Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, тиҙәр. Һорамаған ҡайҙа ул! Бына мин, мәҫәлән, көнөнә кәмендә бер мәртәбә үҙемдең «ҡартлығым» менән осрашып торам.
Бер көн түрә саҡыра үҙенә. Өркә-ҡурҡа ғына астым теге күн тышлы абруйлы ишекте.
– Әйҙүк, әйҙүк. – Түрәм киң йылмайып, ихлас ҡаршы алды.
– Һеҙгә нисә йәш булып китте әле, апай? – ти был яғымлы ғына тауыш менән, күңелдәрҙе иретерлек итеп. Әллә тыуған көнөмә берәй бүләк-маҙар бирергә уйлайҙармы икән? Был фани донъяларҙа ул бүләк тигән нәмәһен әллә ни алып өйрәнмәгәс, үҙем дә һиҙмәҫтән түрә кеүек үк киң йылмайып:
– Иллем тулды инде, – тием. – Олоғайҙым...
Ул олоғайҙым тигән һүҙҙе ысындан да үҙемде оло һиҙгәндән түгел, ә былай ғына, урыҫ әйтмәксе, кәкитничәйт итеп кенә әйтеүем, әлбиттә. Ҡайҙа әле миңә олоғайыу! Хоҙайҙың биргәненә шөкөр, тештәр теүәл, һыҙланып-шыңшып йөрөгән юҡ. Йөрәк тә йәш. Эшкә килгәндә инде, йәш-елкенсәктән ҡалышмайым, уҙҙырмаһам. Әле лә түрәнән комплимент көтәм. Ҡайҙа әле һеҙгә олоғайыу, ҡыҙҙар кеүекһегеҙ, тип әйтеренә өмөт итәм.
– Дә-ә-ә, – тип һуҙа түрәм. – Бик ауырҙыр инде йәштәр коллективында эшләүе...
Нимәгә төрттөрә ул? Эштең ауырлығына ғүмере зарланғаным юҡсы.
– Юҡ, бер ҙә генә ауыр түгел, – тием йәһәт кенә. – Әллә берәй хата...
– Юҡ-юҡ, борсолмағыҙ, бер хата ла юҡ. Киреһенсә, тырыш, егәрле белгес булараҡ, һеҙҙе бик ихтирам итәм, – тип мине йыуата түрә.
– Рәхмәт, – тием, ә үҙем инде хыял ҡанаттарында осам, хатта бер миҙгелгә ҡайҙа ултырыуымды ла онотам. Моғайын, был мине берәй исемгә тәҡдим итмәкселер, мәйтәм, насар булмаҫ ине. Үәт, исмаһам, ҡайҙа ғәҙеллек, үҙем һорап, ялбарып-инәлеп алмайым, ә эшемә күрә! Үҙе түрә!.. Ләкин түрәнең тауышы мине «шап» иттереп ергә төшөрә.
– Эйе, ауырҙыр оло кешегә... Беҙ һеҙҙе артабан да интектермәҫкә булдыҡ бит әле, апай. Әйҙә, рәхәтләнеп ял итегеҙ.
– Мин бит әле ял итергә теләмәйем, йәшем дә етмәгән, – тием ишетелер-ишетелмәҫ, йөрәгем әрнеүен баҫырға тырышып.
– Эй, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле апаҡайым! – Түрә өҫтәл артынан тороп һүҙен дауам итте. – Мәшәҡәттәрегеҙ баштан ашҡан. Һеҙҙең кеүек оло кешегә улай көсөргәнешле тормош менән йәшәү зарарлы бит. Шуны уйланым-уйланым да, һеҙҙе хаҡлы ялға оҙатырға булдым әле. Ҡарттарҙы һаҡларға кәрәк, һеҙ бит беҙҙең тере тарих. Эйе...
Аяҡ аҫтынан иҙән шылып киткәндәй тойола. Әллә баш әйләнә инде? Тәүбә! Оло ла оло ти торгастары, үҙемде ысынлап тороп ҡарт итеп хис итә башланым. Ултырғыстан саҡ күтәрелеп, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ишеккә табан атлайым. Түрәм түбәнселек менән мине оҙатып, ҡултыҡлап уҡ сығарып ҡуя.
– Рәхәтләнеп ял ит, апай, әйҙә, ирекле тормош һауаһын һулап кинән, – тип өҫтәй ул әлеге лә баяғы хәстәрлекле тауыш менән.
Өйгә саҡ ҡайтып йығылам. Баш сатнап ауырта, күңел болғана. Балалар ҡайтҡас, күҙ йәштәремә быуыла-быуыла хәлемде аңлатам.
– Китсе, шуның өсөн бөтөрөнөп ултыраһыңмы? – тип, ҡыҙым миңә аҡыл өйрәтә башлай. – Һинең йәштәме инде дәүләт эше өсөн илап ултырырға?! Күптән кәрәк ине. Мин президент булһам, илле йәшлектәргә, ғөмүмән, өйҙә генә ултырырға ҡушып указ сығарыр инем әле!
Ҡыҙымдың һүҙен кейәү «һә» тигәнсе эләктерә һалып та ала:
– Эйе шул! Борсолма, ҡәйнәм, эш етерлек һиңә. Ана, баҡсаға ла йөрөй алмайбыҙ, бар, ял ит йәй буйы. Һинең кеүек ҡарт-ҡоро ғына һулай торған урман һауаһы.
– Ҡатын-ҡыҙҙың ижади көсө илле йәштән һуң ғына асыла бит, – тип ҡарайым, батып барыусы һуңғы һаламға тотонғандай. – Ғалимдар үҙҙәре быны раҫлай.
Юҡ, үҙемдекеләргә лә аңлата алманым хәлемде. Иремдең эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә башланым. Ул аңларға тейеш мине. Утыҙ йыл буйы бер һауыттан ашап-эсеп йәшәгән яҡыным да аңламаһа инде.
– Тапҡанһың хәсрәт! – ти ирем. – Аҡса етмәйме? Тапҡандан йүнләгән уҙа. Мин алып ҡайтҡан эш хаҡын аҡыллы ғына тотоноп ултырһаң, һинән уңған бисә булмаҫ.
...Күмәкләп тәҡрарлай торғас, үҙемде ысындан да оло, ҡартайған бер бисә итеп тоя башланым. Элек кейенеп-яһанып, тырнаҡ-сәсте тәрбиәләп кенә йөрөһәм, хәҙер тырнаҡ буярға ла, сәсте матурыраҡ тарап йөрөтөргә лә тартынам. Минең йәштә йәштәрсә ҡыланыу килешмәҫ бит. Көн дә эшкә йөрөмәгәс ни, башты ла бик йыш йыуып тормайым, кибет тирәһенә сығыр булһам, йәһәт кенә яулыҡ бөркәнеп алам. Тик бына кейем менән ҡалайтырға? Ғүмер-ғүмергә ҡатын-ҡыҙҙың әләм-һәләм кейеп йөрөгәнен енем һөймәне.
Бер көн шулай урам буйлап китеп барам.
– Бәй-бәй, Мәҙинә, һинме был?! Йәштәрсә кейенеп алғанһың, танымай ҙа торам, – тип, әхирәтем ҡосаҡлап уҡ алды. – Бигерәк ҡартая белмәйһең инде. Мин оялам ул улай йәштәрсә ҡыланырға.
