ХАҠ

Бәйән

1

Шул тиклем буш, ғәмһеҙ көн булыр икән!

Зәйтүн бына инде өсөнсө сәғәт урамда йөрөй. Бер аҙҙан ҡайтыр ҙа инде. Әсәһе уянғандыр. Бер үҙенә яманһыуҙыр... Эш көндәрендә былай ҙа аҙналар буйы өйҙә үҙе генә бит ул... Күршеләге Ғәйшә ҡарсыҡты иҫәпләмәгәндә. Хәҙер берҙән-бер ял көндө лә яңғыҙы ятһынмы?!

Ауырый ул. Түшәктә ятып ҡына тора. Һуңғы йылда урамға ла бер ҙә сыҡмай. Аш-һыу бүлмәһенә барып килеү ҙә уға ауыр хәҙер...

Шулай көндән-көн ауырая, һүнә бара. Врачтар ҙа бер ни ҙә эшләй алмай. Дарыуҙарҙың да файҙаһы юҡ. Ул бит ҡайһы ере ауыртыуын теүәл генә әйтә алмай. «Ҡартлыҡ ауырыуы миндә, балам, ғүмеремдең һуңғы көнө яҡынлашалыр», – ти үҙе. Изге юлына әҙерләнә. Элек-электән намаҙ эйәһе булһа ла, һуңғы ваҡыттарҙа Хоҙайҙың был ғәмәлен айырыуса ентекләп, теүәл итеп үтәй... Унан илаһи бер тыныслыҡ менән: «Балам, үлемдең бөтөүенә ҡарағанда ғүмерҙең бөтөүе хәтәрерәк», – ти. Уныңса, үлемдән һуң кеше мәңгелек юлына сыға – яңы ғүмерен кисә башлай. Ғүмер өҙөлһә, йәндең юлы ла өҙөлә. Киләсәге өҙөлә, өмөт өҙөлә... Әсәһенең һүҙҙәрен Зәйтүн ана шулай аңлай.

Ғүмере буйы колхоз эшен егелеп тартҡан ҡатын ул. Иптәше бик йәш саҡта үлеп киткәс, Зәйтүнде аяҡҡа баҫтырырға кәрәк булған уға. Шул ғәзиз балаһына биргән дә инде ул үҙенең йән һулышын, тән көсөн.

Зәйтүн ҡайтыу яғына боролдо. Бына был ишек алдын киҫтереп кенә үтһәң, тирә-яҡта балҡып ултырған биш ҡатлы ҡыҙыл йортҡа күп ҡалмай... Унда уны ауырыу әсәһе көтә... Ауырыу булһа ла, сер бирмәй әле ул. Сәйен ҡуя, өҫтәл хәстәрләп, икмәген, лимонын телә... Шунан, ҡаршында сәй һемереп ултырған улына ҡарап, ауыр итеп һулай.

– Һин беҙҙең донъя кешеһе түгелдер, балам. Был тиклем һәйбәт, игелекле булмаҫ инең, – ти.

Ул белә шул: ауырыу әсәһе өсөн Зәйтүн донъяның күп бүләктәренән баш тартты. Ҙур уҡыуҙарға инә ала ине, ул бит мәктәпте яҡшы тамамланы. Ҡиммәтле дарыуҙарға аҡса кәрәк булды, уҡыу хаҡындағы татлы хыялдарын онотоп, Зәйтүн йәштән ауыр хеҙмәткә ялланды. Ҡыҙҙар менән аралашырға ваҡыты ла аҙ булды. Әллә шуның өсөн инде, ул хәҙер уларҙан бөтөнләй ҡурҡа... Әсәһе ни тиклем генә өгөтләһә лә, өйләнеү уйын күңеленә яҡын ебәрмәҫкә тырыша...

Зәйтүндең күңелен ишек алдына урта бер ерҙә урынлашҡан ҡомлоҡта уйнап ултырыусы бер бала йәлеп итте. Бик сәйер тойолдо уға был бала. Башҡа балалар, ана, төркөмдәргә ойошоп, сыр-сыу килеп, әле бер яҡҡа йүгерешәләр, тағы ла тулҡын булып ҡаршы яҡҡа ябырылалар...

Ә был бала үҙе генә. Япа-яңғыҙ. Өс-дүрт йәштәр тирәһендәге бала өсөн был сәйер түгелме ни?!

Туҡта, ниңә яңғыҙ булһын?! Ана бит, кем менәндер һөйләшеп ултыра... Һөйләшеп ултыра? Кем менәндер? Әлбиттә, Зәйтүндең дә үҙ күңеле менән әңгәмә ҡорған саҡтары йыш була. Ләкин ул күңел бит!.. Ә был малай янында ысынлап та кемдер бар кеүек. Ана нимә ти:

– Һин бөгөн матул...

– Мин дә матул. Әсәйем миңә яңы күлдәк алды... Һинең әсәйең балмы? Ә атайың? Минең атайыммы? Юҡ... Күктә әсәйҙәр буламы?..

– Ә күк ниндәй һуң ул? Матулмы?..

– Минең күкте күләһем килә...

– Ҡалтлалны ғына алаһыңмы?

– Минең тиҙеләк үҫәһем килә... Күккә балаһым килә... Һинең янға...

Был сәйер һөйләшеүҙең телһеҙ шаһиты булып, баҫҡан урынында ҡатып ҡалған Зәйтүн ни уйларға ла белмәне. Үҙен үҙе белештермәйенсә, сабыйға табан бер нисә аҙым атланы, шунан, һаҡ ҡына килеп, яҡындағы эскәмйәгә сүкте...

– Кем менән һөйләшәһең һин?

Малай, күтәрелеп ҡарамайынса ғына, уйынсыҡ КамАЗының әрйәһенә ҡом тейәй-тейәй, күптәнге танышы менән һөйләшкән кеүек яуап бирҙе:

– Ана уның менән...

Малай ымлап күрһәткән яҡта бер ни ҙә шәйләнмәгәс, Зәйтүн нығыраҡ төпсөндө:

– Кем һуң ул? Исеме нисек?

– Белмәйем... Ул үҙе лә һоламай, мин дә һоламайым... Күктә йәшәй ул...

– Кем? – Был юлы Зәйтүн тамам аптырап һораны.

– Ул...

– Ул?.. Кем һуң ул?..

Малай һаман машинаһы менән мәш килде. Борсома мине тигән кеүек, теләр-теләмәҫ кенә һөйләште:

– Аҡ шул... Матул... Ҡанатлалы ла бал... Ул бит күктән төсә...

– Ә ни өсөн мин күрмәйем һуң уны?

– Белмәйем... Мин әле бик бәләкәй. Суға ла күп нәмәне белмәйем...

Ҡапыл Зәйтүндең аң-зиһене томаланғандай булды. Ләкин, тормош ғәмен тамам юғалтыр алдынан, күңеленә бер сәйер уй үрмәләп кереп ҡалырға өлгөрҙө: «Был бала ысын фәрештә менән һөйләшеп ултыра лаһа! Шулай булғас... Рухи заттарҙың барлығы хаҡ?»

Шунда уҡ Зәйтүндең иңке-миңке зиһененә ҡасандыр әсәһе әйтә торған һүҙ килеп иреште: «Фәрештә заттары сафтан-саф, пактан-пак сабый балаларға ғына асылалар», – ти торған ине ул. «Фәрештәләр кеүек саф-ихлас сағында һәр кеше Аллаһы Тәғәлә мәләктәре менән аралашып, аңлашып йәшәй» тигән һүҙ ҙә, ҡайҙандыр килеп, Зәйтүндең хәтерендә яңырҙы...

Зәйтүн үҙенең бала сағын бик аҙ хәтерләй. Уның был бала саҡ ғүмеренән атаһының аяныслы үлеме, әсе етемлек ғазаптары ғына хәтерендә ҡалған. Әсәһе көнө буйы эштә, Зәйтүн таңдан төнгә тиклем күршелә йәшәүсе ярты һуҡыр, ярым һаңғырау әбекәй ҡарамағында ҡала. Ундай саҡта ниндәй фәрештә инде?! Әжәле килмәһә, рәхмәт әйтеп кенә тор.

