Рәнйеш

Хикәйә

Зыяратҡа яҡынлаған һайын, Ғәлимнурҙың һағыш ялмаған күңеле ашҡына башланы, әйтерһең, атаһы ҡаршы сығыр ҙа, ғәҙәтенсә, күҙҙәре менән генә көлөмһөрәп, күрешергә ҡулдарын һонор. Улының ҡулдарын ихлас ҡыҫҡас, иңбашынан ҡағып, һынамсыл ҡарап торор һымаҡ. Айытнурҙың ҡарашында ғорурлыҡ сағылыр: балаларын, бигерәк тә Ғәлимнурын – тоҡомон дауам итәсәк берҙән-бер улын – яратты, тиң-тоштары алдында хатта маһайыбыраҡ та киткеләр ине. Ғәлимнуры – хөкүмәт кешеһе – етди вазифа йөгөн тырышып тарта. Тағы үрләтеүҙәре ихтимал, егәрле, ғәҙел кешене һәр заманда ла күргәндәр, баһалағандар.

Атаһын тыуған ауылында ерләүенә йәнә шатланды, ҡарттың рухы тыныстыр. Әле уның тағы бер ниәте бар: быйыл йәй зыяратты тимер рәшәткә менән кәртәләтергә уйлай.

Ғәлимнурҙың машинаһы янынан бешкән сейә төҫөндәге «Жигули» уҙып китте. Зыяраттың ялбыр тирәктәре аҫтында бер нисә еңел машина тора. Ауыл кешеһе терәлеп торған ергә машина менән йөрөмәҫ. Тимәк, ситтәгеләр ял көндәрендә зыярат ҡылырға, ҡәбер тәрбиәләргә ҡайтҡан.

Ул, әле генә үҙен уҙып киткән сейә-көрән «Жигули» янында машинаһын ҡалдырып, зыярат ҡапҡаһына табан ыңғайланы һәм, һөрлөккәндәй, кинәт туҡтаны: мәрхүмдәрҙең мәңгелек төйәге кәртәләнгән, йәшелгә буялған. Кемдер унан алдараҡ өлгөргән бит! Күңелде үкенес ҡыйпылсығы ҡыйып үтте – үтәлмәгән ниәт ҡыуандырмай шул. Халыҡҡа алдан әйтмәгәс, уның уйын кем белһен. Тимер рәшәткә оҙаҡҡа сыҙар ине. Күрәһең, мосолман зыяратына тимер кермәҫкә тейеш тигән ҡанунды һаҡлап, ағас рәшәткәне хуп күргәндәрҙер. Улай тиһәң, бында ла заман заңы – яңы ҡәберҙәргә семәрле тимер рәшәткә тотолған, хатта ҡиммәтле һәйкәлдәр ҙә күренә.

Ғәлимнур ҙа атаһының төйәген семәрле тимер рәшәткә менән уратҡайны. Аҡ мәрмәр обелискылағы фотонан асыҡ ҡарашлы Айытнур ҡарт: «Килдеңме, балам, һағынып көткәйнем», – тигәндәй, мөләйем йылмая.

Ғәлимнур Өфөнән таныш мөфтөйҙө алып килергә лә булғайны, аҙаҡ дүнде: атаһы йәшендәге кешене интектереү килешмәҫ, аят уҡырлыҡ мулла ауылда ла барҙыр, тип уйланы.

Бына бер хикмәт: ҡәбер өҫтөнә кемдер сәскә орлоғо һипкән. Яуым-төшөмлө урын шул, дымға интекмәгән сәскәләр дәррәү балҡып ултыра. Тимәк, Айытнур ҡартты зат-зәүере, ауылдаштары онотмаған.

Уйға батҡан ирҙең арҡа һабағы ҡапыл семерләп китте... Тертләп, боролоп ҡараһа, ун-ун биш аҙым ситтәрәк бер ҡарсыҡ ҡымшанмай ҙа уға ҡарап тора. Ғәлимнур ҙа уға текләне. Ыҡсым кәүҙәле әбей ҡаласа кейенгәйне: өҫтөндә оҙон итәкле, оҙон еңле алһыу күлдәк, башында аҡ һалам эшләпә. Эйәк ҡағып сәләмләште ул. Ғәлимнур ҙа нәҡ уныңса һаулашты. Әбекәйҙең ҡарашынан йылы, күңелде тынысландырғыс нур тарала кеүек. «Күҙемә әрүах күренәме? Әллә фәрештә шулай буламы?» – Ғәлимнур йәнә боролоп ҡараны. Әммә уныһы ҡарашын ҡапҡа яғына күсергәйне. Баҡтиһәң, был яҡҡа аҡһай-туҡһай бер ҡарт яй ғына килә икән. Һаҡалын ҡарап, тәрбиәләп кенә торалыр: мосол манса ыҡсым, түңәрәкләп алынған, йәшел түбәтәйе лә килешеп тора.

Бабай «әрүах» янына туҡтаны:

– Оҙаҡланың, Рәзифә. Һыуһағанһыңдыр бит, әйҙә, сәй әҙер, аш бешкән.

Ханым төшлөккә еткән ҡояшҡа ымланы ла баш сайҡаны.

– Өлгөрөрһөң, көн оҙон. – Ҡарт, ҡул хәрәкәттәрен йәһәт аңлап, өгөтләргә тотондо. – Юл йонсота ул. Ял итеп сыҡһаң, ҡайтып еткәнеңде һиҙмәҫһең дә.

Быныһы ҡулдарын йәнә бутаны, сикәләрен һыйпаны.

– Улайһа, үҙең ҡара. Эштәрең ҡабалан булғас ни, тотҡарламайым. Еңгәң үпкәләр – һин килгәнде белгәс, таңдан бешеренә-төшөрөнә. Һағыныуы ла еткән.

Тегеһе ауыҙын ослайтты, йәтеш кенә ҡулдарын йәйҙе. Оҙаҡ күнекмәләр яһаған һымаҡ, уның һәр хәрәкәте килешле ине...

– Ярай, ярай. Имен-аман йоро, шәп ҡыума машинаңды. Ҡапҡанан сыҡҡас, кейемеңде ҡара, һалъя* ҡаҙалмаһын.

