Хикмәтле тамға

Булған хәл

Хикмәтле тамғаХикмәтле тамға
Хикмәтле тамға

Воз-з-д-д-у-у-хх!.. Тара-лышырға-а-а!..

Өсәр рәт булып теҙелешеп, юл туҙанын кирза итектәр менән борхолдатып атлаусы полк туҡтап ҡалды. Йәш һалдаттар бер-береһен йыға-төртә тирә-яҡҡа һибелделәр. Был мәлдә колонна өҫтөнән генә осоп үткән «Юнкерс»тар, ҡорбанына ташланған ыласындар кеүек, кинәт кенә һауаға күтәрелделәр ҙә, ялт әйләнеп, колонна өҫтөнә уҡталдылар. Һибәтулла уңға-һулға, алға-артҡа йүгерешкән һалдаттарҙы йырып, колонна артында килгән зенит орудиеһы яғына йүгерҙе. Тирә-яғында бомба шартлауҙан хасил булған ер ҡап-ҡара һором, дары еҫе менән тулды. Был мәхшәр эсендә йүгереп китеп барған Һибәтулланы кемдер үҙ кәүҙәһе менән бәреп йыҡты ла, ергә ҡыҫты. Ул ҡыҙыулыҡ менән ырғып тороп, артабан йүгерергә уйлағайны, теге әҙәм уның кирза кейгән аяғынан ҡосаҡлап, тағы ла ергә ауҙарҙы.

– Зениткаға барып етергә... Зениткаға барып етергә... – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә йүгергән егет юлын бүлеүсегә күҙҙәренең ағы менән текәлде һәм аптырап ҡалды – үҙенең взвод командиры Семен икән. Семен граждандар һуғышында уҡ дары еҫе татыған өлкән генә старшина ине. Эргәләрендә генә шартлаған бомба гөрһөлдәүенән икеһе лә ергә һыйындылар. Командир һалдатының ҡайышынан бөрә тотоп алды ла:

– Ҡайҙа остоң, бөркөт? – тип ҡысҡырып һораны.

– Иптәш командир, самолеттар бит! Зенитканы табырға кәрәк, – тип яуапланы Һибәтулла.

Семен башын сайҡаны.

– Дөрөҫ түгел, һалдат! Бындай мәхшәрҙә һин пушканы таба алмайһың! Уны ездовойҙар ситкә алып китергә тейеш! Иҫеңдә тот, һин, балаҡай, үҙ башыңды һаҡла, хәҙерге мәлдә иң кәрәге – тере ҡалыу!

Шул саҡ һауала беҙҙең өс-дүрт самолет күренде, әллә үтеп барышлай яңылыш килеп сыҡтылар, әллә инде ярҙамға килә ятыуҙары ине... Мәгәр фашистарҙың бер нисә истребителе беҙҙең был ҡыҙыл йондоҙло самолеттарҙы ҡамап та алдылар һәм пулемет, пушка уттары менән суҡый ҙа башланылар. Ике минуттан беҙҙең самолеттар берәм-берәм ергә ҡаҙалып, шартлап юҡҡа сыҡтылар.

– Да, егеттәр... Батырҙарса һәләк булдылар!.. Эх, инәңде генә... – тип һүгенде Семен. – Ҡайҙа һун беҙҙең ҡыҙыл йондоҙло бөркөттәр? Нимә тип истребителдәргә ҡаршы был фанераларҙы ебәрәләр?

Шул саҡта Һибәтулла Семендың артында йәйелеп ятҡан ялан өҫтөнән туп-тура үҙ-ҙәренә табан осҡан «Юнкерс»-ты күреп ҡалды. Теге тәреле ҡоҙғондоң тап үҙенә табан осоуын абайланы. Был донъяла һәр кешегә бер нисә тапҡыр иҫкәртеү һиҙгерлеге бирелә. Әммә был хистәргә беҙ бик үк иғтибар итмәйбеҙ. Әммә баш өҫтөнән генә үлем ғәрәсәте ҡупһа... Бындай мәлдә кеше үҙен ҡотҡарырлыҡ ҡыл нәҙеклек еп булһа ла тартып ҡарайҙыр... Йә ҡотолаһың, йә...

