ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ

Хикәйә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм һәләк булған батырҙарға арнайым

Татлы йоҡоға сумған ғына мәл ине. Зариф төшөндә кәләшен, кескәй улы Замирҙы күреп, иҙерәп киткәйне. Ҡатыны сәй яһай, имеш. Ә ул – өҫтәл артында, тубығында аҡ ҡына йөҙлө, көләкәс кенә улы. Күпереп бешкән икмәкте инде ҡулына алғайны, даһыр-доһор итеп өйҙөң түбәһе ишелеп төштө. Күкрәк тапҡырын нимәлер өтөп алғандай булды. "Улым! Кәләш!" Үҙенең йән көсөнә ҡысҡырған тауышына Зариф тертләп уянып китте.

Снарядтар яҡында ғына шартлай, блиндажға ингән яҡ түбә менән стена емерелеп төшкән: саң-туҙан, төтөн, дары еҫе менән тулған. Һалдаттар дәррәү һикерешеп торҙо, кемеһе башына каскаһын ҡаплай һалды, икенсеһе автоматына тотондо, өсөнсөһө өҫ кейеме менән бронежилетын эләктереп ышыҡҡараҡ шылды.

– Бөтәгеҙ ҙә теүәлме? Яраланыусылар юҡмы? – Взвод командирының тауышы әллә ҡайҙан алыҫтан, мөңгөрҙәп кенә ишетелгәндәй тойолдо.

– Бар! Мин яраландым, позывной "Жираф"!

– Мин, позывной "Лев"!

Зарифтың күкрәген кескәй генә снаряд ярсығы сыйып үткән. Снаряд ярсығы оҙон буйы арҡаһында Жираф ҡушаматлы иптәшенең аяғына ҡаҙалғайны. Уларҙы тиҙ-тиҙ генә сисендереп ҡарап, Зарифтың яраһын еңелсә тип атап, спирт менән эшкәртеп, тарттырып бәйләп ҡуйҙылар. Жирафтың яраһы етдиерәк булып сыҡты, ҡанын туҡтатып, ауыртыуҙы баҫыусы укол һалып, уларҙан артта урынлашҡан часҡа ебәрҙеләр. Артабан инде тыныс ергә – госпиталгә оҙатыласаҡ. "Их, нишләп минең дә ярам нығыраҡ түгел икән? Бер аҙ госпиталдә ятып, ял итеп, әҙәмсә тамаҡ туйҙырып алыныр ине", – тигән уй йылт итеп ҡалды егет күңеленән. Тик ул уны шунда уҡ баҫтырып ҡуйҙы: "Юҡ! Нисек инде үҙ-үҙеңә нығыраҡ яра теләргә була! Ишетеп ҡалмаһын, шайтан ҡолағы һаңғырау булһын! Аллам һаҡлаһын, теге донъяға ла олаҡтырып ҡуйыр ул шайтан! Ни булһа ла, тере булайым әле! Иптәштәрем менән бергә булайым!"

Зариф янып барған күкрәген тотоп, һәндерәһенә уңайлабыраҡ ятты. Ошо мәхшәрҙән имен-һау ҡотолһа, тыуған яғына ҡайтһа, белер ине нисек йәшәргә! Яраһы ғына йәһәтерәк уңалһын, юҡһа, бындағы дымлы һауала тән тиҙ генә эренләргә тора. Сиҡан сыҡһынмы, берәй ерең һыҙырылһынмы, шунда уҡ таҙартып, йод йә зеленка һөртә һалмаһаң, көн эсендә эренләп, боҙолоп китә. Ҡайһы бер иптәштәре аяҡтарына кейгән әйберҙәрен йүнләп ҡарамай, йыш йыуып тормай, аяҡ бармаҡтары бәшмәкләп, сейләнеп күпме ыҙаланылар. Санитар яҡын-тирәлә күренмәһә, тиҙ генә үҙе лә яраһын дымлы салфетка менән һөртөп ҡорота һалып, таҙа бинт менән бәйләргә оҫтарып алды Зариф. Тиҙерәк йүнәлергә һәм дошмандарға аяуһыҙ булырға!

* * *

Әле уйлап ҡараһа, Зарифтың тормошо хәрби операцияға тиклем аҡ, хәҙер ҡара төҫтән генә торғандай. Ә элек, бала һәм студент сағында, ул меңдәрсә төҫтән балҡып торған Яңы йыл уттарын хәтерләткән! Кескенә сағында ата-әсә ҡосағында иркәләнеп үҫеү, һеңлеләре, күрше малайҙар менән мәж килеп көноҙон уйнау, тәмле табын артында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыуҙар, студент тормошоноң ҡайнап торған мәле, уйын-көлкө, төнгө клубтар, ҡыҙҙар артынан сабыу, имтихан бирә алмай күңелһеҙләнеп йөрөүҙәр... Былар барыһы ла уйын ғына булған икән! Ялтыр-йолтор, албырғытҡыс, күңел елкендергес уйын ғына...

Баш өҫтөндә дрондар осоуы, снарядтар ярылыуы, позицияңды аҡтарып сығарған миналар шартлауы, иптәшеңдең ҡанһыраған үле кәүҙәһе – былар иһә бөгөнгө ысынбарлыҡ...

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, уның тәүге тулҡыны менән бергә хәрби комиссариатҡа барып эләккән йөҙләгән ир-ат араһында Зариф та бар ине. Төҙөлгән исемлек буйынса уның ауылынан тиҫтәгә яҡын егет килергә тейеш, әммә улар өсәү генә булып сыҡты.

– Башҡалар ҡайҙа һуң? Беҙ бит туғыҙ кеше инек исемлектә? – тип аптыранды берәүһе.

– Эйе шул! Килмәгәндәргә срок сәпәйҙәр тип ҡурҡыталар ине, – тип өҫтәне Зариф.

– Эштә бит улар, – тине өсөнсөһө ауылдаштарын тынысландырырға теләп.

– Беҙ ҙә эштә инек. Повестка килгәс, ҡайтырға тура килде, – тине төндә генә Себерҙән ҡайтып төшкән Зариф. – Башҡалар ни уйлай икән?

Ул көндө егеттәрҙе исемлек буйынса тикшереп сыҡтылар, ҡасан, ҡайҙа, ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итеүҙәрен тағы бер ҡат яҙып алдылар. Унан сәғәт самаһы ултырып, анкета һорауҙарына яуап бирҙеләр. Көн кискә һарҡҡас ҡына:

– Всем строиться! – тигән команда яңғыраны.

Тигеҙ сафҡа рәт-рәт булып теҙелгән ир-ат алдына хәрби комиссар сығып баҫты. Арыған, таушалған ҡиәфәт менән алдында торған төрлө йәштәге, төрлө кейемдәге, төрлө милләтле ир-атҡа аҙ ғына текләп торҙо һәм һәр һүҙен һығып сығарғандай, өҙөп-өҙөп:

– Хөрмәтле запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр! Февралдән башлап Тыуған илебеҙ Европа нацистарына ҡаршы хәрби операция алып барыуы бөтәгеҙгә лә мәғлүм, – тип мөрәжәғәт итте. – Әлеге көндә беҙҙең хәрбиҙәребеҙ, һалдаттарыбыҙ алыҫ Украина ерендә Рәсәй үҙаллылығы, Рәсәй берҙәмлеге өсөн көрәшә. Запастағы хәрбиҙәр булараҡ, һеҙҙе беҙ резерв частаргә саҡырабыҙ. Ярҙам кәрәккәндә, ниндәй генә ваҡытта ла, һеҙ ҡоралға тотонорға әҙер булырға тейешһегеҙ. Әлбиттә, бәлки бындай осраҡтың булмауы ла мөмкин. Шуға күрә, паника тыуҙырмай, тыныс ҡына өйөгөҙгә ҡайтығыҙ. Тап өс көндән, 2022 йылдың 25 сентябрендә, бөтәгеҙ ҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә ошонда булырға тейеш. Кемдер килмәй ҡала икән, ул енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ!

...Өйҙәгеләр был хәбәрҙе тыныс ҡабул итте. Хәрби йыйынға йыйырҙар ҙа, ҡайтарырҙар. Кәрәк булһа, берәй заман саҡырырҙар әле, тигән кеүек уй ине һәр кемдең башында.

– Бер ниндәй ҙә һуғышҡа ебәрмәйҙәр! Афғанда, Чечняла халыҡты йыйҙылармы ни? Һалдаттар ғына ҡатнашты, һәм тик үҙ теләктәре менән генә! Был юлы ла шулай буласаҡ!

– Эйе шул. Яңынан баш ҡалҡытҡан Европа фашистарына Путин илебеҙҙең ҡөҙрәтен күрһәтергә генә теләй! Йәнәһе, бына беҙҙең резервта күпме һалдат бар!

Халыҡ ошолайыраҡ фекер йөрөттө, бер кем дә армияға оҙатҡандағы ише ҡунаҡ-фәлән йыйманы. Шулай ҙа күп егеттәр алып килергә ҡушылған әйберҙәр исемлеген тотоп, ҡала магазиндарын айҡаны, кәрәк-ярағын тупланы. Камуфляж йылы кейем, берцы, балаклава, йоҡлау өсөн тоҡтар, рюкзак, бронежилет, фонарь, аҙыҡ-түлек һатып алды. Бер нәмә лә алмай, еңелсә генә пакет тотоп барыусылар, митингыла тороп ҡына ҡайтып китергә өмөтләнеүселәр ҙә бар ине араларында. 25 сентябрь иртәнге 8-ҙә хәрби комиссариат алды ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Ҡатындары, ата-әсәһе, бала-сағаһы, туған-тыумасаһы менән бергә һәр резервисты биш-алты кеше оҙатырға килгәйне. Йөҙләгән егет китергә йыйылһа, оҙатыусылар менән бергә меңгә яҡын кеше бар майҙанды, яҡын-тирә урамдарҙы тултырғайны.

Бындай мәхшәрҙе көтмәгән етәкселек бер аҙ аптырап ҡалды. Тиҙ генә урындағы полиция бүлексәһенә, юл-патруль хеҙмәтенә хәбәр итте: килеп етергә, тәртип һағына баҫырға, бер ниндәй ғауға, тауыш сығырға тейеш түгел! Улары үҙ бурыстарын бик тырышып башҡарҙы, былай ҙа талаш сығарырға, бола ҡуптарырға уйлаған әҙәм юҡ ине юҡлыҡҡа. Бер-ике һалмыш резервистың ғына йә ҡысҡырып йырлап, йә һаһылдашып көлөшөп, кешеләрҙең күңелен күтәрергә маташыуын иҫәпкә алмағанда, ир-ат тыныс, етди, уйсан ине.

– Ҡәҙерле яҡташтар! Резервистар, уларҙың ҡатындары, ата-әсәләре, балалары һәм яҡындары! Бөгөн мин һеҙҙең бөтәгеҙгә лә өндәшәм! Мин һеҙҙе хөрмәт итәм һәм ғорурланам! Кем бөгөн сафта – улар барыһы ла ысын һалдат, ысын ил һаҡсыһы! Рәсәй Федерацияһының составына ҡушыласаҡ славян халҡына ярҙамға тип Ватан һағына баҫҡан ир-ат барыһы ла батыр! Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир-егеттәр һаҡламаһа, ярҙам итмәһә, Рәсәй халҡына, рус халҡына кем ярҙам итер! Беҙ туғандарыбыҙҙы, илдәштәребеҙҙе ауыр ваҡытта ташлай алмайбыҙ! Тиҫтә йылға яҡын иҙелеп йәшәгән Луганск, Донецк кеүек республика халҡын ярҙамһыҙ ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ! – Хәрби комиссарҙың шартлап торған көр тауышы махсус хәрби операцияға юлланасаҡ егеттәрҙең йөрәктәрен елкендерҙе. Улар булдыра! Улар армия хеҙмәтен үткән. Кемеһе бер, кемеһе ике йә өс йыл ҡулдарына ҡорал тотоп, илен һаҡлаған! Ошондай саҡта улар баҫмай, кем баҫһын ил һағына! Күҙҙәр яна, йөрәктәр дөп-дөп килә! Тиҙерәк юлға, тиҙерәк яу яланына! Тиҙерәк ер йөҙөндә һуғыш көҫәүселәрҙең муйындарын бороп ырғытырға!

Ошондай дәртле уйҙар менән, йырлай-йырлай, бейей-бейей юлға сыҡты Башҡортостан егеттәре... Билдәһеҙ, ауыр, әммә данлы юлға! Ҡайта алырмы улар был юлдан? Ул хаҡта уйламанылар ҙа...

* * *

Н. ҡалаһы янында, күҙ асып йомған арала ғына, теҙелеп киткән йәшелле-һороло, аҡлы-һарылы палаткалар ҡаласығы барлыҡҡа килде. Таныштарҙы ҡысҡырып эҙләү, йыр-моң, көлөшөү-һөйләшеү – оло ялан гөрләп торҙо. Әйтерһең, байрамға йыйылғандар! Әйтерһең, һабантуй! Алыпһатарҙарҙың машина-автобустары юлдан саң туҙҙырып тауар ташыны: аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы, көнкүреш техникаһы... Араҡы иһә йылға булып аҡты. Тәүге ике аҙна байрам итеп үткәрелде: эстеләр, йырланылар, бейенеләр, таныштылар, ҡосаҡлаштылар, һуғыштылар... Бер кемдең дә уларҙа эше юҡ, улар үҙҙәренә үҙе хужа. "Һуғышҡа алып бармайҙар икән! Меңәрләгән егеттең резервта тороуын телевизор аша күрһәтәләр ҙә, Европаның ҡото осһа, беҙҙе кире ҡайтаралар, ти!" Ошондай хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйырҙы, яңынан-яңылары өҫтәлде. "Рәхәтләнеп, бушҡа ашап, бушҡа эсеп, ял итеп ҡалыр кәрәк! Ҡайтһаң, беҙҙе буш аҫрап ятҡырмаҫтар!" Төшөрөргә яратҡандарға, эш һөймәҫтәргә был аҙналар тотош байрамға әйләнде...

