ӘХИРӘТТӘР

Повесть

Ҡәмәриә Екатеринбургтан, Румия әхирәте янынан, ҡайтып килә.

Ажарланып аҡҡан Ыйыҡ йылғаһы аша һалынған оло күперҙе үткәс, һырттан ҡайтырға уйланы ул. Ауыл буйлап китһә, Румияның инәһе Бәҙиғә ҡарсыҡ осрар ҙа һорашырға, төпсөшөргә тотонор. Исмаһам, бөгөн осрашмаҫҡа ине Бәҙиғә ҡортҡа менән. Былай ҙа Ҡәмәриәнең ҡайтҡанын ишетеү менән килеп етер – ғәҙәте шул. Ҡәмәриә уның ҡылыйлығын түгел, бер үк һорауҙы ҡат-ҡат биреп, тәфтишсенән былайыраҡ һынап тексәйеүен яратмай.

Әле лә хәтерендә: өс йыл элек Ҡәмәриә, ҡарауһыҙ өй тиҙ иҫкерә тип борсолоп, тыуған ауылына бер нисә көнгә генә ҡайтҡайны. Ҡайтып һәйбәт итте: Фәйзрахман ағаһының уртансы улы Айҙарға бикле йорттоң асҡысын тапшырып китте. Шәфиғә еңгәһе, Фәйзрахмандың ҡатыны: «Йәштәр үҙҙәренсә йәшәргә ярата, әйҙә, үҙаллылыҡҡа өйрәнһендәр» тип кинәнде. Айҙар энеһе менән Фирҙәүес килене донъяны нисек көтәләрҙер. Ул саҡта ике генә йәшлек Нәркәс быйыл бишен тултырҙы: үҫкәндер, үҙгәргәндер. Ҡәмәриә апаһын ятһыныр әле ул.

Шул саҡта ла Бәҙиғә ҡарсыҡ теләһә ниндәй һорауҙары менән Ҡәмәриәне аптыратып бөткәйне: «Румиям нисек йәшәй, ниҙәр ашай, ни эсә? Йонсомаймы – нисә сәғәт йоҡлай? Ире йөрөмтәл түгелме? Кейәүҙең холҡо ниндәй?» тигән һорауҙарының бөтәһенә лә тәфсирле яуап алмайынса, тынысланмағайны.

Бәҙиғә ҡарсыҡҡа хая тигәне лә ят: «Ҡайҙа эшләйһең? Аҡсаны көрәп алаһыңдыр? Шул ҡәҙәре аҡсаны нисек һаҡлайһың? Ниңә иргә бармайһың: үҙең һайланған булаһыңмы, әллә алмайҙармы? Шундай ҙур шәһәрҙә лә иш тапмағас, харап бит, ғибрәт...» тип кәмһетеүенә нисек сыҙағандыр. Ҡайһылайыраҡ яуап бирергә белмәй баҙанып торғанында, бәхеткә, Шәфиғә еңгәһе килеп керҙе, һүҙ өҙөлдө. Ул саҡта аяуһыҙ һорауҙарҙан еңгәһе арҡаһында еңел ҡотолғайны ла, хәҙер Бәҙиғә ҡарсыҡтан йәһәт кенә ҡасып булмаҫ. Әле хәлдәр ҡатмарлы... Ҡәмәриәнең Румия менән аралары боҙолоп, бөтөнләйгә ҡайтыуын белһә, ҡанға күпме тоҙ һалыр ҙа ниндәй хәбәр таратыр... Тәүҙә былай ҡаҙалыр: «Биш йыл элекке тормошоңдо оноттоңмо? Румиям арҡаһында байыҡҡанһыңдыр ҙа майыңа сыҙаша алмайһыңдыр!.. Эт һимерһә, эйәһен тешләй» тип битәрләр. Әрләп туйғас, тыны иркенәйеп, тынысланып ҡалыр: ғәҙәте шундай – кеше кәмһетеп кинәнә.

Уйылып китерлек уйҙарға сумып, Ҡәмәриә яй ғына ауылдың үрге осона, атай йортона, табан атланы.

2

Синыфташтар ине Ҡәмәриә менән Румия. Бер йылғылар – Румия Ҡәмәриәнән дүрт айға өлкәнерәк. Ҡәмәриә уҡыуға бик отҡор булһа, тегеһе белемгә һис күңел һалманы. Береһе зирәк, егәрле, икенсеһе һүлпән, ялҡау ҡыҙҙарҙың гел бергә йөрөүҙәренә ғәжәпләнмәгән кеше ҡалмағандыр. «Ҡылыҡ-фиғелдәре менән дә, уҡыуға ҡараштары менән дә икеһе ике төрлө ҡыҙҙарҙың бер уртаҡлыҡтары юҡ, ә ниндәй әхирәттәр!» тип, бигерәк тә уҡытыусылар аптыраны.

Ә дуҫлыҡтың ғилләһе әллә ни ҡатмарлы түгел: бөтәһе лә ябай, барыһы ла тәбиғи.

Ата-инәһенең берҙән-бер балаһы ине Ҡәмәриә. Вафа менән Сәмәриәнең тыуған һәр сабыйы үлеп торҙо. Инәкәй булырлыҡ мәле үтеп барған утыҙ ете йәшлек Сәмәриә, гөманлы икәнен белгәс, был юлы бик һаҡланды – район больницаһында ятты. Аллаһ Тәғәлә Сәмәриәнең ялбарыуҙарын ишетте, ярҙам итте: сибек кенә тыуған сабый көндән-көн шәбәйҙе, ата-инәһен ҡыуандырып сирләмәй генә буй еткерҙе. Күркәм холоҡло ҡыҙ уңғанлығы, тырышлығы, сабырлығы, мөләйемлеге менән олоһон-кесеһен ылыҡтыра. Матур башын саҡ ҡына артҡа сөйөбөрәк, һығылмалы, ыҡсым кәүҙәһен тура тотоп, еңел баҫып атлауҙары ғорур болан йөрөшөнә тиң. Аҡ сырайлы ҡыҙ, бит алмаларын соҡорайтып, алсаҡ йылмайһа, ҡарамаҡҡа моңһоу һымаҡ ҡара күҙҙәре йондоҙ кеүек тирә-яҡҡа нур сәсә.

Ауылдаштарының ғына түгел, инәһе менән атаһын да һоҡланыу ҡатыш ғәжәпләндергәне – Ҡәмәриәнең оҙон, ҡуйы керпектәре менән бөгәренә төшөп торған сәстәре ине. Бәләкәстән сәстәрен әллә ни күрҙе ул: берсә таҫма, берсә ҡартинәһенең ҡомартҡыһы – көмөш тәңкәле сәсүргес менән үреп ҡуя.

Ата-инәһе Ҡәмәриәнең сәсенә һөйөнһә, ҡыҙыҡайҙы көйөндөрөүселәр ҙә табылды.

Шулай мәктәпкә уҡырға төшкән йылда, беренсе синыф уҡыусыһы магазинға тәүләп барғайны.

– Албаҫты тоҡомонандыр был: әлегәсә шул ҡәҙәре оҙон сәсле бер кемде лә күргәнем юҡ! Керпектәре оҙон: Сәмәриәнең был балаһының да ғүмере ҡыҫҡалыр... – Бәҙиғә ҡылый күҙҙәрен аҡайтты.

Хәбәрҙең айышына яҡшы төшөнгән ҡыҙ бала өйөнә табан томоролдо: албаҫтының кеше үткеһеҙ ҡара урманда йәшәүен Ҡәмәриә белә. Ҡартинәһе әкиәт һөйләгәндә ҡыҙыҡай ҡурҡып та ҡуя торғайны.

– Инәй, мин ниңә албаҫты тоҡомонан булғам? Үҫкәс, урманда нисек йәшәрмен? Керпектәрем оҙон булғас, ғүмерем дә ҡыҫҡа икән. Урманда үләмме? Ҡасан үләм? – Ул үкһеп иларға тотондо.

– Тәүбә! Шул ҡәҙәре шаҡшы һүҙҙе кем әйтте? – Сәмәриә быуынһыҙ ҡалды. Сабыйҙары йә үле тыуғас, йә ике-өс айҙан мәрхүм булғас, ошо хәбәр уны шаңҡытҡайны.

– Бәҙиғә апай әйтте, һабын алырға ебәрҙең бит. Ул магазин күтәрмәһендә тора ине.

Ишектән кереп килгән Вафа бөтәһен дә ишетте:

– Күңеле мәңге тар булды Бәҙиғәнең. Орсоҡтай ғына балаға ҡаныҡмаһа, йәшәүенең йәме юғаламы икән? Кескәй Ҡәмәриәнең хәтерендә ҡалһын, күңеленә һеңһен тигәндер, хәбәрен һәлмәк кенә дауам итте. – Тормоштоң тәүге һынауы был, ҡыҙым. Яҙмыш ағас башынан түгел, бәндә башынан йөрөй: кемгә яҡты йөҙ күрһәтә, кемгә һыртын ҡабарта... Кеше, ниндәй генә яман хәлгә тарыһа ла, сабыр булырға, бәҫен юғалтмаҫҡа, намыҫын тапамаҫҡа тейеш. Яуыздарҙан алыҫ йөрөргә кәрәк.

– Румия тиһең дә, шуларға йүгерәһең. Бүтән уларға барма! – тип тыйыуҙан башҡа һүҙ тапманы Сәмәриә. – Бәҙиғәнән тағы әллә ниҙәр ишетерһең.

Инәһен тыңлап, Ҡәмәриә Румияларға аҙна-ун көн тирәһе аяҡ баҫмай. Әммә шунан артығына сыҙамай, йәнә йүгерә. Яңғыҙ үҫкәс, күмәк бала-саға янына тартылыуы «бүтән уларға бармайым» тигән уйҙы оноттора. Сәмәриә лә ҡыҙының хәлен аңлай: әлеге рәнйешен эскә йотоп, ваҡ бәлешме, ҡоймаҡмы төрөп бирә. Ҡәмәриә оса ғына. Күстәнәс таратырға ярата ул: Румияның ҡусты-һеңлеләрен ем һорап ауыҙҙарын асҡан ҡош балаларына оҡшата. Танһыҡ ризыҡҡа сыр-сыу килеүҙәрен кинәнеп ҡарап тора: әйтерһең, тәмлекәстәрҙе үҙенә килтергәндәр, шуға шатлана.

Күстәнәс ашаған һайын Румияның ҡустыһы бәләкәй Ҡәрип гел бер хәбәрен әйтергә ашыға:

– Мин үҫкәс, инәйем дә ҡоймаҡ бешерә.

«Үҫһәм, инәйем үтенесемде тыңлар, ҡоймаҡ бешереп ашатыр» тиеүелер, бисараның.

Ә Бәҙиғәнең оҫталығы шунан артмай: һирәк-һаяҡ йомортҡа йә бәрәңге ҡура, йышыраҡ бөтәүләй бешерә. Икмәге һәр саҡ ләс була, шуға «Ҡамырбатыр» тигән ҡушаматы бар. «Дан» исемгә Бәҙиғәнең иҫе лә китмәй.

Белекһеҙ әхирәтенең йәмһеҙ эштәрен күреп, Ҡәмәриәнең күңеле һүрелеп-һүрелеп ҡуя ла бит... Ул оҙағыраҡ килмәһә, Румия, самими бала сүрәтенә кереп, үпкәләй. Быныһы, өлкән апаһы һымаҡ күргән Румияны йәлләй, бала-сағаның йүгергән-һикергән, ҡысҡырышҡан-илашҡан тауыштары урамға уҡ ишетелгән өйгә тағы йүгерә...

Сәйер ине Румия: төҙ, оҙон сираҡлы, һары сәсле, зәп-зәңгәр күҙле, буйсан ҡыҙ үҙенең ҡыҙыҡ ҡыланыштары, ирмәк холҡо менән ылыҡтырғандыр. Етенсе синыф уҡыусыһы дәрестәрен әҙерләр урынға тырнаҡтарын бер көн ҡыҙылға, ике-өс көндән бүтән төҫкә буяй. Ҡәмәриә «маникюр», «педикюр» тигән һүҙҙәрҙе лә тәүләп унан ишетте.

Румия, туғыҙынсы синыфты тамамлағас, Өфөгә, инәһенең алыҫ туғанына, Нәсихә апаһына, ҡунаҡҡа китте. Ҡунаҡтан ул бик үҙгәреп ҡайтты: сәсен киҫтергән, күҙ ҡабаҡтарын буяған, кендеген күрһәтеп, ҡыҫҡа ыштан менән иҙеүе асыҡ кофта кейгән, бер сумка «Модалар» журналын күтәргән Румияны күргәс, Ҡәмәриә уны танымай ҙа торҙо. Әхирәтен аптыратыуына быныһының кәйефе ифрат күтәрелде: Нәсихә апаһында фатирҙа йәшәгән студент менән ирендәре ҡабарғансы үбешеүен тәмләп-тәмләп һөйләргә тотонмаһынмы. Егеттең ауыҙынан сигареттың тәмле еҫе аңҡый икән. Румия үҙе лә сигарет тартып ҡараған.

– Уй-й, оялмайынса... Ә сигарет еҫен яратмайым, уҡшыта. Әтейем тәмәке тартмай! – Ҡәмәриә, сит планета кешеһен күргәндәй, иҫе китеп, күҙҙәрен ҙур асып, Румияға текләне.

– Нисауа, берәй тәмәкесе менән дуҫлашһаң, өйрәнерһең.

Ҡала тигәнең әҙәми затты шулай тиҙ үҙгәртәме икән: Румия кеше әйберен кейергә хиресләнгән, бик оҡшатҡандарын ҡайтарырға «онота».

Ҡәмәриәнең ебәк күлдәген, бер мәртәбә кейергә алып торғайны, кире бирмәне.

– Инәйем күлдәкте алып ҡайтырға ҡушты, – тине бер көндө Ҡәмәриә.

– Ә мин нимә кейәйем? – Румия секерәйеп әхирәтенең күҙенә ҡараны.

Күпмелер ваҡыт уҙғас, Ҡәмәриә әйберен тағы һорарға уйлағайны ла, ҡыйыулығы етмәне.

Румия сәлдерергә лә оҫта ине. Инәһе сәмәй һатып йыйған аҡсаһын өйрәтелгән эт кеүек эҙләнеп таба ла теләгән әйберен ала, нәфсеһе тартҡан ризыҡты бүккәнсе ашай.

Бер эшкә лә барымы юҡ Румияның, әммә ҡусты-һеңлеләрен һәйбәт «егә». Бер әйтеүҙән тыңлай тегеләр, хатта күҙ ҡарашынан, бармаҡ һелкеүенән ни ҡушыуын аңлап торалар.

