ҠОЯШЛЫ ИРТӘ

Повесть

Ҡотолдом әлегә. Өс айға инде. Үҙәгемә үтеп, хәлдән тайҙым тигәндә генә уҡыу йылы бөттө. Нимәнән шул тиклем дә биҙгән был ҡыҙ, тиерһегеҙ. Юҡ, уҡыуҙан түгел, үҙем менән бергә уҡыған әҙәми заттар шул көнгә еткерҙе. Бер башлағас, баштан уҡ һөйләйем. Тап әкиәттәге кеүек килеп сыға: «Булған, ти, әбей менән бабай, өй һалғандар таштан, һөйләйемме баштан?» Эйе, быйыл Юлдаш урта мәктәбендә бер уҡыу йылы бөтөрҙөм. Ура! Бәлки, шатланырға кәрәктер. Тағы ике йыл уҡырға кәрәк бит әле. Быға тиклем минең үҙ мәктәбем, класташтарым, ауылым бар ине. Бөтәһе лә атайҙан башланды. Юҡ, әле килеп түгел, күптән бара ине уның мажаралары. Һөйөшөп өйләнешкән кеүек булһалар ҙа, атай кеше холоҡһоҙ булып сыҡҡан. Сөнки, Рифҡәт Марат улы йәштән хәмер менән дуҫлашып өлгөргән, ғаиләләре менән шундайыраҡ булғандар. «Иҫәр, белә-күрә төҫөнә алданып сыҡтым инде», – был әсәйем һүҙе. Йылдар үткән һайын атайҙың шайтан һыуы менән дуҫлығы көсәйә генә барған. Һуңғы йылдарҙа ошо мөхәббәте шауҡымында әсәйҙең былай ҙа йонсоу йөҙөн биҙәкләй башлағайны. Мейеһе һелкенеп оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡас, икәүләп кәңәш иттек: былай йәшәп булмай. Күптән нөктә ҡуйырға ваҡыт. Өләсәй күрше районда, төпкөл генә ауылда йәшәй. Һуңғы ваҡыт күргәндә ныҡ ҡына ҡаҡшағайны инде. «Үлеп китһәм, кем тәрбиәләр?» – тип илап ҡалғайны. Әсәйҙән башҡа бер улы Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән ерендә тороп ҡалған, мәрйәгә өйләнгән. Күптән хаты ла юҡ. Беҙ ҡайтһаҡ, өләсәй шатланыр ғына һымаҡ. Атайҙы яратмай ул, сөнки ҡунаҡҡа килгән еренән әсәйҙе әүрәтеп, урлап тигәндәй алып киткән. «Терһәгемде тешләрҙәй булдым, – тип һөйләп ҡуя әсәйем. – Бер-ике генә күргән егеткә ғашиҡ булдым».

Атайҙың сираттағы «байрамында» ашыға-ашыға ғына юлға йыйындыҡ.

– Әллә нәмә алып китә алмайбыҙ инде. Кейем-һалым да, бер аҙ түшәк кәрәк-ярағы, – әсәйем көрһөнөп ҡуя. – Бынау йорт йыһаздарын ауыҙымдан өҙөп, яратып ҡына йыйғайным да, ҡала инде. Баш ҡәҙерле, һиңә лә тыныс көн юҡ. Балалыҡ бәхетен күрмәй үҫәһең, – әсәйем һыҡтап ала.

– Көймә, әсәй, мин бирешмәм. Һиңә таяныс булырмын.

– Эйе, һин генә минең өмөтөм, ышанысым.

Кистән әхирәтем Гүзәлиәнең атаһы менән һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Ҙур пакеттарға тултырылған, простыняларға төйнәлгән әйберҙәрҙе машинаға тейәнек. Гүзәлиә дуҫым менән илашып бик ауыр айырылыштыҡ. Ни тиһәң дә, һигеҙ йыл бер парта артында ултырҙыҡ, бергә дәрес әҙерләнек, уйнаныҡ, һыу буйындағы үләнлектә бәпкә көттөк. Аралашып торорға һүҙ бирештек. Хуш бул, тыуған ауылым, класташтарым, яратҡан мәктәбем, класс етәксебеҙ Мәрфуға Юнысовна!

Шулай итеп өләсәй йортона ҡайтып төштөк. Яңғыҙ йәшәгән оло кеше шатланып китте:

– Күптән шулай кәрәк тип әйтә инем бит инде. Ирҙәрҙән иҙелеп йәшәй торған заманмы? Ана, кинола ҡатындар ни эшләй. – Өләсәй сериалдар ҡарарға ярата.

Олатай ҡалдырған йорт таушала башлаған. «Ир-ат ҡулы етмәй өйөмә», – ти өләсәй. Шулай булһа ла тырышып һыйыр ҡарай. Һөтбикәм – ҡаҙнам, тип кенә тора. Ҡуйы көрән төҫтәге Туҡал, ысынлап та, һөтлө икән. Көнөнә ике күнәк һөт бирә, ти. Атай йортонда беҙ һыйыр аҫрамай инек. Ул:

– Һеҙгә һөт-май ашатам тип башымды каторгаға тығаһым юҡ, – тип йәшәне. Шуға күрә һыйыр көтөү хайран ауыр эш булып хәтергә һеңгән. Ә өләсәй бөтөнләй башҡа фекерҙә. Ҡайһыныҡы дөрөҫтөр.

Әсәй менән өләсәй хәбәр сурытҡан арала тирә-яҡ менән танышмаҡ булып ихатаға сыҡтым. Ауыл менән танышмын тиһәм дә була. Бынан ике йыл алда килгәйнем. Ә бына бүтән урындарын күргәнем юҡ. Картуф баҡсаһы артынан уҡ ҡуйы таллыҡ башлана. Шунда юл тоттом. Ағаслыҡ эсенән ҙур булмаған йылға аға икән. Ҡайһы ере ташлыҡ, шылтырап ҡына аға, ә үрҙәрәк тәрән генә урындары бар. Хатта һыу инеп булалыр. Һыуы үтә күренмәле, ваҡ балыҡтар мыжғыша. Тар һуҡмаҡ талдар араһына саҡырҙы. Эре таштарға баҫып, һикерә-һикерә һыу аша сығып, һуҡмаҡҡа төштөм. Ағаслыҡ аша ҙур ғына аҡлан йәйрәне. Сәскәләр... Һоҡланып ҡарайым: күк кенә ҡыңғырауҙар, аҡ сәскәләр күп, еләк япраҡтары күҙгә салына. Ситтәрәк йыуан тал ботаҡтарын тарбайтҡан. Ерек, муйыл ағастарынан айырмалы, ул күккә һонолған. Тал төбөнә килдем, һынып төшкән ҡоро ботаҡтарҙы ситкә алып ташланым. Ағасҡа арҡамды терәп тын ҡалдым, моңһоу булып китте. Тал әкрен генә шыбырлап, мине йыуатҡан төҫлө тойолдо: «Ҡыҙыҡай, тыныслан, бөтәһе лә алда бит әле. Һине шатлыҡтарың, уңыштарың көтә, һағыштар, ауырлыҡтар ҙа булыр...» Ағас шулай тинеме, минең уйым булдымы? Әкрен генә ел иҫте. Әсәйем юғалтҡандыр, япраҡтар нығыраҡ шыбырланы.

– Йә, тирәгем, һау бул. Һин минең серҙәшем булырһың.

Ул арала ҡояш та түбәнәйгән. Мин ҡайтыу яғына йүгерҙем.

Өләсәй йортонда йәшәүебеҙгә ун көн тирәһе лә булып китте. Шулай байтаҡ ҡына йәшәһәк тә ул беҙҙең менән ултырып ашамай. Күберәк ятып тора. Хатта бер көндө көн буйы күҙәттем, өләсәй өҫтәл янына яҡын да килмәне. Әсәй менән икәүләп йорт эштәре менән булашыуҙы дауам иттек. Туҙанланған стена, иҙәндәрҙе һөртөп, мейес ағартып, бөтә әйберҙәрҙе йыуып мәж килдек. Бында газ инмәгән. Һыу йылытыу, ашарға бешереүҙе ут яғып башҡарырға кәрәк. Шуға эш күп һымаҡ тойола. Йорттан һуң ихатаны таҙартып, баҡса утай башланыҡ. Өләсәй һуңғы ваҡытта гел сирләп торғас был эштәргә ҡулы теймәгән.

