— Бөтәһе лә яҡшы булыр, — тине ул ҡатыны Гөлназға, тауышын ҡалтыратмаҫҡа тырышып.
Әммә хәл ҡатмарлы ине. Телефондың зарядкаһы бөттө, элемтә юҡ. Ә артта – өс бәләкәй бала. Шуныһы ҡыуандыра – юлға сығыр алдынан Илдар бензинды артығы менән алғайны. Был уларҙың берҙән-бер өмөтө ине.
Төн оҙон кеүек тойолдо. Буран тәҙрәләрҙе ҡар менән күмеп ташланы. Машина эсендәге һауа һыуына башлағас, ата-әсә балаларҙың иғтибарын ситкә ебәрергә тырышты. Улар үҙҙәренең курткаларын балалар өҫтөнә яптылар.
— Әйҙәгеҙ, әкиәт һөйләйем, — тине Гөлназ, ҡалтыранған ҡулдары менән төпсөгөн - улын ҡосаҡлап.
Улар төнө буйы һөйләшеп сыҡтылар. Үткәндәге хәтирәләрҙе, балаларҙың ҡыҙыҡлы ҡылыҡтарын иҫкә алдылар. Был һөйләшеүҙәр уларҙың йөрәген йылытты, ҡурҡыуҙы баҫты. Балалар, ата-әсәһенең тауышына тынысланып, йоҡлап киттеләр. Илдар менән Гөлназ иһә бер минутҡа ла күҙ йомманы.
Иртән, таң һыҙыла башлағас, буран тынды. Тәҙрәләрҙең аша күк йөҙө аяҙый башланы. Илдар, машинанан сығып, тирә-яҡты күҙәтте. Алыҫта заправканың уттары күренеп ҡалды.
— Гөлназ, мин барам, — тине ул, канистрҙы тотоп. — Һин машинаны бер тоҡандырып, бер һүндереп, йылытып ултыр. Күпкә түгел, бензинды һаҡлап ҡына.
Гөлназ, иренең күҙҙәренә ҡарап, башы менән генә ризалығын белдерҙе. Ул машинаның руленә ултырҙы ла, двигателдең гөрөлдәүенә ҡолаҡ һалып, балаларын һаҡлап ҡалды.
Илдар ҡарҙы йырып, заправка яғына атланы. Уның һәр аҙымы ауыр ине, әммә күңелендә бер генә уй: «Тиҙерәк кире әйләнеп килергә кәрәк».
Бер нисә сәғәт үткәс, алыҫтан гөрөлдәгән тауыш ишетелде. Гөлназ боҫланған тәҙрәне һөртөп ҡараны ла, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Илдар “Буран”да әйләнеп килгәйне. Ул яңғыҙ түгел, ә ярҙамға кешеләр алып килде.
Буран үтте, ғаилә иҫән-һау ҡалды. Был төн уларҙың тормошонда иң ауыры булһа ла, бер-береһенә булған һөйөүҙәренең ни тиклем көслө икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.