Һуғыштың дүртенсе йылында икенсе бригада аймағы, кешеһе һирәгәйеп, тәрән тынлыҡҡа сумды. Тәҙрәләренә тиклем ҡар ҡаплаған иҫке бәләкәй йорттарҙа тормош юҡ, булыуы ла мөмкин түгел һымаҡ. Кемдеңдер ҡыйығынан сыҡҡан хәлһеҙ төтөн генә «Беҙ бар, беҙ тере әле», тип белдергән төҫлө...
Һуғыш баҫыуҙан һабансыны, сәсеүсене йолҡоп, үҙенең снарядтары, бомбалары телгеләгән баҫыуына алып китте. Һөҙөмтәлә йәш һалдаткалар, үҫмер йәш ҡыҙҙар колхоз баҫыуҙарының һабансыларына, сәсеүселәренә әйләнде һәм тейешенсә тәрбиәләнмәгән ер, ир-ат хужа юҡлығын һиҙгән кеүек, уңышын ҡырҡа кәметте.
Аслыҡ ауылға йылан ише йәшерен һәм яйлап килде. Әммә аслыҡ иген уңмаған йылдың киләһендә, үткән йылда булған ҡойто запастарҙы ашап бөткәндән һуң уҡ башланғайны. Элекке йылдарҙағы йотлоҡто кисергән ололар һуғыштың аслыҡ та алып килгәнен белгәнлектән, ҡарышмай ғына түҙҙе, үҫмерҙәр ашарлыҡ бөтә ризыҡты фронтҡа ебәреп торғанды аңланы, ә туҡ тормошто саҡ-саҡ ҡына иҫләгән балалар, уларҙың икмәген насар немец тартып алды, тип уйланы. Уларҙың аталары әлеге икмәкте кире ҡайтарып алыр өсөн һуғышҡа китте лә инде. Улар ашарға теләй, иртәнән кискә тиклем тик ашау тураһында ғына уйлай һәм ас илау менән әсәләренең йәндәрен телә. Һуғыш аслыҡ менән бергә ауырыуҙар ҙа алып килә. Һуғышҡа тиклем дә үпкә сире чахотка тотош ғаиләләрҙе ҡыра торғайны. Унан бер нисек тә дауаланып булмай. Ҡарттар, әүәле, батша заманында, башҡорттар был ауырыуҙың нимә икәнен дә белмәне, тип һөйләй. Берәүҙәр был сирҙе араҡы менән бергә завод эшселәре килтергән, икенселәр халыҡ буйһонмаған өсөн уны большевиктар йоҡторған, тип ышандырырға тырышты.
Был хәйерһеҙ сир кулак итеп һөрөлгән Низаметдин менән Мөнирәнең ҡыҙы Миңзифаны ла урап үтмәне. Һуғыш башланыр алдынан ғына ҡайҙалыр Себер тарафтарында шахтала эшләгән еренән әйләнеп ҡайтты Низаметдин һәм мунса дәүмәлендәге бәләкәй йортта йәшәй башланы элекке «кулак йорто»н кире ҡайтарманылар. Әммә оҙаҡламай серегән-телгеләнгән үпкәһен йүткерә-ҡаҡыра үлеп тә ҡуйҙы. Әлеге сир, күрәһең, атаһынан йоғоп өлгөрҙө Миңзифаға. Йоҡто ла, ҡасан да булһа тышҡа сығыр өсөн ҡанына үтеп кереп боҫто-йәшенде. Йәш, шаян, көләкәс, йырсы ҡыҙ, үҙенең ауырыясағын белмәй-аңламай, үҙе һымаҡ уҡ көр тауышлы һәм грамоталы Миңлебай Рәхмәтуллин тигән егеткә кейәүгә сығырға һәм малай табырға өлгөрҙө. Ҡырҡ икенсе йылда ҡара ҡағыҙ алғас, йөҙө ҡарайҙы, тамам һағышҡа батты һәм бына ошо мәлдә ҡайҙалыр боҫоп ятҡан чахотка үҙен һиҙҙерҙе лә инде.
Тәүҙә төрлө үлән ҡайнатып эсте, алоэ, тәҙрә төбөндәге көршәктәрҙә үҫкән йөҙйәшәр гөлөн ашап дауаланырға тырышты. Әммә ярым ас йәшәү, ирен юғалтыу ҡайғыһы сирен ҡатмарлаштырҙы ғына. Ваҡыт үтә килә һағышы баҫыла ла төштө, тормошоноң берҙән-бер мәғәнәһе улы, алты йәшлек Рифаты икәнен аңлап, бөтә булмышы менән уны тәрбиәләү-ҡарау хәстәренә сумды. Йылға аръяғына сығып, үлән сапты, уны ҡул арбаһында ташыны, колхоз эҫкертенән бер йөк һалам килтерҙе. Утын әҙерләү ҡыйын ине. Идараға килеп, рәйескә, алтмышына яҡынлаған, фронтҡа алынған Рамаҙан урынына ҡалған Юныс ҡартҡа өндәшергә мәжбүр булды: һуғышта һәләк булған фронтовик ғаиләһенә, зинһар, ярҙам итегеҙ. «Ярҙам итербеҙ, ярҙам итергә тейешбеҙ, тип яуапланы Юныс ҡарт. Тик бына ун саҡрымдағы утынға кемде ебәрәйек икән һуң? Ҡыш етмәгән... Ярҙам итербеҙ, саҡ ҡына сабыр ит...»
Күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән Мәғрифә ҡарсыҡтың ихатаһында иҫке мунсаһы сереп ултыра ине. Шуны һүтеп, Миңзифаға ташынылар. Ике һаплы ҡул бысҡыһы менән Миңзифа кипкән нәҙек бүрәнәләрҙе яңғыҙы бысып, өйөп ҡуйҙы. Йәш картуфты июлдә уҡ ашай башланылар. Хәҙер Миңзифа, үҙе менән ни генә булһа ла, ҡышты йылыла һәм ул тиклем дә асыҡмай үткәрә алырбыҙ, тип тынысланды. Икмәк, әлбиттә, булмаясаҡ, әммә һөт, ҡатыҡ менән картуф үлергә бирмәйәсәк.
Бер көн уларға бригадир һуғышҡа ярамаған Шәрифулла ҡарт килеп керҙе. Иҫәнләште лә, ҡыйыуһыҙ ғына һораны:
– Һеҙ нисек, асығаһығыҙмы?
– Аллаға шөкөр, алты ҡапсыҡ картуфыбыҙ сыҡты, һыйыр һауҙыра, икмәкте күргән юҡ.
– Нисек тә түҙегеҙ инде. Ана, гәзиттәрҙә, немецты Польшала туҡмайҙар, тип яҙалар. Германияға ла йыраҡ ҡалмай. Бәлки, Миңлебай ҙа ҡайтып килер әле...
– Ҡағыҙҙа «һәләк булды» тип яҙылғас, нисек ҡайтһын?
– Ҡағыҙ ҡағыҙ инде ул. Яңылышыуҙары ла ихтимал. Ана, скрипач Шәйәхмәткә лә ҡағыҙ килгәйне бит, ә ул Өфөлә госпиталдә ятҡан... тине бригадир. Шунан йәнә ҡыйыуһыҙ ғына әйтте: Миңзифа, ырҙынға сыға алмаҫһыңмы икән? Әтеү гел бала-саға бит. Ул балаларҙан ни фәтеүә? Хәҙер унда өйрә бешерәләр. Малайыңды ла ал, эсегеҙгә йылы аш инер.
Тәүге ҡырауҙарға тиклем Миңзифа ырҙында эшләне. Ашлыҡты сорттарға айырҙы, уны киптергескә ташыны, киптергестән амбарҙарға. Сентябрҙә тамағынан ҡан китте һәм тамам хәлһеҙләнеп, түшәккә йығылды. Хәтерендә ҡалдырырға тырышҡандай, улының йөҙөнә текәлеп ятыуҙы ғәҙәт итте, мин үлгәс, балаҡайым яңғыҙы нисек кенә йәшәр икән, тип хафаланды һәм бер көн уға үҙенең ҡайғыһын әйтергә ҡыйыулыҡ итте.
– Әсәй, үлмә! Атайым ҡайтасаҡ! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе шунда Рифат.
– Һин, ҡайта, тигәс, эйе, ул мотлаҡ ҡайтасаҡ, тине Миңзифа. Һуғыштан һуң матур тормош килер, элеккесә күңелле йырҙар йырлаясаҡбыҙ. Атайың менән икәүләп йырлаған һымаҡ. Бесәнгә барабыҙ – йырлайбыҙ, ҡайтҡанда йырлайбыҙ. Атайыңдың тауышы матур ине. Ҡунаҡта йырлаһа, ирҙәр илай торғайны. Бер ваҡыт хатта клубта ла йырланы. Өфөнән ниндәйҙер ағайҙар килеп, матур тауышлы кешеләрҙе эҙләп йөрөнө. Атайыңдың Өфөгә китеүе лә ихтимал ине, һуғыш һуҙылмаһа, китер ҙә ине...
Ауырыған көйө улына кейем йүнәтте Миңзифа. Иренең салбарын бәләкәсәйтеп текте, сарыҡтарын рәтләне, пальтоһы менән ботинкалары әлегә ярарлыҡ. Октябрҙә үк беренсе ҡар төшөп, һалҡындар килде, һыуытты. Миңзифа мейес башына менергә мәжбүр булды. Ноябрҙә инде ҡаты һыуыҡтар китте, йылға туңды, сана юлы төштө. Ҡышҡы һыуыҡтар етеүгә, утындары бөттө. Кипкән ағас тиҙ генә дөрләп янып бөтә, әммә йылыһы юҡ. Күптәр алыҫ урмандан утын ташыу мөмкинлеге булмағас, йылға аръяғындағы ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡты ла ҡул санаһында өйөнә ташый башланы.
– Әсәй, мин дә йылға аръяғына кипкән ереккә барайым, – тине Рифат бер көн.
– Бар. Тик аяғыңа сабып ҡуйма балта менән, һаҡ ҡылан, – тине Миңзифа.
Йылға аръяғындағы бөтә нәмә ерек, ҡайын ағастары, әлморон, ҡарағат, ҡамыраш ҡыуаҡтары Рифатҡа йәйге хәтирәләр буйынса таныш. Саҡ ҡына эскәрәк инһәң, баланлыҡ. Уны бешер-бешмәҫ көйө көҙҙән үк йыйып алып бөткәндәр, ҡалғанын ҡоштар сүпләгән. Малай ҡарт муйылды таныны. Йыуан олонло, тарбаҡ-тарбаҡ ботаҡлы ағас иҫән әле, ҡоромаған, йәйҙең йәйе мул бирә емештәрҙе. Малайҙар кинәнеп ашай ҙа ҡарайған тештәрен күрһәтеп йылмая. Хәҙер ул яланғас, бигүк матур ҙа түгел, япраҡтары ла, ап-аҡ сәскәләре лә юҡ. Ул яҙға тиклем йоҡоға талған. Малай ағасты тотоп ҡараны – тәне йылы һымаҡ ине. Туңған, бөрөшкән бер нисә емеше лә бар, тик бейектә, буй ерлек түгел. Йәй уның башына үрмәләп, ботаҡтарын һындыра ла торғайны. Әле аҫтараҡтарын өҙөп, ауыҙына ҡапты ла шытырҙатып сәйнәне емештән йәй еҫе килде. Унан бер нисә бөртөк әлморон тапты, ҡарағат. Бөтәһе лә йәйгесә булһа икән ул, йәки Аллаһы Тәғәлә беҙҙе йәлләп, ботаҡтарға ҡоймаҡтар һәм еләк бәлештәре элеп сыҡһа икән ул...
Ҡоро ерек ағастарын ҡырҡып-һындырып, санаһына тейәп алып ҡайтты малай. Уйы менән үҙе өйҙә: бына ул ҡайтып инә, атаһы ла ҡайтҡан...