– Әсәй, өләсәй ашамай йәшәйме ни?

– Их, ҡыҙым, өләсәйеңә йәшәргә күп ҡалмаған инде. Ауырый ул, аш үткәрмәй. Һыуҙы саҡ-саҡ йота. – Әсәнемдең күҙҙәренән йәш аға.

– Әсәй, әсәкәйем, ниңә дауаханаға бармай ул?

– Улай ғына ҡотола алмай инде.

Мин үҙемдең йәштәремде күрһәтмәҫ өсөн башымды әсәйемдең күкрәгенә терәнем. Ниңә улай һуң? Бер ҡайғынан ҡотолмағанбыҙ, икенсеһе эргәлә тора. Шул көндән һуң алмаш-тилмәш уның янынан китмәҫ булдыҡ. Үҙен яңғыҙ хис итмәһен.

* * *

Бына беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Өләсәй беҙҙе ташлап китеп барҙы. Әсәйемә икеләтә ауыр. Иң яҡын кешебеҙҙән дә айырылдыҡ, ә артабан тормошто дауам итергә кәрәк. Әсәйем үҙебеҙҙең ауылда мәктәптә иҙән йыуыусы ине. Хеҙмәт хаҡы ай һайын килеп тора торғайны. Бында эше юҡ, шулай булғас, йәшәргә килем ҡайҙан килһен инде. Өләсәй үлеп киткәнсе бер нәмәне туҡыны:

– Балаҡайҙар, нисек тә һыйырҙан өҙөлмәгеҙ. Ул барҙа ас-яланғас тормаҫһығыҙ. Картуфты күберәк сәсегеҙ, унан килеп йәшелсәгеҙ ҙә булыр. Йән биргәнгә йүн бирә ул Хоҙай.

Эйе, беҙгә һис тә илап ятырға ярамай. Икебеҙ ҙә донъя эштәренә тотондоҡ. Өләсәй дөрөҫ әйткән, Тукал 22 литр һөт бирә. Бер литры үҙебеҙгә, ҡалғанын һөт йыйыусы алып китә. Ай һайын алты меңдән ашыуыраҡ аҡса килеп тора. «Үҙе бер хеҙмәт хаҡы бит», – әсәйем ҡыуанып китә. Һәүкәште тәрбиәләп, яратып ҡына торабыҙ. Картуф та уңған, бәлки, бер аҙ һатып та булыр. Өләсәй мөлкәте беҙҙе ас үлемдән ҡотҡарасаҡ. Үҙе китһә лә, беҙҙе йортло, аҙыҡлы итеп китте. Рәхмәт, изге йән! Ошоларҙы уйлап эшкә йәбешәм. Кишер, сөгөлдөр, һуған араларын бер бөртөк сүпһеҙ итеп утайым. Туҡалға таллыҡ ситенән үлән ташыйым. Өләсәй үлгәс, уның пенсияһы булмағас, ас ҡалырбыҙ тип, ысынлап та, ҡурҡа инем. Хәҙер ҡурҡмайым инде. Тик тормаһаң, бай булмаһаң да, ас булмайһың икәнлегенә төшөндөм. Әле бер кем менән дә аралашҡаным юҡ. Был урамда гел ололар йәшәй икән. Исеме лә Иҫке урам, йәки Яр буйы урамы. Мәктәп, магазины булған бик оҙон һуҙылған урам Йәшлек урамы тип атала. Унда матур-матур ҙур йорттар күренә, ике ҡатлылары ла бар. Ул яҡта йәшәгән малай-шалай велосипедта өләсәләренә килеп сыға. Ҡыҙҙарҙы күргәнем юҡ. Үҙем дә кем менәндер әлегә дуҫлашырға ашҡынып тормайым. Шундай кешемендер инде. Уның ҡарауы тәбиғәт гел үҙенә саҡыра төҫлө. Көн дә тиерлек һыу буйына, тирәгем янына барып әйләнәм. Рәхәт булып ҡала.

Алда башланасаҡ уҡыу йылы ҡурҡытып тора. Беҙҙең мәктәптә яңы килгән балаларҙы ситкә типмәйҙәр, шундуҡ ҡабул итәләр ҙә ҡуя инеләр. Бында нисектер, белеп булмай. Быйыл кинәт үҫеп киттем, үҙем ныҡ ҡаҡсамын. Кейемдәрем туҙып өлгөрмәгән, шулай ҙа ҡыҫҡарған. Барыбер кейергә тура киләсәк.

Шулай итеп, беренсе сентябрь ҙә етте. Ниңәлер ҡусҡар һымаҡ ҡабырсаҡ эсенә бикләнгем килде. Көҙгө алдында торҙом-торҙом да асыҡ маңлайыма бер шәлкем сәсемде киҫеп төшөрҙөм, ҡалғандарын уртаға ярып ике яҡтан йөҙөмдө ышыҡланым. Ябыҡ йөҙөм бөтөнләй күмелеп ҡалды тиһәм дә була. Шулай итеп, йәнәһе, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙан ҡастым.

Мәктәп матур ғына икән, ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан. Эргәһендә сәскәләр күп. Туғыҙынсы класс – икенсе ҡатта. Ҙур тәҙрәләрҙән тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Минең һымаҡ ҡыҙыҡһыныусан кешегә яҡшынан түгел. Тәҙрәгә ҡарап, әллә ҡайҙарға «осоп» китергә мөмкин. Бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамаҫтан тәүге рәттәге беренсе партаға ултырмаҡсы булдым.

– Буш түгел, – тигән тауышҡа күтәрелеп ҡараһам, ҡупшы кейенгән һарысәс зәңгәр күҙҙәре менән зәһәр осҡондар сәсеп тора. Ниңәлер атайымдың күҙҙәрен күргәндәй ҡалтырап төштөм. Ул шулай эсеп алһа, зәңгәр күҙҙәренән уҫал осҡондар сәсә ине.

Өндәшмәй генә икенсе партаға рюкзагымды ҡуя башлаһам, һарысәстең киреһе ҡап-ҡара күҙҙәр мине быраулай:

– Был – минең урын.

Теләмәһәм дә, иң артҡы ултырғысҡа сүгәләнем. Ярай әле, бынан ҡыуманылар. Яныма иптәшкә берәү ҙә килмәне. Шунан линейка төштәге һымаҡ ҡына үтеп китте. Бер кемде күрмәнем, ишетмәнем дә. Класс етәксеһе мөләйем йөҙлө Гөлсибәр Ҡадировна (исемен белә инем инде):

– Быйыл беҙгә яңы уҡыусы Заһиҙә Кәримова килгән, дуҫлашырһығыҙ тип ышанам, – тиеп минең менән таныштырҙы.

– Хи-хи-хи, ҡалай боронғо исем, Заһиҙә әбей тиһәң бигерәк килешә, – һарысәс көлдө, уға ҡарагүҙ ҡушылды.

Был икәү лидерҙар, ахырыһы. Класта ун ике уҡыусы: алтауһы – ҡыҙ, алтауһы – егет. Мин, ун өсөнсө булып, тигеҙлекте боҙҙом. Быныһы ла оҡшаманы, йәнәһе, ун өс – бәхетһеҙ һан. Ҡарап-ҡарарбыҙ, ысынлап та шулаймы? Тәүге көн нисек тә үтте, байрам бит, оҙаҡ тотҡарламанылар. Шулай ҙа мине өнәмәнеләр, класс мине үҙ итергә тырышмағанын ап-асыҡ һиҙҙем. Бына шулай ят ауылда (өләсәйҙең ауылы булғас сит булмаҫҡа тейеш тә бит) сит үҫмерҙәр менән уҡып киттем.