Ай тулып килгәндә, ниһайәт, медкомиссия эшләй башланы: һәр береһен айырым-айырым индереп тикшерҙеләр, ниндәй ауырыуҙары барлығын белештеләр. Хроник ауырыуҙарҙы, наркомандарҙы, яңыраҡ операция яһатҡандарҙы тағы бер ҡат ныҡлап тикшергәндән һуң, ҡайтарып ебәрҙеләр. Улар артынан, яңы ҡабул ителгән закон буйынса, балиғ йәшкәсә өс балаһы булған атайҙар ҡайтарылды. Зариф та, уның менән килгән ике ауылдашы ла, танышып, уртаҡ табаҡтан ашап дуҫлашып өлгөргән яңы иптәштәре лә, был категория араһында юҡ ине. Уның өсөн ҡайғырманылар ҙа, шулай булырға тейеш. Уларҙың да ҡайтырға сираты етер берәй заман. Бәлки, ул арала был ҡапыл килеп сыҡҡан ҡанҡойош туҡтап та ҡуйыр әле. Рәсәйҙең башлығы әлдән-әле һөйләшеүгә ынтылып ҡарай түгелме һуң? Бынау байлыҡтан-муллыҡтан туйып һикергән Европа менән мәңге нефть-газға туймаған Американың батшалары ғына һаман ҡан көҫәй. Килешеүгә ебәрмәйҙәр тегене -уларҙың рөхсәтенән тыш сөскөрөргә лә ҡурҡҡан Украина етәксеһен! Шулай инде: уларҙың ерендә ҡан-йәш түгелмәй, уларҙың ҡалалары харабаға әйләнмәй, уларҙың ере мина-снаряд ярылыуҙан телгеләнмәй, уларҙың тупраҡтары ҡанға һуғарылмай! НАТО етәкселеге өсөн Рәсәйҙе үҙҙәре алдында теҙләндереү, хатта Ер йөҙөнән юҡҡа сығарыу, халҡын ҡырыу ғына мөһим! Башҡаларҙың түгелгән күҙ йәше һәм ҡаны, етемдәре һәм толдары улар өсөн сүп тә түгел! Байлыҡ, ер, яғыулыҡ, аҡса – бына нимә улар өсөн иң мөһиме! Нацистарҙың йөрәгендә кешелеклелеккә, миһырбанлыҡҡа, йәлләүгә, мәрхәмәтлеккә, һөйөүгә урын юҡ! Улар бөгөнгө замандың хаиндары, йәлләттәре, ә уларҙың ҡул аҫтында йәшәгән халҡы иһә – батшаларҙың һәр һүҙенә ышанған зомби хәлендәге һарыҡ көтөүе! Бәлки, аңлағандары барҙыр ҙа бит, ләкин "Король яланғас!" – тип әйтергә батырсылыҡ итеүсе юҡ араларында!

Бындай уйҙар ярты йыл самаһы утты-һыуҙы кискәс кенә киләсәк Зарифтың башына.

* * *

Позывнойы "Лев" – Зариф Арыҫлан улы Азаматов, башын ҡаушырған ҡулдары өҫтөнә һалды ла, күккә төбәлде. Бында күк тә икенсе: нисектер, тәпәш, болоттары аҡһыл-һоро, йондоҙҙары кесерәк һәм төҫһөҙ. Ә уның тыуған яғында күк йөҙө күҙ ҡамаштырырлыҡ зәңгәр, болоттары аяҙ көндө ап-аҡ, йонсоу көндәрҙә иһә ҡап-ҡара, йондоҙҙар иҫ китмәле яҡты һәм сағыу була торғайны! Арала ике мең самаһы саҡрым ята, бәлки, бында ысынлап та күге тәпәш, ай-йондоҙҙары бәләкәй һәм яҡты түгел, шуға ла йәнгә яҡын түгелдер? "Үҙ илемдә булһам!– тигән уй үтә егеттең башынан. – Үҙ илемдә булһам, был ваҡытта нимә эшләр инем икән? Бер ни уйламай, әсәйемдең йылы түшәгендә иҙрәп йоҡлап ятыр инемме? Улым Замир менән уйнар инемме? Әллә йәштәр менән бушты-бушҡа ауҙарып, музыка аҡыртып, машинаға тейәлешеп, ауылдан-ауылға йөрөр инекме? Бәлки, телефонға ҡаҙалып, интернеттың бөтмәҫ яңылыҡтарын сүпләп, кәрәккән-кәрәкмәгән негативты уҡып, башымды тубал итеп ятыр инемме икән?"

Ҡасандыр тап ошолай йәшәне бит ул: бер ни уйламай, иртәгәһе көнөн иҫенә лә алмай, әҙер тамаҡ, өҫ-баш йыуып-үтекләп. Кеҫәлә аҡса, янда дуҫтар – тағы ни кәрәк 25 йәшлек егеткә! Бөтәһе лә алда, бөтәһе лә булыр, Ер йөҙөндә унан да бәхетле кеше юҡтыр, ул Ерҙең кендеге, бөтөн донъя бары уның тирәләй генә әйләнә төҫлө ине! Бөгөн килеп Зариф үҙенең яңғыҙлығын аңланы. Был олонан оло Йыһанда ул бер кем дә түгел икән дә баһа! Ул бары бер сүп кенә! Ошо ваҡытта ҡапыл ғына Зариф юҡҡа сыҡһын, хатта бер кем дә белмәй ҙә ҡалыр! Көндәр-төндәр үҙ яйы менән үтә торор, балалар тыуыр, завод-фабрикалар эшләр, кемдер туйҙар яһап, тормош юлын парлап башлар, кемдер космосҡа осор... Һәм берәү ҙә Зарифтың юҡлығын абайламаҫ та...

Был уйҙан егеттең йөрәге дарҫлап типте, кинәт ҡалҡынды ла, көслө ауыртыуҙан ыңғырашып, кире урынына һеңде. Уйҙарға сорналып, яралы күкрәге тураһында онотоп ебәргән икән! Шулай ҙа, уңайлап ятҡас та, еп осон сеймәлтмәҫкә теләп, йәнә баяғы уйына кире ҡайтты. Зариф сүп кенә булырға тейеш түгел! Ни өсөн йәшәне һуң 25 йыл? Уны оноторға тейеш түгелдәр! Шундай егет бар ине, Азаматов тигән! Шәп егет ине! Ил һаҡсыһы! Яҡшы яугир! Позывнойы "Лев"! Ни өсөн үҙенә ул "Лев" тигән позывной алды һуң, атаһының исеме Арыҫлан булғанға ғынамы ни? Арыҫлан – хайуандар батшаһы, Зариф та арыҫлан ише көслө, ҡыйыу, иптәштәренең ышаныслы терәге, хатта башлап йөрөүсеһе, лидеры булырға тейеш түгелме ни? Зариф күкрәгендәге яраһының туҡтауһыҙ һыҙлап, әрнетеп тороуына ла ҡарамай тороп ултырҙы, йоҙроҡтары йән көсөнә йомарланды, күңелендә ниндәйҙер сәм, уҫал көс, ышаныс уянды! Ул кеше, ул тере, ул көрәшергә тейеш.

...Зарифтарҙы асыҡ урманға килтереп ташланылар.

Тәүҙә Мәскәүҙән поезға ултырҙылар. Бер бәләкәй генә станцияла төшөрөп, асыҡ кузовлы йөк машиналарына, хатта ҡайһыларҙы трактор арбаларына тейәп, көнбайышҡа алып киттеләр.

Урман тиһәң, хәтере ҡалыр – һирәк кенә ағаслыҡ. Уларының да башын киҫеп алғандармы ни – ярым-ярты. Снарядтар төрлө ағасты төрлөсә ҡырҡып, ҡайһыларын тотошлай сәрпәкләп, ярып үткән. Тимәк, ҡасандыр бында көслө атыш булған! Эх, Башҡортостандың урманын күрһәләр икән! Үтеп булмаҫлыҡ шырлыҡты! Ә бында һирәк-һаяҡ ҡына үҫкән ҡарағай, уҫаҡ, ҡайын. Йәшеренер, ышыҡланыр урын да юҡ.

Тәүге аҙнала ҡоро урман араһында йоҡлап йөрөнөләр. Бер кем бер нәмә аңлатмай. Бер ни белмәйҙәр. Взвод командиры итеп һайланған запастағы лейтенант үҙе аптыранып йөрөй. Ярай әле, ноябрь башы булыуға ҡарамаҫтан, был яҡта йылы икән. Кемдер палаткала, кемдер үҙенең "йоҡо тоғо"нда төн үткәрә. Нимә өсөн яталар бында, нимә эшләргә тейештәр, ысынлап та һуғышҡа ебәрәләрме әллә учение ғынамы – бер нәмә лә билдәле түгел. Тәүҙә үҙҙәре менән алып килгән сухпакетты ашанылар. Әммә организм йылы аш талап итмәй буламы! Яҡындағы ҡасабаға барып, ҡаҙан, ҡулдан эшләнгән мейес, сәйнүк кеүек кәрәкле йыһаз алып килделәр. Байтаҡ ҡына ашамлыҡ та алдылар. Эсемлектең инде иҫәбе-һаны юҡ...

Көн һайын кискеһен шаулашып-гөрләшеп ултырырға күнеккән иҫерек егеттәр бер көн эләгешеп, һуғышып китте. Уларҙы күмәкләп саҡ айырып алдылар. Отделение командиры итеп һайланған Зариф тап ошо көндә үҙен ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ итеп тотҡаны өсөн иптәштәре алдында ихтирам яулауға тәүге аҙым яһаны шикелле. Дөмбәҫләшеп йөрөп, инде айырҙыҡ тигәндә генә "Художник" позывнойлы йәш һалдат ҡулына автоматын эләктереп алды.

– Тор ошонда! – тине ул үҙен кәмһеткән олораҡ йәштәге "Боксер" позывнойлы көслө иптәшенә. – Тор һәм ҡара! Һинән нимә ҡалыр икән? Ҡара ҡан ғына ҡаласаҡ!

Бындайҙы көтмәгән "Боксер" тирә-яғына ҡаранып алды ла, яҡында ҡорал күренмәгәс, турайып баҫты.

– Йә, нимә, атмаҡсыһыңмы? Әле берәй ҡасан дошманға атҡаның булдымы? Еңел тип уйлайһыңмы кешене үлтереү?

Уның ҡурҡмауы Зарифҡа ла батырлыҡ өҫтәне. Ул бер секундта ынтылып, боксерҙың алдына баҫып, уны кәүҙәһе менән ҡапланы.

– Автоматыңды ал! – тине ҡаты командир тауышы менән. – Ал һәм урынына ҡуй!

– Юҡ! – тип ныҡышты "Художник". – Ул үҙенең һүҙе өсөн яуап бирергә тейеш! Мин "Боксер"ҙан көсһөҙмөн! Эйе, мин боксер түгел! Тик мин үҙемдән көлөргә, мыҫҡылларға юл ҡуймам!

– Автоматыңды ал! – тип ҡабатланы Зариф. – Я командир отделения! Слушать приказ: убери автомат на место!

"Художник" ҡымшанманы ла! Автоматтың көбәге Зарифтың күкрәгенә терәлеп тиерлек тора. Ул уң яғына ла, һул яғына ла йәһәт кенә күҙ йүгертте. Егеттәр уларҙы уратып алған. Автоматты һуғып төшөрәм йә тартып алам тиһәң, кемгәлер пуля эләгеүе мөмкин. Тик өҫкә, һауаға ҡаратып ҡына уны эләктерергә була! Йәшен тиҙлегендәге ошо уй башына килеү менән Зариф, күҙ асып йомған арала ынтылып, автоматты йән көсөнә тартты һәм күккә ҡарай төбәне. Бындай һөжүмде көтмәгән һуғыш суҡмары бер мәлгә генә албырғаны һәм шул секунд етте Зарифҡа, ул автоматты тартып алды. Әммә "Художник"тың бармағы курокка баҫылған ине – атыу тауышы яңғыраны! Ярай әле пуля бер кемгә лә теймәне, ярым ярты ҡалған ағастың өҫкө олонона инеп китте.

– Разойтись! – тип ҡысҡырҙы Зариф һәм автоматты тотоп, ағас эргәһенә барып ултырҙы. Шул арала тирә-яҡтан улар яғына ҡарай йүгерешкән һалдаттар күҙгә салынды.

– Что за выстрел! Кто стрелял?

Хәлдең айышына төшөнә башлаған иптәштәре таралышып өлгөрҙө.

– Никто, товарищ командир взвода! – тип аяғүрә баҫты Зариф. – Мин, позывной "Лев", автоматты таҙартып ултырғанда яңылыш атылды. Бер кемгә лә теймәне, көбәге күккә ҡарап тора ине.

– Напишешь объяснительную! – тине комвзвода һөҙә ҡарап тора биргәс. – И такое чтоб больше не повторялось! Отбой! Всем спать кроме постовых!

Лейтенант киткәс, һалдаттар шаулаша башланы:

– Нишләп әйтмәнең, "Лев"!

– Дөрөҫөн әйтергә ине!

– Нимәгә яҡларға "Художник"ты! Үҙенең ҡылығына үҙе яуап бирһен!

– "Штрафбат"ҡа ебәрһендәр! Беҙгә ундай псих көрәкмәй!

– Иртәгә, бәлки, ул һинең үҙеңә ҡорал күтәрер!

– Тихо! – тине "Лев" ажғырып. – Шым! Эйе, беренсе тапҡыр мин үҙемдең отделение һалдатын яҡлап алып ҡалдым! Тик һәр ваҡыт улай булмаясаҡ! Ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ! "Художник"ты яҡланым, һатманым, сөнки уны ошондай хәлгә һеҙ төшөрҙөгөҙ! "Боксер" төшөрҙө! Бында кем эскән, кем һуғышҡан – бөтәгеҙ ҙә ғәйепле! Бынан ары эскелекте, спиртлы эсемлектәр һатып алыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ! Иртәгә үк! Әгәр көн дә ошондай байрам дауам итә икән, беҙ бер-беребеҙҙе ҡырып бөтәсәкбеҙ! Сөнки һәр кемебеҙҙең ҡулында утлы ҡорал. Беҙ кемдән һаҡланырға тейеш – дошманданмы әллә ҡыйығы киткән үҙеңдең иптәшеңдәнме? Аңлашылдымы? Ә хәҙер ятырға! Йоҡларға!

Һалдаттар йоҡларға ятһа ла, шым ғына һөйләшеү, фекер алышыу дауам итте. Тиҙ генә тыныслана алманылар. Уларға ҡарап, тыңлап, оҙаҡ уйланып ятты Зариф. Кемдәрҙең "яға аҫтына һалырға" яратыуын, кемдәрҙең эскелеккә ынтылышы юҡлығын самаланы. Үҙе лә ул яҡҡа битараф булманы бығаса. Бигерәк тә студент саҡта иптәштәре менән йыш ҡына һыра һемереп, коктейль эсеп, күңелләнеп алып, ҡыҙҙар "баҫтырырға" яраттылар. Уҡып бөтөп барғанда ғына градуслы эсемлектең ғәҙәткә әүерелә барғанын тойоп, үҙен тыйылырға мәжбүр итә алды. Етмәһә, шулай күңелле бер кистән һуң бер ҡыҙҙың ҡосағында уянып киткәндән бирле... Ғәҙәттәгесә, көлөп кенә ҡуйғайны ла, юҡ, эҙемтәһе артынан эйәреп килеп тә етте: "Ауырлымын", – тине ҡыҙ. "Һинең мин беренсең дә, һуңғыһы ла булманым, ахыры", – тип шаяртыуға борҙо Зариф ҡыҙҙың еңел-елпе холҡона төрттөрөп. "Эйе, һиңә тиклем булды. Ләкин һинән һуң юҡ, бер кем дә... – тине ҡыҙ. – Өйләнешәйек. Бер-ике айҙан айырылышырбыҙ. Юҡһа, мине атай-әсәйем, ағайҙарым өйгә индермәҫ!"

Был ҡыҙға ҡарата бер ниндәй ҙә йылы хис юҡ ине егеттең күңелендә. Сираттағы күңел асыусы ҡыҙ... Ундайға ҡарата ниндәй тойғо булһын! Нәфсеһен ҡандырҙы ла, күңелле кис үткәрҙе лә – вәссәләм... Ләкин ҡыҙҙың ағалары килеп, муйынынан тотоп, һелкеп һалғас, ризалашмай ҡайҙа барһын! "Әгәр өйләнеүҙән баш тартаһың икән, төрмәгә тығабыҙ! Көсләгәнең өсөн! "– тине береһе. "Ниңә суд юлын тапарға! Эсенә бысаҡ ҡаҙаныҡ та, и ... бөттө-китте!"– тип ҡурҡытты икенсеһе. Уларҙың был һүҙҙәренә ышанды Зариф. Күҙҙәрендә бер ниндәй йылылыҡ, кешелеклек юҡ ине. Юлдарына арҡыры төшкәндәрҙе йә төрмәгә, йә теге донъяға оҙатҡан әҙәмдәр икәне йөҙҙәренә яҙылғайны. Теләкһеҙ, шау-шыуһыҙ ғына никах уҡыттылар. Килен алып, рәхәтләнеп йомшап ултырырға хыялланған әсәһе генә йәл ине Зарифҡа. Ауылға ҡайтыу тураһында үҙе лә һүҙ ҡуҙғатманы, әҙерәк арлы-бирле генә йәшәп торһалар, икеһе ике яҡҡа китер ҙә барыр... Ләкин һин уйлайһың, Аллаһы Тәғәлә үҙенсә хәл итә шул.

Диплом алғас, Зариф һөнәре буйынса урындағы ҡалала эшкә башланы. Ҡорһағы инде байтаҡ ҙурайған кәләше эшкә урынлашырлыҡ түгел ине инде, ҡуртымға алған фатирҙа ғына торҙо. Унан-бынан ашарға йүнәтеп, ярты көнөн йоҡлап, ярты көнөн телефон экранына текләп үткәрҙе. Уртаҡ һөйләшер хәбәрҙәре лә юҡ ине, шикелле. Зариф эштән ҡайтҡас, кәләше йүнәткән тамаҡты ашай ҙа, икеһе ике мөйөштә телефонға төбәлә... Гел шулай булыр төҫлө ине: көтмәгәндә донъяға сабый тыуҙы. Улы Замир... Бәләкәс кенә был илаҡ йомғаҡты йүнләп ҡулына ла алманы тәүҙә Зариф. Кәләше менән йәшәргә теләмәгәс, бәпес тыумаҫ элек үк сығып китергә кәрәк булған да бит! Бөтөн нәмәгә битараф ине шул: яратмай өйләнде, яратмай йәшәне, әммә уға уңай ине, сөнки тәмлеме-тәмһеҙме, ашарға әҙер. Ҡайтыр мөйөшө бар, етмәһә, эшенә лә яҡын. Бәлки, шуға ла сығып китеп, үҙенә айырым фатир эҙләп йөрөмәгәндер. Мәшәҡәтенән ҡасып. Сабыйҙың тыуыуы барлыҡ йәшәйештәрен үҙгәртте лә ҡуйҙы. Кәләше, нисектер, йомшарҙы, илаҡҡа әүерелде. Зарифты юҡ-бар йомошо менән ҡаңғыртты. Улы ла мыжыҡ. Теләһә-теләмәһә лә ҡулына алырға мәжбүр булды атай кеше. Уныһы беләк буйы ғына булһа ла, ҡулды белә – күтәрһәң, тыма. Коляскаһына ҡалһаң, йәнә шарылдай башлай... Ошолай йылдан ашыу йәшәп ташланылар. Һуңғы осорҙа кәләше аҡса даулай башлағас, Зариф Себергә сығып китте. Ике-өс вахта эшләп өлгөрҙө бөтәһе... Күпме дауам итер ине икән был уйһыҙ, хыялһыҙ, тойғоһоҙ тормоштары, әгәр бынау яу ҡупмаһа? Мобилизацияға эләгеп, Махсус хәрби операцияға алып китмәһәләр?

* * *

Кәләше иһә йылғыр булып сыҡты, көтмәгәндә хәбәрһеҙ-ниһеҙ Н. ҡалаһына килеп төштө бит! Зарифтың күҙе дүрт булды.

– Нимәгә килдең? Нимә ҡалған һиңә бында? – тип аптыранды ул әхирәте менән уны эҙләп тапҡан ҡатынына ҡарап.

– Кәрәк булғанға! – тине кәләше. – Әллә күпмегә сығып киттең! Ҡасан ҡайтаһың, ҡайта алаһыңмы, ятып ҡалаһыңмы – кем белә! Беҙ белештек, МХО-ныҡыларҙы бер тотҡарлыҡһыҙ ЗАГС-ҡа ҡуялар икән. Сәғәт 4-тә беҙ ЗАГС-та булырға тейеш! Һөйләшелгән, килешелгән! Командирыңдан һора ла киттек!

– Нимәгә ул һиңә? Яңы килеп ир кәрәк булдымы? Әллә фамилия үҙгәрткең килдеме? – Зариф көлөп кенә ҡуйҙы.

– Юҡ! Үҙең дә, фамилияң да кәрәкмәй! Әммә... ғаиләгә тейешле аҡсаң килеп торорға тейеш! Малайҙы үҫтерергә аҡса кәрәк!

Тағы бер ауылдашын алып, дүртәүләп барып яҙылышып килделәр. Ысынлап та һалдаттар өсөн бер ниндәй кәртә лә юҡ икән. Йәһәт кенә эшләнеләр ҙә, законлы ир булып, кире палаткаһына ҡайтты Зариф. Йөрәгендә бер ниндәй ҙә үҙгәреш булманы. Ярай, йәне теләгән – йылан ите ашаған. Ысынлап та мобилизацияға эләккәндәргә вәғәҙә ителгән аҡса түләнә икән, бик яҡшы. Алһын, үҫтерһен улын, йәлме ни уға...

Әле бына алыҫ Украина ерендә, шыҡһыҙ урман араһында ята. Иҫерек иптәштәрен күҙҙән үткәрә. "Артабан былай бармай! – тип уйлай ул. – Араҡыны тыйырға кәрәк! Күмәкләп һөйләшергә лә, башҡаса һатып алмаҫҡа. Былай барһа, бөтөнөбөҙ ҙә эскесегә әүерелеп бөтөүебеҙ бар ҙа баһа! Иртәгә үк егеттәр менән һөйләшергә тура килер. Командирҙы алдан ошо һөйләшеү тураһында иҫкәртергә кәрәк, ул башлаһын. "Выскочка" тигән ҡушамат тағып ҡуймаһындар. Выскочкаларҙы бер ерҙә лә яратмайҙар!"

Иртәгәһен ысынлап та ҡаты ғына һөйләшеү булды. Эсергә яратмағандар байтаҡ ҡына икән. Аҙыҡ-түлек алырға эсмәгән егеттәр йөрөйәсәк бынан ары. Араҡы алыуҙы тыйырға. Тик кәрәкле әйберҙәр генә булырға тейеш. Кем законды боҙа – штрафбатҡа китәсәк. Сәбәбен табырбыҙ! Кисә кис дөмбәҫләшеп, ҡорал тотоуға тиклем барып еткән һалдаттар ҙа үҙ ғәйептәрен аңланы, булһа кәрәк. "Боксер" ҙа, "Художник" та баштарын аҫҡа эйеп тыңланы был ҡарарҙы. Аҙаҡтан айырым-айырым "Лев"ты күреп, рәхмәт әйтергә үҙҙәрендә көс тапты шулай ҙа.

"Мин разрядлы боксер, – тине "Боксер" позывнойын йөрөтөүсе. – Мин башлап берәүгә лә ҡул күтәрергә тейеш түгелмен. Был беҙҙең, спортсыларҙың, ҡанына һеңгән, ҡағыҙға яҙылған закон. Теге юлы мин бәйҙән ысҡындым... Һуғыш бөтәһен дә юйыр, ғәфү итер тип уйланым... Бынан ары был хәл ҡабатланмаҫ! Теләһәң, мин һине лә, башҡаларҙы ла ҡул һуғышы алымына өйрәтә алам... Берәй ваҡыт кәрәк булыуы бар. Үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн..."

"Художник" еңел генә кәүҙәле, ҡыҙҙар кеүек матур йөҙлө, нәфис һынлы егет. "Мин бала саҡтан бары һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым. Художкала уҡыным, худграфты бөттөм. Ҡылҡәләмдән башҡа ҡулыма бер әйбер ҙә алманым, ә ҡорал тотором башыма ла инеп сыҡманы!.. Миңә ҙур киләсәк юрайҙар ине... Ғәфү ит, "Лев"! Мин һине алдарға мәжбүр иттем... Мине яҡлашып, үҙеңде ҙур бәлә алдына ҡуйҙың! Рәхмәт, мин был һабаҡты ғүмерҙә лә онотмам!" Шулай итеп ике яңы дуҫы, тоғро дуҫы барлыҡҡа килде "Лев" – Зарифтың...

Яйлап-яйлап взводта тәртип урынлашты. Ҡаты ғына итеп үҙ һүҙен әйтә белгән взвод командиры менән отделение командиры булған Зарифты тыңлай башлағандай булдылар. Бер аҙнанан "Окапываться!" тигән команда яңғыраны. Бәләкәй генә сапер көрәктәре бар ине үҙҙәре менән. Тик уның менән үләнле ер ҡыртышын алыуы еңел булһа ла, артабан бик яй ҡаҙыла. Ҡасабанан ябай көрәктәр һатып алып килергә тура килде. Окоптар ҡаҙылды. Төпкә төшкәс кенә кәрәге тейҙе сапер көрәктәренең. Алдан да, арттан да ҡаҙырға кәрәк окопты. Снаряд шартлағанда йәшенеп ҡалыуға уңай булһын өсөн. Тура ғына ҡаҙылған окопта тап өҫтөңә генә килеп төшөүе мөмкин үлем ярсығының. Ярай әле бындағы ер ҡаҙырға уңай: өҫтә аҙ ғына ҡыҙғылт-ҡара тупраҡ, ярты метрҙай балсыҡ, унан инде ҡом-таш китә. Ташлы ерҙе ҡаҙыу, балсыҡҡа ҡарағанда, күпкә еңел.