Бер көндән йәнә йылға аша сығып, теге көндә туҡтаған урынынан эскәрәк, шырлыҡ араһына инде. Һәм шунда йәйенке тажлы бейек ҡамышты күрҙе. Ҡурай! Унда көйҙәр уйнап була. Ауылдарында күпселектә гармунда уйнайҙар. Туйҙарҙа, байрамдарҙа Шәйәхмәт кенә скрипкала уйнай. Ҡурайҙа уйнай белгән берҙән-бер кеше лә Шәйәхмәт.
Рифат ҡурайҙы ҡырҡып алды ла өйөнә алып ҡайтты.
– Атайың иҫән булһа, һиңә гармун һатып алыр ине, – тине әсәһе.
– Ул иҫән, ул иҫән! – тип ҡысҡырҙы Рифат.
– Һин иҫән тигәс, тимәк, иҫәндер, ысынлап та, – тип яуапланы әсәһе тәрән көрһөнөп.
Шәйәхмәт йылға яҡлап тыҡрыҡтан өсөнсө өйҙә йәшәй. Ҡурайын тотоп, Рифат уға китте. Ҡатыны, Сәкинә апай, унан әсәһенең хәлен һораны.
– Ята, мейес башында, ауырый, – тип яуапланы малай һәм скрипачка өндәште. Шәйәхмәт ағай, мине ҡурайҙа уйнарға өйрәт әле.
Шәйәхмәт кипкән ҡамышты әйләндереп-әйләндереп ҡараны ла:
– Был уйнамаясаҡ, – тине.
Рифаттың кәйефе төшөп, ишеккә боролғайны, «Туҡта, китмәй тор, – тигәнен ишетте. – Сәкинә, ҡурайҙы алып бир әле...»
– Бына был ысын ҡурай, – тине Шәйәхмәт. – Өфөлә госпиталдә ятҡанда Сибайҙан бер башҡорт бүләк иткәйне. Эсендәге яраһы ҡаты ине, бер ҙә бөтәшмәне. Ҡатыны уға өйөнән ошо ҡурайҙы алып килде һәм ул яралылар өсөн уйнай башланы. Яралы башҡорттар уны тыңлап илай торғайны... Мине лә өйрәтте. Сыҡҡанда: «Шәйәхмәт, мин һиңә үҙемдең яратҡан ҡурайымды бүләк итәм, бәлки, терелеп тә булмаҫ. Ә һин беҙҙең яратҡан оҙон көйҙәрҙе уйнарһың», – тине.
– Ә һин?
– Мин ҡурайсы түгел, скрипкасы. Скрипкала ҡурайға ҡарағанда яҡшыраҡ килеп сыға һымаҡ.
Шәйәхмәт ҡурайҙы тәмәкенән һарғайған тештәренә терәне лә уйнап та ебәрҙе. Рифат үҙен бейек тау түбәһенән ергә ҡараған кеүек тойҙо. Ер матур, әммә һағышлы һымаҡ һәм горизонт яғына киңәйгәндән-киңәйә барғандай...
– Хәҙер һин уйнап ҡара, – тине Шәйәхмәт оҙон көйҙө уйнап бөткәндән һуң. Ҡурайҙы еңе менән һөрттө, шунан Рифатҡа бирҙе. Һул ҡулың менән аҫҡы яҡтан тот, бына шулай, бармағың менән бынау тишеген ҡапла. Өҫкә тештәрең теүәлме? – Һәм ҡурайҙың өҫкө яғын нисек итеп тештәргә терәргә, бармаҡтар, ирендәр ярҙамында моңло көйҙө нисек сығарырға кәрәклеген аңлатты. – Һин башлы малай, килеп сығыр.
Ҡайтҡас, тупһанан уҡ:
– Әсәй, Шәйәхмәт ағай миңә ҡурайын бирҙе, уйнарға ла өйрәтте! – тип ҡысҡырҙы. – Ҡурай әлегә уйнамай. Мин өйрәнәм, әсәй. Шәйәхмәт ағай кеүек уйнаясаҡмын!
– Өйрән, улым, өйрән. Мин булмағанда атайың менән минең йырҙарҙы һинең ҡурайың йырлар...
– Мин булмаһам, тимә! – тип асыуланды Рифат. – Һин дә, атайым да була!
– Булабыҙ, улым, эйе, булабыҙ. Бергәләп бесәнгә йөрөрбөҙ, беҙ атайың менән йырларбыҙ, һин ҡурайыңда уйнарһың...
Көндөҙҙәрен Миңзифа мейес башынан төшә, картуф бешерә, яйлап йөрөп булһа ла өй эсендәге ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡара. Картуфты икмәкһеҙ, ҡатыҡһыҙ ғына ашайҙар, һыйырҙары һауҙыра, ләкин һөтө сәйҙе ағартырлыҡ ҡына. Көтөүгә йөрөтмәгәнлектән, ҡыҫыр ҡалды. Күршеләренеке кеүек, иткә ҡыуып алып китерҙәр, тип ҡурҡып ҡырға сығармағайнылар. Йылға аръяғында тегенән-бынан сапҡылаған ҡул арбаһы менән ташыған үләнде ашаттылар.
Март баштарында Миңзифаның хәле ҡырҡа насарланды. Хәҙер мейес башынан да төшә алмай, өшөнө. Тышта аҡман-тоҡман ҡоторҙо. Аҙашып ҡуйыр, тип Рифатты йылға аръяғына ҡоро-һары артынан сығарырға ҡурҡты.
– Кәртәне емер... Атайың ҡайтҡас, яңыны ҡуйыр әле...
Рифат кәртәне һүтте, кипкән ағастарҙы ҡырҡты. Тәүҙә ҙур мейескә, унан плитәгә яҡты. Өй эсе йылынды.
Хужалыҡтағы эштәрҙән бушаған сәғәттәрҙә Рифат ҡурайҙан йырға оҡшаған тауыштар сығарырға тырыша, күҙҙәренән йәштәре аҡҡансы өрә, әммә ҡурай уны һис тыңларға теләмәй. Кәңәш һорап, Шәйәхмәткә барырға оялды.
Бер көн әсәһе уны янына саҡырып алды ла, ауыр тын алып, былай тине:
– Улым, Камиләгә барып кил әле, миңә һикегә төшөргә ярҙам итһен.
Йомошон әйткәс, Камилә:
– Мейес башында үлеп ята алмай инде, – тине.
– Юҡ, үлмәй ул! – тип ҡысҡырҙы Рифат.
– Үлмәй, үлмәй! Тик һөрәнләмә.
Камилә менән икәүләп Миңзифаны яйлап ҡына төшөрөп, таҙа түшәккә һалдылар. Камилә картуф бешерҙе лә ҡайтып китте. Кисенә Рифат әсәһенең урынына ятты. Бәләкәй сағында ошо мейес башына менергә һәм торба артына йәшенергә атлығып тора торғайны. Ул саҡта ла бында тараҡандар йәшәне, һуғыш алдынан атаһы уларҙы ағыулап бөтөрҙө, хәҙер яңынан әйләнеп ҡайттылар. Рифат улар менән татыу, улар зыянһыҙ, ҡандала һымаҡ тешләмәйҙәр. Көндөҙҙәрен торбаны уратып һырып йоҡлайҙар, төнөн ашарға эҙләп таралышалар.
Миңзифа тамам хәлһеҙләнде, хәжәтенә лә көскә стенаға йәбешеп кенә йөрөй. Ул улының йөҙөнә оҙаҡ текәлеп ҡарай.
– Мин һине өйләндерермен, ейән-ейәнсәрҙәр булыр, уларҙы ҡарашырмын, тип уйлай торғайным, – әсәһе тынды. – Рифат, бына ошо йырҙы хәтерендә ҡалдыр. Атайың менән ошо йырҙы яраттыҡ. Күкрәк ауыртҡас, элекке тауыш юҡ инде. Һәм әсәһе хәлһеҙ тауыш менән һағышлы оҙон көйҙө йырланы.
Кеше уларға бик һирәк инә. Хатта Камилә лә уларҙы онотҡан һымаҡ. Тик Азаттың әсәһе, өй аша ғына күрше Кәримә апай хәл белеп сыға. Азат шулай уҡ атайһыҙ унан бына нисә йыл инде бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.
– Ауылда Миңзифаның әллә күпме туған-тыумасаһы йәшәй, шуларҙың берәйһе әсәйеңде йыуышырға ярҙамға керһәсе, – тип аптырап һөйләнә Кәримә. Бер үҙем йыуындыра алмайым шул, мин дә аслыҡтан саҡ һөйрәлеп йөрөйөм. Аллаһы Тәғәләне оноттолар.
Рифат осраҡлы ғына ололарҙың һөйләгәнен ишетте: улар әсәһенән чахотка йоҡтороуҙан ҡурҡа. Марганец руднигынан килгән фельдшерҙың «Өйөгөҙҙө таҙа тотоғоҙ, балалар менән бер ҡашығаяҡтан ашамағыҙ, үпкә ауырыуы хатта ишек тотҡаһы аша ла йоғоуы ихтимал, ауырыу янына килгәндә ҡулдарығыҙҙы мотлаҡ йыуығыҙ», – тип әйткәненән һуң бигерәк тә ҡурҡа башланылар.
Нисектер бер ваҡыт Рифат әсәһенән һораны:
– Әсәй, һин бер йырында ниндәйҙер Шәншәриф ҡалаһы тураһында йырланың. Ул ҡала ҡайҙа ул?
– Белмәйем, улым. Ул йырҙы мин өләсәйеңдән ишеткәйнем. Унда ҡыш булмай, тигәйне. Мин икенсе ҡаланы, Сәмәрҡәндте беләм. Атайың һөйләне. Унда ла ҡыш булмай, алмалар, хөрмә үҫә.
– Ә ул ҡала беҙҙең ауылдан йыраҡмы?
– Йыраҡ, тине атайың, көньяҡта.
– Ә көньяҡ ҡайҙа?
Әсәһе йүткерә башланы, сепрәгенә төкөрҙө лә көс-хәл менән:
– Мин йүткергәндә эргәмә килмә, – тине.
Бер ваҡыт ҡурайға башы ауыртҡансы өрә торғас, көйгә оҡшаш тауыш сығарҙы. Быға аптыраны ла, ҡыуанды ла. Тауышты иҫендә ҡалдырҙы һәм бармаҡтары менән алмаш-тилмәш баҫа-баҫа, яңынан ҡабатланы. Баҡһаң, берсә юғары, берсә түбән тауыш сығарыу һәләтенә эйә икән был музыка ҡоралы. Хәл киске яҡҡа, мейес башында булды, шатлығынан көтмәгәндә үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡлап киткән. Иртән уяныу менән маҡтанырға ниәтләнеп, әсәһенә һөрәнләне:
– Әсәй, тауыш сыҡты, ҡурай уйнай!
Әммә әсәһе яуап бирмәне. Икенсе әйткәндә лә өндәшмәне. Өй эсендә һис булмағанса ғәжәп тынлыҡ ине.
Рифат мейестән төштө, һике янына килде: әсәһе йоҡлай, күҙҙәре йомоҡ, тын алғаны һиҙелмәй. Рифат уның йөҙөнә ҡағылды һалҡын ине. Кистән мейескә яҡҡайны, иртәнсәккә өй һыуынған. «Әсәйем туңған», тип уйланы ла Камиләгә йүгерҙе.
Камилә апаһы әсәһе, Тәслимә исемле ҡыҙы менән Пожар тауы итәгендәге күрше аймаҡта йәшәй.
– Әсәйем туңған! – тип ҡысҡырҙы Рифат тупһанан уҡ.
– Ниңә ҡысҡыраһың? Нисек туңған? Кистән мейесеңә яҡмағайныңмы ни?
– Яҡтым. Йөҙө һыуыҡ. Йүткермәй ҙә.
