Аҡҡош бейеүе

Хикәйә

Ҡала үҙенә хас булған шомло ағымда урғыла. Ишетмәй, аңламай. Кемдер кемделер көтә, кемгәлер кемдер ашыға. Тик ниңәлер береһе лә янындағы кешеләрҙе күрмәй. Үҙ-үҙенә бикләнгән күңел өсөн яңылыш әйтелгән һүҙ язаларҙың иң ҡатыһына, ғәфү ителмәгән үпкә яраларҙың иң ауырына әйләнә. Кеше ғүмере – аҫыл ҡая түгел, ә упҡын өҫтөндәге күпер, һаҡһыҙ аҙым, уҡтай атылып сыҡҡан һүҙ ошо упҡынға осорорлоҡ.

Фәнзил йүгерә-атлай ашыға. Нисек өтәләнһә лә, һәр аҙымы уны артҡа һөйрәгәндәй. Ошоно аңлаған һайын, йәне атылып сығырҙай. Әгәр өлгөрмәһә? Күрмәһә? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Тәнде лә, йәнде лә ут солғап алған. Башына ла кеймәгән, түштәрен ыскындырған егет ҡышҡы һалҡын елгә ҡаршы атлай. Битараф ҡаланың ғына унда эше юҡ.

Бер мәлгә генә туҡтап, тирә-йүнгә күҙ һалсы, кеше. Ҡала бөгөн шундай матур. Тылсымлы көскә эйә йомшаҡ ҡар бөртөктәре елдә бәүелә-бәүелә ергә төшә. Әйтерһең, меңәрләгән күбәләктәр машиналарға, ағастар өҫтөнә, кешеләргә ҡуна. Ә Фәнзил ҡар бөртөктәре хәрәкәтендә үҙенең Зәлиәһен генә күрә. Бына ул ап-аҡ күлдәктә елпенеп-елпенеп бейей. Уның матурлығы, гүзәллеге егеттең һушын ала.

Шул саҡ кеҫәлә телефон шылтыраны.

* * *

– Мәрйәм апай, аңлағыҙ, Зәлиәлә талант. Уның урыны – сәхнәлә. Ул бейегәндә...

– Фаягөл, мин һине үҙ ҡыҙымдай яҡын күрәм. Ләкин белмәгән эшкә ҡыҫылма. Зәлиәгә уҡырға кәрәк. Бейеү һөнәрме ни ул?

– Мәрйәм апай!

– Юҡ, ҡыҙҙар, башымды ҡатырмағыҙ!

– Әсәй!

– Эй, ҡыҙым, мин һин уҡыһын, тип, ике эштә эшләнем, бар теләгеңде үтәнем. Ә һин? – Был һүҙҙәрен әйтеп бөтмәй, Мәрйәм апай икенсе бүлмәгә инеп китте.

Зәлиә ни эшләргә белмәй, хәле бөтөп, диванға ултырҙы.

– Ни эшләп шым тораһың? Һүҙ һинең турала бара бит, Зәлиә, – тине Фаягөл йәне әсеп.

– Ни эшләргә һуң миңә? Урталайға ярылырғамы ни? Әсәйем мине бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Икенсе яҡтан – хыялым. Төшөмдә лә, өнөмдә лә сәхнә тип кенә янам. Тик мин үҙем тураһында ғына уйлай аламмы?!

– Беләһеңме, әхирәт, һин үҙең теләмәйһең! Теләгең булһа, һин күптән минең менән Өфөлә булыр инең.

Фаягөл ишекте шапылдатып ябып сығып китте.

Ә атаһы уны аңлар ине... Ул, бәләкәй генә сабыйын алдына ултыртып, сәхнәлә аҡҡош булып талпынған ҡыҙ тураһында һөйләргә яратты. Кескәй генә, теремек бала булғаны өсөн атаһы уны турғай тип йөрөттө. Әгәр ул иҫән булһа, моғайын, ҡыҙының сәхнәгә ынтылыуын хуплар ине.

