Мөғжизәгә килә ышанғы

Фәнтәзи.

Больница палатаһында, әсәһе ятҡан карауат янында ултырғыста ойоп киткән Айбулат, шомло тынлыҡҡа һиҫкәнеп уянып китте. Әсәһе шым ғына ята. Нимәлер һиҙенгәндәй егет ипләп кенә: “Әсәй, әсәй”, - тип өндәште. Әммә әсәһе яуап бирмәне. Егет ҡурҡып “Әсәй!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Уның тауышына килеп ингән шәфҡәт туташы:

– Нишләп ҡысҡыраһың шул тиклем?” – тине асыуланып.

– Әсәйем өндәшмәй.

Шәфҡәт туташы әсәһенең пульсын тикшереп ҡараны ла, сигнал төймәһенә баҫты. Ул арала палата врачтар менән тулды. Айбулатты төртөп тигәндәй унан сығарып ебәрҙеләр. Ишек ярығынан бер врачтың комаға киткән тигәнен ишеткәс, палатаға нисек барып ингәнен дә һиҙмәне ул. Әсәй, әсәй, тип карауат янына тубыҡланды. Врач һаҡ ҡына Айбулаттың ҡулына ҡағылды.

- Әсәйең һине ишетмәй. Ул комала. Ошондай хәл килеп сығыры билдәле ине инде. Ваҡытында операция яһатмаған бит.

- Ниндәй операция?

- Был ауырыуы электән килгән. Әсәйең һаман һуҙып йөрөгән дауаланмай. Шул арҡала комаға китте. Хәҙер уянмаҫҡа ла мөмкин.

Кома? Уянмауы мөмкин... Нисек уянмай? Юҡ-юҡ, улай булырға тейеш түгел. Айбулат врачтың ҡулына йәбеште:

-Нишләп тик тораһығыҙ? Эшләгеҙ инде берәй нәмә.

-Бер нәмә лә эшләп булмай, йәш кеше. Бында мөғжизә генә ҡотҡармаһа.

Сараһыҙ ҡалған егет тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ишеккә табан атланы. Тын етмәй ине уға. Тышҡа сығырға теләне. Сыҡҡас, ҡайҙа барыуына ла иғтибар итмәй, алға атланы. Юлға килеп сыҡты, күрәһең, машиналар тауышы ишетелгәндәй булды. Шулай бер нәмә аңламай китеп барғанда үҙенә әллә машина төкөнө, әллә һуҡтылар юл ситенә осоп барып төштө лә, аңын юғалтты.

Әсәһе, тор улым, тип йомшаҡ ҡулдары менән битенән һыйпай. Айбулат уянһа ла күҙҙәрен асмай, шулай иркәләнеп ятҡыһы килә. Шунан йылмайып яйлап ҡына күҙҙәрен аса...

Айбулат күҙен астыла беркилке ни булғанын аңламай ятты. Әсәһенең йомшаҡ ҡулы тигәне быҙауҙың теле булған бит. Ул тәмләп кенә Айбулаттың битен ялай. Егет ҡулын һелтәп уны ҡыуып ебәрҙе лә яңынан күҙҙәрен йомдо. Төшөн дауам итергә теләне, тик артабан йоҡлап китә алманы. Шунан ниҙер иҫенә төшкәндәй ҡапыл тороп ултырҙы. Әммә үҙенең ҡайҙа икәнлеген аңламаны. Ҡайҙа ул? Нишләп ята бында битен быҙауҙан ялатып? Тирә-яғына ҡаранды. Алда матур ғына йылға. Артына әйләнгәйне иңкәйеп инерлек мәмерйәгә оҡшаған өң күрҙе. Шунда ҡапыл башы ауыртты. Ике ҡулы менән башын тотоп яңынан тәгәрәп китте. Иҫтән яҙҙымы, әллә бер аҙ ойоп алдымы, ипләп кенә үҙен һелкеткәнгә күҙен асты.  Ҡаршыһында бер әбей тора ине.

-Улым, нишләп ятаһың бында? Тор, берәй зәхмәт ҡағылыр, - тине. 

Айбулат ятҡан килеш әбейгә текләне. Яулығын яҙып ябынған мөләйем генә инәй.

- Тор, балам, тор, - тигәс яйлап ҡына тороп ултырҙы.

-Эскән кешегә оҡшамағанһың, нишләп ятаһың бында? Ҡайҙан ҡилдең, кем улы булаһың? – тип һорауҙарын теҙеп ташланы әбей.

-Белмәйем, - тине Айбулат.

- Эй, Аллам, белмәйем тейсе иҫһеҙ кеше һымаҡ. Исемең кем?

Айбулаттың башын тотоуын күреп,

-Башың ауыртамы, балам? Әйҙә тор, беҙгә барайыҡ, - тип егеттең ҡулын тотто.

Айбулат әбейҙең ҡулын ысҡындырмай ғына тороп баҫты ла,тирә-яғынаҡараныпаяҡтарын саҡ һөйрәп уға эйәрҙе.

-Был ниндәй ауыл? Мин ҡайҙа? Ә был ниндәй йылға?

-Был - Һаҡмар йылғаһы. Һыуы шундай йомшаҡ. Күрәһеңме ана балалар рәхәтләнеп һыу инә.

Әбейҙең өйө йылғаға яҡын булып сыҡты. Ҙур түгел, ике яҡлы ыҡсым ғына. Бөхтә итеп йыйыштырылған, йылылыҡ бөркөп тора. Тәҙрә төптәре матур гөлдәр менән тулған.

-Улым, һин ана карауатҡа ятып тор, -төптәге бүлмәнән егеткә урын күрһәтте. -Мин ҡаҙҙарыма ем биреп кенә инәйем. Ашарға һорап ҡайта ла торалар һыу буйында йөрөмәй. Шунан сәй эсеп алырбыҙ.

Әбейҙең йомшаҡ карауатына ятып Айбулат нимә булһа ла иҫләргә тырышты. Тик башына бер нәмә лә килмәне. Әллә йоҡлайыммы тип үҙен семетеп тә ҡараны.

-Йылғаға тиклем ҡыуып килдем ҡаҙҙарымды. Ҙурайып киләләр шөкөр, имен генә йөрөһөндәр инде. Аталығым һәйбәт, сит-ятты себештәре янына яҡын ебәрмәй, тип һөйләнеп килеп инде әбей. – Ят, улым, ят. Хәҙер самауырым ҡайнай, - тип ситке бүлмәлә ҡыштыр-ҡыштыр йөрөй башланы. Бер аҙ йөрөгәс, Айбулатты сәй эсергә саҡырҙы.

-Ял иттеңме, башыңдың ауыртыуы үттеме,улым?

-Аҙыраҡ ебәрҙе.

 Ни булһа ла уйларлыҡ хәлдә түгел ине әле ул.

-Әйҙә бына һөтләп сәй эсеп ал, мәтрүшкә һалдым. Башыңдың ауыртыуы бөтөп китер, -тип егеттең алдына ҡуйы сәй ултыртты.

-Исемең нисек? Кем улы булаһың? Ул тау тишегендә нишләп ята инең?

Исемен әйтергә уйлағайны Айбулат, иҫләй алманы. Кем һуң мин?

-Исемең кем балам?- ҡабатлап һораны инәй.

Айбулат аптыраулы ҡарашын әбейгә төбәне лә яйлап ҡына:

-Белмәйем, - тине.

-Нисек белмәйһең?

-Мин исемемде иҫләмәйем, бында нисек килеп сыҡҡанымды ла белмәйем - Айбулат ике ҡулы менән башын услап тотто.

-Йә Хоҙай, нисек инде иҫләмәйһең?

-Белһәм әйтер инем, инәй.

Айбулаттың һаман башын тотоп ултырыуын күреп:

-Башыңды ҡайҙа ауырттырҙың? Әллә туҡманылармы улым?Ныҡ итеп һуҡһалар, иҫеңде юғалтыуың да бар. Ана телвизорҙа йыш ҡына күрһәтеп торалар бит шундай хәлдәрҙе. Улай тиһәң, туҡмалған кешегә оҡшамағанһың. Башҡа ерең ауыртмаймы?Ярай әйҙә эс сәйеңде. Иртәнгә тиклем, бәлки, ауырыуың үтеп китер.

Иртәһенә яурынына һаҡ ҡына ҡағылыуға уянды Айбулат.

-Уян улым. Нисек йоҡланың?

-Һәйбәт, - ҡапыл тороп ултырғайны, башы әйләнеп китеп кире ятты.

Әбей уның йөҙөнә ҡарап ҡурҡып китте.

-Башым әйләнә. -Шулай ҙа яйлап тороп ултырҙы.

-Исемеңде иҫләмәнеңме?

-Юҡ.

-Сәй эсеп алайыҡ та балнисҡа барабыҙ.

-Балнисҡа?

-Эйе. Хәҙер күрше Рәшиткә әйтәм дә, машинаһы менән алып барыр.

Дауаханала Айбулатҡа төрлө тикшереүҙәр үткәрҙеләр. Шунандауаханала ҡалдырҙылар. Милицияға лә хәбәр итербеҙ, моғайын, уны эҙләйҙәрҙер, тинеләр.

-Улым, дауаланһаң йүнәлеп китерһең, хәтерең дә асылыр. Мин һиңә килеп торормон, - тип әбей ҡайтып китте.

Айбулаттың баш ауыртыуы үтте. Әммә һаман да бер нәмә лә иҫләй алманы. Уны эҙләп килеүсе лә булманы. Икенсе килеүендә ни эшләргә белмәй ҡаңғырып ятҡан егеттеалып ҡайтып китте Сәлиха инәй.   

