. Уйламағанда яҡындағы ҡалаға юл төштө. Эштәребеҙҙе теүәлләп ҡайтырға йыйынғанда ауыҙҙан Баймаҡ һүҙе ысҡынғандыр, бер ҡулы менән тәгәрмәсле сумаҙан һөйрәгән, икенсеһенә ҙур ғына пакет тотҡан оло йәштәрҙәге инәй тротуарҙан үтеп барған еренән беҙгә әйләнде.
. -Әллә Баймаҡ аша үтәме юлығыҙ?
. -Эйе...
— Мине юлыңғай алмаҫһығыҙмы, автобусҡа сыҡҡайным да, вокзалға барғансы тием, унан аръяғы...
. Ыңғай яуап алғас, саҡырыуҙы ла көтмәй, машинаның асыҡ ишеге янына килеп, бабайға пакеттарын һуҙҙы.
. Урынлашҡас, тирләгән биттәрен һөрткөләп, һүҙсән инәйебеҙ хәбәрен теҙә башланы.
. - Өйҙән сығып киткәнемә бер айға яҡын инде, балаларымдан ҡунаҡтан ҡайтып киләм, ауылымды һағындым. Дүрт көндән ял, бергәләп ҡайтырбыҙ, йә такси саҡыртам, тиһәләр ҙә, еңмешләнеп сығып киттем. Анаусама ерҙән урағас, Сибайың ней мына тора, кәртә арты кеүек кенә. Аллаға шөкөр, биш бала үҫтерҙем, барыһы ла иркен тормошта, үҙ йорттарында йәшәйҙәр, Сибай, Өфө, Свердлау, бер сыҡҡанда барыһын да әйләнеп сыҡтым. Эй һыйланылар, биргән күстәнәстәрен хатта контейнер тигән посылка менән ебәрҙеләр, мин ҡайтыуға бергилкеһе көтөп тә торор әле, ыҙалап күтәреп йөрөмә, тинеләр. Былары Сибайҙағы ҡыҙымдан, Өфөләге ҡыҙым хатта түләүһеҙ посылка менән ебәреү сараһын тапҡан.
. -Уныһы нисек, түләүһеҙ бер нәмә лә юҡтыр ул хәҙер.
. -Эй, аптыраным инде үҙем дә, тегендә посылка тултырҙыҡ, хәҙер ней ҡалала иркен йәшәйҙәр ҙә. Ул тунын өр-яңы көйө миңә бирҙе, яңынан алған үҙе, ул пәлтә, курткалары былаялайым, кейемдәре шап-шаҡтай, мәңге үлем килерлек түгел. Ташлайым тей, мин әйтәм бир, алып ҡайтам, үҙем кеймәһәм ней, ауылда кейеүселәр табылыр. Вис йыйнаулап төрөп авито тигән почтаға һатырға ҡуйҙы ла, минең исемдән йөҙ тәңкәгә һаттым-алдым яһап, ауылға оҙатты. Вәт, минән алда барып та еткән, күрше алып ҡалдым тине, телефондан һөйләштем, элеккеләй сумка күтәреп йөрөтмәйһең. Свердлауҙағы килен дә контейнерын ебәргәндә шулайтты, эй рәхәт икән хәҙер, уныҡы барып етмәгәндер әле, мин ҡайтыуға килеп тә етер. Оло туйға етерлек һауыт-һабаһын тейәне, бөтөнөһөн яңыртты мин барғас, элеккеһен ебәр улайһа әйҙә миңә тинем, ҡалайтып ташлаттыраһың, урыны табылыр ауылда.
. Йөҙөнән ҡәнәғәтлек балҡып торған, ауыҙ моронон һөрткөләп ихластан хәбәрен һөйләгән инәйҙе тыңлау күңелгә рәхәт ине, оҙон юлды ҡыҫҡартырға була һорауҙар бирәм.
. -Өйҙә бабайың барҙыр...
. -Күптән инде киткәненә, урыны ожмахта булһын, шул эскелек инде, ныҡ эсте, ҡорған донъяһының мәнфәғәтен күрә алманы. Бына хәҙер балаларының йәшәйешен күрһен ине, юҡ шул, бер барып күрә алманы йә, эскелек ошо әйтәгүр, аҫтыртын ҡырҡа, ғүмерҙе өҙгәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
. -Ауылда ауырҙыр йәшәүе, бөтә бит, һәр ерҙә ауылдар тарҡала...
. -Беҙ бөтмәйенсә ауыл бөтмәй ул, мәктәп, магазиндәрҙе япһалар ней, беҙ бар битәле, ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә, юлы ғына емерелде, башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй ауылға. Бына бит, балалар бөтәһен дә теүәлләп ебәрҙеләр, минең нисәмә пенсияма торошло. Элек үҙем ташыным уларға, хәҙер улар миңә нимә биреп, нимә тотторорға белмәйҙәр, Бына ҡара әле өҫтө-башыма, баштан-аяҡ кейендерҙеләр, нимә тип әйтәһең инде рәхмәттән башҡа.
Күрҙем элек ыҙалыҡты, ир эсә, үҙем иҙән йыуып алған аҡсаны ҡайҙа һуҙырға белмәйем. Балалар өсөн пособие түләнмәй, инде түләнә тиһәң эшләгән ереңдең исеме үҙгәргән, яңынан юллағыҙ тейҙәр. Бер урында ғына эшләнем ғүмер буйы, пенсияға сыҡҡанда дөкәмиткә ҡараһам, ҡағыҙҙа эштән сығарғандар ҙа, кире алғандар, эштән сығарғандар ҙа кире алғандар, ней ғәләмәтләнгәндәрҙер, бер канторҙың исемен ҡырҡ үҙгәрткәндәр. Аҡсаһы ваҡытында түләнмәне, бартер тинеләр, унда ла алты ай эшһеҙ ятҡанмын имеш, аптыраҡ, бер көн эштән ҡалманым, аҙаҡ пенсиямды юллағанда ғына белдем.
. Һиҙҙем мин шунда, эшләйем аҡса юҡ, түрәнән һорайым, килер , көт тей. Тиненә тиклем иҫәпләп көтәм, шунса алырмын, быны алырмын тип, юҡ аҡса. Барҙым бер көнө канторға, эшселәргә авансы тараталар ине, миңә бармы, тинем. Яҙмағандар был юлы һиңә, һорана ла йөрөйһөң, булһа мин тотонмайым да, тине.
. -Үргә барып әйтмәһәм булмаҫ, инде лә инде һигеҙ ай аҡса төҫө күргәнем юҡ, тинем. Бер көн эшкә сыҡмаған көнөм булманы ла, тип лауылдайым.
. Ултырғысына ҡайҡайып ятып хахылдап мыҫҡыллап көлдө шунда.
. -Сәүек эт өргәнгә филдең иҫе китте тей, әйләнеп тә ҡарамай фил һиңә, өҫтөңә сысып китергә лә күп һорамаҫ.
. Эй ғәрләндем, эй рәнйенем, эште лә ташлай алмайым, ауылда эш табып буламы, былай исмаһам өмөт йәшәтә, аҡса килер, эшләйем, тип көтәһең.
. Үтә икән был тормошта ауыры ла, еңеле лә... Үтте, күрҙе был баштар барыһын да... Унан да үтте рәхәт ғүмере, сәсрәп китте, ҡәҙерле балаларының бер инабатын күрмәне, ҡарғаманым, әрләмәнем, рәнйенем ныҡ. Уныҡылар йөрөй хәҙер рюмка төбөн еҫкәп, үҙемдекеләрҙе шөкөр тейем, тырышалар, һөнәрҙәре бар.
. Аллаһ бар ул, ул ғына бөтәһен дә күрә, рәнйегәнде лә, рәнйетеүсене лә, һуңынан булһа ла тигеҙләй, хаҡты ул ҡуя, кемгә сәүек хаҡы, кемгә фил хаҡынан.
. Баймаҡҡа еткәс вокзал эргәһендә төшөргә һораны, кәшелүгенән аҡса сығарып һона.
. -Кәрәкмәй, беҙ юлайҡан ғына, ялланып килтермәнек тә.
. -Атаҡ, минән дә юл хәйере кәрәк тә, Аллабыҙға шөкөр, бары ла уңай килеп тороуын әйт. Мә, аҡса алмаһаң бынауыны юл хәйере итеп ал, ҡайтҡас доға ҡылырһың, ҡыҙымдың күршеһе хәйергә тип индергәйне.
. Ҙур пакетынан сығарып миңә ҡиммәтле кәнфитле коробка һуҙҙы, алмағанды күргәс машина ултырғысына һалып ҡалдырып китте.
. Етеҙ генә тороп, еңел атлап ҡуҙғалған инәй артынан оҙаҡ ҡына ҡарап ҡалдым. Тормошонан риза, киләсәгенә ышаныс менән ҡараған, ундайҙарҙы ауырлыҡтар сыныҡтырған, тиҙәр шикелле, яҡты йөҙлө ауыл әбейе.
Гөлдәр әбей.