ИСЕМЕМ – АЛАҠАЙ

Донъяуи хикәйә

Әсәйем ете бала тыуҙырып үҫтергән. Шуларҙың береһе – мин. Донъяға өсөнсө бала булып килгәнмен. Тыуғанымда яҡты донъяға йомарланып килеп сыҡмағанмын, ә һыуға шөңгөргә әҙерләнгән кешеләй, ҡулдарымды һоноп, йылы һыу тултырылған ялғашҡа шылып төшкәнмен.

Кендек инәһе вазифаһын башҡарыу өсөн саҡыртылған Ғәлимә инәй, ялғаш эсендә йөҙөп йөрөгән балаға ҡарап-ҡарап торған да, башын артҡа ташлай биреберәк, ҡытырлатып көлөп ебәргән. Ошо көлөү яҡты донъяның тәүге ауазы булғанлыҡтан, мин уны шунда уҡ отоп алғанмын һәм мәңгелеккә үҙ иткәнмен. Әсәйемдең ҡалған балалары ҡытырлатып көлмәне – был минең өсөн генә хас сифат булып һеңеште.

"Балаң еңел тыуҙы, тормошта ла үҙеңә ауыр йөк булмаҫ", – тигән Ғәлимә инәй йөгөнән имен-аман ҡотолоуына ҡыуанып ятҡан әсәйемә ҡарап. Кендегемде оҫта ғына итеп ҡырҡып бәйләгәс, инәйем мине ҡулына алған һәм, өҫкә сөйөбөрәк, ике-өс мәртәбә һикертеп алған. Был күнегеү бик оҡшап ҡалғандыр, күрәһең: мин киң итеп йылмайғанмын, ҡулдарымды сәпәкәйләтеп, кендек инәйемә ҡарап, күҙҙәремде асҡанмын.

"Атаҡ-атаҡ, был мәхлүктең күҙҙәре зәп-зәңгәр бит, – тигән Ғәлимә инәй, миңә ғәжәпләнеберәк ҡарап. Әптрәхимдең дә, һинең дә күҙҙәрең көрән бит. Был ни ғәләмәт икән?" "Әптрәхим яғынан күк күҙле нәҫел остары осраштырып ҡуя, шуларға тартҡандыр", – тип яуаплаған әсәйем. "Хәйер, атайымдың күҙҙәре лә, боҙғамы, тоҙғамы оҡшап, күкһелләнеп тора бит", – тип өҫтәгән ул, бер аҙ өнһөҙ ятҡандан һуң.

Ике ҡатындың әңгәмәләшеүен әллә ни тыңларға теләмәгәнмендер мин. Әсе итеп ҡысҡырғанмын да ирендәремде шапылдата башлағанмын. "Ашарға һорай сабый, ашарға", – тип һөйләнә-һөйләнә Ғәлимә инәй мине ике ҡат йүргәккә төргән дә, соланға сығып, иртәнге һөттөң өҫтөнә йыйылған ҡаймаҡҡа сәтәкәй бармағын тығып алған. Ҡаймаҡлы ошо бармаҡты имеп, мин тәүге тапҡыр үҙ-үҙемде туйындыра башлағанмын. "Һыйырыңдың һөтө бигерәк ҡуйы икән, Бибинур, – тип һөйләнгән кендек инәйем, мин уның сәтәкәй бармағын һурған арала. – Күҙ тейеп ҡуймаһын". "Эйе, Ғәлимә апай, шулай. Әллә ни күп бирмәһә лә, һөтө ифрат ҡуйы. Уңдым Алаҡайымдан, бик уңдым".

Әсәйемдең Алаҡай тигәне ала һыйыр булып сыҡты. Быны мин, әлбиттә, үҫә төшкәс кенә аңланым. Ала һыйыр ғаиләбеҙ тормошонда шундай ныҡлы урын алды, бына ни өсөн мин ошо тарихымды шул малҡайға арнарға булдым.

* * *

Бындай ҙа ҡупшы, бындай ҙа ирәбәле, бындай ҙа аҡыллы малды ауыл көтөүе бер ҡасан да күрмәгәндер һәм күрмәҫ тә. Бөгөнгөләй хәтеремдә: ала һыйырҙың атлап китеүҙәрендә үк ниндәйҙер мөһабәтлек, еңеллек һәм нәзәкәтлелек бар ине. Аҡҡоштоҡо кеүек оҙон муйынлы ҡыҙҙар баштарын нисектер һауаланыбыраҡ йөрөтһә, башҡа мал-тыуар араһында Алаҡай ҙа үҙен шулайыраҡ тотто. Бөтә кәүҙә-ҡиәфәте килешле, мөгөҙҙәренән алып ҡойроҡ остарына тиклемге бөтә ағзалары ла үҙ урынында ине уның. Миңә аҙағыраҡ һыйыр кеүек йүгергән ҡатындарҙы әҙ күрергә тура килмәне, ә бына ыҡсым ҡыҙҙарға оҡшатып, ала һыйырҙай йүгергән бер генә малды ла осратырға насип булманы. Уның хәрәкәттәрендә бәйге йүгеректәренә генә хас сифаттарҙы табып, ғәжәпләнә торғайным мин. Әгәр Алаҡайға уйнатып ҡына тал сыбығы менән һуҡһам, ул, алғы тояҡтарын еңел һәм текә күтәреп, башын айғыр кеүек бөгә биреберәк, ялдарын суртан һырты кеүек дуғаландырып, юртҡан һымаҡ йүгереп киткәне әле лә иҫемдә.

Юҡты бар иткән, үлене тере иткән көстәр ҡайһы саҡта, әҙәм заттарына бөтә оҫталыҡтарын һәм маһирлыҡтарын аҙағына саҡлы күрһәтергә теләгәндәй, шундай күркәм йән эйәләрен тыуҙырып ҡуялар – һуштан яҙып, ҡолап китерҙәй булаһың. Тик ундай камил йән эйәләре көн һайын тыуып тормай – беҙҙең күптәребеҙгә уларҙы күреп һоҡланыу бәхете тәтемәй. Урал-батыр заманында шундай йән эйәһе йылҡы малы араһында тыуһа, һыйыр малы араһында хасил булған ана шундай маһир йән эйәһе Алаҡай булғандыр.

Ала һыйырҙы нимәһе айырыуса ныҡ биҙәп торҙо һуң? Икеләнмәйенсә әйтә алам: уның күҙҙәре. Һытылырға етешеп өлгөргән ҡара ҡарағат төҫөндә һәм сикһеҙ тәрән ине уның күҙҙәре. Хайуандыҡы түгел, ә аҡыл һәм аң менән һуғарылған кеше күҙҙәре менән бәрәбер булды уның күҙкәйҙәре. Был күҙҙәрҙә мин бер ваҡытта ла ҡурҡыу һәм хәүефләнеү күрмәнем – тик хәлде аңлау һәм уйсанлыҡ ҡына сағылды уларҙа.

Ә керпектәре, ә керпектәре ниндәй ине хайуанҡайҙың! Талҡаҫ күленең көнбайыш ярын биҙәп үҫкән ҡамышарҙы хәтерләтте улар. Берәүһенеке сөм ҡара булып, йоҙроҡтай ҙур күҙенә ниндәйҙер серлелек өҫтәһә, икенсе күҙенең аҫҡы керпектәре, ап-аҡ булып, көлөмһөрәү һәм шаянлыҡҡа ишара яһап торҙо

Ҡолаҡҡыналары ла йәм биреп торҙо уның ҡупшы башына. Башынан нәҙек булып үҫеп сыҡҡан да, әкрен генә киңәйә барып, түңәрәкләнеп бөткәйне улар. Ҡолаҡтары тыш яҡтан ҡыҫҡа ғына ҡара йөн менән ҡапланһа, эстән күгелйемерәк төктәрҙең тырпайып торған көлтәһе менән биҙәлгәйне.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын нурлы күҙҙәре биҙәп торһа, һыйыр малҡайҙарына төҫ һәм бәҫ биреүсе нәмәкәйе ул мөгөҙҙәре икән. Килбәтһеҙ эре мөгөҙлө малдарҙы, хатта бер мөгөҙө дүшәмбегә, икенсеһе йәкшәмбегә ҡарап торған хайуанҡайҙарҙы ла, йыш булмаһа ла, күреп йөрөргә тура килде. Туҡал һыйырҙарға иһә мин бала саҡтан уҡ йәлләңкерәп ҡараным. Нимәһелер етешмәгән һымаҡ тойола ине миңә уларҙа. Туҡал һыйырҙың һөтөн эсергә тура килһә, хатта ытырғынып та ҡуя торғайным. Мөгөҙҙәренең нәфислеге, уларҙың кәрәкле урында ипле генә бөгөлөп китеүҙәре яғынан Алаҡай менән дәғүәләшеүсе бер генә һыйыр ҙа булманы Һаҡмар туғайҙарында. Баш һөйәгенә тоташҡан тирәлә мөгөҙҙәр ярайһы ғына йыуан булды, осҡа киткән һайын әкренләп нәҙегәйә барҙы. Башына яҡын урында мөгөҙҙәрҙең өҫтө ҡытай йорттарының ҡыйыҡ ситтәрен хәтерләткән ҡулсалар менән уратып алынғайны. Киңерәк ҡулсаның өҫтөнә тарырағы ҡатланып ябыла ла уныһы, үҙ нәүбәтендә, тағы ла тарыраҡ икенсе ҡулса менән алмашына. Шуныһы ҡыҙыҡ, был ҡулсалар ике төҫтән торҙо: бер өлөшө – аҡ, икенсе өлөшө ҡара булды. Баш һөйәгенән сыҡҡан ниндәйҙер һыҙыҡ, мөгөҙҙәрҙең яртыһына тиклем бара биреп, әкренләп юҡҡа сыҡҡаны хәтеремдә. Ҡыл йыланы һымағыраҡ был һыҙыҡ мөгөҙҙәрҙе уратып үтте һәм диңгеҙ ҡусҡарының тышындағы һыҙыҡҡа оҡшап торҙо. Ошо һыҙыҡтың бер яғы ҡара төҫтә, ә икенсе яғы, шәкәр кеүек, аҡ төҫтә булды. Алаҡайҙың бер көйшәнеп ятҡанында, мин шул төҫтәрҙең нисек береһе икенсеһенә күскәнен ҡарап йөрөнөм. Йөгөнөкләп һыйыр башы тирәләй әйләнә торғас, шуны асыҡланым: аҡ төҫ әкренләп ҡараға, ә ҡараһы, киреһенсә, аҡҡа күсә бара икән.

Шул туңҡанлап йөрөгәнемдә бына тағы нимәгә иғтибар иттем. Алаҡайға Хоҙай Тәғәлә, аҡ менән ҡаранан тыш, әҙ генә булһа ла, өсөнсө төҫтән дә өлөш сығарған икән. Һары төҫ булып сыҡты ул. Мөгөҙҙәре нисек кенә күркәм бөгөлмәһен, аҡ менән ҡара төҫ бер-береһе менән көрәшеп тә, ярашып та шул мөгөҙҙәрҙе ни дәрәжәлә генә зауыҡ менән биҙәмәһен, әгәр шул һары төҫ булмаһа, Һаҡмар һылыуҡайының тышҡы ҡиәфәтендә ҙур ғына китек булыр ине. Алаҡайҙың башына йәм һәм бәҫ биреүсе нәмәкәйе мөгөҙҙәре булһа, шул мөгөҙҙәрҙе лә ҡабатланмаҫлыҡ итеүсе, һис шикһеҙ, ана шул һары төҫ булды. Һыйыр сибәркәйҙәренең дә мөгөҙҙәре шуныһы менән ғәжәпләндерҙе: сәтәкәй бармаҡ оҙонлоҡтағы иң осло өлөшө һары төҫкә манып алынғайны. Бында ла тәбиғәт үҙенең булған оҫталығын тулыһынса файҙаланғайны: мөгөҙҙәрҙең иң ос ҡынаһы үтә күренмәле һымағыраҡ булһа, йыуанайған һайын ҡараңғылана барып, ахыр сиктә ҡәҙимге төҫкә әйләнгәйне. Ҡояшлы көндәрҙә мөгөҙ остары, гәрәбәне хәтерләтеп, нурланып торҙо, еңелсә болотло көндәрҙә Бөрйән балы кеүек ҡарағусҡыл һары төҫкә инде, ә ямғырлы көндәрҙә иһә андыҙ тамыры кеүек көрәнһыу төҫ алды. Ошондай уҡ һары төҫ Алаҡайҙың тояҡ остарын да биҙәп торҙо. Һыйырыбыҙҙың гүзәл дә, ғәжәйеп тә сифаттарын тәфсилләп яҙһам, ҡәләм тибрәтеүҙән бармаҡтарымдың хәле ҡалмаҫ, тип ҡурҡам. Ана күпме яҙҙым, ә тасүирләгәндәрем баш һәм мөгөҙҙәрҙән ары китмәне. Ә уның маңлай сәстәре ниндәй ине! Ә ялдары һуң, ялдары! Улар тураһында яҙмай нисек кенә түҙәйем икән!? Малҡайымдың ҡойроғона ғына ла табаҡ-табаҡ биш бит арнарға булыр ине лә бит, тик мөмкинлек кенә юҡ шул.