Юҡ, уҡып алып киттем, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ кеүек. Элек мин өсһөҙ тиерлек, арыу ғына уҡып йөрөй инем. Бында баш «өслө»ләрҙән сыҡмай, бер-ике мәртәбә «икеле» лә эләкте. Күңел төштө. Сәбәбе теге ике ҡыҙҙа, һарысәс – Рената менән ҡарагүҙ Каринала ине. Рената ауыл байы – фермер ҡыҙы. Бик тә фырт кейенә, уҡытыусыларҙан уҙҙыра. Каринаның әсәһе завуч. Әхирәтенән ҡалышмаҫҡа тырышып, тиреһенән сыға яҙа. Был икәү, ысынлап та, лидер. Уҡытыусылар ҙа уларҙы яҡлай төҫлө. Билдәләрҙе арттырып ҡуялар һымаҡ. Егеттәр ҙә әллә ниндәй, береһе лә лидерлыҡҡа ынтылмаған кеүек. Бөтәһенең дә шул ике ҡыҙға иҫе киткән. Бүтән ҡыҙҙар әллә ниндәй төҫһөҙ-хисһеҙ йән эйәләре һымаҡ. Нимәнәндер ҡурҡып ҡалғандай шым ғына һөйләшәләр. Уҡыуҙары арыу ғына былай. Мин кем һуң улар араһында? Килбәтһеҙ өйрәк бәпкәһе тиһәм, иң дөрөҫө булыр. Ә теге икәү – күбәләктәр. Айырма шундай ҙур. Егеттәрҙе нимәләргә оҡшатырға һуң?

Рифат – минән алда ултыра. Өнһөҙ ҡарасҡы. Өҫ-башы алама, бик таҙа ла түгел, насар уҡый. Ата-әсәһе эскесе, буғай. Илдар менән Илшат – игеҙәктәр. Былай күңелле генә егеттәр. Уҡыуҙары уртаса. Икеһенең дә теге ҡыҙҙарға иҫтәре китеп йөрөй. «Ҡойроҡ һөйәктәр» тип исем ҡушҡым килә хатта. Ә бына Шамилды аңлап етмәйем. Үҙенсә ғорур, үҙаллы, ирония менән һөйләшә. Төҫ-башҡа арыу, бөхтә егет. Күбәләктәргә иҫе китеп бармай. Үҙен бик әүҙем күрһәтмәһә лә, белмәгәне юҡ. Һораһалар, һәр ваҡыт бик яҡшы яуап бирә, үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар. Бер кемгә лә иҫе китмәгән һымаҡ йөрөй. Айнур менән Марат минән йыраҡ ултыралар. Үҙенсәлекле ерҙәрен тапмайым.

Кластағылар өсөн мин дә – күңелһеҙ, һоро бер йән эйәһе. Теге ике күбәләк миңә шундуҡ ҡушамат таҡты: «бумала», йәиһә «бумалабаш». Сәсемә күмелеп йөрөгән өсөндөр инде. Бер көн партам эргәһенә күп итеп йыртылған ҡағыҙ һибеп киткәндәр. Йәнәһе, бумала һеперһен әйҙә. Улар ҡара эштәрен «һоро сысҡандар» аша эшләргә тырыша, үҙҙәре ҡул бысратмай. Икенсе көндө партамда иҫке бысраҡ һоҫҡо ята. Шунда уҡ яҙыуы ла бар: «Һиңә иптәш килде». Илағым килһә лә түҙҙем. Йә инде, уларға ниндәй зыян ҡылғанмын? Кеше интектереү шул тиклем рәхәтме икән? Шамил шәп-шәп атлап килде лә һоҫҡоно сүп һауытына ырғытты. Карина ниҙер әйтергә уҡталғайны, Рената тыйҙы. Беләм, ул Шамил тип һарғая. Тегеһенең иҫе лә китмәй. Класта берҙән-бер үҙаллы шәхес.

– Эй, ҡыҙҙар! Ҡыҙҙар шундай буламы ни? – тип әйтеп ҡуйҙы Шамил.

Ҡыңғырау шылтыраны, дәрес башланды. Бер аҙ тыныслыҡта ҡалдым. Ренатаның егет алдында насар булып күренгеһе килмәне. Ул арала ваҡиғалар икенсе яҡҡа боролдо, сөнки беҙгә тағы бер уҡыусы килде. Мин хәҙер ун өсөнсө түгел! Килеүсе егет кеше, етмәһә, бик һөйкөмлө. Гел генә йылмайып торған төҫлө, бәлки, бик бәхетле балалыр ул. Сибәркәйҙәрҙең бар иғтибары яңы кешегә (исеме Динар) күсте. Бигерәк тә Карина өтәләнә. Башҡа урын булмау сәбәпле, Динар минең янға ултырҙы. Партаға алам-һалам ташлап ҡуйыуҙар туҡталды. Егеттең минең янда булыуы һис ҡыуандырмай. Уйлап ҡарағыҙ, мин уның киреһе. Динар янында шундай өтөкмөндөр инде. Теге ҡыҙҙарҙың күҙе гел генә артта. Бөтөнләй боҫоп ҡалдым, хәйер, улар мине күрмәй ҙә. Шуныһы яҡшы.

Яңы егет бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ аралашып китте. Барыһына ла алсаҡ, үҙе төҫкә сибәр булғаны өсөн уға йәшәү еңелме? Ә бына уҡыуы бик шәптән түгел. Бер генә фәндән дә айырылып тормай, «икеле» лә алмай. Мин уға ғашиҡ түгелмен, шулай ҙа уның янында бер бахыр булып ҡалғым килмәй. Сәм уянды. Бөгөн геометрия дәресенән яҡшы ғына әҙерләнеп барып «бишле» алып ташланым. Ни өсөн геометрия? Ул минең өсөн ауырыраҡ бирелә. Шуға ла үҙемә бер еңеү һымағыраҡ тойолдо. Быға иғтибар итеүсе булманы. Тик бына бер көн мин-минлегем ташып сыҡты. Рус әҙәбиәте дәресе ине. Пушкиндың «Цыганы» поэмаһын башлағанбыҙ. Икенсе дәрестә Гөлсибәр Ҡадировна әҫәрҙең эстәлеген һөйләргә мине саҡырҙы. Шиғри әҫәрҙе үҙ телең менән һөйләү күптәргә ауыр тойола. Алдағы дәрестә бик иғтибарлы ултырғас, шартлатып һөйләп ташланым. Әҙәбиәт дәресе минең өсөн бер байрам төҫлө ине. Хатта ярһыу биләп алды.

– Яҡшы, бик яҡшы, – тине уҡытыусыбыҙ. – Ентекле әҙерләнгәнһегеҙ. – Гөлсибәр Ҡадировна ғына уҡыусыларға һеҙ тип өндәшә. «Өйҙә әҙерләнеп тә торманым», – тип ысҡындыра яҙҙым.

Насар уҡыу ялҡыта башланы. Эштәр яҡшыра бара, уҡытыусыларға өйрәндем. Тик минең һәйбәт уҡый башлауым дошмандарыма оҡшамай. Ниңә мине шулай күрә алмайҙар икән? Йә булмаһа, берәйһен кәмһетмәй тора алмайҙармы?

Мәктәп торған үҙәк урам менән мин йәшәгән урам арауығы ҙур ғына. Оло урам оҙон тау өҫтөндә, ә беҙ һыу буйында туғайлыҡта йәшәйбеҙ. Ҡайтҡанда текә генә ҡашлаҡтан төшөлә. Машиналар урап, ауыл осондағы һөҙәк юлдан йөрөй. Ҡыҙыҡ инде, ике ауыл һымаҡ килеп сыға. Уйланып ҡына ҡайтып килә инем, ҡаршымда икәү пәйҙә булды.

– Һин нимә быйтаңлаған булаһың? – Рената зәһәрен сәсә.

– Динарҙы ҡаратмаҡсы булаһыңмы? – Быныһы Карина. – Мә! – Көтөлмәгән һуғыуҙан тәгәрәп барып төштөм, ярай әле ҡар йомшаҡ, ауыҙға тулды, етмәһә. Улар мине типкесләргә тырыша, мин тәгәрәп йөрөйөм.

– Ә... Һин шулаймы?

Ниңәлер көлгөм килде. Ҡарҙа буталанып бөттөләр. Шуға көлөп ебәрҙем. Минең ҡылығыма аптырап, туҡтап ҡалдылар. Имгәкләп барып тиҙ генә тора һалдым да арыраҡ барып, уларға ҡарап торам. Ниңәлер ҡурҡмайым.

