Сығарылыш кисәһе ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Аттестаттар тапшырылып, тантаналы сығыштар тамамланып, табынға ултырышыуға ла байтаҡ ваҡыт уҙған. Өҫтәлгә ҡуйылған шарап шешәләре шаҡтай бүҫкәргән. Уҡытыусылар, ата-әсәләр йомшарып китеп һүҙ ҡуйырта.
Резеда ғына тынғылыҡ тапмай. Үрһәләнеп тик ултыра. Әйтерһең, залда геүләүселәрҙе ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Бөгөн генә ҡулына алған аттестаты менән көмөш миҙалы ла ҡыуандырмай төҫлө. Ҡыҙҙың бар иғтибары Рәсүлдә. Бына нисәнсе тапҡыр уның ҡарашын ауларға тырыша, ә тегеһе күҙҙәрен йәшерә. Дуҫы һуңғы арала танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Уның менән осрашыуҙан ҡаса.
Эргәһендә ултырған Тәслимә терһәге менән ныҡ ҡына итеп әхирәтенең ҡабырғаһына төрттө:
– Ниңә өндәшмәй таҫырайып тик ултыраһың? Әллә Рәсүл менән асыуланыштығыҙмы?
– Юҡ та…
– Әхирәт, ул әллә эскән инде?
– Кит, булмаҫ. Беҙ тик тик айыҡ тормош менән йәшәргә һүҙ ҡуйышҡайныҡ.
– Һы… Егеттәргә ышанһаң...
– Рәсүлгә мин ышанам!
Бейеүҙәр башланды. Баянға тыпырлашалар ғына. Артабан уртаға парлылар төштө. Рәсүл, шәп-шәп атлап, мәктәптән сыҡты ла ҡабат инмәне. Тамам кәйефе ҡырылған Резеда ла мәктәп ихатаһына йүнәлде. Ауыл йоҡоға талған. Тирә-яҡты сирен сәскәһе еҫе ялмап алған. «Хәҙер синыфташтары таң ҡаршыларға юлланасаҡ. Рәсүл генә ҡайҙалыр китеп олаҡты. Өйәңке янындамы икән?»
Резеда класҡа инеп ҡупшылап тегелгән бал күлдәген һалды ла джинсы, свитер, кроссовкаларын кейҙе. Ул арала һәммәһе лә шау-гөр килеп урамға сыға башланы. Резеда ла ашыҡты. Өйәңкегә барыр өсөн ата-әсәһенең күҙенә күренмәй генә мәктәп тирәһенән ысҡынырға кәрәк ине.
Ҡыҙ етеҙ аҙымдар менән ауыл осона ыңғайланы ла Әй яры буйлап китте. Урамда үтә ҡараңғы ла түгел. Йылғанан дымлы еүеш һауа бөркөлә. Һалҡынса, ләкин түҙерлек. Резеда таныш һуҡмаҡтары буйлап еңел атланы. Ана, алда әрәмәлек сите лә ҡарайып күренә. Яр буйлап бер аҙ барғас, ҡыҙҙы башҡа ағастарҙан айырылып тарбайып ултырған, ботаҡтары күккә олғашҡан оло өйәңке ҡаршылаясаҡ. Ҡасандыр бер-береһен өҙөлөп һөйгән егет менән ҡыҙ ошо яр ситенә килеп ике нескә талды бергә үргән. Һәм улар бер олон булып үрләгән. Күп тә үтмәҫтән, ҡыҙ һөйгәнен әрмегә оҙатып ҡалған. Егеттең хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланып, ҡайтыу сәғәте һуҡты тигәндә генә һуғыш башланған. Фронттан һуң да тыуған яҡтарына ҡайтыу насип булмай уға. Яугирҙе ниндәйҙер немец ҡалаһында комендатурала ҡалдыралар. Берҙән-берен өҙөлөп һағынған ир-уҙаман отпуск һорап, тыуған ауылына ҡайта, үҙен һигеҙ йыл буйына көткән йәрен Германияға алып китә. Бөгөн улар, бәлки, донъяла ла юҡтарҙыр. Етмеш йылдан ашыу ваҡыт үткән бит. Ә ҡуш олондар иҫтәлек булып һаман үҫә. Уларҙы ике кеше ҡоласы менән дә иңләү мөмкин түгел. Талдарҙың берләшкән олондары аҫтында ҙур ғына ҡыуышлыҡ хасил булған. Бына ошо матур урын Резеда менән Рәсүлдең төйәге. Ҡыуышлыҡтың бер яғын көпләп тә ҡуйғас, ямғырҙан, елдән һаҡланырлыҡ урын барлыҡҡа килде.
Эске һиҙемләү тойғоһо алдамаған Резеданы. Рәсүле, ысынлап та, бында. Айыу балаһылай ҡыуышлыҡта бөгәрләнеп ятҡан. Ни булған уға? Ниңә һис тә кәйефе юҡ? Ҡыҙ егет шым ғына егет янына янына килеп ултырҙы.
Ун йәшлек сағынан уҡ Рәсүлде яҡын күрҙе. Уҡыуҙан гел бергә ҡайталар. Ҡыҙыҡай бер көндө тотто ла:
– Рәсүл, әйҙә, һин минең портфелемде аҫып йөрө, – тине. Әйтерһең, малай, шуны ғына көтөп йөрөгән, ҡыҙҙың сумкаһын эләктереп тә алды. Ә арҡаһында үҙенең ранецы. Оҡшата ул Резеданы. Ҡыҙыҡайҙың төлкө башлығы, туны, итеге лә башҡаларҙан айырылып тора – матур, ҡупшы. Шулай булырға тейеш тә. Ни тиһәң дә колхоз рәйесе ҡыҙы бит. Холҡо ла сая, үткер. Өҫтәүенә – яҡшы уҡый. Ә Рәсүл йыуаш, күндәм, тыйнаҡ булһа ла, уҡыйым тип атлығып бармай. Дәрес ваҡытында уйнап тик ултыра. Резеда хатта йәне көйөп:
– Һинең ише “ике” алыусылар менән дуҫ булмайым! – тип тә ысҡындырғайны.
Ә Рәсүлдең Резеда менән дуҫлығын өҙгөһө килмәй ине. Ҡыҙыҡайҙың ошо һүҙенән һуң малай тырыша башланы. Тәүге «бишле»ләрен алып ҡыуанды. Малай ботаника, география дәрестәрен ярата ине.
Рәсүлгә арҡаһын терәп ултырған килеш ойоп киткән ҡыҙҙың уйҙары өҙөлдө. Бына ул ҙур бина – хыялында йөрөткән уҡыу йорто ҡаршыһында баҫып тора.Тик эсенә үтеп инерлек түгел: тирәләп тәрән траншеялар ҡаҙылған. Газ торбаларын яңырталармы әллә, тип аптырай ҡыҙ. Әммә был сәйер төшөнөң ахырын күреү форсаты тәтемәне ҡыҙға. Уны Рәсүлдең ҡырыҫ тауышы уятты:
– Ниңә килдең бында?
– Әллә эскән инде? – ҡыҙҙың аптырауының сиге юҡ ине. Дуҫы үгәй атаһының ҡылыҡтарынан ытырғанып, үҙенең эсмәйәсәге хаҡында күп тапҡырҙар һөйләгәне бар.
– Эсһә һуң? Резеда, бынан ары юлдарыбыҙ айырылыр. Үҙең аңлап тораһың. Мин һиңә тиң түгел.
– Ни өсөн? – ҡыҙ аптырашта ҡалды. – Ошо өйәңке төбөндә мәңге бергә булырға ант итешмәнекме ни?
– Ант сабыйлыҡ йүләрлеге генә ине. Балалыҡ үтте. Уҡырға һин үҙең генә кит.
– Юҡ!
– Зинһар, күҙемдән юғал!
Ҡыҙ ғәрләнеп ни эшләргә белмәй бер аҙ тапанып торғандан һуң йүгерә-атлай китеп барҙы.Тирә-йүн буп-буш булып ҡалды. Муйыл-талдар араһында шашып һайраусы һандуғастар тауышын да ишетмәне, күкте ал төҫкә манған ҡояш нурҙарын да, иртәнге һиллекте, ысыҡтан ауырайған үләндәрҙе лә шәйләмәне егет. Баш аҫтына һындырып һалған тал ботаҡтары араһынан араҡы шешәһе сығарып бер-ике йотто ла ғәмһеҙлеккә сумған ҡарашын ергә төбәне. Иҫерткестәр эсеп өйрәнмәгәнлектән, егеттең сырайы һытылды, күңеле йомшарып, яңаҡтары буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне. Шул саҡ ауыҙын кәүшәнләтеп, мыҫҡыллы йылмайып торған үгәй атаһы күҙ алдына баҫты. Уның: «Эй, меҫкен байғош, шыуышыр өсөн яралғандар оса алмай», – тигән һүҙҙәре ҡолағына салынғандай булды.
Меҫкен байғош… Был һүҙҙәр үҫмер егетте айнытҡандай итте. “Мин һинең ише булмам, бына күрерһең”, – тип яуаплағаны иҫенә төштө.
Атаһы тере булһа, ул ни тиер ине? «Эш өсөн йәнен фиҙа ҡылып, балаларын етем итте, – тип йыш иланы әсәһе. – Быныһы шешәгә йыш йәбешһә лә, эшкә әрһеҙ ҙә бит… Әммә башҡаса түҙер әмәлем ҡалманы. Үгәй атайығыҙҙы ҡыуып сығарам. Һин берҙән-бер таянысым, улым», – тип тә өҫтәгәйне эскән ирҙең балаларға алама йоғонтоһонан ҡурҡҡан әсәһе.
«Ниңә әле үҙем күрә алмаған кешенең холҡон ҡабатлайым? Тик… Резедаһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Был бушлыҡты һис ни менән дә тултырып булмаҫ».
Йөрәген дөрләп янған утҡа ташлағандармы ни? Егет үҙе лә һиҙмәҫтән күкрәген ыуҙы.. Йөрәк яна тиеүҙәре ысын икән. Рәсүл ни ҡылырға белмәй аптыранып торғандан һуң, йән асыуы менән аяҡ аҫтында аунаған шешәне тибеп осорҙо.
* * *
Йоҡлап китә алмай борғоланған Резеданың ҡолағына әсәһе менән атаһының һөйләшеүе салынды. Һүҙ уның хаҡында ине:
– Резеда ҡайҙа? Таң ҡаршылаймы?
– Юҡ, бүлмәһендә. Таң ҡаршыларға барманы, буғай. Тегеһен осратып, бөжләткәйнем.
– Нимә, нимә?
– Хәйерсе башың менән буй етмәҫкә үрелмә, уҡырға барасағың юҡ, аяҡ араһында буталма, тинем.
– Ҡара, артыҡ бөгөп, һындырып ҡуйма. Ҡыҙға бер-бер хәл була ҡалһа, терһәгеңде тешләрҙәй булырһың...
– Ҡайҙа галстугыңды үҙем бәйләйем.
– Егет шәп бит. Отличник, спортсмен.
– Комсомол, тип тә өҫтә. Егет шәп, күҙе ҙур тип кенә буламы? Берҙән-бер балама үҙ тиңе табылыр.
– Ах, Розалия, һис үҙгәрмәйһең бит! – атаһы менән әсәһенең тауыштары алыҫлашты, сәй эсергә сыҡтылар, күрәһең.
«Бына нисек икән! Тимәк, әсәйем үҙенсә Рәсүлде минән биҙҙерергә маташҡан. Ниңә үҙем менән асыҡтан-асыҡ һөйләшмәҫкә инде? Яҙмышымды үҙ ҡулыма алырға тейешмен».
Ҡыҙ, өҫ-башын ипкә килтереп, ҙур яҡҡа сыҡҡанда ата-әсәһе өйҙә юҡ ине инде. Ҡабалан ғына бер сынаяҡ сәй эсте лә мәктәпкә ашыҡты. Синыфташтарынан берәү ҙә күренмәй. Кисә һуң ҡайтҡандарҙыр, күрәһең. Секретарҙан кәрәкле ҡағыҙҙарҙы алып сыҡты ла оҙаҡ ҡына ишек алдына ҡуйылған эскәмйәлә ултырҙы. Рәсүл күренмәне. Килеп-китеп торған синыфташтарының ҡайһыһы аңлап, ҡайһыһы мыҫҡыллап ҡараны уға. Әхирәте Тәслимә:
– О, кисә нисек шәп булғанын белһәң ине, – тип уның иғтибарын йәлеп итергә уйлаһа ла Резеда өндәшмәне, һүҙҙәре ялғанманы.
Ҡайтыуына әсәһе матур итеп өҫтәл әҙерләгәне. Уртала торт урын алған. Резеданың иң яратҡан тәмлекәсе. Әсәһе берҙән-бер ҡыҙын мәктәпте көмөш миҙалға тамамлауы менән тәбрикләп алып ҡайтһа ла, ҡыҙҙың йөҙө асылманы, әсәһенә килеп һарылманы.
– Әсәй! – тауышы киҫкен яңғыраны. – Мин иртән атайым менән нимә хаҡында һөйләшеүегеҙҙе ишеттем.
– Бик яҡшы. Балалығың артта ҡалды, в том числе друзья детства, – Розалия Мәҡсүтовна, район үҙәгендә үҫеп, рус мәктәбе тамамлаған. Һөйләшеүе лә ярым русса, ярым башҡортса яңғыраны.
– Мин улай тип уйламайым. Рәсүл – минең ғүмерлек дуҫым.
– Шул хәйерсе малайы менән дуҫ булыуыңа нисә йыл күҙ йомдом. Все! Бөгөндән туҡтат!
– Һин нимә, әсәй?
–Ҡыҙым, минең ике тапҡыр ҡабатларға яратмағанды беләһең. Әйҙә, тәмләп сәй эсеп алайыҡ. Бөгөнгө көндө боҙмайыҡ. Берҙән-берем аттестат зрелости алған бит.
Ҡыҙ торт киҫәге менән бер сынаяҡ сәй эсте, ашҡа ҡағылманы.
* * *
Берҙән-бер балаһын дуҫ булып йөрөгән егетенән араларға тырышыуҙың үҙ сәбәптәре бар. Шулай ҙа улар хаҡында Резеданың белмәүе хәйерле.
«Бейек тау» ООО-һының директоры булып эшләгән ире район үҙәгенә китеү сәбәплелер, төшкө ашҡа ҡайтманы.
Розалия ханымдың өйҙә артыҡ мәшәҡәте юҡ. Күрше ҡатын һыйырын һауа, аҙнаһына бер иҙәнен, керен йыуа. Уға хаҡ түләйҙәр. Элекке райком секретарының ҡыҙы булараҡ, Розалия ҡара эш яратмай. Ишек алдында үҫә торған төрлө-төрлө сәскәләрҙе мәгәр үҙе ҡарай. Атаһы яратҡан ҡыҙын: «Кейәүҙәрҙең иң-иңдәре шунда булыр», – тип ауыл хужалығы институтының экономия бүлегенә уҡырға индергәйне. Әсәһе: «Атайың деревнялығына бара», – тип һөйләнһә лә, ҡаршы килә алманы.
Уҡырға инеп, уҡыу йортона, яңы иптәштәргә эйәләшеп алғас, ҡыҙ бейеү түңәрәгенә яҙылды. Ах, ул саҡтар! Институт бейеүселәре менән дан тота икән. Вәт шунда осратты ла инде оҙон буйлы, сәстәре бүректәй ҡабарып торған ут күҙле Мансурҙы. Егет янып торһа ла, төпкөл райондан килгәс, бер аҙ тартына. Бейеүҙә пар булырға үҙе тәҡдим яһаны, егет шатланып ризалашты. Ҡыҙ артыҡ сибәр булмаһа ла, ҡыйыу, теремек. Бите алма кеүек гел янып торған, ҡыҫығыраҡ һоро күҙле Розалия ҡиәфәтенән риза түгел. Көҙгөгә ҡараған һайын үҙен «крестьянская морда» тип тиргәп ала, бер аҙ ғәрләнә лә. Әммә буй-һыны ҡойоп ҡуйған бейеүсе инде.
Ә Мансурға уның шулай ябайыраҡ булыуы оҡшай, һис тә кәмһетеп ҡарамай.
Егет шәп булып сыҡты. Ихласлығы, алсаҡлығы өсөн төркөм старостаһы итеп һайланылар. Яҡшы уҡый, институттың йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ойоштороу эшенә һәләтле. Розалияның танауы еҫте тиҙ һиҙҙе. Эсенән ошо шәп егетте үҙенә ҡаратырға ниәт итте. Уны ауылына ҡайтармау өсөн әле бер, әле икенсе сәбәп табылып ҡына торҙо, ә һуңғы курста үҙенә өйләндереп тә ҡуйҙы.
Мансурҙы колхоз иҫәбенә уҡыттылар. Егет, әлбиттә, тыуған районына ҡайтты. Тәүҙә агроном, унан колхоз рәйесе булып эшләгән Мансур Һилалович районда гел беренселәрҙән булды. Ләкин тормош тигәнең гел һин теләгәнсә бармай шул. Илдәге үҙгәрештәр хатта эштәре яҡшы барған колхоздарҙы ла пыран-заран тарҡата башланы. Ҡайһы бер элекке райком секретарҙары, хәҙер хакимиәт башлыҡтары, колхоздарҙы үҙҙәренең шәхси биләмәләре итеп күрҙе. Баш ҡала ситтәрендә үҙҙәре өсөн генә түгел, балалары өсөн дә коттедждар ҡалҡып сыҡты.
Эштәре гөрләп барған, үҙен-үҙе финанслап йәшәгән «Бейек тау» колхозын да шул хәл көткәне асыҡланды. Бер нисә машинаға тейәлгән һимеҙ ҡышлауҙар төркөмө район башлығы бойороғо менән билдәһеҙ тарафтарҙа юҡ булды. Күнәкләп һөт биреп торған һауын һыйырҙары араһынан бракка сығарырға малдар һайлау башланды. Эштәр былайға китһә, бер нисә ай эсендә колхоз бөләсәк. Мансур Һилалович бер кемгә лә әйтмәй Өфөгә юл тотто. Ҡайны ҡартты күптән баш ҡалаға алғайнылар, шунан хаҡлы ялға китте. Әле эшләп йөрөгән дуҫ-иш хеҙмәттәштәре байтаҡ, онотмайҙар, һүҙе лә үтемле. Шулай кәңәш-төңәш итеп, туҡтауһыҙ Өфөгә йөрөп, колхоз «Бейек тау» ЯСЙ-һына әйләнде. Быға бер кем дә ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Уның ҡарауы, колхоздың техникаһы, мал-тыуары тар-мар ителмәне, емереп эшләп йөрөгән кешеләр ҙә үҙ урындарында ҡалды. Тәүҙәрәк, аҡсаға ҡытлыҡ булғанда, ит-май, игенләтә түләһәләр, аҙаҡ аҡса алыу ҙа яйға һалынды.
Ит-һөт, икмәк, туҡмас, кәнфит һата торған кибет тә асып ебәрҙеләр. Уның хужаһы колхоздың элекке экономисы Розалия ханым ине, әлбиттә. Урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙарҙы кулинарлыҡҡа уҡытып алып, ҡамыр аштары бүлеге астылар. Йомшаҡ ҡына күмәстәр, ваҡ бәлештәр, сәк-сәктәр үтемле тауар. Ҡунаҡ һыйлау, туйҙар үткәреү өсөн халыҡ тәмлекәстәрҙе шунан ғына һатып ала хәҙер. Алдан заказ биреп кенә ҡуй. Аҙағыраҡ кейем-һалым бүлеге лә асылды. Тәүҙә, ойоштороп ебәргәнсе, ауыр булды. Тырышлыҡ та бушҡа китмәне – хәҙер эштәр гөрләп бара, бөтәһе лә яйға һалынған.
Розалия ханымдың алтын тештәрен ҡыҫырға мәжбүр иткәне – Мансурҙың тәүге йәре Мәрзиәнең шул ауылда йәшәүе. Улай ғына ла түгел, ошо ҡатындың улы Рәсүл менән үҙенең ҡыҙы дуҫлашты.
Эйе, тәүге тапҡыр күргәс тә (әле йәп-йәш инеләр), көндәшенең ниндәйерәк кеше икәнен аңланы дәрәжәле ханым. Сибәр генә түгел, әллә ниндәй фәрештә затлы ине Мәрзиә. Бөгөнгөләй хәтерендә – уны күргәс бер килке һуштан яҙып торҙо. Аҡ йөҙҙөң яртыһын алып торған күлдәй күҙҙәр. Йәшелме, зәңгәрме – был ҡара ҡаймалы асыҡ ҡараштың төҫөн һаман да әйтә алмаҫ ине. Нескә генә ҡыйғас ҡаштар, сейәләй бүрткән ирендәр гүзәллек өҫтөнә гүзәллек өҫтәй. Ә ниндәй нескә нәфис йөҙ. Был һиңә тумпайып торған бит алмалары түгел. Сырайы һуң! Бер ҡатлы сафлыҡ ҡына бөркөлә был йөҙҙән. Тәү күреү менән Мәрзиәнең үҙенә дошман булмаҫын төшөндө Розалия. Етем булыу сәбәпле, өләсәй ҡулында үҫкән ҡыҙ уҡырға инеп тормаған, быҙау ҡараусы булып эшкә ингән. Розалия баш ҡалала уҡып йөрөгәндә нескә генә беләктәре менән көсө етмәҫтәй эштәргә тотонған, тырышҡан, тора-бара ауыр эшкә күнеккән. Нәфис, шыма бармаҡтары тупаҫланған. Үҙе кеүек фермала малсы булып эшләгән егеткә тормошҡа сыҡҡан, өс бала тапҡан. Ире менән тырышып-тырмашып алты мөйөшлө йорт һалып кергән, мал ҡараған. Уның түшәме шул.
Бынан биш-алты йыл элек ире үлеп ҡуйҙы ошо алла бәндәһе ҡатындың. Көҙгө рашҡы мәлендә, көтөү көтөп йөрөгәндә, бер аңра башмаҡ Әйгә төшә лә, аръяҡҡа йөҙөп сыға. Көтөүсе йәнен аямай, йылға аша сығып, тыңлауһыҙҙы кире сығара. Һалҡын ныҡ ҡына тейһә лә, быуылып йүткерә-йүткерә һаман эшенә йөрөүен дауам итә. Температураһы күтәрелеп, аяҡтан йығылғас ҡына дауаханаға алып баралар. Тик һуң – үпкәһе ныҡ шешкән, кире ҡайтҡыһыҙ процестар башланған була.
Ҡатын өс бала менән яңғыҙ ҡалды. Йыл самаһы йәшәгәс, үҙәгенә үткәндер инде, бер ир йоратын йортҡа индереп ҡараны. Әммә оҙаҡ йәшәмәнеләр, хәмер яратҡан бәндәнең балаларына насар йоғонтоһо тейер, тип сығарып ебәрергә мәжбүр булды.
Шул ваҡыттарҙа иренең нисек өҙгөләнеүен, ни ҡылырға белмәй, толҡа тапмай йөрөгәнен бик яҡшы хәтерләй Розалия. Ятҡан түшәгенән төн уртаһында һикереп тороп, үрһәләнеп тышҡа сығып китә. Янған йөрәген һалҡын һауа баҫыр төҫлө тойола. Ҡуйынын елгә асып, өшөп-туңып бөткәнсе шулай йөрөй. Ситлектәге йыртҡыс кеүек бәргеләнә. Ниндәй генә уттар, ниндәй генә ғазаптар менән өтөлгәнен ир-арыҫлан үҙе генә белде, зарын тышҡа сығарманы, кире йотто. Бар булмышын эшенә һалды. Кешеләргә артыҡ талапсан булып китте, үҙен уларҙан да былайыраҡ екте. Иҫәпселәр, бухгалтерҙар аша тол ҡатынға күберәк эш хаҡы сығарырға ҡушты.
Ул мәлдә Розалия ханым да тешен ҡыҫып түҙҙе, хистәрен тышҡа сығарманы. Нимәлер һиҙҙерһә, көнләшеп ғауға ҡуптарһа, иренең яндырайланып сығып китәсәген аңланы. Сабырлығы менән еңде. Ире, колхоз эше артынан йөрөп үлемгә дусар булған ғаилә башлығының балаларына матди ярҙам булыр, тип бер ваҡыт аҡса ебәртте. Мәрзиә: «Беҙгә хөкүмәт ярҙам итә, бүтән мәшәҡәтләнмәһендәр», – тип яуап биргән, имеш. Тимәк, ул Мансурҙы ғәфү итмәгән. Ҡарар күҙгә йыуаш-йомшаҡ күренгән ҡатын ғорур ҙа икән. Шул ваҡыт Розалия еңел һулағайны. Ә хәҙер… Ошо ғаилә менән һис бәйләнеш өҙөлмәһен тинеме был яҙмыш? Ханым ауыр көрһөндө. Әллә ниндәй ике үҙәкле булып сыҡты был Мәрзиә. Ауыр эш, ҡайғы-хәсрәт бөкмәне үҙен. Һаман ҡыҙҙар кеүек һомғол, төҫ ташламай. Аяҙ, яҡты күҙҙәре генә моңһоу. Саҡ ҡына биҙәндереп, килешле кейемдәр кейҙереп ебәрһәң, әллә кемдәрҙең һушын алырлыҡ. Ә май эсендәге бөйөр кеүек йәшәгән Розалия йәмһеҙләнде. Биленең ҡайҙалығы беленмәй, биттәре ҡыҙыл сөгөлдөр кеүек. Ҡаланан алған ҡиммәтле еҫле майҙар ҙа ярҙам итмәй. Ауыл бисәләре уның бишәр-алтышар меңлек хушбуй һөртөнгәнен белһә, ҡоттары осор ине. Ҡайҙа инде бүтәндәр, ире лә белмәй. Белә ҡалһа, уның крәҫтиән аҡылы быға юл ҡуйыр инеме ни?
Берәү ҙә белмәй шул Розалия ханымдың эсендә ниҙәр ҡайнағанын. Серҙәрен ярып ҡына һалырлыҡ әхирәте лә юҡ, исмаһам. Әйләнгән һайын Өфөгә, әсәһенә сабып булмай ҙа инде.
Нимә эшләргә был бала менән? Әсә ҡыҙы менән нисек һүҙ башларға белмәй өҙгөләнде.
– Ҡыҙым, ултыр әле. – Яурынынан тотоп, үҙе менән диванға ултыртты.
– Өфөгә олатайыңдарға китәһеңме әллә?