Унан блиндаж эшләнеләр. Ҙур итеп землянка ҡаҙҙылар, өҫтөн ике-өс ҡат ағас менән ҡапланылар. Метрҙан ашыу итеп накат менән тупраҡ өйҙөләр. Ошолай эшләһәң, мина шартлағанда ла тере ҡалыу мөмкин икән. Ағас эшенә оҫта ауыл егеттәре булыуы ярап ҡалды. Ручканан ауыр әйбер тотмаған ҡала малайҙарына ауырыраҡҡа тура килде килеүен. Әммә бында һине әпәүләп торған атай-әсәйең юҡ! Приказ булды – тот балта, тот бысҡы!

* * *

...Атаһы үлгәндә Зарифҡа 14 йәш ине. Ҡапыл ғына китте ҡәҙерлеһе: эштән ҡайтып, тамаҡ бешкәнсе генә тип ятып торғайны, уянманы ла ҡуйҙы. Инфаркт. Тәүҙә башҡалар ыңғайына иланы үҫмер. Яйлап тынысланғайны ла. Беләгенә көс тә ултырмаған малайға утын-бесән эше, йорт-ҡура мәшәҡәте ятҡас, үҙәгенә үтте лә... үпкәләне мәрхүм атаһына – ни өсөн ташлап китте ул өс балаһы менән йәп-йәш ҡатынын? Ошолай атайһыҙ ыҙалап йәшәһендәр тинеме икән ни? Оҙаҡ ебәрмәне был үпкә тойғоһо Зарифты, шул арҡала йәшәүенең йәме китеүен үҙе аңламаны. Яҡшы уҡыусылар иҫәбенән төшөп ҡалыуына ла ҡайғырманы, яратып шөғөлләнгән спорт секцияларын да ташланы. Көндән-көн бар нәмәгә битараф була барыуын үҙе төшөнөп тә етмәне шикелле. Өйләнеүен, балаһы тыуыуын, ғаилә ҡороуын, мобилизацияға эләгеп китеүен дә әллә нисек вайымһыҙ ҡабул итте. Бәлки, шулай булыуы уны тетрәнеүҙәрҙән, башҡа иптәштәре кеүек ҡайғырыуҙан, һағыныуҙан, яҡындары тип өҙгөләнеүҙән һаҡлағандыр ҙа... Зариф ҡына ошоғаса тып-тыныс, робот һымаҡ йөрөнө...

* * *

"Ҡыҙыу нөктә"лә булғандарҙың барыһын да бында "чечендар" тип йөрөтәләр. Афғанда, Тажикстанда, Чечняла булған өлкәнерәк йәштәге ир-ат тәүҙә башҡаларҙы эшкә һанамай, айырым йөрөргә, йәштәргә баш булырға, үҙ йомоштарына йүгертергә самаланы. Элекке армиялағы "дедовщина" ғәләмәтен дауам иттерергә ине иҫәптәре. "Беҙ ҡулға ҡорал тотоп өйрәнгән, урман-һаҙлыҡта нисек йөрөргә, дошманды нисек эҙәрлекләргә беләбеҙ! Шуға күрә беҙҙе тыңларға тейешһегеҙ! Һеҙ еүеш танауҙар! Бер йыл ғына казарма һауаһын һулап, бер тапҡыр ҙа мылтыҡ, автомат тотмаған көйө беҙҙең менән үҙегеҙҙе тиң ҡуймағыҙ! Бына ысын һуғышҡа инһәк, беҙҙе күрерһегеҙ әле!" Ошондайыраҡ ине "чечендар"ҙың ҡарашы. Әммә көтөлмәгән хәл барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы.

Улар әле алғы һыҙыҡта түгел. Алыҫта снаряд шартлағаны, пулеметтан йә танктан атҡан тауыштар ишетелеп торһа ла, улар эргәһендә атыш булмағас, резервистарға был һуғыш ҡағылмай ҙа кеүек ине. "Чечендар"ға ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, әммә асыҡтан-асыҡ ғауғаға барып етмәгән саҡ. Тегеләр эре ҡиәфәттә бергә йыйылып гәп ҡора, еүеш танауҙарҙан көлөп, үҙҙәренең жаргонында ғына һөйләшеп, өймәкләшеп баҫып тора ине. "Еүеш танауҙар" төрлөһө-төрлө ергә һибелеп, кемеһе тәмәке тарта, кемеһе гәзит осмотон уҡый, кемеһелер усаҡ тоҡандырып маташа, Зариф менән ауылдашы, йығылған ағасҡа терәлеп, һөйләшеп ултыра. Ғәҙттәге тып-тыныс көн. Инде айҙан ашыу яталар был һирәк ағаслыҡ араһында. Көнитмештәренә лә күнектеләр, походный кухняла бешеренергә лә өйрәнделәр. Тынлыҡты бүлеп, өҫтә нимәлер геүләне. Ҡарап-ҡарап алдылар, ныҡлап иғтибар итеүсе булманы. Зарифҡа был умарта геүләүенә оҡшағандай тойолдо. "Был ерҙә күс айырмайҙыр инде, моғайын. Етмәһә, ноябрь аҙағында. Хәйер, бында ҡар яуғаны юҡ, ныҡлап һыуыҡ та төшмәгән", – тип ул өҫтө байҡаштырҙы. Әммә ҡорт күсенә оҡшаған нәмә күрмәне. Бер нисә минуттан ағаслыҡта тәмле бутҡа еҫе таралды.

– Иптәш резервистар, ашарға әҙер! – тип күңелле ҡысҡырҙы ашнаҡсы егет. Зариф менән ауылдашы урындарынан ҡалҡынып та өлгөрмәне, ҡапыл ер тетрәне.

– Гөрҫ! Гөрҫ! – Һауа тулҡыны Зарифтарҙы әллә ҡайҙа алыҫҡа атып бәрҙе. Дыңҡ итеп кенә ҡалдылар, күҙ алды ҡараңғыланды. Дары, төтөн еҫе, ҡом-тупраҡ ауыҙға, ҡолаҡҡа тулды... "Снаряд!" – тигән уй килде егеттең башына. Именме ул, әллә яраландымы? Ипләп кенә аяҡтарын, ҡулын шылдырып ҡараны. Юҡ, ауыртмай, ҡуҙғатып була. Ул ҡом-тупраҡ тулған күҙҙәрен ышҡып асып, тирә-яғына ҡараны. Унан-бынан һалдаттар тора башланы, кемеһе йәшеренгән еренән генә башын сығарҙы. Егеттәрҙең күҙ алдына ҡот осҡос күренеш килеп баҫты: әле генә көлөшөп торған "чечендар"ҙан бер нәмә лә ҡалмағайны! Тиҫтәнән артыҡ ир-аттың кәүҙәһе туҙырашып ята! Ҡанға, тупраҡҡа, ағас, япраҡҡа болғанып, ҡот осҡос күренешкә әйләнгән!.. Зарифтың ауыҙында ҡапыл илауға оҡшаш ауаз яралды ла, һаҫыҡ әсе нәмә булып бәреп сыҡты. Ул кәкрәйеп, бәлтерәп торған еренән үҙ ҡоҫҡолоғона тонсоға яҙҙы!.. Кемдер ыңғырашты, ярҙам һораны, һүгенде! Күпмелер секундҡа тын ҡалған ағаслыҡ мәхшәргә әйләнде: йүгерешә, ҡысҡырыша, башланылар. Тупраҡ, ҡан өйөмө араһынан иптәштәрен һөйрәп сығарҙылар. Кемдер еңелсә яраланған, кемдәндер ярты кәүҙә генә ҡалған, кемдер аяҡһыҙ, кемдер ҡулһыҙ, хатта башһыҙ...

* * *

Шулай осрашты Зарифтарҙың взводы тәүге үлем менән күҙмә-күҙ. Һигеҙ "чечен"ды алып китте тәүге сирҡаныс... Утты-һыуҙы кискәнһеңме, бығаса һуғышта ҡатнашҡанһыңмы, ҡорал тота беләһеңме, өйҙә ҡатының, балаң бармы, йәшһеңме, тәжрибәлеһеңме, 18 йәшлек маңҡа малайһыңмы тип һорап торманы. Үлем өсөн барыһы ла тигеҙ! Уға һинең кемлегең мөһим түгел! Ошоно аңлатты һуғыш дөрөҫлөгө егеттәргә. Күктә зырлаған нәмәнең дә умарта ҡорто түгел, дрон икәнен төшөндөрҙө. Өймәкләшеп торорға ярамағанын, квадрокоптер осоуын күреү менән йәшеренергә, берәрләп таралышырға кәрәклеген аңлатты... Тәүге ҡан ҡойош, яңы ғына һөйләшеп торған иптәшеңде юғалтыу эҙһеҙ үтмәне егеттәр өсөн: яуаплылыҡ артты. Эргәңдәге кешене һаҡлау, ҡәҙерләү, юҡҡа эләгешмәү, иңеңде-иңгә ҡуйыу кәрәклеген өнһөҙ аңлатты. Ҡот осҡос миҫал менән. Үлем менән...

Ошо тәүге сирҡаныс алыуҙан, тәүге тапҡыр иптәштәренең һәләк булыуынан һуң ғына Зариф йәшләй үлгән атаһын ғәфү итте, шикелле. Утлы яу юлы үткән "чечендар" ҙа, атаһы ла үҙ теләктәре менән үлмәне бит! Аш бешкәнсе ял итәм, тип диванға һуҙылған атаһы 36 йәшлек һылыу ҡатынын, 14 йәшлек Зарифты, береһе 9, икенсеһе 6 йәшлек ҡыҙҙарын юрый ҡалдырып киттеме ни?!Уның әле йәшәргә, яңы йорт һалырға, балаларын яҡшы вуздарҙа уҡытып, кеше итергә тигән хыялы юҡ инеме ни? Үҫмер ул тарала уйламаны ла, үҙен ауыр эштәргә тотонорға мәжбүр иткәне өсөн генә, әсәһен күҙ йәштәренә мансып киткәне өсөн генә үпкәләне ғәзиз кешеһенә. "Ғәфү ит, атай! Тыныс йоҡла! – тип уйланы ул күҙҙәрен йондоҙҙарға төбәп. – Улың һинең йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ! Яҡшы һуғышсы булырмын! Яҡшы ил һаҡсыһы! Әсәйемде, һеңлекәштәрҙе бер ҡасан да илатмам! Иң матур кейемдәр, иң тәмле аш, иң яҡшы автомобиль уларҙыҡы булыр! Европаны баҫып алған нацистарҙы ғына юҡ итәйек, бына тигән итеп йәшәрбеҙ, атай!"

* * *

Уларҙың 4 ротанан торған батальонында тәүге үҙгәрештәр ошо үлемесле тәжрибәнән һуң башланды. Санитарҙар һайлап ҡуйылды. Кем яраны эшкәртә, бәйләй белә, йәки кем теләй – шуларҙы тәғәйенләнеләр. Бер взводта фельдшер егет тә бар икән, был үҙе бер бүләк буласағын әле резервистар белмәй. Сәғәт һайын алмашынып торған ҡарауыл ҡуйырға, тирә-яҡты байҡап, командирға доклад яһап торорға тейешле график билдәләнде. Рациялар эшкә егелде. Етмәгән рацияны үҙ аҡсаларына барып һатып алып килделәр. Бер нисә тепловизор – төндә күреү аппараттары ла һатып алынды. Көн һайын практик күнекмәләр менән бер рәттән, теоретик занятиелар үткәрелә башланы. Кемдәрҙер автомат, пулемет менән эш итһә, бер нисә егет менән Зарифҡа гранатомет эләкте. РПГ – ручной противотанковый гранотомет тип аталған был ҡорал, өс тапҡырға ауырыраҡ булыуын иҫәпкә алмағанда, автоматтан әллә ни айырылмай ҙа. Танкыға, вертолетҡа һәм башҡа төр техникаға ҡаршы ҡулланылыусы реактив граната менән йыһазландырылған гранатомет хәҙерге армияла киң ҡулланыла икән. Уның төҙөлөшөн, тиҙлеген, ыңғай һәм кире яҡтарын биш бармағы кеүек өйрәнде Зариф. Сөнки уның ярты юлда туҡтап ҡала торған ғәҙәте юҡ: башлаған икән, бөтөрөргә. Берәй нәмәгә тотонған икән – энәһенән ебенәсә белергә тейеш. Унан-бынан тигән төшөнсәне онота, төбөнә төшмәй ҡуймай барыбер. Нимәнелер аңлап етмәй икән, ярҙам һорарға ла тартынмай, башлыраҡ, белемлерәк кешеләргә мөрәжәғәт итеүҙе хурлыҡҡа һанамай.

"Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп", – тип ныҡыны уны яратҡан уҡытыусыһы. Мәктәптә иң ныҡ хөрмәт иткәне – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ине. Китап уҡырға яратыуы арҡаһында, ахыры, уның дәрестәрен айырыуса яратты. Әммә ҡыҙыу холҡо арҡаһында, башҡалар тыныс ҡына тыңлап ултырғанда, үҙ фекерен әйтеп, бәхәсләшеп тә китәләр ине дәрес ваҡытында. "Ни өсөн был йәки теге персонаж шулай эшләгән? Ул бит икенсе төрлө юлды һайлай алыр ине! Шуға күрә ул хаҡлы түгел! Еңел юлды һайлап, юғалтыуһыҙ килеп сыҡҡан өсөн беҙ был геройҙы хөрмәт итергә тейешме?" Ошондай юҫыҡта байтаҡ башын ҡатырҙы ул уҡытыусыһының.