Әбекәй ҡапҡаға табан ыңғайланы, ниңәлер, артына боролоп ҡараны. Ҡарт, ҡулдарын һелтәп-һелтәп, ниҙер аңлатты.

Уларҙың ым-ишара менән ҡәҙимгесә «һөйләшеүенә» ғәжәпләнгән Ғәлимнур «зыяратта шулай кәрәктер» тигән һығымта яһаны.

Әбекәйҙең зыяраттан сыҡҡас, машинаһына ултырып, яй ғына оло юлға төшөүен күҙәттеләр. Бая Ғәлимнур, уйланып килгәс ни, руль артында кем ултырыуын шәйләмәгәйне, янынан уҙған сейә-көрән «Жигули»ҙың хужабикәһе икән.

Машина күҙҙән юғалғас, бабай Ғәлимнур янына килде.

– Әс-сәләмәғәләйкүм үә рәхмәт үл ләһи үә бәрәкәт үһ! Айытнур энемдең уланы, тимәк? – Ул ихлас күреште.

Эйе, улы булам.

– Бик һәйбәт. Әтейеңдең рухын ҡыуандыраң, оло сауап алаң, улым, кем...

– Ғәлимнур.

– Ҙур рәхмәт, Ғәлимнур улым. Ә мин – Заһит абзыйың Мәҡсүтов. Бәлкем, әтейең беҙҙең турала телгә алғандыр?

– Ауылдаштарын һағынды... – Ғәлимнур уңайһыҙланды: атаһы, ысынлап та, тиҫтерҙәрен, күрше-күләнен, сыбыҡ осо әҡрәбәһен исем-фамилиялары менән һөйләһә лә, иҫендә ҡалдырмағайны.

Ҡыйынһыныуын тиҙерәк йәшерергә тырышып, ҡыҙыҡһыныуын да еңә алмай, әлеге оло йәштәге ҡатын киткән яҡҡа эйәген ҡаҡты:

– Был әбейҙең мәрхүмдәргә ихтирамы һоҡландырҙы. Дини ҡағиҙәләрҙе яҡшы белә: зыяратта икәнен минут та онотманы, ымлап-ишаралап, ҡул хәрәкәттәре менән генә һөйләшә.

Заһит ҡарт Ғәлимнурға кинәт кенә тура ҡараны ла ҡарашын ситкә күсерҙе:

– Тел генәһе булһа... – Ул тәрән көрһөндө. Былай ҙа шым һөйләшкән кешенең тауышы үҙгәрҙе, ҡарлыҡты, шыбырлауға күсте. – Былбылдан былайыраҡ ине Рәзифәнең теле. Һандуғасың ары торһон – шундай моңло ине уның тауышы. Әтейең һөйҙәмәгән икән. Мындай хәлде бер ишетһәң, мәңге оноторлоҡ түгел. – Ҡарт, ниҙер иҫенә төшөрҙөмө, обелискылағы фотоға текләп бер килке торғас, Ғәлимнурға боролдо. – Ҡайҙа, кемгә туҡталдың, улым?

– Берәүгә лә кермәнем, тура ошонда килдем.

– Әләйһәң, улым, беҙгә барабыҙ: сәй эсәйек, аш өлгөрткәйнеләр. Рәзифә ашыҡты. Уның тәүарихын сәй артында һөйләрмен.

– Мин риза, Заһит ағай.

– Ағай түгел мин һиңә, быуай булам. Әтейең минән күпкә кесе. Рәзифә ҡәрендәшем менән тиҫтер ине ул. Үкһеҙ йәтим ҡалғас, Айытнур энекәште балалар йортона урынлаштырҙылар. Ҡайҙан һөйҙәһен, белмәгәс. Бер ҡайтып китмәне, һәйбәт кеше икәнен, маҡталып эштәүен, яҡшы донъя көтөүен ишеттек. Рәхмәт уға: әрәм булманы, дан кеше булды. Шулай... Ҡыҫҡаһы, әйҙә, улым.

– Заһит быуай, хәҙер аят уҡыһағыҙ ине. – Ғәлимнур кеҫәһенән аҡса сығарҙы.

– Ҡуй, улым, уҡый алмайым. Дини белемем самалы минең – гонаһ булыр. Үрге остан Баһау тигән баһадирҙы ашҡа саҡырырбыҙ. Мына бер ғиллә: йәш кенә үҙе – дингә ылыҡты ла китте. Стәрле мәҙрәсәһендә ике йыл уҡыны. Тағы әллә ҡайҙа жыйына – белемемде үҫтерергә кәрәк, ти. Мәсетебеҙ генә юҡ. Һәләк егәрле – аҙна ла үтмәне, шай, ҙур зыяратты кәртәләтте лә ҡуйҙы. Халыҡ дин танһыҡлаған шул: йәше-ҡарты дәррәү әштәне. Берәй йылдан мәсет һалырбыҙ, тип әйтә. Район хакимиәте баштығы ярҙам итәм, тигән. Бәлкем, бәндәләрҙең араҡынан тонған аңы асылыр, йәшәргә, донъя көтөргә дәрт-дарманы артыр.

Ғәлимнур, күңеленән генә хушлашып, атаһының фотоһына оҙаҡ ҡараны.

Бая «әрүах» торған урындан үткәндә, йәнәш өс ҡәбергә иғтибар итте: өсөһө лә бер иш семәрләнгән тимер рәшәткә менән уратылған, өсөһө лә зәңгәр буяулы, өсөһөндә лә сәскәләр. Сәскәләрҙе күргәс, Ғәлимнур шып туҡтаны.

– Әһә, күҙең үткер икән: әтейеңдең ҡәберендә лә шундай сискә үҫә. Рәзифә Айытнур йәштәшен онотмаған, таный, ҡәберен дә тәрбиәләй – сискәләр ултыртты. Мында йыш килә, һыу һибеп тора, беҙ ҙә ҡарайбыҙ. Ә-ә-ә, Ғәлимнур улым, һинең машинаң да ҡыҙыл икән... – Бабай йәһәт кенә, йәтеш кенә «Лада»ға кереп тә ултырҙы.