– Унда хәҙер үк барып ни эшләйем, нисек көн үткәрәйем? Беҙ Рәсүл менән бергә китергә һөйләштек. Ул да ЕГЭ-ны юғары балдарға тапшырҙы. Теүәл фәндәрҙән минән шәберәк тә. Быйыл экзамен һөҙөмтәләре менән ҡабул итеү башланған.
– Ярай, керер ҙә. Бында әсәһе, ике һеңлеһе уға ҡарап тора. Тик кем аҡса ебәрер, кем кейендерер?
– Әсәй, хәҙер күпселек студенттар эшләп уҡый.
Әсә яуапһыҙ ҡалды. «Рәсүл менән дуҫлығыңа ҡаршымын, сөнки атайың уның әсәһен яратҡан, һаман онота алмай, тип әйтһенме? Розалияның иманы камил: Рәсүл уҡырға инһә, Мансур төрлө юлдар менән уға ярҙам итәсәк. Мин шундай таш бәғерле бәндәме икән? – тигән уй ҡатынды һиҫкәндерҙе. – Ә ниңә? Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙенсә көрәшә, йәне теләгәнсә йәшәргә теләй», – тип тағы уйын үҙгәртеп ебәрҙе. Күңел төбөндәге тауыш үҙенекен туҡыны. Йыйын хәйерсене, «ас беттәрҙе» ҡарарға тимәгән. Күҙенә сүп булып төшкән, йәшәү йәмен боҙған ҡатындың балаһы менән һис кенә лә ҡауыштырғыһы килмәй бер бөртөгөн.
Ҡыҙы сығып та китте. Розалия ауыҙ асырға ла өлгөрмәй ҡалды.
Резеда Рәсүлдәрҙең өй эргәһенән бер нисә мәртәбә үтеп китте. Башҡа ваҡытта ашҡынып үҙе килеп етә торған яҡын кешеһе генә күренмәне. Дуҫ булһалар ҙа бер-береһенең өйөнә инеп йөрөмәнеләр. Розалия ханымдың үҙен өнәмәүен малай бәләкәйҙән үк белде, Резеда, ҡыҙ бала булараҡ, уларға барырға тартынды. Улар араһында хат-хәбәр йөрөткән Әминә һеңлеһе лә күренмәй. Ҡыҙ өҙгөләнде, ни эшләргә, ҡалай итергә? Ул үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡаршылыҡлы хәлгә тарыны, үрле-ҡырлы һикерер, аунап ер төйөр хәлгә етте. Шулай үпкәләп йөрөрмө икән? «Әсәйем үҙе лә бит ауыл егетенә кейәүгә сыҡҡан. Һилал олатаһы менән Хәлимә өләсәһе ҡәҙимге ауыл кешеләре. Рәсүлдең яҡты күҙҙәрен күрмәй, йылы ҡулдарының наҙын, ҡайнар һулышын тоймай нисек йәшәр? Эс серҙәрен кемгә һөйләр? Дөрөҫ, Тәслимә бар. Тик Рәсүлгә етә буламы?»
Ҡуш өйәңке янына барһа, хәле еңеләйер төҫлө тойолдо уға. Кинәт шул ағастарҙың айырылып ятыуы күҙ алдына килде. Юҡ, Резеда Рәсүлдең яғымлы ҡараштарын күрмәйенсә бер көн дә тора алмай. Ағастар ҙа бер-береһенән айырыла алмай. Ярһыған ҡыҙ әрәмәлеккә ҡарай йүгерҙе. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәне. Мөхәббәт билдәһе булған ағастар айырылып аумаған, үҙ урынында. Тик яңғыҙың булғас, һағыш тойғоһо икеләтә артты, кире боролмай сараһы юҡ. Резеданың кәүҙәһе таштай ауырайҙы. Аяғын саҡ һөйрәп ҡатып барғанда ҡаршыһына һөйгәне осраны. Уның да башы түбән эйелгәйне.
– Рәсүл!
Йәштәр бер-береһенең ҡосағына атылды.
Бер тәүлек күрешмәй торған арала шул тиклем һағындырған. Улар бер бөтөн булып ҡатып ҡалды, йөрәктәр бергә типте, өҙөк-өҙөк һулыштары, ирендәре ҡушылды. Егет һаҡ ҡына һөйгәненең сәстәрен, арҡаһын һыйпаны.
– Рәсүл, ниңә ҡасып йөрөйһөң ул?
– Үҙең аңлағанһыңдыр.
– Әсәйемдең һиңә юҡ-бар һөйләгәнен аңланым.
– Был юҡ-бар түгел.
– Дуҫлыҡты өҙәбеҙме? Һин шуға ризамы?
Егет аптырап ҡалды, башынан төрлө уйҙар үтте.
– Мин барыбер быйыл уҡырға инә алмайым…
– Ниңә?
– Сөнки көҙгә ун һигеҙем тула. Армияға аласаҡтар.
– Уҡырға инһәң, кисектерерҙәр.
– Аҙаҡ, бабай булғас китәйемме ни? Ваҡытында хеҙмәт итергә кәрәк.
– Һин уҡырға инмәһәң, мин дә барып тормайым.
– Атайың менән әсәйең һинән һорап тормаҫ шул. – Егет көлөмһөрәне.
– Атайым ундай түгел. Һин мине һатмаҫһыңмы?
– Һорайһың тағы! Ә нимә?
Резеданың күҙе янып, сикәләре алһыуланды. Ниндәй ҙә булһа ҡарарға килһә, уйынан баш тартмаясаҡ. Рәсүл уны аңлап бөткән.
– Ҡара уны, бөтәһе лә һинән тора.
– Нимә уйланың тағы?
– Аҙаҡ белерһең.
Уның яндырай тәүәккәллеген белгән егет, тағы нимә сығарыр был, тип хафалана башлауға, Резеда сиңерткәләй һикереп китеп тә барҙы.
Розалия ханым ҡыҙының саманан тыш оҙаҡлауына борсолдо. Резеданы иртәгенән дә һуңлатмай Өфөгә ебәрергә ниәтләп тора. Тик ире һаман эштән ҡайтып инмәй. Хужалыҡ ҙур – өс ферма, бихисап ярҙамсы хужалыҡтар, әллә ни сама ер. Шуларҙың етәкселәре менән һөйләшеү, сводкаларҙы тикшереү әллә күпме ваҡытты ала.
Ул арала өйөрмә кеүек булып ҡыҙы ҡайтып инде лә бүлмәһенә йомолдо. Әсәһе килеп ингәндә ҡыҙ, әйберҙәрен туҙҙырып ташлап, кәрәклеләрен барлай ине.
– Бәй, ҡыҙым әллә юлға йыйына инде?
– Әсәй, һин һаман минең Рәсүл менән китеүемә ҡаршыһыңмы?
– Балаҡай, уйлап ҡара, ул кем дә, һин кем?
– Уйлап ҡара, имеш. Ул кемдән кәм? Минән дә яҡшы уҡый, медалист. Ауылда иң матур, тәртипле егет. Шуны аңламаған булып ҡыланаһың. Мин уны шәп уҡығаны өсөн дә түгел, Рәсүл булғаны өсөн яратам.
– Етәр! Шул плебей менән ҡан ҡатыштырырға тағы!
– Ха-ха! Табылған аристократка! Ҡарап торһаң, кем күберәк плебейка, ә кемдә голубая кровь: Мәрзиә апайҙамы, һиндәме? – ҡыҙ әсәһенең ауыртҡан еренә тейҙе. – Мине гел кешеләрҙән айырырға тырыштың.
Розалия ханым һикереп торҙо. Шарт-шорт атлап тышҡа сыҡты ла ишекте шап иттереп ябып, бикләп ҡуйҙы. Нимә эшләгәнен үҙе аңламаны ҡатын. Йөрәген баҫыр өсөн магазиндарына барып әйләнергә уйланы.
Ҡыҙы форточканан:
– Әсәй, әгәр асмаһаң, мине башҡаса күрмәҫһең! – тип ҡысҡырҙы.
Ҡатын ҡурҡышынан кире йүгерҙе. Шытыр-шытыр асҡысты бора, уныһы, ҡарышҡан төҫлө, асылмай ҙа ҡуя. Тырыша торғас, асты, илап ебәрҙе. Ҡыҙ ҙа хәйләкәр, сығам тиһә, тәҙрәнән сыға алмаймы ни?
– Әсәй, һин шундай булғас, мин Рәсүлдәргә йәшәргә китәм!
Ҡыҙының һүҙҙәренән шаңҡып ҡалған әсәһе лә үҙ һүҙен һүҙ итте:
– Кит, атайың менән елтерәтеп барып алырбыҙ.
– Әсәй, мин ауырлы. Икебеҙҙең теләк буйынса. Судҡа биреп килештерә алмайһың. Ҡаршы булһаң, нисек тамамланыуын үҙең беләһең.
Розалияның ҡыҙының яһиллығына иҫе китте. Ул үҙен көсһөҙ һиҙҙе. Йөрәген тотоп, хәлдән тайып диванға тәгәрәне:
– Үлтерәһең бит…
Резеда йүгереп йөрөп әсәһенә валерьянка эсерҙе.
– Әсәй, ғәфү ит, ғәйеп миндә түгел, – тине ҡыҙ әсәһе бер аҙ тынысланғас. Күпме генә бер-береһенә хаҡлы булыуҙарын иҫбат итергә тырышһалар ҙа уртаҡ фекергә килә алманылар. Ахырҙа Резеда сумкаһын эләктерҙе лә сығып китте.
«Нисек йөрәгем ярылмай икән? – тип уйланы Розалия ханым. – Ярар, иҫәрләнһен, өс көндән, күп булһа, бер аҙнанан кире ҡайтыр, – тигән уй йыуатты уны. Әсә кеше бер-бер артлы тормоштағы гонаһтарын барланы. – Бәләнең бәләһе булды был…»
Розалия ҡайны-ҡәйнә алдында өтәләнеп барманы. Уларға үтә ябай ауыл кешеләре, тип кенә ҡараны, Резеданы ла унда ебәргеһе килмәне. Бала уҡый башлағас, үҙен ирекле тойоп, ваҡыты-ваҡыты менән ҡайтышлай өләсәй йортона һуғыла башланы. Бер ваҡыт Розалия ханым балаһын тәмле-томло бешереп көтә, уныһы юҡ та юҡ. Ҡыҙып ҡәйнәләренә барып инде. Ә тегеһе өләсәһе менән тәтелдәп сәй эсә, ишектән ҡобараһы осоп килеп ингән әсәһен күрмәмешкә һалыша. Табынға йәшел һуғанға йомортҡа ҡатнаштырып бешерелгән йылы мөшниктәр (был яҡтарҙа ваҡ бәлеште шулай тиҙәр) ҡуйылған. Йортҡа яңы бешкән икмәк еҫе таралған. «Ниңә генә бер ҙә юҡҡа талаша икән?» – тип уйлай ҡәйнә ҡарсыҡ, тик йөҙөн боҙмай.
– Әйҙүк, килен, уҙып кит, маҡтап йөрөйһөң, – тине ҡәйнәһе сәй яһарға ниәтләп.
– Юҡ, эсмәйем, Резеданы ала килгәйнем. – Әллә ни тип ысҡындырыр ине, балаһынан тартына.
– Бар, балам, әсәйҙе тыңлайҙар ул. Тағы килерһең әле.
Ҡыҙ әллә ни ҡарышманы. Ә ҡайтып барғанда һеңгәҙәтә әйтте:
– Һин өләсәй булғас, мин дә ҡыҙымды һиңә йөрөтмәм.
Шунан һуң Розалия ханым һыҡранып булһа ла балаһын олатай йортона ебәрә башланы.
Ә Мансурҙы һөйгәненән айырып алыу гонаһ түгелме?
Ябай, тапалған, мәкерле юл һайланы ул. Хәйер, башҡа сараһы ла юҡ ине. Ауылса тупаҫыраҡ булһа ла, егет шәп. Курсында барыһынан да айырылып тора. Мансурға күҙ һалғас та ятаҡҡа, институтҡа килгән хаттарҙы һағалап ҡына торҙо. «Рахманову М.» тигән конверт күҙенә салынһа, эләктерә һала. Ынйы кеүек теҙелгән йомро, ҡупшы хәрефтәр хужаһы тәүҙә һағынып, ышанып, аҙаҡ үпкәләп, бер аҙ асыуланып та яҙҙы. Хаттар саф күңел, бер ҡатлы ябайлыҡ менән ауыл яңылыҡтарын, өҙөлөп һағыныуҙы, һарғайыр сиктәргә етеүҙе хәбәр итә ине. Ләкин улар мөлдөрәмә хистәрен һөйөклөһөнә еткерә алмай утҡа әйләнә барҙы. Октябрь байрамына ҡайтыуҙан мәғәнә тапманы егет: ике көнө юлда үтә, етмәһә, билет булмауы ихтимал. Ҡышҡы каникулда Мансурҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы Розалия. Тегеһе риза булды, сөнки Мәрзиәнең хат яҙмауы сәменә тейгәйне. Янында алсаҡ, хәбәрсел ҡыҙҙың өйөрөлөүе бер аҙ күңелен баҫты. Дәүләтбай ауылының аҫыл егете ана шулай тоҙаҡҡа эләкте лә ҡуйҙы.
Элеккеләрҙе хәтерләүҙән дә, күңел болоҡһоуынан да Розалияның күҙ йәштәре туҡтамай аҡты. Fашиҡтарҙы айырыуҙың язаһылыр инде был, тип уйланы ул.
Һыр бирмәһәләр ҙә, Мансур менән Мәрзиә бер-береһен һаман онота алмай. Шуны ғүмер буйы бар күҙәнәгең менән тойоп йәшә әле…
Эштән ҡайтҡас, Мансур оҙаҡ итеп, мыштырлап йыуынды. Өҫтәлдә быуы борҡоп туҡмаслы ашы, ҡайнар сәйе көтөп тора. Асығып ҡайтҡан эш кешеһе тәмләп ашарға кереште. Ана шулай инде, артыҡ һөйләшеп бармайҙар.
Күңеле хушланғас ҡына илауҙан шешенеп бөткән ҡатынына һораулы ҡарашын төбәне.
– Резеда беҙҙе ташлап сығып китте-е-е…
– …
– Быйыл уҡырға бармайым, ти. Рәсүл армияға китә, ул да поступать итмәй, ти. Уларға йәшәргә күсәм, сөнки ауырым бар, тип сыҡты ла китте. – Ҡатын үкһеүенә быуыла-быуыла көскә хәбәрен һөйләп бөттө.
– Һине лә еңә алған кеше бар икән был донъяла. Афарин! Үҙең ҡаршы булғас, бүтәнсә ни эшләһен инде ул. Ҡатындың төп тәғәйенләнеше ғаилә ҡороп, бала бағыуҙа түгелме ни? Һин эш тип, байлыҡ тип мине бер бөртөк бала менән ҡалдырҙың, хәҙер ҡыҙыңды ла шул яҙмышҡа этәрмәксеһеңме? Әммә Резеда ахмаҡ түгел, уҡыуын да уҡыр, балаһын да табыр.
– Әйтер һүҙең ошомо? Э-э-э! – ҡатын илауын белде. – Мин һине көткән була-а-ам… бергәләп… алып ҡайтырбыҙ тигәйнем…
– Һөйгән кешеһенән айырып ғүмергә бәхетһеҙ итәйемме? – Көскә “Минең һымаҡ”, тип ысҡындырманы. Хәйер, ҡатыны былай ҙа төшөнөп тора. – Арытты әле. Өфөнән комиссия килеп, көнө буйы баҫыу, фермаларҙы тикшереп соҡсондолар. Минән яҡшыраҡ беләләр тиерһең. Ял итеп алырға кәрәк. Ҡара уны, Резедаға тейәһе булма.
“Ишетмәгәнеңде ишет инде. Атаһы ла, ҡыҙы ла бер иштән. – Розалия ханым үҙен шундай яңғыҙ тойҙо. – Ниңә генә йәшәнем был мәғәнәһеҙ донъяла? – тигән уй үтте башынан. Һағышҡа батты. – Быға тиклем ожмахта йәшәгән икән. Бөгөн килеп күрмәгәнен күрһәттеләр.” Fүмер буйы бер мохтажлыҡ кисермәй тәүҙә иркә ҡыҙ, аҙаҡ ҡәҙерле ҡатын булып, тамағы татлы аш-һыуҙан, өҫтө-башы затлы кейемдән өҙөлмәй йәшәп, Мәрзиә кеүектәрҙе күҙенә элмәне, әйтерһең, улар бер асарбаҡ. Fүмерендә беренсе тапҡыр Мәрзиәне аңлағандай булды бисара ҡатын. Ире йоҡо бүлмәһен дер һелкетеп хырылдап йоҡлап китте. “Мужлан!” Розалияла иренә ҡарата тәүге тапҡыр екһенеү тойғоһо уянды.
Ҡатын аҡрын ғына тороп аш бүлмәһенә сыҡты. Ишекте яҡшылап япты. Эҫе һыу ағыҙып алып, иҙән йыуырға, ҡул теймәйерәк торған эштәрен эшләргә кереште.Ҡатын ауыр уйҙарҙан бер аҙ арынғандай булды.
* * *
Fаилә кискелеген тамаҡ ялғағанда ишекте әкрен генә шаҡынылар. Һаҡ ҡына ултырған Рәсүл ашығып килеп асыуға ҡаршыһында ҙур сумка тотоп Резеда тора ине.
– Һин?
– Эйе, мин. Кире ҡаҡһаң, бүтән бер ҡасан да күрмәҫһең.
– Тик әсәйем ни тиер?
– Башта өйгә индер – унан күҙ күрер…
Уларҙың мөңгөр-мөңгөр һөйләшкәнен ишетеп, кинйәкәйҙәре Әлиә йүгереп барып ишекте шар асып ебәрҙе. Мәрзиә аптырашып торған йәштәрҙе, аяҡ эргәһенә ҡуйылған ҙур юл сумкаһын күреп ни тиергә белмәне тәүҙә. Бер аҙҙан йөҙөнә йылмайыу сыҡты мөләйем тауыш менән:
– Инегеҙ, балалар, ни эшләп тораһығыҙ? – тип өйгә саҡырҙы.
Резеда ялындырып тормай килде лә инде.
– Маҡтап ҡына йөрөйһөң икән…
Ҡыҙ ҡулдарын сайҡап, өҫтәл артына ултырҙы.
Туҡмас ҡыҙҙырғайнылар. Һуған ғына һалынһа ла һыпырталар ғына. Резеда ла һайланып торманы. «Танау сөйөп ултырма, өйрән. Килгәнһең икән, улар тормошон ҡабул ит. Һине ялынып саҡырып килтермәгәндәр».
– Әсәй, Резеда беҙҙә йәшәргә ҡаласаҡ, – тине Рәсүл.
Әсә төпсөнмәне, ваҡыты еткәс, әйтерҙәр, тип уйланы.
– Килгәс, ҡала инде, тик сигенмәҫтән булһын, – тине һәм әйткән һүҙенә үҙе лә аптырап ҡуйҙы.
Һауыт-һаба йыуып, ятырға йыйындылар. Ике ҡыҙ бергә, әсә бер үҙе йоҡлай ине. Рәсүлдең урыны бер мөйөштә, кескәй генә итеп бүленеп алынған. Хәҙер кесе ҡыҙ әсәһе менән йоҡларға тейеш, Резеда Әминә менән ятты.
Ут һүнде, бөтәһе лә тынып ҡалды. Киң, йомшаҡ диванда бер үҙе йәйрәп ятып өйрәнгән иркә ҡыҙға тар карауатта ҡыйын ине. Әминә шунда уҡ танау һыҙғырта башланы. Резеда үҙенә йәнә бер тапҡыр: «Өйрән!» – тип бойорҙо ла, сытырлатып күҙен йомдо.
Был өйҙә күҙенә йоҡо инмәгән кеше, әлбиттә, Мәрзиә ине. Яуапһыҙ мөхәббәт ғазаптарын уны үҙ башынан кисергән кеше генә аңлай. Мәрзиәгә икеләтә ауыр, ни өсөн тигәндә, уға ташланған йәр булып ҡалыу ғазабы төштө. Был хистәр һүнмәй-һүрелмәй, сей яра булып нисә йыл уның йөрәгендә һулҡылдай инде. Тормош ҡороу, балалар табып бағыу, ауыр эш тә ул утты баҫа алманы.
Ниңә миңә бер генә кешене һөйөү насип булған? Егерме йылдан артыҡ уны ғына уйлап, уға ғына мөкиббән булып йәшәү тынғы бирмәй. Fүмер буйы ғашиҡ ҡыҙ халәтендә йөрөү уны шулай йәш итәме икән? Хыял донъяһына сумырға әүәҫ Мәрзиә. Бына ул юлында осрар, утлы ҡараштары менән бер һирпелеп ҡарап алыр, көр тауышы менән иҫәнләшер. Хатта шунан артығы кәрәкмәй ҙә һымаҡ.
Бынан бер нисә йыл элек Мәрзиәне әхирәте ай-вайына ҡуймай ҡалаға алып китте. Өҙмәй-ҡуймай баҙарҙан ҡупшы күлдәк, үксәле туфли алдырҙы. Ә үҙе гастролгә килгән бер төркөмдөң концертына билет алды. Мәрзиә күҙенә һөрмә тартып, пудра, помада буяғас, ебәктәй сәстәрен яурынына таратып һалғас, ҡарап туймаҫлыҡ бер һылыуға әйләнде.
Тәнәфес ваҡытында йәш ир-аттарҙың ҡарашынан ғарыҡ булды шул саҡ Мәрзиә. Хатта бер әрһеҙе танышайыҡ, оҙатып ҡуяйым тип бәйләнде.
Башҡа берәү булһа, һылыулығынан танауын күккә сөйөр ине, ә Мәрзиәнең үҙенә асыуы килә. Һөйөлөп йәшәмәгәс, был гүзәллектең ни кәрәге бар, тип уйлай ҡатын. Район үҙәгенә барһа ла, ир-аттың күҙе уның тарафта. Аҙағыраҡ яулығын ҡашына төшөрөп бәйләй, ҡараштарын ергә төбәй башланы. Шулай тыныс уға.
Өләсәһе уҫал ине шул. Уҫал булмай хәле юҡ. Нәҫелдәре менән әллә ниндәй ҡыу томшоҡ булдылар. Fәйшә ҡарсыҡтың ире һуғышта үлде, үҙе гоманлы булып ҡалғайны. Иргенәһенең аманаты булып ҡалған бер бөртөгөн бәпләп, иркәләп үҫтерҙе.
Ситтән ҡайтҡан бер зимагур ҡарсыҡтың күҙ нурын әүрәтеп, әллә ҡайҙа Украина яғына алып сығып китте. Мәрзиәгә өс кенә йәш саҡта әсәһе әллә сирләп, әллә һағыштан һарғайып үлгән. Теге зимагур баланы килтереп ташлап, үҙе ғәйеп булған. Әллә шахтала баҫылып үлгән, әллә ҡайтып килгәндә аҡсаһын урлап, шпаналар үлтереп киткән. Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө.
Fәйшә ҡарсыҡ матур булып үҫеп килгән ейәнсәрен ҡаты тотто. Сибәрлеген аңлар ҙа, йәп-йәш көйө берәй елғыуары башын әйләндерһә, әсәһе кеүек ҡасып сығыр ҙа китер, тип йөрәге ярыла яҙа ине.
– Ир-егеттәр ҡыҙҙарҙан көлөргә, үҙ нәфсеһенә баш булмай, теләген ҡандырырға ғына тора, уларҙан ҡурҡ, ҡас, ҡыҙым. Унан бер кемгә лә кәрәгең ҡалмаҫ. Ҡулдан-ҡулға китерһең, йөрөрһөң бәҫһеҙ булып.
Әсәһенең ҡасып тиерлек шахта зимагуры менән йыйын кафыр араһына сығып китеүен дә ҡырҡмаһа ҡырҡ тапҡыр ҡабатлай.
Мансур ҡарсыҡҡа яйын тура килтереп ярҙам итеп торҙо. Кәзәһенә һаламын, уйламаған ерҙән утынын килтереп ауҙара. Уның он алып йөрөгәнен күреп ҡалһа, йүгертеп өйөнә килтерә. Хәйләкәр егет башта шулай холоҡһоҙ ҡарсыҡтың күңелен таба белде. Йәнәһе, ҡыҙына күҙ ҙә һалмай. Аҙаҡ ҡына Мәрзиә менән һөйләшә, һиҙҙермәй генә ҡыҙ менән осраша башланы. Кис сығып йөрөү ҡайҙа ул! Йә муйылға, йә еләккә барырға һөйләшәләр. Хатта холоҡһоҙ кәзә лә бер сәбәп.
Эй, бәхете булманы инде булмағас. Сибәрлек-һылыулыҡ менән генә алдырып булмай. Ҡатын шул фекергә күнегеп бөткәйне инде.
Резеданың килеп инеүе, улар менән бер өҫтәл артына ултырыуы ниңәлер уның тынын иркенәйтеп, әрнегән йөрәк яраһын йомшаҡ ҡанат менән һыйпағандай итте.
Ике ғашиҡты айырмаҫ өсөн ҡулынан килгәнде эшләр, Алла бойорһа!
Резеданың был йортҡа килеп йәшәүенә өс көн үтте. Ҡыҙ, Мәрзиә ғаиләһенең йәшәйешенә ҡарап, үҙенсә фекер төйнәне: ҡыҙҙар әсәләренә ныҡ һалышып йәшәй. Әсә үҙе ҡаты ҡул аҫтында биҙрәп буй еткергәс, балаларымды ҡаҡмай-һуҡмай үҫтерәм, тип башына мендереп бөткәйне.
Мәрзиә иртәнге эшен бөтөрөп ҡайта, ә тегеләр һаман йоҡо һимертә. Кирелеп-һуҙылып ҡына торалар, эштән ҡайтҡан әсә ҡапҡылап алғас, ҡый-сый килеп өй йыйыштыра башлайҙар. Шунан баҡсала эшләйҙәр. Кем утай, кем һыу һибә, тип ҡауғалашырға тотоналар. Әминә: Ағалары тауышын күтәреп уларҙы тыя, ҡыҙҙар ошаҡлаша. Әсәләре тауыш күтәрмәй генә уларҙы шелтәләй. Ул күгәрсен кеүек кенә гөрөлдәп һөйләшә, ғөмүмән, бер ҡасан да асыуланмай. Ә ҡыҙҙар яҡшылап әйткәнде бик төшөнөп бармай.
Оло ҡыҙ әсәһенә булышырға фермаға китә, ул йыш ҡына шуға арҡалана. Әлиәгә йорт ҡала. Уныһы уйын, телевизор менән мауығып, үҙ бурыстарын онотоп ебәрә. Дүртенсе көн фермаға өсәүләп киттеләр, быҙауҙарға укол ҡаҙаясаҡтар. Әлиә тағы ялҡауланып алмаҡ булғас Резеда ныҡ ҡына итеп:
– Беҙ ҙә тик ултырмаҫҡа тейешбеҙ, – тип бойорҙо. Ул ҡыҙыҡайға тыштағы ҡаҙанға һыу тултырырға ҡушты, үҙе ут яҡты. Өйрәнмәгәнлектән ҡулы ҡоромға буялып бөттө.
Шунан икәүләп яҫтыҡ-юрғандарҙы ҡояшҡа элделәр. Иҙәнде йыуып алдылар. Эш бөткәс дөгө бутҡаһы бешерҙеләр. Әлиә бер тотонһа, өлгөр генә бала булып сыҡты. Эш кешеләренең йыйыштырылған өйгә, бешкән ашҡа шатланыуҙарын Резеда үҙе лә сикһеҙ ҡыуанды.
Резедалар йортонда кескәй ҡаҙанлыҡ һыу эҫетә, өй йылыта. Хатта сауна, ванна кеүек нәмәләр бар. Кер йыуыу машинаһы ла заманса – әйберҙәреңде алып ҡына эләһең. Ҡыҫҡаһы, уңайлыҡтар бар. Бында иһә көнө буйы ваҡ эштән баш сыҡмай. Һыу ташыу, түгеү, утын индереү, икмәк һалыу, керҙе ҡул менән тиерлек йыуыу – тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәт. Тик тә тормайһың, эш тә ҡырмайһың тигәндәй.
Резеда үҙе өсөн эш тапмаҡ булды. Уның ҡайнап торған дәрт-дарманы ошоно талап итә. «Хәҙер июнь аҙағы, – тип фекер йөрөттө ҡыҙ, – себеш алһам, һуң түгел, улар өс айҙа өлгөрә, тиҙәр».
Ярҙам һорап атаһына барырға булды.
– Мәрзиә апай, миңә иртәгә иртүк торорға кәрәк. Атайымды күрергә ине, – тине ҡыҙ.
– Ярай, балаҡай, һинең ата-әсәң менән аралашмауың хәүефкә һала. Барып йөрөй күр инде, исмаһам, мине ғәйепләп ятмаҫтар.
– Ул офисында оҙаҡ тотҡарланмай торған, уята күрегеҙ.
Элек идара йорто тип аталған бинаны заманына эйәреп «офис» тип ебәрәләр. Йорт үҙе лә яҡшы ремонтланған, йыһазландырылған.
Мәрзиә апаһына уятырға ҡушһа ла, ҡыҙ оҙаҡ мыҙылып ятманы, тора һалды. Йыуынып, сәй эсеп үҙен рәткә килтереүгә ашығып Мәрзиә килеп инде.
– Уф, үҙең торғанһың икән. Һуңға ҡалдым, тип торам. Үҙенең аҡһыл йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгергән.
Ҡыҙ уға һоҡланып ҡарай. Ҡалай ихлас ул. Резеда үҙе лә һиҙмәҫтән уның ҡылыҡтарын үҙләштерә бара. Гел дә ыңғай, гел дә мөләйем, сабыр. Әсәһенең тас киреһе.
Иртәнге көтөүҙән һуң ауыл урамында һиллек урынлашҡан. Ҡапҡа төбөндә яңы ҡанат сығарған бәпкәләре менән ҡаҙҙар шаулаша, ата ҡаҙ кинәнесенән тып-тып бейей. Ҡыҙ көлөп ебәрҙе, күңеле күтәрелеп китте. Ул саф һауаны күкрәк тултырып һулап атланы.
Атаһы кәрәкле ҡағыҙҙарҙы барлап ултыра ине инде. Ярҙамсыһы Ғәлиә апай килеп тә етмәгән әле. Секретарының өлкән йәштә булыуына аптырарға түгел: әсәһе офиста йәш ҡыҙҙарҙың эшләүен теләмәне.
Атай кеше ҡыҙын шатланып ҡаршы алды, ҡырыҫ ҡараштары йылынды. Шул уҡ ваҡытта балаһын һынап, баштан-аяҡ күҙҙән кисерҙе. Ҡыҙ бала сабый сафлығы менән балҡып, нур сәсеп тора. «Табылған ауырлы ҡатын», – Мансур йәш кешенең хәйләһенә эстән генә көлдө.
– Йә, ни хәл, ҡыҙым?
– Яҡшы, атай, бик һәйбәт.
– Күрәм, әммә әсәйең бала астан үләсәк тип шаулауҙан бушамай.
– Атай… минең үҙемдең эшемде башлағым килә.
– О-о-о, ниндәй эш булыр, сер түгелдер бит?
– Сер түгел. Себеш үҫтереп ҡарайым тигәйнем.
– Насар түгел. Уға бит торлағы ла кәрәк. Өй эсендә сыр-сыу килеп, насар һауа сығарып ултырмаҫһығыҙ бит инде.
Ҡыҙ аптырабыраҡ ҡалды. Мәрзиәнең ихатаһында һыйыр аҙбары менән ялан кәртәнән башҡа бүтән нәмә юҡ. Әлеге маҡсаты буш хыял булып ҡалырмы?
Ҡыҙының кәйефе ҡырылыуын күргән атай кеше килеп тыуған хәлде төҙәтергә ашыҡты.
– Танауыңды төшөрмәсе, ҡыҙым, эшкә дәртең булыуы маҡтаулы. Былай итәбеҙ: бөгөн эшем дә күп түгел. Берәй сәғәттән икәүләп Мәсәғүткә сығып китәбеҙ. Себеш алырға. Бер нисә көн йортта ҡарап тораһығыҙ инде. Пилорамда төҙөлөштән ҡалған гәрбил күп, бер аҙ таҡта ла табылыр. Рәсүлдең булдыҡлылығын һынайбыҙ инде. Cебештәреңә кетәк ҡороп бирһен.
– Булдыра ул, булдыра! Мин әйтһәм.
– Шәп. Уға ла эш сығып тора. Тракторға праваһы бар бит уның. Бер тракторисыбыҙ аяғын һындырып ята – «Беларусь» тик тора. Рәсүл шуға ултырыр.
– Рәхмәт, атай.
–Мәрзиә апайыңа ҡайҙа киткәнеңде әйтеп килгәнсе, минең иртәнге кәңәшмә тамамланыр.
* * *
Мәрзиәнең ихатаһында эш гөрләй. Бөтәһе лә кетәк төҙөү мәшәҡәте менән мәж килә. Мәрзиә, булғас-булһын, тип ныҡлы нигеҙ ҡорҙорҙо. Рәсүлдең тракторға ултырыуы ярап ҡалды. Гәрбилде лә, ташты ла бергә барып тейәп алып ҡайттылар.
Әлиәнең генә эшкә ҡыҫыла алмай. Себештәрҙе ҡарай. Эре ҡаптарҙағы сипелдәктәргә ем, һыу һала, өйөлөп, бер-береһен тапамаһындар, сибектәрен рәнйетмәһендәр тип ҡарап тора.
Рәсүл менән Резеда сүкеш тотҡан, Әминә таҡталарҙы тотоп тора. Төҙөлөш материалдарын пилорамда уҡ тигеҙләп быстырып алыу мөмкинлеге булды. Бөгөн стенаһын ҡағып бөтһәләр, иртәгә ҡыялап түбәһен ҡапларҙар. Эстән-тыштан балсыҡ менән һылап ҡуйырға иҫәптәре. Эштән һис туҡтай алмайҙар.
Әсә эштән ҡайтып, киске тамаҡҡа әҙерләне. Тауыҡ һуйҙырғайны, бик көйләп, туҡмаслап бешерҙе. Асыҡҡан балалар икмәккә яңы ҡаймаҡ яғып, тәмләп-тәмләп ашанылар. Резедаға үҙҙәрендә бешкән котлет, голубцыларға ҡарағанда Мәрзиә апаһы бешергән ябай аштар ныҡ тәмле тойола..
– Иртәгә иртә уят, – ти Рәсүл. – Һеҙ өй эштәре менән булышҡансы тракторҙы ҡарап алырға кәрәк, – үҙен ир кеше, хужа итеп тойорға тырыша.
«Бына бит эш кешене ни эшләтә!», – тип һөйөнә әсә.
– Бөгөн һауыт-һаба йыуырға кем дежур әле? – тип хәйләләшеп ҡотолмаҡсы итә Әминә, сөнки үҙенең сираты икәнен белә.
– Һеҙ йоҡлағыҙ, бик күп эшләнегеҙ. Ҡалған эште үҙем бөтөрөп ҡуйырмын.
Ысынлап та, арығандар. Шаулашмай ғына яттылар, тиҙ үк йоҡоға талдылар.
Үҙ уйҙарына бирелгән әсә шалтыратмаҫҡа тырышып, һауыт-һаба йыуырға кереште. Был арала күңеле тыныс уның. Һөйгән кешеһенең балаһы уның өйөндә, эргәһендә генә Резеда үҙе менән атаһының һулышын алып килде. Томрап торған һоро күҙҙәре, ҡарлуғас ҡаштары, шыма ҡуңыр йөҙө, саҡ ҡына ҡалыныраҡ булып бүртеп торған ирендәре атаһына тартҡан.
Өй эсе тынып, Әлиә янына барып ятҡас ҡына әсә бөгөн эшендә булған ваҡиғаны башынан кисерҙе…
Быҙау ҡарау ваҡ эш. Төрлө ҙурлыҡтағыһына төрлө көй. Бер бирелеп китһәң, тиҙ генә айырыла алмайһың, ваҡыттың уҙғанын да һиҙмәйһең. Мәрзиә ваҡ быҙауҙарҙы берәмләп имеҙлек менән эсереп бөтөп кенә торғанда, ишек асылды. Ҡояш байыу яғына боролған, һарай эсе ҡараңғыраҡ. Инеүсе ҡатын-ҡыҙ ине. Ашыҡмай, һаҡ ҡына яҡынлашты. Мәрзиә уны күрһә лә, башлаған эшен туҡтатманы, ялғаштан эсергә өйрәнгән олораҡ төркөмгә еңел ҡалай һауытты ултыртҡандан һуң ғына күтәрелеп ҡараны. Розалия ханым ине ул. Сикәләре сөгөлдөр кеүек буҙлап яна. Һаулыҡ һорашты ла һүҙҙе нимәнән башларға белмәй бер урында тапанып тора башланы, ә Мәрзиә үҙ эше менән булды. Ситлектән ситлеккә ялғашын йөрөтөп, йылымыс һөт ҡойҙо. Ашыҡмай, өтәләнмәй генә тотонған кеүек булһа ал эше ырамлы бара, бер хәрәкәте лә артыҡ түгел. Быҙауҙарын эсереп бөткәс, ағас ялғаштарға көрпә һала башланы.
– Мәрзиә, һин Резеданы, зинһар, ҡайтарып ебәр. Риза булмаһаң, тора алмаҫ ул, – тине ахырҙа Розалия.
– Мин кешеләр өсөн хәл итеп өйрәнмәгән, – Мәрзиә уның төҫлөрәк яуаплап ҡуйҙы.
– Ниндәй кешеләр булһын ти улар? Бала-саға.
– Уларҙың да үҙ фекере, үҙ ҡарашы, үҙ хистәре бар.
– О, как высокомерно! Тормоштарын боҙа бит улар.
– Бәлки, киреһенсәлер… Яҙмыштарын үҙҙәренсә ҡороп, яҙғанын күрерҙәр. Мин ҡаршы була алмайым.
– Бына һин ҡалай...
– Эйе, бәғергә килеп ҡаҙалһа...
Розалия телен тешләне. Сумкаһында ҡаҙынырға кереште, көрһөндө.
– Мә, ал. Бала ас йөрөмәһен, әлегә ошо ла ярап торор. Янымда башҡа сумма юҡ. – Розалия биш меңлек аҡса һондо.
– Әстәғәфирулла! Шул ғына етмәгәйне. Ас йәшәмәнек, йәшәмәбеҙ ҙә.
Розалияның түҙемлеге етмәне.
– Ярлы, э-э-э, ярлы тәкәбберҙәр, – тип шарт-шорт баҫып ишеккә йүнәлде. Бына һиңә кәрәк булһа! Уҡыу күрмәгән бер ябай ауыл бисәһе унан өҫтөн булып сыҡһын әле.
Мәрзиәнең күңелендә лә үҙ сиратында төрлө хистәр ҡайнаны. Әллә кем булып йөрөгән Розалия алдында ҡаушап ҡалмауына һөйөндө.
Розалия үрһәләнеп төн сыҡты, йоҡоһо йоҡо булманы. Йәшәүенең, байлығының мәғәнәһеҙлеген төшөнгәндәй ҙә, бүтән төрлө уйҙар ҙа тынғы бирмәй. Төшөнә ниндәйҙер алама кейемле ҡыҙ инде. Розалия хафаланып уянды:
– Уй Аллам, был нимә булды тағы?
Кухняла тоноҡ ҡына итеп электр сепараты геүләй. Йорт эштәрен башҡарыусы Мөршиҙә һыйыр һауып, һөттө айырта ла башлаған. Ире лә тороп сығып киткән.
Розалия ханымдың магазинында һөт-ҡаймаҡ, май һатылһа ла, һыйыр тоталар. Һөттөң яңы һауылғанын эсмәгәс, ҡаймаҡтың яңы айыртылғанын ашамағас, ниңә ауылда йәшәргә? Магазин һөтө йөҙләгән, меңләгән һыйырҙан алынған бит, уныһын да оноторға ярамай.
Эсе бошоуҙан ни эшләргә белмәгән ҡатын аш бүлмәһенә сыҡты. Әҙерәк күршеһе менән гәпләшеп күңел йыуатыр. Шул саҡта Мөршиҙәгә һыйынған оло күҙле, бөҙрә сәсле ябыҡ ҡына ҡыҙ баланы күрҙе.
– Ниндәй йолҡош эйәрткәнһең?
– Fәфү итегеҙ, Розалия ханым. Әҙәм балаһы бит.
Хужабикәнең сәнскеле ҡарашынан ҡурҡыпмы, Мөршиҙә һөйләй башланы.
– Зиннәт бабайҙың Үзбәкстандағы ейәнсәре бауыр менән ауырып киткән. Беҙҙекеләр унда барһа, йыш ҡына бауыр менән интегә икән. Аптырағас, Рәсәйгә ҡайтарғандар. Үлем хәлендәге әсәһенә тағып ҡайтарғандар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бабай менән әбей донъя ҡуйғас, йорттары буш тора ине.
– Был баланың әсәһендә лә гепатитмы?
– Юҡ, цирроз тиме. Бөткән инде, больницаға һалғандар. Үлер, моғайын. Баламды балалар йортона алырҙар инде, тип илаған була меҫкенкәй.
Розалия ҡыҙға иғтибар менән ҡараны: «Йыуындырып кейендерһәң, бик матур бала…»
– Исемең кем?
– Гөлчәһрә, – тине бала ишетелер-ишетелмәҫ кенә.
– Эшем күп, йөрө шуның аҙымы менән. Тараҡан да унан шәп йүгерә, – тип зарланып алды Мөршиҙә.
– Һин уны миңә ҡалдырып тор, – был һүҙҙәрҙе нисек ысҡындырғанын Розалия үҙе лә аңламай ҡалды.
Мөршиҙәнең күҙе маңлайына менде, ышанмай ҡабатлап һораны:
– Нимә тинегеҙ?
– Бар, эшең менән бул. Гөлчәһрәне ҡарап торормон. – Унан ҡыҙға өндәште:
– Аҡыллым, бар, ҡулыңды йыу. Хәҙер сәй эсербеҙ.
Өҫтәл янына ултырғас, ул ялтыр тышлы кәнфиттәргә ҡараны, әммә үрелергә баҙнат итмәне. Розалия кәнфит-перәниктәрҙе бала алдына өйҙө. Икмәккә йылы ҡаймаҡ яғып тотторҙо. Гөлчәһрә, асыҡҡан булһа ла, ҡарһаланмай тәртипле генә ашай. Ҡурылған йомортҡаны ла яратты. Баланың күптән йүнле ризыҡ күрмәгәне аңлашылып тора.
Сабыйҙың нарасый гонаһһыҙ күҙ ҡарашы, өркәк йәнлек һымаҡ һаҡ ҡына ултырыуы, үҙен тәртипле генә тота белеүе Розалияның ҡаты күңелен йомшартты. Ул арала ваннаға йылы һыу туды. Розалия күбек күпертеп, баланы оло ҡәнәғәтлек менән йыуындырып алды. Унан еңел генә кәүҙәне күкрәгенә ҡыҫып, йоҡо бүлмәһенә индерҙе. Йөрәгендә бығаса булмаған наҙ, йәлләү хистәре яралды.
Ханым Резеданың бәләкәй саҡтағы ҡайһы бер әйберҙәрен иҫтәлеккә һалып ҡуйғайны. Әле улар ярап ҡалды. Балаға йомшаҡ халат кейҙереп карауатҡа һалды. Иртәнге көтөү менән уянған сабый шундуҡ иҙрәп йоҡлап китте.
Мөршиҙә шым ғына йөрөп аш бешерҙе, туҡмас киҫте. Хужабикәләге үҙгәреш бик аптыратты уны. Төшкөлөккә ҡайтҡан Мансур Һилалович та һиҙҙе быны. Мөршиҙә лә уғата ҡәнәғәт йөрөй.
– Розалия ханым эшенә киттеме?
– Юҡ, бармайым, тип телефондан ғына әйтте.
– Әле ҡайҙа?
Ҡатын йоҡо бүлмәһенә ымланы.
– Һаман йоҡо һимертәме?
Ир бүлмәгә ингәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Ҡатын бер кескәй ҡыҙҙы ҡосаҡлаған да рәхәтләнеп йоҡлап ята, уныһы бәләкәй генә ҡулын Розалияның муйынына һалған. Яҡлау эҙләгәндәй ҡатынға һыйынған. Мансур баланы кемдеке итеп тә күҙ алдына килтерә алманы.
Бер аҙ ял итеү ниәте менән креслоға ултырғайны, ойоп та китте.
«Ниндәй көн һуң был? Бөтәһе лә серем итә, мин генә ҡарасҡы төҫлө йөрөйөм», – тип уйланы Мөршиҙә. Ул шаҡтай арығайны, ике донъя ҡарай бит. Үлтереп йоҡо баҫасы тип аш бүлмәһендәге креслоға ултырғас та күҙҙәре йомолдо. Кескәй генә ҡошсоҡтай Гөлчәһрә барыһының да күңеленә һиллек алып килгәндәй ине…
…Тынлыҡты боҙоп телефон шылтыраны.
– Һеҙ Гөлнара Ҡорбанованың туғанымы? – тип һоранылар.
– Эйе, – Мөршиҙәнең күңеленә шом йүгерҙе.
– Туғанығыҙ донъя ҡуйҙы. Килеп алығыҙ.
Сәғәт көндөҙгө ике ине. Кескәй Гөлчәһрә етем ҡалды.
* * *
Гөлнараны күмделәр. Бөтә мәшәҡәттәрҙе изгелек йөҙөнән Рахмановтар күтәрҙе. Бар ауыл уларҙың ҡылығын хуплап һөйләне.
Дүрт йәшлек Гөлчәһрәгә бер һүҙ ҙә әйтмәй торорға булдылар, Хәлимә ҡарсыҡ баланың күңелен күрҙе: әкиәт һөйләне, ҡоймаҡ, бауырһаҡтар бешереп ашатты. Әсәйеңде йыраҡҡа больницаға алып киттеләр, тип аңлатты.
Розалия ханым сабыйҙы үҙенеке итеп ҡабул итеп бөткәйне инде. Мансур Һилалович баланы алырға ҡуш ҡуллап риза, бирәсәктәренә лә шикләнмәй. Ләкин әҙәм балаһы бесәй түгел, ҡуйыныңа тығып алып ҡайттың-киттең түгел.
Гөлнара паспорты буйынса ир ҡатыны ине. Атай кеше лә балаһынан баш тартып расписка яҙмаған. Шулай булғас, ҡалай итеп балалыҡҡа алыуҙы рәсмиләштерәһең?
Мансур Һилалович булдыҡлы кеше булараҡ, Гөлнара йәшәгән ҡышлаҡты тиҙ тапты, телефон аша хакимиәт менән бәйләнешкә инде. Уға Ҡорбановтарҙың бик ҙур ғаилә икәнен, ауыр йәшәүҙәрен аңлаттылар. Гөлнараның ире Ораз үҙе өсөн Рәсәйгә барыу мөмкин булмаған эш икәнен өҙөп-йолҡоп аңлатты. Баланан баш тартырға расписка һорағас, уйланып ҡалды. Бер аҙ торғандан һуң:
– Ун мең, – тине.
– Нимә? – Мансур аптыраны, бер аҙҙан һуң ғына. – Һуммы? – тип һораны.
Теге яҡтан:
– Доллар, – тип яуапланылар.
Мансур Һилаловичтың ене ҡупты, бала һатып аҡса эшләргә ҡомарланған ата алдында торһа, өҙгөләп ташлаған булыр ине.
– Аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә? Үлер сиккә еткән ҡатынға бала эйәртеп ебәргән өсөн судҡа бирәм мин һеҙҙе! – тип аҡырып ебәрҙе.
Бер аҙ тынып торғандан һуң ир кеше аҡлана башланы, ауыр йәшәүенә зарланды. Янында алты бала барлығын әйтеп анттар итте. Дүртәүһе тәүге ҡатынымдан, уныһы ла вафат инде, тип уфтанды.
– Йә, улай булғас, илле мең. Балалар хаҡына ғына һалам, тик бөгөн үк факс аша отказной ебәр. Ҡағыҙ алғас, блиц-перевод менән аҡса алырһың.
– Рәхмәт, әкә, рәхмәттәр яуһын...
Үзбәк аҡса һүҙен ишеткәс, эште ысынлап та ҡыҫҡа тотто.
“Бына замана, әҙәм тиклем әҙәм балаһы һатыла”, – тип аптырауҙан баш сайҡаны Мансур.
Ҡалған эштәр шыма барҙы, тиҙ үк кәрәкле ҡағыҙҙар йыйылып, Гөлчәһрә ата-әсәле бала булып китте. Эстән янып, бошоноп йәшәгән ғаиләгә ҡот ҡунды. Өйҙә, ихатала шат сабый тауышы яңғыраны.
Розалия ханым ҡыҙыҡайға матур-матур кейемдәр алды. Сабый өсөн, гүйә, күк ҡабағы асылғайны, шатлығының сиге булманы. Йомшарып киткән ҡатын унан кәм ҡыуанманы.
Бала бер көн күҙҙәрен тултырып ҡараны ла:
– Гөлнара әсәйем бүтән ҡайтмай ул, – тип ҡуйҙы.
– Ниңә улай тиһең?
– Ул киткән саҡта: «Хош, балам, мин ҡайтмам инде», – тине. Ул үлгән инде. Роза әсәй, һин бер ҡайҙа ла китмә, бер ҡасан да үлмә, – сабый күҙенән борсаҡ йәштәр тәгәрәне. – Беҙ Гөлнара әсәй менән икмәк-һыу ашап ҡына торҙоҡ, – тип өҫтәне.
Розалияның күҙенән йәштәр тәгәрәне, баланы күкрәгенә ҡыҫты.
– Юҡ, балаҡайым, һине ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем, – тине.
Шул ваҡыт Резеда килеп инде, үҙенең йөҙө таңдай балҡый ине.
– Туғаным менән танышырға килдем. Мин Резеда апайың булам, ә һин – минең һеңлем, – тип сутылданы. – Әсәй, ниңә илайһың?
– Мин бөгөн бик бәхетле!
Ике ҡыҙ бер юлы әсәгә һыйынды.
Шул көндән башлап Резеда ата йортона килеп йөрөй башланы.
* * *
Кетәкте эстән-тыштан һылап, ағартып ебәргәс, йәмле бер ҡоролма килеп сыҡты. Әсәле-уллы кескәй мейес сығарып, ҡаҙан ултырттылар. Тәҙрәһе көньяҡҡа ҡарағас, бигерәк яҡты. Ике ҡыҙ: «Бында йәй көнө беҙ йәшәйбеҙ», - тип үрле-ҡырлы һикерә башланы. Әлиә тәҙрә төбөнә гөл килтереп ултыртып та ҡуйған. Әсәләре асыуланды:
– Һеҙҙе бында йәшәтәйек, ә үҙебеҙ себеш еҫе еҫкәп ятайыҡмы? Башҡа менергә генә тораларсы!
Тракторында тырылдап Рәсүл ҡайтты. Ул бысҡы вағы тейәгән. Сыр-сыу килешеп, геүләшеп уны кетәк иҙәненә таратып та ҡуйҙылар.
Себештәрҙе яҡты, йылы кетәккә күсерҙеләр. Улар иркенләп йөрөп китте, кескәй генә ҡанаттарын елпеп йүгереп тә алалар. Ҡайһылары тәпәшәк кенә итеп ҡуйылған төнәүгә менеп ҡунаҡланы.
Иҫәпләшергә генә торған Әлиә:
– Быларҙы кем ҡарай? – тип һорай һалды.
– Әлиә көләмәстәге кеүек – эш булһа, мин артта, аш булһа мин алдан.
– Эй, шулар, көлгән булалар, барыбер ҡарашам бит инде.
Мәрзиә моңһоу ғына балаларҙың геүләшеүенә ҡарап тора, бер нисә айҙан Рәсүлдең әрмегә китәсәген уйлап эстән һыҙа.
Әлиә ҡуймай үҙ хәбәрен сурыта:
– Миңә айырым бәпкәләр кәрәк. Ҡаҙҙыҡы. Үҙем һыу буйында көтөрмөн.
Резеда уйланып тора: «Ҡаҙ бәпкәләрен ҡайҙа һаталар икән?»
– Кисә Рәйсә әбей район үҙәгенән алып ҡайтҡан, – Әминә ярҙамға килде. – Ун бәпкә алырға мең һумдан артығыраҡ аҡса кәрәк.
– Әлиә ялҡауланмаһа, иртәгә барып алырһығыҙ, – тип ризалашты Мәрзиә.
– Ура, ура, ура! – өс ҡыҙ бер юлы һикәрәнләне,
«Ҡара бынау Резеданы, иренсәк ҡыҙыҡайҙарҙы эшкә егә белә бит. Ә мин эшкә албырғап, уларға иғтибар биреп өлгөрмәйем, күрәһең. Үҙемдең мәшәҡәттәр менән мауығып, тирә-яҡты күрмәй йөрөргә ярамаҫ бынан ары. Бер олонан, бер кесенән үрнәк алыу тигәндәре ошо булалыр, – Мәрзиә уйға бирелде. – Быҙауҙарҙы бәпес урынына ҡарап, үҙ балаларыңды онотоп йөрөсәле!”
Себештәрҙе ҡарау еңеләйҙе, ашарға – емен, эсергә һыуын һалһаң, әллә ни мәшәҡәте лә юҡ.
– Себештәрҙең үҙ торлағы бар, ә беҙҙең бүлмәбеҙ юҡ, – Әлиә һаман мыжый бирә.
– Әйҙә, үҙебеҙгә ҡыҙҙар бүлмәһе эшләп алабыҙ, – ти Резеда.
– Нисек?
– Мин ҡараным инде. Соландың бүленгән төпкө яғы кәрәкмәгән әйбер менән тулған. Иҫке шкаф, ватыҡ кер машинаһы, емерек өҫтәл һәм башҡа иҫке-моҫҡоноң урыны сүплектә бит инде. Рәсүл ҡайтҡас, ул нәмәләрҙе арбаға тейәрбеҙ.
Мәрзиә хатта оялып китте. Көндәлек мәшәҡәт шул тиклем йотҡан уны. Артығын уйламай икән. Ә сит күҙгә бөтәһе лә күренә.
Көндөҙ ауыҙға алғайнылар, кис еткәнсе уйҙарын атҡарып та ҡуйҙылар. Бушаған соланды һепереп алғас, иркен бүлмә барлыҡҡа килде.
– Һылап та ҡуйһаҡ, ел кермәҫ, – ти Резеда.
– Ура, шулай итәбеҙ.
Резеда етәкселегендә бөтә мәшәҡәт уйын төҫлө. Икенсе көн үк Әй буйынан тал ботаҡтары киҫеп алып ҡайттылар ҙа таҡта өҫтөнә шаҡмаҡлап ҡағып сыҡтылар.
«Иҫәр ҡыҙыҡайҙар, – тип уйлай Мәрзиә. – Резеда беҙҙә кем өсөн йәшәгәнен уйлап та бирмәйҙәр. Аңлаһалар, ул тиклем йәбешеп ятмаҫтар ине».
Ҡыҙҙарҙың ғорурлығының иге-сиге юҡ. Мәктәптә саҡта буй еткеһеҙ күренгән отличница, ҡупшы түрә ҡыҙы хәҙер улар эргәһендә бер тигеҙ эшләп йөрөй. Юҡ, эш тигәндә арттырып та ебәрә: тырыш, башлағанын тамамламай ҡуймай, илке-һалҡылыҡты белмәй. Ҡыҙҙар уға эйәрә, уны яраталар.
Рәсүл менән иһә бер-береһенә ынтылып барған төҫлө лә түгелдәр. Һөйөү-мөхәббәт уларҙың күҙҙәренән генә ҡойола, ә былай үҙҙәрен туған һымаҡ тоталар. Яратҡаның эргәлә генә булыу уларға бөткөһөҙ дәрт-дарман, көс-ғәйрәт бирә. Шуға арымай-талмай эш-шөғөл табалар, саҡ ҡына тик торһалар, ни эшләргә белә алмайҙар.
Әлиә ҡарар өсөн ун бөртөк ҡаҙ бәпкәһе ҡайтартты ла Әминә менән Резеданан айырыла алмай интегә.
– Әгәр бәпкәләрҙе үләнле ерҙә көтмәһәң, һине үҙебеҙҙең бүлмәгә индермәйбеҙ, – тип ҡурҡыта Әминә.
Әлиә яҡлау өмөт итеп Резедаға ҡарай, уныһы белмәмеш тә күрмәмеш. Ҡыҙыҡай ризаһыҙ ғына яр буйына бәпкә көтөргә китте. Оло ҡыҙҙары иһә ҡомло һары балсыҡҡа бысҡы вағы ҡушып, шартына килтереп солан һыларға кереште.
Рәсүл инде бөтөнләйе менән эш кешеһе. Ул фермаға өҫтәлмә аҙыҡ ташый, башҡа йомоштар ҙа етерлек.
«Ҡыҙыҡ та һуң кеше булмышы. Атаһының ҡала фатирынан да ҡупшыраҡ йортон ташлап, бер таҡта соланды бүлмә итергә тырышып ята. Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах, тиеүҙәре дөрөҫмө? Ҡайнап торған көс-ҡеүәте йөрөтәме, мөхәббәтеме? – Мәрзиә уйлана-уйлана фермаға юл тотто. – Эй, балалар, һеҙҙең өсөн үҙ бәхетемдән баш тартҡанымды белһәгеҙ ине. Мансурҙың ғүмере буйы минән берәй ым-ишара көтөп йәшәгәнен белмәнемме ни?»
Ҡояш байыуға боролһа ла ныҡ ҡыҙҙыра. Тәбиғәттең иң сағыу, балҡыу мәле. Ауылды уң яҡлап ҡамаған тауҙар теҙмәһе шау ҡайынлыҡ. Шул яҡтан ҡайын япрағы, еләк еҫе ел ыңғайына һирпелеп китә. Йәйге гүзәллек бигерәк болоҡһотоп, яңғыҙлыҡ тойғоһон көсәйтеп ебәрә. Йәмле йәй еттеме, күңел ярһый, һөйгәнең менән ошо йәмде бергәләп кисерге, сәскәләр еҫен бергәләп еҫкәге килә.
Йәшлек таңында бер көн күңеле ярһып болонға яңғыҙы ғына сығып киткәйне. Шау сәскәләр араһында аҡылдан шашып бер йүгерҙе, бер көлдө. Көтмәгәндә янында Мансур пәйҙә булды. Икәүләп йөрөнөләр. Аҡ сәскәләрҙе берәмләп өҙҙөләр, баштарына сәскә таждары үрҙеләр. Ҡыуыштылар, үбештеләр. Мансур өркәк ҡоралай кеүек һөйгәнен артыҡ һаҡ ҡосаҡланы, үпте. Бәлки, ҡыйыу булырға кәрәккәндер. Иртәгеһен ул Өфөгә китте. Имтихандар бирҙе, студент булды…
Мәрзиә бойоҡ ҡына эшенә тотондо: малҡайҙарына ваҡланған клевер таратты. Эрерәк малдарҙы ялан кәртәгә сығарғас, эш шаҡтай еңеләйҙе. Ҡатын уйҙарынан айырыла алмай, һыу ағыҙҙы.
Клеверҙы улы мул итеп бушатып киткән, рәхмәт төшкөрө. Элек үҙе ат егеп, сабып алып ҡайта ине. Ауыҙ эсенән мөңрәп йөрөп он таратты, бесән сәйе эсерҙе. Ыуыҙ имә торғандарын аҙаҡҡараҡ ҡалдырҙы. Бына ситлектә торған ваҡ ҡына малҡайҙар ҙа һөт имеп туйҙы. Еүеш танауҙар, нимәлер аңлағандай, күҙҙәрен мөлдөрәтеп үҙҙәрен тәрбиәләүсегә ҡарап торған булалар. Үҙҙәре ҡурсаҡ кеүек матурҡастар бит әле. Ҡатын бер аҙ һоҡланып ҡарап торҙо, ҡулын һуҙып баштарынан һыйпаны. Тегеләр шуны көткәндәй тулап-һикереп ала. «Мөъ-мөъ», – тигән тауыш сығаралар.
Эш бөттө, Мәрзиә халатын сисеп элде. Шул саҡ артҡы ишек асылып китте. Ҡара инде, гел бикле тора торғайны, кисә сығып йөрөгәйне, элмәй онотоп ҡалдырған. Мәрзиә шулай уйлаған арала Мансур инеп, уның ҡаршыһына килеп баҫты. Уның күҙҙәре шашып ҡалған төҫлө. Бына егерме өс йыл бит инде, шулай күҙгә-күҙ осрашҡандары ла юҡ. Ир үҙенең ҡаршыһында торған ҡатынды ҡомһоҙланып күҙҙән кисерҙе. Йоҡа ғына футболка, спорт салбары кейгән һөйөклө кешеһе ҡаршыһында ғына тора, йәшкелт күҙҙәре ҡарайып киткән, йомро түштәре сабырһыҙ тулҡынлана.
Мансур ут сәсеп торған кәүҙәне ҡосағына алды. Аяҡтары уның аяҡтарын, күкрәге уның күкрәген тойҙо. Дөрләп янған йөҙҙәр бер-береһенә терәлде, йөрәктәр бергә дөпөлдәне. Йәндәре лә, тәндәре лә бер бөтөнгә әйләнде. Нимә кисерҙе һуң бер-береһенә сарсаған йәндәр? Fазапмы, ләззәтме? Әйтә алмаҫтар. Дөрөҫөрәге, ике ҡапма-ҡаршы тойғоноң бергә ҡушылыуы булғандыр.
Күпме ваҡыт үтте һуң?
«Әйҙә, йәнем, берҙән-берем, Ер сигенә киттек. Бер кем дә булмаған урын табып, икәүҙән-икәү генә ҡалайыҡ», – Мансур шулай тип әллә әйтте, әллә уйланы.
«Мин риза. Ер сигенә саҡырһаң – китермен, упҡынға һикерһәң, һинең менән мин дә һикерермен. Әйҙә, алып кит. Йыһан киңлегенә алып осһаң – осормон.»
Тик шул саҡ Рәсүл менән Резеданың оялсан, бәхетле йылмайған йөҙҙәре пәйҙә булды, Мәрзиә үҙенә ишелеп килгән кәүҙәне этеп, ситкә һикерҙе.
– Әйҙә, яҙмышыбыҙҙан, исмаһам, берәй ике сәғәтте урлайыҡ. Тышта машина көтә.
– Юҡ, юҡ. Артабан уларҙың күҙенә нисек ҡарармын?
– Зинһар, бәғерем, тәүге һәм һуңғы тапҡыр ҡауышайыҡ. Бер-береһен өҙөлөп һөйөүселәр өсөн был гонаһ түгел.
– Гонаһтың да ниндәйе. Беҙҙең яҙыҡ улар башына төшөп, ниндәйҙер фажиғә булыр. Быға тиклем һөйөшөп йәшәмәнек, бынан ары ла түҙелер.
– Беҙҙең йәшәү ҙә булдымы йәшәү?!
– Минең алма кеүек өс балам бар. Һин күпме файҙалы эштәр атҡарҙың. Күпме кеше, нисә ауыл һиңә рәхмәт уҡып йәшәй.
– Үҙем өсөн генә бер көн дә йәшәмәнем. Бына әлеге бер нисә минут ғүмерем фәҡәт үҙемдеке.
– Ә ҡыҙың?
– Эйе, ул бар. Ҡыҙ бала. Артымдан бер ир бала ҡалһа, йәшәүемдең үкенесе булмаҫ ине.
– Резеданың улы булыр.
– Мәрзиә, беҙ әле йәп-йәш. Тулыр-тулмаҫ ҡырҡ йәш. Тағы берәй, хатта, ике балаға ғүмер бирә алыр инек.
– Их, Мансур, Мансур. Иремдең вафатынан һуң һинең хаҡта йыш уйланым. Үҙем йыуаш, йүнһеҙ генә бер бисә. Өс бала. Шул саҡ һин түгел, икенсе берәү ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уның менән тормош ҡора алмауым яратмауҙан килеп сыҡты. Аңламаҫҡа иҫәр түгел ине.
– Ниндәй заман ине бит. Тәүҙә милкен ҡотҡарам тип йөрөп, аҙаҡ хужалыҡты аяҡҡа баҫтырам тип күҙгә аҡ-ҡара күренмәне. Хатта кейем алыштырып кейергә, ашарға хәл ҡалмаған ваҡыттар булды.
– Беҙ бүтәндәр өсөн йәшәргә тейеш. Һин – кешеләр өсөн, мин – балалар өсөн.
– Шулай алданып йәшәлә. Кешеләр рәхмәте лә насар түгел. Fүмер бушҡа үтмәй, тип уйлайһың.
– Эйе, былар ҡупшы һүҙҙәр генә түгел шул. Артабан да шулай йәшәлер инде. Мине һөйгән һин бар бит әле, тип йыуанырмын.
– Етмәһә, икебеҙ бер ауылда. Һине йыраҡтан ғына күреп ҡалһам да, берәй аҙна ҡанатланып йөрөйөм.
– Һин минең Мәрзиәм – маркизам. Хәтерләйһеңме ошо ҡушаматты?
– Онота буламмы?
Мансур Мәрзиәне йәнә ҡосағына алды. Унан бөткөһөҙ наҙ бөркөлә. Маркиза – Мәрзиәнең үҫмер сағындағы ҡушаматы. Башҡаларҙан айырылып торған нәфислеге, тыйнаҡлығы, нәзәкәтлеге өсөн уйлап тапҡайны. Ҡыҫҡа ғына бер мәл булып иләҫ йәшлек алдарынан йүгереп үткәндәй булды.
– Хуш инде, бәғерем, бындай осрашыу бүтән бер ҡасан да булмаҫ, – Мансур күңелендә йөрөткән бар хисе, һөйөүе, өҙгөләнеүҙәре менән Мәрзиәне йәнә ҡосағына алып үпте лә, ишеккә йүнәлде.
Ҡатын бар көсөнә быҙау ситлегенә тотондо, әгәр ысҡынһа, йығылып китерен самалай ине. Аңҡы-тиңке булып ял итеп ала торған эскәмйәһенә барып ултырҙы. Иҫтән яҙғандай халәттә күпме ваҡыт үткәндер. Уның Мансур менән шул тиклем яҡын мөнәсәбәттә булғаны ла юҡ бит. Үҫмер саҡтағы етәкләшеп йөрөүҙәр, шаярып биттән «әп» итеүҙәр бындай кисерештәр тыуҙырмай торғайны. Ҡырҡ йәшенә тиклем йәненә танһыҡ йәр менән бер тапҡыр ғына ла йәнәшә булмаған, уның наҙын татымаған. Әле килеп бер миҙгел генә булһа ла уны йәнәшәңдә күреү, наҙлы ҡараштарын, йылы һулышын тойоу ҡатындың аңын томалағайны.
Хәмдиәгә һүҙ әйтмәгеҙ,
Зиһене таралған саҡ, – тигән әллә ҡайҙан ишеткән йыр юлдары иҫкә төштө. Ул иларға ла, көлөргә лә белмәй ҡатып ҡалған. Мансурҙың үбеүҙәре һаман иренен яндыра.
Тышҡы яҡтан Әлиәнең:
– Әсәй, әсәй, һин ҡайҙа? – тип ҡысҡырғаны ишетелде.
Мәрзиә шунда ғына айнып китте:
– Әлиә, мин бында, – тип тауыш бирҙе.
– Әсәй, йәмһеҙ, ҡараңғы мал һарайында ни эшләп ултыраһың?
– Арып киткәнмендер, күрәһең. Ҡуҙғала алмай ултырам, – тигән булды Мәрзиә.
Әсәле-ҡыҙлы етәкләшеп ҡайтырға сыҡты. Уларҙы байып барған ҡояштың һүрән йылыһы, саф һауа иркәләне.
* * *
Тормош бер килке яйға һалынды, бөтә эш-мәшәҡәттәр үҙ юлына төшөп алған арба һымаҡ алға тәгәрәне. Һөйрәйһе йөк бар, бер кем сығынсыламай, тәртип боҙмай, әйтерһең, шулай булырға тейеш.
Мәрзиә аптырап ҡуя: тормош былай яйлы барғаны юҡ ине әле. Иртәнге сәғәт биштә өтөлөп-ҡырылып эшкә китә ине, эшен үҙенсә ашығып, тирләп-бешеп башҡара. Йортон, ғаиләһен уйлай. Һигеҙенсе яртыла ҡайтып керә, балаларын уята. Әминәһе уянғас бер аҙ йоҡоһонан айнымай ултыра. Ул ҡыбырлағансы кескәй Әлиә кейенеп, ашанып мәктәбенә китә.
Иҙән-кер, һауыт-һаба йыуыу кеүек эштәрҙе гел сыр-сыу килешеп эшләйҙәр. Әминә иҙән йыуам тиһә, Әлиә килеп ҡыҫыла, һин кер йыу, ти. Әсә эште бүлеп тә бирә, алдан әйтеп тә ҡуя. Юҡ, тыйылмағас, тыйылмайҙар. Рәсүл, егет кеше, мал-тыуар тирәһендә. Хатта ул да, малайҙарға әүрәп, үҙ йөкләмәләрен онотоп ҡуйғылай. Ҡыҫҡаһы, минутҡа ла күҙҙән ысҡындырма.
Резеда килгәс барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Сөнки ҡыҙыҡай бөтә эшкә лә сәмләнеп тотона, ҡыҙҙар кем уҙарҙан уға эйәрә. Ҡарап торорға, тауыш күтәрергә оялалар.
Август айы еткәс, Рәсүл, ҡош кеүек, төнәргә генә ҡайта башланы. Фермала ла, ырҙын табағында ла эшләй. Резеда ла аҙнаһына ике көн иген таҙартырға сыға.
Ә себештәр үҫте, ишек алдын тултырып йөрөй. Ҡаҙҙар көн оҙоно һыу буйында, кис кенә асығып, ҡаңғылдашып ҡайта. Хеҙмәт хаҡына иген дә бирелгәс, Мәрзиәнең бойҙайы күп хәҙер. Ҡош-ҡортона ярап ҡалды.
Сентябрҙә Рәсүлгә повестка килде. Ноябрь айында уны армияға алып китәсәктәр. Был хаҡта уйлаһалар, Мәрзиә менән Резеданың ҡото оса.
Һанаулы көндәр үтте лә китте. Туған-тыумаса, ауылда ҡалған синыфташтары егетте армияға оҙатырға йыйылды.
Мәрзиәнең башында: «Ниңә, ниңә?» – тигән һорау өйөрөлдө, күңелен телгеләне. Яҙмышын ҡат-ҡат күңеленән кисерҙе: «Йәндәй күргән йәре үҙенә булманы, ире өс бала ҡалдырып, баҡый донъяға китте, икенсе тормош иптәшен, балаларға насар үрнәк, тип үҙе ҡыуып сығарҙы. Хәҙер инде күҙ терәп торған берҙән-бер таянысын һалдатҡа алалар. Ниңә бөтәһе лә бер башыма?» Өләсәһе Fәйшә ҡарсыҡтың тауышы ҡолаҡ төбөндә яңғырап киткәндәй була: «Ҡыҙым, сабыр төбө – һары алтын. Сабырҙар ғына моратына өлгәшә. Бәйғәмбәрҙәр түҙемлеге теләйем һиңә. Әнә, Йософ бәйғәмбәр ҡойо төбөндә лә, сабыр итеп, бер хоҙайға зекер әйтеп тик ултырған. Әнә, Әйүп бәйғәмбәрҙең тәнендәге бар итен ҡорт ашап бөтөргән. Доға ҡылыр өсөн теле генә тороп ҡалған».
Мәрзиә уйҙарынан арынып, шырҡ-шырҡ килеп ашап-эсеп ултырған табынға текәлде: ниндәй вайымһыҙ, ҡайғыһыҙ улар. Рәсүл таң атҡас район үҙәгенә, военкоматҡа китәсәк. Унан призывниктарҙы Өфөгә оҙатырҙар. Ә йәштәрҙең ҡайғыһы ла юҡ. Хәйер, йәштәр шул яғы менән бәхетлелер ҙә. Ана, Айрат гитараһын сиртеп, һуңғы ваҡыт модаға ингән йырҙарҙы башҡарырға тотондо. Гел русса йырлайҙар.
– Балалар, саҡ ҡына туҡтап тороғоҙ. Минең дә улыма әйтәһе һүҙем бар. – Йәштәр тынып ҡалды. – Әрмелә хеҙмәт итеү маҡтауға лайыҡ. Тик уны бер кем дә еңел, уйын эш тип ҡабул итмәй. Хәҙерге заманда ла илебеҙ һуғыш утынан азат түгел. Тик минең улым иленә, ауылына, хыянат итмәҫ. Һиңә ышанам, балам. Мәктәптә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнең, хеҙмәттә лә һынатмаҫһың тип өмөтләнәм. Һиңә иҫтәлек итеп үҙем яратҡан йырҙы йырлайым. «Һаубуллашыу» тип атала ул.
Таң атҡанда, һаубуллашҡан саҡта,
Ҡулдарымды ҡуям ҡулыңа.
Хәтерлә һин ошо минуттарҙы,
Шул хистәрҙе ал һин уйыңа.
Мәрзиәнең ҡалтырабыраҡ сыҡҡан тауышы тора-бара нығынды, моңло йыр иҫтәре китмәйерәк ултырған йәштәрҙең дә күңелен биләп алды.
Осрашмабыҙ тигән шомло уйҙар
Килмәһендәр һинең башыңа.
Һин ҡайтҡанда алһыу сәскә тотоп,
Мин сығырмын һинең ҡаршыңа.
Күҙ йәштәре тәгәрәне, әсә аш бүлмәһенә сыҡты. Уның күңеле тулып илауын уйға бирелеп тыңлап ултырған улы ла һиҙмәй ҡалды. Мәрзиә ашығып күҙҙәрен һөрттө, көрһөндө. Рәсүлгә былай ҙа рәхәт түгелдер, ниңә уның күңеленә шом һалырға, тип уйланы.
Һанаулы ғына сәғәттәр үтеп тә китте. Ҡапҡа төбөндә егетте алып китергә автобус “бипелдәне”. Иртәнге сәғәт дүрттә әрмегә китеүсе егеттәр һәм уларҙы оҙатыусылар военкоматҡа юл тотто.
Резеда менән Рәсүл, әлбиттә, бер ултырғыста. Йәштәр йырлаша, Рәсүл дә уларға ҡушыла, Резеда һөйгәненә һыйынып тынып ҡалған.
Шыҡһыҙ, һалҡын военкомат алдына халыҡ йыйылған. Үҙе ҡыҙ саҡта егеттәргә һалдатҡа алыныу бер мәртәбә ине. Әрмегә барып ҡайтмаған егеттәрҙе ҡыҙҙар ҙа һөймәй ине. Ә хәҙерге заманда Афған, Чечен афәтенән һуң бер фажиғә һымаҡ ҡабул ителә башланы.
Бына егеттәрҙе теҙеп ҡуйҙылар. Дежур һүҙҙәрҙән торған телмәрҙән һуң, уларға хәрби билет тапшырҙылар. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, егеттәрҙе «Газель» автобустарына ултырта ла башланылар. Оҙата килеүселәр буласаҡ һалдаттарға ташланды. Рәсүлдең бер яғына Резеда, икенсе яғына Мәрзиә аҫылынды. Айырылышыу тартыныу тойғоһон юҡҡа сығарҙы. Улы Резеда менән асыҡтан-асыҡ, әсә алдында үбешеүҙән бушамай. Мәрзиә лә улының ике битенән үбеп алды. Машинаға тиклем Рәсүлдең ҡатҡыл, эҫе ҡулын ысҡындырманы. Ике ғәзиз кешеһенән айырыла алмай, егет иң аҙаҡҡа ҡалды. Ишектә торған прапорщик арҡыры төштө.
– Я призывник, – тине Рәсүл ҡыйыуһыҙ ғына.
Киттеләр… «Иҫән-һау йөрө, бәпкәм. Һин һис тә өйҙән айырылырға яратмай инең. Хатта күрше ауылдағы туғандарға ҡунаҡҡа йөрөмәнең».
Эс-бауырҙарын нисек өҙгәнен әсәй кеше үҙе генә аңлай алалыр. Кире ҡайтҡанда Мәрзиә менән Резеда ҡосаҡлашып ултырҙы, шулай еңелерәк ине. Ҡыҙҙың йөрәгенә әллә нәмә кипсәлеп ҡаҙалды ла сыҡмай ҙа сыҡмай. Быға тиклем хәсрәт-һағыш күрмәгәс, айышына төшөнә алмай. Улар икеһе лә иламай. Эргәләге күрше ауыл ҡыҙы, киреһенсә, һығылып илай ҙа илай, һис туҡтарын белмәй.
Күңелдәге ҡот осҡос бушлыҡ тойғоһо менән ҡайтып урындарына ауҙылар. Мәрзиә ун минутлап ял итте лә эшенә китте, ә Резеда, артыҡ кисерештәрҙән арып, йоҡоға талды. Төшөндә хәрби кешеләр араһында буталып йөрөп Рәсүлде эҙләне. Ана, бер төркөм һалдат араһында тора. «Рәсүл!» – тип ҡысҡырыуға боролоп ҡына ҡараны ла вертолетҡа ултырып осоп китте.
Ҡыҙ илап уянды. Сәғәт ун бер икән. Дүрт сәғәт йоҡлап алған. Уятыусы булмағас, ҡыҙҙар ҙа тормаған, Мәрзиә лә ферманан ҡайтҡан, йоҡлай.
Ҡыҙ аҡрын ғына тороп кейенде лә әсәһенә китте. Ул уны ҡыҙғаныр, йыуатыр кеүек тойолдо.
Розалияның донъяһы теүәл: өйө балҡып тора, үҙе лә ҡурсаҡ кеүек. Гөлчәһрә диванда ҡурсаҡ уйната. Иркәләнеп, һуҙып ҡына һөйләшкән була:
– Йоҡла, бәпесем, арып киткәнһеңдер. Мин магазинға барайым, һиңә мәмәй алып ҡайтырмын, – ти.
Гөлчәһрә бынан бер нисә ай элек бер йолҡош, асарбаҡ бала булыуын онотҡан инде. Әйтерһең, тыуғаны бирле ошонда йәшәй. Кескәй баланың бәхете лә ҡайғыһын тиҙ онотторғандыр. Ҡыҙыҡай апаһына йүгереп килеп, ҡосаҡлап алды.
– Апай, миңә әкиәт һөйлә, әкиәт, – тип тартҡылай башланы.
Резеда килгән һайын уға үҙе уйлап сығарған әкиәттәрҙе һөйләй, тегеһе шуға мөкиббәт китә. Был юлы Резеда әкиәт һөйләй алманы, күҙ йәштәре ҡойолорға ғына тора. Гөлчәһрә лә шымып ҡалды.
– Йә, оҙаттыңмы? – әсәһенең тауышы ҡоро ине. Ҡыҙ түгелергә торған күҙ йәштәрен кире йотто.
