Бөгөн дә ашыға-ашыға магазинға китеп барғанында, танауының төбөндә генә ике машина һөҙөштө лә ҡуйҙы. Иномарка шоферына суртым да булманы. Йән-яғынан аҡ нәмәләр ҡабарып килеп сыҡты. Өләсәһенең мамыҡ мендәрҙәре араһында ултырамы ни! ДПС-сылар тегене түшәктәре араһынан эҙләп алып, саҡ һөйрәп сығарҙы.
Ә бахыр "Жигули" шоферын иҫһеҙ-нейһеҙ машинаның артҡы ишеген киҫеп алып, сидение-нейе менән бергә һөйрәп сығарҙылар ҙа, кәлтерәп бөткән "Ашығыс ярҙам" машинаһына тейәп, дауаханаға озаттылар.
Арлы-бирле итеүгә, әле генә бер көтөү булып өйөлөп торған халыҡтан елдәр иҫкән. Юл фажиғәһе эргәһендә Сабира әбей генә тороп ҡалған. Шуға күрә, гаишниктар ҙа тап үҙенә килделәр.
– Тә-ә-әк, иптәш гражданка, әйҙәгеҙ участокка үтәйек, күрһәтмәләр бирерһегеҙ, – тине уң ҡулын фуражкаһына терәп честь биреп алған милиция хеҙмәткәре. Шунан, ҡарсыҡтың яуап биргәнен көтөп тә тормай, йәшел "УАЗ"икка инеп ултырырға ҡушты.
Икенсе ишектән теге иномарка хужаһы ҡалын ҡорһағын саҡ этеп килеп инде. Милиционер үз эше менән булған арала, теге "ҡалын ҡорһаҡ" әбейҙең кеҫәһенә нимәлер тығып та ҡуйҙы. Алып ҡараһа, биш меңлек аҡса.
– Бәрәкалла, ни был? – тип эстән ни эшләргә белмәй өҙгөләнде ул. Взяткаға оҡшаған, тигән уй киҫеп үтте уның мейеһен. Шунан тегенең биш меңен шым ғына кире ҡайтарҙы.
– Юҡ, кәрәкмәй, мин һатлыҡ йән түгел! – Үҙе аҡсаға ҡарап-ҡарап ала.
– Һин нимә, бабуся, аҡылыңдамы, әллә әҙ тимәксеһеңме?
– Әҙ...
– Әҙ?!...– "Ҡалын ҡорһаҡ"тың ҡыҙарыуынан маңлайынан, арҡаһынан тир бәреп сыҡты. Был һүҙҙән һуң әбейзең кеҫәһенә йәнә ун мең аҡса кереп ятты.
– Шәп, – тип эстән генә ҡыуанды ҡарсыҡ. Өҫтәмә килем булды әле был. Тағы ла берәйһе аварияға осрамаҫмы икән? Эстән этлек уйлап ултырһа ла, йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек сығарҙы:
– Ярай инде, яҡшылығымды күр.
Күрһәтмәләр биргәндә лә ышаныслы итеп һөйләне ул. Йәнәһе, "Жигули" үҙе башына бәлә эҙләп килеп сыҡҡан... Эй, һөйләне лә һөйләне әбей. Һөйләргә ярата инде ул, тыңлаусы ғына булһын...
Тыңлап бөткәс, "ҡалын ҡорһаҡ" менән әбейҙе коридорға сығып торорға ҡушып, үҙҙәре кәңәшләшергә тороп ҡалдылар. Сыҡҡас теге:
– Боролғанда ниңә фарзарының янмағанын әйтмәнең, – тине.
– Ни эшләп янмаһын ти, яна ине лә инде. Унан авария боролошта түгел, ә проспекттың тап уртаһында булды, аңланыңмы, "аҡыллы баш".
– Булмаһа ла әйтергә кәрәк ине.
– Ул саҡта өҫтә!
– Өҫтәнем бит инде, – тине ир асыуынан сәсрәп.
– Бына был аҡылды ялтыр башыңа һалып ҡуй... һинең ул ваҡ аҡсаң минең алтындай ҡәҙерле ваҡытымды исраф итеп йөрөүем өсөн хәйер генә, аңланыңмы, – тине әбей, ҡаты асыуланып. Теге йәнә биш мең өстәне.
– Был икенсе мәсьәлә. Әтеү баҙар бисәләре кеүек ваҡланып һатыулашаһың.
Улар гәпләшкән арала теге "ҡалын ҡорһаҡ"ты йәнә саҡырып алып инеп киттеләр. Ә милиционер әбейгә честь биреп:
– Ярай, иптәш гражданка, һеҙ ҡайтһағыҙ ҙа була. Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ваҡытығыҙҙы алғанға ғәфү итегеҙ, – тип әбейҙе ишеккәсә оҙатып калды.
Бүлексәнән сыҡҡас та әбей ҡайтып китергә ашыҡманы. Кеҫәһендәге теге 20 меңе намыҫына тыныслыҡ бирмәй бит әй, ҡороғор. Әбей кире бүлексәгә инде. Алдындағы журналына ҡапланып нимәлер яҙған дежурныйға:
– Улым, бынау аҡсаны теге "ҡалын ҡорһаҡ"ҡа тапшыра алмаҫһыңмы икән, - тине.
– Кит, инәй, юҡ менән булып йөрөмә. Уға хәзер һинең аҡсаң да, шайтаның да ярҙам итә алмаясак, – тине егет ҡарашын күтәрмәй генә. – Артыҡ аҡсаң булһа, "Жигули" ҙың шоферына бир. Әтеү бер кеме лә юҡ, ти бахырзың. Хәле бик ауыр, 21-се дауаханала ята.
Шулай тигәс, әбей шунда сапты. Бына шулай, Хоҙай йән бирһә, йүн бирә ти бит...
Бер көн әбейебеҙ туҡталышта автобус көтөп торғанда, эргәһенә көмөш төҫтәге "десятка" килеп туҡтаны. Ишеге асылып китте лә, бер ҡосаҡ ҡызыл раузалар күтәреп, теге "Жигули"ҙың шоферы килеп сыҡты. Сәскәләрен әбейгә тапшырҙы ла, машинаһының икенсе яҡ ишеген асып:
–Рәхим итегеҙ, барыр ерегеҙгә үҙем елдертеп кенә илтеп ҡуям, – тине.
– Эй, рәхмәт төшкөрө, өнөммө был, төшөммө тигәндәй...
– Өнөң, инәй, өнөң... Йә, үтеп ултыр.
– Эй, бәпкәм, дөрөҫөн генә әйткәндә, теге ваҡыт мин һине үлерһең тип ҡурҡҡан инем... Әбейҙең күҙҙәренә йәш тығылды.
– Әгәр ҙә аҡса менән ярҙам итмәһәң, бер һүҙһеҙ үлә инем, инәй.
– Рәхмәтеңде теге иномарка хужаһына әйтерһең, – тип кеткелдәп көлдө әбей. Бер нәмә лә аңламаған егет ҡарсыҡҡа аптырап ҡараны ла, машинаһын ҡабыҙып, ҡуҙғалып та китте.
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.