Бына шул хәлдән һуң урамға ла сығып күренге килмәй. Кейем-һалымды тотош яңыртып алыу бик анһат түгел дә инде. Бигерәк тә бер күлдәк мең ярым һум торғанда... Бар булған күлдәк, кәстүм, итәк, тағы әллә нимәләрҙе барлап сыҡтым бер көн. Минең кеүек оло кеше кейгәндәй бер генә кейемем дә юҡ икән дә баһа! Ахырҙа, ҡунаҡ-фәләнгә, театрға йөрөр өсөн тип ҡаршы фатирҙа ғына йәшәгән Хәсбиямал ҡарсыҡтан әле туҙып өлгөрмәгән ҡыҙыл раузалы күк сатин күлдәген һатып алдым. Пат свит булһын тип, һарыға йәшел ҡусҡар биҙәк төшкән яулығын да бирҙе. Ҡарсыҡтар йәмғиәтенә инеүем менән ҡотлап. Хәҙер кеше араһына шул итәкле күлдәкте кейеп, сыбар яулыҡ ябынып йөрөйөм. Трамвайҙа шундуҡ урын бирәләр зату, элек үҙемде төрткөсләп торғоҙоп ебәрә торғайнылар. Иремдең күңеле лә тынысланды, үҙемсә кейенеп-яһанып йөрөгәнемдә ир-ат күҙен-башын уйнатып миңә йылмайһа, тере биреһе ҡуба, көнләшеп эт була ине. Хәҙер иһә үҙе сит-ят ҡатындарға күҙен-башын уйната башланы. Тик ейәнемә генә минең яңы форма оҡшамай.
– Бабуля, сними ты этот балахон, – ти бәпескәйем. – Совсем старухой стала...
– Старушка булғас, старушка инде, кит, өләсәйеңдең мейеһен серетмә! – тип атаһы улын эргәмдән ҡыуа.
Их, шулай ҙа бер ҙә әбей булғы килмәй бит әле, ә! Баҡсаны ҡый баҫты инде, тип һөйләнгәстәре, бер көн йыуылмаған иҙәненә, ебетергә һалынған керенә, бешмәгән ашына ҡул һелтәнем дә сыҡтым да киттем баҡсаға. Теге, дәүләт эшенә кейеп йөрөгән күлдәгемде кейеп, эй утаным ҡый үләнен, эй тәгәрәп йөрөп йомшарттым түтәлдәрен... Бер заман күрше генә баҡса яғынан ҡысҡыралар:
– Ҡыҙыҡай! Һеҙҙең менән танышырға мөмкинме? – тип.
Кемгә өндәшәләр икән, тип, ян-яғыма ҡарайым, берәү ҙә күренмәй. Миңә әйтәләр, имеш. Ҡыҙыҡай түгел, әбей икәнлегемде күреп ҡалмаһындар тип, оялышымдан йәһәт кенә өйгә инеп бикләндем. Ҡалған көнөмдө шунда боҫоп үткәрҙем. Күршемдең кәйефен төшөргөм, өмөтөн һүндергем килмәне. Ә шулай ҙа күңелгә шундайын да рәхәт булып ҡалды, яңынан тыуҙыммы ни!
Күршенең күҙенә салынмай ғына ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалғанда, аяҡтар ергә лә теймәй, осоп ҡына барған кеүек инем. Ҡараһам, автобус китергә генә тора. Еңел генә йүгереп барып, автобусҡа ултырҙым.
– Һинең йәштә шулай йүгерергә яраймы ни? – тигән шелтә менән ҡаршы алды мине билет һатыусы ханым. – Ҡотом осоп торам, был хәҙер йығылып үлә икән, тип. Ниңә шул тиклем сабаһың? Йөрәгең күп көттөрмәҫ ул, туҡтар ҙа ҡуйыр. Шунан кем ғәйепле? Күпме генә ғүмерең ҡалған тиһең? Үҙеңде һаҡларға кәрәк...
Уның ҡайғыртыуынан түгел, ә көндөҙгө бәхетле кәйефем үтеп бөтмәгәнгә йылмайып торам икән.
– Нимә йәш ҡыҙҙар һымаҡ ауыҙыңды йырып тораһың? Ныу, ҡартая белмәгән әбейҙәр китте хәҙер...
Ханым тағы ниҙәр һөйләгәндер, хәтерләмәйем. Күкрәк килеп ҡыҫты, күҙ алды ҡараңғыланды...
Бына, балниста ятам әле. Үҙем һаман баш ватам: ҡартая белмәгән мин хаҡлымы, әллә мине йәһәтерәк ҡартайтырға тырышҡан бүтәндәрме?
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.