Баһау баһадир өйҙә юҡ ине.

– Ҡағыҙға яҙ: кемдәргә бағыштайһың, тәғәйен хәйереңде ҡалдыр. Үҙеңдең исемеңде лә онотма. Аят уҡығанда хәйерҙең кемдән икәне асыҡ әйтелергә тейеш, өйрәтте Заһит ҡарт.

Мәғлүмәт яҙылған ҡағыҙ менән меңлек һондо Ғәлимнур.

– Хәйер күп булмай, ти Баһауетдин. Шул ҡәҙәре күп аҡса ҡалдырмаң.

– Ошоно ниәтләгәйнем. Хәҙер был да күп түгел. Ә бына быныһы минән аманат – мәсет төҙөүгә бәләкәй генә ярҙамым булһын! – Ғәлимнур йәнә аҡса һондо.

– Мына иманлы йәштәр ҙә бар бит! – Заһит ҡарт, бала-саға һымаҡ, ихлас кинәнде, хатта һылтыҡлауы кәмеп, атлауҙары үҙгәрҙе.

Заһит ҡарттың кәүҙәгә ҡалын ғына булһа ла, етеҙ хәрәкәтле, мөләйем ҡарсығы, ҡунаҡ менән күрешкәс, табынын йәһәтләргә тотондо: һөҙлөклө аш килтерҙе, йәш ҡорот ҡуйҙы, боросон-тоҙон да онотманы.

– Рәзифә ҡайтып китте. Эшем күп, ти. – Заһит ҡарттың тауышы һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡалтыранып ҡуйҙы.

– Үлгәс тә өс көнлөк эш ҡала. Донъя мәшәҡәте бөтмәй ул. Ярар, имен-аман йөрөһөн, тағы килеп етер. Машинаһы ҡулында. – Хужабикә ҡартының ҡайғыһын тыныс ҡына таратты. – Заһиҙулла, сәйҙе үҙең яһа инде. Сибек Сәлимдең бисәһенә ашты эҫе сағында апарайым. Йылытҡан һурпаның тәме китә. Мына бәпестәргә бүләк тә алдым. – Ҡунаҡҡа боролоп, өҫтәп ҡуйҙы. – Ғәйеп итмә инде, улым, үҙегеҙҙе генә ҡалдырам.

Ҡарсығы сығып киткәс, Заһит ҡарт самауыр алдына күсеп ултырҙы, хәбәрен һөйләй-һөйләй, сәй яһаны.

– Элек, мин йәш саҡта, ауырлы бисәләр күп була торғайны. Еңгәләрҙең кеменә ҡараһаң да, эҫтәре тауҙай, һуғыштан һуң да ҡатындар ир-атҡа ҡытлыҡ тимәне ил халҡын күбәйтергә көсөнсә, барынса тырышты, йүнен тапты. Иптәш Сталин бисәләргә балалар пособиеһы бирҙе. Хәҙерге бисәләр ялҡауланды, үҙҙәре өсөн генә йәшәргә үрәнде. Хаҡ Тәғәлә: «Ялҡауығыҙ килһә, икене бер ыңғай аҫрағыҙ», – тип бойора, ахыры. Игеҙ бала табыусылар йышайҙы. Яңыраҡ хатта өсәүҙе тапҡан ҡатынды телевизорҙан күрһәткәйнеләр. Борон өлкәндәр: «Ахырызаман етә баштаһа, балалар ҡушарлап тыуыр», – тип әйтер ине. Бәлкем, раҫтыр. Хәҙерге егет-елән дә, утыҙы тулмай, ғаилә ҡормай. Бала үҫтерергә ҡурҡалармы, әллә кәләш ҡосаҡларғамы... Кәләште уны нисек ҡосаҡтайһың бит, хи-хи-хи... Йәш сағымда шәп ҡосаҡтаным кәләшемде, йыл һайын тиерлек берәмләп кенә ҡыҙҙар, малайҙар тупылдашып торҙо. Ун бала үҫтерҙек. Уныһы ун яҡтан жыйылалар ҡайһы саҡта. Етмеш етеләмен тимәй Гөлшәрифә әбейең, елпелдәтә баҫып көтә донъяны. Балалар тапҡан ҡатындар сир-сорға бирешмәй. Ни... Айытнур нисәүҙе үҫтерҙе лә, үҙеңдеке нисәү?

– Апайым менән икәүбеҙ. Апайым пенсияла. Уның ике ҡыҙы, минең ике малай.

– Афарин! Айытнурҙың тоҡомо ҡоромаған. Иң тәүҙә малай, ир бала кәрәк. Ә ҡыҙ бала, үҫкәс, бүтәндәрҙең нәҫелен үрсетә. «Ҡыҙ бала – кеше кешеһе», тиҙәрме әле? Алай тиһәң дә, ҡыҙ бала йөрәкте нығыраҡ яралайҙыр. «Ҡыҙ баламды ҡыҙғанам» тигән һүҙҙе тиктәҫкә әйтмәйҙәр...

Тәмле аш ашалды, һөт өҫтөн ҡойоп, ҡуян ҡанылай ҡуйы сәй ҙә эселде. Заһит ҡарт Рәзифә хаҡындағы «тәүарих»ты башламаны. «Онотто, ахыры. Оло кешенең хәтеренә ышаныс юҡ», – Ғәлимнур төңөлдө.

– Мында һәләк бөркөү, әйҙә, улым, түр яҡҡа.

Икенсе бүлмәлә, ысынлап та, һалҡынса ине. Һарытаңдан юлға сығып, биш-алты сәғәт машинала һелкенеү арытҡайны: Ғәлимнур, талсығыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, турайыбыраҡ ултырҙы ла баянан бирле күңеленән китмәгән һорауҙы бирмәйенсә сыҙаманы:

– Рәзифә апай хаҡында һөйләрмен, тигәйнегеҙ...

– Ҡалайыраҡ баштарға белмәй утырам. Рәзифә ҡәрендәшем – Закир исемле бер туған абзыйымдың ҡыҙы. Абзыйым минән йәш ярымға ғына өлкән. Йоттан, шунан граждандар һуғышынан, революциянан һуң, донъялар әҙерәк ҡотайып, халыҡтың тамағы әпәкәйгә туйғайны, илдә яңы афәт башланды. Рәсәй яуҙарҙың төрҙөһөн күргән, әммә мындайҙы... Оноторлоҡ түгел.