3

Уйланып барған Ҡәмәриәнең арҡаһына кемдер ҡаты ғына ҡаҡты. Яман тертләгән ҡыҙ, ҡурҡыуынан саҡ ҡысҡырмай, йәлп итеп артына боролоп ҡараны:

– Аһ-һ!

– Берәүҙәр эреләнгән: күрмәмеш булып, сәләм дә бирмәй уҙып бара! – Бәҙиғә ҡулындағы таяғын ергә төртөп-төртөп алды.

– Ысынлап күрмәнем, Бәҙиғә апай, ғәфү ит! Һаумыһығыҙ! – Ҡәмәриә үҙенең был тиклем иғтибарһыҙлығына аптыраны. Хәтирәләргә батҡайны шул.

– Хәлемсә йөрөп ятам, кеше көнлө түгелмен. Күрмәҫһең, сәләм дә бирмәҫһең инде, кеше булғас! – Кәр китһә лә, ғәҙәт бөтмәй икән, Бәҙиғә ҡарсыҡ һаман элеккесә этә-төртә һөйләшә.

Ҡәмәриәнең кәйефе ҡырылды: «Апайың «кеше булғас» тип үк ебәрҙе. Тимәк, мине кеше иттем, тип уйлай. Бәй, кешелектән сыҡҡайныммы ни... Осратмаҫҡа тип, ауыл урамынан ҡайтмағайным, һырттан һыпыртһам да, алдыма килеп сыҡты. Тәүге осраған кеше, етмәһә. Үҙҙәренең тәңгәле лә түгел, таяҡ тотоп, был тирәлә ни эшләп йөрөй икән?»

Уның ни уйлағанын белгәндәй, Бәҙиғә ҡарсыҡ һаман сутырланы:

– Танам ҡайтмай. Эт талағыр нәмәне көҙгә тиклем нисек һаҡларға инде. Ҡырҙа тыуғайны – ҡырағай нәмә булды. Ашатып, көрпәле һыу эсереп тә торам – һаман ситкә ҡайыра. Румияның хәлдәре нисек?

– Апай, ул һәйбәт йәшәй, сәләмәтлеге лә бына тигән. Ире лә яҡшы.

Бәҙиғә көр тауышы менән ҡыҙын яманларға тотондо:

– Был Румияны күпме әрләһәм дә, әҙ булыр: ни хат яҙмай, ни шылтыратмай; үҙҙәре ҡайтып китһә лә, бер ерҙәре кителмәҫ ине. Нисәмә йыл йәшәгән ирен һаман күрһәтмәй, күҙ тейер тип ҡурҡамы? Исмаһам, ҡунаҡҡа ла саҡырмай – донъяһын кимермәҫ инек.

– Бик күп сәләм әйтте! – Ҡәмәриә ярһып киткән ҡарсыҡты тынысландырырға тырышты.

– Сәләм сәй түгел. Күстәнәс ебәргәнгә оҡшамай... Әллә сумкаңдан сығарырға онотоп тораһыңмы? – Бәҙиғә таяғын икенсе ҡулына күсерҙе.

Ҡортҡаның күңелен күрергә кәрәклекте төшөнгән Ҡәмәриә йәһәтерәк юл сумкаһына ынтылды:

– Апай, был минән күстәнәс. Румиялар машина менән ҡайтһа, әллә ниҙәр тейәрҙәр әле... – Ҡәмәриә күҙ ҙә йоммай, алдашып тороуына үҙ-үҙенә аптыраны: «Бәй, шулай тимәһәм, тәрәнгә төшөп, теңкәгә тейәсәк. Ауылыма бөтөнләйгә ҡайттым, Екатеринбурга бүтән аяҡ та баҫмайым, тиергә ярамаҫ. Мәле еткәс, ишетер әле...»

Мындайҙы беҙгә килтергәндәре юҡ! – Бәҙиғә кәнфит-сәй ҡаптарын ҡарға суҡышылай оҙон, нәҙек танауына тейҙереп-тейҙереп еҫкәне.

Бәхеткә, эргәләренә ете-һигеҙ йәштәрҙәге бер малай аһылдап килеп етте:

– Бәҙиғә әбей, һинең танаң Ҡоръятҡан буйында йөрөй, һыбай булмағас, алып ҡайта алманым. Йә, әпәкәй әҙ ине, үҙебеҙҙең башмаҡҡа саҡ етте.

– Үлән шәбәйҙе, йәшәмәгер нәмәнең тамағы туйғандыр, әпәйгә алданмаҫ. Ҡайтып, Ҡәрипте ебәрәйем. Иртәгә барырмын, иркенләп һөйҙәшербеҙ. – Бәҙиғә үҙенең өйөнә табан туйтаңланы.

Ҡәмәриәнең аяҡ быуындары бушаны: «Һорау алыуҙар алда, тимәк...» тип уйланы ул, ҡарсыҡ артынан ҡарап. Ярға, күпереп үҫкән үләнгә, ултырҙы. Үҙенә текләп-текәлеп бер килке ҡарап торғас, ауыл яғына йәнтәслим йүгергән малайға ла иғтибар итмәне.

Был урында Ыйыҡ яй аға – бик тәрән ошо ер. Ҡәмәриә йылға өҫтөнән иҫкән елгә урыны-урыны менән бөҙрәләнгән ваҡ тулҡындарҙан күҙен алманы. Инәһе: «Хәсрәтле саҡтарҙа һыуға ҡара – һыуҙар алып китә ҡайғыны» тигән булыр ине. Хаҡтыр: бер аҙҙан Ҡәмәриә тынысланды: һис ашыҡмай-ҡабаланмай йәшлек хәтирәләрен байҡаны...

* * *

Урта мәктәпте тамамлағас та, аттестатын тотоп, Румия Өфөгә юлланды. «Артистка булам!» тине үткер ҡыҙ. Булмаҫ, тимә: һылыу ҡыҙҙың ҡулында мул аҡса. Аҡсаһыҙ аҙым да атлай алмайһың. Нәсихә апаһы көтөп тора бүтәндәрҙең морон төртөрлөк кешеһе юҡ. Әммә әхирәте китте лә ғәйеп булды. Румияның энеһе, «мин үҫкәс, инәйем дә ҡоймаҡ бешерә» тигән малай осрағас, Ҡәмәриә һорашырға булды:

– Ҡәрип, апайың ниндәй уҡыу йортона керҙе икән?

– Әллә... – Быныһы иңбаштарын һелкетте.

– Бәҙиғә апай нимә ти, ул беләлер бит?

– Юҡ, ул да белмәй.

– Румиянан хат килмәнеме ни?

– Юҡ, хат яҙырға ялҡауы килә! – Малай, танау буйына ҡарап торҙо-торҙо ла, башҡа һорауҙарын ишетмәйем тигәндәй, йәнтәслим йүгереп китеп тә барҙы.

Ҡәмәриә ғәжәпләнде: «Бер-береңдең хәлен һорашмай нисек йәшәргә мөмкин? Мына ирмәк: ҡыҙы хат яҙмай, инәһе балаһының яҙмышы өсөн һис борсолмай. Әллә Бәҙиғә апай, белһә лә, әйтмәйме? Бер бөгөнмө уның ауылдаштарынан ҡурҡҡандай ғүмер кисереүе: ғаиләһендәге хәл-әхүәлде мәңге һөйләмәне, ә үҙе бөтә ауыл яңылыҡтарын тәүләп ишетте; өйҙән-өйгә йөрөп ғәйбәт таратты. Румия, моғайын, сәнғәт училищеһына уҡырға кергәндер. Белемгә барымы булмаһа ла, артислыҡ һәләте бар уның. Сибәр, көйәҙ ҡыҙҙы алмай, кемде алһындар...» тип күңелен тынысландырҙы ул.

Ҡәмәриәнең үҙенә юғары уҡыу йортона керергә, күңеленә яҡын һөнәр алырға насип булманы. Шәфиғә еңгәһе кеүек кеше дауаларға ниәтләнеп, табибә һөнәрен һайларға уйлағайны.

Мәктәпте тамамлаған йылда инәһе түшәккә ятты. Район дауаханаһынан Өфөгә ебәрәләр. «Яман шеш» тигән диагноз ҡуйыла.

Операцияға ризалашманы Сәмәриә. Ни ҡәҙәре өгөтләүҙәргә һаман бер һүҙен ҡабатланы:

– Әжәлем еткәндер, бысаҡ аҫтында үләһем килмәй. Үлемдән ҡурҡмайым, ҡыҙымды башлы-күҙле итергә өлгөрмәнем, баламдың балаларын һөйөргә яҙманы шул минең үкенестәрем.

Инәкәйен бала кеүек тәрбиәләне Ҡәмәриә. Вафа, һаҡта торған һалдаттай, ҡатыны янынан китмәне. Сәмәриә, илле дүрт йәше тулырға аҙна-ун көн ҡалғас, йәмле июль айында күҙҙәрен мәңгегә йомдо.

Ҡатынының үлемен Вафа бик ауыр кисерҙе. Ай эсендә икенсе кешегә әүерелде: иңбаштары төштө, күҙ ҡараштары үҙгәрҙе, бөтә нәмәгә битараф булды, йоҡоһо ҡасты, ашауҙан яҙҙы.

Сирләп, түшәктә лә ятманы ул, тынғыһыҙ кеше ине шул үҙе лә. Сәмәриәнең ҡырҡын уҡытырға әҙерләнәләр ине. Вафа оло һарығын салды, итте соланға керетеп ҡуйҙы. Ихатаһында ниҙер ҡағып-һуғып, йүнәтеп-төҙәтеп йөрөгән еренән йөрәген ыуып өйгә керҙе лә стаканға дарыу тамыҙҙы, әммә эсергә көсө етмәне...

Шулай итеп, Аҡҡусҡар ауылы кешеләре Сәмәриәнең ҡырҡы менән Вафаның өсө-етеһенә бағышланған Ҡөрьәнде бер көндә үткәрҙеләр.

– Бик яратышҡан, мөхәббәтле кешеләргә генә төшкән өлөш был... – Ҡәйүм, Румияның атаһы, көнләшкән кеүек, уфтанып ҡуйҙы.

– Йә, тағы нимәләр сутырларһың? Кем белә, әллә беҙ ҙә бер көндә дөмөгөрбөҙ! – Бәҙиғә, күҙҙәрен аҡайтып, өҫтәл артындағыларға һиҙҙермәй генә иренең аяғына баҫты.

Аяғы бик ауыртһа ла, Ҡәйүм сытыймаҫҡа тырышты: оялғандыр ҙа, күнегеп-өйрәнеп тә бөткәндер. Әммә, нисек батырсылығы еткәндер, ҡатынына ҡаты ғына яуап бирҙе:

– Юҡ, беҙ бер-бер артлы дөмөкмәбеҙ! Мин үлгәс, һин әллә күпме йәшәрһең әле...

Ҡөрьән ашында тыйнаҡ булалар: ир менән ҡатын «әйтеше» шунда туҡтала.

Ҡорҙағылар «әйтештең» сәбәбен аңлап, йәһәт кенә күҙ һирпештеләр...

* * *

...Ҡәйүм менән Бәҙиғәнең өйләнешеүҙәре ирмәк тә, ғибрәт тә ваҡиға булғайны. Ул саҡта Аҡҡусҡар халҡы күсен айырған бал ҡортонан былайыраҡ гөжләне, әле лә онотмайҙар.

Буйсан, һөрөнкөрәк йөҙлө, ҡара күҙле, текә маңлайлы, аҡыллы ҡарашлы, ипле холоҡло Ҡәйүм ауылдың беренсе егете ине. Һөйгән ҡыҙы Миңзифаның да килмәгән, килешмәгән ере юҡ. «Күркәм, егәрле киленебеҙ булыр» тип һөйөнгәйне егеттең ата-инәһе.

Мең туғыҙ йөҙ һикһәненсе йылдың көҙөндә, урып-йыйыу мәлендә алдынғы комбайнсы Ҡәйүм Закировты «Комсомол» колхозының икенсе бүлексәһенә, Ҡарғалы ауылына, ярҙамға ебәрәләр. Ауылдар араһы алыҫ түгел, ете-һигеҙ саҡрым ғына. Ҡәйүм, көндә өйөнә ҡайтып йөрөгән егет, бер заман аҙна тирәһе юғалып тора.

Колхоз идараһына барып, улының хәлен белеште Ҡәйүмдең атаһы. Уның бына тигән эшләп йөрөүен ишеткәс кенә тынысландылар.

Егәрле егет хаҡында район, торараҡ республика гәзиттәре маҡтап яҙҙы. Урып-йыйыу, күмәк хужалыҡтың бүтән мәшәҡәттәре тамамланғас, ул саҡтарҙа ауылдарҙа ҙур байлыҡҡа тиңәлгән телевизор менән бүләкләнеләр.

Һуғымдар, ҡаҙ өмәләре башлана. Декабрь урталарында Ҡәйүмдәрҙә тай салалар, һуғым ашына йыйылалар. Ҡәйүмдең һөйгән ҡыҙы Миңзифа әллә ерҙә, әллә күктә: йүгереп йөрөп ярҙамлаша. Тай ите туйға ла мул буласаҡ. Яңы йылда үткәрәсәктәр туйҙы. Миңзифаныҡылар ҙа дәррәү әҙерләнә.

Буйтым һыйланып, бейешеп-йырлашып ултырғанда ҡулына һунар мылтығы тотҡан бәһлеүәндәй әҙәм енләнеп килеп кермәһенме! Килеп тә керә, мылтыҡ көбәген Ҡәйүмдең күкрәгенә терәй:

– Ристан, тапмаҫтар, тигәйнеңме? Атам хәҙер, үлтерәм! – тип аҡыра.

Өй эсе шып-шым була. Халыҡ таный: шәп, мәргән һунарсы Әғзәмшаны кем белмәй икән. Ҡыҙыу кеше ул «Зәхмәтша» тигән ҡушаматты юҡҡа таҡмағандар.

– Ҡыҙымды килтерҙем, сығып ал! Кәпәйткәнһең икән, балаңды үҫтер! Бөгөн ҡайтмайым, хәҙер үк сельсоветҡа барабыҙ – «ЗАГС»ҡа яҙһындар и все! – тип екерә ул. – Ошо табынығыҙ туй мәжлесе булыр! Туй бөгөн башланды тип иҫәпләгеҙ, минекеләр әҙерләнеп ҡалды, иртәгә төштән һуң Ҡарғалыға китәбеҙ.

Ҡолағына тиклем ҡыҙарған Миңзифа, йөҙөн устары менән ҡаплап, ишеккә ташлана... Бүтәндәр ҙә, мәйет оҙатҡандай, шым ғына өйҙәренә һыпырта...

Ҡыҙын эйәрткән «Зәхмәтша» ауыл Советына барып еткәнсе Ҡәйүмдең арҡаһына терәгән мылтығын ҡулынан төшөрмәй.

Әғзәмша, ысынлап та, яман ҡылана: Ҡәйүм, Бәҙиғәнән баш тартһа, атып үлтермәҫ тимә. Йән ҡыйып өйрәнгән бит ул: бәндә башына еткәне өсөн ун йыл төрмәлә ултырған; әле һунарсы – рөхсәт ҡағыҙы алып та, күберәген лицензияһыҙ урман кейектәрен аяуһыҙ ҡыра.

Яңы йылда Ҡәйүм менән Миңзифа өйләнешер урынға, Бәҙиғә килен булып төштө.

Теүәл биш айҙан, апрелдә ҡыҙ бала тыуа.

– Улым сентябрҙең аҙағында аҙна тирәһе өйгә ҡайтмай, Ҡарғалыла ҡунып ятты. Октябрь, ноябрь... – тип һанай икән Ҡәйүмдең инәһе. – Бала июнь аҙағында тыуырға тейеш! Тимәк, минең улыма һырлыҡҡанда ҡылыйҙың ике айлыҡ «йөгө» булған!

– Ҡыҙым ҡайғынан ете айлыҡ бала тапты! – тип ыҫылдай Бәҙиғәнең инәһе.

– Етлекмәй тыуған баланың ауырлығы дүрт кило, буйы ҡырҡ ете сантиметр булмай! Артығы менән етлеккән! Нисәмә балам бар – мине алдамаҫһығыҙ, ваҡытында тыуғандар менән мәленән алда тыуғандарҙы табиптарҙан да яҡшыраҡ беләм! – Ҡәйүмдең инәһе лә ҡыйыу ҡатын ҡоҙағыйының ауыҙын бүтән асмаҫлыҡ итеп яба.

Һуңынан күрше өлкәнән август айында ярҙамға килгән урыҫтарҙың береһенә Бәҙиғәнең үлеп ғашиҡ булыуы, һары егеттең «слишком черная, слишком косоглазая» тип ҡасып ҡайтып китеүе, Әғзәмша, машина тәгәрмәсенә тоҫҡап атһа ла, тейҙерә алмауы хаҡында тәмләп-тәфсирләп еткерҙеләр ҙә бит, һуң ине – паспортҡа мисәт баҫылғайны, әлән-борхан, ашыҡ-бошоҡ туй шәрәмәтен үткәрергә лә өлгөргәйнеләр.

Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар мәңге аралашманы, ҡунаҡҡа саҡырышманы.

Бәҙиғә сабыйына Румия тигән ят исем ҡушты. «Урыҫ егетенең исеме Роман булған икән, балаһының исемен ысын атаһыныҡына ауаздаш-оҡшаш итергә тырышыуы: йәнәһе, «Румия Романовна» тип көлдөләр.

Йөрәгендә былай ҙа яман ялпылдаған ялҡынға кәрәсин һибеүселәргә Ҡәйүм хөрт хәлен һиҙҙермәҫкә көс тапты.

* * *

Һүҙ күп булды. Һүҙ-хәбәргә сабый ҡарап торамы ни, Румия ай үҫәһен көн үҫте. Ҡәйүм дә, Бәҙиғә лә ҡара һөрөнкө йөҙлө, ҡоңғорт күҙле, сәс-ҡаштары, ҡарға ҡанатынан былайыраҡ ҡара. Ә Румия, бахыр бала, бөтөнләй икенсе: сәсе, керпектәре һап-һары, ҙур, түңәрәк күҙҙәре зәп-зәңгәр. Ҡәйүмдең дә, Бәҙиғәнең дә зат-зәүерендә бындай берәү ҙә юҡ...

Ә Миңзифаға матур иш табылды. Хоҙай ҡушыуылыр, берәү бөлмәй, икенсе көн күрмәй. Рәмил тигән егет, Миңзифаны үлеп яратһа ла, мөхәббәтен белдермәҫкә, ике ғашиҡтың араһына кермәҫкә тырышҡайны. Ваҡиғалар үҙгәреп киткәс, Рәмилде алмаштырҙылармы ни, тиҙ генә ҡыҙ менән аңлашты. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡты егет: йәһәт кенә Миңзифаны әйттерҙе, шаулатып туй яһаны.

4

Ҡапыл бер-бер артлы килгән ҡайғынан башы ҡаңғырған Ҡәмәриә артабан уҡыу тураһында уйларлыҡ түгел ине. Фәйзрахман ағаһы менән Шәфиғә еңгәһе ҡыҙ ситкә китеп, уҡырға инһә, албырғар, хәсрәте яйлап кәмер, тигәндәрҙер, Өфөгә юлланырға өгөтләп ҡарағайнылар, Ҡәмәриә илтифат итмәне. «Был көйө уҡырға инә алмаҫ йә әллә ниндәй насар хәлдәргә тарыр, ныҡышмайыҡ, – тине Фәйзрахман. – Аҙаҡ күҙ күрер».

Атаһы хәстәрләгән утын хәтһеҙ – ике-өс йылға етерлек. Һуғымға башмаҡ бар – орсоҡтай башына күпме генә кәрәк, иттең яртыһын һатыр. Әммә быҙау менән һыйырға бесән әҙерләргә тейеш. Ҡәмәриә салғы тота белә: бер үҙе, ҡайһы саҡта еңгәһе менән ҡулалмаш саптылар, йыйҙылар, күбәләнеләр. Күбәләрҙе кәбәнгә һалырға яйы юҡ: Фәйзрахман, күмәк хужалыҡ мәшәҡәтенән һис бушамағас, кәбән ҡоймаҫҡа, аяҙ саҡта күбәләрҙе йортҡа ташырға булды. Батырйән исемле егетте, Ҡәмәриәнең синыфташын, ярҙамға саҡырҙы.

Агроном булырға ниәтләнгән был аҡыллы егет тә уҡырға китә алманы: колхозсылар күптән тере аҡса күрмәгән, ҡарт-ҡороноң пенсиялары, уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы бирелмәгән йонсоу, ауыр йылдар ине.

Батырйән көҙгә хеҙмәткә алынасаҡ. Алсаҡ, шаян, егәрле егеткә Ҡәмәриә күптән оҡшай. Ҡыҙ күңеле лә уға тартыла.

Фәйзрахман менән Батырйән бесәнде ташып, әүеҫлеккә урынлаштырып та ҡуйҙылар.

Фәйезов Батырйәнгә уйсан ҡарашын төбәп:

– Һин хеҙмәттән ҡайтҡансы, бәлки, тормоштар арыуланыр. Уҡырһың, агроном булырһың, һөнәрһеҙ егет егет түгел инде ул. Иген үҫтерерһең, тыуған ауылыңдың данын күтәрерһең. Тик Чечняға ебәрә күрмәһендәр. Мәхшәр, тамуҡ бит унда... – тимәй сыҙаманы.

– Башҡортостан егеттәренең күбеһен шул яҡтарға оҙаталар, тип ишеткәйнем. Мосолмандар диндәштәрен үлтерергә тейеш була. Әтейем «был бик мәрхәмәтһеҙ сәйәсәт» тип көйәләнә. Мин ҡайтырмын, мотлаҡ ҡайтырмын, шунһыҙ ярамай... – Батырйән тәрилкәләргә аш бүлгән Ҡәмәриәгә баҙнатһыҙ ғына күҙ һирпә.

Фәйзрахман алдындағы ризыҡты бер-ике генә ҡалаҡ ҡабырға өлгөрҙө: йөрәк тәңгәлен ыуа башланы, дарыу эҙләп, кеҫәләрен ҡапшаны. Зирәк Ҡәмәриә, ағаһының хәлен аңлап, йәһәт кенә атаһынан ҡалған валерианканы ҡойоп эсерҙе, тиҙ генә диванға мендәр килтерҙе. Ағарынған Фәйзрахман кеҫәһендә йөрөткән нитроглицеринды ҡабып, диванға ятты. Бер аҙҙан хәл кергәндәй булғандыр, әкрен генә тороп, ваҡытынан алда ағарған ҡуйы сәстәрен бармаҡтары менән аралай-аралай, ишеккә йүнәлде:

– Кәләш янына тиҙерәк ҡайтырға тейешмен, уның ярҙамы кәрәк. Ҡуҙғалма, Батырйән, ултыр. Күҙҙәрем асылды, ҡайтып етерлек кенә дарманым бар!

– Ағайға больницала ятып, ныҡлап дауаланырға кәрәк, – Батырйән, ир уртаһы кеше һымаҡ, һәлмәк кенә һүҙ башланы.

Баянан бирле егеттән ҡыйынһынып ҡына йөрөгән ҡыҙ хәбәргә ихлас ҡушылды:

– Беҙ ҙә әйтәбеҙ, тыңламай бит: «Янымда булыр-булмаҫ врачтарҙан былайыраҡ еңгәң бар. Мине нисек көйләргә-сөйләргә, дауаларға-һағаларға ул ғына белә. Бер врачҡа ла ышанмайым. Болғауыр мәлдә күмәк хужалыҡты нисек ташлап китәйем? Урыныма ҡалдырырлыҡ кеше юҡ» ти ҙә ҡуя ул.

Күпмелер өндәшмәй ултырҙылар. Ҡәмәриә һиҙеп тора: Батырйән ниҙер әйтергә уҡтала, тик ҡыйыулығы етмәй. Бына, ниһайәт, егет ҡыҙға күтәрелеп ҡараны:

– Мине көтөрһөңмө? – Батырйән бирешмәҫкә ниәтләнде ахыры, тауышы көр сыҡты.

Ҡыҙ уға күтәрелеп ҡарамай ғына бышылданы:

– Көтөрмөн...– Оялышынан ашығып-ҡабаланып сәй яһарға тотондо.

Ошо мәлде аңдып, көтөп кенә торған тиерһең, дөбөр-шатыр Бәҙиғә килеп кермәһенме!

Ҡыҙарынған, иләҫләнгән Ҡәмәриәгә, сикәһен һыпырғылап ултырған Батырйәнгә ҡылый күҙҙәрен секерәйтеп, алмаш-тилмәш ҡарағас, Фәйзрахман ятҡан дивандағы таушалған мендәргә тексәйеп, ниҙер уйланы, нимәлер самаланы ла ирендәрен салышайтты:

– Сәмәриә менән Вафа тере булһамы... Мындай эштер-өштөргә көйөнөрҙәр ине...– Ул, һис уңайһыҙланмай, мәғәнәле тамаҡ ҡыра-ҡыра, йәштәргә һаман тазырайҙы.

– Апай, ултырығыҙ, сәй әсегеҙ! – Бәҙиғәнең өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәренән ни әйтергә теләүен һис аңламаған Ҡәмәриә йәһәтләп сәй яһаны.

– Эсмәйем! Мына Батырйәнде эҙләп килдем. Мында бесән ташығанын ишеттем дә. Ваҡытһыҙ килдем бит әле... Хи-хи-хи... Батырйән, иртәгә беҙгә лә бесән килтереш! Иртәнге сәйгә – сәғәт ете-һигеҙҙәргә көтәбеҙ. – Йәнә йыйыштырылмаған диванға ҡарап торҙо-торҙо ла эләгә-ҡолай сығып китте.

* * *

Икенсе көндө кискә табан Шәфиғә килеп керҙе:

– Ни хәлдәрҙәһең, Ҡәмәриә? Берҙә күҙ-башҡа салынмайһың, мәшәҡәттәрең бармы? – тине лә, һиҙҙермәҫкә тырышып, тирә-йүнгә диҡҡәт менән ҡаранды.

– Еңгәй, әйҙә, ултыр, сәй эсәйек, – ҡыҙҙың йөҙө яҡты, күҙ ҡараштары тыныс ине.

– Бәхетең булһын, егәрлеһең, Ҡәмәриә: ни арала ҡоймаҡ ҡойорға өлгөрҙөң?

– Кисә бешергәйнем, йылыттым ғына.

Шәфиғә, күрәһең, яйын тапмайыраҡ ултырғандыр, ҡапыл һораны:

– Ҡәмәриә, Батырйән менән туйығыҙҙы ҡасан үткәрергә һөйләштегеҙ? Бесән ташығанда егетең Фәйзрахманға бер ни әйтмәгән. Беҙ сит кеше түгел, әтей-инәйең урынына ҡалған иң яҡындарың.

– Ниндәй туй? – Сикһеҙ ғәжәпләнгән Ҡәмәриә көлөп ебәрҙе.

Шәфиғә ҡыҙҙың ихласлығын асыҡ күрҙе:

– Бөгөн иртән магазин алдында бисәләр зыу килә. Бәҙиғә апай барыһын да ауыҙына ҡаратҡан: «Сәмәриәнең ҡыҙы Ҡәмәриә Батырйән менән йоҡлап йөрөй. Күптән һиҙенә инем, кисә кис тоттом бит үҙҙәрен! Тәгәрәшкән дивандарын да йыйыштырмай, ҡыҙарынып-бүртенеп, ихахай ҙа михахай ултырғандарында барып керҙем», ти. Шатланыуын күргәс, шартлай яҙҙым. Идараға, ағайың янына йүгерҙем: «Кисә ни ҡарыу ғынаһы булмағас, ниҙер белһә лә, әйтергә онотҡандыр», тим.

Фәйзрахман да аптыраны.

– Батырйән шунда ҡалғайны: әллә, ысынлап та, бер-бер хәл булғанмы, бар, бөтәһен дә белеш! – тип, һиңә йүгертте.

– «Дивандарын да йыйыштырмай» тиергә, һуң, ағайымды ятҡырып, дарыу эсереп йөрөнөм. Эшләп асыҡҡан кешене, Батырйәнде әйтәм, көттөрөп ултырта алмайым да инде: аш ашаттым, сәй эсерҙем. Урынды йыйыштырырға уйламаным да, – Ҡәмәриә ҡапыл кесерәйҙе, көжрәйҙе. Ата-инәһенең йылы, ышаныслы ҡанаты аҫтында «ғәйбәт» тигән аяуһыҙ ҡурҡыныс «ҡармаҡтың» барлығын белмәй, ҡасандыр шуға эләгерен башына ла килтермәй үҫкән ҡыҙҙың төҫө ҡасты.

Аңын-тоңон аңғармайынса һүҙ башлауына Шәфиғә үкенде лә бит...

– Тыныслан, Ҡәмәриә, Бәҙиғәнең ғәйбәтсе икәнен белмәгән әҙәм юҡ: кем ышанһын уның хәбәренә! Ә мине, уйламай һөйләгән еңгәңде, зинһар, ғәфү ит. Йәш ҡыҙ үҙен бөтөнләй етемгә һанамаһын, тип килеп еттем шул.

Ҡәмәриә өндәшмәне.

Шәфиғәнең күңеле урынына ултырғайны инде, ҡыҙҙы кискә үҙҙәренә саҡырып, урынынан ҡуҙғалды:

– Ағайың көтәлер.

Шәфиғәнең ҡайтып китеүенә күп тә үтмәне, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан Батырйән килеп керҙе. Ҡәмәриә уның төҫөн күргәс: «Бәҙиғә апайҙың ғәйбәтен ишетеп, инәһе әрләгәндер...» тип уйларға ғына өлгөрҙө.

– Повестка алдым, – тине егет. – Иртәгә район үҙәгенә килеп етергә ҡушҡандар.

Һәр кемгә үҙ хәсрәте көслөрәк, мөһимерәк тойола шул, Ҡәмәриә үҙенең ҡайғыһын һөйләргә тотондо:

– Әллә ишетмәнеңме беҙҙең турала таралған...

Батырйән, ҡыҙҙың ни әйтерен шунда уҡ аңлағайны, һүҙен бүлдерҙе:

– Ишеттем. «Иҫең китмәһен иҫке сәкмәнгә» ти торғайны әтейем. Бәҙиғә апайҙың юҡты бар итеп, барҙы юҡҡа сығарып, ғәйбәт таратып йөрөүе бер бөгөнмө? Халыҡ уның холҡон белеп бөткән, шуға һинең дә иҫең китмәһен! Мына мине Чечняға оҙатып ҡуймаһындар, тим.

Шул саҡ иҫ китерлек буталсыҡ боларышта Батырйәнде ҡыҙыу нөктәгә, уттың нәҡ уртаһына, олаҡтырыу ихтималлығы, хәтәр хәл алдында тороуҙары Ҡәмәриәнең башына барып етте.

– Унда ебәрһәләр, тере ҡалып та булмаҫ... – Батырйән күҙҙәрен тултырып ҡыҙға ҡараны.

– Яманға юрама!

– Мосолман икәнмен, диндәштәрҙе, мосолмандарҙы үлтерә алмайым. Үлтермәһәм, бүтәндәр елкәмә атасаҡ, ҡаҡ маңлайыма сәпәрҙәр. – Егет, ҡулындағы ҡағыҙын түш кеҫәһенә тыҡты ла һүҙен дауам итте. – Ҡәмәриә, көтөрһөңмө? Инәйемдең изге теләктәре, һинең ихлас көтөүең мине бәләләрҙән аралар.

– Көтәм тип кисә әйттем дә, Батырйән.

– Ә һин тағы әйт, өс мәртәбә ант ит! Өс мәртәбә ант иткәндең теләге тормошҡа аша тиҙәр.

– Көтәм, Батырйән, көтәм, көтәсәкмен, тик имен-аман ҡайт!

– Амин! Ҡайтырмын. Ҡәмәриә, яратам һине... – Егет ҡыҙға ынтылды ла, уның ағарынған йөҙөн, етди ҡарашын күргәс, баҫҡан урынында тапанды: ғәйбәттән ҡото осҡан һөйгәнен ҡосаҡларға, үбергә тәүәккәллеге етмәне.

Яман һүҙҙән һаман ҡурҡҡан Ҡәмәриә Батырйәнде оҙатырға барманы.

«Инәй, Ҡәмәриәне нахаҡҡа рәнйетмәһендәр: саф ул. Көтөргә ант итте, ҡайтҡас, әйләнәм» тигән Батырйән. Ошо хәбәрҙе Ҡәмәриәгә көнөндә һүҙмә-һүҙ еткерҙеләр.

Егеттең күңеле һиҙгәндер: Батырйән Чечнялағы ит турағысҡа барып эләкте. Күп тә үтмәне, цинк табутта алып килеп ерләнеләр. Табутты асып ҡарарға ҡушманылар. Шулай итеп, ҡыҙ ҡосаҡларға, ҡыҙ үбергә лә өлгөрмәгән егет ҡара гүргә керҙе.

5

Сиҙәмдә ултырған Ҡәмәриәнең иңбашына кемдер һаҡ ҡына, йомшаҡ ҡына ҡағылды. Яман тертләгән ҡыҙ күтәрелеп ҡараһа, Шәфиғә еңгәһе икән.

– Ауыр уйҙарға сумғаныңды күреп ҡурҡытмаҫҡа тырышһам да булманы... – Шәфиғә уңайһыҙланды.

Ҡәмәриә һикереп торҙо. Ҡосаҡлашып күрештеләр.

– Бәй, ниңә мында ултыраң, ниңә кермәйһең? – тип аптыраны Шәфиғә. – Ошонда Бәҙиғә апай менән һөйләшеп торғаныңды Алмас күргән. Ҡайтҡас та әйтмәне бит әле. Самауырым ҡайнамай ҙа ҡайнамай. «Ниңә ыңғырашып ултыраң, ҡунаҡ көткәндәй...» тип һуҡрана-һуҡрана, тере ҡуҙ өҫтәп йөрөйөм. Алмас көлә:

– Беҙҙең һыу алған тирәлә, яр буйында Бәҙиғә әбей менән Ҡәмәриә апайым һөйләшеп тора. Самауыр Ҡәмәриә апайҙы көтә! – ти.

Күрешергә оялған. «Мәмәй, ниңә баюҡ әйтмәнең?» тип әрләнем дә йүгерҙем мында. Ярай, өлгөрҙөм.

– Алмас булдымы ни ул? Бәҙиғә апай башымды ҡаңғырта ине, төҫөнә ҡарамағас, энемде таныманым шул. Өс йылда ҡайһылай үҫкән.

– Тас әтеһе – буйсан. Холҡо ла һәләк оҡшаған: берәй эш башланымы, теүәлләмәйенсә туҡтамай. Шула-а-ай... балалар үҫә, ҡарттар сүгә. Тереләр тереклеген итә. Ҡуйсәле, ниңә мында торабыҙ, сәй эсә-эсә, аулаҡта иркенләп һөйләшербеҙ. Айҙар менән Фирҙәүес мунса яҡһындар, тип әйтеп ебәрҙем Алмасты. Балаҡайым кинәнесенән осто ғына үрге осҡа.

Егәрле, аш-һыуға оҫта, мул ҡуллы Шәфиғә, хәбәрен һөйләй-һөйләй, йүгереп йөрөп табын әҙерләп тә ҡуйҙы.

– Бигерәк һағындырҙың. Ап-аруҡ донъя күрҙең, төрлө кешеләр менән аралашҡанһыңдыр. Үҙгәргәнһең, тағы ла сибәрләнгәнһең. Ҡылыҡ-фиғелдәрең дә ҡаласа.

Фәйзрахманға, Вафа ҡайнаға менән Сәмәриә килендәшкә аят уҡытырға ниәтләп тора инек. Уңай ҡайттың, ашыҡмайһыңдыр бит?

– Еңгә, мин бөтөнләйгә ҡайттым. Ҡаланың бөтмәҫ ығы-зығыһы, шау-шыуы бүктерҙе. Күмәк кешенән дә ялҡтым. Булмышым менән ауыл кешеһе икәнмен. Ҡалаға бүтән ҡарамайым да. Аҙыраҡ болом бар, аҙаҡ күҙ күрер, йәшәрлек берәй йүне табылыр әле.

– Бәй, шулай шул: йән биргәнгә йүн бирә. Илдә сыпсыҡ үлмәй. Тырыштар хәҙер ауылда ла арыу йәшәй, һаулығың, донъя көтөргә дәрт-дарманың булһа, башыңды эшләтеп, йүнселлек итһәң, тормош алға бара ул. Тик яңғыҙ ҡатын-ҡыҙға шуныһы ғына ҡыйын: ауылда иң ҙур эш – утын-бесән әҙерләү. Ҡалала, исмаһам, утын-бесән тип ҡайғырмайһың, аҡ ҡаласы ла әҙер.

– Әй, еңгә, ҡалала әҙер ҡалас бик һирәктәргә эләгә. Әҙер ҡалас ашар өсөн юлдары бар, әммә ул юлдарҙан барырға сая, хаяһыҙ, әрһеҙ булырға кәрәк. Бая «ап-аруҡ донъя күрҙең, төрлө кешеләр менән аралашҡанһыңдыр» тигәйнең. Эйе, кешеләрҙең төрлөһө осраны: яһилдары, өҙгөстәре, байлыҡ тип алҡымдан алырға әҙерҙәре. Әммә донъя уларҙан ғына тормай: егәрле, хәләл көс менән йәшәүселәр, изге күңелле кешеләр ҙә күп. Ауылдан сыҡмаһам, бөтә ерҙә лә Аҡҡусҡар кешеләре кеүек ғүмер итәләр, тиер инем. Екатеринбургта үткән осором юғары уҡыу йортонда тормош һабаҡтарын алыуға тиңдер ҙә әле. Юғары уҡыу йорто тигәндән... Өфөлә ситтән тороп уҡырға ниәтләйем.

– Амин, ниәттәрең тормошҡа ашһын, маҡсатыңа иреш! – Шәфиғә ҡыуанысынан ихлас йылмайҙы.

Ҡәмәриә йәш ҡаймаҡҡа үрелде:

– Ып-ысын ғына ауыл кешеһе бит мин, еңгә: бына ошо ризыҡ бигерәк һағындырҙы. Ҡаланың ҡатыҡ һымаҡ ҡаймағына һис өйрәнә алманым. Бесән мәле һағындырҙы. Ап-аҡ гөрөздәләр күҙ алдыма килә торғайны.

– Бәй, гөрөздә ҡуйырға онотҡанмын да! Һин килерҙе белгәндәй, йәшел һуған ҡушып, зәйтүн майы ҡойоп әҙерләгәйнем, – Шәфиғә өлтөрәп гөрөздә салатын килтерә һалды. Бүлмәгә үҙенсәлекле тәмле еҫ таралды. – Бесән эше башланғансы етә әле тоҙло гөрөздәләр һыуытҡыста асылмаған өс литрлыҡ банка тора! Былтыр бигерәк уңды: ул баллы бәшмәге, ул гөрөздәһе, ул аҡ бәшмәге түшәлеп ятты. Балалар тоҡлап ташыны. Аҡ майҙа ҡыҙҙырһаң, итең ары торһон!

– Бигерәк тәмле, – Ҡәмәриә, башын сайҡай-сайҡай, ләззәтләнеп ашаны.

– Азатым быйыл көҙгә ҡайтабыҙ, дан итеп өй һалырлыҡ бол тупланыҡ, ти. Төмәндә эшләнеләр. Килен ауырлы икән. Шөкөр, уландарым ҡара тырыштар. Азат та берәй шөғөлгә тотонор. Әй-й, еңгәң һүҙ башлаһа, туҡтата алмайһың инде, күп һөйләп, ялҡыттым, шай?!

– Юҡ, һис ялҡманым, еңгә! Иҫем китеп, шатланып тыңлап ултырам, һөйләшеп ултырыу ни ҡәҙәре һәйбәт. Рәхмәт, күмер самауырының сәйе бик һағындырған, һәләк тәмле булды.

– Йәштәр донъяңды матур тота. Алмалай балалары үҫә. Һиңә ҡамасау булмаҫтар, мында ҡайтырҙар.

– Йәштәр менән кәңәшләшербеҙ: яныңда Алмасың бар, Азатың ҡайтырға әҙерләнә. Мин шыпа яңғыҙмын... Айҙарҙың ғаиләһе һис артыҡ булмаҫ: өй иркен, күңел киң, тигәндәй.

– Эйе, кәңәшләшербеҙ... – Шәфиғә икеләнепме, уңайһыҙланыпмы, тамағын ҡырҙы, ҡараштарын бер Ҡәмәриәгә һирпте, бер ситкә алды.

– Әйт, еңгә, ниҙер әйтергә уҡталаһың да, ҡыймайһың, ахыры?

– Ҡәмәриәм, ҡәҙерлем, үҙемдең ҡыҙым кеүекһең, һине яратам, һинең өсөн борсолам. Ғәфү ит төпсөнөүемә: оя ҡорорҙай, тоғро йәмәғәт булырҙай кеше осраманымы? Батырйән ышаныслы, дан егет ине. Шәһит китмәһә, күптән бала-сағалы булып бөтөр инегеҙ. Әммә тере бәндә тереклек итергә тейеш.

Ҡәмәриәнең башына эҫе ҡан йүгерҙе, ҡапыл ғына тамағына төйөр тығылды. Уның шул тиклем ҡаушарын, хатта бөлөнөп үк китерен һис көтмәгәйне Шәфиғә: «Утыҙға етеп барған ҡыҙҙарҙың, яңғыҙ ҡатындарҙың ҡанһыраған йәрәхәте бит ул яңғыҙлыҡ! Ә мин, шуны уйламай, яраһын яныртып торам» тип, эстән бик үкенде лә, һуң ине шул.

– Әллә... Юҡсы... – Ҡәмәриә, ғәйепле үҫмер кеүек, күҙҙәрен йәшерҙе, үҙе лә һиҙмәҫтән тәрән көрһөндө. Еңгәһенә бер һирпелеп ҡараны ла урынынан ҡалҡынды. – Иң яҡын кешем һин: инәйем дә, сер таратмаҫ әхирәтем дә... һөйләшербеҙ әле иркенләп. Ҡайта һалайым. Ярһып киттемсе: ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә әтейем менән инәйем мине көтөп ултыралар кеүек! – Ул сумкаларына һонолдо.

6

Ҡәмәриә өй алдындағы муйылдан таралған хуш еҫте күкрәк тултырып һуланы. Ҡарт муйыл һаман бирешмәй әле: тарбаҡ-тарбаҡ ботаҡтары рәшәткә аша таралған.

Ихатаға ҡараған тәҙрәнән бала һыңҡылдауы ишетелә. Кемдер таҡмаҡлай, күрәһең, мыжыҡты әүрәтергә тырыша:

Матур таҡмаҡтар сығарам,

Ильяс улыма арнап.

Гел ятмаҫ бишектә илап,

Күрербеҙ, китер атлап!

Ҡәмәриә йылмайҙы, таҡмаҡсыны танығайны ул: Фирҙәүес килендең инәһе – Сәйҙә ҡоҙағый килгән икән. Шаян, һүҙгә тапҡыр ҡарсыҡты Ҡәмәриә ярата. Минут эсендә таҡмаҡ сығарыуы бигерәк оҡшай. Төрлө йырсы булып, һәләк килештереп йырлап та ебәрә. Радионан ишеткән һәр артистың үҙ тауышы. Сәйҙә ҡоҙағыйы тауыштарҙы артистарҙыҡына шул тиклем оҡшата – таң ҡалмаған кеше юҡ.

Солан ишеге шарран-яра асыҡ: Ҡәмәриәнең ҡайтҡанын беләләр бит, көтәләрҙер.

Ҡала ерендә йорт эсендәге бүлмәләргә лә туҡылдатып керергә өйрәнгән ҡыҙ ишек ҡаҡты.

– Ишек шаҡыйҙар, зыу килеп, ишетмәйбеҙ ҙә! – Өлгөрөм Сәйҙә ҡарсыҡ ишекте киң итеп асып ебәрҙе. Ҡәмәриәне күргәс, алсаҡ йылмайҙы:

Әй, ҡоҙасам, ҡоҙаса,

Ҡоҙасам ишек аса!

Әйҙә, әйҙә, кер, рәхим ит! Ят кеше кеүек ишек ҡағып тораһыңмы? Имен-аман ҡайтып етеүең менән!

Өйҙәгеләр ихлас, яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Алмас, Ҡәмәриә менән күрешкәс, ҡайтырға ашыҡты: йә аймылыш булырбыҙ тип, күрешергә апаһын бында көткән икән.

Биш йәшлек Нәркәстең һис ятһынмауын әйт: бүләктәрен ҡосаҡлап, шоколадты бөхтә генә асып, ҡабаланмай, тәмен белеп кенә ашай.

– Нәркәс иркәм, әле һин мыжыныңмы? – тип һораған булды Ҡәмәриә юрый ғына, бәләкәй кәүҙәне наҙ менән һаҡ ҡына ҡосаҡлап.

– Мин мыжымайым, Ильяс бит ул. Көн буйы Ильясты бәүетәм. Иптәш ҡыҙҙар менән уйнарға ла тилмереп, өйҙә ултырам. «Нәркәс, Ильясты бәүет! Нәркәс, Ильясты илатма!» тип кенә торалар, – тип зарланды ҡыҙ бала. Биш кенә йәшлек ҡыҙсыҡ асыҡ, хатта өлкәндәрсә, һөйләшә. Өйҙәгеләр уның телсәрлегенә өйрәнеп бөткәндәрҙер, иғтибар ҙа итмәйҙәр. Ә Ҡәмәриәгә иҫ киткес ҡыҙыҡ, күҙ йәштәре сыҡҡансы рәхәтләнеп көлдө.

– Кескәй туғанһыҙ ҡыйын, Нәркәс. Минең бер туған һеңлем йә энем булһа, бәхетле булыр инем.

– Ниңә әтейең менән инәйеңдән һеңлекәш һораманың? Малайҙар насар икән. Иламаған сағында Ильясты үбергә ынтылһам, һиҙмәй ҙә ҡалам, сәсемдән аймап ала ла ебәрмәй, ишшү көлә. Һигеҙ генә ай үҙенә, ә ниндәй көслө, сәсемде ысҡындыра алмай интегеп бөтәм.

Ул арала табынға саҡырҙылар.

– Шәфиғә еңгәм ҡыҫтап-ҡыҫтап эсерҙе, – Ҡәмәриә бер тәгәс сәйҙе саҡ эсеп ҡуйҙы.

– Улайһа, ҡоҙаса, мунсаға һинең сират. Тәүләп Айҙар менән Алмас керҙе, һинән һуң Фирҙәүес менән мин керермен. Балаларҙы кис мунсала йыуындырырға ярамай. Иртәгә йылы мунсаны тағы яғырбыҙ. Бәпәйҙәремде ашыҡмай ғына үҙем йыуындырырмын. Шәфиғә ҡоҙағыйҙы ла иртәгә саҡырырбыҙ, бер үҙенә мунса яҡмаһын! – Алтмышын артмаҡлаған тимәҫһең Сәйҙәне, хәрәкәттәре етеҙ һөйләп тора, эшен эшләп тора.

Ҡәмәриә, ауылдың ҡара мунсаһын бик танһыҡлаһа ла, әле саҡ ҡына ятһынды: түшәм тәпәшәйгән, эләүкәләре кесерәйгән кеүек... Әммә баҙаныуы тиҙ үтте. Ҡәмәриә өсөн тотонолмаған миндек әҙерләп ҡуйғайнылар, уны ҡайнар һыуҙа бешереп алды ла атаһының ҡулдары менән һалынған мунсаның йомро ташына һыу һибеп ебәрҙе. Эләүкәлә тирләп, мәтрүшкә еҫе аңҡыған миндек менән ҡат-ҡат сабынып, яйлап йыуынды.

Екатеринбургта дөйөм мунсаға аяҡ та баҫманы ул: сикәнде, шикләнде. Нисәмә йыл ваннала, душта йыуынырға өйрәнһә лә, ауыл мунсаһының ләззәте бөтөнләй икенсе: бындай рәхәтлекте, хушлыҡты, моғайын, ауыл мунсаһы инеп үҫкәндәр генә нығыраҡ тоялыр. Ҡәмәриә хатта оҙаҡ булашҡанын да абайламаны.

Оҙон юл үтеү ҙә, осрашыуҙар ҡыуанысы ла, мунса инеү ҙә ярҙам итмәне: Ҡәмәриәнең күҙҙәренә йоҡо ҡунманы. Башынан үткәндәре кисә генә булғандай, ҡайғы-шатлыҡтарын әле генә кисергәндәй, күңеле иләҫләнде лә китте.

* * *

 

 

 

Ике әхирәт теүәл өс йыл үткәс кенә осрашты.

Алдан һүҙ ҡуйышһаң да, шул тиклем тура килмәҫ: Румия Батырйәнде ерләгән көндө ҡайтып төштө. Бәҙиғәнең бурылдауына ҡарамай, Ҡәмәриә янына йүгерҙе. Ҡайғы уртаҡлашырға ашығыуҙан түгел, үҙенең эсе тулы серҙәре сыҙатмай уны. Нимәләр һөйләһәң дә, әхирәт ҡыҙҙан һүҙ таралмай. Румияның берҙән-бер ышанысы ул Ҡәмәриә: һатмай ҙа, һатылмай ҙа.

Хәсрәтен йөрәгенә һыйҙыра алмаған Ҡәмәриә илай-илай Батырйән хаҡында бәйәнләне.

– Ярай, ул хәтлем бөтөрөнмә, балаһы ҡалмағанға шөкөр ит! Яңғыҙың, тим, балаңды нисек үҫтерер инең? Румия нисектер йәмһеҙ йылмайҙы.

– Ниндәй бала, ти, ул? – Ҡәмәриә, шешенгән күҙ ҡабаҡтарын саҡ күтәреп, әхирәтенә аптырап ҡараны.

– Егет менән йоҡлап йөрөгәндә бала булырын белмәгәндәй ҡыланма! – Румия Ҡәмәриәнең һүҙен тупаҫ бүлдерҙе.

– Бәҙиғә апайҙың ғәйбәтен онотмағанһың... – Быныһы, үпкәләп, яңынан түгелеп иларға тотондо. Бер аҙҙан тынысланғас, хеҙмәттән ҡайтыуын көтөргә Батырйәндең өс тапҡыр ант иттереүен, үбергә ҡыйыулығы етмәүен, үҙенең ифрат оялыуын тәфсирләне.

– Кит инде, ике иҫәүән, өй аулаҡ, рәхәтләнеп... Батырйән дә мәмәй. Егет булһа, ут булһын; ут булмаһа юҡ булһын! Ҡыҙ-ҡырҡын ризалашмаһа, талап, тәгәрәтеп үпкәндәрҙе яратам! – тимәһенме Румия. Ҡәмәриәнең сикһеҙ ғәжәпләнеүҙән ҙур асылған күҙҙәрен шәйләгәс, йыуатыу һүҙҙәрен эҙләне. – Ярай, эшегеҙ тәрән китмәгән бит, ниңә шул ҡәҙәре буҙларға! Ил бөтмәһә, ир бөтмәҫ, улар заты тубыҡтан, типкесләп йөрөп, ашатлап һайларға кәрәк! Шул тиклем бөтөрөнөргә Батырйән кем? Эх, шундай ирҙәр бар...

– Ниңә хат яҙманың? Ниндәй уҡыу йортона керҙең? – Ҡәмәриә ир-ат хаҡындағы хәбәрҙән ялҡҡайны, һүҙен йәһәтерәк икенсе йүнәлешкә борорға ашыҡты.

Хәҙер Румия шаҡ ҡатты:

– Ә кем уҡый, тине? Мин – модель! Модель булырға юғары белемдең һис кәрәге юҡ. Матур аяҡтарың, күркәм күкрәгең булһа, еткән! – «Күкрәк» һүҙен саҡ икенсерәк ысҡындырманы. – Подружка моя, мин Өфөнән туп-тура Мәскәүгә һыпырттым!

– Мәскәүгә?! – Ҡәмәриә, һоҡланын та, ғәжәпләнеп тә Румияға текләне, һоҡланмаҫлыҡмы, төпкөл ауыл ҡыҙы Мәскәү тиклем Мәскәүҙә модель булһын әле...

Ҡәмәриәнең хайран ҡалыуын тиҙ шәйләгән Румия, ынйылай аҡ тештәрен йылтыратып, йылмайҙы. Йылмайыуы ла үҙгәргән: тигеҙ тештәрен күрһәтергә генә ыржая һымаҡ... Үтә йәмһеҙ ҙә түгел, әммә ирмәк.

– Мәскәүгә сыҡтың да киттеңме? Үҙең дә тәүәккәлһең. Ә нисек модель булдың? Моделлеккә ҡайҙа уҡының, нимәләрҙән имтихан бирҙең? – Ҡәмәриәнең ҡайғыһы әҙерәк кәмеп, күңеле саҡ ҡына тыныслана төштө.

– Һаман имтихан тип һаташаһың! – Румия кинәнес менән бик тәмләп-тәфсирләп хәбәрен дауам итте. Кстати, мин хәҙер Екатеринбургта! Кейәүгә сыҡтым бит. Иремдең исеме Илнур, башҡорт. Очень и очень перспективалы мужчина. И главное, самое важное и очень нужное: Илнур – круглая сирота. Байлығына, мөлкәтенә ымһынырлыҡ бер кеме лә юҡ. Мин уны начисто заарканила. Әлегә беҙ в гостевом браке. И еще вот что: һине үҙем менән алып китәм!

«Бигерәк тәүәккәл икән: мин ризамы, түгелме ҡыҙыҡһынмай ҙа...» тип уйланы Ҡәмәриә:

– «Гостевой брак» тигәнеңде нисек аңларға? – тип һораған булды, ниндәй яуап бирергә лә аптырағас.

– Шуны белмәйһеңме? Ишеткәнең дә юҡмы? – Румия «наҙан» әхирәтенә күҙҙәрен түңәрәкләндереп тексәйҙе.

Уның тауышындағы кәмһетеүҙе ауыр кисерештәренән арынып бөтмәгән Ҡәмәриә һиҙмәне.

– Илнур перспективалы мужчина, тинем бит. Аҡсаны арыу эшләй: ул миңә ике бүлмәле квартира, мебель, машина алып бирҙе. Үҙенең дә квартираһы, машинаһы бар. Так что все по-человечески. Яңыраҡ өс этажлы коттеджға күсендек. Илнур «бергә йәшәйек» тип, нервымды ашай. А так гражданский брак меня вполне устраивал.

Ҡәмәриә, Румияның был хәбәренән йәнә бер ни аңламаны, әммә өндәшмәне: «Кейәүгә сыҡҡан, тик, ни сәбәптәндер, айырым көн күрәләр. Ошондай тормошонан әхирәте бик ҡәнәғәт. Ҙур ҡала кешеләренең ҡылыҡтарын төшөнөп бөтөрлөк түгел, ахыры...»

Ҡәмәриәнең уйға тарығанын Румия үҙенсә юраны ла ныҡышыуын дауам итте:

– Ҡурҡма, подружка моя, пропискаң булыр. Теләһәң, курс-маҙарҙа уҡырһың, эшкә урынлашырға уйлаһаң, уныһын да табырмын.

– Әлләсе....– Ҡәмәриә һаман икеләнә.

– Никакой «әлләсе»! Мәктәп бөтөүгә нисә йыл, ә һин, йомортҡа баҫҡан тауыҡ һымаҡ, һаман өйөңдән сыҡмайһың! Нимәң үҙгәрҙе, нимәң бар? Аҡҡусҡарҙа эш юҡ. Йә, артабан нисек йәшәргә уйлайһың?

Ҡәмәриәнең башында уйҙар ҡайнашты: «Румия дөрөҫ әйтә: исмаһам, ситтән тороп уҡырлыҡ бол юҡ, элекке кейем-һалымым туҙғас, ни кейермен? Асығыуын асыҡмам, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡса бар. Май-ҡаймаҡ, бәрәңге һатып, сәй-шәкәрлек, бүтән ваҡ-төйәклек аҡсанан өҙөлмәйем, әммә уның менән генә йәшәү барыбер ҡыйын».

– Ярар, Румия, иртәгә Шәфиғә еңгәм, ағайым менән кәңәшләшәйем дә...

– Подружка моя, үҙеңдең башың ҡайҙа? Ошо йәшкә еткәс тә, бала-саға һымаҡ ҡыланмаһаң. Мин бер кемде лә тыңламайым, үҙемсә йәшәйем... Отолмайым! Тормошом барыбер мин теләгәнсә бара...

– Кейәүгә сығыуың бик яҡшы, Румия! Модель дә булғанһың, артабанғы карьераңа ирең ҡаршы түгелме? – Ҡәмәриә һүҙҙе икенсегә борҙо.

– Ха-ха-ха! Модель карьераһын күптән тамамланым. Хәҙер бүтән карьераны уңышлы дауам итергә кәрәк! – Румия, көлә-көлә матур сумочкаһынан сигарет алып, буялған, йыртҡыстарҙыҡыла оҡшаған оҙон тырнаҡтары араһына йәтеш кенә ҡыҫтырҙы.

Ҡәмәриә икенсе көндө Фәйзрахман ағаһы, Шәфиғә еңгәһе менән кәңәшләште. Уларҙың фатихаһын алғас, ҡапыл йөрәкһеп, ҡабаланып сәфәргә йыйынды. «Бәндәне эсәр һыу, ейәр ризыҡ, күрәсәк-ишетәсәктәр йөрөтә» тигән боронғолар. Нәҡ ошо ғиллә Ҡәмәриәне ярһытҡандыр...