-Миндә тыныс, үҙем табып алдым. Йүнәлеп тә китер, иншалла.

- Берәй тетрәнеү кисерһә, егеткә хәтере уйламағанда ҡайтыуы мөмкин, - тине врач уларҙы оҙатып.

Яйлап көндәр үтте. Айбулат йыш ҡына Һаҡмар буйына килеп ултырыр булды. Көндәр матур торғас, йылға буйында балалар ҙа күп була. Был юлы ла ул малайҙарҙың кинәнеп һыу ингәнен ҡарап ултырғанда,Айбулаттигән тауыш ишетелде. Егет үҙе лә һиҙмәҫтән һикереп килеп торҙо. Һыуҙан бер малай сығып:“Әсәй” тип яр буйында торған ҡатынға табан йүгерҙе.Уның ыңғайына Айбулат та “Әсәй” тип малай менән ҡатынға табан атланы.

-Айбулат!- тип асыулы өндәште ҡатын.- Һыу буйына төшһәң, бөтә донъяңдыонотаң. Кис етеп килә, быҙауҙарҙы алып ҡайтыр кәрәк. Әсәләренә ҡушылып ҡуйырҙар.

Шулай улын орошоп улар ауыл яғына атланы. Үҙҙәренә ҡарап торған йәш кешене абайламанылар ҙа, шикелле.

“Әсәй”, - тип ҡабатланы Айбулат. Әммә ҡапыл башы тотоп ергә сүкәйҙе. Баш ауыртыуы бер аҙ үткәс, яңы йоҡонан уянғандай тирә-яғына ҡаранды. Мин ҡайҙа? Ҡайҙа минең әсәйем. Туҡта! Әсәйем комаға китте бит. Ауыр хәлдә дауаханала ята. Ә мин таныш булмаған ерҙә аҙашып йөрөйөм. Айбулат ни булғанын иҫләргә тырышты.Әсәйең ҡабат уянмаҫҡа мөмкин тиневрач. Шунан һауа етмәгәс, ул тышҡа сыҡты. Ҡалғанын иҫләмәй. Сәлиха инәйҙән һорарға кәрәк.Ишектән инер-инмәҫтәнһөрәнләне.

-Инәй, мин исемемде иҫләнем!

-Әү,балам, ни булды? - тип килеп сыҡты ҡаршыһына әбей.

-Инәй, мин исемемде иҫләнем. Айбулат!Минең исемем Айбулат.

-Эй, балаҡай, ҡалай һәйбәт булған. Үҙеңдең ҡайһы яҡтанбулыуың, бында нисек килеп сығыуың хәтереңә төштөмө тиеүенә иғтибар итмәй:

-Әсәй? Ҡайҙа минең әсәйем?

-Балам, әсәйең юҡ ине. Һин бер үҙең генә теге яман өң янында ята инең.

-Кем ташлап киткән мине унда? Ниндәй өң тураһында һөйләйһең?

-Күрмәнем шул, балам. Мин һине тапҡанда эргәңдә берәү ҙә юҡ ине. Ул зәхмәтле ер. Ниндәйҙер тылсымы бар. Уныңянында йыш ҡына аңлайышһыҙ хәлдәр булып торған. Мал-тыуар инеп китһә, эҙһеҙ юғалған. Кеше юғалған осраҡтар ҙа булған тип һөйләй тоғайнылар. Шуға уның тирәһенә яҡын бармаҫҡа тырышалар.

-Улайһа нишләп ул тау тишеген күмеп ҡуймағандар?

- Эй, ул хәлдәр элегерәк булған бит. Хәҙерге йәш-елкенсәк теләһә нәмәгә ышанып бармай. Ололар ғына ул урынды урап үтә.

- Минең әсәйем ауыр хәлдә дауаханала ята.Комала. Әмин бында йөрөп ятам.

-Тыныслан, балам. Был тиклемен иҫләгәс, башҡаһы ла яйлап хәтереңә төшөр әле. Ятып тор.

Кис етеп көтөү ҡайта бащлағайны был мәлдә. Айбулат ятып торманы, әбейгә эйәреп тышҡа сыҡты. Үҙенең малын ҡаршыларға сыҡҡан кешеләр араһында һыу буйында күргән ҡатынды күреп, бер мәлгә аптырап ҡалды. Ул шул тиклем әсәһенең йәш сағына оҡшаған ине. Эргәһендәге бәләкәй ҡыҙҙа бик таныш тойолдо.Шулай ғәжәпкә ҡалып торғанда, Сәлиха инәй янына хат ташыусы ҡыҙ килеп туҡтаны ла:“Инәй,һөйөнсө, һиңә улыңдан хат алып килдем”, - тине. Ҡыуаныстан әбей хатты тотоп, гәзиттәрен алырға ла онотоп өйөнә йүгерҙе. Почтальон уларҙы Айбулатҡа тотторҙо.         

Гәзитте әйләндереп ҡарап торғанда,күҙе датаһына төштө егеттең.

-2000 йыл. Ике мең? Нишләп ике мең? Хәҙер бит 2017 йыл. Былар ҙа хата яҙа икән тип ул гәзиттәрҙе өйгә индереп һалды.

Йәһәтләп хатын уҡып сыҡҡан инәй уға эш ҡушты.

-Улым, һин самауырға ҡуҙ һала тор, һыйырымдыһауып инәйем.

Айбулат самауырға һыу ҡойоп, күмер һалыуын ҡарап торған инәй:

-Был эште беләһең икән, - тип ҡуйҙы.

-Белмәй, мин бит ауыл малайы. Самауыр ҡайната торғайныҡ, - аптырап туҡтап ҡалды. - Мин ауыл малайы. - Әниндәй ауыл малайы икән, инәй?

-Борсолма, улым, яйлап барыһында иҫләрһең, -ҡаңғылдашып һыу буйынан ҡайтып ингән ҡаҙҙарын кәртә яғына ҡыуып алып китте әбей.

Эштәрҙе теүәлләп, сәй эсергә ултырғас, Сәлиха инәй улының хатта нимә яҙыуын һөйләй башланы.

-Бәпәйем тиҙҙән ҡайтам тип яҙған.

Хат һөйләгәс, гәзит иҫенә төшөп, Айбулат:

-Инәй, гәзиттә хата киткән, 2000 йыл тип яҙғандарсы, - тине көлөп.

-Нисек хата булһын, ҡайҙа?

Айбулат гәзитте алып:

-Бына бит, инәй, йылын яңылыш яҙғандар. Хәҙер 2000 йыл түгел дә инде.

-Нисек ике мең түгел, ә нисә атыу?

-Һуң, инәй,2017 йыл бит хәҙер. Әллә һеҙҙең ауыл шулай артта йәшәйме?

Үҙ алдына шым ғына һөйләнде әбей- Башын ныҡ төкөгән икән был бала- шунан егеткә ҡарап уны көйҙөрмәҫ өсөн

-Эйе, эйе ун ете, -тине лә ҡуйҙы.

-Улым, башҡа бер нәмә лә иҫләмәнеңме?

-Әсәйемде иҫләнем. Ул бөгөн һыу буйында күргән апайға оҡшаған.

-Ниндәй апай?

-Улын саҡырырға килгәйне. Малайҙың исеме лә Айбулат.

-Ә Гөлзифа киленде күргәнһең икән. Бая ҡыҙы менән көтөү ҡаршыларға сыҡайны. абайланыңмы?

-Эйе. Ул ҡыҙ ҙа миңә бик таныш тойолдо.

- Миләүшә ул, әсәһенә ярҙамсы булып үҫеп килә.

-Миләүшә?Был исем дә миңә таныш һымаҡсы?

-Бына бит яйлап аңың асыла бара түгелме?

Әбей иртәнсәк горотҡа барып киләм әле, тип һөйләнеп йоҡларға ятты.

-Инәй мин дә барайым, магазинға инһәң сумка тотошоп йөрөрмөн тиеүенә:

-Юҡ һин өй көт, ҡаҙҙарҙы ҡара, үҙем генә барып әйләнәм, йомошом ҙур түгел.Иртәһенә әбей ҡалаға киткәс, Айбулатҡа күңелһеҙ булып китте. Селтәрле япма менән ябыулы торған телевизорҙы асып ҡараны. Кино ҡарап алайым тиһә, уныһы күрһәтмәй икән. Нимә эшләргә белмәй торғанда, һуң шылтыратырға була бит. Ҡана һеңлемә шылтыратайым. Моғайын, телефондарын биреп торорҙар тип күршеләргә инде.

Унда үҙенән саҡ ҡына өлкәнерәк булһа кәрәк йәш ҡатын бер үҙе ине.

- Апай, телефон биреп тороғоҙ әле, шылтыратырға кәрәк ине, - тине.

-Эй, ҡустым, беҙҙә телефон юҡ шул. Һин Сәлиха инәйҙең туғаны бит әле. Ҡайҙан килдең?

-Баймаҡтан, - тине үҙе лә һиҙмәҫтән Айбулат. Мин иҫләнем тигән уй килеп инде башына.

Уйланып торған егеткә ҡатындың тауышы ишетелде.

-Ауыл осонда бар телефон. Тик улар көндөҙ өйҙә булмай торған. Бесәндә.

-Башҡа кешелә юҡмы ни?

-Юҡ. Ауылда берәү генә.

-Мин шулай ҙа барайым әле, - тип сығып китте.

Бәхетенә ишектәре асыҡ ине. Ҡаршыға бер малай килеп сыҡты.

-Ҡустым телефон биреп тор әле.

-Эшләмәй ул. Аҡса түләмәгән өсөн өҙҙөләр.

-Нисек өҙҙөләр? Ҡана күрһәт әле, -өйгә инһә стационар телефон ғына тора.