– Тәтәй егетегеҙҙең кәрәге – бер тин, үҙегеҙгә була күрһен. Насар уҡыу ялҡытты, сөнки мин яҡшы уҡыусы инем. Ә һеҙ – башһыҙ ҡурсаҡтар. Интернеттан ҡарап дәрес әҙерләйһегеҙ. – Бының шулай икәнен белә инем. Былар булмағанда «һоро сысҡандар» ғәйбәт һатып ала, үҙҙәре алан-йолан ҡарана.

Рената менән Карина аптырағандай тороп ҡалды, мин юлымды дауам иттем. Улар янында бирешмәгән һымаҡ ҡыланһам да, аҙаҡ һулып төштөм. Йөрәгем ярһып типте, үҙемде әллә нисә һынаным инде: экстремаль осраҡта миңә көс инә, реакциям етеҙләнә. Ә аҙаҡтан хәлһеҙлек солғап ала. Был атайҙан ҡалған «бүләк». Нисек тә үҙемде ҡулға алып ҡайтып индем.

– Ни эшләп ҡобараң осҡан, ҡыҙыҡай? – тине әсәй.

– Бер ни ҙә юҡ. Һиңә шулай тойолалыр, – үҙемдең проблемаларымды әсәйемә һиҙҙергем килмәй. Былай ҙа мәшәҡәте, көйөктәре етерлек.

Иртәгеһен партаға ултырыу менән алдыма «тып» итеп записка килеп төштө. «Нисек теләйһең, шулай уҡы. Тик Динарға теймә! Контроль эштәреңде уға күсерт», – тип яҙылғайны.

Хәҙер инде Динарҙы күрә алмайым. Диктанттарҙы оятһыҙ рәүештә күсерә. Егет башы менән нисек ғәрләнмәй? Мин «бишле»гә яҙһам, уға «дүрт» эләгә. Бер көн мин ауырып алдым. Шунда контроль эштән «икеле» эләктергән. Уға бүкәнгә ҡараған һымаҡ ҡарай башланым. Күсерһә – күсерһен, ә ҡайһы саҡта һиҙҙермәй генә эштәремде усым менән ҡаплағандай итәм. Ул үрһәләнә башлай, мин үсегеү хистәрен кисерәм дә, йәнә устарымды алам. Ул ашыға-ашыға хаталарын төҙәтә.

Холҡом насарайған һымаҡ тойола. Уҡытыусылар хәҙер яғымлы ҡарай, маҡтап та ебәрәләр. «Һоро сысҡандар»ҙа үҙҙәренә күрә яҡшы ғына ҡыҙҙар ул. Тегеләр баҫып ҡына бөтөргән. Рушана тигәне минең менән аралашырға тырышҡан төҫлө. Тәнәфестәрҙә минең янда урала, һүҙ ҡушҡылай. Бер көн: «Уф, ялҡтым шуларҙың бойороуҙарынан», – тип тә ысҡындырҙы. Мин өндәшмәнем. Әлеге ваҡытта үҙемсә мәшәҡәткә батҡанмын. Уҡыу тип тартышам, өйгә ҡайтһам, мал-тыуар менән мәж киләбеҙ. Йылғанан һыу килтереү, мал аҫтын таҙартыу күп көстө ала. Кис дәрескә ултырам. Телевизор ҡарамайым хатта. Эйе, миңә яйы сығып торған арала уҡырға тырышырға, үҙемдең дә кемлекте күрһәтергә кәрәк.

Ас йәшәмәһәк тә, көндәлек тормош өсөн аҡса етмәүе үҙәккә үтә. Буйға үҫеп киттем. Мәктәп юбкаһын кейергә оят, шундай ҡыҫҡарҙы. Гел джинсы салбар кейеп йөрөйөм. Был класс етәксеһенә оҡшамай. Шулай өҙгөләнеп йәшәй торғас, һигеҙенсе март етте. Мәктәптә был уңай менән әсәйҙәрҙе саҡырып ҡотларға булдылар. Әлбиттә, концерт әҙерләү, сәй табыны ойоштороу ҡаралған. Мин дәртләнеп киттем. Элекке мәктәбемдә «Заһиҙә»не өйрәнеп, бер нисә мәртәбә байрамдарҙа бейегәйнем. Көй яҙылған дискым да бар. Шулай уҡ берәй йыр йырлармын. Тауышым көслө үк булмаһа ла, моңло, тиҙәр. Был хаҡта класс етәксебеҙгә еткерҙем. Ул шатланды: «Эйе, һөнәрҙәреңде күрһәтергә ваҡыт инде. Юҡһа, гел яңғыҙһың, бер төрлөлөк ялҡытҡандыр инде», – тине. Тик мин репетицияларға йөрөмәй, өйҙә генә әҙерләнергә булдым. Бына көткән көн дә килеп етте. Әсәйемә саҡырыу ҡағыҙы килгәс, бик шатланды. Ауылға ҡайтҡаны бирле бер ергә лә йөрөгәне юҡ бит. Ул үҙенсә әҙерләнде: ҡара сәстәрен яурынына таратып һалды, әҙ-мәҙ биҙәнеп тә алды. Эй, әсәйем бөтөнләй йәш, һылыу икән дә баһа! Икәүләп мәктәпкә йүгерҙек.

Байрам сәғәт биштә башланды. Класс етәксебеҙҙең ҡотлау һүҙҙәренән һуң бәләкәй класс уҡыусылары ҡулдарына шарҙар, сәскәләр тотоп бейене. Уларҙан һуң урта класс уҡыусыларынан бер нисә номер булды. Төп концертты беҙҙең класс ҡуя. Иң беренсе – минең бейеү. Ҡурай моңо аҫтында талғын ғына йөҙөп сығам. Шылт иткән тауыш та юҡ. Үҙемде яратҡан туғайымда, һыу буйындамын тип хис итәм. Бөтәһе лә юҡ булды: мин һәм ҡурай моңо ғына. Һығылмалы ҡулдарым талғын хәрәкәтләнеп йорт эштәре башҡара, йөрәгем күккә аша, күңелем ҡанатлана. Үҙемде осҡан ҡоштай хис итәм. Мин һөйгәнемде көтәм бит. Бар булмышым уға арналған. Бейеү бөттө, зал тын... Шунан кинәт кенә иҫтәренә төшөп ҡалғандай геүләтеп ҡул саба башланылар. Өҫтөмдәге милли кейемдәрҙе алыштырғанда ла ҡул сабалар ине әле. Ҡайтанан сығып баш эйә алманым. Минән һуң йырҙар, шиғырҙар, Карина менән Ренатаның заманса бейеүҙәре бар ине. Унан һуң – тағы минең номер. Был юлы – йыр. Ул йырҙы күптән йырламайҙар инде. Уны миңә әсәйем өйрәтте, ә әсәйемә өләсәйем.

Бер ҡыҙ бала йыр сығарған

Бағышлап әсәһенә,

Әйҙә икәү йырлайыҡ тип,

Өйрәткән энеһенә.

Мин әсәйемә күҙ төшөрәм. Аҡ блузка кейгән ҡап-ҡара тулҡын сәсле әсәйем бөгөн бик матур. Йөҙөндәге борсолоу-һағыштары юйып ташлағандай. Бик мөләйем, хатта ҡыҙҙар ҡиәфәтле булып киткән. Дәртләнеп йырлауымды дауам итәм:

Йырҙы шишмәләр ишеткән,

Ҡоштар отоп алғандар,

Һандуғастар һәм турғайҙар

Матур көйгә һалғандар...

Ҡыҫҡаһы, йырымды ла оҡшатып, геүләшеп ҡул саптылар. Класс етәксеһе балҡып торған күҙҙәре менән ҡарап, яурындарымдан ҡосаҡлап алды:

– Бына ниндәй икәнһең, Заһиҙә! Ондәшмәй йөрөгәнһең икән, – тине. – Бынан ары гел шулай булып ҡал.

