Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ,
Һай, башҡорт егеттәре?
Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ,
Уралым бөркөттәре?
Тәүәккәлләнем. Ваҡыт өйөрмәһе мине үҙе менән өйрөлтөп алып китте. Ваҡыт упҡыны мине үҙ эсенә йотто...
Өйөрмә шып туҡтаны. Сәйер тынлыҡҡа күҙемде асам... Ысын замок күрермен, тигән уй башыма инеп тә сыҡҡаны юҡ ине. Хыял тормошҡа ашты, тиер инем, был турала хыялланғаным да булманы. Бына ул замок! Һүрәттәрҙә, бигерәк тә тарих китабында, киноларҙа күргән замоктар һымаҡ уҡ. Һәм мин күҙ алдына килтергәнгә ҡарағанда күпкә мөһәбәт тә, ҡурҡыныс та. Бейек ҡаяла урын-лашҡан замокка ҡарап тора биргәс, теҙ быуындарым ҡалтырап китте. Аҫта упҡын. Мин баҫҡан ер менән ҡаяны ел-ямғырҙан ҡарайып бөткән баҫма тоташтыра. Уның аша үткәс тә ҡалайтып ҡурҡмайынса өҫкә менмәк кәрәк? Ғөмүмән, ниңә унда менергә әле?..
Беҙҙең ғәзиз еребеҙҙә мин бығаса белмәгән, ишетмәгән замок... Ниндәй серҙәр һаҡлай ул? Ниңә уның тураһында бер ерҙә лә яҙылғаны ла, һөйләнгәне лә юҡ? Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, йөрәкте ҡурҡыу солғаһа ла, аяҡтарым таш баҫҡыстар буйлап һаман өҫкә үрләне.
– Рәхим ит, йәш егет, башҡорт ҡәлғәһенә!
Көтөлмәгән был тауышҡа һиҫкәндем. Башымды юғары күтәрәм. Ҡаршымда сәсе тигеҙ итеп ҡырҡылған, күлдәге өҫтөнән еңһеҙ елән һымаҡ нәмә ҡаплаған ҡырҡ йәштәрҙәге ир-егет баҫып тора.
– Был... был замок... ғәфү итегеҙ, һеҙ бында йәшәйһегеҙме? – тим мин тамағыма тығылған төйөрҙө саҡ йотоп.
– Дуҫҡайым, башҡортом! – тине ҡаршы алыусы, баяғылай асыҡ йылмайҙы. – Ҡәлғәбеҙгә шикләнмәй үт! Һорауҙарыңа, теләһәң, мин юлда яуап бирермен, һин юлаусы – беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡ. Был күптән килгән башҡорт йолаһы! Тамам яҡынлашҡас, мин уны тағы ла ентекләберәк күҙҙән үткәрәм. Матур, дөрөҫ йөҙ һыҙаттары, бигерәк тә ҙур, муйылдай ҡара күҙҙәре уның шәфҡәтле кеше булыуы тураһында асыҡ һөйләй ине. Шулай уҡ ҡара һаҡалы ла йөҙөнә әйтеп бөтөргөһөҙ күркәмлек өҫтәй.
– Һинең исемең Ҡараһаҡал бит? – тип һорайым унан. Бының шулай икәненә тамсы ла шигем юҡ.
Ул ынйылай тештәрен күрһәтеп йылмая.
– Әйҙә, һинеңсә булһын, ҡунаҡ! Рәхим ит!
Мин был һүҙҙәрҙең ысын йөрәктән әйтелгәненә ышанам. Өндәшмәй генә уның артынан эйәрәм. Ҡан-ҡәрҙәшемдең сәйер кейеме лә, замок та хәҙер ғәжәпләндермәй һымаҡ.
– Был ҡәлғә йөҙҙәрсә йылдар элек һалынған, ышанаһыңмы шуға һин, юҡмы? Әйтерһең, ата-бабаларыбыҙ уны мәңгелеккә төҙөгән. Тағы ла оҙаҡ хеҙмәт итер әле ул бәрәкәтле ерҙең бәрәкәтле халҡына.
Уның тауышы көсәйә һәм, таштарға шаңҡып, ҡабат-ҡабат яңғырап ишетелә.
Ҡаршы алыусым миңә сыра яндырып тоторға ҡуша. Үҙе өҙөлгән һүҙен дауам итә.
– Ошо ҡәлғәне төҙөр өсөн нисә мең кеше башын һалған. Тарих быны беҙгә еткергән...
Оло таш стеналар араһында беҙ үтә лә бәләкәй күренәбеҙ. Мине тағы ла ҡурҡыу солғап ала. Ниңә барам әле? Бынан сығыу юлын табырмынмы? Беҙ белмәгән ниндәй замок һуң ул әле? Ниңә был әҙәм ғүмерҙә лә күрмәгән мине, танышын тапҡандай, ҡыуана-ҡыуана үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра? Ниңә минең кем икәнемде лә һорашмай? Мине ниндәй уйҙар борсоғанын аңлағандай, юлдашым һүҙен дауам итә.
– Был оҙон, бормалы калидурҙар буйлап миңә көнөнә тиҫтәләрсә тапҡыр үтергә тура килә. Минең хәҙер төп һәнәрем ҡаршылау һәм оҙатыу... – Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә уның тауышы ҡалтырап ҡуя. Сәбәбен мин белмәйем, һорашырға ла ҡыймайым. – Был калидурҙар буйлап күҙҙе йомоп үтһәм дә бер яңылыш аҙым яһамайым. Өйрәнгәнмен инде. Ә һин сыраңды юғарыраҡ тот, һөрлөгә күрмә.,.
Бормалы-бормалы оҙон юл. Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ... Мин йәнә һағаям. "Ҡайҙа эйәрен китеп барам? Унда нимә көтә мине? Бындай замокта башҡорттар йәшәүе мөмкин түгел!"
– Ҡараһаҡал! Кем һеҙ, ҡайҙан һеҙ? Беҙ һинең менән ниндәй телдә һөйләшәбеҙ?..