-Кеҫә телефоны юҡмы ни?

-Ундай телефондар беҙгә килеп еткәнсе әле, - тип һуҙып ебәрҙе малай.

Нишләп был ауылға телефон килеп етмәгән һаман.Оҙаҡ баш ватып тора алманы,кинәт башы ауырта башланы. Шуға күрә ҡайтып ятыуҙан башҡа әмәл юҡ ине.

Әбей төшкә әйләнеп ҡайтты.

-Инәй, бер нәмә лә алмағанһың бит.

-Әхирәтемдең хәлен белергә генә барғайным. Бер юлы һинең врачыңа ла инеп сыҡтым. Бына һиңә дарыу яҙып бирҙе, -уғаврач яҙған рецептты һуҙҙы. Дарыуҙарыңды ла алып ҡайттым. Мә улым, - тип тоҡсайынан дарыуҙар алып бирҙе.

Бер ниндәй һеңлеһенә бармағайны әбей, Айбулат йылдарҙы бутап һөйләп ултырғас, тура врачҡа барып хәлдәрен һөйләне. Ул әбейҙе яҡшыға өмөтләндереп, Айбулатҡа төрлө дарыу яҙып ҡайтарғайны.

Айбулат рецептҡа текләне. Датаһы 15 июль 2000 йыл. Ғәжәпләнеп әбейгә текләне.

-Инәй хәҙер нисәнсе йыл?

-Ике мең бит. Ике мең! Ахрызаманды көткән ике мең. Ҡасан ахрызаман була тип һорағас, Ғайса пәйғәмбәр ике бармағын күрһәткән.Шуға ике меңде кеше көткәйне. Аллаға шөкөр, имен-аман йәшәп ятабыҙ әле.

-2000 йылда мин нишләп йөрөп ятам һуң? Нисек килеп сыҡтым бында?Был һорауҙарҙы эстән үҙенә генә бирҙе, шикелле, ни тиһәң дә әбей өндәшмәне.

-Инәй, һин мине тау тишеге янында таптым тинең бит әле. Күрһәт әле ул соҡорҙо.

-Ҡуй, балам, ул тирәлә йөрөргә ярамай. Әйткәйнем бит яманер тип. Яҡын йөрөһәң, ен ҡағылып ҡуйыр. Әле анау мөстән кәзәм унда барып сыҡмаһа, мин дә ул ергә аяҡ баҫмаҫ инем.

-Инәй, һин унда яҡын бармаҫһын. Мин үҙем генә барып ҡарармын.

Был бөтөнләй алйотланды тигәндәй инәй:

-Ярай, балам, иртән барып ҡарарбыҙ, - тип тынысландырып ҡуйҙы егетте.

Әммә соҡор янына шул көндө үк барырға тура килде был икәүгә.

Әлеге лә баяғы әбейҙең тегекөтөүҙән тура ҡайтмай ауыл буйлап һәптәнләп йөрөгән мөстән кәзәһе сәбәпсе булды быға.Әбей көндәгесә кәзәһен бороп алыу теләге менән көтөү ҡаршыларға иртәрәк сыҡты. Тик кәзә һыпыртҡайны инде. Инәй, кәзәң Һаҡмар буйында тип ҡысҡырып китте көтөүсе.

-Теңкәмде генә ҡоротто ошо кәзә. Һаҡмар буйында ғына йөрөһә ярай ҙа, тағы ауыл буйлап китмәһә. Бәрәсе бар бит әле. Юғалтып ҡына ҡуймаһын инде. Әйҙә, балам, тәүҙә һыу буйын ҡарайыҡ.

Шулай тип әбей менән Айбулат һыу буйына китте. Барһалар,теге хикмәтле тау тишеге янында йөрөп ята улары.Балалар һыу ингән ерҙән әллә ни алыҫта ла түгел икән ул мәмерйәгә оҡшаған ер.Егет үҙем тип кәзәләргә табан йүгерҙе. Тик кәзә бәрәсе унан ҡурҡып тау тишегенәинде лә китте. Айбулат уның артынан йүгерепбарып тотоп алды.Шунан шау-шыуға аптырап башын күтәреп ҡараны. Алда асфальт юл, унан машиналар елдерә. Бәрәсте ҡосаҡлаған Айбулат донъяһын онотоп уларға ҡарап ҡатты.  Ҡулындағы кәзәһе борғолана башлағас ҡына иҫенә килеп, артына әйләнеп ҡараны. Унда ҙур булмаған соҡор. Ҡасандыр күмелгән булған, тик ямғыр һыуҙары йыуып яңынан соҡорайған. Егет ипләп кенә соҡорға төштө. Бәрәс баҫтырып ул-былға иғтибар итмәгәйне. Әле һаҡ ҡына баҫып атланы. Күп тә барманы тау тишегенән яҡтыға килеп сыҡты. Ул килеп сыҡҡас, әбей ҡыуанып китте. Доғаларын уҡып уны өшкөрөп алды.

-Уй,балам, һин оҙаҡлағас ҡотом осто. Инде имен килеп сыҡһаң, бынау мөстән кәзәне ҡорбан итеп салырмын тип үҙемә һүҙ бирҙем. Улым, әл дә иҫән-аман килеп сыҡтың.

-Инәй, бына бәрәсең.

Бәрәсен күргәс әсәһе баҡырып ебәрҙе.

-Бәрәсен күрше киленгә бирәм. Иртәгә үк хужаға әйтеп был тау тишеген күмдереп ҡуйыр кәрәк, бәләһенән баш аяҡ.

-Юҡ, инәй, күмдермәй тор әле. Бик ҡыҙыҡ хәлдәр күрҙем мин унда. Һаман да башыма барып етмәй. Әйҙә ҡайтайыҡ.

-Ҡайтайыҡ, балам, ҡайтайыҡ, - әбей кәзәһен ҡыуып өйөнә табан атланы. Егеттең ҡыҙыҡ хәлдәр тигәнен ишетмәне лә.

Ҡайтҡас Айбулат төпкө бүлмәгә инеп китте. Барын бер епкә теҙеп уйлай башланы.Әҙәм ышанмаҫлыҡ, төшкә инмәҫлек хәл булһа ла, был ысынбарлыҡ. Мин үҙемдең бала сағыма килеп сыҡҡанмын бит. Һыу буйында улын саҡырған апай - минең әсәйем. Ә бәләкәй малай мин үҙем, ҡыҙыҡай һеңлем Миләүшә. Ни хикмәт менән мин бында сыҡтым икән. Беҙ бәләкәй саҡта нисек ул тау тишегенкүрмәгәнмен. Туҡта! Ҡурҡа торғайныҡ бит әле ул яҡҡа барырға. Әбейҙәр ҡурҡытып бөткәйне.

Айбулат ятҡан еренән ҡапыл һикереп торҙо. Бәлки? Эйе, эйе! Мине Хоҙай үҙе ебәргәндер әсәйемде һаҡлап ҡалырға. Уны нисек тә ҡазанан алып ҡалырға тейешмен. Быны нисек эшләргә иртәнсәк уйлармын. Бөгөнгә мәғлүмәт бик күп булып китте.Шулай ул яҡшы кәйеф менән йоҡлап китте. Һуң ғына уянды. Көн ниндәй матур тип йылмайып тышҡа сыҡһа, Сәлиха әбей тупһала  илап ултыра.Айбулатҡурҡып китте.

-Ни булды,инәй?

-Күрше Гөлзифа киленде һыйыры һөҙгән. Әйттем Сабиттың һыйырын алма, холоҡһоҙ тип. Һөтлө тигән булып алғайны. Ярай Рәшит өйҙә булды, балнисҡа алып китте.

Айбулат хәле бөтөп ергә сүкәйҙе. Өлгөрмәне. Бына ул әсәһен комаға килтергән ҡаза. Шунан ҡапылһикереп торҙо.

-Инәй, миңә ҡалаға барырға кәрәк. Әбей тертләп китте.

-Хәҙер нимә менәнбараң. Автобус күптән китте инде.

-Берәй нәмә булыр әле,- әбейҙе иҫәңгерәтеп егет сығып йүгерҙе.

Бәхетенә машина осраны. Дауаханаға барып еткәс, әсәһен табыуы оҙаҡ булманы.  Уның янына үткәрмәнеләр, әлбиттә. Үткәргән хәлдә лә нимә эшләй ала ине ул ете ят кеше. Шәфҡәт туташы хәле ауыр, операция эшләнеләр тип кенә әйтте. Үҙ сиратында һеҙ кеме булаһығыҙ тип һораны.

-Улы, - тине Айбулат. Шунан. – Эй, әллә нәмә һөйләп торам, улы бәләкәй, килә алманы, мин ҡустыһы.

-Әле наркоздан уянмаған, борсолмағыҙ апайығыҙ менән барыһы ла һәйбәт булыр,- тине шәфҡәт туташы яғымлы йылмайып.

Уның шулай матур йылмайыуы Айбулаттың йөрәген бер аҙ йылытып ебәргәндәй булды. Аҙыраҡ тынысланып, һуңыраҡ килергә булып сығып китте.

Дауахана урамында ни эшләргә белмәй улай-былай ҡаранып торғас, ҡала буйлап йөрөп килергә булды. Бала саҡта һирәк килә торғайнылар бында...Ярай әле әбей кеҫәһенә аҡса һалып ебәргән. Яҡындағы магазиндан барып ашарына алды ла төндө дауахана урамында эскәмйәлә үткәрҙе егет. Иртәһенә врач менән һөйләшергә булды. Әсәһен реанимациянан сығармағандар ине әле. Хәле ҡурҡыныс түгел тинеләр шулай ҙа. Врач та Айбулатты ҡурҡытырлыҡ хәбәр әйтмәне.

-Ваҡытында алып килделәр, операция һәйбәт үтте.Ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.

-Һеҙ ныҡлап тикшерегеҙ инде.

-Әлбиттә, ҡайғырма бушҡа. Апайым тинеңме әле?

-Эйе апайым.

-Һинең һымаҡ ҡустылары булғанда, бер ниндәй ауырыу ҡурҡыныс түгел, шулаймы? Аҙыраҡ көтөргә генә кәрәк.

Көтмәй ни хәл итәһең инде.  Айбулат ауылға юлланды.

-Бигерәк кеше йәнле балаһың икән, рәхмәт яуғыры.Сыҡтың да йүгерҙең, тип ҡаршыланы уны Сәлиха әбей. -Иртәгә үҙем барырмын.

-Мин дә барам инәй, бәлки, берәй ярҙамым тейер.

-Эйе шул, барғың килһә, бар әйҙә.

Шулайтып Айбулат көн дә тиерлек дауаханаға йөрөнө. Әбей бармаһа, унан күстәнәс алып барыу һылтауы менән барҙы. Дауаханахеҙмәткәрҙәре был әрһеҙ егетте танып алды. Бигерәк тә Гүзәлиә исемле шәфҡәт туташы Айбулатҡаяҡшы мөнәсәбәттә булды. Күренһә, йәһәтләп ҡаршыһына сығып, әсәһенең хәлен һөйләне. Әсәһе хәле бер аҙ еңеләйеү менән ҡайтырға һорай башланы.

-Һеҙҙе берәү ҙә артыҡ тотмай бында. Өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрәм дә, барыһы ла һәйбәт булһа сығарырмын, - тине врач.- Миңә бында бер нәмә оҡшаманы. Бала яткылығында нимәлер тороп ҡалған кеүек. Өфөгә барырға кәрәк ине. Бәлки, миңә тойолғанғыналыр.

Әммә дауаханала ятып өйрәнмәгән бөтә башҡорт ҡатындары кеүек әсәһе лә врачтың әйткәнен ысынға алырға теләмәне.

-Тойолған, тойолған. Хәлем яҡшырҙы инде. Бер ҡайҙа ла йөрөмәйем.

-Белмәйем инде, белмәйем.Мөғжизә генә ҡотҡармаһа...

Әсәһен нисек күндерергә өҫтәмә тикшеренеүгә тип уйланып килгән АйбулатҡаГүзәлиә осраны.

-Айбулат, бында нишләп йөрөйһөң?

-Апайыма килдем.

-Ул ҡайтып китте бит.

-Нисек ҡайтты?Йүнәлеп бөтмәгән дә инде.

-Врачтың ай-вайына ҡарамай, тикшеренеү һөҙөмтәләрен дә алмай,бында ятҡансы өйҙә ятам тип ҡайтып китте.

-Ятмаһа ярар ине, бигерәк тә ауылда, - тине Айбулат.

-Айбулат, ярай улай ныҡ көймә, әйҙә мине оҙатып ҡуй.Мин төнгө сменанан сыҡтым.

Айбулат үҙенә йылмайып ҡарап торған ҡыҙға ныҡлабыраҡ ҡараны. Һылыу ҡыҙ. Их үҙемдең ваҡытта булһам, артынан бер тотам ҡалмай йүгерер инем, тип үкенеп ҡуйҙы. Шулай ҙа ҡыҙҙы оҙатырға булды. Бындай сибәрҙең нисек һүҙен йығаһың. Дауахананан алыҫ йәшәмәй икән ҡыҙ. Йәһәт кенә барып еттеләр. Һаман уйсан торған Айбулатҡа бер аҙ ҡарап торғандан һуң Гүзәлиә:

-Ярай хуш, - тине күңелһеҙ генә.

-Хуш, Гүзәлиә, барыһы өсөн дә рәхмәт. Берәй ваҡыт, бәлки,осрашырбыҙ тине лә боролоп китеп барҙы егет.

Ҡыҙҙы оҙатҡандан һуң яңынан дауаханаға барҙы. Врачты күреп һөйләшеү ине теләге.

-Дөйөм бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ. Артабан дауаланырға теләмәне.

Айбулаттың ҡайғыға ҡалыуын күреп:

-Улай бөтөрөнмә егет. Барыһы ла һәйбәт бит.

-Һәйбәт тә, тик һеҙҙе нимәлер борсой бит барыбер.

-  Былай тойомлау ғыналыр.Бәлки, бер нәмә лә юҡтыр. Мөғжизәгәкилә ышанғы, тип ҡуйҙы аҙаҡтан йыр һүҙҙәре менән.

Был һүҙҙәрҙе ҡайҙалыр ишеткәндәй Айбулат врачҡа текләп ҡараны. Әсәһе комаға киткәс, дауалаусы табип шулай тине бит әле. Ә улар оҡшаған бер-береһенә.  Ысынлап та,был да мөғжизә.Ә мөғжизәгә ышанырға кәрәк. Тегендә, бәлки, әсәһе аңына килгәндер.

Ауылға ҡайтҡас,әбейенә инеп тә тормай тура тау тишегенә йүнәлде. Ҡараңғыла һәрмәнеп атлап икенсе яҡҡа килеп сыҡты. Шунда тупраҡ араһында ятҡан телефонын табып алды. Уны кеҫәһенә һалып, өҫ-башына иғтибар итмәй дауаханаға табан йүгерҙе.

Унда бөтәһе лә элеккесә ине шул. Әсәһе һаман комала. Уның янына индермәнеләр. Дауалаусы врачты күрә алманы. Шәфҡәт туташы аша ғына хәлен белеште лә тышҡа сығып, эскәмйәгә терәлеп уйға ҡалды. Оҙаҡ ултырып ташланымы, арыуы еткәнмеүҙе лә һиҙмәҫтән ойоп китте. Таң атҡансы йоҡлаған да ҡуйған. “Ана ҡояш ҡалҡып килә. Яңы көн башлана. Әсәйем команан уянмаһа, ҡояшты унһыҙ нисек ҡаршылармын” - тигән уйҙаняҡты көн ҡараңғыланып киткәндәй булды. “Юҡ!”- тип һикереп торҙо Айбулат. Ул нисек тә әсәһен артабан дауаланырға күндерергә тейеш. Бында, бәлки, һеңлеһе Миләүшә ярҙам итер. Йәһәтләп ҡайтып уға шылтыратырға кәрәк. Бына хәҙер үк һөйләшер ине телефонының көсө бөткән шул. Ашығып өйҙәренә йүгерҙе. Аһылдап ҡайтып етһә, ишек эстән бикле. Түҙмәй шаҡыуына:

-Кем? - тигән йоҡоло тауыш ишетелде.

Һеңлеһе өйҙә икән.

- Миләүшә, был мин. Ас.

-Айбулат ағай,нимә эшләп йөрөйһөң таң менән? Ҡайҙа булдың?

-Ә һин нишләп өйҙә, Өфөлә түгел?

-Әсәй бындай хәлдә булғанда нисек унда йөрөйөм. Унан беҙҙең практика. Үҙебеҙҙең дауаханала практика үтергә ҡайттым.

-Ҡалай һәйбәт,- тип һеңлеһен күтәреп алды.

-Ә һин ҡайҙа юғалып йөрөнөң?

-Аңлатырмын барыһын да. Мин кисен дауаханаға барғайным. Һуң булғас, индермәнеләр әсәй янына. Тышта эскәмйәгә ултырып торғайным, йоҡлаған да киткәнмен таң аҡансы. Йәһәтләп һиңә шылтыратайым тиһәм, телефон эшләмәй. Өйгә елдерҙем. Һинең өйҙә булыуыңбигерәк шәп булды.

-Ҡуй инде йөрөйһөң кеше ҡурҡытып таң менән.

-Мин һине бер ергә алып барам. Һөйләһәм ышанмаясаҡһың.Уны күрергә кәрәк.Әйҙә кейен.

-Туҡта, ашап ал, кейемеңде алмаштыр. Күрмәйһеңме бысранып бөткәнһең, тупраҡ. Ерҙә йоҡланыңмы әллә?

Шунда ғына Айбулат үҙенә иғтибар итте. Ысынлап та, кейеме таушалып, бысранып бөткән икән. Тау тишегенән сыҡҡанда бысранған инде.

-Дауаханаға барабыҙмы?

-Юҡ. Бейек тағалы туфлиҙарыңды кеймә. Уңайлыраҡ кейен.

-Нимә асығын әйтмәй йәшереп тораһың.

-Күрерһең. Йә тиҙ бул.

Элекке ваҡытҡа алып сыға торған урынға килеп еткәс, Айбулат һеңлеһен етәкләп, ҡурҡма,минең арттан эйәр, тип соҡорға алып төшөп китте.

-Айбулат, беҙ ҡайҙа? Ҡайҙа алып килдең һин мине? -ҡурҡып тирә-яғына ҡаранды Миләүшә.

-Беҙ элекке ваҡытҡа килеп сыҡтыҡ.

-Нисек элекке ваҡытҡа?

-Ошо тау тишеге бер замандан икенсеһенә сыға торған юл. Мин уйламағанда килеп сыҡтым бында. Яйлап барыһын да һөйләрмен. Әле беҙгә ашығырға кәрәк.

-Бер нәмә лә аңламайым. Нишләп юҡты һөйләйһең?Фантастик киноларҙы күп ҡарайһың да, йөрөйһөң алйотланып.

-Миләүшә, ышан. Ысын был. Ҡара әле быҙау ҡыуып китеп барған сибек кенә ҡыҙҙы таныйһыңмы.

-Юҡсы, мин уны ҡайҙан беләйем.