Немец летчиктары үҙҙәренә ҡуйылған бурысты үтәнеләр инде. Советтарҙың алғы һыҙыҡҡа китеп барыусы һуғышсыларына тәғәйенләнгән бомбалар ташланып бөттө, колонна тарҡатылды һәм... Бына ошо мәлдән алып 20-25 йәшлек немец летчиктары өсөн иң күңелле һәм иң ҡыҙыҡ кәмит башлана. Тере кешеләргә һунар уйыны. Үҙенең ғәйрәтле үкергән самолетының штурвалын ҡыҫып тотҡан Ганс йылмайып ҡуйҙы. Яғыулығының кимәлен күрһәтеүсе приборға күҙ һалды. О-һо-һо! Тағы ла иркенләп күңел күтәреп алырға ун биш, егерме минутлыҡ яғыулығы бар әле!

Кисә генә үҙенең һөйгән ҡыҙынан хат алды Ганс. Һөйгәне уның осоусы булыуы менән сикһеҙ ғорурланыуы, уның һәр бер хатын йоҡлар алдынан туғандарына ҡысҡырып уҡыуы тураһында яҙған. Ганс һөйгәненең оло камин алдында йыйылышып ултырған өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-ат алдында үҙенең «ҡорос бөркөтөнөң» батырлыҡтары тураһында ғорурланып бәйән итеүен күҙ алдына килтереп, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы ла, самолетын ҡырынайта биреп, колонна өҫтөнә уҡталды.

Һибәтулла тап үҙҙәренә йүнәлгән, пулеметтары менән һауа тетрәтеп үкереп килеүсе самолетҡа текәлеп, ҡатып ҡалды.

– Эх! – тип ҡуйҙы ул, сөнки ерҙе аҡтарып килеүсе пуля ямғыры һыҙығы туп-тура уларға табан килә ине. Атаһы Ғиниәтулланың әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө. Беренсе герман һуғышында ҡатнашҡан ҡырыҫ ҡарт һалдат үҙенең улына тәү тапҡыр «балам» тип өндәшкәйне... Ул емерелгән ҡаштары аҫтынан ҡырыҫ ҡараштарын ғәзиз улына йүнәлтте лә:

– Балам... Һин һуғышҡа китәһең... Унда бик яман, насар хәлдәргә тарырһың... Тере ҡалырға тырыш. Нимә генә булһа ла тере ҡалырға ынтыл... Нимә генә тимәһендәр, дошмандарҙан ҡурҡма... Улар ҙа шул уҡ әҙәм балаһы... Салт бул... Йә улар – һине, йә – һин уларҙы... Кем алдан өлгөрә, шул тере ҡала... Һеңгәҙәп йөрөмә – уяу бул. Тере ҡалырға тырыш, – тине лә, ялт әйләнеп, башын эйеп йоҡомһорап торған атына ҡысҡырып ебәрҙе. – Т-р-р-р! Мөстән! Ней тик кенә тора белмәйһең! – Ерән Ҡашҡа тертләп китеп, башын сайҡап бышҡырып ҡуйҙы ла, аптыраған күҙҙәре менән хужаһына боролоп ҡараны. Ә был мәлдә иһә үҙенә сират етеүен сабыр ғына көткән Ғәйникамал ғәзиз улын ҡосаҡлап, уның арҡаһын һыпыра-һыпыра доға уҡый ине.

– Йә, раббым, ошо улыҡайымды үҙ мәрхәмәтеңдән айырма.

Хәтәр хөрәфәттәрҙән, үлем-ҡазанан арала... Фәрештәләреңде юлдаш итеп, бер үк имен һау ҡайтырға насип ит...

Секунд араһында ошо хәтирәләрҙе күҙ алдынан үткәргән Һибәтулланы ниндәйҙер көс аяғына баҫтырҙы. Ул йән көсөнә үҙҙәренә табан килә ятҡан пулялар ямғыры һыҙығынан ситкә ташланды. Урынында ятып ҡалған Семен:

– Стой! Куда, твою мать! Үләһең бит! – тип һүгенеп ҡысҡырып ятып ҡалды... Ниндәйҙер ярһыу көс Һибәтулланы ялан уртаһында бер үҙе генә һерәйеп ултырған телеграф бағанаһына табан йүгертте...

