99 баланы сөннәткә ултыртҡан оло өләсәйем Мәлихаға бағышлайым.
Мәфрүзә ҡарсыҡтың үлем түшәгенә ауғанлығы көнө-сәғәте менән бөтә ауылға таралды. Тиҙ арала ауылдың икенсе башында йәшәгән ҡыҙына, йыраҡтағы ейәндәренә хәбәр еткерҙеләр. Инде килә алырҙай кеше йыйылып бөткән кеүек булғас, ҡарсыҡ терһәктәренә таянып тороп ултырҙы ла:
– Мөхәммәтғәлиемдән хат юҡмы әле? – тип һораны.
Быға ҡәҙәр ер емертеп йөрөгән, ғүмерендә лә көндөҙ карауатта ятыуҙы бар тип белмәгән Мәфрүзә әбейҙең йәй уртаһында яҡты донъя менән хушлашырға йыйыныуы үҙе бер сәйер хәл тойолһа ла, бер нәмә булмағандай, яҫтыҡҡа янтайып һөйләшеп ултырыуы хәйер-фәтиха алырға тип килгәндәрҙе тамам аптырашта ҡалдырҙы.
– Урын табып ултырышығыҙ инде, балалар, – тине ул яйлап ҡына, – алыҫ юлдан килгәндәргә самауыр яңыртығыҙ.
Ғәзизәнең яңы ғына ағартылған мейес янында төтөнлөгөн ҡырын һалып ултырған самауырға күҙе төштө. Яҡын әбейе янында ҡунаҡта булып ҡайтҡандан һуң, ҡыҙы: “Әбейем, инде икенсе килеүеңә мин булмам, тубырсыҡтарҙы бер йыллыҡ итеп кенә әҙерлә, минән һуң ҡарағай тубырсығынан ҡайнатылған сәй эсергә теләүсе табылмаҫ, тип һөйләнгеләне. Яңынан күрмәҫ кеүек, ҡосаҡлап бик ныҡ арҡамдан һөйҙө”, – тигән ине. Ҡара ана! Бөтә тормошон йылға ағыштарылай гел белеп, һиҙеп тора был оло кеше тигәнең... Ул сағында артыҡ иғтибар ҙа ителмәгән был үҙ бик тәрән мәғәнәгә эйә булғандай тойолдо, күҙ төптәренә йәш төйөлдө, өндәшмәне, кеше күрмәгәндә генә күлдәк еңдәре менән һыпырып алды. Үҙе эсенән, бәхетле әбей ҙә инде, ейәндәренең балаларын күреп, ҡарашып китә бит, тип һөйөндө.
Ғәзизә уҙған йәйҙә ҡыҙы Нәфисә йыйып киткән тубырсыҡтарҙан самауыр ҡуяйым тип соланға, улар һалынған кәрзингә, табан атланы. Керҙе лә аптырап китте: кәрзин төбөндә ни бары биш-алты тапҡыр сәй ҡайнатарлыҡ тубырсыҡ тәгәрәп ята. Етһә лә өс көндән артыҡҡа етмәҫ, шул тиклем ҡунаҡ төшкән өйгә... Ҡунаҡ тиергә лә тел әйләнмәҫлек бер көн булды лаһа!
Ғәзизәнең йөрәгендә – бик тә ҡәҙерле кешеһен юғалтыуҙан ҡурҡыу, үткәндәр тураһында уйлауҙан тыуған һағыш хисе ине. Ҡыҙына ҡат-ҡат: “Киләһе йәйгә, киләһе йәйгә...” – тигәне әллә ысын уҡ булырмы икән?
Инде орлоҡтары ла ҡойолоп бөткән, әммә күрер күҙгә тос, матур тубырсыҡтарға үрелгәндә, ҡулдарының уларҙы бик аралап, һанап, һаранланып алғанын тойҙо. “Етһә лә өс көнгә етер”, – тип уйланы ул, тағы бер тапҡыр кәрзиндән күтәрелгәндә, икеләнеберәк торғандай. Шунда ҡылт итеп әбейенең намаҙ уҡығанда ҡалдырмай торған бер теләге иҫенә төштө: “Өс көндән артыҡ урынымда ятҡырмаһаңсы, Хоҙайым, әжәл сирҙәренең шул өс көнөнә сыҙарлыҡ түҙемдәр бирһәңсе...” Был доға, Мәфрүзә әбейенең теләк һүҙҙәре ҡыҙҙы гел аптырата торғайны. Оҙағыраҡ торһа һуң, уның яҡты донъя менән шулай бик тиҙ хушлашаһы киләме икән ни?
Әле ул саҡта һораулы ҡараштарын эләктереп алған әбейе ғәҙәтенсә емелдәп кенә йылмайҙы ла: Эй, ҡыҙым, кеше ҡулдарына бер ҙә ҡалаһы килмәй шул, – тип ҡуйҙы. – Үҙ аҡылыңда, үҙ көсөңдә китеүгә етмәй инде ул...” Кеше ҡулдары тип... Кем ауырһына һуң уны ҡарарға? Сит-ят ҡулдар түгел дә баһа! Барыһына ҡарап торған бер “яҡын әбей”ҙәре бар!
Услап күкрәгенә ҡыҫҡан тубырсыҡтарҙың береһе кире кәрзингә төшөп китте лә мөйөштә йыйылып ятҡан иштәре янына тәгәрәне. Ғәзизә уны кире күтәреп алманы. Тубырсыҡтарҙы күпмегә оҙағыраҡҡа еткерһәң, әбейе шуның ҡәҙәр артығыраҡ йәшәр кеүек инеме... Яҙмышты алдарға теләгәндәй, ул бер тубырсыҡты үҙе үк кире кәрзингә ырғытты.
Бик тә ярата ине шул уның әбейе ҡарағай, шыршы еҫтәренә быуылып ҡайнаған, шишмә һыуынан бешергән бөтнөк сәйен, бигерәк тә ярата ине инде бына... Бөтә халыҡты аптыратып, ауыл ғәҙәттәрен һанға уҡмағандай, бер улар ғына баҡса түренә ылыҫлы ағастар ултыртты, бер ул ғына ҡаршыһындағы үҙе менән килен булып килгән көндө төртөлгән ҡарағай төбөнә ире Ғәлләмдән пар кеше һыйырлыҡ ултырғыс яһатты.
Бала сағында, яҡын әбейҙәренең өй ҡаршыһындағы сиҙәмлектә мәш килгәндә, уларҙы шул нарат сайғаҡлы ултырғыстан, ҡаҙ бәпкәләрен һаҡлаған кеүек, таяҡ менән төрткөләп кенә уйнатып ултырырға ярата ине ул. Унан – йомшаҡ бәпкә үләне өҫтөндә иҙрәп, ҡояшта ҡыҙынып ятҡан тубырсыҡтарҙы бергәләп йыялар ҙа сәй эсергә инеп китәләр. “Ҡаҙ йомошлағансы, кеше аяғы баҫҡансы, алып ҡалығыҙ инде балалар”,– ти ине Мәфрүзә әбейҙәре, самауыр эсенә тултырылған тубырсыҡтарҙан ят, зарарлы еҫтәр килеүен, самауырҙың нәжесләнеүен теләмәгәндәй.
