Ҡарт ҡоҙғон тәре яһап көслө ҡанаттарын йәйеп, донъяны суҡындырып йөрөй. Күктә улар хужа, ҡоштар батшалығы. Артыҡ ығы-зығы ла, шау-шыу ҙа ишетмәҫһең. Бары көслө ҡанаттар һауаны яра, йә бер аҙға тынып ҡала һәм ҡош, бары ошондай бейеклектәрҙе үҙ иткән йән эйәһе, уралап-уралап, талғын ғына йөҙөп китә. Ни әйтһәң дә, әҙәм балалары ғорур елпенеп, болоттарға арҡа терәп, ерҙе байҡап йөрөй алмай. Ул бейеклектәргә күтәрелергә бына ҡоҙғондоң хәленән килә.
Әллә кем булып осһа ла, мәшәҡәттәре бик ябай, уйы бик түбәндә – тамаҡ йөрөтә йән эйәһен.
Уға ауыл яғына килеп сыҡмаһа ла була, сусҡа фермаһынан аҙ ғына өҫтә, үләкһә соҡоронда ла ем етерлек. Юҡ бит бына, шөғөлөн онотмай, аулап йөрөй, әллә ауыл ситендәге ҡош-ҡорт иркенгә сығыр, уяулығын онотоп ебәрер тиме икән?
Белһендәр ерҙә кем хужа икәнен! Әллә көн-төн үләкһә соҡоронда ҡайнаған ҡара ҡарғаларҙың һабантуйынан туйғанмы? Малсылар арбанан үләкһәне аяғынан ғына эләктереп быраҡтырыуы була, башлана. Ярты сәғәттән тиреһе, ап-аҡ һөлдәһе генә ятып ҡала. Шул саҡта ла әле таралмай, уралап-уралап болот булып шул тирәлә осоп йөрөйҙәр:
– Ҡар-р-р! Ҡар-р-р!
Тауыштары күҙгә керә. Кем дә туйыр.
Ә Алмаҡайҙың йортонда ҡоҙғонға нимә күҙләргә? Уяулығын юғалтып, иркенәйеп китергә һуҡыр тауығы ла ҡалманы бит инде бисараның. Байыраҡ, күҙләрлек йорттар ары. Үрге оста ырҡыратып ҡош-ҡорт һимертәләр, йылға буйы – ҡаҙҙар баҙары, йыраҡтан ап-аҡ булып күренеп ята. Ауылдың был яҡ ситендә ғәҙәттәге хәл – үкертеп донъя көтмәйҙәр.
Бына Алмаҡайҙың да исеме сыҡты. Хәйер, уның исеме күптән сыҡҡан инде. Телдән төшмәй.
– Һуҡыр тауыҡ ҡына ла ҡарамай бит.
Уның тап шундайы ниңә кәрәктер? Ун һаны төгәлерәк булһа инде бер хәл, аҙбарҙарын, кәртә-ҡураһын тураҡлап яҡты, һыйыр тиклем һыйырын һуйып ашаны, этен-бетен йыйып ятҡансы, берәй ергә эшкә керһә һуң? Өйөн ҡара, әҙәм ыстырамы... Тәҙрәләр ниндәй, ишек алды. Меҫкен малайы урамда, ас, уҡыуы ла юҡ. Ярай ҡыҙының башы эшләп сығып тайҙы. Кит инде! Кит! Фәрештәләр ҡасырып, бисуралар йыйып!
Бот сабып, терһәктәрен ян-яҡҡа тырпайтып, ҡулдарын бөйөрҙәренә таянып, ауыҙҙарынан төкөрөк сәсеп керешәләр. Еңдәре һыҙғанып ҡуйылған ҡулдар Алмаҡайҙың йорто яғына әллә нисә уҫал елпенә. Хәлдәренән килһә, донъяһын әрәмә аша йылға буйына этеп кенә төшөрөрҙәр ине, килмәй генә. Үҙ-үҙҙәрен яратыуҙары хәттин ашып, үҙ ғаиләләре генә – ғаилә, ирҙәре – ир, балалары – бала, өйҙәрен – өй һанаған ауыл бисәләренән тынғы юҡ меҫкен ҡатынға.
Бына тағы һин дә килде-китте кеше тураһында һүҙ башлайһың. Таптың кем тураһында һөйләргә. Яҙ, ана, Сара апай тураһында, түшендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены! Ауылда, ниндәй ауыл, ти, районда ундайҙы таҡҡан кеше бармы? Булһа ла бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Ғүмер буйы һыйыр һауҙы.
Аҙ ғына ҡуйыртып ебәрҙем, буғай. Сара апай тыуып мәктәптә уҡый башлағансы әсәһе Шәмсикамалдың итәгенән дә төшмәгәндер, тәпәйләп киткәс тә әле, йәбешеп кенә йөрөгәндер, һигеҙ класты тамамлау менән бер ерән егеткә ғашиҡ булып, кейәүгә сыҡҡас ҡына, һауынсы булып киткән. Сөнки килен булып төшкән күрше ауылда һәм шулай уҡ башҡа ауылдарҙа ла, һигеҙ генә класты бөтөп, кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙға бүтән аҡсалы эш урыны булдымы? Юҡ, булманы. Ә аҡсаһыҙына уның үҙенең барғыһы килмәне. Нисек инде һигеҙ класты бөтөп, кеҫәһендә комсомол билеты йөрөткән, йәшлек дәрте ташып торған ҡыҙ, пенсия йәшенә еткән апай-һапайҙар менән сөгөлдөр утап та, һалам яндырып йөрөһөн?
Хәйер, һигеҙ генә класс бөтөп, бөҙрә сәскә эйәргән ҡыҙҙы, башҡа ергә бер кем дә ҡосаҡ йәйеп, әйҙүкләп тә торманы. Ҡәйнәһе Мөьминә ҡарсыҡ берҙән-бер улын ситкә сығарып ебәрә буламы? Ауыҙын да астырманы. Шуға Сара апайға тубыҡтан батҡаҡ йырып фермаға төшөргә тура килде. Орденға тиклем дә, унан һуң да аяғында йәйен-көҙөн резина итек, ҡышын тышынан иҫке ойоҡ, шунан кәлүш кейҙерелгән һаҫыҡ сусинкә булды. Һаҫыҡ инде, һаҫыҡ, саҡрымдан танауҙы яра, шуға Сара апай ферма кейемдәрен соланда ғына сисеп йөрөнө.
Һис шикһеҙ башҡаһы: коммунист, заманы шундай, коммунизмға китеп барабыҙ ҙаһа, ҡаранан килешле йөҙөндә теремек күҙҙәре ут сәсеп тора, ҡырлас танауы, ауыҙ-ирене кәртинкә кеүек, оҙон буйлы, ҡап-ҡара толомло, алдан элдерелә торған килешле йөн костюмының түшендә орден.
Ул ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайып, ҡыҙыл төҫтәге ҡамсатлы эскәтер менән ябылған президиумға менеп ултырыуы була, былай ҙа аҡбур менән ағартылған клуб бөтөнләй яҡтырып китә. Эскәтере ҡыҫҡараҡ булып, ямаулы быймалары ғына саҡ күренеп ҡала ҡалыуын. Быйма, ямаулы инде, һин ун ике саҡрым ары ятҡан Ишмырҙанан колхоз идараһы урынлашҡан Һоябашҡа тракторға тағылған асыҡ арбала – елгә елберҙәп килеп ҡара!
Ә Алмаҡай ниндәй эш күрһәтте? Колхоз саҡта ҡатын-ҡыҙҙар менән бригадта йөрөгән булды. Әле ҡырҙа һалам яндыралар, тештәре генә ап-аҡ булып, төтөнгә сәсәп, иҫһеҙ булып ҡайтып йығылалар. Әле ырҙын табағында ағас көрәк менән шүшилкәгә ашлыҡ этәләр, машина бушаталар, көндөҙ ярай, бер ауырлығы юҡ, төндәрен эшләп ҡара, ай яҡтыһында, уныһы ҡасһа, бағанаға ҡағылған ут аҫтында. Туҙанын һөйләп тә тормайым, ауыл кешеһе өсөн туҙан нимә инде ул, бүстәк хәл ул туҙан. Бар ни, юҡ ни, яулыҡ менән ауыҙ-танауыңды ҡаплап бәйләйһең дә, әйҙә, елпен дә, елпен.
Бер ағыуланып үлерҙәй булып ҡоҫоп ятты.