Штурвалын ике ҡулы менән ҡыҫып тотҡан Ганс пулеметын тоҫҡаусы прицел нөктәһен ерҙә һеңгәҙәп ятыусы һалдаттар өҫтөнә тоҫҡап, гашеткаһына баҫты. Самолетты дер һелкетеп дөкөлдәгән эре калибрлы пулеметтың, ерҙә саң-туҙан күтәргән пулялар һыҙығын һалдат кәүҙәләре аша үткәреү ауыр түгел ине. Селәү кеүек, баштары менән ерҙе тишеп керерҙәй булып ергә һеңешкән һалдат кәүҙәләренең, түмәргә балта сапҡан кеүек тертләп һикереп ҡуйған мәлдәренә ҡарап, эре калибрлы пуляларҙың тағы ла бер ҡорбан табыуын аңлауы ҡыйын түгел ине. Ярты илде тубыҡландырған, бөтә милләттәрҙән һәм бөтә расаларҙан өҫтөн торған Бөйөк Германияның һуғышсыһы, саф ариец, егерме биш йәшлек Ганс, күп тапҡыр хәрби наградалар кавалеры, үҙенең был аяуһыҙ һуғышта ҡатнашыуы менән ғорурлана ине. Бөйөк фюрерҙың бөтә ер шары хакимы булырға тейешлегенә ышана ине шул...

Ул үҙенең киске хатында һөйгәненә бөгөнгө осошта күпме дошман һалдаттарының башына етеүе хаҡында яҙасаҡ... Шул хаҡтағы хыялына бирелеп, ул нисә һалдаттың башына етеүен һанай ине...

– Бер, ике... һигеҙ, туғыҙ... ун бер, ун ике...

Әммә уның ун өсөнсө ҡорбаны, ана, туп кеүек һикереп торҙо ла ситкә ялтанып өлгөрҙө... Немец летчигы йән асыуынан һүгенеп ҡуйҙы, аҙаҡ йылмайып ҡуйҙы. Бына, исмаһам, һунар! Ганс үҙен ысын һунарсы итеп тойҙо. Үҙенең броня менән көпләнгән, пушка-пулемет менән ҡоралланған хәрби штурмовикта ултырыуын, ә ерҙәге һалдаттың ҡола яланда тороуын, карабиндан башҡа ҡоралы булмауын иҫәпкә алмаҫҡа тырышты, тырышты түгел, бөтөнләй иҫәпкә алманы...

Һибәтулла был мәлдә бер үҙе юл ситендә һерәйеп ултырған бағана төбөнә килеп һыйынды... Урман балалары, урман балалары инде. Бүренән ҡасһа ла ла, дошмандарҙан ҡасһа ла, ҡойма ямғырҙан ҡасһа ла, хәтәр дауылдан ҡасһа ла – урманға, ҡайындар араһына, ағастарға һыйына.

Ганс самолетын үкертеп, ҙур түңәрәк яһап, ҡабат әйләнеп килде. Дөрөҫөн әйткәндә, ул әллә ҡасан уҡ ҡайтып китә ала ине. Хәрби бурыс үтәлде, бомбалар ырғытылды, колонна тарҡалды... Әммә уның һөйгәненә яҙасаҡ хатының ун өсөнсө ҡорбаны... Юҡ, әлегә ҡорбан түгел... Бына хәҙер... Ул ниндәйҙер ырылдауға оҡшаған өн сығарып, гашеткаларына баҫты.

Һибәтулла һауала ҡолаҡ тондорғос имәнес тауыш менән үкереүсе ҡорос дошман самолетының нәҡ үҙенә һунар ойоштороуын аңланы. Ул үҙен ҡарсығанан ҡотолоп маташыусы бәләкәй генә ҡошсоҡ итеп тойҙо. Йәмле Һаҡмар йылғаһының, ике яҡ ярында тау битләүҙәрен ҡаплаған йәмле урман буйында үҫкән йәш кенә егет, үҙ ғүмерендә ат арбаһынан башҡа техника, ҡушкөбәктән башҡа ҡорал күрмәгән тәбиғәт балаһы һәм ярты донъяны баҫып алған дәһшәтле дошман армияһының штурмовигы – уларҙы осраштырыусы бер бағана... Ниндәйҙер хикмәт менән бер үҙе имен ҡалған телеграф бағанаһы...

