...Теләгем ҙур үҙем өсөн йәшәү,
Ләкин улай йәшәп булманы...
Минме икән әллә ерҙең тотҡаһы?..
В.З.Рәхимғолов.
...Барлыҡ донъя яҡты нурға сумған. Күңел күтәренкелеге уның йәненә шундай рәхәтлек бирә. Ул иркен бер залда өйөрөлөп - өйөрөлөп бейей. Бөтә тирә-йүн уның менән бергә әйләнә...әйләнә...әйләнә...
...Ҡайҙандыр килгән яҡты,иҫ китмәле йомшаҡ, йылы нур уның бар булмышын солғаған. Күңеле шундай тыныс...
Йәненең рәхәтлектәге торошонан уның тәне тыныс бер һиллектә ойой. Ул һуңғы ваҡытта бер ҡасан да тоймаған сихри тулҡында тирбәлә. Әйтерһең, ҡайҙалыр, бейеккә осоп китеп бара. Үҙен күккә олғашҡан халәттә тойоп, уянып китте.
Бер ни тиклем ваҡыт, үҙен әкиәт донъяһында осоп йөрөгәндәй хис итте. Шунан айырылғыһы килмәне, күҙҙәрен асырға ҡурҡып ятты...
Ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтып, күҙҙәрен асып ебәргәс тә әле, тәненендә иҫ китмәле еңеллек һиҙҙе. Ниндәйҙер бик матур көйгә тирбәлеү хисе дауам итә ине...
Йәне менән тәненең бер торошта булған сағын ул хәҙер иҫләмәй ҙә инде. Бындай тойғо уға ят. Күптән, бик күптән, булғандыр берәй ваҡыт...
Күпме йылдар инде, бигерәк тә, һуңғы ваҡытта, уның барлыҡ ваҡыты ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар менән үтә. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ул үҙенең был хәлен бер кемгә, хатта яҡындарына ла, белдерергә тейеш түгел.
Үҙендә булған ихтыяр көсөн туплап, үҙен эшкә көйләп алыу бер ни тиклем ваҡытын һәм көсөн ала. Тик ниндәй торошта ғына булмаһын, ул үҙендә һәр көн эшкә тороп китергә көс таба.
Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Сөнки, уны һәр көн иртән унда йөҙҙән ашыу эшсеһе көтә. Бары эшендә ул онотола, ауыртыныу-һыҙланыуҙары бер ни тиклем ваҡыт артҡа сигенә. Һәр көнөн ул, һуңғы көнөләй, көтөп ала. Шунлыҡтандыр ҙа инде, көн тыуыу менән, тиҙерәк офисына ашыға. Уны унда балаһылай күреп яратҡан, бар булмышын һәм көсөн һалып, үҙе барлыҡҡа килтергән эше көтә.
Эше генә лә түгел, уға яҡшы танышмы, әллә яҡын таныш та түгелме, урамдан үтеп барған һәр кем уның офисына инеп, хәлен белеп үтергә ғәҙәт иткән. Ул - кәрәкле кешеме, туғанымы, әллә берәй асарбаҡмы, уның өсөн ул – кеше. Уға ингән икән - юҡҡа түгел. Күрәһең, ул кәрәккә ингән. Шулай булғас, ваҡыты бармы-юҡмы, һәр береһен тыңларға, уның зарын йә кәңәшен ишетергә, йә уның берәй йомошон үтәргә тейеш, тип, өйрәнгән инде ул. Уға ингән кешеләрҙең күбеһе уның ниндәй халәттә ултырғанын да белмәҫкә мөмкин. Ул һәр саҡ өҫтәле артында ултыра, ингән берәүҙе иғтибар менән тыңлай, үҙенең хәленән килгән тиклем, ҡулы менән дә, теле менән дә ярҙам итә.
Уларҙың кемеһелер, ысынлап та, ярҙамға мохтаж. Ундайҙарына уның бер ҡарауы етә.
Уның хәл–торошон яҡындан белгәндәр, ундайҙар ҙа һирәкләп табыла, уның хәлен аңлап, нисек булһа ла, уға ярҙам итергә тырышыу теләге менән инә.
Ә бәғзеләренең күҙҙәрендә байлыҡҡа сумып китеп ултырған кешегә нисек ҡарайҙар – шундай ҡараш булғанын күреп, эс тартып ҡуя. Уларының күҙҙәрендә зәһәр көнләшеү уты сағыла. Телендә лә ошо сағылыш үҙен һиҙҙермәйсә ҡалмай.
Ҡайһыларының бушты бушҡа бушатырға, "эш тапмаған - эш тапҡан, ыштанынан бет тапҡан" , тигәндәй, эшһеҙлектән, ваҡыт үткәрер өсөн килеп ингәнен күреп, эсе бошоп китә. Ул бит бында өлгөрә алмай, ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай булып ултыра...
Нисек кенә булмаһын - һыҙланып ултырамы, эше күпме, кәйефе самалымы - бер кемгә лә битараф ҡалмай. Һәр береһен иғтибар менән тыңлай, ярҙам итергә мөмкинселек табырға тырыша. Уның янынан ризаһыҙлыҡ менән сыҡҡан бер генә кешене лә күрмәҫһең. Янында булып сыҡҡан һәр береһенең йөҙөндә ҡәнәғәтлек, күҙҙәрендә нур булыр. Нисек шулай һәр береһенә йылы өләшәлер, ғәжәп...
Шуға ҡатыны Вәсилә лә йыш ҡына аптырап ҡуя:
-Нимәгә шуларға юҡ ваҡытыңды - бар итеп, әрәм итеп ултыраһың инде, һис тә аңламайым мин һине, - тип, үпкәләп, әйткәне булыр. - Бөтәһенә ярҙам итергә тырышаһың, кем һинең үҙеңә ярҙам итер? Һин бит үҙең кеше көнлө, - тиер йыш ҡына.
Бына шулай тигәнен һис тә оҡшатмай Вилүр. Бына шуға күрә үҙенең эсендә ҡайнаған хис - тойғоларын тышҡа сығарып бармай.
-Ҡуйсәле, кәләшкәй, һин төптө дөрөҫ уйламайһың. Миңә барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Кемде шулай ҡулда күтәреп кенә йөрөтәләр - мине! Ана, үҙең беләһең, хатта, юғарыла ултырған етәкселәр ҙә минең ярҙамға мохтаж. Ә башҡаларын әйтә торған да түгел, миңә инәләр икән, тимәк, мин кәрәк уларҙың бөтәһенә лә. Бер ҙә бит юғарыла ултырған хужаларға бармайҙар...
Юҡ, уға һис тә аңлатып булмай. Йән киҫәгенең үҙ туҡһаны ғына – туҡһан. Шуға, күп ваҡытта, уға ҡул ғына һелтәп ҡуя ҡатыны. Ул бер ҡасан да уның зарланғанын, шыңшығанын ишетмәҫ.
...Ә бына һуңғы ваҡытта йоҡлағанында ыңғырашҡан саҡтары бик йыш.
Бына бөгөн дә, иртәнсәк торғас:
-Һин төнө буйына ыңғырашып сыҡтың, һыҙландыңмы әллә? - тип һораны унан, төпкә батып киткән йонсоу күҙҙәренә ҡарап:
-Һаташҡанмындыр, - тиеү менән сикләнде ире, ғәҙәтенсә.
Уның тура, төҙ, һомғол буйлы саҡтарын һағынып иҫләргә генә ҡалды. Һуңғы осорҙа йонсоп, кәүҙәһе лә йоҡарып, кесерәйеп киткәндәй.
Әммә һис ҡасан уның бошоноп, күңелһеҙләнеп ултырғанын күрмәҫһең. Йоҡа ғына кәүҙәһенә ҡараһаң, ҡайҙа тора икән уның эсендәге көсө - йыш ҡына шуға аптырап ҡуя ҡатыны.
Ғүмер буйы спорт менән шөғөлләнеүе, үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүенәндер инде, күрәһең, уның рух ныҡлығы...
Һуғыштың башынан аҙағына тиклем юл үткән атаһы, тылдағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыған әсәһе лә бит бер ҡасан да тормоштарынан зарланманылар. Ошо ҡаты тоҡом затынан бит инде ул. Барыһы ла уның булмышына йоғонто яһамай ҡалмағандыр, әлбиттә...
Ниндәй һау, йүгереп кенә йөрөгән яҡын кешеһенең ошондай хәлгә төшкәнен күреп, йөрәге һыҙлай Вәсиләнең, тик бер нисек тә ярҙам итә алмай шул. Табиптарға йөрөп ҡаранылар, һис тә файҙаһы теймәне. Киреһенсә, ауырыуы көсәйә генә. Шуға күрә лә ул дауаханаға бөтөнләй йөрөмәҫ булды. Бер мәртәбә ҡаты ауырып китеп, оҙаҡ ҡына дауаланып ятҡандан һуң:
-Юҡ, кәләш, ҡабат бармайым да, йөрөмәйем дә. Уларҙың дауалауҙарынан һуң, мин бер ниндәй ҙә еңеллек тоймайым, киреһенсә, миңә ҡыйыныраҡ. Ярай, күпме йәшәргә ҡалған - шунса йәшәрмен. Миңә һеҙҙән, эшемдән айырылып ситтә йөрөү - үҙе үлемгә тиң. Мин үҙемдең эшемдә, өйөмдә генә йәшәйем. Сит мөхиттә һыуҙан сығарып ташланған балыҡ бит мин, -тигәс, ҡатыны ҡабат ул турала һөйләшеүҙе кәрәккә һанаманы.
Ни тиклем рухының көслө булғанына һоҡланырға ғына ҡала. Ошо халәтендә лә төшөнкөлөккә бирелмәй, күпме кешегә эш биреп, барлыҡ туған-тумасаларын эргәһендә туплап, йәшәй алыуына иҫең китер. Ҡайҙан көс табалыр...Улай ғына ла түгел, көн дә уның башында яңы уйҙар, яңынан-яңы идеялар тыуа тора. Күбеһен, бер ниндәй нигеҙһеҙгә һанап, ҡатыны кире дүндерергә тырыша. Әммә,барыһы ла бушҡа ғына. Барыбер, ул үҙенсә эшләй.
Эйе, уның бит йәшәү маҡсаты асыҡ: кешенән яҡты эҙ ҡалырға тейеш...
Уның бала сағы татыу, тулы ғаиләлә үтте. Ул ваҡытта дүрт баланың иң өлкәне булған Вилүргә 9 йәш ине.
Заманына күрә уҡымышлы ине ата-әсәләре. Икеһе лә заманының алдынғы ҡарашлы кешеләре. Улар балаларына үҙҙәренең эше, тәртибе, тирә-йүнгә мөнәсәбәте аша тәрбиә биргәндәр.
Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан бала булғанға күрә, үҙенең ата-әсәһенең үткән тормош юлы, уларҙың йәшәү рәүеше, быуындан-быуынға күсеп килеүсе шөғөлдәре тураһында һорашырға яратты Вилүр. Атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да ҡартатай-ҡартәсәй, олатай-өләсәй менән бергә йәшәү эләкмәне уға. Ҡыҙғанысҡа күрә, ике яҡлап та, төрлө сәбәптәр арҡаһында, улар оҙаҡ йәшәмәгән.
Атаһы эш араһында, һунарға, йә балыҡҡа барғанда улына һөйләр ине: "Беҙҙең ата-олатайҙар ғүмер буйы малсылыҡ, урмансылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Урманда күмер яҡҡан,йүкә һуйып, һалабаш төшөргән, йүкәнән хужалыҡ өсөн тормош кәрәк-яраҡтары әҙерләгән.
Ҡартатайың заманына күрә уҡымышлы дини ғаиләнән ине. Минең атайым – һинең ҡартатайың Әбелхәйер - ауылыбыҙҙың имамы булып торҙо. Беҙҙең хужалыҡ ҙур ғына: йылҡы, һыйыр малы, ваҡ мал да күп. Шунлыҡтан, етеш, мул йәшәнек. Малдар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесәнде бөтә ауыл кешеләре менән сығып, өмәләп эшләр инек. Ауылда башҡаларҙыҡына ҡарағанда, өйөбөҙ ҙә ҙур, ике яҡлы булды. Минең өс ағайым, ике апайым булды. Мин балалар араһынан иң бәләкәсе - кинйәләре инем. Нимәһе ҡыҙыҡ, иң бәләкәйе булғанғалыр, күрәһең, – мине әсәйем 9 йәшемә тиклем имеҙеп үҫтерҙе. Һинең йәшеңдә мин ҡартәсәйең ҡыҙҙар уҡытҡан өйгә инәм дә, әсәйемде имеп – имеп, кире уйнарға сығып йүгерә торғайным.