Бер нәмә лә булманы ла! Кистән күршеһе, шул орденлы Сара апайҙың инәһе Шәмсикамал әбей, бер литр йылы һөт индергәйне, шуны эсеп тә бөттө, таң атыуға дөпөлдәп атлап сығып та китте, шул ғына.
Колхоз бик ҙур булмаһа ла, телгә алып һөйләрлек кешеләр бар. Бына Дим ағайҙы ғына алайыҡ. Шул-шул йылда, шунса-шунса гектарҙан, шунса-шунса иген урып, колхозға килгән тәүге еңел машинаны алған алдынғы комбайнер. Төндө – көнгә, көндө төнгә ялғап ҡырҙан ҡайтмаған игенсе. Ундай ергә береккән кешеләр хәҙер тыумай. Ере бар, ереккән кешеләре юҡ. Кәйектеләр ерҙән егеттәр.
Ауылда баҡсаһын гөл итеп тотҡан хужалар ҙа кәмей. Бына, әлеге лә баяғы, Алмаҡай, һөйләгәс, һөйләйек инде, һуңғы йылдарҙа бәрәңге генә лә ултыртманы, баҡсаһын әрекмән менән алабута баҫып ултырҙы. Ул емеш-еләк үҫтереү хаҡында әйтеп тә тормайым, ғүмере лә мәшәҡәтләнмәне. Ә баҡсаһында балсыҡ ниндәй? Ярмаланып торған ҡап-ҡара балсыҡ. Бүлмә гөлдәре генә ултырта торғаны. Күрше-тирә бер ҙә юҡҡа биҙрә тотоп, шунда ыңғайлай тиһегеҙме? Ултыртманы, боролоп та ҡараманы.
Шундай ҙа кеше тураһында һүҙ әрәм итеп тормаһаң да була.
Вафиндар ғаиләһе хаҡында ла тәфсилләп яҙырға булыр ине. Бына ҡайҙа булды тәртип. Йорттары ниндәй, осоп китергә ҡанаты ғына юҡ. Ишек алдында – сәскәләр, тәҙрә ҡапҡастары селтәрме ни? Биш бала үҫтерҙеләр, барыһы ла тик «биш»кә генә уҡыны! Булған кешеләр.
Һанай китһәң, яҙырҙай кешеләр күп инде. Алғы биткә, фотоһүрәттәре менән. Халыҡ та ғорурланып, башын күтәреп ебәрер ине. Бына, эйеме, ниндәй кешеләр йәшәй беҙҙең ауылда!
Тик бына колхозды данға күмгән Сара апай тураһында ла, район ойошторған социалистик ярышта еңеп, беренсе еңел машина алған Дим ағай хаҡында ла, бишкә генә уҡыған биш бала тәрбиәләгән Вафин дарға ла теймәй, бына Алмаҡай тураһында һөйләргә булдым.
Сөнки Сара апай тураһында кем генә яҙманы, нисек кенә маҡтаманылар уны, орденлы фотоһы ҡайҙарҙа ғына баҫылманы, портреттары ниндәй түрҙәрҙе биҙәп торманы. Йыл һайын район үҙәгендә урынлашҡан ял йортона ебәрҙеләр, ул һәр төрлө йыйылыштар. Былары беҙ белгәне генә, белмәгәне күптер әле. Дим ағай былай ҙа данға күмелеп йәшәне, «Победа»ла ғына туҙан борҡотоп елдереп йөрөнө. Брезент менән генә тышланһа ла, машина машина инде. Ә Вафиндарҙың балалары бишкә генә уҡып мәктәпте бөтөрөп, ситкә сығып китте. Мәктәптә, «Беҙ улар менән ғорурланабыҙ», тип аталған Дан таҡтаһында фотолары ғына ҡалды, шул да етер, бик тә матур булып йылмайышып торалар.
Ә Алмаҡай тураһында инде бер кем дә иҫкә алмаҫ. Булғанмы шундай исем йөрөткән ҡатын, әллә булмағанмы, йәшәгәнме беҙҙең ауылда, юҡмы? Уның өйө, йорто, һыйыры, бала-сағаһы... Бер кем бер нәмә һөйләмәҫ, белмәмеш тә, күрмәмеш.
Ә бит бына беҙ үҫкәндә, ә был хан заманында ла ҡалмаған, ыштанһыҙ бала-саға шикелле, аҫтан инеп-сығып йөрөгөң килмәһә, арҡала бала саҡтың талмаҫ ҡанаттары булғанда, кем инде аҫтан йөрөй? Һул йәки уң аяғыңды ғына күтәреп өҫкө кәртәгә ҡуй. Оппа! Һин инде Алмаҡай йортонда.
* * *
Тәүҙә ауыл осондағы был өйҙә бик оло йәштәге ҡарт менән уның ҡарсығы йәшәне. Улар бер кем менән дә аралашмай, тауыш-тынһыҙ ғына көн итте. Йорттары әрәмәгә терәлеп торғас, уларҙың бәрәңге баҡсаһы юл буйлап һуҙылған, һәм әллә ҡайҙарҙан күренеп, урталыҡта олоно икегә бүленгән ҡарт ҡайын үҫә.
Беҙҙең яҡтарҙа әбейҙәр яңғыҙ ҡайын ҡайғыға, тиҙәр.
Уларҙың бала-сағаһы булғандырмы, юҡмы, уныһын белмәйем, әммә бына ошо ҡарт алйый башлаған, тинеләр. Уның был алйыуы нимәлә күренгәндер?
Күрше ҡыҙы Фәғилә һөйләүенсә, ул ошо айырлы ҡарт ҡайынға бәйләп, арҡан ишкән. Ул арҡан шул тиклем оҙон булған. Бабай әле ҡояш та сыҡмаҫ борон уны ишә башлай икән, ишә лә ишә... Шунан әбейе сығып, уны саҡ елтерәтеп өйөнә индерә.
Икенсе көн бабай тағы ошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенә тотона.
Ҡыҙый быларҙы шулай итеп һөйләй, бабайҙың аңының камил түгеллегенә шикләнеп кенә ҡуймайһың, ә донъяла ошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ арҡандан да ҡурҡынысыраҡ бер нәмә лә юҡ һымаҡ.
Әллә һөйләүсеһе оҫта булдымы? Был хәл әкиәткә әйләнеп, ҡараңғы төндә, усаҡтан сыҡҡан сатҡылар төпһөҙ һауаға менеп юғалғанда, бик йыш яңғырар булды. Был осһоҙ-ҡырыйһыҙ арҡандан саҡ ҡотолоп, шыбыр һыу булып йоҡонан да уянып киттек.
Алйығанмы бабай, әллә үҙ аҡылында шундай оҙон арҡан ишкәнме, быныһы ла асыҡланманы. Тап ошо һорау билдәһе был хәлдәргә тағы ла бер сер өҫтәне. Хатта ике мәртәбә сирек быуат үтеп китһә лә: ана, ана! Ҡап-ҡара кәзәкейе аҫтынан күлдәге сығып торған бөгөлмәгән-һығылмаған оҙон кәүҙәле ҡарт, абына-һөрлөгә ҡайын янына атлап китеп бара. Ботаҡтан аҫылынып торған арҡаны янына барып ҡына етә алғаны юҡ.
Быныһы йыраҡты яҡынайтҡан, булғандымы, була яҙғандымы ысынбарлыҡҡа әйләндергән хәтер йомғағының сыбалған ептәре.
Хәтерле кешеләр һөйләүенсә, бабай менән әбейҙе күрше өлкәлә йәшәгән туғандары торорға алып ҡайтҡан. Башҡа улар беҙҙең яҡтарҙа күренмәне, бары айырлы ҡарт ҡайынға бәйләнеп ишелгән арҡан ғына төрлө бапҡа инеп, беҙҙе бимазаланы.
Шуға һүҙ улар хаҡында түгел, ә бына ошо бушап ҡалған урынға оя ҡорған яңы хужабикә хаҡында. Ул нигеҙгә генә килеп ултырҙы, ә бабай менән әбей йәшәгән өйҙө һүтеп алдылар. Өйҙө емерәләр, ә был ҡатын йүгереп йөрөп үҙенә нәмә кәрәк буласаҡ, шуны бер урынға йыя. Шунда әйберҙәр өҫтөндә уның бәләкәс малайын ҡосаҡлап, ҡыҙы ултыра.
Бына ул мейес йүшкәһен тартып алды, аҫҡа дөбөр-шатыр ҡором, балсыҡ ҡойолдо, һәм ошолар араһында, нәмә икәнен дә аңламаҫлыҡ булған ҡап-ҡара ҡош килеп төштө.
– Йылынырға ингән булған инде, – тине емереүселәр, ә яңы хужабикә уға иғтибар ҙа итмәне, бәлки, күрмәгәндер ҙә.
Сөнки был ҡатындың бер күҙе зәғиф, шуға ул донъяға иҫән күҙенә туралап баҡты, ә күрмәгәне, бәхеткә, ситте күҙәтте. Шулай ул бер урынға күмер һүндергес, тәртешкә кеүек ваҡ-төйәкте йыйҙы. Ҡатынға бер кем дә, бер һүҙ ҙә әйтмәй, сөнки әбей менән бабайға инде бер нәмә лә кәрәкмәй.
Ул апай беҙгә Усмашлы буйында ултырған ваҡ ауылдарҙы бөтөргәс, күсеп килде. Бына ошо меҫкен ҡатын һәм нисә йылдар уларҙың өйө, етемдәр тормошо күҙ алдынан китмәй.
Уның ире юҡ.
Беҙҙең ауыл кешеләре өсөн ошо хәл менән барыһы ла ярып һалынған инде, әгәр ҡатын-ҡыҙ хаҡында һүҙ сыҡһа, уның тураһында һөйләгән иң төп нәмә шул, башҡа атап бер нимә лә әйтеп тормаһаң да була. Атайһыҙ балалар һәм мисәтһеҙ дөкәмиттәр хужаһын кәрәк алтынға мансып ултыртып ҡуйһындар, ул меҫкенгә иҫәп тә, һан да юҡ инде.
Юҡ, Алмаҡайҙы бер ҙә һанламайҙар ине ауылда.
Уйлап ҡараһаң, ауыл бисәләре араһында ла төрлөләре бар: ҡусыйҙары ла, аҡһаҡтары ла... Ә колхоз идараһында ултырған иҫәп-хисапсыларына, ашхананың бешекселәренә, пеләш башын ялтыратып, гел йылмайып ҡына йөрөгән беҙҙең председатель: «Районға барам, йомошоң булһа, әйҙә», – тип бер йылмайһа, ҡаршылашмай-нитмәй, йылмайып-көлөп, машинаға сығып ултыра, тип һөйләйҙәр.
Аҙаҡ ҡайһы берҙәренең күҙе күгәреп йөрөй йөрөүен. Тик уныһы бит аҙаҡ. Аҙағын башта кем уйлай? Һабантуйға ғына кейеп сыҡҡан күлдәктәрен килтереп сығаралар, төнө буйы интегеп, сәстәренә бигуҙи урап яталар. Ҡайҙа инде беҙҙең Алмаҡайға уларға етергә?!
Әммә уның башҡа ҡатындарҙыҡы кеүек күҙен күгәртергә ире юҡ. Шунда сатай-ботай ғына булһа ла ҡарты булһа, мир бисәһе булғансы, ир бисәһе булып йөрөр ине.
Бына Алмаҡай мир бисәһе ине.
Әбей-менән бабайҙан ҡалған нигеҙҙә ул бәләкәй генә, беҙҙең келәттән дә ҡайтышыраҡ булыр, өй һалдырҙы. Өй тиһәң, әү тиер.
Һалҡындарҙа, ә элек ҡыштар бигерәк ҡаты була торғайны, ноябрь башы менән туңдыра башлай, бер ҡырҡҡа төшә лә, март башланмайынса менмәй. Шуны уйлап аптырайым, сатлама һыуыҡтарҙа улар нисек ҡыш сыҡты икән?
Йылыраҡ булһын өсөндөр инде, тыштан иҫке юрған ҡағылған йоҡа ғына таҡта ишекте асып, тупһанан һикереп төшөү менән арҡырыһы-буйы өс аҙым булған өй эсенә инәһең. Һул яҡта өйҙөң яртыһын алып торған, аҡбур менән ағартылған оло мейес, шунда икмәген дә, ашарға ла бешерәләр, бер ыңғайҙан өйө лә йылына.
Урамда йөрөгәндә өшөһәк, дөбөрҙәшеп килеп инәбеҙ, сөнки өйгә ҡайтһаң, кире сығармайҙар. Мыш-мыш танауыбыҙҙы тартып, һөрлөгөшөп торабыҙ ишек төбөндә. Мейес эргәһенән ары китмәйбеҙ, йылы тибеҙ ҙә, кино ҡараған кеүек, кеше тормошон күҙәтеп торабыҙ.
Улына ике йәшме булғандыр, имеҙә, ә беҙҙең малайҙар Алмаҡайҙың түшен күреп ҡалып, аҡлы-күкле булып торалар. Иҫең китер ҙә, ян-яҡҡа тарбандаған имсәге тырпайып тора.
Ҡап-ҡара. Хәйер, ҡара уҡ булмағандыр, көрән төҫтә ине, буғай. Имеҙеп бөтөргәс, тиҙ-тиҙ генә усына йыйып, алмаш-тилмәш эскә тығып, йүгерек, ҡып-ҡыҫҡа бармаҡтары менән төймәләрен элдереп ҡуя. Аптыратҡаны – өҫтөндәге көрән төҫтәге мәктәп формаһы, беҙҙең инәйҙәр сәскәле күлдәк кенә кейәләрсе.
Шунан кәйефе күтәрелеп ул малайы менән уйнарға керешә. Башы менән тәпәйҙәре араһына инеп китеп, ҡытыҡлай, бәпес кинәнеп ҡысҡырып-ҡысҡырып көлә.
Ҡайһы саҡта кәйефе булмағанда эсендә йөрөткән үпкәһен дә ишеттерә:
– Мине тикшереп бушамайҙар, ниндәй эштәре бар инде, үҙҙәрен белһендәр.
Ҡыҙып китһә-ә, ауыҙ сайҡап йөрөүселәргә ныҡ эләгә.
Ишек төбөндә оҙағыраҡ торһаҡ, ҡара-һороңҡо йөҙлө ҡыҙы Сәғиҙә:
– Түргә уҙың, – ти.
Түр тигәндәре карауат инде, шунда мендәрҙәре өйөлөп тора, уны газауай яулыҡ менән ҡаплағандар. Мөйөштә – арлы-бирле һуҡҡылап яһалған өҫтәл, оҫтаһы беҙҙең күрше Кәлимулла. Етмәгән ерҙәрен сәскәләре уңып бөткән ашъяулыҡ ҡаплап тора.
Уныһына ла рәхмәт тиң, хәлле генә йәшәгән кешеләр нисәмә йылдар уларға булышып торҙо. Ауылда йолаһы шул, күршеләр, туған-тыумаса булһа, астан үлтермәҫтәр. Ултыртырға – бәрәңге, мал һуйһалар – эсәгеһенме, ҡаҡ булһа ла ҡабырғаһынмы, тигәндәй, артыҡ-бортоҡ кейем-һалымын да йәлләмәй.
Ҡайһы берәүҙәргә быныһы ла оҡшамай, Кәлимулланыҡылар, имеш, яҡшатлана, бигерәк миһырбанлы булып ҡыланырға ярата. Әммә тегеләре бер кемгә лә ҡарамай, хатта мунсаһына хәтлем, яҡҡан һайын, һуңғыһына уларҙы саҡыра. Бөгөнгөләй күҙ алдында, ике балаһын эйәртеп, Алмаҡай, рәхмәттәр әйтә-әйтә, тетелеп бөткән таҫтамалдарын башына урап, уларҙың ҡапҡаларынан килеп сыға. Кәлимулланың ҡатыны:
– Әйҙәң, сәйем ҡайнаған да, – тип, уларҙы оҙата.
Бына ошо өйҙә беҙ, урам бала-сағаһы, ҡайтыр юлыбыҙҙы онотоп ҡырылышып ята инек.
Алмаҡай йортонда беҙ бер кемгә лә кәрәк түгел, беҙгә лә бер кем дә кәрәкмәй – бына бәхет. Теләһәң ни эшлә, менеп ултыр тарбаҡлы ҡарт ҡайын ботағына, бер кем бер һүҙ әйтмәҫ. Бала-саға йыйылып китһә, ҡасышлы уйнарға яйлы, боҫ һарай артына, менеп кит бесәнлеккә, кесерткән артына инеп ултырһаң да була.
Көҙ булһа – муйыл, ҡарағат, йорттоң эске яғы әрәмәгә терәлгән, кәртә-фәлән юҡ, эсең күпкәнсе аша ла, аша. Алмаҡайҙың бәрәңге баҡсаһы артында – сүплек. Донъяла ауыл сүплегенән дә ҡыҙыҡлы нимә бар? Бәләкәйерәк саҡта ватыҡ һауыт-һаба ҡыйырсыҡтарын йыйып, уйынсыҡ өй ҡорабыҙ, тутлаған ҙур ҡаҙанды ҡом менән ҡырып таҙартып ашхана асып ебәрәбеҙ. Шунда уҡ дүрт кирбесе лә табыла. Бер-ике төп бәрәңгеһен күрше Мәликә әбей йәлләп торамы? Һуң беҙ түгелме ни уны сүпләйәсәк кешеләр?
Алмаҡайҙың ҡыҙы эш менән булғанда, беҙгә энеһен ҡарарға ҡуша. Ҡарайбыҙ, ул да йөрөй шунда эргәлә, уның тамағын да туйҙырабыҙ. Ҡорһаҡ туҡ булғанда, донъялар түңәрәк.
Ул заманда тормош бик тә ябай, көнө йылға тиң, ҡояшы ла һинең өсөн генә балҡый, ямғырҙары ла, елдәре лә йып-йылы.
Ә эргәлә тормош бара, ул бер йомаҡ кеүек. Һәр ерҙә мең мөғжизә, мең сер йәшеренгән. Мөғжизәле ишектәрҙе тибеп кенә асаһы, ары нимә барын беләһе килә. Тик рөхсәт юҡ, бәләкәйһең әле, тиҙәр. Бигерәк тә йыш был һүҙҙе апайҙарҙан ишетәһең. Тик ҡайһы саҡта беҙ ҙә уларға кәрәк булып китәбеҙ.
Улар концерт ҡуйырға ярата. Уны ҡарарға халыҡ кәрәк. Артистар бар, тамашасы бар, сәхнә генә юҡ. Уныһы ла табыла – Алмаҡайҙың өйө!
Ауылдың иң осонда торған бына ошо өйҙә йыйылыша урам бала-сағаһы, ҡайһыһы – артист, ҡайһыһы – тамашасы. Уларын урамдың үҙешмәкәрҙәре, тимер карауатҡа теҙеп ултыртып ҡуйырҙар ине. Уртаға хужа булараҡ – Алмаҡайҙың малайы Нур, ә уның ян-яғына – беҙ. Өйҙө уртаға бүлеп һуҙылған ҡыҙыл шаршау тамашасыны һәм сәхнәне айырып тора.
Иң почетлы артист – концертты алып барыусы. Башта был роль өсөн апайҙар ҡырт-мырт һөйләшеп, талашып ала. Ҡайһы ваҡыт был роль бүлеү шундай ҙа көсөргәнешле булып китә, концерт йә була ла, йә юҡ. Сәғиҙә был ролгә ҡыҙышҡан артисткаға, ҡара ҡаштарын юғары сөйөп, һүҙҙәренә айырым мәғәнә өҫтәп:
– Инәйем иртәрәк ҡайтам, тине. Эйе! Һабантуй үткәреп ятма, тип киҫәтте.
Был иһә күмәгебеҙҙе лә бергә елтерәтеп сығарып ебәреүҙәре лә мөмкин, тигән һүҙ. Эштең бындай уҡ йүнәлеш алыуын көтмәгән артист:
– Ярай, һин үҙең алып бар тип, – танауын мыш-мыш тартып, ризалығын бирә һала.
Ура, концерт буласаҡ. Шаршау әле асылмаған. Конферансье концерттың тәүге номерын иғлан итә. Үҙешмәкәр... Һөйләшеүҙә һирәк осраған һүҙ ҙә онотолмай яңғырай.
Ҡояшта уңып, эре-эре сәскәләр төшкән шаршауҙы ауырлыҡ менән ситкә тарталар. Үсеккәнгә ҡаршы, ул иң мөһим ваҡытта, тутыҡҡан ҡаҙағы менән бергә урынынан килә лә сыға. Бөтә үҙешмәкәрҙәр уны кире ҡағырға тотона. Бер киреһе сыҡһа, сыға бит ул, тап ошо минутта сүкештең тимере һабынан ысҡынып килеп төшә. Артистарҙың берәүһе бәрелгән бармағын тиҙ-тиҙ һелкеп ауыҙына ҡаба, бик оҙаҡ шулай тотоп тора. Алып барыусы тамашасылар алдына сығып концерттың тотҡарланыуының сәбәптәрен аңлатып, ғәфү үтенә.
Беҙ шым ғына ултырабыҙ, аңлайбыҙ ҙа инде, шаршауһыҙ ниндәй концерт? Бына шаршау ҙа урынына ҡуйылды.
– Беренсе номер! Колхозсыларҙың һорауы буйынса – йыр!
Ярай, һүҙҙәре онотолһа ла, ҡысҡырып башланған йыр аҙаҡҡа табан бөтөнләй һүнеп ҡалһа ла, иң мөһиме, беҙ нисек ҡул саптыҡ?! Был тиклем тауышҡа Алмаҡайҙың меҫкен өйө нисек сыҙаған тиң?
Тик ниндәйҙер сәбәптән, кемдер кемгә аҡайып ҡарағанмы, терһәге менән яңылыш бәрелгәнме, ҡарарға ҡамасаулағанмы, насар еҫе сығып киткәнме?! Карауат өҫтөндә ултырған таҡыр башлы тамашасылар зыу-ғәләмәт килеп һуғышып китә. Әртистәр залдан алҡыштар урынына, шап-шоп бәргесләү тауышын, кемдеңдер илағанын ишетеп, барыһы ла – йырсылар, шиғыр һөйләүселәр, аҡ япма ураған, репертуарында бары һинд бейеүҙәре генә булған бейеүселәр, шаршау артынан залға килеп инә һәм тәртип урынлаштырырға керешә.
Ысынлап та һабантуй башлана. Улар бола сығарыусыларҙы елтерәтеп тышҡа сығарып ебәрә. Концерт туҡтала. Күңелһеҙ хәл – уйындың ҡыҙығы юғала. Ҡыуылып сыҡҡан малайҙар бер ҡайҙа ла китмәй, ватыҡ өлгө өҫтөнә быяла киҫәге нығытылып ҡуйылған, икенсеһенә фанер ҡағылған, өсөнсөһөндә иҫке мендәр тығылған, бик күпте күргән, бик күпте кисергән тәҙрәләргә таш ырғыта.
– Ах, бына хәҙер мин һеҙҙе, йыйын диуана! – тип, Сәғиҙә таяҡ тотоп, уларҙы ҡыуалап сығып китә. Күпмелер үткәс, ул ах-ух килеп, ҡайтып йығыла. Апайҙар күмәкләшеп бер урынға йыйыла ла, беҙҙе бик яҡын килтермәй, быш-быш серләшә башлай.
Апайҙарҙың беҙҙән йәшергән һүҙҙәре күп, улар үҫә төшкән һайын, сер йомғағы тығыҙая бара, аҙаҡ егеттәр хаҡында бышылдашырға тотонһалар, яндарынан ҡыуа башлайҙар: «Һеҙ бәләкәй әле!» Хыт шартла!
Кино артистарының карточкалары йәбештерелгән дәфтәрҙәрен нисек кенә йәшермәһендәр, беҙ уларҙы эҙләп табабыҙ, ҡасып-боҫоп уҡыйбыҙ. Ундағы яҙыуҙарҙа, әллә нәмә булмаһа ла, беҙҙең өсөн бик тә ҡыҙыҡ. Билдәһеҙ бер донъя шарран-яр ишеген асып ебәргән кеүек тойола: «Иптәш ҡыҙыма иҫтәлек... Оҡшатмаһаң, йыртырһың...» Ҡайһы урында һүҙҙәр бигерәк тә фажиғәле яңғырап китә: «...утҡа яғырһың».
Әммә бер кем дә, бер нәмәне лә утҡа яҡмай, уныһы инде былай ғына, кинолағы кеүек булһын өсөн генә. Шунда уҡ эргәһендә алма кеүек ҡып-ҡыҙыл йөрәк төшөрөлгән һәм ҙур хәрефтәр менән: «Яратмайһың икән, үптермә», тигән яҙыу. Бысаҡтар тишеп үткән йөрәктән ҡып-ҡыҙыл ҡан тамып тора. Ой-ой-ой!
Һигеҙенсене тамамлағас, Сәғиҙә иптәш ҡыҙҙары менән ҡалаға сығып китте һәм төҙөүсе һөнәрен алып, эшкә ҡалды. Ошо мәлдән Алмаҡайҙың донъя арбаһының тәгәрмәстәре артҡа тәгәрәй башланы. Әрәмәнән шатыр-шотор һөйрәтеп алып сығып, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүсе кеше ҡалманы. Башҡалар тракторға эләктереп ташып, шәкәр кеүек ап-аҡ ҡайын утыны әҙерләй, ә уларҙың ерек менән талды тураҡлаған, ҡара-ҡоро бер-ике тороҡ утыны, яңы йылға ла етмәй ҡала.
Алмаҡай байрам итеп өйҙән өйгә йөрөй ҙә, күпмәгәлер баҫылып, өйөндә генә ултыра. Бер эләкһә, бөттө. Ә эләкмәһә, унан да яҡшы кеше юҡ.
Уның ошо ысҡынып китеүҙәрен ни сәбәптән башланып, нисек туҡтап киткәнен, малайы, күпме генә баш ватмаһын, бер ҡасан да аңлай алмағандыр. Уның ғына башы етерлекме ни?
Бер ҡарайһың, Алмаҡай йүгереп йөрөй, фермала эшләй, малдарға аҙыҡ ташый. Көн дә иртән апайҙар менән, сана тағылған тракторға тейәлеп китә, төшкә табан бейек итеп тейәп силос алып ҡайталар. Өйөнән дә ялҡау ғына булһа ла төтөн күтәрелә. Йүгереп һыу ташый, еңен һыҙғанып керешә бөтә нәмәне йыуырға, таҙартырға, елләтергә. Мейесен гөлт итеп ағартып ҡуя, уныһына йүгереп бара, быныһына инә. Бер кем дә, бына һин йөрөнөң дә, теләһә ни эшлә инде хәҙер, тип әйтмәй. Биреп сығаралар биҙрәһе менән онон, бәрәңгеһен. Үтескә инде, үтескә-ә.
Төрлө яҡҡа өлгөрә, эшкә лә йөрөй, өйөндә лә тәртип, балаһы ла ҡаралған. Бер-ике ай, ҡайһы саҡта күберәк тә булып китә, әҙәмсә йәшәп ала.
Була шундай яҡшы көндәр. Иртән малай уянһа, мейес геүләп яна. Өҫтәлдә тимер һауыттарҙа ҡамыр ҡабарып ултыра. Биттәре ҡыҙарып киткән инәһе шыш-быш килтереп, эҫе табаға ағас ҡалаҡ менән ҡойоп, ҡоймаҡ бешерә. Табанан алып, өҫтәлгә йәйелгән ашъяулыҡҡа ырғытып бара. Аҙаҡ ағас көрәккә әпәйҙе яйлап ҡына ултырта ла, мейескә теҙеп ултырта: «Өҫтө килһен әҙерәк», – тип үҙ алдына һөйләнеп, тимер ҡапҡас менән мейес ауыҙын томалай.
Өйгә тәмле еҫ тарала...
Тик бындай көндәр болот араһына инеп киткән ҡояш кеүек, әллә ҡайҙа була ла ҡуя шул. Тора-бара, бик һирәгәйә.
Мин был заманда мәктәптә уҡыйым, башҡа артист апайҙарыбыҙ ҙа үҫеп ҡайһыһы уҡырға, ҡайһыһы эшкә сығып китте. Бәләкәй саҡтағы кеүек көноҙоно урам буйлап уйнап йөрөүҙәр бөттө.
Ғаиләлә балалар күмәк булғас, эргәмдә бала булһа, тыныс йоҡлайым тип, ҡартинәйем беребеҙҙе үҙенә алып ҡайта. Йышыраҡ өйҙәге эштән мин ҡасам, күпмелер ҡартинәйем тәрбиәһендә батша ҡыҙы булып йәшәп ҡалам.
Яҙға инәрәк бер төн ҡартинәйемдең күршеләренең мунсаһы янып китте. Төн буйы йоҡламайынса, урамдағы тауыштарҙы тыңлап, ҡартинәйемде көтөп яттым. Ул таң атҡас ҡына ҡайтып инде, тик бер үҙе түгел, уның артынан, бер туҡтауһыҙ сутыр-сутыр килеп, күрше апайыбыҙ Алмаҡай эйәргән.
Кисә кис ул, ошо урамда йәшәгән, үҙе кеүек яңғыҙ ҡатында ҡуна ҡалған икән.
Ҡартинәйем тимер мейес өҫтөндә ултырған сәйнүктән эҫе һыу һалып, янып торған күмерҙәрҙе һоҫҡоға йыйып, самауыр ҡуйып ебәрҙе. Шунан тиҙ генә бәрәңге таҙартып, уларҙы суйынға һалды ла, өҫтәлгә аш-һыу ултырта башланы.
– Мин әле битемде лә йыуманым бит!
Ҡунаҡ, шаршау менән ҡапланған мейес артында, ҡулйыуғыс торған мөйөшкә инеп сумды. Ҡулына таҫтамал тотоп килеп сыҡты ла, өҫкә ауып килгәндәй итеп ҡағылған көҙгө янына килеп баҫты. Ғәҙәтенсә һау күҙе менән боролоп, шешенгән битен һөрттө, ҡаҙалған тарағын алып, сәсен тараны. Нәҙек кенә толомон тиҙ-тиҙ урап, йыйып ҡуйҙы ла, яулығын ябынып, өҫтәл янына ултырҙы. Был ваҡытта аҡ төшкән күҙе тап минең яҡҡа ҡарап: «Ә-ә-ә, һин бындамы ни әле?!» – тип янаған һымаҡ тойолдо.
Уны беҙгә саҡырғанына ҡартинәйемә аҙыраҡ үпкәләнем дә, ул ултырған яҡҡа ҡарамаҫҡа тырыштым. Күрәһең, элек тә әллә ни йылы ҡараш тыуҙырмаған кеше, был заманға бөтөнләй йәмһеҙәйеп киткәндер. Етмәһә, унан килгән һаҫы еҫ өйгә тулды, күңелде болғатты.
Самауыр ҡайнап сыҡты.
– Бына бит саҡ өйҙәре янып китмәне. Терәп һалғандар. Терәп.
Улар икәүләшеп ҡайтып ингәне бирле һүҙ, бары янғын хаҡында ғына булды. Өйҙә таралған яман еҫте ҡартинәйем дә һиҙеп ҡалды, һәм һиҙҙермәй генә ишекте ҡыҫып ҡуйҙы.
Шунан ул, һөйләшергә оҫта кеше, хәйләкәрләп, бик ҡаты бәрелмәй, Алмаҡайҙан малайы хаҡында һораштырҙы. Һуңынан аҙыраҡ оялтырға ла тырышып, төрлөсә әйтештереп ҡуйҙы.
Был саҡта ул малайын бөтөнләй ташлап ҡуйған булғандыр.
Ул ҡартинәйемдең әйткән һүҙҙәре менән килешеп, шулай итергә кәрәк, былай итергә кәрәк, тигән булды. Үҙе пары сығып торған, ярылып бешкән бәрәңгене усына өрөп һалып, майға манып ашаны ғына, әллә нисә туҫтаҡ һөтләп сәй эсеп, барыһы менән дә риза булып, бик тә аҡыллы булып һөйләнеп, ҡыҙарып, тирләп-бешеп сығып китте.
Уның артынан ҡартинәйем:
– Оят та юҡ, һин бит инәй кеше, – тип, мығыр-мығыр тиргәшеп, ҡулйыуғыс эргәһендәге таҫтамалды тасҡа ырғытып, өҫтөнә эҫе һыу ағыҙып, ебетергә ҡуйҙы.
Мәктәптә балалар күп булғас, төштән аҙаҡ уҡыйбыҙ. Яҡын торғандарға рәхәт, ә мин дәрестән сығып, өйгә ҡайтып еткәнсе, ҡараңғы төшә. Бағаналар урамдың бер осонан икенсеһенә тиклем теҙелешеп ултырһалар ҙа, беҙҙең эргәлә генә ут яна, ә унда хәтлем килеп еткәнсе дөм ҡараңғы урам буйлап киләһең. Ҡыш ҡар яҡтыһы булғас, ярайһы, көҙ бигерәк тә һуҡыр кеше шикелле атларға тура килә.
Ни эшләптер, бына ошо ҡараңғы урында Алмаҡайҙың малайы осрай. Тәүҙә уны бөтөнләй шәйләмәйем, ҡараңғылыҡтан килгән тауыштан дерт итеп китәм. Ул һәр ваҡыт бер төрлө һорау бирә:
– Минең инәйемде күрмәнеңме? Шунда ғына барып киләм тип, сығып киткәйне, һаман юҡ, – тип мығырлай ҙа, үтеп киткәс тә, шулай һөйләнеп, урам буйлап ары китә.
Уның яңғыҙы булһа ла, һәр ваҡыт үҙ алдына һөйләнеп йөрөй торған ғәҙәте бар икәнен күҙәткәнем булды.
Малайҙың исеме Нур, әммә уға исеме менән өндәшкән кеше юҡ, шуның малайымы, эйе, шуның малайы, тиҙәр.
Инәһе иркәләткәнгә сәрелдәп ятҡанда уҡ иҫтә ҡалған, уның һинд киноларындағы артистарҙыҡы кеүек ҙур моңһоу күҙҙәре бер кемгә лә, бер ҡасан да тура ҡарамай, ә шылып ҡына йөрөгән һымаҡ. Бына, мин һеҙгә, хатта ҡарамайым да, тик миңә генә теймәгеҙ, тигән кеүек.
Тик теймәй булалармы? Кемдең көсө етә, шул этә, төртә. Шуға ул мәктәпкә лә бер көн бара, бер көн юҡ, уҡыуы ла кермәле-сыҡмалы.
Көндөҙ малай, әле мәктәпкә йөрөмәгәндә, бер үҙе булһа ла, сисенмәй-нитмәй, пальтоһы өҫтөнән иҫке юрған ябынып, өйҙә, тәҙрә янындағы тимер карауатта ултыра.
Ҡараңғы төшмәҫ борон, әле күҙҙәре айырғанда, ул өсмөйөшлө ситса киҫәктәренән тегелгән юрғандың тышының биҙәктәрен бармаҡтары менән йөрөтөп-йөрөтөп уйнай. Шунан тубығына таянып, тәҙрә быялаһын ҡаплаған боҙҙо тыны менән иретеп йоп-йомро тишек яһай. Бәлки инәйем киләлер тип, бер күҙен терәп күҙәтә. Шунан ауыҙынан пар сығарып, ололарҙың тәмәке тартҡандарына оҡшатып, бер алданып ултыра.
Кинәт кенә ҡараңғы төшә, инәһе ҡайтҡан хәлдә лә, малай инде уны тәҙрәнән күрә алмаҫ, әммә ҡар шығырҙаған тауышты ишетеп, барыбер ҡайтҡанын һиҙер.
Өйҙәрендә шылт иткән тауыш та юҡ, стеналағы сәғәт күптән йөрөмәй. Бер заман ул, сәғәт һайын ҡысҡырып торған кәкүктең ҡайҙан тауышы сыға икән тип, эсенә бармаҡтарын тығып бутағайны, шунан бирле ул бөтөнләй саҡырыуҙан туҡтаны. Тик сысҡандар ғына мейес аҫтында ҡыштырҙай, күрәһең, улар ҙа өшөй. Мейес инде ҡасандан яғылмай, бактағы һыу туңған, сәй яһап, эселмәй ҡалған стакандар өҫтәлдә ярылып ултыра.
Ашарға эҙләп ул бөтә ерҙе аҡтарып бөттө. Шуға кәштәләрҙең аҫты-өҫкә килгән. Бер ҡыштыр тоҡтоң төбөндә ҡалған устай һалманы, ул кисә үк кимереп ҡуйҙы. Бөгөн соҡоноп та тормай, белә, быяла һауыттың төбөндәге әсе тоҙҙан башҡа өйҙә бер нәмә лә юҡ.
Бөтөнләй ҡараңғы төшкәс, бер ҡарарға килеп, йыйына башлай. Ҡалтыранып, һәр төрлө еҫтәр һеңгән иҫке юрғанды өҫтөнән һыпырып төшөрә. Ауырлыҡ менән ойоған тәнен яҙып, иҙәндә ятҡан быймаларын ҡапшарға керешә. Уларҙы тапҡас, сирҡана-сирҡана, өшөп ҡатҡан аяҡтарына кейеп ҡуя. Өйөлөп ятҡан әйберҙәр аҫтынан ҡапшап, ҡайҙандыр табып алып ҡайтҡан уйынсыҡ пистолетын кеҫәһенә тыға. Күрше-тирә биргән кейемдәрен – гел күҙенә төшөп, ярты битен ҡаплап торған бүреген, еткән тырнаҡтары эсенә бысраҡ тулған бармаҡтарын ең эсенә йәшереп, төймәләре төшөп, йыртылып бөткән, атлаған һайын ян-яҡҡа асылып торған оҙон пальтоһын кейеп, үҙ-үҙен ҡосаҡлап, урап тотоп ала.
Боҙланып ҡатҡан ишекте ул тиҙ генә аса алмай. Артҡа китеп, йүгереп, урыны менән бәреп көскә ҡуҙғата ла, тышҡа сыға. Тәүҙә уға урамда өйҙәгегә ҡарағанда йылыраҡ кеүек тойола. Аҙыраҡ атлағас, улай түгел икәнен аңлап ҡала, сөнки һалҡын ел уның йоҡа пальтоһы аша үтеп, эсенә ингәндәй була. Малай өй ҡаршыһында ҡап-ҡара булып, ауып килгәндәй тойолған ағастарға ҡарамаҫҡа тырыша. Шаулаған урман әллә ниндәй ҡурҡыныс йәнлектәр менән шығырым тулы кеүек тойола. Ҡайҙалыр геүләгән трактор тауышында ла, ағастарҙың һыуыҡтан шартлап ярылыуында ла, уға әллә нәмәләр ишетелә. Йәй яңғырап үҙенә саҡырып торһа ла, ул шомландыра ғына.
Малай оло быймаларын ҡалын ҡарҙан саҡ-саҡ тартып алып, көрттән сана юлына сыға. Башын күтәреп, бер-бер артлы уттары ҡабынған тәҙрәләргә, мөрйәләрҙән нәҙек кенә булып өҫкә күтәрелгән көлһыу төтөнгә ҡарай-ҡарай атлай.
Китә ауылға, кешеләргә. Иң оста яңғыҙ ултырған, кистәрен бер ҡасан да уты янмаған бәләкәй өйҙәренә әйләнеп ҡарап ала.
Мин сығып китеү менән инәйем ҡайтып индеме әллә, мейестең төтөнө сығып китмәнеме, ут ҡабынманымы тип, өмөтләнеп ҡарай.
Әммә ҡараңғы өй яҡтырып китмәй, мөрйәләре лә йәнһеҙ.
Ҡайһы бер түбән уйылған тәҙрәләрҙән хужаларҙың балалары менән бергә өҫтәл артында киске аш ашап ултырыуҙары күренә. Самауыр эргәһендә тәрилкәгә тау кеүек әпәй өйөлгән, һәр кемгә аш бүленеп ҡуйылған. Бындай өйҙәр янынан китә алмайынса, малай бик оҙаҡ баҫып тора.
Элек апаһы мейескә яҡҡас, баҙлап торған күмерҙәрен артҡа этә лә, йыуып, алға бәрәңге ырғыта торғайны. Күп тә үтмәй, танауҙы ҡытыҡлап, өйгә тәмле еҫ тарала. Ул бәрәңгеләрҙе тәртешкә менән тимер табаҡҡа тартып төшөрә лә, бысаҡ менән ҡырып малайға таҙартып бирә, уны тоҙға манып, туйғансы ашайҙар. Ниндәй рәхәт булған икән ул өйҙә саҡта. Ә хәҙер баҙҙағы бәрәңге таш кеүек шаҡылдап тора, аҙыраҡ йылынһа, өҫтө дымлана башлай.
Тора торғас ҡалтырана башлап, ул кинәт кенә аңына килеп, ҡуҙғалып китә. Уның ҡаршыһына һирәк кенә кешеләр килеп сыға. Малай йыраҡтан уҡ иғтибар менән ҡарап, инәһен танырға тырыша. Яҡыныраҡ килгәс, яңылышҡанын аңлай. Бындай саҡта ул, кинәт ҡаршыға сығып:
– Минең инәйемде күрмәнегеҙме? – тип һорай. – Шунда ғына барып киләм, тип әйткәйне, һаман юҡ.
Ул үтеп киткәс, йөн йомғаҡтарын ҡуйынына йәшереп, кис ултырырға китеп барған әбейҙәр:
– Алмаҡайҙың уйнаштан тыуған диуана малайы – тағы урамда. Це! Це! – тип баш сайҡай.
Ул инәһенең, ғәҙәттә, кемдәрҙә булырын белә. Әнүзә әбейҙәрҙә, Сәләхетдин бабайҙың ҡатыны Ғилмияза әбейҙә, Зәйтүн әбейҙә...
Тик йөрөй торғас, өйҙәр күп булып китә. Арыған, асыҡҡан малай, ахыры туңып, тура килгән тәүге өйгә инә. Артынан ишекте ябып, тыштан үҙе алып ингән һалҡын һауа томаны эсендә, тупһала баҫып торғанда уҡ, ул хужаларға ҡарап:
– Минең инәйем һеҙгә кермәнеме? – ти.
Таҙа, йылы өй. Тәҙрә ҡорғандары ап-аҡ селтәрҙән, ишек яңағында бәрхәт шаршау, иҙәндә балаҫ. Бындай өйҙәргә инәһе бер ҡасан да инеп йөрөмәгәнен аңлап, туҡтап ҡала. Шулай ҙа ҡуҙғалмай, бындай ҙа рәхәтте ташлап сығып китергә көс кәрәк, малайҙа ундай көс юҡ, ул йылыға иҙрәп тора бирә.
– Үт, ултыр!
Ул урынынан ҡуҙғалмай, малайҙың түргә үтергә ҡыйынһынғанын аңлап, хужалар мейес эргәһенә ултырғыс ҡуя, шунан көсләп уның өҫтөнән пальтоһын һалдыра. Башта ул тештәре тешкә теймәй ҡалтырап, бөтә йылыһын үҙенә алырға теләгәндәй, оҙаҡ итеп мейесте ҡосаҡлап тора. Аҙаҡ ултырғысҡа ултыра ла, күгәрсен тәпәйе кеүек ҡыҙарған бармаҡтарының әрнеүенә түҙә алмай, ике күҙенән субырҙап аҡҡан йәшенә лә иғтибар итмәй, уларҙы ҡайҙа тығырға белмәй, битенә терәй, тыны менән өрөп йылыта. Хужабикә тасҡа йылы һыу ҡойоп, ултырғысҡа ҡуя: «Тыҡ ҡулыңды!»
Малай ҡулдарын һыуға тыға, күпмелер торғас, ысынлап та уға еңел булып китә. Аҙыраҡ йылынғас, уға аш бирәләр, өҫтәл янына бармайынса, ул тәрилкәне тыңламаған ҡулдары менән ултырғысҡа ҡуймаҡ була, хужабикә ярҙамға килә. Ултырғыс алдына тубыҡланып, танауын мыш-мыш тартып, ашығып ашай башлай. Йылынып, тамағы туйғас та, ул ашыҡмай. Ултыра торғас иҙрәп йоҡоға тала. Таң атыуға иҙәнгә йәйелгән иҫке фуфайкала, өҫтөнә үҙенең пальтоһын ябынған килеш, уянып китә.
Моңһоу күҙле, оло танаулы ҡара малай бәрелеп-һуғылып, аслы-туҡлы үҫте шулай. Ул заманда мәктәптә балаларҙы ашатыу кеүек нәмә юҡ. Шуға күрә дәрес ваҡытында, беренсе уйы класта ултырған башҡа балаларҙыҡы кеүек: асыҡтырҙы, ҡасан ҡыңғырау шылтырай, икенсеһе, бары уны ғына борсоғаны былайыраҡ: бөгөн кемгә барып төртөлһә, нимә эләгер икән.
Бер класта икешәр йыл ултырып, уҡып йөрөнө. Башланғыс синыф балаһы кеүек буйға бәләкәй, ябыҡ ҡына булһа ла, ул инде алтынсыла ине. Шул йылды һалҡын ҡышҡы кистә беҙҙең ферма янып китте. Ферма ҡарауылсыһы Сара апайҙың атаһы Ғәли ҡарт ул көндө фермаға бармаған, сөнки уға ҡыҙы менән кейәүе ҡунаҡҡа килеп төшкән. Сара апай:
– Бер көнгә үлмәҫтәр, һинһеҙ ҙә ҡунырҙар, ғүмергә бер килгәнбеҙ, ултыр, әтей, үҙебеҙ менән, – тип, әтеһен эшкә ебәрмәгән дә ҡуйған.
– Ферма яна! Ферма яна!
Халыҡ фермаға табан йүгерешә, Алмаҡайҙың өйө иң ситтә, ул да йүгерә.
Мәхшәр. Ҡайһылары малдарҙы эстән сығарып маташа. Ҡайһылары сығарғандарын бер урынға ҡыуа. Кем биҙрә, кем көрәк тотҡан, ҡар ырғыталар, тик ут көсәйгәндән-көсәйә, етмәһә бер башта ваҡ быҙауҙар ҡалған икән, улар әле йүнләп атлай ҙа алмай, кешеләр уларҙы күтәреп тышҡа ташый. Шулар араһында Алмаҡай ҙа. Ул бер быҙауҙы алып сыға ла:
– Унда барҙар әле, әрәм булалар бит, йәл малҡайҙар, – тип тағы йүгерә.
Уға:
– Йөрөмә, йөрөмә, – тип ҡысҡыралар.
Тик ул ут эсенә инеп юғала. Уның инеп киткәнен генә көткәндәй, шул саҡ ҡыйыҡ башы емерелеп килеп төшә.
– Алмаҡай инеп киткәйне! Алмаҡай! – тип ҡысҡыра, уның инеп киткәнен күргән ҡатын.
Тик шундай ығы-зығы, кемдең нимә эшләгәнен дә аңлар хәл юҡ. Нисек һүндерергә тырышһалар ҙа, ни ут һүндереү машинаһы ни өсөндөр һыуһыҙ булып сыға, ә ферма һыуы килмәй ҙә ҡуя, туңған, ахыры, ти халыҡ.
Алмаҡайҙы тапмайҙар. Ул шулай һәләк була.
Кистәрен мал ҡыуғанда, тәҙрәләре ҡап-ҡара булып, яҡтыға ялт-йолт килгән, көндән-көн ергә бата барған өй янынан, унда ен эйәләшкән, әллә кемдәр бумала башлы бер ҡатынды күреп ҡалған икән тигән хәбәрҙәрҙән ҡурҡып, йүгереп тигәндәй үтеп китәбеҙ. Элек шунда нисек уйнап йөрөнөк икән, тип аптырашта ҡалам. Көндөҙ, кесерткән баҫҡан йорт аша үтеп, күмәкләшеп әрәмәгә муйыл ашарға килгәндә, тороп ҡалам да, буш өйҙөң тәҙрәләренә яҡын киләм. Туҙанлы быяла аша, эскә ҡараһам, тимер карауат алдына тубыҡланып ултырған Алмаҡайҙың, тәпәйҙәрен күтәреп ятҡан бәпесе менән уйнағаны күренер, ҡыуанып сәрелдәгәне ишетелер кеүек тойола, тик эстә аҡбур менән ағартылған буш стеналарҙан тыш бер нәмә лә юҡ.
Әллә берәйһе утынға ҡутарып алды, бер-ике йылдан һуң был өй бөтөнләй юҡҡа сыҡты.
КэБэО. Стеналары, эскәмйәләре, ишектәре йәм-йәшел төҫкә буялған, иҙәндәренең япмаһы тулҡын-тулҡын булып ятҡан был йорт тап шулай тип атала. Икенсе ҡатта буйынан-буйына аяҡлы теген машиналары теҙелеп киткән ҙур бүлмәлә, аҡ яулыҡтар ябынған апайҙар дөбөр-шатыр кейем тегә. Халыҡҡа киң хеҙмәт күрһәтеүҙең ысынлап та тап шундай булыуын дәлилләп, аҫта оҙон коридор буйлап фотоға төшөрәләр, сәс ҡырҡалар. Оҙон алъяпҡыстарына һөрлөгөрҙәй булып, шунда уҡ һыуытҡыстар, телевизор, радио йүнәтеүсе оҫталар ҙа йөрөй.
Ярты ғүмерен сиратта үткәргән халыҡ, тап шул хеҙмәт күрһәтеүҙәрен көтөп, эскәмйәлә ултыра. Түҙем тигән нәмә беҙҙең кешеләрҙең ҡанына һеңгән, бер тауыш та сығармай, инде байтаҡ көтәләр.
Шул саҡ минең арттан бер егет сират алды. Мин уға иғтибар менәнерәк ҡараным, бына бит, ҡайҙалыр күргәнем бар был кешене. Тырыша торғас, танып ҡалдым. Ул инде егет кеше, ҡарағусҡыл йөҙөндә таныш ҙур танауы: «Мин, мин!» – тип, әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Бер нәмәгә лә текәлеп ҡарамай, һәр нәмәгә үтәнән-үтә күҙ һалған, шешмә ҡабаҡлы, яртылаш йомоҡ, а-ля Радж Капур, ҙур моңһоу күҙҙәр элек тә мин һеҙҙең заттан түгел, ти ине. Ә хәҙер мин был яҡтарға аҙашып ҡына килеп сыҡтым, иғтибар ҙа итмәгеҙ, үтеп кенә барам, инде лә юғалдым тип, туҡталып та тормайынса, шыуып ҡына йөрөй кеүек тойола.
Күптән юғалтып, инде табылырына ла өмөтөмдө өҙгән саҡта, килеп сыҡҡан әйберемә тап булдыммы ни, шулай шатланып киттем. Тиҙ-тиҙ генә уға исеме менән өндәшеп, уларҙың өйө, апаһы, инәһе хаҡында иҫкә төшөрҙөм. Шунан инде уйҙарымда уны ҡыҫып ҡосаҡлап:
– Мине хәтерләйһеңме? – тинем.
Ул һалҡын ғына:
– Юҡ! – тине лә, кинәт кенә тороп, инде инергә сират етеп бөтһә лә, эргәһендә ултырған ҡыҙынмы, кеменме, көсләп тигәндәй, торғоҙоп, алып сығып китте.
– Күпме ултырырға була, сәсең былай ҙа бик матур, – тине ул ҡыҙына, кинәт кенә асыуланып.
Оҙон коридор буйлап, мин ултырған эскәмйә эргәһенән үтеп барғанда, уның ҡыҙы миңә уҫал итеп ҡарап ҡуйҙы. Аптырап күпме ултырғанмындыр, сиратығыҙ етте, инегеҙ, тигәс кенә аңыма килдем. Кешеләрҙе аптырашта ҡалдырып, кире уйланым тип, сығып уҡ киттем. Үҙем атлайым, ә ҡәҙерле бер нәмәмде онотоп ҡалдырҙым кеүек.
Бара торғас, башыма барып етте. Мин егеткә, ул бөтөнләй оноторға тырышҡан, мәңгелеккә хәтеренән һыҙып ташларға маташҡан нәмәләрҙе иҫенә төшөрҙөм. Теләһә кемдән ҡалған әйбер кейеп, ҡатып-ҡатмашып, ауыл буйлап йөрөгән инәһен көндәр-төндәр буйы эҙләп, урамдан урамға йөрөгән, мәктәптә һәр береһе төрткән-һуҡҡан, ә яҡлар кешеһе булмаған малайҙы ҡабат тергеҙҙем.
Уға шул тиклем ҡыйын булып киткәс, тимәк, ул малай һаман уны ебәрмәй, үпкәләгән күңеле менән йәшәй. Күрәһең, дөрөҫ әйтәләр, үҫкәс кеше ете ҡат күктәргә менә, тик һәр кемдә уның бала сағы ултыра, ул бәхетлеме, әллә был малайҙыҡы кеүекме, уныһы инде кемгә нисек тура килгән.
Ҡарт ҡоҙғон тәре яһап ҡанаттарын йәйеп, донъяны суҡындырып йөрөй. Күктә лә ул хужа, ерҙә лә ул хужа. Берәй нәмә күреп кенә ҡалһын, таш кеүек атылыр. Бары бейеклектәрҙе үҙ иткән йән эйәһе бер аҙға тынып ҡала, уралап-уралап, талғын ғына йөҙөп китә. Тынлыҡ, бөтә ерҙә тынлыҡ. Урамда бер кемгә лә ҡысҡырмайҙар, эркелеп көтөү ҙә үтеп китмәй, әбейҙәр генә ҡалған ине, хәҙер улар ҙа юҡ.
Буш өйҙәрҙең тәҙрәләре генә ялт-йолт килә. Баҡсалағы ике айырлы ҡарт ҡайынды йәшен һуғып киткән. Юҡ, бер нәмә лә юҡ был оста... Алмаҡай ҙа, уның йорто ла, һарайы ла, һыйыры ла, улы менән ҡыҙының да ҡайҙа икәнлеген бер кем дә әйтмәҫ. Бәлки, улар ҙа юҡтыр.
Бушлыҡ, бары бушлыҡ, ҡап-ҡараңғы осһоҙ-ҡырыйһыҙ бушлыҡ.
Өйҙәр ҙә буш, күңелдәр ҙә буш. Бала саҡтағылай төнөн ҡысҡырып илап килеп уянһаң да, бер кем дә эргәңә килмәҫ, йыуатып башыңдан да һыйпамаҫ. Шул ҡараңғы өйҙә ҡурҡытҡан уй ғына ҡарауыллап эргәлә йөрөй. Ошо тойғо ғына бызлап тора, нисә ғүмер илата торғас, яҡынлашып та бөттөк, буғай. Тик күҙ йәше урынына хәҙер йөрәкте генә сәнсеү ала.
Өйҙәрҙең дә ниндәйҙәре буш? Геүләп торғандары буш. Өҫтәлдәр ҙә аш-һыуҙан һығылып тормай, самауыр ҙа шыжлап ултырмай, ҡояштай ялтырап тормай, туҙан баҫҡан. Әллә ҡасан эштән сығып ырғытылған әйберҙәрҙең тутығын ҡырып, ҡабат ҡул аҫтына алырға мөмкин булырмы? Сит-ситтәре тетелеп, яҙыуы әллә күҙ йәштәренән, әллә дым тартып ян-яҡҡа таралған апайҙарҙан ҡалған дәфтәрҙәрҙән берәй һүҙ йыйып, уҡып ҡарарға маташҡанда? Нимә генә һөйләр икән улар?
Өйҙәр? Нимә ул өй? Кешеләрҙең ана ниндәйҙәре юҡ. Йәшәй алһаң, йәшә шулай.
Артабан ни эшләргә, нисек йәшәргә? Кеше күрмәгәндә сәстәреңде туҙғытып, үкереп илаһаң да, олоһаң да... Юҡ, бер нәмәне үҙгәртергә хәлдән килмәй. Ер шары ла кире әйләнмәйәсәк. Үлемдән тыуыуға, күмеүҙән йән өрөүгә юл юҡ. Үкенес.
Һуҡыр бер тин бәйәһе, уныһы кәрәк, быныһы кәрәк, аҙыраҡ, һаман етмәй, тулмай, күршенеке кеүек өйөлөп тормай, ялтырамай, бәләкәс бит, тип башты ҡатырған буш ҡайғыларҙы, ошо Мөнсөк тауылай ҡара йөк менән сағыштырып буламы?
Ос, әйҙә, ос, ҡоҙғон. Бәлки, һин унда беҙ ишетмәгәнде ишетәһең, беҙ күрмәгәнде күрәһеңдер.
Был һаңғырау заманда, юғалған тормоштоң шау-гөр үтеп киткән тауыштарын терелтеп, ҡабат тыңларға, бәлки, һинең генә көсөңдән киләлер? Ә әҙәмдәр араһында эргәңдәге кешеңде лә ишетмәмеш тә, күрмәмеш.
Әле генә булған кеүек тойолһа ла, юҡҡа сыҡҡан, һәм бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмаясаҡ донъяға йән өрөргә хәлдән килерме? Тынып ҡалған ауыл осондағы буш өйҙәр уттарын балҡытып ебәрмәҫме? Ҡыш билдән көрт, йәй кесерткән баҫҡан өй алдының шалтыр-шолтор ҡапҡаһы асылып, йорт эсенән доңғорлаған арбаһын һөйрәп, көтмәгәндә егелгән ат килеп сыҡмаҫмы!
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Тарко-Сале, 2007 йыл, декабрь