Иҫке генә күлдәге тышынан уңып бөткән камзул, аяҡтарына йөн ойоҡ, калуш кейгән, көсһөҙ ҡулдары менән таяҡҡа сытырман йәбешкән бәләкәс буйлы, ҡаҡса әбейҙе ауылдаштары бер көн эсендә әле ауыл ситендә, әле тау итәгендә, әле урман буйында күреп аптырайҙар. Сәйер әбекәй, уйсан ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәп, атлай ҙа атлай. Кешеләрҙең үҙенә өндәшеүенә иғтибар ҙа итмәй, әйтерһең, бер кемде лә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Икенсе көнө оло юл буйында уның... мәйетен табалар, һуңғы төйәген бына шулай сит-ят ерҙә, йән биргән ерендә тапҡан. Ҡәбере япа-яңғыҙ, етемһерәп күренә. Кемдеке икәнен дә белмәйҙәр, күптәр, бигерәк тә йәштәр, хатта урап үтә ул тирәне. Күҙгә салынған һайын йөрәкте тетрәндермәй ҡалмай. Ваҡытында бәпестәрен иркәләп-наҙлап, төн йоҡоларын ҡалдырып, үҫтергәндер. Аҙаҡ, кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип, уҡытырға, өҫ-баштарын бөтөн йөрөтөргә бөтә көсөн һалғандыр. Кем белә, һуғыштан һуңғы михнәттәрҙе лә аҙ татымағандыр. Балалары ла, бер-береһен уҙҙырып: «Әсәй минеке!» – тип талашҡандыр, алдына үҙе генә ултырып иркәләнергә атлыҡҡандыр. Шулай уҡ: «Әсәй, нәмәкәй бешерҙең?» – тип эргәһендә йүгерешеп йөрөгәндәрҙер... Йөрөгәндәрҙер... Әммә, үҫеп еткәс, кеше булғас, ошо мәлдәр, бәлки, онотолғандыр? Бер көн килеп, бисара әсә урам уртаһында япа-яңғыҙ тороп ҡалғандыр һәм: «Балаларыма йөк булмайым, татыу йәшәргә ҡамасауламайым», – тип, башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткәндер?..
Шундай уйҙарға бахыр әбейҙе бер кемдең дә эҙләмәүе этәрҙе. Был тормошта бахырҙың йәне «балаларым» тип өҙгөләнһә лә, теге донъяла рәнйемәйме икән?
Әсә-ата һәм бала проблемаһы әлмисаҡтан быуындар буйына һуҙылып килә. Йәш саҡта балаларҙы бағабыҙ, ҡартайғас, балаларға бағабыҙ, тигән әйтем бар. Әммә күп осраҡта бала үҙенә ғүмер биргән, аяҡҡа баҫтырған, хәҙер инде сабый кеүек ярҙамға мохтаж ата-әсәһен ҡарарға бик теләмәй ҙә шул. Әйтәйек, үлем түшәгендә ятҡан ата-әсәһенең күҙ алдында донъя малын, атай йортон бүлешеү, ата-әсәһен кәрәкмәгән, әммә ташларға ла йәл әйбер кеүек, әле бер балаһына, әле икенсеһенә алып барып ташлау, шул арала ишетмәгән һүҙҙәр ишетеү, үҙенең тормошондағы барлыҡ уңышһыҙлыҡтарында ғәзиз кешеләрен ғәйепләп, йөҙөнән алып битәрләү, ул ғына түгел, ҡул күтәреү кеүек йәмһеҙ күренештәр әленән-әле ишетелеп тора.
Бер көндө мин дә ейәненең өләсәһенә: «Билмәнде ашап бөткән, убырлы ҡарсыҡ!» – тип йән асыуға ҡысҡырыуын, уға ҡыҙының: «Ҡасан дөмөгәһең инде, үләкһә! Ҡотолор инек!» – тип ҡушылып аҡырыуын ишетеп, телһеҙ ҡалғайным. Эскесе йә холоҡһоҙ булһа, бәлки, аңлар ҙа инем. Әммә уны ҡасандан алып беләм, шул арала бер насарлығын күрмәнем. Киреһенсә, кейәүгә сығып, ғаилә ҡорған мәлдә аҡыллы кәңәштәре күп тормош хикмәттәрен урап үтергә ярҙам итте, тормошто аңларға өйрәтте. Иң ауыр, түҙеп торғоһоҙ мәлдәрҙә лә сабыр итергә өндәне. Ул ваҡытта эстән әбей менән риза булмаһам да, кәңәштәрен теләмәй генә тотһам да, хәҙер рәхмәттәр уҡыйым, әлдә шул ваҡытта түҙгәнмен, тип ҡуям.
Ул көндө Һупайлы биҫтәһенән ҡайтып килешләй, Сәлимә әбейҙең хәлен белергә тип, автобустан төшөп ҡалғайным. Юҡһа, һуңғы йылдарҙа йүнләп күрешкәнебеҙ, һөйләшеп ултырғаныбыҙ ҙа юҡ. Ҡасандыр беҙ улар йәшәгән йортта тороп киткәйнек. Бер бүлмәле фатирҙа ҡыҙы, ейәне һәм ейәнсәре менән йәшәне. Ейәндәре ул мәлдә икенсе-дүртенсе класта ғына уҡып йөрөй ине. Шул ваҡыттарҙа уҡ Сәлимә әбей ҡыҙына зарланып: «Берәй тапҡыр ауыр һүҙ әйткән, ас-яланғас йөрөткән булһам, ни асыу!» – тип илап ала торғайны.
Үҙе татыу ғаиләлә үҫкән әбекәй. Яңғыҙ бала тип бик иркәләтеп тә ултырмағандар уны. Атаһы һуғышта саҡта донъя йөгөн әсәһе менән ҡуша тартҡан, шуға күрә эштән ҡурҡыу уның өсөн ят төшөнсә. «Әсәйемдәрҙе көйҙөрмәҫкә була, улар алдында бер ваҡытта ла тормошома зарланманым, бәләмде һалманым. Бахырҙар мине бәхетле йәшәй тигән уйҙа тыныс күңел менән донъя ҡуйҙылар, шуныһына шөкөр», – тип иҫенә ала ғәзиздәрен кухня өҫтәлендә торған фоторәсемдәренә ҡарап.
Сәлимә кейәүгә һуңлап ҡына бара. Әммә һайлаған кешеһе холоҡһоҙ булып сыға. Һуғышырға ярата, ҡыҙғана. Сәлимә әбей донъялағы бөтә кешеләрҙең дә атаһы менән әсәһе кеүек изге күңелле булмауҙарын шунда ныҡлап аңлай. Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ тип, ҡыҙын ала ла ҡалаға юллана. Яңынан иргә барып, яҙмышын ҡабат һынап тормай. Иренән ҡасып, бәләкәс балаһы менән ҡышҡы төндәрҙе өй башында үткәреүен әле һаман онота алмай әбей, ғүмерлек бер яра булып йөрәгендә уйылып ҡалған. Ҡалаға килгәс, башы менән эшкә сума. Бәхетен хеҙмәттә таба. Исеме маҡтау таҡтаһынан төшмәй. Матур йырлауы, йор һүҙле булыуы, ярҙамсыллығы менән коллективтың ихтирамын яулай. Ҡыҙын төндә генә һөйә, төндә генә ярата. Ҡыҙынан бер нәмә лә йәлләмәй, һорағанын да, кәрәген, кәрәкмәгәнен дә алып бирә. Кеше араһында кәм-хур йөрөмәһен тип тырыша ла бит, ниңәлер, тап киреһе килеп сыға. Сәриәһе яҡшылап уҡымай, әсәһенең һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәй. Ярҙам итер урынға, үҙе әйтмешләй, «йәшлегенең ҡәҙерен белеп ҡалырға» тырыша, һуңлап ҡына кейәүгә сыға, бер-бер артлы ике бала таба. Ҡыуанысынан башы күккә тейгән Сәлимә иһә тағы ла дәртләнеберәк эшләй. Әммә ҡапыл ғына донъялар үҙгәреп, һәүетемсә барған һымаҡ булған тормошо аҫты-өҫкә әйләнә. Кассалағы байтаҡ аҡсаһы яна, фатирын да ҙурайтырға өлгөрмәй, пенсияға ваҡыты еткәс, эшһеҙ ҡала. Иш янына ҡуш тигәндәй, Сәриәһе лә ике балаһын күтәреп ҡайтып төшә. Эш һөймәгән Сәриәгә етә ҡала, аҡсалы эш юҡлыҡҡа һылтанып, өйҙә ятыуҙы хуп күрә. Вил менән Вәлиә артыҡ иркә, шуҡ булып үҫә. Танауҙарына еҫ инә башлауға өләсәләренән әле уны, әле быны һорап ҡаңғырталар. Ҙур өйгә күсәйек тип, яраһына тоҙ һибәләр. Өйҙөң тарлығы әкренләп улар араһына ҡара еп һуҙа. Пенсия аҡсаһына ғына йәшәп булмай, әлбиттә, ҡыҙына өндәшеп-өндәшеп ҡарай ҙа Сәлимә әбей, үҙе подъезд иҙәнен йыуырға сығып китә. Аҙаҡ урам да һепереп йөрөнө. Ошондай тормошонан ғәрләнеп, туғандарынан ситләшә, улар үҙҙәре лә килмәҫ була. Оло кешегә эшләп йөрөүе ауыр, ҡайтҡас, ял иткеһе килә, Вил менән Вәлиә шаярып, тынғы бирмәй. Сәриә телевизор ҡабыҙа, балалар шаулашыуын ишетмәйем тип, тауышын нығыраҡ аса. Сәлимә әбей, ирекһеҙҙән, тауыш күтәрә. Шунан китә бер-береһенә ғәйеп ташлау, үпкәләү, күҙ йәштәре. Сәриә ошондай мәлдәрҙә балаларын тыйыр, әҙерәк кенә оялыр урынға, киреһенсә, өләсәләренә ҡаршы ҡоторта ғына. Шунан ләззәт таптымы икән?
Аҙаҡ беҙ икенсе фатирға күсендек. Сәлимә әбейҙең тәүҙә хәлен йышыраҡ белеп торһам да, аҙаҡ тормош, эш мәшәҡәттәренә күмелеп, барыуҙарым һирәгәйҙе. Әбейемдең һөйләүе буйынса, ейәне менән ейәнсәре бөтөнләй ҡулдан ысҡына. Вил аҡса автоматтарында уйнарға әүәҫләнеп ала. Әйләнгән һайын өләсәһенән аҡса һорап, маҙаһына тейә. Ҡурҡытырға, туҡмау, хатта үлтереү менән янарға ла тартынмай. Иптәштәре менән елем еҫкәп, алйып йөрөй. Өйҙән генә түгел, бүтән кешеләрҙең әйберҙәрен урлап һата башлай. Билдәле, хөкөмгә эләгә. Язаһын ул түгел, Сәлимә әбей ала: пенсияһынан түләй. Ул ваҡыттарҙа өйҙә ашарҙарына ла булмай, ас ултырған саҡтары ла йышая. Бер ваҡыт ҡыш көнө мин уны театрға саҡырғайным, һөйөнөп, күҙҙәре нурланып китте әбейемдең. Тик шунда уҡ был нур кире ҡайтты. Ни өсөн тигәндә, өҙөп-йолҡоп аҡса тултырып һатып алған итеген ейәне сығарып һатҡайны...
Вәлиә лә ағаһынан тәртип буйынса ҡалышмай: 15–16 йәшенән аҙналарға китеп юғала башлай. Өләсәй кеше өҙгөләнә, ҡайҙан эҙләргә белмәй тәүҙә. Милицияға ла әйтеп бөтә. Әммә ҡыҙыҡай аҙна-ун көндән, бер ни булмағандай, тыныс ҡына ҡайтып инә. Өҫтөндә ҡиммәтле кейем, сумкаһы тулы косметика, аҡсаһы ла бар. Әсәһе менән көлөшә-көлөшә сәғәттәр буйына көҙгө алдында ултыра башлағас, әбейем дә ҡулын һелтәй.
* * *
Ҡыуанысынан илап ҡаршы алды мине Сәлимә әбей. Ҡартайып, таты ла нығыраҡ ябығып киткәйне. Төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренән тормошо тағы ла ауырыраҡ булыуын аңланым. Гел генә шыма итеп тарап йөрөгән сәстәре лә туҙған, кейеме лә бысрап киткән, үҙенә ваҡыты ла юҡтыр, күрәһең. «Мәшәҡәтләнмә» тиеүемә ҡарамай, сәйен ҡуйып ебәрҙе, йүгереп йөрөп, барынса өҫтәл әҙерләне. Мин дә күстәнәстәремде сығарып һалдым.
– Билмән бешергәйнем, ҡайһылай яҡшы булды, – тип ҙур тәрилкә менән билмән ҡуйҙы.
– Минең бит бүләсәм бар! – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашырға ашыҡты ул. Мин тәүҙә аңламай торҙом. – Вәлиәнең ҡыҙы бар бит! – тигәс кенә карауатта ятҡан сабыйға иғтибар иттем.
Вәлиә үҙе әхирәттәре менән ҡайҙалыр олаҡҡайны. Кейәү булаһы кеше сабыйҙан да, Вәлиәнең үҙенән дә баш тартҡан. Шулай итеп, бәләкәс кенә бүлмәлә тағы бер ғаилә ағзаһы артҡан. «Тирмә-тирмәкәй» тип шаяртһам да, хәлдәре бер ҙә көлкө түгел шул. Етмәһә, бәлә артынан бәлә – 10 айлыҡ сабыйы өҫтөнән... Вәлиә йәнә ауырлы...
– Ни генә эшләргә лә белмәйем, – тип уфтанды әбейем. – Был донъяларҙан китеп кенә барыр инем, балалар йәл. Бынау бәпесте кем үҫтерер? Һаман кәфенлек тә йыя алмайым. Әле минең менән шулай ҡыланһалар ҙа, үҙ аллы бер нәмә лә эшләй алмай бит улар. Донъялыҡтағы тырышыуҙарым тик шул балалар өсөн булды, ниндәй гонаһтарым өсөн Хоҙай язалайҙыр инде? Үлгәс, йәнем тыныслыҡ таба алырмы икән?
Шулай һөйләшеп ултырғанда Вил ҡайтып инде. Тап-топ баҫып кухняга уҙғас: «Тағы елем еҫкәгән был бала», – тип бышылданы Сәлимә әбей. Елем генәме икән? Бәлки, көслөрәк наркотикка күскәндер? Әммә уны нығыраҡ хафаландырмаҫҡа була, өндәшеп торманым. Шул ваҡыт Вил йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Билмәнде ашап бөткәнһең, убырлы ҡарсыҡ!
Янғын сыҡҡан тип торорһоң. Тауышҡа бер ни белмәй йоҡлаған бала уянып, илап ебәрҙе. Сәлимә әбей һикереп торҙо ла, нимә эшләргә белмәй әле ишеккә, әле сабыйға ҡарап торғандан һуң ейәненә ашыҡты. Улар янына сыҡҡанда Вил, йоҙроҡтарын төйнәп, бөршәйеп торған Сәлимә әбейгә етеп килә ине. Минең ҡоро ғына тауышым уны айнытып ебәргәндәй булды, ҡулын төшөрҙө. Әммә: «Ниңә ҡамасаулап йөрөйһөң бында?» – тигәндәй, миңә аҡшайып ҡарап, өләсәһе менән телләшеүен белде. Ул арала мин бәләкәсте тымыҙа алмай хитландым: тәү күргән кешеһенә, әлбиттә, килмәй сабый.
