алдан кемебеҙҙе яратып өлгөргәндер: ул минеме, мин унымы? Мине уның һомғол буй-һыны, ҙур, һорғолт күҙҙәре түгел, ҡарамаҡҡа тыныс күренгән холҡо, араҡы эсмәүе һоҡландырҙы. Ә һуңынан инде матурлығына һоҡланыу ҙа килде. Нисек мохтаж инем мин ул саҡта уның күңел йылыһына, иркә ҡулдарының наҙына! Йөрәккәйем... Тәүҙә ул шул һүҙе менән йәнемде күктәргә алып осто, ә һуңынан... «Беҙҙә ул һүҙ кәмһетеү, мыҫҡыллауҙы аңлата»... Көслө ҡулдарына алып, Ослотауҙың иң бейек (тағы шул тау!) түбәһенә күтәрелеүе, миңә ҡарағас һағыҙы алып төшөү өсөн генә мөһабәт ағастың тип-тигеҙ олоно буйлап юғары үрмәләүе... һәм шул уҡ көслө беләген үңәсемә баҫып, быуырға маташыуҙары, типкеләп йөрөтөүҙәре... Эй, Илаһым, ни өсөн яҙмыш миңә шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы ике йөҙөн алмаш-тилмәш күрһәтте икән?! «Мин – туң ер, – тине ул, өйләнешеп (дөрөҫөрәге, никах уҡытып) бер аҙ торғас. – Иретһәң, һин генә иретерһең...» Иретә алманым. Уның ауыр минуттарында үҙенә ниндәй терәк булғанымды хәтерләйҙер. Башҡаларҙың да иҫендәлер ул йылдар. Ләкин миңә ҡыйын саҡта ул терәк-таяу булалманы, кәмһетергә, рәнйетергә кереште. Башҡаларға иман таратып, матур-матур вәғәздәре менән аҡыл өйрәтеп йөрөгән кешем әшәке һүҙҙәр әйтеүҙән дә, ҡанһыҙ ҡыланыуҙан да тартынманы. Теүәл дүрт йыл дауам итте минең был дыуамал, «бөркәнсекле» ғүмерем. Уның абруйын һаҡлау хаҡына башыма яулыҡ ябындым, әҙәм менән аралашмаҫ, ир-атҡа күтәрелеп һүҙ ҡушмаҫ булдым. Теп-теүәл дүрт йылға ижадымдан, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүҙән генә түгел, ҡысҡырып көлөүҙән дә мәхрүм ҡалдым. «Көлөү күңел үлтерә», – тип ҡабатлай торғас, хатта йылмайыуҙан да яҙҙым. Дөрөҫ, ул дүрт йылдың тәүге ярты йылы минең өсөн ғәжәйеп бер сихри сорналышта уҙҙы. Мин ярата инем. Ул эсмәй, ярты йыл миңә рәнйеткес һүҙ әйтмәне, ҡул күтәрмәне. Шул ярты йыллыҡ бәхетем өсөн дә рәхмәт уҡыйым бөгөн уға. Артабан да шуға ғына ла риза булып йәшәр ҙә йәшәр инем... иргә үҙенең Хаким булыуын раҫлау кәрәклеге килеп тыуҙы...

Минең бик тә аҡыллы, уҡымышлы йәһүд еңгәм бар ине. «Һинең мөхәббәтең һәр саҡ күңел осошо менән башлана, фажиғә менән барып бөтә», – тигәйне ул бер ваҡыт миңә. «Мөхәббәт юҡ, ҡайынһеңлем, иҫәр булма, әҙерәк иҫәп-хисап менән йәшәргә, тормошҡа айыҡ ҡарарға өйрән», – тип кенә әйтһәсе лә бит... Бәлки, ҡолаҡ һалыр инем?! Бәлки, әҙерәк уйланыр инем, ә?! Уйланыр инемме икән?..

Хоҙай һәр ҡайһыбыҙға бер ҡылыҡ бирә һәм һуңынан инде әҙәм балаһының үҙгәреүенә өмөт бағлау, минеңсә, урынһыҙ. Миңә иһә Кеше атлы йән эйәһенә булған сикһеҙ ышаныс тойғоһон да, аҡылымды юйыр дәрәжәлә ярата белеү һәләтен дә насип иткән. Үткән тормошома ҡат-ҡат байҡау яһайым да хайрандар ҡалам: һөйгән кешем хаҡына мин үлемгә лә бара алыр инем, уға янаған хәүефте үҙемә борор инем, әммә Ул үҙе миңә үлем менән янаған ҡот осмалы мәлдәрҙә йөрәгем ташҡа әүерелде һәм һис тә Уның ҡулдарынан үлергә риза булманым. Бер үк йәндә ҡапма-ҡаршылыҡлы ике һыҙаттың һыйышып йәшәүеме был, нимә? Бәләкәй генә бүлмәлә мин бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, бер генә әҙәми зат менән дә аралашмайынса аҙналар буйы йәшәгәнем бар. Рәхәтләнеп китап уҡыйым, бәйләйем, сигәм. Ләкин шул сәғәҙәтле минуттарымда берәйһе ишегемә тыштан йоҙаҡ элһә һәм урамға сығыуҙы тыйһа, моғайын, ул бүлмәлә бер генә минут та түҙеп тора алмаҫ инем. Тонсоға башлар йәки тәҙрәнән һикерер инем. Ниндәй генә ҡаттан булһа ла... Булмышымды күҙ алдына килтереү өсөн ошо ябай ғына миҫал да етәлер.

Бөтәһе лә ҡатындан тора, тиҙәр. Бөгөн минең был раҫлауҙы төбө-тамыры менән инҡар итергә тулы хоҡуғым бар. Бер нәмә лә тормай ҡатындарҙан. Бары тик миһырбанлы әҙәмгә тура килгән ҡатын-ҡыҙ һуңынан тормоштан уңыуының бөтә сәбәбен үҙенең шәплегендә күрә. Ҡайһыбыҙ ғына шәп булмаҫ ине икән һуң, бисәләр?! Минең күҙәтеүҙәрем, киреһенсә, башҡаны раҫлай: ғаиләлә иреш-ыҙғышты яратмаған, ире өсөн өҙгөләнеп торған, донъя көтөүгә бөтә тырышлыҡтарын һалған ҡатындар бәхетһеҙ була. Һуңғы йылдарҙа ирҙәр ауыҙынан: «Һине өҙөлөп һөйгән ҡатын эргәһендә йәшәүе күңелһеҙ», – тигәнерәк һүҙҙәр ишетелә башланы. Ысынлап та, шулайҙыр. Моғайын да, мөхәббәт тигән тойғо сама белергә тейештер. Әгәр ул тойғо, ысындан да, булһа. Яраларҙан теткеләнеп бөткән йөрәгем Америка ғалимдарының: «Мөхәббәт – сир ул», – тигән һығымтаһы менән дә килешә биреп ҡуя. Бәлки, сирҙер. Ә мин – шул ауыр сиргә ғүмергә дусар булған ауырыуҙыр.

Ғүмер ҡояшым инде үҙенең байыш ауышына тәгәрәгән мәлендә әүәлгеләй ҡанатһыҙ осоштар ҙа, үҙенең ғәжәйеп бер нуры менән йәнемде йылытҡан йондоҙ балҡышы ла мине ымһындырмай. Күңелемде хатта үкенестәр ҙә өтмәй. Барыһы ла хаҡ яҙғаны булғандыр. Шулай тейештер. Юғиһә бит был донъянан мин сабый рәүешендә саф килеш китер инем. Ә игә-һаға булған, инде фанилыҡта ярты быуат ғүмер кисергән кешегә сабый булып ҡалыу килешә торған эш түгел. Шулай йыуатам үҙемде һәм, башымды юғары тотоп, ары атлайым. Уйлап ҡараһам, мин бәхетле лә булғанмын бит! Яратҡанмын. Бәлки, яратылғанмындыр. Мине хатта ҡулдарына күтәреп йөрөткәндәр. Аҙаҡ типкеләһәләр ни, уның ҡарауы күтәргән минуттарҙа ниндәйен дә бәхетле миҙгел кисергәнмен. Миңә иң-иң иркә, матур һүҙҙәр ҙә шыбырлағандар, һуңынан шул уҡ ауыҙҙан әшәкелек сәселһә ни, уның ҡарауы «яратам», «берҙән-берем», «йәнем» тигән һүҙҙәрҙе кемдер ғүмерендә лә ишетмәгәндер әле. Үҙем менән ғорурланырлыҡ рәтем дә бар бит: минең, сибек кенә бер ҡатындың, ғүмер баҡый типһә тимер өҙөр көслө ир заттарын аҫырарға ла хәлемдән килгән. Рәнйетеүҙәренә түҙер әмәлдәрем ҡалмағанда, алдыма йәшәү йә үлем һорауы килеп баҫҡанда, ул Ир затын һис тә бит урамға сығарып ебәрмәгәнмен, ә фатирҙа Уны ҡалдырып, үҙем сығып киткәнмен. Иҫәр, тиерҙәр, тапҡанһың маҡтаныр нәмә. Ни булһа ла булған инде. Һәр хәлдә: «Мин миһырбанһыҙ булдым», – тип үкенерлеге юҡ. Әйҙә, мине рәнйеткән, ҡаҡҡан-һуҡҡан ирҙәр үкенһен. Үкенә белһәләр...