Ә бер дәрестә "Батырлыҡҡа бөгөн урын бармы?" исемле инша яҙырға кәрәк ине. "Юҡ, – тине Зариф. – Бөгөн батырлыҡҡа урын юҡ! Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында еңел булған: алдыңда фашист! Күпме дошманды ҡыраһың, һин шул тиклем батыр! Приказды үтәнең – миҙал! Күберәк фашисты ҡырҙың, йәки һәләк булдың – һин герой! Еп-еңел! Әлеге көндә нисек батыр булырға? Бына һеҙ көнөн-төнөн беҙгә белем, тәрбиә бирәбеҙ тип тырышаһығыҙ. Илгә фиҙаҡәр хеҙмәт итәһегеҙ! Әммә һеҙҙе берәйһе батыр тип атаймы? Орден-миҙал менән наградлаймы? Юҡ!" "Һин хаҡлы түгел! – тине ҡып-ҡыҙыл булған уҡытыусы. – Мәҫәлән, янғындан баланы алып сыҡҡан йәш егет батыр түгелме? Йәки һыуға батҡанды ҡотҡарған кеше?" "Уныһы дөрөҫ! – тип ризалашты Зариф. – Әммә мин батыр булам тип кемдеңдер өйө янғанын, йәки һыуға батҡанын көтөп торорға тейешменме? Тимәк, был осраҡлылыҡ! Меңгә, хатта миллионға тап килгән кемдер өсөн фажиғә – кемдер өсөн герой булырға бирелгән шанс!"

Ошо бәхәс ҡапыл иҫенә төштө Зарифтың. Бөгөн улар алғы һыҙыҡта. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек ҡаршыла дошман күҙгә-күҙ ҡарап тормай. Әммә ул бар: күпкә хәйләкәр, йөҙ мәртәбә йылғыр, мең тапҡыр көслөрәк ҡораллы һәм әллә күпме саҡырым алыҫта. Тик уның "күҙҙәре" ныҡ үткер: коптер менән, компьютер менән, реактив ҡорал менән ҡоралланған йыртҡыс хәлендәге йәнһеҙ дошман айырыуса хәүефле. Уны автомат менән атып ҡына үлтереү мөмкин түгел! Ул кешенең аңын мәғлүмәте менән ағыулай, юлдан яҙҙыра, аҙаштыра һәм көтмәгән яҡтан һөжүм итеп, бер юлы меңләгән кешене юҡҡа сығара!.. Эйе, бөгөн уларға герой булырға форсат бирелгән! Бөгөн ул уҡытыусыһы менән бәхәсләшә алмай – ысынлап та, һәр кемгә дөрөҫ аҙым яһарға, үҙен күрһәтергә, илен яҡларға, халҡына ҡалҡан булырға яй сыҡҡан ваҡыт. Геройҙар ваҡыты... Әммә герой булып тыумайҙар! Уның өсөн батырлыҡ күрһәтергә, кемделер ҡотҡарырға, кемгәлер ҡорал тоҫҡарға, йәнен ҡыйырға тейешһең! Бик ҙур һайлау алдында тора бөгөн улар, Рәсәй һалдаттары!

* * *

Урман араһына ҡыуып индерелгән һарыҡ хәлендә ине улар тәүҙә. Бер ни аңламайҙар, аңлатыусы ла юҡ. Взвод, рота командирҙары ла шул уҡ халәттә. Уларҙан нимә көтәләр, нимәгә әҙерләйҙәр – төшөндөргән кеше юҡ. Көтөргә, окоп, траншея ҡаҙырға һәм приказ көтөргә. Ошондай ваҡыттарҙа һалдаттарҙың башына төрлө уйҙар килә: беҙ кем? Нимә өсөн килгәнбеҙ? Беҙҙе нимәгә әҙерләйҙәр?

Взвод командиры лейтенантҡа бер көн ошо һорау менән ябырылдылар.

– Һеҙ офицер! Беҙгә аңлатырға тейеш! – тигән талап ҡуйылды. – Элек комиссарҙар һәм политруктар булған, улар сәйәси яҡтан яугирҙарҙы әҙерләгән.

Был талап көтөлмәгәнсә тиҙ үтәлде: тәүҙә үҙҙәренең ротаһының замполиты килгәйне. Ул үҙе лә күп нәмәне төшөнөп етмәй, нимәне әйтергә ярай, нимәһе хәрби сер – белеп бөтмәй. Шуға күп һорауҙар яуапһыҙ ҡалды. Ләкин бер нисә көндән Өфөнән Сайранов исемле замполит килеп китте. Ул шулай һәр батальон буйлап йөрөй, һалдаттарҙың тормошо менән таныша һәм проблемалар булһа, хөкүмәт менән элемтәгә сығып, ярҙам итә икән. Бына Сайранов, исмаһам, күп нәмәгә төшөндөрҙө егеттәрҙе, күп кенә мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерелде, хәл ителде. Ә ир-аттың һорауҙары бихисап. Ләкин "Ни өсөн?" тигән һорау һәр кемдең йөрәген тетрәтеүсе тере ҡуҙ ине. "Эйе, беҙҙең ата-бабалар француздарҙы, унан һуң фашистарҙы еңгән! Улар еңгән, сөнки илен һаҡлаған! Ә беҙ ни өсөн? Ни өсөн беҙҙе оккупанттар тип атайҙар? Ни өсөн беҙ баҫҡынсы ролендә ҡалдыҡ? Ни өсөн башланды хәрби операция? Ысынлап та кәрәк инеме был МХО?"

Үҙен уратып алған һалдаттар, иҫәпһеҙ күп тойолған һынсыл күҙ ҡараштарынан замполитҡа еңел булмағандыр. Ул ауыр көрһөндө. Баҙрайып үҙенә текләгән күҙҙәргә ҡарап, байтаҡ ҡына фекер тупланы.

– Һорауҙар күп. Улар дөрөҫ бирелде. Ни өсөн ҡоралға тотоноуығыҙҙы аңламайынса, утҡа инеү дөрөҫ булмаҫ ине! Сөнки... миҫал өсөн, әйтәйек, бер кешегә магазинға барырға ҡушылды, ти. Ул барҙы, әммә магазиндан буш ҡул менән ҡайтты. Ә бит кибет тауар менән лыҡа тулы ине! Ни өсөн бер нәмә лә һатып алманы? Сөнки нимә һатып алырға белмәне. Уның маҡсаты юҡ ине, уға әйтелмәне, бурыс ҡуйылманы. Шуның кеүек, һеҙҙе лә МХО-ға барығыҙ, тип кенә алғы һыҙыҡҡа ташлау дөрөҫ булмаҫ ине. Ни өсөн бында килеүегеҙҙе һеҙ аңларға, ҡабул итергә һәм ышанырға тейеш! Шунһыҙ был операцияның уңышлы тамамланыры икеле...

– "Ни өсөн беҙ башланыҡ?" тигән һорауға асыҡлыҡ индерәйек. Беҙ башламаныҡ, беҙ бары алдан өлгөрҙөк! Тарихтан белеүегеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышы тоҡаныры хаҡында Совет разведчиктары Сталинды күпме тапҡыр иҫкәрткән. Ул тыңламаған, ышанмаған, көткән. Һөҙөмтәлә нисәмә миллион ғүмер өҙөлгән, 4 йыл буйы дауам иткән ҡанлы һуғыш ҡупҡан!

-"Ни өсөн беҙ башланыҡ?" тигән һорауға асыҡлыҡ индерәйек. Беҙ башламаныҡ, беҙ бары алдан өлгөрҙөк! Тарихтан белеүегеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышы тоҡанырын совет разведчиктары Сталинды күпме тапҡыр иҫкәрткән. Ул тыңламаған, ышанмаған, көткән. Һөҙөмтәлә нисәмә миллион ғүмер өҙөлгән, 4 йыл буйы дауам иткән ҡанлы һуғыш ҡупҡан! Әгәр хәрби разведканың донесениеларын Президентыбыҙ ҙа инҡар иткән булһа, ошо көндә Рәсәй тигән ил булыр инеме? Әйтеүе ҡыйын! Сөнки Украиналағы революцияны, 2014 йылғы Евромайҙанды иҫләһәгеҙ, аңлағыҙ: был уларҙың беҙгә ҡаршы иғлан иткән һуғыштың башы түгел, был бары меңдән бер өлөштөң сағылышы! Ә Рәсәйгә ҡаршы йәшертен һуғыш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан уҡ алып барыла! СССР-ҙы тарҡатыу, социализмды еңеү, төрлө милләт халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортоу, динһеҙлекте, аҙғынлыҡты, түбән хайуани инстинкттарҙы киң массаларға таратыу, балаларҙы тәртипһеҙлеккә өндәү, енси бәйһеҙлекте, бер енесле ғаиләләрҙе пропагандалау – ул халыҡты, бөтөн йәмғиәтте тарҡалыуға алып килде. Кеше хайуан кеүек ашап ҡына йәшәүгә өйрәнде, ҡулланыусыға әйләнде, эште, хеҙмәтте ташланы, буш йәшәргә, буш һүҙҙәр һөйләргә өйрәнде, был әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ халыҡтың кешелеклеген юғалтыуға килтерҙе. Шуның арҡаһында һеҙҙең күңелдәрҙә патриотизмға, илһөйәрлеккә, намыҫҡа, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүгә урын юҡ! Унда рәхәт йәшәү, күңел асыу, тормоштоң бөтөн ләззәтен татыу тигән тойғолар ғына хакимлыҡ итә! Шулай түгелме? – Сайранов бер аҙға туҡтаны. Шып-шым. Һәр һалдат үҙ күңелен байҡай, соҡсона ине шикелле...

– Был – беренсеһе, йәғни мәғлүмәт, рухи пропаганда һөҙөмтәһе. Икенсенән, һуғыш тамамланғас та Совет иленең бандерасылар менән көрәшеүен дауам итеүе бөтәгеҙгә лә билдәле. Был көрәш 1960 йылдар башына тиклем дауам иткән, сөнки Бандераның эйәрсәндәре 100 меңләп кешегә барып еткән. Улар Украинанан ғына түгел, бөтөн Европа илдәренән йыйылған нацистар. Һәм Евромайҙанға сығыу – ул тиҫтәләрсә йылдар буйы аҫтан алып барылған йәшерен сәйәсәттең эҙемтәһе. АҠШ менән Европаның, йәғни НАТО илдәренең Рәсәйҙе юҡҡа сығарыу планы буйынса Украина беҙгә баҫып инергә һәм билдәле ҡыҫҡа ваҡыт эсендә еңеү яуларға тейеш ине. Бының өсөн тиҫтәләрсә йылдар уларҙың ир-аты Европала, атап әйткәндә, Бөйөк Британияла хәрби әҙерлек алып барҙы. Улар зомби, йәки робот хәленә еткереп автоматлаштырылған наемниктар – кеше үлтереүселәр. "Укроптар" тип атаған хәлдә лә, улар милләте буйынса украиндар ғына түгел, поляктар, немецтар, словактар, чехтар, британиялылар, американдар, хатта ҡара тәнлеләр ҙә бар.

Шуға күрә беҙ Украинаға, йәки украин халҡына ҡаршы ҡоралға тотонғанбыҙ, илдәренә баҫып ингәнбеҙ тип уйлау – ул хата! Был беҙ башлаған һуғыш түгел, был III Бөтә Донъя һуғышын иҫкәртеү өсөн яһалған мәжбүри аҙым! Шуны аңлағыҙ һәм хәҡиҡәтте онотмағыҙ! Беҙ оккупанттар түгел, ә нацистарға һәм неонацистарға ҡаршы ҡорал күтәргән илһөйәрҙәр! Беҙҙең бурыс – НАТО әҙерләгән һәм Рәсәйгә ҡаршы һөсләткән нацистарҙы юҡ итеү!... – Замполит йәнә туҡтаны. Һалдаттарҙың был мәғлүмәтте аңлауын, эшкәртеүен һәм йөрәктәренә һеңдереүен көттө.

– Өсөнсөнән, беҙ тиҫтәләрсә йылдар украин нацистарының геноциды аҫтында йәшәгән Луганск, Донецк һәм башҡа бер нисә өлкәләге рус халҡын ҡоллоҡтан, иҙелеүҙән ҡотҡарырға килдек! Һәр берегеҙҙең йәшәгән ерендә кемдәр бар? Күршегеҙ кем? Рус, башҡорт, ҡаҙаҡ, мордва, удмурт, грузин... Хатта беҙ уларҙың ниндәй милләттән икәнен уйлап та бирмәйбеҙ. Сөнки беҙ туғандаш, илдәш, беҙҙә толерантлыҡ көслө. Сиркәү менән йәнәш мәсет тора һәм был беҙҙе аптыратмай ҙа... Шулай булырға тейеш. Ә уларҙа рус халҡына ҡаршы аяуһыҙ геноцид бара, күрә алмаусанлыҡ, нәфрәт тәрбиәләнә. Русофобия! Урамдарҙа барып, русса һөйләшеп ҡарағыҙ, һеҙгә яуап биреүсе булырмы? Әллә шунда уҡ ҡорал тоҫҡарҙармы? Бына нимәгә килтерә бер халыҡты икенсеһенә ҡаршы ҡуйыу, нәфрәт тыуҙырыу!..