Румияның ялт итеп торған дан машинаһында Свердловск өлкәһенең баш ҡалаһы Екатеринбургка юлға сыҡтылар.

Румия күҙ ситтәре менән генә әхирәтен екһенеберәк күҙәтте: самими ҡиәфәттәге Ҡәмәриә тәҙрәгә ҡапланған тәбиғәтте ихлас ҡарап бара. Румия, әлбиттә, уның эттән былайыраҡ тоғролоғона, үҙенә мөкиббән китеп һоҡланыуына шат. Әммә шул тиклем саф, намыҫлы әхирәтенә үҙенең «модель карьераһы» хаҡында бер ваҡытта ла һөйләмәйәсәк. Ике-өс йылда уға ҡайҙа ғына булырға, кемдәрҙе генә күрергә, ниндәй хәл-ваҡиғаларға тарырға тура килмәне: үҙ хәлен үҙе генә белә... Иҫенә төшһә, күңеле әле лә иләҫ-миләҫ була башлай...

7

Румия, ауыл халҡы түгел, үҙе лә ипләп төшөнөп үк бөтмәгән «модель» тигән һөнәргә эйә булырға өмөтләнеп, атлығып Өфө тарафтарына юлланғайны. Морон төртөргә Нәсихә апаһы бар. Өфөнөң Затон биҫтәһендәге туғанына барып кергәс, ашҡыныуы шунда уҡ һүрелде: Нәсихә апаһы эшһеҙ ултыра, еҙнәһе дауалап булмаҫлыҡ сиргә тарып, тире лә һөйәккә ҡалған – сыҡмаған йәне генә бар. Аҡсаһына була Лиә исемле ҡыҙҙы квартирант итеп тоталар икән. Ике бүлмәнең береһен уға биргәндәр. Ике ҡыҙға бер бүлмәлә йәшәргә тура килде. Бүлмә былай иркен генә: әммә Лиә уны төрлө эреле-ваҡлы тартмалар менән тултыра. Румия йәшендәге ҡыҙ, кәсепкә тотонған, һары таңдан сығып китә лә сәй фабрикаһынан осһоҙораҡҡа сәй, кондитер фабрикаһынан кәнфит, вафли, печенье-перәник күтәреп ҡайта. Көн буйы тәм-томдарҙы үлсәп, ыҡсым полиэтилен тоҡсайҙарға тултыра ла, һатып алғандан саҡ ҡына ҡиммәтләндереп, хаҡтарын яҙып ҡуя. Ә икенсе көндө йәнә һары таңдан көсө еткәнсе шуларҙы олоғара сумкаға тултыра ла яҡындағы завод ҡапҡаһы янына алып китә.

Завод эште иртә башлай, эшселәр килеүгә урыныңда ултырыу мотлаҡ. Ризыҡтар тиҙ үк һатылып та бөтә – төшкөлөккә тип, халыҡ ихлас ала. Лиә әлегәсә бер әйберен дә кире алып ҡайтманы: хатта етмәй ҡала икән.

Шулай итеп, көнөнә 200-300 һум аҡса ҡулына керә. Квартираға түләй, Өфөнән алыҫ та булмаған районда йәшәгән туғандарына ярҙам итә.

Квартирант ҡыҙҙың бер ҡылығын яратмай Румия: йома һайын мәсеткә йөрөй хәйер биреп, аят уҡыта. Атаһы менән инәһе бик диндар кешеләр икән – ҡыҙҙың ошо ҡылығы уларҙан йоҡҡандыр.

Бер йомала аят уҡытып, урынынан ҡуҙғалыуға мөләйем генә, егерме-егерме биш йәш тирәһендәге төрөк Лиәгә һүҙ ҡуша. Ҡыҙ уға иғтибар итмәй, ятһынмай ҙа: ул саҡтарҙа Өфөлә төрөктәр ишәйеп киткәйне. Хатта бер нисә төрөк Лиәләрҙең ауылында мәсет һалырға ярҙам итеүен дә күреп йөрөй.

– Атың кем? – ти был, башҡортсалап.

– Исламиә! Анһат булһын өсөн, ҡыҫҡартып, Лиә тип кенә йөрөтәләр, – ҡыҙ тартынып ҡына яуап бирә.

– Фамилияңды ла әйтһәңсе! – Йөҙҙәре яҡтырып киткән был әҙәмдең иғтибары бермә-бер артмаһынмы!

– Сәғәҙәтова Исламиә Рәсүл ҡыҙы! – Лиә тиҙерәк тайыу яғын ҡарай.

– Әлхәмдүлилләһи! Ысын мосолман балаһы икәнһең. Мин – Аббас! Ситтән ҡарап, күҙәтеп йөрөнөм: инсафлы ҡыҙ һин. Йоманы көтмәй, иртәгә лә килһәңсе!

– Юҡ, улай йыш йөрөй алмайым, эшләйем бит! Лиә ишеккә табан йүнәлә.

– Алла ярҙам итһен! Ә был минән бүләк! – Ирекәй ашъяулыҡ ҙурлығындағы йылҡылдап торған матур яулыҡ һона. – Гел ябын, былай яланбаш йөрөмә!

Лиә яулыҡты алмай ҡарыша, быныһы ныҡыша. Ниһайәт, бүләген сумкаһына тыға һалып, ҡыҙ йәһәтерәк сығып китеү яғын ҡарай.

Икенсе йомала Аббас машинаһы менән уны квартирына оҙатып ҡуя, өсөнсөһөндә Лиәнең тыуған ауылына юлланалар.

Сибәр, бай, үҙен интеллигенттарса тотҡан төрөк егетенә Румия ла иғтибар иткәйне, тегеһе генә битараф ҡалды. Эстән ныҡ үпкәләне Румия: «Минән нимәһе артыҡ Лиәнең? Уға ҡарағанда һылыуыраҡмын даһа...»

– Нисек арбаның? – тип һораны, мәлен тура килтереп.

– Мин түгел, ул үҙе мине арбай! – тип көлөмһөрәне Лиә.

Лиәнең ҡаптар тейәп, арба һөйрәп, аҡса эшләүен белгәс, Аббастың иҫе китте. Нәҡ ошо хәл төрөктө батырайтҡандыр, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы: ифрат оҡшайһың, өйләнәм, риза бул!

– Тыуған илеңдә бисәң, балаларың барҙыр?! – Лиә аптырай, икеләнә.

– Буйҙаҡмын, өйләнергә өлгөрмәнем. Әгәр тағы бисә алырға тура килһә, баш бисәм булырһың, башҡаларға фарман биреп кенә йәшәрһең, алтынға күмермен! – Аббастың ихласлығы йөҙөнә сыҡҡайны, хәбәрен ул һис ашыҡмай һөйләй.

– Экзотик илдә байлыҡҡа сумып йәшәрһең. Йүләрһеңме әллә: шундай мөмкинселекте ҡулдан ысҡындыраһың? Һинең урыныңда мин булһам, ике лә уйламай, ризалашыр инем! – Румия, Лиәнең һаман икеләнеүен күреп, хихылданы.

Нәсихә, йәне көйгәнен йәшермәй, һеңлеһенә яман ҡараны:

– Һин бит ул!.. Элегерәк былар халҡы мәрйәләр артынан сапҡан. Әрһеҙлектәренән туйғандарҙыр, хәҙер үҙҙәре ҡаса икән. «Наташа килә!» тип, ҡоттары оса, тиҙәр. Улар урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарын бер исем менән – «Наташа» тип кенә йөрөтә. Тас мәрйәһең бит: Аббас һинән шөрләйҙер әле...

– Ауырыу ирең янынан китмәй, өйҙә генә ултырған көйөңә әллә нимәләр беләһең! – Румия, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып, шарт-шорт баҫып сығып та китә. Төшкә тиклем йоҡлап, кискә табан биҙәнеп-төҙәнеп урам ҡыҙырырға күптән өйрәнгән. Әле һыныҡҡа һылтау булды – бөгөн төнгә саҡлы ҡайтмаясаҡ.

* * *

Исламиә лә Аббасты оҡшатҡандыр, күп тә үтмәне, никах уҡытып, гөрләтеп туй яһанылар. Ҡыҙҙың ата-инәһенә туй өсөн хафаланырға тура килмәне: сығымдарҙы Аббас үҙенә алғайны.

Туй мәлендә Румия йәшерәк төрөктәр янындараҡ йөрөргә тырышҡайны ла, Аббастың иптәш егеттәре, алдан үҙ-ара һөйләшеп ҡуйғандай, уға иғтибар итмәне. Нәсихә апаһының: «Наташа килә!» тип, төрөктәрҙең ҡоттары оса икән» тигәне, тимәк, дөрөҫ.

Аббас, кәләшенә Төркиә гражданлығын юллағас, үҙ иленә алып та китте.

* * *

«Эҙләгән – таба» тип, тикмәгә әйтмәйҙәр. Шулай бер көндө иғландар таҡтаһы янында торғанда Румияның эргәһенә бер ҡыҙ килеп баҫты:

– Нимә ҡыҙыҡһындыра? Ни кәрәк? – тип һораны ул.

– Квартира эҙләйем, – тигән булды Румия ҡапыл ғына ниндәй яуап бирергә белмәй, һүҙендә дөрөҫлөк тә бар: Нәсихә апаһынан, сирле еҙнәһенән, үҙенә һәр саҡ һынамсыл ҡараған яңы квартирант ҡатындан ифрат туйғайны. Ашауға аҡса бирмәгән һеңлеһенән Нәсихә лә ялҡҡайны. Ата-инәһенән һорап та, һорамай ҙа йыйған аҡсаһын Румия үҙе генә тотона: ҡала урамдарын ҡыҙырғанда аяҡ өҫтө генә ашана, биҙәнеү әйберҙәре ала. Аҡса тигәнең көндә кәмей. Бүтән квартираға кинәнеп керер ине лә, хаҡтары харап тешләшә – яҡын барырлыҡ түгел.

...Килешле кейенгән һылыу ғына ҡыҙ Румияны баштан-аяҡ байҡарға өлгөргәйне:

– Һатып алырғамы? – тип һораны ул.

– Ни һөйләйһегеҙ?! Миндә квартира һатып алырлыҡ аҡса ҡайҙан булһын! Ваҡытлыса йәшәрлек урын кәрәк.

– Аңлашылды... Ҡайҙан килдең: Белоруссиянанмы, Украинананмы? Русса акцент менән һөйләшәһең дә.

– Һеҙ нимә... Башкириянан мин! – Румия тыуған ауылы менән район атамаһын асыҡ әйтергә тырышты.

– Ҡайҙа эшләйһең?

– Яңы килдем бит... – Румия ыҡ-мыҡ итте.

– Аңлашылды... Мин «Модель» агенствоһында хеҙмәт итәм. Модель булырға теләгән матур ҡыҙҙар йыям! – тимәһенме сибәркәй.

Румия шаҡ ҡатты: күктән эҙләгәне ерҙә табылды бит...

– Исемебеҙҙе әйтеп һөйләшәйек: мин Марина булам!

Ул Румияның ғәжәпләнеүҙән ҙур асылған күҙҙәренә туп-тура ҡараны, ауыл ҡыҙының сикһеҙ шатлығын күрҙе...

– Румия!

– Исемең дә, үҙең дә матурһың! – тип маҡтаны Марина. – Әйҙә, бынау кафеға кереп, тамаҡ ялғайыҡ, үҙем һыйлармын.

Ҡыҙҙар кафеға йүнәлеүгә ҡаршыларына урта буйлы, зәп-зәңгәр күҙле, һары сәсле егет осраны.

– Привет, Мариночка! – Ул Румияға боролдо, секунд эсендә баштан-аяҡ байҡарға өлгөрҙө. Үҙен быраулаған кеүек тексәйгән үткер күҙ ҡарашынан сая ҡыҙҙың быуыны бушаны. Уның хәлен һәйбәт күргән егет, бер ни һиҙмәгәндәй, хәбәрен дауам итте. – Сәләм, сибәркәй! Мине Сергей, тиҙәр! – Ул сәтәкәй бармағына ҡалын алтын йөҙөк кейгән ҡулын күрешергә һондо.

– Румия! – тине быныһы, бер Маринаға, бер Сергейға күҙ йүгертеп.

– О, моя фея, моя русалочка! – Егет, башын артҡа ташлап, рәхәтләнеп көлдө.

– Румия, был минең ағайым Удалкин Сергей! Беҙ, Серж, кафеға китеп бара инек... – Марина егеткә мәғәнәле ҡараш ташланы.

– Аңланым! Марина, бар, һин эшеңдә бул! Феяны үҙем һыйлайым!

– Удачи тебе, Удалкин! – Марина, «ағаһының» әмерен генә көткәнме, йылт ҡына юҡҡа сыҡты.

– Ас көйө киттеме? – Румия әле танышҡан алсаҡ ҡыҙҙың ашамайынса эшкә атлығып тороуына аптыраны.

– О-о, ҡайғыртыусан фея икәнһең! Һис борсолма, ашханаға керер ҙә ашар. Ҡайҙа эшләгәнен әйткәндер бит?

– «Модель» агенствоһында! – Румия, маҡтанғандай, көрәйеп киткән тауыш менән яуапланы.

– Нәҡ шулай! Мин дә шунда тир түгәм! – Сергей уны ҡултыҡланы ла кафеға алып керҙе.

Кафенан сыҡҡас, Сергей, ҡасып китеүенән ҡурҡҡандай, ҡыҙҙы етәкләп үк алды.

– Һиңә бәхет йылмайҙы... «Мисс Москва» тигән конкурста ҡатнашырға һинең кеүектәрҙе эҙләйбеҙ. Бөгөн минең квартирала йоҡларһың, бер нисә көндән Мәскәүгә осорбоҙ. Паспортың яныңдамы?

– Әйе, бөтә документтарым да үҙем менән.

– Бик яҡшы! Бәхетлеһең, бына бит, барыһы ла ыңғай килеп тора...

– Апайыма шылтыратырға кәрәк. Юғалтыр, борсолор... – тине Румия тулҡынланып. Яҙмышының шулай ҡапыл үҙгәрәсәгенә баҙанғайны. Әммә тиҙ тынысланды: ошо бәхетте бик көттө, эҙләне. Ниһайәт, күптәнге хыялына, ниәтенә ирешәсәк: бай, мул тормошҡа юл асылды...