Камилә бер мәлгә тораташтай ҡатып ҡалды, әйтерһең дә, ҡапыл ғына бер ере ауыртты, шунан ыңғырашҡан өн сығарҙы, ҡабаланып йөрөргә тотондо.
– А-а-й, а-а-й, ҡалайтып ҡына күмермен икән? Туң ерҙе кем ҡаҙыр? Нимә тораһың, бар ҡайт! Мейесеңә яҡ, һыу йылытырға ҡуй, Ғәйшә әбейгә кер, әсәйем үлде, тиң...
Һуңына Рифат аймаҡтың кендек әбейе Ғәйшәнең, күршеһе Кәримәнең әсәһен һикенән эскәмйәгә күсереп һалып йыуғандарын, унан аҡ кәфенгә төрөп, кире һикегә һалғандарын иҫләмәй ҙә тиерлек. Йоҡларға Кәримәләргә китте. Ғәйшә әбей мәйет янында яңғыҙ ҡалып, йыназа уҡыны.
Иртәгәһенә ҡәбер ҡаҙырға кәрәк ине. Ер ике метр ярымға тиклем туңғайны, июнь еткәс кенә ирейәсәк...
– Бригадирға бар. Әсәйеңде ерләһен, – тине Кәримә иртәнсәк.
Рифат бригадирҙы ҡапҡаһы төбөндә, төнөн һалған көрттө көрәп, юл ярған ерендә тап итте.
– Шәрифулла бабай, әсәйем үҙен күмергә ҡушты.
Әсәһе үлгәнгә шаңҡыған, зиһене тарҡалған Рифат бутала ине. Быға тиклем йәшәгән донъяһы емерелде лә ике донъя хасил булды һымаҡ ине уға. Хәҙер ул үҙенә бөтөнләй ят яҫылыҡта йәшәй башланы төҫлө. Әсәһе менән Камиләнең тауыштары бер-береһенә бик оҡшаш, бригадирға бар, тип, моғайын, әсәһе әйткәндер. Аңы менән аңлай: әсәһе юҡ. Нисек инде ул юҡ? Кисә генә бар ине, бөгөн юҡмы? Артабан унһыҙ нишләр? Ул аҡ кәфенгә төрөнөп, һикелә ята...
– Нимә, нимә? – Бригадир аптырап, ниндәйҙер ят ҡараш менән Рифатҡа текәлде.
– Әсәйем үлде, – тине Рифат. – Күмергә кәрәк.
Ҡарт өндәшә алмай торҙо, шунан асыуланғандай өндәште:
– Нисек? Бына һин миңә әйт, нисек? Мин үҙем ул туң ерҙе ҡаҙа алмайым. Әбей-һәбейҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, малайҙарҙы ҡушайыммы? Бөтәһе лә ауырыу, ас. Оҙаҡламай үҙем үләм, мине кем ерләр икән? – Ул көрәген ихатаһына индерҙе лә кире сыҡты һәм тынысыраҡ тауыш менән: Әйҙә! – тине.
Өйҙәренә Камилә менән күршеләре Кәримә килгәйне. Бригадир һике янына атланы, берауыҡ башын эйеп, өндәшмәй торҙо, ҡул һырты менән күҙен һөрттө.
– Ниндәй ҡатын ине! Ниндәй ғаилә ине! Барыһы ла көнләшә торғайны, – тине лә тышҡа сыҡты.
Ярты сәғәттән өйҙәре тапҡырына егеүле ат килеп туҡтаны. Ингәс, бригадир тыныс ҡына тейешле күрһәтмәләр бирә башланы. Кәримә менән мәйетте иҫке балаҫҡа уранылар ҙа, сығарып, санаға һалдылар. Рифат сана ситенә сүгәләне. Камилә менән Кәримә өйҙә ҡалды. Урамдан барғанда уларҙы бер кем дә оҙатманы, ҡапҡаларҙан бер кем дә ҡараманы, тәҙрәләрҙән бойоҡ йөҙҙәр генә шәйләнде...
Ҡапҡа бағаналары ҡыйшайған зыяратҡа ингәс, ҡар өҫтөнән сығып ятҡан ҙур таш янында туҡтанылар.
– Бына ошонда ята һинең олатайҙарың, – тине бригадир. Әйҙә, ярҙамлаш.
Әсәһенең кәүҙәһе еңел генә ине. Уны таш янына һалдылар ҙа ҡапҡаға йүнәлделәр.
– Ҡасан күмәләр һуң? – тип һораны Рифат.
– Күмерҙәр. Бер мәйет тә ер өҫтөндә ҡалмай.
Рифаттың әсәһен ҡалдырып, зыяраттан һис сығаһы килмәй ине уның. Үҙен белә-белгәндән бирле бергә булдылар. Ҡайтһа өйөндә юҡ. Бынан ары бер ҡасан да булмаясаҡ.
– Мин атлап ҡына ҡайтам, – тине ул һәм сананан төшөп ҡалды. Яңынан зыяратҡа инәйем тигәйне лә, үҙен саҡ тыйып, ауыл яғына өҫтөрәлде.
Камилә:
– Беҙҙә йәшәрһең, – тине.
Рифаттың өйҙән бер ҡайҙа ла бараһы килмәй ине, шулай ҙа өндәшмәне, һыйырҙы апаһы үҙенә алып ҡайтып китте. Баҙҙа әҙерәк картуф бар ине. Уныһын да алыр, моғайын.
– Яҙға картуф сәсерһең, орлоғоң бар, – тине апаһы һәм одеалды, яҫтыҡты алды. Әсәһе ятып үлгән матрасты ихата артына сығарҙы ла, яндырҙы.
Хәҙер землянка кеүек бәләкәй генә өйҙә улар дүртәү булып китте, һике әллә ни киң түгел. Өләсәһе яҫтыҡтар, одеалдар өйөлгән һандыҡ эргәһенән ятты. Беренсе төндә Рифатты һикегә һалманылар. Рифаттан өс йәшкә олораҡ өс туған апаһы Тәслимә:
– Минең менән ятмаһын, беттәре күсә, – тине.
– Иртәгә мин уның кейемдәрен мунсала бешерәм, үҙен дә йыуындырам, – тине Камилә апаһы һәм Рифатҡа урынды стена менән өҫтәл араһында торған эскәмйәгә йәйҙе.
Икмәктәре юҡ ине. Әрсемәй генә картуф ашанылар, мәтрүшкә сәйе йәки ҡара көлсә менән ҡатыҡ эстеләр.
– Бына ниндәй икмәк ашайбыҙ, – тине Камилә апаһы. Картуф менән кәбәк тә алабута. Алабутанан тәнең тартышасаҡ. Ҡурҡма. Башланыу менән аяҡ-ҡулдарыңды ҡуҙғатырға, һелкетергә тотон.
Бәләкәй өй күп утын да талап итмәне. Бер ҡосаҡ ҡайын ярҡалары өйҙө мунса кеүек йылыта ине. Ә ҡайындар ауылдан ярты саҡрым самаһында ғына. Һуғышҡа тиклем был ҡайындарға тейергә ҡәтғи тыйыла ине, хәҙер ауыл тирәһендәге бөтә ҡайындарҙы ла йығалар.
Камилә бригадирҙан ат һорап алып, Рифат менән урманға барҙы. Ағасты ул үҙе йыҡты, Рифат ботап торҙо. Был утын бер айға етәрлек ине. Мунса яҡтылар. Апаһында йәшәй башлағас, Рифат уның элек уйлағанса уҡ һәйбәт булмағанын күрҙе. Әүәле апаһы уны ярата һымаҡ ине, тауышы ла, ҡарашы ла, мөнәсәбәте лә икенсе булды. Хәҙер асыулана башлаһа, тауышы ҡурҡыныс, дорфа, тупаҫҡа әйләнә. Етмәһә, ҡурайын яратмай. Ә Рифат бер сама тауыш сығара ғына башлағайны.
– Иртәнән кискә тиклем шул һыҙғыртҡысҡа өрәһең... Урам тиҙәккә батҡан. Ҡурайыңды һындырам да утҡа яғам, – тип ҡурҡытты апаһы. – Атайың да йырлап ҡына йөрөнө, ә йортоғоҙға солан эшләп ҡуя белмәне.
Ҡурайын ситкә ҡуйып, Рифат ихатаны тиҙәктән таҙартырға тотондо. Әсәһе бер ваҡытта ла былай тауыш күтәрмәне, тиҙәк өсөн уны бер ҙә битәрләмәй торғайны.
Бер ваҡыт утын бысалар ине. Кәкере, етмәһә ботаҡлы ҡайын козлала йүнләп ятмай, әйләнә-борола, тештәре күптән үткерләнмәгән бысҡы йә туҡтай, йә һикереп, өҫкә ҡалҡа. Хәле булмағанлыҡтан, Рифат уны йүнләп тарта ла алмай.
– Үҙеңә тарт, миңә этмә! – тип асыулана апаһы, ят, уҫал тауыш менән. – Һин ир кешеме, әллә юҡмы? Инәңде!
Ауылдағы күпселек кеше кеүек, Рифат та русса белмәй, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе генә аңлай, ә әрләү, оят һүҙҙәрҙе ирҙәрҙән, урамдағы үҫмер малайҙарҙан ғына ишетә (атаһы бер ҡасан да һүгенмәне). Шуға ла ул тамам аптыраны, кәмһенде, бысҡыны ташланы ла өйгә инеп китте. Өйҙә өләсәһе генә, Тәслимә мәктәптән ҡайтмаған. Өләсәһе, һәр ваҡыттағыса, һикелә ултыра, тиҫбеләрен тарта. Ул насар күрә.
– Нишләп улай иртә ҡайттың? – Кереүсене ул Тәслимә тип уйланы, ахыры.
– Өләсәй, был мин, – тине Рифат. – Өләсәй, апайым мине оятһыҙ урыҫ һүҙҙәре менән әрләне.
Өләсәһе берауыҡ өндәшмәй торҙо, шунан һәр һүҙҙе һуҙып:
– Улым, етемдәрҙе яратмайҙар инде ул. Кил әле яныма. Өләсәһе һөйәкле бармаҡтары менән уның йөҙөн һыйпаны ла һораны. Әсәйең итле аш ашатмаймы әллә?
– Әсәйем үлде бит! – тине Рифат.
– Бөтә кеше лә үлә. Беҙгә күптән ингәне юҡ. Әйт, инһен, уға әйтәһе һүҙҙәрем бар.
– Әсәйем үлде! – тине Рифат. – Был юлы ҡысҡырып уҡ ҡабатланы.
Шунан әсәһенең иҫке пальтоһынан бәләкәйләтеп тегелгән пальтоһын, һарыҡ тиреһенән тегелгән атаһының бүреген кейҙе, ҡурайын алды ла өйөнә ҡайтып китте.
Өйөндә һалҡын, шулай ҙа тормош тын алышы аңҡый ине әле. Рифат ботаҡ-сатаҡ һындырып, мейесенә яҡты. Ут таныш тауыш менән геүләне. Мейес, һикенең яланғас таҡталары, тәҙрә ҡорғандары уның ҡайтыуына шат һымаҡ ине. Һандыҡтан әсәһе байрамдарҙа һәм ҡунаҡтар килгәндә генә йәйә торған йөн балаҫты алып, һикегә йәйҙе һәм йортта әсәһе барҙағы һымаҡ йәмле булып китте.
Унан баҙҙан ярты биҙрә шытҡан картуф сығарҙы, уны ҙур кәстрүлдә йыуҙы ла йоҡа ғына итеп телгеләп, ҡыҙған плитә өҫтөнә теҙҙе. Ҡыҙарып-күмерләнеп бешкән картуфты ашаны, бер аҙ тынысланды һәм әсәһенең уны күҙәтеп илағанын тойғандай булды.
Кисенә Камилә апаһы килде һәм тупһанан уҡ:
– Нишләйһең бында? – тауышы асыулы. – Кешеләр ҡыуып сығарған тип уйлар ҙа. Мин һине ҡыуҙыммы? Ашатманыммы? Әйҙә, ҡайт!
– Юҡ! – тине Рифат ҡәтғи рәүештә.
– Ҡысҡырма! Ҡайт, тип әйттем бит!
– Бармайым. Мин һеҙгә бер ҡасан да йәшәргә бармайым!
– Һин нимә тинең, ә?
– Һин мине оятһыҙ урыҫ һүҙҙәре менән әрләнең.
– Ярай, ҡыҙыулыҡ менән әйткәнмендер ҙә... Ғәфү ит, – тине апаһы килешкәндәй тон менән. Әйҙә, ҡайт.
– Юҡ.
Апаһы берауыҡ өндәшмәй торҙо ла илай башланы.
– Һинеңсә, мин һандуғас булып һайрарға тейешме ни? Ағайыңдан хәбәр юҡ. Тәслимә уҡыуын ташланы, өләсәйең тамам алышынды. Минзифаның үлеүен аңламай.
Апаһы ҡайтып киткәс, Рифат ҡурайын алды ла уйнарға маташып ҡараны. Тырыша торғас, әсәһенең яратҡан йырын килтереп сығарған һымаҡ булды... Ҡурай уға әсәһенең тауышы менән йырлай төҫлө, һәм ул әсәһе үлгәндән һуң беренсе тапҡыр илап ебәрҙе...
Рифат дуҫы Азатҡа һирәк булһа ла ингеләп йөрөй. Сәй эскән саҡтарына тура килһә, Кәримә апай өҫтәл артына ултырта, ашъяулыҡҡа ҡара көлсә һала ла бер үк һүҙҙе ҡабатлай:
– Бына ҡара, беҙ нимә ашайбыҙ...
Ҡайсаҡ Азат та инә Рифатҡа. Рифаттың ҡара көлсәһе булмағас, дуҫын ул плитәлә ҡыҙҙырылған йоҡа картуф менән һыйлай.
Малайҙар күпселектә өйҙәре иркенерәк булған Кинйәктә йыйылалар. Уның әсәһе, Сафия апай, көлсә менән һыйламай, әммә ҡыумай ҙа. Уларҙы бөтөнләй күрмәгән һымаҡ, иғтибарға ла алмай. Ире үлгәс, аҡылын юйған икән, тип һөйләнеләр. Ире, Сабир ағай, Низам байҙың улы ине. Уларҙың илле баштан артығыраҡ ат өйөрө булды, биш бүлмәле ҙур өйҙә йәшәнеләр. Синфи дошман. Кулактарҙы класс булараҡ һөрөр алдынан ғына Низам бай үлеп ҡуйҙы. Күп балалы ғаиләне һөрмәнеләр, әммә йорттарынан ҡыуҙылар. Унда тәүҙә мәктәп булды, унан ауыл түрәләре урынлашты – ауыл советы һәм колхоз идараһы. Күпмелер ваҡыт туғандарында йәшәп, кулак ғаиләһе бәләкәй генә йорт һалып сыҡты һәм колхоз тормошо менән йәшәй башланы.
Үҫмер сағына тиклем Сабир «кулак малайы» тамғаһы менән йөрөнө, унан колхозда бригадир ҡайҙа ҡуша, шунда эшләне. Ике йыл армияла хеҙмәт итте, өйләнде һәм һуғыш башланыр алдынан уның ҡайһы класҡа ҡарағанын ауылда һирәктәр генә хәтерләй ине инде. Һуғыш иғлан ителгәндең өсөнсө көнөндә үк повестка тотторҙолар. Сабир атаһының ҡәберенә барҙы, доға ҡылды, кисенә ҡатынына «колхоздары өсөн үлгем килмәй» тине лә лапаҫҡа инеп аҫылынды.
Ире үлгәндән һуң Сафияны алыштырҙылармы ни. Ул кешеләрҙән ҡаса, ялтана, өндәшмәй, әйтерһең дә, хаҡһыҙ ғәйеп тағыуҙарҙан ҡаса, йәки артында бысраҡ мыҫҡыллауҙар ишетергә теләмәй. Колхозда күндәм, хатта тырышып эшләне. Кәүҙәгә таҙа, көслө ҡатын өс йөҙгә тиклем көлтә бәйләй, кәбән ҡоя, урман йыға. Әсә менән улының нисек көн иткәндәре менән бер кем дә ҡыҙыҡһынманы. Кинйәк ҡайсаҡ ауылдан юғалып та тора – рудникта ағаһы йәшәй – әммә әйләнеп ҡайта. Күрәһең, унда артыҡ тамаҡҡа бигүк шат булмағандарҙыр.
Кинйәк һәр уйынды ойоштороусы һәм уйлап сығарыусы ине икенсе бригадала. Малайҙарҙан өлкәнерәк тә, бер йыл беренсе класта уҡып та алды, тик икенсегә барманы – ҡорһаҡ ас булғанда уҡыу ҡайғыһы түгел. Рудникта ул урыҫса «балакать» итергә, һүгенергә өйрәнгән. Тағы башҡортса һәм урыҫса таҡмаҡтар отҡан. Малайҙарҙы көлдөрөр өсөн ҡайсаҡ көйләп тә йөрөй:
Девка стоит на горе,
Ветер шарит в подоле,
Бесстыжий ветер и шпион,
Куда заглядывает он?
Военная норма
Десять грамм корма.
С голоду не помрешь,
Девку замуж не возьмешь.
Кинйәккә тик икенсе бригада малайҙары ғына килә. Ҡыҙҙарҙы, бәлки, малайҙар араһына әсәләре ебәрмәгәндер. Әхмәҙулла, Вәсим, Мөбәрәк, Камил, Зиннәтулла, Апуш, Ғәбделхәй килә. Кинйәктән башҡаларының аталары фронтта. Вәсимдең әсәһе генә иренә «ҡара ҡағыҙ» алды. Мөбәрәктең атаһы юҡ, олатаһын хеҙмәт армияһына алдылар. Малайҙарҙың бөтәһе лә аталарының тере булыуына ышана – фашистарҙы еңеп, герой булып ҡайтасаҡтар. Торараҡ малайҙарға Рифат һәм уның дуҫы Азат та ҡушылды. Кинйәк таҡмаҡтарына музыка өҫтәлде.
Рифат хәҙер ҡурайында әсәһенең бер нисә йырын уйнай ала. Ҡайғылыһын да, күңеллеһен дә. «Рифат, йә тағы уйна», – тип кенә тора малайҙар. Әммә уйындар ҙа, музыка ла малайҙарҙың аслыҡ ҡайғыһын баҫа алманы. Баштағы уй, телдәге хәбәр тик ашау тураһында ғына булды, һыйырҙары юғалған Хәйбулла менән Мөбәрәк орлоҡҡа ҡалдырған картуфын да ашап бөткән, яҙға шешенделәр, ҡараштары һүнде.
– Атайым өйҙә саҡта әсәйем уға ла, миңә лә көн дә берәр йомортҡа бирә торғайны...
– Ә минең әсәйем төшкөлөккә тары бутҡаһы бешерә, бөтәбеҙ ҙә бер табаҡтан ашайбыҙ. Май һалынған сынаяҡты табаҡ уртаһына ултырта ла, майҙы ҡалаҡ менән алаң да бутҡаны майлайһың и ауыҙға. Сиратлап ашайбыҙ, тәүҙә атай, әсәй, мин, унан ҡустым. Ул сиратты боҙһа, атайым үҙенең ағас ҡалағы менән башына трак! Ҡустым иламай, ауыртҡан башын һыпыра ла йәнә бутҡа ашарға керешә. Бутҡа булһа, ул шешенмәҫ тә, үлмәҫ тә ине...
– Бөтә ашантыны фронтҡа ебәреп торалар, – ти әсәйем.
– Йомортҡаныламы?
– Эйе. Йомортҡа ашамаған ҡыҙылармеецтарҙың немецты еңерлек көсө булмай ҙа. Илһам ағай һабантуй алдынан бәһлеүән Саҙрыйға колхоз ҡошсолоҡ фермаһынан йөҙ йомортҡа биргәйне, Саҙрый йөҙ йомортҡаны ла, йәнә өс тәрилкә ҡаймаҡты ашап, бөтә көрәшселәрҙе лә енде, тип һөйләне. Үәт, белдеңме?
Балалар хыялы аталары йомортҡа ашап, һөжүмгә ташлана ла фашистарҙы үлтергәнен һүрәтләй.
– Иң тәмлеһе ҡоймаҡ. Ҙур табала майҙа йөҙөп бешкәне.
– Ә билмән? Беҙ атайым менән тулы сөгөн ашап бөтә торғайныҡ. Беҙ ашайбыҙ, әсәйем тағы бешерә. Ҡышҡыһын атайым извозға киткәндә бер ҡапсыҡ туңдырылған билмән алып китә...
– Иң тәмлеһе яңы бешкән икмәк. Әсәйем мейестән ала, һикегә һала, таҫтамал менән ҡаплай, ә еҫе бөтә урамға тарала. Теге һәр ваҡыт ас иҫәр Сажиҙә еҫен һиҙеп ҡала ла беҙгә инә. Әсәйем миңә ҡайырыһын ҡырҡып бирә теленде йоторлоҡ...
– Сажиҙә үлде бит. Шешенде лә үлде...
Бер ваҡыт Кинйәк:
– Малайҙар, әйҙә урамға сығайыҡ та еҫкәнеп киләйек, тине.
– Нимәне еҫкәйек?
– Бөтә колхоз начальниктары ла өн йәшерҙе, хәҙер уларҙың өйөнән ҡоймаҡ еҫе сыға, ти әсәйем.
– Әйҙә, еҫкәйек. Еҫкәп кенә туябыҙмы һуң?
– Мужит туйырбыҙ ҙа.
– Еҫкәнек, эс тулы ҡоймаҡ, – тип эсен һыйпаны Мөбәрәк.
Кинйәк кенә көлдө, йөҙө, күҙҙәре шешенгән Хәйбулла хәбәргә битараф ҡалды.
– Теләмәгәндәр – асығығыҙ, ә беҙ Рифат менән үҙебеҙгә икмәк эҙләргә китәбеҙ, – тине Кинйәк атаһының йыртыҡ телогрейкаһын кейеп.
Ауылдың урамы буйлап киттеләр, һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа киткән бухгалтер Хәмитйәндең өйө тапҡырына туҡтанылар.
– Рифат, уйна, – тине Кинйәк. – Бында ҡоймаҡ еҫе сыҡмаһа ла уйна.
Рифат ҡурайын тартты, әммә өйҙән бер кем дә сыҡманы.
– Тағы уйна.
Рифат «Буранбай»ҙы уйнаны. Ҡапҡаның келәһе ысҡында ла бухгалтерҙың ҡатыны күренде.
– Нимә бында сыйылдап йөрөйһөгөҙ?
– Беҙ артистар, беҙ асбыҙ, – тип яуапланы Кинйәк. – Беҙгә әҙ генә икмәк бирһәгеҙ икән...
– Беҙҙең икмәк юҡ. Үҙебеҙ ас ултырабыҙ. Китегеҙ бынан, – тине ҡатын һәм шартлатып ҡапҡаһын япты.
Ары киттеләр.
– Еҫкә, Рифат, – тине Кинйәк. – Минең танау маңҡалап тора, шуға ла еҫте насар һиҙә.
Китеп баралар, уйнап китеп баралар, һуғышта юғалған бригадир Мулләхмәт өйө янында Кинйәк үҙенең таҡмағын ҡурайға ҡушылып йырланы: «Военная корма, десять грамм норма...»
Ҡыйшайған ҡапҡанан таяҡҡа таянған ҡарт сыҡты ла малайҙарға ике картуф һондо.
– Уйнағыҙ, балалар, уйнағыҙ. Беҙ йырҙы оноттоҡ та инде.