Концерттан һуң ҡыҙҙар үҙ көстәре менән бешергән ризыҡтарға конкурс булды. Мин кишерҙән ваҡ бәлештәр бешергәйнем. Сәй эсеү күңелле уҙҙы. Унан һуң төрлө уйындар, бейеүҙәр ойошторҙолар. Ләкин байрамдың да сиге бар. Әсәйем менән күңелле көлөшә-һөйләшә ҡайтып киттек.

Был шатлыҡ оҙаҡҡа барманы. Рената менән Карина йәнә ҡыҫымға алды. Бер нисә көн үткәс, мине һағалап тороп, баҫҡыс аҫтындағы бер бәләкәй генә бүлмәгә һөйрәп индерҙеләр. Мәктәп йыйыштырыусылары бында йыуғыс, биҙрә кеүек нәмәләрен индереп ҡуя. Был хәлде бер кем дә күрмәй ҡалды.

– Иҫәр, аңлайһыңмы һин, юҡмы? – Рената ыҫылдап, муйынымдан алды. – Хәҙер үлтерһәм, береһе лә белмәйәсәк. – Ә Карина үҙе ҡурҡты, буғай, теймәне. Ни тиһәң дә, уның әсәһе мәктәптә эшләй. Әхирәтен минән тартып алды.

– Рената, арттырма!

– Барыбер мин һине тыныслыҡта ҡалдырмам! – Рената әллә сәләмәт түгелме икән? Ҡот осҡос ҡыҙарып киткән. Карина уны тартҡылап алып китте. Улар киткәс, ҡурҡыуҙан йөрәгемдең дөпөлдәүен ишеттем. Ҡыңғырау тауышы айнытып ебәргәндәй булды. Оҙон тәнәфес ине шул. Тәнтерәкләп класҡа йүнәлдем. Физика дәресе. Әлбиттә, уҡытыусы минән һораны. Мин теманы белһәм дә, яуап бирә алманым. Эске ҡалтыраныу үтеп китмәй йөҙәтә ине. Журналға «икеле» төштө. Миңә бөтәһе лә барыбер ине инде. Яңыраҡ ҡына әсәйем менән телевизорҙан тапшырыу ҡараған инек. Бер ябай кешенең балаһын иптәштәре һис юҡҡа һөйрәп йөрөп туҡмай. Етмәһә, видеоға төшөрәләр. Иҫтән яҙған бала ҡар өҫтөндә ятып ҡала. Ҡотом осто: «Мине лә шулай итһәләр, әсәйем ни эшләр?» Зиһенем көсөргәнешле эшләргә кереште. Ни эшләргә, ни эшләргә инде? Был хәлдән ниндәйҙер сығыу юлы барҙыр бит.

Уларҙы еңеү өсөн үҙҙәренән шәп булырға кәрәк. Бәлтерәп төшмәҫкә, яҡшыраҡ уҡырға, көслө булырға. Хатта, уларҙан ҡалышмай, йүнлерәк кейенергә. Ярай, быйыл шул тоҡос кейемдәрем менән йөрөп торормон. Йәйгә сыҡҡас ниндәйҙер юл менән аҡса эшләргә тейешмен. Тик бына бөгөн нисек йәшәргә? Туҡта, киске сәғәт 6-лар етһә, малайҙар мәктәпкә ағыла. Мәктәпкә физкультуранан практикант ағай килгәнен беләм инде. Эйе, ул малайҙарҙы ниндәйҙер көрәш төрөнә өйрәтә. Эйе, уға барырға кәрәк. Ҡыуып сығармаҫ, моғайын. Бик һөйкөмлө, мөләйем ағай күренә ул. Икенсе көн һуңғы дәресте ашҡынып көтөп алдым. Китаптарымды рюкзагыма алдан уҡ тултырып ҡуйғайным. Башҡалар аңына килмәҫтән, сығып та йүгерҙем. Күрмәй ҙә ҡалдылар һымаҡ. Йәшәү теләге минең оялсанлығымды онотторҙо. Кәбир Кәримович ҡайтырға йыйынып бөткәйне инде. Мине күргәс, һораулы ҡараштарын төбәп, туҡтап ҡалды. Тотлоға-тотлоға үҙемдең үтенесемде аңлатырға керештем, буталып туҡтап ҡалдым. Ағай һынап ҡарап торған еренән кинәт:

– Һине ҡыйырһыталар, шулаймы? – тип һораны. Битемә ут ҡапты. Аптырауҙан башымды ғына ҡаға алдым. – Минең күнекмәләр киске алтыла башлана, тик малайҙар ғына йөрөй. Улар менән шөғөлләнеү һиңә ҡыйын буласаҡ. Ни тиһәң дә төрлө кимәл. Кискә лә ҡалаһың. – Ул бер аҙ уйланып торҙо ла: – Улайһа, иртәгә дәрестән һуң кил. Тамаҡ ялғарға бутерброд һымаҡ аҙыҡ ал, эҫе сәй бында һәр ваҡыт була. Килешәһеңме? – Килешмәй тиме инде! Мин шатланып киттем. Булды! Кәйефем күтәрелде, йүгереп ҡайттым.

Икенсе көн кәйефле генә йөрөнөм. Тегеләргә күҙ ҙә һалманым. Улар ҙа миңә иғтибар итмәгән һымаҡ. Дәрес бөтөүен ашҡынып көттөм. Һуңғы ҡыңғырауҙы ишетеү менән физкультура залына ташландым. Йәнә бер кем дә абайламаны. Ағай мине көтөп, термостан сәй ҡойоп эсеп ултыра ине. Икенсе стаканды миңә этте. Теләк көслө булғас, тартыныу кеүек хистәр ҙә бөтә икән. Бер телем икмәк менән сәйҙе тиҙ үк тейеш ергә оҙатып та ҡуйҙым. Уҡытыусым ун биш минут тирәһе бөтөнләй ябай, таныш күнегеүҙәр эшләтте. Шулай итеп мускулдарҙы ҡыҙҙырҙы.

– Беҙ һинең менән тиҙләтелгән режимда шөғөлләнәсәкбеҙ, – тине ағай. – Бөгөн һиңә блок ҡуйыу күнегеүҙәрен күрһәтермен. Уҡытыусы ҡул, беләктәр, етеҙ хәрәкәттәр аша ҡаршылыҡ күрһәтеп, үҙеңә һуғыуҙы ҡаҡлыҡтырыуҙы өйрәтә башланы. Миңә был нәмәләрҙе өйрәнеү шул тиклем дә ҡыҙыҡ, хатта бер уйын һымаҡ тойола ине. Һиңә һөжүм итеүсенең яҙа хәрәкәттәре уның көсөн алыуы бигерәк тә ҡыҙыҡ тойолдо. Бының өсөн етеҙ хәрәкәттәр, реакция тиҙлеге кәрәк икән. Мин тирләп-бешеп сыҡтым. Шулай сәғәт ярым ваҡыт үтеп тә киткән.

– Ярай, етте бөгөнгә, бер юлы ауыр булыр, – тигәс физрук ағай, хушлашырға ла онотоп, сығып йүгерҙем. Әсәйемә әйтеп өлгөрмәгәйнем, ул борсолоп торор.

Хәҙер бер аҙна тирәһе күнегеүҙәргә йөрөйөм инде. Ағай мине көнсығыш көрәшенә өйрәтә. Әлбиттә, үҙе әйткәнсә, иң ябайҙарын үҙләштерәбеҙ. Матур, һығылмалы хәрәкәттәрҙе тәүҙә бейеүгә оҡшата инем. Уҡытыусым ул күнегеүҙәрҙе күрһәткәндә осоп-осоп китә, мин улай бер ҡасан да эшләй алмамдыр. Был төр көрәште ғүмер буйына камиллаштыралар, ти ул.

– Был бит алыш ҡына түгел, бик тәрән фәлсәфә, – тип ебәрә. – Нимәне күргең килмәй, шуны күрмә. Мәҫәлән, һиңә насарлыҡ эшләргә тырышҡан үҫмерҙәрҙе. Асыуланма, дошманлыҡ һаҡлама, хатта бар тип тә белмә. Иң беренсе үҙең аңың тыуҙырған ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрән. Булмышыңды, аңыңды хисһеҙ, үсһеҙ тыныс хәлгә килтерә алырға тейешһең.