Һибәтулла, ер һелкетеп, пулеметы менән ерҙең аҫтын-өҫкә килтереп, саң-туҙан өйөрөлтөп, үҙенә уҡталыусы самолеттан күҙен алмай ҡатып ҡалды. Саң-туҙан борҡотоп килеүсе пулялар ямғыры һыҙығы үҙенә килеп етте тигәндә генә, ул кәүҙәһен бағананың икенсе яғына алып ташланы. Күҙҙәрен сытырҙатып йомған егет үҙенең өҫтөнән осоп үткән ҡорос ғифриттең ялҡынлы тынын тойғандай итте. Бер нисә сантиметр ғына ситтә ҡаҙалған эре калибрлы пулялар шатыр-шотор килтереп бағананың да ағас ҡайырсыларын теткеләп үткәйне...

Һибәтулла күҙҙәрен асып, имен ҡалыуына ҡыуанып өлгөрмәне, әле генә үҙенең йәнен ала яҙған самолеттың, оло түңәрәк яһап, кире үҙенә табан уҡталыуын күреп, бағананың икенсе яғына күсеп ятты. Ҡорос каскаһын рәтләп батырыбыраҡ кейҙе лә, ергә һеңешеп, ҡуҙғалмай ятҡан кеше рәүешен алды. Әммә каскаһының ҡырынан ғына үҙенә табан уҡталыусы тимер ҡарсығанан күҙ яҙҙырманы...

Инде үҙенә баш эйгән ҡорбанын юҡ итеүенә шикләнмәгән Ганс, самолетын уңғараҡ ҡайырып, ергә лыпым һылашып ятыусы ҡорбанын прицелға алып, гашеткаһына баҫты, тик пулеметы гөрһөлдәп ата башлар алдынан ғына прицел түңәрәгендәге һалдат юҡҡа сыҡты...

Ниндәйҙер эске тойғоһона инанған Һибәтулла үҙ-үҙен орсоҡтай өйөрөлдөрөп, бағананың икенсе яғына әйләнеп ятырға ла өлгөрмәне, элек ятҡан урынына эре калибрлы пулялар килеп ҡаҙалды. Бағананы тумарлап әйләнгән мәлдә ниҙер «шаҡ» итеп каскаһына бәрелде. Йәһәт кенә башын һәрмәп тикшереп алған Һибәтулла каскаһына үҙенең арҡаһына аҫып алған карабинының көбәге бәрелеүен аңланы. Ул тиҙ генә карабинын сисеп, ҡулына тотто. Бағана осона бәрелә яҙып осоп үткән дошман самолетының оло түңәрәк яһап борола башлауын күреп, Һибәтулла әсәйенән отоп алған доғаларын уҡый башланы...

Үҙҙәренең эскадрильяһында иң мәргән летчик һаналған Ганс баштараҡ ҡыҙыҡ күреп башлаған һунарының оҙаҡҡа һуҙылып китеүенә йәне көйҙө. Командирҙарының рация аша «Өс минуттан аэродромға ҡайтырға! Өс минуттан ҡайтырға ҡуҙғалырға!» тигән бойороғон ишетеү немец летчигына ҡамсы менән һыҙырғандай тәьҫир итте. Самолетын һулға ҡайырып, ҡанаттары менән ергә бәрелә яҙып тигәндәй яңы боролош яһаны ла, ялан уртаһында һерәйгән бағанаға табан тағы уҡталды...

Һибәтулла карабины көбәген үҙенә табан осоп килгән самолетҡа төбәп, ҡатып ҡалды. Был юлы немец летчигы йыраҡтан уҡ ут яуҙырырға тотондо. Һибәтулла самолеттың ер һелкетеп, ут сәсеп килеүенә иғтибар итмәҫкә тырышып, немец летчигының йөҙө айырым-асыҡ күренә башлау менән, уға төбәп атып ебәрҙе лә, күҙҙәрен йомоп, ергә һыйынды...

