БАУЫР БАҪАМ БАЛАМА

Хикәйә

1

Керпек ҡаҡмай тиерлек төн үткәрҙе Нәфисә. Көткән кешегә минуты ла сәғәттәй икән. Әлегәсә ваҡыт үткәрә алмай был ҡәҙәре интеккәнен хәтерләмәй. Киреһенсә, ваҡыт еткерә алмаған сағы йыш булды: Вәрисә ҡыҙын ҡарарға, эшкә барырға, донъяһын көтөргә кәрәк ине уға. Ҡырҡҡа ярылырҙай мәлдәре, баҡһаң, үткән дә киткән. Ғәзиз ғүмеркәйҙең уҙғаны һиҙелмәй икән шул. Нәфисә, уйлана-уйлана ла, нәҡ шул эш-көштән, мәшәҡәттәрҙән бушамаған саҡтарын кире ҡайтарырҙай була. Әммә Хаҡ Тәғәлә хикмәте – уҙғанды ҡайтарыу мөмкин түгел. Юҡҡамы ни боронғолар:

Үткән ғүмер менән ҡалған хәтерҙе

Ҡайтарып булмай алтын биреп тә

тип йырламаған.

Нәфисә бөгөнгәсә үткәненә һис үкенмәй, ҡыҙы өсөн дә көйәләнмәй ине. Сабыр холоҡло, әҙәпле бала үҫтерҙе. Вәрисәһе алаҡанлаҡ, алабарман түгел – ете үлсәп, бер киҫә торған ҡыҙ. Егәрле, һылыу ҡыҙына Ҡарамалы ауылында һоҡланмаған кеше юҡ – ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп кенә торалар. «Ҡарамалының ҡарасман ҡыҙы ҡара төндә ҡалҡҡан ай һымаҡ», тип һамаҡлай-һамаҡлай, балаҡайын иркәләй торғайны ул.

...Нәфисә иғтибарын ҡулындағы бәйләменә йүнәлтергә тырыша, һәр саҡ күңел тыныслығы биргән яратҡан шөғөлө лә йөрәк әрнеүен, эс бошоуын баҫмай. Тилбер бармаҡтары тыңлашмай ыҙалата: дебет шәлдең йә күҙе ҡала, йә энәһе иҙәнгә төшөп китә. Өҫтәлдәге кеҫә телефоны ла кисәнән бирле шылтырамай. Билдәһеҙлек Нәфисәне оторо хафаландыра. Элек һирәк-мирәк кенә сәнскеләгән йөрәге бөгөн бөтөнләй интектерергә булды ла китте: аяуһыҙ янып, ярһып-ярһып тибә-тибә лә туҡтаған һымаҡ тойола. Нәфисә сыҙаманы, бәйләмен ситкә һалды ла Вәрисәнең номерын тағы йыйҙы – ҡыҙының телефоны һаман һүндерелгән көйө. Быны нисек аңларға, нимәгә юрарға? «Балам, йыш шылтырат, бөтә хәл-әхүәлеңде белдереп тор» тигәненә, Вәрисәһе: «Инәй, борсолма, гел һөйләшербеҙ» – тигәйне. Кисә төш мәлендә гәпләштеләр. Әле тәүлек үтте, бер мәртәбә лә шылтыратманы, етмәһә, телефонын һүндереп ҡуйған. Ваҡыты юҡмы, әллә телефонын тоҡандырырға онотҡанмы, әллә «инәй күңеле балала, баланыҡы – далала» микән?..

Ғажиз булған Нәфисә өшөй башланы, яй ғына тирә-яғын байҡаны: әлегәсә йылы, күркәм өйө һалҡын, шыҡһыҙ аласыҡ шикелле шөкәтһеҙ күренде... Эске донъяһы аяуһыҙ боларған, күкрәгендә асы буран ҡупҡан Нәфисәнең хәлгенәһе бөтөнләй мөшкөлләнде.

Шул саҡ ҡапыл ишек асылды. Нәфисә мөлдөрәп ишеккә төбәлде: моғайын, Вәрисәлер... Бик һиҙгер бит ул инәһенең сикһеҙ шөбһәләнеүен белгәндер ҙә, бер нимәгә ҡарамай, ҡайтып килгәндер.

Әммә ишектән инеүсе Вәрисә түгел, оло еңгәһе Мәүсилә ине.

– Бикәсем, нимә булды, аяуһыҙ ағарынғанһың?!. Мәүсилә, ифрат баҙанып, ишек төбөндә тапанды.

Нәфисә һүҙһеҙ генә йөрәк тәңгәлен күрһәтте.

– Хәҙер, хәҙер, – Мәүсилә ҡарсыҡ йәһәт кенә аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде, шкафтарҙы, һыуытҡысты ҡабаланып ҡараны – бер төрлө лә дарыу тапманы. Өй телефонынан район дауаханаһына шылтыратырға тотондо. Ауырыуҙың йәшен һорағандарҙыр, Мәүсилә саҡ ҡына аптыранды ла ҡапыл:

– Утыҙҙы уҙмаған! – тине.

«Пенсионерға алтмыш биш йәш», тип дөрөҫөн әйтә алманы. Шулай тиһә, «Тиҙ ярҙам»дың тиҙ килмәҫен, ҡарт-ҡороға һан юҡлығын яҡшы белә. Унан Ҡарамалы ауылының медпунктына хәбәр итте:

– Сабина һеңлем, Нәфисә әбейеңә йәһәт кенә килеп етсәле – йөрәге һәләк ауырта. Йөрәк дарыуы алырға онотма! Йә, йә, үпкәләмә, теге саҡта Зиннәтулла ауырығанда дарыуһыҙ килгәнең әле лә иҫемдә. Йәнә шуны ла бел: район дауаханаһына хәбәр иттем, «Тиҙ ярҙам»ды көтәбеҙ. Нәфисә бикәсемде икәүләшеп оҙатайыҡ.

– Әкренләп үтер әле... – Нәфисә ҡымтылған күм-күк ирендәрен саҡ тыңлатты. – Кешеләрҙе бимазалайбыҙ.

– Йөрәк менән шаярмайҙар. Сабина менән ҡырыҫ һөйләшеүемдең сәбәбе бар: шәфҡәт туташы ишаратының ығышлығын, вайымһыҙлығын бөтә ауыл белә. Ауырыу янына дарыуһыҙ килерһеңме... Әтеһе, Сафуанды әйтәм, ауыл хакимиәтенең хужаһы булмаһа, егәрле Флүҙәбеҙҙе эшенән сығармаҫтар ине. Ғәрсел, сәмсел ине Флүзәкәй ире менән Сорғот яғына сыҡты ла китте. Элекке кулак Ғирфан нәҫеле үткән дәүерҙә лә гел етәксе булырға ынтылды: барлы-көрлө урында улар заты ултырҙы. Ғирфандың улы Сафуан да бик яуыз булды. Совет заманында Сафуан мул табыш килтергән ерҙә генә эшләне, һаман оҫта ғына аҫтан киҫеүен дауам итә. Хәҙер Флүҙәнең хәләл икмәген тартып алып, Сабина ҡыҙына тотторҙо. Ил сиген һаҡлаған һалдаттан былайыраҡ кеше һаулығын ҡайғыртҡан Флүзәһеҙ ауылыбыҙ йәтимһерәне. Ул бит ауырыуҙың йөҙөн күреү менән ниндәй сир икәнен самалар ине. Сабина аҡса төртөп кенә диплом алғанын барыһы ла белә – күҙенә ҡарап әйтеүселәр ҙә бар.

Быларҙы Нәфисә лә яҡшы хәтерләй. Мәүсилә еңгәһе бикәсен албырғатыр өсөн һөйләүен аңлай – нисек тә ваҡыт уҙғарырға кәрәк.

Ике сәғәттән «Тиҙ ярҙам» машинаһы килеп туҡтаны. Ишектә аҡ халатлы урта йәштәрҙәге ир менән ҡатын пәйҙә булды.

Мәүсилә ҡарсыҡ, «ун километр араны ике сәғәт килдегеҙ, йәйәүле шуны тиҙерәк үтер ине» тип әйтергә әҙерләнгәйне, ҡатындың төҫөн күреп, асҡан ауыҙын япты. Ирҙәр кеүек мыҡты, оҙон буйлы ханымдың йөҙө йәмрәйгәйне.