– Был йәшәү түгел, – тип түҙмәй ҡысҡырып ебәрәм мин.

– Юҡ, был йәшәүҙең иң бөйөк күренеше, – ти уҡытыусы.

Был дөрөҫтөр. Һуңғы арала Ренаталарҙы күрергә, уларҙан ҡурҡып ҡалтыранырға ваҡыт юҡ. Уҡыуымды, тырышыуымды беләм, көрәшкә йөрөйөм. Унан һуң өй эштәре тулып ята. Юлыма арҡыры торған Ренатаны күреп, бер-ике тапҡыр күкрәгем менән дөрөп үтеп киттем. Әйтерһең, йөрәгем бөткөһөҙ энергия сығанағы. Ул аңларға ла өлгөрмәй ҡалды, мин инде – үҙ юлымда инем. Шулай март, апрель айҙары үтте. Уҡытыусымдың практикаһы тамамланыр ваҡыт етте. Һуңғы ваҡыт ул өйрәткән дәрестәр эсендә генә йәшәнем тиһәм, дөрөҫ булыр. Мин һәләтле уҡыусы булып сыҡтым. Күп нәмәләр өйрәнергә өлгөрҙөм. Ҡыҙҙар менән генә түгел, малайҙар менән дә алыша алыр инем. Бер ҡараһаң – ҡырыҫ, икенсе ҡараһаң мөләйем, кешелекле ине уҡытыусым. Ул минең өсөн – идеал, ул – буй еткеһеҙ. Ғүмергә шундай булып ҡалыр һымаҡ. Һуңғы дәрестә хушлашҡанда былай тине: «Һинең етерлек көсөң, оҫталығың бар инде. Үҙеңде яҡлай алырһың. Хуш». Оло кеше һымаҡ итеп ҡулымды ҡыҫты. Яғымлы бәрхәт ҡарашы менән йөрәгемде һыйпап үткәндәй тойолдо. Ул уҡытыусы ғына булдымы минең өсөн? Тәүге үҫмерлек мөхәббәтем булғанын һуңынан ғына аңлаясаҡмын.

Ул киткәс донъя буп-буш булып ҡалды. Нимә эшләргә белмәй ыҙаланам. Үҙем дә һиҙмәҫтән күнегеүҙәр эшләргә тотонам, күңелем баҫылып ҡалғандай була. Шул ғына етмәгәйне тағы! Әллә уҡытыусыма ғашиҡ булдыммы? Ул эргәлә булғанда, көрәшкә өйрәткәндә, мин ҡанатлы инем. Тик «бишле»гә уҡырға, дәрестән тыш түңәрәккә йөрөргә өлгөрҙөм, һис арыманым. Был хаҡта оҙаҡ баш ватырға тура килмәне, офоҡта дошмандарым пәйҙә булды. Уҡыуҙан ҡайтып барғанда, тауҙы төшөп, инде йәшәреп килгән болонда алдыма «тып» итеп килеп тә баҫтылар.

– Беҙҙең әхирәт ни эшләп йөрөй әле?

– Беҙҙән башҡа күңелһеҙҙер инде?

– Уҡыу йылын отличница булып бөтөрмәксеһеңме? – тип Карина элеп алды.

– Карина, һинең ниҙәр эшләп йөрөгәнеңде әсәйең беләме? – тип мыҫҡыллы ғына һорап ҡуйҙым. Кластағы ҡыҙҙар улар артында насар хәбәрҙәр сурытҡанын ишеткәйнем инде. Май байрамында Рената менән һыра эсеп бәйһеҙләнеп йөрөгәндәр.

– Әсәйемдә эшең булмаһын! – Ене ҡубып киткән ҡыҙ килеп йәбешмәк булғайны, осоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ташланырға торған Рената яғына ауып барған төҫлө хәрәкәт яһаным да, тәкмәс атып китеп, аяҡ осом менән генә күкрәгенә типтем. Уларҙың аяҡҡа баҫҡанын ҡул ҡаушырып көтөп торам. Ҡыҙҙар аптырап ҡалғайны. Мин ул арала ни эшләйәсәгемде уйлағайным инде. Ниңә уны тормошта файҙаланмаҫҡа? Карина, әсәйемә әйтәм, тип башлағайны, дауам итергә ирек бирмәй, үҙем һөжүмгә күстем:

– Ә һеҙҙең минең менән йыл буйы булашҡанығыҙҙы директорға әйтәсәкмен. Улай ғына ла түгел, районға барырбыҙ. Әйҙә, унан килеп әсәйендең нисек эшләгәнен тикшереп йөрөһөндәр, – үҙем, әлбиттә, районға кемгә барырға кәрәк икәнен дә белмәйем. – Һеҙгә ниндәй яманлығым тейгәйне? Ә башҡа ҡыҙҙар? Уларҙы ла ҡурҡытып бөткәнһегеҙ. Шуларҙы белһәләр, мәктәптә ЧП буласаҡ.

– Абба, шашҡан был, – тигән була Карина. Ул әсәһе өсөн шөрләй төштө. Мин дауам иттем:

– Һеҙ бит мине үлтерергә йыйынып бөттөгөҙ, аҙағын уйламанығыҙ.

Карина ныҡ ҡурҡты:

– Юҡ, юҡ, һин нимә? Беҙ бит ҡурҡыттыҡ ҡына.

– Эйе, бик оҫтаһығыҙ ҡурҡытырға. Ҡыҙҙар түгел, һеҙ – Мәскәй әбейҙәр.

Рената донъяһын онотоп, йәнә миңә ташланмаҡ булды. Уны әхирәте тотоп алып, елтерәтеп алып китеү яғын ҡараны. Шул көндән һуң дуҫтар минең менән этләшеүҙән туҡтаны тиерлек. Рената ыңғайға килмәһә лә, Каринаһыҙ бер нәмә эшләй алмай ине.

Эштәр тығыҙға китте. Туғыҙынсы класс имтихандарын йырып сығырға кәрәк. Бөтәһендә лә әлегә – шул ҡайғы. Алдан тырышып уҡып барғас, әҙерләнеүҙәр еңел бирелде. Уф, ҡотолдом, буғай, сөнки бар фәндәрҙәндә «яҡшы» һәм «бик яҡшы» билдәләре менән имтихандарҙы йырып сыҡтым. Бәйле торған ерҙән ысҡынған кеүек хис итәм үҙемде. Әсәйем менән хайран ҡыуаныслы көндәр кисерәбеҙ. Ул уңыштарыма шул тиклем шат, хатта минән нығыраҡ ҡыуана. Кәйеф яҡшы булғас, эштәребеҙ ҙә гөрләп алға барған кеүек. Күп итеп һөт тапшырабыҙ. Биш көн һайын хаҡын түләйҙәр. Әлегә аҡсаһыҙлыҡтан ҡотолдоҡ. Өйҙө аҡтарып таҙартып ташланыҡ та, үҙебеҙсә йыйыштырып ҡуйҙыҡ. Өләсәйҙең йылы үтмәйенсә, уның әйберҙәренә теймәй торғайныҡ. Әле бик иҫтәлекле, ҡәҙерлеләрен генә һайлап алып ҡалдыҡ. Ҡул теймәй торған соланға күстек. Шунан башланды ла инде минең мажаралар. Өләсәй оло кеше булғанғамы, кәрәкмәгән күп нәмәләрен ташламаған: иҫке ойоҡтар, калуш-итектәр, тишек быйма, иҫке пальто-плащтарҙы тоҡ-тоҡ итеп сүплеккә ташыныҡ. Иң төптә, мөйөштә ултырған ҡатырға йәшникте күтәреп алам тиһәм, бик ауыр булып сыҡты. Асып ҡараһам – теген машинаһы! Минең күптәнге хыялым! Сөнки хеҙмәт дәрестәрендә ике йыл теген машинаһы менән эшләргә өйрәткәйнеләр. Йоҡо күлдәге, алъяпҡыс, таба тотҡос бейәләй, башҡа ябай әйберҙәрҙе киҫергә, тегергә өйрәнгәйнек. Мин был дәресте яратып, көтөп ала инем.

Түбәм күккә тейә яҙып, машинканы елтерәтеп өйгә индерҙем. Их, өләсәй, ниндәй шәп кеше булғанһың һин! Бөтә ере лә төҙөк, кәрәк ерҙәре майлап ҡуйылған, үлсәү таҫмаһы, алмаш энәләр – бөтәһе лә бар. Йәшник төбөндә ҡалын ғына иҫке китап. Ул теге быуаттың 65-се йылында уҡ сыҡҡан. Бында үлсәп алыу, өлгөләр эшләү шул тиклем ентекләп аңлатылған. Күп кенә күлдәк, юбка моделдәре бирелгән. Мода әллә ҡайҙа киткән тип әйтеп тә булмай икән, сөнки хәҙер ҙә кейемдәр шул уҡ нигеҙҙә беселә: яға, ең төптәре һаман шул бер үк бит. Әсәйем:

– Эйе, өләсәйең күлдәк-халаттарҙы үҙенә генә түгел, әхирәттәренә лә тегә ине бит, – тип тора.

Өләсәйҙең һандығында метрлы ситса-маҙар һаман да бар әле. Ә мин? Нимәлер булдыра алырмынмы? Шул саҡ уҡытыусымдың тауышы ҡолаҡ төбөндә яңғырап киткәндәй: «Көрәшсе бул, был бит һуғышсы тигән генә һүҙ түгел. Көрәшсе – ул ижадсы. Көрәшсе – нимәне булһа ла барлыҡҡа килтереүсе. Мәҫәлән, үҙеңде ижад ит!» Кейем тегеп кейеү шул ижад түгелме ни? Дәртем шундай көслө ине, шул уҡ көндө әсәйемә йоҡо күлдәге тегеп ташланым. Арыу ғына сыҡты. Әсәйем маҡтап бушаманы. Шул шауҡым менән иртүк тороп үҙемә баҡсала эшләргә сарафан тегә башланым. Быныһы ла булды, һис ҡыйынлыҡ тойманым. Үҙемдең, әсәйемдең үлсәмен алып мәж килдем, донъямды оноттом. Шунан инде шау биҙәкле тауарҙан ҡупшы юбка, топик тектем. Был эштәр ябай: ең уйыу, яға ултыртыу кәрәкмәй. Теккән кейемдәрем үҙемә шул тиклем килешеп тора. Көҙгөгә ҡарай торғас, үҙемдә үҙгәрештәр күреп хайран ҡалдым. Мин бөтөнләй үҙгәргәнмен икән дә баһа! Эйе, буйға күтәрелмәгәнмен. Уның ҡарауы, яурындарым йомроланған, билем нескәргән, түштәрем ҡалҡҡан, балтырҙарым тулыланған. Миңә бөтөнләй еткән ҡыҙ ҡарап тора. Таныш та ул, ят та. Гел йөҙөмдө ҡаплап торған сәстәремде юғары һирпеп йыйып ҡуйғас, нескә ҡаштарым, йымылдап торған күҙҙәрем, алһыу яңаҡтарым асылды. Муйыным аҡҡош муйыны төҫлө. Бәй, мин шаҡтай һылыу икәнмен! Хатта баҫҡан урынымда тыпырлатып бейеп киттем. Әлдә әсәйем өйҙә юҡ. Күрһә, ҡыланышыма аптырар ине. Теккән кейемдәр буйымды, төҫөмдө тағы ла сағыуыраҡ итеп ебәрә. Хәҙер инде минең гел тегенгем килә ине. Ташларға йыйынған юбка, пальтоларҙан өлгөләп ултырғыс ябыуҙары йүнәттем. Шул эштәр менән маташып ултырғанда күрше Хәбибә инәй килеп инде. Теккән сарафан, юбкамды күрҙе лә:

– Өләсәй ҡыҙы икәнһең, ҡара инде, – тип иҫе китте.

Әбекәй икенсе көндө үк матур ғына туҡыма киҫәге менән үҙенең иҫке күлдәген тотоп килеп тә инде:

– Бына был күлдәк өләсәйеңдең ҡулы менән тегелгән. Тап ошоға оҡшатып, шул үлсәм менән тегеп бирсе, балам, – тине ул.

Өләсәйем теккән күлдәк ҡатмарлы түгел: биле бөрөлгән, оҙон еңле, ултыртма яғалы әбейҙәр күлдәге инде. Тик бына яға ултыртыу шөрләтә төшә. Китаптан был хаҡта ныҡлап өйрәндем, өлгө эшләп алдым. Итәк, ең, кәүҙә өлөшө бер ауырлыҡһыҙ тегелде. Яға менән иҙеү ҙә яҡшы килеп сыҡты. Инәй шул тиклем ҡыуанды:

– Ҡулың алтын, балам, күҙ генә теймәһен, – тип маҡтаны. – Юҡһа, магазиндың тар-тор әйберҙәрен һис тә һөймәйем, – тине.

Күлдәк артынса яңы тәҙрә пәрҙәләре лә тектереп алды ул. Шулай итеп, мин тәүге мең һумды эшләнем. Шунан башланды инде. Күрше апай-инәйҙәрҙең һандығында тауар күп икән. Кемуҙарҙан яҫтыҡ тышы, юрған тышы, алъяпҡыс тектерергә керештеләр. Аҡсаһын да түләп торалар, көттөрмәйҙәр. Йүгереп йөрөп әсәйемә булышам да төштән һуң тегеүгә ултырам. Кисләтеп һыу инеп киләм әле. Был тормош миңә мәғәнәле, ҡайғыһыҙ тойола. Эшләп алған хаҡ шатландыра икән ул. Аллаға шөкөр! Һөт һатҡан аҡса һыйырға бесән саптырып, йыйып алырға китте. Йәшелсәбеҙ ҙә емерелеп уңып ултыра.

– Атайыңдан киткәс, ҡурҡҡайным, – ти әсәйем. – Бына бит унан башҡа ла йәшәп ятабыҙ. Уның ҡарауы, ҡалай тыныс, рәхәт.

Август етә. Быйыл унынсы класҡа барасаҡмын. Миңә мәктәп әйберҙәре, ҡышҡы кейем кәрәк. Итек менән пуховикты ит һатып йүнләп алырбыҙ, ти әсәйем. Ә бына юбка, кофта, спорт кейеменә үҙемдең эшләп алғаным етә тип шатланып торам. Әсәйем менән бер көн район үҙәгенә киттек. Миңә свитер, джинсы салбар, хайран матур блузка алдыҡ. Шунан метрлы туҡыма магазинына киттек. Шунда минең бер әйбергә күҙ төштө. Күк сәскә төҫөндәге бик матур йөн туҡыма, хаҡы ла арзан түгел. Шуны алып мәктәпкә йөрөр өсөн сарафан тегәсәкмен. Кейемдең моделе башымда тыуып та өлгөрҙө.

Быйылғы йылда мин былтырғы кеүек килбәтһеҙ өйрәк бәпкәһе булмаясаҡмын инде. Ҡайһы берәүҙәргә хатта конкурент булырмын. Сөнки тегеү эшенә мин бик тиҙ оҫтарҙым. Үҙемә теккәндәрем ҡойоп ҡуйған кеүек. Әйтерһең, шул эш өсөн генә тыуғанмын. Шундай дәртле уйҙар менән күм-күк кенә туҡыманан сарафан тегергә керештем. Арҡаһы тоташ, алғы яҡтан йөрәк формаһында уйым уйыла, ә итәге ҡыңғырау сәскә рәүешендә. Ҡат-ҡат үлсәп киҫтем, бер көн ҡул менән типсеп сыҡтым. Бик арыу сыға. Икенсе көндө йырлай-йырлай тегеп тә алдым. Үтекләп алып, блузка менән кейеп ҡарарға ла була. Эй Хоҙайым! Хайран ҡалып ҡарап торам. Көҙгөләге һылыу ҡыҙ минме ул? Әллә көҙгө алдашамы? Юҡ, ул алдашмай. Әле үткән көҙ генә мин башҡа ҡыҙ инем. Күпме айырма! Уҡытыусымдың әйткән һүҙҙәре ҡолағымда яңғырап тора: «Кешене башҡалар түгел, үҙе генә үҙгәртә ала. Бары үҙең. Булғаны менән ҡәнәғәтләнеп ҡалма, алға бар. Кешеләргә нимәгә һәләтле икәнлегеңде иҫбатла». Рәхмәт, уҡытыусым. Был кәңәштәр мине ғүмер буйы етәкләһен ине. Шулай уйла-нып, яңы кейемдәремде һалып, бөхтәләп элдем. Шкафты ябыуға кемдер ишек шаҡыны. Рушана килеп инде, ҡулында пакет. Уны күреп шатланып киттем. Ни тиһәң дә, дуҫың булһа күңелле бит.

