Шәүрә

Ҡисса

Шәүрә килен кейгән, ай, еләндең

Итәк осҡайҙары мунсаҡлы.

Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем,

Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы.

Халыҡ йырынан.

Май айының ахырында ғәҙәттән тыш эҫе көндәр башланды. Ҡояш йәй уртаһындағы һымаҡ ҡыҙҙыра. Төшкә ҡарай төшкән эҫегә хатта ҡоштар ҙа һайрауынан тынып ҡала. Тик сиңерткәләрҙең генә ҡыр яңғыратып бер туҡтауһыҙ сырылдашҡаны ишетелә. Ғәлләм байҙың көтөүсеһе Сабир һарыҡтарын бер урынға өйөрҙө лә, көнгә янып ҡарағусҡыл төҫкә ингән маңлайынан, сикәләренән тәҡәтһеҙ аҡҡан тирҙәрен түбәтәйе менән һөртә-һөртә, ҡайын төбөнә күләгәгә килеп ултырҙы. Бындай эҫе көндә, һарыҡтар бер-береһенең араһына баштарын йәшереп, бер урында өйкөлөшөп тора бирә. Эҫелә уларҙың ашау ҡайғыһы юҡ. Ана шул ваҡытты файҙаланып, көтөүсегә бер аҙ тамаҡ ялғап алырға ла була. Башына килгән икһеҙ-сикһеҙ уйҙарын иреккә сығарып ебәреп, ашыҡмай ғына, теләгәнеңсә фекерләп алырға ла һис берәү ҡамасауламай. Ер ҡыҙыуына тулҡынланып күренеп, тиҫтәләгән саҡрымдарҙа ятҡан алыҫ офоҡҡа ҡараған килеш уйға батты Сабир.

Эйе, егерме дүрт йәшенә етеп, был донъяла уның бер ҡасан да рәхәтлек күреп йәшәгән мәле булманы. Бәлки, ана шул икһеҙ-сикһеҙ офоҡ аръяғындағы ерҙәрҙә йәшәгән кешеләрҙең көнкүреше бөтөнләй башҡалыр, бар кешеләр ҙә уның хужалары кеүек бәхетле, бай тормош һөрәлер. Үҙ ғүмерендә хатта бынан ун биш саҡрымда ятҡан Байыҡ ауылына ла барыу бәхетенә өлгәшә алғаны юҡ әле уның. Шуға күрә лә алыҫта күренеп ятҡан офоҡ һыҙығы ерҙең сиге һымаҡ тойола уға. Башҡа ерҙәрҙе лә барып күргеһе килә уның. Хатта батша әрмеһенә барып, ер-һыу күреп килергә лә риза ул. Тик ниндәйҙер сәбәп менән уны саҡыртыусы кеше булманы. Берҙән-бер йыуанысы – ҡатыны Сәбилә һәм ике йәшлек улы Мөхәммәт.

Күптән түгел донъя ҡуйған Ғәлләм байҙың аласығында улар өсәүләп йәшәй. Байҙың тол ҡалған ҡатыны Мөслимәгә ялсы булып хеҙмәт итә улар. Йәй утын-бесән әҙерләүсе лә, йөҙәрләгән баш һарыҡтарын көтөүсе лә шул Сабир. Сәбилә байҙарҙың керен йыуа, уларға ашарға бешерә. Байҙарҙың, тигәс тә, бәхеткә күрә, хужаларҙың ғаиләләре әллә ни ишле лә түгел. Мөслимә байбисә үҙенең алты мөйөшлө өйөндә берҙән-бер улы менән йәшәй. Шул уҡ ихаталағы икенсе өйҙә Ғәлләм байҙың ҡустыһы Ғарифйән ҡартайған ата-әсәһе менән донъя көтә.

Мөслимәнең ун ике йәшлек улы Кәлимулла бәләкәйҙән аҡылға самалыраҡ булып үҫеп килә. Уңайы тура килгәндә берәй боҙоҡлоҡ эшләргә әҙер генә тора Кәлимулла. Үткән аҙнала Сабирҙар йәшәгән аласыҡ янында усаҡ яғып, янғын сығарып ебәрә яҙҙы. Ярай әле, Сәбилә ваҡытында күреп ҡалып, һүндереп өлгөргән. Был турала байбисәгә әйткәс, тегеһе үҙенең улын тыйыу урынына:

– Бала кеше ни, уйнай инде. Ҡулын бәйләп ултыртып булмай бит инде уның, – тип һөйләнеп алды ла китте.

Үҙенә йылдар буйы хеҙмәт итеп, барлыҡ эштәрен башҡарып йөрөгән ялсыларына Мөслимәнән йылы һүҙ бик һирәк эләгә. Бөтә хужалыҡ эше үҙ иңендә булған өсөн дә ана шулай үҙен хужаларса тоталыр инде байбисә. Уны ҡасандыр бер бик ярлы ғына кешенең ҡыҙы булған тип һөйләйҙәр. Ғәлләм бай уны ҡатын итеп алғанда бирнәгә бер юрғаны ла булмаған, имеш. Төҫкә-башҡа бик сибәр булғаны өсөн, Ғәлләм бай уны «кеше» итеп алған, имеш. Кәләш итеп алғас, тәүге бер нисә йыл башҡалар күҙенән ҡыҙғанып, хәләл ефете йыш ҡына уның артынан күҙәтеп, хатта һыуға барғанында ла уны «оҙатып» йөрөр булған. Ана шул һылыулығы арҡаһында, әллә Ғәлләмдең ҡыҙғансыҡлығы сәбәбенән, Мөслимәнең һырт буйына ҡамсы ла тама торған булған. Йылдар үтеү менән һылыу Мөслимә байбисә Мөслимәгә әйләнгән.

Уйының ошо еренә килеп еткәс, Сабир байбисәне күңеленән йәлләп ҡуйҙы. Байбисәнең дә артыҡ бәхете юҡ икән шул. Ғәзиз балаңдың сирле булыуынан да ҙурыраҡ бәхетһеҙлек бармы һуң...

Ғәлләм мәрхүмдең бер туған ҡустыһы Ғарифйән, Сабир менән бер йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаман да булһа буйҙаҡ. Төҫкә-һынға матур, башҡалар менән бик яғымлы, кешеләрсә һөйләшә. Ялсыларға екеренеп һүгенгәнен бер ҡасан да ишетмәҫһең. Бик моңло итеп йырлай ҙа белә Ғариф, матур итеп ҡурайҙа ла уйнай. Ошо бай ғаиләһенән тик уны ғына ысын күңелдән ихтирам итә Сабир, хатта үҙенең дуҫы итеп һанай. Ғариф Сабир менән, ысынлап та, дуҫтарса мөнәсәбәттә. Үҙен борсоған берәй эс сере булһа ла Сабир менән бүлешергә әҙер. Байбисә еңгәһенең ҡырыҫлығын Ғариф та яратып етмәй. Ғарифтың иң яратҡан шөғөлө – аттар менән булышыу. Көндәр буйы шулар янында урала. Уларҙы ашата, йылға буйына алып барып йыуындыра, ялдарын тарай, менгегә һәм еккегә өйрәтә. Өйҙәге барса эштәр менән Мөслимә еңгәһе етәкселек иткәнгә күрә, хужалыҡ эштәренә ҡыҫылып бармай. Ғарифтың аттар менән «дуҫлығы» Сабир өсөн бик тә ҡулайлы. Сөнки байҙарҙың йөҙләгән баш йылҡыһын да Сабирға ҡарарға тура килер ине. Сабирға йәйәү йөрөү ауыр булыр тип, Ғариф дуҫы көтөүҙән иң йыуаш атты һайлап алып бирҙе.

Сабир осон осҡа ялғай алмаған уйҙарының тап ошо урынына килеп еткәндә, Сәбиләһе төшкә ашарға алып килде.

– Бынау байҙарҙы уйлап ултырам әле, әсәһе, – тип һүҙ башланы Сабир. – Һис тә ыҙа күрмәйенсә генә ғүмер һөрәләр был яҡты донъяла. Әйтерһең дә был донъя – уларҙың ожмах урыны... Беҙҙең кеүек көн-төн эш менән ыҙа күрмәйҙәр, туйғансы ашайҙар, үҙҙәре теләгәненсә ял итәләр.

– Әйтмә инде, атаһы, – тине иренең һүҙҙәрен һәр саҡ хуплап өйрәнгән Сәбилә алып килгән төйөнсөгөн сисә-сисә, – уларҙы Аллаһы Тәғәлә шуның өсөн дә бай итеп яратҡандыр. Хәйер, байҙарҙың да үҙҙәренә күрә ҡайғылары була торғандыр. Әле Ғәшүрә еңгә һөйләп ултырҙы, имеш, Ғариф байға Мөслимә еңгәһен ҡатын итеп алырға димләйҙәр икән. Ә Ғариф, бынамын тигән, типһә тимер өҙөрҙәй йәш егет, быға бер ҙә риза түгел, ти. Бәй, тиктомалға риза булырға ни, үҙеңдән егерме йәшкә олораҡ булған еңгәңде кәләш итеп алып бирһендәр әле. Ғарифтың әле ҡыҙ һөйөп кенә йөрөр сағы бит. Атаһы Сәмиғулла ҡарт: «Ата-бабанан ҡалған йоланы боҙорға юл ҡуймам», – тип әйтә, ти. Йәнәһе, киленен ситкә тибәрәһе килмәй. Шулай булһа – булыр, уҫал ҡарт бит. Бөтә донъяны үҙ ҡулында тотоп өйрәнгән. Инде үҙе лә ир ҡорона еткән малайы һаман да булһа атаһының ҡурайына бейей...

Ысынлап та, йорттағы бар хужалыҡты күптән инде килене тартыуына ҡарамаҫтан, инде ныҡ ҡартайып, бәлтерәп бөткән Сәмиғулла ҡарт һаман да әллә ҡасан уҡ үҫеп, балиғ булып бөткән бала-сағаларының бөтә тормошон нисек теләй, шулай алып барырға тырыша. Атаһының үтә тиҫкәре холҡона күнегеп тә бөткән инде Ғариф. Шулай ҙа үҙе атай булыр йәшкә еткән егет, атаһына һуҡыр рәүештә буйһоноп йәшәүенә ҡайһы саҡ ғәрләнеп тә ҡуйғылай, ахры. Ялсылары алдында атаһы улына берәй бойороҡ бирһә, әле генә йылмайып, ирәбе йөрөгән Ғарифтың йөҙө кинәт кенә ҡара янып киткәне зирәк Сабирҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Көндәрҙән бер көндө, кискә ҡарай, һарыҡтар йәйләүенә Ғариф үҙе килеп етте. Уның менгән туры айғыры, үтә шәп сабып килгәнгә күрә, ап-аҡ тир күбегенә батҡан, танауҙарын киң итеп йыш-йыш тын ала ине. Ғариф йылға буйындағы туғайлыҡҡа көтөүен таратып ебәреп, атының ауыҙлығын ысҡындырып, ашатып йөрөгән Сабир янына килеп еткәс, атынан һикереп төштө лә уның йүгәненән яҡындағы ҡайынға бәйләп ҡуйҙы. Күҙҙәре менән алан-йолан ҡаранып, башын һаман йылға яғына борорға маташҡан айғырының сикәһенән һөйҙө:

– Ярамай, ярамай, әлегә, Турыҡай, һыу эсһәң, «эҫеләй» булырһын, – тип кешеләргә өндәшкән һымаҡ һөйләнде.

– Нишләп шул хәтлем ҡыуғанһың атыңды, ҡорҙаш, – тип һораны Сабир манма тиргә батҡан туры айғырға күрһәтеп. – Әллә ауылдан берәй ҡурҡыныс хәбәр алып килдеңме?

– Хәлдәр мөшкөл әле, ҡорҙаш, – тине Ғариф һәм йомшаҡ үләнгә салҡанан һуҙылып төшөп ятты.

– Ни булған, әллә сирләп киттеңме? – тигән булды Сабир дуҫының ни әйтергә теләгәнен һиҙемләп.

– Сир генә булһа икән ул, Сабир дуҫ, – тине Ғариф ауыр һулап. – Тән ауырыуы ғына еңел була икән шул. Ә бына күңел яралары иң ҡаты сирҙәрҙән дә ауырыраҡ икәнен күптән түгел генә аңланым.

– Йә нимә булды һуң, ҡорҙаш, асыҡ итеп һөйлә әле, – тине Сабир.

– Үҙең дә ишетә беләһеңдер инде: атай ҡарт мине өйләндерергә итә. Әлбиттә, ауылдағы иң сибәр ҡыҙға түгел, ә үҙемдең бер туған ағайым мәрхүмдең ҡатынына – Мөслимә еңгәмә. Ярты еңгәй – ҡәйнештеке, имеш, борондан килгән йола имеш... Әле ҡыҙҙар күҙләп кенә йөрөр сағыңда ҡарт еңгә ҡуйынына инеп ятсы... Ғәрләнәм мин, дуҫҡай, бик ғәрләнәм, аңлайһыңмы, – Ғарифтың күҙҙәре йәшләнде. Күҙ йәшен дуҫы күрмәһен өсөн башын икенсе яҡҡа бора биреп, күҙҙәрен алыҫҡа төбәп, йөрәктәргә үтеп инерлек моңло тауышы менән үтә лә һағышлы итеп әкрен генә йырлап ебәрҙе:

Иртә лә генә тороп тышҡа сыҡһам,

Көйөлдө ҡош оса һыҙғырып.

Сәсбауҙарын һалып, биштән үреп,

Үҙ еңгәйем килә ҡыҙ булып.

Эйе, дуҫҡай, үҙ еңгәйем килә ҡыҙ булып. – Йырының һуңғы юлын тағы бер мәртәбә ҡабатлап ҡуйҙы. – Бына һин – бәхетле кеше, Сабирйән. Ваҡытында һөйөп, үҙ тиңдәшең – Сәбиләне алдың да, йән һөйгәнең менән ҡайғы белмәй йәшәй бирәһең. Үҙ балағыҙҙы үҫтерәһегеҙ. Ә миңә Хоҙай ниндәй гонаһтарым өсөн бындай ҡайғыны биргән икән? Мин бит әле бер ҡыҙҙы ла яратып өлгөрмәнем...

Ара-тирә иң яҡты йондоҙҙары ғына күренгеләй башлаған аяҙ күккә ҡарап, егет өнһөҙ ҡалды.

– Көймә әле, дуҫҡай, бәлки, атайыңды күндереп тә булыр. Һиңә бынамын тигән ҡыҙ ҙа димләрбеҙ, – тип йыуатырға тырышты уны Сабир.

– Юҡ инде, ҡорҙаш, һин атайымды белмәйһең. Ул ҡараны аҡ тиһә лә һәр ваҡыт уныңса була. Әгәр берәй эш ҡылырға ниәтләй икән, шуны тормошҡа ашырмайынса, бер ҡасан да туҡтамай торған кеше. Уныҡы – закун. Хатта никах уҡытырға киләһе йомаға Әхмәҙулла мулланы саҡырып ҡуйырға ла уйлай.

– Ә Мөслимә еңгәң ни ти һуң?

– Минең ризалығымды ла һорамағас, уның уйын кем һорап торһон инде. Хәйер, уға тол ҡатын булыуға ҡарағанда, ҡәйнеш ҡуйынына инеү, бәлки, яҡшыраҡтыр...

Бер аҙ уйланып ултыра биргәс, ауыҙына ҡапҡан бәпембә үләненең һабағын сәйнәй-сәйнәй, һүҙен дауам итте Ғариф:

– Хужалыҡты нисек алып барырға белмәйем һәм әлегә әллә ни белергә лә теләгем юҡ. Еңгә үҙе бынамын тигән хужабикә, ирҙәрҙән кәм түгел. Үҙең аңлап тораһың, ҡорҙаш, ҡырҡҡа еткән еңгә менән тормош башлап ебәрге килмәй. Ә атай һүҙен кире ҡағыу килешмәгән һымаҡ тағы ла... һикһәнгә аяҡ баҫҡан ҡарттың күңелен ҡыйырға баҙнатым да етмәй.

– Бына ошо уйҙарыңды атайыңа әйтеп ҡараныңмы һуң?

– Әйтмәгән генә ҡайҙа инде ул, дуҫҡай, әйттем. Әммә ул: «Үҙем ун йәшемдән еңгә ҡуйынына керҙем, үлмәгәнмен әле...», – тип, үҙенең һүҙенән бер аҙым да кире сигергә уйламай.

Улар ҡараңғы төшкәнсе һөйләшеп ултырҙы. Күктәге ынйылай йымылдашҡан һанһыҙ йондоҙҙарға ҡарап, Ғариф:

– Белһәң ине, Сабир, ошо Ер йөҙөнән башҡа тағы ла шундай берәй ер бармы икән. Әгәр булһа, унда ла шулай уҡ кешеләр йәшәйҙер инде... Ундағы һәр кешенең дә бәхете икенсе кешеләрҙән торамы икән? Ошо яҡты донъяла һәр кешенең үҙ бәхетен үҙе хәл итергә хоҡуғы булһа ине. Һәр төрлө йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең әҙәм балаларын бәхеттән мәхрүм итә торғандары бөтөнләйгә булмаһа ине, – тип һөйләнде.

– Шулай шул, Ғарифйән ҡорҙаш. Был донъялағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беҙ уйлап сығармағанбыҙ, борондан, ата-бабаларыбыҙҙан килә бит улар. Ә беҙгә тик шуларға буйһоноп ҡына йәшәргә ҡала.

– Сабирйән дуҫ, кәңәш ит әле, бәлки, миңә берәй баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергәлер, ә?

– Аңлайым, ҡорҙаш, күңелеңдең нисек әрнеүен. Тик үҙ яҙмышыңдан уҙып бер ҡайҙа ла китеп булмайҙыр шул.

Ғариф, урынынан тороп, атына һикереп менде лә:

– Ярай, дуҫҡай, ҡайғырып, баш менән таш ватып булмай бит, ни хәл итәһең инде, – тине. – Ә-ә-әй, онотоп торам, Мөслимә еңгәм әйтергә ҡушҡайны: күрше Мәмбәтҡол байҙың һарыҡтарына бүре тейгән, ти. Шуға эт-ҡоштан һаҡ булырға ҡушты.

Килгәндәге кеүек йән фарман саптырып, Ғариф тон ҡараңғылығына инеп юғалды.

* * *

Сәмиғулла ҡарт үҙ һүҙен һүҙ итмәй ҡалмай шул. Ҡарсығы Мәҙинә әбей: «Мөслимә килен өсөн Ғарифйән бик тә йәш бит, атаһы. Уға үҙенең тиңен – йәшерәк берәй ҡыҙҙы әпирһәк, яҡшыраҡ булмаҫмы? Бигерәк тә йәл шул бала», – тип әйтеп ҡараһа ла, ҡарт уның һүҙҙәрен бар тип тә белмәне.

– Һин бер нәмә лә аңламайһың, әбей, – тип һикелә ҡырын ятҡан килеш, ғәҙәтенсә, ике ҡулын һелтәй-һелтәй, төкөрөктәрен сәсә-сәсә һөйләнде Сәмиғулла бабай. – Хәҙер Ғарифйәнгә Мөслимә киленде әпирһәк, Ғәлләмитдин мәрхүмдең мал-тыуары әрәм булмай. Тағы ла үҙенә тейеш малы ҡушылһа, Ғарифйәнең серегән бай булып китәсәк. Ана шуны уйлайым да мин, әсәһе. Уға ҡалһа, Мөслимә килен бер ҙә ҡарт түгел. Ҡырҡ йәштә кеше ҡарт була тиме ни. Үҙең белеп тораһың, мин бит еңгәй ҡуйынына ун йәшемдән индем – үлмәнем. Тик бына еңгәм генә бик иртә, етмештең бишендә генә донъялыҡтан китеп барҙы, бахырың. Ярай әле уның өҫтөнә һине алғанмын. Юғиһә, анау Ғабделмән һымаҡ әбей эҙләп ҡаңғырыр инем...

Мәҙинә ун һигеҙенсе генә йәшендә Сәмиғуллаға икенсе ҡатынлыҡҡа килде. Йәш ғүмеренең нисек итеп үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уның берҙән-бер йыуанысы – Ғарифйәне булды. Сөнки уға тиклемге балалары тыуғас та үлә торҙолар. Ғәлләмитдин – Сәмиғулла ҡарттың тәүге ҡатынынан тыуған улы ине.

Бала сағынан бик теремек, һөйкөмлө, аҡыллы ғына булып үҫте Ғарифйәне. Ата-әсә һүҙен бер ҡасан да йыҡманы. Бәләкәйҙән тәбиғәткә, йыр-моңға ғашиҡ ине ул бала. Башҡа бала-сағаларҙан айырмалы рәүештә, уйланып-хыялланып, ҡарашын алыҫтарға төбәп, сәғәттәр буйы бер һүҙһеҙ ултыра ине ул ҡайһы саҡтарҙа. «Эй, балам, ҡыҙҙар кеүек бигерәк моңло, бигерәк наҙлыһың шул. Хоҙай бәхетеңде генә насип итһен инде», – тип теләктәр теләй ине Мәҙинә улына. Ғарифйәне егет булып үҫеп еткәс тә, йәш килен һөйөргә хыялланып йөрөй ине Мәҙинә әбей. «Ҡалайыраҡ килен яҙған икән балама», тип уйлай ине ул. Баҡһаң, атаһы уға килен әҙерләп тә ҡуйған. Йә Ғәлләмитдине йәшәй бирмәне, бахырың, илле менән алтмыш араһында ғына эс ауырыуынан донъя ҡуйып ҡуйҙы...

Ярар, атаһы, Ғарифйәндең өлөшөнә тейгән көмөшө шулдыр инде, ни хәл итәһең, – тип ҡуйҙы Мәҙинә әбей ахырҙа яулыҡ осо менән сыланған күҙҙәрен һөртә-һөртә.

Сәмиғулла ҡарт бер эште лә оҙаҡҡа һуҙырға яратмай. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ғәҙәтләнгән. Иртә менән тороп, күптән түгел ҡырҙа ҙур уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡан йәш мулла Әхмәҙуллаға китте. Ул ингәндә мулла урындыҡта ниндәйҙер китап уҡыу менән мәшғүл ине.

– Әссәләмәғәләйкүм! – тип сәләм бирҙе ҡарт инеү менән.

– Вәғәләйкүмәссәләм, – тип яуапланы Әхмәҙулла мулла китабынан айырылып. – Ә-ә-ә, Сәмиғулла олатай килгән икән. Әйҙә, олатай, уҙып ултыр. – Мулла бик еңел хәрәкәт менән урындыҡтан төшөп, Сәмиғулла бабай менән ҡуш ҡуллап күреште.

Урындыҡ ситенә ултырып, көрәк һаҡалын һыйпап доға ҡылғандан һуң, кескәй өйҙө уртаға бүлеп торған ҡорған артында йәш бала менән мәшғүл булған абыстайына өндәште:

– Өйгә ҡунаҡ килде, әсәһе, ҡана, сәй ҡуйып ебәр.

– Сәй эсеп тормайым инде мин, кем, Әхмәҙулла улым. Һиңә бер йомош менән генә килгәйнем, – тине ғүмер баҡый ҡабаланырға ғәҙәтләнгән ҡарт.

– Әйҙә, олатай, улай булғас, һөйләп бир йомошоңдо, – мулла ҡартҡа түрҙән урын күрһәтте. – Оло башыңды кесе итеп, минең йортҡа тәү тапҡыр килеп ултыраһың, түргә уҙ, олатай.

Сәмиғулла ҡарт быуындарын шытырҙата-шытырҙата йөгөнөкләп барып түргә менеп, аяҡтарын бөкләп ултырып алды.

– Кем, Әхмәҙулла улым, үҙем имен-һау саҡта бер изге эште атҡарып ҡуяһы ине бит әле.

– Сөбхәналлаһ, сөбхәналлаһ, олатай, изге ниәттәр менән йөрөйһөң икән, бик мәслихәт, – мулла ҡартты тыңларға әҙерләнде.

– Улым, минең төпсөгөм – Ғарифйәнем егерме дүрт йәшкә ҡараһа ла һаман буйҙаҡ йөрөй икәне үҙеңә лә мәғлүм бит инде. Ана шул улымды башлы-күҙле итеп, никахлап ҡуяһы ине.

– Бәрәкаллаһ, бәрәкаллаһ. Ниәтең бик яҡшы, олатай. Кемдең ҡыҙын һоратмаҡсы була Ғариф бай?

– Кемдең тип ни, кем, Әхмәҙулла улым, ана теге ни бит әле... – Сәмиғулла ҡарт һирәк һаҡалын һыйпап алды. – Үҙең белеп тораһың, беҙҙең Мөслимә килен тол ҡалғанына әллә нисә ай үтеп китте бит. Ана шул еңгәһен ҡатынлыҡҡа алып бирергә ине Ғарифйәнгә.

Әхмәҙулла мулланың йөҙөнә ғәжәпләнеү билдәһе сыҡты:

– Мөслимә еңгәнеме?

– Эйе, эйе. Башҡа кемде булһын ти... Әле йәш, түлдән ҡалмаған. Һылыу. Ҡалаҡҡа һалып ҡына йот та ҡуй инде...

– Һе, ҡалаҡҡа һалып, тиһең инде. Уларҙың йәш айырмаһы ла байтаҡ ҡына бит әле, Сәмиғулла олатай. Мөслимә еңгә, әлбиттә, һылыу – һүҙ юҡ. Тик һинең күҙлектән сығып ҡарағанда ғына ул бик йәш... Ә егерме дүрте лә тулмаған Ғарифйәндең ни уйлағанын һорашып ҡараманыңмы, олатай? – Мулла ҡартҡа һораулы баҡты.

– Ғариф үҙе риза түгел түгеллеккә, шайтан малай. Әммә кем унан һорарға йыйына әле?.. Мин үҙем ун бер йәштә еңгә ҡуйынына...

– Туҡта әле, Сәмиғулла олатай, – Әхмәҙулла мулла уны бүлдерҙе. – Ә бына мин унан һорарға йыйынам никах уҡыр алдынан. Шәриғәт хөкөмө буйынса, ир кеше риза булмаһа, көсләп уҡылған никах дөрөҫ булмай. Ир кешенең генә түгел, ҡатын кешенең дә никахҡа ризалығын таный шәриғәт... Китап тап ана шулай ҡуша.

Сәмиғулла ҡарттың йөҙөндә асыу билдәләре күренде.

– Әле һин дә мулла исемен тағып йөрөгән кеше булып, шул маңҡаны яҡлашып ултыраһың инде, кем, Әхмәҙулла ҡусты. Һин әллә ҡайҙарҙа уҡып ҡайтҡан кеше булһаң да мин был донъяла һиңә ҡарағанда күберәк йәшәгән кеше. Ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын бик яҡшы беләм. Борон-борондан шулай килгән йола: ағаһы үлһә, тол ҡалған ҡатыны ҡәйнешенә бара торған...

– Бындай йоланы мин дә ишеткәнем бар, олатай. Үкенескә ҡаршы, аҙым һайын осрай. Әммә Бәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм хәҙистәренең береһендә никахҡа ирҙең ризалығы мотлаҡ булыуын әйтеп ҡалдырған... Шуның өсөн дә, Ғариф ҡустының ризалығын алмайынса никах уҡып, Аллаһ алдында гонаһлы булғым килмәй.

Сәмиғулла ҡарт һөйләнә-һөйләнә өйҙән сығыу яғына ыңғайланы.

– Уҡымаһаң, һиңә башҡаса ялынып торорға йыйынмайым, кем, Әхмәҙулла улым. Никах уҡырҙай мулла табырмын, Алла бирһә. Әле тик үҙеңә хөрмәт йөҙөнән генә килгәйнем. Ата-баба йолаһын таныған муллалар бөтмәгәндер әле...

* * *

Никахты Хәлфитдин мулла уҡыны. Уҡыр алдынан Ғариф менән Мөслимәнең никахына ризалыҡ тик Сәмиғулла ҡарттың үҙенән генә алынды. Бына шулай итеп шәриғәт ҡағиҙәһен үҙенсә ҡулайлаштырып, бер аҙ борғолап, йәштәрҙең киләсәген үҙҙәренсә хәл итеп тә ҡуйҙылар. Никах уҡылып, ир-ҡатын иғлан ителгәндән һуң, Хәлфитдин мулла тейешенсә хәйер-саҙаҡаһын алып, өйөнә ҡайтып китте. Сәмиғулла ҡарт менән Мәҙинә ҡарсыҡ улына һәм килененә бәхет, оҙон ғүмер теләне. Ғариф бик төшөнкө кәйеф менән ағаһы мәрхүмдең өйөнә инде.

Бер аҙ йәшәреп тә алған һымаҡ тойолған Мөслимә йәш ире алдында өлтөрәп кенә йөрөргә тырышты.

– Ҡана, аяғыңды йыуҙырайым, атаһы, – тип ул йоҡлар алдынан йылы һыу һалынған ҡомған менән еҙ тас килтерҙе.

– Ярар, еңгә, юҡҡа мәшәҡәтләнмә, үҙем дә йыуа алам бит, – тип Ғариф ҡаршылашырға маташты.

– Нишләп мин һиңә хәҙер еңгә булайым, һинең хәләл ефетең, – тип йылмайҙы һаман да йөҙөнөң һылыулығын ташламаған Мөслимә. Әммә еңгәһе ниндәй генә сибәр йөҙлө булмаһын, йәш Ғарифҡа уның йылмайыуы тешен ыржайтып уны әләкләгән һымаҡ булып тойолдо. Ғәлләмитдин ағаһын бигерәк тә ярата һәм хөрмәт итә ине шул Ғариф. Был никахты ул мәрхүм ағаһының рухына хыянат кеүек ҡабул итте. Шунлыҡтан булһа кәрәк, еңгәһенә нисек яҡын барырын күҙ алдына ла килтерә алманы.

– Минең йоҡом килә, еңгә. Бигерәк арып кителгән, – тине лә, йомшаҡ итеп йәйелгән күпмә өҫтөндә мөйөшкә ҡарай әйләнеп ятты.

– Бәй, йәш кешенең йоҡоһо киләлер шул... Әле иртә бит йоҡларға. Әҙерәк һөйләшеп ятайыҡ һуң, – тине тәүге никах төнөнә әҙерләнеп, йоҡа эске күлдәк менән генә ҡалған Мөслимә. Ғарифтың арҡаһына йомшаҡ ҡына ҡағылды.

– Нәмә һөйләшәһең инде, – тине тәнен зымбырлатырлыҡ был ҡағылыуҙан тертләгәндәй, тағы ла мөйөшкәрәк һырына биреп ятҡан ҡәйнеше. – Мин һине, еңгә, бала сағымдан уҡ беләм, һөйләшәһе әллә ҡасан уҡ һөйләшеп бөтөлгән. Тағы ла нәмә һөйләшергә була? – Еңгәһенә арты менән әйләнгән көйө йоҡлап китте. Әллә йоҡлап китте, әллә юҡ, әммә башҡаса еңгәһенең һорауҙарына яуап бирмәне, үҙе лә һүҙ ҡушманы.

Ни эшләһен инде меҫкен Мөслимә. Әйләнә-тулғана уйланды ла уйланды. Уның да йәп-йәш сағы бар ине. Шулай уҡ тиҙ үтеп киттеме икән уның йәшлеге? Ғәлләмитдине лә ваҡытһыҙ әрәм булды, бахырҡай. Янында мөйөшкә ҡарап йоҡлап киткән үтә лә тиҫкәре ир йоратына өмөтө ҡалманы. Бөтә тәне буйлап таралған сихри тойғоларынан ҡотола алмай ыҙаланды Мөслимә. Сәскәләй йәш сағын иҫләне. Килен булып төшкәс, көйәнтәһен иңбашына һалып һыуға барған сағында йәш егеттәр унан күҙҙәрен ала алмайҙар, ә йәш ҡыҙҙар көнләшеп баға инеләр. Ул саҡтарҙы Мөслимә бик һағынып иҫкә ала. Их, йәш ғүмер, күҙ асып йомғансы ғына үтәлә китә икән шул. Мөслимәнең шул сағы булһамы, бынауы мөйөштә артын ҡуйып ятҡан ҡәйнеше ошо мәлдә икенсе төрлөрәк мышнар ине, шәй...

Ғарифтың да күңелен аңларға була. Бынамын тигән йәп-йәш егеттең ни өсөн ҡарт еңгәһен ҡосаҡлап ятҡыһы килһен, ти? Әле күптән түгел генә Мөслимә: «Ҡәйнеш, үҙеңә иң матур ҡыҙҙы димләп алып бирәм», – тип шаяртып йөрөй ине. Килендәше менән серләшеп йөрөргә хыяллана ине. Күрәһең, уларҙың яҙмыштары шулайҙыр. «Ярар, ҡәйнеш, йоҡла. Мин һиңә башҡаса бәйләнмәйәсәкмен», тип уйланы Мөслимә. Ләкин артабан шулай нисек йәшәүен күҙ алдына ла килтерә алманы. Тәү ҡарағанда, ялсыларға ҡарата ҡәтғи, үтә уҫал булып күренгән, бөтә хужалыҡты үҙ ҡулында тотҡан Мөслимә ысынында иһә бик шәфҡәтле, яҡшы күңелле ҡатын ине. Уның ниндәй изгелекле, ниндәй ғәҙел кеше икәнен Ғариф та, ялсылар ҙа һуңынан ғына аңланы...

Никахтан һуң бер аҙна үткәс, Сәмиғулла ҡарттың ныҡышыуы буйынса Ғариф менән Мөслимәнең бергә йәшәй башлауын байрам иттеләр. Ғарифтың: «Беҙгә никахы ла еткән, ниндәй туй ти ул, еңгәмдең бит бер тапҡыр ағайым менән туйы булды», – тип әйтеүен атаһы ишетергә лә теләмәне. Туй икән туй... Байрамда Ғарифтың туғандары һәм башҡа ауылдаштар ғына булды. Сөнки Мөслимәнең ата-әсәһе әллә ҡасан уҡ гүр эйәләре булған. Берҙән-бер ҡустыһы – Шәрифйән йәп-йәш көйө йөрәктән сирләп, күрше ауылдан килеү түгел, хатта өйөнән дә сыға алмай, йәш кәләше тәрбиәһендә ята.

Туй ике өйҙә үтте. Ғарифтың атаһының йортонда – ирҙәр, ә Ғәлләмитдин мәрхүмдең өйөндә ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Йәшерәк килендәр ике өйҙәге ҡунаҡтарҙы ла йүгереп йөрөп хөрмәт итте.

Ирҙәр өйөндәге ҡунаҡтар йыйылышып бөтөп, бер аҙ ҡымыҙ эсеп күңелләнеп алғас, Ғарифҡа һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет теләнеләр. Олораҡтар ата-бабанан ҡалған йоланы тотоу мотлаҡ икәнен, өлкәндәрҙең һүҙен йығырға ярамағанлығын әйтеп үттеләр.

– Бына Ғарифйәнде әйтәм, бик афарин егет! Ғөрөф-ғәҙәтте боҙманы, еңгәһенең ҡуйынына инде лә китте...

– Әйтмә инде, ҡорҙаш, ата-бабанан ҡалған изге йола бит.

– Ә ниңә, Мөслимә килен дә бынамын тигән ҡатын әле. Түлдән ҡалмаған. Әле Ғарифйәнгә тупылдатып берәй ул да табып бирер...

Әммә өлкәндәрҙең әйткәндәре йәштәр араһында ултырған Ғарифҡа уның яраһына тоҙ һипкән һымаҡ тәьҫир итә ине. Башҡалар быны, әлбиттә, һиҙмәне.

Урта йәштәрҙәге Ғәлиәхмәт күрше күңелле генә итеп йырлап ебәрҙе:

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа

Һикереп мендек аттарға.

Ағай үлеп, еңгәй ҡалһа,

Ебәрмәнек яттарға.

– Һай, афарин, кем Ғәлиәхмәт ҡустым, әйҙә, әйҙә, – тип уны дәртләндереп ебәрҙеләр. Ғәлиәхмәт дауам итте:

Ағай үлһә – еңгәйҙең

Ҡуйынын һыуытманыҡ.

Ярты еңгәй – ҡәйнештеке

Тигәнде онотманы-ы-ыҡ, тип һуҙҙы ул йырының аҙағын. Барыһы ла геү килешеп йырсы Ғәлиәхмәтте маҡтаны.

Байрамса затлы кейем тышынан иңбашына уҡа менән биҙәлгән аҡ елән һалып ултырған Ғарифтың һис берәү менән һөйләшкеһе килмәне. Ғәлиәхмәт үҙенең йыры менән уны үртәгән һымаҡ тойолдо.

Ҡымыҙ эсеп алған ир-егеттәр кәйефләнгәндән кәйефләнә барҙы. Кейәү егетенең янында ултырған, ҡымыҙҙан күңелләнеп алған Сабир, дуҫының яурынына ҡулын һалып:

– Йә әле, Ғарифйән ҡорҙаш, үҙең берәй йыр һуҙып ебәр, булмаһа, – тине. Шуны ғына көтөп торғандай, кемдер матур итеп ҡурайҙа оҙон көй уйнап ебәрҙе. Ғариф та оҙаҡ көттөрмәне, бөтә ҡунаҡтарҙы үҙенә ҡаратып, моңло йырын һуҙҙы:

Ерәнсәкәй атым, ай, елмәйҙер,

Кешегә ғүмер ике килмәйҙер.

Егет кенә саҡтың ҡәҙеркәйен

Диуана-ахмаҡ ҡына белмәйҙер.

– Э-э-эй, – тип йәштәр уның йырын күтәреп алды.

Ғарифтың күҙҙәрен һағыш баҫҡан. Был байрам уның өсөн ҡайғы ине. Кешеләрҙең ни һөйләшкәндәрен, ни йырлашҡандарын башҡаса ишетмәне лә тиерлек. Был донъяның ғәҙелһеҙлегенә күңеле әрнеп, үҙ уйына сумды... Ысын һөйөү был донъяла бар тиҙәр. Ысынлап та, бармы икән?.. Әгәр булһа, ни өсөн Ғарифты ул ситләтеп үтте? Бер ҡасан да уға мөхәббәт тигән нәмәне татып ҡарарға яҙмағандыр, бәлки... Ә бәлки, ул Ғарифтың янында бик яҡын ғына йөрөгәндер ҙә, әммә ошо үҙ ихтыярынан тыш никахы уны башҡаса яҡынлашмаҫлыҡ итеп ҡауып ебәргәндер. Атаһының кирелегенә йөрәге әрнене. Ҡасандыр уның атаһы үҙе лә йәш булған бит. Моғайын, еңгә ҡуйынына көлөп-йырлап ҡына барып инмәгәндер, үҙе лә заманында бик ҡайғырғандыр. Ни өсөн шул ваҡыттарын атаһы онотҡан икән? Ни өсөн улының бәхетле булыуын теләмәй ул? Әллә олоғая килә барса бәхет донъя малында, тип уйлай башлаймы икән кеше? Хәйер, атаһына тәүге кәләш алып биргән саҡта ул ни бары ун йәшлек бала ғына булған. Бер ни һиҙмәй, аңламай ҙа ҡалғандыр...

Мөслимә өсөн дә был туй күңелле булманы. Уға ла шатланырға урын юҡ ине. Үҙ тиңең менән тормош көтөргә яҙмағас, ҡәйнеш менән бәхетле булып буламы һун? Исмаһам, йәш араһындағы айырма өс-дүрт кенә йыл булһасы! Бәлки, ҡәйнеште үҙенә ылыҡтырып та булыр ине. Улай ғына айырма булһа, әлбиттә, ҡәйнеше үҙе үк йүгереп килер ине шәй... Ә хәҙер, әлбиттә, ул турала уйларға ла ярамай. Барыбер ҡәйнеше уны үҙ итмәйәсәк. Мөслимә алдағы тормошон күҙ алдына килтерергә тырышты. Хәләл ефете янында ғына булһа ла, ысынында иһә, ул барыбер яңғыҙ буласаҡ. «Эй, ҡайным, нишләттең һин беҙҙе? Ғәлләмитдин баҡыйлыҡҡа киткәс, уның юҡлығына үҙем дә күнегеп бара инем. Хәҙер мине генә түгел, ә үҙеңдең ғәзиз улыңды ла бәхетһеҙ иттең», тип әсенеп уйланды Мөслимә...

Ирле – ҡатынлы булып һаналыуҙарына ҡарамаҫтан, Ғариф менән Мөслимә туйҙан һун да, унан артабаныраҡ та айырым йоҡланылар. Кеше-маҙар яҡын-тирәлә булмаған саҡта, үҙ-ара һөйләшкәндә, Ғариф – еңгә, ә Мөслимә – ҡәйнеш, тип өндәшер булдылар. Ә башҡа кешеләр алдында «атаһы», «әсәһе», тип һөйләшә торған булып киттеләр. Ҡәйнешенә Мөслимә башҡаса бер ҡасан да бәйләнмәне. Ғариф элеккесә үҙ аттары менән мәшғүл булды. Өй, хужалыҡ эштәрен Мөслимә алып барҙы. Ғөмүмән, икеһенең бер өй эсендә йәшәп ятҡанын иҫәпкә алмағанда, уларҙың ысынбарлыҡтағы тормошо элеккенән бер ни менән дә айырылмай ине. Тик икеһе лә иркенән мәхрүм...

Шундай тормош, бәлки, әллә күпмегә һуҙылыр ине, әммә көтөлмәгәндә Ғарифтың яҙмышы ҡырҡа икенсе яҡҡа боролдо.

* * *

Көндәрҙән бер көндө күрше Байыҡ ауылынан берәү килеп, Мөслимәгә Шәрифйән ҡустыһының хәл өҫтөндә ятҡанын хәбәр итеп китте. Бындай хәбәргә бик ныҡ ҡайғырған Мөслимә Ғарифтың ҡасан ҡырҙан ҡайтырын түҙемһеҙлек менән көттө.

– Атаһы, Шәрифйән туғаным бик ауыр хәлдә ята ти, – тип ҡапҡа тышына сығып уҡ ҡаршы алды ул Ғарифты. – Ауылдарына барып, хәлен белешеп киләйексе.

Ғариф еңел арбаға иң шәп атты – ҡоланы екте. Сәбиләгә йорт-ерҙе, Кәлимулланы ҡарап торорға ҡуштылар ҙа йәһәтләп Байыҡ ауылына юлландылар. Улар ауылға килеп ингәндә Шәрифйәндәрҙен өйө тирәһендә халыҡ йыйылғайны. Күбеһенсә – ир-ат. Ғарифты ла, Мөслимәне лә хәүефле уй биләп алды. Улар арбанан төшөүгә, өйҙән Шәрифйәндең ҡатыны – Шәүрә килеп сыҡты. Илай-илай йүгерә-атлап килеп ҡайынбикәһен ҡосаҡлап алды.

– Уф, ҡайынбикәм, Шәрифйән үлде лә ҡуйҙы бит! – тип һыңҡылдап илай-илай һөйләнде. – Мулла саҡыртып, ясин сығартып өлгөрҙөм алай ҙа. Хәҙер нишләрмен инде?

– Ярар, илама, килен, ни хәл итәһең инде. Көнө бөткәндер... – тип киленен йыуатырға маташты Мөслимә, үҙе лә илауын тыя алмай.

Мосолман йолаһы буйынса мәйетте оҙаҡ көттөрөп һалып ҡуйырға ярамағанлыҡтан, ҡәбер ҡаҙырға бөтә ауыл халҡы тиерлек ярҙам итте. Һис кисектереп тормаҫтан, йыназаһын уҡып, шул көндө үк ҡуйҙылар. Мәйет сыҡҡан өйҙә ул көндө аш табыны ойошторорға ҡушылмай. Шуға күрә лә уларҙың күршеләрендә аш йүнәттеләр. Уртанан киндер шаршау менән икегә бүленгән өйҙә ирҙәр – төпкө, ә ҡатын-ҡыҙҙар алғы бүлмәлә урынлашты. Барыһы ла мәрхүмдең ниндәй яҡшы кеше булғанын иҫкә алды. Ысын донъялағы урыны йәннәт булыуын теләнеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар тол ҡалған йәш киленде ҡыҙғанды.

– Меҫкен Шәүрә килен хәҙер нишләр инде, йәшләй генә көйө яңғыҙ ҡалды. Ярай әле, ауырға уҙып өлгөрмәгән, бала-сағалары юҡ...

– Бер яңғыҙына донъя көтөүе лә бик ауыр булыр инде. Уның бит әле бер генә булһа ла һыйыры, өс-дүрт баш ваҡ малы бар. Кем уларға бесән әҙерләр...

– Хәйер, уның сирле ире өйөндә бер ни ҙә эшләй алмай торғайны инде. Донъя эше барыбер килен иңендә ине...

Бығаса әллә ни һүҙгә ҡатышмай ултырған Мөслимә:

– Киленде ситкә типмәм, Алла бирһә, үҙемә күсереп апҡайтып китәм, – тине.

Яулығы менән битен йәшергән килеш, бер ни ҙә өндәшмәй ултырҙы Шәүрә. Ҡайғынан аш ташырға ла, сәй яһарға ла уның хәле юҡ ине. Өйҙә бөтә эште башҡа ҡатын-ҡыҙҙар башҡарҙы. Йола буйынса, ашап-эсеүҙе оҙаҡҡа һуҙманылар, бер аҙҙан өйҙәренә таралыша башланылар.

Мәрхүмдең өсөн уҡытҡандан һун, Мөслимә килененең ай-вайына ҡуймай, бар әйберҙәре менән уны күсереп алып ҡайтып китте.

– Ҡуйсы, килен, бер яңғыҙың был ауылда ҡалайтып йәшәрһен? Әҙ булһа ла мал-тыуарың бар. Уларҙы нисек ҡарарһың? Ул ғына ла түгел, килен, яңғыҙ йәшәгән йәш ҡатын-ҡыҙҙарға ен эйәләшә тиҙәр, Алла һаҡлаһын. Беҙ бит үҙ кешеләр, ҡыйырһытмабыҙ. Йортобоҙ иркен, Аллаға шөкөр, – тип теҙеп алып китте ҡайынбикәһе.

– Әлләсе инде, бикәм, уңайһыҙыраҡ булмаҫмы? – тине Шәүрә, яулығын аса биреп, Ғариф яғына ҡарай һалып алды.

– Булмаҫ, килен, һис тә уңайһыҙ булмаҫ, – тип илгәҙәкләнеп китте Мөслимә һәм килененең яуабын көтөп тә тормаҫтан, ихлас күңеленән матур-матур һүҙҙәрен теҙә-теҙә, уның өйөндәге барлы-юҡлы ҡаралты-маҙарын йыйыштыра ла башланы. Килененең йөҙөн күреү менән һушын юғалта яҙған Ғарифты әллә байҡаны, әллә юҡ...

Ғариф, ысынлап та, йәш килендең йөҙөн тәүге тапҡыр күргәйне. Ошо йәшенә етеп, шундай һылыу йөҙлө ҡатын-ҡыҙҙы бер ҡасан да күргәне юҡ ине. Шәүрәнең ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылып торған ҡара ҡаштарын, оҙон керпекле, муйылдай сөм-ҡара күҙҙәрен шунда уҡ абайлап алды көс-ғәйрәте ташып торған ир-ат заты. Ошо муйыл күҙҙәр уны әллә сихырланы, әллә ни, Ғарифтың йөрәге күкрәк ситлеген йыртып сығырҙай булып, дөпөлдәп йыш-йыш тибә башланы. «Шундай ҙа сибәр ҡатынды ҡалдырып, теге донъяға китеп барсы инде...» тип һаман да Шәрифйән ҡәйнешен ҡыҙғанды.

Быҙауын эйәрткән һыйырын мөгөҙөнән бау менән арбаға тағып, һарыҡтарын алдан төшөрөп ҡыуып, өсәүләшеп ауылға ҡайтып киттеләр. Өйгә ҡайтып еткәнсе бер ни ҙә һөйләшмәнеләр. Тик һирәк-һаяҡ ҡына Ғарифтың «Йә, әйҙә, малҡай, фью-фить!», тип ат ҡыуған тауышы ишетелә ине...

Көн артынан көн үтте. Туған юғалтыу ҡайғыһы барыһында ла әкренләп онотола башланы. Мөслимә, элеккесә, үҙенең хужалыҡ эштәрен дауам итте. Ярайһы ғына ҙур донъяның барлыҡ мәшәҡәттәрен үҙ иңендә алып барыу өсөн ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмаған ғәжәйеп бер һәләтлелеге бар ине уның. Өйҙәге ялсылар – Сабир һәм Сәбиләнең эштәре менән етәкселек итеү ҙә уның өҫтөндә булды. Хәйер, үҙҙәренең эштәрен улар бик белеп һәм урын еренә еткереп башҡарҙы. Шулай ҙа бер көн Мөслимә:

– Сабирйән туғаным, бесән мәле етә, салғыларыңды рәтләп ҡуй. Оҙаҡламай бесән сабырға төшөргә кәрәк, – тине. – Ана, Мәмбәтҡол байҙың ялсылары бөгөн иртүк тейәлешеп бесәнгә китте.

– Эйе, эйе, еңгә, үҙем дә тап ана шул турала уйлап тора инем, – тине һарыҡтарын ялан һарайға бикләп, киске ашҡа ҡайтҡан Сабир.

– Өмә итеп сапһаҡ, тиҙерәк булыр. Ана, күрше Миңлебай менән Ишмырҙаға ла әйт.

– Ярар, еңгә, әйтермен, – тине Сабир. – Көндөҙ һарыҡтар барыбер ашамай торалар. Ваҡытты бушҡа уҙғарырға ярамай шул. – Ҡатыны сәй әҙерләгән арала, лапаҫ аҫтында элеүле торған салғыларын алып, сүкей ҙә башланы.

Үҙҙәренең көндәлек күнеккән шөғөлдәре менән булған байбисә һәм уның ялсыларынан айырмалы рәүештә, Ғариф өсөн бөтөнләйгә ғәҙәти булмаған, тынысһыҙ көндәр башланды. Көндәр генә түгел, төндәр ҙә. Элегерәк яратҡан аттарына әүрәп, бар донъяһын онота алған Ғариф, өйгә Шәүрә килгәне бирле бығаса таныш булмаған тойғолар менән ғазаплана ине. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, йәш тол ҡатын уның уйынан сыҡманы. Шәүрә килендең сихри ҡарашлы күҙҙәрен тағы ла күргеһе килде. Бер өй эсендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, тәү күреүҙә үк үҙен әсир иткән шул күҙҙәрҙе һағынды. Әммә һәр саҡ яулыҡ бөркәнеп йөрөгән Шәүрә, нисектер, уға үҙенең йөҙөн башҡаса күрһәтмәне...

* * *

– Сабылған бесән кипкәндер инде. Иртәгә күмәкләшеп барып йыйып килергә ине, еңгә, – тине бер нисә көндән Сабир. – Мин Сәбилә киленеңде лә алам. Рөхсәт итһәң ни, Шәүрә килен дә беҙҙең менән ҡырға барыр. Көндәр буйына өйҙә ултырғансы, әҙ булһа ла ҡырҙа йөрөп, күңеле асылып ҡайтыр. Сәбилә менән дуҫлашып та алғандар...

– Бармай ни, барһын, әлбиттә, – тине Мөслимә. – Йәш ваҡытта ни, мин дә бесәнгә йөрөй торғайным. Ҡырҙа күмәкләшеп йөрөү бигерәк тә күңелле була бит ул.

Был турала ишеткән Шәүрә эстән генә бик шатланды. Кисен аш-һыу тирәһендә лә бик ирәбе йөрөнө. Ҡомғандан һыу ҡойоп, ҡулын йыуҙырғанда, һәр саҡ яулығының тар ғына еге аша ҡарап йөрөгән Шәүрә, битен бер аҙ аса биреп, ергә эйелеп йыуынып торған Ғарифҡа тағы иғтибар итте. Ҡарағайҙай мыҡты кәүҙәле, һылыу йөҙлө ҡайынеҙнәһенең еңдәрен һыҙғанған көслө беләктәренә һәм уны тағы ла матурлап торған яурынтаҡ һынына бар донъяһын онотоп ҡарап торҙо.

– Атайым ҡулын йыуып бөттө бит, нишләп һаман һыуыңды ағыҙып тораһың? – тип, яҡында ҡарап торған Кәлимулланың ҡысҡырып ебәргәненә Шәүрә тертләп китте. Тиҙ генә ҡомғанын күтәреп, Ғарифтың ҡулына таҫтамал тотторҙо. Таҫтамалын алған арала Ғариф йөҙө яртылаш асылған йәш киленгә күтәрелеп ҡараны. Шәүрә оялышынан битен яңынан ҡаплап, өйгә йүгереп инеп китте.

Шәүрәнең ҡарашы менән Ғариф бары тик икенсе мәртәбә генә осрашты. Ошо минуттан ул инде гүйә бөтөнләйгә аҡылын юғалтты. Ошо көндән алып уның уйҙары аҡылына буйһонорға теләмәй, тик йөрәк ҡушыуы буйынса ғына йөрөнө. Ә йөрәге донъяла Шәүрәнән башҡа кешене бар тип тә белмәне...

Был төндө Шәүрә лә бик оҙаҡ йоҡлап китә алмай аҙапланды. Ҡайынеҙнәһе уның күҙ алдынан китмәне. Нисек кенә тырышһа ла, йәш ҡатын үҙенең йыш-йыш типкән йөрәген тынысландыра алмай, һаман ул-был яғына борғоланып ятты. Бығаса таныш булмаған ниндәйҙер рәхәт хистәр менән тулған күңеле шул уҡ ваҡытта тәрән ғазап кисерә һымаҡ ине. Ғәжәп. Уға шул тиклем рәхәт, әммә шул уҡ ваҡытта бик тә ҡыйын... Улай ҙа була икән... «Әстәғәфирулла, кит, кеше үҙенең ҡайынеҙнәһе тураһында шулай уйланалыр шул...» тип, үҙ-үҙенән оялып китте Шәүрә, тағы ла уң яғына әйләнеп, эстән генә доғалар уҡып ятты. Әммә беләктәрен һыҙғанып ҡул йыуып торған Ғариф барыбер уның күҙ алдында торҙо. Ул ошо мәлдә төпкө бүлмәлә, моғайын, үҙенең бисәһе менән ҡосаҡлашып рәхәтләнеп йоҡлайҙыр. Бер туҡтауһыҙ күңеленә килгән әллә ниндәй сыуалсыҡ уйҙарын ҡыуып ебәрергә тырышты. Йоҡлаһындар. Һәр кемдең үҙенең хәләл ефете менән йоҡларға хаҡы бар. Шәүрә ҡайынбикәләре йоҡлаған бүлмәнең ишегенә ҡараны. Уның күңелен әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан, бығаса һис бер ваҡытта тойғаны булмаған көнләшеү хистәре әкренләп баҫып бара ине. «Ни хаҡың бар һинең көнләшергә?» – тине ул тағы үҙ-үҙенә. Әммә йөрәгенән яҙғы ташҡын кеүек урғылып сыҡҡан көслө хистәре бөтөнләйгә уға бойһонорға теләмәне...

Уҙған ғүмере Шәүрәнең күҙ алдынан үтте. Бала саҡтан уҡ ата-әсәһенән етем ҡалып, ағаһы менән еңгәһе ҡулында үҫте. Ул үҫеп етеүгә яҡын-тирәлә уның һылыулығына һоҡланмаған кеше ҡалманы. Үҙҙәренең ауылынан ғына түгел, күрше ауылдарҙан да һоратып яусылар килә башланы. Ләкин, ҡайһы берәүҙәрҙең әллә күпме мал бирергә вәғәҙә итеүенә лә ҡарамаҫтан, Шәүрәнең ағаһы уларҙың береһе менән дә ризалашманы. Һеңлеһен, үҙенсә, бик яҡшы кешегә бирергә хыяллана ине ул. Ваҡыт үтеү менән яҡшы кешеһе лә табылды. Ул – Байыҡ ауылынан Шәрифйән исемле йыуаш ҡына егет ине. Төҫкә-башҡа ла арыу ғына, тик үтә сибек был егет бик тә ярлы ине. Был турала һүҙ ҡуҙғатҡан күрше-күләнгә: «Ярар, сибеклеге – бөтөр, байлығы – табылыр», – тине Шәүрәнең ағаһы. Оҙаҡламай, үҙҙәренсә туй яһап, ҡыҙҙы Байыҡ ауылына оҙаттылар. Бергә йәшәгән дәүерҙә иренән һис бер ауыр һүҙ ишеткәне булманы Шәүрәнең. Шулай тыныс ҡына йәшәй бирҙеләр. Ваҡыт үтеү менән, ағаһы туйға бүләк иткән танаһы һыйыр булып китте. Әҙ булһа ла ваҡ малдары ла үрсей башланы. Тик Шәрифйән генә һауыға алманы, киреһенсә, көндән-көн насарая барҙы. Иренә ҡарата бер ҡасан да һөйөү тойғоһо булмауға ҡарамаҫтан, Шәүрә уға һәр саҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Һуңғы минутҡа тиклем Шәрифйәненең янынан китмәне. Ире алдында ла, намыҫы алдында ла Шәүрәнең күңеле саф. Үҙенең ҡатынлыҡ бурысын тулыһынса үтәне. Выжданы ғазапламай уны. Ошо уйҙарҙан һуң Шәүрәгә бер аҙ еңел һымағыраҡ булып ҡалды.

...Ҡарашы тағы ла теге ишеккә төштө. Йөрәген өтөп барған көнсөллөк тойғолары таңға тиклем уны йоҡлатманы...

Был төндө Шәүрәнән башҡа тағы берәү йоҡоһоҙ үткәрҙе. Ул, көндәгесә, еңгәһенең тәненә яңылыш ҡына тейеп алыуҙан ҡурҡып, унан алыҫыраҡ ятырға тырышҡан Ғариф ине. Үҙен ситлеккә бикләнгән ҡош һымаҡ тойҙо ул. Кеше бәхетенә ҡапма-ҡаршы булған йолалар барлығына күңеле әрнене. Әй, Шәүрәкәй, нишләп кенә бынан бер нисә йыл элек осраманың һин Ғарифҡа? Иҫ китерлек гүзәллегеңде ни өсөн ул – егет, ә һин ҡыҙ сағыңда күреп һоҡланырға яҙмаған уға?.. Ғүмер буйы тик һине генә уйлап, янып-көйөп йәшәргә яҙғанмы икән? Һинең күҙҙәреңә бер ҡарар өсөн генә бөтә байлығын бирер ине ул. Хәйер, нимә ул – байлыҡ? Әгәр байлыҡ бәхет килтерә торған булһа, бөтә бай кешеләр ҙә бәхетле булыр ине... Тормошта бер ҙә генә улай түгел шул. Бына Сабирйән менән Сәбилә, ярлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, бәхетлеләр. Хоҙай уларҙы донъя малынан мәхрүм итһә лә, тиң мөхәббәт биргән. Бер иш аҡҡоштар кеүек, бер-береһе менән теләгәнсә һөйләшәләр, серләшәләр. Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә улар араһында кәртә булып тормай. «Эй, атай, нишләттең һин мине? Ни өсөн үҙ ихтыярымдан тыш мине ҡарт еңгәмә хәләл ефет булырға мәжбүр иттең? Әгәр ғәзиз улың ошо донъяла бәхетле булһа, һиңә насар булыр инеме ни, атай? Өҫтәүенә, тормош юлыма Шәүрә – гүзәл зат осраны. Ул ғына ла түгел, йөрәгемде бөтөнләйгә яулап ала башланы. Уның өсөн йөрәгемдең буш урыны бар ине бит, атай. Мин буйҙаҡ инем. Еңгә ҡуйынына һалып, минең ҡул-аяҡтарымды бығауланың...» Атаһына рәнйеүе нисек кенә көслө булһа ла, үҙе лә ҡасандыр йәш сағында боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙең ҡорбаны булған атаһын йәлләп тә ҡуйҙы. Уйҙары тағы Шәүрәгә күсте. Шәүрә... Ғарифтың күҙ ҡараштарын һиҙҙеме икән? Хәйер, ни өсөн ул тиктомалдан буйҙаҡ булмаған ҡайынеҙнәһенә иғтибар итергә тейеш әле...

Таңға ҡәҙәр Ғарифты ла йоҡо алманы.

Кистән һарыҡтарын Хаммат байҙың көтөүсеһе Сөләймәнгә ваҡытлыса тапшырып ҡуйған Сабир таң менән тороп, ике арбаға аттар екте. Уның көтөүгә йөрөй торған ҡола бейәһе – ауыр йөк арбаһына, ә еңелерәк арбаға Ғарифтың туры айғыры егелде. Ғариф кистән үк: «Сабир, мин дә иртәгә һеҙҙең менән бесәнгә барырға булдым. Миңә лә егеүле ат әҙерләп ҡуй әле», – тип әйтеп ҡуйғайны.

Һәнәк, тырмаларҙы Сабир үҙенең арбаһына тейәне. Ә хужаһы арбаһының төбөнә йәш бесән йәйҙе. Барыһы ла әҙер булғас:

– Әйҙәгеҙ, ылауҙар әҙер, хәҙер юлға сыҡһаҡ та була, – тине.

Сабир менән Сәбилә йөк арбаһына ултырҙы. Улар менән бесәнгә барырға йыйынып, ҡайһы арбаға ултырырға икән, тип икеләнеберәк торған Шәүрәгә Ғариф:

– Килен, әйҙә, ултыр минең арбаға, урын етерлек бит, – тип көлдө.

Ғәҙәттәгесә, яулыҡ менән битен ҡаплап, Шәүрә ҡыйыуһыҙ ғына арба ситенә килеп ултырҙы.

– Төпкәрәк ултыр, килен, юғиһә, төшөп ҡалырһың. Аллам һаҡлаһын, унан ҡайынбикәң алдында яуаплы булып торормон. Киленемде ҡайҙа юғалтып ҡалдырҙың, тип башымды ашар, – тип шаяртты Ғариф. Шәүрә бер ни ҙә өндәшмәне, бер аҙ арба төбөнәрәк, Ғарифҡа яҡыныраҡ шылып ултырҙы.

Сыбыртҡы белмәгән шәп атты еңелсә генә юрттырып, бесәнлеккә ҡарай юл алдылар. Уларҙан бер аҙ алдараҡ ҡуҙғалған Сабирҙарҙың ылауы инде ауылдан сығып, үҙәк артына йәшеренә лә башлағайны.

Ҡырҙағы матур тәбиғәткә һоҡланып, ҡоштар һайрауын тыңлай-тыңлай, Ғариф менән Шәүрә оҙаҡ ҡына бер ни ҙә һөйләшмәй барҙы. Улар икеһе лә ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә ине буғай. Тауышланып әйткән берәй һүҙҙең ана шундай ләззәтле уйҙарын яңылыш ҡына емереп ҡуйыуынан ҡурҡҡан һымаҡ, өнһөҙ генә юлдарын дауам иттеләр.

Ғарифтың унда-бында яңылыш ҡына иңбашына ҡағылып алыуынан Шәүрәгә тылсымлы, рәхәт йылылыҡ килгән һымаҡ. Шундай йомшаҡ ҡына ҡағылыуҙан йәш ҡатындың тәндәре сымырҙап китә. Шәүрә бер аҙ тартынғандай, ситкәрәк шылып ултырған булды.

Әммә үҙе Ғарифтың тән йылыһын тағы, тағы ла тойғоһо килә ине.

– Нишләп улай бик ситкә шылып киттең, килен? – тине Ғариф уға боролоп йылмайып ҡарап. – Әйттем бит, төшөп ҡалырһың, тип. Әллә тешләшер тип ҡурҡаһыңмы?

– Юҡсы, ҡурҡмайымсы... – тине Шәүрә йөҙөн йәшереп. Ҡайынеҙнәһе менән йәнәш ултырып барыуы шундай рәхәт! Унан бер генә һүҙ ишетеү ҙә Шәүрәнең бөтә донъяһын оноттора. Ниндәй яғымлы уның тауышы! Шундай кешең һәр саҡ яныңда булһа, был донъяла башҡа тағы ла ни кәрәк? Тик Шәүрә – кем уның өсөн? Шәүрә тураһында уйлап та бирмәйҙер әле. Әлбиттә, ҡартыраҡ ҡына булһа ла, уның тыу бейәләй уйнаҡлап торған бисәһе бар...

Шул саҡ арба келтерҙәгән тауышҡа ҡушылып, Ғариф бығаса таныш булмаған, әммә бик моңло көйлө йырҙы әкрен генә һуҙып ебәрҙе:

Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош

Ыласын ғына тиһәм дә биле ала.

Эскенәйем тулып, ай, ут яна.

Һүнһен дә тиһәм, бүтән ни ҡала?

Был йырҙың көйө лә, һүҙҙәре лә әле генә барлыҡҡа килеп, Ғарифтың мөхәббәт хистәре менән тулған йөрәгенән үҙенән-үҙе ағылды. Тәрән, төҙәлмәҫлек яра һалып, был илаһи моң Шәүрәнең күңеленә, йәне-тәненә үтеп инә барҙы. Ә тауышы ла тауышы! Сихырланған кешеләй, күпмелер ваҡытҡа хатта Шәүрәнең тын алышы ла туҡталғандай булды. Ҡыҙ сағында Шәүрә лә бик матур йырлай торғайны. Ауылда уның матурлығы тураһында ғына түгел, сәсән һәм оҫта йырсы тигән даны ла таралғайны. Ғарифтың йыры шундуҡ отоп алынып, Шәүрәнең йөрәгенең иң түренә инеп урынлашты. «Уның эсендә лә ут яна... Тик кем өсөн генә яна икән, беләһе ине?..» тип уйланды Шәүрә.

Татлы хистәренә бирелгән Ғариф йырының көйөн һүҙһеҙ генә көйләүен дауам итте. Бар тирәләге тәбиғәт, бөтә донъя бөгөн уға ғәҙәттәгенән матур булып тойолдо. Сөнки ошо донъяға йәм өҫтәп, уның янында һылыуҙарҙан һылыу Шәүрә ултырып бара...

Бесән йыйып, күбә һалған саҡта ла Ғариф һәр ваҡыт Шәүрә янында булырға тырышты. Ә уның эре-эре күтәремләп бесән ташлауҙарына Шәүрә һоҡланып бөтә алманы. Янында шундай көслө ир барын тойоу Шәүрәгә рәхәт ине. Ҡайһы берҙә уларҙың ҡараштары осраша. Шул ваҡытта Шәүрә күҙҙәрен йәшерергә тырыша. Ә Ғариф, киреһенсә, Шәүрәнән күҙҙәрен алмай. Унан башҡа был яланда тағы бүтән кешеләр ҙә бар икәнен дә онота. Шулай, йәйге оҙайлы көндөң нисек үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.

Бесәндән ҡайтҡан саҡта улар бер-береһенә булған иң яҡшы хистәренән эстән генә янып, бер-беренә һүҙ ҙә өндәшергә ҡыймай, юл буйы бер ни ҙә һөйләшмәнеләр. Ғәҙәттәгесә, алдағы ылауҙа барған Сабир ҡатынынан:

– Ғариф менән Шәүрә араһында бер ни ҙә һиҙмәнеңме, әсәһе? – тип һорап ҡуйҙы.

– Юҡсы... – тине Сәбилә.

– Бер-береһенә ғашиҡ булған һымаҡ тойолдолар улар миңә, – тине Сабир. – Ғариф Шәүрәгә шундай итеп, йоторҙай булып ҡарай. Шул уҡ ваҡытта, Шәүрәнең ҡарашында ла ниндәйҙер мәғәнә бар һымаҡ...

– Китсе, атаһы, Ғарифтың бисәһе бар бит. Өҫтәүенә, Шәүрә – килен кеше... Булмаҫ. Әллә үҙең дә Шәүрәнән күҙеңде ала алмай йөрөнөңмө? – тип көлдө Сәбилә.

– Әллә, әсәһе, үҙемдең һиҙемләүемде генә әйттем, – тине Сабир ҡатынының шаяртыу һүҙҙәренә иғтибар итмәй. Башҡаса был турала һөйләшмәнеләр.

– Бай исемен йөрөтөп, ялсылары менән бергә бесән эшләп йөрөгән кешене тәүгә күрәм, әстәғәфируллаһ, – тип ҡаршы алды ирен Мөслимә. – Көсөн ташып барамы әллә?

– Ташып бара, әсәһе, – тине Ғариф дәртле итеп. – Ҡана, берәй туҫтаҡ һалҡын ғына ҡымыҙ бир, һыуһаттырҙы.

Ғарифтың кәйефе бик яҡшы ине. Эштән арып ҡайтҡан тип уйламаҫһың да.

– Бөгөн ҡайным инеп сыҡты, – тине Мөслимә, әкрен генә тауыш менән, ниндәйҙер шомло хәбәр әйтергә теләгәндәй.

– Атайым? Ниндәй йомош менән ингән һун? – Ишек төбөндә ултырған Ғариф һыңар итеген генә сискән килеш туҡтап ҡалды.

Алғы өйҙөң урындығында ашъяулыҡҡа табын әҙерләп йөрөгән Мөслимә мөйөштә мышнап ятҡан Кәлимуллаға күрһәтте:

– Ҡайным бына ошо малайға кәләш әпирергә кәрәк, ти.

– Кәлимуллағамы? – Ғариф, йылан саҡҡандай, ултырған урынынан һикереп торҙо. – Нисек?..

– Эйе. Кәлимуллаға. Тик бигүк шаулама, баланы уятырһың...

– Бала ғына бит әле ул, китсе, булмаҫ, – тип һөйләнде Ғариф. – Атай ҡарт шаяртҡандыр ул, – тине көлөмһөрәп.

– Шаяртыу ҡайҙа ул. Ысын, шулай тине...

– Ә кемде алып бирергә уйлай һун ул ейәненә?

– Шәүрә киленде.

– Кемде? Шәүрә киленде?.. – Әле генә ишеткән хәбәргә ышанғыһы килмәй ҡабатлап һораны Ғариф.

– Эйе. Килен булғас – закунлы килен булһын, ти. Һаман да шул әлеге ата-бабаларҙан ҡалған йоланы боҙмайыҡ, ти. Килен уңған ғына күренә, ситкә ебәрергә ярамай, ти.

– Шәүрә һис тә риза булмаҫ быға...

– Кем уның ризалығын һорап торһон инде. Һине миңә көсләп ҡушҡанда беҙҙең ризалығыбыҙҙы һоранылармы һун?

Ғариф көйөп китте:

– Эх, атай, атай, беҙҙе бәхетһеҙ итеүе етмәгән, тағы Шәүрә килендең бәхетенә ҡул һалырға йыйына. Ярай, Кәлимулла – тинтәк, бер ни ҙә аңламай. Ә бына сәскә кеүек сағында Шәүрә килен әрәм генә була инде...

– Мин дә ҡайныма шул турала әйттем дә ул...

Ҡайнаған самауыр күтәреп тыштан Шәүрә килеп инде. Килеп инеү менән Ғарифтан оялып, башын ситкә борҙо. Әммә йөҙө шат икәне һиҙелә. Бик килештереп башына ябынған аҡ яулығы, эре сәскәле, итәктәренә матур итеп йылтлап торған ебәк таҫмалар тегелгән күлдәге, төрлө тәнкәләр һәм уҡалар менән биҙәлгән, нескә билен еңелсә һығып торған йәшел камзулы Шәүрәнең унһыҙ ҙа таң ҡалырлаҡ сибәр йөҙөн тағы ла матурыраҡ итеп күрһәтә һымаҡ. Ҡайынбикәһе алдында үҙен ни өсөндөр ғәйепле итеп тойҙо.

– Әйҙә, килен, үҙен дә ултыр, сәй эсергә. Арып та киткәнһеңдер. Бесән эше еңел түгел бит ул, – тип һөйләнә-һөйләнә Мөслимә ҡытай сәйнүгенән сынаяҡтарға сәй яһай башланы. Шәүрә башҡаса Ғариф яғына боролоп ҡарамаҫҡа тырышты.

Күп тә тормай, ауылда «Сәмиғулла ҡарт ун ике йәшлек ейәненә Шәүрәне килен итеп алып бирә икән», тигән хәбәр таралды. Кәлимулланы урамда үҙенең йәштәштәре уйынға алмайҙар ине. Сөнки барыһы ла уны тинтәк тип һанай. Шуның өсөн дә ул һәр саҡ үҙенән өс-дүрт йәшкә кесерәк балалар менән уйнай. Балалар ҙа уны тулы исеме менән атамай, «Кәлим», тип кенә йөрөтә. Был исемгә Кәлимулла үҙе лә өйрәнеп бөткән. Аң үҫеше буйынса ул тап ана шул ете-һигеҙ йәштәге балаларҙан да артыҡ түгел. Шулар менән бергә уйнап, улар кеүек көн дә күлдәк-ыштанын бысратып өйгә ҡайта.

Бер көн Кәлимулла өйгә ҡысҡырып илап килеп инде.

– Әсә-ә-әй, башҡаса мин Байморат менән уйнамайы-ы-ым! – тип бауылданы ул.

– Ни булды, улым? Ул һиңә һуҡтымы әллә?

– Ю-у-уҡ, ул мине үсекләй.

– Ҡалайтып үсекләй һун?

– «Кәлим-кейәү», тип эләклә-ә-әй, – тип Кәлимулла тағы ла нығыраҡ ҡысҡырып иларға тотондо.

Мөслимә улын йыуатты.

– Ярар, улым, бушҡа илама. – Улын ҡосаҡлап алды, үҙенең күҙҙәренә йәш тулды. Нисек итеп шундай сабый баланы өйләндереп, унһыҙ ҙа тулы булмаған күңелен өҙгәләргә инде? Һис бер гонаһы булмаған сабыйҙы мыҫҡыллау була бит был. «Эй, ҡайным, ни өсөн беҙҙең барыбыҙҙы ла шулай ҡайғырып, ут йотоп йәшәргә мәжбүр итәһең? Кәлимуллаға, бәлки, бер ҡасан да оло кеше булырға ла насип булмаҫ. Сөнки уны Тәңре ғүмере буйына сабый булып йәшәр өсөн яратҡан...» Ғәзиз улы өсөн ҡайғырып тәү тапҡыр ғына иламай Мөслимә.

...Көндәр әле ярайһы ғына йылы булып торһа ла, таңға табан һыуыта башлауына ҡарап, йәй үтеп барғанын һиҙергә була. Хужалыҡ мәшәҡәттәренә сумып, Мөслимә тирә-йүнендә ниндәй хәлдәр булыуына ла иғтибар итмәне. Йә Сабирға, йә Сәбиләгә берәй эш ҡуша. Уңың шулай хужабикәлек һәләте арҡаһында Шәүрә лә эшһеҙлектән интекмәй. Бала сағынан эшкә өйрәнгәнгә күрә, Мөслимә йыш ҡына ең һыҙғанып өй эштәренә үҙе лә керешеп китә. Ә Кәлимулла, ғәҙәтенсә, уйын менән мәшғүл булып, һыу буйынан ҡайтышмай.

Шәүрә менән Ғариф осрашҡан арала бер-береһенә мөхәббәтле ҡараштар менән күҙ атып, икеһе лә эстән генә янып йөрөнө. Уларҙың эсендәге көслө ялҡын бына-бына тышҡа бәреп сығыр һымаҡ.

* * *

Сәмиғулла ҡарт был юлы ла оҙаҡ көттөрмәне. Бер көн ул улын өйөнә саҡырып алды.

– Ғарифйән улым, – тине ул иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һун. – Мин һине бер эш буйынса саҡырғайным әле. Әле, үҙен ҡырҙа саҡта ул турала Мөслимә киленгә лә аңғартҡайным.

– Ниндәй эш ул, атай? – тигән булды Ғариф, ни хаҡта һүҙ барырын һиҙенһә лә.

– Әүәлдән ҡалған йола буйынса, ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ торорға тейеш түгел икәне үҙеңә мәғлүмдер...

– Шунан?

– Шәүрә киленде һис кисекмәҫтән кейәүгә бирергә кәрәк.

– Кемгә?

– Кемгә тип ни, килен әйткәндер инде. Үҙ кешеңде ситкә ебәреп булмай бит. Беҙ уны Кәлимуллаға никахлап ҡуйырға бурыслыбыҙ.

– Бәй, атай, Кәлимулла бала ғына бит әле. Аҡылға ла зәғиферәк...

– Ырыуҙың ҡотон ебәрергә ярамай, улым. Шәүрә бик яҡшы килен булыр. Уңған ғына күренә түгелме һун? Әҙ генә булһа ла мал-тыуары бар.

– Эш малдамы ни, атай...

– Малда ғына түгел, әлбиттә. Шәүрә – уңған килен тим бит. Үҙегеҙгә, Мөслимә киленгә ярҙамсы ла булыр.

– Атай, килен булһа ла, Шәүрә – әҙәм балаһы бит. Уның күңелен уйламаныңмы ни?

– Уның күңеле тип ни, үҙен ситкә типмәгән өсөн ул беҙгә рәхмәттәр генә уҡырға тейеш...

– Юҡ, атай, ул беҙгә ләғнәттәр генә уҡыясаҡ. Әҙәм балаһын бәхетһеҙ яһап, Аллаһ алдында гонаһлы булмайыҡ.

Сәмиғулла ҡарт ҡыҙып китте.

– Йомортҡа тауыҡҡа өйрәткән шикелле, миңә аҡыл өйрәтеп ултырма, малай аҡтығы! Етмештән уҙып, һинән аҡыл һорап ултырмаҫмын инде. Киленгә әйт, киләһе йомаға әҙерләнә торһон. Ейәнемде башлы-күҙле итмәй тороп, гүргә керәсәгем юҡ, – ул ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы.

– Атай, һин үлергә йыйынмайһың бит, нишләп ундай һүҙҙәр һөйләйһең?

– Үҙеңде Мөслимә килен менән өйләндергәндә лә ҡаршылашып маташа инең. Ә бына хәҙер деү теттереп йәшәп ятаһығыҙ.

– Эйе шул, атай, бик шәп йәшәп ятабыҙ, – тип асыуланып көлдө Ғариф. Башҡаса атаһы менән бәхәсләшеү мәғәнәһеҙ икәнен аңланы.

– Шулай булғас, бар, әйткәнде эшлә!

Ғариф бүтәнсә бер ни ҙә өндәшмәй, башын аҫҡа эйеп, атаһының өйөнән сығып китте. Шул ваҡытта уға атаһы, башҡаларҙан ҡыҙғанып, үҙ балаларын тотоп ашаған йәнлекте хәтерләтте. Ғарифтың әсәһе Мәҙинә әбей был юлы ирҙәрҙең һүҙенә ҡыҫылманы. Ғүмер буйы иренә бер һүҙһеҙ бойһоноп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың әйтер һүҙҙәре лә бар ине, әлбиттә. Әммә ире уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып торамы һун инде...

Иртәгеһен Ғариф таң менән тороп Әхмәҙулла муллаға китте. Кешеләр менән алсаҡ һәм аҡыллы һөйләшеүе, хәйер-саҙаҡаға ҡомһоҙ булмауы, уҡы-мышлылығы һәм башҡа бик күп яҡшы сифаттары өсөн Ғариф был йәш мулланы бик тә хөрмәт итә ине.

– Йә, Ғарифйән ҡусты, ни йомош менән килеп сыҡтың? – тип һораны Әхмәҙулла мулла иҫәнлек-һаулыҡ, хәл-әхүәл һорашҡандан һун.

– Әле кәңәш һорарға тип килгәйнем, мулла ағай, – тине Ғариф бер аҙ уңайһыҙланғандай. – Һин ҙур уҡыуҙы уҡып ҡайтҡан, тиҙәр...

– Әйҙә, ҡустым, рәхим итеп бир һорауыңды. Хәлемсә яуап бирергә тырышырмын.

Ғариф кисә атаһы менән ни Һөйләшкәндәрен муллаға ҡыҫҡаса аңғартып бирҙе. Ғарифты бик иғтибар менән тыңлап бөткәс, Әхмәҙулла мулла күҙҙәрен ярым йомған килеш, бер аҙ уйланып ултырҙы.

– Бына нәмә, Ғариф туғаным, үҙеңә Мөслимә еңгәңде көсләп алып биреү дөрөҫ булмаған кеүек, аҡылға зәғиф, өҫтәүенә, бәлиғ булмаған сабыйға Шәүрә киленде никахлау – шәриғәт ҡушмаған эш булыр. Мин үҙем Аллаһ алдында гонаһлы булып, бындай никахты уҡыуҙан ҡырҡа баш тартыр инем. Әммә, үкенескә ҡаршы, күп кенә муллаларыбыҙ ошо мәсьәләлә үҙҙәренең белемһеҙлеген күрһәтә. Ә ҡайһы берәүҙәрҙе байҙарҙың мул ғына биргән хәйер-саҙаҡаһы ылыҡтырыуы ла барҙыр... Атайың – Сәмиғулла олатай Мөслимә еңгә менән һиңә никах уҡырға ла мине өгөтләп ҡарағайны. Әммә мин быға риза булманым. Ә бынан ары ул миңә бындай һорауҙар менән килеүе – икеле... Ихтимал, тағы ла Хәлфитдин хәҙрәтте саҡырыр. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡустым, был ауыл муллалары мине бигүк яратып та етмәй. Шуның өсөн дә бик оҙаҡҡа ла һуҙып тормаҫтан, үҙемдең тыуған ауылыма – Фәйзуллаға ҡайтып китергә уйлап торам әле...

* * *

Кәлимуллаға кейәүгә бирергә йыйыныуҙары тураһында әллә ҡасан уҡ ишеткән Шәүрәнең ни өсөндөр был хәбәргә ышанғыһы килмәгәйне. Мөслимә ҡайынбикәһе ҡайныһының шул ҡарары ысын икәнде әйткәс тә Шәүрә ҡайғыға батты. Ғүмер буйы шулай бәхетһеҙ булып йәшәргә яҙғанмы икән уға? Иренең үлеү хәсрәтен онотоуға, уны тағы бер ҡайғы көтөп торған икән. Ярар ине, Кәлимуллаһы аҡылға камил булһа, үҙе ҡарап үҫтереп алыр ине. Исмаһам, шундай өмөт тә юҡ бит. Ә Ғариф... Уйыңа килеү менән бөтә донъяңды оноттора торған берҙән-бер кеше. Ул – ҡайны булырға тейеш! Шәүрәнең башы әйләнеп китте, ҡолаҡтары шауланы.

– Уф, Аллам, – тип уфтанды Шәүрә. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне.

– Беҙҙең яҙмыш шулайҙыр инде, килен, ни хәл итәһең инде, – тине Мөслимә. Был йортта ҡайнымдың һүҙенән сығып булмай шул. Мин үҙем дә, Ғариф та һинең кеүек ирекһеҙлеккә дусар ителгән кешеләрбеҙ бит. Был фани донъяла ыҙалыҡтар күргән кеше, теге донъяға барғас бәхетле булыр, ти. Үтә ҡайғырма һин, килен, түҙергә тырыш. Беҙ һине ҡыйырһытмабыҙ. – Килене-нең арҡаһынан һөйҙө. Бергә йәшәгән ваҡыт эсендә ҡыҙы кеүек яратып өлгөргәйне Мөслимә киленен.

Сабир менән Сәбилә, ҡасандыр «ер емертеп» баҫып йөрөгән, хатта ҡайсаҡ екеренергә лә яратҡан «уҫал Мөслимә»нең башына ҡайғы төшкән һайын, күҙ алдында тиерлек йыуашлана, рәхимлерәк була барыуына ғәжәпләнә ине. Ялсылыры фекерләүенсә, Мөслимәне алмаштырып ҡуялармы ни! Унан да изге кеше юҡ һымаҡ... Кәлимулла бер көн әсәһенә:

– Әсәй, миңә Шәүрә еңгәйҙе кәләш итеп әпирмәгеҙ! – тине.

– Нишләп улай тиһең, улым? – тип һораны әсәһе.

– Ул ҡул йыуҙыра белмәй, – тип, ғәҙәтенсә танауын соҡой-соҡой бер урында тапанды Кәлимулла.

– Бәй, нишләп йыуҙыра белмәһен ти? Еңгәң бөтә нәмәне лә эшләй беләсе.

– Юҡ, белмәй, – тип һаман ныҡышты малай. – Мин үҙем күреп торҙом. Атайымдың ҡулын йыуҙырғанда, Шәүрә еңгәм атайыма текләп алған да, ҡомғандағы һыуҙы ергә ҡойоп тик тора...

Быны ишетеп, түрбашта ниҙер эшләп йөрөгән Шәүрә, сикәләре ҡыҙарып, оялып китте. «Тинтәк булһа ла бик иғтибарлы ғына әле ул», тип уйлап ҡуйҙы. Был малайҙан тағы ла әллә ниҙәр ишетмәҫ өсөн йәһәт кенә тышҡа сығып китеү яғын ҡараны. Ә Мөслимә улының был һүҙҙәренә әллә ни әһәмиәт бирмәгәндәй, көлөп кенә ҡуйҙы.

– Өйрәнер еңгәң, ҡул йыуҙырырға ла өйрәнер. Йәш бит әле, – тигән булды.

– Ә өйрәнмәһә, мин уны һары тал менән ярырмын, эйеме, әсәй, – тип һөйләнеүен дауам итте малай.

– Аһ, аһ, улым, уны һиңә кем өйрәтте?

– Түбәнге остағы Сибәғәт ағай әйтте, – тине баянан бирле танауынан бармағын ала алмаған Кәлимулла. – Бисәне кеше шулайтып өйрәтә, тине.

Мөслимә күҙ йәштәре аша улының һүҙҙәренә көлдө лә:

– Ярай, бар, балам, тышҡа сығып ин дә йоҡларға ят, – тип улын тышҡа сығарып ебәрҙе.

Бер аҙҙан Кәлимулла: «Әсәй, атайым ҡайтты. Арыған. Ҡымыҙ һорай. Үҙе тышта аты янында», – тип, ыш-быш тын алып килеп инде.

– Бар әле, килен, ана ҡайынеҙнәңә ҡымыҙ сығарып бир, – тип Мөслимә килененә бойорҙо. Шәүрә ағас туҫтаҡҡа мөлдөрәмә тултырып ҡымыҙ һалып, тышҡа алып сыҡты.

– Ҡымыҙҙы тик үҙең генә алып сығырыңды күңелем һиҙенгәйне, килен, – тип йылмайып ҡаршы алды уны Ғариф.

– Ниңә, мин алып сығыу насармы әллә? – тигән булды Шәүрә, уның бит остары алһыуланды.

– Юҡ, киреһенсә, Шәүрәкәй. Һинең ҡулыңдан ҡымыҙ эсеү – минең өсөн зәм-зәм һыуы эсеү менән бер. Ғүмерем буйы тик һинең ҡулыңдан ғына алып ашар һәм эсер инем, Шәүрә, – тине Ғариф. Тулҡынланыуҙан уның йөрәге күкрәк ситлеген ватып сығырҙай булып йыш-йыш тибә ине.

Ғарифтың шундай ялҡынлы һүҙҙәренә Шәүрәнең башы әйләнде. Телен йотҡандай, ни әйтергә лә белмәне. Йүгереп өйгә инеп китте. Шүрәнең күңеле үтә лә шатлыҡлы хистәр менән тулы ине. Сөнки әле генә Ғарифтың үҙенә айырыуса ҡарашта икәнен белде ул! Ғарифтың да эсендә уға ҡарата мөхәббәт уты яна!.. Бесәнгә барғанда йырлаған моңло йыры фәҡәт уға ғына бағышланғандыр...

Йүгереп инеп барышлай, Шәүрә ишек тупһаһына абынып, саҡ-саҡ йығылып китмәне.

– Атаҡ-атаҡ, ни булды, килен? Әллә берәй нәмәнән ҡурҡтыңмы? – тип һораны Мөслимә килененең абына-һөрөнә инеп килгәнен күреп.

– Юҡ, ҡайынбикә, былай ғына, – тине Шәүрә. Уның шатлыҡ тулған йөҙө ҡайынбикәһенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Шәүрә ике ҡулы менән битен ҡаплап, шаршау артына инеп китте.

* * *

Йома көндө, Сәмиғулла ҡарт әйткәнсә, Шәүрә менән Кәлимуллаға никах уҡынылар. Шул көндән алып Ғариф Шәүрәгә – ҡайны, ә Мөслимә ҡәйнә булып киттеләр. Шәүрә ҡайғыһынан көн-төн иланы-иланы ла, яҙмышына ризалашып, күпмелер ваҡыттан һуң бер аҙ тыныслана төштө. Дөрөҫөрәге, тыныс күренергә тырышты. Әммә хәҙер инде үҙенә ҡайны булған Ғариф тураһындағы уйҙар уға бер минутҡа ла тынғылыҡ бирмәне. Кәлимуллаһына төрлө-төрлө әкиәттәр һөйләп йоҡлатҡандан һуң, Шәүрә үҙе төндәр буйы йоҡлай алмай сыға ине. Кәлимулла менән үҙенә никах уҡылған кистәге ҡайныһының һағышлы йөҙө һаман уның күҙ алдынан китмәне.

Балалар ғына түгел, ә ҡайһы бер шаяныраҡ оло ағайҙар ҙа меҫкен Кәлимулланы урамда осратҡан арала мәрәкәләп китә торған булып китте. Бер көндө әлеге Сибәғәт:

– Кәлим ҡустым, хәҙер һин ҙур кеше булдың инде, – тигән булды мут йылмайып. – Кәләш менән йоҡлауы нисек? Рәхәтме?

– Рәхәт, Сибәғәт ағай. Кәләштең арҡаһы йылы була икән ул, – тине Кәлимулла бик ихлас итеп. Быны ишетеп торған башҡалар һындары ҡатып көлөшөп алды.

– Сибәғәт энем, Кәлимуллаға төрттөрөп, унан көлһәң дә, ул һинән уҙҙырҙы әле. Кәләштең бынамын тигәнен эләктерҙе. Һинең кеүек утыҙға етеп, бисәһеҙ йөрөгәндәрҙән түгел ул, – тип түбәнге Саҙрый Кәлимулланы яҡлашҡан булды. Ә Кәлимулла, меҫкен, үҙен маҡтаған кеше табылғас, ауыҙ йырып, оло ағайҙарҙың йә береһенә, йә икенсеһенә ҡаранды ла, яҡында уйнап йөрөгән кескәй малайҙар яғына йүгереп китеп барҙы...

Ваҡыт үтә торҙо. Кәлимулла, элеккесә үҙенең урамдаш иптәштәре менән көнө буйы уйнай ҙа, аяҡ-ҡулдары бысранып, кискә өйгә ҡайтып килә. Шәүрә уны үҙ балаһы кеүек күреп ярата, көн дә уны йыуындырып, ашатып, йоҡларға һала.

Ҡыш етеп, мал-тыуар ҡураға инде. Көн дә иртән Ғариф үҙенең аттары янына сығып китә. Йылҡы малы, әлбиттә, һарайҙа түгел, ҡыш буйы ҡырҙа тибендә йөрөп туҡлана. Үләнде ҡар аҫтынан тибеп сығарып ашап, аттар үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Ул ғына ла түгел, уларға хатта көтөүсе лә кәрәкмәй. Көтөүсе вазифаһын өйөр айғыры башҡара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ғариф үҙенең туры айғырына атланып ала ла, шул аттары янынан китешмәй. Шулар менән мәшғүл булып, үҙенең ҡайғыларын оноторға, янып барған йөрәгенең ярһыуын баҫырға тырыша. Әммә ташып барған хистәрҙе шулай ғына итеп баҫып булһасы...

Һәр ваҡыт тигәндәй өйҙә булған Мөслимәһенең алдында Шәүрәнең йөҙөнә күтәрелеп ҡарай ҙа алмай Ғариф. Тик ҡырҙа, яңғыҙы булған саҡта ғына күкрәк тултырып, Шәүрәгә бағышлап сығарған йырҙарын йырлап, үҙенең күңелен йыуата.

Әле атына атланған килеш Ғариф бар тирә-яҡты яңғыратып, үҙенең яңы ғына сығарған йырын үҙәк өҙҙөрөр көйгә һалып йырлап ебәрҙе:

Ҡамсат ҡына бүрек туҙмай, тиҙәр,

Ҡырылып уҡ ситенән туҙа икән.

Ғишыҡ алһа, егет түҙмәй тиҙәр,

Йөрәк майғынаһы һыҙа икән.

Уның йырын ҡеүәтләгәндәй, өйөр айғыры көр тауышы менән кешнәп ебәрҙе.

Ғариф, ғәҙәттәгесә, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ уйҙарына сумды. Беләме икән Шәүрә уның нисек мөхәббәт утында ғазап сиккәнен? Йән һөйгәнен – Шәүрәһен бер булһа ла ҡосорға Хоҙай Тәғәлә насип итерме? Шундай ғазаплы мөхәббәт хистәре кисергән Ғарифҡа шул уҡ ваҡытта сикһеҙ рәхәт тә һымаҡ. Бәлки, Шәүрә лә үҙ йөрәгендә уға ҡарата һөйөү йөрөтәлер. Шәүрәнең күҙ ҡарашында ниндәйҙер йылылыҡ тойолған һымаҡ та ул. Әгәр Шәүрә лә уны шулай яратҡан булһа, был донъяла Ғарифтан да бәхетле кеше булмаҫ ине...

* * *

Һалҡын ҡыш үтеп, шаулап-гөрләп яҙ ҙа килеп етте. Урамдарҙан, тау үҙәктәренән шылтырап ҡар һыуҙары аға. Яҙғы ҡояш, айырыуса төш мәлендә, ярайһы ғына ҡыҙҙыра ла башланы. Сыйырсыҡтар йылы яҡтан үҙҙәренең былтырғы өйҙәренә ҡайтты. Ҡапылда һыу үткәрмәҫтәй күн итек кейгән малай-шалай урам буйында ағып ятҡан гөрләүектәрҙе быуып, кәмә йөҙҙөрөү менән мәшғүл. Улар барса донъяһын онотоп, сыр-сыу килешә. Улар араһында Кәлимулла ла бар. Уны хәҙер «кейәү» тип әләкләүҙе малайҙар инде иҫтәренә лә алмай. Ялыҡҡандарҙыр, ахрыһы.

Шундай йәмле яҙҙың бер көнөндә Шәүрә иңбашына көйәнтә һалып, кер сайҡарға өй артындағы гөрләп ҡар һыуы ағып ятҡан үҙәккә төштө. Ағас биҙрәләрен ергә ҡуйып, һыу алыуға йәтешерәк урын һайлап алды. Тап шул мәлдә үҙәк буйлап, яҙғы сыуаҡлы көнгә һөйөнөп-һоҡланып, ҡырҙан ҡайтып килгән Ғарифты ла абайламаны. Эйелеп һыу алам тигәнсә, Шәүрәнең күнәге ҡулынан яңылыш ысҡынып, шарлауыҡҡа ағып китте. Шәүрә күнәк артынан йүгерҙе, әммә күнәк уны еткермәҫкә теләгәндәй, шаяра-шаяра, гөрләүектең көслө ағымына бата-ҡалҡа тумарлай бирҙе. Түбәндәрәк быны күреп торған Ғариф, атынан һикереп төштө лә, һыуҙы кисеп барып күнәкте тотоп алып, уға һыу тултырып, ярға алып сыҡты һәм ни эшләргә лә белмәй сәбәләнеп торған Шәүрәгә тотторҙо.

– Әллә һин дә кәмә йөҙҙөрөп уйнап йөрөйһөңмө, килен? – тине ул шаяртып.

– Һыуға аҡты ла киттесе күнәгем. Һин булмаһаң, тота ла алмаҫ инем әле мин, ҡайным, рәхмәт, – тине Шәүрә ҡайныһынан битен йәшереп.

– Көн дә ошонда килеп күнәгеңде ағыҙып ебәр, килен, ә мин көн дә яңынан тотоп бирермен, – тине Ғариф Шәүрәнең күҙҙәренә тура ҡарап.

– Көн дә һыу кисеп һалҡын алдырырһың бит, ҡайным, – тигән булды Шәүрә бер аҙ оялыу ҡатыш йылмайып.

– Минең эсемдә бер ҡасан да һүнмәй торған утым бар. Ул мине йылыта. Шуның өсөн дә, килен, миңә һалҡын теймәй, – тине һаман да ҡулын күнәктән ыскындырмай. Улар шулай бер күнәкте икәүләп тотҡан килеш тора бирҙеләр.

– Ниндәй ут икән ул, ҡайным? – тине Шәүрә.

Яҙғы ҡояштай йылмайған һылыу йөҙҙән күҙҙәрен ала алмаған Ғариф был юлы йөрәгендәге ташып барған уй-хистәрен һис кисекмәҫтән йән һөйгәненә еткерергә булды:

– Ул – һөйөү уты, килен. Үҙеңде тәү күргәндән алып йөрәгемдә ҡабынды ул ут, Шәүрәкәй. Ҡабынды ла, башҡаса бер ҡасан да һүнмәҫтәй булып яна ла яна. Ул ғына ла түгел, көсәйгәндән көсәйә генә бара. – Ул Шәүрәнең ҡулынан тотто. Шәүрә ҡулын тартып алманы. Үҙе лә ҡайныһына тап шундай уҡ һүҙҙәр әйтергә теләй ине.

– Ҡуйсы, ҡайным, кеше-фәлән ишетеп ҡалыр...

– Иртәгә лә ошо үҙәккә ҡар һыуы алырға төшөрһөңмө, килен? – тине Ғариф тулҡынланып.

– Әлләсе, – тине Шәүрә. Ғарифты этәргән булып, икенсе ҡулын уныҡының өҫтөнә һалды. Һалҡын булһа ла, Ғарифтың ҡулынан ниндәйҙер йылылыҡ килгән һымаҡ. Шулай бер-береһенә ҡарашып, бөтә донъяһын онотоп, тағы әллә күпме торҙо улар.

– Атай, һинең дә ҡулың өшөнөмө? – тигән Кәлимулланың тауышына һиҫкәнеп киттеләр. Шәүрә ҡулын тартып ала һалды.

Кәлимулла ҡар һыуына өшөнөп ҡыҙарып бөткән бәләкәс ҡулдары менән Ғарифтың, унан Шәүрәнең ҡулдарына алмаш-тилмәш килеп тотондо.

– Әй, улым, ҡулдарың ныҡ өшөгән бит, – тине Ғариф. – Бар, өйгә инеп йылынып ал.

Шәүрә Ғарифҡа тағы берҙе серле итеп йылмайҙы ла, күнәген алып, кер сайҡаған урынына китте. Кәлимулла менән Ғариф өйгә инде.

Өйгә килеп инеү менән Кәлимулла:

– Әсәй, өй артындағы шарлауыҡта киленеңдең күнәге һыуға ағып киткәйне, – тип ыш-быш килеп, өҫ кейемдәрен сисә-сисә һөйләргә тотондо, – ярай әле, атайым килеп сыҡты. Ул һыуҙы кисеп барып, күнәкте тотоп алды. Атайымдың да ҡулы минеке һымаҡ ныҡ өшөнгән дә, киленең уны үҙенең ҡулдары менән тотоп йылытты. Ә минең ҡулдарымды һин йылыт. – Ул әсәһенең ҡулдарын барып тотто. Улының ҡулдарын йылыта-йылыта, Мөслимә сисенеп торған иренә ҡарап уйға батты. Өҫ кейемдәрен йәһәт кенә сисеп, ишек яндауындағы ағас ырғаҡҡа элгәс, Ғариф бер ни ҙә өндәшмәй, төпкө бүлмәгә үтте. Ни тип кенә өндәшһен инде ул үҙенең хәләл ефетенә. Әллә нимә һөйләйһең, тип бер гонаһһыҙ сабыйҙы ла әрләп булмай бит.

Ғариф менән Шәүрә араһында ниҙер барын унһыҙ ҙа һиҙенә Мөслимә, ләкин бер ни ҙә өндәшмәй. Киреһенсә, был турала уйламаҫҡа тырыша. Ғарифты Шәүрәнән ҡыҙғанырға үҙенең хаҡы юҡ тип иҫәпләй ул. Барыбер ул Ғарифтың ҡатыны булып тик һанала ғына. Ир менән ҡатын араһында була торған мөнәсәбәттәрҙе улар кисергәндәре лә юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Мөслимә үҙе тураһында әллә ҡасандан уҡ уйлағаны юҡ, тиерлек. Бәлки, күптәр өсөн был хәл бик сәйер булып та тойолор, әммә ул ысынлап та ҡәйнешенә һәм үҙ балаһы кеүек яратҡан килененә лә ихлас күңеленән оло бәхет теләй ине...

* * *

Ҡарҙар иреп бөтөп, ағастар япраҡ ярҙы. Сыйырсыҡтар күптән түгел йомортҡанан сыҡҡан балаларына ем ташып ашата башланы. Туғайҙар хуш еҫ бөрккән сәскәгә күмелде. Бар тәбиғәтте, бар тереклекте уятып, шаулап-гөрләп килгән был миҙгел – үҙе айырыуса бер мәл. Яҙ үҙенең тылсымлы көсө менән барлыҡ йән эйәләренә тәьҫир итә. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән, әммә әҙәм балаһы бер ҡасан да серенә төшөнә алмаҫлыҡ был көс барлыҡ йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы бер-береһе менән табыштыра, ҡауыштыра.

Донъялағы барлыҡ йән эйәләре араһында һәр яҡтан иң үҫешкән, иң камил итеп Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһын яратҡан. Ер йөҙөндәге ана шул иң аҡыллы булған бәндәләр, тәбиғәт закондарынан тыш, үҙҙәренең йәшәү ҡағиҙәләрен уйлап сығарған, ә үҙҙәре, ҡайһы саҡтарҙа шул ҡағиҙәләрҙе боҙорға тырыша. Сөнки кеше уйлап сығарған закондар күп осраҡта тәбиғәттеке менән тап килмәй. Ниндәй генә аҡыллы булыуҙарына ҡарамаҫтан, кешеләр барыбер – тәбиғәт балалары. Башҡа йән эйәләренә тәьҫир иткән яҙ тылсымы әҙәм балаларын да ситләтеп үтмәй, уларҙың ҡандарына, йәндәренә, тәндәренә үтеп инә. Кешеләрҙе үҙ тиңдәрен табып, ҡауышырға өндәй...

Көндәрҙән бер көндө Мөслимәнең иң яратҡан Аҡбаш тигән һыйыры кискә ҡырҙан әйләнеп ҡайтманы. Шәүрә башҡа һыйырҙар һәм тана-торпоға ҡушып, уны таң менән ашатырға туғайға сығарып ебәргәйне.

Ғариф, көндәгесә, таң менән тороп, Сирағол тауына аттары яғына китте. Таңға ла һыйыры ҡайтмағас, Мөслимә Шәүрәгә:

– Үҙең барып эҙләп алып килмәһәң – булмаҫ, килен, – тине. – Ул Аҡбаш ни, йәш күгүләнгә әүрәп тик йөрөйҙөр инде, моғайын. Быҙауларға ла мәле яҡынлашып килә. Берәй эт-ҡошҡа юлығып ҡуймаһа ғына ярар ине. Эҙләшергә йә Сабирҙы ебәреп булмай, һарыҡтарҙы ҡарарға унан башҡа кеше лә юҡ. Йә Сәбиләһе эшенән бушай алмай тағы, – тип һөйләнде.

Һыйырҙы эҙләргә тип сыҡҡан Шәүрә туп-тура Тәрәнүҙәк яғына йүнәлде. Сирағол тауының көньяҡ итәгендә тап ана шулай тип аталған тәрән бер үҙәге бар. Яҙ һайын, әллә көн бите булғанға, һәр төрлө япраҡлы һутлы үләндәр иң тәүҙә шунда үҫеп сыға. Шуға күрә лә, малдар гелән генә Тәрәнүҙәккә барырға ынтыла ла тора. Аҡбаш та, моғайын, шунда киткәндер...

Тәрәнүҙәккә тиклем йәйәүле кешегә байтаҡ ҡына ара. Ҡулына тал сыбығы тотҡан Шәүрә әллә ни ашыҡмай ғына, уйҙарына сумып, мал-тыуар һалған берләм юл менән атланы. Ошолай яңғыҙ булған саҡтарында мөхәббәт утында янған йәш ҡатындың уйҙары, әлбиттә, тик йән һөйгәне – Ғариф тураһында ғына ине. Уны уйлаған, күргән һайын, тауышын ишеткән һайын йөрәге яна Шәүрәнең. Яныңда ғына йөрөгән бәхет ҡошоңдо тота алмау ғына түгел, хатта уға бер бармағың менән генә булһа ла ҡағыла алмай йөрөсө инде. Әле ҡырға сыҡҡас та шул турала уйланды. Янып барған йөрәгенең урынынан сығырҙай булып тибеүен тойҙо. Ғарифтың үткән йәй бесәнгә барған саҡта йырлаған йыры күңеленә килде. Сылтырап аҡҡан шишмәләй моңло тауышы менән Шәүрә шул йырҙы үҙенә үҙе ишетерлек итеп йырлап ҡараны.

... Эскенәйем тулы, ай, ут яна.

Һүнһен дә тиһәм, бүтән ни ҡала?

Үҙәкте өҙөрлөк моңло йыр... Ҡайныһының эсендә ут яна... Хәҙер инде шул ут Шәүрәне лә ялмап алды, һәм уны бер ҡасан да һүндереп булырлыҡ түгел. Эй, Шәүрә, Шәүрә, ә ниңә һуң уны һүндерергә ти, янһын, әйҙә! Берҙән-бер йәшәү мәғәнәһе булған шул утың һүнһә, һиңә тағы ни ҡала был донъяла? Татлы хистәренә бирелеп барып, яҡындағы ғына ҡайындар араһынан килеп сыҡҡан ҡайныһын да абайламай ҡалды.

– Йоморо-йоморо йомғағыңды юғалттыңмы әллә, килен? – тигән тауышҡа Шәүрә тертләп китте. Уның ҡаршыһында атын етәкләгән, оҙон сыбыртҡыһын иңбашы аша һалып, түбәтәйен ҡырыныраҡ кейеп алған Ғариф ҡайныһы йылмайып тора ине. «Ҡайны» тигәс тә, нәмәһе генә «ҡайны» булһын инде уның. Бер генә йәшкә олораҡ бит ул Шәүрәнән! Ҡайны була торған кешеләрҙе илле-алтмыш йәштәр самаһындағы һаҡаллы ҡарт итеп күҙ алдына килтерә ине Шәүрә элегерәк. Ә уның ҡайныһы – бөтөнләй егет кенә. Егеттең дә ниндәйе!

– Аҡбаш һыйыр ҡайтмаған, шуны эҙләйем, – тине Шәүрә. – Кисә иртәнсәк башҡа малдар менән ҡырға сығарып ебәргәйнем...

Һыйыр юғалғанын ҡайныһы, моғайын, белә торғандыр инде. Шулай ҙа Шәүрә, әллә ҡаушауынан, әллә ни, балалар һымаҡ тәтелдәй бирҙе:

– Берәй эт-ҡошҡа юлыҡмаһын, тип ҡурҡамсы. Әле ҡәйнәм...

– Ярай әле, ҡайтып өлгөрмәгән, – тип бүлдерҙе уны Ғариф.

– Нигә улай тиһең, ҡайным?..

– Сөнки ул өйгә ҡайткан булһа, мин һине бында аулаҡта осратмаған да булыр инем. Бер өй эсендә йәшәһәк тә, мин бит һинең менән икәүҙән-икәү һөйләшергә зар-интизар булып йөрөйөм, килен. Һәр саҡ яулыҡ менән баҫырылған нурлы йөҙөңдө лә күрә алмайым, тиерлек. – Ғариф атының теҙгенен ҡулынан ысҡындырҙы ла, Шәүрәнең беләгенән килеп тотто. Тегеһе оялышынан башын аҫҡа эйеп, еңелсә генә ҡаршылашҡан булды.

– Ҡуйсы, ҡайным, кеше-маҙар күреп ҡалыр...

– Был тирәлә минең ҡара айғырым менән Аҡбаш һыйырҙан башҡа йән эйәһе юҡ, – тип йылмайҙы Ғариф, – тағы бер яңы тыуған безәүкәсте иҫәпкә алмағанда...

– Аҡбаш һыйыр? Ҡайҙа һуң ул?

– Һөйөнсө, Аҡбаш нәҡ үҙе кеүек аҡ башлы ғына быҙау тапҡан. Әле ул ял итә. Яҡында. Һуңғараҡ, быҙауы ныҡлап аяҡтарына баҫҡас, ҡыуып алып ҡайтырбыҙ.

Шәүрәнең шатлығы эсенә һыйманы.

– Ҡалай яҡшы булған, ҡайным! Һөйөнсөһөнә – баллап-ҡаймаҡлап бер самауыр сәй!

– Һөйөнсөһөнә берҙе генә битеңдән үптермәһәң, һыйырҙың ҡайҙа торғанын да күрһәтмәйем, – тине Ғариф шаяртып.

– Ҡайны кешегә килешерме икән килененең битенән үбеү? – тип яуапланы Шәүрә батырлана төшөп.

– Шәүрәкәй, – тине Ғариф тулҡынланып, – белһәң ине, минең нисек төндәр буйы һине уйлап, йоҡлай алмай ғазапланғанымды! Һинең күҙҙәреңә бер ҡарар өсөн генә бөтә донъямды фиҙа ҡылыр инем... Был донъяла ниндәй яҡшы нәмә бар, һине шулар менән тиңләп ҡарайым, Шәүрә. Әммә һинән дә гүзәлерәк зат Ер йөҙөндә юҡтыр!

Ғариф Шәүрәнең күҙҙәренә ҡарап, ҡурай моңондай гөрләп торған матур тауышы менән йырлап ебәрҙе:

Шәүрә килен кейгән, ай, еләндең

Итәк осҡайҙары мунсаҡлы.

Айға ла ғына көнгә тиңләмәйем,

Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы.

Ғарифтың көслө ҡулдарынан ысҡынғыһы килмәне Шәүрәнең. Ҡайныһының мөхәббәт хистәре менән һуғарылған был илаһи йыры уның күңелен иретеп, бөтөнләйгә әсир итте. Был юлы ул ҡайныһынан күҙҙәрен йәшермәне. Ғарифтың йырын дауам иткәндәй, Шәүрәнең дә йөрәгенән моңдар ташып сыҡты:

Сәскә атҡан гөлдәр, ай, баллана.

Бал ҡорттары ҡунып та бал ала.

Болан балаһындай үҫкән ҡыҙ бала

Һөйгән генә булып та алдана.

Шәүрәнең моңло тауышына ҡоштар һайрауынан тынып ҡалған һымаҡ булды. Уның йырын ғүмерендә тәүге тапҡыр ишеткән Ғариф, сихырланған кешеләй, өнһөҙ ҡалды. Улар шулай ҡулға-ҡул тотоношҡан килеш, бер-береһенән күҙҙәрен ала алмай, бер-береһенә ҡарап туя алмай торҙолар. Бер аҙҙан Ғарифтың ялҡын тулы күңеленән тағы бер йыр шишмәләй урғылды:

Алтын ғына булып, ай, ағайым,

Көмөш кенә булып та тамайым.

Шәүрә һылыу, һинең алдарыңда

Шәм филтәһе булып та янайым.

– Ҡуйсы, ҡайным, янма, – тине Шәүрә Ғарифтан һаман күҙҙәрен ала алмай. – Янһаң, миңә ҡалмаҫһың бит... – Ул ҡайныһына һырынды.

– Йә, ярар, һин әйткәсең – янмам. Үҙемде тик һинең өсөн генә һаҡлармын, – тип ярым шаяртып Ғариф Шәүрәне үҙ ҡосағына ҡыҫты. Ҡыҫты ла, уның алланып торған сикәһенән супылдатып үбеп тә алды. – Һин дә минең турала уйлайһыңмы ни, Шәүрәкәй?

– Уйлау ғына түгел, һинең өсөн янып, күмергә әйләнеп барам инде мин, ҡайным, – тине Шәүрә.

– Улай булғас, һин дә үҙеңде минең өсөн һаҡла, йәнем, – тип, Ғариф уны үҙенә тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Шәүрә ҡайныһының күкрәгенә башын, ә Ғариф Шәүрәнең хуш еҫтәр килгән башына сикәһен терәгән килеш, бөтә донъяһын онотоп баҫып торҙолар. Ошо бәхетле минутта Ғариф менән Шәүрә өсөн тирә-яҡта үҙҙәренән башҡа бер нәмә лә юҡ һымаҡ ине. Күңелдәре менән бер-береһенә үтеп инеп, мәңгелеккә кире сыға алмаҫлыҡ булып аҙашты улар. Бындайын да ләззәтле тойғоларҙы улар бығаса бер ҡасан да кисергәндәре юҡ ине ...

Тағы ла күпме шулай онотолоп торорҙар ине, ләкин яҡында ғына һыйыр мөңрәгән тауышҡа һиҫкәнеп киттеләр. Шәүрә көскә Ғарифтың ҡосағынан ысҡынып:

– Ҡуй, ҡайным, ҡәйнәм дә көтә торғандыр, һыйырҙы алып ҡайта һалайым, -тигән булды.

– Беҙҙе осраштырған һыйырҙы, – тип өҫтәне Ғариф. – Ошо көндән алып мин үҙемде Ер йөҙөндә иң бәхетле кеше итеп тоясаҡмын, Шәүрә. Иртәгә тағы ла һыйыр эҙләргә килерһеңме?

– Ул көн һайын юғалып тормаҫ бит?..

– Ә һин уны көн дә ошо яҡҡа ҡыуып ебәр.

– Хәҙер быҙауын ташлап ҡайҙа ғына китһен инде ул. Уның да бит хәҙер үҙенә күрә донъялағы иң ҡәҙерлеһе – безәүкәсе бар. Әйткәндәй, ҡайҙа әле ул Аҡбаш быҙауы менән?

– Әйтмәйем, үҙең эҙләп тап, – тип шаяртты Ғариф.

– Һөйөнсөгә әйткән шартыңды үтәнем бит мин, ҡайным, һин дә үтәргә тейешһең, – тине Шәүрә.

– Үтәүен үтәнең, әммә хаҡты мин түбәнерәк ҡуйғанмын тип уйлай башланым әле, Шәүрәкәй...

– Әй, оятһыҙ ҙа икән һин, ҡайным, – тип Шәүрә уны еңелсә генә этеп ебәрҙе.

– Ҡайны кешене улай этәрергә ярамай, – тип Ғариф етеҙ генә итеп Шәүрәнең биленән эләктереп алды һәм уны ҡосаҡлап, ирендәренән һурып үпте. Шәүрә ҡаршылашманы...

– Ярай, күрһәтәйем инде Аҡбашыңды, – тине Ғариф бер аҙҙан ярһыуын көскә баҫып. Үҙе кеүек үк ярһыуынан йыш-йыш тын ала башлаған Шәүрәне етәкләп, быҙауын ялап торған һыйыр янына алып килде.

Өйгә Шәүрә бик күтәренке кәйеф менән ҡайтып инде.

– Ҡәйнәм, һөйөнсө. Аҡбаш быҙаулаған! Тәрәнүҙәктән табып алып ҡайттым...

– Һөйөнсөһөнә – баллап-ҡаймаҡлап бер самауыр сәй, килен...

Ҡырҙағы яҙғы матур тәбиғәт Ғарифҡа тағы ла гүзәлерәк булып тойолдо. Ҡояш та элеккенән матурыраҡ йылмая, ҡоштар ҙа моңлораҡ, дәртлерәк һайрай. Шәүрә уны ярата! Ошондай шатлыҡлы уйы Ғарифтың башынан сыҡманы. Тиҙерәк өйгә ҡайтып, Шәүрәһен тағы ла күрергә ашҡынды. Ләкин еңгә-бисәһе алдында ул Шәүрәһенә ҡарарға баҙнат итәме ни инде? Шәүрә лә, әлбиттә, ҡәйнә алдында ҡайныһына күтәрелеп ҡарамаясаҡ. Өйҙә уларҙы бер-береһенә яҡын ебәрмәй торған тылсымлы шаршау бар шул...

* * *

Мөслимә еңгә, тирмәләр әҙер. Тап һин әйткәнсә, дүрт тирмә ҡорҙом, – тине Сабир. – Мин үҙем бөгөн малдар менән шунда йәйләүҙә ҡунырға ҡалам. Һеҙ иртәгә күсенеп килһәгеҙ ҙә була. Ғариф ағайым йылҡыларҙы үҙем ҡыуып алып барам тине.

– Ярай, улай булғас, бик шәп булған, – тине Мөслимә. – Юғиһә, бер аҙ һуңлабыраҡ та киттек. Башҡалар йәйләүгә әллә ҡасан уҡ сыҡты инде. Иртәгә, Алла бойорһа, иртүк күсенеп барырбыҙ.

Мөслимә йәйләүгә күсенергә әйберҙәрен йыя башлау ыңғайы менән Шәүрә килененә лә күрһәтмәләр бирҙе:

– Килен, өй ҡаралтыларын, самауыр, ҡаҙан, һауыт-һабаларҙы әҙерләп, төйнәп ҡуйырға кәрәк. Ана, Сәбилә киленгә лә әйт, ярҙамлашһын. Үҙеңдең һәйбәтерәк кейем-һалымыңды ла алырға онотма.

Мейес тирәһендә тәмле еҫтәр сығарып Аҡбаш һыйырҙың ыуыҙ ҡоймағын ҡойоп йөрөгән Шәүрәнең кәйефе яҡшы ине. Әле күптән түгел генә ҡайынлыҡта ҡайныһы менән осрашып һөйләшкәндәрен күҙ алдына килтереп, татлы уйҙарына бирелеп, ҡәйнәһенең ни әйткәнен аңғармайыраҡ ҡалды.

– Әү, ҡәйнәм, нимә тиһең? – тип ҡабатлап һораны.

– Иртәгә йәйләүгә күсенәбеҙ, тим, килен. Бөгөндән әҙерләнеп ҡуйырға кәрәк, – тип нәмәләр алып барырға кәрәклеген ҡабатлап теҙеп әйтеп сыҡты Мөслимә. Үҙе һандығынан кейем-һалымдарын сығара башланы.

Шул арала мейес тирәһендә уралғылап йөрөгән Кәлимулла, ашығып ҡапҡан эҫе ҡоймаҡҡа телен бешереп, ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Әсә-ә-әй, ана киленең утты көслө яғып, ҡоймаҡты эҫе итеп бешергә- ә-ән! Башҡаса улайтһа, айырам мин уны! – Ул күҙҙәрен һөртә-һөртә әсәһе янына килде.

– Ярар, улым, иртәгә йәйләүгә сығабыҙ. Унда ҡоймаҡты ла һалҡын итеп бешерербеҙ, – тип йыуатты Мөслимә улын.

Иртәгеһен таң менән Сәбилә ике арбаға ат екте. Сабиры күп ваҡыт ҡырҙа йөрөгәс, ирҙәр эшенә лә үҙе өйрәнеп алғайны ул. Арбаларҙың береһенә өй ҡаралтылары тейәлде, ә икенсеһенә үҙҙәре ултырып барыр өсөн йомшаҡ кейеҙ, юрғандар түшәнеләр. Бөтә нәмә әҙер булғас, барыһы ла өйгә инеп урындыҡҡа теҙелешеп ултырҙы. Мөслимә доға ҡылды.

– Йәгеҙ, балалар, хәйерле сәғәттә, – тине ул урынынан ҡуҙғалып. – Атаһы ла йылҡыларҙы тауҙан төшөрә торғандыр инде. «Һеҙ юлға сығыуға төшөрөп еткерермен», тигәйне...

Алдағы арбаға Мөслимә үҙе менеп ултырҙы. Шәүрә, ат ҡыуып барырға тейеш булғанлыҡтан, уң яҡтан урын алды. Ә уларҙың уртаһында бәләкәй Кәлимуллаға урын табылды. Йөк тейәлгән арбаға Сәбилә урынлашты. Уның янында туҡтауһыҙ тәтелдәгән, әленән-әле Кәлимуллаға телен күрһәтеп эләкләшеп барған өс йәшлек Мөхәммәткә лә урын табылды. Улар әкрен генә ҡуҙғалып китте.

Йәйләүселәр юлда үҙ-ара һөйләшмәне тиерлек. Һәр кемдең башында үҙ уйы ине. Тик Кәлимулла үҙенең сираттағы һорауҙары менән уларҙың уйҙарын бүлдерҙе.

– Әсәй, ул йәйләүҙә балыҡ бармы икән?

– Барҙыр, улым, нишләп булмаһын ти. Һаҡмарҙың бөтә урыны ла балыҡҡа бай бит, – тине әсәһе.

– Әсәй, мин һинең тирмәңдә йоҡлармын, яраймы?

– Ә атайың ҡайҙа йоҡлар?

– Уны киленең менән һалырбыҙ.

– Ни өсөн улай тип әйтәһең? – тип көлдө килененең сикәһе алһыуланғанын күҙенең ҡырыйы менән генә шәйләп алған Мөслимә.

– Ә мин һинең менән әллә ҡасандан уҡ йоҡлағаным юҡ, әсәй, – тине Кәлимулла ғәҙәтенсә танау эсен соҡой-соҡой. – Киленең төндә йоҡлағанда һаташып һөйләнә лә, мин йоҡлай алмайым.

– Нимә тип һөйләнә һуң? – тине әсәһе көлөп.

– Үткән төндә киленең «Ҡайным, кил миңә», тип мине һығып үлтерә яҙҙы. Нишләп мин уға «ҡайны» булайым ти... У-ух, – тип Кәлимулла осло нәҙек терһәге менән янындағы Шәүрәгә төртөп алды.

Уларҙың һөйләшкәнен тыңлап барған Шәүрә оялышынан ҡыҙарып, шыбыр тиргә батты. Ни әйтергә лә белмәне. Бәхеткә ҡаршы, ҡәйнәһе уның ошо уңайһыҙ хәлен төҙәтеп ебәрергә ашыҡты:

– Кит, юҡты һөйләп ултырма, улым. Үҙең һаташып төш күргәнһеңдер.

Кәлимулла, әлбиттә, ысынбарлыҡты һөйләй. Шәүрә менән Ғариф бер-береһенә булған мөнәсәбәтен нисек кенә белдермәҫкә тырышмаһын, байтаҡ ҡына донъя тәжрибәһе булған Мөслимәнән барыбер бер ни ҙә йәшерә алмайҙар.

Йәштәрҙең кисерештәрен аңлай Мөслимә, уларға тик яҡшылыҡ теләй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа бик һирәк кенә осрай торған ошондай иҫ киткес яҡшы сифатты, бәхеткә күрә, Аллаһы Тәғәлә Мөслимәгә биргән. Ғариф менән Шәүрәнең араһындағы мөнәсәбәтте башҡа кешеләр һиҙеп ҡалмаһын өсөн айырыуса борсола ул. Был ғашиҡтарҙы кеше күҙенән алыҫыраҡ алып китеү теләге быйыл йәйләүгә сығыуҙарының төп сәбәптәренең береһе булып тора ла инде.

Шәүрә оялышынан ҡәйнәһенә күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы.

– Ни өсөн улай тынып ҡалдың, килен? Әллә йәйләүгә сыҡҡың килмәйме? – тине Мөслимә, Шәүрәнең күңелен күтәрергә тырышып. Үҙе арба келтерләгән ыңғайға матур көйгә һалып йырлап ебәрҙе:

Урал урмандары шау-шыу итә

Ҡиблаларҙан елдәр иҫкәндә.

Кешәнәшә дарья йылҡы малдар

Йәмле йәйләүҙәргә күскәндә...

– Ана-а-а, тауҙан йылҡыларын ҡыуып атаһы ла төшөп килә.

Мөслимә килене менән нисек кенә һөйләшергә тырышып ҡараһа ла, Шәүрәнең уға ҡайтарып берәй ни әйтергә баҙнаты етмәне. Шундай яҡшы күңелле ҡәйнәһе алдында ул үҙен сикһеҙ ғәйепле итеп тоя ине...

Алда, боролоп-боролоп аҡҡан һаҡмар үҙәнендә, ағарып ултырған дүрт тирмә өйө күренде. Тәүҙәрәк Сабир тирмәне өсәү итеп ҡорорға уйлағайны. Ғариф менән Мөслимәгә, Шәүрә менән Кәлимуллаға һәм тағы бер бәләкәйерәк тирмәне – ялсылар өсөн. Ләкин байбисә уға дүртенсеһен дә ҡороп ҡуйырға ҡушты. «Атаһы өсөн айырым тирмә булырға тейеш. Ир кешегә ир-ат, тиң-тоштары килеүе бар. Ҡатын-ҡыҙға ирҙәр менән ултырыу килешмәгән ваҡыттар була...» тигәйне Мөслимә.

Улар менән йәнәш кенә тигәндәй, йылҡы өйөрөн ҡыуып Ғариф үҙе барҙы. Ат өҫтөндә уның бик ыҡсым итеп ултырыуы үҙенә килешеп кенә тора. Ялан яңғыратып һирәк-һаяҡ һыҙғырғылап та ебәрә, йәиһә «Йә, малҡай!» тип ирәбе генә тауышланып атын тиҙләтә. Ғарифтың яғына ҡарамаҫҡа тырышһа ла, Шәүрә уның йөрәк тибешенә ҡәҙәр ишеткәндәй булып барҙы, һөйгәненең һәр хәрәкәте, һәр өнө ифрат та яғымлы булып тойолдо Шәүрәгә. Ғәҙәттә бар кешелә лә була торған етешһеҙлектәрҙең береһен дә үҙенең ҡайныһында күрмәне. Ҡайныһы уның өсөн барлыҡ кәмселектәрҙән азат булған фәрештә һымаҡ тойолдо. Яратҡан кешеңде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә торған тылсымлы күҙлек кейҙерә икән ул мөхәббәт. Шул күҙлек бер ҡасан да ватылмаһын ине. Ул саҡта бөтә кешеләр ҙә бер-береһенә ҡарата һөйөү хистәрен һүндермәй, ғүмер буйы бәхетле йәшәрҙәр ине.

Һәр төрлө уйҙарына сумған Шәүрә тирмәләр янына килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ылауҙар килә ятҡанын әллә ҡайҙан күреп йөрөгән Сабир, һарыҡ көтөүен яҡынға өйөрөп ҡуйып, йәйләүселәрҙе ҡаршы алып тора ине.

– Тирмәләр бер-береһенә бик яҡын булмағанмы, Мөслимә еңгә? – тип һораша-һораша, бер ыңғайҙан байбисәнең хуплау һүҙҙәренә лә өмөт итеп, ылау аттарын туғара ла башланы.

– Юҡ, самай ғына булған. Тик Ғариф ағаңдың тирмәһен бынан арыраҡ, анау ҡыуаҡ артынараҡ ҡуйырға кәрәк ине.

– Ярар, еңгә, уны күсереүе ауыр булмаҫ, – тип аттарын туғарып бөткән Сабир ситтәге тирмәнең кейеҙҙәрен тағата ла башланы.

Күп тә үтмәй, Ғарифтың тирмәһе ҡыуаҡ артында тора ине инде.

Оҙаҡламай тышта аҫылған ҡаҙанда йәш һимеҙ тәкә ите бешә башланы. Тәмле ит еҫе бөтә яланға таралды, иртәнән бирле ашамай ҡырҙа йөрөгән Ғарифтың танауын ҡытыҡланы...

Йәйләүгә күсеп килгәндән алып бер-нисә көн дә үтеп китте. Бында ла һәр кем үҙ эше менән булышты. Кәлимулла ыштан балаҡтарын төйөп балыҡ һөҙҙө. Кескәй Мөхәммәт күбеһенсә уның тирәһендә уралғыланы. Йыбырҙашҡан селбәрәләрҙе күреп, ҡулдарын сәпәкәйләп, ихлас күңелдән ҡыуанды ул. Шәүрә күпселектә ҡаҙан тирәһендә йөрөнө. Бешеренергә бигерәк тә ярата ул. Ҡайһы саҡта Сәбиләгә бейә, һыйыр һауыша. Ә ҡымыҙҙы Мөслимә үҙе яһаны. Бер төн эсендә әллә нисә мәртәбә уянып, йыбанмайынса, күнәсектәге ҡымыҙҙы ғыжлатып бешеп ала. «Шулайтмайынса, ҡымыҙ тигәнең айран ғына була ул», ти Мөслимә. Кәлимулла мыжый башлағас, әсәһе уны үҙенең тирмәһенә алды.

Шәүрә аулаҡта үҙе бер тирмәлә йоҡланы. Кәлимулланы үҙе янында ҡалырға өгөтләп торманы. Ғариф та үҙенең ситтәрәк торған тирмәһендә яңғыҙы төнәп йөрөнө. Мөнәсәбәттәрен Мөслимәнең һиҙеп ҡалыуынан шикләнделәр. Бер-береһен уйлап, икеһе ике тирмәлә төндәр буйы йоҡоһоҙ борғоланып яттылар. Ни өсөн Мөслимә тирмәләрҙе шулай ҡорҙорғанын аңламайҙармы икән ни улар?

Бер көндө, кискә табан, Мөслимә ағас туҫтаҡҡа әсе ҡымыҙ һалып, Шәүрәне үҙ тирмәһенә саҡырып алды.

– Бар әле, килен, ҡайныңа ҡымыҙ алып барып эсерсе. Моғайын, ҡырҙан һыуһап ҡайтҡандыр, – тине ул. – Йә үҙе минең тирмәгә инергә ҡурҡа әллә...

– Инергә рөхсәтме, ҡайным? – тине мөлдөрәмә ҡымыҙ тулы һауыт тотҡан Шәүрә Ғарифтың тирмә ауыҙы янына килгәс.

– Ә, Шәүрә килен, әйҙүк, рәхим ит, – тип яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды уны Ғариф.

– Ҡәйнәм һиңә ҡымыҙ ебәрҙе, – Шәүрә бер аҙ оялғандай, яулыҡ осо менән битен яртылаш йәшерҙе. – Һыуһағандыр ҡайның, ти.

– Һыуһамаған ҡайҙа инде ул, килен, үтә лә һыуһаным, – тине Ғариф уға мут йылмайып. Иҙәнгә түшәлгән күпмә өҫтөндә ҡаҡ салҡанан ятҡан еренән ҡалҡынып ултырҙы. – Ҡана, килен...

Ғариф үҙенә һуҙылған туҫтаҡты алды һәм Шәүрәнән күҙҙәрен алмайынса, бер тынала ҡымыҙҙы эсеп бөттө. Бушаған һауытты килененә кире биргән ыңғайға уның биленән кинәт кенә ике ҡуллап тотоп алды. Тағы ла унын күҙҙәренә ҡарап, тын ғына йырлап ебәрҙе:

Шәүрә килен, кейгән еләнеңдең

Итәк осҡайҙары суғы оҙон...

Сәсәнлек һәләтенә эйә булған Шәүрә, тирә-яғына күҙ ташлай һалып алды ла, Ғарифтың йырын өҙмәйенсә генә дауам итте:

Көндөҙҙәрен йөҙөм, ай, ояла.

Һөйләшербеҙ, ҡайным, төн оҙон.

– Ни ишетәм мин, килен, – тине Ғариф тулҡынланып. – Тимәк, беҙ бөгөн төнөн осрашып һөйләшә аласаҡбыҙ?!

– Ҡәйнәм һиҙеп ҡалмаһа...

– Беләһеңме, Шәүрәкәй, минең еңгәмдең ниндәй яҡшы кеше икәнен! Ул беҙҙең аралағы мөнәсәбәтте әллә ҡасандан уҡ һиҙеп йөрөй, әммә үҙе белмәмешкә һалыша. Миңә ошо тирмәне лә айырым урынға, тик һинең менән осрашып йөрөй алһын өсөн генә яһатҡан, моғайын. Һине лә бөгөн ул миңә юрый ебәргәндер. Һәр хәлдә, минең күңелем шулай тоя. Бисәм булып һаналһа ла, ысында иһә, ул миңә еңгәй генә бит. Беҙ быны икебеҙ генә беләбеҙ. Ир-ҡатын булып беҙ еңгәм менән бер ваҡытта ла йәшәмәнек, Шәүрәкәй!

– Ысынлаптамы, ҡайным?

– Ысынлап та, йәнем! – Ғариф Шәүрәне үҙенә яҡыныраҡ тартты.

– Ҡуйсы, ҡайным, мин хәҙер китәйем инде, – тип Шәүрә, еңелсә генә этенеп, Ғарифтың ҡосағынан ысҡынды.

– Улайһа, төнөн килерһеңме, Шәүрәкәй?

– Килермен, ҡайным.

– Вәғәҙәме? – тине ҡайныһы.

– Вәғәҙә, – тине килене һәм тирмәнән сығып йүгерҙе.

Киске аштан һуң Ғариф үҙенә урын тапмайса, унда-бында йөрөнө, ятып та ҡараны, ләкин бер ҙә тыныслана алманы. Янына иң яҡын күргән кешеһе килер кисте нисек тынысланһын инде? Бөгөн уға Шәүрәһе киләсәк! Ошо төн өсөн Ғариф йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Хатта айҙы һәм ҡояшты, йондоҙҙарҙы алып бирәсәк ул бөгөн Шәүрәкәйенә...

Төн уртаһы етеп, тамам ҡараңғы төшкәс, тирмә янында үлән ҡыштырҙағандай булды. Ғарифтың унһыҙ ҙа урынынан сығып барған йөрәге дөпөлдәп, тағы ла нығыраҡ тибә башланы. Тирмә ишеген ҡайырып ҡараны. Ишек янына туҡал кәзә килеп ятҡан икән. Ғариф уфтанып ҡуйҙы. Өҙөлөп көткәндә шундайын да оҙаҡ үтә икән был ваҡыт тигәндәре... Ике ҡатлап түшәлгән күпмә өҫтөнә ятып, төрлө татлы уйҙар уйлай-уйлай, үҙенең бәхетен көтә башланы. Шәүрәһен тәү күргән ваҡытты иҫләне. Унан ташҡын һыуҙан нисек күнәген алып сығып, тәүге тапҡыр һөйгәненең күҙҙәренә туя алмайынса ҡарағанын күҙ алдына килтерҙе... Тәрәнүҙәк... Шундай ләззәтле уйҙарына бирелеп, нисек күҙҙәре йомолоп йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Ғариф.

Ниҙер рәхәтләндереп сикәһенә тейгәнгә уянып китте ул. Ҡараңғыла битенән иркәләп һыйпаған ҡулдарҙы ҡапшап тотоп алды.

– Һинме, был, Шәүрәкәй? – тине тулҡынланып.

– Эйе, мин, – тине Шәүрә.

– Килдеңме, йәнем? – тине Ғариф уны үҙенә тартып.

– Килдем, бәғрем, – тине Шәүрә ҡаршылашмай.

– Донъяла иң гүзәлләрҙән дә гүзәле – һин, Шәүрәкәй! – тип шыбырҙаны Ғариф уның ҡолағына.

– Һин дә, йәнем!

– Ер йөҙөндә иң затлыһы – һин, Шәүрәкәй!

– Һин дә, бәғрем!

– Донъяла иң татлыһы – һин, Шәүрәкәй! – Ғариф уның ирендәренән үпте.

Шәүрә башҡа һүҙ әйтә алманы, хәлһеҙләнеп, Ғарифтың түшәгенә ауҙы...

Ошо төндә улар Ер йөҙөндәге иң бәхетле кешеләр ине. Икеһе лә үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр иң ләззәтле тойғолар кисерҙе, бер-береһен һөйөп туя алманы.

Шәүрә таң беленгәс кенә Ғарифының ҡосағынан көскә айырылып, үҙенең тирмәһенә ҡайтып китте. Төндө йоҡоһоҙ үткәреүенә ҡарамаҫтан, уның йөҙөндә һүнмәҫ шатлыҡ балҡый ине. Ул бөгөн йән һөйгәне менән ҡауышты! Шунан да олораҡ бәхет булыуы мөмкинме һуң?! Ниндәй ҙур бәхет ул – һөйөү һәм һөйөлөү!

Ул йоҡларға ятып та торманы, бер аҙ иртәрәк булһа ла, күнәктәрен алып, һыйырҙарҙы һауа башланы. Иртәнге тәһәрәткә сыҡҡан Мөслимә:

– Ҡалай иртә торғанһың, килен. Әҙерәк йоҡлай бирһәңсе... – тине.

– Йоҡлап булмайсы, ҡәйнәм. Хәҙер таң да атып килә инде...

– Һә-әй, килен, һинең кеүек килен саҡта мин тағы ла бер аҙ серем итеп алырға ине, таң атмайыраҡ торһон ине, тип теләй инем. Ә һин йоҡлай алмайым, тигән булаһың...

Килененең ни өсөн «йоҡлай алмағанын» Мөслимә, әлбиттә, һиҙенә ине. Шәүрә менән Ғарифтың ҡараштары бергә осрашҡан сағын да күргеләгәне бар Мөслимәнең. Ул ҡараштарҙа ҡасандыр йәш ваҡытында Мөслимәгә лә таныш булған, һис кемден дә йәшереп булмай торған һөйөү сатҡылары бар... «Эй, хоҙайым, шул Шәүрәгә ҡәйнә булыу урынына, килендәш кенә булып, серләшеп кенә ултыраһы ине лә бит», тип уйланы Мөслимә.

* * *

Мөмкинлек булған һайын Шәүрә менән Ғариф осраша торҙолар. Улар хәҙер төндә генә түгел, ҡайһы саҡтарҙа көндөҙ ҙә осраша. Уларҙын бер-береһеҙ йәшәй алмағандарын Сабир менән Сәбилә лә асыҡ белә ине. Бер көн Кәлимулла әсәһенә ҡайтып, үҙенең сираттағы мәҙәк хәбәрен һөйләй һалды:

– Әсәй, бая атайымдың тирмәһендә атай менән киленең һуғыштылар.

– Бәй, нисек һуғышһындар ти?

– Эйе, ысынлап та һуғыштылар, – тине Кәлимулла етди төҫ менән. – Атайым уның ауыҙын тешләгән дә, ысҡындырмай. Әлдә мин барып индем. Юғиһә, ул киленеңдең берәй ерен имгәтеүе бар ине...

– Ярай, улым, уға иғтибар бирмә, – тигән булды әсәһе. – Атайың ысынлап түгел, ә шаяртып ҡына тешләшкән. Моғайын, Шәүрә килен уға асыуланмағандыр.

– Асыуланмаған ҡайҙа ул! Киленең атайыма бик ныҡ асыуланды. Асыуынан, үҙе лә атайымды ике ҡуллап ҡыҫып, ныҡ итеп тешләне. Мине күргәс, оялышынан тышҡа сығып йүгерҙе.

– Ярар, улым, ярашырҙар әле. – Мөслимә улының башынан һыйпаны.

– Ярай әле, әсәй, мин һинең менән йоҡлайым, эйе бит. Юғиһә, киленең мине лә тешләп бөткән булыр ине. – Кәлимулла әсәһенә һырынды.

– Шулай шул, улым...

Мөслимә уйға батты. Ни хәл итһен инде, меҫкен Шәүрә килен дә, Мөслимәнең үҙе кеүек, иҫке ғөрөф-ғәҙәттәрҙең меңәрләгән ҡорбандарының береһе бит... Үҙенең сәскәләй йәш сағын иҫләне. Бөтә яҡын-тирәлә иң һылыу ҡыҙ тигән даны сыҡҡан Мөслимәнең ата-әсәһе, уға ҡалһа, иң ярлы кешеләр ине. Күрше ауылдан Мөрсәлим байҙың улы Йәрмөхәммәт Мөслимә өсөн йән атып йөрөгәйне. Ул ғына ла түгел, Мөслимә лә уны өҙөлөп ярата ине. Хатта уңайын табып, ҡауышырға һүҙ ҡуйышып та ҡуйғайнылар. Әммә, ҙур үкенескә ҡаршы, Йәрмөхәммәттең туғандары, айырыуса ата-әсәһе, уларҙың никахына ҡырҡа ҡаршы булды. Уға, үҙ ихтыярынан тыш, ултырған ҡарт ҡыҙҙы алып бирҙеләр. Йәрмөхәммәттән күпкә оло булған кәләшенең ата-әсәләре бик бай кешеләр ине шул... Ҡоро һылыулығың булыу менәнме... Ҡайғыһынан иланы-иланы ла, күңеле һөймәһә лә, Ғәлләмитдин килеп һоратҡас та, ҡаршылашып тормайынса, шуға сыҡты ла китте. Бәхет бер булмаһа – булмай икән... Ғәлләмдән сирле баланан башҡа рәте булманы. Етмәһә, әле ҡартайып та өлгөрмәгән көйө гүр эйәһе булды...

...Берҙән-бер туғаны Шәрифйән дә бик йәшләй мәрхүм булғас, исмаһам, яңғыҙ ҡалған Шәүрә килене бәхетле булһа ине, тип теләй ине Мөслимә. Эй, Шәүрә... Һуңғы осорҙа килененең йыш ҡына әсе ҡорот, ҡуҙғалаҡ һымаҡ нәмәләр ашай башлағаны уның иғтибарынан ситтә ҡалманы. Эйе, Шәүрәнең йөккә уҙыуы ла бик ихтимал... Килене ауырға ҡала күрһә, әлбиттә, тиҙҙән бар ауылға мәғлүм буласаҡ. Кәлимулланан ауырлы тип уйламаҫтар бит? Шул ваҡытта Ғариф менән Шәүрә нишләрҙәр?.. Ауыл халҡы уларҙы һәләк итеүе лә бар бит!.. Йәштәр өсөн Мөслимәнең йөрәге һыҙланы. Эйе, һис кисекмәҫтән, йәйләү бөтмәҫ элек, Шәүрә килен менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алырға кәрәк. Ниндәй ҙә булһа берәй сара уйлап табырға... Һис кисекмәҫтән...

* * *

Бер көн Мөслимә Шәүрәне үҙенең тирмәһенә саҡырып алды. Килене менән сәй эскән арала, бик тыныс ҡиәфәттә, үҙен байтаҡтай борсоп торған һорауын бирҙе:

– Аулаҡта ғына үҙеңдән һорайым тип уйлап йөрөй инем әле, килен. Үҙ тәнеңдә бер ниндәй ҙә үҙгәреш тойғоламайһыңмы?

– Ниңә улай тип һорайһың, ҡәйнәм? – тип һорауға һорау биргән Шәүрәнең биттәре яңы ҡалҡып килгән ҡояштай ҡып-ҡыҙыл булды.

– Ниңә тип ни, мин бит – донъя күргән кеше, килен. Барыһын да һиҙеп йөрөйөм. Һинең әсеһерәп йөрөгәнеңде лә күрәм...

Шәүрә тамам ҡаушап төштө, ҡәйнәһенә ни әйтергә лә белмәне. Оялышынан ике бите уттай янды, тәндәре зымырҙап, эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Әллә ҡәйнәһе ғауға күтәрергә уйланымы?

Мөслимә һаман да әлеге тыныслығы менән дауам итте:

– Нисек кенә йәшерергә тырышһаң да, беҙ ҡапсыҡта ятмай ул. Ғариф ҡәйнеш менән үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙе әллә ҡасандан уҡ һиҙеп-белеп йөрөйөм. Ошоғаса күрмәмешкә һалышап йөрөһәм дә, хәҙер мәсьәләне уртаға һалып хәл итергә ваҡыт етте, килен. Иң беренсе нәүбәттә шуны әйткем килә: мин һеҙҙең икегеҙҙе лә ошо донъяла бәхетле итеп күрергә теләйем. Һеҙ кеше-маҙарға күренмәйенсә осраша алһын өсөн мин быйыл һеҙҙе ошо йәйләүгә алып килдем. Ғариф ҡәйнешкә лә тирмәне бынан алыҫыраҡ итеп, айырым урынға ҡорҙорттом. Бәлки, киленкәйем, минең ошо эштәрем һиңә бик сәйер ҙә тойолор, әммә мин ихлас күңел менән, йөрәгем һәм намыҫым бойорғанды эшләнем. Һеҙ минән һис тә шикләнмәгеҙ. Ғариф ҡәйнешкә мин ғүмер буйы тик еңгә генә булып ҡаласаҡмын. Аллаһ бойорһа, һеҙҙең Ғариф менән бергә булыуығыҙға мөмкин тиклем булышлыҡ та итәсәкмен. Әле бына һин бәпәйгә уҙғанһыңдыр, тигән уй мине борсой башланы, килен. – Мөслимә Шәүрәне ҡосаҡлап алды. Шәүрә хас та бала һымаҡ, үкһей-үкһей ҡәйнәһенең ҡосағына һыйынды.

– Эй, ҡәйнәм! Әүлиәһеңдер һин! Һинең һымаҡ яҡшы кешеләр юҡтыр был донъяла. Эйе, ҡәйнәм, Ғариф менән беҙ бер-беребеҙҙе ысынлап та өҙөлөп яратабыҙ. Ни хәлдәр генә итәйек икән һуң? Етмәһә, мин, үҙең әйтмешләй, ауырлымын, буғай, – тине Шәүрә ҡәйнәһенең күкрәгенә йәшкә мансылған битен терәп. Мөслимә лә күҙ йәштәрен тыя алманы...

– Беҙгә был көйө ауылға ҡайтырға ярамай, килен, – тине Мөслимә бер аҙ тынысланғас. – Әйҙәгеҙ, бөгөн кискә барыбыҙ ҙа йыйылып кәңәшләшәйек. Бәлки, берәй нәмәһен уйлап табырбыҙ. Сабирға әйт, көтөүҙән һимеҙерәгенән ҡарап, берәй тәкәне һуйһын. Сәбилә килен менән ашҡа ла килһендәр...

Киске ашҡа барыһы ла Мөслимәнең тирмәһенә йыйылды. Байбисә ҡунаҡтарын ҡыҫтап-ҡыҫтап тәмле бишбармаҡ менән һыйланы. Бишбармаҡ ашалып бөткәс, сөм түҫтаҡты бер-береһенә сиратлап күсереп, ҡоротло һурпа эстеләр. Һурпа эскәндән һуң, хужабикә һәр береһен йөрәктәргә ятып торған әсе ҡымыҙ менән һыйларға тотондо. Бер аҙ ҡымыҙ эсеп алғас, Мөслимә моңһоу көйгә һалып йырлап ебәрҙе:

Йүгереп кенә йөрөп үрттәр һалдым

Ирәндеккәй тауҙың үренә.

Үткән генә ғүмер зая үтте,

Бәхет бирһен ҡалған ғүмергә...

Уның йырын барыһы ла тын да алмай тыңланы. Иғтибарлыраҡтары сыра яҡтыһында Ғарифтың күҙҙәренә йәш килгәнен дә байҡағандыр, моғайын. Аш мәжлесендә, күбеһенсә, Мөслимә үҙе һөйләне. Һүҙҙәр мал-тыуар хаҡында, бесән мәле яҡынлашыуы, ғөмүмән, көндәлек хужалыҡ эштәр тураһында барҙы. Унан көн торошона күсте. Уға ара-тирә Сабир менән Сәбилә һүҙ ҡушҡыланы. Аш мәлендәге һис тә әһәмиәте булмаған был һөйләшеүҙәргә Шәүрә менән Ғариф ҡушылманы, тиерлек. Ҡыйыуһыҙ бала-саға һымаҡ, улар бер-береһенә лә, башҡаларға ла күтәрелеп ҡарарға, йә һүҙ ҡушырға баҙнат итмәй ултырҙылар. Дөрөҫөрәге, башҡаларҙан улар бик ныҡ ояла ине.

Ҡунаҡтар туйып, башҡа һөйләшер һүҙҙәр ҙә ҡалмағас, барыһы ла тик Мөслимәгә төбәлде. Хәҙер ул ни әйтәсәген барыһы ла тиерлек һиҙә ине инде. Шуға күрә, ҡунаҡтар, бер аҙ эске көсөргәнеш, тулҡынланыу кисереп, хужабикәнең ни әйтерен көттө. Тик ситтә кескәй Мөхәммәтте ҡытыҡлап, көлдөрөп уйнатҡан Кәлимулла өсөн генә был табындың башҡаса әһәмиәте ҡалманы.

– Балаларым, – тип әсәләрсә һүҙ башланы етди төҫ алған Мөслимә Ғариф менән Шәүрәгә ҡарап, – һеҙҙе бәхетле итер өсөн ни генә эшләргә икән миңә? Үкенескә ҡаршы, беҙҙең борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙең талабы буйынса, һеҙҙең бер нисек тә, бер ҡасан да бергә булырға хоҡуғығыҙ юҡ...

Мәсьәләнең тап елегенән тотоп башлаған Мөслимәнең был һүҙҙәре иң тәүҙә уны тыңлап ултырыусыларҙың йәндәренә үтеп инеп, уларҙың йөрәген йыш-йыш тибергә мәжбүр итте. Бер ни ҙә өндәшмәй, хужабикәнең артабан ни әйтерен көттөләр. Ни өсөндөр, улар хәҙерге мәлдә Мөслимәне үҙҙәренең ҡотҡарыусыһы, юл күрһәтеүсеһе итеп күрҙе, унан ниҙер өмөт итте.

– Һеҙҙең бер-берегеҙҙән башҡа йәшәй алмағанығыҙҙы мин аңлап торам. Мин генә лә түгел, Сабир менән Сәбилә лә был хаҡта белеүҙәренә шигем юҡ... Бәхетебеҙгә күрә, бына ошо кешеләрҙән башҡа бер кемгә лә был хәл мәғлүм түгел. Әгәр ҙә ауылда был турала белеп ҡалһалар, шәриғәт хөкөмө буйынса, һеҙҙе зинасылыҡта ғәйепләп, ошо яҡты донъяла йәшәүҙән мәхрүм итәсәктәр. Ә һеҙ, балаларым, әле генә тормоштоң тәмен татып йәшәй башлаған кешеләр, – Мөслимә күҙҙәренә мөлдөрәп сыҡҡан йәшен яулыҡ осо менән һөртөп алды. – Аллаһы Тәғәлә үҙҙәренә насип ҡылған саф мөхәббәтте кешеләр ниндәйҙер саралар менән һаҡлап алып ҡалырға тейеш. Бына шуның өсөн кәңәшкә йыйҙым да инде мин һеҙҙе.

Барыһы ла тынып ҡалды. Ғариф менән Шәүрәнең яҙмышына һис тә битараф булмаған Сәбилә бер аҙҙан:

– Мөслимә еңгә, әгәр ҙә Сәмиғулла ҡайнағаға барып кәңәшләшеп ҡарағанда, нисегерәк булыр икән? Ғариф ҡайнағаның атаһы бит ул, бәлки, ғәзиз улының хәлен аңлар... – тигән булды.

– Юҡ, килен, ҡайныма кәңәш итеү тураһында уйларға ла ярамай. Мин бит уны бик яҡшы беләм. Ул үҙе иң беренсе булып ауыл халҡынан балаларын хөкөмгә тарттырыуҙа талап итәсәк, – тине Мөслимә.

– Мин Ғариф менән Шәүрәгә бик алыҫҡа – Һаҡмар түбәненә, был тирәләге кеше күрмәгән ерҙәргә китергә кәңәш итәм, – тине Сабир бер аҙ уйланып ултырғандан һуң. – Башҡаса бер ниндәй ҙә сара күрмәйем. Әгәр мәсьәләне шулай хәл итһәк, үҙем малдарын ҡыуып алып барышыр инем. Тик уларҙың ҡайһы яҡҡа киткәнен һис кем белергә тейеш түгел. Быны барыбыҙ ҙа оло сер итеп һаҡларға тейешбеҙ. Сәмиғулла олатай менән Мәҙинә инәйгә «ҡасып киткәндәр», тиербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ.

Был тәҡдим Мөслимәгә оҡшаны. Ысынлап та, башҡа сара юҡ ине. Ғариф бер ни ҙә өндәшмәй, уйланып ултырҙы. Әсәһе йәл ине уға. Ғүмер буйы атаһына бер һүҙһеҙ буйһоноп йәшәгән әсәһен бигерәк ҡыҙғанды ул. Шул уҡ ваҡытта Шәүрәһе менән бәхетле тормош ҡорорға хыяллана ине. «Йә инде, Ғариф, – тип үҙ-үҙен тынысландырырға тырышты ул, – әсә кеше аңлар әле. Әсә күңеле сикһеҙ киң бит ул, әсә кеше бар нәмәне лә кисерә... Үҙең тураһында ғына ла түгел, Шәүрәңде, уның ҡорһағында ятҡан буласаҡ балаңдың бәхетен уйла!»

– Сабирҙың тәҡдименә мин риза, – тине Ғариф, ахырҙа. – Мөслимә еңгә, һинең изгелекле, донъяла иң ғәҙел кеше икәнеңде белмәй йөрөгәнем өсөн мине ғәфү ит. Ер йөҙөндә тик һинең кеүек кешеләр генә булһа, был донъя ниндәй гүзәл булыр ине, еңгә!

– Һинһеҙ нисек йәшәребеҙҙе күҙ алдына килтерә алмайым, ҡәйнәм, – тип Шәүрә Мөслимәне ҡосаҡлап алды. – Мең-мең рәхмәт һиңә, ҡәйнәм!

– Бәхетле генә булығыҙ инде, балаҡайҙар. – Яулыҡ осо менән битен ҡаплаған Мөслимә ирекһеҙҙән эркелеп сыҡҡан күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Бер аҙ тынысланғас, күҙҙәрен һөрткөләп алды ла дауам итте: – Ошо көндән алып миңә «ҡәйнәм» тип өндәшмәһәң дә ярар ине лә ул, килен. Бөгөндән мин үҙеңә апһын булырмын, тип тә әйтергә булыр ине... Әммә...

Барыһы ла һораулы ҡараш менән Мөслимәгә баҡты.

– Әммә, – тип ҡабатланы Мөслимә, – һеҙҙең никахығыҙҙы хәләлләп ҡуйырға беҙ Аллаһы Тәғәлә алдында бурыслыбыҙ. Бына быныһы – тағы бер ҡатмарлы мәсьәлә... Йәғни, мулланан никах уҡытмай тороп, Аллаһы алдында һеҙҙе оло гонаһлы иткем килмәй. Никахһыҙ йәшәгән бәндәләр ғүмер буйы зина ҡылып йәшәгәндәрҙән һанала. Шуның өсөн дә, балаларым, теләһәк-теләмәһәк тә, был серҙе кемгәлер асырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Бына ошо мулла мәсьәләһе мине бигерәк борсой, балалар... Ни уйларға ла, ни кәңәш итергә лә белмәйем...

– Тап ошо мәсьәләне хәл итерҙәй ышаныслы кеше беҙҙә бар, еңгә, – тип һүҙгә ҡушылды Ғариф.

Шәүрә менән Мөслимә өмөт менән Ғарифҡа баҡтылар.

– Эйе, ундай мулла бар, – тине Ғариф. – Уны барығыҙ ҙа бик яҡшы белә. Ул – Әхмәдулла ағай.

– Бәй, яҙ башында уҡ абыстайы менән ауылдан күсеп китте бит ул, – тине Мөслимә. – Икенсенән, муллалар барыһы ла берҙер инде...

– Улай тимә, еңгә, – тине Ғариф. Мин ул Әхмәдулла ағай менән һөйләшеп тә ултырғаным бар. Бик уҡымышлы кеше. Шәриғәт закуны буйынса, еңгә, һинең менән минең һәм Кәлимулла менән Шәүрәнең никахтары дөрөҫ булмай, тине ул миңә. Ул һинең менән миңә мәжбүри никах уҡыуҙан ҡырҡа баш тартҡан кеше... Тыуған ауылына – Фәйзуллаға күсенеп китергә йыйына ине ул, буғай....

* * *

Иртәгәһен иртүк Фәйзулла ауылына килеп еткән Ғарифтың йомошон тыңлап бөткәс, Әхмәдулла мулла һис икеләнеп, йә иһә ялындырып торманы.

– Бына был никахты, ҡустым, ысын күңелемдән уҡыясаҡмын иншаллаһ, -тине мулла юлға йыйына-йыйына. – Аллаһы Тәғәлә һис тә бәндәләренә ҡайғы-хәсрәттә йәшәрлек талаптар ҡуймаған. Бер-береңде яратып, хөрмәт итеп, күңелең тартҡан кешең менән ҡауышырға ҡушҡан. Тик, үкенескә ҡаршы, халҡыбыҙҙа борондан килгән, бәғзе ваҡытта хатта кешелекһеҙ булған йолаларҙы «шәриғәт шулай ҡуша», тип, наҙан кешеләрҙең баштарын бутаусылар күп. Уҡыу етешмәй шул беҙгә, кем, Ғариф ҡустым...

Иң тәүҙә Ғарифтан Мөслимәгә өс мәртәбә «талаҡ» әйттертеп, ә Кәлимулланың Шәүрәгә уныһын да әйтеүенең кәрәк түгеллеген төшөндөрөп бирҙе Әхмәдулла мулла. Барлыҡ шартына килтереп, Шәүрә менән Ғарифтың яңынан буйҙаҡ икәндәрен раҫлағандан һуң, икеһенең дә ризалығын һорап, мулла уларға никах уҡыны. Никах уҡылғас, Ғариф менән Шәүрә тулы хоҡуҡлы ир һәм ҡатын тиеп иғлан ителде. Йәш ғаилә ағзаларының һәр береһенең ғүмер буйы үтәргә тейешле булған төп бурыстары һаналды. Аллаһы Тәғәләнән йәштәргә бәхет һорап доға ҡылынды.

Шул көндө үк, кискә ҡарай Ғариф яратҡан туры айғырын егеп, мулланы ауылына илтеп ҡуйҙы. Юлда барғанда Әхмәдулла мулла уға нәсихәт һүҙҙәрен әйтте.

– Кем, Ғарифйән ҡусты, бая теге Шәүрә килен, Мөслимә еңгәләр алдында әйтергә ҡыйынһынған, әммә әйтмәй ҡалдырырға ярамаған бер һүҙем бар. Һеҙҙең үҙ-ара мөхәббәтегеҙ, бер-берегеҙҙе өҙөлөп һөйөүегеҙ саманан ашһа ла, икһеҙ-сикһеҙ булһа ла, Аллаһыны онотмағыҙ. Ул ғына ла түгел, барлыҡ донъяны, кешелекте яралтҡан Аллаһты һәм уның бәйғәмбәрен әҙәм балаһы үҙенән һәм үҙенең иң яҡын кешеләренән дә артыҡ яратырға тейеш. Бығаса ҡылған гонаһтарығыҙ өсөн Аллаһ сөбхәнә үә Тәғәләгә тәүбә итеп, иң һуңғы көндәрегеҙгәсә уға ғибәҙәт ҡылып йәшәргә тейешһегеҙ. Ихлас күңел менән доғалар ҡылһаң, Раббыбыҙ гонаһтарҙы ярлыҡай. Әгәр ҙә намаҙ уҡымай ғүмер итәһегеҙ икән, һеҙҙең һис эскерһеҙ булып тойолған һөйөү хистәрегеҙ оло гонаһ булып яҙылып, был донъяла һәм әхирәттә өҫтөгөҙгә төшөүе ихтимал. Ошо һүҙҙәремде, кем, Ғариф туғаным, Шәүрәңә лә һүҙмә-һүҙ еткер. Әйтер һүҙҙәрем бына шул. Аңлауымса, һеҙ бик алыҫ ерҙәргә күсеп китергә йыйынаһығыҙ. Башҡаса яҡты донъяла күрешә алмауыбыҙ ҙа мөмкин. Бәхил булығыҙ...

Кешелеклелеге, ғәҙеллеге, аҡылы менән тәрән ихтирамын яулап алған Әхмәдулла мулланың һүҙҙәрен, өгөт-нәсихәтен Ғариф күңеленә һеңдереп ҡуйҙы. Аллаһ алдында үҙҙәренең бик тә оло гонаһлы икәнен таный ине ул. Әлбиттә, ул үҙе лә, Шәүрә лә, уларҙын буласаҡ балалары ла быуындан-быуынға хаҡ дин юлынан йөрөйәсәк, иншаллаһ...

Бер нисә көндән Ғариф менән Шәүрә барыһы менән бәхилләшеп, өйөрҙән иллеләгән баш йылҡы алып, таң менән Һаҡмар түбәненә ҡарай юлға сыҡты. Сабир уларҙы оҙатып китте. Уның алыҫ, күрмәгән-белмәгән яҡтарға барып йөрөп килеүе тураһындағы хыялы, ахырҙа, тормошҡа ашты.

Үҙ балаларындай итеп күргән ҡәйнеше менән киленен Мөслимә илай-илай оҙатып ҡалды. Башҡаса бер ҡасан да күрешә алмаясаҡтарын белә ине ул...

* * *

Шул ваҡиғаларҙан һуң бик күп йылдар үтеп китте. Ғариф менән Шәүрә юғалғанын кешеләр төрлөсә һөйләне. Икеһе лә һыуға батҡан, имеш, тине ҡайһылары. Ә бәғзе берәүҙәр (уҫалыраҡ кешеләр) уларҙы «Ер йотҡандыр», тинеләр. Үтә ныҡ ҡартайған Сәмиғулла бабай йылҡының кәмегәнен дә һиҙмәне. Ысынбарлыҡты белгәндәр серҙе ныҡ һаҡланы.

Бер ваҡыт Сабир инде үҫеп, ир ҡорона еткән улы Мөхәммәт менән утын ҡырҡырға Һаҡмар буйындағы ҡайынлыҡҡа килде. Унда бер-нисә таныш булмаған кеше урман ҡырҡып, утынды һал итеп йылға буйлатып ағыҙа ине. Һаҡмар түбәне яғынан, алыҫтан килгән ялан яҡ кешеләре булып сыҡты улар. Аттарын туғарып, туғайлыҡҡа тышап ебәргәс, тегеләр менән йәнәш Сабирҙар ҙа ағас ҡырҡырға тотондо.

Ялға туҡтағандарында, араларынан бер йәш егет, түмәр өҫтөндә ултырған килеш, моңло итеп йырлап ебәрҙе:

Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә,

Шәүрә килен киләм дә тигәнгә.

Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян

Шәүрә килен кейгән дә еләнгә...

Сабир менән улы был йырҙы тын да алмай тыңланылар. Сабирҙың күҙҙәре йәшләнде. Бала саҡтан йырға-моңға ғашиҡ булып үҫкән Мөхәммәт тулҡынланып:

– Ниндәй илаһи моңло, йөрәктәргә үтеп инерҙәй йыр, атай, – тине йырҙың тәьҫиренән һаман айный алмай. – Был – ялан яҡтарының йыры, буғай. Бығаса ишеткәнем юҡ ине...

– Эйе, – тине атаһы, – бик матур йыр, улым.

– Беҙҙең яҡта ошо йыр бик таралған. Халыҡ яратып йырлай, – тине йырсы егет. Ҡайны менән килене араһындағы эскерһеҙ һөйөү йырлана был йырҙа... Ҡарашын алыҫтарға төбәп, егет тағы ла йырын һуҙҙы:

Шәүрә килен, кейгән еләнеңдең

Итәк осҡайҙары суғы оҙон...

Көндөҙҙәрен йөҙөм, ай, ояла.

Һөйләшербеҙ, ҡайным, тән оҙон...

Сабирҙың күңелен шатлыҡлы тойғолар биләп алды. Бик оҙаҡ йылдар күрмәгән Ғариф менән Шәүрәнән сәләм алғандай булды. Был – уларҙың йыры! Ҡасандыр, кеше-маҙар ишетеп ҡалыуҙан шикләнеп, аулаҡта фәҡәт бер-береһенә генә йырлашҡан, күңел түренән сыҡҡан был йырҙарҙы башҡалар ҙа отоп алып йырлай! Уның дуҫтары – яҡшы кешеләр араһында! Тимәк, алыҫ ерҙәрҙә улар тамыр йәйеп, бәхетле ғүмер итә...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Читайте нас