Бындай политуҡыуҙарҙан һуң күп егеттәрҙең аңы уянды, күҙҙәре асылды. Бына ни өсөн кәрәк булған Махсус хәрби операция! Бына ни өсөн саҡырған уларҙы ил башлығы! Уларҙың ҡарт ҡартаталары, бабалары ҡан ҡойған Украина ерендә оялаған фашистар, нацистар, Бандера ҡалдыҡтарын ер өҫтөнән һепереп түгеү өсөн! Террорҙы юҡҡа сығарыу өсөн!

Яугирҙарҙың йөрәктәренә кескәй генә осҡон төшкәйне инде. Замполит белә: көндәр үтер, был осҡон яйлап ҡына дөрләп яныр утҡа, ялҡынға әйләнер! Бөтөн донъяны үҙ ҡулында тотор өсөн әле ул илдә, әле тегендә һуғыш утын тоҡандырған АҠШ-тың башһыҙ башлығына, уның эйәрсендәре булған, һәр сөскөргәненә "Йәрхәмбикалла" тип торған Европа илдәренең батшаларына ҡарата нәфрәт уты дөрләр. Үҙеңдең хаҡлығыңа төшөнөү, илең алып барған сәйәсәтте хуплау – һалдаттың иң изге бурысы булған Тыуған ерен һаҡлау, уның именлеге өсөн баш һалыу, ватансылыҡ тойғоһо – бар ҡоралдан да көслөрәк! Шул арҡала ғына Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә өлгәшелгәнде һәр кем аңлай! Бындай политучебалар йыш була, һорауҙар ҙа арта. Һалдаттар инде унан-бынан йыйылған кешеләр түгел, улар бер йоҙроҡҡа уҡмашҡан коллектив, бер команда! Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлай, унан нимә талап ителгәнен төшөнә, һәр осраҡта иңен ҡуйырға әҙер. Бындай һуғышсыларҙы алғы һыҙыҡҡа ебәреүе лә ҡурҡыныс түгел!

Сәйәси әҙерлектән тыш, практик күнекмәләр ҙә үткәрелде. Һәр кем үҙенең ҡоралы менән эш итергә, көтөлмәгән ситуацияла нисек ҡулланырға, нисек һаҡланырға өйрәнде. Яраланғандан һуң госпиталдән сығып, уларҙың часына килгән "бывшийҙар" бик күп нәмәгә өйрәтте уларҙы. Теория ғына әҙ шул, үҙ күҙҙәрең менән күреп, үҙе иңеңдә татыу – бөтөнләй икенсе. "Боксер" теләгәндәрҙе ҡул һуғышы алымына ла өйрәтте. "Лев" та өйрәнде, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән, кәрәге тейһә – яҡшы, теймәһә инде – бигерәк тә яҡшы буласаҡ!

Тәүҙәрәк йоҡлағанда ла автоматтарын ҡосаҡлап йоҡлайҙар ине, һуңғараҡ күнегә төшкәс, ағасҡа, блиндажда булһа, янына һалып, бронежилетты сисеп, тәндәрен ял иттерергә күнектеләр. Касканы ла хәҙер көнө буйы кейеп йөрөмәйҙәр. Беренсе ҡурҡыу үтте, ахырыһы... Уларҙа ауырлығы 8 килограмм тирәһе икенсе класҡа ҡараусы керамик бронежилеттар. Ә алғы һыҙыҡтағы десантсы-штурмовиктар 20 килоға еткән бронеметалдан эшләнгән ҡаты пластинанан торған иң яҡшы һаҡлаусы бронежилет кейәләр. Шулай уҡ кәүҙәңде уратып күберәк запас магазиндар таҡһаң, иҫән ҡалыу мөмкинлегең дә арта. Сөнки пуляның кәүҙәңә түгел, ә магазинға эләгеп, ҡаҡлығыуы бар. Яраланһаң да еңелсә яраланаһың. Пленға эләккән "укроп"тың 30-лаған магазинға уранып йөрөүөнән көлгәйнеләр. Әллә патрондар күберәк булһын тигәнме, әллә йәшәргә теләге көслө булғанмы?..

Тиҙҙән һәр береһенә тиерлек рациялар, тепловизорҙар таратылды. Тылдан да аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән гуманитар йөк йыш килә башланы. Ҡоралды, "Газел"дәрҙе, кухняны һәм башҡа нәмәләрҙе йәшереп ҡуйырлыҡ маскировкалаусы сеткалар -"массетка"лар килеүе айырыуса шатландырҙы яугирҙарҙы. Коптерҙарға уларҙы асыҡлауы ауырға төшәсәк хәҙер.

* * *

Алғы һыҙыҡта "Вагнер" ЧВК-һы, унан һуң беҙҙең десантсылар, өсөнсө һыҙыҡта ғына мобилизация менән килгәндәр бара ине. "Вагнер"ҙар Мәскәү менән килешә алмай, контрактты өҙөп, фронтты ташлап киткәс, хәлдәр, әлбиттә, бөтөнләй икенсе төҫ алды. Десантсы штурмовиктар алғы һыҙыҡҡа күсте, улар артынан мобилизацияныҡылар бара. Ул арала Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, Башҡортостанда ла, үҙ ирке менән яуға барырға теләүселәрҙән исемле батальондар төҙөлдө. Доброволецтарҙы, бер ай тирәһе әҙерлек үткәндән һуң, вагнерҙар урынына, беренсе һыҙыҡҡа оҙатыу башланды... Штурмлаусылар алға күсһә, мобилизацияныҡылыр ҙа улар артынан алға шыуыша, яңы окоп, траншея ҡаҙа, ваҡытлыса блиндаж төҙөп урынлаша. – Взвод, к бою! Батарея, к бою!

– Внимание, батарея!

– Цель – 18.05! Установить наводку!

– Миномет готов!

– Наводка готова!

– Осколочно-фугасным! Две мины, беглым огонь!

– Пулемет, к бою!..

Орудие расчетының командиры теүәл командалар бирә. Наводчик төҙләй, заряжающий подносчик ташып торған снарядтарҙы бер-бер артлы минометтың көбәгенә төшөрә. Ул арала:

– Выстрел! – тигән команда яңғырай һәм расчет һалдаттары ауыҙҙарын асып, ҡолаҡтарын баҫып, ергә сүгәләй. Наводящий һул ҡулы менән ҡулсаны бора һәм көслө шартлау яңғырай... Егеттәр йәнә урындарынан һикереп тора ла эшен дауам итә... – Работаем, ребята, работаем!

Бер-бер артлы минометтар, пулеметтар һәм башҡа ҡорал телгә килә. Зариф та үҙенең һалдаттар араһында "Муха" тип йөрөтөлөүсе РПГ-һын алып, уңайлап ята. Корректировщиктарҙың күрһәтмәһен теүәл үтәй. Прицелдан дошмандың йәшеренгән урынына тоҫҡай. Ә беҙҙекеләр дрон аша үҙҙәре күренмәһә лә, "укроп"тарҙың ҡайҙа йәшенгәнен, йәғни дислокация урынын таба. Һөжүм оҙаҡ дауам итмәй. Бер урындан биш-алты тапҡыр аталар ҙа, тиҙ генә икенсе урынға күсәләр, сөнки шылып өлгөрмәһәң, дошмандың яуабы тиҙ буласаҡ: бер нисә секундтан снарядтар ямғыры ул ерҙе аҡтарып сығара!

* * *

...Алғы һыҙыҡтағы окоп тормошона, пулялар яуыуына ла күнегә икән кеше. Һалдаттар бер нисә көндән ҡаршы яҡтан осоп килгән миналарҙың тауышынан танырға, айырырға өйрәнде. Ҡайһы мина уңғараҡ оса, ҡайһыһы һулғараҡ, ҡайһыһы тап һинең өҫтөңә килә. Шулай уҡ беҙҙең һалдаттар атамы, ҡаршы яҡмы – тауышынан таныйҙар. Үҙ өҫтөңә осҡан минаны ишетмәүең менән хәүефле: ҡаршы яҡтан аттылар, атыу тауышы яңғыраны, ә снаряд һыҙғырғаны ишетелмәй, тимәк, ул тап һинең өҫтөңә килә. Шул секундты файҙаланып, йәшенеп өлгөрһәң – тере ҡалаһың! Моментты үткәрҙеңме – бөттөң! "Полька" тип йөрөтөлгән поляктарҙың пулеметы һөжүмгә күсһә лә абай булыуҙы талап итә – ул тауышһыҙ ата. Бер ҡайҙан да пуля һыҙғырмай, ә үҙе һалдаттарҙы сүпләй генә! Беспилотниктарҙы ла айырырға өйрәнделәр: һағыҙаҡ кеүек геүләгәне разведка яһай, ергә һеңеп, йә ағасҡа терәлеп тик кенә торһаң, уның һине күрмәүе бар. Бындай коптер ҡурҡыныс түгел. Әгәр инде ауыр ғыжылдап, көс менән килә икән, ул инде шартлатҡыс алып килә тигән һүҙ. "ВОГ -17" менән йыһазландырылған коптерҙарҙы "Подарок с неба" тип йөрөтәләр. Һалдаттар уларҙың килеүен алдараҡ ишетһә, йәһәтерәк ышыҡланырға, алдан атып төшөрөргә, йәки блиндажға ҡасып, ергә һеңергә тырыша. Бигерәк тә төрөктәрҙең самолет формаһындағы "Байрактары", шулай уҡ яугирҙар телендә "Баба-яга" тип йөрөтөлгән ҙур дрондар ҡурҡыныс. Улар снаряд, мина, граната алып килеп ташлай һәм уларҙы юҡ итеүе лә ауыр.

Мина ергә төшөп шартлағанда ярсыҡтары бик алыҫтарға тарала. Һин мина төшкән ерҙән алыҫта, окопта ултыраһың икән, ерҙең көсәнеүен тояһың. Ер көсәнә, ыңғыраша төҫлө. Ҡайһы бер тауышһыҙ миналар ҙа бар, уларҙың ҡырт итеп ергә инеп китеүен генә ишетәһең һәм ерҙең, һауаның тулҡыны килеп бәрелә. Был ныҡ контузия бирә торған тулҡын. Һуғыштың аяуһыҙлығын, төрлө ҡорал уйлап табыусы ғалимдарҙың башлылығын күрергә була был ҡанҡойош ваҡытында. Шундай миналар бар: улар шартлай, һауа тулҡыны һалдаттарҙы төрлө яҡҡа атып бәрә. Барып ҡараһаң, һалдат ята, бөтөн ере имен, яраланған ере күренмәй. Әммә ул кешенең эсендәге бөтөн ағзаларын селпәрәмә килтергән! Уға ҡағылдыңмы – иптәшең инде һуңғы һулышын алған була... Аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ кешелекһеҙ был һуғыштың йөҙө! Уға йәлләү, намыҫ, изгелек кеүек төшөнсәләр ят, бары күберәк һалдаттарҙы юҡ итеү, хәйләкәрлек, үлем көҫәү генә уның булмышы!

* * *

Төндә икешәр сәғәт һайын алышынып поста торған ваҡытта бигерәк тә башҡа төрлө уйҙар килә. Кемдең хаҡлы, кемдең ғәйепле икәнен уйлай башлайһың. Был уйҙар – йонсотҡос уйҙар! Быны аңламаған егеттәр, шулар иҫәбендә "Лев" позывнойлы Зариф та ныҡ уйланды, хәҡиҡәткә төшөнөргә маташты. Әммә ауыр уйҙарҙың күңелгә һиллек түгел, киреһенсә, уны хәлһеҙләндереүен, көсһөҙләндереүен, үҙен эстән ашауын аңлап ҡалды һәм ул баш ватыуҙарҙан ҡотолорға булды. Ул – һалдат, ул – яугир. Ил саҡырҙы – уны һаҡларға бурыслы! Башҡалары уға ҡағылмай! Шуға күрә Зариф һаҡта торған төндәрҙә тыуған ауылын, өйөн, ата-әсәһен, һеңлеләрен, кәләшен, улын уйланы. Күңелле мәктәп һәм студент йылдарын хәтергә алды. "Бөгөн батырлыҡҡаа урын бармы?" тигән һорауға ла йыш әйләнеп ҡайтты. Әммә был һорауға ул күптән яуап тапҡайны инде. "Батырлыҡ мөһим түгел! Кеше булып ҡалыуың иң мөһиме! Намыҫыңа тап төшөрмәү! Сөнки һуғыш ваҡытында һалдаттарҙың кешелеклеген юғалтып, инстинктҡа бирелеп, хайуандарса эш итеүен аҙ күрергә тура килмәне.

Мәҫәлән, булды шундай ваҡиға: дошман һалдаттарын әсиргә алдылар. Уларҙан допрос алырға ла, штабҡа оҙатырға кәрәк. Әммә араларында бер нисә егет: "Улар беҙҙең һалдаттарҙы нисек туҡмаған, кәмһеткән, ниндәй ағзаларын ҡырҡып алған, беҙ ҙә шулай итәйек! Ҡанға – ҡан, үскә – үс!" тигән талап ҡуйҙы. Бер яҡтан ҡараһаң, улар хаҡлы ла кеүек. Әммә... нацистар ҡыланғанды ҡыланһаң, бер нәмә уйламаған, кешелеклеген юғалтып, робот үлтереүселәр – наемниктар кеүек үлем ҡоҙғонона әйләнереңде көт тә тор! Кеше булып ҡалырға! Шулай уҡ был афәттән имен-аман ҡотолоу! Әгәр яралана икән, еңелсә булһын! Йырҙа йырланғанса "Если смерти – то мгновенной, если раны – небольшой!" – йыш ҡына шуны йырлап, йә һыҙғырып ултырыр булып китте ул. Һөжүм тынған, һил ваҡыттарҙа, йә кисен йоҡлар алдынан блиндажда һөйләшеп ятҡанда ошо турала ла һүҙ сыға ине.