– Ҡарт-ҡоро һаман үҙҙәрен генә ҡайғырта. «Утыҙы ла тулмаған» тип алдап саҡыралар, оялмайҙар ҙа! Ҡартайғас, ауырыйһың инде – тәбиғи хәл. Бәлтерәнгәнсе йәшә лә бер ерең дә ауыртмаһын... – Ҡатынҡай, ҡалын тауыш менән өй тултырып, гөрөлдәне. Ул шулай тырт-мырт һөйләнә-һөйләнә, этә-төртә Нәфисәнең ҡан баҫымын үлсәне, йөрәген тыңланы.

– И-и-и, туғанҡай, мындай хәлдәр кемгә лә килә ғүмеркәйҙәр керпек ҡаҡҡандай үтә лә китә. Беҙҙең дә шәп саҡтар бар ине. Тиҙерәк дарыу бир, укол ҡаҙа – шулай яҡшыраҡ булыр, – тине Мәүсилә ҡарсыҡ.

Тыныс, әммә ҡәтғи әйтелгән һүҙҙәр аҡ халатлы ханымға тәьҫир итте шикелле – йәһәт кенә укол ҡаҙаны.

Сабинаны саҡырғанға ла ике сәғәттән ашыу һаман юҡ, – Мәүсилә әбей әрнеүен йәшермәне.

Нәҡ шул саҡта Сабина килеп керҙе. Фельдшерҙар таныштар икән, ҡосаҡлашып күрештеләр. Бышылдашып кәңәшләшкәс, Нәфисәне район дауаханаһына һалырға булдылар. Ауырыуҙы ике яҡтан ҡултыҡлап, машинаға ултырттылар.

– Бәй, бөтөнләй кәрһеҙ кешене һөйрәкләп интектерәһегеҙ бит, нәсилкәгеҙ юҡмы ни? – тип ғәжәпләнде Мәүсилә әбей. Шунан Нәфисәгә ҡараны. – Бикәсем, һис көйәләнмә – донъяңа күҙ-ҡолаҡ булырмын. Оҙаҡламай Вәрисә лә ҡайтыр. Хоҙайым бөтәбеҙгә лә имен-аман күрешергә насип итһен!

2

Нәфисәне дүрт кешелек бүлмәгә һалдылар. Уны һынамсыл ҡарашлы, тәпәш кенә табип ҡараны:

– Тиҙ генә электрокардиограмма яһағыҙ, шунан дауалай башларбыҙ.

ЭКГ үткәргәс, оҙаҡламай әлеге табип менән шәфҡәт туташы Нәфисә янына йәнә килде.

– Әбекәй, ҡуҙғалмай ғына ятырға кәрәк. Һеҙҙең йөрәккә инфаркт була яҙған. Бәхетегеҙ, дауаханаға килтерергә өлгөргәндәр. Хәҙер укол яһарҙар. Дарыуҙар ҡабул итерһегеҙ.

Табип сығып киткәс, Нәфисә шәфҡәт туташына мөлдөрәп ҡараны:

– Һеңлем, оҙаҡ ятмаһам ярай ҙа, миңә тиҙерәк ҡайтырға кәрәк.

Һары сәсле, битен ҡуйы һипкел ҡаплаған йәш кенә шәфҡәт туташы сирле хаҡында мәғлүмәт яҙылған ҡағыҙға күҙ төшөрҙө лә:

– Мыжыма! Дауалағанға рәхмәт әйтер урынға, көйһөҙләнәһең! Танышың барҙыр – урын тапҡандар, – тине. Ул укол эшләне, дарыу эсерҙе.

Икенсе көндө Нәфисәгә әҙерәк хәл кергәндәй ине, салҡан ятыуҙан да ялҡҡайны – һаҡ ҡына тороп ултырҙы. Арҡаһын мендәргә терәгәс, һиҙҙермәҫкә тырышып, яй ғына башҡаларҙы байҡарға тотондо. Ҡатын-ҡыҙҙың өсөһө лә унан күпкә йәш ине: икеһенә утыҙ-ҡырҡ, ә береһенә егерме-егерме биш тирәһе. «Йәп-йәш көйө быларҙың да йөрәге ауырта микән?» тип ғәжәпләнде Нәфисә. Әммә үҙен оҙаҡ албырғата алманы – башында уйҙар ҡайнаша башланы: «Балаҡайым, ниңә шымдың, ниңә шылтыратмайһың? Әллә мөрәүәтһеҙ Мәүә мине онотторорлоҡ итеп арбанымы? – Ул тирә-яғына ҡаранды. Шунда ғына кеҫә телефонын өйҙә онотоп ҡалдырғанын аңланы. – Тимәк, Вәрисәм, күпме шылтыратһа ла, һөйләшә алмайбыҙ. Аптырар-аптырар ҙа, Мәүсилә әбеһенең өй телефонына шылтыратыр – номерын белә. Инәһенең район дауаханаһында ятыуын ишеткәс, бик көйөнөр инде. Әллә тағы... Мәнһеҙ Мәүә әүрәтһә... Нәфисә юғалтыуға сыҙамаҫ йөрәге ярылыр. Ярылһа тағы... Егерме йыл күҙ ҡараһындай ҡарап, бауырына баҫып баҡҡан алмалай ҡыҙынан яҙһа, йәшәүҙең ни йәме лә, ни тәме...» – Нәфисә, йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. Тумбочканы асып, ҡулъяулығын алғас, тиҙ генә танауын ҡапланы – уның мышҡылдауын сирлеләр ишетмәһен. Палата тып-тын, бүлмәләштәре серем итә төшкөлөктән һуң шулай тейеш. Уның күҙҙәренә генә йоҡо килмәй. Ахыры, йөрәк һыҙлауы тән һыҙлауынан ғазаплыраҡ.

3

Иркә үҫте Нәфисә. Әтеһе менән инәһе, ике ағаһы уны әллә ни күрҙе – өф итеп кенә торҙолар: ниндәй кейемгә күҙе төшһә, шуны алдылар, ниндәй ризыҡ теләһә, шуны ашаттылар.

Ҡыҙыҡай ете йәшенә еткәнсе әтеһе-инәһенең, абзыйҙарының ғына түгел, бүтәндәр ҙә уға йәлләп ҡарауҙарын күрмәне. Дөрөҫөрәге, аңламаны ҡыҙ бала. Күрше-күлән балалары менән кинәнеп уйнаны иптәштәре ни эшләһә, Нәфисә уларҙы ҡабатланы: тегеләр һикерһә, ул да һикерҙе; йүгерһәләр, ҡыҙыҡай ҙа йүгерергә тырышты. Ҡышын сана шыуҙы, йәйге көндәрҙә һыу инде. Иптәштәре кимәлендә булмаһа ла, бигерәк тә йүгереү-һикереүҙә күпкә ҡалышһа ла, иҫе китмәне – уң аяғы һулынан ҡыҫҡараҡ икәнен төшөнмәй ине әле. Мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе йылда беренсе синыфҡа уҡырға төшкәнсе шулай үҙенең ғәриплеген белмәне.

– Йүгермә, һикермә, һинең бер аяғың ҡыҫҡа бит. Ғәрип икәнеңде иҫеңдән сығарма! Йығылырһың да берәй ереңде һындырырһың, беҙгә бәлә булырһың! Иптәштәреңә ҡарап ҡына ултыр! – тине уҡытыусы, синыфташтарының артынан эйәрергә ынтылған ҡыҙыҡайҙың ҡулдарынан ҡаты тотоп.

– Мин ниңә ғәрип булайым? – Нәфисә сикһеҙ ғәжәпләнде.

– Инәйеңдән һора, ниңә бер аяғыңды ҡыҫҡа итеп тапҡан? – Уҡытыусы, тупаҫ тауышы менән ҡыҙыҡайҙы ҡурҡытып, ҡырын-мырын ҡараны.

Нәфисә өйгә ҡайтыу менән инәһенә һорау бирҙе:

– Ниңә мине ғәрип итеп таптың?