-Ул - һин Миләүшә. Был беҙ һыу инеп үҫкән Һаҡмар йылғаһы. Ентекләберәк ҡара әле.

-Ысынлап та. Ана һеҙ һыуға һикергән ер. Мин унда ҡурҡып яҡын бармай торғайным.Ә Һаҡмарҙың талдары бәләкәй генә. Хәҙер бит йылға буйын ҡуйы таллыҡ баҫҡан.

Миләүшә Һаҡмарға табан йүгерҙе. Сүкәйеп ҡырсынташты һыйпаны.

- Эй, Һаҡмарымдың таштары, бындай төрлө төҫтәге матур таштар бер беҙҙә генә бит.

Миләүшә әле тегеләй, әле былай ҡарап, тирә-яҡты байҡаны, шунан ағаһына боролоп, һаман ышанып етә алмай:

-Нисек улай?– тине.

-Әсәй комаға киткәндә мин эргәһендә инем бит. Врачтың һүҙҙәрен ишеткәс, үҙ-үҙемде белмәй сығып китеп юл буйлап атлағанмын. Шулай барғанда миңә машина төкөгән, күрәһең, бая беҙ ингән соҡорға ҡолап төшкәнмен.

-Шунан нишләнең?

-Эй, Миләүшә. Мин бит иҫемде юғалттым. Үҙемдең кем икәнде лә белмәнем. Сәлиха инәй мине табып алды. Һин уны иҫләйһеңдер, моғайын. Ул мине дауаханаға алып барҙы. Берәү ҙә эҙләп килмәгәс, кире ауылға алып ҡайтты. Бер көн йәш әсәйебеҙ Айбулатты эҙләп һыу буйына килде.

-Әсәйебеҙ?

-Эйе. Ул Айбулат тип ҡысҡырғас, һыу буйынан бер малай әсәйтип уға ҡаршы йүгерҙе. Шул мәлдә әсәй иҫкә төштө. Үҙем дә һиҙмәй мин дә әсәй тип малай артынан эйәрҙем, исемемде иҫләнем. Шулай яйлап хәтерем кире ҡайтты.

- Шунан нишләнең?

-Миләш, һин әсәйҙең беҙ бәләкәй саҡта дауаханала ятҡанын иҫләйһеңме?

-Атыу. Онотҡаным юҡсы. Унһыҙ өйҙә ҡалай күңелһеҙ булғайны. Уны һыйыр һөҙҙө. Ул һыйыр мине һөҙөргә килә ине бит. Әсәй мине этеп ебәрҙе лә осло мөгөҙө уға эләкте. Беҙ икәүләп дауаханаға йөрөнөк бит ағай, - Миләүшә илап ебәрҙе.

-Нишләп илайһың?

-Бала саҡтағы Миләүшәне йәлләп илайым. Әсәй ҡабат ҡайтмаҫ тип уйланым бит. Шул саҡтағы ҡурҡыуҙарым.

-Әсәйҙең хәҙер ҙә ҡайтмауы ихтимал бит, Миләүшә.

Миләүшә яңынан илай башланы.

Шул мәл һыу буйына әлеге лә баяғы ҡаҙҙарын ҡыуып Сәлиха инәй килеп сыҡты. Айбулатты күргәс, ҡыуанып китте.

-Айбулат улым, бында нишләп тораһың? Ҡайҙа юғалдың? Төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым.

Шунан ғына Миләүшәгә иғтибар итеп:

-Был кем ҡыҙы була? Бына ҡайҙа булған икән улым. Бындай матур ҡыҙ булғас инәй кәрәкмәй инде. Әйҙәгеҙ, балалар, самауырым ҡайнағандыр, барып сәй эсегеҙ, -йәштәрҙе өйөнә әйҙәне.

-Был инәйҙе таныныңмы?

-Эйе, иҫләйем әҙерәк. Һәйбәт инәй булды ла инде, беҙгә кәнфит бирә торғайны.

-Балам, кем ҡыҙы булаһың, йөҙөң таныш һымаҡ, ҡайҙан килдең?

-Район үҙәгенән.

-Беҙ инәй уның менән дауаханала танышҡайныҡ.

-Шулай икән дә. Бик ипле бала күренә.

-Инәй, күрше апайҙың хәле нисек икән?

-Ул ней донъя көтә инде. Ауылда эш күп, йә берәйһенә тормошҡа сыҡманы. яңғыҙына ауыр инде.

-Ул йүнәлеп тә бөтмәгәндер әле.

-Шулай инде, һаҡлан тип әйтеп торам да, тыңлаһасы. Әле янына һеңлеһе килгән ярай.Инеп хәлен белеп сығығыҙ. Ҡыуанып китер.

-Инеп сығырға уйлағайныҡ былай ҙа.

Һеңлеһен Сәлиха инәйҙән бер нисә өй аша булған үҙҙәренең йортона алып китте Айбулат.

Бына ул төштәренә ингән бала саҡ йорто. Ҡалай һағындырған. Миләүшәнең тағы күңеле тулды. Ҡалаға күсеп киткәс бик һирәк килә торғайнылар шул бында нишләптер. Айбулат та ингәне булманы әле. Ситтән генә ҡарап үтә ине.

-Тыныслан, Миләүшә. Әсәй янында илама инде. Шат күренергә тырыш. Һин уны артабан дауаланырға күндерергә тейешһең.

-Эй, ағай, белмәйем шул.

Ҡапҡаны һаҡ ҡына асып эскә үттеләр. Һарай яғында ни менәндер булышып йөрөгән Гөлзифа уларҙы күрмәне.

Миләүшәнең әсәһен күргәс тағы күҙе йәшләнде. Үҙен нисек тә ҡулға алырға тырышып,инеүселәрҙе күреп яндарына килгән Гөлзифаға йылмайып ҡараны.

-Ҡунаҡ бар икән дә, күрмәй ҙә торам. Һин Сәлиха инәйҙең туғаны бит әле. Рәхмәт инде дауаханаға килеп хәлемде белеп торҙоң, балаларға ла ярҙам иткәнһең.

-Хәлегеҙҙе белергә килдек, апай. Ҡайтыр алдынан инеп сығайыҡ тинек. Был Миләүшә. Дауаханала эшләй. Һеҙ уны, бәлки, иҫләмәйһегеҙҙер.

-Иҫләмәйем шул. Унда бик күп кеше ҡараны инде үҙемде. Рәхмәт инде.

Миләүшә илап ебәреүҙән ҡурҡып башын ғына ҡағып торҙо.

-Әйҙә  өйгә инегеҙ.

Бер аҙ тынысланған Миләүшә:

-Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ операциянан һуң? - тип һораны.

-Хәлем һәйбәтәйә, Аллаға шөкөр.

-Һеҙ һаҡланығыҙ. Артыҡ күп йөрөргә лә ярамай.

-Йөрөмәй булмай инде ауыл ерендә. Ярай әле һеңлем килде.

-Гөлзифа апай,һеҙгә артабан дауаланырға Өфөгә барырға кәрәк. Бәлки, тағы бер операция эшләтергә тура килер.

-Бармайым бер ниндәй операцияға. Врач барыһы ла һәйбәт тине бит.

-Ул һеҙгә өҫтәмә тикшеренеү үтергә ҡушҡан да инде.

-Күрһәткән ҡустым ҡағыҙымды Өфөлә бер врачҡа. Бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ. Ҡан төйөлөп тора, яйлап тарала ул тигән.

Мөмкин булһа мин дә ҡарар инем тигәс, Гөлзифа ҡағыҙҙарын уға тотторҙо. Миләүшә анализдар һөҙөмтәһен ентекләп ҡарап:

-Төйөн таралмаһа?-тип һораны.

-Һеҙ нимә, мине ҡурҡытырға килдегеҙме. Миндә ни эшегеҙ бар?

Уның был тупаҫ һүҙҙәренән һуң Миләүшәнең күҙе йәшләнде. Быны күреп Гөлзифа:

-Ғәфү итегеҙ. Һуңғы ваҡыт шулай көйгәләккә әйләндем. Мине ҡайғыртыуығыҙға рәхмәт әйтәһе урынға, әрләп ултырам, - тине үкенгәндәй.

Уның һуңғыһүҙҙәрен Миләүшә ишетмәне лә шикелле, сөнки был мәлдә ул сығып бара ине.

Айбулат та һаубуллашып яй ғына сығыу яғына ыңғайланы. Уны шул тиклем өмөтһөҙлөк биләп алғайны. Ҡапҡа тышында торған һеңлеһенең яурынынан ҡосаҡлап:

-Илама, һылыуым, беҙ берәй нәмә уйларбыҙ, - тине.

-Нимә  уйларбыҙ? Шулай киреләнеп ултырыуы арҡаһында комала ята бит хәҙер.

-Әйҙә инәй менән хушлашайыҡ та, үҙебеҙҙең ваҡытҡа ҡайтырбыҙ.

Ҡунаҡ яратҡан Сәлиха инәй уларҙы йылмайып ҡаршыланы.

-Шунан күрҙегеҙме Гөлзифа киленде? Былай хәле арыуланғаны күренеп тора. Йөҙө лә асылды.

-Эйе, инәй, хәле һәйбәт күренә. Беҙ һинең менән хушлашырға индек.

-Нисек хушлашырға?

-Сәлиха инәй, бая әйтергә онотҡанмын. Мин бит барыһын да иҫләнем. Бына Миләүшә ярҙам итте. Өфөлә йәшәйем. Район үҙәгенә дуҫыма килергә сыҡҡайным, барып етмәгәнмен. Туғандарым мине ауылда тип уйлаған. Ә дуҫым килеремде белмәй ине. Шуға береһе лә эҙләмәгән.