– Ауырлы кешенең ҡорһағы һаман таҡта кеүек булыр икән! Һинең һүҙҙәрең буйынса, хәҙер алты айлыҡ ауырың булырға тейеш. Етер, иҫәрләндең. Ҡайт. Комедия тамам.
Йә, Хоҙай! Ҡыҙының өҙгөләнеүе әсәһе өсөн комедия. Юҡ, һис хәлгә инерлек түгел. Ҡыҙ ҡырт ҡына боролоп ишеккә йүнәлде.
– Ултыр. Исмаһам, ашап кит.
– Мин ас түгел.
– Ярлы тәкәбберҙең холҡо тиҙ йоҡҡан икән...
– Үҙеңдән тамам биҙҙерергә тырышаһыңмы? Берәү генә булһам да яратманың инде!
Розалия телен тешләне. Ошо йәшкә еткәс төҙәлеп булмайҙыр ул. Мансур ҙа яуыз холҡоңа әҙерәк баш бул, тип күпме тыҡый бит.
* * *
Рәсүлдең китеүенә аҙна самаһы ваҡыт үтте, ә Мәрзиә улының ҡайтыр көндәрен һанай ҙа башланы. Уның эленеп ҡалған кейемдәренә күҙ һала. Улар әллә ни күп тә түгел. Рәсүл яҡшы джинсыһын, йылы ботинкаһын, арыу курткаһын кейеп китте. Иптәштәре араһында йолҡош күренгеһе килмәгәндер. Элегерәк егеттәр иҫкерәк кейемдәрен кейергә тырыша ине.
Көн дә улынан хат килерен көткән Мәрзиә, кесаҙна еткәс Зөлхизә әбейгә хәйер биреп ҡайтты. Әбейҙең йыуатыуынан, изге теләктәренән бер аҙ күңеле баҫылып ҡалды. Мәрзиә менән Резеда почтаға алмашлап йөрөнө – почтальонды тыныс ҡына көтөп ултыра алмайҙар ине.
Рәсүл китеп, биш аҙна үтеүгә генә Мәрзиәгә йоҡа конверт тотторҙолар. Унда улының ҡулы менән: «Сев. Осетия. Алания, Владикавказ» тип яҙылғайны, артабан хәрби часть номеры.
Әсә кеше хатты асып уҡымаҫ борон уҡ илап ебәрҙе.
Кавказ… Нисә быуат болғанаһың, Рәсәй һалдаттарының ғүмерен ҡыяһың. Кемдәргәлер татлы ҡалъя һин. Был һорауҙарға Мәрзиә кеүек ябай ҡатындың башы етерлек түгел. Берҙән-бер улы мәшхәргә эләккән, бары шуны аңлай ул.
Резеда ла, Рәсүл Кавказға эләкмәһә ярар ине, тип шөрләп йөрөй ине. Эйе, Ичкерияла һуғыш баҫылған да кеүек. Ләкин Ҡаф тауҙары бер ҡасан да тыныс түгел, ҡан ҡойолоу туҡталғаны ла юҡ.
Әсәнең дә, ҡыҙҙың да күңеленә ҡурҡыу ояланы. Бер бөртөк кенә дәфтәр битенә яҙылған хатты ҡат-ҡат уҡыйҙар, үҙҙәренә йыуаныс эҙләйҙәр:
“Учебкаға, сержанттар мәктәбенә алып китәбеҙ тип, Куйбышевка илтеп ташланылар. Ә вокзалда Владикавказға ултыртып ебәрҙеләр. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Шуға ла хаттар оҙаҡ йөрөй”.
Бынан ары хаттар йыш килә башланы. Бер бите – Мәрзиәгә, икенсеһе Резедаға тәғәйенләнә. Рәсүл хат һайын ҡағыҙ, конверт һорай. Мәрзиә ручка, конверт, ҡағыҙ, теш пастаһы, щетка, бер аҙ кәнфит-маҙар булһа ла һалып, бандероль ебәргеләп тора. Һуңғы арала ул тыныслана төштө, Резеданы ла артыҡ өҙгөләнмәҫкә өгөтләне. Һикһән йәште уҙған Зөлхизә инәйҙең орошоуы ла им булды: «Ниңә ул тиклем бөтөрөнәһең, балам? Был үҙеңдең генә башыңа төшкән зармы? Ғүмерҙәре булһа, әллә ниндәй тамуҡ уттарынан әйләнеп ҡайталар. Мин дә борсолам, үҙебеҙҙең күҙ алдында үҫкән тәүфиҡлы бала бит. Иртәнге сәхәр ваҡыттарында хәйер-доғала ултырам. Иншалла, ваҡыт үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалыр. Ҡайтыр, Алла бирһә». Күпте күргән кешенең һүҙҙәре өҙгөләнгән йөрәккә май булып яғыла.
Ә Резеда үҙенә тағы бер шөғөл тапты:
– Мәрзиә апай, минең һеҙгә үтенесем бар ине.
– Йә, әйт һуң.
–Эш хаҡын быҙаулата ала алмайһығыҙмы? Икене, йә өстө. Үҫтереп һатһаң, яҡшы ғына аҡса була бит.
Мәрзиә аптырап китте. Өстө түгел, берҙе алыу өсөн идараға ҡат-ҡат ялынып барырға кәрәк. Булһа, эсте тишмәҫ ине.
– Бирә булалармы инде, мал башын арттырабыҙ тип йәндәре сығып бара.
– Мин атайымдан һорармын. Миңә лә эш кәрәк. Ҡыш буйы тик ултырайыммы ни?
Резеданың тырышлығына, ныҡышмалығына һоҡланмау мөмкин түгел. Дәрте ташып тора. Ни тиһәң дә, Мансур ҡыҙы бит.
– Кеше һөйләр инде…
– Уларҙың һүҙенә ҡараһаң!.. – Резеда хатта тауыш күтәрә биреп ҡуйҙы. – Теләһә ни тиһендәр.
Ҡыҙ оҙаҡҡа һуҙмай иртүк атаһына китте. Мансур Һилалович, ғәҙәттәгесә, ҡыҙын шатланып ҡаршы алды. Һуңғы арала һурылып, моңһоуланып киткән балаһына яратып ҡараны.
– Йә, тағы ни ҡыйратырға йөрөйһөң?
– Атай, мин киләһе йылға уҡырға инергә уйлап йөрөйөм әле.
– Бик яҡшы, хуплайым.
– Үҙемә аҡса эшләргә ине. Ҡыҫҡаһы, миңә өс быҙау бир.
– Оһо, бына ни уйлап йөрөйһөң. Үҙемдең иҫәптән берәү генә бирә алам.
– Атай, ул нимәгә етә?
– Ниңә аҡса ғына һорамайһың?
– Әрәмтамаҡ булғым килмәй. Унан һуң ваҡытты тик ултырып ҡына үткәрәйемме? Өсәү бирһәң…
– Өҙмәйһең дә ҡуймайһың. Минең өҫтән дә тикшереүҙәр булып тора.
– Күрше колхоздарҙа малдарҙың башына тотош еттеләр, тип көйәләнгәнеңде беләм. Һин хеҙмәт иҫәбенә генә бит.
– Ярар, күндерҙең. Минең иҫәптән икәүҙе, Мәрзиә апайыңа берҙе бирермен. Фураж менән бесән дә минән булыр.
– Ой, рәхмәт, атай!
Бер аҙнанан Мәрзиәнең аҙбарында өс ҙур ғына быҙау тора ине. Резеда уларҙы ашатып, эсереп мәж килә.
Яныңда һөйгән йәрең булғанда ғына эш ауырлығы һиҙелмәгән, тормош уйын ғына булып күренгән икән. Эре мал ҡарау бәпкә көтөү түгел икәнен Резеда тиҙ төшөндө. Фермала ҡырылмаһа ҡырҡ эше ҡырылып ятҡан Мәрзиә апаһын көтөп ятыу оятһыҙлыҡ бит. Йәш ҡайындай зифа, нәҙек өҙөк кенә ҡыҙға, Мәрзиәнекеләр менән бергә, биш баш мал ҡарарға кәрәк. Иртән тороп уларҙы ялан кәртәгә сығарып ашарына һала. Шунда уҡ аҫтарын ала башлай. Бер генә көн ҡалдырһаң да өйөлөп китә, аҙаҡ тапалған, туңып киткән тиҙәкте ҡуптарып алырмын тимә. Нәфис туфлиҙар кейеп, текелдәтеп кенә йөрөрҙәй матур аяҡтарыңды айырып баҫып, нескә генә билеңде бөгөп, нәҙек беләктәреңә һәнәк алып эшкә керешәһең. Унан кәритәгә тейәп баҡса артына ташып, серетергә өйөргә кәрәк. Шунан кетәктәге оло ҡаҙанға һыу тултырып, усаҡҡа яғып ебәрәһе бар. Эсергәндә ҡыҙҙар ярҙам итә. Онон, бесәнен айырым һалып ябаһың. Был ауыр эштәр Резеданың алһыу күҙлеген тиҙ систерҙе. Хәҙер инде ул телевизор ҡарағанда Мәрзиәнең креслола ниңә гел генә йоҡлап ултырыуын аңлай. Эйе, апаһы һуңғы көндәрҙә үҙгәреп китте. Гел эстән яҡтырып йөрөгән гүзәл ҡатын, уйҙарына бирелеп, ҡәҙимге таушалған, арыған кешегә әйләнде. Уның бөтөн матурлығы эске нурҙан торған икән. Аҫылташтың да ҡырҙары ҡояш нурында йәйғор төҫтәре менән уйнай, ә ҡараңғыла һүнеп ҡала. Рәсүлдән айырылыу Мәрзиәне лә шулай һүндереп ҡуйҙы. Ҡыҙҙарҙың дәрестәре менән ҡыҙыҡһынырға көсө ҡалмай уның. Резеда булмаһа, улар бәйелһеҙләнеп китерҙәр ине. Ҡыҙ үҙе теләп улар менән шөғөлләнә башлағас, аптырауға төштө. Резеда үҙе бер тапҡыр төшөнөп алғанды бер ҡасан да онотмай, ә ҡыҙҙарҙы хәтере юҡмы, әллә йүнләп шөғөлләнмәгәндәрме? Резеда үҙенең ғәҙәте буйынса Әлиә менән Әминәгә ныҡап тотондо. Кис телевизор ҡарап ҡына ултырыуҙар бөттө. Ныҡыша торғас, ярты йыллыҡҡа икеһе лә ударница булып инде.
Тора-бара Резеданың киләсәккә ҡарары үҙгәрә төштө. Икенсе йылға уҡырға инергә кәрәк, тигән фекер төйнәне. Атаһының ярҙамынан да баш тартырға ярамаҫ. Ете-ят кеше түгел дә баһа, ҡыҙ үҙен ниндәйҙер көрсөккә килеп терәлгәндәй хис итә.
Рәсүлдән гел бер эстәлекле хаттар килеп тора: «Хеҙмәт ауырҙан түгел, түҙерлек, ул хәтлем ҡыйынлығын тапмайым, армиянан ниңә шул тиклем ҡурҡаларҙыр? Һағындыра – шуныһы ғына ауыр».
Резеданың, бына-бына йөрәге өҙөлөп төшөр, йә шартлар һымаҡ. Ҡар тәрәнәйгәнсе үҙҙәренең тирәге янына йөрөй торғайны, хәҙер инде ҡышҡы бурандар улар йөрөгән һуҡмаҡтарға тәрән көрт һалды.
Эш аты кеүек һиҙә ул үҙен. Иртән тора, мал ҡарарға керешә. Ҡупшы кейенгеһе лә, көҙгөгә ҡарағыһы ла килмәй. Шундай көндәрҙең береһендә ишекте шар асып, һалҡынға уралып әхирәте Тәслимә килеп инде. Ҡыҙҙар сар-сор килеп ҡосаҡлашып иҫәнләште. Әхирәте ҡаласа кейенеп, биҙәнеп тә ебәргәс, һылыуланып киткән. Уртаса ғына ҡыҙыҡай ине, ҡала килешкән. Ул медколледжға уҡырға ингәйне, хәҙер каникулға ҡайтҡан.
Тәслимә үҙен күрһәтеп әйләнгеләне лә:
– Йә, әхирәт, нисек? – тип ебәргән булды.
– Һәйбәт, һәйбәт, тиҙ үк ҡала ҡыҙы булғанһың.
– Их, белһәң, хатта ҡайтҡы ла килмәй. Шундай күңелле унда. Уҡыуы ауыр, тырышмай булмай. Атай ҡаты бит. Яҡшы уҡымаһаң, сырылдатып алып ҡайтып һыйыр һауырға ҡушам, тип ҡурҡытып ҡуйҙы. Ике тапҡыр колледжға барып тикшереп тә ҡайтты.
– Һиңә шул кәрәк...
– И-и, һин шулай тиерһең инде...
Үҙенең ауылда ҡалыуына, Тәслимәнең студентка булып китеүенә Резеданың әҙерәк кенә эсе боша. «Мәктәптә саҡта контроль эштәрҙе, диктанттарҙы минән күсереп кенә уҡыны, хәҙер ҡалай ҡупырая, – тип уйлап алды. Әммә: “Хәҙерге хәлем ғүмерлек түгел», - –тип үҙен ҡулға ала һалды. Тәслимә һаман үҙенекен сурыта:
– Кит, бер ауыл малайы тип, ғүмеремде заяға уҙғара буламмы инде?
– Шулай бик тиҙ ҡала ҡыҙы булып киттеңме ни? Ул малай тип бар мәктәп ҡыҙҙары ауыҙ һыуын ҡоротманы ни?
Тәслимә ҡыҙарҙы, ул да Рәсүлгә битараф түгел ине.
– Һүҙ биреп ҡалғас, намыҫыма туҙандай ҙа тап төшөрмәм.
– Ә ул?
– Нимә ул?
– Унда ҡыҙҙар юҡмы ни? Рәсүл күҙгә ташланып тороусыларҙан бит.
– Мин уға ышанам.
Сәй эсергә ултырҙылар. Тәслимә ҡурай еләге ҡайнатмаһын тәмләп ҡаба-ҡаба:
– Их, әхирәт, бергә уҡыһаҡ, ҡалай шәп булыр ине, – тип ҡуйҙы.
– Нимә, ауырмы?
– Ауыр инде. Латин теле, фармакология инә. Зубрить итергә тура килә. Икәүләп уҡыһаҡ, текә ҡыҙҙар булып йөрөр инек. Һин унда ла гел «бишле»гә уҡыр инең, мин дә һинең эргәлә.
– Ә һин тырышһың...
– Тырышам инде. Ҡаланыҡылар, әллә кем булып, беҙҙе һанламаҫҡа, бар тип белмәҫкә тырышып ята.
– Ә һин ауыл ҡыҙҙарының да төшөп ҡалмағанлығын иҫбат ит. Мин медицина менән мауыҡмайым. Беҙҙең хыял – төҙөлөш-архитектура.
– Китсәле, ҡыҙ кешегә нимәгә ул төҙөлөш?
– Беҙ үҙебеҙҙең ауылды, районды матурларға хыялланабыҙ. Йәштәр өсөн ял һәм спорт комплексы төҙөр инек. Һыбайлы походтар ойоштороп ебәрһәң…
– Эйе, матур хыял. Икәүләп тотонһағыҙ, булыр ҙа.
Тағы бер аҙ ултырғас, Тәслимә ҡайтып китте. Резеда бойоғоп ҡалды.
* * *
Ҡуш өйәңке яҙғы елгә аҡрын ғына сайҡалып Резеданы йыуата, сабырлыҡҡа өндәй: «Бына ҡыш үтте, яҙҙың иң гүзәл мәле етте, һиҙмәй ҙә ҡалырһың, киләһе яҙ килер, көҙ етер – һөйгәнең ҡояштай балҡып ҡайтып төшөр. Парлашып минең янға килерһегеҙ, вәғәҙәгеҙ яңырыр»,
– Сабыр төбө һары алтын, – тип туҡтауһыҙ ҡабатлай өләсәһе.
Резеда һуңғы ваҡыт Хәлимә өләсәһе менән Һилал олатаһына йышланы. Өләсәһенең ипле, көйлө тауышы, мәҡәл-әйтемдәре уны иҙрәтеп ебәрә. Ҡайһы ваҡыт бөтөнләй тынысланып, өләсәһе эргәһендә йоҡлап китә. Ҡарсыҡ әкрен генә тороп, ҡыҙына мамыҡ шәлен яба.
Әсәһенә барһа, ул һаман Мәрзиәне, уның ғаиләһен хурлауҙан туҡтамай. Күберәк Гөлчәһрәне күреү, уның менән аралашыу өсөн бара. Розалия баланы ғаиләле итеүҙән бигерәк, үҙенең йөрәген баҫыр өсөн алған икәне аңлашылып тора.
Йәй башы бигерәк болоҡһота ҡыҙҙы. Рәсүлдең хаттары ла моңло-зарлыға әйләнә бара. Һеҙҙе һағынып үлер сиккә еттем, тимәһә лә, башҡа һүҙен таба: «Уф, бындағы эҫелеккә иреп үләм инде, – тип яҙа. – Түҙер әмәл ҡалманы. Кавказ, Кавказ, тиҙәр, ауыҙ һыуҙарын ҡороталар. Ә мин ел-ямғырлы, ҡарлы-буранлы Башҡортостанымды һағынам». Рәсүлдең шундай хаттары ауылдағыларҙың тыныслығын ала.
Һалҡынса, ямғырлы көндә бөтәһе лә өйҙә ине. Ҡыҙҙар телевизор ҡарай, әсә кеше төшкөлөккә әҙерләй. Резеданың иртәнән бирле күңеле ярһып тик тора, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Тышта Аҡбай әллә ни рәүешле өрә башланы. Иркәләнә, ялына, ни эшләргә белмәй илап та ала.
Резеда атылып тышҡа сыҡты. Эт янында Рәсүл һалдат мәж килә: күрешә, һөйләшә, ҡолаҡ арттарын һыйпай. Ҡыҙ егетенә ташланды: күкрәгенән үкһеү ҡатыш шатлыҡ ауаздары ташып сыҡты. Бер үк ваҡытта илап та, көлөп тә була икәненә ышанды.
Инеүгә өй эсендәгеләр бер аҙға өнһөҙ ҡалды, шунан өсәүләп бер юлы Рәсүлгә килеп һарылдылар, төрлөсә тартҡыланылар, көлдөләр, иланылар.
– Ниңә алдан хәбәр итмәнең? – тип өтәләнде шатлығынан ни эшләргә белмәгән әсә. – Кисә генә хатың килде, ҡайтам, тигән һүҙ ҙә юҡ ине лә баһа!
– Алдан әйтеп, һеҙҙе зарыҡтырғым килмәне.
– Йыл да тулмайынса нисек ҡайтарырға булып киттеләр?
– Рәхмәт йөҙөнән ҡайтарҙылар.
– Нисек аңларға?
– Беҙҙең бер машина йылғаға тәгәрәгән. Уны, ярай, тарттырып сығарҙылар, әммә биш автомат һыу төбөндә ҡалған. Батальонный Грязнов һыу төбөнән автомат алып сығыусыларға отпуск иғлан итте. Тау йылғаһы ой-ой-ой! Һалҡыны үҙәккә үтә. Мин бер юлы ике автомат сығарҙым. Дүрт егет отпускыға киттек шулай. Их, башҡаларҙың нисек эстәре бошҡанын күрһәгеҙ! Уларҙың да ҡайтҡылары килмәйме ни? Һәм бына күрәһегеҙ, өйҙәмен.
Дүртеһе лә һалдаттан күҙен дә алмай яратып-һоҡланып ҡарай. Әмәлгә ҡалғандай, туҡмаслы, итле аш бешергәндәр. Ҡоротло һурпаны тәмләп һемерә һалдат. Ә башҡалар, хатта ашауын онотто. Күптән шундай күңел бөтөнлөгө, рәхәтлек кисергәндәре юҡ ине.
Ауылда Рәсүл менән Резеданың һабаҡташтары ҡалмаған тиерлек. Күршелә генә йәшәгән Айнур бар инде. Уның яҙмышы торғаны бер фажиғә. Әлеге көндә өләсәһе менән пенсиянан пенсияға көн күрә. Өләсәйле-ейәнле бергәләп эсә хәҙер. Егеттең әсәһе ун алты йәштә бәпес алып ҡайтып, әсәһенә ташлап, ҡайҙалыр ғәйеп булған. Боҙоҡ юлда йөрөй торғас, үлтереп киткәндәр тип тә һөйләйҙәр. Аттай таҙа кәүҙәле, ашамһаҡ, эшкә шәп егет күрше-күләндең, пенсиялағы әбейҙәрҙең йомошонан баш тартмай. Әммә ҡулына кергән төшөм эске өсөн генә.
Шул көсө, кәүҙәһе менән кәләш алып шартлатып донъя көтөрлөк тә бит, тик үҙ алдына ни булһа ҡыймылдатыу һәләтенә эйә түгел шул. Ҡыш көндәре өләсәһе күрше ауылдағы ҡыҙына китеп барһа, өйөнә бер ҡосаҡ утын индереп тә яҡмай. Кемгәлер эйәреп, кемдеңдер ҡушыуын ғына үтәй ала. Әле синыфташы ҡайтҡас, уны күреүҙән бигерәк, берәй шешә һыра булһа ла өмөт итеп килгәне аңлашылып тора. Ашҡа саҡырғас, керле кейеменән тартынып ҡына өҫтәл мөйөшөнә ултырҙы. Айҙар буйы мунса инмәгән тәненән тәгәрәп китерлек еҫ аңҡый. Мунса яғып инерҙәр ине, унда һыу йылытыр өсөн ҡуйылған суйын ҡаҙанды һатып эсеп ҡуйған. Бына шулай көн итеүсе ир-ат ауылда байтаҡ ҡына. Улары ла әкренләп кәмей. Кемеһелер һыуға батып, ҡайһыһы ҡыш көнө туңып үлеп ҡуя. Хәлимә ҡарсыҡ әйтмешләй: «Ниндәй заман был, һуғышһыҙ ҙа ҡырылалар?»
Ҡыҙҙар өҫтәл янынан ашар-ашамаҫ тороп китә һалды. Рәсүл Айнур менән тышҡа сыҡты. Кеҫә төбөндә ятҡан ваҡ-төйәк кенә аҡсаһын Айнурға тотторҙо.
– Эсергә юҡ инде. Әсәй өйҙә ундай нәмәләр тотмай. Мин әле Резеда менән дә һөйләшмәгәнмен.
– Әй, ҡыҙҙар ҡасамы ни, көтөр әле. Әйҙә минең менән.
– Һин нимә? Кисләтеп кил. Мунсаға һыу ташырбыҙ, һин дә инеп сығырһың.
– Ярар, килермен, – Айнур алпан-толпан ҡапҡаға йүнәлде. Йоҙроғона йомарлаған тимер аҡсаларҙы тиҙерәк һыраға әйләндереп, ҡытҡылдап торған тамағына ҡойғоһо килеү уның тәҡәтен алды.
«Мин дә шулай була алыр инемме икән? Бик тиҙ мәхлүккә әйләнгән. Хәйер, бәләкәй саҡтан уҡ шул инде. Ә, тиһәң, ә, мә, тиһәң, мә, – тип кенә йөрөй торған малай ине. Бер ҙә үҙ башы, үҙ фекере булманы». – Күҙ алдынан Айнурҙың алйот йылмайыуы китмәй йөҙәтте.
Рәсүлдең Резеда менән ҡалғыһы килә, ҡыҙ ҙа шуға өмөтләнә, унан күҙен алмай.
– Әсәй, беҙ йөрөп киләбеҙ.
– Барығыҙ, иркенләп йөрөп ҡайтығыҙ.
Йәштәр баҡса артлап һыу буйына төштө. Йәйге гүзәллек уларҙы үҙ ҡосағына алды. Рәсүл, һалдат кейемен сисеп, спорт костюмы эләктереп алған. Улар ҡараштарын айырмайынса, ҡулға-ҡул тотоношоп атлай. Әйтерһең, кисә генә шул һуҡмаҡтан йөрөгәндәр, араларҙа оҙон-оҙаҡ айырылышыу айҙары ятмаған да төҫлө.
Бына улар туҡтап ҡалды. Шуны ғына көткән кеүек аръяҡ ташлыҡта бер һандуғас сут-сут итеп тамағын рәтләп алды ла һайрарға кереште. Егет менән ҡыҙ өндәшмәй генә тыңлай.
– Ниңә Кавказ тураһында һөйләмәйһең?
– Уның матурлығын һөйләргә түгел, күрергә кәрәк. Ләкин беҙгә түгел, үҙҙәренә генә булһын ул матурлыҡ. Миңә үҙ ерем яҡын. Бында һин, әсәйем, һеңлеләрем. Быларҙы тыуған ерҙән айырылғас ҡына аңлайһың.
Талғын ғына аҡҡан һыуға ҡарап егет тынып ҡалды. Йыш-йыш тын алды. Резеда уның хистәре ташҡанын, күңелен асып һалырға теләүен аңлап, өнһөҙ генә һөйгәне һөйләгәндәрҙе тыңланы.
– Бына әсәйем ябай ғына ауыл ҡатыны төҫлө. Уның дөрөҫ тәрбиә биреүен армияла аңланым. Үҙ аллылыҡ, үҙ бәҫеңде белеү, фекерләү. Әсәй әле генә өндәшмәҫкә әйләнгән. Атай тере саҡта ваҡыты ла күберәк ине. Яҡшыны, насарҙы айырырға өйрәтте, кисен әкиәтһеҙ йоҡлатманы. Үҙенең тотошо, кешеләр менән аралашыуы үҙе генә лә тәрбиә.
Беләһеңме, шундай йүнһеҙҙәр, миңрәүҙәр бар. Туҡмап ташлағы килә. Ә ауыҙҙарынан сыҡҡан һүҙҙәрен эт ашамаҫ. Шулай һөйләшеүҙе егетлек тип уйлайҙар.
– Унда дедовщина бармы?
– Юҡ, тиһәм, дөрөҫ булыр. Барыбыҙҙың да ҡулда автомат бит. Һәр кем үҙен тотоп, түҙеп кенә йөрөй. Берәй ғәҙелһеҙлек булһа, автоматты эшкә ҡушырға ғына торалар. Унан килеп яртыһынан күберәге Башҡортостандан. Беҙ берҙәм булырға тырышабыҙ. Барғас та Раевка егете Илшат менән дуҫлаштым. Ул институт бөтөрөп алынған, минән олораҡ. Әммә беҙҙең арала айырма юҡ һымаҡ. Унда белем генә түгел, таҫыллыҡ та кәрәк.
Егет ярһып китеп, һөйләүҙән кинәт туҡтап ҡалды. Һандуғас та тымды. Рәсүл әле генә күргәндәй Резеданы күҙҙән кисерҙе. Үҙгәргән шул һөйгәне. Былтыр ғына шыйыҡ тал сыбығы ине. Быйыл тамылйып бешкән сейә төҫлө еткән ҡыҙ. Яурындары, балтырҙары йомроланған. Биле тағы ла нескәргән төҫлө, әллә ҡалҡыу түштәре шулай күрһәтәме? Йәшлек гүзәллеге менән балҡып, нур сәсеп тора ул. Һалдаттар буш ваҡыттары булһа, ҡыҙҙар һөйләргә ярата, һағыҙ урынына сәйнәйҙәр. Мөхәббәт мажаралары менән маҡтаналар. Хәйер, улар һөйләгәнде мөхәббәт тип атап буламы икән?
Рәсүл бер ҡасан да ундай хәбәрҙәргә ҡыҫылманы, дуҫы Илшат та шулай. Ҡатын-ҡыҙ затын түбәнһетә, бысрата торған был юҡ-бар һөйләшеүҙе тыңлап тороуы ла уңайһыҙ кеүек. Хатта Рәсүлгә «кисейная барышня» тигән ҡушамат та тағып маташҡайнылар. Башҡорт егетенең хеҙмәттәге булдыҡлығы, хәрби техниканы өйрәнеүҙә отҡорлоғо, ҡорал менән таҫыллы эш итеүе уларҙың ауыҙын ябырға мәжбүр итте.
«Мин Резеданы ысынлап та һөйәмме? – тип уйлай ине ул. – Мөхәббәт шулай буламы икән?
– Ниңә башҡалар бер моментта хәл итә торған нәмәне һуҙабыҙ, был дөрөҫмө икән, – тип ҡуйҙы егет, үҙенең биттәре янды, тауышы ҡарлыҡты.
– Һин мине уңайһыҙ хәлгә ҡуяһың. Мин хатта был темаға һөйләшергә лә әҙер түгелмен, тип уйлайым. Өләсәй: «Һөйөшөү – яратыу түгел», – ти.
– Ҡара, ниндәй һүҙҙәр беләһең. Ә яратыу һинеңсә нимә?
– Ул бына бында, – ҡыҙ ҡулын йөрәгенә һалды. – Был хаҡта һөйләшеүе ҡыйын.
– Беләһеңме, армияла шундай хәлдәр тулып ята. Ҡасан һинең һуңғы сәғәтең һуғырын белеп булмай. Мәҫәлән, «Даръял» тигән полигонда танковоз ике палатканы тапап киткән. Томан булған. Һөҙөмтәлә, һигеҙ мәйет. Йәнә…
– Етер. Ниңә шундай ҡот осҡос хәбәрҙәр һөйләйһең? Һин имен-аман ҡайтырһың. Нисә кеше көтә үҙеңде.
– Әбейҙәр һымаҡ һөйләшә башлағанһың…
– Көткән кешегә ауырыраҡ икән шул. Әбейҙәр менән дә дуҫлаштым. Улар йыуата белә.
– Үлеп һағындым үҙеңде. – Егет ҡыҙҙы ҡосағына алды. Йөрәктәре дөп-дөп бергә типте.
Япраҡтарҙы бәүелтеп кенә ел иҫте. Һандуғас яңынан моңон һибә башланы, суп-суп итеп ваҡ балыҡ ҡарпый. Был тауыштар ике йөрәктең һөйөү моңона ҡушыла.
* * *
Рәсүлдең һанаулы ғына көндәре үтеп тә бара. Мәрзиә улының һаулығына Ҡөрьән ашына саҡырып алырға булды. Бер йәшлек һарыҡ тәкәһенә икмәген, бәрәңгеһен ҡаптырып тора ине, бына кәрәге лә сыҡты. Малҡай матур ғына, көр генә.
Мал салыу мәшәҡәтенә килгәндә, егет үҙе лә маһир. Өйҙә берҙән-бер ир заты булараҡ, уныһына үҫмер саҡтан уҡ өйрәнергә тура килде.
Ҡыҙҙар ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ, бауырһаҡ һымаҡ ҡамыр аштарын өйөп бешереп ҡуйҙы. Йылы итте ҡаҙанға һалып ебәрҙеләр. Өйгә аш-һыу еҫе тулды.
Әлиә саҡырылырға тейеш туғандарҙы, әбейҙәрҙе барлап ултыра. Исемлектең иң башында Мансур менән Розалия ханымдың исеме. «Үҙҙәре ҡарарҙар», – тип уйланы Мәрзиә.
Бөтәһе лә йүгереп йөрөп әҙерләнә. Рәсүлгә моңһоу ҙа, рәхәт тә: ана, уны нисек хөрмәтләйҙәр. Төш уҙа башлағас, беренсе булып Әхиәр мулла килде. Көр, матур тауыш менән сәләм бирҙе. Мулла йәш кеше, күп тигәндә ҡырҡты уҙғандыр. Шулай булһа ла ауылдың үҙенсәлекле бер шәхесе. Хәйер, һәр кем үҙенсә баһалай инде. Дингә ышанмаған кешеләр уға кире ҡарашта. «Йәш башы менән әбейҙәр командиры булып йөрөй. Хәйер ала, етмәһә», – тиҙәр. Ә ысынында иһә, Әхиәр бик ныҡыш, маҡсатлы кеше. Заманалар үҙгәргәс ауылға ҡайтты. Тағандары сереп, ҡыйығы емерелеп ултырған элекке мәсетте ҡарап йөрөй башланы. Колхозлашыу йылдарында мәктәпкә әйләндерелеп, байтаҡ хеҙмәт иткән, аҙаҡ сельпо склады булған бина бик тә ҡыҙғаныс хәлдә ине. Әхиәр уны яңынан элекке хәленә ҡайтарырға ҡарар итте. Юҡлыҡ, дефолт, көрсөк ваҡыты. Ниндәй мәхрүмлек, ауырлыҡтар кисергәнен Әхиәр үҙе генә белә. Әммә зарланып йөрөмәне, артҡа ла сигенмәне. Унан ике-өс бүрәнә, бынан бер нисә таҡта табып, үҙенең өйгә тип йыйған маяһын тотоноп, төрлө ойошмаларҙан берәр-икешәр мең аҡса яулап, барыбер, һипләп бөттө ташландыҡ йортто. Оҫталығы, бөтмөрлөгө, алтын ҡулы арҡаһында өлгәште быға. Бынан тыш бер туған ҡустыһының ярҙамы ҙур булды. Иң ғәжәбе шул – йорттоң өҫкө яғы ғына иҫкергән, ә ҡалған өлөшө шаңҡылдап тора, ваҡыт уға теймәгән. Ә бит йөҙ йыл элек һалынған ҡаралты. «Хоҙайҙың хикмәте, – тип һөйөндө ир-уҙаман. – Унан һуң һалынған күпме йорт сереп бөткән».
Хәҙер йәшелгә буялған, көмөш айлы мәсет ауылдың йәме булып ултыра. Ә хәйерлек аҡсалар утын, ут өсөн түләргә етмәй ҡала. Был хаҡта уйлап биргән кеше лә юҡ. Мулла хәйер йыйып байый тип һүҙ йөрөтөргә генә әүәҫтәр. Мулламын, тип ҡул ҡаушырып ятмай Әхиәр. Аҡсаһын да таба белә. Оҫта ҡуллы кешегә ауылда эш бөткәнме ни?
Күп тә үтмәҫтән Мәрзиә Мансур Һилалович менән Розалия ханымдың үҙҙәренә табан ыңғайлауын шәйләп ҡалды. Киләләр бит... Ҡатын йүгереп ҡаршы сыҡты. Битенә, гүйә, ут ҡапты. Аптырағас, сөйгән яулығын сисеп, яңынан бәйләргә булып китте. Розалияһының һынаулы ҡараштары ихатаны байҡаны. Эркелеп йөрөгән ҡош-ҡортто, йорт тирәләй ултыртылған, сәскә ата башлаған гөлдәрҙе күрҙе.
– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, – Мәрзиәнең күңелгә үтеп инерлек мөләйем тауышы ишетелгәс, Мансурҙың йөрәген һыҙлау телеп үтте.
Улар артынан әбейен эйәрткән Һилал ҡарт күренде. Улар менән Мәрзиә үҙен белә-белгәндән аралаша. Хәлимә ҡарсыҡ менән Мәрзиәнең өләсәһе Fәйшә абыстай (Fәйшә раскулачивать ителгән мулланың кесе ҡатыны булған) ғүмерлек әхирәт булды.
Розалия өйгә ингәс, рауза сәскәләре сигелгән мендәр тыштарына ҡарап хайран ҡалды. Сигелгән әйберҙәр йортто йәмле-нурлы итә икән. Ултырғыстарҙағы ваҡ ҡына өлгөләрҙән тегелгән ябыуҙар ҙа күҙ яуын ала. Нисек өлгөрөргә була шул тиклем эшкә? Розалия үҙе ҡул эше тотманы, төймә тағыуҙан башҡаны белмәне. Ә бында тотош күргәҙмәгә етерлек әйбер.
Улы һалдатҡа алынып һағышҡа батҡас, үҙе лә һиҙмәҫтән энәгә тотонғайны шул. Уның ҡарауы күңеле дауа тапҡандай итте.
Энә-ептән матур-матур сәскәләр сыға башлағас, ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыҡһынып китте. Резеда район үҙәгенән матур ептәр алып ҡайтҡас, ярышып сигеүгә тотоноп киттеләр. Ҡышҡы кис оҙон. Телевизор ҡарап та була, ҡул эше лә бара. Аллы-гөллө рауза, миләүшә, күгәрсен күҙҙәре төшкән мендәрҙәр барлыҡҡа килде. Унан тыш Мәрзиә ҡорама ҡорарға ла өйрәтте. Ҡыҙҙарҙың нескә бармаҡтары уның ҡара эшкә ҡатҡан ҡулынан күпкә етеҙерәк, булдыҡлыраҡ ине.
Өй эсе әкренләп ҡунаҡтар менән тулды. Әбейҙәр, апайҙар бер-береһе менән инсафлы ғына аралашып ултыра. Былар бөтәһе лә Розалия ханымға яңылыҡ, сөнки ул бөтәһенә лә өҫтән ҡарап өйрәнгән.
Ул арала мулла аят уҡый башланы. Әхиәр хәҙрәттең тауышы күңелдәрҙе нескәртер дәрәжәлә моңло.
Мәрзиәнең бөтә уй-фекере бер нөктәгә тупланды. Йәне-тәне менән бирелеп хеҙмәттән улының иҫән-һау ҡайтыуын теләй ине ул был мәлдә. Сырайына элекке кеүек нурлы балҡыш тулды. Бүтәндәр ҙә үҙ эстәренә йомолоп изге теләктәрен теләйҙәрҙер. Атеист уҡ булмаһа ла, донъя мәшәҡәттәре артынан көн-төн сапҡан, Хоҙайҙы иҫенә төшөрөргә ваҡыты булмаған Мансур ҙа уйсанланған.
Ул күңел күгендә йөрөткән кешеһенең йортонда беренсе тапҡыр. Үҙенеке менән сағыштырғанда, Мәрзиәнең йоҡа ғына донъяһын, ярлы ғына ҡаралтыларын нур сәсеп торорлоҡ итеп күрһәтә алыуына аптырамай булдыра алмай.
Ә Розалияның үҙ уйҙары: «Мин бай, белемле, ирле ҡатын. Ә шулай ҙа Мәрзиәнән бәхетлерәкме һуң? Юҡтыр. Сөнки ирем ғүмер буйы уны уйланы, ул тип хыялланды. Мәрзиәләге кеүек фәрештә сырай миндә юҡ, булмаҫ та. Унда, тырышлыҡ менән генә алдырып алмаҫлыҡ, тыумыштан, нәҫелдән килгән нәзәкәтлек бар. Шуны танымай хәлем юҡ. Әгәр йәшлекте кире ҡайтарып булһа, кеше йәренә үрелер инемме? Үҙ тиңем табылыр ине. Fүмер буйы һөйөлмәгән ҡатын булып йәшәмәҫ инем былай», – тип күңеле илай ине.
«Әлдә ваҡыт табып килгәнмен, һөйгәнемдең ҡулдары тейгән аштарҙы ашау оҙаҡҡа йәнемә бер дауа булыр», – Мансур, күңеле нескәреп, шулай уйлай.
Түрә кеше менән табындаш булғанғамы, әллә аш-һыуҙан ләззәт алыпмы, тауышһыҙ ғына ризыҡ ейҙеләр. Аят ашы гелән татлы була. Ҡайтыр алдынан бөтәһе лә бер тауыштан Рәсүлгә изге теләктәрен еткерҙе. Барыһы ла ихлас шат ине, сөнки ошондай мәжлестәр кешеләргә аралашырға форсат бирә.
Рәсүл иртәгә Өфөгә юл тотор. Унан Ново-Кузнецк – Кисловодск поезына ултырыр, автобуста Владикавказға, унан часына ҡырҡ биш минутлыҡ юл. Әйтеүе генә анһат. Рәсүл үҙенән бигерәк әсәһен, Резеданы йәлләй. Ҡыҙ ҡараштарын һөйгәненән алмай. Ниңә шул тиклем өҙгөләнергә инде? Әммә хафаланырға ла урын бар. Тегендә тыныс түгел. Рәсүл үҙе «Град» ракета установкаһының атыуына өйрәнә алмай. Уның күкрәүенән әҙәм балаһы түгел, Кавказ тауҙары тетрәп тора. Ожмахтай тәбиғәтле илдә яңғыҙ мылтыҡтан атыу ҙа гонаһ булыр ине. Тәбиғәт балаһы Рәсүл кешелекте ҡырыу өсөн уйлап сығарылған ҡоралдарҙы йәне-тәне менән күрә алмай. Йөҙәр йылдарға һуҙылған ығы-зығыны Урал малайының йөрәге ҡабул итмәй.
Йәштәр хушлашыр өсөн йәнә Ҡуш өйәңкегә килде. Эс боша, йөрәктәренә шырау инеп ҡаҙалған төҫлө. Йәнә лә ҡасан осрашыу насип булыр?
Көнө лә бит шул тиклем йән көйҙөргөс, көҙ тиерһең. Кисә генә ниндәй аяҙ, йылы ине. Төньяҡ Башҡортостандың тәбиғәте шулай көтмәгәндә алмашынып ҡуя. Ҡалын һорғолт болоттар баҫып килә, Әйҙә ҡурғаш тулҡындар сайҡала. Йоҡа спорт костюмы кейгән Рәсүл өшәнеп ҡуйҙы. Кавказ йылыһына өйрәнеп өлгөргәнме?
– Өшөһәң, ҡайтайыҡ.
– Ҡайтҡы килмәй, әйҙә, усаҡ яғабыҙ.
Ҡоро ботаҡҡа ҡытлыҡ юҡ, бер аҙҙан ҙур усаҡ эҫе ялҡынын сәсеп дөрләне. Өйәңкенең ышығына һыйынып ҡына кереп ултырҙылар.
– Тағы ун алты ай… Нисек түҙергә, нисек үткәреп ебәрергә?
– Һин быйыл уҡырға ин, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәҫ.
– Нисек инде? Әсәйеңдең бер үҙенә ауыр бит. Ҡыҙҙар иртән уҡырға китә. Өйҙә эш өйөлөп ҡала, ҡурала малдар баҡырыша башлай.
– Ҡыҙҙарын нығыраҡ екһен. Иркәләнергә генә торалар. Беләм мин уларҙы. Әсәй ҙә йомшаҡ шул. Ҡыҙҙар әсә йортонда ҡунаҡ ҡына, тигән була.
– Әсәйең, ысынлап та, йомшағыраҡ шул. Ә былай һиңә яҡын кеше миңә лә яҡын.
Рәсүл ҡыҙҙы тартып үҙенә ҡыҫты. Әсәһе менән һөйгәненең килешеп йәшәүҙәре күңелен нескәртте.
– Әсәйем йомшаҡ булһа ла, дөрөҫ тәрбиә биргән. Армияла башҡаларҙың хәрәмләшеүенә, тыйнаҡһыҙлығына һис өйрәнә алмайым. Ҡатлы-ҡатлы һүгенергә оҫта булһалар ҙа, шул тиклем ебектәр, ҡурҡаҡтар. Үҙебеҙҙең милләттәштәребеҙҙең эшмәкәр, тыйнаҡ, ғәҙел икәнен аңлап та, күреп тә йөрөйөм. Рәхәтләнеп башҡорт телендә һөйләшеп алабыҙ.
– Башҡорттар тыйнаҡ, күндәм халыҡ булғанға ла шунда ебәрәләрҙер инде.
Егет уйсан күҙҙәрен нурһыҙ күккә төбәп торҙо. Әйтһәм-әйтәйем инде тигән һымағыраҡ:
– Исеме генә Осетияла хеҙмәт итеү бит уның. Дөрөҫө Чечняла инде.
Ҡыҙҙың күҙҙәре түңәрәкләнде. Чечня тигән һүҙ ҡот осҡос хәлдәр, ҡанлы һуғыш булып хәтергә һеңгән.
– Куйбышевтан Кавказға ултыртып ебәргәс, ҡот китте. Кемгә нисектер, салырға алып китеп барған мал һымаҡ хис иттем үҙемде. Әсәйемдең: «Күрәсәгең ҡайҙа ла артыңдан эйәреп йөрөй»,- тигән әйтеме иҫкә төштө. Әкренләп тынысландым. Йәш һуғышсы курстарын Чечня сигендәге блиндаждарҙа үттек. Ер ҡорто кеүек ер тишегендә ятабыҙ. Кейемдәрҙең йөйөндә бөжәктәр үрсене. Бет икәнен аңламайбыҙ ҙа, исмаһам.
– Әсәйең һине ҡар өҫтөндә бәйле ята, тип төштәр күрә ине шул, хат килеп төшһә, тағы тынысланған булабыҙ. Әсә йөрәге ҡалай дөрөҫ һиҙгән!
– Туҡта әле, уҡырға инеү хаҡында уйлайһыңмы һин?
– Әлләсе?
Ысынлап та, нимә эшләргә һуң? Рәсүлдән алданыраҡ уҡый башлағыһы килмәй бит. Әммә атай елкәһе ҡалын, тип гел уға ҡарап ятып та булмай. Ҡыҙҙың тәүәккәллеге ҡайҙа? Һаман шул өйрәнгән мөхиттән, тыуған ауылдан китергә теләмәй түгелме һуң?
Ел көсәйә төштө. Тауҙар яғынан ҡап-ҡара болот килә. Ул яҡтан болот һирәк сыға, ләкин берәгәйле була. Көн һыуыта, аяҙыһа – ҡырау төшәсәк. Ямғыр тамсылай башланы. Усаҡ та янып бөттө. Йәштәр ҡайтыу яғына йүгерҙе.
“Айырылышыу ниңә бар икән дә, ниңә шулай ауыр икән? Үрле-ҡырлы һикерерҙәй, күккә ҡарап олорҙай булаһың”.Ҡыҙ шулай уйлана-уйлана атаһы менән осрашырға йүгерә. Машинаһы күренә, тимәк, атаһы эшендә. Резеда нисек килгән, шулай елеп инеп тә китте. Атаһы телефондан һөләшә ине. Йыш-йыш тын алған ҡыҙын күргәс, трубкаһын һалды. Иғтибар менән ҡараны.
Ҡара инде, сырайы Мәрзиәнекенә оҡшап киткән. Унда йәшәү шулай үҙгәрткәнме? Шул ваҡыт эсендә уның күҙ ҡарашы, үҙен тотошо Резедаға күскән.
– Күңелһеҙме, эс бошамы?
– Эйе, айырылышыу бигерәк яманһыу шул.
– Дә-ә, айырылышыу тигән нәмә булмаһа, һөйгәнеңдең ҡәҙерен дә белеп етмәйһеңдер.
Ҡыҙ аптырап атаһына текләне. Күҙҙәре уйсан, һағышлы. Әсәһен яратмай йәшәгәнме әллә?
Резеда уны бары эш кешеһе, етәксе итеп ҡабул итеп өйрәнгән. Атаһы ла һағышлана, бойоға, хисләнә белә торған ҡәҙимге кеше икән дә баһа! Әсәһе менән атаһының холоҡтары арҡаһында бер уртаҡлыҡ та юҡ. Дорфа, тәкәббер әсәһе, кешелекле, кеселекле атаһы.
Ҡыҙ үҙе лә һиҙмәҫтән уға һыйынды, уныһы ҙур ҡулдары менән һаҡ ҡына ҡыҙының башынан һыйпаны.
– Атай, быйыл уҡырға инһәм, нисек булыр?
– Һәйбәт булыр, ҡыҙым.
– Һата торған малдар бар.
– Мәсьәлә түгел. Үҙем эш итеп, аҡсаһын Мәрзиә апайыңа бирермен. Көҙгә тиклем ауырлыҡ йыйһындар. Уҡырға китһәң, күпме кәрәк, минән алырһың. Ә-ә, ҡала нәнәйең килгән.
Резеда көлдө. Бәләкәй саҡта: «Ҡала мәмәйе менән ҡала нәнәйе килгән», – тип йөрөгәне иҫенә төштө. Ҡала нәнәһе Резедаға йомшаҡ ойоҡбаштар бәйләй торған, имтиханға китһә, доғалар ҡылып, теләк теләп ҡалған Хәлимә өләсәһенән ныҡ айырыла. Әле һаман маникюр, педикюр яһата, матурлыҡ салонына йөрөп сәс бөҙрәләтә, фарфор тештәре ялт итеп тора. Тик әберкәле күлдәк, камзул кейгән, шәльяулыҡ ябынған Хәлимә ҡарсыҡтың нуры юҡ унда. Ҡыҙҙың ниңә улай икән, тип аптырағаны ла булды.
Ейәнсәре килеп ингәс, Диләрә нәнәһе яһалма тештәрен күрһәтеп йылмайҙы:
– И-и, ҡыҙыҡайым, бигерәк сибәрләнгәнһең, – тип сутылданы, ҡыҙҙың арҡаһынан һөйҙө, бит остарынан үбеп алды. – Кәләш булғанһың бит, тамам еткән, – йәнәһе, ҡыҙының бынан бер йыл алда тиерлек йәрәшелгән булыуын бар тип тә белмәй. Һаман үҙ туҡһаны туҡһан. Гөлчәһрәне лә үҙ итмәүен һиҙҙе Резеда Янында уралған баланы белмәмеш тә, күрмәмеш.
Розалия ханым ҡыҙының бөгөн генә Рәсүлде оҙатҡанын белә, ләкин өндәшмәүҙе хуп күрә.
Резеда иһә ауыҙынан ҡойолоп килгән сейә тортын йота алмай аҙаплана, татлы ризыҡ түгел, көл көйшәгән төҫлө. Артабан сәйен ҡоролай һемереп эсте лә китергә йыйынды.
– Аҙаҡ килеп китермен, әле эшем бар, – тип алдашты.
– Ашыҡма, – тиеүҙәренә ҡарамай, ҡыҙ тиҙерәк сығып китте. Болоттар араһынан зәңгәр күк һыҙаты күренде: «Көн асыла, буғай. Йылытып та ебәргән.»
Резеда өйәңкегә юл тотто, шунда барһа, күңеле баҫылыр төҫлө. Толом-толом аҫылынып торған ботаҡтарҙы һыйпаны, бер ни тиклем уйланып торғандан һуң Резеда ныҡлы ғына бер ҡарарға килде. Эйе, уҡырға китергә, тормошто үҙгәртергә кәрәк. Тағы ла ауылда ҡыш сығыуҙы күтәрә алмаҫ төҫлө. Ана, улар яҡҡан усаҡ урыны. Ҡыҙ үҙен янып ҡара күмергә әйләнгән торомбашҡа оҡшатты, һиҫкәнеп китте. «Юҡ, былай булмай. Үҙеңде шул хәлгә төшөрөргә ни. Мин дә Мәрзиә апай һымаҡ баҫылып ҡалырмын бит…»
* * *
Бына өсөнсө көн Резеда ҡалала йәшәй. Өс ҙур-ҙур бүлмәле зауыҡлы фатирҙың береһе электән ейәнсәрҙәренеке һанала ине. Тәҙрәһе ҡояшҡа ҡарай, заманса йыһаз, йәмле.
Резеда тәүге көндәрҙә магазиндарға йөрөп, заманса, затлы кейем-һалым алды. Бер йыл буйы үҙенә кейем алмай йөрөгәнлегенә аптырап ҡуйҙы.
Икенсе көндө яратҡан ерҙәренә – Салауат һәйкәле, «Искра» кинотеатрына, Fафури паркына барҙы.
Бөгөн өләсәһе иртүк тороп бешеренергә-төшөрөнөргә кереште. Духовкала тәмле еҫтәр сығарып бәлеш бешә, микротулҡынлы мейестә үҙ һутында тауыҡ өлгөрә.
Резеда менән Диләрә ханымдың электән уртаҡ һөйләшер һүҙҙәре булманы. Ҡыҙ бәләкәй саҡта килгәндә етәкләп магазиндарға алып сығыу, уйынсыҡтар, тәм-том алыу менән мауығалар ине. Әкиәт һөйләү, уйындар уйнауға Диләрә ханымдың барымы булманы. Резеда үҫкән һайын аралары йырағайҙы ғына.
– Бөгөн ҡунаҡтар буласаҡ, ярҙам итерһең инде, ҡыҙым, – ти өләсәһе сөсө йылмайып.
– Кемдәр килә?
– Әхирәтем Зилә ханым иптәше һәм улы менән. Кешеләр алдында мине ҡыйын хәлгә ҡуйма. Ул ниндәй гел джинсынан сыҡмайһың. Матур күлдәк кей. Ана, бүләккә бриллиантлы алҡа ағанмын.
– Ҡупшы күлдәгем юҡ, шикелле.
– Шкафты ҡара әле...
Ҡыҙ кеше бит, ҡыҙыҡһынып, шунда уҡ шкафты барып асты. Күлдәк шәп, мода буйынса тегелгән, миләүшә төҫөндә. Затлы ла, ҡупшы ла, тыйнаҡ та. Кейһә – тап-таман. Беҙ үксәле туфли кейеп алғас, үҙенә һоҡланмай булдыра алманы. Ана, ниндәй һылыу ул. Күлдәк билен нескәртеп, түшен ҡабартып күрһәтә. Үҙе лә яңы ғына асылған сәскәгә оҡшап тора.
– Әйҙә, ҡыҙым, өҫтәлде сервировкалап алайыҡ.
Ялтырап торған түңәрәк өҫтәлгә ап-аҡ эскәтер яптылар ҙа приборҙар теҙҙеләр. Ҡыҙ сервировкалауҙы бала саҡтан белә, әсәһе өйрәткәйне.
Ҡыңғырау шылтыраны. Диләрә ханым туйтанлап ишек асырға йүгерҙе.
– Әйҙүк, рәхим итә күрегеҙ, Зилә ханым, Йәүҙәт Сабитович, Тимур ҙа һеҙҙең менән икән. Бик шәп булған. – Өләсәһе ҡунаҡтары алдында шул тиклем өлтөрәп тора. Резеда хатта аптырап ҡуйҙы.
Тулы ғына кәүҙәле ханым (былай килешле генә), уның ҡорһаҡлы ире, буйсан ғына сибәр егет залға уҙҙы.
– Тимурчикты күптән күргән юҡ ине, тамам үҫеп еткән.
– Шулай шул, – ир кеше тирләгән муйынын, пеләшен ҡулъяулыҡ менән һөрттө, йәтешләп креслоға барып ултырҙы. – Көн ҡыҙыу бөгөн.
– Ба-а-а! Һеҙгә ниндәй сибәркәй килгән һуң? – Зилә ханым аптырап киткән булды.
– Ейәнсәрем. ВУЗ-ға документтарын килтергән.
– Балалар, танышып ҡуйығыҙ.
Резеданың әсәһенә йәне көйҙө. Белә-күрә, ҡыҙының ихтыяры менән иҫәпләшмәҫтән, һаман үҙенекен ҡайыра. Хатта йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, йөрәге дөпөлдәп типте.
Өҫтәл артына ултырғас, өләсәһенең аш-һыуының тәмен һиҙмәне. Тимурҙың әсәһе уны энә күҙенән үткәреп ултыра, үҙе өҫтәлдәге ризыҡтарҙы маҡтап-маҡтай:
– Тауығың ашап туймаҫлыҡ, рецебын миңә лә бир…
Резеда егеткә оҡшағанлығын һиҙә, танышлыҡты дауам итмәҫкә хәйлә ҡора.
– Һеҙ документтарығыҙҙы ниндәй уҡыу йортона тапшырырға уйлайһығыҙ?
«Ҡара һин уны, башҡортса һөйләшә.»
– Һеҙ телде беләһегеҙ икән.
– Тура килә. Туған тел модалы булып китте.
– Мин нефть институтының архитектура-төҙөлөш бүлегенә инергә, тим. Ә һеҙ үҙегеҙ ҡайҙа уҡыйһығыҙ?
– БДУ-ла, юрфакта IV курста. Атай хәҙер үк эш белешеп ҡуйған.
– Бына нисек… Ауылдан килгән уҡыусыларға юл да юҡ.
– Нисек юҡ, бар. Бына былтырҙан ЕГЭ тапшыралар, уҡырға инәләр. Һеҙҙең нисек?
Ҡыҙ башын этлеккә һалырға булды.
– Уртаса.
Балконға сығып баҫтылар. Бында Диләрә ханымдың гөлдәре хөкөм һөрә. Үҙенсә йәмле генә. Егет сигарет ҡабыҙҙы.
– Деревенский ҡыҙҙар тартамы?
– Әлбиттә, – Резеда үҙенекен дауам итте. – Артта ҡалырға тимәгән дә инде.
Егеттең ҡаштары күтәрелде. Шунан тиҙ генә ҡыҙға сигарет ҡабын һуҙҙы.
– Юҡ, бындайҙы тартмайым.
– Ә ниндәйҙе?
– «Прима» тартам.
Егеттең аптырауы йөҙөнә яҙылды хатта. Быны күреп, ҡыҙ эстән генә тантана итте.
– Ә нимә эсәләр ауылда? Һырамы?
– Һеҙ нимә! Сәмәй инде. Сәмиғулла.
– Сәмәй нимә ул?
– Уны ҡайһы бер ауыл апайҙары ҡыуа.
– Самогонмы? Бына нисек!
– Шәп сәмиғулла саф спирт һымаҡ, тиҙәр. Эйе, шәплеге дөрөҫ.
– Ә ҡарап тороуға уйламаҫһың да: саф һәм нәфис.
– Йәшмен бит әле. Нәнәйкаға килгәс, ваннала өс сәғәт буйы ебенеп яттым. Ауылда йыуынмай йәшәйбеҙ шунда. Эҫелә һыу инәбеҙ инде.
– Минең ауылда туғандар юҡ. Ял итергә диңгеҙгә йөрөйбөҙ.
– У-у, ауылда ҡот осҡос, – Резеда шаштыра бирҙе. – Аяҡтан резина итек төшмәй, батҡаҡ. Ул килеп себен-серәкәй. Талап битте йәмһеҙләп бөтөрәләр.
– Һеҙҙең бойфренд бармы?
– Ул нимә була?
– Чувак.
– Һис аңламайым.
– Ну, егетегеҙ.
– Ә-ә, берәү бар ине. Армияла олағып йөрөй.
– Көтәһеңме?
– Әллә.
Шулай мәғәнәһеҙ хәбәр һатып торғанда ололар ҡайтырға йыйынды.
– Тимурчик, ҡалаһыңмы?
– Юҡ, мин һеҙҙең менән.
Резеда ҡәнәғәт ине, ә бына өләсәһенен һөмһөрө ҡойолған. Өндәшмәй генә йоҡо бүлмәһенә инеп китте.
Ейәнсәре киткәс, Диләрә ханым телефон төбөнә ултырып тәмләп таҡылдарға тотондо. Резеданың “просто дурачится” иткәнен еткерҙе.
***
Көн – аяҙ, күк – зәңгәр. Резеда бөгөн бик шат, бәхетле. Теләгән уҡыу йортона юғары балл менән үтеп китте. Был ЕГЭ тигәнең бер уйлағанда шәп нәмә. Уҡыуың яҡшы булһа инде. Үртәлеп имтихан биреп тормай ғына уҡырға ин дә кит әле. Шулай ҙа Рәсүлдең бергә булмауы күңелде ҡыра.
Резеда тамағы кипкәс, асыҡ һауалағы кафеға инеп һут эсергә булды. Күрше өҫтәлдә бот төбөнән күлдәк кейгән ике ҡыҙ, бер егет һыра һемерә, тәмәке көйрәтә. Бөтөн һүҙҙәре үткән төн «бухать» итеп, күңел асыуҙары тураһында. Үҙҙәрен донъяға хужа төҫлө итеп ҡыланыуҙары, оҙон бот-саттарын айырып ултырып, һис тартынмауҙарына ҡара әле. Донъя шундайҙарға ҡалһа, нисек булыр ине икән? Әле кеше тапҡанды туҙҙырыуы еңел. Бесән сабыу, эҫе ҡояш аҫтында картуф тәпкеләү, мал ҡураһы таҙартыу тигәнде күргәндәре лә юҡ. Икмәктәре бешкән, ашы әҙер, кәрәк нәмәне һыуытҡыстан һонолоп ҡына алып өйрәнгәндәр…
Резеда ҡайтҡанда өләсәһе бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә йөрөй ине, спорт кейемдәрен кейеп алған.
– Беҙ олатаң менән дачаға барып киләйек. Еләк йыйырға кәрәк. Башҡа емештәргә лә күҙ һалыу урынлы. Һине алып тормайбыҙ. Фатирға күҙ-ҡолаҡ булырһың. Хәҙер, белеп тораһың, тимер ишек кәртә түгел. Үҙең генә ашап ал, төшкөлөккә әҙер. Ә-ә, балам, студентка булыуың менән ҡотлайым. Телефондан хәбәр иткәс, шатланып киттем, – өләсәһе шулай бер тындан сутылдай, олатаһы шым ғына йыйына. Ул мемуарҙар яҙа, күп ваҡыт үҙ уйҙарына сумған була. Ҙур вазифалар биләп эшләгән кеше булһа ла, йортонда әбейенең ауыҙына ғына ҡарап тора.
Ниһайәт, сығып киттеләр.
Ҡыҙ, өләсәһе бик оҫта итеп бешергән сейә бәлеше менән сәй эскәндән һуң, иркенләп ванна кереп алырға булды. Ҙур көҙгөнән үҙен күҙҙән үткәрҙе. Бер аҙна ҡалала йәшәү ҙә көнгә янған ҡуңыр битен аҡһылайта төшкән икән. Ҡыҙ һығылмалы һомғол һынына һоҡланып ҡарап, ҡәнәғәтлек менән хуш еҫле күбеккә сумды. Ул ваннала оҙаҡ иркәләнергә яратмай: артыҡ иҙрәтә. Әле лә артыҡ мауыҡманы, тиҙ-тиҙ йыуынды ла йомшаҡ алһыу халатын кейҙе. Сәсен улай-былай маташтырыуға ҡыңғырау шылтыраны. Резеда, үҙе лә аңғармаҫтан, бара һалып ишекте асты. Алһыу эре раузалар, матур пакет тотҡан Тимур ауыҙ йырып баҫып торасы! Резеда өләсәһенең хәйләһенә төшөндө. «Дачала эше сыҡҡан, имеш.» Шаҡтай уңайһыҙланып, егетте уҙҙырҙы, гөлләмәне алып гәлсәр вазаға ҡуйҙы. Тимур тиҙ арала өҫтәлгә алма, виноград, шампан шарабы теҙеп ҡуйған.
Һис булмағанса, ҡыҙ юғалып ҡалды, халатын алыштырыу башына ла килмәне. Ә Тимур уның алһыу халат, өй башмаҡтары кейгән кәүҙәһенә йотлоғоп ҡарай. Шунда ғына ҡыҙ ниңә ҡыйын икәнен аңлап ҡалды. Рәсүл уға бер ҡасан да улай тишерҙәй итеп ҡарағаны юҡ ине. Яңаҡтары уттай янды.
– Әйҙәгеҙ, сәй эсәбеҙ, – тине ул нимәлер эшләргә кәрәк икәнен тоҫмаллап.
Егет етеҙ генә шарап асты, үҙе алып нәҙек, оҙон бокалдарға ҡойҙо.
– Әйҙәгеҙ, танышыу хөрмәтенә.
– Мин эсмәйем.
– Һеҙ бит, э-э-э, сәмиғулла эскән кеше. Fәфү итегеҙ, шаярттым, әлбиттә.
– Мин дә шаярғайным.
– Шулай ҙа... Әҙ генә булһа ла.
Резеда әскелтем эсемлекте ирененә тейҙереп ултыртты.
Бер тамсы ла буяҡ күрмәгән балҡып янған йөҙ, дымлы ҡарағаттай күҙҙәр, хуш еҫ бөрккән дымлы сәстәре менән сафлыҡтың, ғиффәтлектең үҙе ине Резеда. Теләһә, күккә ашырыр, теләһә, йәнеңде йәһәннәмгә олаҡтырыр дәрәжәләге ҡыҙ икәнен егет аңлай. Йөрәге тулап тибә, тын алышы өҙөк-өҙөк.
– Мин һеҙгә тәү ҡараштан ғашиҡ булдым…
Һауалы ҡала егетенән бер нәмә ҡалмаған. Ул тәҡәтһеҙ булып, үҙен тыя алмаҫ дәрәжәгә етте. Ибәтәйһеҙ генә ҡыҙға тотондо, этәреп диванға йыҡты. Халат иҙеүе йырылып, пар алмаларҙағы нәфис төймәләр шаштырып ебәрҙе. Шуларға йомолдо. Албырғап ҡалған ҡыҙ сит тән, ят ирендәр тейеүгә тиҙ үк аңына килде. Пружина һымаҡ ҡыҫылып, көслө аяҡтары менән еңел кәүҙәне тибеп төшөрҙө. Тегеһе дөбөрҙәп иҙәнгә тәгәрәне. Йән еренә эләгеүҙән бөгәрләнеп ятты. Ҡыҙ егетте иҙгеләп ташларҙай булды. Ашығып шампанскийҙы, емештәрҙе, хатта сәскәләрҙе кире пакетҡа тултырҙы. Йүгереп барып ишекте асты ла, һаман төҙәйеп китә алмаған егетте елтерәтеп торғоҙҙо, пакетын ҡулына тотторҙо.
– Ғәфү ит... Мин теләмәгәйнем… һине рәнйетергә.
– Вон!
Ишекте шартлатып бикләне лә үкереп илап диванға ауҙы. «Ниңә илайым әле, ҡот осҡос хәл булманы бит. Үҙемде яҡлай алдым. Егеттәрҙең бер ҡасан да шундай теләк менән яҡынайғаны юҡ ине. Ниндәй ғәрлек!»
Рәсүл менән йәйен үләндә, ҡышын ҡарға буталанып кем-кемде тип, бәләкәй көсөктәр һымаҡ аунауҙары иҫенә төштө. Ун бер, ун ике йәштәргә тиклем гел Резеда өҫкә сыға килде, буйға ла оҙонораҡ, көслөрәк тә ине. Тик бер көн килеп Рәсүл өҫкә сыҡты, ҡарға йығып, өҫтөнә менеп ултырҙы. Дуҫының ҡыҙ бала икәнен дә онотоп китте, буғай. Резеда ни тиклем серәшһә лә, бүтән өҫкә сыға алманы. Үҫмерҙә көс артыу менән бындай гонаһһыҙ уйындар туҡтап ҡалды. Fөмүмән, Рәсүл уға бер ҡасан да ниндәйҙер эске теләк, уй менән ҡағылманы. Ҡағылған хәлдә лә, ҡосаҡлап алһа ла, бысраныу тойғоһо ҡалмай ине.
Тимур уның күңеленә бысраҡ аяҡ менән инде, нәфсе менән ябырылды. Ҡала егеттәре өсөн мөхәббәт еңел яҡынлыҡ ҡынамы икән? Ә дуҫлыҡ? Ҡыҙға иң беренсе урында дуҫ булыу тора, ә мөхәббәтте наҙлы гөл төҫлө тәрбиәләп үҫтереү мөһим. Улай тиһәң, ул бары Рәсүл менән генә дуҫлаша алды. Башҡа синыфташтары, әйтәйек, Әнәс, Рәүеф, Азат менән бер ҙә иптәш булманы, күңеле тартылманы ла. Тимәк, ул егетенә башланғыс кластан уҡ ғишыҡ тотҡан булып сыға. Уның башы буталды. Ҡыҙҙың уйлы, аҡыллы булмышы Тимур кеүек дәртен ауыҙлыҡлай алмағанды бер ҡасан да үҙ итмәҫ.
– Бөттө, баш ватма, ҡайтып китергә кәрәк. Нәнәй, һиңә кәзә үпкәһе.
Резеда менән Тәслимә бәләкәй саҡта асыуланышһалар, бер-береһенә: «Һиңә кәзә үпкәһе, бүтән уйнамайбыҙ», – тип әйтә торғайнылар. Шул иҫенә төштө. Өләсәй була тороп ҡыҙының бәхетенә ҡаршы булғас, нисек рәнйемәҫһең.
Бөгөнгө автобусҡа, таксиҙарға һуңға ҡалды инде.
Ҡыҙ йоҡларға ятты, өләсәләре ҡайтманы. Иртәнге биштә торорға кәрәк. Һау бул, нәнәй!
* * *
Резеда күҙҙәрен асты. Бик иртә әле. Шулай ҙа йоҡоһо осто. Эсе боша. Рәсүлдең ҡайтырға ваҡыты етеп бөткән тиерлек, ә бер генә хәбәр ҙә юҡ. Отпуск ваҡытында кеҫә телефоны алырға иткәс, Рәсүл баш тартҡайны.
– Күпме аҡса түләп һатып алырға… Алыҫ ара менән бәйләнешкә сығыу ҙа ҡиммәткә төшә, – тип ҡарышты ла ҡуйҙы. – Һинең тауышыңды ишетһәм, түҙмәй ҡасып ҡайтып, дезертир булырмын, – тип өҫтәне.
Теге ваҡыт Диләрә нәнәһенән ҡайтып киткәс, ныҡ ҡына тауыш булды. Ҡыҙ, аптырағас, ата-әсәһенә дөрөҫөн һөйләне. Атаһы бер бүлмәле фатир алып бирҙе. Резеданың бер үҙе йәшәп ятыуын белгәс, Тәслимә артыҡ уйлап торманы, күсенде лә килде. Хәҙер икәүһе бергә көн күрә. Хатта уңайлы ла һымаҡ.
Резеда быйыл икенсе курста уҡып йөрөй инде, уҡыуҙан башҡаны белмәй. Тәслимәгә әйтеп ҡуйҙы: «Егеттәрең менән башҡа ерҙә осрашаһың.» Әхирәте һуҡранһа ла, күнмәй хәле юҡ.
Ҡыҙ, ҡуҙғалмай ятыуҙы килештермәй, торҙо. Һалҡынсараҡ душта ҡойоноп алды. Тәслимә һуң ҡайтҡайны, ашаған һауыттарын йыумай ҡалдырған. Хатта шул уҡ сынаяғына ҡайтанан сәй ҡойоп эсә ала ул. Бына һиңә медичка!
Ҡыҙ һауыттарҙы йыуып, һоло бутҡаһы бешерергә ҡуйҙы.
Тәслимә, аяҡ-ҡулдарын йән-яҡҡа ташлап, рәхәтләнеп йоҡлай. Ҡалын сәстәре болот булып мендәргә таралған.
– Йоҡо сүлмәге, тор. Кис – ятырға, иртән торорға белмәйһең. – Тегеһе уянмай. Резеда үҙе генә ултырып ашап алды, сәй эсте. Сәғәтте Тәслимә торор ваҡытҡа шылтыратырға ҡуйҙы. Ашыҡмай ғына төҙәнеп-биҙәнеп, кейенде лә уҡырға китте.
… Ҡаты итеп сәғәт шылтырауға Тәслимә тороп ултырҙы. Яман итеп бөтә тәнен ыуғыланы. Ҡәһәр һуҡҡыр, йоҡо бер ҙә осмай, еңеп алып бара. Ҡыҙ ойоп-ойоп бер аҙ ултырҙы ла юрғанын атып бәрҙе.
Бөгөн Рәсүл ҡайта! Кисә телеграмма килгәйне. Шуға уҡырға бармаҫҡа һөйләшеп ҡайтҡайны. Тәмле итеп аш бешерергә, өйҙө йыйыштырырға кәрәк. Хәйер, Резеда уға эш ҡалдырмай, фатирҙы йыйнаҡ тота. Ҡыҙ арлы-бирле йыуынып, сәй эсергә ултырҙы. Бәләкәй кәстрүлдәге бутҡаға танауын йыйырып ҡараны ла ҡалын итеп колбаса, сыр киҫеп алды. “Һолоһон үҙе ашаһын.”
Тәслимә бынан бер йыл элек булған ваҡиғаны күҙ алдынан үткәрҙе.
Резеданан һуңға ҡалып ошолай сәй эсеп ултыра ине, ҡыңғырау шылтыраны. Кем булыр тип шикләнеп торғанда: «Ас, мин Резеданың нәнәһе», – тинеләр.
Күҙҙәрен зәһәр йылтыратып шәшке тун, башлыҡ кейгән оло ғына ханым килеп инде.
– Һин кем? – тип һораны ул шаҡтай уҫал итеп.
– Тәслимә.
– Тәслимә булыуыңда эшем юҡ. Ни эшләп ултыраһың бында, тимен?
– Ә-ә, беҙ бергә торабыҙ.
– Нахлебница инде.
– Юҡ, үҙем ашарға алып торам, ауылдан да килтерәләр.
– Һинең кеүекте тотор өсөн миндә йәшәмәй ул. Хәҙер үк ҡыуып сығарып ебәрер инем дә, эшкә ярап ҡуйыуың бар.
– Ниндәй эш?
– Резеда менән Рәсүлдең араһын боҙаһың.
– Юҡ, Резеда минең дуҫым.
– Иҫәр! Сумкаңды йыя башла. Разный помойканан килеп йәшәп яталар, етмәһә, мнениеларын әйтеп маташалар.
Тәслимәнең ҡото осто. Ҡыш башланып тора, ҡайҙан фатир табаһың.
– Хат, телеграмма килһә, алып йыртырға тырыш. Тунлы булырһың, әгәр ҡулыңдан килһә.
Тәслимә, шулай итеп, иблис менән килешеү төҙөнө. Резеданың, нәнәһенә үпкәһе булһа ла, өләсәһе бит. Диләрә ханымдың һүҙен йыҡмай, ял көндәрендә бара, ике-өс кискә ҡунып та ҡала. Уныһы йә кәйефем юҡ, сирләп торам, йә тәмлекәйҙәр бешерҙем, тип ҡыҙын саҡырып ҡына тора.
Әхирәт хаттарҙы эләктерә, әммә бөтәһенә лә өлгөрмәй. Шулай ҙа һуңғы телеграмма Тәслимә ҡулына эләкте. Шуға күрә бөгөн уҡырға бармай Рәсүлде көтә. Резеда активистка кеше – университетта тотҡарланып та китә торған ғәҙәте бар. Йә төшкөһөн кафела ашап, китапханала ултыра. Ул бында ла гел «биш»легә генә уҡый. Өйҙә тик ултырып ҡына быға ирешеү мөмкин түгел. Шуға күп ваҡыт кисләтеп кенә ҡайтып керә.
Тәслимә әлән-борхан килде – урын йыйыштырып, иҙәнде һөртөп, аш бешереп алды. Биҙәнде. Эш бөтөүҙе көткәндәй, ҡыңғырауға баҫтылар. Тәслимә өтәләнеп барып ишекте асты. Ҡаршыһында һалдат формаһында һыу һөлөгөндәй егет тора ине. Тәслимәне күргәс, балҡыу йөҙөн аптырау алмаштырҙы. Әйтерһең, эске яҡтан төймәгә баҫып, нурын һүндереп ҡуйҙылар.
– Резеда бушамай, өйҙә мин генә.
– Нисек бушамай? Телеграмманы алманымы ни?
Тәслимә ыҡ-мыҡ итте. Рәсүлдә уның ҡайғыһы юҡ.
– Мин университетҡа барам, моғайын, табырмын.
– Йөрөмә, китапханалалыр ул. Кисектермәй торған эше бар. Оҙон юлдан арығанһыңдыр бит, ашап ал, ял ит. Резеда ла ҡайтып етер.
Ҡыҙ һыуытҡыста булған аҙыҡ-түлекте өҫтәлгә теҙҙе, аш һоҫто. Егет ваннала йыуынып сыҡҡансы сәй бешерә торған сәйгүнгә, ашҡа ла йоҡо дарыуы иҙеп һалды. Таблеткаларҙы Диләрә ханым алдан биреп ҡуйғайны.
Бер нәмә лә һиҙмәгән егет ҡыҫтатмай ашаны, сәйен дә эсте, яңынан яһатып алды. Виноға ҡағылманы.
– Ниңә эсмәйһең, ҡайтыу хөрмәтенә?
– Беҙ Резеда менән был нәмәгә ҡағылмайбыҙ.
– Беләм инде. Сығарылыш кисәһен оноттоңмо? Хи-хи-хи! Арығанда йотҡандан ни була?
– Эйе, арытылған. Ҡайтырға ваҡыт етә башлағас, йоҡо ҡасты.
– Йә, улайһа ял ит. Резедаға шылтыратып булмай, эш менән булһа, телефонын һүндерә. Аҙ ғына ҡалғас, түҙ инде.
Ҡыҙ өлтөрәп урын йәйҙе:
– Сисенеп, иркенләп ят.
Ике көн буйына өҫкө кейемен һалмай поезд һәндерәһендә килгән егет түшәккә ауыу менән тәрән йоҡоға талды.
Тәслимә шулай хәстәрлекле була алыуына үҙе аптыраны. Ҡыҙ егеттең көньяҡ ҡояшы алтын йүгерткән таҙа, шыма йөҙөнә, ҡыҙҙарҙыҡы кеүек оҙон керпектәренә, ҡош ҡанатылай ҡыйылып киткән ҡаштарына, үҙ һүҙле ҡыҫылған ирендәренә һоҡланып ҡарап тора. Тыйнаҡ, саф күңелле, тәртипле егеткә бөтә ҡыҙҙар тиерлек ғашиҡ ине. Ә ул Резеданы ғына үҙ иткән булды.
Бына хәҙер күптәрҙең хыялы булған шул егет Тәслимә ихтыярында. Юҡ, форсатты ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Шашҡан ҡыҙ үҙен һыйындырған, бөлгөнлөккә төшһә, аҡсаһын, хатта өҫтөнән кейемен һалып биргән эскерһеҙ дуҫының изгелеген онотто.
Бокалға күҙмәләмә ҡойоп шарап эсте, алдыра һалып бармағас, йәнә-йәнә йотто. Әлән-борхан сисенеп, егет янына ауҙы. Ҡыҙған баштан һурып-һурып үпте, ҡосаҡланы, егеткә миндек япрағы төҫлө йәбеште, һуңынан йоҡлап китте.
…Резеданың эсе бошто. Лекцияларҙа шул тиклем ауырлыҡ менән ултырҙы, үрһәләнде. Иң яҡшы студентканың тарҡаулығына уҡытыусылар ҙа иғтибар итте.
Китапханала ла тынғылыҡ тапманы. Арлы-бирле кейенеп сығып китте. Уға ни өсөндөр Рәсүл ҡайтып йорт алдында тапанып көтөп торған төҫлө тойола ине.
Юҡ… Подъезд алдында бер кем дә көтмәй. Өсөнсө ҡатҡа тын да алмай йүгереп менде. Нисек етте шулай өҫтөн һалып залға үтте. Сытырлатып күҙен йомдо, асты. Ҡолас ташлап, аяҡтарын айырып йоҡлаған Рәсүлгә шәрә Тәслимә һарылған. Өҫтәлдә – вино шешәһе.
«Рәсүл, һин шарап йотмай инең бит? Ажғырып, елтерәтеп торғоҙорғамы шаҡшыларҙы? Сүмесләп һалҡын һыу ҡойорғамы?»
Резеда туғарылып креслола ултыра ла ултыра.
«Ике оятһыҙ арҡаһында үҙенә ҡул һалмаҫ. Юҡ, юҡ! Был битһеҙҙәрҙе уятып нимәлер асыҡлап та тормаҫ.»
Ҡыҙ тороп уҡырға йөрөтә торған сумкаһын алып, пальтоһын өҫтөнә ҡапланы ла сығып китте. Ноябрь аҙағының әсе елле көнөндә салғыйҙарын ике яҡҡа туҙҙырып атлап барған ҡыҙға кешеләр сәйерһенеп ҡарап уҙа.