Яҡын бабалары вафатынан уң ололарҙан ҡарағай төбөндә бүтән кемдең дә булһа ял иткәнен хәтерләмәй Ғәзизә. Әллә сөннәтсе ҡарсыҡты ололап, үҙҙәренән айырып ҡуйыпмы, әллә был бәхетте Ғәлләм ағайҙарыныҡы ғына һанапмы, ҡаршыһына ултырырҙар, ҡарағайҙың икенсе яғына йыйылышырҙар, Мәфрүзә әбейҙең артында баҫып торһалар торорҙар, әммә ләкин йәнәшәһендә урын алмаҫтар.
“Туҡтәле, әбей, бер ни булмаған кеүек, түр башында күрше-күлән менән һөйләшеп ултыра, ә мин инде уның тураһында үткән замандағы кеүек һөйләйем”, – тине Ғәзизә, үҙен ошолай уйлауҙан нисек туҡтатырға яйын тапмайынса.
Әле ейәндәренең ейәндәрен дә күрерлек ҡиәфәттәге, мәңге йәшәр кеүек тойолған Мәфрүзә өсөн һөйөнмәҫлек инеме ни?! Улай ҙа, эҫе йәй уртаһында, бесән өҫтөндә, бөтә донъяның башына тимер менән һуҡҡандай, ҡарсыҡтың халыҡты хушлашырға саҡырыуы күрше-күләнде лә, балаларын да тамам аптырашта ҡалдырған ине.
– Ә -ә, һин икәнһең. Мин, Ғәйфулланың төпсөк малайы керәме икән әллә, тип торам, – тине Мәфрүзә әбей, үҙе көткән кешеләрҙең исемлеген күңеленән тағы бер ҡат барлаған ҡиәфәт менән. – Мөхәмәтғәлием дә ҡайтып етһә, сөннәт улдарым ҡәберлеккә килеп булһа ла хәлемде белерҙәр... Ҡайһы ҡайһы яҡҡа таралып бөткәндәр шул инде. Бында йәшәгәненең дә – үҙ тормошо. Эш кешеһенең бындай йәйҙә эштә булғаны яҡшы.
Ҡарсыҡ, ултырырға урын яйлағандай, мендәрҙәрҙе тотҡолап ҡараны. Шунда уҡ барыһы ла, хәҙер әбекәй, хәҙер әбекәй, тиешә башланы.
– Юҡ та, мин былай... Тик тора алмағандан ғына. Әле бына сөннәт тигәндән... Туҡһан туғыҙ улымдың сөннәт өләсәһе бит мин. Туҡһан туғыҙ! Һәр бөртөгөнөң ғүмере минең ҡулдағы бәке үткерлегенән уҙған...
***
Мәфрүзә ҡарсыҡ йыраҡ Шүләнгер яҡтарынан был ауылға килен булып төшкәндә, сөннәтсе әбейгә әйләнермен, тип башына ла килтермәгән ине. Приказчик ҡартының ҡосағында йылынып, затлы кейемдәр эсендә матурланып, йомшаҡ түшәктәр өҫтөндә түш киреп йәшәргә ине уның иҫәбе. Бына был яйһыҙ, йәнһеҙ булып ҡалған яҫтыҡ өҫтәрендә түгел...
Ҡаралты-ҡура тураһында ҡайғыртаһы юҡ. Бар нәмә килен төшөүгә яңынан, ике ҡатлынан һалдырылған, йорттоң тирә-яғын инде мул ниғмәт килтереүсе еләк-емеш баҡсаһы биҙәй. Һыу буйында аҡ мунса мөрйәһенән, ҡунаҡ-фәлән төшкәнде хәбәр итеп, көн буйына төтөн төтәй, аҙбарҙа туҡ малдар мөңрәй, ҡапҡа төбөндә ялтырап торған тире кошевкаға егелгән ҡап-ҡара туры айғырҙар бейешә.
Йәш килен бирнәһенән сығарылған еҙ ҡоштабаҡтар, баҡыр ҡомғандар, өй алды стенаһындағы ҡаҙаҡҡа элеп ҡуйылған сигеүле һөлгөләр бында яңы тормош башланғанды хәбәр итеп тора. Уларҙың ҡайһыһына эргәләге баҡсалағы алмағастарҙың ҡыҙыл, һары алмалары сөмәкәйләп тултырылған. Һандуғас һүрәте төшкән көйәнтәләр, йәш киленгә һыу буйҙарын күрһәтергә әҙерләнеп, шундай уҡ һүрәтле алюмин силәктәргә үрелгән.
Өй эсенә керһәң, кире сығаһы килмәй: бирнә һандығында нисә йылдар быуылып ятҡандан уң тынсыулыҡтан ҡотолғандарына һөйөнөшкән өйөм-өйөм сәскәле-суҡлы туҡымалар, ҡашағалар, шаршауҙар, ултырғыс япмалары, өҫтәлгә йәм биргән ашъяулыҡтар, көҙгө өҫтәре... Сигеүле һөлгөләр менән матурлап та ебәргәс, былай ҙа гөлгә күмелеп ултырған тәҙрәләренә эске яҡтан да нур ташҡыны ағылғандай, яҡтылыҡ ингәндәй булды.
... Өй түрендә, ылыҫ еҫтәре сығарып, самауыр гөжөлдәй.
Ғәлләмдең танау япраҡтарына ҡунған тир тамсыларына иҫе китеп ҡарап ултыра ул. Бөтөрөлөп киткән мыйыҡтарына төшәләр ҙә унан кәрәҙле бал тултырып ирендәренә яҡынлашҡан ҡалаҡ өҫтәренә һикерерҙәр кеүек.
Ғәлләмде Мәфрүзә бер күреүҙә яратты. Ялындырып торманы, һорап килгән көндө үк, атай-әсәһен аптырашта ҡалдырып, бирнә тупларға тотондо. Беҙ ярар тиһәк тә, көтәһең мәллә, бер ҙә күргән-белгән кешең түгел бит, тағы бер ныҡлап уйла, әле эш уҙмаған, тейештеләр. Ҡыҙ, улар ҡаршыһында ғүмерендә беренсе тапҡыр ҙур батырлыҡ күрһәтеп, барам икән барам, тип ярҙы ла һалды.
Ә бит ире, ысынлап та, бына тигән. Эшкә ҡулы ятып тора, беләгенән көс таша, уҡымышлы, динле, замандан да артта ҡалмаған. Шаянлыҡ та етерлек үҙендә: ҡапҡа алдына шәп аттарында килеп туҡтауға, йәш егеттәр кеүек һыҙғырып ҡына ебәрә. Ул да булмай, Мәфрүзә абыстай сығып, туры айғырҙарҙы өҙәнгенән тотоп тынысландыра ла көмөш тәңкәле ҡайыштарҙы ҡапҡа башына ҡағылған алҡаларға бәйләй.
Унан, йылы һыу алынған ҡомғанды алып сығырға тип, тиҙ генә өйгә кереп китә. Мәфрүзәнең был өйҙә яратҡан вазифаһы – эштән арып ҡайтҡан иренә тәһәрәт алырға булышыу. Ул быны яратып, ғүмер буйы ошоно ғына эшләп үҫкән кеүек оҫта башҡара. Ваҡытында һабынын бирә, ваҡытында һыуын һала, сигеүле таҫтамал менән ҡартының ҡулдарын үҙе ҡорота, биттәрен икенсе бер өлгө менән йомшаҡ ҡына итеп үҙе һөртә. Шул арала, яйын тура килтереп, Ғәлләм дә уны бит алмаларынан еңелсә генә үбеп ала. Был йортта ҡәйнә-ҡайны булмаһа ла, улар иркенләп һөйөшөргә әле бер-береһенән ҡыйынһыналар, әҙәпһеҙлек, тупаҫлыҡ һанайҙар.