– Һинең һәм минең телдә – туған телебеҙҙә, – тип яуаплай ул. – Йөрәгеңде ҡурҡыу |ялмаһа, беҙ ошонда туҡталабыҙ. Ары бер аҙым да яһамаясаҡбыҙ, һин ирекле, туғаным.
Тыныс, бәрхәт тауышты ишеткәс, миңә йәнә хәл инә.
– Кисер мине, Ҡараһаҡал. Мин бары тик ҡайһы дәүергә килгәнемде белергә теләйем. Бик белергә теләйем.
– Дәүер... дәүер!.. – ти Ҡараһаҡал. "Дәүер, дәүер..." тип яңғырай тауыш.
– Һеҙ нишләп был замокта? Нишләп һеҙҙең турала берәү ҙә белмәй? Киләсәкме әллә һеҙ?.. Был замок кемдеке?
– Беҙҙеке. Мәңгелек ҡәлғәне ата-бабаларыбыҙ төҙөгән, – тип ҡабатлай ул баяғы һүҙҙәрен. – Был ҡәлғәгә килгән һәр халыҡ уны үҙенеке тип ҡабул итер. Ҡәлғә яҙмышы уны төҙөгән халҡына ҡарағанда бәхетлерәк булыр.
– Ләкин минең бер ерҙә лә, бер халыҡ тарихында ла был ҡәлғә тураһында ишеткәнем юҡ!
Ҡараһаҡал башын түбән эйгән килеш оҙаҡ һүҙһеҙ баҫып тора. Бына ул башын ҡалҡыта. Ҙур моңһоу күҙҙәре ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлә.
– Дуҫым, ер йөҙөндә бик күп донъялар булып киткәне һәм буласағы һиңә мәғлүмдер...
Сыра үҙенән-үҙе ҡулымдан төшөп китте.
– Бер цивилизация тураһындағы мәғлүмәт икенсеһенә килеп тә етмәй. Бәлки, был кәрәк тә түгелдер. Сөнки һәр цивилизацияла тормош өр-яңынан башлана... Һин беҙҙе эҙләмә... Ә хәҙер – күтәр сыраңды.
Мин ҡысҡырып ебәргәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.
– Мин һиңә ышанмайым, Ҡараһаҡал!
– Һәр халыҡ, дөйөм кешелек, айырым кеше кеүек үк, бала, йәшлек һәм ҡартлыҡ осорон кисерә, ләкин йәшәү өҙлөкһөҙ дауам итә. Һин быға ла ышанмайһыңмы?
– Һәр цивилизация һайын башҡорттоң яңынан тыуыуы мөмкин түгел!
– Һәр халыҡ үҙ тәҡдиренә яҙылғанын күреп бөткәс кенә юғала ер йөҙөнән, һин бер нәмәне хәтереңдә тот – рух үлемһеҙ. Рух йәшәгәндә халыҡты һис ҡасан да юҡҡа сығарып булмай. Юҡ ундай көс! Бер цивилизацияла беҙ күп һанлы булып йәшәйбеҙ икән, икенсеһендә – аҙ һанлы. Был да тарихи шарттарға бәйләнгән.
– Һеҙ беҙҙән бер нәмәгеҙ менән дә айырылмайһығыҙ!
– Айырылмайбыҙ? Бармы һеҙҙә бындай ҡәлғә?
– Юҡ, – мин башымды ҡалҡытып, тирә-йүнде байҡайым. – Мөһәбәт! Юҡ беҙҙеке.
– Булмаһын да!
Мин Ҡараһаҡал тауышында ярһыу тоям, тик ни өсөн икәнен аңламайым. Аңламағас, бәхәсләшмәйем.
Тора-бара тирә-йүн яҡтыра башланы. Ҡулымдағы сыра үҙенән-үҙе һүнде. Беҙ ниндәйҙер майҙанға килеп сыҡҡайныҡ. Мин ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бындағы ҡоролмаларға ҡарайым. Халҡым өсөн үтә ят стиль! Осло ҡыйыҡтар, тар оҙон тәҙрәләр, ниндәйҙер киң тимер ишектәр. Архитектурала ла халыҡтың фекерләү, йәшәү үҙенсәлеге, доньяға ҡарашы, фәлсәфәһе сағыла бит. Ниңә әле мин ошоларҙы инҡар итеп, Ҡараһаҡалға оҡшашлығыбыҙҙы иҫбат итергә тырыштым, һис бер дәлилһеҙ! Аҡ плащҡа уранған Ҡараһаҡал аяҡтарын айырып кирелеп баҫты. Был ҡиәфәте уның баһадир, көслө кеше икәнлеген ап-асыҡ һөйләй ине. Ә ул "мин ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, оҙатыусы ғына" тигән булды...
– Дуҫым, беҙ маҡсатыбыҙға, һин барып етергә тейешле урынға яҡынлашабыҙ. Мин һине ил яҙмышын хәл итеүселәр янына – Оло йортҡа алып инәсәкмен. Үтенесем шул: ғәжәпләнеүеңде белдермә, һинән бары тик йылмайыу, баш ҡағыу ғына талап ителә, сөнки унда иң ҡыҙған мәл...
"Иң ҡыҙған мәлдең" мәғәнәһен һорарға итәм, тик өлгөрмәйем.
– Һин ундағылар өсөн – ҡунаҡ, ә ҡунаҡҡа мөнәсәбәтте үҙең беләһең...
Беләм, әлбиттә. Беҙ ҙә ҡунаҡ яратабыҙ. Ата-бабанан килгән ҡәҙер-хөрмәт итеүҙе яҡшы бе-ләбеҙ. Туҡта! Әллә мин бында ҡәҙер-хөрмәт күрер өсөн килдемме? Ниңә ҡыуанам? Маҡсатым бит...
Ябыҡ оло ишек артынан ишетелгән тауыштарға һиҫкәндем. Ҡараһаҡалдың күҙ ҡарашынан мин ул әйткән ергә килеп еткәнебеҙҙе төшөнәм.
Башта мин бындағы кешеләрҙең ни менән мәшғүл икәнен аңлай алмай торам. Шау-шыу, ҡулдар, баштар... Һәр төрлө аш-һыу еҫе. Бәй, был бит мәжлес! Иң ҡыҙған мәле! Оҙон-оҙон өҫтәлдәр артындағы һанһыҙ әҙәмдәр. Кемдер көлә, кемдер өҫтәлгә башын һалып әүен баҙарына киткән...
– Ҡараһаҡал! Түргә уҙ!
Ләкин Ҡараһаҡал урынынан ҡуҙғалмай. Ауыҙ асып сәләмләргә лә өлгөрмәнем, бер кеше сайҡала-сайҡала яныма килеп баҫты. Ҡулында – әҙәм көсө еткеһеҙ оло мөгөҙ.
– Тот! Эсеп бөт!
Мин артҡараҡ тайпылам. Ҡарашым менән Ҡараһаҡалды эҙләйем. Ҡараһаҡал эйәге менән ымлауы була, теге эргәмдән китеп, мөгөҙҙө үҙ ауыҙына йүнәлтә. Мин шытырлатып күҙҙе йомам: хәҙер шартлай инде! Юҡ, һис ни булманы. Бер нисә минуттан был әҙәм буш мөгөҙҙө юғары күтәрә:
– Ха-ха-ха!.. Йәшәһен Зевыс һәм сусҡа башы!
Мине оло һауытты бушата алыуы түгел, ә ул ҡысҡырған ят һүҙ аптырашта ҡалдыра. "Алла", тип бышылдай Ҡараһаҡал. Ә-ә-ә, Зевс! Былар бит ул һүҙҙе бөтөнләй үҙ теле законына яраҡлаштырғандар, баҫымды һуңғы ижеккә төшөрәләр: Зевыс. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе үҙ тел закондарына буйһондора алғас, телдәре беҙҙекенә ҡарағанда ла көслөрәк булып сыға түгелме? Тик ни өсөн Зевс? Оло өйҙө күмәк тауыш гөрһөлдәтә:
– Йәшәһен Зевыс!.. Йәшәһен!..
Өҫтәлдең төпкө яғында ултырған икәү иғтибарымды йәлеп итә. Баһадир кәүҙәлеһе аҫҡа ҡараған килеш баш ҡаға-ҡаға йәнәшәһендәге йоҡа кәүҙәле, ерән сәсле берәүҙең хәбәрен тыңлай.
– Башлығыбыҙ – Алып батыр, ә эргәһендә – уң ҡулы. Бында пәйҙә булғанына, башҡортҡа әйләнгәненә күп түгел, шулай ҙа тиҙ генә ышаныс яуларға өлгөрҙө, – тип һөйләй Ҡараһаҡал. – Исеме Килмешәк ине. Хәҙер Кико булып китте.
"Сәйер исем..."
– Башлығыбыҙға был яңылыҡ оҡшаһа, исем алмаштырыуҙар башланасаҡ.
Йылғыр әҙәм Кико! Башлыҡтың эргәһендә орсоҡ кеүек өйөрөлә. Ҡулынан килһә, хатта ауыҙына инеп китер ине!
Шул саҡ мин ике пар күҙҙең дә үҙемә төбәлгәнен тоям. Ҡараштарынан тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә.
– Һин кем булаһың әле? – тип һорай Алып батыр аҫтан һөҙөп ҡараған килеш.
– Ҡунаҡ, ҡунаҡ!.. – тип күмәкләп яуап ҡайтарҙылар уға табындағылар.
– Ҡуна-а-аҡ? – Шаҡтай ҡыҙмаса булған Алып батыр күҙҙәрен йомған килеш йылмайҙы. – Беҙ ҡунаҡтарҙы яратабыҙ. Беҙ уларҙы ихтирам итәбеҙ. Иң бай һый-хөрмәт – уға. Ата-бабаларыбыҙ шулай иткән... Тфү, Зевыс ҡушҡан! О, Зевыс!..
– О, Зевыс! – тип күнегелгән ғәҙәт буйынса ҡабатланы халыҡ.
– Килтерегеҙ ат ҡунаҡҡа! – тип өҫтәлгә һуҡты Алып батыр. – Ер бирегеҙ!
Халыҡ шымып ҡалды. Күптәр башын эйҙе. Алып батыр эштең нимәлә икәнен үҙе лә төшөнгәйне.
– Ах, ер... Эйе... – тине ул бошонҡо ғына, шунан ялп итеп башын ҡалҡытты. – Ҡәлғәнең бер өлөшө буш, бирегеҙ шуны! Уға ла, батшаға ла, сит-яттарға ла!
– Батшаға ла, башҡаларға ла, – тип төҙәтте уны Кико.
– Ҡунаҡ, ал ҡәлғәнән урын! Йәшә һәм үрсе! – тип тантаналы тамамланы һүҙен Алып батыр.
– Йәшә, үрсе! – тип ҡабатланы бүтәндәр.
Шул саҡ бәлйерәп бөткән бер ҡарттың эргәһендә ултырған йәш егет, ҡаршы әйтергә типмелер, һикереп торҙо.
– Ултыр урыныңа, йәш-елкенсәй! – тип екерҙе уға Кико. – Ололар һөйләшкәндә ҡыҫылма! Ҡаршылашһаң, кәңәштәр берлегенә бүтәнсә аяғыңды ла баҫмаясаҡһың!
Шулай итеп, мин был табындың кәңәштәр берлеге икәнен аңланым.
Тиңдәшем, башын түбән эйеп, кире урынына ултырҙы. Самаһыҙ йәл тойолһа ла уны яҡлап һүҙ әйтергә, ер өсөн килмәгәнемде аңлатырға ҡыйманым. Мин бындағы ҡанундар менән таныш түгел, тимәк...
Алып батыр кемгәлер эйәге менән ымланы. Бәй-бәй, был ни хәл, батмусҡа оло сусҡа башы һалған әҙәм миңә табан килә түгелме?
Бер нисә минуттан мин күҙҙәремде сылт-сылт йомған килеш батмус тотоп тора инем инде. Батмусты өҫтәлгә ҡуям. Өҫтәлдәге ризыҡ-ниғмәттәр күҙгә салына. Бешерелгән, ҡурылған, арҡыры ла буй һалынған сусҡалар!
– Ҡап, өҙөп ҡап! – ти кемдер.
Ит киҫәге өҙәм, ләкин ҡулым ауыҙыма яҡын килергә теләмәй. Мин, ғәйепле йылмайып, артҡараҡ сигенәм.
– Беҙҙә сусҡа башы иң хөрмәтле ҡунаҡҡа ғына!..
Аңлайым, тик нишләп үҙ-үҙемде мәжбүр итә алмайым?
– Эй, һин, иманыңды беләһеңме? – тип һорай Кико ҡалҡына биреберәк, Алып батыр менән баш ҡағып ни тураһындалыр кәңәшләшеп алғас.
Бына ҡыҙыҡ, үҙ ғүмеремдә миңә берәү ҙә бындай һорау биргәне юҡ ине! Бер нисә секундҡа ғына уйланам. Ниңә, яуап бирергә була! Һәр хәлдә, был сусҡа башы кимереү түгел. Хәҙер әйтәм, шаҡ ҡатырам! Әйтер һүҙҙәрҙе барлайым. Дөрөҫ, мин һуғышсан атеист түгел, шулай булгас... Ә дин, иман тигән нәмәләрҙе ишеткән бар. Әйҙә, күңелдәре булһын!
– Лә илаһи илалла Мөхәмәт рәсүлүлла!
Ҙур таш өй эсе тып-тын булды. Был тынлыҡта арғы оста ултырған башлыҡтың да ҡалайтып тын алғаны ап-асыҡ ишетелә. Һындар хәрәкәтһеҙ. Минең мәғлүмәтле булыуыма һоҡланалар! Ләкин тишерҙәй итеп ҡараған тиҫтәләгән күҙ ҡарашын тойғас, үҙем дә һиҙмәй, ҡоршаям. Ниндәйҙер хата яһалды...
Дуҫым, мине ҡурсаларға теләгәндәй, алдыма килеп баҫты.
– Йәшәһен Зевыс һәм сусҡа башы!
– Йәшәһен Зевыс һәм сусҡа башы!.. – тип бер тауыштан ҡабатланы табындағылар.
– Йәшәһен!.. Йәшәһен!.. – Тауыш алыҫтарға яңғырап ишетелде.
Бына нәмә була икән ул иман тигәнең!
Бүтәндәр һөрәнләгән саҡта ялп итеп эргәмә Кико килеп баҫты һәм ҡалғандарға һиҙҙермәй генә ыҫылданы.
– Ахмаҡ! Асығауыҙ!.. Хәйләләшә лә белмәгәс, нишләп килдең бында? Ситтән икәнеңде һиҙәм... Мин үҙем дә бында... – Ул әйтеп бөтөрмәйенсә күҙ ҡыҫты. – Кәңәшем шул, ят бауыр, ҡәлғәнең хужаһы булғың килһә, әлегә улар һөйләгәнде һөйлә, улар маҡтағанды маҡта. Шунда уңыш та килер! Ярҙам итермен... Ҡәлғә барыбер беҙҙеке буласаҡ!..
Ул ҡайҡая баҫып үҙ урынына, башлыҡ янына китте.
Минең эргәлә һөйәк мөнйөп ултырған бәлйерәп бөткән ҡарт ҡалтыранды.
– Тағы әйт! – тине ул, һаҡалын дерелдәтә-дерелдәтә миңә төбәлде.
– Тағы әйт... – тип бышылданы ул. Ярым һуҡыр күҙҙәренән йәш тамсыһы тәгәрләне. – Мин бәләкәй саҡта... – Ул тотлоҡто. – Һуңынан бөтәһен дә үҙгәрттек. Бөтәһенән дә ваз кистек. Тағы әйт... Мин, мин яҡты үткәнемә ҡайтырға теләйем. Тағы нимәләр беләһең, әйт! Беҙ бөтәһен дә онотҡанбыҙ... Иҫкә төшөр!
– Алйыған ҡарт! – тип ҡысҡырҙы уға Кико. – Иманыңа ҡайт, юҡһа!
– Ул алйыған! – тип ҡабатланы бер нисә кеше.
Ҡарт бөкрәйҙе.
– Мин оноттом. Ысынлап, үткәндәр нимәгә кәрәк, ти? Кәрәкмәй. Үткәндәр – зарарлы.
Шул уҡ минутта ҡарт бар донъяһын онотоп, башын ҡырын һалып, баяғы һөйәген таларға кереште, һәр кем үҙ дәрәжәһенә ҡарап, сусҡа башын, түшен, тояғын кимерә. Мин тағы ла һораулы ҡарашымды Ҡараһаҡалға төбәйем.
– Дуҫым, батырҙарыбыҙ яңыраҡ ҡына ил сигенән дошмандарҙы ҡыуып ҡайтты. Был шул байрамдың дауамы.
– Ил? Ҡәлғәгә дошман килдеме?
– Юҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ йәшәгән үҙ илебеҙҙән... Ҡунаҡтар "Илегеҙҙе ҡотҡарығыҙ!" тип мөрәжәғәт итеү менән ҡулға ҡорал алабыҙ, сөнки еребеҙҙән беҙ мәңгегә китмәгән! – Ҡараһаҡал бер аҙға шымды, унан, тотлоғоңҡорап, өҫтәне. – Беҙ был ҡәлғәлә ваҡытлыса...
Ил! Ил яттар ҡулында? Ниндәй "ҡунаҡтар" улар? Шул саҡ Алып батыр һүҙҙәре ҡолаҡта сыңлап китә: "Ер бирегеҙ ҡунаҡҡа!.. Ҡәлғәнән урын бирегеҙ!.."
– Беҙ бында ваҡытлыса... – тип ҡабатлай Ҡараһаҡал, ләкин әкренәйгән тауышынан аңлайым, үҙе һөйләгәнгә ул үҙе ышанмай.
Ә төптә Кико шарап һалынған мөгөҙҙө көсләп тигәндәй Алып батыр ауыҙына терәй. Уҫал янған күҙҙәре миңә төбәлә, ҡарашынан уҡыйым: "Ят бауыр, уларҙы ҡалай еңергә икәнен күрәһеңме? Ҡәлғә беҙҙеке буласаҡ!.."
Ә батырҙар, яуҙа еңеп ҡайтҡан батырҙар... Берәүҙәре сусҡа моронон шашып үбә, икенселәре, тамам иҫереп, өҫтәл аҫтына һуҙылып төшә. Баяғы бәлйерәгән ҡарт: "Миңә лә әсерегеҙ!.." – тип иҙән буйлап имгәкләй. Был ниндәй кәңәштәр берлеге булһын? Аҡылдан яҙғандар йорто ла баһа! Ҡараһаҡал, ҡыйыу, айыҡ Ҡараһаҡал, ошоларҙың бөтәһен дә күрә тороп, ниңә өндәшмәй? Ниңә түҙә? Кемдер иҫкәртергә, кемдер уятырға тейештер бит уларҙы был үлем алды туйынан! Әйт, Ҡараһаҡал! Ҡараһаҡал өндәшмәй...
– Туҡтағыҙ! Эй һеҙ, сусҡаға табыныусылар! – Мин үҙ-үҙемде белештермәй ҡысҡырып ебәрҙем. – Илегеҙҙән, ерегеҙҙән, иманығыҙҙан яҙып, был таш ҡәбер эсендә әле нимәгә ҡыуанаһығыҙ? Үләһегеҙ икән, ата-бабаларығыҙ ҡаны һеңгән ерегеҙҙә үлегеҙ, бында түгел! Намыҫ менән үлегеҙ! Китегеҙ бынан! Ҡояшҡа сығығыҙ!.. Йәшәр өсөн сығығыҙ!
Геүләп торған өй эсе тып-тын ҡалды. Әле яңыраҡ ҡына миңә ҡарап әшнәһен тапҡандай ҡыуанған Киноның күҙҙәрендә зәһәр ут балҡый ине.
– Йәрәс! – тип аҡырҙы ул, уртын сәйнәй-сәйнәй.
– Алығыҙ уны! Утҡа! Тура утҡа!..
– Йәрәс! – тигән тауыштар тағы ла ишетелде. – Утҡа!
Мин был ят һүҙҙе шундуҡ аңланым. "Ересь, еретик..." Ләкин миңә төбәп әйтелгән был һүҙ урта быуаттар тарихынан түгел ине! Бүтән бер ни ҙә уйлап өлгөрмәнем, Ҡараһаҡал уҡтай алға атылды. Уның көслө тауышы залды яңғыратты.
– Был ҡунаҡ Ҡараһаҡалдыҡы!
Берәү ҙә беҙҙең яҡҡа килергә ҡыйманы.
– Ҡунаҡ? – тип йәнә аптыраны Алып батыр. – Ҡунаҡтарҙың беҙгә яңғыҙ килгәне юҡ. Өйөр-өйөр, көтөү-көтөү килә ине улар. Ә был егеткәй бер үҙеме? Нисек улай?
Берәү ҙә өндәшмәне.
Алып батыр урынынан ҡалҡынды:
– Туҡтатығыҙ шау-шыуҙы! Беҙҙең ҡунаҡ әле нимә тине? Ҡабатлағыҙ миңә. Мин ул әйткән һүҙҙәрҙе аңларға теләйем! Күмәкләп ҡабатлағыҙ!
"Һиңә китергә ваҡыт!" тигән тауыш ишетелә. Эйе, ваҡыт. Миңә һуңларға ярамай. Минуттар һанаулы.
Сығырға йүнәләбеҙ. Ғәжәп, берәү ҙә беҙгә иғтибар итмәй. Берәү ҙә күрмәй һәм туҡтатмай. Әйтерһең, был табында беҙ бөтөнләй булмағанбыҙ.
Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ... Нишләп өндәшмәй Ҡараһаҡал? Таҡ-тоҡ? Таҡ-тоҡ.... Нишләп башын түбән эйҙе Ҡараһаҡал?
– Хушлашыу сәғәте яҡынлаша. Мин күңелеңде борсоған һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Күп нәмәне былай ҙа аңланың, шикелле. Шулай ҙа кәрәк!.. Кәрәк һөйләргә. Тыңла һәм хәтереңдә ҡалдыр. – Ҡараһаҡал миңә уйсан ҡараш ташлай. – Борон заманда бер күрәҙәсе шулай тигән: ҡайҙан, кем тарафынан булыр, асыҡ түгел, халыҡҡа һәләкәт киләсәк. Ни ҡәҙәр ҡөҙрәтле булһам да мин унан ҡотолоу сараһы бармы-юҡмы икәнен әйтә алмайым... Күрәҙәсенең юрағаны һәр саҡ юш килгәнгә, ата-бабалар тәрән хафаға ҡалған, һәләкәттең ҡайҙан килерен белмәһә лә, улар таш ҡәлғә төҙөү эшенә керешә. Күп ҡорбандар биреп һалынған ҡәлғә – мәңгелектең үҙенә һәйкәл ул. Ерҙе дошман баҫҡан хәлдә лә был ҡәлғәгә үтеп инә алмаҫ, ҡәлғә беҙҙе ҡотҡарыр, тип уйлаған халыҡ. Ә ҡаза көтөлмәгән яҡтан килде. Халыҡ яуға, утҡа ҡаршы торорга әҙер ине. Һәләкәт утһыҙ, яуһыҙ килде. Халыҡты йотоуҙың яңы ысулына кешеләр әҙер булмай сыҡты. Уға ҡаршы нисек көрәшергә белмәгән халҡым был афәттән ҡотолоу юлын эҙләр өсөн ҡәлғә эсенә инеп бикләнде. Ләкин һин күрҙең инде, унда ла ҡунаҡтарға урын бүлеү башланды...
Йөрәгем жыу итеп китте. Күңелемде хәүеф баҫты.
– Ниндәй яңы ысул тураһында һөйләйһең әле, Ҡараһаҡал? Нишләп ул ысул тураһында минең ишеткәнем юҡ?
– Бер халыҡ яҙмышы, уның фажиғәһе тураһында ишетеү, бәлки, бүтәндәрҙе хаталаныуҙан һаҡлар... Халҡым иге лә, сиге лә булмаған ерҙең хужаһы булған. Ул оло биләмәлә һауалағы бөркөттәй, йылғалағы суртандай ирекле йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта ошо байлығына ҡыҙығыусыларҙан һаҡланыр өсөн һәр саҡ хәрби әҙерлектә торған һәм бирешмәгән. Ир баланы өс йәшенән атҡа мендереп, ҡулына ҡорал тотторған. Ул азат һәм ҡаһарман булған. Ул үҙе бер халыҡҡа янамаған, үҙенә янаусыларға иһә ҡаты яуап ҡайтарыр булған. Элек-электән беҙгә, ярҙам һорап, үлемгә дусар ителгәндәр килгән. Хәтеремдә, бер саҡ шулай дошмандар тарафынан иле-ере баҫып алынғандар ҡасып килде. Улар бик күп килде: "Беҙҙе ҡыралар, һуялар, ҡотҡарығыҙ, туғандар!" Беҙ ҡотҡарҙыҡ. "Еребеҙгә аяҡ баҫҡанһығыҙ икән, һеҙ беҙҙең ҡунаҡ. Беҙ хәҙер һеҙҙең өсөн дә яуаплы, дошманығыҙ һеҙгә бында янай алмаҫ. Йәшәгеҙ, әйҙә!" Ер бирҙек, мал бүлдек. Улар шатлыҡтан иланы. "Ошо изгелегегеҙҙе быуындан-быуынға аманат итеп һөйләп ҡалдырырбыҙ, туғандар!" Аҙмы-күпмелер ваҡыт үткәс, ҡунаҡтарыбыҙҙың ер-һыуын баҫып алған дошмандар беҙҙең ил сигенә килеп етте.
– Бирегеҙ ҡолдарыбыҙҙы! Беҙ уларҙы яулап алдыҡ!
– Һеҙ был мәхлүктәрҙе бөтә нәмәнән мәхрүм иттегеҙ. Тағы нимә талап итәһегеҙ уларҙан?
– Ҡасандыр беҙгә ҡылған яуызлыҡтарын уларҙың үҙҙәренә ҡайтарырға теләйбеҙ! Индермәгеҙ илегеҙгә, кире ҡыуығыҙ!
– Еребеҙгә тыныслыҡ менән аяҡ баҫҡандар – беҙҙең ҡунаҡ! Китегеҙ, юҡһа, ҡанға – ҡан!
Беҙҙән ҡырҡа яуап ишеткәс, баҫҡынсылар былай тине:
– Һеҙ был ҡәһәрләнгән халыҡты ҡотҡарып, кәрәкмәгән изгелек ҡылаһыгыҙ! Улар, тамырға үтеп ингән ҡорт булып, һеҙҙе ҡоротасаҡ әле! Үҙегеҙгә үҙегеҙ хөкөм сығарҙығыҙ!
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, беҙ ҡысҡырып көлдөк. Сөнки изгелектең бер ҡасан да яуызлыҡ булып ҡайтҡаны юҡ. Аҡылдан яҙғандарҙың ғына ошондай һүҙ һөйләүе мөмкин! Ә ҡурҡыуға төшкән ҡунаҡтарыбыҙға шулай тинек:
– Еребеҙҙә күпме теләйһегеҙ, шул тиклем йәшәгеҙ, һеҙҙе лә үҙ халҡыбыҙ кеүек һаҡларбыҙ!
Уларға беҙҙең ҡунаҡтарса булған мөнәсәбәтебеҙ бик оҡшаны, шуға ла улар үҙҙәрен "ҡунаҡ" тип кенә атауыбыҙҙы һораны.
Ә ситтән килеүселәр ағымы туҡталманы. Ят халыҡ беҙ белмәгән, ишетмәгән ят ауырыуҙар ҙа килтерҙе. Йәнебеҙ һәм тәнебеҙ был ауырыуҙарға ҡаршы торорға өйрәнмәгән ине. Халҡыбыҙ ҡырылды. Аяуһыҙ ҡырылды. Был ауырыуҙарға ҡаршы торорға өйрәнгәндә беҙ ныҡ хәлһеҙләнгәйнек инде. Ә халыҡтың хәлһеҙ икәнен белһәләр, уны тибергә теләгән ҡоҙғондар күбәйә. Баҫҡынсылар өйөрө илебеҙгә йыш юлланды. Ләкин беҙ – көрәшергә өйрәнгән халыҡ. Милләтебеҙҙе генә түгел, ҡунаҡтарыбыҙҙы ла яҡлап, бихисап мәртәбәләр изге яуға күтәрелдек. Ҡунаҡтарыбыҙҙы яу сабырға мәжбүр итмәнек. Беҙ ундай халыҡ түтел.
Һуғыш күп ҡорбандар талап итә. Иң аҫылдар, иң батырҙар арабыҙҙан китте, һәр яуҙан һуң беҙҙең үҫеш оҙаҡ йылдарға туҡталды, тормош гел артҡа тәгәрәне. Ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ бушаны. Бушаған урындарға ҡунаҡтар өҫтәлде. Яңынан аяҡҡа баҫыр өсөн ваҡыт кәрәк ине. Ә ваҡыт беҙҙең файҙаға булмай сыҡты... Ваҡытты бүтәндәр файҙаланды. Беҙ быны бик һуңлап аңланыҡ, сөнки тәү ҡарамаҡҡа илебеҙҙә яңы мөнәсәбәт барлыҡҡа килгәне һиҙелмәй ине. Ҡунаҡтарыбыҙ, элеккесә, беҙҙе йылмайып ҡаршыланы, элеккесә ихтирамын белдереп баш эйҙе.
Ә һуң үҙебеҙсе? Ғәрәсәт ҡупҡанда ғәйәт ҙур берҙәмлек һәм татыулыҡ күрһәткән халҡым тыныс тормошҡа ҡайтыу менән самаһыҙ ғәмһеҙ һәм бошмаҫҡа әйләнә ине. Еңеү байрамдары көндәр түгел, айҙарға һуҙыла, бындай мәлдәрҙә ил хәстәрлеге артҡараҡ күсә. Үҙ-ара тартҡылашыу, элекке үпкәләрҙе иҫкә төшөрөү... Иртәгәһен ҡайғыртыр ил ағалары дан йырлауға иреп, самаһыҙ хушкүңеллегә әүерелә... Ватан, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыу бер генә миҙгелгә лә туҡталырға тейеш түгел! Бүтәнсә – һәләкәт.
Һуңғы алыштарҙың береһе бик ҡаты барҙы. Бихисап батырҙарыбыҙ ҡорбан булды. Беҙ йәшәү менән үлем араһында ҡалдыҡ, һәм шул саҡта ҡунаҡтарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Беләһеңме, ниндәй яуап алдыҡ?
– Беҙ ҡунаҡ түгел! Беҙ төп халыҡ! Беҙ был ерҙең ысын хужаһы!
Беҙ ҡабатлап һорарға мәжбүр булдыҡ.
– Беҙ ҡунаҡ түгел! Бөткән килеш үҙегеҙҙе хужа итеп һанайһығыҙмы? Беҙ күп, тимәк, беҙ хужа! Һеҙ беҙгә бары буйһонорға тейеш! Етте, күп түҙҙек. Йәшәгегеҙ килһә, беҙ һеҙҙе ил сиге һаҡсылары итеп ҡуябыҙ, бүтәненә өмөт итмәгеҙ!
Беҙҙең нәфрәт ташып сыҡҡас, улар ҡурҡып шулай тине:
– Ниңә ысынбарлыҡ менән иҫәпләшергә теләмәйһегеҙ?
Беҙ, аңыбыҙға килеп, тирә-йүнгә күҙ һалдыҡ. Урман-яландарыбыҙ улар ҡулында, ҡала-ауылдарыбыҙ тулы улар. Унда йәшәгән халҡыбыҙ ҡайҙа?
– Беҙ уларҙы әкренләп йоттоҡ. Был өлкәлә тәжрибәбеҙ ҙур. Һеҙ йәшәргә теләп, үҙегеҙсә көрәштегеҙ, ә беҙ – үҙебеҙсә. Тормош ҡануны шулай: кемдер ота, кемдер отола. Хәҙер беҙ күпселек. Кем күп, шул идара итергә тейеш. Был донъяла хәйлә һәм файҙа ғына бар. Тыуған ер, ватан тигән төшөнсә юҡ ул, бөтәһе лә үҙгәреүсән... Һеҙ ҙә, иҫән ҡалғандар, бөгөндән үҙгәрергә тейеш. Беҙ ҡоралһыҙ, ҡоралһыҙға кем ҡул күтәрер?
Ысынлап та, ирмен тигән ир ҡоралһыҙға ҡул күтәрерме? Һәм уларға беҙ үҙебеҙ үк ошонда йәшәргә фатиха бирмәнекме? Ҡанһыраған, хәлһеҙләнгән халыҡ был осраҡта нимә эшләй ала? Беҙ ҡапҡанға эләккән йәнлек хәлендә инек... Был афәткә ҡаршы көрәшә белмәй инек. Ниҙер эшләр, уйлар өсөн ваҡыт кәрәк, ә ваҡыт беҙгә ҡаршы эшләй! Шул саҡ ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ һалған таш ҡәлғәне иҫебеҙгә төшөрҙөк. Бер аҙ ғына көс йыйғансы, был һәләкәткә ҡаршы торорға өйрәнгәнсе тип, таш ҡәлғәгә инеп бикләндек... Ләкин... тора-бара был таш ҡапсыҡ күптәрҙең күңеленә, шул иҫәптән Алып батырҙың күңеленә, хуш килде. Тышҡы донъянан бикләнеү – күп мәсьәләләрҙән, ауырлыҡтарҙан ҡасыу ул, ә аҙағы – ғәмһеҙлек, ялҡаулыҡ һәм һаман түбән тәгәрәү... Күпселек ҡәлғәнән сығырға ашыҡмай.
– Нишләп?.. – Мин үҙем дә һиҙмәйенсә ярһып ҡысҡырҙым. Таштарға ҡаҡлығып, тауышым әллә ҡайҙарға яңғыраны: "Ә-ә... ә..."
– Ҡараһаҡал! Тарих ике тапҡыр ҡабатланмай бит!..
Ҡараһаҡал яуап бирергә ашыҡмай, ә минең, ниңәлер, теҙ быуындарым ҡалтырай, күңелем түҙеп торғоһоҙ рәүештә үҙ ваҡытыма, үҙ илемә саҡыра.
– Ни өсөн ошондай үкенесле хаталар... – Мин әйтеп бөтмәйенсә тотлоғам.
– Ниңә улай тиһең әле? – Ҡараһаҡал тауышында мин хәүеф, борсолоу тоям. – Ниңә?
"Ниңә? Ниңә? Ниңә-ә-ә?.." Таш ҡәлғә яңғырауы был һорауҙы әллә мең мәртәбә ҡабатланы. Мәңгелеккә иҫтәлек итеп һалынған ҡәлғә үҙ-үҙенә бирә ине, ахырыһы, был һорауҙы, һәм яуап таба алмайынса, йәнә геүләп үкһене: "Ниңә-ә-ә..."
– Һәр халыҡтың үҙ тәҡдирелер. Халыҡтарҙың ер йөҙөнә килеп-китеүенең үҙ ваҡытылыр. Шул мәлде ул тотҡарлай ҙа, ашыҡтыра ла алмайҙыр.
– Рух – үлемһеҙ!
– Рухты ҡотҡарырға кәрәк. Һин таш ҡәлғәләге халҡымды күрҙең инде. Таш ҡәлғә беҙҙең йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе, донъяға ҡарашыбыҙҙы, иманыбыҙҙы үҙгәртте. Беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, бөтөнләй икенсе кешегә әүерелдек. Йоҡоға талған хәтеребеҙ ҡайсаҡ уяна ла түҙеп торғоһоҙ рәүештә намыҫыбыҙҙы ғазаплай башлай. Беҙ уны тиҙерәк кире йоҡлатырға ашығабыҙ. Бының өсөн бөтә шарттарҙы булдырғанбыҙ – кәңәштәр берлеге тип аталған шау-шыулы табын, йылға булып аҡҡан араҡы, бер-беребеҙгә дан йырлау, яңы Алла...
Ҡасандыр ирек һөйгән ғорур халҡым азатлыҡты күрә алмаҫ булды. Ил азаматтарының айы-рылмаҫ юлдашы ат булған, ә таш ҡәлғә үҙ талаптарын ҡуйҙы. Был талаптарға иң әрһеҙ, бысраҡ һөйөр хайуан – сусҡа ғына бирешмәне. Ҡасандыр ат башын данлаһалар, беҙ хәҙер сусҡа башын ҡосабыҙ...
– Ә һин? Һинсе, Ҡараһаҡал?
– Беҙҙең цивилизация, үҙ балҡышын тамамлап, инде офоҡҡа табан боролдо. Сәғәте һуғыу менән ул һүнәсәк. Үҙебеҙгә күрһәтелгән юлдың ахырына тайпылышһыҙ яҡынлашабыҙ. Юҡҡа сыҡҡан цивилизация урынына яңыһы ҡалҡыр. Һәм мәңгегә шулай...
– Рух үлемһеҙ, Ҡараһаҡал!
– Мин һиңә үҙ яҙмышымды теләмәйем. Рухты ҡотҡарығыҙ!
Мин уны үҙем менән алып китер инем... Алып китеп, мин уға нимә вәғәҙә итә алам? Вәғәҙә иткән хәлдә лә, кешене тыуған иленән, улай ғына ла түгел – үҙ дәүеренән айырып алып китеү ҡәбәхәтлек һәм тәбиғәткә ҡаршы яһалған енәйәт түгелме?..
Миңә ҡайтыу юлы бикләнһәсе? Был уйҙан тыным ҡыҫыла, һауа етешмәй башлай...
Ҡояш үҙ сағыулығын юғалтты, һиҙҙермәй генә эңер төшә ине. Мин өҫкә ҡараным. Шул уҡ ҡояш... Мәңгелек ҡояш. Бөтәһенә лә шаһит ҡояш. Ҡаршы ал мине үҙ илемдә, үҙ дәүеремдә, үҙ цивилизациямда!
Алыҫта өйөрмә. Ашығырға кәрәк.
– Бир ҡулыңды, дуҫым!
Ниңәлер яуап юҡ. Ҙур, моңһоу күҙҙәрҙә ғазап, һәр замандың үҙ ҡанундары була. Мин ҡул бирешеүҙең нимә икәнен аңлатырға теләйем.
– Дуҫтар бер-береһенә терәк икәнен белдереп, бер-береһенә йөрәк йылыһы тапшырып, ҡул ҡыҫыша. Был кешеләрҙең бер-береһенә һүҙһеҙ генә белдергән ихтирам вә хөрмәте. Бир ҡулыңды, дуҫым!
Мин уның, һыҙланыуын йәшереп, ашыҡмай ғына әйткән яуабынан тертләнем.
– Мин ҡулһыҙ, мәһриман ҡунағым. Юҡ минең ҡулдар.
Шул саҡта ғына уның ни өсөн япма ябынып йөрөгәне аңыма барып етте.
– Мин ил батыры инем. Һәр саҡ ғәскәр башында барыр инем...
Мин ғәфү үтенеп тә, хушлашып та, башымды уның иңбашына терәйем.
– Рух үлемһеҙ! – ти ул. – Ә һин ашыҡ! Өйөрмә яҡынлаша. – Иңенә аҡ плащ һалған Ҡараһаҡал ҡуйыра барған болоттар, көсәйгән ел фонында ҡанаттарын йәйеп күкте айҡаған бөркөттө хәтерләтә ине.
Түбәнгә төшә-төшә йәнә өҫкә күтәрелеп ҡарайым. Таш ҡәлғә тәү күргәндәге мөһәбәтлеген юғалтҡан төҫлө. Хәҙер ул эңер һарҡыуында ҡарайып күренә. Мин уға ҡурҡыу ҙа, йәлләү ҙә ҡатыш күҙ һалам. Оло ҡапҡа төбөндәге яҡты йондоҙҙо хәтерләткән аҡ һынға һуңғы тапҡыр ҡул болғайым, һуңғы тапҡыр...
* * *
Мин бөгөн иланым. Ни өсөн? Ҡайһы берәүҙәр тураһында ул ваҡытынан алда йә һуң тыуған тигәнде ишеткәнем бар. Нимәнән сығып шулай тип әйтәләр икән? Был – кешегә ҡот осҡос хөкөм ҡарары сығарыу түгелме?
Мин бөгөн үҙ цивилизациямда, үҙ дәүеремдә, үҙ ваҡытымда тыуғаныма ҡыуанып һәм үкенеп иланым. Мин уға кәрәк булғаным өсөн дә, кәрәкмәгәнлегем өсөн дә иланым.
Ҡыуаныс һәм көйөнөс йәштәре... йәнәш тама икән.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.