Һуҡмағымда тап булған оло йәнле шәхестәргә мәңге рәхмәтлемен. Йәшлек мөхәббәтемдең ҡанаттары көйрәп, яҡты донъяларҙан ваз кискән үтә лә ҡыйын мәлдәремдә мәрхүм Фәрит ағай Иҫәнғолов үҙенең кешелеклелеге, йылы хаттары менән алып ҡалғайны мине... үлемдән. Бәлки, тап шул ваҡытта мин сынығыу алғанмындыр, башымдан «үлем» төшөнсәһен юйып ырғытҡанмындыр.

«Аҡыллы һәм һәләтле һылыуым! Биҙмә һин тормоштан. Ул һинең үҙ тормошоң. Уға ниндәй ҙә булһа яһалма үҙгәреш индерәһе юҡ. Тормош – ул гөл баҡсаһы һәм һуғыш яланы; сәскәләр шәлкеме һәм йәҙрә бомбаларынан, төпһөҙ матур күҙҙәрҙән һәм яман шештәрҙән, серле йылмайыуҙарҙан һәм ҡанлы күҙ йәштәренән, туй күлдәктәренән һәм йүргәктәрҙән, хушбыйҙарҙан һәм һаҫыҡ араҡынан, мөхәббәт һәм мәкерҙән, тоғролоҡ һәм хыянаттан... сәңгелдәк һәм ҡәберҙән, ҡояшлы сыуаҡ көндәр һәм ғәрәсәт бурандарҙан... тағы, тағы әллә ниндәй контрастарҙан ғибәрәттер ул донъя... Минең менән килеш тә, шартлап торған бер шиғыр яҙ (әлбиттә, үҙ-үҙең менән бәхәсләшеп)», – был һүҙҙәрҙең баһаһын үҙем генә беләм. Фәрит ағайҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәм... Яратҡан кешеләремдән ваз кисеү мине һыуҙан алып утҡа һалһа, артабан бөгөлгән ерҙән турайырға, үлгән ерҙән терелергә, ҡабат көлдән яралырға оло йәнле шәхестәрҙең, дуҫтарымдың яурыны, йылы һүҙе ярҙам итте. Ышаныс йәшәтте. Һәйбәт кешеләрҙең барыбер күберәк булыуына ышанысым. Шул кешеләрҙең минең һәйбәтлеккә ышанысы. Йор һүҙле, мәҡәл-әйтемһеҙ һөйләшә белмәгән әсәйем: «Тилегә тиле тигән һайын дегәнәк буйы һикерә», – ти торғайны. Яҡындарым миңә ғәйеп ташлаһа, сираттағы яңылышыуымдан гонаһ эҙләй башлаһа, кем белә, тора-бара һынған да булыр инем. Кемгәлер минең һыныуым, әхлаҡи тарҡалыуым, эскегә һабышыуым, үҙ-үҙемә ҡул һалыуым бик-бик кәрәк икәнлеген бөгөн дә аңлайым, беләм. Тик уларҙы ҡыуандыра алмайым, ни хәл итәһең.

...Беҙ баш әйләнер бейеклектә баҫып торабыҙ. «Ҡурҡаһыңмы?» – тип һорай ул минән. «Эйе», – тип яуап бирәм, үҙем мең-мең төҫтә емелдәгән төнгө ҡаланан ҡарашымды алам һәм артҡараҡ сигенә биреп ҡуям, әйтерһең, быяла тәҙрә аша яңылыш осоп сығып китеүҙән шикләнәм. Ҡапыл ҡараштарыбыҙ осраша. Ул миңә ынтыла. Бейеклектән ҡурҡыуымды ла онотоп, унан ситкә тайшанам. Быяла тәҙрәгә табан. Һәм ике аралағы упҡынды аша атларлыҡ сара тапмай, ул туҡтап ҡала. Башын тотоп, сикһеҙ әрнеү менән: «Кисер!» – ти. Уның ғәфү үтенеүе урынһыҙ. Сөнки мин бығаса уның кеүек тә әҙәпле, итәғәтле берәүҙе лә күргәнем юҡ. Һәм ике аралағы упҡын өсөн дә ғәйепле түгел ул. Ул бары ярата һәм мөхәббәтен йөрәгендә бикләп тота белә. Ә мин башымды иҫәргә һалам, аңламағанға һалышам. Был берҙән-бер дөрөҫ юл. Уны юғалтыуҙы мин кисерә алмамдыр кеүек. Юҡ, уны яратыу хаҡында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел. Әммә мине уның йылы ҡарашы, яғымлы һүҙе, илтифатлы мөнәсәбәте йәшәтә.

Хушлашабыҙ. Мин байтаҡ араға алыҫаям. Йән әсеһе менән исемемде ҡысҡырыуы боролоп ҡарарға мәжбүр итә. Ул, аҡ-ҡара күрмәй, миңә ҡарап йүгерә. Беҙгә йөҙәрләгән ҡараш текәлгән. Тик был ҡараштар уны туҡтатмай, йөрәген ярып сығып килгән ярһыуын йүгәнләргә өлгөрмәй: килеп етеп, мине һыға ҡосаҡлап ала. Ситкә тартылып, саф хистәрен рәнйетеүҙән ҡурҡам. Күпмелер ваҡыт шулай ҡосаҡлашҡан килеш баҫып торабыҙ. Ярамай, ти миңә эске бер тауыш, ярамай... Ипләп кенә ҡосағынан сығам һәм ары атлайым. Боролоп ҡына ҡарарға ине бер. Ярамай.

Хаҡым юҡ. Уны өмөтләндерергә хаҡым булмаған кеүек, өмөтөн өҙөргә лә хаҡым юҡ. Хушлашабыҙ.

Эйе, мин тормошто яратам. Яҙмыш тарафынан нисек кенә ҡыйналмайым, йәшәйешкә булған мөхәббәтем һүнмәй, миңә йәшәүе ауыр, ләкин ҡыҙыҡ. Кешеләр менән мөнәсәбәттә лә әлдән-әле һынауҙар тыуып ҡына тора: йә дуҫым алъюҫыҡҡа дошманға әүерелә, йә бөтөнләй ят, мине хатта күреп тә белмәгән берәүҙең үҙем хаҡындағы әшәке ғәйбәте һеңгәҙәтә һуға. Әммә үҙемде ҡулға алырға, башымды күтәреп, йәшәп алып китергә көс табам. Бәғзе мәл балаларымдың һәм ейәнсәрҙәремдең киләсәген уйлап ҡотом оса: эй Аллам, уларға ла шундай уҡ һынауҙар бирмәһәңсе, миңә осраған ауырлыҡтар уларҙы урап үтһәсе... Уларға ла бит ошо илдә, ошо кешеләр араһында йәшәргә. Шул уҡ мәкерлектең һәм ике йөҙлөлөктөң, миһырбанһыҙлыҡтың һәм ялғандың шаһиты булырға. Көс һәм сабырлыҡ бирһәсе Аллам уларға...

– Йәнебеҙ ергә ҡат-ҡат килә, һәр йәшәүебеҙҙә үткән тормошта ҡылған гонаһтарыбыҙҙың язаһын күтәрәбеҙ, – тип аңлата миңә улым. – Беҙҙең өсөн ер – ул таҙарыныу, камиллашыу урыны.

Ә мин йәшерәк сағымда йәнемдең ни дәрәжәлә камил булыуын әле онотмағанмын. Йылдар үтә тора ул йәндә, киреһенсә, сатнауҙар, яралар, ҡутырҙар йыйыла бара. Йәнем камиллашмай, ҡарая, таплана. Бүтәндәрҙең йәмһеҙ тупаҫлығын күрә-күрә үҙем дә дорфаланам, башҡаларҙың ғәмһеҙ битарафлығын кисергәндән һуң миндә лә вайымһыҙлыҡ арта. Һәм мин йәндең ҡабат-ҡабат тыуыуына ышанмайым. Был ғүмер беҙгә бер генә бирелгән, ҡыҙғаныс, шул берҙән-бер генә ғүмеребеҙ заяға уҙа. Үҙ-ара ыҙғышыуға, бер-беребеҙҙе күрә алмауға, көнсөллөккә, яһиллыҡҡа күпме затлы көндәребеҙ, айҙарыбыҙ, йылдарыбыҙ сарыф ителә. Бер-беребеҙҙең битен йыртабыҙ – күңелебеҙ бөтөнлөгө юғала, икенсе берәүҙе әсерәк һүҙ менән кәмһетергә тырышабыҙ – рәнйеш алабыҙ, яҡын күргән кешебеҙгә ышанып сер сисәбеҙ, ә ул серҙе үҙебеҙгә ҡаршы үс алыу ҡоралы итеп файҙалана. Башҡаларға ла үҙебеҙгә ҡараған кеүек ҡарап булмаймы икән ни һуң? Нахаҡты мин шул хәтлем дә ауыр күтәргәс, үҙем бүтәнгә нахаҡ бәлә яҡмайым, исемен һатмайым, миңә этлек эшләүҙәрен теләмәгәс, үҙем дә икенсе берәүгә аламалыҡ ҡылмайым – ошо бәләкәй генә, еп-еңел ҡағиҙәне үтәүе шулай уҡ ҡыйынмы икән ни?

