Ағайың мине саҡыра... ХИКӘЙӘ

Рәхимә Хөсәйенова.  Еңгәм менән ағайымдың Зөлфиәнән ҡала көтөп алған малайҙары, еңгәмде иртәгә сығаралар тигән көндө ҡапыл ғына үлеп ҡуйҙы. Бөтә дауахана шау-шыу килде. Диагнозын: "Йөрәге насар булған", тип ҡуйҙылар. Ләкин "бала һау-сәләмәт" тип ҡайтарырға торғанда, ошо аңлашылмаған яҙыуҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен бер кем дә аңлата алманы. Сабыйҙың үлемендә табиптар ғәйеплеме, йә иһә ғүмере шулай ҡыҫҡа булғанмы, ҡараңғы сер булып ҡалды. Тик улының үлеменән һуң еңгәм айға яҡын "ис̧әрләнеп" йөрөнө. Ергә тәгәрәп иланы, төндәрен һаташып ҡысҡырҙы. Яңы ҡалҡып сыҡҡан кескәй ҡәберлеккә уйынсыҡтар ташыны, шәфҡәт туташтарына: "Улымды бирегеҙ", тип ялбарҙы. 

Зөһрә еңгәмдең сәйер ҡылыҡтары ағайым вафат булғандың икенсе йылында башланды.

Дөрөҫөрәге, ошо йыл барышында ла ниндәйҙер аңлашылмаған һүҙҙәр һөйләгән, йә иһә бер нөктәгә текләп уйға ҡалған, көтмәгәндә үкһеп илап, юҡ ағайымды янынан ҡыуалаған кеүек мәлдәре булғыланы. Ләкин беҙ был ваҡиғаларҙың барыһын да еңгәмдең ҡайғынан үз-үзен белештермәүенә бәйләнек.

Беренсе иң ҙур борсолоу тыуҙырған мәл Миҙхәт ағайымдың йылын үткәргәндең өсөнсө көнөнә тура килде.