Атайым үҙҙәренең өйөнөң оло яғында мәҙрәсә асып, ауылдың малайҙарына "әлеп-би" өйрәтте. Хәҙергесә, "Әлифба" була инде. Тик ул - иҫке әлиф. Хәҙерге яңы яҙыу түгел. Әҙме-күпме белеме булған әсәйем, ауылыбыҙҙың абыстайы, ишек алдындағы иҫке аласыҡта ҡыҙҙарға һабаҡ-"Һәфтиәк" өйрәтер ине. Балаларҙы уҡытҡан өсөн уларҙың икеһе лә бер ниндәй ҙә түләү алманылар, тик уларҙың ата-әсәләре, балаларына белем биргән өсөн, рәхмәт йөҙөнән, кемеһе – он, кем – йомортҡа, май - ҡоротмо – нимә лә булһа бер нәмә биреп ебәрерҙәр ине.
Тик заман бер көйө генә тормай шул. Илдә колхоздар төҙөлөп, барлыҡ мал-тыуарҙы дөйөмләштереү башланғас, беҙҙең малдарыбыҙҙы, өйөбөҙҙө лә колхозға алып, ашхана асып ебәрҙеләр. Аслыҡ ваҡытында ауыл ярлыларына шунда ашау ойошторҙолар. Ул ашау миңә лә эләкте. Миңә иң оҡшағаны – алманан бешерелгән кеҫәл була торғайны. Үҙемдән артҡанын мине гел көтөп ултырған ағайҙарыма һәм апайҙарыма алып ҡайтып бирәм", - тип иҫләп, һөйләр ине.
Атаһы яғынан ағай-энеләренең күбеһе хәрби һөнәрҙе үҙ итәләр. Бер туған апаһы Нәбирәнең улы Миңнеғәле, бер туған ағаһы Ғиниәтулланың улы Әнүәр үҙҙәренең ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай.
Әсәйҙәре Рәхимғолова (Абдрахманова) Камал Минһаж ҡыҙы, 1921 йылдың 20 авгусында Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тимерсе Минһаж ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә.
...1921 йыл. Был йыл тарихҡа үтә ныҡ ҡоролоҡ булыуы менән инеп ҡалған. Шул арҡала сәсеү кампанияһы бик ҡыйынлыҡ менән үтә. Бөтә йәшеллек янып – көйөп бөтә. Аслыҡ башлана. Халыҡ араһында холера, тиф кеүек йоғошло сирҙәр ныҡ тарала. Аслыҡ һәм ауырыуҙар Юлыҡ ауылының иҫәпһеҙ-һанһыҙ кешеләренең ғүмерен өҙә.
”Мин ошо ҡаты аслыҡ йылында, етлекмәй, 7 айлыҡ ғына булып, етеле шәм ҙурлығында ғына тыуғанмын. Мине туғыҙ айым тулғансы, йылы кәпәс эсендә - ҡараңғыла аҫырайҙар. Беҙҙең өсөн был йылдарҙың ауырлығы, аслығы артыҡ һиҙелмәгән. Ни өсөн тигәндә, атайыбыҙ - ауылдың оҫта тимерсеһе. Эшкә бөтмөр кеше була: уның ҡулынан килмәгән эш булмай. Кәртәләге мал, һыйыр арҡаһында, аслыҡ артыҡ беҙгә ҡағылмаған,” – тип, хәтерләп һөйләр ине ул балаларына.