Закир ағайым ун етенсе йылғы. Өйләнгәйне. Зәлифә еңгәм менән колхоз малын ҡарай, һуғыш башталғанда Рәзифә исемле ҡыҙҙарына бишенсе генә йәш ине. Шул бала үтә теремек булды: һигеҙ айҙан тәпәй баҫты; инәйем ейәнсәре менән һис иренмәй һөйләшә торғайны, шуңалыр, ахыры, йәш ярымда теле асылды. «Р» хәрефен ап-асыҡ әйтеп, тәтелдәр ине.

Абзыйым, нигеҙен бейек итеп, күркәм генә өй һалып, башҡаланған йылда һуғыш сыҡты. Тәүге көндәрҙә үк алынды ул. Оҙаҡламай миңә сират етте.

Биш синыф белем менән әллә ни ҡырып булмай Алкинда хәрби пехота училищеһында тиҙ-тиҙ генә мылтыҡ тоторға үрәттеләр ҙә Мәскәү яғына оҙаттылар.

Ҡыҫҡаһы, һуғышта күргәндәр, кисергәндәр хаҡында һөйҙәргә аҙна ваҡыт та етмәҫ. Ә һүҙебеҙ Рәзифә ҡәрендәш тураһында.

Урыҫтың «Мир велик и тесен» тигәнен ишеткәнең барҙыр. Мынауындай мәхшәрҙә Закир абзыйым менән 1944 йылдың яҙында Ленинград фронтында осраштыҡ. Дөрәбеҙ дошманды – аяуһыҙ таштандыҡ атакаға.

Беләңдер, юғалтыуҙың иң ҙуры пехотала бит инде. Мәйет күп...

Ҡыҫҡаһы, «Ура» ҡысҡырып, йәнтәслим алға барғанда, һул аяғымдың үксәһен ниҙер көйҙөрөп алды, әммә ҡыҙыулыҡ менгән һаман йөгөрәм. Кинәт мәйеттәрҙең береһенә абындым бит. Йығылғас ҡына аяҡтың үҙәккә үтеп әрнеүе һиҙелде. Ҡараһам, итектең үксәһе юҡ, ҡан сорҙап аға. Нисек етте алай итегемде сисеп, күлмәгемде йыртып, ярамды ҡыҫып бәйҙәгәс, салҡатан яттым. Мин һөрлөккән мәйет тә салҡатан ята. Исмаһам, күҙҙәрен йомдорайым, тип, тороп ултырҙым да мәрхүмгә ҡараһам, тәндәрем әллә нишләп китте: хәс тә Закир абзыйым бит был. Ә күҙҙәре йомоҡ. Күкрәген тыңдайым: тыны бар ҙа һымаҡ, юҡ та һымаҡ. Тәндәрен ҡапшайым – йылы. Түш кеҫәһенән документын алып ҡараһам – ысынлап та, минең абзыйым. Пуля ҡайһы еренә тейгән тип, утырған көйө тикшерәм бит инде. Күкрәк менән ҡулбаш тирәһе, шай, йөрәккә эләкмәһә ярай ҙа, тим. Тере булһа ла, санитарҙар ҡасан тапҡансы, ҡанһырап үләсәк. Ҡурҡыуҙанмы, тауыш китте асылып, асырғаланып санитар саҡырам. Ишеттеләр, килделәр, абзыйымды алып киттеләр. Хәлем түҙерлек, бер аҙҙан миңә лә сират етте.

Ҡыҫҡаһы, госпиталдә осрашманыҡ. Күңел тыныс түгел: тереме ул, юҡмы? Мин ялан госпиталендә дауаландым. Абзыйымды тылға оҙатҡандар. Йәш тән бит, аяғым тиҙ төҙәлде, һуғышҡа ярамайым бит инде, ҡайтарҙылар. Ә абзыйым һыңар ҡул, уң яҡтан ярты үпкә менән шул уҡ йылдың ҡара көҙөндә, ярты йылдан һуң ғына, ҡайтып йығылды. Аҙаҡ, нисә йылдар үткәс кенә, аңданым: абзыйыма абынып, эргәһенә йығылмаһам, уға иғтибар итмәһәм, тиҙерәк санитар саҡырмаһам, күп ҡан юғалтып, шунда вафат булыр ине ул. Мына бит Хоҙайҙың ҡушҡаны.

Инәйем илай-илай һөйҙәй торғайны:

– Рәзифәнең генә теләктәре ҡабул булды. «Аллаҡайым, әтейем менән Заһит абзыйым иҫән ҡайтһындар!» тип, мөнәжәт көйөнә һамаҡлар ине.

Зәлифә еңгәм өҫтәп ҡуя:

– Ҡәйнәм үҙе өйрәтте. Сәхәр ваҡытында уята ла: «Таңғы теләк, бигерәк тә бала теләге, ҡабул була! Әтейең менән абзыйыңды күҙ алдарыңа килтер ҙә, ҡыҙым, теләктәреңде ихлас телә. Алла быуай ишетә ул», – тип кенә торҙо. Күмәкләп һорайбыҙ Хаҡ Тәғәләнән. Ҡыҙыҡ әле ул, аҙаҡ Рәзифәбеҙ жәймә бешергәндә: «Заһит, Закир, ҡайтығыҙ, бергә ашайыҡ!» – тип әйтергә онотмағыҙ, тип беҙҙе үрәтә баштаны.

Рәзифә ҡәрендәшемдең тауышы иҫ китерлек моңло булды. Үҙе йыр сығара, шунан оҙон көйгә йырҙай. Бер нисәһе һаман иҫтә:

Жәймә лә беште инде,

Әтекәйем, ҡайт инде.

Бутҡа ла беште инде,

Абзыҡайым, ҡайт инде.

Аҙаҡ бүтәндәр ҙә шуны йырҙап йөрөнө.

Ошо баланың был ҡәҙәр матур тауышына һоҡтанмаған кеше юҡ.