– Балам, теге көнө ҡарап ултырҙым, еңгәңдең ҡарашынан нур ҡасҡан. Зөлфиә ҡыҙым менән икеһен кискә сәйгә саҡыр әле. Һөйләшеп ултырырбыҙ, күңеле бушап ҡалыр балаҡайымдың.
Әсәйемдең үтенесен йыҡмай, эштән һуң Зөһрә еңгәмдәргә киттем.
Мин барып ингәндә, ул өй артындағы яңы ғына бөрөгә тулышып бүрткән миләш ағасын ҡыркып маташа ине. Уны ағайым үҙҙәре өйләнешкән йылда ултыртҡайны. Шунан һуң йыл да ҡып-ҡыҙыл тәлгәштәре менән ҡыуандыра.
– Еңгә, нимә эшләйһең?!
– Бына, – тине ул танау тирәләренә ҡунған тир бөрсөктәрен ҡул һырты менән һыпырып, – ағайың ҡырҡырға ҡушты.
– Нисек?
– Йөрәгеңде әрнетеп күҙ алдында тормаһын, ти.
Мин ғәжәпләнеп Зөһрә еңгәмә ҡарайым.
Һәр ваҡыт иплелеге, аҡыллылығы менән үҙенә тартып торған еңгәмдең күҙҙәрендә сәйер уттар ялтырай, ә аҙ ғына ҡабарынҡы ирендәрендә күңелһеҙ йылмайыу ята.
Әлбиттә, әсәйемдән еңгәмдең күңелгә ятмаған был ҡылығын йәшерҙем. Көндәр бер-бер артлы ағыла торҙо, тик Зөһрә еңгәм яңынан-яңы, аҡылға һыймаған ҡыланыштары менән күңелгә хәүеф өҫтәне.
Икенсе тапҡыр уны карауат менән комод араһында йәшенеп ултырған сағында тура килтерҙем.
– Тс-с-с, тине ул бышылдап ҡына, бармағын ирененә яҡын килтереп, ағайың мине саҡыра, күрмәһен тим.
Эшендә лә Зөһрә еңгәмдең онотолоп китеүен, иҫәп-хисап эшен алып барғанда һандарҙы бутауын, йә булмаһа тиктомалдан шарҡылдап көлөп ебәреүен, эш көнө тамамланмас̧ борон бер ни өндәшеп тормай ҡайтып китеүен һәм башҡа сәйер холҡон бергә эшләгән дуҫтары хафаланып миңә еткерҙе. Ошо хәлдән һуң ҡурҡыуға төштөк. Етмәһә, Зөлфиә лә был хафаға ялҡын өҫтәп:
- Әсәйем көн дә атайым менән һөйләшә, – тигәс, әсәйем менән кәңәшләшеп, еңгәмдәрҙе үҙебеҙгә алып ҡайтырға булдыҡ.
...Бынан дүрт йыл элек беҙ уны бер ҡайғынан саҡ аралап, үҙ хәленә ҡайтарғайныҡ инде. Ул вакытта, исмаһам, Миҙхәт ағайым иҫән ине. Еңгәм менән ағайымдың Зөлфиәнән ҡала көтөп алған малайҙары, еңгәмде иртәгә сығаралар тигән көндө ҡапыл ғына үлеп ҡуйҙы. Бөтә дауахана шау-шыу килде. Диагнозын: "Йөрәге насар булған", тип ҡуйҙылар. Ләкин "бала һау-сәләмәт" тип ҡайтарырға торғанда, ошо аңлашылмаған яҙыуҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен бер кем дә аңлата алманы. Сабыйҙың үлемендә табиптар ғәйеплеме, йә иһә ғүмере шулай ҡыҫҡа булғанмы, ҡараңғы сер булып ҡалды. Тик улының үлеменән һуң еңгәм айға яҡын "ис̧әрләнеп" йөрөнө. Ергә тәгәрәп иланы, төндәрен һаташып ҡысҡырҙы. Яңы ҡалҡып сыҡҡан кескәй ҡәберлеккә уйынсыҡтар ташыны, шәфҡәт туташтарына: "Улымды бирегеҙ", тип ялбарҙы. Ағайымдың түҙемлелеге, наҙ-һөйөүе генә уны был тормошҡа ҡабат ҡайтарғандыр тип уйлайым. Ә өс йыл да үтеп өлгөрмәне, үҙе аварияға осрап, һәләк булды...
– Ҡуй, һылыуым, килешмәс̧, – тип еңгәм тәүҙә ҡаршылашып маташты. – Ағайың да ебәрмәс̧.
Ул миңә бер ҡасан да бикәс тип әйтмәне, еңгә булып килгән көндән алып яратып "һылыуым" тип өндәште. Мин нисек тә алсағыраҡ булырға тырышып еңгәмде өгөтләнем.
– Зөлфиә лә ҡараулы, әсәйемә лә күңелле булыр. Беҙ эштә саҡта ейәнсәре менән икәүләп сөкөрҙәшерҙәр.
– Әлләсе, – тине ул аҙаҡ, ҡышты ғына бергә сығайыҡ тимәһәң... Утын яғы ла самалы.
Ял көндө иң кәрәкле әйберҙәрен генә тейәнек тә үҙебеҙгә күсереп тә ҡуйҙыҡ. Ҡалған ваҡ-төйәкте яйлап ташырбыҙ әле, тип һөйләштек. Өй эсе шунда уҡ Зөлфиәнең яңғырауыҡлы шат тауышы менән тулды. Өстәлдең бер тартмаһын бушатып биргәс, ул үҙенең китап, дәфтәрҙәрен тигеҙләп тултырып, шкафтың аҫҡы кәштәһенә кейемдәрен тәс̧ләп һалды, диван башына йомшаҡ уйынсыҡтарын теҙеп ултыртты. Еңгәмдән күскән ошо бөхтәлек, таҙалыҡ әсәйемдә һоҡланыу хисе тыуҙырҙы. Ул Зөлфиәнең арҡаһынан ҡағып, яратты:
– Бигерәк үҫкәнһең инде, бәпкәм, – тип йылмайҙы.
Нисек кенә Зөһрә еңгәмә ҡарата йомшак булырға, уны көйөнөстәрҙән һаҡларға тырышһаҡ та, "ауырыуы" көсәйҙе генә. Табиптар ҙа:

– Медицина был өлкәлә көсһөҙ,  - тип ҡулдарын ғына йәйҙе.
Беҙҙең ауыл ҙур ғына, ҡасаба иҫәбенә керә, шулай булыуына ҡарамастан:
– Зөһрә алмашынған, – тигән хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды.
Күп иҫкәртеү, ялыу ҡағыҙҙарынан һуң еңгәмә эштән китергә тура килде. Быны ул тағы ла бер кәмһетелеү кеүек ҡабул итте.
Бер кистә, йоҡларга урын әҙерләп йөрөгәндә, Зөлфиә күҙҙәрен уға төбәп:
– Әсәй, һин ауырыйһыңмы? – тип һораны.
Еңгәм уңайһыҙланды, нимә әйтергә белмәй, ҡалҡып беҙгә ҡараны. Әсәйем йәштәрсә етеҙлек менән Зөлфиәнең ҡулындағы юрғанын алып:
– Ниңә улай тиһең, балам, әсәйең һау-сәләмәт, – тип йөпләне.
– Ә беҙҙең кластағы Дилараның апаһы: "Һинең әсәйең ауырыу, шуға ла эшләмәй өйҙә ята", ти.
Был һүҙҙәргә ҡаршы яуап таба алмай аптырап ҡалдыҡ. Тик еңгәмдең генә ҡарашы бөтөнләй һүнгән кеүек булды.
Алдағы көндәрҙә Зөһрә еңгәм өй эштәренә һүлпәнәйҙе, әйтмәһәң, кейгән кейемен дә алмаштырманы, көҙгөгә ҡарау тигәнде онотто. Кешеләрҙән йәшеренде, нисек тә уларҙан йырағыраҡ торорға тырышты. Өйгә килгән һәр кешегә ризаһыҙлығын белдерҙе, уларҙы ҡыуҙы, ағайымды янына саҡырҙы, уға матур һүҙҙәр менән өндәште. Күберәк ваҡытын ул хәҙер йылға буйында йәки ялан-урмандар гиҙеп үткәрҙе.
Шулай, кисләтеп күрше ауылдан машина менән ҡайтып килгәндә, күҙемә яр буйында яңғыҙы гына баҫып торған еңгәм салынды. Шоферға туктарға ҡуштым да, йәйәүләп, тар һуҡмаҡ буйлап еңгәм янына киттем.
Көҙ үҙенең йәйғор төҫтәрен юғалтҡайны инде. Ағастар ҙа яртылаш яланғасланып ҡалған. Һирәк-һаяҡ өҙөлгән япраҡтар, бөтөрөлөп тоноҡ һыуға төшәләр ҙә, иренеп кенә ағып китәләр. Ауыр, ҡара болоттар ергә йығылырҙай булып күк көмбәҙен ҡаплап алған. Ошо көҙ байышында еңгәм миңә сикһеҙ йәл булып күренде. Уны ҡосаҡлап алырға теләп, ике-өс аҙым яһаным да, йыр тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдым. Зөһрә еңгәм үҙенең ис̧ киткес һағыш тулы тауышы менән аҡрын ғына көй-ләй ине.

Аҡ сәскәһен ҡойган муйылдар...
Һуңғы өмөт, һуңғы хыялдар...
Аҡ ҡар төҫлө иреп юғалган,
Насарлыҡҡа, гүйә, юралған.
Яландарҙа сәскә ҡалмаған...
Көҙ һарыһы ерҙе ялмаған...
Һуңғы шатлык, һуңғы бәхетем,
Бәхет түгел, гүйә, ләхетем.

Күҙ йәштәремде күрһәтмәс̧ өсөн һуҡмаҡтан кире боролдом.
Һыуыҡтар төшә башлау сәбәпле, еңгәмде эҙләп алып ҡайтыу Зөлфиә менән икебеҙгә йөкмәтелде. Ә ул, ҡайтмас̧ өсөн, төрлө һылтау табып ҡаршылашты.
– Еңгә, тышта ныҡ һыуытты, йөрөмә, зинһар, көндәр йылынғас күмәкләшеп сығырбыҙ, – тип ялындым мин.