Ышанып етмәһә лә, әсәһенең һүҙен хөрмәт итә Зәйтүн. Намаҙ эйәһе булып йөрөгән ҡатындың үҙ уйы, үҙ ҡарашы булырға тейеш бит ине...

Ә, бәлки, күренгәндер уның күҙенә фәрештә тигәндәре. Зәйтүн онотҡандыр ғына... Шундай уҡ саф, таҙа, матур булғандыр ул. Ҡанатлы булалыр. Бына был малайға осраған фәрештә заты кеүек...

Зәйтүндең был изге урындан тиҙ генә киткеһе килмәне. Малайҙың ҡаршына уҡ сүгәләп, уның КамАЗ машинаһына ҡом тултырырға кереште.

– Һинең үҙеңдең исемең нисек һуң?

– Хәлим...

– Мин Зәйтүн ағайың булам.

– Һин дә масиналы уйнайһыңмы?

– Уйнайым. Миңә һинең кеүек саҡта бик уйнарға тура килмәне шул...

– Әсәй ҙә сулай ти. Мин кулсак уйнаманым, энеләлемде ҡаланым, ти. Ваҡытым булманы, ти...

– Һин әсәйеңне ялата... яратаһыңмы?

– Ялатам.

– Атайыңды?

– Юҡ.

– Ниңә инде?

– Атайым юҡ минең.

– Нисек инде? Һәр кешенең әсәһе бар, атаһы бар.

– Ә минеке юҡ.

– Минеке лә...

Икеһенә лә шунда уҡ яманһыу булып китте. Улар һөйләшмәйенсә-нитмәйенсә генә машиналарына ҡом тейәп бөтөрҙөләр.

Тағы Зәйтүн тынғыһыҙыраҡ булып сыҡты. Ул баянан бирле күңелен борсоп торған шомло һорауын бирҙе:

– Ул... һаман беҙҙең яндамы?

– Кем?

– Теге... ҡанатлы, аҡ нәмә....

– Нәлсә түгел, беҙҙең кеүек ул. Ҡанатлы ғына...

– Тимәк, ул... фәрештә? Ну... ангел?

– Эйе, шул, ангел. Бына ул – утылғыста утыла. Һиңә ҡалап тола...

– Уҫал итеп ҡалаймы... ҡараймы?

– Юҡ, йылмайып тола...

Ниһайәт, Зәйтүн тәүәккәлләне, баянан бирле һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йән артында торған һорауҙы бирҙе:

– Хәлим... Һин ул фәрештәнән һорай алаһыңмы? Бына минең өсөн, минең хаҡҡа һорай алаһыңмы?

– Нәлсә һолайым? Кәнфит, зеваска һолаһаң, все лавно билми... Мин һолап ҡалаған инем инде...

– Юҡ-юҡ, мин кәнфит ашамайым. Жвачка ла яратмайым. Миңә бер нәмә хаҡында ғына һорарға кәрәк. Минең әсәй бик ныҡ ауырый, өйҙә түшәктә ята. Бер нисек тә терелә алмай... Берәр сара юҡ микән, тим – шул турала һорап ҡара әле. Уларға, фәрештәләргә бар нәмә лә билдәле бит... Уларҙың бөтә нәмәгә лә көстәре етә...

– Ә ни өсөн аңалдан солалға? Минең әсәйем влас булып эсләй. Сколыйда... Уны ғына саҡылайыҡ. Ул балыһын ла белә...

– Хәлим... Шулай ҙа һорап ҡара әле. Бына был ағайҙың әсәһе бик сирләй, тиген, берәр нисек терелтеп булмаймы, тиген... Ә?

– Хәзел... Тик һин алтың менән болыл. Кесе ҡалап толғанда һөйләсмәй ул... ангел...

Зәйтүн ситкәрәк китте... Уйҙарына сығымсыларға ирек бирмәйенсә генә ишек алдын урап килде... Ул килгәндә, малай инде эшен бөтөргән ине.

– Ну, нимә тине? Һораныңмы?

– Һоланым. Телеләсәк, тине...

Зәйтүн был әкиәткә ышанды ла, ышанманы ла. Ләкин барыбер урам уртаһында фәрештәләр менән һөйләшеп ултырыусы был бер ғәйепһеҙ, сафтан-саф сабыйҙы ҡосағына алды, уны ҡыҫып-ҡыҫып һөйҙө...

– Рәхмәт һиңә, аҡыллым!.. Барыһы өсөн дә рәхмәт... Фәрештәләреңә лә рәхмәт әйт... Ни генә яҙһа ла, барыбер рәхәт булып китте...

Зәйтүн, бик тиҙ тороп, ҡайтыр юлға ҡуҙғалды.

– Ағай, ул тағы бел һүҙ әйтелгә ҡусты...

Зәйтүн ҡурғаштай ауыр ҡарашы менән тағы малайға төбәлде.

– Ниндәй һүҙ ул?

– Хаҡы буласаҡ, тине. Онотмаһын, тине...

– Аңламайым... Бер ни ҙә аңламайым...

– Әсәйең өсөн хаҡ түләлгә кәләк буласаҡ, тине... Ҡиммәт хаҡ, тине...

«Ауырыуҙы терелткән өсөн хаҡ һорайҙар түгелме? Фәрештә тип әйт инде үҙҙәрен...» – Бик ауыр барып етте был алыш-биреш фәлсәфәһе Зәйтүндең зиһененә. Шулай булһа ла ул әсәһе бәрәбәренә ниндәйҙер баһа, хаҡ түләргә кәрәклеген бик тиҙ самалап алды. Һәм ул әсәһе өсөн теләһә ниндәй хаҡ түләргә әҙер ине!

– Ә... Хаҡ тиһеңме? Ул ағай риза, барыһына ла риза, тип әйт, йәме...

Малайҙың, дөрөҫөрәге, фәрештәнең сәйер шарты хаҡында ҡат-ҡат уйланды Зәйтүн. Бик еңел генә «риза» тиһә лә, үтә лә мөһим әйбер, күрәһең, был... Ниндәй хаҡ һорайҙар һуң Зәйтүндән? Ул хаҡтың бәйәһе ниндәй? Әсә кеше сәләмәтлеген ниндәй баһа, ниндәй хаҡ менән үлсәргә мөмкин? Уны, ғөмүмән, үлсәргә мөмкинме? Йә һуң, әсә ғүмеренең хаҡ-бәйәһен кем, ҡасан ҡуйған?

2

Зәйтүн ҡайтып ингәндә әсәһе түшәгенән торған ине. Бүлмәгә тәмле итеп аш-һыу еҫтәре таралған. Итле картуф һурпаһының хуш еҫтәре шул тиклем ымһындырғыс ине, Зәйтүн, ҡайтып инеү менән, кухняға сығып, кәстрүлдәрҙең ҡапҡастарын асҡылап ҡарап йөрөй башланы. Аш-Һыу менән бер аҙ хушланғас ҡына эске бүлмәлә ниҙер ямап, тегеп ултырыусы әсәһен эҙләп тапты. Шунда уҡ борсолоп өтәләнергә кереште:

– Нишләйһең һин, әсәй?! Һиңә торорға ярамай бит!

– Ярай, ни өсөн ярамаһын, балам. Инде хәлем яҡшырып киткәндәй булды әле. Өйөбөҙ ҡатын-ҡыҙ ҡулын һағынған, йыйыштырып алдым... Бына нисек йәмләнеп китте...

Зәйтүн был юлы әсәһенә асыуланманы, әрләмәне, балҡып, яҡтырып киткән бүлмәләрҙе урап сыҡты ла әсәһе янына килеп ултырҙы... Улар шулай байтаҡ ваҡыт гәпләшеп ултырҙылар, унан һуң аш өҫтәленә күстеләр, тәмле-тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ иттеләр...

Зәйтүн үҙе һөйләште, үҙе эстән генә уйлап ултырҙы: «Әллә теге фәрештә затының вәғәҙәһе раҫ килдеме? Бына бит әсәй нисек арыуланып, терелеп китте. «Сөбханалла»нан башҡа бер генә һүҙ ҙә юҡ... Мең рәхмәттәр ул Хоҙай фәрештәһенә. Теге сабыйға ла рәхмәт. Бер барып бәхилләп килергә кәрәк булыр... Хәйер биреп, доға ла уҡытып алырға кәрәк...»

Уйҙың осо-ҡырыйы юҡ бит уның. Зәйтүн дә тиҙ генә тотоп ала алманы үҙ уйҙарының осон. Ләкин бер нәмә уның уйҙарын һағайырға мәжбүр итте, хатта сейәлтеп, төйнәп ҡуйғандай булды. «Туҡта әле, теге бала ниндәйҙер хаҡ тураһында әйткән ине лаһа... Хаҡ ул ризалыҡ биреү генә түгел, ул мотлаҡ түләнергә тейешле «бәйә», дөрөҫөрәге, «баһа» тигән һүҙ!..»

...Шулай йәшәп киттеләр.

Әсә кеше, быуын нығытып, һулышын иркенәйтеп, өй эштәренә йәбеште, күрше-тирәләге магазиндарға ла сыҡҡылап йөрөй башланы. Зәйтүн иһә эшенә күберәк күңел бирҙе, хатта яңыраҡ, «таҙараҡ» хеҙмәт тураһында ҡайғырта башланы.

Әммә яңы эшкә күсергә насип булмаған икән уға. Берҙән-бер көндө ул үҙе ҡапыл ауырыу хәленә ҡалды. Элегерәк тә елкенеп-елкенеп ала торған тынғыһыҙ йөрәге тамам хәлһеҙләнде, тын-һулышы быуылып, башына бер генә минутҡа булһа ла бөтмәй-төкәнмәй торған һыҙлауыҡ керҙе.

Шулай бер нисә көн эсендә түшәк эйәһе булды ла ҡуйҙы Зәйтүн. Саҡыртылған врачтар ҙа әллә ни әйтә алманылар. Ниндәй ҙә булһа хәтәр ауырыу таба алмағас: «Үтә торған шауҡым был, һәр кешенең ғүмерендә бер була торған хәл», – тип йыуаттылар. Йәнәһе, ирлеккә күсеү осоронда була торған хикмәттәр...

Әммә врачтар нисек кенә вәғәҙә итһәләр ҙә, Зәйтүнгә ҡаныҡҡан ауырыу, сир тиҙ генә китергә теләмәне. Күршеләге Ғәйшә ҡарсыҡтың өшкөрөүҙәре лә ярҙам итмәне. Бына шул саҡта иҫенә төшөрҙө ҙә инде ул теге шауҡымлы малайҙың әйткәндәрен: «Хаҡ түләргә кәрәк... Ҡиммәт буласаҡ...»

Күңеле көндән-көн тынғыһыҙлана, ғүмере һүнә барһа ла, Зәйтүн әлегә йыуанырлыҡ көс таба: «Уның ҡарауы, әсәй һәйбәтләнде», – тип, үҙ-үҙенең хәленә инергә тырыша ине...

3

Зәйтүн әсәһенең моңло тауышына уянып китте. Был моңло аһәң уның баш һыҙлауҙарын, тән ауыртыуҙарын да томалап ҡуйғандай булды...

Әсә кешенең иртәнге намаҙҙан һуң уҡый торған доғаларын көйләп ултырған мәле ине был. Ул көйлө доға, өн менән төштө буташтырып, Зәйтүндең күҙ алдында әллә ниндәй сихри, хатта серле күренештәр барлыҡҡа килтерә ине...

Ана таныш ишек алдында таныш бала уйнап ултыра. Бөгөн ул бигерәк тә моңһоу, борсоулы күренә. Күтәрелеп ҡарамаһа ла, Зәйтүн ошо бала ҡараштарының һағышлы, хатта ҡайғылы булыуын тоя, тойоп ҡына ҡалмай, айырым-асыҡ күрә...

Иң серлеһе был да түгел әле. Иң ҡыҙығы – шул сабыйҙың һөйләшеүе. Юҡ, ул һөйләшмәй ҙә. Бары бер һүҙҙе генә ҡабатлай. Ул һүҙ инде нисә көндәр буйы Зәйтүндең бәғерен өҙә, йәнен ғазаплай:

– Хаҡы ҡиммәт... Хаҡы ҡиммәт... Хаҡы ҡиммәт...

Зәйтүн күңеленең ҡайһылыр тойомо менән һиҙенә, һиҙенеп кенә ҡалмай, теүәл белә – был күренеш төш кенә. Ә өндә уның әсәһе намаҙлыҡ өҫтөндә ғибәҙәт ғәмәле ҡылып ултыра... Йән ауазы менән Хоҙай Тәғәләгә өндәшә, хатта ялбара:

– Эй Раббым! Эй Аллаһы Тәғәләм! Эй Тәңрем! Мәрхәмәтең икһеҙ, шәфҡәтең сикһеҙ икәнен беләм... Мәңгелек кенә түгел, донъялыҡ та Һинең ихтыярыңда... Мин Һинең алда баш эйәм, бил бөгәм, теҙ сүгәм... Доғаларымды, теләктәремде, рәхмәттәремде, зинһар, ҡабул ит! Үҙемә тигән яҙмышты үҙемә насип ит, үҙемә тигән һаулыҡты үҙемә бир!.. Бынан һуң мин Һинең өммәтең булырмын, ҡолоң булырмын, юлың булырмын...

Йоҡоло-уяулы ятҡан Зәйтүндең күңел түренә һалҡын йүгерҙе: ни булған уның әсәһенә? Ниҙер булған – был хаҡ. Сәйер һөйләшә ул бөгөн. Туҡта, ни өсөн сәйер булһын? Күктәр менән һөйләшеү ғәҙәти була алмаҫ бит инде!.. Әсәһе иһә Аллаһы Тәғәләнең үҙе менән һөйләшә!

Зәйтүн тағы йоҡо ғәменә бирелде, онотолдо... Ләкин йоҡо һуҡмағы бик ҡыҫҡа булып сыҡты. Уның иләҫ-миләҫ ятҡан тәне, дөрөҫөрәге, йәне, әсә кешенең үтә лә сәйер һәм серле шомло мәҡәменә һиҫкәнеп китте:

– Йә Хоҙам!.. Хаҡ Тәғәләм!.. Раббым!.. Тәңрем!.. Миңә мәрхәмәтең сикһеҙ булды – йәшәүҙән өмөтөн өҙгән йәнемде сафланың, йөрәгемде терелттең, сәләмәтлегемде ҡайтарҙың, ғүмеремде оҙайттың... Ә минең берҙән-бер улымдың һаулығын да ҡайтарһаң ине!.. Уның ғүмерен дә оҙайтһаң ине!.. Мөмкин булһа, бына тағы бер ҡат ошо ҡайтҡан һаулығымдың бер өлөшөн уға бирер инем... Мин инде йәшәйһен йәшәгән. Ә уның ғүмере, бәхете алда әле. Мин уны ана шул бәхете өсөн һөйөп үҫтерҙем дәһә!.. Үтенеп, ялбарып һорайым – бала хаҡын хаҡлаһаң ине, эй Раббым! Ишетәһеңме мине, Раббым? Хаҡ Тәғәләм!..

Шунда Зәйтүн менән әллә нимә булды – аң-зиһене томаланып, ул иҫ-аҡылынан яҙҙы, ғырылдап, мәрт юлына китә башланы... Намаҙлыҡ өҫтөндә Хоҙай менән һөйләшеп ултырған әсә кеше түшәктәге был хәлде шунда уҡ һиҙеп, күреп ҡалды, һикереп тороп, улы эргәһенә атылды, ах-вах килеп, дарыуҙарға йәбеште... Бер аҙҙан ул, дарыу-маҙарға ғына ышанмайса, һаман ғырылдап, мәрткә китеп ятҡан малайына «Ашығыс ярҙам» машинаһы саҡыртырға мәжбүр булды.