– Күп йырҙама, Рәзифә, күҙ тейер. Ҡайһы әҙәмдең күҙе аяуһыҙ ҡаты була! – Инәйем ейәнсәрен тыйып та ҡуйғылай.

Ҡыҫҡаһы, абзыйымды колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Аның башы яҡшы эштәй, хисапҡа ла шәп ете синыф бөтөргәйне. Сатан тип торманылар, мине бригадир иттеләр. Ҡорсаңғы ат биргәйнеләр – дауалап алдым. Беҙҙең һаҙҙа үҫкән ут һары сискәне ҡайнатып, дүрт-биш мәртәбә йыуғайным, алашамдың ҡорсаңғыһы бөттө. Шулай итеп, беребеҙ ҡулһыҙ, икенсебеҙ сатан көйө бөлгән хужалыҡты нисек тә аяҡҡа баҫтырырға тырышабыҙ, һай-һай, булды ла замана: бөтә ауыр эш аслыҡ-яланғаслыҡтан миктәгән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро, беҙҙең кеүек сатан да сулаҡтар өҫтөндә.

Ҡыҫҡаһы, нисек тә тормош дауам итә. Минең йәш бара, юҡсыллыҡҡа ҡарамай, башлы-күҙле булырға уйҙаным. Әбелғәни ағайҙың Гөлшәрифә исемле төпсөк ҡыҙына күҙем төшкәйне. Вәғәҙәләшкәйнек. Шулай итеп, миңә кәләш йәрәштек. Ярлылыҡ көслө булһа ла, нисек тә туй яһарға кәрәк, тибеҙ. Ғүмер эсендә бер ваҡиға бит ул. Инәйем аяҡтан яҙып утыра. Зәлифә еңгәм ферманан сыҡмай. Бер ауылдан булғас, саҡыра баштаһаң, туған-тыумаса ла ап-аруҡ жыйыласаҡ. Абзыйымдың гармунын баҙарҙа онға алыштырҙыҡ, һыңар ҡул менән ул гармун уйнай алмай, ә мин иждиһат итмәнем.

– Бауырһаҡ, күмәс бешерергә, туҡмас киҫергә кәрәк. Хәлем юҡ, ништәргә? – тип көйөнә инәйем. – Әллә Фәрхинурҙы ярҙамға саҡырайыҡмы?

Ҡыҫҡаһы, киттем Фәрхинурға. Аш-Һыуға оҫта тигән даны бар. Аның инәһе, Сиҙыҡа апай, революцияға тиклем ауылыбыҙҙың Солтан байында ашнаҡсы булып хеҙмәт иткән. Аҙаҡ Солтан бай көтөүсеһе Таңатарҙы Сиҙыҡаға өйләндерә. Баҡһаң, ун ете йәшлек Сиҙыҡаны тәүҙә үҙе әүрәткән. Быныһы ауырға ҡалғас, йәһәт кенә көтөүсеһенә биреп ҡотолған. Колхозлашыу баштанғас, Солтан байҙы ғаиләһе менән Себергә һөрәләр. Байҙың тормошон күреп, күңеленә һеңдергән Сиҙыҡа апай ҡыҙын да донъя көтөргә, барҙы тота белергә, ыҫпайлыҡҡа, тәмле итеп аш-һыу яраштырырға үрәткән. Таңатар абзый күркәм өй һалғайны. Таңатар абзый менән Сиҙыҡа апай һуғыш баштаныр алдынан ғына гүр эйәһе булғайны. Ниңәлер, бик иртә, йәшләй генә донъя ҡуйҙылар. Ҡарт ҡыҙ Фәрхинурҙың тормошо бөтөн. Колхоз эшенә ул һуғыш мәлендә лә исем өсөн генә, еңел-елпе ҡараған. Ә ниндәй ғиллә менәндер бүтәндәр һымаҡ асыҡмаған. Ҡан тарта, тиҙәр, әллә Себер китер сағында Солтан бай мая ла ҡалдырғандыр. Бала үҙенеке икәнде белгән бит инде. Фәрхинур урыҫ ауылдарынамы, ҡайҙалыр сығып китә лә йөкмәнеп ҡайта икән. Шул алтын-маҙары булһа, ризыҡҡа алыштырғандыр.

Ҡыҫҡаһы, барып керҙем. Эшкә әйтергә килә, тип уйлағандыр, мине күргәс, төҫө боҙолдо.

Өйҙәге таҙалыҡ шунда уҡ күҙгә салынды: күтәрмәһенә ҡәҙәр ҡырып йыуған – балауыҙ һымаҡ һап-һары. Ул саҡта бүтәндә юҡ тәҙрә ҡорғандары, ишектә лә, мейес башында ла ҡорма-япма шаршауҙар. Ҡоймаҡ еҫе таралған. Көтөүсе менән ашнаҡсы балаһы заманына күрә бер үҙе мынамын итеп донъя көтә икән.

Туйға бешеренергә ярҙам һорап килгәнемде белгәс, шаттанып ризалашты. Фермаға һыйыр тиҙәген көрәргә түгел бит, аш-һыу тирәһенә... Анан ризыҡ әҙерләргә лә егәрлек, маһирлыҡ кәрәк – тимәк, бешеренергә ярата. Аш-Һыу әҙерләү – үҙе бер сәнғәт бит ул.

Һаман иҫемдә: был беҙҙе таң ҡалдырҙы. Бер һарыҡ итенән әллә нисәмә ашамдыҡ әҙерләгәйне: туҡмаслы ашы тел йоторлоҡ тәмде. Үпкә-бауыр менән эсәк-ҡарынға бәрәңге ҡушып бәлештәр бешергән. Былау тигәнен ул саҡта белмәй ҙә инек. Үзбәк менән ҡаҙаҡ ашай уны. Дөгө менән йөҙөмөн үҙенән китергән. Көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә, юҡ бит улар. Ә Фәрхинурҙа бар... Бауырһағы, мөшниге... Байҙарский туй булды ла ҡуйҙы. Шунда Гөлшәрифәм эстән генә: «Заманалар үҙгәрер: гел аслыҡ булмаҫ, мин дә шулай бешеренергә өйрәнермен», – тип уйҙап ултырған.