-Ә башыңа нимә булған? Һуҡҡандармы?

-Машина төкөп киткән.

-Йә, Хоҙай, кем булды икән?

-Уны хәҙер табып булмай инде. Миңә төкөгәс ошо һеҙҙең ауылға килтереп ташлағандарҙыр, бәлки, эҙ яҙлыҡтырыр өсөн, - тип өҫтәп ебәргән булды инде Айбулат.

-Үҙенең язаһын алыр әле берәй ваҡыт. Әлдә үҙең йүнәлдең.

-Һиңә ҙур рәхмәт, инәй. Әгәр мине табып алмаһаң нимә эшләр инем?

-Эй, балам, изге кешеләр бөтмәгән.

-Һинең һымаҡтар юҡтыр ул Сәлихаинәй. Бына һиңә бүләк, тик ярармы икән, - тип күлдәк менән яулыҡ тотторҙо.

Бүләктәрҙе күреп инәйҙең күңеле тулып китте.

-Эй,улым, бүләгең кәрәкмәй ҙә ине. Ярай инде. Бынан һуң алды-артыңды ҡарап йөрө, имен һау, бәхетле бул. Хызыр Ильяс юлдаш булһын.

Шулай йылы хушлашып, Сәлиха инәйҙе ҡапҡа тышында ҡалдырып, үҙ яғына юлландылар йәштәр.

Теге яҡҡа сыҡҡас, Миләүшә сумкаһында анализ ҡағыҙҙарын күреп аптырап китте.

-Былар нисек килеп эләккән бында? Мин уны ҡасан һалып алдым икән?

-Һин уларҙы тотоп ултыра инең бит. Әсәй беҙҙе әрләй башлағас, ҡаушап һалып алғанһыңдыр.

Ҡағыҙҙарҙы һелкетеп ултыра торғас, Миләүшә йылмайып ебәрҙе.

-Мин иртәгә Өфөгә сығам бит. Бер имтихан биреп ҡайтырға кәрәк. Беҙҙе шәп профессор уҡыта. Әсәйҙең анализдарын уға күрһәтеп ҡарайым әле.

-Ысынлап та, күрһәт шул. Нимә тиер икән?

Иртәһенә Өфөгә киткән һеңлеһенең телефондан тулҡынланған тауышы ишетелде:

-Ағай, профессор ҡараны әсәйҙең анализдарын. Бер ниндәй ҙә ҡан төйөлмәгән. нимәлер тороп ҡалған. Һыйыр мөгөҙөнөң осолор күрәһең. Апайыңды алып кил, үҙем операция яһайым тине. Мин уға апайымдың анализдары тип күрһәткәйнем. Ниндәй алйот уны торғоҙоп ҡалдырған? Уның бит аҙаҡ уйламаған эҙемтәгә килтереүе ихтимал ти. Их, нишләп уны элек шундай профессор ҡараманы икән? Әсәйебеҙ һау булыр ине. Ағай!? Ағай, нишләп өндәшмәйһең?

-Уйлап торам,Миләш. Минең башҡа бик дыуамал уй килде бит әй.

-Ниндәй?

-Беҙ әсәйҙе урлайбыҙ.

-Нисек?

-Уны үҙебеҙҙең яҡҡа алып сығабыҙ ҙа, һинең профессорыңа операцияға алып барабыҙ.

-Кит, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр һөйләп торма.

-Улай тимә, һин ҡасан ҡайтаһың әле?

- Бөгөн төндә өйҙә булам.

-Бына ҡайтҡас һөйләшербеҙ.

Айбулат телефонын һалғас уйға ҡалды. Дыуамаллыҡ инде, шулай ҙа ентекләп уйлаһаң килтереп сығарырға була кеүек.

Миләүшәне түҙемһеҙлек менән көтөп алғас, ял иткәнен дә көтмәй, йәһәтләп уйын еткерә һалды.

-Ағай, һин ҡалай хәтәр нәмә уйлағанһың, баш етмәй.

-Әсәйебеҙҙе һаҡлап ҡалабыҙ тиһәк, беҙгә быны эшләргә кәрәк, Миләүшә.

-Уны нисек алып сығабыҙ һуң?

-Йоҡлатып.

-Йоҡлатып?

-Эйе сәйенә йоҡо дарыуы һалабыҙ. Ул дарыу, уколдарҙы табыу һинең өҫтөңдә һеңлем.

-Йә Хоҙай. Ҡурҡыныс бит әле.

-Эйе, ҡурҡыныс. Шулай ҙа мин башҡа юлын белмәйем. Ул үҙе теләп дауаланыуға бармаясаҡ. Үҙең әйттең бит профессор алып кил тине тип.

-Тиҙ арала алып кил тине.

-Шулай булғас, иртәгә көнөбөҙ ошомажараға әҙерләнеп үтәсәк. Егетең Алмасты ла эшкә ҡушырға тура килә инде. Беҙ әсәйҙе теге яҡтан алып сығыуға ул машинаһы менән көтөп торорға тейеш. Мин үҙем руль артына ултыра алмайым әлегә. Башым әйләнеп китә ҡайсаҡ.

Миләүшә тәүҙә Өфөгә профессорға шылтыратырға булды. Әсәһен алып барыу өсөн рөхсәт алырға кәрәк ине. Бер ике көндән бушайым, апайыңды алдан алып килһәң дә зыян булмаҫ. Тикшеренеү үтә торор тине уныһы.

Бер мәсьәлә хәл ителде. Мөһимерәген эшкә ашыраһы ҡалды.

Айбулаттың уйынса, әсәһен Сәлиха инәйгә сәйгә саҡырып, шунда йоҡо дарыуы эсерергә. Йоҡлап китһә, дауаханаға илтеү һылтауы менән урлап киләсәккәалып сығырға.

Шулай итеп хәтәр эшкә сыҡты был икәү.

-Әсәйҙе тау тишегенә нисек алып киләбеҙ һуң?

-Уны Сәлиха инәйҙең күршеһе Рәшит ағайға әйтергә тура килер. Серҙе уға сисәбеҙ инде.

Әммә эш улар уйлағанға ҡарағанда еңелерәк булып сыҡты. Үҙҙәренең элекке өй тапҡырында тиҙ ярҙам машинаһы күреп ҡурҡып киттеләр ағалы-һеңлеле. Ҡото осоп ҡапҡанан атылып ингән Айбулат өйҙән сығып килгән Гүзәлиәне саҡ төкөп ҡолатманы.

-Айбулат, ни эшләп йөрөйһөң?

-Ә һин нишләп бында? Әсәйем,эй апайым ауырып киттеме әллә?

-Мин хәҙер тиҙ ярҙам бүлегендә эшләйем бит. Улы саҡыртҡайны. Әле бына ҡараным да...

-Хәле нисек һуң?

-Насар түгел. Ауыр күтәргән, күрәһең. Эсе ауыртып тора. Дауаханаға барыуҙан баш тартты. Йоҡо дарыуы менән ауыртыуҙы баҫа торған укол эшләнем. Иртәгә врачҡа барам тип ҡалды былай.

-Ул хәҙер йоҡлаясаҡмы?

-Эйе бер нисә сәғәт йоҡларға тейеш.

Гүзәлиә һине Хоҙай үҙе ебәргән, шикелле. Ярҙамың кәрәк була беҙгә.

-Ниндәй, - тип Гүзәлиә ҡырын ғына Миләүшәгә ҡарап ҡуйҙы.

-Был минең һеңлем Миләүшә.Миләүшә, был сибәркәйГүзәлиә була. Апайыбыҙҙы дауаханала ул ҡараны.

Миләүшә йылмайып Гүзәлиәгә баш ҡаҡты.Шул мәл бәләкәй Айбулат килеп сыҡты өйҙән. Ҙур Айбулатты күреп аптырап ҡалды.

-Әсәйең ни эшләй? - тип һораны Миләүшә.

-Ул йоҡлап китте. Рәхмәт апай,-Гүзәлиәгә ҡараны малай.

-Беҙгә әсәйеңде дауаханаға алып китергә тура килер, - тип өндәште уға Айбулат. Бар әйебрҙәрен йыя тор, һеңлем инеп ярҙам ит.

-Борсолма, ағай, кәрәкле нәмәләрҙе мин һатып алып бөттөм инде. Бер нәмә алмаһа ла ярай, - Миләүшә өйгә инеп китте

-Ул баш тартты бит дауахананан,  - тине Гүзәлиә.

-Баш тартһа ла беҙ уны бындай хәлдә өйҙә ҡалдырып китә алмайбыҙ. Носилкағыҙ барҙыр бит.

-Әлбиттә.

-Гүзәлиә, тиҙ ярҙам машинаһының водителе ышаныслымы?

-Бик яҡшы егетул, - тип йылмайҙы ҡыҙ.

-Улайһа һеҙгә сер сисергә була инде.

-Була-була. Тик ниндәй сер?

Водитель менән әсәһен һаҡ ҡына күтәреп алып сығып машинаға һалдылар.

-Гүзәлиә, хәҙер бер ергә барабыҙ. Мин һеҙгә һөйләп тормайым, күрһәтәм. Борсолмағыҙ. - Водителгә ҡайһы яҡҡа барырға күрһәтте.

-Ҡайҙа алып киттегеҙ беҙҙе? -тип аптыранған Гүзәлиәгә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Тау тишеге янына килеп еткәс,  унан бер егет килеп сыҡты.

-Әйҙә, ярҙамлаш, - тине уға Айбулат.

Бер нәмә аңламағанГүзәлиә менән водительаптыранып тора бирҙе.Носилканы был икәү тау тишегенә индерә башлағас:

-Туҡтағыҙ, ҡайҙа алып бараһығыҙ апайҙы? -Гүзәлиә яңы иҫенә килгәндәй ҡысҡырып ебәрҙе.

-Барыһы ла һәйбәт булыр. Был минең әсәйем,- тип тау тишегенә инеп киткән Айбулат артынан Гүзәлиәлә ҡалышманы, водитель дә улар артынан эйәрҙе. Теге яҡҡа барып сыҡҡас, Миләүшә йәһәтләп көтөп торған машинаның ишеген асты. Әсәйҙәрен һаҡ ҡына ундаурынлаштырҙылар.

Айбулат әйләнеп носилканы ни ҡылырға, ни әйтергә белмәй торған тиҙ ярҙам водителенә һуҙҙы. Мин һеҙҙе оҙатып ҡуям тип ғәжәпкә ҡалған был икәүҙе соҡорға алып төшөп китте. Барып сыҡҡас:

-Рәхмәт,дуҫтар, ғәфү итегеҙ. Барыһын да аҙаҡ аңлатырмын. Әлегә ваҡыт юҡ. Был турала зинһар берәүгә лә һөйләмәй тороғоҙ инде. Апайҙы Өфөгә дауаханаға алып барабыҙ. Һеҙ ҙә шулай тип әйтерһегеҙ һорағандарға. Хушығыҙ.Һеҙҙең ярҙам кәрәк буласаҡ әлебеҙгә, -шаңҡып торған икәүгә ҡул болғап тау тишегенә инеп юғалды.Унан сығып машинаға ултырҙыла:

-Әйҙә хәйерле сәғәттә, ҡуҙғалдыҡ, - ҡулын алға һелтәп ҡуйҙы юл күрһәткәндәй.

-Юл алыҫ ҡына, уянып ҡуйһа? - тип һораны Алмас

-Ул осраҡта тағы укол эшләргә тура килә,- тине Миләүшә.

Гөлзифа күҙҙәрен асып ебәрһә, йылмайып аҡ халатлы гүзәл фәрештә баҫып тора ҡаршыһында.

-Уяндығыҙмы? Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?

- Мин ҡайҙа?- тип һораны ҡурҡып ҡына ҡатын.

-Һеҙ Өфөлә. Дауаханала. Борсолмағыҙ, - тинелә Гөлзифаның ҡан баҫымын үлсәй башланы фәрештә. Ул арала палатаға өлкәнерәк аҡ халатлы ҡатын килеп инеп,проснулась, как она, тип һораны.

-Ҡан баҫымы нормала. Бына документтары. Улар ҙа тәртиптә тип ҡағыҙҙар һондо  фәрештә.

-Давай ее на осмотр, - нисек тиҙ килеп инһә, шулай уҡ тиҙ генә сығып та китте өлкән ҡатын.

-Был профессор Зөлфиә Әнүәр ҡыҙы. Ул хәҙер һеҙҙе ҡараясаҡ.

-Ниндәй профессор? Мин нисек килеп эләктем бында?Ендәр килтереп ташланымы әллә? Дауахананан баш тартҡайным бит.

-Һеңлегеҙ алып килде, операция яһаясаҡтар.

-Операция?Ниндәй операция? Мин нисек килгәнемде лә иҫләмәйем. Һеҙ операция һөйләйһегеҙ.

- Барыһын да табип аңлатыр. Иҫләмәйем тиһәгеҙ инде, һеҙгә юлды күтәреүе еңел булһын өсөн йоҡлата торған укол эшләгәндәр.

Төштөр был тип Гөлзифа башҡа өндәшмәне.

Тәүҙә уҫал һымаҡ күренгән профессор ябай ғына башҡорт булып сыҡты.

-Һеңлегеҙ Миләүшә минең иң яҡшы уҡыусым. Анализдарығыҙҙы ул алып килеп күрһәтте.Һеҙ ныҡ ҡына ҡазаланғанһығыҙ бит. Был осраҡта икенсе операцияны мотлаҡ эшләргә кәрәк ине. Нишләп баш тарттығыҙ? Бында бер ниндәй ҙә ҡан төйөлмәгән. Нимәлер тороп ҡалып, ит үрә башлаған. Уны алып ташламаһаң, аҙаҡ ҡурҡыныс ауырыуға килтереүе ихтимал. Иртәгә операция.

Ниҙер әйтергә, һорарға теләгән Гөлзифаны тыңлап та торманы.Үҙенең бер нәмә белмәй, һиҙмәй дауаханаға килеп эләгеүе ниндәйҙер мөғжизә, әкиәт һымаҡ ине. Шуға ла операция тип ҡурҡырға ла өлгөрмәне хатта. Медицина институтының клиникаһына килеп эләгеүен генә белде. Хеҙмәткәрҙәренән ул-был нәмә һорашырлыҡ түгел. Үҙҙәре һәйбәт,иғтибарлы, тик артыҡ һорауҙарға яуап бирергә яратмайҙар. Коридорҙа торған бер төркөм йәштәргә һүҙ ҡушып ҡарағайны, улары сит илдән Һиндостандан килгән бер ауыҙ һүҙ русса белмәгән студенттар булып сыҡты. Практика үтәләрикән бында.Операцияға ошо студенттарҙы ла индерҙеләр.Үҙен һеңлеһе тип таныштырған Миләүшә лә бар ине улар араһында.

Тәүҙә фәрештә һымаҡ күренгән ҡыҙ анестизиолог Зәлиә ине. Ҡыҙ шул тиклем яғымлы. Әсәһенең ҡулын тотоп күҙенә генә ҡарап тора. Шундай һөйкөмлө, матур ҡыҙҙың бер йылмайыуынан да ауырыуҙарҙың күңеле иреп китәлер. Бер туҡтауһыҙ үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ тип әсәһенең хәлен белешеп кенә тора.

Киноларҙа етди операция ваҡытында ла врачтарҙың уға ҡағылышы булмаған хәбәрҙәр һөйләүен аптырап ҡарай ине Миләүшә. Әле ысын операция ваҡытында ла шулай икән. Профессор яман ауырыуы билдәле булған ҡатын тураһында һөйләй башланы. Унан берстудентынмаҡтауға күсте.

Операция ике сәғәт тирәһе барҙы. Хәҙер әсәһенең наркоздан уянғанын көтөргә ҡала. Профессор Миләүшәнең борсолған, арыған йөҙөнә ҡарап, ҡайтып ял итергә ҡушты. Ҡыҙ ағаһына шылтыратты. Улар әсәһен дауаханаға урынлаштырғас, Алмас менән ҡайтып торорға булғайнылар.

-Ағай, операция һәйбәт үтте. Наркоздан уянғанын көтөргә ҡала.

-Маладис, һеңлем.

Иртәһенә янына ингән Миләүшәне күреп аптыраған Гөлзифа:

-Бында нишләп йөрөйһөң,район үҙәгендә дауаханала эшләйем ти инең бит? Минең һеңлем тип таныштырғанһың етмәһә үҙеңде, - тине асыуланғандай.

-Мин унда практикала булдым. Медицина институтында уҡыйым. Анализдарығыҙҙы үҙемде уҡытҡан профессорға күрһәткәйнем, ул һеҙҙе алып килергә ҡушты. Апайым тип таныштырҙым инде. Кисә уның операция яһағанын ҡарап торҙом. Их, уның һымаҡ шулай көслөтабипбулырға ине.

-Булырһың, һин йәш бит әле. Бәлки, унан да көслөрәк булырһың. Бына бит мине дауалау өсөн күпме тырыштың. Минең ҡыҙым да гел врач булып уйнай. Һин уға оҡшағанһыңда әле бер аҙ.

Шулай тигәс Миләүшә өндәшмәй текләп ҡарап ҡына ҡуйҙы әсәһенә. Сығып китмәҫ элек типтер инде Гөлзифа һорауҙарын бирергә ашыҡты.

-Мине бер нәмә аптырата әле. Бында нисек килгәнемде иҫләмәйемсе.

-Тиҙ ярҙам саҡырғанығыҙ хәтерегеҙҙәме?

-Эйе

-Шул көндө мин һеҙгә профессор тураһында һөйләргә килә инем. Тиҙ ярҙам килгән мәлгә тура килдем. Уколдан һуң йоҡлап киттегеҙ. Шул хәлдә беҙ һеҙҙе Өфөгә оҙаттыҡ та ҡуйҙыҡ.

-Үәт алабармандар. Шулай итергә яраймы ни үҙем менән һөйләшмәйенсә. Донъям ни эшләй хәҙер, балалар?

-Һеңлегеҙ унда бит, оноттоғоҙмо әллә?

-Эйе шул, алай ҙа ул бар.

-Был дауахана икенсе замандыҡы һымаҡсы. Бигерәк алға китешкән кеүек күренә.

-Университет булғанға шулай ул. Төрлө илдәрҙән студенттар уҡый бит.

-Башҡаларға операцияны түләүле эшләгәндәр икән?

-Эйе операцияны бушлай ҙа, түләүле лә эшләйҙәр.

- Бөгөн профессор ҡараны, барыһы ла һәйбәт тине. Бында оҙаҡ тотмайҙар икән, бер аҙнала сығып китәләр. Мине лә улай тиҙ сығарһалар нисек ҡайтырмын инде?

-Борсолмағыҙ, апай, берәй йүне табылыр. Ошо арала ағайым Өфөгә килергә тейеш, бәлки, уның менән ҡайтырбыҙ. Мин дә практикамды үҙебеҙҙә дауам итәм.

-Ҡалай йәтеш булыр ине шул бергә ҡайтһаҡ.

Миләүшә сығып киткәс, Гөлзифа үҙе менән бер палатала ятҡан ҡатындарҙың ҡулындағы телефондарына аптырап  ҡараны. Бәләкәй компьютер һымаҡ. Нишләп беҙгә һаман килеп етмәне икән? Шул бәләкәй генә нәмәнән кино ҡарайҙар, рәхәтләнеп хат яҙышалар. Киләсәк заманға килеп эләккәндәй тойҙо үҙен хатта.

Бер нисә көндән профессор апайыңды иртәгә сығарам тине. Миләүшә Айбулатҡа шылтыратты. Хәҙер әсәйҙәрен имен-аман ғына кире ауылына алып ҡайтыу бурысы тора ине. Гөлзифаны ла инеп ҡыуандырып сыҡты.

-Иртәгә ағайым килә Өфөгә. Һеҙҙе лә алып ҡайтам тине.Район дауаханаһына төшөрөп китербеҙ. Берәй аҙна шунда ятырға ҡушҡан бит врач.

-Эйе шул. Унда ятыуы ауыр булмаҫ, өйгә яҡын. Рәхмәт инде барыһына ла.

Әсәһен ҡаршыларға килгән Айбулат һеңлеһе янында ҡалаҡҡа һалып һыуһыҙ йоторлоҡ сибәр ҡыҙҙы күреп хайран ҡалды.

Миләүшәнең Айбулат тигән тауышы әллә ҡайҙан алыҫтан ишетелгәндәй булды.

-Ағай, нимә аңшайып тораһың ул? Таныш бул был - әсәйҙең анестизиологы. Операция ваҡытында, - Миләүшә әйтеп бөтөрә алманы

-Гүзәлиә? - тип өндәште Айбулат.

Ҡыҙ йылмайып Айбулатҡа ҡараны.

-Мин Гүзәлиә түгел, апайым Гүзәлиә. Ә Мин Зәлиә.-Шунан артына әйләнеп, - ана ул тәҙрәнәнән ҡарап тора тип күрһәтте.

Ул күрһәткән яҡҡа ҡараған Айбулат Гүзәлиәгә оҡшаған өлкәнерәк ҡатынды күреп уға текләне. Ә тәҙрәнең теге яғындағы Гүзәлиәүҙе йәш саҡта ғашиҡ булған егеткә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған кешене күреп иҫе китеп тора ине.Егет уға йылмайып ҡул болғаны ла, ваҡыттың тығыҙ булыуына үкенеп, әсәһе яғына боролдо.

-Хәлегеҙ нисек, апай, әйҙә ултыра һалығыҙ, - тип машинаның ишеген асты.

-Операциянан һуң хәл нисек булһын инде, ҡустым, ауырыраҡ. Мин дауаханаға эләкһәм, һәр ваҡыт һин килеп сығаһың фәрештә һымаҡ. Рәхмәт инде Хоҙайға. Яҡшы кешеләрҙе юлыма сығарып тора.

Айбулат ҡуҙғалып китер алдынан, Зәлиәнең ҡулын ҡыҫып, күҙҙәренә ҡараны ла:“Көт мине”, - тине.

Тәүҙә күңелле генә барҙылар. Гөлзифа үҙенең киләсәк заманда китеп барыуын башына ла килтермәй, матур тәбиғәткә иҫе китте. Бейек ҡаялар, урмандар менән һоҡланды.Ярты юлды үткәс, әсәйҙәренең арыуы һизелә башланы. Миләүшә борсолоп уның  ҡулынан тотто.

-Ныҡ ауыртамы? Хәҙер укол эшләрмен.

Әммә Миләүшә уколын тапманы. Уны Зәлиәнән алырға онотҡан булып сыҡты.

-Ағай, һин Зәлиәгә иҫең китеп тороп, дарыу алырға онотторғанһың.

-Их, бигерәк сибәр ине бит.

-Сибәр, сибәр тип ағаһын үсекләне ҡыҙ, хәҙер ни эшләйбеҙ? Күрмәйһеңме, әсәйҙең хәле бөттө. Ауыртыуын баҫыр кәрәк.

-Ҡайғырма, берәй яйын табырбыҙ, - тине Айбулат. - Хәҙер Инйәргә етәбеҙ. Уның тиҙ ярҙам бүлегенә инеп сығырбыҙ.

Инйәрҙең тиҙ ярҙам бүлеген табыуы ауыр булманы. Уларҙы мөләйем генә ҡыҙ ҡаршыланы. Хәлде һөйләп биргәс, бер һүҙһеҙ ярҙам итергә булды. Әсәйҙәрен ҡарап, ҡан баҫымын үлсәп, ауыртыуҙы баҫа торған укол менән бергә юлда еңел булһын өсөн йоҡо дарыуын да эшләне. Машинаға ултырып бер аҙ барғас,әсәйҙәре йоҡлап китте. Йәштәр еңел тын алып ҡуйҙы.

Ҡайтып етергә лә күп ҡалманы. Гүзәлиә әйткән һүҙендә торһа ярар ине тип борсолдо Айбулат. Бер көн алда ул элекке ваҡытҡа сығып, уны иҫкәртеп ҡуйғайны. Бөгөн улар тиҙ ярҙам машинаһында эшләгән егет менән ҡаршы алырға тейеш ине. Тәғәйен урынға килеп еткәс,Айбулат йүгереп төшөп китте. Теге яҡта тау тишегенән килеп сыҡҡас машинаны, уның янында Гүзәлиәне күреп, ҡыуанысынан ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды.

-Шунан алып ҡайттығыҙмы? Тиҙ ярҙам машинаһын килтереп булманы инде. Рәмис үҙенең машиһын алып килде.

-Рәхмәт Гүзәлиә, - тип йылмайып уға текләне Айбулат.Уның Өфөлә тәҙрәнән ҡарап тороуы иҫенә төштө.

-Нишләп улай ныҡ ҡарайһың, Айбулат. Әсәйеңдең хәле нисек?

- Ул әле йоҡлай. Хәҙер алып сығабыҙ.

Әсәһен алып сығып машинаға урынлаштырғас, ҡуша барырға уйлаған Айбулатҡа:

-Борсолма, әсәйеңде үҙебеҙ ҙә алып барырбыҙ. Иртәгә килерһең хәл белергә.Шунда иркенләп һөйләшербеҙ. Һинең миңә һөйләй, аңлата торған нәмәләрең бик күп. Кисә лә бер нәмә әйтмәй ашығып ҡайтып киттең, - тине Гүзәлиә.

-Рәхмәт,Гүзәлиә, һин ысын дуҫ.

Уның хәҙер Өфөлә эшләп йөрөүе тураһында әйтергә инде теле ҡысытҡайны егеттең. Ярай яңынан осрашҡанда һөйләрмен әле тип ҡул болғап тау тишегенә инеп китте.

Иртәнсәк тәүҙә теге яҡҡа сығып әсәһенең хәлен белергә, шунан бында дауаханаға барырға булып, юлдан арыған һеңлеһен уятып тормай сығып китте. Йәһәтләп килеп етһә, үткәнгә алып сыға торған соҡор күмелгән, өҫтөнә бетондан бағана ҡуйылып, унда ҙур ғына реклама яҙыуын элеп ҡуйғандар. Әллә яңылышаммы тип арыраҡ барып ҡараны. Юҡ, яңылышыу мөмкин түгел. Тап ошо ер. Ҡайһы арала өлгөргәндәр. Шулай итеп үткәнгә юл ябыҡ. Айбулат хәле бөткән кешеләй бетон бағана янына сүгәләне. Бер килке ултырғас, ҡапыл һикереп торҙо.Бындаәсәйем нисек икән?Иҫем китеп ултырғансы, тиҙерәк уға барайым тип уйлап,дауаханаға йүнәлде.

Егеттеоҙаҡ булмаҫҡа ҡушып әсәһенең янына индерҙеләр. Бер ниндәй үҙгәреш юҡ. Әсәһе һаман комала...Йүгереп йөрөүҙәре бушҡа булдымы икән? Әллә һуңланылармы? Айбулат әсәһенең карауаты ситенә ултырып, әрнеп торған күңелен баҫыу өсөн башын ипләп кенә уның иңенә һалды. Мөғжизәгә килә ышанғы тигән йыр ишетелгәндәй булдыҡайҙандыр.Оҙаҡ яттымы ул йырҙы тыңлап, ойоп киттеме сәсенә йомшаҡ ҡулдар ҡағылғанын тойоп күҙҙәрен асты. Әсәһе йылмайып улына ҡарай. Үҙе ипләп кенә Айбулаттың башынан һыйпай.Ҡайһы аралалыр янында пәйҙә булған врач мөғжизәгә ышандыңмы инде тигәндәйхәйләкәр йылмайыпҡарап тора.

-Бигерәк ҡаты йоҡлайһың егет. Һин әүен баҙарында булғанда беҙ әсәйеңәтомография үткәреп тә килдек инде. Ҡурҡыныс ауырыуы эҙһеҙ юғалған. Мөғжизә генә ҡотҡарыр тип әйттем бит.

Айбулат ғәжәпкә ҡалып,күҙен бер асып, бер йомоп врачҡа ҡараны. Был һүҙҙәрҙеэлекке ваҡыттағы табип әйтәме, әллә хәҙергеме? Аңламаны ҡаршыһында кемеһе торғанын.Күңеле, бөтә күҙәнәктәре ҡыуаныс менән тулды шунда. Кем торһа ла барыбыер түгелме ни? Иң яҡын кешеһе иҫән-һау ҡалды бит. Бынан һуң ҡояш бер ваҡытта ла әсәйһеҙ ҡалҡмаясаҡ.

   Гөлнәзирә Ҡашҡарова.

 

 

 

 

 

Читайте нас