Шулай ҙа бер нәмә тураһында яҙып китмәһәм, яҙыҡ булыр. Нәмә тигәнем һыйырҡайыбыҙҙың төҫөнә ҡайтып ҡала. Уның исеме лә шул төҫ кенәһе менән бәйле ине бит. Хозурлығы һәм төҫтәренең үтә лә камил аралашып килеүе яғынан ала һыйырға тиңләшерлек бер генә малды ла осратырға тура килмәне миңә. Нисә мәртәбә "кейендереп" ҡараны икән Алаҡайҙы ошо хайуанға тән һәм йән биргән илаһи көс? Бихисап эре мөгөҙлө малды арлы-бирле генә итеп әүәләгәндән һуң, ни маҡсат менән ошо хайуанға булған ғына илһамын, бөтә оҫталығын һуңғы тамсыһына тиклем бирҙе икән был көс? Әллә тәбиғәттең беҙгә ҡеүәтле булып күренгән көстәренән дә юғарыраҡ торған тағы әллә ниндәй әрүәхтәре бармы икән? Бәлки, шул бейеклектәрҙән килгән бөйөк уҡытыусы: "Әй, хөрмәтлеләрем! Һәр йән эйәһен әүәләгәндә, барлыҡ оҫталығығыҙға, хис-тойғоларығыҙға таянып эш итегеҙ, зинһар өсөн!" – тип әйткәндер ҙә үрнәк өсөн ала һыйырыбыҙҙы һынландырып та ҡуйғандыр.

Ошолай булырға ла мөмкин: ниндәйҙер йәш-елбәҙәк әрүәхтең күҙе үҙ дәрәжәһендәге әрүәх ҡыҙына төшкәндер ҙә, шул ҡыҙ менән әҙәм күҙенә күренмәй генә парланышып, Һаҡмар туғайҙары өҫтөндә осоп йөрөгәндәрҙер. "Йәнекәйем, һинең өсөн бөтәһен дә эшләргә ризамын: кәрәк икән Айҙан мәңге нурланып торған гәлсәр килтерермен, теләйһең икән, Зөһрә йондоҙонан фәлсәфә ташы алып ҡайтырмын!" – тигәндер әрүәх егет, үҙенең йәнәшәһендә йөҙөп барған гүзәл ҡыҙҙың күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап. Һушты китәрмәле сибәр әрүәх ҡыҙы, көлөмһөрәп: "Юҡ, әрүәхтәр арыҫланы, миңә әйткәндәреңдән бер нәмә лә кәрәкмәй", – тип яуаплағандыр. Һөйөү ялҡындарында янған мөһабәт егеттең шиңгән гөлгә оҡшап ҡалыуын күргәс, йәлләүҙәренән ни әйтергә белмәй: "Ҡара әле аҫҡа, дуҫҡайым, күрәһеңме унда ауыл көтөүен. Шул көтөүҙе биҙәрлек тә хайуанды һынландырып ҡара әле, булмаһа. Һыйыр тоҡомонан булһын ул!" Шулай тигәндер ҙә ҡапыл юҡ булғандыр, ә әрүәх егет бәхетле йылмайғандыр ҙа, Рәхимйән исемле йәш көтөүсе янына күренмәй генә ҡунып, Алаҡайҙың тәүге һынланышын яһап та ҡуйғандыр.

Ҡуян өләсәйем иһә ала һыйырҙың сығышын һыу һыйырҙарына алып барып ялғай торғайны. Йәй көндәренең береһендә уның ошондай ҡыҙыҡлы ла, мөғжизәле лә хәлдәр хаҡында бәйән итеп ултырғаны иҫемдә. Ул көндө әсәйем, Түбән остоң бөтә оло йәштәге ҡатындарына, ҡарт-ҡороһона өләсәйем хөрмәтенә ҡунаҡ күрһәтә ине. Мин килеп инеүгә төпкө бүлмәнең иҙәненә төрлө төҫтәге ҡорама менән тышланған ҡаралты түшәлгәйне, дүрт-биш урынға күпереп торған яҫтык ырғытылғайны. Иң төптә, уң яҡ мөйөштәге бер яҫтыҡҡа терәлеп, өләсәйем йәйрәп ултырып алғайны, ә уға ҡапма-ҡаршы мөйөштәге самауыр артына әсәйем, аяҡтарын бөкләп, сүккәйне. Төрлө йәштәге ун бишләп ҡатын-ҡыҙ, дүртмөйөш яһап, ҙур ашъяулыҡ тирәһенән урын алғайны.

Сәй эсеүҙең иң ҡыҙған мәле. Башҡа ҡунаҡтарҙың йөҙҙәре иҫтә ҡалмаған, ә бына өләсәйемдең ялпаҡ түңәрәк бите бөгөнгөләй иҫемдә. Унлап сынаяҡ сәйҙе бушатҡанлыҡтан, өләсәйемдең йөҙө бөрсөк-бөрсөк тир менән ҡапланғайны, ә ике сикәһе һәм танау остары майланған кеүек ялтырай ине. "Ғәйзә апай, иҫеңдәме икән Һаҡмарҙа элегерәк һыу һыйырҙары йәшәгәне?" Өләсәйем ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә быуҙары сығып торған сәйҙән бер тына һемереп алды. Йәтеш кенә кәүҙәле оло йәштәге ҡатын, "эйе" тигәнде аңлатып, баш һелкте. "Элек Һаҡмар туғайҙары йырып үткеһеҙ шырлыҡ булды бит, – тип һүҙен дауам итте өләсәйем. – Һаҡмар һыуҡайҙары ҡара көмөш булып ярҙарын мөлдөрәмә тултырып аға торғайны. Иҙрестән түбәнерәк урындарҙа кисеү табыуҙары ҡыйын булды.

Онотмағанһығыҙҙыр әле, ун йыл элек кенә әле Муллаҡай һаҙында бер йәтим егеттең башын уя сабып һәләк иттеләр. Хәҙер шул һаҙлыҡ урындары ҡола ялан бит... Элгәре Һаҡмар һыуҡайҙары таҙа ла, мул һыулы ла булды. Шул саҡтарҙа тәрән ятыуҙарҙа һыу һыйырҙары йәшәне. Шундай ятыуҙарҙың берәүһе бынан алыҫ түгел урында – Байрамғол эргәһендә – булды. Әбүбәкер ағайымдың үҙе күргәнен һөйләп китәйем, булмаһа".

Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә, минең менән ғәжәйеп хәл булды: көн төнгә әйләнде, ә йәнем Әбүбәкер олатайымдың кәүҙәһенә инеп ултырҙы!

...Имеш, юғалған ике бейәмде эҙләп йөрөйөм. Байым тирәһен байҡап сыҡҡанмын да, Мәмбәт кисеүен үтеп, Иген тауына ыңғайлағанмын. Ул тирәне байҡаштырғас, Ҡарасайылға яғына боролғанмын да, унда ла йылҡыларымды тапмағас, юлһыҙ-ниһеҙ Байрамғол ятыуына ҡарай атлағанмын. Ятыу эргәһендәге туғайлыҡҡа аяҡ баҫыуыма, ҡыҫҡа йәйге төндөң иң ҡараңғы мәле килеп еткәйне.

Япраҡтарына, таждарына ысыҡ ҡунған сәскә-үләнде айҙың күкһел нурҙары көмөш кеүек иттереп ялтыратып ҡуйған саҡ. Бөтә туғай, еңелсә томанды бөркәнеп, йоҡлағандай тойола. Тәбиғәттең хозурлығына иҫем китеп бара торғас, йылғаға барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әҙерәк шөрләйем үҙем, сөнки Һаҡмар һыуҙарының серҙәре хаҡында ишеткәндәрем әҙ булманы. Яр ситенә әллә ни яҡынламай китеп барһам, ай юлының һары таҫмаһын боҙоп, беленер-беленмәҫ кенә шаҙра йүгереп үтте. Бер аҙҙан шаҙра еңелсә тулҡындарға әйләнде. "Әллә йәйен, әллә сурағай уйнай инде", – тигән уй килде башыма. Ҡыр өйрәктәренең сабыр ғына быжҡылдашыуын ишеткәс: "Ысынлап та, эре балыҡ берәй бәпкәне йоторға самалай, ахырыһы", – тип мыңғырлап ҡуйҙым.

Шул саҡ йылға өҫтө ҡайнай башламаһынмы! Ҡурҡышымдан, "йылп" итеп тал төбөнә боҫҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ә һыу өҫтөндәге тулҡындар көсәйгәндән көсәйә, әйтерһең, серле ҡараңғылыҡта йылҡы өйөрө уйнай! Күҙҙәремде алма кеүек таһрайтып ҡарап ултырһам, йә Хоҙай, һыу аҫтынан мөһабәт үгеҙ башы ҡалҡып сыҡмаһынмы! Кәүҙәһе әле күренмәгән үгеҙ тәрән итеп тын алды ла, башын сайҡап, ауыҙ-моронон һыуҙан таҙартты. Шунан, ауыр баҫып, ярайһы ғына текә ярға менә башланы. Башын олпат тотоп, ярға сыҡты, бөтә кәүҙәһен кинәт дерелдәтеп, булған ғына һыуҙы тиреһенән һелкеп төшөрҙө.

Бына иҫ киткес ҙур һәм мөһабәт үгеҙ сыҡҡан яғына әкрен генә боролдо. Бер аҙ ҡалҡа биреп, мин дә шул яҡҡа күҙ һалдым. Һыуҙы ҡайнатып өҫкә сығып килгән биш-алты һыйырҙы күреп, иҫ-аҡылым китә яҙҙы. Үгеҙ, борғо тауышына оҡшатып, әкрен генә үкереп ебәрҙе. Был ауаз һыу һыйырҙары өсөн әмер кеүек яңғыраны: улар бөтәһе лә, боролмайынса, кире сигенә башланы. Һыйыр баштары бер-бер артлы һыуға батты, һәм ятыу өҫтө тағы көҙгө кеүек ҡатып ҡалды. Һыу үгеҙе иһә һалмаҡ ҡына кире боролдо, башын юғары күтәреп, кеше ҡолағы ишетмәгән ауаздар сығарҙы. Ерҙә йәшәгән мөгөҙлө һөйәркәһен саҡыра ине ул. Бына алыҫтан яуап ауаздары ишетелде, һәм үгеҙ шул яҡҡа ыңғайланы. Туғай уртаһында малҡайҙар осрашты, бергәләп үлән ашаны. Шунан үгеҙ ер һыйырын ҡасырҙы ла үҙ донъяһына кире ҡайтып китте...

Ошо урында төн яңынан көнгә әйләнде, һәм мин, ҡайтанан малайға әйләнеп, әсәйемдең уң яғындағы түшәктә һуҙылып ятҡанымды аңлап алдым. Ҡараһам, өләсәйем, хәбәрен туҡтатып, тирләгән битен ҡулъяулығы менән һөртә ине. Эшен бөткәс, ҡулъяулығын дүрткә бөкләп, кеҫәһенә һалды ла һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған ҡунаҡтарға һынаулы ҡараш ташлап алды. Йәнәһе, беләм мин һеҙҙең ниндәй һорау бирергә теләгәнегеҙҙе! Ысынлап та, йәшерәк ҡатындар араһынан кемдер ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына тауыш менән: "Һыу һыйырҙары аҫта нисек тын алалар икән? Нисек тонсоҡмайҙар икән?" – тип һораны. Өләсәйем һорау биреүсегә ҡарамайынса йомшаҡ итеп көлдө лә: "Хоҙайҙың хикмәттәре сикһеҙ күп бит ул. Элгәре башҡорт ерҙәре һәр төрлө мөғжизәгә ифрат бай булған. Бөгөн ҡуян-төлкө нисек йәшәһә, шүрәлеләр, быуар йыландар, сәмреғоштар ҙа шулай тереклек иткән борон. Хатта йөнтәҫ филдәр ҙә йәшәгән беҙҙең яҡтарҙа. Кеше ҡырып бөтөргән уларҙы. Ирәндек аръяғында бер-ике шүрәле әле лә йәшәй, тип һөйләйҙәр. Мөжәүир хәҙрәткә барғанымда Ғәли ауылынан Нуретдин тигән егет һөйләп ултырҙы. Үҙе күргән икән. Урғаҙаға ат һуғарырға төшһә, шунда йөрөй, ти шүрәле. Булмаҫ, тимә. Ғәли ауылының икенсе исеме Шүрәле", – тине.

Шунан өләсәйем бәйән итеүҙәрендә Бөрйән яҡтарына сығып китте. Әбүбәкер ағаһы менән нисек һыу аҫты йылҡыларын ҡарарға барыуҙары хаҡында һөйләй башланы. "Тәүҙә Ишей сыҡтыҡ, шунан Мендәғолға юл тотток. Тиҫтәгә яҡын ауылды үтеп, Йылҡысыҡҡан тигән күлгә яҡын ғына ятҡан утарҙа туҡтаныҡ. Унда үҙенең ҡасан тыуғанын да онотҡан бер ҡарт йәшәй ине. Ваҡытында ул хырансустарҙы яҡшы туҡмағаны өсөн Ҡотдос тигән түрәнән булат ҡылыс алған, тип һөйләгәндәре иҫтә ҡалған. Ғәләмәт ҙур танаулы бер хырансустың танауын уғы менән тишә атҡан башҡорт та шул, тигәндәй булдылар. Ни булһа ла, шул бабай ғына һыу аҫты йылҡыларын күрһәтә алыр, тигәстәр, уның аяғына барып йығылдыҡ инде. Бабай тәүҙә бер килке беҙҙе кире ҡайтырға өндәне. Тыңламағас, бер аҙна буйы бесән эшләшһәгеҙ, ай тулғас күрһәтермен тип, ризалашты.

Ай батмус кеүек булып тулғас, киттек күл буйына. Көтөп оҙаҡ ултырҙыҡ. Төн уртаһы еткәс, күл аҫты ҡапыл яҡтырып киткән кеүек булды ла күҙ алдыбыҙҙа туғай һымаҡ нәмә пәйҙә булды. Шул туғайҙы тултырып, алма-сыбар аттар утлап йөрөмәһенме! Аптырауҙан ауыҙҙарыбыҙҙы асып, ябырға ла өлгөрмәнек, яҡтылыҡ әкренләп һүрелде. Туғай ҙа юҡ булды, аттар ҙа күҙҙән юғалды".

Өләсәйем һөйләгәндәрҙән сығып, мин шундай һығымтаға килдем. Алаҡайыбыҙ ана шул һыу һыйырҙары тоҡомонан икән. Шуға ла ул – кеше кеүек аҡыллы, эт кеүек һиҙгер, ат кеүек тоғро йән эйәһе. Был малҡайҙы, әле тана көйө генә, Байым өләсәйем – атайымдың әсәһе Хөмәйрә – улының туйында йәштәргә бүләк итеп бирә. Атайым менән әсәйем, тағы ошо тана ғаиләбеҙҙең тәүге нигеҙ таштары булған. Беренсе балалары – минең өлкән ағайым – тыуыр алдынан ғына Алаҡай ҙа тәүге тапҡыр быҙаулай. Был ваҡытҡа һыйыр әсәйемә шул тиклем эҫенеп китә, хатта яңы тыуған баланы дошманы кеүек ҡабул итә. Йәй аҙаҡтарында әсәйем бәпәйен тәүге тапҡыр күтәреп сыҡҡанында, ала һыйыр асыулы мөңрәп, уларға табан ыңғайлай һәм сабыйҙы мөгөҙөнә элергә самалай. Әсәйем, был хәлгә аптырап, ошо хаҡта Ҡуян өләсәйемә һөйләй. "Тимәк, Алаҡайың һине сабыйға көнләшә. Малайыңды ҡараштырып йөрө. Берәй бәләгә осрамаһын". Ошо һүҙҙәрҙе иҫендә тотоп, балаһы ҙурая төшкәс, әсәйем улына шундай кәңәш биреп ҡуя: "Һыйыр үҙеңә яҡынлай башлаһа, сыбыҡ ал да арҡаһына һуҡ".

Йәйге кистәрҙең береһендә дүрт йәшен әле генә тултырған ағайым, яланаяҡ, ыштанһыҙ көйө, өҫтөнә киң итәкле күлдәк кейгән килеш ҡапҡа бағанаһы эргәһендә ураңғылап йөрөгән. Алыҫтан Алаҡайҙың ҡайтып килеүен күреп, тиҙ генә тал сыбығы эләктереп алған да, ҡуҡырайып, яңынан ҡапҡа төбөнә баҫҡан. Алаҡай үҙен күҙенә лә элмәй эргәһенән үтеп барғанын күргәс, ағайым быны шулай аңлаған: йәнәһе, һыйыр уның сыбығынан ҡурҡҡан. Үҙенең ҡыйыулығына үҙе һоҡланып, һыйыр артынан йүгергән һәм ихатаға ингән урында һыйырҙың ҡабырғаһына шыйтылдата һуғып алған. Алаҡай, әйләнеп тә ҡарамай, башын тәкәббер тотоп, юлын дауам иткән. Һыйырҙың бындай ҡыланышын ағайым тағы үҙенең ғәйрәтенә ҡайтарып ҡалдырған – малдың арҡаһына икенсе мәртәбә һуҡҡан. Бына шул саҡта Алаҡайҙың түҙемлеге бөткән: кинәт кенә әйләнеп, башын аҫҡа эйгән һәм шул ыңғайы кире күтәргән. Ағайым әҙ генә ауыҙын асып торһа, осло мөгөҙ уның ҡорһағын һис шикһеҙ ярып үтер ине. Бәхетенә күрә, арҡаһы менән боролоп өлгөрә ул, һәм осло мөгөҙҙәрҙең береһе уның күлдәк сабыуынан ғына эләктереп ала.

Йәберләүсеһен алыҫҡараҡ атып бәреү ниәте менәндер инде, Алаҡай, муйынын дуғаландырып, башын һалмаҡ ҡына уңлы-һуллы сайҡарға керешә. Һыйыр башын уңға сайҡағанда, ағайым "әсә-ә-әй!" тип һөрәнләй, һулға сайҡағанда "әлә-кә-ә-й!" тип ҡысҡыра икән. Асыуы ҡабарған һыйыр башын иң ныҡ күтәргәнендә, ҡул-аяғын сатай-ботай болғап әүһәләк эйеп йөрөгән ағайым, таҫыллыҡ күрһәтеп, асыҡ ҡапҡаның өҫкө мөйөшөнә сат йәбешеп өлгөрә. Йәбешә лә өҫкә менә, ҡапҡаның һыртына тиҙ-тиҙ баҫып, бағана яғына йүгерә. Барып еткәс, бағананы ныҡ итеп ҡосаҡлап ала. Был мәлдә ала һыйыр мөгөҙөндәге йөктең ҡайҙа ғәйеп булыуын асыҡлай алмай аҙаплана икән. Башын аҫҡа эйеп ерҙе лә еҫкәп ҡарай, әйләнеп-әйләнеп, ҡойроҡ яҡтарын да ҡараштыра. Тапмағас, хатта урам яғына ла юртып сыға. Һыйырҙың өйөрөлөп-өйөрөлеп аҫта йөрәгәнен күргәс, ағайым, сысҡан кеүек йүрмәләп, ҡапҡа бағанаһының иң осона менеп китә. Өҫкә менгәс, тауышһыҙ ғына шунда боҫоп ултыра. Был ваҡиғаға күршебеҙҙә йәшәгән Менәүәрә инәй шаһит була. Тап ошо ваҡытта ул, беҙҙең ихатаға ҡарап торған ике тәҙрәһенең береһен асып, ойоҡ бәйләп ултырған була. Ағайымдың бағана осона менеп боҫоу тарихы ҡағыҙ битенә төшөргәндә генә оҙаҡ дауам иткән кеүек тойола. Ысынында иһә был ваҡиға шундай тиҙ үтә, Менәүәрә инәй, аҙаҡтан әйтеүенсә, ул ҡурҡырға ла, ҡысҡырырға ла өлгөрә алмай ҡала. "Йөрәгем дөп-дөп итеп типкәнен генә абайлап ҡалдым, Фәрит бағана башына менеп тә ултырҙы", – тип тулҡынланып һөйләгән ул атайым менән әсәйемә ошо мажара хаҡында.

Һөйләп кителгән ваҡиға ғаиләбеҙ тормошона ҡағылышлы иң тәүге ҡыҙыҡлы тарих булғандыр. Мин ул мәлдә яңыраҡ ҡына тыуып ятҡан булғанмын, шуға был ваҡиға миңә атайым-әсәйем, ағайҙарым һөйләүенән генә билдәле булды. Ҙурая төшкәс, мин Фәрит ағайымдың өҫкә үрмәләгән урындарын ҡарап сыҡтым да эстән генә: "Булмаҫ!" – тип мыңғырлап ҡуйҙым. Дүрт йәшлек бала нисек бер иле ҡалынлыҡтағы таҡта остарына баҫып, өлкәндәрҙең өс аҙымына торошло араны йүгереп үтһен инде?! Тарттырылған арҡан буйлап йөрөү менән бәрәбәр бит был! Ярар, йүгереп тә үтһен, ти. Ә бына бер ҡоластан аҙ ғына ҡайтышыраҡ бүрәнә башына нисек үрмәләп менә алһын ул! Быныһы бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ эш! Ҡойма башына менеп ҡарап торҙом: бүрәнәнең һерәйеп торған өлөшө ун йәшлек бала бейеклегендәй булыр, артыҡ булмаһа әле. Өҫтәүенә шып-шыма итеп йышылған. Дүрт йәшлек баланың шул бүрәнә башына менеп, ҡаршы яҡҡа ҡоламай, боҫоп ултыра алыуына мине бер кем дә ышандыра алманы.

Әммә тарих шуның өсөн дә тарих инде ул – уны үҙгәртеп тә, ҡайтанан яҙып та булмай. Шуныһы ғына хаҡ: Фәрит ағайым менән Алаҡай араһында ныҡлы дуҫлыҡ бер ваҡытта ла урынлашманы. Ә бына Әхәт ағайым менән ала һыйыр араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәй булғандыр, уныһын әйтә алмайым. Икенсе ағайымды яҙмыш һис кенә лә аяманы. Алтымы-етеме йәшендә ул умыртҡа бағанаһын һындырҙы, шунлыҡтан, Мәғәнит ҡалаһында өс йыл самаһы эзбис ҡалыпта ятты. Ҡәҙимге йүнәлеп ҡайтты ҡайтыуын, әммә башҡорт телен бөтөнләй онотҡан булып сыҡты. Шуға ла атайым уны урыҫ мәктәбе булған урынға – Ҡаҡтуғайға – ебәрергә мәжбүр булды. Әсәйемдең ҡустыһы Фәҡей ағайым һәм Тайба еңгәм уны ике йыл буйы үҙ балалары менән бер рәттән аҫраны һәм уҡытты. Күп ваҡытын ситтә үткәргәнгәмелер, ала һыйырҙың икенсе ағайыма нисек ҡарағанын һис кенә лә бәйән итә алмайым. Әхәт ағайымдың ғүмеркәйҙәре ҡыҫҡа булды: утыҙ йәшен тултырҙы ла Сибайҙың күңелһеҙ генә ҡәберлегенең бер ситендә үҙенә мәңгелек урын тапты.

Үҙемә килгәндә иһә, ала һыйыр менән бик дуҫ булдым. Ҡыш көндәрендә, иртә менән тороп, аҙбарға йүгерә һәм һыйырҙың суҡайып туңған тиҙәктәрен көрәк менән айыра торғайным. Ҡаты һыуыҡтарҙа тиҙәкте хатта балта менән дә тумырҙым, сөнки, Алаҡай ята алмай интегер, тип уйланым. Ашлы һыуҙы ла үҙем алып сығарырға тырыштым, сөнки белә инем: һыуыҡта тороп өшөгән һыйыр өсөн унан да ҡәҙерлерәк ризыҡ юҡ. Сатлама һыуыҡтарҙа, бигерәк тә һыйыр быҙаулар алдынан, йыбанмайынса, баҙға төшөп, картуф сығарҙым, эреләрен урталай ярып, яратҡан хайуанымды һыйланым. Ятларға бирелгән шиғырҙарҙы йыш ҡына тәүҙә Алаҡайға һөйләп ишеттерә торғайным. Үҙем ҡатҡан тиҙәкте тумырам, үҙем ҡысҡырып һөйләйем: "Урамда буран, мин өйҙә торам..." Һыйырҡайым һөйләгәндәремде ҡолағын ҡайсылатып тыңлай, ә хәсрәтле итеп һөйләгән урындарында тәрән итеп тын ала ла уфылдаған кеүегерәк итеп тауыш сығара. Йәнәһе, минең хәлемде аңлай.

Яҙ көндәрендә Алаҡай менән бергә ҡояшта ҡыҙындым. Ул әкрен генә көйшәп тора, ә мин уның арҡаһынан бөжәктәр эҙләйем. Ошо мәлдә беҙҙең эргәгә әтәс һәм тауыҡ халҡы йыйылып китә: белеп бөткәндәр – хәҙер ем буласаҡ. Мин һыйырҙың һыртын ҡулым менән әкрен генә һыйпап барам һәм, ҡатҡан тупраҡҡа оҡшаған нәмәгә төртөлһәм, шып туҡтайым. Яҡыныраҡ килеп ҡараһам, ысынлап та, бөжәк ояһы. Тупраҡҡа оҡшап ҡатҡан нәмә – ул кипкән эрен. Шул эренде соҡоп төшөрһәң, бәләкәй генә тишек асыла. Ана шул тишек аша тын алып, өңөнөң эсендә сәтәкәй бармаҡтан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ йыуанлыҡтағы ҡорт йомарланып ята. Аптырап һорағаным иҫемдә: "Атай, ул бәләкәй генә тишектән һыйырҙың арҡаһына ҡорт нисек инә икән?" Атайым аңлата: "Ул тишек ҡортҡа тын алыу өсөн генә кәрәк. Һыйырҙың арҡаһына ул йәй үк инеп ултыра. Шундай эре себен була: бал ҡорто саҡҡандағы кеүек ултырып, һыйыр малының арҡаһына йомортҡаһын һала ул. Яҙға табан йомортҡа эсенән һин күргән ҡорт сыға ла инде".

Алаҡайымдың итен тереләй ашап ятҡан ҡорттарҙы мин, әлбиттә, тере биреләй күрҙем. Бер өңдө табып алһам, ҡортон сығармайынса ҡуйманым. Утын ярған ерҙән ҡәләм кеүек осло тап килтерәм дә теге тишекте киңәйтә башлайым. Еңел эш түгел был, сөнки тишек тары ярмаһы һыймалы ғына, ә ҡорт, әйткәнемсә, сәтәкәй бармаҡтан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ. Тишекте киңәйткән мәлдә һыйыр сыҙамай ҙа китә: ҡайһы саҡта, башын ҡапыл бороп, һөҙөргә самалап ҡуя. Ҡабырғаңды тишә һөҙөр – ятырһың шунда ҡанға батып, табыңды ҡосаҡлап. Шулай ҙа түҙәһең инде – үҙ малың бит.

Ниһайәт, тишек ярайһы ғына киңәйә. Тапты ергә ташлап, баш бармаҡтарым менән тишектең ике яғына бөтә көсөм менән баҫамын. Бына бер заман тишектән ҡорттоң ҡара-көрән мороно күренә, унан, "шырт-мырт" итеп, бүлкәтле-бүлкәтле кәүҙәһе сыға башлай. Мин баҫымды тағы ла арттырам, һәм, ахыр сиктә, "бырт" итеп ҡорт тулыһынса килеп сыға. Тотаһың да бисара ҡортто тауыҡтарға ташлайһың. Китә шунан ҡош-ҡорт араһында шау-шыу: ҡортто ике-өс тауыҡ төрлө яҡҡа тартҡыслай башлай, һәм бер йән эйәһе икенсе йән эйәһе өсөн емгә әйләнә...

Алаҡайҙы миңә бер ваҡытта ла, иртә таңдан тороп, көтөүгә ҡыуырға тура килмәне. Быны һәр ваҡыт әсәйем йә атайым эшләне. Ә бына кис һыйырҙы ҡаршы алыуҙы, уның малайҙары – быҙауҙарын – ҡарау күберәк минең елкәгә төштө. Көнө буйы нур түгеп, хәле бөткән ҡояштың тәгәрмәсе Иген тауына ҡунырға етешһә, мин ауыл осона сыға торғайным.

Алаҡай, ғәҙәттәгесә, көтөүҙең иң башында килә. Башҡа һыйырҙар уның алдына сығырға баҙнат итмәйҙәр, сөнки беләләр: көтөү хужабикәһе быға юл ҡуймаясаҡ. Мин ваҡ мал – кәзә-мәзә, һарыҡ-марыҡ – тураһында һүҙ алып бармайым, әйткәндәрем фәҡәт эре малға ғына ҡағыла. "Мэ-э-э, мэ-э-э" тип мыҡырлап килгән кәзәләр, "брә-ә-ә, брә-ә-ә" тип ларылдап барған һарыҡтар, улар артынан уйнаҡлап килеүсе бәрәстәре Алаҡайҙы, әлбиттә, үтеп китә торғайны, ә бына һыйырҙар араһында бындайҙар табылманы. Мин иҫ белгәндә, Алаҡай ауыл көтөүенең иң оло йәштәге, иң абруйлы һыйыры ине – уға ун йәш тулып килә ине инде. Малҡайҙарҙың ғүмеркәйҙәре ҡыҫҡа була бит – күбеһе йылдан артыҡ йәшәмәй. Һыйырҙар иһә иң күбендә ете-һигеҙ, уҙа барһа, тиҫтә йыл йәшәй ҙә йә һуғымға һуйыла, йә Түбә баҙарында иткә һатыла.

Дөрөҫ, ситтән килтерелгән һыйырҙар, Алаҡайҙы һанға һуҡмай, үҙҙәре баш булырға маташып ҡаранылар ҡарауын, әммә беҙҙең һыйыр уларҙы урындарына ултырта барҙы. Йәй көндәренең береһендә миңә ике һыйыр араһында булған бәрелештең шаһиты булырға тура килде.

Ул көндә дуҫым Хәкимйән менән Түңәрәк һаҙ тирәһен, күпер аҫтарын ҡыҙырып балыҡ ҡармаҡланыҡ, ҡармаҡланыҡ та, эләкмәгәс, Һаҡмар түбәненә төшөп киттек. Ҡояш иң юғары нөктәгә менеп, туғай-ҡырҙарҙы ихласлап ҡыҙҙыра башлағанда, беҙ Бәләкәй туғайға килеп еткәйнек. Көн эҫе булғанлыҡтан, бөтә мал Һаҡмар буйына төшкәйне. Һарыҡ-кәзә, эҫегә түҙмәй, ҡомға үлек кеүек тәгәрәшеп бөткәйне, ә һыйырҙарҙың ҡайһылары, тубыҡтарына тиклем һыуға инеп, ҡабаланмайынса ғына көйшәй ине. Бөтә мал Һаҡмарҙың һөҙәк уң ярына һибелгән булһа, дуҫым менән беҙ йылғаның текә һул ярында урынлаштыҡ. Үҙебеҙҙең һыйырҙы мин шунда уҡ таныным, сөнки уның ише һыйыр миңә бер ваҡытта ла осрағаны булманы. Дөрөҫ, көтөүҙә ала төҫтәге ике-өс һыйыр бар ине барлығын, әммә уларҙың "туны" Алаҡайҙыҡынан күпкә ҡайтыш икәне күҙгә ташланып торҙо. Һыйырыбыҙҙың төҫө ап-аҡ булды, яҡындан ҡараһаң, хатта ниндәйҙер күкһеллек тә төҫмөрләнде. Бына ошо аҡ ерлеккә, эре-эре итеп, һигеҙләп сөм ҡара "ямау" һалынғайны. Ямауҙарҙың береһе уның арҡа тирәһендә булды, ә ҡалғандары ҡабырғаларын биҙәп торҙо. Һәр төрлө бәләкәй ямауҙарҙың, ниндәйҙер ҡара төртөктәрҙең әҫәре лә булманы. Ҡара ямауҙарҙың ҙурлығы, тышҡы күренеше һәм урынлашыу тәртибе шундай камил булды, әгәр күрһәләр, малҡайыбыҙҙың тунына хур ҡыҙҙары ла һоҡланып туя алмаҫ ине.

Алаҡайҙың матурлығына иҫем китеп ултырһам, "мө-у-у-уу" тигәнерәк тупаҫ мөңрәү ишетелде. Был ауазды мин тәүҙә үгеҙ үкереүенә оҡшаттым. Абайлабыраҡ ҡараһам, ҡаршылағы ярҙың иң бейек урынына ҡара-көрән төҫтәге таныш булмаған һыйыр менеп баҫҡан. "Ырыҫҡол ағайҙарҙың яңы һыйыры, – тип аңлатты миңә Хәкимйән дуҫым. – Тоҡомло һыйыр! Ҡыҙылдан ҡолонло бейәгә алмаштырып алғандар. Көнөнә өс биҙрә һөт бирә". Мин был хайуанҡайға ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап ултырҙым. Ысынлап та, беҙҙең яҡ һыйырҙарынан ныҡ айырылып тора ине ул. Кәүҙәһе ҙур һәм килбәтһеҙ, мөгөҙҙәре, кәкре ҡылысҡа оҡшап, өҫкә бөгөлмәй, бик алға сығып тора. Артҡы һәм алғы тояҡтары бер-береһенән шундай алыҫ урынлашҡан – бына-бына умыртҡа бағанаһы һынып китер ҙә ҡорһағы ергә барып төшөр кеүек тойола. Елене шундай ҙур – яҫтап ятҡан яҫтығымдай өс булыр. Ошо ғәжәйеп хайуандың ауыр кәүҙәһен ҡыҫҡа ғына, әммә ифрат йыуан аяҡтар күтәреп тора. Һәр аяҡтың үксә тирәһенән кәзә һаҡалын хәтерләткән бер услам самаһы йөн тырпайып тора. Был "һаҡал"дар бисараға шул тиклем килешмәй, шунлыҡтан, түҙеп торор әмәл ҡалмағас, ҡытырлатып көлөп ебәрҙем.

Тик көлөүем оҙаҡҡа барманы: килбәтһеҙ һыйыр тағы берҙе тупаҫ итеп үкерҙе лә, торған урынынан төшөп, йылғаға табан сабып китте. Ҡом өҫтөндә ятҡан ваҡ малды өркөтә-өркөтә, туп-тура Алаҡай торған яҡҡа сапты ул. Ярты юлды үткәс, башын аҫҡа эйҙе һәм ҡылысҡа оҡшап торған мөгөҙҙәрен һыйырыбыҙҙың ҡабырғаһына ҡаҙарға әҙерләнде. Мин шундай шөрләнем, хатта ҡурҡышымдан ыштанымдың төбөн еүешләткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Әммә Алаҡай килмешәктең ни өсөн сыпранлауын аңлап алғайны инде. Дошманы килеп еттем тигәндә генә, кинәт алға һикерҙе һәм, тәрән урынға эләгеп, йылға ыңғайына йөҙҙө лә китте. Йән-фарман сабып килгән дәү һыйырҙың кәүҙәһе урта биленән тәрән урынға барып төштө, а арт яғы һай урында тороп ҡалды. Ярайһы ғына көслө ағым Ҡыҙыл һыйырының кәүҙәһен ярға ҡыҫырыҡлай башланы. Бер аҙҙан һыйыр һәрмәнеп йылғаның төбөн тапты һәм, сигенә торғас, ярға килеп сыҡты. Был ваҡытта Алаҡай ярға сыҡҡайны инде. Ул көтөү урынлашҡан уйпатлыҡтың мөйөш һымағыраҡ урынына тороп, көйшәүен дауам итте. Әммә уның тыныслығы оҙаҡҡа барманы: дәү һыйырҙа көтөү хужабикәһенә һабаҡ биреү теләге һүрелмәгәйне әле. Ҡыҙыл һыйыры, урата биреңкерәп, Алаҡайға тауышһыҙ ғына яҡынлашты. Һыйырыбыҙға ҡасыу юлын бикләне килмешәк: уң яҡтан текә яр, һулдан батҡаҡ эсендә рәхәтләнеп үҫкән таллыҡ юлын кәртәләһә, асыҡ яҡты һөмһөҙ һыйыр үҙе япты. Ала һыйыр хәлен аңланы: башын эйҙе һәм, мөгөҙҙәрен дошманына юнәлтеп, бер урында ҡатып ҡалды. Килмешәк һыйыр йәмһеҙ итеп үкерҙе лә, башын түбән эйеп, Алаҡайға ташланды.

Ике пар мөгөҙ шаҡ итеп бер-береһенә бәрелде, һәм аяуһыҙ көрәш башланды. Бер ни тиклем ваҡыт мөгөҙҙәре эләгешкән һыйырҙар төкөшкән урындарында тапанды. Икәүһе лә ер сапсыны, асыулы тауыш менән мөңрәне. Был тауышты ишеткәс, һыйырҙарҙың ҡайһы берҙәре ситкә китеүҙе хуп күрҙе, ә һуғышсаныраҡ башмаҡтар көрәш майҙаны тирәһенә йыйылды.

Көс һынашыусы һыйырҙар бер урында әллә ни оҙаҡ торманы. Дәү һыйыр башын уңға ташлағайны, мөгөҙө кипсәлгән Алаҡай шул яҡҡа ҡолап китә яҙҙы. Һыйырыбыҙҙың алғы тояҡтары ҡапыл һынғандай булды, һәм Алаҡай ике алғы тубығына сүкте. "Мөө-уууу" тип яман үкереп, килмешәк уны артҡа этәрә башланы. Ҡырсын өҫтөндә тәрән бураҙна ҡалдырып, Алаҡай артҡа шыуҙы. Ваҡыты-ваҡыты менән артҡы тояҡтары ярҙамында шыуышыуҙы туҡтатырға тырышып ҡараһа ла, бер нәмә лә килеп сыҡманы. Көслө ине Ҡыҙыл һыйыры, ай-һай, көслө ине! Ауырлығы ғына ла ике Алаҡайға торошло ине уның. Һыйырыбыҙҙы ярға табан өҫтөрөүен дауам итте ул. Әгәр текә урынға алып барып ҡыҫһа, Алаҡай үлемдән ҡотола алмаҫ ине. Һыйырҡайым, дошманының үлемесле мөгөҙҙәренән ҡотолорға тырышып, бер нисә мәртәбә башын уңлы-һуллы борғолап ҡараны, әммә бер нимә лә килеп сыҡманы. Эйе, урманда бер-береһенән ысҡына алмайынса һәләк булған ике мышы хәлендә ине һыйырҙар. Мин күҙ йәштәремде тыйып торманым: башымды аҫҡа эйеп, йәшел үләнгә лыпын яттым. "Үлтерҙе, үлтерҙе!" – тип һыҡтай-һыҡтай күҙҙәремде йомдом. "Ысҡынды!" "Ысҡынды-ы-ы!" "Алаҡайҙың мөгөҙҙәре ысҡынды-ы-ы!" Дуҫымдың шулай һөрәнләүен ишеткәс, мин, башымды йәһәт кенә күтәреп, күҙҙәремде аръяҡҡа төбәнем. Ҡараһам, Алаҡайым, торна кеүек кенә баҫып, көтөүҙән байтаҡ алыҫлыҡта юртып бара ине. Килмешәк һыйыр, танауҙарын тажрайтып, моронон киң итеп асты ла еңеү ауаздары сығарҙы. Әммә бөтә эре мал, уның еңеүен танырға теләмәгәндәй, өнһөҙ генә тороуын белде.

Һыйырыбыҙҙың бәләнән имен-һау ҡотолоуына ҡыуанып, ҡармағымды ҡулыма алғайным ғына, Алаҡайҙың һуғышсан мөңрәүе ишетелде. Башын бәйге аттары кеүек ҡупым ғына тотоп, алғы тояҡтарын "тып-тып" баҫып, ул Ҡыҙыл һыйырына яҡынлашты. Тегенеһе, башын аҫҡа эйеп, һөжүм итеүсене ҡаршыларға әҙерләнде. Инде төкөштөләр тигән мәлдә генә, Алаҡай ҡапыл һулға ялтанды һәм, дәү һыйырҙың артҡы янбашы эргәһенән үтеп барышлай, йылғыр хәрәкәт менән уң мөгөҙөн дошманының ҡойроҡ тирәһенә ҡаҙаны. Ҡыҙыл һыйырының асыуын шул тиклем ҡабартты был: сорлап аҡҡан ҡанға иғтибар ҙа итмәй, Алаҡайҙың артынан төштө ул. Тегенеһе, тиҙлеген арттырмай ғына, көтөү ятҡан уйпатты тирәләп юртыуын белде.

Был күренеште мин мәңге онотасаҡ түгелмен: башын ғорур тотоп, тояҡтарын еңел генә күтәреп, алдан Алаҡай юрта. Уның артынан, үкерә-үкерә, әрәпәтһеҙ тояҡтарын ауыр күтәреп, асыулы ҡиәфәт менән Ҡыҙыл һыйыры саба. Алаҡай шарҡылдата көлөп йүгергән үҫмер ҡыҙҙы хәтерләтһә, уның баҫтырыусыһы һүгенә-һүгенә тарбанлап барған йыуантаҡ ҡатынға оҡшағайны.

Һыйырҡайым ярымдуға яһаны ла яңынан көрәш майҙанына килеп инде. Килмешәк һыйырҙың килеп еткәнен байтаҡ көтөп торорға тура килде уға.

Иң ҡыҙығы ошонда башланды. Сәкәләшеүсеһе хәле бөтөп килеп туҡтауы булды, Алаҡай тиҙ генә уның һул яғына сыҡты һәм, мөгөҙҙәрен текә тотоп, уға табан сабып китте. Ярай, тегенеһе боролоп өлгөрҙө: әгәр саҡ ҡына һуңлаһа, валлаһи, шунда ҡорһағы тишелеп ятыр ине. Ала һыйыр, уға тейә яҙып, эргәһенән сабып үтте. Артынан баҫтырыуҙы көтөп, тағы баяғы юлы менән юртып китте. Әммә Ҡыҙыл һыйырының сабырлыҡ рәте ҡалмағайны. Башын аҫҡа эйә биреберәк, бер урында тапаныуҙы хуп күрҙе ул. Беҙҙең һыйыр, кире боролоп килеп, дошманына яңынан ташланды. Тик хәҙер башҡа баш терәшеп һөҙөшөргә уйламаны ла: көндәшенә йә уңлы-һуллы, йә арт яҡтан һөжүм итеп йөҙәтте. Аҡыллы сәүек эт айыуҙы нисек яфалаһа, Алаҡай ҙа шулай эш итте. Ярты сәғәттән килмешәк һыйырҙың хәле бик хөртәйҙе: тиреһе ямғыр мәлендәге кеүек еүешләнде, ҡабырғаларының өс-дүрт урынынан ҡара ҡан аға ине. Үкерерлек хәле ҡалманы – уңлы-һуллы ла көс-хәл менән генә борола башланы ул. Тап ошо мәлдә Алаҡай һуғышыу оҫтаһы икәнлеген бик асыҡ танытты ла инде. Уң ҡабырғаһынан һөҙөргә ниәтләнгән кеүек итте лә, ҡапыл ғына боролоп, һул мөгөҙөнең яртыһынан күберәген дәғүәсе һыйырҙың яңаҡ һөйәге аҫтына ҡаҙаны. Дәү һыйыр ҡыҙғаныс тауыш сығарҙы, башын саҡ күтәреп, мөгөҙҙән ысҡынды ла көрәш майҙанынан ситкә һыпыртты. Ә Алаҡай иһә, һалмаҡ ҡына баҫып, Һаҡмарына кире төшөп китте. Тубығынан һыуға инде лә, бер ни булмағандай, көйшәүен дауам итте. Ул китеп барғанда, һыйырҙар өнһөҙ генә баш эйгәндәй булды: йәнәһе, һинең көсөңдө һәм оҫталығыңды таныйбыҙ. Тик аңра һарыҡтар һәм ыҫмала күҙле кәзәләр генә, баштарын ҡомға терәп, йоҡомһорауын белде. Улар бындай сәкәләшеүгә битараф ине.

Ҡыҙыл һыйырының ғүмеркәйҙәре ҡыҫҡа булды. Һөттө күп бирһә лә, уныһы шыйыҡ булып сыҡты, етмәһә, тиҙ әсене. Бынан да бигерәк, хайуанҡайҙың бик тә ашамһаҡ икәне беленде. Ҡышҡылыҡҡа ҡәҙимге һыйырға бер кәбән бесән буйтым етһә, быға кәм тигәндә ике кәбән бесән әҙерләргә тура килде. Тоҡомло һыйыр элмәнләк булыуы менән йонсотто хужаһын: ҡаҙ еме булһынмы, тоҡтағы он булһынмы, киптерегә эленгән кер булһынмы – бөтәһен дә ҡырып-юнып ашап, сәйнәп йөрөнө. Тауыҡ еме эҙләп, һарайҙағы бөтә ишектәрҙе, ихаталағы аласыҡ һәм келәттәрҙең тәҙрә-ишектәрен ҡырып сыҡты. Төндәрҙең береһендә, ҡойманы емереп сығып, Ырыҫҡол ағай менән күршеһе Ишморат ағайҙың картуфлыҡтарын ҡара ергә әйләндереп һалып ҡуйҙы. Ул ғына ла түгел, бер заман Сибайҙан ҡунаҡҡа килгән ейәненең ҡыҙыллы-күкле ҙур тубын да, шартылдата ярып, сәйнәп-сәйнәп, йотоп ҡуя.

Сабыйға был шул тиклем ныҡ тәьҫир итә: уҡыу йылы башланғас, "Һыйыр" исемле инша яҙырға була ул. Иншаға ошондай һүҙҙәр ҙә индерә: "Һыйыр үлән, бесән һәм һалам ашай. Тағы туп ашарға ла ярата". Иншаны тикшереп ултырғанда, уҡытыусы "туп" тигән һүҙҙең аҫтына тулҡынлы һыҙыҡ һыҙа, өҫтөнә ҙур итеп һорау ҡуя һәм дәфтәр ситендәге һыҙатҡа ошондай һүҙҙәр яҙа: "Элгәре һыйырҙар туп ашамай торғайны!" Ҡалала тыуып-үҫкән йәш уҡытыусы был һүҙҙәрҙе урынһыҙ шаяртыу тип ҡабул итә һәм уҡыусыға "икеле" сәпәй. Аҙаҡ бала илай-илай, үҙе күргәндәрҙе һөйләп, уҡытыусыһын ышандырырға тырышып ҡараһа ла, бер ни ҙә килеп сыҡмай – "икеле" урынында ҡала.

Ахыр сиктә, ауылдың алты ире менән саҡ йығып, һуйып, Ырыҫҡол ағай был хайуанҡайҙың итен Баймаҡтан килгән әҙерләүсегә бик осһоҙ хаҡҡа һатып ебәрҙе. "Алмаштырғанда биреп ебәргән ҡолондоң хаҡын сығарҙым", – тип күңелһеҙ генә әйткән, ти, Ырыҫҡол ағай, итте күпменән тапшырҙың, тип һораған күршеһенә. Әҙерәк торғас, өҫтәп ҡуйған: "Бейә бушҡа китте". Шул көндән алып ауыл халҡы, берәй кеше, ҡиммәтле нәмә алам тип, яңылышһа, ул "тоҡомло һыйыр" алған бит, тип шаярта башланы. Ала һыйыр бик аҡыллы мал булып сыҡты. Кем уны ярата, кем уны яратмай – бөтәһен дә белеп йөрөнө. Ялҡау көтөүселәргә эшләргә ирек бирмәне ул. Әгәр ҙә һыулауға иртә төшөрөп, ашарға һуңлабыраҡ сығарған кеше көтөүгә хужа булып алһа, Алаҡай әллә ниндәйерәк мөңрәү сығарыр ине – уны ишетеү менән бөтә мал тырым-тырағай таралыр булды.

Бер йылды Түбәнән бик йылғыр кешекәй көтөүсе булып ялланды. Тәүге мәлдәрҙә, малды иртәрәк йылғаға төшөрөп һәм көтөүҙе үҫмер улына ҡалдырып, ҡасабаһына һыпыртыу яғын ҡараны ул. Бер ҡайтыуында ныҡ ҡына һуңлап килһә, бөтә мал таралған, унлап һыйыр ғәйеп булған, ә малайы илауҙан шешенеп бөткән була. "Бөтәһе бер юлы төрлөһө төрлө яҡҡа таралды ла китте, бер нәмә лә эшләй алманым", – тип илай-илай һөйләгән көтөүсегә улы. Ауылдаштарымдан кемдер түбәлегә ошондай аҡыл өйрәткән: "Көтөүгә хужа булғың килһә, Алаҡай менән уртаҡ тел тап. Алаҡайҙың холҡон белгең килһә, эйәһенән барып һораш".

Көндәрҙең береһендә шул көтөүсе кисләтеп кенә беҙгә килеп инде. Атайым менән сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙы. Аҙаҡ, рәхмәттәр әйтеп, сығып китте. Атайым әйткән кәңәштәрҙән ошолары иҫтә ҡалған: "Малды ваҡытынан алда йылғаға төшөрмә. Эҫе төшөү менән кире ҡыу. Сыбыртҡыңды артыҡ күп шартылдатма. Алаҡайға тупаҫ тауыш менән өндәшмә. Һүгенмә. Эш көнөң бөткәс, уға рәхмәт әйт һәм хушлашып ҡал". Яңы көтөүсе күндәм кеше булып сыҡты һәм әйтелгәндәрҙе тейешенсә үтәне. Ялланып эшләгәне өсөн тейешле аҡсаһын алып, атайыма тағы килеп рәхмәттәр әйтеп, көҙөн Түбәһенә кире ҡайтып китте. Ҡайтыу менән, электән йыйып килгән аҡсаһына эшләп алғанын ҡушып, ҙур ғына йорт һатып алды. Ә өйөбөҙҙән сығып китер алдынан әйткән һүҙҙәре шул булды: "Әптрәхим ағай, һыйырың кеше кеүек икән".

Ә минеңсә, Алаҡай кешенән дә аҡыллыраҡ һәм һиҙгерерәк булды. Ошондай хәүефле лә, фәһемле лә ваҡиға иҫкә төшә. Йәйге көндәрҙең береһендә уны көтөүҙән ҡаршы ала алманым, сөнки атайым менән көнө буйы һарайҙан тиреҫ сығарҙыҡ. Эш бөттө тигәндә генә, ҡапҡанан ала һыйыр килеп инде. Ихатаға ингәс, уңға боролдо һәм шунда ултырған табаны ялай башланы. Уның төбөндә себештәргә һалынған тары ярмаһы ҡалған ине булһа кәрәк. Ялап торғанында ниңәлер сәйер итеп мөңрәргә һәм ер тырнарға кереште, әйтерһең, бүре күргән. "Быға ни булды, әллә башына тай типкән инде", – тип көлөмһөрәне атайым. Мин ни әйтергә лә белмәнем, таралып ятҡан һуңғы сүп-сарҙы бер урынға өйөүемде дауам иттем. Эшемде бөткәс, бәләкәй ҡул арбаһын алып килергә лә, шуға тейәп, ҡалған ҡыйҙы картуфлыҡҡа түгергә булдым. Арба ҡапҡа төбөндә, Алаҡайҙың арғы яғында тора ине. Ихатабыҙ биләп торған урын ҡапҡа яғына ярайһы ғына һарҡыу булғанлыҡтан, һыйыр торған яҡҡа йүгереп тигәндәй киттем. Алаҡайҙы ал яғынан урап үтәйем тиһәм, юл бирмәй: башын асыулы болғап, миңә етеп килә. Аптырап торманым, малҡайҙы арт яғынан урарға булдым. Артына сығыуым булды, һыйыр ҡапыл ғына боролдо ла мөгөҙҙәрен миңә йүнәлтте – ҡорһаҡты яра һөҙмәҫ, тимә. Мөңрәүен, алғы тояҡтары менән ерҙе сапсыуынан туҡтамай. Мин: "Атай, атай, Алаҡайҙы һарайға индереш әле! Арбаға ебәрмәй!" – тип ҡысҡырҙым. Тәүҙә һөрәнләүемә иғтибар бирмәһә лә, атайым бер аҙҙан минең яныма килде һәм Алаҡайҙы урынына инергә өгөтләй башланы. Тегенеһе тыңлап тора-тора ла, үкереүен, ер тырнауын дауам итә.

Ни эшләргә? Һыйыр беҙҙе һанға ла һуҡмай бит.

Атайҙың ҡушыуы буйынса киттем әсәйҙе эҙләп. Аласыҡҡа индем, киске аш бешереп йөрөгән әсәйемә хәлде һөйләп бирҙем. Белгән кешеләй, Алаҡайҙың башына ат типкән, ахырыһы, тигән булдым. Әсәйем аптырап китте: ниндәй ат, нишләп типкән, тип һораша башланы. Мин өндәшмәгәс, бәләкәй биҙрәгә әҙерәк картуф һалып, минең арттан ҡапҡа яғына атланы. Килеп еткәс, иркә тауыш менән һөйләнә-һөйләнә, һыйырҙың алдына биҙрәһен ҡуйҙы. Алаҡай асыулы итеп мөңрәне лә алғы тояғы менән биҙрәне осора тибеп ебәрҙе. Булған ғына картуф ситкә тәгәрәне.

Бөтәбеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ – ни эшләргә лә белмәйбеҙ. Һиҙәм, атайымдың асыуы ҡабара башланы. "Хәҙер мин уны сыбыртҡы менән ярам!" – тине ул һөйкөмһөҙ тауыш менән. Шул саҡ әсәйем Алаҡайҙың мөңрәгән ваҡытта башын артҡа ташлауын шәйләп ҡалды. "Аңланым, Алаҡай, аңланым", – тип һөйләнде лә, һыйырҙың башын һыйпай-һыйпай, арба ултырған тирәне ҡараштыра башланы. "Йылан! Атаһы, йылан!" – тине ул ҡапыл хәүефле тауыш менән. "Ниндәй йылан? Ҡайҙа?" Атайым шул һүҙҙәрҙе әйтте лә, муйынын һуҙып, әсәйем эргәһенә барып баҫты. Уларҙың араһына мин дә барып ҡыҫылдым.

Арба тәртәләренең осона арҡыры беркетелгән таҡтаға яҡын ғына урында йомарланып йылан ята ине. Сеүәтә ҙурлығындағы соҡор һымаҡ нәмә эсендә ятҡанҡанлыҡтан, мин уны абайламаҫ инем. Арҡыры таҡтаны тотайым тип эйелһәм, йылан йә ҡулымды, йә эйәгемде мотлаҡ сағыр ине. Эйе, тупраҡ ерлегендә саҡ-саҡ беленеп ятҡан сыбар йыланды ҡыҙыл эңерҙә мин һис кенә лә абайлай алмаҫ инем.

Атайым һарайҙан тиҙ генә һәнәк килтерҙе, йыланды һуғып үлтерҙе лә башҡорттарҙың боронғо йолаһы буйынса башына таяҡ ҡаҙап ҡуйҙы.

Ул кистә өйҙә һүҙ тик йылан тураһында ғына барҙы. Әсәйем, уф та уф килеп, бәләнән ҡотолоуына ҡыуанып ултырҙы, ваҡыты-выҡыты менән миңә ҡарап, күҙ йәштәрен һөрткөсләп алды. Мине йыландан сағылған тип күҙ алдына килтереп, шуға йәлләп ҡараны шикелле. Атайым күп һөйләшмәне, тик тамағын ғына ғәҙәттәгенән йышыраҡ ҡырғыланы. Бер мәртәбә, ни өсөн икәнен аңлатмайынса, Алаҡайҙы маҡтап алды. Йыландың ҡайҙан сығыуы хаҡында ла һүҙ булды. Батша заманында һалынған йортобоҙҙың серегән нигеҙҙәрендә уның ише йәнлектең йәшәүе һис тә ғәжәп түгел тигән һығымта яһалды.

Атайыма – ҡырҡ, миңә ун бер йәш тулып килгәндә, ғаиләбеҙ Муллаҡай менән хушлашырға әҙерләнә башланыҡ. Ауылдың ете йыллыҡ мәктәбе ябылып, унан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡолсорала һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылырға тейеш ине шул йылда. Муллаҡайҙың бөтә уҡытыусылары, һеперлеп, иртә йәйҙән үк Ҡолсораға күсеп бөттө. Риза ағайҙың ғаиләһе генә, күптән түгел генә яңы йортҡа күскәнлектән, Муллаҡайҙа ҡалырға булды. Иң аҙаҡтан беҙ ҡуҙғалдыҡ, сөнки уҡытыусылар араһында беҙҙекенән дә ҙурыраҡ ғаилә юҡ ине. Атайым менән әсәйем, ала һыйыр, ете бала – йәмғеһе бер тиҫтә йән инек беҙ күсенгән йылда.

Мин, балалыҡ арҡаһындалыр инде, күсенеүҙе бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы ваҡиға һымаҡ ҡабул иттем. Әсәйем менән атайымдың күңелһеҙләнеү, Алаҡайҙың тынысһыҙланыу сәбәптәрен һис кенә лә аңлай алманым. Миңә иң аҙаҡҡы ылау менән күсеп китергә тура килде. Бына, ниһайәт, әйберҙәр тейәлеп бөттө. Атайым, арбаға ултырып, ҡулына дилбегәне алды. Мин ат арбаһына бәйләнгән бәләкәй арбаға төшөп ултырҙым, һәм киттек бер заман, шалтыр-шолтор килеп, Муллаҡай урамы буйлап Һаҡмар үренә ҡарай. Ҡул арбаһына аҙ-маҙ китап тейәлгән ине. Шулар өҫтөнә ултырып, барам артҡа ҡарап, шаярып. Китеп барабыҙ, уйнап барам: атайым күрмәгәндә, осраған дуҫ-иштәремә китаптар ырғытҡылайым. Эй ҡыҙыҡ: эттәр өрә, әҙәмдәр ҡысҡыра, әтәс-тауыҡ ҡытҡылдап ситкә һикерә!

Әле лә, шул күренеште иҫкә төшөрәм дә, илайым. Минеңсә, атайым үҙен бер ваҡытта ла, бер ҡасан да, хатта һуғыш мәлендә күҙе йәрәхәтләнгән саҡта ла, меҫкен итеп күрһәтмәгән. Тик шул ваҡытта, бер мәртәбә генә, ул үҙенең йомшаҡ күңелле, бирешеүсән кеше була белеүен дә күрһәтте. Бына шуға илайым да инде, сөнки атайым бихисап кеше араһынан тик миңә генә үҙенең асылын тулыһынса күрһәтергә баҙнат итте. Тимәк, уның иң яратҡан кешеһе мин булғанмын. Илауымдың сәбәбе шунда: үҙе иҫән саҡта уға ҡарата йөрөткән тойғоларымды әйтеп өлгөрә алмай ҡалдым. Бөгөн, һуңлап булһа ла, әйтәйем: атайым, атаҡайым, мин дә һине бик яраттым! Бик-бик яраттым!

Әйткәнемсә, ала һыйыр ҙа һатылды, уның артынса уҡ тормошобоҙҙан ҡот та китте. Ышанһағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – ышанмағыҙ, Ҡоттоң китеүенә беҙ өс кеше шаһит булдыҡ. Ул мәлдә Алаҡайыбыҙ иҫән ине әле: һатылырына ярты йыл самаһы ваҡыт ҡалғайны. Ике ағайым өйҙә юҡ: улар Сибайға уҡырға киткәйне инде.

Ҡышҡы төндәрҙең береһендә, йоҡлап ятһам, кемдер, ышыра баҫып, тышҡа сығып китте. Өй ишеге асылғаны, солан ишеге шартылдап ябылғаны бик асыҡ ишетелде. Ҡабаланмай ғына һалмаҡ атлағанлыҡтан, сығып китеүсе йә атайым, йә әсәйемдер, тип уйланым. Бер ни тиклем ятҡас, кәүҙәмде бороп, уңайлабыраҡ ятайым тиһәм, төпкө бүлмәнән әсәйемдең тауышы ишетелде: "Самат! Самат!" "Мин бында", – тип яуапланым ятҡан урынымдан. "Кем сығып китте һуң?" "Атайҙыр, – тинем, – мин уға оҡшаттым". "Атаң бында лаһа, – тине әсәйем, бер аҙ ризаһыҙлыҡ менән. – Һин сыҡҡанһыңдыр. Шул арала сыға һалып та индеңме?" Был юлы минең яҡтан ризаһыҙлыҡ белдерелде: "Мин урынымдан торғаным да юҡ!" Шул саҡ төпкө бүлмәнән атайымдың да тауышы ишетелде: "Кемдер сыҡты. Ҡана ҡарап инәйем әле". Ул минең яҡҡа килеп сыҡты, бүлмәне яҡтыртты. Мин дә торҙом. Ҡараныҡ: ишек келәһе кис эленгән көйө. Соланға сыҡтыҡ – шул уҡ хәл. Солан ишеген асып, тышҡа күҙ һалдыҡ. Ай яҡтыһында йымылдап ятҡан аҡҡош мамығы кеүек үтә күренмәле елбәҙәк ҡар өҫтөндә эҙ-фәлән юҡ ине. Кире өйгә индек. Аптырашып, ошо хәл хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп яттыҡ. Өсөбөҙ ҙә асыҡ ҡына ишеткәйне шул: кемдер тауышланып сығып китте, ә кем икәне билдәһеҙ.

Ахыр сиктә әсәйем иҙәндә йоҡлап ятҡан һеңле-ҡустыларыбыҙҙы ла барлап сыҡты – улар урынында ине. Өсөбөҙ ҙә, ни әйтергә лә белмәйенсә, яңынан йоҡоға талдыҡ. Был ваҡиға яйлап онотолдо. Ошо хәтирәләремде яҙып ултырғанда, шул ваҡытта аптырағандарыбыҙ яңынан иҫкә төштө. Мин бөгөн шундай һығымтаға киләм: ана шул төндә йортобоҙҙан Ҡот сығып китте. "Бәхетле заманаларығыҙ үтеп бара, хөрмәтлеләрем. Мин һеҙҙе ташлап китәм, әҙер булығыҙ", – тип әйтергә теләгәндер Ул үҙ телендә.

Бәхетле йәшәгәнебеҙҙә теүәл бер тиҫтә йән инек беҙ. Бөгөн шуларҙан алты йән ҡалдыҡ. Киткәндәргә лә ауыр, имен ҡалғандарына ла еңел түгел. Һуңғыларына донъяның әсеһен, сөсөһөнә ҡарағанда, күберәк татырға тура килде. Һуңғы оло ҡайғы килгәндән һуң, әсәйемдең әсе күҙ йәштәре түгеп илағаны һаман хәтеремдә. "Бөтә балаларым да, бабайым да имен саҡта ауыр то-йолған заманалар иң бәхетле көндәрем булған икән... Йонсоу көндәрҙә һеҙҙең ҡойоға батҡан итектәрегеҙҙе йыуып арығандарымда ниңә генә уфтандым икән, Хоҙайым! Соҡорайышып ҡатҡан ете пар итегегеҙ яңынан теҙелешеп ултырыуын бик теләр инем дә бит, кире ҡайтарып булмай шул үткән көндәрҙе!" Әсәйем ошо һүҙҙәрҙе әйтеп һыҡтағанда, йөрәкәйҙәрем ярылып китә яҙҙы. Минең өсөн дә ул йылдар үтә ҡәҙерле ине шул...

Ала һыйырҙың рәнйеүҙәре иң алда атайымдың башына төштө. Иткә тапшырылыуына ун өс ай үтеп өлгөрҙөмө-юҡмы, уның йәне лә Алаҡайҙыҡы артынан осоп китте. Һуңғы дүрт көнөнөң өс көнөндә ул тәгәрәп йөрөп ауырыны. Дүртенсе көнөндә матур итеп кейенде, балалары менән ипле генә итеп, йылмайып хушлашты ла Баймаҡҡа китте. Иртәгеһенә үк кире әйләнеп ҡайтты, тик үлек хәлендә. Шул йылда уға ни бары дүрт тиҫтә лә дүрт йәш кенә тулғайны. Шулай ҙа яҙмыш уға ҡарата мәрхәмәтлерәк булды – ғаиләһенә төшәсәк ҡайғыларҙы күреүҙән Аллаһ Тағәлә уны азат итте.

Атайым иҫ киткес түҙемле, сабыр һәм тырыш кеше булды. Мөәзин булған өсөн атаһы Фаруҡты Өфөгә килтереп һәләк иткәстәр, иң өлкән бала булараҡ, үҙенән бәләкәйерәк ҡусты-һеңлеләрен аҫрау өсөн, ун бер йәшенән өлкәндәр менән бер ҡатар эшләп йөрөргә тура килә уға. Яҙҙарын, боҙло һыуҙа яланаяҡ тороп, Кейәүештенән һал ағыҙа, йәйҙәрен бесән саба, мал ҡарай. Уҡыуға ла бик һәләтле була. "Атаң өс синыф белеме менән, дүрт йыл уҡымай йөрөп, алтынсыла беҙгә килеп ҡушылып уҡып китте, – тип һөйләй торғайны әсәйем. – Әммә беҙҙе бик тиҙ ҡыуып етте: йыл аҙағына иң яҡшы уҡыған балалар рәтендә йөрөнө". Атайым күп һөйләргә яратманы, күҙ ҡарашы менән генә етәкселек итте беҙҙе тәрбиәләгәндә. Эште, ялды дөрөҫ сиратлаштырып, бөтә нәмәне тейешенсә башҡарырға өйрәтте ул балаларын. Үҙенең тормошо, һуғышта күргән михнәттәре хаҡында бер ауыҙ һүҙ әйткәне булманы. Шул уҡ ваҡытта тырызы тиҙ ҡубыусан булды. Үсекһә, аҙналар буйы яҙыла алмауы менән әсәйемдең теңкәһен ҡорота торғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны хөрмәт иттек һәм яраттыҡ.

Алаҡайҙың һөтөн иң күп имгән бала булғанғалыр инде, Фәрит ағайыма һынауҙарҙың иң ҡатылары төштө. Уға ун бер йыллыҡ уҡыу, өс йыллыҡ хәрби хеҙмәт эләкте. Хәрби хеҙмәттә саҡта китер алдынан ғына танышҡан ҡыҙы фажиғәле һәләк булды. Имен сағында ул ҡыҙҙы мин бер тапҡыр ғына күреп ҡалдым. Башланғыс мәктәп уҡытыусыларын әҙерләгән уҡыу йортонда тәүге йыл ғына уҡый инем мин ул мәлдә. Кемдер мине, әйҙә, еңгәңде күрһәтәм, тип, күшеләге ятаҡҡа алып китте.

Яҙғы йылы иртә ине. Сәғәт ун бер тирәһе булғандыр. Яҡты, таҙа бер бүлмәгә килеп индек. Бүлмә эсендә яҡтылыҡ менән күләгә бер-береһе менән шаярышып уйнай ине. Тәҙрә эргәһендә үҫкән бейек тирәктәр елгә сайҡалған саҡта, ҡояш бәпкәләре йә осоп китәләр, йә кире урындарына килеп ҡуналар. Мине алып йөрөгән кеше бүлмәләге өс ҡыҙ менән бер аҙ күңелле генә һөйләшеп торҙо ла, миңә күрһәтеп: "Фәриттең ҡустыһы Самат була был", – тине. Сәрүәр бүлмә уртаһындағы өҫтәл артында тора ине. "Фәриттең ҡустыһы" тигәнде ишеткәс, ул иғтибар менән миңә ҡараны. Мин дә, йылмайып, уға текләнем.

Бик һөйкөмлө башҡорт ҡыҙы булып сыҡты Сәрүәр! Бөтә булмышынан, ҡарашынан, һынынан, тәненән көс һәм ирәбәлек бөркөлөп тора ине уның. Буласаҡ еңгәм бөхтә итеп үтекләнгән ап-аҡ күлдәк һәм ҡап-ҡара йөбәләк кейгәйне. Сәрүәрҙә иң һоҡланландырғаны уның ирендәре булды. Улар ер еләге кеүек ҡыҙыл һәм тулы ине. Бер-беребеҙгә ҡарашып торғандан һуң, ул көлөп ебәрҙе. Ҡара сәстәрен нәзәкәтле хәрәкәт менән артҡа ташланы ла, аҡ йөҙөн тәҙрә яғына бороп, ҡапыл шул яҡҡа атлап китте... Сәрүәрҙең хәрәкәттәрендә, тышҡы күренешендә, ҡылыҡтарында минең өсөн бик яҡын да һәм, шул уҡ ваҡытта, бик һағындырғыс та, бойоҡторғос та бер нәмә бар ине. Ҡапыл, нишләптер, күңелем тулып китте, мине оло һағыш солғап алды. Ошо ҡыҙ минең өсөн үтә ҡәҙерле лә, үтә яҡын да булған кемделер хәтерләтте. Кем булырға мөмкин ине һуң ул?!

Ҡапыл иҫемә төштө: Сәрүәр миңә Алаҡайыбыҙҙы хәтерләтте! Эйе, ул да шул ике төҫтөң – ҡара менән аҡтың – ҡабатланмаҫ берҙәмлегенән торҙо бит! Ә атлап китеүҙәре: икеһенә лә шул уҡ еңеллек, әйтеп бөтөргөһөҙ күркәмлек хас. Айырма тик шунда ғына: Алаҡайҙың башын гәрәбә төҫөндәге мөгөҙ осҡоналары биҙәгән булһа, Сәрүәрҙе еләк кеүек тулып бешкән ирендәре матурлап торҙо...

Яҙҙың һуңғы айының тәүге көнөндә Сәрүәр Талҡаҫ күлендә батып үлде. Кемдәрҙер менән ул да күл уртаһына йөҙөп киткән. Кәмә тишек булып, бөтәһе лә һыу эсендә тороп ҡалған. Егеттәр араһынан бер генә ҡорбан да булманы, ә бына Сәрүәрҙе күл тереләй йотто. Уның кәүҙәһен бер нисә көн таба алманылар. Аҙағыраҡ ҡына һалҡын тулҡындар уны ярға килтереп һары ҡамыштар өҫтөнә һалып киткән.

...Мәйеттәр һаҡланған йорт беҙҙең ятаҡ эргәһендә генә булып сыҡты. Мин дә, шунда барып, ағайыма – ҡатын, миңә – еңгә, атай-әсәйемә – килен булырға яҙмаған ҡыҙға һуңғы тапҡыр ҡарап торҙом. Уның кәүҙәһенә мин баш яғынан яҡынлаштым. Күкрәгенән түбән яғы ҡалын туҡыма менән ябылғайны. Туҡыманың өҫкө сите Сәрүәрҙең ҡалҡыу күкрәктәре өҫтөнән үткәне хәтерҙә. Тере саҡта ап-аҡ итеп йыуылған һәм бөхтә итеп үтекләнгән күлдәге таушалып, һарғылт төҫкә ингәйне. Күлдәк урыны-урыны менән Талҡаҫ ҡомонан сыбарланғайны. Йөҙө тыныс, үтә тыныс ине Сәрүәрҙең. Йомоҡ күҙҙәренә ҡараһаң, йоҡлағандай ята ине ул. Ирендәре һис кенә лә матурлығын юғалтмағайны, тик саҡ ҡына сөгөлдөр төҫөнә ингәйне. Мин, ағайымдың балаларына – әсә, үҙемә еңгә булырға яҙмаған ҡыҙ менән өнһөҙ генә хушлашып, тышҡа сыҡтым. Керпек-тәрем ҡоп-ҡоро булһа ла, күҙ йәштәренән торған ҡайнар диңгеҙ эскенәләремде аяуһыҙ өтә ине.

Ғаиләбеҙҙәге ете бала араһынан йолҡоп алынған тәүге йән Әхәт ағайымдыҡы булды. Ағайым менән үҙемдең арала булған мөнәсәбәттәрҙе әле лә аңлап етә алмайым. Икәүбеҙ айырылғыһыҙ дуҫлашып киткән мәлдәр ҙә, урам тултырып тас та тос һуғышып киткән саҡтар ҙа йыш булды. Быға шул сәбәпсе булғандыр: арабыҙҙағы йәш айырмаһы ике йылға ла тулмай ине бит. Бер үк әйбергә дәғүә иткән, бер үк ҡыҙҙы яратҡан, бер үк китапты икебеҙ бер юлы уҡыған мәлдә көс һынашырға тура килде, ә бер үк дошман менән көрәшкән, ауыр эште тиҙ башҡарырға кәрәк булған мәлдәрҙә татыулашып китә торғайныҡ.

Ғаиләгеҙҙәге иң аҡыллы кеше кем булды, тип һораһағыҙ, шикләнмәйенсә әйтә алам: ул Әхәт ағайым булды. Ун биш йәшендә беҙҙән, бала-сағанан, ғына түгел, атайымдан да уҡымышлыраҡ булып китте ул. Урыҫ телен ул шундай яҡшы белде, хатта юғары белемле тел уҡытыусылары ла уны һоҡланып тыңлай торғайны. Әсәйем уға иркәләп "Ҡушбаш" тип өндәште. Бының сәбәбе шунда: Әхәт ағайымдың башы ике өлөштән торҙо. Башы алдан ҡәҙимге генә башланып китһә лә, йомороланырға тейешле урында тағы ярты баш самаһы артҡа сығыбыраҡ торғаны иҫтә ҡалған. Сәстәре бик матур ине уның: ҡарағусҡыл төҫтә булды һәм еңелсә генә бөҙрәләнеп торҙо улар. Йөҙгә лә ҡупшы ине ағайым. Шуны онота алмайым: туйымда ҡайынбикәләремдең береһе миңә күҙ һирпеп алды ла, йәлләберәк: "Әхәт ҡоҙа Сибайҙың иң матур ире икән", – тип ҡуйҙы. Кәйефем бер аҙға ҡырылып торҙо ла аҙаҡ яҙылды – дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең инде!

Етмеш етенсе йылдың ҡышында беҙ Әхәт ағайымдың утыҙ йәшен билдәләп үттек. Мәжлескә туғандарҙың һәммәһе лә килгәйне. Инде табынды асайыҡ тиһәк, баш өҫтөндә янып торған өс шәмдең иң яҡтыһы һүнде лә ҡуйҙы. Әхәт ағайым, бер аҙ сабыр итегеҙ, туғандар, тип шәмде яндырыу менән мәшғүл булып китте. Тик, күпме генә тырышмаһын, яндыра алманы. Мәжлесте шул һүрәнерәк яҡтылыҡта башлап ебәрергә тура килде. Мин, ағайыма бүләккә тип, ҡумтаға һәйбәтләп тултырылған ҡоралдар йыйылмаһы алғайным. Биш ай үттеме-юҡмы, шул ҡоралдар араһынан бәләкәй генә сүкеште алып, ҡыҙыл бәрхәт менән көпләнгән табуттың бер мөйөшөндәге сөйҙәрҙе яҡшылап ҡатып сыҡтым. Табут эсендә Әхәт ағайымдың йәнһеҙ кәүҙәһе ята ине. Үлер алдынан ағайым бөтә ҡаланы урап сыҡты: ҡайһы бер туғандарына инеп бурыстарын бирҙе, бәғзеләре менән һөйләшеп кенә ултырҙы. Быға мин, әлбиттә, үҙем шаһит булманым – аҙаҡ ишеткәндәрҙе йомғаҡлап ҡына әйтәм. Беҙгә килеп ингәндә, Әхәт ағайым әҙерәк арыған һымағыраҡ ине. "Эшкә бармаҫҡа ла уйлағайным, ниңәлер эс йомшабыраҡ тора. Шулай ҙа барырға булдым. Бөгөн төнгөлөккә – ике сәғәт ярымдан ер аҫтына төшәбеҙ", – тигәне иҫтә ҡалған. Сығыр алдынан ул ишекте асты, асҡан көйө нурлы йөҙөн бороп миңә бер аҙ ҡарап торҙо. Мин дә уға ҡарап йылмайып ултырҙым. Ни өсөндөр миңә бик-бик рәхәт ине. Ағайым сыға биргән һымағыраҡ итте лә, кире инеп: "Ҡана, ошо тотҡаны һөртәйем әле. Балаларға минән ауырыу йоғоп ҡуймаһын", – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткән мәлдә йәшел бишмәтенең сабыуы менән ишек тотҡаһын һөртөп торҙо.

Ағайым сығып китте, уның артынса уҡ мунсаға юлландым. Йыуынып сығыуыма тәбиғәт йәнләнеп киткәйне, сөнки әле генә йылы ямғыр яуып үткәйне. Болоттарҙың ҡойроғо, ямғыр һыҙаттарын ҡыя төшөрөп, Ирәндек яғына китеп бара ине. Шул саҡ көслө шартлау яңғыраны. Файҙалы ҡаҙылдыҡтар сығарыу өсөн өңөлгән ғәләмәт ҙур соҡор өҫтөнә ҡап-ҡара төтөн бағанаһы ҡалҡып сыҡты.

Әүлиә булһам, ошо ямғырҙың һәм шул төтөндөң ни тиклем дә хәүефле икәнен һис шикһеҙ аңлар инем. Ағайым эшләгән урынға йүгереп барып етер ҙә, аяғына ҡолап: "Төшмә, зинһар өсөн, төшмә бөгөн ер аҫтына! Төшмә!!!" – тип ялбарыр инем. Улай эшләмәнем шул: бөгөн дә әүлиә түгелмен, ул мәлдә лә әүлиә түгел инем. Бер нәмә лә уйламай, ҡайтып киттем. Ҡайтып етеп сәй эсеп ултырғанымда ла ағайым иҫән булған әле. Киске биш тирәһендә уның эргәһендә барған мөһабәт кәүҙәле урыҫ егете өнһөҙ генә ергә ауған. Уға ярҙамға ташланған ағайым да, ағыулы һауа һулап, иптәше эргәһенә тауышһыҙ ғына барып йығылған. Ҡалған ирҙәр, аҡылдан яҙғандай, кире яҡҡа һыпыртҡан. Улар бөтәһе лә имен ҡалды, ә ағайым менән урыҫ егетенең йәндәре, парланышып, беҙ белмәгән яҡтарға осоп китте. Ошо ике йән, тәғәйенләнгән урындарына осоп барғанында, үҙ исемдәрен ҡысҡырған тауыш ишетә. Ағайым менән урыҫ егетен ҡотҡарам тип һәләк булған Шәфҡәт исемле батыр егеттең йәне булып сыға был.

Шәфҡәт төп төркөмдән арттараҡ килгән була, һәм ҡасып барыусы ирҙәр уның эргәһенән йән-фарман йүгереп үтә. Кемеһелер, бер аҙға ғына туҡтап: "Һауа... ағыуланған... кире борол", – тип бышылдай ҙа башҡалар артынан төшә. Шәфҡәт әрнеүле тауыш менән: "Ҡурҡаҡтар!" – тип ҡысҡыра ла, ағыулы һауаны үткәрмәй торған битлектең мөштөгөн ауыҙына ҡабып, ағайым менән урыҫ егетенең кәүҙәләре ятҡан яҡҡа ташлана. Тик, дуҫтарына ун биш-егерме самаһы аҙым ҡалғас, Шәфҡәт тә иҫһеҙ килеш ергә ауа, сөнки ни сәбәптәндер ауыҙынан мөштөгө ысҡынып китә.

Ағыуланған һауа һулап, өс егет ана шулай, ғазапланмайынса ғына, яҡты донъянан китеп барҙы. Уларҙың иң олоһо Әхәт ағайым булды – уға утыҙ йәш тулғайны. Ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙы Әлфиә менән улы Айрат етем ҡалдылар. Шәфҡәт иһә тәүге балаһының, ҡыҙ ғынаһының, тыуыуына шаһит булырға ла өлгөрә алмай ҡалды, ә урыҫ егетенең тәүге балаһы, ҡыҙына, бер йәш тә тулмағайны...

Азат ҡустым да беҙҙең арала оҙаҡ йәшәмәне. Алты малай, бер ҡыҙ араһындағы иң изгелекле йән ул булғандыр. Уның ҡыҫҡа ғына ғүмеркәйҙәре ситтә үтте. Ҡустымдың яҙмышын мин, нишләптер, Туҡай яҙмышына оҡшатып ҡуям. Ғаилә йылылығы татырға, үҙен яратҡан, үҙен аңлаған кешеләр араһында йәшәргә насип булманы уға. Донъға бишенсе бала булып килгәнлектән, ҡустымды сабый көйө генә өләсәйем тәрбиәһенә бирҙеләр. Ҡайтып бер аҙ үҙебеҙҙә йәшәгәйне, әсәйем, "кеше итәм" тип, уны Өфөнөң атаҡлы йыйылма мәктәбенә ебәрҙе. Был мәктәпте ҡустым яратманы. Яҙған хаттарының береһендә әйтелгән ошо ике һөйләм әле лә мейемдә әйләнеп йөрөй: "Эштәр һәйбәт бара. Салбарҙы хөздөләр..." Ике йыл хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уға димләп кәләш алып бирҙек. Юл аша ғына йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһе, өйөндәге ҡатыны менән тиҫтә йыл самаһы мәшәҡәтләнгәндән һуң, Азат ҡустым үҙ теләге менән алыҫтарға, әҙәм заттарына таныш булмаған яҡтарға, китеп барҙы. Үҙенең күңелен йылыта алмаған ғаиләһе, күҙҙәренән һалҡынлыҡ бөркөлөп торған яңы туғандары менән ипле генә хушлашҡандыр ҙа дөм-ҡара донъяға һикергәндер...

* * *

Алаҡайҙы иткә тапшырыр алдынан, һыйырыбыҙҙы ла индереп, теүәл бер тиҫтә йән инек беҙ. Әле шуларҙың алтауһы, фани донъяның һүрән генә рәхәтлектәренән әҙ-мәҙ ауыҙ итеп, ҡайғы-хәсрәттәрен һемереп эсеп, яҙмыштың көн дә асылып-ябылып торған биттәрен уҡый-уҡый, ғүмер итә. Шулар араһында тик бер генә кеше бәхетле. Ул кеше – мин. Бәхетемдең серен шуның менән аңлатам: йәшәйеш серҙәрен сисергә өйрәндем мин. Шуға ла бер нимәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмайым. Хатта әҙәми заттарҙы дерелдәтеп тотҡан Әжәл дә бер ниндәй хәүефләнеү уятмай миндә. Дөрөҫөрәге, иң тоғро кәңәшсемә әйләнде Ул.

Йәшәйеш серҙәрен сисергә нисек өйрәндем һуң? Иң алда эсеүҙе бөтөнләйгә ташланым. Беренсе аҙымым шул булды. Мәжлестәрҙә, башҡа шуның кеүек урындарҙа эскән кешеләрҙең нисек хайуанға әйләнеүен күҙәтеп ултырған һайын, араҡының ни тиклем дә ытырғаныс, ни тиклем дә хәшәрәт нәмә икәненә нығыраҡ төшөнә барҙым. Икенсе аҙымым шул булды – бына ун ике йыл инде ауыҙыма ит тә, балыҡ та, йомортҡа ла алғаным юҡ. Ауыр аҙыҡ ашамағас, үҙемде тымыҡ һауала еңелсә генә елберҙәп йөҙгән үрмәкес ауына оҡшатам.

Икенсе аҙымымды туғандарымдың, таныштарымдың күбеһе оҡшатып етмәй. "Башҡорт борон-борондан ит ашаған, ә һин ашамайһың. Тимәк, һин башҡорт түгел", – тиҙәр ҡайһы берәүҙәре. Мин – башҡорт. Ошондай тыныс та, түҙемле лә, эскерһеҙ ҙә халыҡ араһында тыуғаныма, тәрбиәләнеүемә яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Халҡымды мин бөтә күңелем менән яратам, тик тойғоларымды нисек әйтеп бирергә генә белмәйем. Бәлки, бер заман өйрәнермен. Өсөнсө аҙымың нимәнән мәслихәт, тип һорарһығыҙ, бәлки. Әлегә әйтә алмайым. Мин бит үҙем һөйләмәйем – ала һыйыр бәйән иткәндәрҙе ҡағыҙ биттәренә төшөрә генә барам. Әле бына һыйырҡайым ҡолағыма шыбырлай: "Ошо әйткәндәрҙе яҙ ҙа туҡта. Нөктә ҡуй".

Алаҡайҙы тыңламай булдыра алмайым, сөнки ҡаныма, тәнемә, йәнемә, рухыма һеңешкән ул. Исемем дә Самат түгел. Исемем – Алаҡай.

Яҙып бөттөм 2002 йылдың ун етенсе ғинуарында.

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ.

Читайте нас