– Миҙхәт бит, әйҙәләй ҙә алып китә, – тине ул балаларса бер ҡатлылыҡ менән, – бейәләйемде бәйләп бөтөрәйем, тип әйтеп тә ҡарайым.
Әсәйем, йөҙөн йәшереп, мейес яғына әйләнә. Зөлфиә ауызын турһайтып ултырғыстан шыуып төшә лә еңгәм ҡаршыһына килеп:
– Атайым юҡ, ул үлде! Үлде! – тип аяуһыҙлыҡ менән ҡабатлай.
Зөһрә еңгәм уға ғәжәпһенеп бер аҙ ҡарап тора ла:

– Мин дә шулай тием. Беҙ һине ергә күмдек, тип әйттем. Ә ул ышанмай.
Өсөбөҙ ҙә уға ҡараған килеш ҡатып ҡалабыҙ.
...Ҡыш, үҙенең хоҡуғынан файҙаланып ҡалырга теләгәндәй, икенсе көн инде күз асҡыһыҙ бураны менән донъяны туҙҙыра. Яландағы соҡор-саҡыр күптән шымарып, ҡалҡыулыҡ менән тигеҙләнгән. Әйтерһең дә, аҡлыҡ, сафлыҡ донъяһы үҙенең һалҡын матурлығына кинәнә, юлындағы аҙашҡан юлсыны мул итеп ҡар өйкөмө менән һыйлай, сәстәрен, керпектәрен аҡлай, яланғас муйындарынан үбә. Зөһрә еңгәмдең юҡ булыуын эшемә тыны бөтөп йүгереп килгән Зөлфиә хәбәр итте.
- Әбейем магазинға тип кенә сыҡҡан, шул арала әсәйем өйҙән сығып киткән, – тине ул йәш аралаш.
Бергә эшләгән иптәштәрем менән бер-ике сәғәт яҡын тирәләге ерҙәрҙе байҡағандан һуң, былай йөрөүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлап, күберәк кешене йәлеп итер өсөн урындағы радио аша ярҙам һораныҡ.
Буран туҡтаманы. Аяҡ эҙҙәре артыбыҙҙан ук тиерлек юғала барҙы. Өсәрләп, дүртәрләп, нисек тә бик алыс̧ таралышмаҫҡа тырышып, бер-беребеҙҙе күҙҙән яҙлыҡтырмай, урман төпкөлөнә атланыҡ. Фонарь яҡтыһында ҡарайып күренгән һәр төпһәне тиерлек тикшерҙек. Булдыра алғанса ҡысҡырып та саҡырҙыҡ. Ләкин ҡаршы иҫкән ел тауышты килгән юлыбыҙға кире ҡыуҙы. Яуап булманы. Таңға табан хәлдән тайып ҡайтып йығылдыҡ. Аяҡтарҙы ҡуҙғатыр әмәл дә ҡалмағайны. Ағас ботаҡтары "туҡмау"ҙан биттә ҡыҙыл юлдар ҡалған.
Еңгәмде төш яҡынлашыуға таптыҡ. Ул, миләш ағасын ҡосаҡлап, ҡатып ҡалғайны. Яңыраҡ бәйләп бөткән бейәләйе ҡулынан сиселеп, миләш төбөндә ята. Матур, аҡ йөҙө тынысланып, мәрмәр һын булып ҡатҡан ҙур яҡты күҙҙәрендә, әйтерһең дә, осрашыу бәхетенән тыуған талпыныу сағыла. Хәтеремә ул яр буйында йырлаған йырҙың һуңғы һүҙҙәре килде:
Яуа ҡарҙар - сафлык һипкене...

Барыр юлым ҡая уҡыны...
Һуңғы йырым, һуңғы наҙҙарым,

Ҡайтаралмай торган яҙҙарым.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас