Сабыр ҡанаттары һынғанда

Хикәйә

Ҡыш  етеп күптән юлдарҙы күптән ҡар ҡапларлыҡ ваҡыт та, әммә һаман ҡара һыуыҡ, әсе елдәр йәнде-тәнде өҙгөләй. Элеккеләр әйтмешләй яҡшы кеше этен дә сығармаҫлыҡ көн, төндә боҙло ямғыр яуып үткәнлектән, аяҡ аҫты тайғаҡ.
  Бындай көндә мин дә тышҡа сыҡмай ғына өйҙә ултырыр инем дә, булмаҫ ахыры документтар артынан МФЦға саҡырттылар. Барырғамы, бармаҫҡамы тигән уйҙа байтаҡ икеләндем, унан һуң ғына ҡапыл уйлап автобус туҡталышына сыҡтым.
   Туҡталыш магазин эргәһендә, магазин тупһаһын, боҙ ҡатыш туңған бысраҡты, оло ғына йәштәге ҡатын тырышып-тырышып йыуа. Елдән бер аҙ ышыҡланырға теләп уның янына килдем, туҡталышта минән башҡа кеше юҡ.
  - Ай-һай, бындай тайғаҡ көндә автобус килерме икән, юлдар көҙгөгә әйләнгәндәй...
  - Әллә инде, үҙем дә икеләнеп торам әле, бушҡа сыҡҡанмын икән йылы өйөмдә генә ултырмай.
  - Һинең исмаһам өйөң барҙыр, минең һымаҡ ҡартайған көнөңдә кеше тупһаһында йөрөмәҫлек.Бына мин ул, йөрөйөм ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, өйрәлелә өс көн, бутҡалыла биш көн, тигәндәй.
  - Ауылдан йөрөп эшләйһегеҙме әллә, эш юҡ шул ауылда.

   - Эх... Ауылда өйөм булһа йөрөмәҫ инем кеше типкеһендә. Ошо ҡаланыҡы мин, ғүмер буйы машиналар төҙөү заводында эшләгәнлектән квартира алдым, өс бүлмәлеһен бирҙеләр. Ваҡытында алдынғы эшсе тип тә маҡталдым, ирем дә шунда эшләне, тырышып эшләгәс аҡса мул, иркен йәшәнек, өс бала үҫтерҙек. Аҙаҡ, туҡһанынсы йылдарҙа ғына башланды ыҙалыҡ, бирешмәҫкә тырыштым, эшләмәгән эш, минең хеҙмәтте файҙаланмаған кеше ҡалмағандыр, бер эштән сирҡанманым, туалеттарҙы ла таҙарттым, ялсы ла булдым, әммә бурысҡа батмаҫҡа тырыштым.

   Ике ҡыҙым кейәүҙә, Аллаға шөкөр, тиң, татыу ғаиләләре, биш ейәнсәрем бар, һөйөп туймайым үҙҙәрен, өләсәй тип өҙөлөп торалар. Әллә үҙемде, әллә аҡсамды яраталар, барһам бәлән тип кеҫәмдә тотам улар өсөн, үҙем ашамаһам ашамайым.
   Тик бына улым өйләнмәне, ҡатындарға инеп йәшәне ул, һанһыҙ улары, кем белә, балаларым да бар тигән була, ҡырҡҡа етеп килә бит инде, булһа булыр. Бер-икәүһенән барҙыр тип тә самалайым, үҙем аралашырға, эскә тартырға тырыштым, килендәрем тип кенә торҙом, улымдың холҡон үҙем беләм, уға түҙһендәр, килешеп ғүмер итһендәргә баш эйҙем.
  Торламаны береһендә лә, китте, ҡайтты, тағы икенсене әүерәтте, тағы ҡыуылды. Шулай үтте ошоғаса ғүмере, килендәр хатта балаларына уның исемен атаһы тип яҙҙырырға теләмәнеләр. Никах, туй тигәнде әйтерлек тә түгел, ярты йыл йәшәгәндәрҙер иң күбеһе, араларын ҡырҡа өҙөргә тырыштылар, ә улым төҫкә-башҡа күрмәлекле генә булды, хәҙер генә эскелектән биреште.
 

-Эшһеҙлек көслө шул йәштәр араһында...- быныһын йыуатырға була ғына әйтеүем, теләгәндәр эшен табалар.

 -Эййй... Үҙ балаңды насар тип һөйләүе лә ауыр, эштә насар эшсене эштән ҡыуып сығаралар ҙа ҡотолалар, ауыр холоҡло ҡунаҡты ла йәһәтләп оҙатырға була, үҙ балам бит, үҙ балам, сараһыҙҙан инде был ҡылығым...
 

Илай-илай һөйләгән апай янында ҡатып торам, кемгәлер эсен бушатырға теләйҙер, ғазаптары тулып-ташып аҡҡанға, ярһыуҙары шартлар сиккә еткәнгә асылған сағылыр.
   Күңелен бушатһынға һүҙ ағышын йырам, былай йәшәһә ауырыуға ла ҡалыуы ихтимал, таныштарына, туғандарына һөйләрлек хәл түгелдер кисергәндәре. Миңә, бөтөнләй сит кешегә асылыу еңелерәктер, туң иҙәнде эҫе һыу менән ышҡып-ышҡып таҙартыуына ҡарап, үҙенең күңелен бушатып, ғәйеп-гонаһтарын йыуырға тырышҡандай күренә.  

- Ҡайҙа ғына яңылыштым, ниндәй ғәйептәрем өсөн был яза, ир өҫтөнән уйнаш итмәнем, балаларым  тип тырыштым, ниңә һуң һаман мин ғәйепле.
 Балаларҙың атаһы ҡыҙыу булды, эскәнендә уныңса булмаһа ашарға ултырған мәлдәрҙә өҫтәлде ауҙарыу бер ни түгел ине. Завод ябылғас бигерәк бәйеле аҙҙы, ҡыҙғанды, туҡманы, үҙе лә эшләмәй, мин эштә булғанымда артымдан ҡарауыллап аҙапланы, ҡайҙа, кем менән, ниңә оҙаҡланың, күрһәтте инде.
    Беләһеңме, еңел тын алғандай булдым ул үлгәс, шул эскелегенән китте. Тик оҙаҡҡа түгел, улым үҙенең холҡон күрһәтә башланы, кейемдең уныһы оҡшамай, үҙе һайлап алырға теләй, мин биргән аҡсаға мөрхәтһенмәй, күберәк кәрәк. Мин гел аҡсаны тарҡауыллап тотонорға тырышам, бар саҡта бүреләй, юҡ саҡта сүреләй булмағыҙ тип өйрәтәм, һуңға табан уға кейемгә тип биргән аҡсаларым да елгә оса ине, аҙаҡ тағы шул кәрәк, был кәрәк.
 Уҡығанда, йәлләмәнем, булғанын тотторҙом, аҙаҡ кәләш алырға өгөтләнем, эшләмәгән кеше кемгә кәрәкһен. Өс бүлмәле квартираны берәр бүлмәлегә алыштырып бирҙем, өйләнһә йәнем тыныслыҡ тапмаҫмы тип, ҡыҙҙарым кейәүгә сыҡҡайнылар ул саҡта. Бер йыл да йәшәмәне, коммунальный түләүе йыйылған, тиҙ займ банктарында проценттары үҫкән, квартираһын һатып, аҡсаһын юҡ итеп, кире ҡайтты. Көйҙөм, үҙ балам, урамда йөрөтәһеңме ҡышҡы һыуыҡта. Ә ул онотҡан шуны, бына нисә ай үҙ квартирама ҡайта алмай йөрөйөм, ҡыуып сығарҙы, күршеләргә генә шулай тейем, үҙем ҡастым.


  - Документ буйынса үҙеңдеке булғас йөрөмә улай, ҡайт, индермәһә - милиция бар, әйт.


   - Кеше кеше хәлен беләме инде, ҡайтырмын да ул, индерер...


    Ошо ерҙә бигерәк ярһып илап тупһа янтауына бөгөлөп төштө. Туҡталышҡа килгән автобус ундағы йыйылған кешеләрҙе тейәп ары ҡуҙғалды. Мин йыуатырға һүҙҙәр таба алмаһам да уның эргәһендә ҡалдым.


 - Төнөн йоҡларға бирмәй ҡоторона, ниндәй генә ғәйеп ташламай миңә, атайымды һин үлтерҙең тине, өс бүлмәле квартираны һинең тырышлығың менән биргәндәр, кем тоттороп ҡуйһын бушлай квартира, тине. Түрәләр менән типтергәнгә атай һине белеп тизырған, нығыраҡ кәрәгеңде бирергә булған.
   Үҙ балаңдаң шундай һүҙҙәр ишет әле, элек бер беҙгә генә бирмәнеләр квартираны, заманы шул булды.


   -Эйе, эйе... - тигән булам, үҙемдең ауыҙым кипкән, телде лә ҡыбырлатырлыҡ түгел.
 Ә миңә һуҡмай, беләгемдә, боттарымда ғына күк эҙҙәре ҡала, элек ҡатындарын туҡмап ун биш суткаларҙа күп ултырған, хәҙер хөкөм итеүҙәренән ҡурҡа. Сыҙарлығым ҡалманы шул, түҙер хәлем бөттө, кисә военкоматҡа барып, алып китегеҙ һуғышҡа, тинем. Сыҙамай башланым, үҙем һораным һуғышҡа алыуҙарын. Бөгөн иртә менән шунда саҡыртҡандар, өйҙә йоҡламағас белмәгәйнем, ҡыҙҙарым шылтыратып әйттеләр. Нимә генә ишетмәнем ҡыҙҙарымдан, ҡустымды үлергә ебәреп аҡсаһына кинәнеп йәшәмәксе булаһыңмы, ҡанлы аҡсаға күмелеп рәхәт күрмәксеһеңме, байлыҡҡа ҡойонғоң киләме,...
  Һиңә һүгенеү һүҙҙәрен ҡушмай ғына  әйтәм, ишетһәң сәстәрең үрә торор, үҙҙәре күпме шаһит булдылар ҡустылары ҡоторонғанда, береһе хатта миңә муйыныма  сәнсергә бысаҡ терәгәнен күрҙе, күҙеңде соҡойом тигәнен ишетте.  Онотмағандар, йәнәһе, әсәһенә сәнсергә ул алйотмо? Сәнсмәҫ ине, күҙеңде соҡомаған бит... Ә иҫерек көйө сыр яланғас тегенеһен тотоп минең арттан йөрөгәнен һөйләһәм, ышанмайҙар. Әсәй ҙә мин, ҡатынына ҡарата ла әҙәпле кеше улайтмаҫ.
   Бисә кәрәк, бисә кәрәк... Мин бисәме уға, әсәй ҙә мин... Ҡурҡышымдан ҡасып ҡотолорға тырышам, ишекте бикләй, әллә нисә запас асҡыс эшләттерҙем. Әллә нисек таба, эшләмәй өйҙә булғас ваҡыты күп, минең һымаҡ ике урында эшләйме, арып ҡайтһаң да төн йоҡоһо юҡ. Йәй буйы йә кешелә, йә эштә йөрөнөм, ҡыҙҙарға ла барып һыйындым, уларҙың үҙ тормошо, минең ҡайғым юҡ уларҙа. Үҙеңдең телең яман, телеңде тыйһаң ҡустым менән килешер инегеҙ, тиҙәр, ҡыҙҙарым бер ауыҙлы, бер һүҙле.
   Үҙемдең дә ғәйебем бар шул, улыма бер һүҙ тейҙермәнем, гел яҡшы тип килдем. Эшләмәһә, түләмәйҙәр, иҫерһә, эсерәләр, һуғышһа, туҡмағандар тинем. Миңә һүгенһә, әрләгәйнем, тинем. Ошо хәлдән һуң тағы мине ғәйепләрҙәр инде, үҙе әүерәткән тиерҙәр, аҡса өсөн һуғышҡа үлергә ебәрҙе тиерҙәр. Бында ҡалып батырҙарса эсеп үлгәнсе, исмаһам яу яланында батырҙарса һәләк булһа башым күтәрелер ине, оялышымдан үҙемде үҙем һәләк итергә лә уйлағаным булды, ғәрлеге ни тора...
   Әле өйгә ҡайтырға ла ҡурҡам, ҡайтһам кейемдәрен, ашарына теүәлләп һалыр инем, үҙе өйҙә булмаһа; өйҙә булһа үлтерә ул мине, мәсхәрәләп үлтерәсәк. Оҙатмай ҡала ла алмайым, үҙ балам бит, военкомат эргәһенә булһа ла оҙата барырмын. Йәшәү ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтар күреп,  тормош йәмен белеп ҡаймаҫмы, юҡтыр, тамсы ла өмөтөм юҡ. Бына ҡыҙҙарым хәҙер үҙемә тере дошманға әүерелде, артабан нисек күңел тыныслығы табырға.
   Үҙ балаңды үҙең ут эсенә ташланың тине береһе, мин нисә йылдар ут эсендә йәшәйем, уны кем белде? Йылдан йыл олоғаям даһа, йәшәрмәйем, оҙон һыуыҡ ҡышты мин ҡайҙа үткәрергә тейеш үҙ өйөм була тора. Ҡоторғандан эшләп йөрөйөммө ней, өйҙә әҙерәк булырға тип йөрөйөм, уға ашарға ла күп кәрәк, ҡырҡ йәш, самай ашар сағы, емереп ашай. Талап, йәки урлап алмаһа, аҡса тоттормайым да, эсергә таба.
 Эййй... Ни бирер Хоҙайым, бер ул ғына белә алдағыһын, һалдым инде тамуҡ уттарына баламды, һынды сабырлыҡ ҡанаттарым, түҙер хәлем ҡалманы.


    Магазин тупһаһын йыуған бысраҡ һыулы биҙрәләрен сайҡатып һирпеп түкте лә, миңә боролоп та ҡарамай инеп китте. Ҡара ҡайғыға батҡан апайға минең кем булыуым, ҡайҙа, ни эшләп йөрөүем ҡыҙыҡһындырмай ине шикелле. Һөйләгәне лә бары үҙ хәсрәтен тышҡа сығарырға теләүҙән,  урыҫтар әйтмешләй,  мысли вслух, тип аңланым мин.
Гөлдәр әбей.

Автор:
Читайте нас