Тормошобоҙ ҡайһылай ҙа матурайыр, еңеләйер ине үҙебеҙҙе генә түгел, бүтәндәрҙе лә һаҡларға өйрәнһәк.

Тағы бер нәмәгә хайран ҡалам: ни өсөн әҙәм балаһы иң-иң яҡынына көс төшөрөргә тырыша, эштәге уңышһыҙлыҡтарының да, бүтәндәр менән килешә алмауының да үсен яҡынынан ала?

Киреһенсә, беҙ ғәзиздәребеҙҙе һаҡларға, яҡларға тейеш түгелбеҙме икән? Ни өсөн йөрәгебеҙҙәге һөйөү тойғоһон ваҡлыҡ, ығы-зығы еңеп китә?

...Моғайын, Хоҙай һәр кемгә сабырлыҡты үлсәп биргәндер. Күтәрә алған тиклем. Кисерә алғанса. Кемгәлер – күберәк, ә кемгәлер – аҙыраҡ. Ҡатын кеше лә иренең вәхшилеген, рәхимһеҙлеген күтәрә алған тиклем күтәрә, кисерә алған тиклем кисерә. Әммә мин бер нәмәгә инандым: артыҡ сабыр итеү һәр саҡ ике яҡлы бәкегә тиң. Әле мин берәүҙең дә йылдар уҙымында түҙеп-түҙеп тә бәхетле йәшәп киткәнен күргәнем юҡ. Алтылағы – алтмышта, ти халыҡ. Йәш сағында холоҡһоҙ бәндә олоғая төшә үтә йүнһеҙләнә, түҙеп торғоһоҙға әйләнә. Шуға күрә мин үкенестәрҙән алыҫ торам. Ғөмүмән, йәшәргә ҡамасаулаған хәтирәләр көлөн ҡуҙғытмаҫҡа тырышам. Улайһа, ни өсөн был яҙмаларҙың кәрәге, тиерҙәр. Әгәр йөрәгендә һөйөү бөрөләнгән бер генә йәш ҡыҙҙы хаталаныуҙан ҡурсалап алып ҡалһам да бәхетле булыр инем. Үлеп-янып ғашиҡ булғанда ла айыҡ аҡылды юймау мөһим. Ғәҙәттә, беҙ кешене түгел, ә үҙебеҙ уйлап сығарған хыялыбыҙҙы яратабыҙ. Булмаған яҡшы сифаттар күрәбеҙ, бәләкәй генә, ғәҙәти ҡылығына романтик һыҙаттар өҫтәйбеҙ, һәр бер ҡарашынан мөхәббәт уты «тотабыҙ», йыш ҡына ялтырауыҡ ҡабырсаҡ эсендәге шыймалаҡ, шылғаяҡ, имәнес йән эйәһен танымайбыҙ: тышҡы матурлыҡ күңел күҙен томалай.

...Күктә минең исем менән аталған ике яҡты йондоҙ бар. «Ана, баш осондағы йондоҙҙо күрәһеңме? – тине йәшлегем таңында тәүге мөхәббәтем, инде борон-борондан башҡаса аталып йөрөтөлгән күкһел йондоҙға күрһәтеп. – Һине һағынғанда шуға ҡарармын. Ул – һинеке». Һуңынан мин уны хеҙмәттән көтөп алдым, иң-иң изге теләктәр, яҡтыларҙан-яҡты хыялдар менән яҙмышымды уға бәйләнем. «Һин ул кеше менән бәхетле булмаясаҡһың, ул бер ваҡытта ла аңламаясаҡ һине!» – тигәйне, әсенеп, миңә ғашиҡ бер егет. Ә ул ғашиҡ егетте күңелем менән ҡабул итә алманым, сөнки йондоҙҙар ҙа бүләк итмәне, матур һүҙҙәр ҙә һөйләй белмәй ине, һәр минуты һанаулы, иҫәпле, киләсәге асыҡ ине. Күңелһеҙ китап һымаҡ. Беренсе биттән үк ваҡиғаның ни менән барып бөтөрөн белһәң, артабан ул китапты уҡығың да килмәй бит – шуның кеүек. Ә инде сессияларҙың береһендә бығаса тик юғары баһа алып уҡыған кешенең сираттағы һынауҙы «дүртле»гә генә биреүе уның өсөн ысын фажиғәгә әүерелгәс, шул имтиханды уҡытыусы артынан эйәреп йөрөп яңынан тапшырғас... мин уны хатта ябай дуҫтар исемлегенән һыҙып ташланым. Йылдар үткәс кенә теге йәки был ҡылыҡтың нигеҙен төптәнерәк аңлайһың. Мин бит уның көслө ихтыярынан ҡурҡҡанмын. Ни ғилләлер, мин, һәр саҡ эргәмдә көслө, терәк-таяныс булырҙай кеше хаҡында хыялланған бәндә, гел үҙемдән рухи яҡтан көсһөҙ ир-атҡа ғашиҡ булғанмын. Тәүге һөйөүем дә бит йәлләү тойғоһо аша килде. Ул яҙмыш тарафынан үгәйһетелгән, рәнйетелгән бер егет ине. Үҙенең ярым етем бала сағын хәтерләп, һаман ғазаплана торғайны. Эйе, төҫкә-башҡа берәүҙән дә кәм түгел ине ул, киреһенсә, гел бисә-сәсәнең иғтибар үҙәгендә булды. Тыуа-тыуғандан килгән әхлаҡи мәхрүмлектең уның холоҡ-фиғеленә тәрән һәм бер ниндәй һөйөү, игелек ялҡыны менән дә йылытып, уңалтып булмай торған яра һалғанын ҡайҙан ғына беләйем?! Йәнәһе, уны мин генә аңларға һәләтле, мин генә бәхетле итә алам. Ниндәй мин-минлек, тәкәбберлек! Язаһын да ошо мин-минлегем өсөн алғанмын бит аҙаҡ.

Ике йондоҙ, тинем. Икенсеһен ауыр һынауҙар үтеп, тормоштоң әсе-сөсөһөн етерлек эсеп, үҙендә ҡайтанан әҙәмсә йәшәп китерлек көс тапҡан, әммә барыбер ҙә йөрәге ғүмерлеккә таш булып ҡатҡан, миндә һуңлаған, шуға күрә лә үтә көслө, үтә ғәзиз мөхәббәт уты тоҡандыра алған кеше «бүләк итте». «Ул беҙҙең йондоҙ булыр, – тине, – һинең исемеңде атаным...» Ауыр үткәнен ишеткәйнем. Етем үҫкәнен белә инем. Йөрәгемдә һөйөү осҡоно тоҡанған миҙгелдә мин алдымда һалҡын ҡарашлы, иманлы әҙәм ролен ғәжәп оҫта башҡарған игә-һаға булған ирҙе түгел, ә алты ғына йәшенән етем ҡалған, үгәй әсәһенән ҡағылып-һуғылып, мең ғазаптар татып үҫкән сабыйҙы күрә инем. Яҙмышымды ышанып тапшырған кешеләремдең бөтәһе лә күп тапҡырҙар туҡмалған, иҙелгән бәндәләр ине – бәлки, һуңынан үҙҙәренең тормошҡа булған асыуҙарын миңә төшөргәндәрҙер, үҙҙәрен рәнйетеүселәрҙең үсен минән алғандарҙыр? Тәүҙә йәлләп, унан яратырға ярамай. Барыбер һинең яратыуыңдың ҡәҙере булмаясаҡ, һинең йәлләүеңде аңламаясаҡтар. Айырыуса үҙ ғүмерендә әҙәмсә мөнәсәбәт күрмәй үҫкәндәр. Күпселектең, ауыр һынауҙар аҫтында бөгөлөп, бәғерҙәре ҡатып ҡала. Бик аҙҙар ул һынауҙарҙы лайыҡлы күтәреп, йөрәгендә миһырбанлыҡ һаҡлап ҡала алалар. Бик аҙҙар... Мин дә күңелемдең һаман ҡата барыуын тоям. Инде әүәлгесә урамда аунап ятҡан кеше эргәһенә атылып бармайым – моғайын, сирле түгелдер, иҫеректер. Ике бисәнең бер-береһенә әшәке һүҙҙәр сәсә-сәсә, сәстәрен йолҡошоп ғауғалашҡанын күрһәм, уларҙың шул тиклем дә түбәнлеккә төшөүенә ғәрләнеп иламайым. Китап геройҙарының яҙмышы тетрәтмәй, хатта сабый илаған тауыш та бәғзе мәл битараф ҡалдыра. Йә, Хоҙай! Ҡасаңдыр үҙ-үҙемде юғалтмау, йөрәгем сафлығын ҡурсалау маҡсатында рәхимһеҙлектән, вәхшилектән ҡасҡайным түгелме һуң?! Ни өсөн бөгөн үҙемдең бәғерем ҡата?! Йәнем ҡарая?! Күңелем һыуына?! Бөтә донъяға, кешеләргә ғашиҡ йөрәгемә йылан булып шик-шөбһә үрмәләй?! Ҡотҡарығыҙ, тип ҡысҡырғым килә, ҡотҡарығыҙ! Мин үҙемдә яратыу, ғашиҡ булыу һәләтен юғалтам – тимәк, мин инде ярым кеше, ҡотҡарығыҙ! Ләкин, ғәжәп, был ни бары йәнемде урыҡ-һурыҡ ҡына ҡуҙғытҡан, йәһәт кенә үтеп китә торған хис. Асылда иһә бөгөнгө торошом ифрат оҡшай миңә: йөрәкте Мөхәббәт уты яндырып-көйҙөрмәүе, айырылыу-һағыныу һағышынан көйрәмәү, Уны юғалтыу ихтималлығын уйлап өҙгөләнмәү, нәфрәттән алъяп сәсәмәү ҡайһылай ҙа рәхәт! Күңел һиллегенән кинәнәм, ғәмһеҙлек-битарафлыҡ тулҡынында тирбәләм һәм ысынлап та тәкәббер бер йән эйәһенә әүерелә барам. Шулай ҙа бит мине тыуып өлгөрмәй күңелдәре ҡартайған йәиһә үҙен уратҡандарға әхлаҡи нотоҡ уҡырға яратҡан үтә дөрөҫ, үтә аҡыллы ҡатын-ҡыҙ ҙа, олоғайғансы үҙен фәрештәгә тиңләп маташҡан, мөхәббәтте инҡар иткән йәки тормошон бары тик иҫәпкә ҡорған бисә-сәсә лә түгел, ә йөҙҙәренә һыр ятҡанда ла, сәстәренә сал төшкәндә лә тирә-яҡҡа асыҡ ҡараш менән баҡҡан, кешеләргә һөйөү тулы күңелдәрен асҡан ихлас шәхестәр нығыраҡ һоҡландыра.