– Мин калека булып ҡайтырға теләмәйем! – тине "Жираф" позывнойлы рус егете. Улар "Лев", йәғни Зариф менән бер осорҙа яраланғайны. "Лев"тың яраһы еңелсә генә булғас, ошонда ғына перевязка менән ҡотолдо. "Жираф" госпиталдә ятып килде. – Госпиталдә аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, ярты башын снаряд умырған һалдаттарҙы күрҙем. Минең ундай хәлдә туғандарыма ҡайтырға хаҡым юҡ!

– Мин дә! – тип уны йөпләне икенсеһе. – Инвалид булып, туғандарыма йөк булып йәшәмәйем! Әгәр ныҡ яраланып та, үлмәһәм, мине госпиталгә ебәрмәгеҙ! Ошонда уҡ ярҙам итегеҙ – атығыҙ! Был иң изге эш буласаҡ! Калека булып түгел, герой булып даным ҡайтһын!

Мине лә йәлләмәһендәр! – ти өсөнсөһө. – Әйҙәгеҙ, һөйләшәйек! Ысынлап та үҙ-үҙебеҙҙе ҡарарлыҡ, атлап йөрөрлөк яра алмайбыҙ икән, "300"-сө булабыҙ икән, атабыҙ! Йәлләмәйбеҙ! Бер-беребеҙгә вәғәҙә бирәйек!

Тәүҙә "Лев" та шулай тип уйланы. Атаһы йәшләй инфаркттан китеп барғас, ауыл тормошоноң бөтөн ауырлығын уның менән бергә күтәргән әсәһен йәлләне. Аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ булып ҡайтып, йөк булып ятырға теләмәне. Кеше көнлө булып, йә аҫтыңа ярау итеп ултырыу – тағы ниндәй ауырлыҡ килтерһен ул әсәһенә! Мәңгелек ғазап, көсһөҙлөк кенәме? Бындай йәшәүҙән йәшәмәүең мең артыҡ түгелме?

Ләкин телефон аша ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙәр ваҡытында әсәһе уның уйын белгәндәй: "Имен-һау ҡайт, улым! Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ, күҙһеҙ булһа ла ҡайт! Аяғың да, ҡулың да, күҙең дә булырмын! Тик ҡайт ҡына! Шунһыҙ мин йәшәй алмам, улым! Һине юғалтһам, миңә лә йәшәү юҡ!" – тип һәр ваҡыт тәҡрарлап торҙо. Егеттәрҙең ошондай һөйләшеүендә Зариф ҡатнашмай, ә үҙенең инвалид булып ултырыуын күҙ алдына килтерергә тырыша. Ярай, бер ҡулһыҙ ул йәшәр, һыңар ҡулы менән бына тигән донъя көткән кешене күргәне бар. Һыңар аяҡ менән дә йәшәгән бер ветеран булды. Ағас аяғын туҡылдатып, бөтөн эште эшләне. Һыҙланғандыр, төндәрен йоҡламағандыр – уныһын бер кем белмәне... Ә ике аяҡһыҙ, йә ике ҡулһыҙ ҡалһа? Юҡ, юҡ! Бындай йәшәүҙән Аллам һаҡлаһын! Күҙһеҙ, дөм-ҡараңғы тормошто ла күҙ алдына килтермәй Зариф. Кәрәкмәй! Ошо ике осраҡта уны ла юҡ итһендәр!

Бер ай алғы һыҙыҡта булғандан һуң уларҙы артҡа күсерҙеләр, улар урынына икенселәр китте... Бында шундай тәртип: ай һайын алмашынып торалар. Әлбиттә, алмашынырлыҡ кеше ҡалһа һәм форсат булһа. Форсаты сыҡмай икән, нисә ай "передок"та – окопта, асһыңмы, ҡар өҫтөндәһеңме, эсер һыуың бармы– юҡмы – бер хәл дә итеп булмай. Сөнки алғы һыҙыҡтағы алыш барған ергә гумконвой ҙа, полевая кухня ла килеп етә алмай. Үҙҙәренең ҡанлы мәхшәр эсенән имен сығыуҙарына һаман да ышанып етмәйҙәр әле. 200-сөләр, 300-сөләрҙе лә яу яланынан алып сығыуы мең бәлә... Йөк машиналарын йөрөтөүсе, яралыларҙы һәм һәләк булыусыларҙы ташыусы водителдәр ҙә һәр саҡ "мина яланы" аша үтеүсегә торошло. Һәр минут һайын өҫтөңә снаряд, граната, мина, пуля рәүешендә "үлем ямғыры" яуып торғанда бары йәнен фиҙа ҡылыусылар ғына ошо юлдарҙан яңынан үтергә әҙер. Ысын геройҙар!

* * *

Улар – һиңә, һин – уларға! Снарядтар һәм пулялар оса, ҡай саҡ башыңды ҡалҡытып ҡарарға ла форсатың юҡ. "Лев" бер нисә иптәше менән ҡалҡыуҙараҡ, башҡалар аҫтараҡ урынлашып, дошманға ҡаршы ут яуҙыра. Бөгөн айырыуса ҡаты алыш бара, бер нисек тә алға китеп булмай. Уларҙың заданиеһы ауылды алыу ине, әлегә йөҙ метрға ла алға китә алманылар. Сираттағы гранаталарҙы дошман позицияһына оҙатҡан Зариф, урынын алыштырыр өсөн, уңғараҡ шыуышты. Тап шул мәлдә геүләп снаряд осоп килгәне ишетелде. "Лев" ҡулдары менән башын ҡаплап, ергә һеңде.

– Гөрҫ! – Снаряд ул киткән ерҙән саҡ ҡына аҫҡа төшөп шартланы. Ыңғырашҡан тауыш ишетелде, ярҙамға саҡырҙылар. "Лев" тәгәрләп тигәндәй, аҫҡа ынтылды. Яраланған егеттең эргәһенә "Боксер" килеп еткән ине инде. Ул иптәшенең каскаһын систерҙе.

– Ярҙам кәрәкме? – тип ҡысҡырҙы "Лев" атыш тауышын еңергә тырышып.

– Бронникты сисегеҙ! – тине яралы, ул иҫендә ине. -Тын алып булмай...

"Боксер" менән "Лев" икәүләп һаҡ ҡына бронежилетты һалдыра башланы. Ул теткеләнеп бөткәйне һәм, снаряд ярсыҡтары менән ҡуша, һалдаттың тәненә ҡаҙалғайны. Ҡанлы, тупраҡлы бронник ҡалдығын саҡ-саҡ ысҡындырып алдылар. Яралы һалдат ауыр ыңғырашты, "ипләп" тип ҡысҡырҙы. Шул мәлдә генә уларҙың баш осонда геүләү ишетелде. Дрон! Пулялар һыҙғырыуы, снаряд-гранаталар шартлауы ғына уның килеүен ишеттермәгән булған икән. Бер мәлгә генә атыш тынды һәм коптерҙың ауыр ыңғырашыуы уның снаряд ташларға йыйыныуын аңғартты. Был бер секундта Зариф нимә уйларға ла өлгөрмәне, "Боксер" уны ла, яраланған иптәшен дә ҡаплап, улар өҫтөнә ауҙы. Шул секундта уҡ шартлау яңғыраны! Донъяның аҫты-өҫкә килгәндәй тойолдо... Төтөн, дары, көйгән ит еҫе танауға тулды. "Лев"тың аңы бер мәлгә генә юғалғандай булды ла, кире үҙ халәтенә ҡайтты. "Теребеҙме?" – тигән уй үтте башынан.

– Боксер? Һин тереме? – тегеһе ауыр шыуышып уның өҫтөнән төштө һәм иҫтән яҙҙы. Зариф та, алдан яраланған һалдат та тере ине. Ә уларҙы үҙ кәүҙәһе менән ҡаплаған "Боксер" ныҡ ҡаты яраланғайны, арҡаһы ярсыҡтарҙан тишкеләнеп бөткәйне... "Боксер"ҙың был аҙымы, иптәштәрен үлемдән һаҡлап, үҙ ғүмерен ҡорбан итергә ынтылыуы – ысын батырлыҡҡа тиң! Быны ҡысҡырып бер кем өндәшмәһә лә, Зариф та, башҡалар ҙа аңланы. "Батырлыҡҡа урын бар! – тип уйланы Зариф аҙаҡтан ошо хәл иткес бер секунд тураһында хәтеренә алып. – Бөгөн тап геройҙар ваҡыты! Тик улар батырлыҡ, герой булыу тураһында уйламайҙар! Бары иптәшеңде ҡотҡарыу, уға терәк булыу хаҡында ғына уйлайһың! Хатта уйламайһың да, ә ҡотҡараһың! Бына ошо инде батырлыҡ! Ә уның тураһында ҡысҡырыу, гәп һатыу түгел!"

"Боксер"ға ла, иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән башҡаларға ла ихтирамы артты Зарифтың. Ул үҙенең дә рухи яҡтан сынығыуын, башында буш уйҙарға урын ҡалмауын аңланы. Ул – һалдат! Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән!

* * *

Алғы һыҙыҡтан сығыу – тамуҡтан сығыуға тиң булды... Күптәр ятып ҡалды... Иптәштәренең күҙҙәрен йомдороп, ҡара тоҡтарға тығып, "200"-се йөк менән тыуған ерҙәренә оҙатыуға ғына һаман күнеп булмай! Нисек? Нисек инде 20, 25, 30 йәштә китәһең был матур донъянан! Улар әле бит йәшәп тә, яратып та өлгөрмәне! Уларҙы кәләштәре, балалары, атай-әсәйҙәре көтөп тора!..

Штаб янында интернет бар, ялан вай-файы тота. Алғы һыҙыҡтан сыҡҡас, һәр һалдат үҙенең иҫән-именлеген белдерер өсөн тиҙерәк штаб янына ашыға. Уларҙың тауышын ишетеүгә зар-интизар булып торған яҡындарын шатландырыр өсөн ҡабалана улар. "Бөтәһе лә яҡшы! Имен-һаубыҙ!" – ошо хәбәрҙән дә, ғәзиз балаһының, һөйөклө иренең, ҡәҙерле атаһының тауышын ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ, олораҡ бәхет бармы көткәндәр өсөн!

"Лев" тәүҙә йышыраҡ әсәһенә шылтырата, өйҙәге хәлдәр, ике һеңлеһенең уҡыуы, ауыл яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына ине. Үлем менән күҙгә-күҙ ҡараша башлағас, кәләшенә лә шылтыратырға ғәҙәт итеп алды. Бәләкәй улының хәлен белешә, ниндәй һөнәр арттырған, нимәгә өйрәнгән, балалар баҡсаһына йөрөймө, ниндәй һүҙҙәрҙе әйтә – уның өсөн донъяла тағы бер ғәзиз йән барлыҡҡа килде. Ҡайһы көндә улының тауышын да ишеттерә кәләше. Телен боҙобораҡ "Атай, ҡайт!" тигән һүҙҙәр егеттең күңеленә йылы һала, тиҙерәк нацистарҙы дөмөктөрөп, тыныс тормошҡа ҡайтып йәшәү теләген арттыра. Улы арҡаһында ҡатынына ҡарата ла йылы хистәрҙең уяныуын үҙе лә һиҙмәй ҡалды Зариф. Көндө нисек үткәреүен, нимәләр борсоуын, ҡалала ниндәй үҙгәрештәр булыуын һораша, кәйефе үҙгәреүен дә һиҙеп тора. Ул да көтә, ахырыһы, Зарифты. "Ҡасан ҡайтаһың, улың һине таптыра, һине һағына!" – тиһә, ҡулдарында көс артыуын, йөрәге йышыраҡ тибә башлауын тоя ул. "Имен ҡайт, улым! Һин беҙҙең берҙән-бер күҙ терәп торған терәгебеҙ! – ти әсәһе лә. Доғалар уҡый башлауын, намаҙға өйрәнеүен әйтә. – Бер ҡасан да башыма яулыҡ ябынып, ҡул ҡаушырып, доға уҡып ултырырмын тип уйламағайным. Тормош үҙе ошо көнгә алып килде. Көнөн-төнөн һинең иҫән ҡайтыуыңды һорап, Аллаһы Тәғәләгә ялбарам..."

* * *

Арттағы бәләкәй Н. ҡалаһына ялға ебәрҙеләр. Урындағы мунсаға барып йыуынып-таҙарынып, бөҙрәханаға инеп сәс алдырып, ҡырынып, яңы кейем һатып алып кейенеп, ҡәҙимге тыныс тормошҡа ҡайтҡандай булып йөрөнө яугирҙар. Яҡында ғына һуғыш бара, снарядтар шартлай тимәҫһең дә: кешеләр шулай уҡ йәшәй, эшкә бара, автобус көтөп туҡталышта тора, ана, егет менән ҡыҙ бер кемдән дә тартынмай, бер-береһенә һырылышып, үбешәләр... Әйтерһең, һуғыш юҡ, әйтерһең, һалдаттар һәләк булмай! Зарифтың йөрәге ниңәлер өҙөп-өҙөп һулҡылдай башланы! Беҙ бит улар шулай тыныс йәшәһен өсөн көрәшәбеҙ! Эшкә барғандай көн дә утҡа инәбеҙ! Ә улар! Бер ни булмағандай көләләр, шаяралар, байрам итәләр, туйҙар яһайҙар! Ә нимә эшләргә тейеш һуң улар? Бикләнеп ултырырғамы? Көлмәҫкәме? Быға башы етмәй егеттең! Әммә улай булырға тейеш түгел! Фронттағылар ҙа, тылдағылар, өйҙәгеләр ҙә бергә уҡмашып, бер йоҙроҡҡа төйнәлеп алмайынса, туҡтатып булмаҫ башкиҫәрҙәрҙе! Нимә тигән әле рус шағиры: "Из одного металла льют медаль за бой, медаль за труд!" Ә миҙал бирерлекме бөгөнгө эшселәргә? Улар Тыуған ил хаҡына эшләйме? Әллә кеҫәләрен тултырыу өсөнмө? Ниңә МХО башланмаҫ элек мең тәңкә торған рюкзактың хаҡы ике көн эсендә 10 мең һумға барып баҫты? 4 меңлек берцы 20 меңгә, 10 меңлек йоҡо тоғо 50 меңгә күтәрелде? Үҙҙәренең, иленең именлеге өсөн көрәшкән яугирҙарға арзаныраҡҡа һатырға, хатта бушлай бирергә тырышып торорға тейеш түгел инеме ошо сауҙа үҙәктәре хужалары? Ә улар уңайлы мәлдән файҙаланып, байып ҡалырға маташа! Ҡайҙа бында дөрөҫлөк? Ғәҙеллек? Элекке фиҙаҡәрлек? Ни өсөн кемдер һәләк булырға, кемдер теттереп йәшәргә тейеш?"

Ошондай уйҙар ҡайнаны Зарифтың башында. Хәйер, бер уныҡында ғына түгел, ялға ҡайтып килгән һәр егет үҙ ҡалаһындағы, үҙ ауылындағы халыҡтың тормошон күреп, йәне эсенеп килде. Бигерәк тә үҙҙәренең йәштәштәре, иптәштәре ҡунаҡ булышып, йә эшләмәй, йә ил һаҡламай өйҙә ятыуына, улай ғына ла түгел, уларҙы, мобилизация менән киткәндәрҙе ғәйепләп маташыуы нәфрәт тыуҙырҙы. "Алйоттар бара инде МХО-ға! Кем көсләп ебәрҙе! Бармаҫҡа ине! Һеҙ нимәне һаҡлайһығыҙ! Рәсәйҙе һаҡларға кәрәкме ни? Әйҙә, хәрбиҙәр һаҡлаһын! Һалдаттар һаҡлаһын! Беҙ үҙ ваҡытында бер йыл (ике йыл) ғүмеребеҙҙе йәлләмәй, армия хеҙмәтен үттек. Шул еткән! Дурактар булғанда, ил һаҡлаусылар ҙа бөтмәҫ! За то аҡсалы ҡайтырһығыҙ! Бай йәшәрһегеҙ! Беҙҙең эш тә юҡ, аҡса ла юҡ!"– тип асыҡтан-асыҡ мыҫҡыллаусылар ҙа осраны... Яуап бирә алманылар! Йоҙроҡтар төйнәлде, ҡул үҙенән-үҙе автомат торған ҡулбашҡа үрелде лә, буш иңбашты тойоп, хәлһеҙ аҫҡа һәленде. Эх, яу яланында осрап әйтһә ине ошо һүҙҙе сволочь! Белер ине ни эшләтергә!

Ялдан егеттәр кәйефһеҙ килә, иңдәре төшкән... Улар был хәлде аңлай алмай. Күптәре кире рюмкаға үрелә. Ҡайһылары – ныҡлы ихтыярлылары, көслөләре аяуһыҙға әйләнә. Улар "укроптар"ҙан да, тегендә ҡалған сволочтарҙан да берҙәй үс алыу тойғоһо менән ажарланып автоматҡа тотона. Ваҡыт үтер, заман бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйыр. Кем хаҡлы, кем хаҡлы түгел – ваҡыт хаким. Кем герой, кем тыл ҡомағы – ил таныр! Кеше күҙенә тура ҡарай алырһыңмы, өйҙә ҡалған иптәш? Йоҡоң тыныс булырмы? Намыҫың, выжданың яуап тоторға өндәмәҫме? Кешелеклектән яҙған булһаң, әлбиттә, бер нәмә лә үҙгәрмәҫ...

* * *

Айырым, ярым-ярты йөрөргә ярамағас, һалдаттар ҡала буйлап өсәр-дүртәрләп таралышты. Берәүҙәр аҙыҡ-түлек магазинына китте, кемдер кафе тирәһенә, ике иптәше – "Боксер" һәм "Художник" менән – "Лев" ҡаланы күрергә тип йәйәүләп урам буйлап атланы. Матур, төҙөк ҡала булған икән, бөтөн ерҙә асфальт түшәлгән, иркен генә тротуар ҙа бар. Бына бик матур бина, театр-фәләндер, моғайын. Алдында колонналары, фасады семәрле биҙәкле. Унан ары ике ҡатлы оҙон бина, бик күп оло тәҙрәләр теҙелеп киткән. Мәктәптер, күрәһең, алдында һары төҫтәге автобус тора. Бына уның ҙур ишегенән йүгерешеп балалар сыҡты, шаярышып, эткеләшеп, автобусҡа тығылыша башланы. Был тыныслыҡ күренешенән егеттәрҙең күңеленә лә һиллек килде. Мәктәп, уҡыуҙар бара икән, тимәк, бөтәһе лә яҡшы! Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ! Һалдаттар яй ғына атлап, урамдың икенсе яғынан бара, уҡыусы балаларҙың шат тауыштарына кинәнә.

Ҡапыл егеттәрҙең күҙенә хәрби формалағы кешеләр салынды. Улар ҙа өсәү ине. Автоматтарын арҡаларына көбәктәрен аҫҡа ҡаратып аҫҡандар. Бер мәлгә генә Зариф уларҙың рәсәйҙекеләр түгел икәненә төшөндө. "Укроптар" – тине ул ярым бышылдап. – Автоматығыҙҙы әҙерләгеҙ!" Егеттәр уның әйткәнен аңлағансы, ул бер һикереүҙә янындағы йорттоң асыҡ торған подъезд ишегенә ышыҡланды.

– Руки вверх! – тип ҡысҡырҙы үҙе бар тауышына. – Оружия на землю!

"Боксер" урамдағы колонка артына ышыҡланып ятты, икенсеһе Зариф эргәһенә ынтылды. Бер секундҡа ғына албырғап ҡалған "укроптар" ҙа йәһәт кенә хәрәкәткә килде. Береһе йүгереп, асыҡ автобус ишегенә инде һәм ҡулына граната алды! Теге икәүһе тәүҙә ҡулын күтәрҙе, йәнәһе, беҙ атышырға йыйынмайбыҙ!

– Оружия на землю! Иначе я взорву всех детей! – тине автобустағыһы. Зарифтың аңы томаланғандай булды: "Ни эшләргә? Ни эшләргә? Бер автобус баланы һәләк итә алмай ҙа баһа улар!"

– Оставьте детей! Пусть автобус отъезжает! Я сдамся! Возьмите меня в заложники! – тип ҡысҡырҙы "Лев" ишек артынан сығып. – Мы вас не тронем! Уходите!

– Зариф! Һин нимә! "Укроптар"ға бирелмәксеһеңме? Беләһеңме улар пленныйҙарҙы нимә эшләтә! – тип ҡысҡырҙы эргәһендәге "Художник".

– Ә мин эләкмәйем пленға! Мин улар эргәһенә барыу менән баш ҡағам һәм кинәт кенә ергә ҡолайым. Шул секундта һеҙ уларҙы атып йығырға тейеш! Атырға! Пуля миңә эләккән хәлдә лә атырға! Яраланырмын, әммә пленға эләкмәм! Тик бер секунд эсендә атып өлгөрөгөҙ! – "Лев" автоматын аяҡ аҫтына һалды һәм дошмандары яғына атланы. Граната тотҡан әзмәүерҙәй "укроп" автобустан сыҡты һәм үҙҙәренең иптәштәре яғына йүгерҙе. Автобус шул секундында уҡ ҡуҙғалып та китте. Зариф юрый һәлмәк, яй ғына атлап, нацистар яғына бара. Кем белә, бәлки, был уның ерҙәге һуңғы аҙымылыр? Һуңғы һулышылыр! Юҡ, ул йәшәргә тейеш! Ул ошо башкиҫәрҙәрҙе юҡ итергә тейеш!

Иҫтәренә килгән ике нацист автоматтарын ҡулдарына алып, "Лев"ҡа төбәне. Уртаса буйлы, киң яурынлы Зарифтан бер башҡа оҙон ине дошмандары. Береһе, беҙҙең телдә "негр" тип йөрөтөлгән афро-американецы, шунда уҡ ынтылып, Зарифты ҡармап алды һәм үҙе артынан һөйрәй башланы. Йорттоң артына алып инһәләр – бөттө! Зариф йән көсөнә тартылып, иптәштәре яғына боролоп баш ҡаҡты һәм ергә ҡоларға маташты. Тик ҡыпһыуыр шикелле эләктергән көслө ҡара ҡулдар уны ысҡындырманы, ә, киреһенсә, үҙенә тартып, йән көсөнә "Лев"тың арҡаһына һуҡҡандай булды. Нимәлер арҡа менән күкрәген өтөп алды. Шул мәлдә үк атыу тауыштары яңғыраны. "Укроптар" менән бергә Зариф та ергә ауҙы. "Бөттө! – тигән уй йәшен тиҙлегендә үтте егеттең башынан. – Ошонда булған икән минең һуңғы аҙымым!"

* * *

Зарифҡа ҡапыл шундай рәхәт булып китте! Бер ере лә ауыртмай, һыҙламай! Кәүҙәһе лә еп-еңел, атлап түгел, хатта шыуышып түгел, осоп барғандай! Ул йән рәхәтлеге менән йылмайып ебәрҙе лә күҙҙәрен асты: аҫта ап-аҡ ҡар! Ап-аҡ ҡар өҫтөндә төрлө ҡиәфәттә дүрт кеше ята. Өсәүһе уларҙың дошмандары кейемендә, бөгәрләнеп алға ҡолағаны Рәсәй һалдаты. Арҡаһында кәүҙәһен үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан штык-нождың һабы ялтырап күренеп тора. Күкрәк тәңгәлендә генә ниҙер ҡыҙарып күренгәндәй. Зариф һалдатҡа яҡыныраҡ барҙы, битен күреп булмай, йөҙтүбән ауған. Текләберәк ҡараны: кем һуң? Танырға тейеш бит ул иптәшен, ярҙам итергә! Зариф эйелеп, һалдатты күтәреп алырға теләне. Әммә ул, бушлыҡты һәрмәгәндәй, иптәшенә ҡағыла алманы. Ә ҡар өҫтөндәге, түш тәңгәлендәге кескәй генә ҡыҙыл тап ҙурайғандан-ҙурайҙы, йәйелгәндән – йәйелде...

– Позыйной "Лев"! Позывной "Лев"! Зариф! – ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп иптәштәре килеп етте, ерҙәге һалдатты әйләндереп һалды. Зариф эйелеп егеттең күҙҙәренә төбәлде һәм үҙен күрҙе... Үҙе! Үҙе ята ла баһа ҡан эсендә!

Зариф, өнөмдәме был, төшөмдәме, тигәндәй, семетеп ҡарарға теләп, уң ҡулы менән һул ҡулының усына ҡағылды... Әммә ҡағыла алманы... Ҡулдары ғына һауаны йыртып, бер-береһе аша, күләгәне үткәндәй, үтеп китте... "Тимәк... Тимәк, мин үлгәнмен! Үлгәнмен! Әммә ... Юҡҡа түгел бит! Ул бит бер автобус тулы балаларҙы ҡотҡарҙы! Күпме иптәштәрен һаҡлап алып ҡалды! Күпме неофашисты, илебеҙҙе юҡ итергә яҫҡынған илбаҫарҙы юҡ итте! Тимәк, ул бушҡа ғына үлмәгән! Бушҡа ғына йәшәмәгән! Уҡытыусыһы әйткәнсә, батырлыҡҡа бөгөн дә урын бар, тимәк! "Батыр булып тыумайҙар, Хамматов! Батыр булып үләләр!"... Һәм ул батырҙарса китте түгелме был донъянан! Ҡурҡып-боҫоп ятманы! Мобилизациянан ҡасып, сит илгә сығып китмәне! Ил саҡырғас, уны яҡлап һаҡҡа баҫты! Тол әсәһенә, йәш кәләшенә, кескәй улына япһарып, улар ышығына боҫоп ҡалманы! Улы, Замиры... Ярай әле бәләкәй генә улы бар! Уның фамилияһын йөрөтөүсе, уның нәҫелен дауам итеүсе улы бар! Тимәк, йәшәй әле Азаматовтар был ерҙә! Йәшәйәсәк!"

... Зариф Арыҫлан улы Азаматовтың йәне ошо уйҙан йылынып, ҡанатланып, ап-аҡ фәрештәләр менән бергә, күккә күтәрелде...

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.

Читайте нас