Зәйтүн баштараҡ ул тауышты әсәһенең моңло тауышы менән бутабыраҡ ятты. Ләкин бер аҙҙан аңғарҙы: был тауыш әсәһенеке лә, күрше ҡарсығыныҡы ла түгел ине. Ул йәш ине, һәм дәртле... мөхәббәтле ине!

– Апай йәнем, бер ҙә насар ауырыу күрмәйем улығыҙҙа... Тап-таҙа көслө ул... Тик бына... йөрәге зәғифләнгән уның, быуыны йомшарған... Әлегә бер ни ҙә эшләмәйем, мин күршелә генә торам, кис кереп сығырмын... Насарланып китһә, укол-маҙар ҡаҙармын... Хәҙер борсомайым был хәлһеҙ тәнде... Тағы ла... уның сире тәндә генә түгел, йәндә, ахыры...

– Эй, балам, йәш кенә булһаң да, бик белеп һөйләшәһең... Үҙеңдең дә бәхеттәрең булһын...

– Апай йәнем, бәхетем өйҙә көтә мине. – Врач ҡатын шунда уҡ йәнләнеп, дәртләнеп киткәндәй булды. Моңһоу, һағышлы аһәң дә шунда, яҡында ғына ине. – Хәлимем көтә, минең өсөн йән атып торған кешем... Хәлим тиме? Зәйтүндең быға тиклем ойобораҡ ятҡан зиһене тертләп уянып түгел, терелеп, тормошҡа ҡайта башланы. «Ҡарале, был ханым күптән түгел ишек алдында фәрештәләр менән һөйләшеп ултырған Хәлимдең әсәһе була түгелме? Юҡтыр. Хәлим уның ирелер йә һөйгән кешеһелер... Ана бит, йән атып тора, ти...»

Зәйтүн, күңеленә килеп кергән сәйер уйҙарҙан арынырға тырышып, тороп ултырмаҡсы булды. Ләкин, нисек кенә башын ҡалҡытырға, өйҙәренә фәрештә кеүек килеп кергән изге затҡа һүҙ өндәшергә теләһә лә булдыра алманы, ауырыу уның бөтә тәнен түшәккә беркетеп ҡуйған, ә рухы, асылы әлегә күңел түренә ҡайтып өлгөрмәгән ине...

4

Әллә әсәһенең доғалары барып иреште, әллә Зиләнең (врач ханымдың исеме шулай матур ине) шифалы ҡулы килеште – Зәйтүндең хәле яҡшыра башланы. Ул тиҙ генә аяғына баҫты. Әлегә эшкә йөрөрлөк хәле булмаһа ла, тормошҡа ҡайтты, йәне менән дә, аңы менән дә ғүмеренең аҫыл нигеҙенә йәбеште...

Өй ҙә йәнләнде. Бигерәк тә кискә табан бүлмәләргә йәм тарала. Күршенән Ғәйшә әбей килеп инә. Шунан Зилә пәйҙә була. Дүртәүләп сәй әсәләр, гөбәҙиә менән һыйланалар. Өлкәндәр йыш ҡына Зәйтүн менән Зиләнең икеһен генә ҡалдыралар. Йәштәр быға бер ҙә ҡаршы түгел, киреһенсә, икеһе генә ҡалғас, тағы ла йәнлерәк, тағы ла серлерәк һүҙгә керешәләр...

– Зилә, миңә әйт әле: кешенең көсө ҡайҙан – ерҙәнме, әллә күктәнме? Был хаҡта медицина нимә ти?

Зилә һорауҙы артыҡ етди ҡабул итә:

– Тәнме, йәнме тимәксе булаһың инде, улай булғас?

– Шулай тиһәң дә ярай. Йәғни мәҫәлән, рух ҡайҙан?

– Нисек ҡарайһың бит... Беләһеңме нимә тигән Гиппократ?

– Белмәйем, йә?

– Гиппократ әйткән: «Ер йөҙөндә дауаларға теләүсе бер генә кеше ҡалһа йәки һауығырға теләүсе берәр әҙәми зат ҡалһа ла, кешелек йәмғиәте бөтмәйәсәк», – тигән. Шулай булғас...

– Тимәк, кешелек йәмғиәтенең яҙмышы теләктән тора. Ә ул теләк – рух тигән һүҙ. Рух – йәмғиәттең иммунитеты кеүегерәк, шулаймы?

– Шулай булып сыға.

Зәйтүн һаман да тыныслана алманы.

– Шулай ҙа дауалағанда ҡайһыһы мөһимерәк – врачтың рухи көсөмө, ауырыуҙың, һауығырға теләүсенең рухи халәтеме?

– Белмәйем, Зәйтүн. Быға теүәл генә яуап биреп була микән? Икеһе лә мөһимдер. Бына һин, фильм ҡарағанда, музыка тыңлағанда йәиһә китап уҡығанда, авторҙың күңел көсөн тояһыңмы? Тояһың. Әйтмәһәң дә беләм. Әлбиттә, әгәр ул яҡшы әҫәр булһа... Ижадтың бөйөклөгөн дә ана шул автор рухына ҡарап билдәләйҙәр, минеңсә. Медицина менән дә шулай: ауырыу кешенең рухи ынтылышы, теләге врачтың рухи ынтылышы, теләге менән тап килеп, гармонияға инә алһа ғына ул һауыға, терелә...

– Тимәк, медицина шул уҡ сәнғәт булып сыға?

– Әлбиттә, шул уҡ Гиппократ әйткән: «Медицина – донъя сәнғәттәренең иң изгелеклеһе», – тигән.

Зәйтүнгә барыбер ниҙер аңлашылып етмәй ине.

– Бына тағын әйт: был оҡшашлыҡ менән – табип менән ауырыу араһындағы рухи гармония менән Хаҡ Тәғәлә ихтыяры, Хаҡ Тәғәлә мәрхәмәте нисек яраҡлаша һуң?

– Зәйтүн, һин дә минең малай кеүек. Ул да: «Алла бармы, ул ҡайҙа йәшәй? Фәрештә күргәнең бармы? Һөйләшкәнең бармы?» – тип, теңкәгә тейеп бөтөрә.

– Ну, ә һин нисек яуап бирәһең инде?

– Бар, тием. Нимә тиәйем?.. Мин шулай уйлайым: ахыр сиктә кешеләге рух менән, уның ихтыяры һәм теләктәре менән ана шул Хоҙай Тәғәлә, һинеңсә әйтһәк, Хаҡ Тәғәлә идара итә. Йәиһә үҙенең фәрештәләрен ебәреп, беҙгә шәфҡәтен, мәрхәмәтен күрһәтеп тора...

– Йәиһә... ауырыуын, үлемен ебәрә...

– Эйе, беләм, Хоҙайҙың башҡа төрлө фәрештәләре лә бар... Ғазраил да, әжәлдә юҡтан уйлап сығарылмаған... Ләкин барыбер ҙә әҙәми заттарҙың төп фәрештәләре – изге фәрештәләр, аҡ фәрештәләр...

– Килешәм. Фәрештәләрҙең төрлөһө була... Шулай ҙа кеше өсөн өйҙә – үҙ янында йөрөгән тормош фәрештәһе мөһимерәк түгелме?..

Шул ваҡытта әңгәмә өҙөлә. Зилә өйҙәге кешеһен иҫенә төшөрөп борсола башлай:

– Ой, Зәйтүн!.. Миңә бит китергә кәрәк. Өйҙә көтәләр... Китәм инде мин, йәме...

Шулай ашыҡ-бошоҡ айырылышалар ҙа икенсе көндө тағы осрашалар. Тағы һүҙ китә, кисә һөйләшкәндәр тураһында икеһе лә ныҡлап уйланғандар, ниндәйҙер фекергә килгәндәр, шул уй-фекерҙәре аша күңел тыныслығына ирешкәндәр...

Ләкин уйҙың, фекерҙең осо-ҡырыйы юҡ бит уның. Икенсе көндө яңы уй ҡалҡып сыға, яңы фекер тыуа. Ул уйҙы, ул фекерҙе лә тиҙ арала тормошҡа, йәшәйешкә, күңел ғәменә көйләйһе бар... Күңел халәтен ошо уй-фекер яҙмышына бәйләп, үҙ яҙмышыңды хәл итәһе бар. Бер көндө Зилә уйсан ҡараштары менән Зәйтүнгә ҡарап торҙо-торҙо ла һорап ҡуйҙы:

– Зәйтүн, һин һәр саҡ «Хаҡ Тәғәлә» тип һөйләшәһең. Ни өсөн ул Хаҡ? – Яуап көтөп тормайса, үҙе шунда уҡ һөйләп китте: – Хаҡлыҡ, хәҡиҡәт, йәғни ғәҙеллек тигән һүҙҙер, эйеме? Хаҡ Тәғәлә иң беренсе ғәҙеллек һаҡсыһы бит...

Зәйтүн уны бүлдермәй булдыра алманы:

– Шулайын шулай ҙа, «хаҡ»тың «бәйә», «баһа» тигән мәғәнәһе лә бар бит әле. Уныһын ҡайҙа ҡуяһың? Был гонаһлы ерҙә йәшәлгән ғүмер, ҡылынған ғәмәлдәр өсөн Аллаһы Тәғәлә, Хаҡ Тәғәлә алдында яуап бирергә, хаҡ түләргә тура киләсәк бит...

– Ҡара, ысынлап та шулай шул, Зәйтүн... – Зилә был асышына һөйөнөп бөтә алманы, ә Зәйтүндең күңелендә фәрештәләр менән һөйләшеп йөрөүсе малай образы ҡалҡты. Ул һаман бер һүҙҙе ҡабатлай ине:

– Хаҡ түләргә тура киләсәк...

Шул етә ҡалды – Зәйтүндең күңелендә таныш бер тойғо тағы бер ҡат һыҙлап-һыҙылып тора башланы. Ул, был ауыр хистән ҡотолоу юлдарын эҙләп, күңеленең иң сетерекле, быға тиклем яңылыш та ҡағылып ҡарамаған ҡылдарына тейеп уҙҙы... Был күңел ҡылдарында яңғыраған моң Зилә менән, Зәйтүндең Зиләгә йылы, матур мөнәсәбәте менән, ике арала тыуып килгән изге хистәр менән, был хистәрҙең – ымһыныуға, ымһыныуҙың – өмөткә, өмөттөң бәхеткә әүерелеүе менән бәйле яҡты хыялдар тураһында ине. Ара-тирә генә был моңло көйҙө йөрәкте өшөтөрлөк ҡот осҡос һүҙ бүлә, уны өҙгәләп ташламаҡсы, тағы бер ҡат Зәйтүнде ҡабат гонаһлы был ергә ҡайтармаҡсы була...

«Хаҡ түләргә тура киләсәк-ә-ә-әк...»

Был ауыр һүҙҙәргә ташҡын кеүек шау-гөр килгән көслө, ярһыу мөхәббәт хистәре менән генә ҡаршы тороп буласағын Зәйтүн төшөнә башлаған ине...

Зилә уға әллә ҡасандан оҡшай. Тәүге күргән көндән үк. Зәйтүн дә ҡыҙға оҡшай, моғайын. Нисектер үҙ итеп, хатта яратып ҡарай ул Зәйтүнгә. Ҡарауын ҡарай, ә үҙе һаман әллә ҡайҙа, кемдер янына ашыға, бер туҡтауһыҙ сәғәтенә ҡарай...

Зәйтүн был юлы ла үҙ хистәрен белдерә алмай ҡалды, Зилә сәғәтенә ҡарай-ҡарай китергә йыйынды.

– Ҡайҙалыр ашығаһығыҙ булһа кәрәк...

– Эйе шул, ашығам, өйҙә көтәләр...

– Әйтегеҙ әле, һеҙҙең кешегеҙ бармы? – Уңайлы һүҙҙәр эҙләп торорға бер минут та ваҡыты ҡалмаған ине, Зәйтүн тураһын әйтте лә һалды.

Зилә киҫкен хәрәкәттәр менән күтәрелеп ҡараны. Уның ғәжәпһенеү ҡатыш һағыш тулы ҡараштарында ниндәйҙер яҡты нур сағылып китте: «Әле яңы ғына белдеңме?!»

– Бар. Өйҙә көтә. Хәҙер юғалтҡандыр, асыуланып бөткәндер... Бик уҫал ул минең... өйҙәге кешем...

5

Һуңғы һөйләшеүҙән һуң Зәйтүн тыныслығын юғалтты. Юғалтырһың да. Зилә уға асыҡтан-асыҡ әйтте ләһә: «Кешем бар!» – тине. Шул һүҙҙәре менән Зәйтүндең күңелендә уянып килгән йылы хистәрҙе кире ҡаҡты, уның аҙ-маҙ ғына өмөтөн дә өҙҙө.

Зилә уларға һирәгерәк керә башланы. Элеккесә Зәйтүн менән һөйләшеп тә ултырмай. Кисләп кенә килеп инә лә, һауығып килеүсе ауырыу ике йәндең хәлен белгәс, тиҙ-тиҙ сығып та китә... Зәңгәр күҙҙәрендәге нур балҡышы менән матур, йомро бит остарындағы алһыулыҡ ҡына уның күңелендә ниндәйҙер яҡты һағыш, гүзәл ғәм барлығын иҫкәртеп ҡала...

Бер ваҡыт Зилә бөтөнләй күренмәҫ булды. Уны күршенән кереп йөрөүсе Ғәйшә абыстай алыштырҙы. Ғүмерен яңғыҙы үткәргән бер донъя ҡарсығы ул. Зәйтүн белә-белгәндән бирле шул бер килеш – йөҙгә лә, һүҙгә лә... Уның менән күберәк әсәһе һөйләшә. Зиләне алыштыра алмаһа ла, күңел йыуатырға, тормошта дуҫ булырға барыбер ярап тора был ҡарсыҡ.

Зәйтүн эшкә сыҡты. Ҡулы ла, күңеле лә хеҙмәтте һағынған!

Ләкин иртәләрен, элеккесә, һикереп тороп, шунда уҡ эшкә сығып йүгермәй инде ул. Әсәһенең моңло тауышына уянғас, күҙ ҡабаҡтарын күтәрмәйенсә, керпектәрен асмайынса ғына, уның Хаҡ Тәғәләгә бағышланған теләк-доғаларын тыңлап ята. Ҡайһы берҙә был доғалар йәнде һиҫкәндерерлек дәрәжәлә шомло килеп сыға... Әсә кеше тик Аллаһы Тәғәләнән үҙ һаулығы, сәләмәтлеге, хатта йәшәйәсәк ғүмере хаҡына улы Зәйтүнгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләй...

Нисек кенә үртәлһә лә, әсәһен доға ғәмәленән бүлмәне, был сәйер теләк-доғаларынан туҡтатманы. «Үҙе беләлер әле», – тиеү менән сикләнде.

Ниңә борсолорға? Иң ауыры артта ҡалды бит әле – бына әсәһе йүгереп йөрөй, үҙенең дә эше көйләнергә, тормошо яйланырға тора. Их, бына күңел тигәндәре генә үҙ урынына ултырып етә алмай. Яралып килгән һөйөү хистәренең урғылып аҡҡан ташҡынын сикләр ярҙар яралмаған шул әле...

Бер таңда Зәйтүн, әсәһенең доғаларына эйәреп китеп, Хоҙай Тәғәләгә табан яҡынайырға, Уға һыйынырға булды. Уның янында күңеленә – тыныслыҡ, тормошона – йыуаныс, яҙмышына сабырлыҡ табырға ынтыла. Дини китапта әйтелгән бит: «Ҡолом Миңә бер генә ҡарыш яҡынайһа, Мин уға бер ҡолас яҡынайырмын. Ҡолом Миңә табан атлап килә башлаһа, Мин уға табан йүгереп барырмын», – тигән...