Картуфты атлаған көйө ашанылар. Склад мөдире аҡһаҡ Ғәлиптең өйө тапҡырына ла еттеләр кемдең-кемдең, уның ашарына булмауы мөмкин түгел – кемдең ҡулында, шуның ауыҙында.
– Еҫкә, – тине Кинйәк.
Рифат еҫкәне: ирей башлаған март ҡары, тиреҫ, төтөн еҫтәре менән бергә бөтә тишек-ярыҡтан яңы бешкән икмәк еҫе килә ине.
– Ҡоймаҡмы? – тип һораны Кинйәк.
– Юҡ, икмәк.
– Тимәк, әле генә мейестән алғандар. Уйна!
Ҡапҡаны Ғәлиптың «Ситаҡа» ҡушаматлы ҡатыны асты һәм:
– Нимәгә ҡысҡырышаһығыҙ? – тип һораны.
– Беҙ тауышланмайбыҙ, беҙ артистар, беҙ ас! – тине Кинйәк.
«Ситаҡа», «һеҙ ҙә булдығыҙмы артист!» тип ҡәнәғәтһеҙ боролданы ла ҡапҡаһын япты. Ә Рифат уйнауын дауам итте. Яңынан ҡапҡа асылды, унан Сабит – аҡһаҡ Ғәлиптең иҫәрерәк бәләкәй малайы килеп сыҡты. Ул ҡулындағы икмәк һынығын Кинйәккә һондо. Кинйәк икмәкте бүлеп, яртыһын Рифатҡа бирҙе, үҙендә ҡалғанын ауыҙына килтерҙе. Килтерҙе лә, төкөрөп, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ашама, ул икмәккә һейгән!
Бер нәмә лә аңламаған Рифат икмәкте сәйнәргә булғайны ла еүеш ризыҡта әсе еҫ һиҙеп, кире төкөрҙө. Ә иҫәр Сабит мыҫҡыллы көлөп, ҡапҡаһын япты.
– Еҫкәнегеҙме инде хәҙер? – тине Кинйәк тәрән көрһөнөп. Аллаһы Тәғәлә бының өсөн һеҙҙе язалар әле!
Туҡ йәшәгән өйҙәрҙә аслыҡтан ҡотолоу сараһы килеп сыҡмағас, Кинйәк ризыҡ табыуҙың икенсе формаларын эҙләргә кереште. Урларғамы? Үҙҙәре һымаҡ астарҙың нимәһен урлайһың? Кем йәшергән, улар оло ҡара йоҙаҡтар элә. Тотһалар, Әбделхайҙы туҡмаған кеүек, үлтергәнсе туҡмаясаҡтар ҙа ҡуясаҡтар. Оҙаҡ уйланы-барланы Кинйәк һәм бер нәмә килтереп сығарҙы.
– Әйҙәгеҙ, колхоз складына (келәтенә) төшәйек. Унда ашарға бар. Берәй тоҡ аҡ он алыр ҙа астарға таратыр инек. Тик бер кемгә лә һөйләмәҫкә! Кем һөйләй, Алла һуғасаҡ.
– Тотһалар?
– Тотһалар, төрмәгә ултырталар.
– Балаларҙы төрмәгә ултыртмайҙар.
– Складты нисек асабыҙ һуң? Ишегендә ҙур йоҙаҡ. Асҡысы кәрәк.
– Асҡысы аҡһаҡтың кеҫәһендә. Уны нисек алырға икәнен мин беләм.
Кинйәккә бер кем дә ышанманы: колхоз складына төшөү колхоз шалҡанын урлау түгел. Малайҙар Кинйәктең ниәтен ысынға алманы һәм шундуҡ онотго. Тик эскерһеҙ һәм бер ҡатлы, һәр нәмәгә ышанып барыусы Азат ҡына быны әсәһенә һөйләне.
– Ҡуй, һеҙ нәмә уйлап сығарҙығыҙ? – тип ҡурҡып китте Кәримә. Урлашырға яраймы ни? Төрмәгә ултырталар бит!
– Кинйәк, балаларҙы төрмәгә ултырмайҙар, ти.
– Нишләп ултыртмаһындар? Хәҙер бөтәһен дә ултырталар. Ана, Бибизада тоҡтан бер ус бойҙай алған. Ултыра бит. Ә балалары асҡа интегә...
Өс бала әсәһе Бибизаданы былтыр көҙ хөкөм иттеләр. Ауылдаштары һигеҙ йылға ултыртырҙар, тип уйлағайны ла, уға бер йыл ғына бирҙеләр. Өс балаһын йәлләгәндәрҙер судьялар.
Ырҙын табағында ашлыҡ сортировкалауҙа эшләгән Бибизада сарыҡтарының ҡуңысына бойҙай тултырған да, бауҙарын бәйләгән. Өйөндә был бойҙайҙы ҡыҙҙырған, ҡул тирмәнендә тарттырған һәм талҡан бешергән. Колхоз ашлығын урлағанын кемдер күргән бит һәм идараға барып ошаҡлаған.
Ауыл советы рәйесе Лоҡманов менән райондан саҡырылған милиционер уны бер кис ырҙын ҡапҡаһы төбөндә туҡтата ла сарығын систерә... Ә «йөрәкле» начальниктар балаларын йәлләне – әсәләрен бер йылға ғына ултыртты. Өлкән ҡыҙы, ун дүрт йәштәге Тәғзимә, баҡыр руднигына эшкә барҙы. Забойҙа ун икешәр сәғәт буйы кәйлә менән баҡыр рудаһын соҡоно һәм арбаларға тейәне. Нормаһын үтәһә, ете йөҙ грамм икмәк алды. Һәр йәкшәмбе аҙна эсендә йыйған икмәк киҫәктәрен алып, турыға кеше ҡурҡытырлыҡ исемле «кешеүлгән» тигән тау һырты аша энекәштәренә ашыҡты. Олоһо Вәғизгә етенсе йәш, кесеһенә, Айнурға биш. Сасҡау һыуыҡтарҙа ла, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ла ҡайтты, сөнки улар ас, уны көтөп ултыралар, һыуыҡтан да, бурандан да, хатта бүреләрҙән дә ҡурҡмайым, «кешеүлгән» ҡаяһы янынан үткәндә генә шөрләйем, килеп сығыр ҙа икмәкте тартып алыр һымаҡ, тигән...
Мартта, аҡман-тоҡман ҡоторған мәлдә Тәғзимә ҡайтманы. Ниңә ҡайтмағанын апалары ла, бер кем дә белмәй һәм был хаҡта малайҙарға ла бер кем дә әйтмәне. Бригадир Шәрифулла идарала, малайҙар ас ултыра бит, берәй төрлө ярҙам итергә кәрәк ине, тигәс, ауыл советы рәйесе Лоҡманов, бурҙың балаларын ашатырға колхоздың мөмкинлеге юҡ, тип яуапланы. Ферма мөдире Тәскирә булмаһа, Бибизада балаларының аслыҡтан үлеүе бер кемде лә борсомаҫ ине. Иренән, Ҡорбандан, күптән хәбәр юҡ, берҙән-бер улы ла һуғышта. Әгәр ҙә мин Бибизаданың бәхетһеҙ балаларын ас үлемдән ҡотҡара алһам, Аллаһы Тәғәлә шәфҡәтлелек күрһәтер ҙә, дошман пуляһынан иремде лә, улымды ла һаҡлар, бәлки, тип иҫәпләне. Әммә замандың уяу күҙҙәре ферма мөдиренең изгелеген «аңламаны» һәм ошаҡсы быны түрәләргә еткерҙе. Тәскирәне Лоҡманов саҡыртты. Унда барышлай Тәскирә һаман эшен уйлап, фермала берәй төрлө тәртипһеҙлек күрҙеме икән әллә, тип борсолдо. Быға тиклем ул бер ваҡытта ла Лоҡмановтың тәмәке еҫе һеңгән кабинетында булғаны юҡ ине. Кабинетҡа ингәс, тупһанан уҡ ҡарашы менән стеналағы ҙур портретҡа төртөлдө. Шырмыйыҡ ҡушаматлы Заһир ағайға оҡшаған кеше уны ҡалын мыйығы аҫтынан миһырбанлы йылмайып ҡаршы алды, туған ағайың да бындай ихлас булмаҫ.
– Һинең ауыл буйлап колхоз һөтөн таратыуың тураһында мәғлүмәттәр бар, – тине Лоҡманов ҡәтғи генә. – Тәскирәнең күҙ алдары ҡаранғыланды. – Бөгөн бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә Ҡыҙыл армия өсөн икәнен һин бит аңларға тейешһең.
– Аңлайым, бик тә аңлайым, пусть беҙҙең ҡыҙылармеецтар туҡ булһын һәм фашистарҙы еңһен, – тине Тәскирә. Үҙен бер аҙ ҡулға алғайны инде. Ул һөжүмгә күтәрелер алдынан ҡыҙылармеецтарҙың нисек итеп һөт эсеүен күҙ алдына килтерергә тырышты. – Тик балалар уны аңламай бит, улар ас. Ашарға теләй, аслыҡтан шешенә. Улар менән нишләргә?
– Ул һорау миңә түгел, – тип яуапланы Лоҡманов. Артабан ундай хәл булмаһын.
«Аллаһы Тәғәлә эшенә ҡыҫылырға ауыл Советы рәйесенең хаҡы юҡ», – тип уйланы Тәскирә һәм кистәрен ас балаларға шешә менән дермантин сумкала һөт ташыуын дауам итте.
Ҡар баҫыуҙарҙан, тауҙарҙың һөҙәк биттәренән шылып төшөп бөттө, соҡорҙарҙа, уйпатлыҡтарҙа ғына ҡалды. Бейек күтәрелгән ҡояш үткән йылғы ҡамылды киптергәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға баҫыуҙарға башаҡ йыйырға сыҡты, һуғышҡа тиклем, һуғыштың тәүге йылдарында был эшкә мәктәп балалары йөрөй торғайны, үткән йыл игенде йыйып бөтөрә алманылар ямғырҙар башланды. Сентябрҙә лә көн ултырманы, иртә ҡырау төштө, һөҙөмтәлә башаҡтар ҡар аҫтында ҡышланы.
– Ер кипте, барабыҙ башаҡ йыйырға, – тине Азатҡа Кәримә апай. – Тик бөтә бригада менән барығыҙ, яңғыҙығыҙ күп йыя алмаҫ. Күберәк алып ҡайтығыҙ, йыуып киптерермен дә, ҡул тирмәнендә тарттырып, бригада өйрәһе бешерермен. – Кәңәштәрен дә бирҙе. – Ҡаҙ ҡанаты алығыҙ, ҡара һолоноң йәбешкәктәре була, шуны ҡағып һеперегеҙ. Үҙегеҙ менән Хәйбулланы ла эйәртегеҙ. Ялан еленән әҙерәк күңелләнеп ҡайтыр.
Апрелдәге иген баҫыуы малайҙарға хәсрәтле бушлыҡ булып күренде. Ә башаҡ күп ине. Биҙрәләргә йыйҙылар. Хәйбулла тубыҡланып йөрөй һәм тапҡан бер башаҡты ауыҙына тыға. Кинйәк уны усында ыуа ла шулай уҡ ауыҙына оҙата. Уларҙан йыраҡ түгел үрге ауылда йәшәгән бер ҡатын да йыя. Бер мәл тау битендә ике һыбайлы күренде. Ҡатын уларҙы шәйләне лә, биҙрәһен ташлап, яҡындағы ҡайынлыҡ араһына инеп китте, һыбайлылар малайҙарға иғтибар ҙа итмәй, әллә күрһәләр ҙә күрмәмешкә һалыштылармы, яндарынан үтеп китте. Тегеләр байтаҡ алыҫлашҡас, ҡатын йәшеренгән еренән сығып, биҙрәһенә килде.