– Ҡыҙыҡай, һиңә ни булды? Һалҡын тейҙерәһең бит, туҡта, – тип берәүһе әйтәһәсе. Бер кем дә туҡтатмай. Ҙур ҡалалағы кешеләр фажиғәһе уларҙың яңғыҙлығынандыр. Берәүҙең дә һиндә эше юҡ.
«Ҡайҙа юл тотам әле? Яҡын күреп йөрөгән Неляға барырғамы? Аҡыллы әхиәртем хәлде тиҙ асыҡлар.» Юҡ, ҡыҙ өләсәһе янына китә торған маршруткаға ултырҙы.
Нәнәһе «детка» тигән булып, шатланып ҡаршы алды. Әҙерләнеп көтөп торған кеүек, өҫтәле тулы ризыҡ. Резеда яратып ашай торған голубцылар, емеш-еләк, ҡамыр аштары... Бәлештәрҙе заказ менән бешертеп ала торғайны. Бөгөн ниндәй байрам һуң? Ҡыҙ ауыҙына ҡапҡан ризығын йота алмай аҙапланды.
– Нәнәй, ятҡым килә, – ул бәләкәс бала һымаҡ бөрөшөп кенә ултыра, ҡарауы ҡыҙғаныс…
– Хәҙер, балам, хәҙер, – балаһының яурынынан тотоп бүлмәһенә алып китте, урын йәйҙе, өҫтөн һалдырҙы, пижама кейҙерҙе. Бәпес ҡараған һымаҡ ҡыланды.
Ҡыҙ күҙен йомдо, үҙен әллә ҡайҙа төпкөлгә сумып киткәндәй тойҙо. Ҡабағын күтәрергә маташты, күтәрә алманы. Йәш организм йоҡоға сумды. Һаташты. Рәсүл ялбарып ҡарап тора, ул да өшөй, ахыры. Шул ҡәҙәре ҡурышып төшкән. Резеда уға ынтыла. Әллә ҡайҙан йыуан һәм нескә шайтан килеп сыға, араға инәләр, ҡотороп бейейҙәр, һаһылдап көлөшәләр. Юҡ, шайтан маскаһы кейгән әҙәмдәр түгелме? Ҡорһағын һелкендереп, лупандап бейегәне – нәнәһенә, бер туҡтауһыҙ шырҡылдағаны Тәслимәгә оҡшаған төҫлө. Рәсүлде ҡап-ҡара томан бөркөлгән упҡынға этәрәләр, уныһы аҙ ғына ҡаршылашмай ҙа, исмаһам. Рәсүл юҡҡа сыҡты, улай ҙа упҡынға төшмәне. Йыраҡта атаһының машинаһы күренеп ҡала, тик ул һаман килеп етмәй.
Бына ҡыҙ япа-яңғыҙ сүллектә йөрөй. Эҫе ҡом табандарын өтә.
Ул иртән хәлһеҙ булып уянды. Тәне уттай яна. Өләсәһе температураһын үлсәне. Йүгереп залға сығып, ашығыс ярҙам саҡырҙы. Олатаһы ла ейәнсәре тирәһендә уралды.
– Олатай, китмә, – ҡыҙҙың тауышы бик сибек сыға.
– Юҡ, юҡ, балам.
Сәлимйән Fимранович ҡарсығының холҡон белә, ейәнсәренең яҙмышына ҡыҫылғанлығын да аңлай. Ләкин уның ниҙәр ҡылыуы мәғлүм түгел уға. Ашығыс ярҙам тиҙ килде. Йәш доктор ҡыҙҙы ентекләп ҡараны.
– Фолликулярная ангина, – тине. – Бер аҙна түшәктән тормаҫҡа.
Рецепттар яҙҙы, баллы эҫе һөт эсергә ҡушты.
Эш ангинала ғына түгел. Кисә юҡҡа ғына ҡыҙ бала ялан баш, ҡуйындары асыҡ килеш килеп инмәне бит инде, быныһын Сәлимйән Fимранович осраҡлы ғына күреп ҡалғайны. Ҡарт, ауыр көрһөнөп, кабинетына инде лә мемуар яҙыуын дауам итте.
* * *
Рәсүл һиҫкәнеп күҙҙәрен асты. Сайҡалмай, һелкенмәй – вагон һәндерәһе түгел. Резеданың фатирына килеп йоҡлағаны иҫенә төштө. Бәхетле, бәхетле ул. Йәһәннәм ояһы Кавказдан имен-һау ҡотолоп үҙ иленә ҡайтып етте. Әлеге мәлдә шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныстың булыуы мөмкин түгел.
Бер тәүлек йоҡлаған да ҡуйғанмы шулай? Фатирҙа бер кем юҡ. Тәҙрәнән ҡала шауы ишетелә. Ишек бикле, асҡыс күренмәй. Шулай булғас, егет өй ташлап сығып китә алмай инде. Китһә, йә кәрәк кеше табылмаҫ, йә кире инә алмаҫ. Яҙыу-фәлән ҡалдырылмаған. Йорт эсе бола, өҫтәл йыйыштырылмаған. Резеданың холҡо улай түгел ине бит. Ул һәр ваҡыт бөхтә, теүәл кеше.
Рәсүл сәй ҡайнатып эсте, һауыт-һабаны йыйыштырҙы, урынды тәртипкә килтерҙе. Хатта иҙән туҙанын һөртөп алды. Аш бешерергә ҡуйҙы.
Сәғәт ике, өс етте. Һаман ҡайтыусы юҡ. Күңеленә шом төштө. Аш та бешкәс, Рәсүл хужаларҙы көтмәй ашап алды. Армия режим менән туҡланырға өйрәткән, асыҡҡайны.
Ниһайәт, ишектә асҡыс шығырланы. Тәслимә ҡайтып инде. Рәсүлдең йөрәге «леп» итеп ҡалды ла, ашҡынып тибә башланы. Һүҙһеҙ генә Тәслимәгә төбәлде. Ул күҙҙәрен йәшерә, дежур һүҙҙәр менән һөйләшә.
– О, аш бешкән икән дә, – тип шатланып киткән булды. Рәсүл уның менән өҫтәл артына ултырманы.
– Резеда ҡайҙа?
Тәслимә һаман һуҙа, өндәшмәй.
– Йә, әйт.
– Әйтһәм-әйтәйем, ул һине яратмай.
Рәсүл аптырашта ҡалды.
– Тәүге курстан бирле Тимур тигән адвокат егет менән аралаша.
– Ялған!..
– Ниңә ялған булһын. Һин кем? Бер дембель. Аҡсаң да, атаңдан ҡалған донъяң да юҡ. Ауылда бәләкәй генә өйөң, ул да әсәйеңдеке.
– Резеда ундай түгел бит, ниңә ҡара яғаһың?
– Улайһа ҡайҙа йөрөй һуң? Ҡайтыуыңа икенсе көн бит инде. Күҙен дә күрһәтмәй. Ҡасып ята ул Тимур менән.
– Нисек булһа ла, Резеда күҙемә ҡарап дөрөҫөн әйтер ине.
– Өндәшмәй, аҡланмай ғына күҙҙән юғалыуы анһат та баһа?
Егет ярһып кейенә башланы.
– Ҡайҙа бараһың?
– Ҡайтам, өйҙә дүрт күҙ менән көтөп торалар бит.
– Хәҙер һуң бит инде
Егет ни ҡылырға белмәне. Нисек кенә төндө үткәрер?
– Ҡайҙа, өләсәһенә шылтыратайым әле, – Тәслимә тағы алданы. Осраҡлы номер йыйҙы, унда оҙон гудоктар ғына ишетелде.
Ҡыҙ тағы вино ултыртты. Егетте саҡырҙы.
– Эсмәйем тинем бит.
– Кил, еңел булыр.
– Йәнде көйҙөрмә, – егеттең уйҙары менән генә ҡалғыһы килде.
Рәсүл Тәслимәгә арҡаһын ҡуйып ятты. Уныһы эргәһенә килеп ултырҙы.
– Кит.
– Кисә бергә ятҡанды оноттоңмо ни?
– Нимә-ә?
– Шулай булды.
– Ниңә, мин үлгәйнемме ни?
– Мин һиңә ят түгел. Этәрмә.
– Ауылдаш, класташ ҡыҙҙың шундай булыуы ғәрлек.
Тәслимә ғәрләнде.
– Үкенерһең ошо һүҙҙәрең өсөн.
Егет тороп кейенә башланы.
– Тағы ни булды?
– Вокзалға китәм.
– Ҡал. Яҡын килмәм бүтән.
* * *
Ауыл шул уҡ. Әйтерһең, ике йыл үтмәгән. Әсәһе менән һеңлеләре өлтөрәп йөрөй: аш бешерәләр, ҡоймаҡ ҡоялар, мунса яғалар. Яңы джинсы, пуловер, күлдәк, куртка, тағы әллә нәмәләр алып ҡуйғандар. Дембель синыфташтары Вәрис менән Ринат килде. Егеттәр күстәнәс ҡыҫтырып килгән.
Башта Рәсүлгә ҡыйын булғайны, ләкин һуҡмыш егеттәр оялып торманы. Өҫтәлгә шапылдатып килтереп ултырттылар. Аш янында төшөрә башланылар. Эсе күмһеп йөрөгән Рәсүл дә баш тартманы был юлы.
Әсә аптырап улына ҡарап-ҡарап ала. Улының һөйләшергә ашыҡмағанына ғәжәпләнә. Әле егеттәргә мөкиббән киткән. Һүҙ армиялағы ваҡиғалар тирәһендә ҡуйыра. Саманан тыш фәстереү, маҡтаныу. Улар хәҙер батыр, ни һөйләһәләр ҙә килешә. Бигерәк тә Вәрис. Ҡасан сержантты һемәйткән, ҡасып һыра һемергән. Әйтерһең, армияға шуның өсөн барған. Егеттәр бәйелһеҙләнә башланы, телдәренән русса һүгенең һүҙҙәре ысҡына башланы. Рәсүл уларҙы тышҡа әйҙәне.
Бер аҙҙан күҙе таҫрайған Әлиә атылып килеп инде:
– Ағайым да улар менән тәмәке көйрәтә!
Мәрзиә көрһөндө.
– Бүреләр янында ҡуян булып булмай, – тип ҡуйҙы. Шулай ҙа бер аҙҙан:
– Улым, мунса бөттө, тәүгеһенә һин бар, – тип әйтмәй түҙмәне.
Егеттәр Рәсүлде үҙҙәре менән сығып китергә димләй ине. Әсәһенән оялып, баш тартырға көсө етте. Мунса ла инелде. Тик һүҙ ялғанманы. Рәсүл үҙенә йомолоп тик ултырҙы, телевизор ҡараған кеше булды. Уйҙары әллә ҡайҙарҙа йөрөгәне һиҙелеп тора.
Ултырып арығас, йоҡларға ятты.
Алсаҡ, мөләйем Рәсүлгә ниҙер булған бит. Янында йөрөгән һеңлеләрен дә бер ни тип белмәй. Мәрзиә Рәсүл менән Резеда араһында ниҙер булғанына төшөндө. Уны йоҡо алманы, күҙҙәре шар асыҡ, уларҙың йомолорға теләге юҡ. Нисек улының күңеленә юл табырға?
Саҡ ҡына төнәп алды ла эшкә китте. Мәрзиә әйләнеп ҡайтыуға ҡыҙҙар уҡыуға киткәйне. Ул малын тәрбиәләргә сыҡты, улын уятырға йәлләне. Мейес бөтөп, өй йылыныуға ғына улы торҙо. Уның бойоҡ сырайын күреп, әсәнең йөрәге өҙөлөп китте. Ниңә, исмаһам, иҫән-һау ҡайтыуына ҡыуанмай икән?
– Улым, ни булды? Ниңә сырайың бер ҙә асылмай?
– Бер ни ҙә булманы, – тип мөңгөрҙәне улы.
– Ҡайтыуыңа шатланмайһыңмы ни?
– Ҡайтмаһам, арыу булыр ине. Ана, БМП-ға тейәлеп китеп барған иптәштәргә тау араларынан гранатомет менән аттылар. Ҡайтырға ни бары бер аҙна ҡалғайны. Заданиела ҡатнашырға бер кем дә мәжбүр итмәне.
– Шулар өсөн көйәһеңме?
– Бар инде.
– Аят уҡытырға кәрәк булыр.
– Булашма, фәтеүә юҡ.
«Ни генә булды икән?»
Әсәһе ҡыҙҙырып биргән бәрәңгене ашағандан һуң, сығып китте. Ярҙамсыл, егәрле Рәсүл донъяһына төкөргән, хәҙер уға бер ни кәрәкмәй төҫлө тойолдо әсәгә. Көн оҙоно күренмәне, төнөн дә ҡайтманы.
– Вәрис менән йөрөй, – тине Әминә.
Шунан башланды: ҡайтһа – ҡайта, ҡайтмаһа – юҡ. Шулай көн артынан көн уҙҙы. Мәрзиә ҡара ҡайғыға батты, ҡыҙҙар күңелһеҙләнде. Өйҙән мәйет сыҡҡан һымаҡ.
Ауылда, Резеда кейәүгә сыҡҡан, тип һөйләйҙәр. Рәсүл үҙен ҡулға алырға уйламай ҙа. Үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын, тип йәшәй бирә. Хужалыҡ бар ни, юҡ ни. Әсә көн дә өмөтләнә, көтә, бөгөн асыҡлыҡ индереп һөйләшермен, иртәгә һөйләшермен тип уйлай. Юҡ инде, юҡ. Бәй, шулай ай үтеп бара лаһа!
Көндәр ҙә үтә ҡотһоҙ. Декабрь башланды, һаман ҡар яумай. Рәсүл киткән йылды шулай булғайны.
“Башы эскегә һабышып, юҡҡа сыҡҡанын күрә йөрөп, бер нәмә лә ҡылмау үҙе гонаһ.”
Мәрзиә эштән ҡайтҡас, арыу ғына кейенде лә, идараға китте. Үҙе өсөн нимәлер һорап асмаған ишекте балаһы хаҡына асырға булды.
Мансур Мәрзиәнең ҡупшы кәүҙәһен алыҫтан танып, тәҙрә янына барып баҫты. «Ҡайҙа бара булыр? Онотолмағас, онотолмай икән. Күргән һайын йөрәкте һыҙып үтә, быуынға төшә. Был яҡҡа килә. Әллә идарағамы?»
Мансур Һилалович өҫтәл артына барып ултырҙы, алдындағы ҡағыҙҙарға күҙ һалған булды. Ул арала ишектә Мәрзиә күренде. Туп-тура Мансур ҡаршыһына килде. Мансур ултырғысҡа ымланы.
– Юҡ, ултырып тороу ҡайғыһымы ни? Резеданы кейәүгә биргәнһең, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– Һин нимә? Аҡылдан яҙҙыңмы? Улың ҡайтҡан. Бында аяҡ баҫмай, иҫәнлек һорашып та китмәй.
– Fорур булғас, үҙегеҙ башлап хәл-әхүәл һорау түбәнлегенә төшмәйһегеҙ инде. Оҙон телдәр Резеда бер юристҡа кейәүгә сыҡҡан, тип һөйләй.
– Нимә миңә урам ғәйбәте килтерәһең? Мин ҡыҙымды кейәүгә биргәнем юҡ. Аңлатмай-нитмәй миңә ташланаһың.
–Ташланырһың, балаң күҙ алдында юҡҡа сығып барһа, – Мәрзиәнең күҙенән эре күҙ йәштәре атылып сыҡты. Мансурҙың уның йәштәрен һөртөп, иркәләп йыуатҡыһы килде.
– Егет кеше үҙе килеп асыҡлай алмай инде?
– Йәш бит, ул да ғорур. Йәне сыҡһа ла, зарланмаҫ, ялынмаҫ. Тик көндән-көн һүнә генә бара.
– Бына нәмә, тыныслан. Асыҡлармын, хәл итермен. Бөгөн үк, бына хәҙер үк.
– Ярар, һиңә ышанмай, кемгә ышанайым хәҙер?
Мәрзиә ҡырт боролоп сығып китте. Ошо ҡыҫҡа һөйләшеүҙә уның бөтөн булмышы күренде. Артыҡ сурытмай тура әйтеүе, хәйләһеҙлеге, ышаныуы.
«Аһ, Мәрзиә, Мәрзиә! Бер килеп онотолорһоңмы, юҡмы?»
Мансур Һилалович йоҙроғон төйнәне, үҙенең шулай ҡалын тиреле булыуына йәне көйҙө. Телефонға тотоноуҙан фәтүә юҡ. Етеҙ атлап ҡайтып китте.
Иренең даһырлап ҡайтып инеүенән Розалия ханым шөрләй төштө.
– Резедаға ни булғанын беләһеңме? – тауышы ҡәтғи яңғыраны.
Ҡатыны кинәт үкһеп илап ебәрҙе:
– Резеда бик ҡаты ауырып ята.
Мансур аптырап ҡалды:
– Шайтан алғыры! Берәүҙәр кейәүгә сыҡҡан, ти, һин ауырый, тиһең. Минән нимә йәшерәһегеҙ? Ни булған?
– Минең бер ғәйебем дә юҡ. Ҡыҫылышым да юҡ. Әсәй… – тип илауын дауам итте ҡатын.
– Ул убырлы ҡарсыҡ ниҙәр ойоштороп ята тағы? Бер бөртөк ҡыҙымды һәләк итергә юл ҡуймам.
Ир шкафтан ҡалаға йөрөй торған кейемдәрен алып кейҙе.
Розалия уның беләгенә барып аҫылды:
– Мине лә алып бар.
– Йәнемде көйҙөрмә. Баланы нимә эшләтергә белмәнегеҙ. Уға берәй ни булһа, әсәң менән икегеҙҙе бер итермен.
Розалия уның һайын нығыраҡ иланы, уға Гөлчәһрә ҡушылды, йүгереп килеп әсәһен ҡосаҡланы.
– Шаулама ул тиклем, – Мансурҙың күңеле йомшарҙы. – Баланы ҡурҡытаһың, – тине ишектән сығып барышлай.
– Күстәнәскә ҡаҙ алһаң ни була, – Мансур ҡул ғына һелтәне.
Гараж ҡапҡаһы асылды, ҡара джип зыйлап сығып та китте.
* * *
Резеданың сирләүенә байтаҡ ваҡыт. Ангина үтте, тик ҡыҙ һауыҡманы. Тән ҡыҙыулығы һүрелмәне, һаман һаташып янып-көйөп ауырыны.
Ҡыҙҙы күренекле белгестәргә лә күрһәтеп бөттөләр, анализдар бирҙеләр. Улай ғына бер нәмә лә белә алманылар. Яңыраҡ килгән күренекле профессор уйландырыр һүҙ әйтте:
– Ҡыҙ – һау-сәләмәт. Бөтә ағзалары сәғәт кеүек эшләй. Бала берәй стресс кисермәнеме? Күңеле ауырый уның. Психиатрға күрһәтергә кәрәк.
Диләрә ханым ҡурҡты. Ҡартына ла әйтә алмай. Уныһы былай ҙа шикле ҡарап йөрөй. Етмәһә, Тәслимә тынғы бирмәй, көн дә шылтыратып, үҙенә тейеш аҡсаны һорай, шантажлай: «Һеҙҙең ни ҡыланғанығыҙҙы Резеданың атаһына еткерәм», – ти.
Ауырыу ҡыҙҙы олатаһына ҡалдырып, Диләрә ханым Тәслимәгә китте. Егерме меңде өҫтәлгә ырғытты.
Ҡыҙ ауыҙын оятһыҙ йырып, аҡсаны һананы ла:
– Был етмәй, – тине.
– Ах, етмәйме? Икенсе йыл бер тин дә түләмәй фатирҙа ятаһың. Бөгөн үк юғалмаһаң, милиция саҡыртам.
Инде Тәслимә ялыныуға күсте:
– Фатир табырға берәй аҙна ваҡыт бирегеҙ инде.
– Юҡ, теләһә ни эшлә.
– Шулаймы? Былай булмай! Резеданы ауырыуға һабыштырҙығыҙ, мине насар юлға этәрҙегеҙ. Һеҙҙе тыңлап, аҡсаға алдандым, яҡын дуҫымды юғалттым. Мин дә тик тормам.
– Ярай, берәй аҙна түҙермен.
– Шулай тип ҡотолоғоҙ.
Диләрә ханым үҙенең артыҡ шаштырып ебәреүен яңы аңлағандай итте. Тамам ҡарсыҡҡа оҡшап, бөкрәйеп кенә Тәслимә янынан сығып китте.
Өйөндә шул уҡ хәл. Хәлдән тайған ҡыҙы түшәмгә ҡарап ята бирә. Сырайында ғазап, өмөтһөҙлөк ҡатып ҡалған, йөҙөнә һары яғылған. Эштәр хөрт. Нимә эшләп ҡарарға инде?
Ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Асһа – кейәүе Мансур тора. Ҡарашы уҫал. Ҡарсыҡтың ҡото осто. Ир, ботинкаларын ырғытты ла, тунын да һалмай залға үтте.
– Ҡайҙа минең ҡыҙым? – тип екерҙе.
– Атай, мин бында, – нескә генә тауыш сыҡты. Резеда ишек яңағына тотоноп баҫып тора ине.
– Балам, ни эшләттеләр һине? – уҫал, ғорур ирҙең яңағы буйлап йәштәр тәгәрәне.
Мансур карауаттан йөн одеалды алды, ҡыҙын иркәләп төрҙө.
– Атай, сумочкамды онотма.
– Киттек, ҡыҙым. Мансур бүтән һүҙ әйтеп тормаҫтан ҡыҙын күтәреп алып сығып китте.
Өйҙәгеләр һүҙ ҡушырға баҙнат итмәне. Бер аҙ барғас ҙур супермаркетҡа туҡтап, һурпалыҡ тауыҡ, һуған, гранат емештәре, помидор-ҡыяр алдылар.
Улар барып ингәндә, Тәслимә фатирҙа ине. Ул ҡурҡышынан ҡатып ҡалды.
– Һөйлә, – тип бойорҙо Мансур Һилалович.
Ҡыҙ тотлоға-тотлоға Диләрә инәһенең планын, үҙенең шул маҡсатҡа ярҙам күрһәтеүен һөйләп бирҙе.
Мансур уға мең һум аҡса ырғытты:
– Бына таксилыҡ. Хәҙер үк олаҡ. Йә тыйыла алмай, бәргесләп ташлармын, – тине.
Тәслимә шым ғына сумкаһына әйберҙәрен йыйҙы. Сыбыҡ осо туғандарына барырға иҫәп тотто.
Атай кеше шартына килтереп һурпа бешерҙе, салат тураны.
Резеда һалдат-күлдәк ыштаны кейеп таралып йоҡлап ятҡан Рәсүлде, уға йәбешкән Тәслимәне күҙ алдына килтерҙе. Шулай насар ҡуйылған спектаклде аңламауына иҫе китте. Уға йән инде.
Аталы-ҡыҙлы тәмләп һурпа һемерҙеләр. Ҡыҙҙың маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты, йөҙөнә нур йүгерҙе.
– Бәлки, академ алырһың? – тине атаһы – Күп нәмә юғалтмайһың.
– Әллә…
– Хәҙер барыбер һауығырға, хәл алырға кәрәк.
– Телефоның ҡайҙа? Ауылға шылтыратып, һөйләшеп алырға кәрәк.
Мансур ауылға шылтыратып, өҙөк-өҙөк һөйләшеп алды. Бойорҙо, аңлатты.
Йәнә ҡыҙы ҡаршыһына килеп ултырҙы.
– Ҡыҙым, ни эшләп улай бирешеп ятаһың? Һин бит үҙ һүҙле, ихтыярлы инең.
– Атай, хыянатты күтәрә алмайым икән. Дуҫың менән егетең бер юлы хыянат итһен әле.
– Рәсүлдең ғәйебе юҡ. Икегеҙ ҙә бер ҡалыптан һуғылған. Ул да һине хыянат иткән, тип уйлап туғарылып киткән.
– Беҙ айырым була алмайбыҙ. Бер-беребеҙҙән башҡа юҡҡа сығырға торабыҙ.
– Артыҡ һуҙыуҙан фәтүә юҡ. Тағы әллә кемдәр аяҡ салыр. Яңы йылға бергә булып ҡуйырһығыҙ.
Ҡыҙҙың биттәре бурҙаттай булды. Оялып ҡына:
– Ярай, атай, – тине.
* * *
Резеда академ алды. Университетта йөрөп төш етә яҙҙы.
Унан бутиктарға барып кейем алдылар. Декабрь көнө кискә ауыша башланы.
Ауыр юлды яҡты күҙҙә үтергә теләһәләр ҙә, барып сыҡманы. Таулы, борма-борма тығыҙ Силәбе трактын ауырлыҡ менән үтеп, Кропочевоға килеп еттеләр. Артабан Мансур Һилалович осто ғына. «Мәрзиә көтөп торһон, Резеда тура уға ҡайта», – тип телефодан хәбәр итеп ҡуйғайны.
Дауыл ҡуптарып тигәндәй Рәсүлде эҙләй башланылар. Кемдер уның яр ситләп ҡуш өйәңке яғына китеп барыуын әйтте.
Әминә ағаһы артынан йүгерҙе. Ҡаршыһына ҡулына арҡан тотоп алған Рәсүл үҙе осраны. Һеңлеһенең ҡобараһы осоуын күреп:
– Ҡуш өйәңке мине кире ҡайтарҙы, – тине. – Мин бит ел-дауылға, шартлап торған һыуыҡҡа, ташҡындарға бирешмәй, көрәшеп йәшәйем. Һин дә көрәш, тырыш, – тип әйтте. Ышанмайһыңмы? Ҡолағыма шундай ауаз ишетелгәндәй булды.
– Тиҙерәк, Резеда апай ҡайта.
– Һатлыҡ йәнме?
– Нисек оялмайһың? Тәслимә һине алдап ҡайтарған. Һин тикшереп тә тормай аҡылдан яҙып йөрөйһөң. Ағайым шундай слабактыр тип уйламай инем…
Мансур Һилалович ауыл урамына инеү менән Мәрзиәнең өйөнә күҙ һалды. Йорттоң бар тәҙрәләрендә, ихатала балҡып ут яна. Ҡапҡа төбөндә бер-ике һын ҡайнаша.
Рәсүл һеңлеһе Әминә менән түҙемһеҙләнеп көтөп тора ине.
Мансур Һилаловичтың елеп килгән машинаһы Мәрзиә ҡапҡаһына боролдо.
Тәскирә ДАЯНОВА.