Ләкин Зәйтүн күңелен, тормошон илаһи йолаларға көйләп бөтөрә алмай ҡалды, ниәтләгән көнөндә үк әсәһе ҡаты ауырып түшәккә йығылды. Зәйтүн тағы үҙ яҙмышы менән йөҙгә-йөҙ тороп ҡалды...

Ләкин ул был юлы нишләргә кәрәклеген белә ине. Хәлһеҙ-быуынһыҙ булып ятҡан әсәһе янында Ғәйшә ҡарсыҡты ҡалдырҙы ла урамға сығып йүгерҙе. Уға нисек тә Зиләне эҙләп табырға кәрәк ине. Уның бит хәҙер Зиләһе бар. Ул үҙе Зиләнеке булмаһа ла, Зилә – уныҡы! Уларҙыҡы! Бөтә ышаныс, өмөт унда! Изгелек, игелек булып йәшәүсе Зиләлә!

Ишек алдында Зәйтүн Зилә врачтың ҡайҙа тороуын белерҙәй кеше эҙләй башланы. Белһә лә ҡарттар беләлер... Ҡайҙа һуң улар? Ник береһе күренһен... Уларҙан һорамай, бына был бала-сағанан, ҡомлоҡта япа-яңғыҙ уйнап ултырған сабыйҙан һорамаҫһың бит инде? Сабый? Туҡта әле, был бит теге Хәлим!.. Зәйтүндең таныш малайы! Фәрештәләр менән һөйләшеүсе изге зат!.. Был миҙгелдә Зәйтүндең аң-зиһене йәшен тиҙлегендә эшләй башлаған ине. «Ниңә булмаған ҡарттарҙы эҙләп торорға? Зиләне лә әллә табаһың, әллә юҡ... Әсәһенең хәле тураһында, бәлки, ошо малайҙан ғына һорап ҡарарғалыр? Малай аша уның фәрештәләренән һорап ҡарарға... Ул бит улар менән һөйләшә ала!.. Теге ваҡыттағы кеүек...»

Зәйтүнгә оят булып китте. Әйткән вәғәҙәһен тотмаған, үтәмәгән ул, әсәһенең хаҡын аҡламаған – малайҙы бәхилләмәгән... Их, шәп саҡта түләү тураһында уйламайһың шул...

– Сәләм, Хәлим!

Малай Зәйтүнде таныны ла, таныманы ла. Һәр хәлдә, уны бик иҫе китмәйенсә генә ҡаршы алды. Уйын ғәменән айырылмайса ғына яуап ҡайтарҙы:

– Сәләм...

– Нисек йәшәйһең? Бөгөн ял көнө бит, ни өсөн әсәйең менән түгел?

– Әсәй өйҙә... Тәләҙә йыуа... Ә ни өсөн һин әсәйең менән түгел? Ул телелдеме?

– Терелде... Һиңә ҙур рәхмәт... Тик бына... тағы ауырып китте әле ул... Шуның өсөн дә һинең янға килдем... Һорашырға... Һорарға...

– Тағы телелһен типме?

– Эйе-эйе шул!

– Булмай. Бөгөн мин алал менән һөйләшмәйем.

– Ә ни өсөн?

– Алал мине гел тилгәйләл. Әсәйең тыңламайһың, тиләл. Мин бит тыңлайым. Минең уйнайһым ғына килә...

– Ну... Улар дөрөҫ әйтә. Әсәйҙе тыңларға кәрәк.

– Һин әсәйеңде гел тыңлайһыңмы һуң?

– Белмәйем... Тыңлайымдыр... Улар беҙҙең иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеләребеҙ бит. Нисек тыңламайһың инде. Тыңларға кәрәк...

Бер аҙ тын ҡалып торҙолар. Зәйтүн өйҙә ҡалған ауырыу әсәһе тураһында уйланы. Бәғере өҙгөләнде. Йөрәге һыҙлауына түҙә алмайынса, күҙҙәрен йомоп, шым ғына ыңғырашып ҡуйҙы. Унан һуң, ҡапыл генә ҡалҡынып, сараһыҙлыҡтан тоноҡланып ҡалған ҡараштарын киң ишек алдына күсерҙе, был ауыр хәлдән сығыу сараһын эҙләй башланы.

– Ялал...

– Нәмә?

– Ялал, улай булғас, һөйләшеп ҡалайым. Нәлсә әйтәм Һуң?

– Әйт... Элек әйткәндәрҙе тағын әйт... Әсәһе ауырып киткән, тиген... Нисек тә терелтәһе ине, тиген... Бик өҙгөләнә, тиген... Зинһар, тиген...

– Ялал, сулай әйтелмен...

– Нейме, ситкәрәк китеп торайыммы?

– Китеп тол.

Зәйтүн йөрөп килгәндә, Хәлимдең уҡаһы ҡойолған ине. Ләкин Зәйтүн өмөтөн өҙмәне.

– Нимә, булдымы?

– Булманы...

– Ә?

– Был юлы булдыла алмайым, тине.

– Ниңә инде?

– Аллаһы Тәғәлә көслөрәк, ти... Алла сулай теләй, ти...

– Аллаһы Тәғәлә? Аллаһы Тәғәлә нишләп үҙ әҙәмдәренә насарлыҡ теләһен? Ышанмайым! Һора, тағы һора! Минең алда һора...

– Әсәйең һолаған инде. Хәҙер шуның хаҡын түләй, ти...

Зәйтүн был тиклемен көтмәгән ине. Ул йән түренә килеп тығылған хистәренән шартлай яҙҙы. «Ошо бөтөрсөк кенә малайға ышанып торған була бит әле... Ниндәй фәрештә?! Ниндәй Аллаһы Тәғәлә?! Ҡайҙан килһендәр улар бында? Әкиәт был! Ып-ысын әкиәт! Нисек инде Аллаһы Тәғәлә тиклем Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең һаулығына ҡаршы булһын, ти?! Һорайҙар тигәс тә... Бер әсәһенең теләген бөтә күк тәғлимәтенә нисек ҡаршы ҡуя алһын, нисек үҙ-үҙенә хыянат итә алһын. Ул – Берҙән-бер һәм Мәңгелек Аллаһ?!»

Зәйтүн башын тотоп байтаҡ ултырҙы. Ул арала күңелендә ҡайнаған дыуамал хистәре, сабырһыҙ йөрәге һыуынып өлгөрҙө. Ә бит был сабыйҙың бер генә лә ғәйебе юҡ. Уға Зәйтүн үҙе килеп бәйләнде ләһә! Ысынмы-түгелме – тап бына ошо малай арҡаһында уның әсәһе терелеп аяҡҡа баҫты, ул үҙе лә матур, өмөтлө һәм мөхәббәтле тормошҡа ҡайтты... Бөгөн иһә... оло башы менән... аҡылдан яҙған кеше һымаҡ... бер ғәйепһеҙ, ихлас йәнгә ябырылды...

Зәйтүн ҡабат күтәрелеп ҡарағанда, Хәлим һаман үҙ ҡомлоғонда тау-ҡала өйөп ултыра ине. Тауы ғына түгел, йөҙө лә, ҡиәфәте лә шул уҡ. Әйтерһең дә, бер ни ҙә булмаған... Ара-тирә кем менән аралашҡан кеүек өндәшеп ҡуя, кем алдындалыр аҡланған кеүек һөйләнә...

– Беләм... Ярай... Эйе... Эйе... Ярай...

«Был бит тағы фәрештәһе менән һөйләшеп ултыра! Юҡ-юҡ, ахмаҡ та, хыялый ҙа түгел был бала, ып-ысын илаһи зат – Хоҙайҙың мәрхәмәтле илсеһелер ул!» Үҙенең баяғы насар ҡыланыштарынан Зәйтүн ҡыйынһынып, оялып китте. Ләкин барыбер үҙендә ошо ябай ҡом тауында изге-илаһи фәрештәләр менән һөйләшеп ултырған бала ҡаршыһына барып теҙләнерлек көс тапты.

– Хәлим... Кисер мине, аҡыллым... Ғәфү ит, йәме... Фәрештәләреңә лә әйт, кисерә күрһендәр, зинһар... Аңла мине... Аңлағыҙ: иң яҡын, иң ҡәҙерле кешем ауырый бит минең, нисек кенә ярһымайһың да, нисек кенә борсолмайһың, йә, әйт... Йә, әйтегеҙ...

Хәлим өндәшмәне. Ҡомдан тау-манара һалыуын дауам итте. Был манара байтаҡ бейеккә күтәрелгән, ләкин мәсет манараһы кеүек туп-тура, зифа буйлы һәм мөһабәт булып етә алмаған әле. Ул ғәҙәти манара ғына түгел, булһа кәрәк. Бына бит – ракеталағы кеүек, ике яҡтан яралғылар йәбешеп менә... Туҡта әле, был малай фәрештә һыны яһап ултыра түгелме һуң? Ана, ана, ҡанаттары ла бар... Иң матуры, иң серлеһе шул ҡанаттарылыр әле ул...

– Хәлим, әйҙә һөйләшәйек инде...

– Нәлсә кәләк тағы?

– Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Әсәй доғалары Хаҡ Тәғәләгә барып ирешһен дә, ти... Хаҡ Аллаһы Тәғәлә уны тыңлаһын да, ти... Нишләйһең, Хаҡтан уҙып булмай. Шуға ла Хаҡ бит ул. Хаҡ ҡабул итеүсе, хаҡ түләтеүсе... Тик миңә хәҙер нишләргә һуң? Һин бына шул хаҡта һора фәрештәләреңдән... Нисек әсәйгә ярҙам итәйем, нисек уны ҡотҡарып ҡалайым? Ә?

– Мин һоланым инде...

– Ә? Һораның? Нимә тип һораның? Йә инде...

– Әсәһе силле, тинем. Нисек телеллелгә, тинем...

– Ну, шунан? Ул нимә тине?

– Ул әйтте: Хоҙай теләге – ҙул теләк, тине. Тик Алла кеселәлгә лә күп көс билгән, тине. Алла эсләмәгәнде үҙҙәле эсләһеннәл, тине... Сул...

Был һүҙҙәрҙән Зәйтүндең йөрәге ярыла яҙҙы. Изгелектең сиге юҡ, ти ине. Дөрөҫ икән... Хәҙер ул ошо изгелеккә шытырлап йәбешергә генә ҡалды.

– Ни эшләргә һуң? Мин барыһына ла риза! Барыһын да эшләйем! Әйт кенә, нимә эшләргә?

– Бел нәмә лә эсләмә. Һин бел ни лә эсләй алмайһың. Уға влас кәләк.

– Кем-кем?

– Влас.

– Власть?

– Влас түгел, влас.

– Врач?

– Эйе шул, влас.

– Врач... Врач... Мин беләм бер врачты... Уны эҙләп сығыуым ине... Зилә исемле... Белмәйһеңме шундай кешене? Белмәһәң, фәрештәңдән һора... Уны ғына әйтергә тейеш ул...

– Үҙем дә беләм мин уны.

– Врач Зиләне?

– Эйе. Әйҙә...

Зәйтүн аңғарып алғансы, Хәлим шаҡтай алыҫ китеп өлгөргән. «Ҡара һин был малайҙы!.. Әллә ысынлап та беҙҙең донъя кешеһе түгелме? Барыһын да ҡайҙан белә тиген...» Аптырауҙан башын сайҡай-сайҡай барған Зәйтүн үҙе лә сит-ят донъяларҙан килгән заттарҙы хәтерләтә ине был минутта.

Малай уны ситке йорттарҙың береһендә, подъезд төбөндә ҡаршы алды. Лифтҡа эйәртеп алып керҙе. Алтынсы ҡатҡа алып менде. Врачтың фатирына төртөп күрһәтте. Шунан, Зәйтүн ҡапыл аңына килеп өлгөргәнсе, шул уҡ лифтта ҡабат аҫҡа төшөп китте.

Секерәйеп ҡарап торған ҡыңғырау төймәһе алдында ул япа-яңғыҙ ҡалды. Әкиәт дауам итте. Зәйтүн төймәгә баҫырға өлгөрмәй ҡалды, ишек асылып китте. Унан, балҡып, Зилә килеп сыҡты.

– Зәйтүн?

– Иҫәнме, Зилә?

– Иҫән әле, үҙегеҙ нисек һуң? – Зиләнең йөҙө ҡапыл тартылып, ҡырыҫланып китте.

– Яҡшы түгел, Зилә. Әсәй ауырый... Килеүем шуның өсөн дә...

– Һиҙгән инем... Әйҙә, үт...

– Юҡ, кереп тормайым... Әсәй унда үҙе генә...

– Улай булғас, ҡайта тор. Мин хәҙер ҡыуып етәм... Малайҙы ғына саҡырып керәм дә... Уны эҙләп сығып барыуым ине...

6

Әсәһенең хәле ауыр булып сыҡты. Күп ауырыуҙар күргән Зилә лә, башын сайҡап, байтаҡ ултырҙы. Унан шылтыратырға, кем менәндер кәңәшләшергә кереште.

Хәлһеҙ әсә лә, уның борсоулы улы ла, Хоҙай Тәғәләгә ҡараған кеүек, бер һүҙ өндәшмәй генә ҡарап ултырҙылар...

Шулай булһа ла, телде тыйһаң да, уйҙарҙы тыйып буламы һуң?! Әлбиттә, уларҙың фәрештәһе лә, Аллаһы ла хәҙер ошо ҡыҙ. Ошо... ханым. Малайы бар икән уның... Уларҙың... Үҙе үк әйткәнсә, өйҙәге кешеһе менән икеһенең... Был матур ғаиләгә тигеҙлек, бәхет кенә теләйһе ҡала... Ләкин барыбер яратасаҡ уны Зәйтүн. Үҙ күңеленән сығармаясаҡ... Күңел түрендә матур, яҡты, йылы хис булып, юҡ, образ булып, фәрештә булып йәшәйәсәк...

Врач-фәрештәнең ҡарары асыҡ ине:

– Бер ниндәй ҙә дауаханаға һалмайбыҙ үҙеңде. Системаларҙы бында һоратып алдырам, көнгә ике мәртәбә кереп торормон. Ә һин, Зәйтүн, эшеңдән больничный алырһың, яраймы? Барыһы ла яҡшы булыр, апай йәнем. Хәҙер үҙебеҙҙән генә тора – һинән дә минән. Шунан Зәйтүндән... Унан һуң Хоҙай Тәғәләнән. Йәле, тағы бер тапҡыр тыңлап ҡарайым...

Хоҙай Тәғәлә тураһында ишетеү менән, Зәйтүн һиҫкәнеп китте. Зиләгә ҡаршы өндәшмәксе: «Телгә алма һин Уны, хәҙер Уның беҙҙең яҙмышҡа бер ниндәй ҙә ҡатнашы юҡ», тимәксе булды. Ләкин тыйылып ҡалды. Сөнки ул күңеленең ҡайһылыр өлөшө менән һиҙә, тоя ине – Аллаһы Тәғәләнән дә бөйөгөрәк көс юҡ. Бына ошо врач ханымдың яҡшы йөрәгендә, шифалы ҡулдарында ла уның илаһи шауҡымы, сихри бәрәкәте бар...

Әсә кеше бик ауырлыҡ менән шәбәйҙе. Зилә уларҙан бер ҙә өҙөлмәне. Бер нисә көн эшенән һорап та ҡалды. Ләкин барыбер үҙенекен итте – әсә кешене аяғына баҫып йөрөрлөк хәлгә килтерҙе. «Тормошта, балам, һаулыҡтан ла мөһимерәк нәмә юҡ икән», – тип һөйләнә-һөйләнә, ауырыу ҡатын бүлмә буйлап беренсе аҙымдарын яһағанда, ишектә күрше әбей пәйҙә булды. Ғәйшә абыстай, йөҙөндәге борсоуҙы йәшереп тә тормайса, түргә, тәҙрә янына уҙҙы, шаршауҙы күтәреп урамға ҡараны, һуңынан ғына бүлмә уртаһында үҙ аяғы менән баҫып тороусы ауырыу ҡатынға өндәште:

– Һине, күршекәй, унда бер бала эҙләй, ай-һай-һай, серле бала үҙе... Берәр ғәләмәт булып сыҡмаһын тағы... Күргән дә бар кеүек... Кем балаһы икәнен бер нисек тә иҫемә төшөрә алманым. Был йорт ҡошо түгел – шуны ғына әйтә алам...

– Ауырыу ҡатынды эҙләйме? – Зәйтүн ҡабатлап һорарға мәжбүр булды. Бәлки, яңылыш ишеткәндер...

Юҡ икән. Тап бына сирле ҡатын ятҡан фатирҙы һорай икән. Шуның менән бергә...

– Зәйтүн балам, ул бит һинең исемде әйтә. Ҡайҙан белә ул һине? Ниндәй бала ул?

– Белмәйем, Ғәйшә өләсәй, белмәйем. Ҡайҙан килһен беҙгә сабый бала?! Үҙ исемен әйттеме һуң?

– Әйтте.

– Һуң?..

– Мин беләм ул баланы, – тулҡынланыуҙан Зиләнең йөҙө ҡыҙышып уҡ сыҡты. – Хәлим ул... Минең Хәлим... Эҙләп йөрөйҙөр... Нимә булған икән... Ул юҡҡа эҙләмәҫ... Ай, Аллам, тағы ни генә күрәһеләр бар икән?! Бер ҙә беҙҙең донъя кешеһе түгел ул. Әллә ҡайһы донъяла йәшәй бәғер киҫәгем... Тағы ниндәй фәрештә нимә тине икән ошо мәлдә үҙенә?..

Зилә шунда уҡ ҡуҙғалып сығып китте, өйҙәгеләр, ҡыймылдарға ла ҡурҡып, баҫҡан урындарында ҡатып ҡалдылар.

Әсәһе Хәлимде эйәртеп ингәндә, Зәйтүн был баланың Зилә улы булыуын төшөнөп өлгөргән ине инде. Тимәк, теге ваҡытта Зиләнең Хәлим тип һөйләнгәне ошо малай тураһында булған икән! Зәйтүндең серле танышы тураһында...

Зәйтүндең ҡасандыр күңелендә тыуып та тормош мәшәҡәттәренә баҫылып ҡалған яҡты хистәре тағы бер ҡат яңырҙы. Өмөт үк түгел ине әле ул, яп-яҡты, йылы хистәр генә ине. Аһ, нисек кәрәк ине улар Зәйтүнгә! Тормошоноң ауыр минуттарында был күңел хистәренең яңырыуы ла уға артабан йәшәп китерлек рухи көс, ҡеүәт бирә ине.

– Бына минең улым Хәлим ошо була инде... – Зилә ҡыйынһынған, хатта аҡланған кеүек кенә әйтеп ҡуйҙы. – Йә, иҫәнләш...

Хәлим күтәрелеп ҡарамайынса ғына баш ҡаҡты.

– Һаумыһығыҙ...

– Ә-ә, мин беләм был малайҙы! Беҙ инде әллә ҡасан танышбыҙ, шулаймы, ракетчик?

Зәйтүндең күңелле тауышы башҡаларҙы ла ҡуҙғатып ебәрҙе. Зәйтүн артынан әсә кеше лә, Ғәйшә ҡарсыҡ та Хәлимде әле арҡаһынан, әле генә башынан һөйөп-һыйпап ҡуйҙылар.

– Уның һиңә һүҙе бар икән бит, Зәйтүн... Йә, әйт, балам, фәрештәң нимә тине?

Фәрештә хаҡында ишетеүгә, Ғәйшә әбей, ҡылыс танауын устары менән ҡаплап, эскә батҡан күҙҙәре менән Хәдимгә ҡарап тора башланы, үҙе бер туҡтауһыҙ мығырҙанды:

– Әстәғәфирулла... Әстәғәфирулла...

Ауырыу әсә, быуындары йомшап, түшәгенә сүкте.

Зәйтүн был тиклем халыҡ янында ҡаушабыраҡ ҡалған малай ҡаршына килеп сүкте.

– Нимә тине ул, Хәлим?

– Хаҡ тураһында онотмаһын, тине.

– Бер һөйләштек бит инде был турала. Тағы күпме һөйләшергә була?! – Зәйтүн тамам сығырынан сыға яҙҙы. Өҫтәүенә:

– Ниндәй хаҡ тураһында әйтә ул, балам? – тип, үртәгән кеүек, әсәй һорап тора...

Хәдимдең һүҙе бөтмәгән икән әле.

– Аллаһы Тәғәлә әйткән: хәҙел үк иманға килһен, намаҙға баҫһын, түләйһе хаҡ шул була, тигән...

– Шулаймы, ысынлап та шулаймы? – Хәлимдең әйткәнен аҙағынаса аңлап етмәһә лә, Зәйтүндең күңеленән шатлыҡ хистәре урғылып аға башланы. Был хистәр, күптән түгел уның күңелен хушландырып ебәргән яҡты хистәргә ҡушылып, матур, яҡты, изге-илаһи халәт барлыҡҡа килтерҙеләр. Был халәтте уның башҡалар менән дә уртаҡлашаһы килде. Һәм ул, ҡуш устарын алға һуҙып, иҙән уртаһына сығып басты. – Әсәй, Ғәйшә әбей, Зилә, әйҙәгеҙ, бергә баҫып намаҙ уҡыйбыҙ... Һин дә баҫ, Хәлим...

Ғәйшә әбей менән әсә кеше бер-береһенә ҡарашып алдылар. Зиләнең дә йөҙ-бите «ҡасҡан» ине.

– Шикләнмәгеҙ, әсәй. Һис кенә лә аҡылға бер төрлө түгел мин. Шулай кәрәк – намаҙға баҫырға кәрәк, доға ҡылырға кәрәк...

– Намаҙ ваҡытына иртәрәк бит әле, балам. – Әсә кешенең күңеленән бая тыуып өлгөргән шик-шөбһә һаман китеп бөтмәгән ине.

– Бер ҙә иртә түгел... Үткәндә уҡымағандар өсөн күпме уҡыйһы бар әле беҙҙең!.. Әйҙәгеҙ, баҫығыҙ... Ғәйшә абыстай, башла...

– Әғүҙү бисмилләһи минәш-шәйтанир-ражим. Бисмилләһир-рахмәнир-рахим... Сүбхәнә раббийәл гаҙим...

* * *

Улар хәҙер бергә йәшәйҙәр.

Бына бөгөн дә, ғәҙәттәгесә, намаҙлыҡтарынан торҙолар ҙа сәй өҫтәле тирәһенә йыйылдылар. Ул арала ишектән Ғәйшә абыстай килеп керҙе. Ул иртәнге сәйҙе улар менән эсә. Ҡулында – күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ майлы алма ҡағы. Зәйтүн – эшкә, Хәлим баҡсаға барырға йыйына. Зилә ялда. Зәйтүн Хәлим менән сығып киткәс, өс ҡатын тағы бер ултырып сәй эсәсәк әле...

Туҡта, өҫтәл өҫтөнә ни өсөн алты сынаяҡ ҡуйылған һуң? Хәлим янындағы буш ултырғыс менән буш сәй сынаяғы, ысынлап та, тағы кемдеңдер киләсәген хәбәр итеп торалар кеүек.

Юҡ, бер кем дә бер кемде лә көтмәй бында. Һәр кем үҙ урынында... Әсә кеше лә, уның улы Зәйтүн дә, килене Зилә лә, ейәне Хәлим дә, йөҙйәшәр Ғәйшә ҡарсыҡ та шунда... Иң мөһиме, яндарында үҙ фәрештәләре бар уларҙың.

Кем әйткәнсә, ҡаҡты ҡаҡлап, хаҡты хаҡлап йәшәйһе лә йәшәйһе генә!

Ғәлимйән ҒИЛМАНОВ.

Читайте нас