Рәүеш

Рәүеш - ябай ғына һүҙ төркөмө, мәктәп йылдарында  дәрестә был теманы үткәндә уға бер кем дә айырым иғтибар бүлмәйҙәрҙер. Йәшәй-йәшәй генә уның күп тармағы булғанлығын аңлайһың, ябай ғына ваҡиғаның төрлө рәүешкә әйләнгәнен күрәһең, кешенең яҙмышы ла төрлө рәүешкә төрләнә, хатта бит-йөҙ һыҙаттары төрлө рәүешкә инә.
Һәр кешенең дә йәшәү рәүеше төрлөлөр, берәүҙәр шым ғына үҙ-үҙенә бикләнһә, икенселәренә дан кәрәк, кемдер байлыҡ ярата, барына шөкөр итеп йәшәгәндәр бар.
Минең хәлемде кеше белмәһен, әрнеүҙәрем тышҡа сыҡмаһын тип, күңеленә барлыҡ уй-хистәрен эсенә йыйғандарҙың да тойғолары аҙаҡтан организмын ағыулап ауырыу рәүешендә килеп сыҡҡанлығына күптәр  шикләнмәйҙер ҙә әле. Яратыу, көнләшеү, мөхәббәт төшөнсәләре лә ниндәй генә рәүешкә инеп төрләнмәй, ярай ҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрһә...
Районда билдәле генә апайҙың, булдыҡлы, уңған, ундайҙар хаҡында баҫҡан ерендә ут сығара тиҙәр, тормош рәүеше ниндәй икәнлеген бер кем дә белмәгәндер, яҡындары ғына һиҙенмәһә. Хәйер,  бер туғандары булманы, Аллаһы тәғәлә ҡушыуы буйынсалыр, тупылдатып бала һөйөргә яҙманы.
Унынсы класты тамамлағас, ҡалаға килеп заводтың бер цехында эш башлай, бергә эшләгән егет менән танышып, оҙаҡламай ябай ғына туй үткәрәләр, эшләгән заводынан йәш ғаиләгә  бер бүлмәле квартира бүленә.
Тырыш, һәр эште еренә еткереп башҡарған уңған ауыл ҡыҙын бригадир итеп тәғәйенләйҙәр, эште ойоштора белгәнлеген баһалап, талапсан, ғәҙел ҡатынды мастер итеп тә күтәрәләр, шул эшенән пенсияға сыға. Өҫтәгеләргә тураһын әйтеп тә ярай алған, эшселәр ихтыяжын өҫкә ҡуйған, һәр эште еренә еткереп эшләтә белгән белгес артабан да үҫешер ине лә, тик юғары белеме булмауы тотҡарлай, ошо эшендә пенсияға китергә йыйына.
Заманалар үҙгәреп, торғонлоҡ ваҡытында ла бирешергә, эштән китергә теләмәй, айҙар буйы эш хаҡы түләнмәгәнлектән самогон ҡыуып һатып аҡса табыу юлына баҫа, заводтың ауыр, бысраҡ эштәренә лә  эшселәргә самогон биреп эшләтеү яйын таба, тик үҙе етәкләгән цех алға барһын, сөнки олоғайып барғанлыҡтан күп ауыр эштәргә үҙе тотона алмай.Ҙур кәүҙәле, бойондороҡло тауышлы, ер һелкетеп йөрөгән ҡатындың тормош рәүешен берәү ҙә белмәй, ғаилә хәле лә күптәргә асыҡ түгел.
Асылда үҙе янындағы кәүек кенә иренә баш баҫып ғүмер итә, уның һәр бер теләген үтәргә әҙер, бер ҡарашынан уның нимә теләгәнен белә. Ире, эшләгән заводынан ҡыҫҡартылыуға эләккәс, бер нисә урынға урынлашып ҡараһа ла, эскелеге арҡаһында бер ерҙә лә оҙаҡ эшләй алмай. Өнһөҙ-тынһыҙ ирен әпәүләгән ҡатындың туғандары ғына аңлай алмайҙар уның хәлен, айырылырға, унан ҡотолорға өгөтләйҙәр.Эшендә әзмәүерҙәй ирҙәрҙе буйһондорған ҡатын, үҙенең ире алдында өлтөрәп йәшәй.
 - Кеше эт көтә әле, мин бер ир көтәм, йөрөһөн, юғиһә бер нисә тапҡыр бесәй алып та ҡараным, мин эштә булғас йә өйҙә зарыға, йә тышта ҡалдырһаң бөтөнләй сығып китеп юғала. Был исмаһам өйҙө табып ҡайта белә, унан самогон һатам бит, килеүселәр күп, өйҙә генә ултыраһа ла, үҙе бер һаҡсы, тере йоҙаҡ. Эсһә лә, күп эсә алмай ул, бауыры ауырта, үҙенең бәләкәй рүмкәһе бар, сәғәт һайын ҡойоп бирәм. Пинсейәгә сыҡҡас шуны ҡарайым инде, артығын ғына эсмәһен, юғиһә үлеп китһә мин яңғыҙым ҡалайтырмын, бер бүлмәле фатир булғанға квартиранттар ҙа индерә алмайым, әүрәп йәшәр инем, ғүмер буйы эскелек арҡаһында юнле бер ерҙә лә эшләмәгәс ҙурҙан алып булманы, балаларым булманы, булһа яңғыҙлыҡ үҙәгемә үтмәҫ ине.
Әлеге һүҙ төркөмө - рәүеш бар шул, бөгөнгө тормошоңдоң иртәгә ниндәйгә әйләнерен белмәйһең, ул да белмәгәндер ғүмер буйы самогон һатып йыйған байлығының кемгә насип булырын, ҡара көнгә туплаған аҡсаһы үҙенә яҙмаҫын.
Арҡан өҙөләме тәүҙә, әллә ҡайыш өҙөләме, быны бары Аллаһыбыҙ ғына беләлер, һау-сәләмәт, ауырыу-сырхауҙы бар тип тә белмәгән ҡатын, үкенесле үлем менән теге донъяларға юл алды. Әлеге эскелек зәхмәте, кәүек кенә күренгән ир төндә эсергә һорап муйынын һығып үлтерә, үҙе самогон ҡойоп алырға хәле етмәһә лә, ҡатынын быуып үлтерергә көсө етә, үлем менән йоҡо тиң, аңлай ҙа алмағандыр ҡатын үҙенең янында йоҡлап ятҡан иренең үҙен үлтеререн.
Ҡиммәтле шкафтарға теҙелгән, эскеселәрҙән арзанлы техник спиртҡа һыу ҡушып яһалған эсемлеккә алыштырып алынған хрусталь һауыттар, алтын балдаҡ, биҙәүестәр; килтерелгән емештәрҙән әҙерләнгән ҡайнатмалар - былар хәҙер ул ҡатынға кәрәкмәй ҙә ине, көткән ҡара көн килде.
Йәшәү рәүеше былай булып тамамланыр тип көтмәгәйне ул, олоғайғансы  бергә ғүмер иткән иткән, бауыры серегән ирен тәрбиәләр, аҙаҡ үҙен ҡараясаҡ туғандарының балаларына фатирын васыят итеп ҡалдырыр, буласаҡ фатир хужаһы тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерер, йыйған болы уларға ла етер. Әлегә ирен ҡалдырып бер ҡайҙа ла сыға алмай, ял йортона барыр, күптән аралашмаған туғандарға ҡунаҡҡа йөрөр... Хыялдар күп ине, ире генә харап итте, ҡатынынан ҡалған ир бер аҙна ла йәшәмәне, һорау алған ваҡытта уҡ ҡатынының артынса китте. Үҙенә сәй ҙә яһап эсә белмәгән, йыуып үтекләнгән кейеменең  уңын әйләндереп кейергә лә эшкинмәгән кеше яңғыҙы ҡатынһыҙ йәшәй алмаҫы билгеле ине.
Бәндә меңде уйлай, Аллаһ берҙе уйлай, бөгөн барһың, иртәгә юҡһың, алдағыһын берәү ҙә алдан белмәй, был тормош рәүеше нисек кенә үҙгәрмәй икән.
Гөлдәр Кәлимуллина.
Автор:
Читайте нас