Етлекмәй тыуһа ла, теремек, тырыш, уңған була. Бала сағынан уҡ, кеше аптыратып, үҙенән ҙур булған ботлоҡ биҙрә менән еләккә йөрөй. Күршеләре гел генә уны әрләй-әрләй, биҙрәһен күтәрешеп, алып ҡайта торған булалар. Күршеләрендә Баян исемле уҫал бер әбей була. Ул бөтә еләклектәрҙе белә, тик берәүҙе лә эйәртеп йөрөргә яратмай. Шул әбейҙең артынан ҡаса - боҫа эйәреп барып, еләклектәрҙе табып ала торған була. Уның ошолай емеш-еләк йыйыуға тилберлеге өлкән улы Вилүргә һәм барлыҡ балаларына күсә. Улар ҙа бәләкәйҙән генә емешкә йөрөргә яраталар.
Үҙҙәренең ауылында мәктәптәренең емерек хәлендә булыуы сәбәпле, ауыл уҡыусылары башланғыс белемде алыр өсөн,ун биш саҡрымда ятҡан күрше Беренсе Этҡол ете йыллыҡ мәктәбенә йәйәү йөрөп, уҡырға мәжбүр булалар.
Ете йәше тулғас, Камал Минһаж ҡыҙына ла Беренсе Этҡолға йөрөп уҡырға тура килә. Ул уҡыуға ла бик зирәк була. ”Үҙе алдан уҡырға өйрәнеп алып, башҡаларҙы өйрәтешеп ултыра торғайны”, - тип, хәтерләйҙәр ине бергә уҡыған синыфташтары. ”Ул тыуғанда уҡ уҡытыусы булып тыуған“, - тиҙәр ине уның тураһында. Барлыҡ фәндәрҙән дә гел генә “биш” билдәһенә уҡый. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, елме - ямғырмы, ажғыр буранмы – дәрестәрен ҡалдырмаҫҡа тырыша. Үҙе барыһынан да бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, күрше – тирә балаларын йыйып алып, уҡыуға алып сығып китә торған була.
1937 йылда, Беренсе Этҡол мәктәбен тик яҡшыға ғына тамамлай. Ул йылдарҙа халҡыбыҙҙың “мәғрифәт Ҡәғбәһе” ролен үтәгән, ауылдарынан 90 саҡырым алыҫлығында ятҡан - Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Ауылдан уның менән бергә бер – нисә бала уҡырға инә: Бәхтиев Тәүфиҡ Абдулла улы, Зәйнәғәбдинов Фәрит Шәрифйән улы. Тыуған ауылдарына аҙна һайын йәйәүләп, ҡайтып йөрөргә тура килә: сөнки алып килгән аҙыҡтары бер аҙнаға етерлек була. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла, көҙгө ажғыр ел – ямғырҙарҙа ла, яҙғы ташҡындарҙа ла йәйәү йөрөргә тура килә. Ниндәй генә ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ул 1941 йылдың июнь айында уҡыуҙы гел генә “биш” билдәһенә тамамлай. Шулай уҡ училищеның иң актив уҡыусыһы булараҡ, заманына күрә бик ҙур бүләккә лайыҡ була: гел ”биш” - ле диплом һәм күлдәклек зәп – зәңгәр ебәк туҡыма менән бүләкләнә.
Үкенескә күрә, ошо бүләккә алған туҡыманан тегеп алған матур күлдәген үҙенә кейеп туҙҙырырға насип булмай. 1943 йыл һуғыш осоронда көслө аслыҡ була. Аслыҡ һәр ғаиләлә үҙен һиҙҙерә, күпләп кешеләр аслыҡтан үләләр. Уларҙың да яҙ килеп етеүгә, сәсер өсөн картуф орлоғо ла ҡалмай. Шул сәбәпле, ауылдарынан 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Урыҫ Ҡолалатына йәйәүләп барып, бер бот картуфҡа алмаштырып алып ҡайта. Алып ҡайтҡан картуфты берәр күҙ генә ҡалдырып ҡырҡып, баҡса тултырып ултырталар: шул ултыртҡан картуф ныҡ уңа. Ҡыш буйына етерлек ризыҡ була, өҫтәүенә, алдағы яҙына сәсерлек орлоҡ та ҡала.