Ҡыҫҡаһы, балитәкле йәшел батист күлмәк өҫтөнән ҡайылған аҡ алъяпҡыс бәйҙәп, сискәле кәшмир яулығын артҡа сөйөп, өр-яңы кәлүштәрен йылҡылдатып Фәрхинур йөрөй – ҡунаҡ һыйлаша, һәр хәрәкәте, һәр һүҙе килешеп тора. Һитә бал кәйефтәрҙе күтәреп, күңелдәрҙе елкендереп ебәрҙе. Рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ инде. Аҙаҡ, Гөлшәрифәм менән туйыбыҙҙы хәтерләйбеҙ ҙә, йырып сыға алмаҫтай ауыр хәлдәрҙә лә Фәрхинурға ҡырын күҙ менән ҡарарға ҡыйманыҡ. Ә ҡыйын хәлдәрҙең осҡоно ошо туйҙа уҡ абзыйымдың итәгенә төшкән. Зәлифә еңгәм ҡашығаяҡтан бушамай, ә Фәрхинур уйнап-көлөп, йырлап-бейеп ҡунаҡ һыйлай. Ир-аттың күҙе йылтыр-мылтырҙы тиҙ күрә.

Ҡыҫҡаһы, абзыйым да йылтыр-мылтырға ҡыҙыҡҡан. Осрашалар икән – халыҡ теленә тиҙ керҙеләр. Мин дә һиҙҙем, инәйем, белгәс, көйөнә. Ферманан сыҡмаған Зәлифә еңгәм генә иң аҙаҡ ишетте.

Быларҙың малайы тыуҙы. Закир абзыйым беребеҙгә лә күтәрелеп ҡарамай ғына, өҫтөндә нимә бар – шуның менән ҡара эңерҙә сығып китте, һуғыштан һуң, шуңа оҡшаш хәлдәр йыш булғанғамы, кешеләр әллә ни ғәйеп тә итмәнеләр, шай. Рәзифә ҡәрендәшем генә әтеһенең был ҡылығын һис аңдаманы.

– Ә ниңә әтейем һаман юҡ? Һуғыштан ҡайтҡас, беҙҙең менән йәшәй башлағайны бит. Өйөбөҙ яңы булғас, әллә танымаймы? Аҙашҡандыр ул.

Ғажиз бала, аптыранып йөрөгән-йөрөгән дә инде, әтеһен юллап барған. Эйәләште бит, бисараҡай. Әмәлгә ҡалғандай, быларҙың йорто мәктәп юлында. Беренсе синыфта уҡый Рәзифә. Мәктәптән ҡайтҡанда шунда туҡтала, ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә әтеһен көтөп ултыра. Төшкөлөккә ҡайтҡас, абзыйым ҡыҙын етәкләп өйгә алып керә.

Мә, ҡыҙым, аша! Фәрхинур, абзыйым күрерлек итеп, харап илгәҙәкләнеп, Рәзифә алдына ризыҡ ҡуя. Күрһәтер өсөн ҡыланғанын абзыйым һиҙеп ултыра бит инде.

– Ҡыҙыма өлөшөмдө бирәм, – ти ҙә, абзыйым, ашамлығын бүлеп, балаһына һона. Бала бала инде – әтеһе биргән ризыҡ тәмлерәк тойолалыр, кинәнеп ашай. Шатлыҡтан йөҙө балҡыған балаһына абзыйымдың яратып, йәлләп, һағыш менән ҡарап ултырғанын Фәрхинур күрмәй тиһеңме? Күрә, һиҙә, белеп тора ул абзыйымдың ҡыҙы өсөн көнөнә ҡырҡ өҙөлгәнен.

Тамағы туйғас, Рәзифә абзыйымды етәкләй:

– Әтей, әйҙә, ҡайтайыҡ, ниңә гел генә мында йәшәйһең? Һағындым да мин. Инәйем төндә иланы. Ул да һине һағынған. Инәйем мында килмәҫкә тыя, ул эшкә киткәс, мин ҡасам.

Колхоз рәйесенең эше муйындан. Йә районға сығып китә, йә ҡыр-яланда тотҡарлана. Андай саҡта, әтеһе оҙаҡлағанда, ҡыҙыҡай баҡсаның буй кәртәһенә менеп ултыра ла йырҙай. Ул саҡта ни радио юҡ, телевизор тигән нәмәне белмәйбеҙ. Шуғалырмы, зирәк Рәзифә һүҙҙәрҙе үҙе сығара, ә оҙон көйө – халыҡтыҡы, ҡәртнәһенән отҡан. Мына береһен әлегәсә онотмағам.

Әтекәйем, һағындым –

Бөгөн төшөмдә күрҙем:

Сәстәремде тараның да

Ал таҫма менән үрҙең.

Йыр сығарған – әтеһенең һыңар ҡуллы икәнен иҫтәмәгән. Ә һуғышҡа тиклем, ысынлап та, бәләкәй генә Рәзифәнең сәстәрен абзыйым үҙе тарап, таҫма менән үреп ҡуя торғайны. Шуларҙы хәтерләгәндер...

Ҡыҙ балаға Хоҙай Тәғәлә ни өсөн шул ҡәҙәре моң биргәндер. Ишеткән, тыңдаған һәр кеше илай. Шул ҡәҙәре тәрән һағышҡа мансылған моңло йырҙарҙы абзыйым да ишетеп йөрөй бит инде.

Бер көн абзыйым менән икәүҙәп Зәлифә еңгәм эштәгән ферманы ҡарарға китеп барабыҙ.

Абзый, Рәзифә ҡәрендәшем үҙәктәрҙе өҙә бит әле, тип һүҙ башланым. – Ни әмәлдәр менән сыҙайһыңдыр?

– Балаҡайым өсөн йөрәгемдең һыҡраныуҙарын үҙем генә беләм, Заһит. Ҡайһы саҡта төн йоҡоларым ҡаса. Зәлифәмә лә үҙәгем өҙөлә. Бына тигән бит ул – районда берәү! Егәрле. Әле Мәскәүгә ВДНХ-ға ебәрәбеҙ тиҙәр район етәкселәре. Сырайҙан да Хоҙай мәхрүм итмәгән. Ә мыныһы татлы теле, тәмле ашы, ҡуштандығы менән алдыра. Мәҡсүтовтар тоҡомон дауам итергә малай ҙа тыуғас... Әммә эҫенеп тә китә алмайым. Ике ут араһында янам. Минең хатаны ҡабатлай күрмә! – тигән булды.

Юҡсыллыҡтан биҙрәгән күңеле матурлыҡҡа, зауыҡҡа ынтылыуын, ярым ас тамағы тәмле аш-һыуға алданыуын аңлайым. Йыуатырлыҡ, тынысландырырлыҡ һүҙ ҙә таба алмайым.

Гөлшәрифәмә мәңге рәхмәтлемен. Уңдым мин йәмәғәтемдән. Туйҙа ниәтләгән һүҙендә торҙо: хәҙер бешеренергә-төшөрөнөргә унан да маһир ауылда юҡ; биш малай менән биш ҡыҙ табып үҫтерҙе; инәйемде тәрбиәләне. Хәленсә колхоз эшенән ҡалманы, тапҡан-таянғандың ҡәҙерен белде. Бер-беребеҙгә терәк булып, тиң генә ҡартайҙыҡ. Балаларыбыҙ өҙөлөп тора, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр беҙҙе ярата. Бәхетме? Бәхет ул аңдаған кешегә, бик ҙур бәхет. Хоҙай ғүмерҙе лә йәлләмәне. Еңеүҙең 61 йылдығын күрҙем. Ауылдаштарым хөрмәт итә. Бөтәһе лә шундай бәхет татыһын ине лә бит, юҡ шул. Закир абзыйым да ошондай бәхетте күрә алманы. Йәштәй китте...

Ҡыҫҡаһы, бәндә яҡшыға ла, яманға ла күнә, күнегә. Беҙ ҙә абзыйымдың ямаулы-ялғаулы тормошона өйрәнеп бара инек, шай. Әммә ғүмере фажиғә менән осланды.

Шулай бер көн абзыйым ҡайтһа, Рәзифә ерҙә утыра икән. Кәртәнән йығылып төшкәнен дә аңдай абзый. Рәзифә буп-буҙ, үҙе ҡалтырана.

– Ништәп мында утыраһың? – тип һорай әтей кеше.

Ҡыҙыҡай иламай ҙа, өндәшмәй ҙә, мөлдөрәп ҡарап тик утыра. Күпме ныҡышып та, яуап булмағас, аптыранған абзыйым етәктәп ала. Рәзифә әтеһенең ҡулына сат йәбешеп, ҡапҡаға ынтыла, үҙе һаман бер ни әйтмәй.

Беҙгә килеп керҙеләр. Мин дә өйҙәмен, төшкөлөккә ҡайтҡайным.

Инәйем яйлап ҡына, иптәп кенә һораша:

– Башың ауыртамы?

Рәзифә өндәшмәй.

– Әйт, нимә булды, берәй нәмәнән ҡурҡтыңмы?

Ҡыҙыҡай күҙҙәрен тултырып ҡарап тик ултыра, үҙе иламай ҙа бит әле.

Ҡыҫҡаһы, аҙна үткәс кенә бөтәһе лә асыҡланды. Рәзифә үҙе «һөйҙәне». Юҡ, тел менән түгел, ым-ишара, ҡул хәрәкәттәре ярҙамында бөтәһе лә аңдарлыҡ итеп «һөйҙәне».

Ул көндә абзыйым, колхоз идараһында тотҡарланып, төшкөлөккә һуңлабыраҡ ҡайта. Рәзифә, ғәҙәтенсә, әтеһен көтөп утыра икән.

Көн дә яңы йыр сығарған ҡыҙ бала был юлы ниндәйен йырлағандыр, уҡлау тотҡан Фәрхинур ажғырып килеп етә. Күрәһең, туҡмас киҫкән сағы булғандыр. Тәүге бисәһенә ҡайтып китмәһен тип, һәр саҡ һаҡ торған Фәрхинур абзыйымдың оҙаҡлауына көйөнөп йөрөгәндә тура килә. Килеп тә етә, уҡлау менән Рәзифәнең елкәһенә тондора. Ҡыҙ бала иҫен юғалта...

Рәзифә бүтән һөйҙәшмәне. Район врачтары ла ярҙам итә алманы, өшкөртөүҙәрҙең дә файҙаһы теймәне. Инәйем әллә ниндәй күрәҙәселәргә, белемселәргә күрһәтте. Үҙе, бахыр, ейәнсәре менән бик тиҙ «һөйҙәшергә» үрәнде. Тәүге мәлдәрҙә ул ғына Рәзифәнең бөтә ым-ишараһын, ҡул хәрәкәттәрен, к үҙ ҡараштарын теүәл аңданы. Хатта тын алышынан ейәнсәренең ни әйтерен белер ине.

 Ә абзыйым... һуңғы арала былай ҙа йөрәгенә зарлана торғайны... Өс ай үтеүгә яҡты донъянан кинәт кенә китте лә барҙы. Зарланмаған да, ыңғырашмаған да, үрһәләнмәгән дә, шым ғына йән биргән. Фәрхинур еңгә иртән генә күрә уның үлгәнен.

Ҡаза килһә, ҡапҡаңды ас, тиҙәрме әле? Абзыйымдың йыллығын үткәрергә өлгөрмәнек, яңы бәлә ябырылды.

Эш менән мәшғүл булғандыр, асыҡ ишектән балаһының ихатаға сығып киткәнен Фәрхинур еңгә абайламаған. Йәйге селлә мәлендә ишекте асып ҡуяһың бит инде. Эләгә-ҡолай атлаһа ла, йәш ярымлыҡ малай ҡапҡаға уҡ барып еткән. Еңгәнең һуғымға тигән үгеҙе бар ине. Һәләк һөҙөшкәк булды мәлғүн. Көтөүҙән ҡайтҡан шул үгеҙ юлында торған сабыйҙы мөгөҙ осона эләктереп кенә һелтәй. Бахыр бала шундуҡ йән бирә.

Ҡаза, бер башланһа, өскә етмәйенсә туҡтамағанын күҙәткәнем бар.

Малайҙы ерләгәс, күп тә үтмәне, күрше ҡатын иҙәндә һушһыҙ ятҡан Фәрхинур еңгәне күрә.

Ҡайғы-хәсрәттәренең ғилләһеме, бәлкем, быума сире электән булғандыр – белмәйем. Иҫенә килгәс тә әле бик оҙаҡ ниңәлер теле ауыҙына һыйманы. Ирен ситтәренән аҡ күбек ағып йөрөнө, йүнләп ашай алманы, һөйҙәгән хәбәрен аңдап булманы. Өйәнәге тотҡанда телен ныҡ тешләгән, тине табиптар.

Ҡыҫҡаһы, еңгә мандыманы: бер нисә йылдан ул да китте. Мине Закир абзыйым урынына колхоз рәйесе итеп һайлағайнылар, район үҙәгендә булып ҡалдым. Фәрхинур еңгәне абзыйым янына ҡуйғандар.

– Рәзифәнең ихлас теләге менән Закир тамуҡтан ҡотолоп ҡайтҡайны, ҡыҙының рәнйеше ҡара гүргә керетте. Бала ҡарғана белмәй, ә күңелгенәһе рәнйей. Рәнйеш ул йөрәк әрнеүе, күңел ғазабы. Фәрхинурға ла рәнйеш төштө: Рәзифәне телһеҙ итте – үҙе лә телһеҙлектең ғазабын кисерҙе. Бала рәнйетеү – ҙур гонаһ. Рәнйетмәгеҙ бер кемде лә, бигерәк тә кәрһеҙ ҡарт-ҡороно, бала-сағаны, – тине лә утырҙы инәйем. Мына шундай тәүарих, Ғәлимнур улым.

Рәзифә апай хәҙер ҡайҙа, нисек йәшәй? Ишеткәндәрҙән шаңҡыған Ғәлимнур, иҫенә килеп, үҙе лә һиҙмәҫтән һораша ҡуйҙы.

– Рәзифә ул телле кешеләреңдән шәберәк көтә донъяһын. Фажиғә булған йылда мәктәп директоры махсус уҡыу йортона ебәрәйек тин өгөтләгәйне. Зәлифә еңгәм ризалашманы. Тетрәнеш кисергән бала, инәһенән, туған-тыумасаһынан, тыуған ауылынан айырылһа, һарыларға һабышыр, тинек. Ун алтыһы тулғас, Зәлифә еңгәмдең бер туған ҡәрендәше Златоустҡа апкитте, тегенсегә уҡытты. Ҡыҙ маҡталып эштәне. Оҙаҡтамай бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Аҙаҡ инәһен бик ҡараны – янына алды. Колхоз эшенән миктәгәйне еңгәм. Инәһен Рәзифә Өфө, Йоматау, Янғантау санаторийҙарында дауаланы. Икәүҙәшеп Ҡырымға ла әллә нисә барҙылар. Совет осоронда инде быларҙың барыһы ла. Хоҙай ғүмер бирҙе еңгәмә – 85 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Илтифат иткәнһеңдер: өс ҡәбер йәнәш кенә – абзыйым ике бисәһенең уртаһында ята. Рәзифә исем-фамилияларын, тыуған һәм вафат булған йылдарын ташҡа яҙҙырып, өсөһөнә бер иштән тимер рәшәткә ҡуйҙырҙы. Үгеҙ мөгөҙөнән һәләк булған малай ғына ситтәрәк. Оло йөрәкле бит ул Рәзифә – энекәшенең ҡәберен дә тәрбиәләп кенә тора.

Шул саҡта Гөлшәрифә ҡарсыҡ аһылдап ҡайтып керҙе:

– Оҙаҡтаным, шай, – тип уңайһыҙланды ул.

– Бигерәк тиҙ әйләндең, бер китап яҙырҙыҡ тәүарих тасуирланым! – Заһит ҡарт, шаяртыуын белдереп, ҡунаҡҡа күҙ ҡыҫты.

– Ире ҡайтты ла, ахымсыларға тотондо. Эсһә, ваҡ-һый икән. Бер әрҙәнем, бер көйҙәнем – бисәңдең ҡәҙерен бел. Ҡайһылай егәрле: бәпестәрҙе ҡушарлап тапҡан, тим. Һөйҙәшеү менәнме, һаман ваҡһып ҡалды.

Рәхмәт әйтеп, Ғәлимнур урынынан ҡуҙғалды.

– Көн кискә ауышты, ҡун, улым, юлға иртәгә сығырһың. – Заһит ҡартҡа әңгәмәләшеү оҡшаны, ахыры, ҡунаҡты ҡалырға өгөтләне.

– Айһынды өйҙә икәү генәбеҙ, рәхәтләнеп ял ит, улым! – Гөлшәрифә ҡарсыҡ та ҡартының һүҙен ихлас йөпләне.

– Бөгөн ҡайтырға кәрәк – иртәгә эшкә.

– Бер күрешкән – белеш, ике күрешкән – дуҫ-иш, тиҙәр. Йәй көнө беҙҙә йәннәт. Килен менән кил, улым! Заһит ҡарт ҡунаҡтың ҡулбашынан ҡағып ҡуйҙы.

Ул арала Гөлшәрифә ҡарсыҡ ҙур пакетты Ғәлимнурға һондо:

– Мына, улым, күстәнәс: эремсек шәңкәһе, муйыллы мөшник, еләк кәкреһе. Ал, ал, уңайһыҙланма, ҡала ерендә танһыҡ ашамдыҡ.

* * *

Юл оҙон, уй тигәнең юлдан да оҙонораҡ. Ғәлимнур ғибрәтле хикәйәнең тәьҫиренән һис арына алмай: күҙ йәштәре бына-бына түгелергә әҙер ҡыҙ бала янында ултыра һымаҡ, һағышҡа мансылған үҙәк өҙөрлөк моңло йыры Ғәлимнурҙың йөрәгенә үтеп инә, тамаҡҡа төйөр тығыла.

Әтекәйем, һағындым –

Бөгөн төшөмдә күрҙем...

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.

 

*һалъя – талпан

Читайте нас