...Тағы икһеҙ-сикһеҙ дала һәм шул ҡараш иңләмәҫ киңлектә бер-беребеҙгә ашҡына-талпына ҡаршы атлауыбыҙ төшөмә инә. Бар булмышымды көслө Мөхәббәт тойғоһо биләй, мин бындайын да оло һөйөү хисен тәүгә татыйым, кисерәм кеүек. Ҡапыл Ул миңә табан йүгерә башлай, һәм йөрәгемдәге яратыу ҡот осмалы ҡурҡыу менән алмашына: ах, мин бит яңылыштым, ул кеше түгел, ниндәйҙер аяуһыҙ йыртҡыс булған, бына хәҙер миңә килеп етә һәм өҙгәләп, иҙеп ташлаясаҡ. Төш кенә булһасы! Уянырға тырышам, уяна алмағас, өн, ахыры, тигән уйҙа нығынам. Миңә бит йәнемде ҡотҡарырға кәрәк! Бар көсөмә аяҡтарым менән ерҙән этәреләм дә һауаға күтәреләм. Ул мине ҡыуып етә алмаясаҡ, сөнки оса белмәй. Ә мин үлемдән ҡотолоу ҡыуанысынан да, үҙемдә бүтәндәрҙә булмаған иҫ киткес һәләт – осоу һәләтенән дә сикһеҙ ҡәнәғәтлек, бәхет кисереп, һаман юғарыраҡ күтәреләм дә күтәреләм...

Хыялмы һин, Мөхәббәт? Әллә сирме? Үҙ ғүмерендә бер генә мәртәбә лә һине татып кисермәгән кеше бәхетлерәкме, әллә һинең көйҙөргөс ут-һағышыңда үртәлеп, йәнен көлгә әйләндергәндәрме? Ғүмеремде өр-яңынан йәшәү мөмкинлеге бирелһә, үҙемә һине юлдаш итеп алырға, һинең ялҡыныңда янырға риза булыр инемме икән? Әллә тормошомдо баштан уҡ иҫәп-хисапҡа ҡорор инемме? Әҙәм балаһы көндәренең шыҡһыҙлығынан, төндәренең яңғыҙлығынан һинән башҡа ҡотола аламы? Бөгөн «һары матбуғат» һәм популяр телетапшырыуҙар «һөйөү» тип атаған арзан хис менән генә бәхетле, илһамлы була аламы бәндә?! Түшәк уртаҡлығы, хужалыҡ берлеге, дөйөм ихтыяж-ынтылыштар ғына кешенең күңелен үҫтерә, таңдарын яҡты нурға сорнай аламы, йән-тәнен илаһи бейеклеккә, бөйөклөккә алып осорға һәләтлеме? Әгәр шулай түгел икән, ни өсөн һине кисермәгән әҙәмдәр бәхетлерәк йәшәй һуң, Мөхәббәт? Бәлки, һин көндәлек тормош-көнкүреш ағымында тып-тын ғына тибрәнгән ғәҙәти бер кисереш кенәһеңдер? Ә минең ише хыялыйҙар, һине йөҙ-мең биҙәккә буяп, иңдәреңә ҡанаттар ҡуйып, үҙеңде күккә күтәрергә, һинең менән бергә үҙҙәре лә осорға маташалыр? Һиндә булмаған нурға ҡойонорға, йылытмаған ҡуйыныңа һыйынып йылынырға тырышалыр? Бәлки, хыялыйҙар һине уйлап ҡына сығарғандыр, Мөхәббәт? Бәлки... Тик барыбер мин һаман һиңә табынам. Бәғерем ҡатҡан, күңелем һыуынған, ҡат-ҡат уттарыңда янып, йәнем көлгә әйләнгән хәлемдә лә һиңә табынам, Мөхәббәт!..

Эй, Мөхәббәт... Ниндәй көскә эйә һуң һин, әҙәм балаһын зар илатҡан, зыр көлдөргән, иңдәренә ҡанат ҡуйған һәм ҡаҡ ергә атып бәргән?! Тағы ниндәй тойғо һинең менән тиңләшә ала? Хәйер, һинең бит ҡапма-ҡаршы тарафта торған көндәшең – нәфрәт тә бар. Һөйөү ни тиклем көслөрәк булһа, нәфрәт тә шул дәрәжәлә олораҡ, тиҙәр. Бәлки... Әммә барыбер ҙә тора-бара Мөхәббәт еңәлер, йөрәктә ғүмер-ғүмергә һаҡланған тойғо әкренләп һағыш- һағыныуға әүереләлер һәм ғүмер баҡый бәндәнең төҫһөҙ тормошона йәйғор балҡышы өҫтәп торалыр.

* * *

«Мин Таһир өсөн үлергә лә риза булыр инем», – тигән уй килә торғайны Илһөйәрҙең башына. Моғайын, һөйгәненә берәй хәүеф янаһа ул, һис икеләнеп тормайынса, йәнен дә фиҙа ҡылған булыр ине. Ләкин сикһеҙ яратышып өйләнешкән йәштәрҙең тормошо баштан уҡ алға барманы. Таһир үтә лә көнсөл булып сыҡты. Урамда таныш ир менән иҫәнләшкән өсөн дә оло ғауға ҡуптарып, хатта балта-бысаҡҡа тиклем барып етә ине ул. Бер ниндәй ғәйебе булмаған, улай ғына ла түгел, сит яттарға күтәрелеп тә ҡарамаған Илһөйәр иренең көнсөллөк сәбәбен бик оҙаҡ аңлай алмай аптыранды. Бығаса дуҫтары күп булған йәш ҡатын кеше менән аралашыуҙан да туҡтаны. Уға иң яҡын әхирәттәре лә инмәй башланы, сөнки Таһир кәләшен уларҙан да ҡыҙғана ине. Йәнәһе, һине аламалыҡҡа, яманлыҡҡа өйрәтәләр...

Шулай ҙа ир, Илһөйәрҙең класташтары осрашыу үткәрергә булғас, нисектер, ихлас ҡына ҡатынына үҙе тәҡдим итте: «Әйҙә, беҙ ҙә барайыҡ...» Көтөлмәгән был һүҙҙәрҙән Илһөйәрҙең түбәһе күккә тейгәндәй булды: эш менән ғаилә араһында йүгереп ғүмере үткән йәш ҡатын кеше менән аралашыуға тамам зарыҡҡайны.

Ҡасандыр мәктәптә иң татыуы һанала ине Илһөйәр уҡыған класс. Улар бер ғаилә кеүек булды. Шуға күрә Илһөйәрҙе күптәр ҡосаҡлап уҡ алды, уның да ҡабат араларына ҡайтыуына ихлас ҡыуанды. Бөтә был күрешеү ҡыуаныстарын Таһир ҡара янып ситтән күҙәтте. Быны күргән Илһөйәр йәһәт кенә ире эргәһенә ашыҡты. Артабан инде ул өҫтәл артында ла асылып китә алманы, ҡарашын күтәрергә лә, кемгә лә булһа һүҙ өндәшергә лә баҙнат итмәй, тын ғына ултырҙы. Донъяларын онотоп күңел асҡан дуҫтары уны бейергә лә саҡырып ҡараны, ахырҙа, ҡатынды тыныслыҡта ҡалдырҙылар. Класташтарының күбеһе әле ғаилә лә ҡормаған, бәғзе бер ҡыҙҙарҙың күңеленә: «Әгәр кейәүгә сыҡҡас мин дә шулай ирҙән ҡурҡып ултырһам, нимәгә ул миңә?» – тигәнерәк уй ҙа инеп ояланы.

Егеттәр тартырға сығырға йыйынды, тәмәке тартмаған Таһирҙың урынынан ҡуҙғалырға уйы юҡ ине, тартҡылап-эткеләп тиерлек уны ла тышҡа һөйрәнеләр. «Әйҙә, ҡыҙҙар беҙһеҙ генә серләшеп ултырһын бер аҙ», – тине берәүһе.

Ир-ат менән урамда Таһир һин дә мин аралашты, ниндәйҙер көләмәс һөйләп, бергәләп һауһаулап көлөшөп тә алдылар.

– Таһир, – тине шул саҡ Илһөйәрҙең класташына эйәреп ҡайтҡан егет. – Үҙең ҡарап тороуға арыу ғына әҙәм күренәһең, ә ни өсөн ҡатыныңдың күҙҙәре шулай моңһоу? Үҙе йылмайған кеүек, ә бына күҙҙәре... ну, үлеп китерһең, бойоҡ инде...

– Минең бисәнең күҙҙәрендә ни эшең бар?! – тип екерҙе сит егеткә ир. – Нимә, һине ҡарашы менән иркәләп ултырҙымы ни?!

...Уларҙы саҡ айырып алдылар.

– Кейен! – тип бойорҙо Таһир кәләшенә. – Бүтәндәргә тексәйеп ултырып туйғанһыңдыр инде!..

Ҡайтып еткәнсе ҡаңғыртты Илһөйәрҙе Таһир. Һуңынан төнө буйы боларып-тауышланып сыҡты.

Кем белә, яҙмышына күнеп, шулай иргә баш эйеп, йәшәр ҙә йәшәр ине, бәлки, Илһөйәр. Үҙенә утын бысышып-ярып биргән туғыҙынсы синыф малайынан да, бер туған еҙнәһенән дә, бергә эшләгән ир-аттан да ҡыҙғанып, ҡулына нисәмә ҡат Илһөйәрҙе һуйыр өсөн бысаҡ алды, күпме тапҡырҙар үҙе аҫылынып маташты, быларҙың барыһы ҡатындың сәләмәтлеген ҡаҡшатты, ул күҙгә күренеп ябыҡты, һарғайҙы. Таһир менән уртаҡ тел табырлыҡ та, уны үҙеңдең тоғролоғоңа ышандырырлыҡ та түгел ине.

Бер көн шулай эштән ни сәбәптәндер иртәрәк ҡайтҡан Илһөйәрҙе эстән бикле ишек ҡаршыланы. Ишекте шаҡып та, ҡорғандары ҡороулы тәҙрәләрҙе сиртеп тә ҡараны ҡатын, асыусы булманы. «Аҫылынған!» – тигән ҡот осҡос уй мейеһен телде Илһөйәрҙең.

– Таһир, Таһир! Ас ишекте! – тип өҙгөләнеп ҡысҡырҙы ул, йөрәге ярылырҙай булып. – Үлмә, үлмә, йәнем!

Уның тауышын ишеткән күрше ҡатын йүгереп килде:

– Тыныслан, Илһөйәр, суртым да булмаған Таһирыңа, өйҙә ул...

– Өйҙә шул, апай, ул бит тота ла аҫылына...

– Ҡурҡма, аҫылынмаған. Унда... Нисек кенә әйтәйем икән? – Күрше илаған Илһөйәрҙе йыуатып, арҡаһынан ҡағып алды. – Иҫең китмәһен иҫке сапанға... Таһирың унда бер ҡатын менән... Икәүләп инеп киткәндәрен үҙем күрҙем.

– Нисек?! Ә нишләп ишекте асмайҙар һуң? – Илһөйәрҙең был һорауы шул тиклем бер ҡатлы, эскерһеҙ яңғыраны, күрше ҡатынҡай уға ни тип әйтергә лә белмәй, аптыранып ҡалды.

– Әйҙә, бына бында, ышыҡта, шым ғына ултырып торайыҡ. Өндәшмәй генә. Киткәндәр икән тип уйлаһындар, – тине ул шыбырлап. – Үҙең аңларһың... Теләһәң, хәҙер тәҙрәне ватабыҙ.

– Апай, Таһир иҫәнме икән? – Илһөйәрҙең башында һаман үҙ уйы ине. – Мин уның өсөн ҡурҡам...

– Иҫәр... Эй, иҫәрһең дә инде, ҡыҙыҡай. Ярамай улай бер ҡатлы булырға. Ана, үҙеңде ни хәлгә төшөрҙө бит, ҡәһәр һуҡҡан нәмәкәй. Ирең үҙе гүләйт итә, ә һине көнләшеп аптырата.

Бик оҙаҡ көтөргә тура килмәне уларға, шыпырт ҡына ишек асылды, унан Таһирҙың туҙынған сәстәре күренде.

– Йә, йәһәтерәк бул, күренмәй, киткәндер. Тиҙ, тиҙ ҡыймылда! – Ирҙең артына боролоп шулай өндәшеүенә коммуналь хужалыҡ идаралығында бухгалтер булып эшләүсе Рәмзиәнең тултырылған тауыҡ кеүек йомро кәүҙәһе күренде.

– Әһә! Эләктеңме?! – Күрше апай Рәмзиәнең сәсенә үк барып йәбеште. – Һөйрәлсек! Кеше ире менән көпә-көндөҙ...

Илһөйәр Рәмзиәгә лә, уны өҫтөрәкләгән күршеһенә лә иғтибар итмәне, өйгә атылды. Иҙән уртаһында кейенеп тә өлгөрмәгән ире шәп-шәрә килеш баҫып тора ине. Уның артында пыран-заран килтерелгән түшәк...

Бөгөн Илһөйәр ул көнгә лә, күршеһенә лә рәхмәттәр уҡый. Күҙҙәрен асҡан өсөн. Иренән китергә үҙендә көс тапты ул. Әгәр бығаса тормоштары ал да гөл барһа, әллә хыянатын да кисергән булыр ине, әйтеүе ҡыйын. Ләкин Таһирҙың күҙ алдындағы иләмһеҙ ҡылығы уларҙың ғаилә усағын һүндереүсе һуңғы тамсы булды. Эйе, тәүге мәлдәрҙә ҡатындың йәшәрлек тә көсө юҡ ине. Ире судта һис айырылышырға теләмәне, уға Илһөйәр кеүек баҫалҡы, күндәм холоҡло ҡатын менән көн итеүе, әлбиттә, ҡулай булғандыр. Бәлки, үҙенсә яратҡандыр ҙа. Һәр кемдең яратыуы үҙе кимәленән ашып китмәй бит.

– Беҙҙе айырырға хаҡығыҙ юҡ, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул суд ултырышында.

Илһөйәр ирен һаман да ярата ине. Ул мөхәббәтте йылдар ҙа, юлдар ҙа бик оҙаҡ юя алманы. Әммә ҡатындың артабан да кәмһетелеп йәшәрлек көсө ҡалмағайны...

Америка ғалимдары мөхәббәтте психик сир менән сағыштыра. Әҙәм балаһын юғары күтәргән, ҡанатландырған, илһамландырған был илаһи тойғоно ауырыу тип атау, моғайын, бик үк дөрөҫ булмаҫтыр. Ләкин яратҡан кешенең күңел күҙе томаланыуы хаҡ. Ул һөйгәнендә булмаған ыңғай сифаттар күрә, уның һәр ым-хәрәкәтенә айырым мәғәнә бирә, етешһеҙлектәренә аҡлау эҙләй. Психологтар һөйөү тойғоһон күп төрҙәргә бүлеп йөрөтә. Шуларҙың беҙҙең өсөн иң таныш булғандары: анапе, эрос, прагма. Әгәр кешелә әлеге өс төр бергә уҡмашһа, ул мөхәббәт иң тотороҡлоһо иҫәпләнә. Тәүгеһе ике йән эйәһенең үҙ-ара гармониялы мөнәсәбәтен аңлата. Егет менән ҡыҙға аралашыуы, һөйләшеүе, бергә ваҡыт уҙғарыуы ҡыҙыҡ, улар араһында уртаҡлыҡтар күп. Улар бер-береһен яҡшы аңлай. Ләкин ике арала физик тартылыу юҡ дәрәжәһендә. Ә инде эрос, был төшөнсә үҙе үк аңлатып тора, бары тик физиологик ылығыуға, физик яҡынлыҡҡа ҡоролған. Тәбиғәт беҙҙе ике енестә яратҡас, беҙ тормоштоң был яғын да бөтөнләй иҫтән сығарып ташлай алмайбыҙ. Прагма иһә матди ҡыҙыҡһыныусанлыҡ аша килгән тойғоно (йыш ҡына ул бер яҡтың икенсеһенә булған рәхмәт хисе нигеҙендә барлыҡҡа килә) күҙ уңында тота. Был йәһәттән бөйөк француз йырсыһы Эдит Пиаф тормошо сағыу миҫал булып торор ине, минеңсә. Яҡын кешеһе булмаған йырсы ғүмерен үҙенән күпкә йәш егет менән бәйләй. Өйләнгән сағында кейәү кеше кәләшенән үҙенең матди иҫәп- хисабын йәшермәй. Ләкин ире Эдит Пиафты ихлас ихтирам итә, һис бер ҡасан уны кәмһетеүгә юл ҡуймай, тора-бара прагматик иҫәпкә ҡоролған никахта һөйөү тойғоһо өҫтөнлөк ала башлай...

Шулай, нисек кенә булмаһын, кеше тормошонда мөхәббәттән дә ғазаплыраҡ, әммә изгерәк, олораҡ тойғо юҡтыр.

Бәғзе берәүҙәр, Ерҙә йәмғеһе өс кенә нота, өс кенә төҫ, ни бары өс сюжет бар, тип ҡабатларға ярата. Нота менән төҫ-буяуҙы музыка белгестәренә һәм рәссамдарға ҡалдырайыҡ. Нисә сюжет бар һуң ҡәләм тирбәтеүселәргә? Берәү генә, тиер инем, берәү генә. Ул да булһа, Мөхәббәт сюжеты, Мөхәббәт темаһы. Әҙип ни хаҡында ғына яҙһа ла, ахыр сиктә әлеге Мөхәббәткә әйләнеп ҡайта. Донъяны, ғаләмде, кешелекте тотоп тороусы бөйөк тойғо ул – Һөйөү! Хәйер, композитор менән рәссам ижады ла ошо иң изге, иң көслө тойғоға буйһона түгелме? Тыуған илгә, ергә, ата-әсәгә, балаға, берҙән-береңә ҡарата һөйөү илһам бирмәйме ни улар ижадына ла?

Йәшлек мөхәббәте, тәүге мөхәббәт тураһындағы һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Һәм улай ғына ла түгел.

Социологтар һәм психологтар тәүге мөхәббәтте иң бәхетһеҙе тип атай. Улар фекеренсә, беренсе яратҡан кешеһе менән тормошон бәйләгәндәр араһында айырылышыуҙар ҙа, бүтән төрлө бәхетһеҙлектәр ҙә күберәк. Ләкин иң керһеҙ, иң саф тойғо барыбер ҙә йәшлек һөйөүелер, сөнки әҙәм балаһы тәү ҡат ғашиҡ булғанда бер ниндәй матди мәнфәғәттәрҙе лә, башҡа төрлө иҫәп-хисапты ла күҙ уңында тотмай. Уның өсөн донъя кендеге – һин бар, һинән дә гүзәлерәк, һинән дә ҡәҙерлерәк берәүҙең дә булыуы мөмкин түгел. Тәбиғи, үҙенең киләсәген, иң-иң татлы хыялдарын ул һиңә бәйләй, тормошон һинһеҙ күҙ алдына килтермәй. Йыш ҡына һинең кәмселектәрең уға ыңғай һыҙат булып күренә, тәү ҡарамаҡҡа әһәмиәтһеҙ генә ым-ишараң, һәр һүҙең айырым бер мәғәнәгә эйә була бара. Йәнгә илһам биреүсе, йәш кешене ҡанатландырыусы илаһи хис-тойғо менән енси тартылыу араһында йыш ҡына ер һәм күк араһындағы айырмалыҡ ята, юҡҡамы ни, егете һөйгән ҡыҙын йыш ҡына башҡа бөтә ҡатын-ҡыҙҙан юғары ҡуя һәм һаҡлай.

Моғайын, беренсе йә икенсе булыуында ла түгелдер хикмәт, ә уның ихласлығында, көслөлөгөндә, ололоғондалыр. Ниндәй тойғо нығыраҡ һәм көслөрәк була, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй? Һине яратҡан кеше менән бәйләргәме тормошоңдо, әллә үҙең һөйгән менәнме? Әлбиттә, бөтә был һорауҙарға берҙән-бер яуап юҡ. Барыһы ла беҙҙең булмышыбыҙға, тәрбиәбеҙгә, үҙебеҙгә һәм яҡыныбыҙға ҡуйған талаптарға, донъя, йәшәйеш, ғаилә хаҡындағы күңелдә нығынған фекеребеҙгә, ниһайәт, икенсе енес кешеһе тураһындағы мәғлүмәтебеҙгә бәйле. Ике төрлө мөхиттә тыуып-үҫеп, йыш ҡына бер-береһенән бик ныҡ айырмалы тәрбиә алған, тормошҡа ҡараштары ике төрлө булған кешеләрҙең бер-береһен аңлап, нисек бар – шулай ҡабул итеп, татыу ғаилә ҡороуҙары ябай ғына эш түгел. Әле беҙ алда был мәсьәләгә йәнә әйләнеп ҡайтырбыҙ. Бөгөн мин бер хәл-ваҡиғаны бәйән иткем килә.

Гөлсәсәк менән Фәнзилә – яҡын дуҫтар. Кейәүгә сыҡҡас та дуҫлыҡҡа хыянат итмәне улар, ирҙәре лә тиҙ уртаҡ тел тапты. Бер ғаиләлә – ҡыҙ, икенсеһендә ул тыуғас, донъялары тағы ла түңәрәкләнде. Ике баланың бер мәктәптә, хатта бер класта уҡыуы ғаиләләрҙең тағы ла тығыҙыраҡ аралашыуына мөмкинлек асты. Балалары тәүфиҡлы, аҡыллы булып үҫеп етте...

Зарина менән Азат һоҡланғыс пар инеләр. Икеһе лә һомғол буйлы, сибәр. Кескәй генә саҡтан килгән дуҫлыҡ тора-бара һөйөү тойғоһо менән алмашынды. Йәштәр өйләнешергә теләүҙәрен белдергәс, ике яҡ та ҡыуанды ғына. Ата-әсә фатихаһын алған Зарина менән Азат бик бәхетле ине был көндәрҙә. Икеһе лә бына-бына институт тамамлай, матди йәһәттән мохтажлыҡ кисермәгән ғаиләләр йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер: бер бүлмәле фатирҙары ла, хатта үҙ машиналары ла буласаҡ.

Туйға теүәл ун биш көн ҡалды тигәндә, Азат бәләкәс кенә кәүҙәле, ҡараҡай ғына бер ҡыҙыҡайҙы етәкләп килеп инде. Күрмәлекһеҙ генә ҡыҙҙы Фәнзилә тәүҙәрәк мәктәп балаһылыр тип уйлағайны. Баҡтиһәң, уға инде егерме йәш икән.

– Әсәй, мин өйләнергә хәл иттем...

– Уныһын беләбеҙ, Зарина һәйбәт ҡатын буласаҡ.

– Юҡ, әсәй, мин Заринаға түгел, Рәзиләгә әйләнәм. Таныш булығыҙ...

Фәнзилә хәлһеҙләнеп стенаға һөйәлде.

– Һин ни һөйләйһең, балам?! Әҙәм алдында оят. Туйыңа ике аҙна ваҡыт ҡалған. Заринаға, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйға ни тип аңлатырбыҙ?

– Әсәй, мин яҙмышымды осраттым – Рәзиләне!

– Ҡасан, ҡайҙа осраттың?! Был нәмәкәй ҡайҙан пәйҙә булды бөгөн килеп?! Ниңә элегерәк уйламаның?!

– Беҙ бөгөн генә осраштыҡ, әсәй.

– Уф! Ул ни тигән һүҙ?! Сәңгелдәк йәшенән бергә үҫкән һыу һөлөгөндәй, аҡыллы, күркәм Заринаны ошоға алыштыраһыңмы, иҫәүән?! – Фәнзиләнең теленән саҡ-саҡ «бисура» һүҙе ысҡынманы. Ҡойто ғына кейенгән, ғүмерҙә прическа-фәлән күрмәгән сөм ҡара сәстәре яурындарына ялбырашып төшкән ҡыҙ уға, ысынлап та, әкиәт донъяһынан килеп ингән яуыз бер ҡыҙ-ҡырҡын булып күренде.

– Зарина һәйбәт ҡыҙ, әсәй, тик мин Рәзиләне яратам.

– Бөгөн күрҙең дә бөгөн яратып өлгөрҙөңмө?

– Эйе, әсәй. Ярай әле, туйға тиклем осраттым, юғиһә ни булыр ине...

– Ни өсөн Заринаны ышандырҙың шулай булғас? Ниңә, өйләнәм, тип алдап йөрөттөң, ә?!

– Алдаманым мин уны, гел әйтә килдем, һин миңә бер туғаным кеүекһең, тип. Мөхәббәт шулай булалыр, тип уйланым.

– Ошо турғай балаһын яратам тип уйлайһыңмы?

– Мин уны йәлләйем...

