Аҡрын ғына, бер кемгә насарлыҡ ҡылмайынса, япа-яңғыҙ йәшәп ятыусы Бөкрө хаҡында был әҫәр. Уның бер кеме лә, хатта атаһы менән әсәһе лә юҡ. Дуҫтары ла, яратҡан йәре лә...
Бөкрө бит ул. Бөкрөгә кем туған булһын да, кем дуҫ булһын?! Бөкрөләрҙең никахлашҡан кешеләре лә, ғаиләләре лә булмай. Улар йәшәгән ерҙә көҙгө-маҙар ҙа таба алмаҫһың. Шайтан төкөрөгө менән йүгертелгән быялалағы йәмһеҙ сағылышыңа ярашлы рәүештә, йөрәгеңде әрнетеүҙән ни мәғәнә?! Көҙгө булмағас, Бөкрөнөң ғәрип, йәмһеҙ ҡиәфәте лә юҡ кеүек. Уңайлы, шулаймы? Ҡалғаны ул тиклем мөһим түгел. Күренмәй, шуның менән – вәссәләм!
Ә бына исеме бар микән? Барҙыр, Бөкрө булһа ла, кеше, әҙәм балаһы бит ул! Инсани зат! Унан... исемгә көҙгө кәрәк түгел бит. Исемдең йөҙө, ҡиәфәте, бөкрөһө лә юҡ...
Шулай ҙа исеме нисек икән уның? Бөкрө... Бөкрө? Ни өсөн Бөкрө булһын?! Әйттем бит, ундай исем булмай, тинем. Берәр пәйғәмбәр исемелер әле...
Исемгә көҙгө кәрәк түгел, уға күңел кәрәк. Кеше исеменең сағылышы уның күңелендә. Кеше булыуҙың иң юғары дәрәжәһе лә шунда – исемен уның күңеленән табып, уҡырға, танырға өйрәнеүҙә...
Үҙе бөкрө, йәмһеҙ, килбәтһеҙ булһа ла, исеме матурҙыр уның. Ә ни өсөн ул насар, йәмһеҙ булырға тейеш әле? Юҡтыр, бөкрөлөк йәмһеҙлек билдәһе түгелдер. Күнекмәгәнгә генә шулай килбәтһеҙ, һанһыҙ булып күренәлер ул. Ә, бәлки, бик матур кешелер. Башҡалар ғәриптер, йәмһеҙҙер? Һеҙ уның ашығып ҡына китеп барған сағында артынан ҡарап ҡалығыҙ. Осоп, осоноп барған кеүек ул, әйтерһең дә, иңдәрендә пар ҡанаттар бар! Шунда уҡ уйлап ҡуяһың: бөкрөлөк изгелек билдәһе түгелме? Боронғо китаптарҙа яҙылған бит: кеше бөкрөһөндә Хоҙай Тәғәлә йәшәй, тиелгән...
Бөкрө ул. Ҡанатлы. Изге. Тик... яңғыҙ. Бәхетһеҙ кеше түгел – яңғыҙ. Изгелек яңғыҙлыҡ менән бергә йөрөй. Ул быны тойоп йәшәй. Шуға күрә уның бер кемгә лә асыуы юҡ. Үпкәһе юҡ. Зарланмайынса, һыҡранмайынса, рәнйемәйсә, ҡапыл күктән төшкән кеүек кенә үҙенең тар бүлмәһендә бер үҙе йәшәп ята...
Бөтөнләй үк япа-яңғыҙ түгел икән әле ул. Уның менән өмөт йәшәй. Хыял тип әйтмәҫ инем. Хыял ул ҙурыраҡ, мөһимерәк, татлыраҡ. Хыял ул йыраҡтараҡ. Бөкрө менән тыйнаҡ ҡына, сабыр ғына өмөт йәшәй. Бөкрө әлегә уны күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә, бары тик тоя ғына. Яҡында икәнен тоя. Өмөттөң мәрхәмәтле, рәхимле һәм яғымлы булыуын тоя...
Был һүҙ юҡтан тел осона ғына килеп кермәне, әлбиттә. Эйе, Бөкрө үҙенең өмөтөн генә түгел, мөхәббәтен дә тоя, был мөхәббәт хисенең үҙ йәшәйешен, яҙмышын төбө-тамыры менән үҙгәртәсәген һиҙеп йәшәй...
* * *
Ул бөгөн иртәрәк сыҡты. Туҡталышҡа халыҡ йыйылып өлгөргәнсе, берәй иркенерәк автобусҡа ултырырға ине ниәте. Шыплап, тыңҡыслап тултырылған машина эсендә ҡыҫылып, бәрелеп-һуғылып барыуҙан ла хәтәрерәк ғазап бар микән? Бәлки, башҡаларға улай уҡ тойолмайҙыр ҙа, ә бына арҡаһында үркәсе тырпайып торған Муса өсөн ундай яфа үлемгә тиң. Эшенә барып кереүгә үк һиҙә ул был юл ғәләмәтен – иңдәре, янбаштары һыҙлауға түҙә алмайынса, башын ташҡа бәрерҙәй була...
Ә уның эшендә башты бәрерҙәй таштар ғына бар. Ташсы булып эшләй бит ул. Йорттар һала. Ҡала төҙөй. Насар эш түгел. Көнө буйы һауала. Кеше күҙенән ситтә. Раствор, кирбес биреп торған Зәриә апайҙан башҡа кеше менән яҡшы итеп һөйләшкәне лә юҡ уның. Бына ул, исмаһам, барыһын да аңлай...
Муса туҡталышҡа етеп килә ине инде. Йәнәшәләге йорт тәҙрәһенән үҙенә төбәлеп ҡарап тороусы мөләйем йөҙгә тап булды, нимәгәлер килеп төртөлгән кеүек, һөрлөгөп туҡтап ҡалды... Ниндәй йөҙ был? Кем йөҙө? Ниңә уға ҡарай? Бөкрө күргәне юҡмы әллә? Юҡтыр шул, шуға ҡарайҙыр. Ҡарауы бер хәл. Нисек ҡарай бит: көлөп ҡараймы, әллә хәленә керепме?
Муса быны тәғәйен айырып бөтөрә алманы. Һағышлы ҡарай... Шулай ҙа көлөп, ҡыҙыҡ табып йәиһә мыҫҡыллап ҡарамай. Урамдағы һәр ике кешенең көлөп китеүенә күнеккән инде ул. Төртөп-төртөп күрһәтеүселәр ҙә аҙ түгел. Ә был ҡыҙ моңһоуланып, һағышланып, хатта бер ни тиклем булһа ла үҙ итеп ҡарай...
Шулай улар оҙаҡ ҡына ҡарашып торҙолар. Бер-береһенән ҡыйынһынмай, оялмайса, үҙҙәре генә белгән таныш серле уйҙарға, татлы хистәргә бирелеп, әллә ниндәй билгеһеҙ ғүмер, хатта яҙмыш кисереп торҙолар...
Муса һуңға ҡала ине. Туҡталышҡа ла бына бер төркөм халыҡ йыйылып өлгөргән. Бөгөн дә көнө буйы арҡаһы, бөкрөһө һыҙлап интектерәсәк...
* * *
Икенсе көндө лә ҡыҙ шул урында ине. Муса алыҫтан уҡ икенсе ҡаттағы таныш тәҙрәгә ҡарап килде. Күңеле елкенеп, йөрәге ялҡынһынып, тулҡынланып килде. Һөйөнөп килде. Бәхетле ине ул. Ысынлап та, әллә бәхет ошондай була микән, ана бит, үҙ итеп, көтөп тора...
Бына уларҙың ҡараштары тағы осрашты. Ҡыҙ йылмайып ҡуйҙы. Ләкин был йылмайыу ғына уның аҡ йөҙөндәге моңһоулыҡты юйып ала алманы.
Муса ла йылмайҙы. Тағы йылмайҙы. Тағы... Ҡыҙ иһә һағышлы ҡараштары менән ҡарап торҙо ла торҙо. Ахыр сиктә, был ҡараштар, был һағышлы йөҙ Мусаның күңеленә барып иреште. Ул үҙ хистәренән һиҫкәнеп уянып киткәндәй булды. «Ниңә йылмайһын ти, ниңә көлһөн?! Бөкрөгә ҡарап йылмайып, көлөп була тиме? Шуға моңһоу ҙа ул. Бөкрөгә ҡарап моңһоу ғына булып булалыр шул...»
Муса, үҙен үҙе белештермәйсә, һынын турайтмаҡсы булды, эйәген сөйөп, башын күтәрҙе... Тик... барыбер турайып баҫа алманы, арҡаһындағы донъя кеүек ауыр йөк һаман башын эйҙермәксе, буйһондормаҡсы булып тартҡылаша ине...
Был юлы ла бөкрө үҙенең эйәһе енде. Муса, тән ауыртыуына сыҙай алмайынса, һынын, иңбаштарын, ҡулдарын үҙ иркенә ебәрҙе, һуңынан бөтөнләй алға һығылып төштө һәм, арҡаһында ҡалҡып сыҡҡан «тауға» ышыҡланып, алпан-толпан туҡталышҡа йүгерҙе...
* * *
Был хәлдәрҙән һуң Муса автобус туҡталышына урау һуҡмаҡтан йөрөй башланы. Арҡаһындағы һыҙлауҙар бөтөп, күңел тетрәнеүҙәре баҫылған кеүек тойолдо. Ләкин һәр иртәлә тәҙрәнән ҡарап ҡалыусы ул ҡыҙҙы бер нисек тә онота алманы. Оноторға теләмәне лә. Бары тик хәтеренең төпкөл мөйөшөнә һалып ҡуйҙы ла, бик кәрәк саҡта ғына табып алып, күңелен йыуата торған булды...
Ә бер көндө үҙе лә аңлап бөтөрә алмай торған эш эшләне Муса. Әллә ниндәй тыйылған юлдар менән ул таныш йорт ҡаршыһына килеп, киң тармаҡлы йүкә ағасы артына барып баҫты. Бөтә булған күҙ нурҙарын төбәп, юҡ-юҡ, күҙ ҡараштарын ғына түгел, күңел күҙҙәрен төбәп, таныш, ғәзиз һәм ҡәҙерле тәҙрәгә күтәрелеп ҡараны...
Ҡыҙ һаман шул урында ине. Тик ул элеккесә моңһоу ғына түгел, тынғыһыҙ, хатта һағышлы ҡиәфәттә ине. Үҙе бер туҡтауһыҙ тирә-яғына ҡарана, тынғыһыҙланып, борсолоп, Муса йөрөй торған юлды күҙәтә...
Мусаға бик тә, бик тә йәл тойолдо ул. Үҙе лә һиҙмәҫтән, алғараҡ ынтылды ла, ҡыҙҙың ҡаршыһына уҡ сығып баҫмаҡсы булды. Ләкин иң һуңғы мәлдә әллә ниндәй көс уның сабыуынан тотоп алып ҡалды, ергә «ҡаҙаҡлап ҡуйҙы». Дөрөҫөрәге, ниндәйҙер уй. «Ә, бәлки, ул Мусаны көтмәйҙер, башҡа берәүҙе ҡарайҙыр» тигән уй ине ул.
Муса хәйләгә кереште. Урабыраҡ килеп, үҙенең ғүмер буйына тапаған һуҡмағына төштө. Теге таныш ҡыҙ баҫып торған тәҙрә тураһына яҡынлашты. Бына ул уның менән тигеҙләште, аҙымын ҡыҙыулатып, тиҙерәк уҙып китмәксе булды... Ләкин... сихри бер шауҡымға буйһоноп, өҫкә күтәрелеп ҡараны! Ҡараны ла ах итте. Тәҙрәнән бына инде күпме ғүмер таныш мөләйем йөҙ тултырып ҡарап тора ине. Был ҡарашта әллә ниндәй серле ишаралар бар ине...
Ҡыҙҙың бәхетле йылмайыуына Муса шундай уҡ шатлыҡлы йылмайыу менән яуап бирҙе, уның тыйнаҡ ҡына ҡул болғауына яуап итеп, устарын күкрәгенә ҡуйып башын эйҙе...
* * *
Мусалағы үҙгәреште эшендә бик тиҙ һиҙеп, күреп алдылар. Бигерәк тә Зәриә апаһы бер минут та тыныслыҡ бирмәне.
– Ни булды, Муса? Һин бөгөн бөтөнләй башҡа кеше. Атлап түгел, осоп йөрөйһөң тимме?..
Муса өндәшмәй. Йылмайып тик тора. Ни тиһен? Бер ҡыҙ менән таныштым, ул миңә оҡшай, тиһенме? Көләсәктәр генә... Унан, һөйләрлек һис бер нәмә лә юҡ бит әле. Тәҙрә бар, ул тәҙрәнән ҡарап тороусы яҡты, матур йөҙ бар, йылмайыу бар... Дөрөҫөн генә әйткәндә, Муса үҙе лә аңлап бөтөрә алмай – ысынмы һуң был, әллә әҙәм ышанмаҫлыҡ берәр хыялый шауҡым ғәләмәтеме? Кешене үҙенең бөкрөһө һаташтырып йөрөтә, ти бит...
Муса, йәмһеҙ, шомло уйҙарын ситкә ҡыуып, тағы тәҙрәләге ҡыҙ тураһында уйлай башланы. Үҙе уйлай, үҙе кирбес теҙә. Бөгөн уның эше гөрләп бара. Зәриә апаһы иҙмә ташып өлгөрә алмай. Әрләпме-әрләй:
– Етәр инде, ҡайҙа былай ашығаһың? Тын алырға ла ваҡыт бирмәйһең... Юҡ, малай аҡтығы, һинең менән ниҙер булған, ана бит, бөтөн йәнең, йәнең генәме һуң, енең ҡуҙғалған...
Мусаны барыбер һөйләндерә алманы ул. Ләкин был кәрәк тә түгел ине. Зәриә үҙе үк уның күңелен асып һалды:
– Серле-мөғжизәле бер хәлгә юлыҡҡанһың һин, аҡыллым. Күңелеңә ҡағылғандар һинең. Ҡасан, нисек – һорап та тормайым. Тылсымдың сәбәбе юҡ уның, изгелектең, яратыуҙың да сәбәбе юҡ. Күреп торам: йәнең тулҡынлана һинең, ай-һай-һай, тулҡынлана... Ә беләһеңме, үҙ йәнеңде тоя башлайһың икән инде, тимәк, һин ғашиҡ булғанһың...
Мусаға бөтә күңел йылыһын биреп, йөҙ нурҙарын балҡытып йылмайыуҙан башҡа сара ҡалманы.
* * *
Мусаның тормошо үҙгәрҙе. Ул бүтән донъяла, башҡа үлсәмдә йәшәй башланы. Уның тормошо ғына түгел, уйҙары, маҡсаттары, йәшәүенең мәғәнәһе үҙгәрҙе. Күпте күргән Зәриә апаһы белеп әйтте: мөхәббәт ул – йәндең иң юғары үлсәнеше... Уның был һүҙҙәре яңы, быға тиклем бер кем дә иҫкәртмәгән мәғәнә менән әйтелде: изгелек матурлыҡтан матурыраҡ!
Муса иң элек кеше буйы көҙгө алып ҡайтып ҡуйҙы. Үҙен баштан аяҡ ҡарап, өйрәнеп сыҡты. Өр-яңынан кейенде, төҙәтенде, тәрбиәләнде.
Ләкин иң тәүҙә күңелен тәртипкә килтерәһе бар ине уға. Нисек йәшәй ул? Ни өсөн, ниндәй уйҙар, маҡсаттар менән йәшәй? Ата-әсәһен хәтерләмәй. Улар уның баласағында уҡ тороп ҡалғандар. Ниндәйҙер бабаһында үҫкән ул. Бабаһы үлгәс, балалар йортона тапшырғандар. Баштараҡ бөкрөһө лә булмаған. Әллә йығылғандан һуң, әллә туҡмалғандан һуң кинәт үҫә башлаған. Ишеткәне лә бар – ундай бөкрө, нисек сыҡҡан булһа, шулай кинәт кенә бөтөргә лә мөмкин, ти... Әллә уның бөкрөһө хәҙер ҙә юҡҡа сығып тора микән? Ана бит нисек ҡарай ул ҡыҙ! Йылмайып, балҡып ҡарай. Бөкрө, ғәрип кешегә былай ҡарамайҙар... Әллә?.. Әллә, өҫтән ҡарағанда, уның бөкрөһө күренмәйме?
Муса ғүмерендә меңенсе мәртәбә үҙенең ғәриплеге хаҡында уйланды. Әммә был уйҙарында бер тамсы ҡурҡыу, шом да юҡ ине. Сөнки уның күңелендә яралған ҙур, яҡты, кешелекле хис был шомдан ҙурыраҡ, көслөрәк ине. Һәм ул йәшәргә булды, яратырға, яратып, үҙ өлөшөнә тейгән бәхетенә ирешергә булды...
Беренсе мәртәбә уның күңел кешеһе, тормош пары барлыҡҡа килде. Улар хәҙер көн дә осрашалар, баш ҡағып, йылмайып иҫәнләшәләр, оҙаҡлап ҡарашып торалар, шунан ҡулдарын болғап айырылышалар. Киске яҡта тағы күрешәләр, бер аҙ ҡарашып торғандан һуң, иртәнсәккә тиклем һаубуллашалар...
Икенсе ҡаттағы тәҙрәнән ҡарап торған ул таныш йөҙҙөң һәр салымын, һәр нур бөртөгөн, йәшәү күҙәнәген белә, таный хәҙер Муса. Татар ҡыҙылыр ул... Улар ғына толомдарын ҡалын итеп үрәләр. Улар ғына ҡаштарын шулай «айлатып» һыҙалар; күҙҙәрендәге сафлыҡты, ихласлыҡты ла түкмәй-сәсмәй берҙән-бер кешеләре өсөн һаҡлайҙар...
Ситтән ҡарашып, яратышып тороуҙарға ғына риза булмайса, бер көндө Мусаның йөрәге үҙенең пары менән күрешеүҙе талап итә башланы. Ләкин йөрәге дәртенә тулышып ярһыған һайын, уның күңеле тынғыһыҙлана ғына барҙы; үҙ эргәһенә саҡыра ҡалһа, ҡыҙҙың, баш сайҡап, кире ҡағыуынан ҡурҡты ул.
* * *
Күңелендәге шик-шөбһәләр тураһында Зәриә апаһына һөйләне. Ул бер һөйөндө, бер көйөндө, ләкин тынысландыра алманы, Муса күңелендәге шөбһәләргә яңыларын ғына өҫтәне:
– Бәй, нисек була инде был? Берәр нәмә эшләргә кәрәк, улайһа... Әйҙә, әҙерлән, мин һине Зәмзәмбаныу ҡарсыҡҡа алып барам. Өшкөртөп ҡарарға кәрәк был бөкрөңдө. Ғүмер буйы арҡаңа тоҡ аҫып йөрөмәҫһең бит инде... Белеп ҡалһалар, ҡыҙҙар ҙа аһ итеп тормаҫ...
Икенсе көндө үк Муса филле сәй менән хуш еҫле һабын киҫәге йүнәтте лә, Зәриәгә эйәреп, тирә-яҡта даны сыҡҡан имсе ҡарсыҡты эҙләп китте.
Ләкин Зәмзәмбаныу ҡарсыҡтың им-томо Мусаға оҡшаманы. Нимә инде был? Устарын алдына йәйеп, бер-ике тапҡыр Мусаның баш түбәһенән һыпырғандай итте лә, кеҫәһенән ҡырҡ бер ноҡот борсағы һанап алып, арҡаһына һипте. Шуның менән бергә, ирендәрен меҙер-меҙер килтереп, иҙәнгә сәселгән борсаҡтарҙы берәмтекләп йыя башланы. Уныһына ла түҙергә булыр ине, ҡарсыҡтың әйткән һүҙҙәре һиҫкәндерҙе уны.
– Балам, һинең үркәсең сихырҙан түгел, Хоҙайҙан, – тине ул, төкөрөнә-төкөрөнә, һуңғы борсаҡты кеҫәһенә һалып ҡуйғас. – Уға минең көсөм генә етмәй. Аллаһы Тәғәлә өлөшө был. Уның ихтыяры. Мин ҡыҫылмайым... Шуны ғына әйтәм: бөкрө лә түгел ул. Һинең ҡанаттарың улар. Фәрештәләрҙә генә була ундай ҡанаттар, бик һирәк кенә әҙәм балаларында ла ярала... Юҡ-юҡ, бөкрө түгел, йыйып, төрөп ҡуйылған ҡанаттар һиндә...
– Хәҙер нимә эшләргә инде беҙгә? – Зәриә, «беҙгә» тип, был хәлдең бөтә кеше өсөн дә оло борсоу булыуын иҫкәртеп әйтте.
– Нишләргә икәнен бер Аллаһы Тәғәлә үҙе белә. Әйттем бит: уның ихтыяры был. Ләкин шул да мәғлүм булһын: бындай ҡанаттарҙың эйәһе осорға яратылған. Осоп ҡарарға тейеш ул. Ә бының өсөн: иң тәүҙә, күңелдә, йән түрендә ҡанаттар яралырға тейеш... Тағы ла шуны онотмағыҙ: ҡанаттар осҡанда ғына асыла... Башҡа һис бер нәмә лә әйтә алмайым...
Зәмзәмбаныу ҡарсыҡтан яңы йән тынғыһыҙлығы, күңел борсоуҙары алып сыҡтылар. Шул булды. Зәриә лә, хәлдең ни тиклем ҡатмарланып киткәнлеген аңлап, Мусаны тынысландырырға ашыҡты:
– Нимә белә һуң ул сихыр ҡарсығы?! Ҡанаттар тигән була бит... Хәлдәренән килмәһә, шулай ваҡ-төйәк һөйләнеп ҡотолалар улар...
* * *
Мусаның башына «уй һуҡты». Берәй фекергә килһә, Зәриә апаһы шулай ти. Ул төндә тамам миңрәүләнгәнсе уйлап сыҡты. Иртә менән генә йоҡоға китте. Эшенә һуңға ҡала яҙҙы. Ләкин, нисек кенә ашыҡһа ла, үҙенең юл буйындағы мөләйем танышын күрмәйенсә китә алманы.
Бына ул көлөп-йылмайып көтөп тора. Әйтерһең дә, кисә кис айырылышҡандан бирле шунда торған...
Беренсе мәртәбә Мусаның күңелендә көслө тойғо уянды. Йәнендә тулып сайпылған ҡайнар тулҡындар йөрәген иркәләне... Ҡыҙҙы күргеһе килеү, уның ҡулдарына, беләктәренә, йөҙ-битенә ҡағылып, һыйпап наҙлайһы килеү теләге ине был. Наҙлап ҡына ҡалмайса, был ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап, шашып-тилереп үпкеһе килде Мусаның...
Устары менән тәҙрә өлгөһөнә таянып, һуҙылып-һуҙылып Мусаға ҡарап тороусы ҡыҙҙы ҡулдары менән үрелеп, тын-һулышы менән һурып алыр ине ул. Йәиһә уның менән үҙе осоп менер ине. Ана бит күрәҙәсе ҡарсыҡ нәмә ти: ҡанаттарың бар, ти. Тимәк, ул оса ала?
Үҙе лә һиҙмәҫтән, Муса, аяҡтары менән этенеп, баҫып торған урынында һикергеләп ҡуйҙы. Ҡулдарын ҡыҙ яғына һуҙып, тағы бер өҫкә ынтылды. Тағы, тағы... Ләкин ҡанаттарын төрлө яҡтарға нисек кенә йәйергә, шул ҡанаттарын елпеп осоп китергә тырышһа ла, ерҙән айырыла алманы...
Егеттең сәйер ғәмәлдәре ҡыҙға көлкө тойолдо, моғайын. Ул, устары менән ауыҙын ҡаплап, пырхылдап көлөп ебәрҙе. Муса һиҙеп, белеп тора: мыҫҡыллап түгел, яратып, үҙ итеп көлә ул...
Осоп менә алмағас, Муса ҡыҙҙың үҙен аҫҡа, урамға саҡыра башланы. Ҡыҙ, аңламаған кеүек, йылмайып тороуында булды. «Әйҙә, төш бында, хәҙер үк төш!» – тип ҡысҡырып та ҡараны Муса...
Ниһайәт, ҡыҙ уның ишараһын аңланы. Аңланы ла шунда уҡ көлөүенән туҡтап ҡалды, йөҙөнә һағыш, моң-һоулыҡ йүгерҙе. Бына ул, илап ебәрергә йыйынған йәш бала кеүек, сыҡмайым тип, баш сайҡаны ла кескәй устары менән йөҙөн ҡапланы...
* * *
Бөгөн Мусаның эше эш булманы. Тәҙрәнән ҡарап тороусы ҡыҙҙың сыҡмайым тип баш сайҡап тороуы күҙ алдынан китмәне. Шулай үҙ алдына уйланып, кәйефһеҙләнеп йөрөгәндә, яңылыш баҫып, әллә нисә мәртәбә аҫҡа йығылып төшөп китә яҙҙы.
Уларҙың бригадаһы хәҙер өсөнсө ҡатты бөтөрөп килә. Был йортто айырыуса тырышып һалалар, сөнки уны үҙ трестарында эшләүселәр өсөн төҙөйҙәр. Өйләнгәндәргә фатир бирәләр, ти. Зәриә апаһы, әллә көлөп, әллә шаяртып, Мусаға гел әйтеп тора:
– Әйҙә, аҡыллым, был йортто өйөп бөтөргәнсе өйләнеп ҡуй, исмаһам, түбәле булып ҡалырһың, – ти.
Ҡайҙан килеп өйләнһен ул?! Бөкрөгә кем сыҡһын?! Уның арҡаһына «ҡанаттар» тип яҙылмаған бит. Ул ҡанаттарҙы бына ул ҡыҙ ҙа күрмәне әле. Уның эргәһенә төшөп, һөйләшеп тороуҙан ла кәмһенде, түбәнһенде хатта.
Их, ул ҡанаттарҙы төрлө яҡтарға йәйеп ебәреп булһын ине! Бына шулай, бына шулай!..
Муса, һикереп тороп, ҡулдарын төрлө яҡтарға һуҙып ебәрҙе, аяҡ остарына күтәрелде, һынын турайтты һәм, бына хикмәт, бөкрөһөнөң бөтә барыуын тойҙо. Әллә шулай тойола ғынамы? Хыялдар, уйҙар шулай ҡанат булып үҫеп сыҡҡанмы? Әгәр ысынлап та ла ҡанаттар үҫһә? Бәлки, инде улар барҙыр ҙа? Шуларҙы елпеп-елпеп, бына хәҙер түбәнгә осоп төшөп китһәң ине!..
Был уй бик татлы булып тойолдо Мусаға. Ымһындырғыс булып тойолдо. Бына ул, ике ҡулын тирә-яғына һуҙып тотҡан килеш, яңы ғына һалынған, иҙмәһе лә ҡатып өлгөрмәгән таш стена ситенә килеп баҫты. Күҙҙәрен йомдо... Һуңғы уйын уйланы... Был фекер бик күңелһеҙ, хатта шомло ине: «Ҡанаттарым булһа осормон, булмаһа ла үкенесле түгел; ул ҡыҙ барыбер минең янға төшмәйәсәк... Мин бит бөкрө, бөкрө, бөкрө!..»
Уйлап та бөтөрҙө, хәл итеп тә ҡуйҙы.
Мусаның йөҙөнә еләҫ ел килеп бәрелде. Елде тоя бит ул! Тоя... Тимәк, ҡанаттары бар уның, бар! Ҡанаттары булмаһа, нисек осор ине ул?! Оса ул, оса! Бер ҙә бөкрө, ғәрип түгел, ул ҡанатлы, ҡанатлы! Ҡа-нат-лы! Ы-ы-ы!..
* * *
Муса ике ай дауаханала ятып сыҡты.
Уны үҙе һала торған кирбес стена буйындағы ҡом өйөмө өҫтөнән табып алғандар. Арҡаһы менән төшөп, умыртҡаһына зыян килгән. Шулай ҙа аяғына баҫасаҡ, кеше буласаҡ, ти. Был хаҡта Зәриә бөтә донъяға әйтеп сыҡты, ә үҙе көн һайын Муса янына килеп, хәлен белеп йөрөнө, уның тамағын тауыҡ һурпаһынан, һөт-ҡаймаҡтан өҙмәне...
Мусаның хәле шәптән түгел ине. Көндәр буйы түшәмгә ҡарап, һыҙланып, һыҡрап ята. Килеп йөрөүселәргә лә әллә ни иғтибар итмәй. Шулай ҙа, Зәриә килеп кереүгә, тырышып йылмайып ҡуя, һуңынан тағы күҙҙәрен йома. Шулай күҙҙәрен йомоп, хәтәр һыҙланыуҙарҙан ҡотолоп ҡалырға теләй ул. Их, тән һыҙлауҙарына нисек тә түҙер ине, күңел һыҙлауына, күңел әрнеүенә нисек түҙергә һуң? Бына бит нисек килеп сыҡты: ҡанаттары ла үҫмәне, бөкрөлөгөнән дә ҡотола алманы. Түшәк эйәһе булып ята, шул булды...
Ләкин Мусаның ғазапланып борсолоуҙары юҡҡа булған икән. Тағы бер аҙнанан иртәнге обход яһағанда, врачтар үҙ-ара быш-быш һөйләшеп, йүгерешеп йөрөй башланылар. Сәғәт һайын кереп, хәл белешеп тороусы өлкән шәфҡәт туташы шунда уҡ серҙе асып сығып китте: имеш, Мусаның бөкрөһө кәмей башлаған. Быны врачтар үҙҙәре лә аңлата алмайҙар, ти. Әгәр инде былай барһа, ул, бөкрө тигәндәре, имеш, бөтәсәк икән...
Әлбиттә, был хәбәргә Муса ышанып етмәне. Бына бит ул, бар, бар! Арҡаһын телеп-телеп һыҙлай... Бөтөргә лә, кәмергә лә уйламай... Был тиклем һыҙлауға, нисек бөтһөн һуң ул?!
Ул ай ҡашлы ҡыҙ тураһында уйламаҫҡа тырышты Муса. Бер уйын ғына ҡыуып ебәрә алманы: «Хәҙер ҙә шул урынында тәҙрәһенән ҡарап тора микән? Һаман көтә микән Мусаны? Юл осонан күҙҙәрен алмайынса, үрелеп-үрелеп ҡарай микән? Берәй кеше менән бутап, уға ла йылмая микән, артынан ҡул болғап ҡала микән?.. Был кешенең Муса түгеллеген белгәс, йөҙҙәрен һытып борсола микән? Аҙаҡ, иҫенә төшөрөп, теге ваҡытта урамға сыҡмауы өсөн үкенә микән?..»
Ул иртәлә Муса ятҡан палатала ауырыуҙарға ҡарағанда врачтар күберәк булғандыр. Улар төркөм-төркөм дә, берәмләп тә Муса янына керәләр, уның хәлһеҙ кәүҙәһен әйләндереп-әйләндереп ҡарайҙар, тороп ултырырға, баҫырға ҡушалар, тағы ятҡыралар...
– Нишләтәләр улар мине? – Муса был ғәләмәт хаҡында үҙ эргәһенә хәл белергә килгән Зәриә апаһынан һорамай булдыра алманы.
– Бөкрөң бөткән, ахыры, һинең, балам. Шуға сабышалар. Ҡайҙа әле, ҡайҙа, кеше-ҡара күргәнсе, үҙем дә тотоп ҡарап ҡалайым. Сөбханалла-машалла!..
Арҡаһындағы еңеллекте Муса тағы ике аҙнанан – аяғына баҫып, таяҡҡа таянып йөрөй башлағас ҡына һиҙҙе. Еңеллекте һиҙҙе, әммә иңбашындағы «ауыр йөк»тән арына алманы. Әллә шуғамы, ул һөйөнөргә ашыҡманы, бөкрөһө шул килеш ҡалған кеүек тойолдо уға. Башҡалар уны нишләптер күрмәйҙәр, әллә күрергә теләмәйҙәрме? Һыҙлауы ла баҫылмай... Әллә баҫылғанмы? Бәлки, хәҙер уның бөкрөһө һыҙламайҙыр ҙа, күңеле, йәне һыҙлайҙыр... Ҡанаттары һыҙлайҙыр...
Муса үҙенең яңы тәненә оҙаҡ күнекте. Врачтар, һаман бөкрәйеп йөрөүен күреп, әрләп китәләр, хатта үҙҙәре үк уның һынын турайтып, башын күтәреп ҡуялар. Ләкин Мусаның кәүҙәһе элекке торошон «һағына», врачтар күҙҙән юғалыу менән алға бөгөлөп үҙ иркендә йәшәй башлай...
* * *
Дауахананан сыҡҡан сәғәттә үк Муса туҡталыш ҡаршыһындағы таныш йортҡа төбәп китте. Ул инде үҙенең яңы халәтенә күнегеп килә; был юлы ла, бына күрегеҙ, мин хәҙер бөкрө түгел, тап һеҙҙең кеүек үк тигәндәй, башын юғары тотоп, осраған һәр кешенең күҙенә тура ҡарап барҙы. Елкенеп, осоп тиерлек барҙы. Гүйә, уның арҡаһындағы ҡанаттары әллә ниндәй тылсым менән, сихыр менән юҡҡа сыҡҡан да күңелендә өр-яңынан яралған...
Ҡыҙ үҙ урынында ине. Бер тамсы үҙгәрмәгән. Шул уҡ толомдар, шул уҡ ҡаштар, ҡараштар, күҙҙәр... Юҡ, күҙҙәре үҙгәргән... Уларҙа һағыш, моң күбәйгән. Ғәҙәттә була торған һағыш ҡына түгел был, юғалтыу һағышы, өмөтһөҙлөк, сараһыҙлыҡ һағышы...
Мусаны күреп ҡалыуға, был һағыш тамсылары уның матур күҙҙәренән йәш булып ағып сыҡтылар. Сыҡтылар ҙа ап-аҡ йөҙөн, алһыу, һыуһыл ирендәрен сылатып бөтөрҙөләр.
Муса, ҡулын болғап, сәләм бирҙе. Йылмайып, баш ҡаҡты. Ҡыҙ иһә ҡайнар күҙ йәштәре булып аҡҡан һағышын тиҙ генә баҫып ҡуя алманы, шулай аптырап, тәьҫирләнеп торған килеш, ҡулы менән ишаралап, Мусаны үҙ янына менергә саҡырҙы.
Муса баштараҡ һис аңлай алманы, шулай ҙа подъезд яғына төртөп күрһәтте. Ҡыҙ башын ҡағып йөпләгәс кенә, шунда уҡ ҡуҙғалып, ярым асыҡ ишеккә йүнәлде, ике-өс һикереүҙә икенсе ҡатҡа менеп етте һәм һөйгәне, бәхете йәшәгән ишеккә барып төртөлдө. Бер генә мәлгә тын ҡалып, йөрәгенең ярһыу дәртле тибешен тыңлап торҙо, һуңынан ныҡ аҙымдар менән эскә кереп китте...
Әллә ниндәй яҡты, әкиәти бер донъяла пәйҙә булды ул. Киң, иркен бүлмә түрендә ҙур, яҡты тәҙрә. Уның нәҡ урта тураһына ҡуйылған тимер ҡоршаулы бейек урындыҡта, йомғаҡтай йомарланып, бала йөҙлө ҡыҙ кеше ултыра. Ҡурҡынған күҙҙәрендәге һалҡын ҡарашы бәғерҙәрҙе өтөп-өтөп ала: «Бына инде мин... Ниңә индең, ниңә боҙҙоң беҙҙең мөхәббәтле, бәхетле тормошобоҙҙо?»
Мусаның күкрәк турыһында – йөрәк янында бер нәмә сәнсеп ҡуйҙы. Әллә, был хәлдәрҙең барыһын да күтәреп бөтөрә алмайынса, йөрәге һыҙланы, әллә инде был мәлдә уның иңбашында өр-яңы ҡанаттар яралып килә ине...
Ғәлимйән ҒИЛМАНОВ.