– Алдан уҡ һүҙ таратма, Румия, күҙ тейер. Конкурста беренселекте алғас, апайыңды шатландырып, Мәскәүҙән шылтыратып, һөйөнсөләрһең... «Мисс Москва»ла тәүге урынға сыҡҡас, башыңа бриллиант таж кейҙерерҙәр, сит илдәрҙәге конкурстарҙа ла ҡатнашырһың, аҡсаны көрәп алырһың, тиҙ үк бай леди булырһың... – Удалкин мауыҡтырғыс итеп, бик оҫта һөйләй.

– Марина беҙҙең менән баралыр?

Сергей ниҙер уйланы, шунан алсаҡ йылмайҙы:

– Әлбиттә! Бындай эштәрҙә ул ситтә ҡалмай...

...Аэропортҡа иртәгәһенә үк юлландылар. Марина күренмәне.

– Марина юҡ бит! Көтәйек!

– Сәбәләнмә, Фея! Ул икенсе рейс менән киләсәк! Сергей, серле йылмайып, Румияның ҡулын усына йомарланы. – Шикләнмә, беҙҙең ҡайҙалыҡты белә, үҙе табыр.

Мәскәүгә килеп төшкәс тә, Сергей артыҡ иғтибарлы булды: үҙҙәрен ҡаршылаған машинала ғына ҡунаҡханаға алып килде; ҡыҙҙан рөхсәт һорап та тормай, икеһенә бер бүлмә алды... Румия оҙон керпектәрен, күбәләк ҡанат ҡаҡҡандай, йәлп-йөлп иттереп күҙҙәрен йомғоланы, йәнәһе, уның әрһеҙлегенә ғәжәпләнә, әммә өндәшмәне: сибәр, көйәҙ Сергей миңә ғашиҡ булды тип уйланы; үтә нәзәкәтләнеп, өркөтөүҙән дә ҡурҡты.

* * *

Ике-өс көндән Сергей Румияны «Мисс Москва» конкурсында ҡатнашасаҡ кандидаттарҙы һайлау турына алып китте.

Унлаған ҡатын-ҡыҙ, кандидаткалар, ҙур бүлмәләге ҡиммәтле үә зиннәтле ҡәнәфиҙәрҙә ултыра ине. Сергей Удалкин ифрат иркен ҡылана, күренеп тора – ул бында үҙ кеше: күрше бүлмәләргә инеп-сығып йөрөнө; түңәрәк өҫтәлгә ниндәйҙер ҡағыҙҙар килтереп һалды; ҡыҙҙарға һис илтифат итмәгән тәпәш кенә фотограф менән көлә-көлә һөйләште.

Оҙаҡламай аҡ халатлы, аҡ ҡалпаҡлы ир менән ҡатын күренде. Ҡатынҡай өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы ҡарап, уларҙы ҡаптырғыс менән ҡыҫтырҙы ла ҡыҙҙарға берәм-берәм күҙ төшөрҙө, йәнә ҡағыҙҙарҙы битләп һанап сыҡты. Төҫөндә ҡәнәғәтлек сағылды, етди ҡиәфәт менән Удалкинға баш ҡаҡты.

Ҡыҙҙарҙы теҙеп ҡуйҙылар ҙа, ат һайлайҙармы ни, һәр береһенең ауыҙын астырып, тештәрен һананылар. Түштәрҙең тығыҙлығы, аяҡтарҙың оҙонлоғо тикшерелде, бил, күкрәк үлсәнде, барыһы ла өҫтәлдәге ҡағыҙҙарға теркәлде.

Аҙаҡ ҡыҙҙарҙы берәмләп күрше бүлмәгә саҡырырға тотондолар уларҙы гинеколог ҡаршыланы...

Табип барыһын да тикшереп бөткәс, кастинг тигәндәре башланды: профиль менән, туп-тура ҡаратып та фотоға төшөрөү ҙә хәтһеҙ ваҡытҡа һуҙылды.

Унан ҡыҙҙарҙы өйөрө менән беренсе ҡаттағы кафе кеүегерәк урында еңелсә тамаҡ ялғаттылар ҙа, икенсе көнгә иртә менән тағы ошонда йыйылырға тейешлектәрен әйттеләр. Румия шуға иғтибар итергә өлгөрҙө: бер-береһе менән һөйләшергә лә ирек бирмәй, «кандидаткаларҙы» шым ғына ҡайҙалыр алып китеп тә бөттөләр.

Румия янына Сергей тын итеп килеп баҫты:

– Бигерәк һылыуһың, Фея, кәүҙәңдең һомғоллоғона, һығылмалылығына табиптың һушы китте! – тип йылмайҙы ул.

Румияның кәйефе күтәрелде: күҙҙәрен ҡағыҙҙан алмаған кеүек ине, күҙәткән, күргән бит! Тимәк, Сергей уны ярата! Аҡыллы, тотанаҡлы икән: көнләшкәнен тамсы ла һиҙҙермәгәйне.

Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, Удалкин кеҫә телефонынан кискелек аш заказ итте. Румия әлегәсә күрмәгән, тәмләп тә ҡарамаған ят, затлы ризыҡтарҙы тиҙ үк килтерҙеләр.

...Икенсе көн үткәрелгән шөғөл күңеллерәк ине. Бөтәһе лә йыйылғас, уҫал ҡарашлы, былай ҙа йоҡа ирендәрең, нимәгәлер үпкәләгән кеүек, ныҡ ҡымтыған йәш ҡатын килеп керҙе. «Агния Агеевна» тип таныштырҙы ул үҙен.

Алдында теҙелешеп торған ҡыҙҙарға мыҫҡыллы ҡараш ташлағас, һынын тура тотоп, башын сөйөп, бейек үксәле туфли кейгән төҙ аяҡтарын ишкән һымаҡ атлап, янбаштарын килешле уйната-уйната, бүлмә буйлап улай-былай йөрөргә тотондо, һәр хәрәкәтенә һоҡланыуҙан шаҡ ҡатып, ауыҙ асып торған ҡыҙҙарға ла шулай атларға ҡушты. «Кандидаткалар», уныңса атларға тырышып, бүлмә буйлап йөрөнө.

Агния Агеевна Сергей Удалкин эргәһендәге ултырғысҡа барып ултырҙы: йылмая-көлә һөйләшә башланылар. Румия саҡ һөрөнмәне: тимәк, былар таныштар, бер-береһен күптән белә... Йөрәген ниҙер сәнсеп алды...

Агния Агеевна иҫләмәҫтән борос ҡапҡандай, йөҙөн сирылдырып, ҡыҙҙарға берәмләп атларға бойорҙо. Бергә йөрөгәндә генә әллә ни һиҙелмәгән икән: берәмләп оҙон бүлмәне ике-өс урауға ҡыҙҙар ифрат арыны.

«Берегеҙгә лә үҙ-ара һөйләшергә ярамай», тип ҡәтғи тыныуҙарына Румия аптыраны: ни ҡылһа ла, үҙ хөкөмөндә, тигәндәй, иркен үҫкәс, «кандидаткалар»ҙы телһеҙ тотҡондар һымаҡ тотоуҙары һис оҡшаманы.

Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, әлән-борхан тамаҡ ялғанылар. Агния Агеевна хаҡында һүҙ башларға, асыуын, үпкәһен белдерергә өлгөрмәгән Румияға ла йоҡларға фарман биреп, Сергей түшәккә йығылды. Арманһыҙ арыу үҙенекен итте: Румия ла, башын мендәргә терәү менән йоҡоға талды.

Ғәм белмәй йоҡлаған ҡыҙҙы Сергей уятты:

– Тор, Фея, тор! Бына йәһәт кенә ашап ал да, алыҫ юлға сығабыҙ!

– Ҡайҙа барабыҙ? – тип ғәжәпләнде Румия. – Конкурс булмаймы ни?

– Конкурсҡа, Фея моя, конкурсҡа! Бында, Мәскәүҙә, үткәреп тормайҙар, Францияға ебәрәләр!

– Шулай тиҙме?

– Ашыҡтырыуҙарының сәбәбе бар: «Мисс Вселенная» ла ҡатнашыр өсөн подиумда үҙеңде нисек тоторға, нисек атларға өйрәтәләр, – тине лә шым ғына өҫтәп ҡуйҙы, – нисек һөйөргә лә...

...Ябыҡ автобус уларҙы көтөп торған икән. Ишектән ингәс тә таныш ҡыҙҙарҙы күрҙе Румия. «Мәскәүҙең әллә нисә аэропорты барлығын ишеткәйнем, ҡайһыһынан осабыҙ икән? – тип һорашырға уйлағайны, тыйылырға өлгөрҙө: Йә, ҡайһы аэропорттан осоу мөһим түгел, барыбер шул Францияға бит инде».

Сергей шул арала үҙгәрҙе лә ҡуйҙы: Феяһына ҡарамай ҙа, әйтерһең, төндәр буйы үпмәгән дә ҡосмаған... Удалкин янында эре кәүҙәле, уҫал ҡарашлы әллә нисә ир-ат тора: ҡыҙҙарҙы атырға алып баралар, тиерһең, ҡулдарында автоматтары ғына юҡ...

Румия уларҙың һаҡсылар икәненә төшөнгәйне: «Беҙҙе ниңә ҡарауыллайҙар? Францияға үҙ теләгебеҙ менән барабыҙ. Француздарҙы күреп, үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайтырбыҙ – бындай бәхет күптәрҙең төшөнә лә кермәй» тип уйлана-уйлана, күшеккән турғайҙар һымаҡ, бер-береһенә һыйынып ҡына ултырған юлдаштарына күҙ йүгертте.

Самолетҡа ултырғанда ла ҡыҙҙар һаҡсыларҙың үткер ҡарашын тойҙо.

Оҙаҡ остолар, ҡыҙҙар йонсоно – күңелдәре болғанды. Румия ҡолаҡтары тоноуҙан интекте.

Ғәжәп: самолетты йәнә тәҙрәләре эстән ҡарайтылған автобус ҡаршыланы. Биткә ҡоро, эҫе һауа бәрелде.

Автобусҡа бик ҡабаланып ултырттылар ҙа ҡайҙалыр алып та киттеләр. Румия һаҡ ҡына тирә-яғын байҡаны – Удалкин күренмәй. Ҡыҙҙың йөрәге жыу итеп ҡалды: «Аэропортта ҡалдымы икән? Паспортым, аҙ булһа ла, аҡсам унда бит...»

Самолетта килгән һаҡсылар һарыҡтарҙы һағалаған бүреләр кеүек һаман күҙәтә.

Бейек-бейек ағастар араһында бигүк күҙгә ташланмаған бина янында автобус туҡтаны.

Иҙәнгә келәмдәр түшәлгән бүлмәгә кереү менән тын алыуы иркенәйҙе. Түшәмдә самолет пропеллерына оҡшаған ҙур елләткес туҡтауһыҙ өйөрө ләп тора. Әммә эҫегә әлһерәгән юлсылар һалҡынса һауа һулап, ял итергә өлгөрмәне, икенсе бүлмәгә йәнә берәмләп саҡыра ла башланылар. Ишек төбөндәге ир ишекте асып-ябып тора. Бер аҙҙан Румия бүлмәгә кергән ҡыҙҙарҙың кире сыҡмауын абайланы: «Һаман турғайҙар һымаҡ теҙелешеп ултыраларҙыр» тип уйлап тынысланды ул. Оҙаҡламай уның да сираты етте. Матур, бай йыһазландырылған, йәшеллеккә, гөлдәргә күмелгән бүлмәгә кергәс, Румия саҡ ҡысҡырып ебәрмәне: түрҙәге өҫтәл артында Сергей Удалкин менән Агния Агеевна ултыра! Ҡыҙ Сергейға ынтылды: уныһы үткер ҡарашы менән генә «яҡын килмә» тигәнде төшөндөрҙө. Нимәләрҙер сыймаҡлаған ҡағыҙға ҡул ҡуйҙырғас, Удалкин Румияны оҙон коридорҙан алып китте. Ятаҡханалағы һымаҡ һәр ишеккә һан һуғылған. Коридор иҙәненә буйҙан-буйға келәм йәйгәндәр, аяҡ тауышы ишетелмәй.

– Барыһын да аҙаҡ аңларһың! – Сергей, Румияны төртөп тигәндәй, бер бүлмәгә индерҙе лә ишекте тыштан бикләп ҡуйҙы.

* * *

Румия бүлмәне байҡаны: атлас япмалы киң карауат, көҙгөлө тумба, ике ултырғыс, шифоньер. Иҙәндә – сағыу биҙәкле матур келәм.

Ҡыҙ тәҙрә ҡорғанын асып тышҡа ҡараны. Тәҙрәгә тимер рәшәткә ҡуйылғайны, кеше заты күренмәне.

...Иртәгәһенә Румияға ебәк кейемдәр бирҙеләр. Матур кейенергә яратһа ла, ул затлы әйберҙәргә шатланманы. Ни өсөн бикләп тотоуҙарын аңламаны. «Ҡалаға сығып китеп, аҙашмаһындар тиҙәрҙер, ҡурсалайҙар, һаҡлайҙар» тигән уй ғына уны аҙыраҡ тынысландыра.

Ҡыҙҙы шаҡ ҡатырып, ҡапыл ғына Агния Агеевна килеп кермәһенме!

Бәхетең дә бар икән: Рәсәйгә байып, алтын-көмөшкә күмелеп ҡайтырһың! Күп, бик күп аҡса эшләргә мөмкинлек асылыу менән ҡотлайым! – тине Агния Агеевна, йылмайып. Йылмайыуы эт ыржайыуына тартым. Шунан клиенттарҙы нисек ҡаршыларға, уларҙың күңелдәрен нисек асырға, нисек оҙатырға кәрәклеген ашыҡмай-ҡабаланмай аңлатты.

Шулай башланды Румияның сит илдәге өр-яңы тормошо.

Аҙна тирәһе үткәс кенә Рәсәйҙән бергә килгән ҡатын-ҡыҙҙың бер нисәһе менән ашханала осрашты. Румияларҙан алдараҡ урынлаштырылған ҡыҙҙар ҙа бар ине. Улар менән урыҡ-һурыҡ ҡына һөйләшкәндә, шулар асыҡланды: был ил Франция түгел, Төркиә икән – «моделдәр» борделгә тапшырылған.

Румия оҙаҡламай ошонда күптән «тир түккән» бәхетһеҙ ҡыҙҙарҙан үҙҙәрен «тере тауар» иткәндәрен ишетте. «Тере тауар»ҙы хатта прейскурант менән һатыуҙарын, бик ҡиммәтле машиналарға, яхталарға алыштырыуҙарын да белде. Шулай итеп, бордель хужалары кешене бәхетһеҙ итеп, мал йыялар.