Ул самолетын ҡаты үкертеп, ҡояшҡа табан күккә үрәпсетте. Был алым һауалағы алыштарҙа ҡулланылған ин хәтәр төр – ҡояш яғынан һөжүм. Самолет үҙенең дошманына тап ҡояш яғынан һөжүм итә. Ҡояштан күҙе сағылған дошманы, самолеттың үҙен дә абайламай, ҡайһы алыҫлыҡта икәнен дә самалай алмай... Был алым, ғәҙәттә, ике самолет араһындағы алышта ҡулланыла. Әммә тиҙерәк эшен тамамларға ашыҡҡан Ганс өсөн быныһы ғына ваҡ мәсьәлә булып тойолдо.

Һибәтулла кәйелеп үтеп киткән дошман самолетының үҙ эшен аҙағынаса еткермәйенсә китмәйәсәген аңланы. Бағанаға бәрелә яҙып осоп үткән самолеттың тәҙрәһенән үҙенә тишә ҡарап үткән немец летчигының күҙҙәрендә үҙенең үлем ҡарарын уҡыны ул. Кәйелеп китеп, туп-тура күккә сөйөлгән дошманының тактикаһын да аңлап алды. Ул хәҙер нәҡ баш осо тәңгәлендә әйләнәсәк һәм... Бағана ышығы юҡҡа сығасаҡ. Һибәтулла тап баш осонда балҡыған ҡояшҡа табан ынтылған самолетҡа ҡарап алды ла, һикереп торҙо, ни эшләргә белмәгәндән, өҫ-башын ҡаҡҡылап алды. Күҙҙәрен ҡыҫып, ҡояш яҡтыһы түңәрәгендә геүләгән дошман самолетын төҫмөрләргә тырышты. Тирә-яғына күҙ һалды. Күҙ күреме ҡола-ялан. Исмаһам, ҡыуаҡ әҫәре лә күренмәй. Унда-бында баш ҡалҡытырға ҡурҡып ятҡан һалдаттар. Кемеһе тере – кемеһе үле... Беленмәй.

Һибәтулла үҙен ҡорбан итеп һайлаған дошманының тейешле бейеклеккә етеп, таш кеүек үҙенә ябырылыуына тиклем күпме ваҡыт ҡалғанын самаларға тырышты. Ҡапыл күңелен һиллек тыныслығы биләп алды... Үҙенең нимә эшләргә тейешлеген тойҙо... Сит ерҙә, ҡола ялан уртаһында һерәйеп торған бағана төбөндә яңы 19-ҙын тултырған, йәмле урманлы, хозур Һаҡмар буйында тыуып үҫкән ябай башҡорт егете һәм бөтә Европаны теҙ сүктергән дәһшәтле герман армияһының утын-һыуын кискән, иң алдынғы хәрби самолетта ултырған немец летчигы Ганс. Осрашыр нөктә тап ошонда... Һибәтулла яурындарын ҡуҙғатҡылап алды, үҙенә хәҙер ҡамасау ғына булған һалдат тоҡсайын сисеп, бағана төбөнә ҡуйҙы. Башын эйә биреп, күккә, өҫкә ҡарарға бирмәгән каскаһын һалып, тоҡсайы өҫтөнә ҡуйҙы ла, карабинын ҡулына алып, ситкәрәк сығып, аяҡтарын кирә баҫып, күккә текәлде.

Беренсе герман һуғышы яугиры булған атаһы Ғиниәтулланың улын оло яуға оҙатҡанда әйткән һүҙҙәрен иҫләне:

– Улым, һуғыш ул етеҙҙәрҙе ярата, кем алдан мәргән атып өлгөрә, шул тере ҡала. Ятып ҡалғансы, атып ҡал.

Һибәтулла көрһөнөп ҡуйҙы. Их, ҡана ла һуң фриц менән ерҙә, икеһе бер кимәлдә осрашһа, ул да йәйәү, мин дә...

Самолеттың үкергән тауышы яҡынлаша башлауын тойған Һибәтулла бер мәлгә ике күҙен дә сытырҙатып йомоп, асып алды ла, карабинын ипләп кенә яурынына терәне һәм нәҡ күҙ сағылдырып балҡыған ҡояш нурына ышыҡланып өҫтөнә ябырылған ҡорос ҡоҙғонға тоҫҡап, дөп-дөп килтереп, ҡалған дүрт патронын оҙатты... Шунан, дошманына тоҫҡаған карабинының прицелы аша ҡояштың нәҡ уртаһынан үҙенә табан таш кеүек атылған ҡара нөктәнең ҙурайғандан-ҙурая барыуын күреп, урынында ҡатып ҡалды...

Хәҙер пулемет үлемесле пуляларын ҡола ялан уртаһында бер үҙе аяҡтарын кирә баҫып торған Һибәтуллаға яуҙырасаҡ... Самолет яҡынайған һайын Һибәтулланың күҙҙәре ҙурая барҙы...

Бына хәҙер... Хәҙер... Юҡ... Уның бер ҙә үлгеһе килмәй... Уның өҙөлөп һағынған Һаҡмарын, ата-әсәһен, тыуған өйөн тағы бер генә булһа ла күрмәйенсә... Ҡолас киреп танһығы ҡанғансы бесән сапмайынса... Үҙенең баҫалҡылығы арҡаһында бер генә тапҡыр ҡосаҡлап үбеү түгел, ҡуйынына ла ҡағылып ҡарамаған һөйгән ҡыҙының күҙҙәренә булһа ла бер тултырып ҡарамайынса...

Юҡ, уның үлгеһе килмәй ине... Һибәтулла ҡояш эсенән үкереп үҙ өҫтөнә килгән дошманынан күҙҙәрен алмайынса, таш һындай ҡатып ҡалды һәм... көттө.

Ганс үҙенең ҡорос машинаһын кәрәкле бейеклеккә күтәргәс, уң ҡанаты яғына ауыштырып, кире ергә табан борҙо ла туп-тура аҫҡа атылды. Бындай атаканан һуң дошманының ҡотолорға бер әмәле лә булмаясағын белгән летчик ниндәйҙер тантаналы күңел күтәренкелеге кисерҙе. Ул үт кеүек туп-тура ергә атылыусы самолетының үкереп эшләгән моторына ҡушылып, йырлап уҡ ебәрҙе. Прицел түңәрәктәре аша нәҡ үҙ тәңгәлендә нөктә генә булып күренгән бағананы эҙләп тапты.

– Әһә, теге һалдат та шунда ситтәрәк баҫып тора... Ә ниңә ҡасмай ул?..

Ҡулдары менән баштарын ҡаплап, ялан буйлап улай-былай йүгерешкән һалдаттарҙы күп күрҙе ул... Күп ҡырҙы... Ҡыҙыҡ бит... Хас та сысҡандарҙы ҡыуған бесәй... Броня тәҙрәһенең сыҡ-сыҡ итеп алыуын абайлаған Ганс йылмайып ҡуйҙы. Ха-ха, етмәһә, атып маташа! Таш менән танкка бәр ней ҙә, мылтыҡтан ҡорос менән ҡапланған самолетҡа ат... Нәтижәһе бер үк... Ярай, тиҙерәк эште тамамларға ла... Немец летчиге прицел түңәрәген нәҡ ерҙә баҫып торған һалдатҡа тоҫҡаны... Пулялары кеше кәүҙәһен нисек өҙгөләйәсәген тойоп, пулеметтарының гашеткаһына баҫты... Әммә самолеттың кабинаһын һелкетеп дөкөлдәгән таныш тауыш ишетелмәне. Немец летчигы әсе һүгенеп, ҡабат-ҡабат гашеткаһын баҫҡыланы, әммә патрондары бөткән пулеметтар өндәшмәне. Самолет туҙан туҙҙырып, пропеллерҙары менән ергә ана тейәм, бына тейәм тигәндә, киренән күккә күтәрелде. Ганс яландың икенсе башына барып, самолетын үкертеп әйләнеш яһаны ла, иң тәпәш түбәнлектә, бағана төбөндә баҫып торған һалдат янынан осоп үтте. Ул үҙендә әллә ниндәй хистәр тойҙо... Патрондары бөтөү сәбәпле генә иҫән ҡалған һалдатҡа ҡарата бер ниндәй ҙә дошманлыҡ тойғоһо һиҙмәне... Үҙенең һуғыштан да, үлемдән дә, кемдеңдер кемгәлер дошман булыуынан да, ут сәсеп йөрөгән дуҫ егеттәренең дошмандар бәреп төшөргәндә самолеттарында аҡырып-аҡырып «Әсәй!» тип ҡысҡырып көл-күмергә әйләнгәндәрен күреп-ишетеүҙән дә арығайны... Һәр осошоноң һуңғыһы булыуы мөмкинлеген тойоп, ерҙән айырылыу ҙа, ай-һай, еңел түгел шул...

Ганс бағана төбөндә баҫып торған һалдаттың йөҙөн ап-асыҡ күрҙе. Уларҙың ҡараштары осрашты.

– Ярай, бәхетең бар икән, икенсе тапҡыр ҡотола алмаҫһың! – тип ҡысҡырып, немец летчигы һалдатҡа йоҙроҡ менән янаны.

Һалдат та яуапһыҙ ҡалманы, патрондарын атып бөтөргән карабинын йәһәт кенә яурынына элеп алды ла, ҡулын йоҙроҡлап летчикка табан һуҙҙы. Икеһе лә бер-береһенен ымын ап-асыҡ аңланылар былай... Немец самолеты ер һелкетеп үкереп, офоҡ һыҙығына табан йүнәлгән иптәштәре артынан юл алды...

Быуыны таралған Һибәтулла аяҡтарын саҡ һөйрәп, бағана төбөнә барып, арҡаһын бағанаға терәп ултырҙы. Аяҡтарын һуҙып ебәрҙе. Шунда ғына уң аяғындағы итегенең үксәһенән сылғау киҫәктәре һәлберәп сығып торғанын абайланы. Тиҙ генә итеген һалып, сылғауын һүтеп ебәрҙе. Ғәжәп, аяғында бер һыҙырылған урын да күренмәй, ә итек табанының яртыһы йолҡолоп сыҡҡан. Шул мәлдә яраланған уң ҡулын түштәренә ҡуша ҡыҫып тотҡан Семен аһ та аһ килеп уның янына сүгәләне.

– Ну, Таулбаев, право дело – ты в рубашке родился! Ай да молодец! – тип Һибәтулланың ҡул башына һуғып алды.

Шунан Һибәтулланың ялан аяҡ ултырыуына иғтибар итте.

– Тейҙеме әллә? – тип һораны.

Һибәтулла, юҡ, тигәнде аңлатып, башын сайҡаны ла, йылмайып, кирза итегенең пуля йолҡҡолаған табанын күрһәтте.

Семендың төҫө үҙгәреп китте, ул алан-йолан ҡаранды ла, яҡын-тирәлә кеше күренмәгәнлеген тойғас, өс тапҡыр суҡынып алды. Шунан Һибәтуллаға эйелеп шыбырҙауға күсте:

– Хибатка, һин үҙеңдең ниндәй бәхетле икәненде лә белмәйһең... Ну и повезло тебе... Это чудо...

– Самолеттан ҡасып, бағананы өйөрөлтөп, танауың менән ер һөрәме ней ул бәхет? Етмәһә, бына итекте лә әрәм итте...

– Да погоди ты! – Семендың тауышы, нисектер, ҡалтыранып сыҡты.

– Итек, имеш! Ана яланды ҡара, кемеһе ботһоҙ, кемеһе ҡулһыҙ, ҡайһыныһы башһыҙ. Күп егеттәрҙе ошонда ҡалдырабыҙ... Иртәгә лә... Иртәнән һуң да... Һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй... Ярай, Таулбаев, тыңла, – уның тауышы хатта тантаналы яңғыраны. – Ҡасандыр бер мәл һуғыш бөтәсәк һәм һин тере ҡалып, ул көндө күрәсәкһең, мәгәр бер кемгә лә был ваҡиғаңды һөйләмә... Сөнки бөгөн үлем ғазраилы һине үксәңдән үпкән. Һин бәхетлеһең... Был яугирҙарҙың борондан һыналған фаразы һәм ул дөрөҫ!

Семендың тауышында көнләшеү өндәре лә юҡ түгел ине.

Унда-бында һалдаттар берәм-берәм ерҙән тороп, ҡағынып, ҡайнаша башланылар. Ғәжәп! Һибәтуллаға үҙенән башҡа берәү ҙә тере ҡалмаған кеүек тойолғайны. Көлөшкән тауыштар ҙа ишетелә башланы.

Махорка төтөнөнөң таныш тәмле еҫтәре танауҙы ҡытыҡлап ебәрҙе.

– Ну, боец, подъем! Киттек обозға, мин ҡулдағы яраны сырматып алайым, һинең аяғыңа кейергә лә берәй нәмә йүнләрбеҙ...

Егерме биш-утыҙ минуттан һалдаттар колонналарға теҙелеп, юл буйлап артабан ҡуҙғалдылар... Арттарынан туҙан бөркөп ҡалды һәм кире юлға ятты.

Ауыр ҡуҙғалдылар улар... Күптәренең бер котелоктан ашаған иптәштәре, бер һыныҡ икмәк менән һуңғы семтем махорка бүлешеп туғандарынан яҡын күргән дуҫтарының ғүмер юлдары ошо билдәһеҙ далала өҙөлдө...

...Ошо ҡола ялан уртаһынан ҡуҙғалып киткәндәрҙең бик аҙ ғыналары данлы, шанлы 1945 йылдың туғыҙынсы майын күрә алды. Улар араһында Йылайыр районының Аралбай ауылында тыуып үҫкән, үксәһенән Ғазраил фәрештәһе үпкән гвардия старшинаһы, данлы 112-се гвардиялы башҡорт кавалерия дивизияһының яугиры, күп ордендар һәм миҙалдар кавалеры Тауылбаев Һибәтулла Ғиниәт улы ла бар ине.

Бөтә иғтибарын бағана төбөнә һыйынған дошманына туплап, был юлы эшен аҙағына тиклем тамамларға тырышып, алыҫтан уҡ пулеметтары менән ерҙе теткеләп килгән немец летчигы Ганс үҙенең броняле быяла менән ҡапланған кабинаһына нимәлер шаҡ итеп ҡалыуынан һиҫкәнеп, штурвалын үҙенә табан тарта биреп ҡуйҙы. Тыңлаусан самолет һауала осоп уйнаған ҡош балаһы кеүек, ҡапыл моронон күккә сөйөп алды. Әммә саҡ-саҡ ҡына ситкә һикереп ҡуйыу ҙа Һибәтулла файҙаһына булды. Пулемет бер мәл генә туҡтап торған арала пулялар ямғыры ергә һылашып ятҡан һалдаттың аяҡ осонан башлап ҡына яуып үтеп китте, Һибәтулла ниндәйҙер хәтәр көстөң итеген йолҡоп алырҙай булып һуғылыуын тойоп, үҙенә пуля тейеүен аңланы. Ә был мәлдә һалдат мылтығының пуляһы броняның фонаренә тейеп, Гансты тертләтеп ҡуйҙы.

– 34-се, 34-се, прием... Базаға ҡайтырға... Базаға ҡайтырға...

Ганс лингофонын бер ҡулы менән тамағына ҡыҫты ла:

– Аңланым... Хәҙер... – тине һәм рацияһын һүндереп ҡуйҙы.

Ул үҙен оло турнирға сыҡҡан рыцарь итеп тойҙо. Ана, аҫта, ерҙә, уның дошманы ята, ә ул тевтон рыцарҙарының данлы батырлыҡтарын дауам итеүсе! Юҡ, ул был алышта еңеүсе булырға тейеш! Әлбиттә, Ганс үҙенең иң ныҡ ҡоростан эшләнгән хәрби штурмовикта ултырыуын да, ҡул аҫтында ике эре калибрлы пулемет һәм пушка булыуын да, ә ерҙәге дошманының биш патрон һыйышлы ябай карабинынан башҡа бер ҡоралы булмауын да иҫәпкә алманы.

Мирсәйет ҠЫЛЫСОВ.

Читайте нас