Уҡыу йортон улар менән бергә 18 егет тамамлай. Улар менән бергә ауылдашы Бәхтиев Тәүфиҡ Абдулла улы ла диплом ала. Ҡулдарына уҡытыусы дипломы алған көн - 22 июнь көнө - егеттәр барыһы ла тура фронтҡа оҙатыла. Улар өсөн диплом алған көн шатлыҡ булып түгел, ҡайғы көнө булып иҫтәрендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Сығарылыш кисәһе лә үтмәй ҡала. Фронтҡа киткән курсташ егеттәренең һанаулыһы ғына кире әйләнеп ҡайта ала. Ә ауылдашы Бәхтиев 1942 йылдың 29 июлендә Смоленск өлкәһе ерендә батырҙарса һәләк була.
Әсәйҙәре хеҙмәт юлын Йолалы руднигында балалар уҡытыуҙан башлап ебәрә.Шунда эшләп йөрөгән мәлендә, өйҙә балиғ булмаған ике һеңлеһе ҡалған була: кесеһе Хәлиҙәгә – 7, өлкәне Гөлнисаға - 9 йәш кенә була. Башта атаһы, унан әсәһе мәрхүм булыу сәбәпле, Йолалы руднигын ҡалдырып, тыуған ауылына яҡыныраҡ булған Ныяҙғол башланғыс мәктәбенә эшкә ҡайта. 10 саҡрым алыҫлығында ятҡан был ауылға атта һыбай йөрөп, балалар уҡыта башлай. Бында ике йыл эшләгәндән һуң, тағы ла алыҫыраҡ урынлашҡан Бөрйән – Йылға ауылының башланғыс мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ул ауылдарынан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була. Юлһыҙ урман төпкөлөндә ятҡан был ауылға һыбай, йәки йәйәү генә үтеү мөмкин була.
Фронт юлдарын үтеп, үҙенең 9 йыл ғүмерен иленә хеҙмәт итеүгә бағышлаған ошо ауыл егете Зиннәтулла тыуған яҡтарына ҡайтыу менән, үҙҙәренең ауылында уҡытыусы булып эшләп йөрөгән йәш ҡыҙ Камал менән үҙенең яҙмышын ғүмерлеккә бәйләй.
Ҡыҙ кейәүгә сығырҙан алда уның алдына шундай шарт ҡуя: ”Әгәр балиғ булмаған һеңлеләремде рәнйетмәй көтөргә риза булһаң ғына - мин һиңә кейәүгә сығырға риза!” – ти. Зиннәтулла риза була.Балдыҙҙарын үҙ балалары кеүек ҡарап үҫтерешеп, матур итеп туйҙар үткәреп, кейәүгә оҙатыша. Улар ғүмерҙәре буйы уға рәхмәтле булалар. ”Еҙнәйебеҙ беҙҙең өсөн өҙөлөп торҙо, беҙҙе яратып тәрбиәләште!“ – тиҙәр ине.
Тормош юлын улар Юлыҡ ауылында нигеҙ ҡороуҙан башлап ебәргән инеләр. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тормош дауам итә. Һуғыштан һау ҡайтҡан ир-егеттәр юҡ, тиерлек. Йәндәре һәм тәндәре яралы ҡайтҡан яугирҙәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әсәйҙәренең бәхетенә күрә, ошо балаларына ғүмер бирер өсөн, тере ҡайтҡандыр инде атайҙары Зиннәтулла. Уларҙың тормошо матур ғына башланып китә. Ғаиләлә бер-бер артлы алты бала тыуа. Уларҙың өсөнсөһө– Мөнирә исемле ҡыҙ бала ике йәше лә тулмай, ҡыҙылсанан ауырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Ә иң бәләкәстәре – Флүрә, тыуыу менән, ожмах ҡошона әйләнә. Атайҙары – почта начальнигы, әсәйҙәре мәктәптә – уҡытыусы. Улар һәр саҡ эштәләр.
Баш баланың малай булып тыуыуына, әлбиттә, атайҙары ныҡ ҡыуана. Оҙаҡ ҡына исем эҙләгәндән һуң, Совет власына мөкиббән ике коммунист ата менән әсә “Вилюр” тигән исемгә туҡтала. “Владимир Ильич Ленин - юный революционер” тигәндең баш хәрефтәренән алынған.
