Юлайҡан машина

Хикәйә

Күрше ауылға тик ҡатындарҙы ғына сәйгә әйттеләр, көн йылы булһа ла буранлап епшек ҡар яуа. Бабайҙы алып барырға  ғына күндерҙем, барып алмаҫһың тинем, беҙҙең яҡҡа ҡайтыусы булыр йәнәһе. Юл асфальт, ара яҡын, ун ике саҡрымлы юлды кешегә лә һанамайым хәҙер, үҙәктән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда, өҙәрем насар юлда ғүмер буйы йөрөгән башым әле, ҡайтырмын үҙ яйым менән.
    Башың тиле булһа аяғыңа көс, был әйтемде халыҡ бушҡа әйтмәгәненә төшөндөм аҙаҡ, беҙҙең яҡҡа ҡайтыусы булманы, ҡыҫтаһалар ҙа үҙемдең ҡунырға ҡалғым килмәне; ҡыҫҡаһы ҡыштың бөләңгерт эңер мәлендә мин ҡайтыу юлында үткенсе машиналарға ҡул күтәреп тора инем.
   Епшек ҡар тора бара боҙлауыҡҡа әйләнде, өҫтәүенә кискә табан көслө ел сыҡты, баштан аяҡ ҡар һырыған әбейҙе юлда кем ултыртһын, һәр күренгән  машинаға ҡул болғап торам. Ҡиммәтле машиналарының ҡәҙерле ултырғысын кем бысратырға теләһен дә, ҡар һырыған быйманан аҡҡан һыуҙы кемдең таҙартҡыһы килһен, туҡтамаҫтар шул.
   Тәмле ҡоротло һурпанан, баллы сәйҙән һуң  тирләгән тәнгә һыуыҡ бәрә башланы, ҡиммәтле машиналар минең яҡҡа боролоп та ҡарамай ,, выжт" үтеп китәләр. Такси саҡыртмағаныма, йә бабайға кил тимәгәнемә үкенә башланым, хәҙер шылтыратырға үжәтлегем ҡушмай, юҡҡа ғына үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле тимәгәндәр, үҙем ҡайтам йәнәһе.
     Алыҫтан әкрен генә аҡ ,, четвёрка " күренде, алһа ошо ғына алыр. Байтаҡ ҡына нужа күргәнлеге төҫөнә сыҡҡан машина яҡын ғына юл ситенә туҡталды, китеп бармаһын тигәндәй ашығып хәбәремде һөйләй-һөйләй инеп ултырҙым.
   -Эй рәхмәт инде, Баймаҡҡамы, ҡышҡы көн ҡыҫҡа инде, ҡараңғы төштө лә китте, иртәрәк сыға алманым шул, дуҫ-туғандарҙан айырылғы килмәй ләпелдәп тик ултырғанбыҙ. Ҡунаҡтан ҡайтып барам.
   -Ҡысҡырмаһаң да ҡолағым яҡшы ишетә ул, нимә, сит ил машиналары ултыртмаймы?
    -Эййе... Был әбейҙән ней фәтеүә, тигәндәрҙер, йәшерәк булһам алырҙар ине лә...- мин дә һүҙҙе шаярыуға борҙом, машина эсе йылы, шәлемдән, бәлтәмдән һырыған ҡарҙар иреп шаптырлап аға башланы, сумкамдан таҫтамал алып һөртөштөрөп киләм.
   -Был ҡиәфәтеңдә торһаң ҡиммәтле машинамды йәлләп мин дә алмаҫ инем, ә ваҡытында булды бит миндә текә генә сит ил машинаһы.
    Ысынды ла һөйләгән һымаҡ, шаяртыуы ла микән, төҫө башы бер ҙә бай әҙәмдеке түгел, ябай бер ауыл ҡарты. Ултыртыуына рәхмәт йөҙөнән ышанған булайым тиһәм, ағай кеше лә алйот түгел, яһалмалыҡты тиҙ һиҙә.
.   -Эйе... Булды...Ышанмайһыңдыр инде.. Йөрөнөк беҙ ҙә сит ил машинаһында, үҙеңдеке була тип ышандырҙылар.
.    Йөҙө бошоноп, бер аҙ болоҡһонған төҫ менән ошоларҙы һөйләне ағай.
   -Ошо ,,четвёрка" бар ине әле, быны комбайнда эшләгәндә һатып алырға квота менән бирҙеләр, элек аҡсаң булһа ла машина алыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы, һатыуҙа юҡ мәл. Эшләгән аҡса етмәне, мал-тыуарҙы тотоноп, ул йылды һуғымһыҙ ҡалып, әҙерәк ағайҙан бурысҡа һорап, алып ҡайттым Өфөнән. Кешегә күп ярҙамы тейҙе машинамдың, бензин буш, ауырыуҙар ташыным, бәпесләгән килендәрҙең иҫәбе һаны булманы, көн тимәй, төн тимәй, гел миңә килделәр, студенттар ҡалаға алып сығыуҙы һорарҙар ине. Такси булып ялланманым, ярҙам йөҙөнән, буш сағымда, эштән һуң йөрөнөм, аҡса һораманым береһенән, ҡатыным да изге күңелле булды, бер арҡыры төшмәне.
   Улым контракт төҙөп хеҙмәт иткән ерендә ҡалғайны, илдә тыныслыҡ мәле, борсолорлоҡ сәбәп юҡ. Бер ҡайтыуында Сибай поезына ҡәҙәр ҡатыным менән оҙата киттек, элек гел өйҙән оҙатҡан әсәһе, был юлы оҙата барамдан башҡаны әйтмәне, һуңғы күреүен һиҙенгәндер инде.
   Ҡайтыуға Сибайҙы сығып күп тә үтмәнек, беҙгә ҡаршыға килеп милицияның уазик машинаһы бәрелде, пассажир яғына бәрелгәнлектән ҡатыным иҫтән яҙған, мин йөрөйөм аңҡы-тиңке булып, баш сыңлай, танауҙан ҡан аға. Элек жигули машинаһы ныҡ булды, артыҡ бирешмне. Рулдә ултырған иҫерек милиция капитаны ҡайҙалыр шылтырата, ике кеше килеп ҡатынымды больницаға алып киттеләр, минең машинаны һөйрәтеп автомастерскойға илттек, аҙаҡ өйөнә алып ҡайтты.
   Капитан янымда өлтөрәп тора, эҫе ваннала йыуындырҙылар, сығыуыма халат, кейемем йыуылған, ҡатыны киптереп үтекләй, тәмле аш янында ҡиммәтле коньяк.
   Алдымда тубыҡланып ғәфү һораны, минең ,, четверканы" ремонтлап бирәсәген әйтә, үҙенең өр-яңы сит ил машинаһының асҡысын тотторҙо, тик эште генә ҙурға ебәрмәҫкә, йомоп ҡалдырыуымды үтенә. Мин ҡатынымды уйлайым, больницаға барып килдек, янына индермәнеләр, операцияға әҙерләйҙәр икән, әлегә яһалма комаға ебәргәндәр.
  Улыма хәбәр итмәҫкә һораны, ниңә яңы ғына юлға сыҡҡан кешене борорға, әсәһе юнәлгәс теләһә кире  ҡайтыр, ә ул тиҙ арала юнәләсәк.
  Иртәгәһенә тәүҙә автомастерскойға барҙыҡ, машинамды ремонтлағандар, бер һүҙ әйтерлек түгел, һуңынан больницаға, ҡатыныма операция яһағандар икән, әлегә реанимацияла, индермәйҙәр.
   Күстәнәстәр тейәп ауылға ҡайтарып ҡуйҙылар, үҙемдең машинала дуҫтарының береһе килде, сит ил машинаһын гаражыма уҡ индереп ҡалдырҙы, асҡысы ялтырап усымда ята. Ҡәнәғәтмен, ҡатыным ғына һауыҡһын, кемдең яңылышы булмай, эсеп рулгә ултырғанына ҡалай үкенә, ҡатыным өсөн барыһын да эшләргә әҙер, тиҙ арала юнәлеп сығырына өмөт бар, телефон аша шәфҡәт туташы көн дә хәлен белгертеп торасаҡ.
    Нисә йыл йәшәгән, бер беребеҙ менән туғанлашып бөткән ҡатыным өйҙә булмағас болоҡһоу, мал тыуарҙы йыйғас күстәнәстәренән ауыҙ иттем, ҡиммәтле коньяк башҡа бәрҙе, тыйыусы юҡ, күстәнәс мул, ҡыҫҡаһы бер аҙнаға етте, ҡатынымдың хәлен һорашып торам, арыулана, тик әлегә янына индермәйҙәр, карантин, гриптың көслө мәле икән. Изгелекле милиционер дуҫ янына көндә килә икән, кәрәк-ярағынан, дарыуҙарҙан өҙмәй.
   Шулай тағы бер аҙна үтте, үҙемдең ,, четверкала" ҡатыным янына барырға сыҡтым, сит ил машинама ултырырға йөрәк етмәне, алдан һөйләшкәнсә милиционер дуҫым ҡаршы алды, үҙенең машинаһында больницаға илтте. Ҡаршыма ҡатыным атлап сығыр тип көтһәм дә сыҡманы, хәле насарланып киткән икән, тағы яһалма комаға ебәргәндәр. Был юлы янына индерҙеләр, бик бөтөрөнгән, бер үҙе бер палатала, тәрбиәле, ҡул-ауыҙына көпшәләр тығылған, күренеп тора, хәле бик хөрт.
   Улыма хәбәр итергә теләйем, тик милицияла эшләгән дуҫым кәңәше буйынса тыйылып ҡалам, яңы эш башлаған йәш кешене ниңә борсорға, кеҫә яғына ла һуғасаҡ юл расходы.
   Был юлы ла күстәнәстәрен мул тейәп оҙатты, бер йәшник араҡы, ауыл ерендә бик кәрәкле валюта, көҙгө эштәр теүәлләнмәгән, картуфты ҡаҙып баҙға урынлаштырырға кәрәк.
   Ҡаҙҙыҡ беҙ картуфты, урынлаштырҙыҡ, бер йәшник араҡы ярҙамы менән, яңғыҙаҡ ир-ат ҡаҙышты. Үҙем айнығып баш-күҙ алғансы тағы бер аҙна ваҡыт үткән, телефон аша шәфҡәт туташынан ҡатынымдың хәлен һорашып торам, әкренләп алға ынтылыш бар.
  Авариянан һуң ун һигеҙ көн үткәс ҡатыным үлде тип шылтыраттылар, улыма шунда уҡ хәбәр ебәрҙем. Үлер тип уйламаным да, арыулана тигәндәренә ышандым, туғандар ярҙамы менән мәйетен барып алып ҡайттыҡ, больницанан биргән ҡағыҙын да уҡып торманым. Улым өсөнсө көнөнә ҡайтып әсәһе менән хушлашып өлгөрҙө, барлыҡ ерләү мәшәҡәтен таныш милиционер атҡарҙы, Аллаһ рәхмәте төшһөн тинек.
   Улыбыҙ әсәһенең үлгәнлеген раҫлаған, больницанан яҙып биргән ҡағыҙҙы уҡығас, миңә һорау менән ҡараны, әсәйҙең давлениеһе көслө инеме, үлеменең сәбәбе инсульт, мейеһенә ҡан һикергән.
    Шунда ғына уға уны оҙатып ҡайтҡанда авария булғанлығын, милиционерҙың ярҙам итеүен һөйләнем, асыуланды, үҙенсә тикшерергә, килеп тыуған хәлде асыҡларға теләне.
     Авария бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, ялыу яҙыусылар юҡ, күргән-белгән кешеләр юҡ, ҡатынымдың инсульттан үлгәнлеге аҡҡа ҡара менән яҙып, дөрөҫләнеп мисәт һуғылған.
Таныш шәфҡәт туташының исеме кем икәнлеген дә һорамағанмын, телефоны недоступен...
  Улымдың китергә лә ваҡыты етте, бик ғәрләнеп, өҙгөләнеп китте был юлы. Өҫтәлде йоҙроҡтары менән туҡмай туҡмай оҙаҡ иланы, сығып гаражда торған сит ил машинаһын онтап ташларға теләне, мин үтенгәнгә генә тыйылып ҡалды.
  Ауыр айырылыштыҡ,  әсәһенә хыянат итеүем менән тиңләгәндер минең был ҡылығымды, күҙ ҡарашы рәнйеүле ине, тик өндәшмәне, башҡаса шылтыратманы, ҡайтҡаны ла юҡ.
   Таныш милиционер килде тағы ла күстәнәстәрен тейәп, эстек, илаштыҡ, ғәфү үтенде, үҙе лә минең менән тиң эсте, мин ҡолағанмын, ә ул гаражда торған сит ил машинаһын алып киткән. Асҡысы йәшергән еремдә ҡалған, күрәһең үҙендә запас асҡысы булған, иҫерек юлға сыҡҡанмы, береһен саҡыртҡанмы, йоҡлағанмын, белмәйем.
   Айныҡҡас артынан барҙым, мине танымай ҙа, белмәй ҙә, ул машинаны башҡаса күргәнем булманы, һорашып ҡараным, белмәйҙәр, һуңынан башҡалаға күсенде, эшенән үрләттеләр шикелле.
   Шулай ҙа була, йөрөтөп ҡарамаһам да ун һигеҙ көн мин дә текә машиналы булып ҡалдым; ярай һинең бәхеткә ,, четвёркам" бар, юғиһә һине ултыртмай ҙа үтеп китер инем.
   Шул арала Баймаҡҡа килеп еткәйнек, хушлашып төшөп ҡалдым, ул хәсрәтле күҙҙәре менән мине оҙатып ҡалды.
   -Улым ҡайтырға тейеш, тиҙҙән ҡайтам тигән, күптән ҡайтҡаны юҡ ине...
Хәйерле юл, улы менән уртаҡ тел табыуын теләп тороп ҡалдым.
Гөлдәр әбей.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас