1
«Һатырға кәрәк быны, үкенесле үткәнемде иҫемә төшөрмәһен...», – тип йөрөй торғас, ниәте нығынды Хәниәнең. Тик гәзиткә иғлан яҙырға йыйынғас, хәтһеҙ генә уйланып ултырҙы: «Тотонолған күлдәк тиергәме, әллә өр-яңы тип, дөрөҫөн күрһәтергәме?..» Тотонолған тиһә, бер ҙә кейелмәне, өр-яңы тип әйтһә, күптәнге әйбер – нисәмә йылдар элеүле торғанына. Кейелгән-кейелмәгәне әллә ни мөһим дә түгелдер, алыусыһы табылмаҫ... Хәҙер туй күлдәктәренә ҡытлыҡ юҡ. Үҙәк баҙарҙа йөрөгәндә иғтибар иткәйне: әллә ниндәй фасонлы күлдәктәр бар икән. Баҙар хаҡы бер төрлө, супермаркеттарҙа нисек икән? Йыбанманы Хәниә, «Бәхетле булығыҙ!» тигәненә һуғылды. Баҙарҙағы ише түгел бындағы хаҡтар: ике-өс һыйыр һатып алырлыҡ бол кәрәк! «Яңы байҙар»ға моң да түгел, улар баҙарҙан әйбер алмай. Ябай халыҡҡа ярағанды алырға ғәрләнәләр. Шулай ҙа күңел ышанып та бөтмәй: байғуралар шул тиклем ишәйҙеме икән дә, шунсама ҡыйбат нәмәне алыусы бармы икән?
Алыусыһы булмаһа, был ҡәҙәре күлдәкте рәт-рәт итеп теҙеп ҡуймаҫтар ине. Ана, нисәмә әҙәм күркәмлеге самалы ҡыҙ янында өйөрөлә. Йәмшек танауын сирылтҡан кәләшкә күлдәк һайлайҙар. Холоҡһоҙ ғына, ахыры, оҙаҡ эҙләнеләр. «Ямаҡ ҡына булһа ла, бәхет өләшкәндә алдан йүгергән әле ул... Хәйер, мин дә даланлы тыуғанмындыр, үҙемә тәғәйенде ашатланым...» – Хәниә тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараны.
Ҡайтҡас, супермаркеттағынан һис кенә лә ҡайтыш булмаған күлдәгенә оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы: «Ул заманда бындайҙы беҙҙең илдә текмәйҙәр ине. Ни тиһәң дә, сит илдән килтерелгән затлы әйбер шул, кейергә генә яҙманы...» Күңел төбөндәге ҡорттоң ҡымырйыуҙан туҡтамауы.
Ваҡыт үҙенекен иткән: шунсама йыл шифоньерҙа элеүле күлдәккә саң ҡунмай тиме. Уй-кисерештәрҙән ҡотолорға иҫәпләп, йәһәт кенә эшкә тотондо Хәниә: селтәрҙәрен ипләп һыйпап-тигеҙләп кенә йыуғас, һыҡмай ғына һарҡытырға элде. Унан үтә кипмәҫ элек һис йыбанмай үтекләне. Оҙон көн мәшәҡәтләнеүенең һөҙөмтәһе: күлдәк яңырып, ялт итеп «көлөп» ебәрҙе. Хәниә, тере кешене тикшергәндәй, күлдәккә текләй торғас, ҡәтғи ҡарарға килде: «Хәлле кеше иғлан аша күлдәк алмаҫ. Осһоҙораҡҡа осорғанда ла ярай».
Хәниәне ғәжәпләндереп кенә түгел, хатта һиҫкәндереп, иғлан баҫылып сыҡҡан көндө үк шылтыраттылар. Яғымлы тауышлы ҡатын-ҡыҙ хәҙер килеп етәсәктәрен белдергәс, Хәниә ҡапыл ғына баҙаны: күлдәген һатып дөрөҫ эшләйме ул? Ниңә күпһенде әле, торһон ине әлегәсә торған ерендә...
Ханымды тертләтеп, ишек ҡыңғырауы зыңланы. Килделәр! «Һаттым инде, һуңланығыҙ!» – тип кенә ҡотолорға мөмкин бит әле...» – Хужабикә теләр-теләмәҫ кенә ишеген асты. Икеһе лә буйға типә-тиң ҡыҙ менән егет баҫып тора. Ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре ике йондоҙмо ни, илаһи нур сәсә, егет тә һөйкөмлө һөйәккә тартҡан. «Бер-береһе өсөн генә тыуғандар...» – Хәниә әлеге ниәтен ҡапыл онотоп, йәштәрҙе өйгә саҡырҙы.
Ҡыҙҙың матур тауышы, килешле килбәте, асыҡ ҡарашы, ипле һөйләшеүе Хәниәне тағы баҙатты: таныш һымаҡ, ҡайҙа күргәйне икән?
– Һеңлем, 18-се мәктәптә уҡыныңмы әллә? – тип ҡыҙыҡһынды.
– 3-сө мәктәпте тамамланым, апай. Бигерәк матур, миңә ярамаһа... – Ҡыҙҙың үҙ хәстәре, күҙҙәре – күлдәктә.
– Ярарға тейеш, кейеп ҡара! – тип гөрөлдәне егет.
Хәниә кухняға сығып, сәй ҡуйҙы.
Үлсәп тектерһәң дә, был тиклем булмаҫ: күлдәк ҡыҙға тап-таман. Иҫ киткес килешә.
– Атайыма ла оҡшар. Әсәкәйемә лә оҡшар ине... Йондоҙҙай нурлы күҙҙәр йәшкәҙәне.
– Ә ниңә үткән заманда һөйләйһең? – Һағайған хужабикә ҡыҙҙың ағарынып киткән йөҙөнә һаҡ ҡына күҙ ташланы.
– Өс йыл тулды әсәкәйемдең яҡты донъянан киткәненә.
– Ғәфү ит, һеңлем, яраңды ҡуҙғаттым. Үлгән артынан үлеп булмай, тере кешегә тереклек итергә кәрәк. Ошо минутта уның рухы ла шатланалыр. Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ.
Һүҙ араһында йәштәрҙең студенттар икәне асыҡланды.
– Йыл ярымдан Ишбулды юрист буласаҡ, ә мин – врач! Уҡын бөткәс өйләнешербеҙ, тим дә Ишбулдыға... Үҙ һүҙле бит ул. Атайым да: «Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк. Һыуынған тимерҙе һуҡтың ни ҙә, һуҡманың ни һин теләгәнсә булмай», – тип Ишбулдыны яҡлайсы.
– Дан ҡайным буласаҡ. Хоҙай уға сәләмәтлек, оҙон ғүмер бирһен, һинең атайың кеүектәр күберәк булһа икән... Уның менән ғорурланырға тейешһең, Айгүзәл.
– Ә мин ғорурланам. Бик-бик яратам уны.
Шаянлығы төҫөнә сыҡҡан егет хәбәрен уйынсалап икенсегә борҙо:
– Апай, беҙ юрғаныбыҙҙы самалап ҡына аяҡтарыбыҙҙы һуҙырға уйлайбыҙ. Ҙурҙан ҡупмай ғына туйҙы үткәрербеҙ. Иң-иң яҡын туғандарҙы ғына саҡырасаҡбыҙ.
– «Туй – ике аттың берен һуй» тигән боронғолар. Элек, исмаһам, бер ат хаҡы ете дуғалы ҡунаҡты ете тәүлек һыйларға еткән. Хәҙер еткерерһең бер атты... – тигән булды Хәниә, уларҙың матди хәленә кереүен аңғартып.
Йәштәр ҡайтырға ҡуҙғалғас, Хәниәнең башында фекер тыуҙы: «Студенттарға ярҙам итергә кәрәк...»
– Бер генә минут көтөгөҙ, йәме, мин – хәҙер! Йәһәт кенә йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Аҡсаһын бүлеп алды ла алһыу рауза сәскәләре төшөрөлгән открытка менән бергә таҙа конвертҡа тыҡты.
Һуңынан уҡырһығыҙ, матур теләктәр яҙылған открытка был. – Хәниә, егет ҡулындағы ҡатырға ҡапты асып, конвертты күлдәк өҫтөнә һалды.
...«Тәкәбберҙе Тәңре орор» – Әсәһе йыш ҡабатлаған мәҡәл Хәниәнең иҫенән сыҡҡаны юҡ. Айгүзәл менән Ишбулды артынан ишек ябылыуға, ошо мәғәнәле һүҙ былай ҙа әрнеп кенә торған йөрәген тағы көйҙөрә башланы. Күлдәк элеүле торған урынға ҡарамаҫҡа тырышыуы ла файҙаһыҙ. Бына бер хикмәт: ҡотолһам, уҙғандарҙы онотормон, тигәйне лә. Киреһенсә килеп сыҡты шикелле: күлдәк киткәс, терәк тә бөткәндәй. Эс бошҡанда ҡарап ҡына алһа ла болоҡһоған күңеле баҫылған. Баҡһаң, үҙенә күрә иптәш, серҙәш, таяныс булған икән дә Хоҙай бер кейергә насип итмәгән затлы күлдәк. Тимәк, әйберҙе һатып ҡына үткәндәрҙән ҡасып булмай...
...Бына хәҙер Хәниә шыпа етем ҡалды...
2
Хәлил, өйөрмәләй килеп кергән йәштәрҙе күргәс, ихлас йылмайҙы. Юлдары уңғандыр, ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан. Ишбулдының ҡулындағы ҡапҡа ымлап:
– Күлдәк таптығыҙмы? – тип һораны.
– Шундай затлыһын алдыҡ, атай! – Айгүзәл ҡояштай балҡып тора.
– Бына! – Ишбулды оҙонса ҡапты өҫтәлгә һаҡ ҡына ҡуйҙы.
– Һәйбәт булған. Кейеп тә күрһәт, ҡыҙым!
Ҡыҙына яратып ҡараны ул: «Бала атаһына оҡшаһа, бәхетле була», тип юрар ине Хәлилдең әсәһе. Ырыҫлы ғына була күрһен бер бөртөгө. Баш балаһы ла, төпсөгө лә шул Айгүзәле. Әле генә бишектә ине, хәҙер үҙе оя ҡора. Ҡыҙын эргәһенән ебәрмәҫкә ниәте – ошо йәшкә еткәс, япа-яңғыҙы ҡаңғылдаһынмы... Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашыр, дарманы етерлек. Егет, буласаҡ кейәү – төплө, ел ыңғайына йөрөгәндәрҙән түгел. Хәлил Ишбулдыны ҡыҙынан былайыраҡ күҙәтте, һынаны. «Ғашиҡ кеше – һуҡыр кеше» бит ул. Айгүзәлдең, йәш ҡолонсаҡтың, күҙгә кереп барғанды ла күрмәүе, шәйләмәүе ихтимал.
Айгүзәл ҡапты ҡосаҡлап күрше бүлмәгә инеп юғалғас, ике ир-атҡа оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Оҙаҡ мыштырҙай ҡыҙ. Бына, ниһайәт, тулҡынланыуҙан алһыу йөҙө тағы ла алһыуланған Айгүзәл күренде. Аҡ туфлиҙар кейгән аҡ күлдәкле ҡыҙ, өф итһәң, осоп китер һымаҡ. Ишбулды ла, Хәлил дә һоҡланыуҙан телһеҙ, өнһөҙ ҡалғайны.
– Шаһсәнәм! – Ишбулды кәләшен ҡосаҡларға ынтылһа ла, буласаҡ ҡайныһынан ҡыйынһынып, баҫҡан ерендә тапанды.
– Килешәме? – Ҡош балаһы кеүек талпынып-талпынып өйрөлгән Айгүзәлдән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине был минутта.
– Оҙаҡ та эҙләмәнегеҙ, шикелле, бына ниндәй күлдәк алғанһығыҙ. Супермаркетта осранымы?
– Ҡулдан алдыҡ беҙ уны, атай. – Айгүзәл йәнә өйрөлдө. – Осһоҙға төштө.
– Кейелгән әйбер алмаҫҡа ине, балалар...
– Көйөнмә, атай. Күптән эҙләп йөрөнөк, күңел тартҡаны булманы. Гәзиттәге иғланды уҡығас, ирмәк өсөн генә барғайныҡ, күлдәккә күңел ятты ла ҡуйҙы: осһоҙ ҙа, матур ҙа, үҙе ифрат килешә. Корсеты ла йомшаҡ ҡына һиҙелмәй ҙә.
– Туй күлдәген һатырға ярамай, тигән ырым бар шикелле. Аҡса бик кәрәккәндер, һинең һымаҡ студентмы әллә?
– Студент түгел, һинең йәштәрҙәге апай ул. «Был күлдәкте үҙемә кейергә яҙманы...» тигәне генә күңелемде һиҫкәндерҙесе...
– Ниңә кеймәгән? Кем һуң ул? – Хәлил, ҡыҙының ҡыуанысын һүрелтеүҙән ҡурҡһа ла, төпсөнмәй булдыра алманы.
– Исемен һорарға ла башыбыҙ етмәгән. Ҡотлап открытка һалғайны, ҡарайыҡ әле. – Ишбулды конвертты асты. Открытканы алам тигәнсе, иҙәнгә аҡса һибелде.
– Ә быны нисек аңларға? – Айгүзәлдең сикәләре уттай янып сыҡты.
– Күлдәк өсөн биргән аҡсаның теп-теүәл яртыһы... – Айгүзәл открытканы уҡырға тотондо: «Бәхет теләйем! Бәләкәй генә бүләгемде ҙур итеп ҡабул итегеҙ. Изге теләктәр менән – Хәниә апайығыҙ».
– Апайҙың исеме Хәниә, тимәк. – Оло бер йомаҡ сиселдеме ни, Ишбулды иркен һуланы.
– Хәниә... Ә-ә-ә... Үҙе ниндәйерәк ханым һуң? – Хәлил, сәстәрен һыйпай-һыйпай, ҡыҙына текәлде.
– Урта буйлы, мөләйем, башҡортса таҙа һөйләшә. Мөғәллимә шикелле, ҡайһы мәктәптә уҡыуымды һорашты. – Матур маңлайын йыйырып уйланды Айгүзәл, шунан өҫтәп ҡуйған булды. – Бик бөхтә апай, донъяһын да ысынъяһау көтә икән.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Шомло тынлыҡты боҙорға теләнеме, Ишбулды ла һүҙ ҡыҫтырҙы:
– Сабыр холоҡло кешегә оҡшай.
Күҙ ҡараштары, тын алышы үҙгәреп киткән Хәлил ниңәлер башын баҫты, һыҙлаған аяҡтарында һылтыҡлабыраҡ кабинетына йүнәлде:
– Сабыр холоҡло... – Ишбулдының һүҙен ҡабатланы. – Сабыр холоҡло...
Күлдәкте танығайны ул, уны һатҡан ханымдың кемлеген дә аңлағайны...
3
Етемһерәп ҡалған фатирында толҡа тапмаған Хәниә түшәгенә ауҙы. Ғүмерендә мәлһеҙ йоҡлай торған ғәҙәте юҡ. Мейеһендә зыулашҡан уйҙар еңгәс, ауыртҡан башын мендәргә терәргә мәжбүр, һаман шул күлдәк ғилләһе...
Бынауы йәш ҡыҙға насип булған күлдәкте заманында Хәниә үҙе кейергә тейеш ине. Өҙөлөп һөйгәнен, ата-әсәһен, туған-тыумасаһын, дуҫ-ишен, ауылдаштарын һоҡландырып, кинәнә алманы. Яҙмышына һылтанған саҡтары аҙ булманы. «Әллә үҙем яңылыштыммы?» тигән уй олоғая төшкәс кенә килде ғәзиз башына. «Яңылышайым әле, ғүмеркәйем зая үтһен, тубынан айырылған ҡаҙ хәлендә ҡалайым» тигәнме ни ул? Бер кем дә үҙенә ошондай яҙмыш теләмәй.
Аптырағас, әсәһенә лә үпкәләне:
– Аҡ биләүҙәргә биләгәнһең, аҡ бәхеттәр теләмәгәнһең... – тигәне әле лә хәтерендә.
– Теләмәһәм дә теләмәгәнмендер, балам. Күмәк хужалыҡ фермаһынан сығылманы, һыйырҙар күтәртә, үлмәһә генә ярар ине, сибек тыуған быҙауҡайҙар мандыһа ғына ярар ине, ахымсы ирем тағы эсеп ҡайтҡандыр, ҡайһы еремде өҙә һуғыр... Биш балам ас ултыра, ни табайым да ни ҡаптырайым – ризыҡҡа ҡытлыҡ саҡ. Һуғыш бөтһә лә йәшәүҙәре үҙе бер михнәт. Ваҡыт бик наҡыҫ – бала-сағамдың, ҡайны-ҡәйнәмдең керен ҡасан йыуырмын уныһына, ярай, төн бар – уйымда бары шул ғына. Аяғөҫтө генә унан-бынан ҡапҡылайым да тағы фермаға йүгерәм. Ҡәҙеремде белмәгән иҫерек ир менән хөкүмәткә мәңге ҡол булып ғүмер уҙҙы. Һуғышҡаса араҡының ни икәнен белмәгән атайың фронттан эсергә өйрәнеп ҡайтты. Үҙе, бахыр, эскесемен тип кәмһенә лә белмәне. Ҡыҙыл-көрән танауын күтәреп йөрөүен үлгәнсе ташламаһа, ташламай икән бәндә.
Һауалы заттан ине шул. Атаңа оҡшап, һин дә текә-тәкәбберһең. «Матурлыҡ – күҙ өсөн, холоҡ – тормош өсөн» тин белеп әйткәндәр. Холоҡ – ярты бәхет ул, тип илағайны бисараҡай.
Сер бүлешергә хәҙер әсәй ҙә юҡ. Һолтанташ ауылының ташлы зыяратында ата-әсәһе эргәләш ята. Хәниә әсәһен оҙатып ҡайтҡас, Йәнифә еңгәләрендә мәрхүмәнең өсөнә-етеһенә бағышланған Ҡөрьән мәжлесен үткәреште лә, әҙәмдән өрккәндәй, киске поезға томоролдо. Ғәрләнеүе һаман баҫылмағайны. Үлемдән оят көслө... Шунан бирле тыуған яғына аяҡ баҫҡаны юҡ. Ата-әсәһенең рухтарына арнап хәйер-саҙаҡа таратыуын мәңге ташламаҫ.
Хәниә, иңкештән дә былайыраҡ саҡҡан уйҙарҙан арынмаммы тип, ауырлыҡ менән түшәгенән тороп, сәй ҡуйҙы. Әллә сәй көсө менән йүнәлмәҫме. Хәл керһә, Лира әхирәтенә барып әйләнер. Ул да яңғыҙ хәҙер: Фәдисе иртә китте, пенсия йәшенә етергә лә өлгөрмәне.
Айгүзәлдәр менән эскән сәйнүк һыуынмағайны. Ҡуян ҡанылай ҡаты сәй ҙә баҫмаһа, баҫмай икән баш ауыртыуын. Ҡайҙа, ти, ҡаланың бер осонда йәшәгән әхирәтте юллау. Хәл кермәне, кәйеф күтәрелмәне – иҫтәлектәр генә сағыуланды...
Теге саҡта, Хәниә үҙенең туйын ташлап ҡасҡанда, нәҡ ошолай ауырығайны. Был юлы туй күлдәген һатыу хәсрәтенән сирләүе, ахыры. Ниңә ҡаныҡҡандыр шуға, үҙе бер ғүмер торғанды торһон ине урынында, ашарға һорамай ҙа. «Эй, Аллам, зиһенемде тағы томаланың! Һөйөклөмдән икенсегә айырылдым бит мин...» – Шәүләгә оҡшап ҡалған Хәниә түшәгенә ауҙы.
4
Табында танышты улар.
Тура килеүен әйт: Фәдис менән Хәлил – опера йырсылары. Гүзәл заттар ҙа бергә эшләй: Лира математиканан, Хәниә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Халыҡ араһында арыу ғына танылған Хәлилде телевизорҙан йыш ҡына күргәне, концерттарын ҡарағаны бар Хәниәнең. Йырсы хаҡында гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙе, һүрәтләмә-әңгәмәләрҙе лә уҡып бара. Опера артисының көслө баритон тауышына, бер нисә сит телдә йырлауына һоҡланмаған кеше юҡ.
Сәнғәт кешеһе булмаһа ла, сәнғәт бәҫен аңлаған, үҙенең репертуары хаҡында мәғлүмәтле мөғәллимәгә егеттең ихтирамы бермә-бер артты. Ағас емешенән, әҙәм ҡыланышынан беленә: Хәлил Хәниәнең килеш-килбәтен, ҡылыҡ-ҡыланышын һиҙҙермәҫкә тырышып күҙәтә ине. Хәниә матур ғына бейей ҙә, йырлай ҙа икән.
Сибәрҙәрҙе күп күргән ул. Янында ҡыҙ-ҡырҡындың күбәләктәй өйрөлөүенә өйрәнеп бөткәнгәме, гүзәл заттарға бигүк иҫе китмәй. Ә бына етди ҡиәфәтле, уйсан ҡарашлы уҡытыусы ҡыҙ шул арала күңелен ылыҡтырыр тип уйламағайны.
Егеттең иғтибарлы ҡарашынан Хәниә кинәт һиҫкәнде, иләҫләнде... Юғиһә, ҡыҙ ҙа ир-аттың иғтибарына күнеккәйне, һылыулығын һәйбәт белә. Университетта уҡыған сағында тирәһендә уралыусыларҙы һанаһаң, ике ҡул бармаҡтары ла етмәҫ. «Эре, һауалы» тигән даны сыҡты, иллә-мәгәр тәҡдир тигәнең үҙенекен итте – әлегәсә берәүһен дә яҡынлатмаған күңеленә һынамсыл ҡарашлы егет инде лә ояланы.
Ике йөрәк араһында нурҙан ғына ҡойолған күпер һалыныуын бүтәндәр ҙә шундуҡ һиҙҙе, һиҙҙеләр һәм нәҡ шулай булырға тейеш, тип ҡабул иттеләр. Улар бик тә пар килгәйне.
Йыл ярымдан туй көнө билдәләнде. Туйҙы 8 Мартта Һолтанташта, Хәниәнең тыуған ауылында, үткәрергә килештеләр. Мөхәббәттән дәрт-дарманы, көс-ҡеүәте артҡан егет ал-ялһыҙ эшләне лә эшләне.
Хәлилдең труппаһы һирәкләп сит илдәргә лә сыҡҡыланы. Италияға гастролгә барғанында ул буласаҡ кәләшенә туй күлдәге менән ынйы мунсаҡ алып ҡайтты.
Ярҙамлашырға тип, Хәниә ата-әсәһе янына башҡаларҙан алдараҡ ҡайтып төштө. Еңел, матур сумаҙандан (ул да сит илдән) күлдәген сығарып күрһәткәс, дүрт еңгәһе берсә «аһ» итте.
Туйҙың нисек үтеүенә ҡарап уй төйнәлә, фекер ярала бит ул. «Ярай инде...» йәки «һа-ай, бына был туй, исмаһам, дан булды» тигән мөһөр оҙаҡ һаҡлана. Мах бирмәҫкәлер, Өфөнөң бер машина ҡунағын ҡаршыларға ауыл халҡы ең һыҙғанып тотонғайны: төп ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҡыҙ йортонда ҡунасаҡ, ҡалғандарын өй һайын бүлешеп алғандар, нисә мунса яғырға, ҡунаҡ күрһәтеүҙе кемдән башларға – барыһы ла уйланған. Ил батшаһын көтәләрме ни (кейәүҙең күренекле артист булыуы иҫәпкә алынғандыр), аш-һыу мул әҙерләнгән, ҡатын-ҡыҙ өйөн ялт иткәнсе йыуған-йыйған, ир-ат ишек алдарын таҙартҡан. Эскегә оңҡотораҡтары, ул саҡта ундайҙар һирәк ине, араҡы-шарап йәшниктәрен һанаһа, уйын-көлкөгә әүәҫтәр ҡыҙыҡ-мыҙыҡ уйлап зыҡ ҡуба. Бала-сағаһына тиклем төрлө йомош-фәләндән бушамай.
Ҡасан юлға сығырға тейешлеге, нисә сәғәттән килеп етерҙәре билдәле. Бына-бына автобус күренәсәк. Әммә күҙ ҙә ҡаш көткән автобус күренмәне. Төн буйы көттөләр ҡунаҡтар юҡ. Көн үтте, тағы төн етте – юҡтар. «Был төндө килеп етерҙәр, юл кешеләре йонсоғандарҙыр, аш-һыу әҙер торһон», тинеләр, сиратлап йоҡланылар. Яғылған мунсалар, бешкән аштар һыуынды. Эйе, көткән кешегә минуты ла сәғәттәй бит ул. Тәүлектең тәүгеһе еңелерәк үткәйне. «Юл аҙабы – гүр ғазабы», тигәйнеләр. Тәүлектең икенсеһе икеләндерһә, өсөнсөһө шыпа шөбһәгә төшөрҙө – бөтәһе лә һағайғайны инде.
Хәниәне танырлыҡ та түгел. Күп илауҙан шешенгән ҡыҙ әсәһенән башҡа бер кемде лә янына индермәҫкә тырыша. Йылмаяҡ Йәнифә еңгәһе генә, әмәлен табып, бикәсе тирәһендә ураңғылай:
– Өс тәүлек өс сәғәт түгел. Ошо ҡәҙәре ваҡытта машинала түгел, йәйәү килеп етерлек... Кеше артисҡа ышанамы? Бәғеркәйем, әрәм генә булдың...
– Вәғәҙәһендә тора бит ул! Әйттеме үтәй. Егетен нахаҡ һүҙҙәрҙән һаман араларға тырышыуы Хәниәнең.
– Тимәк, дүнгән... дүндергәндәр... И-и-и, матур ғына бикәсемде... Был тиклем дә кәмһетеүҙәргә нисек сыҙарһың... – Туҡтауһыҙ сөңкөлдәгән Йәнифә сыҡмаған күҙ йәшен алъяпҡысына һөрттө.
Былай ҙа саҡ түҙеп, кеше күҙенә күренергә оялған ҡыҙға еңгәһенең һүҙҙәре утҡа кәрәсин өҫтәүгә тиңләште. Хәниә ялт итеп сәғәткә күҙ ташланы, минут эсендә кейенде. Матур сумаҙанды алып, ихатаға атылды. ЗАГС-ҡа алып барырға ал-ҡыҙыл таҫмалар, төрлө ҡыуыҡтар менән биҙәп әҙерләнгән еңел машинаға нисек инеп ултырғанын иҫләмәй. Йәнтәслимгә сигнал төймәһенә баҫҡаны, аптырауҙан йүгереп килеп еткән шоферға әллә ниндәй ят тауыш менән әмер биргәне хәтерендә:
– Поезд китергә илле минут ваҡыт бар. Ярты сәғәттә станцияға алып барып еткер!
Ҡыҙҙың ҡыҙыулығы шоферға ла күстеме:
– Етербеҙ! – тине, ишекте шапылдата ябып.
Өфө автобусын көтөп шарран-яра асыҡ ҡапҡанан шыйлатып сығып та киттеләр.
Әйләнеп ҡайтҡас, шоферҙың күҙе маңлайына менде: ихата уртаһында автобус тора. Хужаларҙың да, ҡунаҡтарҙың да йөҙҙәрендә – ҡара һором. Туйҙа булырға тейешле ҡыуаныслы ығы-зығының, уйын-көлкөнөң әҫәре лә юҡ. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, ҡоҙалар-ҡоҙасалар таныштылармы икән уныһы ла билдәһеҙ.
Лира менән Фәдис, Хәниәнең ағалары Хәлил янында мәш килә: аяҡтарын араҡы менән ыуалар. Бикәсенең арҙаҡлы, сибәр егетте үҙенә ҡаратыуына ҡара көнсөллөктән үте һытылһа ла, Йәнифә төҫөнә сығармаҫҡа тырыша, йылмайған булып, уйнаҡлап, боросло-ҡоротло һурпа килтерҙе. Хәлилдең ҡарышыуына ҡарамай, өшөүҙән дерелдәгән аяҡтары иҫ белмәгән егеткә Хәниәнең оло ағаһының тулы алдыр һитә балын эсерергә оҫталығы етте.
Ҡышҡы көндөң ғүмере ҡыҫҡа – эңер ҙә төштө. Йонсоған ҡунаҡтарҙы тәрбиәләгәнсе, теләгәндәре мунса төшкәнсе төн уртаһы етте. Мәй уртлаған өфөләрҙең теле асылды, хәҙер инде ара-тирә шаян һүҙҙәр ҙә ҡыҫтырғылап, һирәк-һаяҡ көлөшөп тә юлда күргән-кисергән ыҙаларын ярышып бәйәнләү китте. Баҡһаң, күҙ асҡыһыҙ буран башланып, өйөрмә ҡар юлды ҡаплағас, оҙаҡ ултырғандар. Ә күпме ултырырға була. Бәхеткә, юлда күп йөрөгән, күп ыҙаны татыған шофер яҡында ғына ауыл барлығын иҫенә төшөрә. Хәлил менән китәләр ауылды эҙләп. Аҙашып, алйып, өшөп-туңып ауылды саҡ табалар. Тракторсы менән килешкәнсе хәтһеҙ ваҡыт үтә.
– Аҡсағыҙға ла ҡыҙыҡмайым, башым берәү минең... – ти ҙә ҡуя икән уныһы.
Нужа һурпаһын күп эскәнгәлер, тракторсы ипкә килеп, ярҙам иткән: ҡарҙы гөрөп алдан бара, ә арттан – автобус. Бер көтөү кешене үҙенә алып ҡайтҡас, ҡаҙан тултырып аш бешергән ҡатыны. «Иҫерек кеше һыуыҡҡа тиҙ бирешә» тип, грамм да эсергә ҡушмаған тракторсы. Буран баҫылғанын көтәүелләйҙәр ҙә ни, юҡ, уныһы туҡтарға уйламай ҙа. Таң атҡас, тағы юлға сығалар. Ҡалын көрттө йырып, әлеге трактор алдан бара. Юл ырамай. Район үҙәгенә килеп еткәс, әлеге тракторсының бер туған ҡустыһында туҡтап, хәл алалар. Ана шулай мең бәлә менән Һолтанташ ауылына саҡ килеп еткәндәр.
– Аҡман-тоҡманға эләккәнһегеҙ бит, – Хәниәнең атаһы һүҙҙе бүлә. – Хоҙайҙың хикмәте: бында елләп-елләп алды ла туҡтаны.
– Хәйерсегә ел ҡаршы! Эре ҡыланырға тиһәң, Хәниәне ҡуш. Поездан да йәтешерәге юҡ. Был яҡтың тәбиғәте лә ҡырыҫ, ҡыҙҙары ла ҡырағай. – Йәнифә уйындағын әйтеп һалғас, телен тешләне лә бит, һуң ине.
Хәлил үҙәгенә үтеп һыҙлаған аяғына саҡ баҫты. Аяҡ та һыҙлай, йөрәк тә әрней... Сыҙаны Хәлил, көйрәүен күрһәтмәҫкә көс тапты:
– Бәлки, туй Өфөлә булыр. Хәниә ҡайҙа тиһә, шунда үткәрербеҙ! – тине ул хушлашҡанда. – Кәңәшләшербеҙ ҙә хәбәр итербеҙ.
5
Әйткән һүҙҙең үтәлеү-үтәлмәүе һинән генә тормай ҡайһы саҡ.
Өфөгә ҡайтыу менән дауаханаға эләкте Хәлил. Табиптарға мең рәхмәт: аяҡтарын ҡотҡарҙылар. Сатанлаһа ла, үҙенең аяҡтарында йөрөй. Тауышы өсөн бик тә ҡурҡҡайны егет. Хоҙай араланы: һыуыҡ тейеүҙән ҡарлыҡҡан тауыш та яйлап яҡшырҙы, әүәлге көсөнә ҡайтты.
Дауаханала ятҡанда Хәниәһен бик көттө ул: ишек асылған һайын алъюҫыҡҡа ымһынды...
«Янылыҡтар»ға тилмерелмәне – уларын Лира менән Фәдис һыуытмай ғына ташып торҙо.
Ауылдан Өфөгә килгәс, тетрәнеш үҙенекен иткәндер, Хәниә лә сирләштерә. Дауаханаға ятырлыҡ уҡ булмағандыр, әле баштан-аяҡ эшенә сумған, ти.
Һауығып сыҡҡас, Хәлил һөйгәне янына барырға, аңлашырға нисәмә ынтылды, күңеле төбөндәге тауыш: «Таш бәғер икән, хәлеңде белергә лә килмәне. Белеп-ишетеп йөрөгән көйөнсә...» – тип тыя ла ҡуя. Көттө-көттө лә, сабырлығы шартлағас, шылтыратты.
– Алле! – Хәниәнең һағайыулы тауышы ишетелде.
– Был – мин, Хәлил... – Егет һүҙен дауам итергә өлгөрмәне.
– Һеҙ яңылыш шылтыратаһығыҙ... – Хәниә артабан тыңлап та торманы.
Фәдис менән Лира ла ярашырға-аңлашырға өгөтләп ҡараған. «Хәҙер ауылыма ла ҡайта алмайым. Кеше күҙҙәренә күренмәҫлек итте...» – тип ҡырт киҫә икән.
Осрашһалар, ғәфү үтенергә, бөтә ғәйепте үҙенә алырға әҙер булһа ла, Хәниәнең өйөнә йәки эшенә эҙләп барыуҙы килештермәне егет.
Улай ҙа бер мәртәбә осрашты улар.
Римский-Корсаковтың «Моцарт һәм Сальери»һында Моцарт партияһын Хәлил башҡарған көн ине.
Тамашанан һуң гримдан таҙарынып, өҫтөн алыштыра һалды ла партерҙа ултырған әсәһе янына йүнәлде. Халыҡ таралып бөткән тиерлек. Шул саҡ Хәниә менән маңлайға- маңлай бәрелешә яҙҙылар. Егет аҙымдарын яйлатты, Хәниә уның янынан йәһәт кенә үтеп китте. Күрмәнеме? Күрҙе – туҡтаманы. «Тотоп алмаһын» тигәндәй, аҙымдарын йышайтыуы ғына ла сәмгә тейерлек. Артҡа боролоп ҡарарға, саҡырырға әлеге эске тауыш егетте тағы тыйырға өлгөрә: «Инәлмә! Намыҫыңа көс килерлек ғәйебең юҡ!»
Бәндә ғүмере йәй менән көҙгә тиң. Йәшлек һиҙелмәй үтә лә китә...
Һуңғы арала олоғайған ата-әсәһенең туғаҙаҡ ҡаҙ һымаҡ һаман яңғыҙ улдарының киләсәге, ейән-ейәнсәрҙәрен күрә алмайынса мәңгелеккә китеүҙән шөбһәләнеүҙәре хаҡында йышыраҡ һөйләшеүҙәрен ишетеп йөрөгән егет тә уйға ҡалды.
Ҡыйыуһыҙ ғына (хеҙмәттәштәренән берәү әйтмешләй, йыбыҡ ҡыҙ) Азалияға күңеле бигүк төшмәһә лә, күҙе төшкәндәй... Мөһиме: ҡыҙ уға күптән мөкиббән ғашиҡ. Уның сикһеҙ мөхәббәтен күреп-һиҙеп йөрөгән Хәлил шуға ла риза. «Быныһы ҡасмаҫ... Был – ышаныслы», – ти йөрәге лә.
Күптәрҙе аптыратып, музыка уҡытыусыһы Азалия менән өйләнештеләр. «Туй» тигән ваҡиғанан Хәлилдең күңеле ҡайтҡайнымы: яҙылыштылар, никах балдағы алыштылар. Азалияның ата-әсәһе, яҡын туғандарҙы саҡырып, шау-шыуһыҙ ғына бер кис ултырҙылар ҙа, шуның менән мөрхәтһенделәр.
Азалия ғүмере буйы өҙөлөп яратты Хәлилен. Ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды.
Йөрәк сиренә тарыған Азалия, табиптар ҡушмаһа ла, өйләнешеүҙәренә бер йыл тулып уҙыуға шалҡандай аҡ, бөрсә кеүек теремек, һау-сәләмәт ҡыҙ бүләк итте. «Айгүзәл», – ҡыуанышып ошо исемде бергә ҡабатланы Хәлилдең ата-әсәһе.
– Әгәр ҡыҙыбыҙ ямаҡай ғына булһа, үҫкәс, шундай исем һайлағанға үҙегеҙгә үпкәләмәҫме? – тип шаяртҡайны Хәлил.
– Бындай бала гүзәл булмаймы? Мин әйткәйне тиерһегеҙ, һәр тарафтан матур кеше булыр бәпәйем! Айгүзәл тип ҡушабыҙ! – Өләсәй ҡабат тикшермәҫлек итеп фарманын нығытып ҡуя.
Үткән менән ғүмер кисереп булмай. Хәниәһе иҫенә төшөп-төшөп алһа ла, Хәлил Азалияһына иғтибарлы үә ихтирамлы булды – хәленсә һаҡланы, мөмкин тиклем шифаханаларҙа дауаларға тырышты. Әммә Хоҙай үҙенекен бойоралыр, Айгүзәлгә ун һигеҙ йәш тулған йылда Азалия ҡап-ҡара, моңло күҙҙәрен мәңгегә йомдо. Әсәһен һауыҡтырыу ниәтенән табип булырға уҡыған Айгүзәл тәүге курсын тамамларға ғына өлгөргәйне.
– Атай! – Айгүзәл уның уйҙарын бүлде.
– Сәйең әҙерме әллә? – Хәлил, һиҫкәнгәнен һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡыҙына ҡыйыуһыҙ ғына күҙ һирпте.
– Сәй артында кәңәшләшербеҙ әле, атай...
– Әйҙәгеҙ, һөйләшә-һөйләшә эскән сәй тәмле була ул! – Өҫтәл артында Хәлил ҡыҙының тилберлегенә кинәнеп йылмайҙы. – Бәрәмәстәр ҙә өлгөрткәнһең. Әсәйең кеүек, сәйеңде тәмле итеп яһа әле.
Айгүзәл менән Ишбулды ниңәлер бер-береһенә ҡарашып алды. Йәштәр уға мөһим хәбәр әйтергә теләй ҙә, ҡыймайыраҡ тороуҙары, ахыры.
– Йә, ниндәйерәк һүҙ икән, кәңәшләшәйек. Кәңәшле эш уң була, тиҙәр.
– Беҙ былай уйлашҡайныҡ, атай... Туйыбыҙға Хәниә апайҙы ла саҡырайыҡ, тигәйнек...
– Һы... – Хәлил ғәжәпләнеүҙән һүҙһеҙ ҡалды.
– Беренсенән, апай беҙгә бик оҡшаны... – Айгүзәл, ярҙам һорағандай, Ишбулдыға күҙ ташланы.
– Икенсенән нимә?
Ярай инде, атай... Уйланып йөрөй торғас, аҡ ҡағыҙҙан да былайыраҡ ағарыныуыңдың сәбәбен аңланым. Элек, мин бәләкәй саҡта, уның тураһында өләсәйем һөйләгәйне – иҫкә төштө.
– Килмәҫ! Ул шундай... – Хәлил, һүҙ тапмай бер килке ултырғас, өҫтәп ҡуйҙы, – көйһөҙ...
– Үҙем һөйләшәм, атай, көйләрмен-сөйләрмен...
– Мәйелең, ҡыҙым, үҙең ҡара.
– Күптән шулай тиһәңсе! – Атаһынан ошо һүҙҙәрҙе генә көткән Айгүзәлдең кәйефе бермә-бер артты. – Йәгеҙ, бәрәмәс эҫе саҡта тәмлерәк була, ашағыҙ.
6
Хәлилдең өйләнеүен ишеткәс, Хәниә шаҡ ҡатты. Ҡасан да булһа уның ишләнере башына ла килмәгәйне. Бөгөн булмаһа, иртәгә Хәлилдең инәлеренә, илай-илай ғәфү үтенеренә иманы камил ине.
Шул йылда Ҡырымға олаҡты ул. Ҡырым ҡомдарында ҡыҙынғанда Азат менән танышты. Уныһы, Хәниәнән тотам да ҡалмай, Өфөгә эйәреп килде. Ҡазанда үҫкән егеткә «Өфө лә бик матур, Хәниә лә бик матур...» ине. Ҡыҙҙың эсендә көйрәгән утты шәйләрлек хәлдә түгел ине ул. Никахһыҙ, туйһыҙ йәшәргә генә күнде Хәниә. Шул да шикләндерергә, һағайтырға тейеш ине Азатты.
Һөйгәненә үс итеп кенә кейәүгә сыҡҡан, исем өсөн генә көн иткән Хәниә бер мәл үҙе лә һиҙмәй ҡалды, яңылыш:
– Хәлил! – тип ысҡындырҙы.
Кәләшенең мөхәббәт тарихын ишеткән Азаттың зәңгәр күҙҙәрендә берсә ғәжәпләнеү, берсә нәфрәт сағылды. Нәфрәте күберәк ине...
– Әү, Ғәлиәбаныу! – тине ул, ирендәрен салышайтып.
Шунан ул мәле сыҡҡан һайын, мәле сыҡмаһа, тура килтереп, бигерәк тә табындарҙа «Ғәлиәбаныу» тигән йырҙы «Хәниәбаныу» тип йырлап һармаҡланды, бисара.
Һөйәр кеше һөйәгенән билдәле, тиҙәр – яратманы Хәниә Азатты, эҫенә, өйрәнә алманы.
Былай ҙа ҡырҡ терәүҙә саҡ торған ғаилә йыл үтеүгә тарҡалды.
...Түшәгендә һаман аунаҡлаған Хәниәне телефон тауышы һиҫкәндерҙе. «Лира инде был. Тапҡан шылтыратыр ваҡыт...» Әкрен генә тороп телефон трубкаһына үрелде:
– Алле! Тыңлайым.
– Хәниә апай, был мин – Айгүзәл. Һаумыһығыҙ!
– Арыумын әле. Шунан, нисек, күлдәгең атайыңа оҡшанымы?
– Нисегерәк оҡшаны әле!.. Беҙ бында кәңәш-төңәш иттек тә, туйға һеҙҙе лә саҡырырға булдыҡ.
– Иң-иң яҡын туғандарығыҙҙы йыйырға уйлағайнығыҙ ҙа...
– Һеҙ ҙә шул «иң-иң»дәр араһына инәһегеҙ бит...
– Әлләсе...
– Атайым Хәлил... Хәлил Хәбирович та, һеҙ килһәгеҙ бик шат булырмын, ти...
Хәниә өнһөҙ ҡалды. Бындай хәлдең булырын мәңге уйламағас, ышана ла алмай. Шаңҡыу яйлап үтте: Айгүзәлдең килеш-килбәте, төҫ-башы ла күҙ алдына килде. Күргәс тә кемгәлер сырамытҡайны шул – атаһына оҡшаған икән ҡыҙ бала.
Ни тиергә хәҙер, нимә эшләргә?
Үҙеңде еңә белергә, ғорурлыҡты мөхәббәттән артыҡ күрмәҫкә кәрәклеген күптән төшөнгәйне ул. Ялған ғорурлыҡты, даланыңдан яҙҙырған тәкәбберлекте йәһәт кенә енеүе лә еңелдән түгел.
Һауа етмәгәндәй, күкрәк тултырып һуланы ла һүҙ ялғаны:
– Әйтәм дә, ҡайҙалыр күргән кеүекмен, атайыңа оҡшағанһың икән... – Хәниәнең хәле хөртәйҙе, тауыш ҡынаһы үҫмер баланыҡы һымаҡ сибек кенә сыҡты.
– Һеҙ туйыбыҙҙы шул тиклем йәмләрһегеҙ, иманыбыҙ камил. – Айгүзәл һаман ныҡыша.
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә шул Айгүзәлдең рыяһыҙлығы икеләнеүҙе бөтөнләй ҡыҫырыҡланы. Хәниә кинәт ҡәтғи ҡарарға килде:
– Улай «иң-иң»дәр араһына эләккәс, барырмын, Айгүзәл ҡыҙым. Адресыңды яҙып алайым... – Хәниә аҡ ҡағыҙ битенә Айгүзәл әйткәндәрҙе ихласлап яҙырға тотондо...
Нәжиә ИГЕҘЙӘНОВА.