Ғәҙилә шундай һорауҙы ҡасан булһа ла ишетерен һағайып көтә ине, аптыраманы. Ҡыҙына ниндәй яуап ҡайтарырға ла, ҡайһылайыраҡ аңлатырға ла уйлап ҡуйғайны.

– Һин – Аллаһ Тәғәләнең яратҡан балаһы. Аллаһ Тәғәлә яратҡан кешеһенә һынау бирә. Һынауҙы нисек үткәреүен күҙәтә – сабырмы әллә сабырһыҙмы уның был бәндәһе... Ә һынауҙар мең-мең төрлө, һәр әҙәм уны төрлөсә ҡабул итә, төрлөсә үткәрә: кемдер иңенә һалынған һынауҙы күтәрә алмай һына; ә кемдер бирешмәй сабыр итә, ауырлыҡтарҙы еңә. Хоҙай Тәғәлә һынауҙа һынатмағандарҙы ярата. Хоҙай ғүмер биргән икән – изге ғәмәлдәр генә ҡылып, кешеләрҙең рәхмәтен генә алып йәшәргә кәрәк. Тормош юлыңда кәмһетергә теләгән әтрәгәләмдәр ҙә осрар. Кәмһенмә. Хатта уларға асыуланма күңеле зәғифтәр генә әҙәм кәмһетеп ләззәтләнә, шатлыҡ таба. Гөлнәфисәм, һине мин дә, әтейең дә яратабыҙ. Зиннәтулла менән Хисмәтулла абзыйҙарың да, барса туған-тыумаса, күрше-күлән өҙөлөп тора. Был – ифрат ҙур бәхет, балам.

...Бишенсе синыфта уҡығанда Нәфисә, йәнә бик көйөнөп, инәһенә сер систе:

Мине бейеү түңәрәгенә алманылар. «Эшкинмәйһең!» тинеләр. Ә минең һәләк бейейһем килә.

– Һин былай ит, ҡыҙым: аулаҡта, кеше юҡта, бейе. Патефон уйната беләһең, бейеү көйҙәре яҙылған пластинкалар бар – әйҙә, рәхәтләнеп бейе лә бейе. Аҙаҡ әтейең менән миңә бейеп күрһәтерһең, йәме.

– Ярар, – тигән булды ҡыҙыҡай, бер үҙе бейеп йөрөрөн күҙ алдына килтерә алмаһа ла.

Инәһенең нәсихәттәрен күңеленә һеңдергән Нәфисә шулай ҙа һирәк-һаяҡ бейей башланы. Тәүҙә иҫенә төшкәндә генә бейеһә, һуңғараҡ ифрат мауыҡты – хатта үҙенә ҡулай төрлө хәрәкәттәр уйлап тапты, көйҙәр ҙә сығарҙы. Сәхнәлә сығыш яһаған Нәфисәне клубтағы халыҡ «Афарин!» ҡысҡырып, ҡул саба, тип күҙ алдына килтерә лә күңеле булғансы, танһығы ҡанғансы, аяҡтары талғансы бейей. «Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара» тигәндәре дөрөҫ – ошо ҡәҙәре төрлө-төрлө хәрәкәттәрҙең файҙаһы тейҙе: ул һынын тура тотоп атланы, һылтыҡлауы кәмене. Бейеү, үҙенсәлекле күнегеүҙәр, физкультура булды, шай.

Оло абзыйы Зиннәтулла бер көндө:

– Китап уҡы. Китап – һинең кәңәшсең дә, серҙәшең дә булыр, – тине.

Нәфисә китапты күп уҡыны. Уҡыған әҫәрҙәре уны яҡты хыялға батырҙы, хис-тойғоларын байытты, маҡсатҡа ынтылдырҙы. Үҫмер ҡорона еткән ҡыҙ сатанлығын да онотто.

Әммә... ғүмер ағышы гел аллы-гөллө генә үтмәй шул. Унынсы синыфта уҡыған сағында ул ауыр, ифрат ғазаплы һынауға тағы тарыны...

Ҡарамалы ауылына, «Алға» колхозына яңы хужа ҡуйғайнылар. Ситтән килгән колхоз рәйесе оҫолло ойоштороусы, егәрле етәксе икән: С. районының артта һөйрәлеүсе хужалығын тиҙ арала алға сығарған, тип маҡтанылар.

Ошо рәйестең Данияс исемле улы ла унынсы синыф уҡыусыһы ине. Нәфисә уның сибәрлегенә, ыҫпайлығына, кеше менән ипле һөйләшеүенә тиҙ үк иғтибар итте. Синыфта берҙән-бер отличница Нәфисә Байғужина ине хәҙер икәү булдылар: Даянов Данияс та гел «бишле»гә уҡыны.

Даниясҡа күп ҡыҙҙар башкөлләй ғашиҡ булды. Ғашиҡ ҡыҙҙар араһында Нәфисә лә бар. Әммә мөхәббәт уға шатлыҡтар килтермәне. Күптәр тәүге һөйөүҙән күктең етенсе ҡатында йөрөһә, Нәфисә ҡара ҡайғыға ҡалды. Хәсрәте бигерәк тәрән ине – үҙенең сатанлығын иҫкә төшөрҙө. Даниястың күҙенә салынмаҫҡа, иғтибарын йәлеп итмәҫкә бөтөн тырышлығын һалды.

Даниясҡа ла ҡара күҙле, аҡыллы ҡарашлы, һапалы ҡараҡай ифрат оҡшай ине. Ҡыҙҙың үҙенә ҡарата ҡырыҫ булыуы ҡыйын.

Мөхәббәтте кеше күҙенән йәшереү мөмкин түгел: синыфташтар, бигерәк тә ҡыҙҙар, үҙ-ара бышылдаша, мәғәнәле ҡараша... Ә бер көндө таҡтаға таҡмаҡ яҙылғайны:

Гөлнәфисә... Нәфисә...

Нәфисә – минең бисә...

Тәнәфестән кергән ҡыҙ, яҙыуҙы күргәс, шаңҡыны. Тынһыҙ ҡалып, бер аҙ ҡарап торҙо ла түгелеп илап ебәрҙе.

Ул арала Данияс, уҡытыусылары Зәлифә Зариповна килеп керҙе. Класс тып-тын. Нәфисәнең әсенеп ил ауы асығыраҡ ишетелде.

Уҡытыусы яҙыуҙы уҡыны ла:

– Кем дежурный? Таҡтаны һөртөгөҙ, – тине тыныс, хатта битараф ҡиәфәттә. Шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Минең хәтеремдә шундай мәғлүмәт һаҡлана: «бисә» һүҙен ғәрәптәр «биче» ти. Боронғо ғәрәптәр бай ҡатламдың ифрат абруйлы, дәрәжәле ҡатын-ҡыҙ затын «биче», йәғни «бисә» тин ололоҡлаған.

...Нәфисә, яҙыуынан танып, кемдең этлеге икәнен тиҙ төшөндө: Дәғлиәнең эше. Һылыулығына маһая: оҙон ботло, буй-һыны һомғол тәкәббер ҡыҙ ҙа Даниясҡа ғашиҡ. Әммә Данияс ниңәлер уға иғтибар итмәй. Дәғлиә шуға шашына. Егеттең күңеле Нәфисәлә икәнен һәйбәт һиҙә. Дәғлиәнең аҫтыртын алышын Нәфисә генә түгел, бөтөн синыфташтар аңлап, күреп йөрөй. «Аҡһаҡ ҡарға» тигән ҡушамат тағыуына ла Нәфисә өндәшмәне, түҙҙе, кәмһетеүҙе үткәреп ебәрҙе. «Аҡһаҡ ҡарға» тип Дәғлиәнән башҡа бүтән берәү ҙә әйтмәне – ҡушамат тиҙ онотолдо.

...Сығарылыш кисәһендә Данияс ҡыйыуланды Нәфисә эргәһенән китмәне. Сикәләре алһыуланған, ҡара күҙҙәре нурланған ҡыҙ ҙа унан ситләшмәне – хатта тансаға төштө. Тик әлеге Дәғлиәнең күҙәтеүен, аҫтан ҡарап, ирендәрен ҡыйшайтыуын күргәс, кәйефе китте. Күңеле кителгән Нәфисә, яйын тура килтереп, әкрен генә ишеккә йүнәлде. Әммә Данияс уның сығып киткәнен күреп өлгөрҙө, урамға уҡтай атылды. Нәфисәне ҡыуып еткәс, ҡабаланып һүҙ башланы:

– Мин иртәгә Мәскәүгә китәм. МДУ-ла уҡырға теләйем. Барып төшкәс, морон төртөргә туғаным бар унда. Әтейемдең бер туған һеңлеһе йәшәй. Ә һинең пландарың ниндәй? – тип һораны.

– Мин Башҡорт дәүләт университетына барасаҡмын.

– Тимәк, икебеҙ ике тарафҡа юлланабыҙ икән... Нәфисә, әйҙә Мәскәүгә бергә китәйек. Яҡшы уҡының – күңелең тартҡан факультетҡа уҡырға керерһең.

– Үҙең әйтмешләй, минең дә Өфөлә морон төртөргә бер туған Хисмәтулла абзыйым менән Зөлфирә еңгәм йәшәй. «Ятаҡта түгел, үҙебеҙҙә торорһоң» тип көтәләр. Ярай, Данияс, һиңә уңыштар теләйем. – Нәфисә ҡапҡаға табан атланы.

– Туҡта, Нәфисә! Әйт әле, ниңә шул ҡәҙәре ҡырыҫһың? Мин һине бик яратам. Тәүләп күргәс тә йөрәгемде яуланың. Ә һин минән екһенәһең, үҙең менән һөйләшеп тә булмай бит. Исмаһам, хәҙер иркенләп һөйләшәйек. Мәскәү менән Өфө араһы алыҫ түгел дә – самолеттар осоп тора, поездар йөрөп тора. Хатлашырбыҙ, осрашырбыҙ. – Егет, ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп, үҙенә тартты. Бигерәк оялсанһың! Үҙеңде кәмһетмә...

Данияс аңғармай ҙа ҡалды, Нәфисә ҡулдарын ҡапыл тартып алды ла уның күкрәгенә төртөп ебәрҙе. Егет сайҡалды, саҡ йығылманы. Ни әйтергә лә белмәне: ауыртыныуҙан түгел, көтөлмәгәнлектән ифрат ҡаушағайны. Иҫенә килгәндә Нәфисә ҡапҡаны бикләргә өлгөрҙө, өйөнә кереп тә китте.

Ҡыҙҙың бындай ҡылығы «үҙеңде кәмһетмә» тигән һүҙгә ғәрләнеүҙән икәнен Данияс аңламаны. Бер генә уй йөрәгенә уҡ һымаҡ ҡаҙалды: «Мине бер ҙә оҡшатмай икән...»

Намыҫланған егет, күкрәген кирә биреп, артабан атланы...

4

Шул ваҡиғанан һуң улар бер мәртәбә лә осрашманы. Данияс Мәскәүгә китте, Нәфисә Өфөгә йүнәлде. Бер нисә йылдан Даниястың әтеһен икенсе райондың артта һөйрәлгән колхозына рәйес итеп күсерҙеләр. «Алға» колхозын һиҙелерлек алға ебәрергә өлгөргәйне ул. Ҡарамалы ауылы халҡы егәрле Даяновты һаман хөрмәтләп хәтерләй.

Нәфисә Башҡорт дәүләт университетында уҡый башланы. Даниястан хат-хәбәр көттө лә, көтмәне лә. Күпмелер ваҡыттан бөтөнләй төңөлдө: үҙ баһаһын төшөрөп, бер аҡһаҡ ҡыҙҙы эҙләмәҫ инде ул. Әллә ниндәй сибәрҙәр сат йәбешкәндер әле. Үкенесе башынан ашҡайны: үҙенең ҡырағайҙарса ҡыланғаны иҫенә төшкән һайын йөрәге әрнене, күҙҙәре йәшләнде.

...Ә шулай ҙа йәшлек үҙенекен итә. Һуңғы курста уҡығанда Филүс исемле егет Нәфисә артынан үтә әүҙем йөрөй башлағайны. Ҡыҙ, күңеле тартмаһа ла, унан ситләшмәне. Нәфисә тәүге хатаһын ҡабатламаҫҡа тырышты. «Ғүмер ҡайһылай тиҙ үтә икән – оҙаҡламай университет та тамамлайым. Миңә лә оя ҡорорға, балалар үҫтерергә кәрәк. Филүсте яратмаһам ни... Өйрәнермен, эҫенермен. Эшкә тыуған ауылыма ҡайтам. Яратыуы ысын булһа, Филүс тә Ҡарамалыны һайлар» – уйланы-уйланы ла шундай һығымта яһаны. Моғайын, ошо арала курсташтарының өйләнешеүҙәре, гөрләтеп туйҙар үткәреүҙәре лә ғаилә хаҡындағы хыялға тарытҡандыр. Киноға барҙылар, спектаклдәргә йөрөнөләр, китапханаларҙа ултырҙылар.

Ҡатын-ҡыҙ байрамы 8 Мартта, Филүс, Нәфисәнең ай-вайына ҡарамай, Ҡарамалы ауылына, буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән танышырға килде.

– Етеш йәшәйһегеҙ, – тине Филүс, өйҙө, ҡаралты-маҙарҙы, мал-тыуарҙы ҡарағас. Үҙен иркен, хатта хужаларса тотто.

Байрам да булғас, ҡунаҡ та килгәс, өҫтәл һыйҙан һығылып торҙо. Филүсте ихлас һыйланылар. Ғәзиз ҡарт, Нәфисәнең әтеһе, мөлдөрәмә хәмер тултырылған рүмкәне ҡунаҡтың алдына йыш ҡуйҙы. Филүс менән Зиннәтулла тәмәке тартырға ихатаға сыҡҡан арала, Нәфисә, әтеһен тыйырға тырышып, һүҙ башланы:

– Ниңә ғүмерҙә ҡыланмағаныңды... иҫерттең бит, – тине.

Ғәзиз ҡарт хәйләкәр йылмайҙы:

– «Йәшел йылан»ды яратҡанын яҡшы күрҙек. Хәҙер айныҡ сағында ни уйлағанын да ишетербеҙ... «Айныҡтың уйы – башында, иҫеректең – телендә» тип, тиктәҫкә әйтмәйҙәр.

...Нәфисәнең Өфөнән килгән Хисмәтулла ағаһы:

– Аҙаҡҡы тосты ҡунағыбыҙ әйтһен! – тине.

Шул һүҙҙе күптән көткән кеүек, егет урынынан һикереп торҙо, күркәләй ҡабарынып, хәбәр һөйләргә тотондо:

– Беҙгә бәхет теләгеҙ! Май байрамына Нәфисәне минекеләр менән таныштырам. Диплом алмаҫ борон, әллә ҡайһы яҡтарға, әллә ниндәй төпкөлгә йүнәлтмә бирмәҫ элек, өйләнешеп, Өфөлә ҡалырға кәрәк. Яҙыу-һыҙыуға маһирлығым бар – мына Хисмәтулла Ғәзизович үҙенең янына, редакцияға урынлаштырыр. Ошонда ултырыусыларҙың барыһын да туйға саҡырырбыҙ. Туй Өфө ресторанында үтер. Шулай бит, Нәфисә? Мин Нәфисәне яратам – ғәрип булһа ла, әбизәтельнә өйләнәм! Уның зәғифлеге миңә ҡулай: самаһыҙ матурҙар уртаҡ була – уныһын яҡшы беләм... Нәфисә миңә тоғролоҡ һаҡлар. Йәгеҙ, тамсыһын да ҡалдырмай, эсеп ҡуяйыҡ!

Бер-береһенә мәғәнәле ҡарашҡан табындаштар тиҙ таралышты.

Нәфисә иламаны: йөрәгенә мең уҡ ҡаҙалһа ла, һыр бирмәне.

Ә икенсе көндө йоҡонан төш еткәс кенә уянған егетте буйтым һыйланылар – ҡаҙылыҡтар ашатып, һөҙлөклө һурпа эсереп, автобус туҡталышына оҙатып ҡуйҙылар.

Автобус ҡуҙғалыр алдынан Ғәзиз ҡарт Филүсте ситкәрәк алып китте лә ныҡлы ҡарарын әйтте:

– Биғәйбә, егет, ҡыҙыбыҙҙы күңеле зәғиф бәндәгә бирер өсөн үҫтермәнек! Үҙ тиңеңде табырһың әле. Кем бик тырышып эҙләй – мотлаҡ таба.

Бындай хәбәрҙе һис көтмәгән, үҙен ошо ғаиләнең ағзаһы итеп иҫәпләргә өлгөргән Филүс кинәт еүеш тауыҡ ҡиәфәтенә керҙе, яҡлау эҙләп, мөлдөрәп Нәфисәгә күҙ төшөрҙө.

Ҡыҙ өндәшмәне, ситкә ҡараны...

5

...Нәфисә ғүмер буйы тыуған ауылы Ҡарамалының урта мәктәбендә уҡытты. Уҡыу-уҡытыу бүлегенең директор урынбаҫары, унан директор йөгөн иңенә һалды. Яҡшы эшләне – ҙур, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Уны уҡыусылар ҙа, ауылдаштары ла хөрмәт итте. Муйындан тынғыһыҙ хеҙмәткә сумған Нәфисә Ғәзиз ҡыҙы Байғужина мәктәптә егерме йылдан артыҡ эшләгәнен һиҙмәне лә.

Бер көндө Мәүсилә еңгәһе уйынлы-ысынлы әйтеп һалды:

– Бикәсем, мәктәп уҡыусыларына албырғайһың... Ҡартайғанда таяныс кәрәк. Пенсияға сыҡмаҫ борон, әллә берәй ҡыҙ алып үҫтерәһеңме?

– Ҡалай итеп? – Нәфисә, аптырап, еңгәһенә текәлде.

Үҙ ғүмеремдә абзыйың менән биш балаға ғүмер бирҙек. Шөкөр, гонаһҡа батманым – бәпестәремдең береһен дә әрәм итмәнем. Етәү булһа, етеһен дә, унау булһа, уныһын да табыр инем. Хоҙай биште генә бирҙе. Ярай, быларҙы үҙең дә беләһең. Ҡыҫҡаһы, көсөң барҙа, әллә тәүәккәлләйһеңме?

– Пенсияға ҡәҙәр ун йыл эшләргә кәрәк бит әле. Уны нисек үҫтерермен?

– Үҫтерербеҙ! Хаҡлы ялдамын бит – эшкә киткәндә миңә ҡалдырырһың. Беҙҙең балалар үҫеп бөттө – күмәгебеҙ бер бәпесте үҫтерербеҙ әле.

Ошо һөйләшеүҙән һуң Мәүсилә еңгәһенең һүҙен гел иҫкә төшөрҙө. Уйланды, самаланы ла йәйге отпускыһында Өфөгә юлланды.

Зөлфирә еңгәһе балалар йортонда эшләй – быйыл пенсияға сығасаҡ. Тәжрибәле табиптың кәңәше лә арыу булыр.

Әммә Зөлфирә еңгәһе менән Хисмәтулла абзыһы уның был ниәтенә ҡырҡа ҡаршы төштө.

– Донъялар ҡайһылай боларҙы – колхоз-совхоздарҙы талайҙар, тараталар, завод-фабрикалар ябыла, ул дефолт шаңҡытты. Пенсия, хеҙмәт хаҡы ваҡытында бирелмәй. Ана, ни ҡәҙәре ас эт менән бесәй урам ҡыҙыра – хужалары, туйҙыра алмағас, сығарып ебәрә. Тапҡанһың етем бала аҫрар ваҡыт. Ауыр йөк булыр кеше балаһын үҫтереү! – Хисмәтулла ни өсөндөр хәбәрен кинәт өҙҙө.

– Беләһеңме, бикәсем, сабыйҙар йорто ташландыҡтар менән тулды – эшләүе ифрат ҡыйынлашты. Тәрбиәселәр етешмәй – аҙ ғына хеҙмәт хаҡын да ваҡытында алмағас, тәрбиәселәр, табиптар эштән китә. Күптәр баҙар юлын тапай: бер урындан алып, икенсе урында ҡиммәтерәк итеп әйбер һаталар.

Беҙ, балалар йортонда эшләүселәр, бахырҡайҙарҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе, әлбиттә, кире бормаҫҡа тырышабыҙ. Әммә һиңә был аҙымды яһамаҫҡа кәңәш итәм. Ҡайһы берәүҙәр, бала ала ла ҡарарға ҡыйын икәнен аңлағас, кире килтерә, – Зөлфирә ханым Нәфисәнең күҙҙәренә текләне.

– Ә мин килтермәм!

– Эшеңде, мәктәбеңде ташлайһыңмы?

– Юҡ, эшемде ҡалдырһам, баланы нисек ҡарармын. Мәүсилә еңгәм әйтә...

– Ул әйтер... Биш балаһын ҡәйнәм, һинең инәйең, ҡарашты. Тапты ла ҡәйнә ҡулына тотторҙо. Анһат. Хәҙер ҡарттарыбыҙ баҡыйлыҡта, – Зөлфирә, һүҙен дөрөҫләтергә теләп, иренә күҙ төшөрҙө.

– Ҡыҫылмайыҡ әле. Нәфисә үҙе белә. Иртәгә һинең менән барһын, балаларҙы күрһен – үҙе хәл итер. – Хисмәтулла сетерекле хәбәргә кинәт нөктә ҡуйҙы.

Икенсе көндө Зөлфирә менән Нәфисә балалар йортона йүнәлде. Зөлфирәнең ниндәйҙер йомошо бар ине – тәүҙә имсәк балалар бүлегенә һуғылдылар. Аҡ халат кейеп, аяҡ кейемдәрен алыштырып, күмәк балалар зыуылдап илашҡан бүлмәгә керҙеләр. Зөлфирә үҙе кеүек мөләйем ханым менән ни хаҡындалыр һөйләшкән арала, Нәфисә унлаған баланы ҡарарға өлгөрҙө. Бына иламай ғына ятҡаны Нәфисәне күргәс, «мине күтәр, ҡулыңа ал!» тигәндәй, ҡалҡынып ҡуйҙы. Сабый шул ҡәҙәре ымһынды – бөтә күкрәге менән алға ынтылды. Нәфисә уға иғтибар менән текәлде: балаҡайҙың күҙ ҡарашында бөткөһөҙ тилмереү, ғазап, һары һағыш мөлдөрәмә тулы. Сабыйҙыҡы түгел, ә күпте күргән, күпте кисергән оло кешенең ҡарашы, тиерһең...

– Был балаға нисә ай? – тип һораны.

– Биш ай тулды, – тине Зөлфирәнең әхирәте.

– Биш кенә айлыҡ бәпес шулай ҡайғыра беләме икән?.. – Нәфисәнең тамағына төйөр тығылды. – Еңгә, ошо ҡыҙыҡайҙы алам!

– Аһ-аһ... Ҡабаланма, тәүҙә ҡара. Имсәк бала һиңә нимәгә? Йүгереп йөрөгәндәре лә етерлек. Биш айлыҡты түгел, биш йәшлекте һайла.

Миңә ошо сабый кәрәк! Инәкәйе уны тапҡанда үлдеме? – Нәфисә бәпестән күҙҙәрен алманы.

– Үлмәне – шаҡшы ҡатын балаһын ташлап ҡасты! – Зөлфирәнең әхирәте асыуын баҫа алманы, ярһып яуап бирҙе.

– Йөрәкәсеңде нисек ташларға мөмкин?!. – Нәфисәнең нәфрәте сиктән ашты, хатта ағарынып китте.

– Бикәсем, был бәхетһеҙ йән сирле бит... Әйҙә, балалар йортона барайыҡ әле. Шалҡандай ныҡ бала һайла! Зөлфирә Нәфисәне өгөтләүен белде.

– Еңгә, сире ниҙә?

Зөлфирә әхирәтенә ҡараны. Шәфҡәт туташы, Нәфисә һәйбәт төшөнһөн, тинеме, һәлмәк кенә һөйләргә кереште:

– Гипоксия менән тыуҙы. Бала организмында кислород аҙ булыу сәбәпле ошо хәстә хасил була. Гипоксия ике төрлө: береһе инә ҡарынында саҡта уҡ барлыҡҡа килә. Шәкәр диабеты, биҙҙәрҙең боҙолоуы, аҙ ҡанлылыҡ, тын юлдары ауырыуы менән ыҙаланған ҡатындар ошондай сиргә дусар булған бала таба.

Гипоксияның икенсе төрө баланы бик ауырлыҡ менән тапҡанда барлыҡҡа килә. Йә баланың муйынына кендеге урала.

Был бахырҡайҙың инәһе, ауырлы икәнен һиҙҙермәҫ өсөн, көнө-сәғәте еткәнсе билен ҡыҫып быуып йөрөгән. Тулғаҡлай башлағас, табиптар систе. Ошолар ҙа кире йоғонто яһаған: был баланың да кендеге муйынына уралғайны. Бахырҡай, тыуғас та, күпмелер иламаны. Тын алдырыр өсөн табип күп көс һалды.

– Нәфисә, бәпәйҙе сисендерәм, һин ҡарап тор, – шәфҡәт туташы йүргәктәрҙе тағатты.

Баланың ҡул-аяҡтары ҡалтырай ине, осаһынан биленә тиклем күм-күк. Сабый шарылдап иларға тотондо. Шаңҡыған Нәфисә иҫенә килде:

– Уны һауыҡтырып буламы? – тип һораны.

– Була! Әммә ни ҡәҙәре дауаларға, ни ҡәҙәре тәрбиәләргә кәрәк! – Шәфҡәт туташы, һүҙен йөпләтергә теләп, Зөлфирәгә текәлде.

– Бикәсем, хаҡлы ялға сығырға йәнә ун йыл тир түгергә кәрәк әле һиңә – онотма: иңеңдә мәктәп йөгө.

– Математик егетебеҙ бар – икенсе йыл эшләй. Отҡор ғына ул, урыныма уны ҡуйырбыҙ, үҙем юллармын! Нәфисә план һыҙырға ла өлгөрҙө.

– И-и-и, бигерәк иркә үҫкән бит – үҙ һүҙле. – Зөлфирә үпкәләне.

Квартираға ҡайтып, барыһын да һөйләгәс, пландарҙы асып һалғас, Хисмәтулла һис уйламағанда, тәүгеһенә ҡапма-ҡаршы булған фекерен әйтте:

– Нәфисә, ниәттәрең изге. Бәләгә тарыған бәләкәсте аяҡҡа баҫтыр, бәхетле ит. Иғтибарҙан, ярҙамдан ташламабыҙ. Зөлфирә еңгәң ғүмер буйы балалар йортонда эшләне – тәжрибәһе ҙур. Аҙна һайын Ҡарамалыға ҡайтырбыҙ, шулаймы, кәләш?

Зөлфирә, ризалығын белдереп, һүлпән генә баш һелкте:

– Заманаһы ниндәй – донъя боларҙы. Бөтә нәмә дефицит. Кәрәкле дарыуҙар, уколдар табышырбыҙ. Медпунктығыҙҙа егәрле шәфҡәт туташы – Флүзәне әйтәм. Мин уны бик хөрмәт итәм – бөтә табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла Флүзә кеүек изгелекле, егәрле булһа ине.

...Рәсми документтар менән дә ҡыйынлыҡ булманы. Зөлфирәнең балалар йортонда эшләүе арҡаһында бөтәһе лә тиҙ ҙә, мәшәҡәтһеҙ ҙә хәл ителде.

– Еңгә, мине бер нәмә борсой: баланың инәһе килеп эҙләп йөрөһә? Беҙҙе тапһа, сабыйҙы үҙенә алырға тырышһа? Ул ҡатын ҡайҙа йәшәй?

Зөлфирә архив өсөн әҙерләнгән ҡағыҙҙарҙы ҡараны:

– Бәпестең биологик инәһе Ҡ. районының Сыңғыҙ ауылынан. Миҙхәтова Мәүә Мөсәфәровна. Ҡыҫҡаһы МММ! Егерме ете йәштә. Тәүге балаһы. Хәтереңә һеңдер ҙә бер кемгә лә был мәғлүмәттәрҙе һөйләмә! Биологик инәһе хаҡында хатта ҡыҙ бала белмәһен! Шулай яҡшы булыр. Мөрәүәтһеҙ бисә, Мәүәне әйтәм, биш ай буйына бер килеп күренмәне, бер шылтыратып сабыйының хәлен белешмәне. Тимәк, тәүбәгә килмәгән – ҡыҙын алырға уйында ла юҡ. Тыныс бул – уллыҡҡа бирелгән балалар хаҡында бер кемгә лә мәғлүмәт бирелмәй. Хатта әтеһе менән инәһенә лә.

Сабыйҙың сире тураһында ла Флүзә, ҡайнағам менән килендәшем генә белһен. Был донъяның кеме юҡ – ҡыҙыҡай үҫкәс, сире хаҡында иҫкә төшөрөп, рәнйетеүселәр ҙә табылмаҫ, тимә.

6

Нәфисәнең бәпес күтәреп ҡайтыуын Ҡарамалы халҡы төрлөсә фараз ҡылды: берәүҙәр «дөрөҫ эшләгән» тиһә, икенселәр «ҡартайғанда тыртайған – үҙе зәғиф. Ул ташландыҡты нисек үҫтерер икән?» тип аҡыл һатты.

Ә Нәфисәнең бер хәбәргә лә иҫе китмәне. Хәҙер уның хәстәре муйындан: баланы ҡарарға, яңы уҡыу йылы башланғансы мәктәпкә директор юлларға кәрәк. Нәфисә дәртләнеп бөтә мәшәҡәттәрҙе йырып сығырға өлгөрҙө: математик егетте директор итеп тәғәйенләнеләр. Нәфисә дәрестәрҙе әҙ алды – бәпесте тәрбиәләргә ваҡыт күп кәрәк. Тәжрибәһеҙ бикәсенә Мәүсилә ихлас ярҙамлашты, Нәфисә мәктәптә саҡта бәләкәс янынан китмәне тиерлек. Зиннәтулла ҡарсығының уң ҡулы булды – әллә бәпес танһыҡлаған, әллә йәлләй – бишек янында һаҡта торған һалдаттан былайыраҡ уяу торҙо.

– Исемегеҙ оҡшаш булһын – балаҡайға Вәрисә тип исем ҡушайыҡ. Нәфисә Вәрисә: шәп бит! Әтеһенең исеме Нәфис булыр. Байғужина Вәрисә Нәфисовна – дан бит! – тине Зиннәтулла, ифрат шатланып.

– Нисек инде, Нәфисовна?!. – Нәфисә, ғәжәпләнеп, берсә абзыйына, берсә еңгәһенә ҡараны.

– Зиннәтуллаға үпкәләмә: ҡушмаһаң да, бушты һөйләргә әҙер икәнен беләһең дә. – Мәүсилә, рыяһыҙ йылмайып, хәләл ефетенең иңбашынан ҡағып ҡуйҙы.

– Бер ҙә буш һүҙ түгел: Нәфис тигән ир-ат исеме беҙҙең яҡтарҙа осрамай – шуға һеҙгә ирмәк. Мына тыңлағыҙ әле: Рәмил – Рәмилә, Фәнил – Фәнилә, Хәким – Хәкимә, Нәфис – Нәфисә...

– Йә, етте, аңлашылды. Бикәс, ни әйтерһең?

– Һәйбәт фекер. Миңә оҡшай, – тип йылмайҙы Нәфисә.

– Ишеттеңме, кәләш, минең туғаным үҙе инәй, үҙе әтей булды! – Зиннәтулла, шатлығын йәшермәй, ҡатынына тантаналы ҡараш ташланы.

– Тыуған йылын, көнөн документта теркәлгәнсә яҙҙырам: 1992 йылдың 8 мартында донъяға килгән. Байрам көндө тыуған. Миңә Хоҙай биргән бүләк!

Шулай итеп, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡҡа кәрәкле мәғлүмәттәр әҙер булды.

...Зөлфирәнең алдан иҫкәртеүе бик яраны: Нәфисә, ҡыйынлыҡтарҙы алдан белгәс, һис ауырһынманы – еңгәһе ниҙәр өйрәткән – бөтәһен дә үтәне. Бәпесте айырым бүлмәгә урынлаштырҙы, тыныслыҡ һаҡланы. Сифатлы, витаминдарға бай тәбиғи ризыҡтар менән генә туҡландырҙы

Ҡыҙыҡай һыу индергәнде яратмай – ярһып иларға тотона. Гипоксия менән сирләгән сабыйҙарҙың бындай халәте хаҡында ла Зөлфирә иҫкәрткәйне. Нәфисә шуға ла борсолманы, ҡурҡманы – матур һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, әкрен генә көйләй-көйләй, барыбер яҡшылап йыуындыра, һуңғараҡ балаҡай аҡырмай башланы.

Кәрәкле дарыуҙарға, уколдарға ҡытлыҡ булманы Зөлфирә еңгәһе, кәрәкле нәмәләрҙе табып, килтереп торҙо. Флүзә Вәрисәнең һаулығын йыш тикшерҙе.

Иң мөһиме массажды махсус алым-күнекмәләр менән дөрөҫ яһарға кәрәк. Нәфисә массажды белгес кимәлендә яһарға өйрәнде, һис йыбанмай, сәғәт һайын ҡыҙыҡайҙың арҡаһын һыланы, ҡулдарын ыуҙы, аяҡтарын ышҡыны.

Гел генә Флүҙәне мәшәҡәтләмәҫ өсөн, уколдарҙы ла үҙе эшләне.

Нәфисә ҡыҙыҡайҙы урамда, баҡсала йөрөттө, йәй көндәрендә һыу буйҙарына алып барҙы. Мал-тыуарға иҫе киткәс, бәләкәй генә көсөк аҫрарға тотондо. Тештәре сыға башлағас, махсус дүңгәләктәр тотторҙо.

Баланы яратһаң – мөғжизә тыуа икән.

Нәфисәнең шул ҡәҙәре тырышып тәрбиәләүе үҙенекен итте: Вәрисәнең мускулдары нығынды. Йәш тулыуға шыуышты – йәш ярымда атланы. Ике йәшендә үҙ аллы ашай, һәйбәт һөйләшә ине. Осаһынан биленә тиклемге күктәр һиҙелерлек кәмене. «Әллә үлә, әллә ҡала» тигән сирле баланың көндән-көн шәбәйеүенә Нәфисә шатланып бөтә алмай.

– Сабыйҙар йортонда ул мындай тәрбиәне мәңге күрмәҫ ине – үлер ине, – ти Мәүсилә еңгәһе.

– Радионан йыр ишетһә, ҡушылып көйләгән була, тип көлә Нәфисә.

Шулай ҙа ул Вәрисәнең бер ғәҙәтен, ҡайһы саҡта тиктомалға илауын, Нәфисә аңламаны:

– Әллә ҡарынында кендеге тоташҡан инәһен, биологик инәһен, һағына микән? – тип ҡурҡты.

– Хафаланма, илаҡлығы ла яйлап бөтөр. Әүрәтергә, кинәндерергә берәй уйын уйлап тап. Нимәгә нығыраҡ албырғаһа, шуны йышыраҡ эшлә.

Күп уйланы Нәфисә – арыу ғына уйын уйлап таба алманы. Бер кистә Вәрисә көйһөҙләнә башлағас, ни менән уның кәйефен күтәрергә белмәгән Нәфисә, үҙе лә һиҙмәҫтән, бейергә тотондо. Бәй, әле генә шәмәреп йәш түккән Вәрисә йылмая-көлә, сәпәкәй итеп ултырмаһынмы!.. Нәфисәнең тәүҙә иҫе китте – шунан ихласлап бейергә тотондо. Онотҡан бейеү хәрәкәттәрен хәтеренә төшөрә-төшөрә бейей-бейей ҙә Вәрисәгә баш эйә. Уныһы кинәнә, сырҡылдап көлә. Нәфисәгә дәрт-дарман өҫтәлә – ҡасандыр үҙе сығарған хәрәкәттәр бер-бер артлы күҙ алдына баҫа.

Шулай итеп, илауға ҡаршы ла дауаһы табылды. Тәүҙә ҡулдарын болғай-болғай, йә ултырған ерендә ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡуйған, йә баҫҡан ерендә тыпырҙаған бала, биш-алты йәшендә инәһенең бейеүҙәрен ифрат оҫта ҡабатланы.

Шулай ҙа Нәфисәгә хафаланырға сәбәп сығып торҙо.

Бер көндө ул Вәрисәнең ике ҡашы араһындағы түңәрәк, бәләкәй генә таптың ҡарая, ҙурая төшөүенә иғтибар итте:

– Сирҙең берәй ғәләмәтелер, мәле еткәс, бөтөр, тиһәм, нығыраҡ беленә лә ул. Нимәкәй икән? – тип Мәүсилә еңгәһенә күрһәтте.

Уныһы көлөп ебәрҙе:

– Миң бит ул! Һине беләлер, тиһәм. Ҡыҙыбыҙ Вәрисә генә түгел, Миңлевәрисә. Боронғолар аҙып китмәһен тип, «миң»де исемгә ҡушҡандар. Аллаһ Тәғәләнең тамғаһы бәхетле булыр.

– Әтеһе һинд милләтенән микән? – Зиннәтулла шаяртҡан була.

– Юҡты һөйләмә! – Мәүсилә уға ҡырын ҡарап ҡуйҙы.

– Бәй, хәҙер Башҡортостанға ниндәй генә сит ил кешеләре килмәй! «Мөхәббәт милләт тикшермәй» тиҙәр бит. – Ирекәй һүҙ көрәштерҙе.

Мәүсилә Нәфисәгә мөлдөрәп ҡараны:

– Бушты һөйләргә абзыйыңа ҡуш ҡына, әллә нимәләр уйлап сығара бит ул – хыялый... Теләһә, яҙыусы булыр ине... Яҙыусылар, булмағанды ла ышандырырлыҡ итеп, алдап яҙа бит.

– Их, һин тәнҡитсе! Ярай, бөттө, бөттө! – Зиннәтулла өфөләр алып килгән аквариумды уңайлыраҡ урынлаштырырға тырышты. – Вәрисә матур балыҡтарға ҡарап, әйҙә, кинәнһен.

7

Үткән ғүмерҙе ағын һыуға тиңләүҙәре дөрөҫ. Вәрисәнең үҫкәнен, буй еткергәнен Нәфисә һиҙмәй ҙә ҡалды. Ғәҙел холоҡло, тәүфиҡлы ҡыҙ үҫтерҙе. Вәрисә егәрле булды, бер мәшәҡәттән, эш-көштән ҡурҡманы: бәйләй, тегенә, бешеренә белде. Ҡатын-ҡыҙ эштәрен генә түгел, ир-атҡа ғына тәғәйен кеүектәрен дә бына тигән атҡарып ҡуя: ҡаҙаҡ ҡаға, үтек, электр сәйнүге, сәғәт кеүек нәмәләрҙе төҙәтеү уға бер ни тормай.

Быйыл Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле, әҙәбиәте һәм журналистика факультетының өсөнсө курсын тамамлаясаҡ.

– Берәй баҫманың штаттан тыш хәбәрсеһе булырмын, – тип дәртләнә. Яҙған мәҡәләләре, очерктары баҫылып тора.

Ифрат матур бейеүе лә Хоҙай биргән һәләттер, һәләттең үҫеүенә, Нәфисә үҙе лә төшөнмәй, ярҙам итте шикелле.

Вәрисә йәйге каникулдарында ауыл йәштәре менән концерттар ойоштора. Ҡарамалы халҡына был ифрат оҡшай – ауыл был ваҡытта бермә-бер йәмләнә лә китә. Төркөм күрше ауылдарға ла бара – ундағылар ҙа «әртистәр»ҙе көтөп тора – клубтары һәр саҡ шығрым тулы була.

Ә был юлы хатта Ҡ. районына сығып киткәйнеләр. Шул райондың Сыңғыҙ ауылында Вәрисәне иптәш ҡыҙы менән Мәүә тигән ҡатынға фатирға төшөргәндәр.

Вәрисә аҙаҡҡы шылтыратыуында ошоларҙы һөйләргә өлгөрҙө:

– «Инәйең кем, әтейең кем?» – тип тәфсирләп һорашты. Биологик инәйемдең мине бала табыу йортонда ташлап китеүен һөйләнем. Бәй, беҙҙең ауылдыҡылар барыһын да белә бит. Әммә ниңә һөйләгән көнгә төштөм. «Үҙеңдең әтей-инәйеңдең исем-шәрифтәрен беләһеңме?» – тип һораны. «Ташлап ҡасҡан ҡатындың исеме әллә Мәүә, әллә Мәрүә», – тим. «Тыуған йылыңды дөрөҫ яҙҙылар микән?» – ти. «1992 йылдың 8 мартында Өфөлә тыуғанмын», – тиеүем булды, ул ағарынып китте, илап ебәрҙе: «Һин бит минең ҡыҙым! Миңең дә бар – минеке лә нәҡ һинеке кеүек. Гипоксия менән тыуғайның – тоторға ла ҡурҡтым... Аяҡ-ҡулдарың дерелдәп тора ине. Әтейеңде, бала үлде, тип алданым. «Мәйетен алып, исем ҡушып, мосолманса ерләйек», – тигәйне, мин: «Үҙҙәре күмә икән – миңә бирмәнеләр», – тинем. Әтейең бер ҡатлы ине, ул ышанды.

Шыңғырлап торған ҡарағайҙан, нигеҙен бейек итептереп, ҙур йорт һалдыҡ. Йортобоҙға ҡот ҡунманы: йыл һайын ауырға ҡалдым: сабыйҙарым йә үле тыуҙы, йә төштө. Шулай алты тапҡыр. Ирем үлгәнгә йыл ярым. Олоғара йортта яңғыҙ ҡалған аҡҡош һымаҡ ҡаңғылдап ғүмер үткәрәм.

Әллә Сыңғыҙҙа ҡалаһыңмы – бар байлыҡты, дан йортто һиңә мираҫ итермен», – ти. Күҙҙәренән йәштәре сөбөрләп тә түгелә.

Инәй, һин бик аҡыллы, бик сабырһың. Ҡайтҡас, тәфсирләберәк тағы һөйләрмен. Борсолма, йыш һөйләшербеҙ, – тине. Әммә телефоны яуап бирмәй...

Ошо һөйләшеүҙе иҫенә төшөргән Нәфисә сикәләрен һыйпаны, янып барған маңлайын һыпырҙы. Күрәһең, аҡ йөҙлө, мөләйем йөҙлө ҡатынҡай уны күптән күҙәткәндер, әкрен генә Нәфисә эргәһенә килде:

– Апай, мына ошо таблетканы йотоғоҙ әле тиҙ тынысландыра ул. Ниҙер һеҙҙе бик хафаландыра шикелле, – тине.

Күңеле тулышҡан Нәфисә, хәсрәтен йәшерә алмай, бөтәһен дә сит кешегә һөйләне лә ҡуйҙы.

Мөләйем ҡатын шым ғына тыңланы. Нәфисә һөйләп бөткәс, бер килке өндәшмәй ултырҙы ла ҡапыл тоҡанып китте:

– Баланы эт тә таба! Әммә эт тиһәң дә... эттең – эте, бесәйҙең – бесәйе, һәр хайуан балаһын ташлап ҡасмай. Хәүефле урындан балаһын елкәһенән һаҡ ҡына тешләп икенсе ергә күсерә. Ҡоштоң ҡошо томшоғо, суҡышы менән балаһына ем ташып ашата.

Ә ҡайһы бер бисәләр эт-ҡоштан, кейек-йыртҡыстан аяуһыҙыраҡ. Был ни хәл: хәшәрәттәр үҙ балаһын сүплеккә күмә, тәҙрәнән ырғыта, кер йыуыу машинаһында өйөрөлөрөп, ыҙалатып үлтерә. Йөрәк аҫтында туғыҙ ай йөрөтөп, асы тулғаҡтар менән ыҙаланып яҡты донъяға тыуҙырған сабыйыңды ни йөрәгең етеп, ғүмерен ҡыйырға, яҙмышын боҙорға мөмкин – башыма һыймай. Ундай хәшәрәттәрҙе, хәлемдән килһә, яҙалатыр инем.

Аллаһы Тәғәлә, мәле еткәс, барыбер ҡоһор ҡайтара. Яуызлыҡ эҙһеҙ үтмәгән – был бисәгә лә тейәрен биргән: бала төҫөн бүтән күрмәгән, сабый һөймәгән. – Ҡатынҡай, бер килке уйланып ултырҙы ла тынысланып, яңынан һүҙ башланы. – Апай, бик борсолмағыҙ әле: миң тигәнең күптәрҙә осрай. Мәүәнең әтеһенең исеме, фамилияһы тура киләме?

– Вәрисәм уның исемен генә белә – ҡалғанын әйтмәгәйнем. Миҙхәтова Мәүә Мәсәфәровна тигән бисә. Ә бит районы, ауылы тап килә! Шуға...

Нәфисә һүҙен һөйләп бөтөргә өлгөрмәне, иңенә аҡ халат ҡаплаған, туфли өҫтөнән махсус тоҡсайсыҡтар – бахилалар кейгән Вәрисә килеп керҙе.

Уны күргәс, Нәфисә урынынан ҡымшана ла, телһеҙ кеше кеүек, бер һүҙ әйтә лә алманы. «Хәҙер... хәҙер... Рәхмәт егерме йыл ҡарағаның өсөн. Кеше балаһы тимәнең. Яныңа килеп йөрөргә тырышырмын, һине лә, үҫкән ауылды ла, буй еткергән, ҡанат нығытҡан йортто ла онотмам, тиәсәк. Вәрисә – аҡыллы ҡыҙ – сетерекле хәлде дөрөҫ хәл итер. Нисек хәл итһә, уныңса булыр...» тигән уйҙар секунд эсендә башынан үтте.

Һомғол буйлы, сибәр ҡыҙ еңел атлап Нәфисә янына ашыҡты, ҡосаҡлап алды. Вәрисә теләр-теләмәҫ кенә ҡосаҡлағандай тойолдо – Нәфисәнең бөтә тәне дерелдәп ҡуйҙы.

– Инәкәйем, нишләп бирештең? Санаторийҙа дауаланырға күпме өгөтләнем – тыңламаның. Әле юл ыңғайы, яйы сыҡҡанда тип, путевкалар һатып алдым. Аҙна-ун көндән сығарырҙар бит? Университетта уҡыуҙар башланғансы, икәүләшеп санаторийҙа булырбыҙ.

– Бәй, ни ерең ауырта?!. – Нәфисә хафаланды.

– Һин дауаланырһың, ә мин яныңда булырмын. Профилактика кәрәк тип, минераль һыу, үлән сәйҙәре эсеп ятырмын әле.

Өсөһө лә йылмайҙы.

Мөләйем ҡатын көтөлмәгән һорау бирҙе:

– Вәрисә һылыу, Мәүәнең исем-шәрифе тулыһынса нисек?

– Инәйемә күрһәтергә тип, яҙып алғайным, хәҙер... Вәрисә сумкаһынан ҡағыҙ киҫәге сығарҙы. – Мәүә тигән апайҙың отчествоһы Мәсәфәровна, фамилияһы – Миҙхә-това.

– Шул... Шул үҙе... Һинең биологик инәйең. – Нәфисә, күгәргән ирендәрен саҡ тыңлатып, шыбырҙаны.

– Биологик инәйем һин! Миңә Мәүә кәрәкмәй! Инәкәйем, ҡәҙерлем, күҙ нурым, әйҙә, шулай килешәйек: ул сирҡаныс ҡатындың исемен мәңге телгә алмайыҡ! – Вәрисә инәһенең маңлайын, биттәрен үпте.

Мөләйем ҡатын ихлас йылмайҙы, Нәфисә иркен һуланы. Бүлмә ҡапыл балҡып китте – болоттар араһынан йәйге ҡояш сыҡты ла бүлмәне нурға ҡойондорҙо.

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.

Читайте нас