– Һаман тыныша алмайһығыҙмы? – тип ярһып, күршеһендә ләстит һатҡан Сәриә килеп инде. – Шул тиклем ялҡыттың! Ҡасан дөмөгәһең инде, ҡортҡа?! Баланы ниңә илатаһың? Ашаттыңмы?
Мине күргәс, оялғандай итте. «Бына шулай йәшәйбеҙ инде», – тип ауыҙ эсенән мығырлап, аҡланды. Мин күргәндәремә хайран инем, нимә әйтергә лә белмәнем. Шундай мәлдә «улай ярамай» тип аҡыл һатып тороп булмай бит инде. 20 йәшлек егеттең бер тәрилкә билмән өсөн кеше туҡмарға әҙер булыуы иҫемде китерҙе.
Был өйҙән ауыр тойғо менән килеп сыҡтым. Эйе, нимә генә тимә, әлегә Сәлимә әбей тотҡа был өйҙә. Үлеп-нитеп китһә, тыныс ҡына йәшәп алып китерҙәрме? Сәриә балаларын әсәһенә ҡаршы ҡорал итеп ҡулланғайны, ошо ҡорал үҙенә ҡаршы әйләнмәҫме? Нилектән килеп сыға икән ошондай аңлашылмаусанлыҡ? Кем ғәйебе арҡаһында? Йыш ҡына ошо уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Бер нәмәгә иғтибар иткәнем бар: күберәген бындай низағ көнө-төнө эш менән булып, балаларына иғтибар бүлергә ваҡыт тапмаған ата-әсә һәм шул арҡала, буш ваҡытын иптәштәре менән үткәрергә мәжбүр балалар араһында тыуа түгелме? Бер-береңде эш араһында ғына күреүҙән әсә менән бала араһындағы яҡынлыҡ әкренләп юғала, улар сит кешеләр булып китә. Быға миҫалдарҙы ла бик күп килтерергә мөмкин. Әйтәйек, бөтә яҡты ғүмерен йәшел йыланға бәйләгән ата-әсә балаһы өсөн артыҡҡа әйләнә. Күрә алмауҙан башҡа бер тойғо ла булмай ундайҙарҙа.
Һуңғы арала эскегә бирелгән ғаиләләр күбәйеп тә китте. Гөлфиә исемле танышым БДУ-ны бөттө, Өфө мәктәптәренең береһендә уңышлы ғына эшләп йөрөй. Әсәһе бар ни, юҡ ни уға, ҡайтып әйләнгәне лә юҡ. Һеңле, ҡустыларын да кемеһен интернатҡа, кемеһен техник училищеларға урынлаштырып бөттө. Үҙе тормошта нимәгә өлгәшкән – барыһы ла үҙ көсө менән. Өләсәһе – атаһының әсәһе – хәленән килгәнсе ярҙам иткән, терәк булған. Шуға күрә ул әсәһен ҡарағансы, өләсәһенә ярҙам итеүҙе хуп күрә. Әсәһенә ҡарата рәнйеү, үпкәнән башҡа бер нәмә лә юҡ күңелендә. «Эшләп, аяҡҡа баҫҡас, тормошом яйға һалынды тигәндә генә, бәлки, әсәйемде ғәфү итә алырмын», – ти ул. Өлкән кешелә бала хәтле лә аҡыл булмағас, ни әйтәһең?
Әсә менән бала араһын ныҡлы еп бәйләп торғанда ғына татыулыҡҡа, йылы мөнәсәбәткә өмөт итеп була, минеңсә.
Гөлнара МОСТАФИНА.