– Апай, ниңә улай ҡурҡтың? – тип һораны Кинйәк.
– Нисек ҡурҡмайһың? Былар бит Лоҡманов менән Юныс, – тип яуапланы ҡатын. – Үткән йыл башаҡ йыйырға рөхсәт итмәнеләр, ҡыуҙылар.
Әсәһенең һөйләүенән ауыл тормошонан күп нәмәләр белгән Кинйәктән башҡа малайҙар Лоҡманов тураһында ла, Юныс тураһында ла, уларҙың кем икәнен дә белмәй, былтырғы ураҡ ваҡытында ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы ниңә кешеләргә йыйырға ярамағанын да аңламай ине...
Иртәгәһенә Кәримә ҙур ҡаҙанда ҡул тирмәнендә тарттырылған ҡара һоло, шытҡан картуф, башҡа үлән һәм тамырҙарҙан өйрә бешерҙе. Өйрә ҡуйы һурпалы килеп сыҡҡайны һәм уның тәмле еҫе урамға ла таралды. Бригада ҡаҙанына күрше ҡыҙҙарҙы Фәүзиә менән Санияны ла саҡырҙылар. Икеһенең дә аталары яраланып госпиталдә ята. Санияның атаһы, ярам төҙәлде инде, яңынан хеҙмәт иткән часҡа ебәрәләр, тип яҙҙы. Байтаҡ ваҡыт үтте, башҡа хаты килгәне юҡ... Фәүзиәнең атаһы Өфөнән, төҙәләм, оҙаҡламай өйгә ҡайтам, тип яҙған...
Күп балалы ғаиләләрҙәге һымаҡ, бер ҙур табаҡтан ашанылар. Тик Хәйбуллаға ғына Кәримә айырым һауытҡа һалып бирҙе.
– Һиңә күп бирмәйем. Ас йөрөгәс, ашҡаҙаның бәләкәйләнгән, күп ашаһаң, күңелең уйнар, ҡоҫорһоң. Малайҙар, һеҙ ҙә күп ашамағыҙ, өйрә күп, иртәгә ашарһығыҙ...
Табаҡтың төбөнә төшкәс тә малайҙар менән ҡыҙҙар ашъяулыҡ тирәләй ултыра бирҙе. Был дөйөм туҡланыу уларға һуғыш алды йылдарының рәхәтлектәрен иҫкә төшөрҙө. Ул саҡта аталары өйҙә ине, тары бутҡаһы ла, дөгө лә, башҡа ризыҡ та майлы һәм етерлек ине...
Туҡ ашҡаҙанға Кинйәктең музыка тыңлағыһы килде.
– Рифат, ҡурайыңды уйна әле, тик аҡһаҡтың ҡапҡа төбөндә йырлаған ас йырҙарҙы уйнама, туҡ саҡтағын уйна! – тине.
Рифат уйнай башланы. Әсәһенең йырҙарынан берҙе, икене. Балалар тын ҡалды ла иғтибарлап тыңланы. Ҡурай тауышы ҡайғы-хәсрәт тураһында ғына түгел, шулай уҡ балаларға, бөтөрөнмәгеҙ, түҙегеҙ, ауырлыҡтар оҙаҡламай бөтә, яҡшы ваҡыттар, бәхетле тормош килә, тип һөйләй ине...
– Рифат, давай, күңеллеһен, – тине Кинйәк.
Рифат бейеү көйөн башланы, Кинйәк яңы таҡмағын әйтте:
Военная форма,
Два колоска норма,
С голоду не помрешь,
И фашистов победишь.
Кәримә апай Рифатты маҡтаны.
– Ҡалай маладисһың. Атайың ҡайтһа, шатланып туймаҫ инде.
Иртәгәһенә иртәнсәк ҡалған өйрәне ашап, бригада йәнә башаҡ йыйырға китте. Был юлы Мышатыр битендә йыйҙылар. Осланған таяҡ менән малайҙар ҡар аҫтында ҡышлаған һарына тамырҙарын ҡаҙып сығарҙы. Кинйәк, Мөбәрәк, Рифат балта тотоп, яҡындағы ҡайын сауҡалығына китте лә ағастарҙың олонона тишек яһап, ҡайын һуты сығарҙы, уны һалам аша эстеләр. Бер тишеккә Кинйәк шешә бәйләне әсәһенә һыу йыйҙы.
Бер көн иртәнсәк Рифат урынынан торғоһо килмәй генә ятҡанда өйөнә Тәслимә килеп керҙе:
– Һаман йоҡлайһыңмы? Йәй көнө бригадир эшкә әйтергә килгәндә лә шулай йоҡлап ятырһыңмы? – тип һөйләнде һәм өҫтәлгә шешә ултыртты. – Бына, һөт алып килдем, һөт һинең һыйырындыҡы түгел, һинеке ҡыҫыр, ә беҙҙеке. Мартта быҙауланы, һалам ғына ашатабыҙ, һөт әҙ, быҙауы имә. Ниңә килмәйһең? Әсәйем үпкәләй. Әллә беҙ һиңә яттармы? Әсәйем ҡайтһын, беҙҙә йәшәһен, ти. Өләсәйем дә, ниңә Миңзифа менән Рифат күренмәйҙәр ул, ти.
Рифат апаһын өндәшмәй генә тыңланы һәм үҙенең уларҙа ҡыҫҡа ғына йәшәү осорон, өләсәһенең һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп:
– Етемдәрҙе яратмайҙар... – тип яуапланы.
Бибизада балалары ҡышты сыға алды. Апалары менән нимә булған, рудниктан ниңә ҡайтмаған икәнен дә белмәҫтән, көн торошона ҡарамай, малайҙар уны йәкшәмбе һайын барыбер көттө. Уларҙы ас үлемдән колхоз фермаһынан Тәслимә йәшереп сығарған һөт ҡотҡарҙы.
Көндәр бер сама йылынғас, ер һәм юлдар кипкәс, малайҙарҙың олоһо, Вәзих, Тәғзимә әйтеүенсә, Аршала ағас ҡырҡҡан әсәһе янына барырға ниәтләнде. Апаһы төрмәнең ҡайҙа икәнен аңлатты. «Ауылдың теге яғында, ҡояш сыҡҡан яҡта рудник. Мин шунда баҡыр рудаһы соҡойом, баракта йәшәйем, ә ҡояш байыған яҡта, ылыҫлы урманда Арша. Әсәйем шунда ағас йыға, төрмәлә йәшәй». «Ул беҙҙән йыраҡмы?» тигән һорауға Тәғзимә «Йыраҡ түгел», тип, көнбайышҡа һуҙылған тау һыртын күрһәтте. «Тауҙарҙы күрәһеңме, ҡаяларҙы күрәһеңме? Әсәйем менән беҙ шунда көртмәлегә бара торғайныҡ. Тауҙың түбәһенә менеп етәһең дә теге яҡҡа төшәһең. Арша шунда».
Малайҙың аңында ошондай күренеш баҫа: бына улар көртмәле йыйған тауға менә лә теге яҡҡа төшә һәм әсәләрен таба. Бер көндө иртүк Вәзих энеһен төрткөләп уятты:
– Тор, әсәйемә барайыҡ.
– Асыҡтым, ашағым килә.
– Әсәйемә барайыҡ, ул икмәк бирер. Тағы һейеп яттыңмы? Тор!
Көн йылыныу менән улар икеһе лә яланаяҡ йөрөнө. Аяҡтары себешләп ярылды, ҡанһырап торҙо. Ә ҡышын Вәзих атаһынан ҡалған оло ботинкаларҙа йөрөнө, бәләкәйе ҡарға үтә һирәк сыҡһа ла, әсәһенең сарыҡтарын кейҙе. «Әсәйгә ялан аяҡ барырға кәрәк, сөнки ялан аяҡ шәберәк йүгерәһең», тип уйланы Вәзих, атаһының иҫке пинжәген кейеп алды. Айнурҙың өҫтөндә йоҡа күлдәк тә һейҙек менән аңҡып бөткән ыштан ине.
Ике малайҙың ауыл буйлап үткәнен һәм тау яғына илткән юлға төшөүен бер кем дә күрмәне, йәки иғтибарға алманы. Иртәнсәк ҡояшлы ине, тауҙар теҙмәһе лә эргәлә кеүек кенә: йүгереп кенә бараһың да етәһең. Ашағылары килде. Тәскирә апай алып ингән кисәге бер нисә йотом һөттән башҡа эҫтәренә бер нәмә лә инмәгәйне. Вәзих юлдан ситкә сығып, үлән, ҡыуаҡлыҡтар араһынан ашарға яраҡлы берәй нәмә эҙләне, әммә үткән йылғы һоро үләндән һәм серегән япраҡтарҙан башҡа ашарлыҡ бер үлән дә үҫмәгәйне әле.
Ташлы-ҡаялы бейек булмаған ҡыуаҡтар янынан, шунан асыҡ яландар аша үтеп, төш етер алдынан улар урман менән ҡапланған тау битенә яҡынлашты. Осраған шишмәнән туйғансы һыу эсеп, малайҙар был тау битенә оҙаҡ барҙы – ҡояш һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә өҫкә күтәрелә ине. Ярайһы текә тау тирәләй әйләнгәндә тауҙар тапҡырында күк йөҙөн ҡара болоттар ҡапланы. Айнур мыжый һәм, әсәйемә барғым килмәй, өйгә ҡайтайыҡ, тип ҡабатланы. Вәзих ҡустыһын етәкләп, алға һөйрәй һәм әрләшә: Атла! Бәләкәй саҡтағы ише күтендә шыуышаһың килһә, шыуыш!
– Әсәйемә барғым килмәй, ҡайтайыҡ! – тип ҡабатлай малай һәм туҡтамай илай.
Һалҡын ямғыр яуа башланы. Тауҙың түбәһенә менеп еткәнсе күҙ бәйләнде. Айнур быуынһыҙға әйләнде, арыны, иланы һәм юлға ултырырға йәки ятырға теләне. Аршаға яҡтыла барып етергә ниәтләнеп, Вәзих уны һаман һөйрәй. Һөйрәй торғас, башына бер уй килде: тау түбәненә йүгерергә, йүгерһәң Аршаға тиҙерәк барып етәһең, әммә Айнур менән йүгереп булмай. Иң яҡшыһы уны тау башында ҡалдырырға кәрәк. Әсәһе менән килеп алырға. Вәзих уны юлдан ситкәрәк алып сыҡты ла бейек шыршы ағасы аҫтына ултыртты:
– Ошонда ултырып тор. Мин әсәйем янына йүгереп кенә барып киләм, һине икәүләп килеп алырбыҙ.
– Ҡайтайыҡ, – тип мыжыны малай.
Ҡустыһын шыршы төбөндә ҡалдырып, Вәзих тау түбәһенә йүгереп төшөп китте. Арша йүнәлешенә йүгерәм, тип уйлай ине ул. Һалҡын, еүеш таштар аяғын яндырҙы, бармаҡтарын, табанын ауырттырҙы, әрнетте. Юлда таштар әҙәйһә, еүеш балсыҡта аяғы тайҙы.
Ҡапыл юл үргә китте. Ул, күрәһең, күрше тауға күтәрелә ине. Ошо тауҙы менеп етһә, Аршаны күрермен, тип ышанды Вәзих. Әммә һыртҡа менеп еткәйне, эңерҙә шул уҡ ҡара урман һәм тауҙар ине, улар ҡара тулҡын рәүешендә офоҡҡа барып тоташа. Ирекһеҙҙән, туҡтаны, хәл алды, шулай ҙа барған юлы барыбер ҙә Аршаға килтереп сығарыр әле, тип, артабан йүгерҙе.
Ваҡ ямғыр ҡар менән алышынды. Унан ҡар бөртөктәре эреләнде, ауырайҙы, шыршы өҫтәренә ятты, бөрөләнеп килгән ҡайындарға ҡунды һәм тирә-яҡты ап-аҡ итте.