Шундай бөйөк кеше булып үҫер, тип, киләсәккә өмөт менән ҡарап ҡушыла ла инде был исем. Ниндәйҙер кимәлдә, ысынлап та, үҙ заманында илдәге яңылыҡтарҙың башлап йөрөүсеһе була ла инде Вилүр. Уларҙың өмөтө аҡлана - быны тормош үҙе раҫлай.
...Тормош бит ул, төрлө саҡтар була. Балаларҙы башта әсәйҙәренең һеңлеләре Гөлниса һәм Хәлиҙә ҡараша. Уларҙы - атаһы менән әсәһе донъя ҡуйғандан һуң, береһе - ете, икенсеһе - туғыҙ йәштә етем ҡалған һеңлеләрен, үҙе тәрбиәләп үҫтергән була.
Гөлниса апайҙары ул саҡтарҙы онотмай, әле лә һөйләп ала: ”Тәтәм (Камал апаһын улар шулай атап йөрөттөләр) мәңге лә өйҙә торманы. Йә мәктәптә, унан ҡалһа, колхоз яланында. Баш балаһы Вилүрҙең яңы имгәкләй генә башлаған ваҡыты ине. Беҙ ҙә колхоз эшендә йөрөйбөҙ. Баланы кемебеҙ бушай, шул ҡараша: йә - Хәлиҙә, йә – мин. Берҙән–бер көндө, тәтәм менән еҙнәм эштә саҡта, улар ҡайтыуға ашарға әҙерләп йөрөйөм. Ҡапҡасын асып ҡуйҙым да, картуф алырға, тип, баҙға төштөм. Баҙ бик тәрән, бейек кенә баҫҡыстан төшөргә тура килә. Биҙрәгә картуф тултыра ғына башлаған инем, иҙәндә имгәкләп йөрөп ятҡан бала минең өҫтөмә ҡолап килеп төштө. Нисек итһәм, шулай итеп, саҡ сығарып алдым. Вилүр илай - тәҡәт тапмай. Телен ҡырҡа тешләгән икән, уныһы ҡанап китте, һис тә тымыҙырмын, тимә. Тәтәм ҡайтҡансы, ҡанауын саҡ туҡтаттым. Ул ас балаһын имеҙә алмай аптырай: ”Был балаға ни булған, имсәк алмайсы...”. Мин уның әрләүенән ҡурҡам,өндәшмәйем бит инде...
Ул саҡтарҙа, ҡышҡы һыуыҡ айҙарҙа, һыйыр быҙаулаһа ла, һарыҡтар бәрәсләһә лә - беҙҙең менән бергә өйҙә йәшәйҙәр. Уларҙы бер мөйөшкә ҡамап, көркә - оя эшләп, шунда бикләп ҡуялар. Тәтәм иртәле-кисле һыйырҙы өйгә индерә лә, быҙауын имеҙеп, һауып ала торғайны.
Вилүр, ҡолап төшөп, бер нисә көн үткәндән һуң, мин тағы картуф алырға, тип, баҙға төшөп киттем. Был юлы баҙға өйҙә уйнаҡлап йөрөгән йәш быҙау ҡолап килеп төштө. Тәтәм мине әрләй, көйә. Мин, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, әйт тә һал:
-Быҙауыңа ни булһын...анау көнө Вилүрең ҡолап төштө – үлмәне әле бер ҙә...
Ул миңә яман итеп ҡарап ҡуйҙы, тик бер ни тип тә өндәшмәне...”
Һеңлеһе Вилүрә тыуғас, күп ваҡыт бәләкәй һеңлеһен ҡарау Вилүргә төшә, ул уны ныҡ ярата: ”Минең туғаным,” - тип, ҡайҙа ғына барһа ла, етәкләп, үҙенән ҡалдырмай, бергә алып йөрөтә. Урам буйлап, икәү етәкләшеп алып, аҙашып та йөрөйҙәр. Кешеләрҙән: ”Ҡайҙа икән беҙҙең ап-аҡ ҡына өйөбөҙ?” - тип, өйҙәрен юғалтып, эҙләп йөрөгән саҡтары ла була.
(ДАУАМЫ БАР)
Таңһылыу Йәнтүрина.