Ғәлләмдең ауылдаштарына аңлашылмай торған бер ғәҙәте бар. Йәйге, көҙгө эштәр бөттөмө, донъя күрәм тип, хужаһынан ял алып, йыраҡ ҡалаларға сығып юғала. Саквояжын еңел генә һелкеп китһә лә, ҡапсыҡ-ҡапсыҡ күстәнәс, аҫыл туҡымалар, беләҙек-йөҙөктәр күтәреп ҡайтып керә ул. Шунан ай буйына ауылдаштары уның күргәндәрен тыңларға йөрөй. Ғәлләм ағайҙары бер ҡаланан икенсе ҡаланы тыңлатыусы сыбыҡтар, ер ҡаҙыусы машиналар, тағы әллә ниҙәр тураһында һөйләй, әммә күберәк ул әле нимә буласағын фаразларға, кешеләрҙе хыял донъяһында йөҙҙөрөргә ярата.
Ун алтынсы йылдың яҙында шундай сәфәрҙәренең береһенән Ғәлләм бөтөнләй башҡаса ҡайтып керҙе. Башына ниндәйҙер уй тулғаны әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Кескәй генә төйөнсөгөнә һалып ҡайтҡан ваҡ-төйәк, таҡта сәй менән һыйланғас, инде барыһы ла өҫтәл тирәһенән ҡуҙғалабыҙ тип торғанда, төпсөгө Хәҙисәне алдына ултыртып һөйҙө лә:
– Әсәһе, донъялар боҙолорға тора бит әле, балалар тураһында уйламай булмай, был йыл ҡышҡа утын әҙерләп тормайбыҙ, йорттоң бер өлөшөн турап яғырбыҙ, – тип ҡуйҙы.
Аҫҡы ҡаттың аш бүлмәһен сәйер тынлыҡ тултырҙы. Түшәмгә ҡарап-ҡарап ултырһа ла, Мәфрүзә ҡарты ҡылған ныҡлы ҡарарҙың сәбәбен тикшеренергә батырсылыҡ итмәне. Яулыҡ осон тешләп тынып ҡалды.
Ихата кесерәйеп, ҡаралып, меҫкенләнеп китте. Һыйыр ҙа моңлораҡ мөңрәй, тауыҡтар ҙа моңһоуланып ҡытҡылдай кеүек тойолдо. Мәфрүзә менән Ғәлләм кистәрен ҡарағай төбөндәге ултырғыста һирәк күренә башланы, уларҙы йорт үҙгәртеү, донъяны башҡаса көтөү мәшәҡәте баҫты. Мәфрүзә лә элеккесә ҡош кеүек талпынып, дәртләнеп йөрөй алманы, сөнки ире бай абзыйынан да эштән сығып өлгөргән, аҡса яҡтары шаҡтай ҡыйынлаша төшкәйне:
– Батша төшәсәк бит, ҡарсыҡ. Кешегә генә һөйләй күрмә, беҙҙең ауыҙҙан сыҡмаһын: үҙең генә ишеттең! Тормоштоң ҡайҙа тәгәрәүен Алла үҙе генә белә. Шуныһы хаҡ: байҙарға көн бөтәсәк, ти. Ундай ваҡытта байыңды, бай түгелеңде лә ҡарап тормаҫтар... Ауыл тулы хәйерсе йәшәгәндә, ике ҡатлы таш йортоң менән һин дә шулар араһына эләгәһең инде...
Ауыл уртаһында бай йорттарынан да матур булып ултырған күрекле йорттоң ай эсендә шул хәлгә килеүе, Ғәлләмдең һуңғы йөрөп ҡайтыуынан һуң, кеше йыйып, күргән-белгәнен һөйләргә ашыҡмауы күрше-күләнде генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙы ла бошоуға һалды, ҡайһыһы нимәгә юраһа юраны, эштең асылына һис кем төшөнмәне.
Барыһы ла ун етенсе йылға килеп кергәс аңлашылды. Яманынан ҡурҡыта, шул уҡ саҡта яҡшы тормошҡа ниндәйҙер өмөттәр ҙә уята торған әле был, әле теге хәбәрҙәр ауылға көн булмаһа, ай айын килеп тора башланы. Уларҙың ысынға ашаһын оҙаҡ көтөргә тура килмәне: батша ла төштө, власҡа большевиктар ҙа килде, ауыл байҙарының байлығын тартып алыу ҙа башланды.
Иң элек Ғәлләмдең оло ҡыҙы Маһибикә килен булып төшкән йорттағыларҙың барыһын урамға сығарып ташланылар, ҡаралтыларын, әйберҙәрен – ҡайһыһын кемгә тараттылар. Ата кеше, ҡыҙы тупһаһына килеп йығылыр, шул мәхшәрҙә тора алмаҫ, тип көткән ине, улай булманы, ире менән бер булып, тештәрен ҡыҫып, күршеләре йортоноң бер мөйөшөндә, шаршау менән бүлеп алынған аш-һыу яғында йәшәп киттеләр. Эштәрен дә эшләштеләр, үҙҙәренекенә ҡушып, балаларын да ҡараштылар. Аҙбарҙарындағы малдары ла ят итмәне, уларын сәүит кешеләре ҡасандыр үҙ аҙбарҙарынан туп-тура кертеп кенә ҡуйған ине...
Ғәлләмгә инҡилап елдәре ҡағылманы: алаһы әйбер ҡалмаған, былай ҙа өләшеп бөтөрөлгән ине. Ябай халыҡтан урыҫса яҙыу яҙырлыҡ кеше тапмағанға, ярлыларҙың комитетына үҡ һайлап ҡуйҙылар үҙен, ҡаршы төшөп ҡараманы, артыҡ һүҙ көрәштереүҙең мәғәнәһеҙлеген аңланы, писер булһам ғына, тип ризалашты, өстө өскә ҡуша белмәгән сәүитселәр менән бергә эшләп китте.
Йыл артынан йыл уҙҙы, яңы көн артынан көн тыуҙы, бөтөнләй башҡаса, динһеҙ, Аллаһыҙ тормош башланды... Сөннәт бабалары ла, мулла-монтағай ҙа, хәреф танытҡан хәлфә лә ауылдан йә ҡыуылды, йә, бер ни янамаһа ла, үҙҙәре үк сығып ҡасты. Ғәлләм шулай ҙа намаҙын ташламаны. Өйҙә ҡылған доғанан ҡурҡырға кәрәк, тип тапманы.
Ирҙәрҙең ҡайһыһы һуғышта ҡырылған, ҡайһыһы былай юҡҡа сығарылған шундай бер заманда уғыл өҫтөнә уғыл тыуҙы, әммә шәп, биҙәлгән дуғалы саптар аттарҙа ауыл әйләнеп уҙҙырылған бәпәй туйҙары ла, ҙурлап исем ҡушыуҙар ҙа онотолдо. Улай ғына түгел, тора-бара сөннәткә ултыртырлыҡ, баба булырлыҡ кеше ҡалмағанлығы ла беленде. Ул ауылға саптылар, был ауылға... Сәүит тыя, тип тә торманылар, сөннәт тигәне һәр кем өсөн йәшәү кеүек бер яп-ябай ғәмәл ине. Бабаларҙан килгән был йоланы боҙорға һис кем ҡыймаһа ла, юлы һис табылманы. Сөннәт бабаларын ер йотҡан инеме ни?! Ахырҙа, ирҙәрсә ныҡлығын, таҙалығын, батыр йөрәклелеген белгән ауылдаштар Мәфрүзәгә килеп баш эйҙеләр: балаларыбыҙҙы сирле итмә, фәлән-фәлән абзыйҙан ҡалған сөннәт бәкеһе бар, риза булып, шуны үҙеңә ҡорал ит, тинеләр. Ризалашһа ризалашты, ризалашмаһа – юҡ (шуны һорап торҙолармы икән әле?), шул көндө үк Мәфрүзә түтәкәй Сөннәтсе әбей булып китте.
Ире Ғәлләм менән йорт кенәгәһенең һуңғы битенә сөннәт балаларының аты, нәҫел ҡушаматы, туған, арыуландырылған йылын теркәргә кәңәшләштеләр. Мәфрүзәнең инде илле бере тулып килә, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡарсыҡтар рәтенә кереп бара ине. Шулай ҙа төҫө, тотошо, кейем-һалымы менән башҡаларҙан айырылып торған, һаман да приказчик ҡатыны икәнлеге әллә ҡайҙан күренгән Мәфрүзәне һүҙ менән дә ҡартайтырға ҡыймағандары, ололап, яҡын итеп, Сөннәтсе инәй тип атай ине.
Бала тыуһа тыуа, күлдәк-ыштан кейә, көн дә ҡашыҡ тотоп ашарға ултыра – колхозлашаһыңмы һин, юҡмы, үҫтерергә хәлеңдән киләме әле – һорап тормай икән. Ике-өс йыл тигәндә исемлектәге балаларҙың һаны туҡһан туғыҙға етте лә, дәфтәрҙең ул бите, ҡултамға алынып, бөкләп, йәбештерелеп ҡуйылды. Диндарлығынан ырым-шырымға артыҡ иғтибар бирмәгән Мәфрүзә сөннәт тигәндә әллә нимә эшләне. Бабаһынан, йөҙөнсө баланы сөннәткә ултыртырға ярамай, үлә, тип ишеткәне бар ине, аҡылы менән шул һүҙҙе кире ҡаҡһа ла, күңеле тыңламаны, ниндәйҙер ҙур бер көс унан сөннәт бәкеһен йыраҡҡа – келәттәге кейем-һалым һалынған һандыҡ төбөнә йәшертте.
Үс иткән кеүек, икенсе көндө үк иртә таңдан уларҙың ҡапҡаһын дөбөрҙәтеп-дөбөрҙәтеп ҡағырға тотондолар. Урам тәҙрә аша Мәфрүзә килеүсенең күпхуж рәйесе икәнлеген күрҙе, үҙен саҡыра тип уйламайынса, колхозда баш агроном булып эшләй башлаған ире Ғәлләмде төрткөләп уятты:
– Ниҙер булғанмы, ана, Мотиҡ абзый ҡапҡа ҡаға, сыҡ тиҙерәк! – тине. Ғәлләм ҡауҙарланып-ҡабаланып, мейес башындағы үҙе һеркәләндереп яһаған яңы сорт ашлыҡтарҙың бүртелешен тикшерергә ултыртҡан ағас һауытты бәреп төшөрҙө. Урынына алып ҡуйманы. Мәфрүзәгә генә ҡушып, эйәге менән йәшниккә ымланы. Ишек ҡатындағы элгескә үрелгәс, уныһы, ҡаҙағынан ысҡынып, кейемдәре-ниҙәре менән иҙәнгә килеп төштө. Ғәлләм өҫтөндәге кейеме менән генә урамға, ҡапҡаны асырға йүгерҙе.
Тик Мотиҡ Мәфрүзәнең үҙенә килгән икән.
– Ҡотҡар, еңгәсәй, – тип һүҙ башланы ул инер-инмәҫтән. – Малайҙың ғәүриәте тамам эренләгән, сөннәткә ултыртмаһаң, иртәгә-бөгөн үлер бит...
Мәфрүзә ҡарсыҡ яуап бирергә ашыҡманы. Ул үҙен сөннәткә ултыртып йөрөгәне өсөн генә күпме яфалаған был кешенең күҙҙәренә тура ҡарай алманы.
– Яңылышлыҡ миндә булған, – тип дауам итте үҙен Мотиҡ. – Үҙ башыңа төшмәйенсә, белмәйһең икән ул....
Сөннәтсе әбейҙең һаман да бер ни әйтмәйенсә тораташтай тороуын Мотиҡ, аҫтыртынлығы, үпкә һаҡлауы, үлем түшәгендә ятҡан балаһы өсөн эстән генә һөйөнөүе, тип фаразланы.
– Кисер, еңгә, яңылышлыҡ – миндә, – тине ул тағы бер ҡат. – Сәүит ҡушҡанса йәшәйем, тип...
– Беҙ ҙә сәүит ҡушҡанса йәшәйбеҙ ул, Мотиҡ, – тип әйтә башлаған Мәфрүзәне рәйес ярты юлда туҡтатты:
– Мин бит һин сәүитсә йәшәмәйһең тип һөйләп тормайым, ине сөннәтселектә ғәйепләргә тип тә килмәнем, малайға ярҙам ит, тип оло башымды кесе итеп... үлә бит... Үлә!!! Һин эренләнгән ярыһын киҫеп төшөрмәһәң, биллаһи, үлә!!! Һиңә уның нимәһе бар инде?!
Үҙенән нисә йәшкә кесе Мотиҡтың шундай саҡта ла үҙенә баһаһына Мәфрүзәнең иҫе китмәне. Ул быға өйрәнгән ине инде, шуға күрә, һүҙҙең оҙонға һуҙылыуынан ҡурҡҡандай, соланға сығып китте. Ул да булманы, таҙа аҡ таҫтамалға төрөлгән сөннәт бәкеһен тотоп та керҙе:
– Уның нимәһе бар, тип уйлайһың икән, киҫәһең дә төшөрәһең, – тип Мотиҡ ҡулына тотторҙо.
– Ни, мин бит... Сөннәтсе түгел...– тине рәйес, башҡа ни тиергә лә белмәгәнгә.
– Мин дә сөннәтсе булып тыумаған, кәрәк кәртәгә кертә, итексегә лә, тимерсегә лә әйләнәһең. Киҫәһен киҫкән инде мин, һиңә үслек менән түгел, йөҙөнсөгә ҡулым бармай.
Үҙенән бындай һүҙҙәрҙе һис ишетергә теләмәгән, күҙҙәре атылырға торған Мотиҡҡа ҡарап:
– Баланың ғүмерен уйлап ҡына...– тип өҫтәне.
Мотиҡ хөрәфәттәрҙән көлә торған бер кеше ине. Ауылдың иң аҡыллы ҡарсығы тип уйлаған Мәфрүзәнең, шул булыр-булмаҫ ырым-шырымға һылтап, ярҙам күрһәтергә ашыҡмауын ул аңларға ла теләмәне.
– Һуңғы тапҡыр һорайым: ултыртаһыңмы малайҙы сөннәткә, юҡмы?! – тине ул екергән, бойороҡ биргән ҡиәфәттә. Мәфрүзә лә тап шулай уҡ яуап ҡайтарҙы:
– Юҡ!
Юҡ, тиһә тине, әммә ләкин ире Ғәлләмде йыраҡ ауылдағы бер танышына, сөннәт ҡартына, ат егеп елдертте. Мотиҡтан бигерәк сабый ҡыҙғаныс ине. Шундай борсоулы көндәрҙең береһендә күктән килеп төшкән кеүек сөннәтсе ҡарт малайҙы аяуһыҙ үлемдән аҡлап ҡалды, әммә инде Мәфрүзәне рәйестең мәңгелек дошманына әүерелдерҙе. Улының таҙарып китеүенә ул ғына сәбәпсе икәнлеген, хәйер, Мотиҡ белмәй ҙә ҡалған ине. Ҡарты Ғәлләм дә, яҡшы атлы булып күренергә тырышҡандай, был хаҡта һүҙ оҙайтырға теләмәне. Уның үҙ һөйөнөсө һөйөнөс: ошо уҡ көндәрҙә ҡатыны Мәфрүзә, бөтөнләй аптырашта ҡалдырып, бала алып ҡайтырға йыйына ине. Ярай әле, шундай ваҡытта ҡан күрмәне, өҙлөгөп китергә сәбәбе аяҡ аҫтында бит уның, тип фекер йөрөттө буласаҡ атай.
Ҡара һин был Мотиҡты, ҡорһағы танауына еткән Мәфрүзәне кешегә лә һанамағандай дыу килтереп сығып китте, тип уйланы ла бер аҙҙан. Кеше ҡайғыһы менән уныһы шул миҙгелдә үҙенең дә тамам башынан сыҡҡан да баһа! Йәше илленең был яғына сыҡҡан ҡатынының балаға ҡалыуынан ул әле лә иҫәүәнләнеп йөрөй ине юғиһә...
Ай уҙҙы тигәндә, Мәфрүзә тағы бер ҡыҙҙы түр башындағы карауатҡа ҡуйылған, сигеүле япмалар менән сорналған кәрзингә килтереп алды. Инде уның тыуғанына ла шаҡтай көндәр үткән, матурланып, тулыланып килә, кешеләрҙе күрә башлағаны ла тойомлана ине. Ун алты көн тигәндә, әсәһе ҡосағынан айырҙы, бай ҡыҙҙары ғына ятырлыҡ, биҙәкләп үрелгән һауыттың илаҡ бер хужаһы итте.
Орҡоя ир бала һыңары булып үҫте. Буйға ла йәштәштәренән нығыраҡ, көскә лә һис береһенә бирешмәҫлек, телгә лә кәрәгенән артыҡ үткер булды. Һуғышып-фәлән йөрөмәһә лә, Мотиҡ малайы Байраҡ менән генә һеркәләре килешмәне, юлдары ҡаршы килһә, юл бирешмәнеләр, бәхәс сыҡһа, икеһе ике яҡта булдылар, сөнки атаһы малайға был нәҫелгә ҡоторған үгеҙ кеүек ҡарарға өйрәтеп үҫтерә ине. Орҡояның быға иҫе китмәне, теләһә ул уны аҡылға ултырта алаһын белһә лә, ҡаҡманы, һуҡманы, әммә сәкәләшкәндә юл ҡуйырға ла ашыҡманы.
Орҡоянан ҡотолоуҙың яйын Мотиҡ абзый тиҙ тапты: һуғыш бөтөп, тормоштар рәтләнә башлаған кеүек тойолһа ла, Ғәлләм абзыйҙың кәнсәләр тирәһенән китеүенән, аяҡтан йығылыуынан файҙаланып, йәше лә тулмаған ҡыҙҙы урман эшенә яҙҙы. Исемлек асыҡлаған йыйылышта, ун һигеҙе тулмағандарҙы яҙмайыҡ инде, тип ҡаршы төшә башлаған күршеһе Сәлихте:
– Тулған, бик тулған, һин беләһеңме, минме? Мин малайҙы сөннәткә ултырт тип килгәндә, инде ул аяҡ араһына керерлек бер ҡыҙ ине, – тип ҡырт киҫеп туҡтатты. Башҡалар инде әйтеп торманы. Алдында йәш буйынса төҙөлгән исемлек ятҡан ауыл сәүите рәйесе лә телен тешләп ҡалыуҙы дөрөҫөрәк һананы. Бер мәктәптә, бер үк парталар артында уҡып йөрөгән балаларҙың береһе Ҡазанға – уҡырға, икенсеһе – урман йығырға китте.
Ҡарағай ҡуйылығы эсендә, ҡоро ергә һылап һалынған бура йорттарҙа, ҡыш башланғас, һалҡын, дымлы ине. Етмәһә, ашау яғы ла шаҡтай таҡырайҙы, быға ҡәҙәр бирелгән икмәк телемдәре йоҡарҙы, сыр шаҡмаҡтары бөтөнләй юҡҡа сыҡты, һәр кем тилмереп, әллә ниндәй өмөттәр менән яҙҙы көтә башланы. Майға кергәс, алмаш килер, уларҙы өйгә ҡайтарырҙар кеүек ине, тик Орҡоялар ауылынан алмаш ебәрмәгәндәр икән, ҡыҙҙы, йәй уҙғансы тип, тағы урман эшендә ҡалдырҙылар.
Аслыҡта кесерткән ашап ҡына түҙә алмам, тип уйлаған Орҡоя ете төн уртаһында күлдәк-ыштандан ғына ауылына ҡасты. Бер алып сыҡмаһа, бер сығыр тип, һуҡмаҡтар буйынса оло юл яғын самалап йүгерҙе лә йүгерҙе, таң атҡанда – өйөндә ине инде.
Мейес төбөнә икмәк тәгәрәтеп йөрөгән Мәфрүзәне ҡыҙының был рәүешсә ҡайтып кереүе тамам аяҡтан йыҡты, етмәһә, ире Ғәлләм дә, ни сәбәптәндер, Орҡояны уйлапмы, башҡаһынанмы, көтмәгәндә йөрәге хәлһеҙләнеп йығылған, инде һуңғы көндәрен йәшәп ята кеүек ине.
– Ҡыҙым, әллә һуң, белгән кеүек инеңме... – тине әсә кеше. – Атаң әжәл менән булашып ята. Инде телдән дә ҡалды. Ауыҙын астырып, һыу һалып, ризыҡ ҡына ашатып торабыҙ...
– Юҡ, әсәй, ҡайҙан беләйем, ти, ҡастым мин, атайҙы аҙаҡ күрермен, йәшер мине тиҙерәк, – тине Орҡоя, атаһы янына уҙырға, уны ла борсорға батырсылыҡ итмәйенсә. – Оҙаҡ көттөрмәҫтәр, кем белә, эҙләп тә килерҙәр.
Мәфрүзә ҡарсыҡ айнып киткәндәй булды. Иламаны, орашманы, борсоманы, ғәҙәттәгесә, яулыҡ мөйөшөн тешләп уйға ҡалып торҙо ла, ҡыҙына өҫтәлдәге иҫке икмәкте булһа ла ҡаптырып, баҡсаға алып китте.
Ихата артында, аҙбарға яҡын ғына өйөп ҡуйылған, түтәлгә әҙерләгән тиреҫлеккә ашыҡмай ғына ҙур уйым яһаны, төбөнә кәртәгә кибергә эленгән балаҫтарҙы йәйҙе, шунан баш һелкеп кенә ҡыҙына кереп ятырға ҡушты, йөҙ тирәһенә иҫке мөрйә башын ҡуйғандан һуң, ҡалған ерен туҙған кейем-фәлән менән ҡапланы ла түтәлде матур, тигеҙ итеп яңынан өйҙө. Торбаның тирә-яғына йолҡоп ташланған сүп үлән, ҡороған сыбыҡ-сабыҡ һалды. Эше бер кем аңламаҫлыҡ, һиҙмәҫлек булып ҡалды.
Ысынлап та, эҙләп килеүселәр оҙаҡ көттөрмәне, төш етәрәк һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Шаҡыуҙары йомшаҡ булһа ла, һөйләшеүҙәре ҡаты ине. Өй аҫты пыран-заран килтерелде, сормалар аҡтарылды, аҙбарҙан мал сығарылды... Түрҙә ятҡан Ғәлләм карауаты ла ҡуҙғатылды, телһеҙ тип тә торманылар, эҙләп-эҙләп тә, Орҡояны таба алмағас, уға ла янап, әйтмәгәндәрен ҡалдырмай, пырлап сығып киттеләр. Һорашып, күршеләренән дә бер хәбәр алмағас, ҡайтмағандыр, тип ышандылар, ахрыһы. Күҙҙән юғалдылар. Колхоз рәйесенең эште ҙурға ебәргеһе килмәне, аҙна тигәндә, икенсе берәүҙе табып, бер ни белмәгәндәй, “Орҡояны ҡайтарығыҙ, атаһы үлем түшәгендә” тигән хат тоттороп, урман эшенә ебәрҙеләр. Ул арала Ғәлләм дә вафат булып, атаһын ерләргә тиреҫтән сығарылған ҡыҙ ваҡиғаһы баштараҡ бөтә ауылды шаҡ ҡатырһа ла, кеше телендә оҙаҡҡа барманы. Әллә Мотиҡ инде был эш менән нәчәлниктәр күҙенә салыныуынан ҡурҡты, бер ҡайҙа барып, бер ни хәбәр итеп йөрөмәне, эсенән генә, үсте тормош алды инде, тип һөйөнөп тынысланды.
Мәфрүзәнең оло улы Мөхәммәтғәли, ҡышҡы һалҡында күлдәк-ыштандан немец концлагерынан ҡасып, аяҡтарына һалҡын тейҙергән, урынға ҡалған, тыуған ерендә ҡайтып йәшәргә хоҡуғы ла юҡ, булһа ла, мәйет ерләргә лә ҡайта алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Уның ҡарауы, баһадирҙай Нурғәли, ваҡытын ғына белгәндәй, Кузбасстан сираттағы ялына ҡайтып төштө. Атаһы менән хушлаша уҡ алмаһа ла, ҡәбере өҫтөнә бер ус тупраҡ һибергә өлгөрҙө:
– Ауыр тупрағың еңел булһын, һалҡын гүрең беҙҙең күңел йылыбыҙ менән йылынһын...
Әле ҡарттар таралғас та, бик оҙаҡ китә алмайынса, инде баҡыйҙағы атаһы менән серләшеп ултырҙы ул.
– Мин дә, һинең кеүек, ер аҫтарынан сыға алмай эшләйем бит, атай, – тине ул уйсан ғына. – Ер аҫтарынан юл алып, һиңә табан ғына барырға ла... Булмай шул!
Шулай тигәндә тауышы өҙөлдө. Бер мәғәнә һалып әйткән үҙенең икенсе мәғәнәһенә үҙе аптырап ҡалды. Әйткәнен оноторға тырышты, тик ҡайтҡас та тыныслана алманы. Мәйет сыҡҡан ергә доға уҡырға йыйылышҡан күрше ҡарсыҡтарының көйөнә моңланып, сыра яҡтыһында атаһының приказчик сағында төшкән рәсемдәрен ҡарап ултырҙы. Уныҡы кеүек мутлыҡ бирә торған мыйыҡтарын борғоланы, рәсемдән ҡараған моңло күҙҙәрен һыпырҙы. Керпектәрен йомдорғандай итә лә, тап үҙ йәшендә булған атаһы һис кенә лә йоморға теләмәй, ҡәнәғәтлек хисе менән туп-тура уға ҡараған ине.
Иртән мейес тирәһендә булашып йөрөгән әсәһе, аштарҙы уҙҙырғас, өйләнеп китерһең инде, улым, үлгән артынан үлеп булмай, хәҙер донъя һиңә ҡалды, тип ҡуйҙы. Нурғәли үҙе лә был турала уйлаштырғылай ине. Кузбасста күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙҙары ла юҡ, бында ла көтөп алған сибәркәйҙәр күренмәй-күренеүен, тик бына йәш сағында уҡ оҡшатҡан береһе бар...
Мотиҡтың оло ҡыҙы Хәлисә ине ул. Әсәй ҙә теләгәндә, әллә өйләнергә инде?! Яусы ебәрергәме? Әсәһе генә яусылаһа?
Ишек алдына сығып, баҫҡыстар өҫтөндә бик уйланып ултырғандан уң, соланға башын тығып ҡына, әсәһен үҙе янына саҡырҙы:
– Кил әле, әсәй, ысынлап та, өйләнәйем мин булмаһа, бына Мотиҡ ағай оло ҡыҙын, инең ризалығың менән, биреп ҡуйһа...
Мәфрүзәнең күҙ алдары ҡараңғыланды. Йығылмаҫҡа тырышып, ишек яңағына һөйәлде. Шулай ҙа, аяғына яңылыш баҫҡан ғына бер ҡиәфәт сығарырға тырышып, сайҡалып киткән еренән турайырға маташты, булдыра алманы. Тап йөрәк тапҡырына ҡылт итеп беҙ менән ҡаҙанылармы ни – бөгөлөп төшкән хәлендә алъяпҡыс аҫтынан ғына күкрәген тотто. Юҡ, йәшәйем икән әле, тине ул шунан, туҡтап ҡалғандай булған йөрәгенең тек-тек кенә тибеп китеүен ус төптәре менән тыңлап.
Йорт ишегенә арты менән ултырған Нурғәли быларҙы күрмәй ине. Бер аҙҙан әсә турайҙы, улы боролоп ҡарағансы тип, ораштыра башланы:
– Хәлисәгәме? Беҙгә төшөрмө һуң ул? Йыуашлығың да хаттин ашҡан... Хәлисә бейеп торған, башын сөйөп баҫҡан ат кеүек...
– Шундайҙарҙы оҡшатам да инде мин, әсәй!
Холоҡҡа йыуаш булһа ла, өҙҙөрөп әйткәндә инде Нурғәли ҙә ата-әсәһенә оҡшап ҡала. Әйтте һәм вәссәләм! Шуны белгәнгә, был турала ҡабат өйләшмәнеләр.
Нурғәлиҙең китер көндәре еткәндә, Мәфрүзә ҡарсыҡ, йәш сағынан ҡалһа ла, әле лә өҫтөндә бер тигән ултырған, ҡыҙҙарса төҙ кәүҙәһен тағы ла ҡупшылатып ебәргән күлдәген кейҙе лә, елт-елт атлап, юғары осҡа – Мотиҡтарға китте. Китте лә Хәлисәне етәкләп алып та килде. Ҡыҙҙың, ғүмерлек дошманыңа барам, тип әйтәһен көтмәгән Мотик икеһен бергәләп тиерлек йорттарынан ҡыуып сығарған ине. Шулай итеп, Хәлисә Нурғәли менән ҡуш булып, бәхет ҡошон тотҡандай, Кузбасс яҡтарына китеп барҙы.
Ошо ике баланың бергә ҡушылыуы ике нәҫелде лә татыулаштырырға тейеш ине кеүек. Мәфрүзә теләгәнсә барып сыҡманы. Ҡоҙа-ҡоҙағый өй тултырып ҡунаҡ йыйғанда өндәшергә ашыҡманы, күрше-күлән менән бер-бер эште өмәләп башҡарғанда ла балта-көрәк күтәреп килеп етмәне. Ҡыҙы урынына почтальон сумкаһын тағып йөрөй башлаған Хариса иренән дә былайыраҡ булып сыҡты. Ғүмерен рәхәттә уҙҙырған ҡатын сумка тултырып өй беренсә йөрөргә кәрәклекте башына ла килтермәй ине, кино-фәлән барғанда, мунса тиклем клубтың экран төбөнә килеп баҫа ла урам буйынса ҡушаматтарҙы теҙеп китә:
– Ыштаныҙ Ғәли, Күпер аҫты Лотфулла, Ҡыяр буры Марзыя...
Исеме сыҡҡан бере тиҙ генә уның ҡулындағы гәзитте эләктереп ала ла, башҡаларҙы төртә-йыға, кире үҙ урынына барып ултыра. Бәхетһеҙлегеңә ҡаршы ул көндө кис сыҡмаһаң, хатһыҙ ҡалыуыңды көт тә тор.
Мәфрүзә ҡарсыҡты олоһо-кесеһе хөрмәт иткәнгә, ул урамдан үткәндә, һуғышып ятҡан балалар ҙа шым ҡала, тәмәке тартҡаны тәмәкеһен салбар кеҫәһенә йәшерә, бер-бер сәрхүше тиҙерәк ҡайҙа булһа ла шылыу яғын ҡарай ине. Почтальонка ҡоҙағый, әллә кеше һүҙенән һаҡланып, әллә инде ҡыҙының ҡәйнәһе булғанға, бер аҙ йомшарып, хатты үҙе үк килтермәһә лә, кемде булһа ла табып, Мәфрүзә түтәйҙәренә йүгертә торғайны.
Хаттар ғына һирәгәйҙе. Нурғәлиҙең юрағаны юш килде: эшләгән шахтаһы емерелеп, ғүмерлеккә таш аҫтында ҡалды. Киткәндә, оҙатырға тип йыйылышҡан йәштәштәренә, шаярғандай итеп, таш баҫмаһа, бер ҡайтырбыҙ, тип көлөп ҡуйған ине шул. Килене Хәлисә лә, аталары йортона әйләнеп ҡайтырға теләмәйенсә, балаһы менән шул тупраҡҡа берегеп ҡалды. Был Мотиғулла менән Мәфрүзәне яҡынайтманы ла, йырағайтманы ла. Хәлисәнән килгән хәбәрҙәр менән бүлешмәнеләр, хәсрәт-ҡайғыларын уртаҡлашманылар. Килен ҡунаҡҡа башта ҡәйнә йортона ҡайтып төшһә, шунан үҙ аталарында ял итте.
Ҡасандыр Сөннәтсе әбейгә эсенән түгел, тышынан да йүнле теләк теләмәгән Харисаға, уның түшәккә йығылыуын ишеткәс, кинәт әллә ни булды. Башта ул туҡһанын тултырып та ер емертеп йөрөгән Мәфрүзәнең аяҡһыҙ ҡалыуына ышанманы. Шунан ғына, эске бер тойом менән, был хәлдәрҙең ысынлығын аңланы. Аңланы ла йүгереп килеп тә етте. Ҡоҙағый тигәне түр карауатта, мамыҡ мендәрҙәргә терәлеп, күрше-күлән менән һөйләшеп, хәйер-фатихаһын таратып ултыра. Нисек тә уға ла алып ҡалырға кәрәк ине был изгелеге менән дан алған ҡарсыҡтың яҡшы һүҙен. Ҡыҙы Хәлисәнең – ҡәйнәһе, ейәне Камилдың өләсәһе лә ине бит ул...
– Ҡоҙағый, – тип һүҙ башланы Хариса иламһырап ҡына. – Инде һинең дә ахыр сәғәттәрең етә...
Тирә-яҡтағылар, “Был ни тағы?” тигән кеүек, уға ҡарап тороуҙарын күргәс кенә, ул үҙенең тағы бер хата эшләп ташлауын аңланы, әммә эш уҙған ине инде. Сөннәтсе ҡарсыҡ ҡына әллә уны ишетмәне лә, бик һағынған кешеһен күргәндәй:
– Әле, Хариса, тап бына инең хаҡыңда уйлап ултыра инем. Кеше ебәрттем, уныһы юҡ булды, үҙең күренмәҫһеңме тип көттөм... Бына килгәнһең бит, – тине. – Мөхәммәтғәлиҙән хат юҡмы, ҡоҙағый?
Хариса йөрәгенә май һыланылармы ни: йөҙө яҡтырып, күҙҙәре асылып киткәндәй булды. Ауырыуҙың бик тә хәленә керерҙәй булып:
– Юҡ шул, юҡ, ниңә килергә тейеш инеме ни? Бәй, килгәненә аҙна-ун көн дә юҡ бит, – тип яуап ҡайтарҙы.
– Күңелгә килһә дөрөҫ килә ине лә... Бына, юҡ икән бит әле... Тейешен тейеш кеүек инде ул... Бик тә көткәнгәме һуң?..
Ҡарсыҡтың ғажизланып әйткән был һүҙҙәре әле яңы ғына бер ни булмағандай һөйләшеп ултырғандарҙың күңелен һағышландырҙы. Уның иң өлкән улын һағынғанын, инде һуғышҡа киткәндән бирле бер күрергә тилмереп ғүмере уҙып киткәнлеген барыһы ла белә ине. Мөхәммәтғәлиҙең өҫтөнән халыҡ дошманы тигән ҡара тамға алынһа ла, туғандары менән күрешергә рөхсәт яҙыуы бирелһә лә, ҡайтырлығы ҡалмаған, әсәһенең дә йыраҡ илдәргә сығып китерлеге бөтөнләй юҡ ине.
– Һе... ҡара һин уны, яңылышҡанмын бит, – тип ҡуйҙы ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй генә. – Тағы ике көн эсендә лә килмәһә, риза-бәхиллегемде ҡоҙағый үҙең еткерерһең инде.
Бығаса үҙ-ара бер йүнле һүҙ әйтешмәгән ике ғаиләнең ошо рәүешсә һөйләшеп ултырыуы барыһының күңелдәренә бер еңеллек тә килтерҙе.
– Бумағанды, ни һөйләйһең һин?! Ниндәй ике инде ул? – тиештеләр кис етһә лә ҡайтып китергә ашыҡмаған күрше әбейҙәре.
Икенсе көндө лә, өсөнсө көндө лә йорттан кеше өҙөлмәне. Сөннәт әбейе янында үлем көтөү хәсрәте менән тормош итеү рәхәтлеге үҙ-ара буталған кеүек булды: мөнәжәт көйләүсеһе лә, доға уҡыусыһы ла күп ине, улар ялҡытып ебәргәнгә, тыныс ҡына итеп, хәл-әхүәл дә һораштылар, донъя тураһында ла һөйләштеләр, әммә ауырыуҙың сәғәт һайын бирешкәне, хәленең бөткәндән-бөтә барғаны күренеп тора ине.
Өсөнсө көндө, төш ваҡыты тигәндә, оло ҡыҙы фельдшер ҡатынға йүгерҙе. Күҙ йәштәренә быуылып:
– Әсәйҙең бөтә арҡаһы шарт та шорт килә, үҙ аҡылында әле, һаман Мөхәммәтғәлиҙе һорай. Уныһы ла, бахыр, ошо көндө лә әсәй янына ҡайта алмай бит, үҙ хәле хәл, – тип өҙгөләнде.
– Ҡан тамырҙары шартлай башлаған инде улайһа... Ныҡ ине бит, бигерәк тә ныҡ! Йөрәк түҙгәнгә түҙә алмаҫлыҡ хәлгә килеүҙән был... һуңғы сәғәттәрелер, Маһикамал, шул улының хәбәре генә йәшәтә инде уны.
Татар ауылында сит-ят телде тамам өйрәнеп, ғөрөф-ғәҙәттәргә күнеп бөткән Шура түтәкәй ана шулай һөйләнде.
– Көтөп тороғоҙ, мин хәҙер!
Ул оҙаҡ көттөрмәне. Ялтырауыҡ тимер-томорҙарын тейәп килеп тә етте.
– И-и-и, йәшәйһе лә йәшәйе әле иңә, Мәфрүзәтәй,– тине ул, әбейҙең инде үлсәгестәр ҙә көскә тойған ҡан баҫымын үлсәгәндә.
– Шура, тәҙрәнән ҡарағыҙ, Хариса күренмәйме? – тип һораны көс-хәл менән генә Мәфрүзә ҡарсыҡ. – Мөхәммәтғәлиемдән хат килмәнеме икән? Килмәнеме икән һуң...
Ул урынға йығылғанға тиклем өс тәүлек тигәндә, Мөхәммәтғәлиҙән ҡала, күрәһе килгән кешеһе килеп бөткән, инде әбейҙең һуңғы өмөтө лә өҙөлгәйне. Бына ул тынһыҙ ҡалғандай, елкенмәй ята башланы. Күңелдәрҙе шик алды. Ҡарсыҡтың үҙ-үҙен тотошонда көтөлмәгән яҡҡа үҙгәрештәр булмағас, был хаҡта ҡыҙыҡһынырға ҡыйынһындылар, тын ғына көтә бирҙеләр.
Йортто тағы оҙон тынлыҡ баҫты. Бер аҙҙан ҡапҡаның кирелеп асылыуынан тимерҙәре ыңғырашып ҡуйған тауышҡа барыһы ла айнып киткәндәй булды. Инде, ишеккә ҡарап, кем керер икән, тип көтөп тора башланылар. Шул саҡ, яңынан хәл кергәндәй, барыһын тағы бер ҡат иҫәрләндереп, Мәфрүзә ҡарсыҡ тороп ултырҙы, барыһын бер ҡат күҙенән кисерҙе лә, таныш кешеһен күрмәүенән ғажизланып, ишелеп төшкәндәй генә карауатына ятты. Күҙҙәре асыҡ ине әле:
– Мөхәммәтғәлиемдән хат... – һуңғы һулыш алғанда әйтелә башлаған һүҙе һауала өҙөлөп ҡалды. Ҡарсыҡтың башы йомшаҡ мендәрҙәр йөҙөндә ине...
Ҡабаланып алынған тын шул арала кешеләрҙе ишеккә табан борҙо. Унда ҡосаҡ киреп посылка күтәргән Хариса баҫып тора ине.
– Мәфрүзә ҡоҙағый, бында иңә хат та посыл...
Ул шунда үҙенең ни бары ярты минутҡа һуңға ҡалғанлығын аңланы. Йөрәген айҡаған хәсрәткә түҙә алмайынса, үгеҙ кеүек үкереп, урамға сығып йүгерҙе. Унда, өҫкө яҡ урамдан, башҡалар барғас, мин дә барайым инде, тигән кеүек, Мотиҡ төшөп килә ине. Хариса был посылка менән хаттың бынан өс көн элек үк ҡайтҡанлығын, әллә ҡасанғы үстәрҙе аҡтарып сығарып, эске бер мәкер менән, көтһөн әле, тип көлөп иренең йәшереп ҡуйғанлығын белеп ҡалған һәм йәшерелгән урынынан тартып сығарып, ҡоҙағыйына йүгергән ине.
Харисаның ошо ир менән уҙған ғүмеренең бөтә мәғәнәһеҙ сәғәттәре, үстәре, дошманлыҡтары башынан кискән кеүек булды. Күҙе томаланып, ул алға табан атланы һәм тубырсыҡтарын ҡойоп, моңайып ҡалған ҡарағай олонона килеп төртөлдө. Саҡ ҡына сиҙәмлектә семсенеп йөрөгән ҡаҙ бәпкәһенә баҫманы. Уларҙы аҡлап йөрөгән ата ҡаҙ ҡатындың итәгенән эләктереп алды. Хариса уны ҡыуманы, ҡурҡытманы, башынан һыйпап, тынысландырып, итәктәренән ысҡындырҙы, көш-көш тип ситкә ебәрҙе. Ҡаҙ ыҫылдаған булып ҡына ҡыланды ла яңынан балалары уртаһына кереп баҫты.
Мәфрүзә ҡарсыҡҡа сәйгә тип ҡойолған һимеҙ тубырсыҡтарҙа ҡаҙҙарҙың ғәме юҡ. Быҡылдашып, йәш сиҙәм өҙөүҙәрен беләләр. Йомшаҡ ҡына иҫеп ҡуйған ел кескәй генә бер тубырсыҡты үләндә тәгәрәшкән бәпкәләр араһына ҡыуып кертте. Тәжрибәһеҙ бәпкә йомшаҡ, нығынмаған мороно менән төртөп-төртөп ҡараны ла, тапап, өҫтөнән уҙҙы, йығылды, торҙо, тағы йығылды.
“Улар ҙа әҙәм балалары кеүек – тип уйланы Хариса. – Ҡайҙа абынаһыларын, ҡайҙа йығылаһыларын белмәйҙәр... Уларҙы, ана, әсәләре, аталары һаҡлай. Инде бына ошо ҙур ауылдың ҡәҙерле бер әсәһе юҡ...”
Ғәзизә, келәттән һуңғыларын алып керҙем инде тигән ине, йыйырға кәрәк булыр әле был тубырсыҡтарҙы... Кеше баҫҡансы, ҡаҙ йомошлағансы. Ҡарағай тубырсығы сәйенең сихәтенә һис нәмә етмәй ти бит. Сөннәтсе әбей юҡҡа шулай оҙаҡ йәшәмәгәндер. Әллә кешеләр доғаһы йәшәттеме икән?
Юҡ, уның айҡалған күңелен сыра эҫеһендә генә ҡайнаған сәйҙәр баҫырлыҡ түгел ине. Ҡылт итеп күңеленә улы Байраҡты сөннәтләгәндән ҡалған бәке килеп төштө. Йорт бүрәнәләренең солан яғындағы ярығына ҡыҫтырып ҡуйған ине, буғай. Ҡайтырға ла алырға кәрәк булыр...
Хариса доғаһын-фәләнен өйрәнеп, был изге эшкә керешеүҙе күңеленә ысын-ысындан беркеткән ине инде. Донъялыҡта аҙағынаса алынмаған ғәфүҙе әхирәттә булһа ла алырға кәрәктер. Бер ғүмерҙе киҫте, икенсеһе башлана ғына кеүек ине әле... Бер ғүмер кисте, икенсеһе әле башлана ғына ине шул...
Рифә РАХМАН.