Урал һыртында апрель ҡары ғәжәп түгел ине. Ҡарҙан ҡото алынған Вәзих туҡтаны, бөтә тәне менән ҡалтырана-ҡалтырана, ҡымшанмай баҫып торҙо һәм «Әсәй, һин ҡайҙа?» тип илап ебәрҙе, шунда ғына ҡустыһын ҡалдырмаҫҡа кәрәклеген аңланы. Кирегә, тау түбәненә йүгерергә! Икеһенә ул тиклем ҡурҡыныс булмаҫ, ҡышҡы һыуыҡтарҙа яғылмаған өйҙә һыйынышып ултырған һымаҡ, шыршы аҫтында ла бер-береһен йылытып, ҡар яуып бөткәнен көтөп ултырырҙар ҙа, иртәнсәк ҡайтыу яғына йүнәлерҙәр. Юлда берәйһе осрап та ҡуйыр әле. Аршаға барһа – әсәләре янына илтер, кирегә булһа – ауылдарына... Һәм Вәзих үргә атланы. Әммә һыртҡа менә-менә, уйлағанса, ҙур шыршы янына яҡынлай-яҡынлай, ялан аяҡтары аҫтында ташлы юл түгел, ә ҡар, ҡар аҫтында былтыр ҡойолған серек япраҡтар ҙа, үле үлән икәненә аптыраны. Юлды эҙләп, һулға ташланды, унан уңға, әммә юл юҡ ине. Шунан ул ҡысҡырырға тотондо: «Айнур, һин ҡайҙа, Айнур?» Уйынса, ошонан Айнур ҡалған ҙур шыршы ҡул һуҙымында ғына булырға тейеш ине. Бәлки, ул ултырған-ултырған да ҡайтыу яғына атлағандыр? Үәт иҫәр, яңғыҙы ауылға етә алмай бит инде.
Ҡурҡыуҙан хәле бөтөп, тамам арып, артабан түбәлеккә ул дүрт аяҡлап шыуышты. Шыуышты һәм «Әсәй, әсәй!» тип һөрәнләне. Оҙаҡламай тауышы ла сыҡмай башланы. Өшөүҙән, ҡурҡыуҙан туҡтауһыҙ ҡалтыранды, тырнаҡтарын, тубығын аҡтарып бөттө, йөҙө менән ҡарҙы һөрҙө. Уның берҙән-бер теләге – ергә ятып күҙҙәрен йомоу ине. Ул әсәһенең сарыҡтары ише йыуан шыршы төбөнә шыуышып барып етте. Ҡосаҡланы ла, бите менән уға терәлде. Ул үҙенең был аяуһыҙ донъянан нисек һәм ҡайҙа китеп барғанын аңламай ине...
* * *
Еңеү тураһындағы хәбәрҙе иң беренсе булып колхоз етәкселеге белде – райондан идараға шылтыратҡандар. Унан уҡытыусылар, уҡыусылар, башҡалар ишетте. Ас ҡыштан тамам хәлһеҙләнгән, арыған ауыл кешеләренең күбеһенең, хатта үҙ тормошона битараф ҡарағандарҙың, был яңылыҡҡа әллә ни иҫе китмәне, ҡайһылары күңелендә, әлбиттә, шатлыҡ, ниндәйҙер өмөт уятты. Ауыл советы бинаһы ҡыйығындағы уңып, теткеләнеп бөткән флагты яңы сепрәккә алыштырҙылар, һуғышта үлгән йәки хәбәрһеҙ юғалған фронтовик ғаиләләренә колхоз берәр килограмм арыш оно таратты. Ҡатындары, әсәләре, нишләп улай бик әҙ бүләһегеҙ, балалар ас бит, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдергәс, колхоз башлығы:
– Бөтә ондо ла хәҙер таратһам, сәсеүселәргә нимә ашатам? – тип яуапланы. Унан бесән китә, ураҡ...
Һуғыштан Сабрай Низаметдинов ҡына ҡайтты. Ҡатыны ла, балалары ла уны был арала көтмәгәйне. Юлында осраҡлы тап булған аттан төштө лә, яралы аяғында ныҡ аҡһап, өйөнә ыңғайланы һәм ҡапҡа төбөндә уны бөгөн көтмәгән ҡатыны менән йөҙгә-йөҙ осрашты. Сабрай өйөнән әллә ни алыҫта түгел ҡалала госпиталдә ятты, сығарғас, үҙенең ҡайтасағын белдереп яҙған хатынан алда ҡайтып етте. Ирен саҡ танып, ҡатын уның күкрәгенә ҡапланып, сеңләп иларға тотондо. Уға ҡушылып, Сабрай үҙе лә иларға кереште. Шулай илаша-илаша өйгә инделәр... Һалдат ауылдаштарына оҙаҡ ҡына күренмәй ятты, әйтерһең дә, һаман ҡайтмаған. Йылғаға һыуға барыусы бисәләр, түҙемһеҙләнеп, ҡатынынан:
– Тегендә беҙҙекеләрҙе күрмәгәнме, һорашманыңмы? – тип белеште.
– Бер нәмә лә һөйләмәй, төнөн төшөндә ҡысҡыра... – тине ҡатыны.
Тормош, хәҙер инде һуғыштан һуңғы тормош үҙ ағышы менән аҡты. Ауылда һаман да аслыҡ хөкөм һөрә, кешеләрҙең күңеле лә тыныс түгел. Ҡулдарға һәм йөрәккә көс өҫтәлмәне. Эш күп яҙғы сәсеү мәшәҡәттәре башланды. Ерҙәге иң ауыр эш. Һабан артынан дымлы бураҙна буйлап ун дүрт-ун биш йәшлек үҫмерҙәр өҫтөрәлде. Трактор рычагтарын үҫмер ҡыҙҙарҙың көсһөҙ ҡулдары тотто. Тракторҙар йыш ҡына ватыла, уларҙы ремонтлау өсөн әллә күпме ваҡыт үтә, ә көн көтөп тормай, орлоҡто тиҙерәк ер ҡуйынына һалырға кәрәк.
«Эх, малайҙар, малайҙар! – тип көрһөнә лә бригадир Шәрифулла, шунан, уларҙың уйнап ҡына йөрөр саҡтарында эшкә егелеүҙәре өсөн йәне әсеп, әллә йәлләп, тағы нимәлер әйтергә уҡталып, өҫтәй. – Маладистар, тырышалар».
Үҫмерҙәр, ҡатындар шыйыҡ бригада өйрәһе эсеп, колхоз баҫыуҙарын һөрөп, ашлыҡ сәсһә, көс-хәлдәре булмау сәбәпле бригадир эшкә ҡушмаған, бәләкәйерәк булғанға эшкә ҡатышмаған малай-шалай ерҙән ашарлыҡ нәмә эҙләне. Йәшел төҫтәге, төрлө тәмдәге үлән ашамлыҡ байтаҡ үҫә ине. Парҙа ҡымыҙлыҡ, бесән сапҡан туғайҙарҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡалҡыулыҡтарҙың ташлы битләүҙәрендә оҫҡон, кәзә кәбеҫтәһе күтәрелә. Ҡайһы бер сәскәләрҙе лә сәйнәнеләр хатта. Йәш кесерткән шулай уҡ ашарлыҡ ине. Ерҙә ҡаҙынырға малайҙарҙың бөтә бригадаһы бергә йөрөнө, хәле ҡалмаған Хәйбулланы ғына эйәртмәнеләр.
Йылға аръяғына ла күҙ ташланылар. Унда муйыл шау сәскәлә ултыра. Әммә ул яҡта әлегә ашарлыҡ бер нәмә лә үҫмәгәнен яҡшы беләләр. Ҡарағат саҡ бөрөләнә, муйыл менән энәлек тә тиҙ генә өлгөрмәй әле. Йылға ла үҙенең йәйге самаһына ҡайтмаған, ташҡын.
Ҡышын да, иртә яҙ ҙа ниндәйҙер ризыҡ табыу менән булған Кинйәк һәр саҡ бригадир ролендә. Ул яңыраҡ ҡына рудникта ағаһында ҡунаҡта йөрөп ҡайтты. Ҡыҙыл йондоҙло осло башлы ҡыҙылармеец ҡолаҡсыны кейеп йөрөй хәҙер. Буденовканы ағаһы бүләк иткән икән. Ағаһының атаһы армиянан ошо баш кейемендә ҡайтҡан һәм бәләкәй малайына биргән. Был бәләкәй малай күптән үҫкән. «Хәҙер, мә, һин кей, Кинйәк», – тигән ағаһы. Кинйәк атаһының үлгәнен белмәй ине. Атаһы аҫылынған көндә ул өләсәһендә булып ҡалды. Әсәһе, атайың һуғышҡа китте, тигән. Ололарҙан бер кем дә уға дөрөҫөн әйтмәне, ә малайҙар бригадаһында Рифат менән Азаттан башҡалары был турала белмәне. Улар ҙа өндәшмәне. Бәлки, онотҡандарҙыр ҙа, Кинйәкте фронтовик улы тип йөрөгәндәрҙер... Осло ҡыҙылармеец башлығын Кинйәк бер ҡасан да башынан сисмәне. Бәлки, шуның менән йоҡлағандыр ҙа.
Яҙын клубта кино күрһәтә башланылар. Фашистарҙы еңеү тураһында фильмдар юҡ ине әле, быға тиклем ҡарағандарҙы, аҡтарҙы еңгәндәрҙе – «Чапаев», «Мы из Кронштадта» тигәндәрен әйләндерҙеләр. Бындай саҡтарҙа буденовканың кәрәге бик тейҙе. Кино башланыр алдынан клубта берәйһе мотлаҡ ҡысҡыра: «Кинйәк, утты һүндер!» Кинйәк буденовкаһын сисә лә эскәмйәгә баҫа, сығып торған осо менән лампаның төбөндәге тишекте ҡаплай кәрәсин лампаһы һүнә һәм экранда һуғыш башлана.
Йылы май килде. Йылға буйы ап-аҡ сәскәләргә күмелде, ауылда муйылдар сәскә атты, торараҡ ул сәскәһен ҡойҙо, йорт алды баҡсаларында миләш, сирень еҫе таралды. Төн уртаһына тиклем һандуғастар һайраны, көндөҙҙәрен кәкүк саҡырҙы... Яҙҙың ошо төрлө тауыш-ауаздарын тыңлап, Рифат уларҙы ҡурай моңона һалырға тырышты... Нисектер бер көн ул Азатҡа инде. Сәй әсәләр ине һәм, һәр ваҡыттағыса, Кәримә апай уны өҫтәлгә саҡырҙы. Ул табала бешкән көлсәнең яртыһын Рифат алдына һалды, мәтрүшкә сәйе ҡойҙо.
– Атайыңдан хәбәр юҡмы? – тип һораны шунан.
– Уға ҡара ҡағыҙ килде бит, – тип яуапланы Рифат.
– Мин ул ҡағыҙҙарға ышанмайым, – тип уфтанды Кәримә апай. – Сабрайға ла ҡағыҙ килгәйне, ә ул госпиталдә ятҡан, һинең атайың да яраларын төҙәтеп госпиталдә яталыр, хат яҙыр хәлдә түгелдер.
Рифат атаһын онотоп та бара ине инде, әсәһен генә иҫләй. Хатта ул да бала хәтеренән юйыла бара.
– Азат, әйҙә йылға аръяғына сығайыҡ. Кисеү булған ерҙә һыу тубыҡтан ғына, мин Мәғрифә өләсәйҙең сыҡҡанын күрҙем.
– Кинйәккә лә әйтәйекме? – тине Азат.
– Әйтәйек һуң.
Кинйәк элекке кеүек был арала аймаҡта ниңәлер күренмәй ине. Әсәһе, ҡайҙалыр китте, тине. Рудникка ағаһына олаҡҡандыр, бәлки. Икәүләп кенә ҡуҙғалдылар. Һыу йәйге ярҙарына ҡайтҡан. Йылға аръяғындағы донъя ауыл яғындағына ҡарағанда икенсерәк: бында ерек, муйыл ағастары, ҡомалаҡ сырмаған балан, энәлек, ҡарағат – ағы ла, ҡыҙылы ла, урыны менән сәнскеле гөлйемеш тә үҫә. Ярҙан эскәрәк инһәң – түңгәкле һаҙлыҡ. Унан да ары – кеше йөрөмәгән ерҙәр, унда хатта йәй көндәрендә лә инмәйҙәр. Ниндәйҙер тауыштар ишетелә, кемдер үгеҙ ише мышнай, уфылдай, торналар торҡолдай, кемделер үсекләгән йәки кемгәлер асыуланған һымаҡ һайыҫҡандар шыҡырыҡлай.
Ҡарағат емештәре ваҡ һәм йәп-йәшел, әсе ине. Малайҙар ашарға кереште. Ашаған һайын ашағылары килә.
– Рифат, кил әле бында! – тип һөрәнләне ҡапыл Азат. Ҡара, нимәлер ята!
Дуҫының тауышына ашығып килгән Рифат ниндәйҙер сәйер еҫ тойҙо. Ундай еҫте ул бығаса бер ҡасан да тойғаны юҡ ине. Һәм ҡыҙыл ҡарағат янына килеп еткәс, үләндә йоҡлап ятҡан Кинйәкте күрҙе.
– Үлгән, – тине Азат, ҡурҡып.
Кинйәк хәрәкәтһеҙ ята ине, йөҙөндә аптырау ғәләмәте. Күҙҙәре асыҡ, әйтерһең дә, йөҙө тапҡырында элеүле торған ҡарағат тәлгәшенә ҡараған.
– Әйҙә, ҡайтайыҡ. Сафия апайға әйтәйек!
Улар йүгерешеп ҡайтып, Сафия апайға әйттеләр ҙә өсәүләшеп кире килделәр. Сафия апай, улына текәлеп, малайҙар иғтибарға алмаған ҡарағатҡа төртөп күрһәтте: ауыҙ ситтәрендә, муйын тирәһендәге күлдәгендә ашҡаҙанында эшкәртелеп бөтмәгән йәшел ҡоҫҡолоҡ ҡатҡайны.
– Ас көйө ҡарағатты күп ашаған, – тине Сафия апай. Йөрәге түҙмәгәндер.
Ул ауылға ҡайтып, киндер сепрәк алып килде. Ярым кипкән мәйетте шуға төрҙө лә зыяратҡа алып китте. Өләсәһенең ҡәберенә йәнәш тәрән булмаған соҡор ҡаҙҙы һәм буденовкаһын башына кейҙереп, улын ерләне. Шулай итеп, малайҙар бригадаһының етәксеһе, һәр төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, мәҙәктәр уйлап сығарыусы Кинйәктән бәләкәй генә бер ҡалҡыулыҡ хасил булды...
* * *
Бесән мәле етте. Һуғышҡа тиклем бесән сабыу, уны йыйып кәбәнгә һалыу ололар өсөн йәйге ураҡ төҫлө, ә малайҙар һәм үҫмерҙәргә йәйге байрам кеүегерәк була торғайны. Сөнки күмәкләп ярыша-сәмләнә эшләү күңелле, һыбайлап ат һуғарырға бараһың, йылғаға яҡын кәбәнләһәләр инде төшкә туҡтаған арала һыу инәһең, балыҡ тотаһың. Ул саҡтарҙа йәй йылы, хатта эҫе, һыу ҙа яңы һауылған һөт һымаҡ йылы, төндәр ҙә һыуыҡ булмай. Ашау ҙа етерлек: йылҡы ите бешерәләр, ҡымыҙ бирәләр. Кистәрен арбаларға тейәлеп ауылға ҡайтҡанда ҡатын-ҡыҙ күңелле йырҙар йырлай, таҡмаҡтар әйтә, ирҙәр ҡәнәғәт йылмая...
Еңеү йылы йәйендә кәбәндәрҙе элекке туғайҙарҙа ҡойҙолар. Әммә һуғышҡа тиклемге ирҙәр бригадаһы юҡ ине. Һуғыш йылдарында тартылған балалар ғына һәм ҡатыны менән ҡарт бригадир Шәрифулла. Ә бала-сағаны эшләтер өсөн түгел, күпселектә саф һауала эстәренә әҙ булһа ла бригада өйрәһе төшһөн өсөн алалар. Малайҙар көстәренән килгәнсе тырыша. Рифат менән Азат кәбән төбөнә һөйрәткестә бесән ташый, Мөбәрәк, Вәсим ҡойолғанды тырмап йөрөй. «Таҙараҡ йыйығыҙ, артығыҙҙан ҡалдырмағыҙ! – тип мыжый бригадир, шунан тәрән көрһөнөп, үҙ алдына әйтеп ҡуя. – Эх, һеҙ, малайҙар, малайҙар, колхоз булмаһа, нишләр инегеҙ?»
Ашнаҡсы булып бригадирҙың ҡатыны Маһира эшләй. Төшкөһөн ул арыш ононан бешерелгән туҡмасты малайҙарҙың сеүәтәһенә күберәк һала. Ҡорһаҡтарын өйрә менән тултырған, әммә туймаған малайҙар, аттар ашаған, ҡарттар ял иткән арала ашарлыҡ берәй нәмә эҙләп, тирә-яҡҡа таралыша. Йылғаға яҡын эшләһәләр – ҡарағат ҡыуаҡлыҡтарына, ҡалҡыулыҡтар тирәһендә булһа – еләккә.
Хәҙер ҡатындар туғайҙан ауылға йырламай ғына ҡайта. Ә Рифат өйөнә яҡынлаған һайын бер генә уй-өмөт менән баға: бына өй тапҡырында арбанан төшөп ҡалам, ҡапҡа төбөндә атайым баҫып тора. Мин уға ҡурайҙа әсәйем йырлаған көйҙәрҙе уйнаясаҡмын...
* * *
Оҙон йәйҙә ауылға ярсыҡлы пуля аҡтарған ҡулын аҫып, Ишбулат Сабитов ҡына әйләнеп ҡайтты. Буйға бәләкәй һәм ауылда берҙән-бер һарыҡай егет ине ул. Бер ваҡытта ла атаһы булманы. Аҙашып килеп сыҡҡан ниндәйҙер старатель күпмелер ваҡыт уның әсәһендә йәшәне лә «орлоғон» ҡалдырып китте. Үҙенең кәмселеген белгәнгәмелер, Ишбулат торғаны бер һуғыш суҡмары, эре һәм тәкәббер ине. Ҡыҙҙар уны яратманы, егеттәр аралашмаҫҡа тырышты, ситләп уҙҙы. Мәктәптә уҡығанда уҡ үҙенең класташы Нәжибәне яратты, әммә ҡыҙ уны иғтибарға ла алманы, мыҫҡыллап көлдө, һары ғәрип, тип атаны, һәм бына ул, кәүҙәгә саҡ ҡына күтәрелгән, түшенә миҙалдар ҡаҙаған, ҡулы яралы егет булып ҡайтып килде.
Бер ваҡыт ул эскән көйө, һуғышта йөрөгәндә лә онотолмаған һағыш тәьҫирендә Нәжибәләрҙең өйөнә килде. Был мәлдә өйҙә ҡыҙҙар киске аулаҡта ултыра ине. Бер нисә ҡыҙ һикегә ҡунаҡлаған, шунда уҡ аҡ ашъяулыҡ өҫтөндә эмалле сәйнүк ултыра. Күрәһең, бал эсәләр.
Ишбулат күңелле генә иҫәнләште, әммә шундуҡ Нәжибәнең яуабы яңғыраны:
– Ниңә килдең? Беҙ һине саҡырҙыҡмы?
Бындай ҡабул итеүҙән аптыраған Ишбулат ишек яғына боролайым ғына тигәйне, йәмһеҙ, йөҙө шаҙра Мәрзиә ҡалҡынды ла:
– Ниндәй егеттәр ятып ҡалды, ә был ғәрип... ҡайтҡан, – тине.
Кемдер мыҫҡыллы һөйләнде, кемдер хихылданы.
Ишбулат фронттан Нәжибәгә бер нисә хат яҙып, яуап ала алмағайны. Бына әле эсендә ятҡан шул үпкәһе лә ҡуҙғалды, асыуы алҡымына тығылды: «Улар мине, фронтовикты, «За отвагу!» миҙалы алған һалдатты нисек ҡаршылай, мыҫҡыл итә... Тегендә, алғы һыҙыҡта, мин нимәләр генә күрмәнем...» һәм ул түҙмәне, әйләнде лә, бер тынала нимә уйлағанын әйтте ташланы:
– Ах, һеҙ, сукалар! Эйе, мин ғәрип, әммә мин бөтәгеҙгә бер үҙем. Теләһәм һәр ҡайһығыҙҙы баҫа алам! Ә һин, Нәжибә, һоратырға килгәндер тип уйлайһыңмы? Көт, был бер ҡасан да булмаясаҡ! Кейәүгә сыға алмай ҡарт ҡыҙ булып ултырасаҡһың!
Нәжибә һикенән төштө, өндәшмәй генә Ишбулат эргәһенә килде лә, трактористың тупаҫланған ҡаты йоҙроғо менән тегенең сикәһенә һуҡты. Ишбулат сайҡалып китте, һау ҡулы менән йөҙөн ҡапланы ла ишеккә боролдо. Нәжибәнең икенсе һуғыуы уны тупһала ҡыуып етте. Ишбулат эләгеп һөрлөктө лә йығылды.
– Ҡыҙҙар, туҡмағыҙ!
Ҡыҙҙар берҙәм рәүештә һикенән төштө лә иҙәндә ятҡан һалдатты туҡмарға тотондо. Ялан аяҡтары менән йән еренә эләктерергә тырышып типтеләр, ҡулдары менән башын, арҡаһын төйгөсләнеләр...
«Киске аулаҡ»тан һуң Ишбулат бер ай район больницаһында ятып сыҡты, ә Нәжибәне фронтовикты туҡмағаны өсөн бер йылға Белорет төрмәһенә ултырттылар...
* * *
Август иртәләренең береһендә Рифатҡа бригадир Шәрифулла менән Камилә килеп инде. Апаһын күргәс, малай һағайҙы – йәнә үҙенә йәшәргә алып ҡайтырға килгәнме?
– Тор, кейен, тине апаһы.
– Ниңә? – тип яуапланы Рифат, саҡырһа ла уларға бармаясағын хәл итеп.
– Детдомға бараһың. Бына Шәрифулла ағай алып бара.
– Мин бер ҡайҙа ла бармайым! – тип өҙә һуҡты Рифат.
– Улым, был приказ. Приказдың нимә икәнен һин беләһеңме? Бынан ары һин приказ буйынса ғына йәшәйәсәкһең, тине бригадир. Давай, һалдат кеүек йәһәт кенә йыйын!
Рифат теләр-теләмәҫ кенә одеял аҫтынан сыҡты, пальтоһын кейҙе, сарыҡтарын аяғына тартты, йәмшәйеп бөткән фуражкаһын башына һалды. Ҡурайын да алғайны, апаһы асыуланды:
– Ул һыҙғыртҡысыңды нимә тип алаһың? Унда ҡурай уйнап ултырырға ваҡытың булмаҫ. Уҡырға тейешһең һин унда.
Рифат өндәшмәне, әммә ҡурайын ҡалдырманы. Киткәндә ул бер ниндәй үкенес тә, ҡайғырыу ҙа кисермәне. Ныҡлап уянып етмәгәнлектән, ул үҙенең малайҙар бригадаһы һәм бала саҡ йылғаһы менән мәңгегә айырылышҡанын аңламай ине...
Талха ҒИНИӘТУЛЛИН.
Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.