Илап та, ялбарып та аңлата алманы улына Фәнзилә уның хаҡһыҙлығын. Атаһын да тыңламаны Азат. Заринанан ғәфү үтенергә тип барғайны өйөнә, уны ҡыуып ҡына сығарғандар. Рәзиләне Азаттың ата-әсәһе ҡабул итмәне, йортона ла индермәнеләр. Азат ҡыҙ артынан үҙе сығып китте. Ҡайҙалыр бүлмә тапҡандар, имеш, тигән хәбәрен генә ишеттеләр.

Зарина Мәскәү тарафтарына сығып китте. Бәләбәй ҙур ҡала түгел, күптәр бер-береһен яҡшы белә. Ғәрләнде ҡыҙ, һөйгәненең хыянатын аңлай ҙа, ғәфү итә лә алманы. Ике ғаилә араһындағы дуҫлыҡ ҡаҡшай төштө. Бер-береһенә тумһайышып та йөрөмәнеләр былай, юҡ-юҡта хәл дә белешеп торалар, тик әүәлге ихласлыҡ, йылылыҡ юҡ ине инде. Фәнзилә әхирәте менән уның ҡыҙы алдында үҙен сикһеҙ ғәйепле тойҙо. Уның һайын улын «урлаған» Рәзиләгә асыуы килде, нәфрәте артты. Азаты өсөн йәне һыҙылһа ла, хәлен белешергә ашыҡманы. Үҙенсә ул Рәзиләне бер ҡасан да килене итеп танымаҫ кеүек ине...

Бер көндө улы шылтыратты.

– Әсәй, Рәзилә дауаханаға эләкте, сысҡан биҙгәге эләктергән. Хәле ауыр. Зинһар, эргәһенә барып сыҡ инде.

– Беҙ кәрәкмәй инек бит әле һеҙгә...

– Әсәй, атайым да, һин дә беҙгә һәр саҡ кәрәк...

Унда ла барманы Фәнзилә килене эргәһенә. Һуңынан ул улының Рәзилә өсөн нисек өҙгөләнеүен, асылда киленен Азаттың һөйөүе һәм хәстәрлеге ҡотҡарыуын белде. Ҡайҙалыр бик тәрәндә, әгәр мин сирләп китһәм, моғайын, улай уҡ булмаҫ ине әле, тигәнерәк көнләшеүгә оҡшаш хис тә ҡуҙғала биреп ҡуйғайны, ләкин Фәнзилә ул ҡара уйға ирек бирмәҫкә тырышты. Беренсе ҡат улының, ысындан да, ҡатынын өҙөлөп яратыуын аңланы.

Азат менән Рәзиләнең бәхетле ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә быйыл ун биш йыл тулып уҙҙы. Ҡайны-ҡәйнәһе лә килен сифатында Заринаны күреүҙән төңөлдө, Рәзиләне ҡабул итте, ҡыҙҙары кеүек яратып өлгөрҙө.

– Мине бит тәүҙән үк бигерәген дә ҡәйнәм яратманы, – тип йылмая Рәзилә. – Улы юғары белемле, мин уҡымаған, бер һөнәрем дә юҡ ине. Етмәһә, Зарина кеүек зифа, матур түгелмен. Балалар йортонда үҫтем, яҡын туғандарым да юҡ, исмаһам. Ҡайным менән ҡәйнәмә ярайым тип, институт бөттөм, күңелемә ятҡан эш таптым. Ҡәйнәм мине яҡын күрһен өсөн уға оҡшап ҡына торған ҡыҙ таптым...

– Бөгөн Рәзилә урынында башҡа берәүҙе киленем итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым, – тип өҫтәй Фәнзилә. – Уны ҡыҙым итеп яратам, унан да һәйбәтерәк килен булмаҫ ине барыбер...

Мөхәббәттең ни тиклем нескә һәм ҡатмарлы тойғо булыуын тағы бер күрһәтә был ваҡиға. Ваҡытында уны айыра, таный белеүҙең ни дәрәжәлә мөһим икәнлеген. Әлбиттә, үҙе ихлас яратҡан Заринаға еңел булмағандыр. Әммә Азат теге ваҡытта баҙап-юғалып ҡалһа, һуңынан бәхетһеҙҙәр һаны ла күберәк, бәхетһеҙлек үҙе лә олораҡ булыр ине бит...

Ә быныһы инде ғибрәт өсөн

«Мин башымды мендәр аҫтына йәшерәм. Унда береһенән-береһе әсерәк, ырғытһаң эт тә ашамаҫ һүҙҙәр, урынһыҙ ғәйепләүҙәр барып етмәҫ кеүек. Тик ҡолаҡтарыма, бәғзе мәл хатта тейешен дә ишетмәгән ҡолаҡтарыма, ни ғәжәптер, бөгөн бөтәһе лә үтә яҡшы үтеп инә. Бесәй балаһы ише йомарланып ятҡан еремдән һикереп торғом, ауыр һүҙҙәрен кире ҡаҡҡым, йән әсеһе менән ҡысҡырғым, иҙәндә тәгәрәп йөрөп үкереп-үкһеп илағым килә. Түшәктең, ошоғаса икебеҙҙең генә мөхәббәтенә, наҙ- иркәләүҙәренә, иңдәргә ҡанат ҡуйыр матур һүҙҙәргә шаһит уртаҡ түшәгебеҙҙең әле кистән генә һылап-һыйпап йәйгән, крахмалы ла ыуалып-бөтәрләнеп өлгөрмәгән туҡымаһына тештәремде батырам, устарыма тырнаҡтарымды ҡаҙайым. Күңелемдән Хоҙайға ялбарам: «Эй, Аллам, күркәм сабырлыҡтар бирсе, түҙәйемсе яҙмышымдың был һынауына ла, хәҙер һөйгәнемдең бер һүҙенә ҡаршы йөҙ, мең тапҡыр әсерәк, ағыулыраҡ йөмлә ырғытырмын да, һуңынан терһәгемде тешләрҙәй булып үкенермен, айырылышыуҙа үҙемде ғәйепләүҙән йәнем ярылыр...» Уның шул дәрәжәлә хаяһыҙ ҡыланышына күрә яуап бирергә кәрәктер бит, бәлки, аңлар, һис юғы тыйылыр ине тигән уй мейемде телеп үтә. «Юҡ, аңламаҫ ине, ваҡланма, зинһар, сабыр ит, – ти йәнә иҫәр генә башҡайымдың ҡайһылыр бер мөйөшөндә йәшеренеп ҡалған аҡыл осмото. – Барыбер ҡасан да өҙөләсәк ептәрҙе һин генә һаҡлап тота алмайһың. Сабыр ит. Һеҙҙең мөхәббәттең киләсәге юҡ». «Киләсәге булмағас, мөхәббәт буламы һуң? – Сикһеҙ әрнеүҙән бына-бына туҡтайым тип торған йөрәгем уғата ҡыҫып ауырта башлай. – Мин бит үлеп, өҙөлөп яратам Уны! Мин нишләрмен?!»

Хуш! Ул әйттеме был һүҙҙе, әллә шартлап ябылған ишек шулай ыңғыраштымы? Ырғып тороп, артынан йүгергем, Уны туҡтатҡым, алдарына теҙләнеп, тубыҡтарын ҡосаҡлап илағым, китмәүен үтенеп ялбарғым килә. Ләкин башымды күтәрер ҙә көс таба алмай, әле үткән төн генә икебеҙҙе берҙәй һыйындырған түшәк туҡымаһын сәйнәп, ята бирәм. Ниңә ошо мәлдә берәй уғры килеп ишек асмай икән?! Үҙ йәнемде үҙем алалмайым, исмаһам, ул ҡыйыр ине был бер кемгә кәрәкмәгән тиле ғүмеремде. Ирем бит миңә: «Йәшәй белмәгән бисә! Ун биш йәшлек ҡыҙҙар ҙа һинән аҡыллыраҡ», – тине. Йәшәй белмәгән мин кемгә кәрәк? Мәғәнәһеҙ ғүмеремдең бына ошо миҙгелдә, Ул мине ҡалдырған ҡот осҡос минутында өҙөлөүе хәйерле түгелме ни? Был донъянан анһат ҡына китеү юлы юҡмы икән ни? Бер ниндәй ауыртыныу-һыҙланыуһыҙ ғына... Әгәр мин бик ышанып етмәгән теге донъя булһа? Ул саҡта бит йәнем мәңге әрнеп-һыҡранып, мәңге-мәңге тынғылыҡ тапмай аҙашып йөрөйәсәк! Унан, донъялыҡтан китеп, мин кемгә, нимә иҫбатлайым? Уны сикһеҙ ныҡ яратҡанымдымы? Ғәйепһеҙ булыуымдымы? Ысынлап та йәшәй белмәүемде, бер нәмәгә эшкинмәүемде генә раҫлармын бит. Уның һүҙҙәрен генә дөрөҫкә сығарырмын. Мине яратмаған бәндә минең өсөн ҡайғырмаясаҡ та, шатланасаҡ ҡына, еңел ҡотолоуынан иркен һулаясаҡ, хатта намыҫ ғазабы ла кисермәйәсәк. Мин йәшәргә тейеш! Үлергә хаҡым юҡ минең! Хәҙер мин тороп баҫам, йыуынам, кейенеп-яһанам һәм урамға сығып китәм. Арығансы кеше араһында йөрөйөм. Кеҫәмдә һуҡыр бер тин аҡсам булмаһа ла кибет, баҙарҙы айҡап сығам, нимәнелер кейеп ҡарайым, ниҙелер тотоп...»

«Минең алда үҙен нисек тәкәббер тота! Ҡолаҡтарын мендәр менән томалап ҡуйҙы, йәнәһе, әйҙә, һөйлән, ҡысҡырын, мин төкөрмәйем дә! Әйтте миңә апайым, һиңә бәхет килтермәйәсәк ул бисә, тип. Ҡара, нисек эре ҡылана! Әйтерһең, муйындан һыға ҡосаҡлап, күкрәгемә һыйынып, «яратам, йәнем» тип бышылдаған ул түгел. Шулай инде, беҙҙе, ир-атты, йүгәнләргә күп кәрәкмәй, мин, ахмаҡ, ошо бисураның нимәһенә ҡыҙыҡтым икән? Ни түше, ни арт һаны, тигәндәй, етмәһә, һаман ябығырға тырышып ятҡан көнө. Миңә рагу кәрәкме ни, миңә ҡосаҡлағанда ҡосаҡ етмәҫлек... Юҡ, ғәрләнә белмәй, иҫе лә китмәй, йылан һымаҡ йомарланып алған да, ята бирә. Һикереп тороп, бер тиргәшергә лә хәленән килмәй, исмаһам. Ул саҡта белер инем үҙен ҡайһылай аҡылға ултыртырға. Ҡымшанмай ҙа. Ашар-ашамаҫ йөрөй торғас, хәле ҡалмағандыр инде бахырҙың. Йөрәгенә зарланған була, ю-у-уҡ, бының йөрәге минекенән нығыраҡ. Ана, минең йөрәк күптән инде күкрәкте тишеп сығып килә. Хәҙер ишекте шарт ябып сығып киткәндә инде. Белер ине. Минһеҙ ни хәле бар уның, үткәндәге һымаҡ арттан йүгереп сығыр, муйынға аҫылыныр. Туҡта, бөгөнгө ҡыланышы тиккә генә түгел бит бының! Кемдер ишек шаҡығас, йүгереп барып асты, шыпырт ҡына ниҙер һөйләште лә, йәһәт кенә кире ябып ҡуйҙы. Тимәк, кемгәлер әүрәгән. Кемделер тапҡан. Ә нисек тоғро, фәрештә булып ҡылана! Ышан бисәләргә... Халыҡ дөрөҫ әйтә, бисәңә ышанма, этеңә ышан, тип. Әллә ыңғыраша инде? Хас та теге ишек алдында эйәһеҙ йөрөгән эт кеүек. Эт инде, эт, ни тип аҫыл ғүмеремде әрәм итәм бының менән? Һиңә минең апайҙан өйрәнергә кәрәк аш бешерергә, тип кенә әйткәйнем, «был яғына апайыңда ғына ашап йөрө», тиме? Үәт, зараза! Ашаһам, ашармын да. Теге көндө күршелә йәшәүсе Зилзиләне маҡтаған өсөн яу ҡуптарғайны. Үҙе лә сибәр, өҫтөндәге туны ла затлы, өҫтәүенә, «Хонда»ны ла үҙе йөрөтә, тип кенә әйткәйнем бит әле. «Зилзиләнең ире кеүек бизнесмен булһаң, мин дә унан ҡалышмаҫ инем», – тигән була, хәстрүш. Ну, мин бит тура ҡарап ҡырын һөйләп өйрәнмәгән, өҫтәнем инде: «Зилзилә кеүек ҡупшы буй-һынды, ҡыйғас ҡаштарҙы һатып алып булмай ул», – тип. Улай булғас, Зилзиләне бизнесмен иренән айыртып ал, ти бит әле. Ә бит был – идея! Мин әле хоть куда! Уйларға кәрәк. Бер бисәне ҡарата һәм ҡарай алмайыммы ни мин? Хәҙер уны кейендерәһе юҡ, сепрәк-сапраҡҡа туйғандыр инде, алтын-бриллианты етерлек. У-у, ҡалайтып ятҡан була, нишана! Бармағына Нух заманындағы көмөш йөҙөгөн кейеп алған булған. Юҡ, мең ҡат хаҡлы апайым, өйләнгән саҡта уҡ әйтте, байыраҡ ҡатын ал, тип. Ятаһыңмы һаман? Ят әйҙә, ят, күпме ятырһың икән. Хәҙер артымдан йүгереп сығырһың, ҡайҙа бараһың һин минһеҙ! Хуш!»

«Уф, йөрәгем ярылып бара, ни хәлдәр генә ҡылайым икән? Унһыҙ бер толҡа тапмайым. Башҡа ваҡытта кибеттәрҙе ҡыҙырып сыҡһам да еңелерәк булып ҡала торғайны. Бөтә көсөмдө алып, тормошомдо емереп китте. Нисек йәшәрмен Унһыҙ? Илауымды кеше күрә инде. Юҡ, юҡ, борсолмағыҙ, зинһар, иғтибар итмәгеҙ. Мин былай ғына... Ҡайһылай оят булды, ситкәрәк китәйем әле. Етте! Етте, тием һиңә, һыҡтарға! Таптың ҡайғы! Хәҙер күҙ йәштәреңде һөрт, ҡалған ғына һумдарыңа берәй кәнфит-маҙар ал да йүгер әхирәтең эргәһенә. Әйҙә, туйғансы ила шунда, эс сереңде бушат... Шулай йыуатам үҙемде. Ә үҙемдең йәнемде һағыш-хәсрәт өтә. Унһыҙ, Уның наҙҙарынан башҡа нисек йәшәрмен? Сәстәрем әле булһа Уның ҡулдары йылыһын тоя, индәремде Уның наҙлы устары иркәләп һөйә төҫлө. Ҡаршыма осраған һәр һомғол ирҙә ҡапыл Уны күргәндәй булам да, тертләп, артҡа сигенәм. Үҙем һаман Уны һағынам, Уны ғына яратам, ҡабат әйләнеп килерен көтәм, ә үҙем осрашыуҙан ҡурҡам, сабырлығым һынып, түҙемлегем юйылып, ҡосағына атылырмын, йәнә лә донъямды онотормон һәм тағы бөтәһе яңынан ҡабатланыр: Ул мине битәрләр, кәмһетер, көнләшер, әшәке һүҙҙәре менән йәнемде ҡыйыр. Бер остоҡ ҡына аҡылым иҫкәртә: ҡабатлай ғына күрмә, төкөргәнеңде кире йотма, хәйерлегә булмаҫ!..»

«Унан сығып китеүемә бөгөн теүәл бер ай. Бер ай эсендә бер генә тапҡыр ҙа шылтыратманы. Үҙем шылтыратып ҡарағайным, телефонын һүндерә лә ҡуя. Әллә, ысынлап та, берәй бәндәһе бармы икән? Әгәр шулай икән, минең менән нисек улай иркә, күндәм була белде һуң Ул? Миңә Уның кинәт кенә сыңғырлата көлөп ебәреүҙәре, яғымлы ҡулдары, тәмле ашы, һөйөп ҡараған ҡарашы етмәй. Бисәләр ни, улар эт тубығынан, хәҙер алдыңа менеп атланырға, муйынға аҫылынырға ғына торалар. Теге Зилзиләһен дә күрҙем. Бөтә нәмәне аҡса менән иҫәпләй икән. Онотолоп ҡуйыныма һыйынған, ҡосағымда бөтә донъяһынан ваз кисеп иркәләнгән, ҡайнар ирендәре менән мине ҡабыҙған наҙлыҡайым, ҡайҙа һин? Ни өсөн тәҙрәләрҙә ут юҡ, кистәрен ҡайҙа йөрөйһөң, кем менән?! Әллә барып ишек шаҡып ҡарайыммы икән? Асмаһа?! Йә унда башҡа берәйһе... Юҡ, ирме мин, түгелме? Ни өсөн мин ялынырға тейеш?! Үҙе саҡырһын. Шул саҡта инде ҡарарбыҙ...»

«Эй, Хоҙайым, тәҙрә алдында нисәнсе ҡат Уны күргәндәй булам. Мине, һуҡыр тауыҡ, тип битәрләй торғайны, ысындан да, һуҡырмын шул, алтынсы ҡаттан бер нисек тә таный алмайым. Улмы, түгелме? Ни өсөн ишеккә килмәй һуң? Юҡ, килмәһен. Сыҙамам, ҡосағына атылырмын. Ә Ул тәүҙә ҡосаҡлар, үбер, ә һуңынан йәнемде таларға керешер. Бөтһөн барыһы ла! Кәрәкмәй! Кит тәҙрә эргәһенән, бүтән эшең юҡмы ни? Ҡабыҙ утыңды, ҡулыңа бәйләмеңде ал, ана, кереңде йыуып эл, иҙәндәреңде һөртөп сығар. Әҙәм баш тығырлыҡ түгел өйөңә... Ә Ул һаман тора. Улмы, түгелме? Әгәр Ул икән, ни өсөн ишеккә килмәй һуң?!.»

Эй, мөхәббәт...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

Читайте нас