* * *

– Һөйөклөм, бәлки, шулай яҡшыраҡтыр. Әсәй кеше насар кәңәш бирмәҫ. Минең менән медуниверситетҡа керерһең.

– Фәнзил! Исмаһам, һин йәнгә теймә. Былай ҙа шуның өсөн әсәй менән дә, Фаягөл менән дә боҙолоштоҡ.

– Тураһын әйткәндә, миңә лә ул бейеүҙәрең оҡшамай. Егеттәр менән ҡосаҡлашып, сәхнә тапау эшме ни ул? Һиңә шул бейеү нимә бирә? Әйт әле?

* * *

– Зәлиә, сәләм!

– Артур? Сәләм, хәлдәр нисек?

– Ниңә кисә килмәнең? Беҙ яңы бейеү өйрәнәбеҙ.

– Ысынмы?

– Иртәгә яңы никах һарайы асыуға бағышланған концертта бейейбеҙ. Бөгөн сәғәт өстә репетицияға кил, йәме.

– Иртәгә? Мин бит өлгөрмәйем.

– Зәлиә, һин бит бик оҫтаһың. Сәхнәлә сәскә өҫтөндәге күбәләк кеүек талпынып ҡына йөрөйһөң.

– Мин һеҙгә ҡамасауланым, ахры, – бейеүселәр Фәнзилде абайламай ҙа ҡалған.

– Сәләм, – Зәлиә егетенә ихлас йылмайҙы. Ләкин Фәнзил ҡыҙға иғтибар ҙа итмәй, Артурҙы күҙәтә.

– Фәнзил, мин Артур булам, – тип танышырға ҡулын һуҙҙы егет. – Зәлиәнең һинең хаҡта һөйләгәне бар.

Фәнзилдең асыуы нығыраҡ ҡабарҙы:

– Нимә һөйләне инде? Һөйләшегеҙ-һөйләш, мин бит һеҙгә ҡамасауланым.

– Фәнзил!

– Мин бөтәһен дә аңланым.

Артур көтөлмәгән хәлгә уңайһыҙланып китте:

– Зәлиә, ғәфү ит, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ сыҡты. Мин ашығам. Онотма, иртәгә сәғәт өстә.

– Ярай, һау бул, – тип кенә әйтә алды Зәлиә. Дуҫтары алдында Фәнзилдең үҙен шулай тотоуы оҡшамай ине уға. Әлбиттә, егете электән тупаҫыраҡ булды. Фәнзил тәбиғәте менән Зәлиәнең атаһына тартҡан – моғайын, шуға ла ул ҡыҙға ҡәҙерлелер.

Һәр бер нәмәнең үҙ самаһы була. Һуңғы арала Фәнзил үтә ныҡ ҡыҙғана башланы. Бына әле лә:

– Иртәгә ҡайҙа саҡыра ул һине? – тип һораны.

– Уф, репетицияға, ре-пе-ти-ци-я!

– Һуңланың – репетиция, килмәнең – репетиция. Нимә булһа ла, шуға һылтанаһың. Артур менән биш минут ҡосаҡлашып бейеү өсөн ашҡынаһың бит!

– Нимә?

– Зәлиә, һин мине яратаһыңмы? Яратһаң, репетицияларың башҡа булмай. Һөйләштекме?

– Фәнзил!

– Йә – эйе, йә – юҡ.

Ҡыҙҙың күҙҙәренән нур ҡасты. Тыуғандан алып кеше һайлау алдында тора. Һәр ҡарар еңел бирелмәй.

– Ҡорбан?! Ә ни өсөн? Һин кем миңә ул тиклем? Мин ирекле, ишеттеңме? Нимәлер оҡшамай икән – юлымдан кит.

– Аңлашылды. Һау бул.

Егет менән ҡыҙҙың юлдары айырылды. Аяныс. Дөрөҫмө был, түгелме? Ваҡыт ҡына күрһәтер. Уның хөкөмө ҡаты. «Иң мөһиме – үҙ-үҙенде алдамау», – тип тынысланды Зәлиә.

* * *

Күңел дауаһы уны өйҙә көткән. Ҡайтып инһә, әсәһе ҡәрсәһе менән сәй эсеп ултыра.

– Ҡәрсәй, – тип шундуҡ әбейҙе ҡосаҡлап алды Зәлиә.

Фәниә инәйҙең оҙаҡ ҡына килгәне юҡ ине. Дөрөҫөн әйткәндә, бейем менән килендең мөнәсәбәттәре электән ҡатмарлы булды.

– Йә, ҡыҙым, хәлең нисек? Уҡыуыңды тик «биш»кә тамамлағанһың икән, ҡотлайым, афарин!

– Рәхмәт.

– Ә ниңә улай моңһоуһың?

– Әллә ниңә күңелем төштө. Мин бөгөн әхирәтемде лә, дуҫымды ла юғалттым, ахры. Фаягөл менән уҡыуҙы бергә дауам итербеҙ, тигәйнек тә, – Зәлиә туҡтап ҡалды ла әсәһенә ҡарап алды.

– Эй, бейем, тағы шул бейеүҙәре менән баш ҡатыра инде. Исмаһам, һин аңлатып ҡара әле, бейеү һөнәрме ни ул?

– Килен, балаға ирек бир. Уның бит үҙ маҡсаттары булырға тейеш. Бейергә теләйһең икән – ынтыл, ҡыҙым.

– Ә әсәй?

Мәрйәм апай ҡыҙына етди ҡараны ла:

– Ярай, барып ҡара, кире әйләнеп ҡайтһаң, һүҙ бир, бейеүеңде ташлайһың.

– Ярай.

Әсәһе нимәгәлер асыуланып сығып китте.

– Ҡыҙым, – тине ҡартәсәһе, – бына атайыңдың көндәлеге. Тик һин уның тураһында әсәйеңә өндәшмә, йәме. Был беҙҙең сер булһын.

* * *

– Ҡыҙҙар, һеҙҙең үтенесте үтәнем.

Фаягөл шатлығынан бәләкәй генә матур апайҙы ҡосаҡлап алды.

– Зәлиә, ошо адрес буйынса барырһың. Ул апайҙа гелән шулай студенттар йәшәп китә. Һиңә лә мөйөш табылыр. Ярай, мин китәйем, эштәрем күп әле...

Ҡыҙҙарҙың шатлығының сиге юҡ. Фаягөл тағы ла әхирәтен ҡосаҡлап алды:

– Зәлиә, Зәлиә, хәҙер беҙ бергә уҡыясаҡбыҙ!

* * *

– Ә-ә, балам, һинең исемең Зәлиәлер, – фатир хужабикәһе ҡыҙҙы йылы ҡаршыланы. – Әйҙә, үт. Кейемдәреңде һал. Ә мин аш-һыуҙы ҡарай торайым.

Ҡатындың хәрәкәттәре аҡҡош йөҙәүен хәтерләтә. Әйтерһең, бейей-бейей йөрөй. Ҡыҙ таныш түгел апайға һоҡланып ҡараны. Итәғәтле булыуы, матур тауышы, осҡон кеүек нурлы, шул уҡ ваҡытта моңһоу күҙҙәре, ҡыйғас ҡаштары – барыһы ла уның артист булыуына ишаралай кеүек.

Сәй эскәндә таныштылар. Суфыя апай, ысынлап та, бик ихлас кеше булып сыҡты. Тора-бара Зәлиә лә Өфөгә өйрәнде. Һағындырған саҡтарҙа ҡулына атаһының көндәлеген алыр булды. Яҙмалары аша Зәлиәгә бөтөнләй икенсе, әле уға таныш булмаған атай асылды. Шуныһы ғәжәп: көндәлектә атаһы тасуирлаған ҡыҙҙы Зәлиә ҡайҙалыр күргәне бар һымаҡ. Ҡыҙыҡ. Әммә ул әсәһе түгел, быны Зәлиә яҡшы аңлай.

* * *

– Кит әле, тағы ла шул тупаҫың өсөн ҡайғыраһыңмы? Баш ҡалала, сәхнәләһең. Йәнең теләгәнен эләктер.

– Фаягөл, мин бит уны яратам, – күңеле тулған Зәлиә илап ебәрҙе.

Шул ваҡыт күрше бүлмәнән килеп сыҡҡан Суфыя апай, ҡыҙҙың йәшле күҙҙәрен күреп, борсоуға төштө. Зәлиәгә күңелен өйкәгән нәмәләрҙе һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы.

– Көнләшеү, тимәк, – тине уфтанып апай. – Беләһегеҙме, мин сәхнәне ни өсөн ташланым?..

* * *

Көҙгө ямғыр яуа. Бар тәбиғәт моңһоуланып ҡалғандай. Әйтерһең, яҙ ҙа, йәй ҙә бөтөнләй булмаған. Ә шулай ҙа был һағышлы миҙгелдең үҙ матурлығы бар. Ана, тротуарҙа көҙгө кеүек йымылдап бәләкәй-бәләкәй утрауҙар – күләүектәр ята. Ҡулсатыр аҫтына ҡара толомдарын йәшергән ҡыҙ ошо утрауҙарҙы ҡоралайҙай һикереп үтә. Тек-тек килгән итектәр тауышы сихри моң тыуҙыра. Ошо моң уны тағы ла ашыҡтыра, ашҡындыра кеүек.

Бына ул бүлмәгә атылып килеп инә.

– Суфыя, ҡайҙа йөрөйһөң һин? – тип ҡаршы ала уны талапсан да, асыулы ла тауыш.

– Мин репетицияла инем. Надир, ниңә миңә улай ябырылаһың?

– Мин һуңлауҙарыңдан арыным. Етмәһә, төрлө ғәйбәттәр йәнде үртәй.

– Тыңлама.

– Суфыя, минең өсөн тәүҙә партия, комсомол эше, ҡалғаны – икенсе планда. Һинең бейеүең дә. Мин буласаҡ ҡатынымдың абруйымды төшөрөүен теләмәҫ инем.

Суфыя, бер ни аңламайынса, Надирҙы моңһоу ҡараштары менән оҙатып ҡалды.

* * *

Был тормошта һәр кешегә һынау бирелә. Уны еңә алыуың-алмауың киләсәгеңде билдәләй ҙә инде. Суфыя ике ут араһында ҡалды. Бизмәндең бер яғында – мөхәббәте, икенсе яғында – баласаҡ хыялы сәнғәт. Суфыя оҙаҡ ваҡыт өҙгөләнде. Һуңғы һөйләшеү уларҙың мөнәсәбәттәренә нөктә ҡуйҙы.

– Таптың һөнәр? Һин бит Ғаяз менән сәхнәлә уралыу өсөн бейеүгә ашҡынаһың!?

– Һөйөклөм, нимә һөйләйһең һин? Беҙ бит хеҙмәттәштәр. Ни өсөн һин мине бөтөнләй аңламайһың? Бейеү – минең хыялым. Бейеү – минең яҙмышым.

– Ул яҙмыш һиңә һәм һинең Ғаязыңа кәрәк!

– Улайһа, Надир, һәр кемдең үҙ юлы.

– Ярай. Минең түҙемлектең дә самаһы бар бит. Тик һин мине башҡа бер ҡасан да күрмәйәсәкһең.

Суфыя китте. Надир күпме үкенмәһен, ҡыҙҙы ҡайтарырға нисек тырышмаһын, барыһы ла файҙаһыҙ ине. Тормош ожмахы тамуҡҡа, ғазапҡа әйләнде. Саф мөхәббәтте ҡаралау тиҙ шул. Көнләшеү, ҡыҙғаныу, ғорурлыҡ, мин-минлек хөкөмө ҡаты.

* * *

Суфыя бар ваҡытын бейеүгә бағышланы. Таланты менән сәхнәне, тамашасылар күңелен яуланы. Һәр бейеүендә онотолорға, дөрөҫөрәге, Надирҙы оноторға теләне. Ә егет бейеүсенең һәр хәрәкәтен тамаша залынан күҙәтте. Хатта арауыҡ аша ҡараштар осрашты кеүек. Тик ғорурлығы Надирҙы Суфыя эргәһенә ебәрмәне.

Ә ҡыҙ, ысынлап та, йөҙәрләгән тамашасыһы араһында һөйгәненең ҡараштарын таныны. Аҡҡош осошо кеүек хәрәкәттәрендә тик уға ғына ынтылды кеүек. Ә бит мөхәббәтте һаҡлау өсөн ул тәүге аҙымды яһағайны. Хат яҙып, уны әхирәте Мәрйәм аша Надирға тапшырҙы. Аңлашырбыҙ. Һөйгәнем килер, тип өмөтләнде. Әлбиттә, хаттың сүп һауытында аҙашыуы ла, әхирәтенең һөйгәненә кейәүгә сығасағы ла уға билдәһеҙ ине. Надирҙың килеүен көтөп өҙөлгән өмөт... Әсәлек хаҡына Ғаязға тормошҡа сығыу... Балаһыҙлыҡ арҡаһында тарҡалған ғаилә... Яңғыҙлығы өсөн ғәйепле тип иҫәпләнгән сәхнәнән баш тартҡан ҡатын... Яҙмыштың уға яҙған хөкөмө...

* * *

Суфыя апай хәтирәләре өҙөлдө. Зәлиәнең күҙҙәре тулы йәш. Эйе, ул атаһы көндәлегендә тасуирланған аҡҡошто таныны. Йәйләнгән образға ҡарата ҡыҙ күңелендә сәйер тойғо уянды: бер яҡтан, нәфрәт. Суфыя апай әсәһенең ғүмерлек көндәше булған, икенсе яҡтан – ихтирам, сөнки ҡыҙға атаһын, уның хистәрен аңлау килде. «Эй, ғүмер, яҙмыш, уңыш. Ниңә һеҙ мине улай ыҙалайһығыҙ? Мәрйәм – тормош юлымдағы фәрештәм. Һәр саҡ ҡурсалап, ярҙам итергә әҙер торҙо. Ә мөхәббәтем? Был өҙгөләнеүҙәрем булмаһа, йәшәүе, бәлки, ҡыҙыҡ та булмаҫ ине. Күңелемдә һыҙланыу. Үҙемә урын таба алмайым. Их, Суфыя. Нисек көнләштем мин һине. Был гонаһтыр. Мин бит һине хатта итәгеңә ҡунған күбәләктән дә ҡыҙғана инем», – тип яҙғайны атаһы. Был ҡатмарлы хәлдә бер кешене генә ғәйепләп буламы һуң?

Суфыя күңелендә лә һаман уҙғандарҙың тауышы яңғырай:

– Мәрйәм, һин... һин бит... иң яҡын әхирәтем инең...

– Мин Надирҙы бала саҡтан яраттым, Суфыя.

– Мин дә уны бик яраттым бит. – Һин бит уға бейеүең менән хыянат иттең. Өфө, тип ашҡындың. Хистәрең ысын булһа, һеҙҙең мөхәббәт улай еңел еңелмәҫ ине... Надирҙың изге хәтере хаҡына ғәфү ит, Суфыя...

... Ҡыйыуһыҙ ғына әйтелгән һүҙҙәр ҡатынды уйҙарынан арындырҙы:

– Суфыя апай, мин Надир менән Мәрйәмдең ҡыҙы бит...

Суфыя апай күҙҙәренән субырлап йәш аҡҡан ҡыҙға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла уны ҡосағына алды. Йыраҡ йылдар аша һөйгәненең йылыһын алып ҡайтты уның балаһы. Йәшлеген хәтерләтте.

– Ҡыҙым, Зәлиә, беҙҙең хаталарҙы ҡабатламағыҙ. Мөхәббәтегеҙҙе һаҡлағыҙ...

Зәлиә телефонға үрелде.

Зөлфиә СӘЛИХОВА.

Читайте нас