– Заһиҙә, беләһеңме, – ти әхирәтем. – Һинең ситса күлдәктәреңә күҙем ҡыҙып йөрөй. Бәлки, миңә лә тегерһең? – Ул миңә ялбарып ҡарай, – әсәйемдең күптән инде бер тауары ята.

– Әйҙә, ҡарайыҡ. Бик матур ебәк тауар. Йоҡа ғына. Был эште нисек йырып сығырмын? Энәне алмаштырырға тура киләсәк, ебе лә нескә булырға тейеш. Запас энә бар ҙа ул, ә бына еп...

– Иртәгә район үҙәгенә барырмын, – ти әхирәтем. 

– Бөгөнгә киҫә торайыҡ.

Һуңғы ваҡыт көн дә «Модный приговор» тапшырыуын ҡарап, фасондар, модалар хаҡында хәбәрҙар булдым. Рушана кеүек нескә ҡыҙға күпертеп кенә тегергә кәрәк. Был әйбер менән һаҡ, әкрен генә эш итергә тура килә. Улай-былай боршайып китеп формаһын боҙорға ғына тора. Тауары мул булғас өҙөк билле, ҡабарып ҡына торған итәкле, күлдәк килеп сыҡты. Муйынын асығыраҡ уйып, балитәк һалып тектем, еңе ҡыҫҡа фонарик. Был күлдәк түгел, хыял ине. Рушана ҡыуанысынан йығылып китте хатта. Эйе, диванға барып ауҙы...

Мин күлдәк теккәндә, ул гел янымда булды. Сәй ҡайнатты, йомортҡа бешерҙе, сынаяҡ йыуҙы. Теле лә тик торманы. Теге икәүҙән ул да ыҙалаған, яҡшы уҡыған еренән уртасаға төшкән, «һоро сысҡан»ға әйләнгән.

– Ҡурҡма, хәҙер икәү булырбыҙ, – үҙем белгән көрәш ысулдарын уға өйрәтәм. Ул минән шаҡтай йомшаҡ, шулай ҙа тырыша. Дуҫлашыуыбыҙға ныҡ шатланабыҙ. Әхирәт булғас, ваҡыт күңелле үтте. Серләшәбеҙ, киләсәк тормош хаҡында хыялланабыҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Бер көн – миндә, икенсе көн унда эштәр ҡыйратып ташлайбыҙ. Ә мәшәҡәт табылып ҡына тора. Ауылда шулай инде. Әсәйем әйтмешләй, һәр ҡабым ризыҡты тиргә манып ҡабаһың. Әбей-апайҙарҙан килгән ябай заказдарҙы әсәйем дә атҡарып ҡуя.

Бер көн әхирәтем менән дискотекаға сығырға булдыҡ. Бик һуң башлана икән. Уға тиклем егеттәр, ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре, һыра эсеп ҡыҙмаса булып инә. Бер мөйөштә Рената Динарға аҫылынып тора. Фу... Беҙҙе күрер хәлдә түгел. Ул арала музыка башланды. Бейеүселәр араһында Шамилды күрҙем. Янында ят егет бар. Икеһе лә үҙҙәрен ипле тота. Матур ғына бейеп торалар. Беҙҙе күреп янға килделәр.

– Таныш булығыҙ, туғаным – Рәүеф. Ул район үҙәгендә йәшәй, – тип таныштырҙы ят егет менән Шамил. Унан: – Әйҙәгеҙ, тышҡа сығайыҡ, – тине.

Һалҡынса һауаға сыҡтыҡ. Күктә тулы ай күренә.

– Бында ҡыҙыҡ түгел, һыу буйын әйләнеп киләйек, – тинем мин.

Беҙҙең йоҡа күлдәксән икәнде күреп ветровкаларын тәҡдим итте егеттәр. «Үҙҙәрен тота белгәндәр бар икән. Барыһы ла бер төрлө түгел», – тип күңелем күтәрелде. Төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, көләмәстәр һөйләшеп ике сәғәт тирәһе ваҡыт үтте. Шамилдың миңә гел дә иғтибар менән ҡарауын һиҙеп йөрөнөм. Был ауылда минең яңғыҙ, күңелһеҙ көндәрем тамам. Киләһе уҡыу йылы яҡшы буласаҡ.

Иртәнсәк инде ваҡытында тороп булманы, төшкә тиклем йоҡо һимерттем дә ҡуйҙым. Иртәнге эштәрҙе әсәй үҙе башҡарған, инде төшкөлөккә тамаҡ әҙерләп йөрөй. Тороуыма әсәй шелтәле ҡараш ташланы, әлегә өндәшмәне. Төндә йөрөүҙең «файҙаһын» шунда уҡ аңланым. Ә күптәр йәй буйы шулай йәшәй. Бер файҙаһыҙға ваҡыт үткәреү – шәп түгел. Ғөмүмән, ғашиҡ булып йөрөгөм дә килмәй әле. Хәҙер үк киләсәктә уңышлы кеше булыу өсөн тырыша башларға тейешмен. Кем буласағымды хәл иткәнмен инде. Өфөлә кейем бесеү-тегеү һөнәрен үҙләштереү өсөн дә уҡыу йорттары бар. Алла бирһә, киләсәктә үҙемдең модель бизнесым булыр. Әле тик шул хаҡта хыялланам. Был турала Рушанаға һөйләрмен. Бергә уҡыуыбыҙ мөмкин. Әсәйемә әйткәйнем, ул минән былайыраҡ хыялға бирелеп китте:

– Үҙем йәш саҡта уҡымай кейәүгә сығып ҡуйҙым. Һин бит шундай һәләтле була тороп ҙур кеше булырға тейешһең, – ти.

Беренсе сентябрь етте. Был юлы мәктәпкә барыуҙы көтөп алдым. Рушана беҙҙән алыҫ ҡына торһа ла, осрашып, бергә киттек. Бында барыһы ла йыйылғайнылар инде, төркөм-төркөм булып баҫып торалар, күптәр класс бүлмәһендә гөрләшә. Ҡыңғырауға тиклем дуҫ-әшнәләре менән һөйләшеп, көлөшөп аралашалар. Беҙ үҙебеҙҙең былтырғы класс бүлмәһендә уҡыясаҡбыҙ икән. Рушана менән барып ингәс, бөтә ҡыҙҙар ҙа тиерлек беҙҙең янға килеп етте. Уларҙың йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу, аптырап ҡалыу ярылып ята. Шамил менән бер нисә егет тә беҙҙең янға килеп иҫәнләште. Ренатаның, ни эшләргә белмәй, үртәнгәне күренеп тора, уның янында Динарҙан башҡа бер кем дә юҡ. Шул саҡ Карина килеп инде. Әхирәттәрҙең дуҫлығы боҙолғанын белә инем. Рената менән үҙҙәрен тыйнаҡһыҙ тотҡандарын белеп ҡалған ата-әсәһе Каринаны ныҡ «бешергән». Әле лә ул әхирәтенә боролоп та ҡарамай аптырабыраҡ торҙо ла, ҡыйынһынып булһа ла, беҙҙең эргәгә килде. «Шулай итеп, класс берләште», – тип уйлап та бөтмәнем, линейкаға ҡыңғырау шылтыраны. Линейка тышта буласаҡ, барыһы ла урамға эркелде. Яп-яҡты, йылы ҡояшлы иртә. Астралар, георгиндар шаулап сәскә атып ултыра, көҙгө ҡырау төшөп өлгөрмәгән. Ҡояшҡа күтәрелеп ҡараным да: «Был бит минең ҡояшлы иртәм, минең еңеүле иртәм», – тип уйланым.

Тәскирә ДАЯНОВА.

Читайте нас