Әммә ҡаты холоҡло, маҡсатын тормошҡа ашырырға өйрәнгән Румия үҙенең хәленә тәүҙә өшәнһә лә, тиҙ үк күнде, күнекте. Хыялы ғәмәлгә ашыр һымаҡ... Клиенттарҙың күбеһе Рәсәй байҙары, туристары булыуы үҙе үк өмөт уята. «Шайтан ғына өмөтһөҙ» тиҙәр. Ә Румия шайтан түгел, һылыуҙарҙың һылыуы. Ундайҙарҙы «алтын ҡалаҡҡа һалын йоторлоҡ» тип үк ебәрәләр. Сибәрлектең фажиғәгә тарытыуын да, бәхетле итеүен дә Румия аңлай башланы: отаһыңмы, отолаһыңмы – бына уныһы инде тик үҙеңдең булдыҡлығыңдан тора, тигән фекере лә бар. «Әгәр байығыуға алып барған юлың ошо юҫыҡтан киткән икән, сәбәләнмәҫкә кәрәк» тип уйланы ул.

...Донъя шулай ҡоролған: кем эҙләй – шул таба... Бында килтереүҙәренә йыл самаһы үтеүгә Румияның йәтмәһенә «ҙур балыҡ» ҡапты.

Ҡыҙҙың сираттағы клиенты ла – үҙе ялтас, үҙе тәпәш, һимеҙлектән «пуф-ф-пуф-ф» итеп саҡ тын алған, тирләгән йөҙөн яулыҡ ҙурлығындағы ҡулъяулығы менән минут һайын һөрткән серегән бай ҙа – Рәсәйҙән килеп, бында төпләнгәйне. Үҙ ғүмерендә сибәрҙәрҙе күп күргәндер, Румияға әллә ни иҫе китмәне. Әммә быныһы бөтә һәләтен екте: өҙөлөп һөйгәнен ҡаршылаймы ни, ихлас йылмайҙы, самими ҡиәфәткә керҙе, йән иретерлек һүҙҙәр әйтте. Бай тәүҙә ғәжәпләнде, унан үҙе лә алаптай ауыҙын йырып, бер аҙ һынап тексәйҙе, оҙон һары сәсле, зәңгәр күҙле «русалка» икәнен күрҙе. Аҙна һайын килергә ғәҙәтләнде. Ҡиммәтле бүләктәр алырға ла онотмай. Күп тә үтмәне, серегән бай, ҡарт Сан Саныч, Румияға бүтән клиенттарҙы ҡабул итмәҫкә фарман бирҙе, бордель хужаларына аҡса түләп, уның «русалочкаһын» бимазаламаҫҡа килеште.

«Хыялымды тормошҡа ашырасаҡ тәүге баҫҡыс» тип ҡыуанды Румия. Ысынлап та, Сан Саныч йәш ҡатындың һәр үтенесен теүәл үтәргә тырышты. Ә бер көндө ул алтын алҡа килтергәс, быныһы, бүләкте оҡшатмаған булып, иркәләнеп кенә икенсе төрлөһө кәрәк тип мыйылданы. Май бөргән бай тәүҙә асыуланды, унан ҡуйынына һыйынған һылыуҡайын шаҡ ҡатырып, дөрөҫөрәге, иҫ киткес шатландырып:

– Ярай, Фея моя, алҡаны үҙең һайлап алырһың! – тимәһенме. Сергей таҡҡан ҡушамат ныҡ йәбешкәйне: Румияны Фея тип йөрөтәләр, ысын исемен белеүсе юҡтыр ҙа.

– Нисек? Мин биклемен дә! Алҡа һайлар өсөн ювелир магазинын бында килтерә алмайһың бит... – Румия иркәләнеп кенә үпкәләй. Үпкәләүҙәре үҙенә харап килешә.

– Хужалар менән һөйләшермен, нәҡ егерме йәшең тулған көндә ювелир магазинына алып барырмын, бүләкте үҙең һайларһың. Юбилейың бит. Ә һин ҡаңғырма, мин эшләй алмаған нәмә юҡ! – тип үк ебәрҙе быныһы.

Көтөлмәгәнлектән күҙҙәре маңлайына менһә лә, Румия был юлы ысынлап ихлас йылмайҙы: бәлки, Сан Саныч өйләнеп тә ҡуйыр...

Сан Саныч, ҡарт булһа ла, хәтерле икән, вәғәҙәһен онотмаған: Румияны тыуған көнөндә ювелир магазинына алып китте. Аҡсаның көсө ниндәй: бикле ишектәрҙе шарран-яра астыра, асыҡ ишектәрҙе мәңгелеккә яптыра... Байлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ҡарт һөйәр, йәш ҡатын өсөн бөтәһен эшләһә лә, ғаилә ҡороу тураһында асҡан ауыҙын шунда уҡ япты: «Ғүмеремдә әллә нисә өйләндем, үкенерлек түгел. Әммә хәҙер, ошо йәшемдә, тағы ҡатын алыштыра алмайым, дәрт булһа ла, дарман юҡ – үҙең дә яҡшы беләһең...» тине ул.

Борделдән кейәүгә сығыу хыялы елгә осто. Ундай бәхет меңдәрҙең береһенә генә тәтейҙер. Шулай ҙа магазинға килеү, кешеләр күреү Румияның кәйефен шаҡтай күтәргәйне: ул аҫтыртын ғына тирә-яғын байҡаны, һатып алыусыларҙы күҙәтте. Прилавка яғына ике-өс аҙым яһарға өлгөрҙөмө-юҡмы, көтөлмәгәнлектән абына яҙҙы: икенсе бүлмәнән Аббас килеп сыҡмаһынмы! «Әллә күҙемә күренәме? Бәлки, оҡшаған кешелер, улар халҡы бер төҫлө бит» тигән мең төрлө уй үтте. Аббастың да күҙе осҡор икән: Румияны танып, бик ғәжәпләнде, йәһәтерәк сәләмләште:

– Әссәләмәғәләйкүм!

– Сәләм! Миңә ошо ынйы муйынсаҡты күрһәтегеҙ, Румия, «пуф-ф-пуф-ф» итеп ҡәнәфигә ултыра һалған Сан Санычҡа күҙҙәре менән генә күрһәтеп, Аббасҡа мәғәнәле ҡараны. Быныһы сос та икән, иркенләп һөйләшергә ярамағанды төшөндө. Прилавка артына баҫып, муйынсалар күрһәтергә тотондо, үҙе башҡортсалап шым ғына һорауҙар бирҙе:

– Бында нисек килеп сыҡтың?

– Лондонға һылыуҙар конкурсына, тип алдап килтерҙеләр. Рәсәйҙән ун бишләп ҡыҙ ҡапҡанға эләктек.

– Аңлашылды.

– Зинһар, ҡотҡарығыҙ!

– Ҡайҙаһың?

– Адресты белмәйем. Тәҙрәнән диңгеҙ генә күренә. 213-сө бүлмәлә көн итәм.

– Ә теге әҙәм кем?

– Ул... – Румия һүҙ тапмай аптыранды.

– Төшөндөм. Бабай кемде һайларға белгән, – Аббас, муйынсаларҙың береһен һалып, икенсеһен алып, һонған булды. – Табырға тырышырмын, көт.

– Исламиә нисек?

– Бик яҡшы. Ике айлыҡ улыбыҙ бар.

Румия бәпес менән ҡотларға, изге теләктәр әйтергә өлгөрмәне, ниҙер һиҙенгән Сан Саныч былар янына килеп тә етте:

– Фея әллә төрөксә беләме? – тип таҫрайҙы.

– Бәй, русса һөйләшәбеҙ ҙә! – Румия, Сан Санычтың күҙҙәренә тура ҡарап, алдашты.

– Алҡа тигәйнең дә, муйынса һайлайһың, – тип мышылданы ҡартлас.

– Ҡәҙерлем, ошоға күҙем төштө бит! Һөйөклөм, аҡса йәлләйһеңме? – Румия, харап килештереп, тоғро эттән былайыраҡ мөлдөрәп, һөйәренә ҡараны.

– Ярай, ярай, теләгәнеңде ал! – Румияның нәҡ ошо ҡиәфәтен яратҡан байғура, тынысланып, тағы ҡәнәфигә барып ултырҙы.

– Исламиәгә күп сәләм әйт!

– Әйтермен! Түҙем бул, беҙҙе белеүеңде берәүгә лә һиҙҙермә.

Шик тыуҙырмаҫ өсөн һүҙ ҡуйыртманылар.

* * *

Румия Аббасты оҙаҡ көттө. Айҙан ашыу ваҡыт үткәс, төңөлә үк башланы. Сан Саныч та һирәк килә. Уныһы ла үҙгәрҙе: ниҙер уйлап Феяға текәлә, аҡсаһын да ҡыҫа, бүләкләргә лә «онота».

Бер көндө өмөтһөҙлөккә төшөп, ни уйларға белмәй ултырғанда етди ҡарашлы ир кеше килеп керҙе лә, сәләмләшеп тә тормай, фарман бирҙе:

– Кейен, машина көтә! – Ул ҡара пакет һондо. Бында бирелгән кейемдәрҙе ҡалдыр, ошоларҙы кей.

Ир коридорға сығыу менән тулҡынланыуҙан ҡалтыранған Румия тиҙ генә пакеттан әйберҙәрҙе сығарып ҡарарға тотондо: оҙон итәкле күлдәк, яулыҡ, туфлиҙар... Ҡабалана-ҡабалана сисенеп, йәһәтләп кейенде. Сан Санычтың бүләктәре менән булған ғына аҡсаһы һалынған сумочкаһын ҡара пакетҡа тыҡты ла ҡурҡып ҡына ишекте асты. Теге әҙәм ишек төбөндә торған – Румияны коридор буйлап алып китте.

Машинала күпмелер барғас, ҡапыл туҡтанылар. Ишек урынына ҡаплаған ҡалын кейеҙ кеүек нәмәнең ситен генә күтәреп, эскә үттеләр. Баҡһаң, иркен бүлмә икән: зауыҡ менән йыйыштырылған, ҡайҙа ҡарама – шау сәскәгә күмелгән гөлдәр.

Көтөп торғандарҙыр, төпкө бүлмәнән Аббас менән Исламиә килеп сыҡты.

– Әссәләмәғәләйкүм! – Аббас сәләмләште лә Румияны оҙатып килгән кеше менән икенсе бүлмәгә кереп юғалды.

Исламиә менән Румия ҡосаҡлашып күреште. Исламиәне танырлыҡ та түгел: ҡаптар тейәп арба һөйрәгән яшыҡ «олтанбикә» ҡупшы «солтанбикә»гә әүерелгәйне.

Аббас эште йәһәтләне: ике-өс көндән Мәскәүгә, унан Өфөгә осорға тейештәр – Румияны үҙе оҙатасаҡ. Уның Өфөлә эштәре бар икән.

– Ҡапҡандарға бүтән ҡапмаҫҡа тырыш! Нәсихә апайға күп сәләм әйт, уға ошо бүләктәремде, күстәнәстәремде тапшыр! – тине Исламиә, иламһырап.

Румияның паспорты булмағас, Исламиәнең документы менән Аббас билет алды.

Затлы күлдәктәр кейҙереп, күҙҙәрен генә күрһәтеп ҡиммәтле яулыҡ ябындырып, хатта бол да биреп оҙаттылар.

Уны үтә ҡабаландырып оҙатҡандарын Румия һиҙмәй буламы. Сәменә тейҙе: «Барыбер бай ир табырмын!» тигән ҡәһәтен эстән генә ҡабатланы. Йөрәген өйкәгән йәнә бер «шеше» бар: Сергей менән Маринаға ҡабат осрамаҫҡа, һаҡ булырға тейеш, «Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай» тиҙәр бит.

* * *

Аббас Румияны Өфө аэропортынан Нәсихә апаһының квартираһына тиклем таксиҙа оҙатып ҡуйҙы. Кереп, күрешеп күстәнәс-бүләктәрен тапшырҙы.

Аббас хушлашып сығып киткәс, Нәсихә асыуын һис йәшермәй, һорау алыуҙы башлап ебәрҙе.

– Төркиәлә әлегәсә нишләп йөрөнөң? Ниңә хат яҙманың? Ниңә, исмаһам, бер шылтыратманың?

– Төркиәлә ҡунаҡта булдым! Исламиә ҡайтарманы. Малайын тапҡас, ярҙамсы кәрәк ине: улына өс ай тулғансы ярҙам иттем, хат яҙырға ваҡыт булманы, – Румия күҙ ҙә йоммай алдашты.

Ҡайҙа Нәсихә апаһының таныштары һәм Сан Саныч бүләк иткән алтын алҡа-йөҙөктәр «ярҙамында», ҡайҙа аҡса төртөп, Румия паспортлы булды.

Компьютер курсын тамамлағас, Нәсихә, үҙе йыйыштырыусы булып эшләгән төҙөлөш компанияһы хужаһы менән һөйләшеп, һеңлеһен эш башҡарыусы итеп урынлаштырҙы.

Бер көндө офисҡа һапалы ғына, сибәр кеше килеп керҙе. Хужа эш менән сығып киткәйне, уны көтөп, был оҙаҡ ҡына ултырҙы.

Алсаҡ, аҡыллы күренергә тырышып, Румия эшлекле ҡиәфәт менән һорауҙар бирҙе: ул бит компания хужаһының уң ҡулы – бөтәһен дә белергә тейеш. Күп тә үтмәне, егеттең исеме Илнур икәнен, Өфөлә балалар йортонда тәрбиәләнеүен, Өфөнөң дәүләт нефть техник университетын тамамлағас, Екатеринбургта төпләнеүен, буйҙаҡ булыуын, квартираһы ла, машинаһы ла барлығын, үҙенә кәрәкле бөтә мәғлүмәтте күңеленә һеңдерҙе. Әле Илнур коттедждар төҙөү компанияһының генераль директор урынбаҫары вазифаһында эшләй икән. Өфөгә килешеүҙәр төҙөргә килгән.

Румияның бәхетенәлер, хужа әле кәңәшмәлә ултырыуын, килеүселәр булһа, уны көтмәһендәр, тип шылтыратты. «Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына» тиҙәр, быныһы ла Румияға ҡулай ине. Илнур Өмөтбаевтың өй адресын, телефон номерын бик кинәнеп яҙып ҡуйҙы, йәнәһе, кем килгәнен хужаға әйтергә кәрәк.

Кейәүгә сығыр өсөн был егеттән дә шәберәк кандидатура булмаясағын аңланы Румия: квартираһы, машинаһы, аҡсаһы бар; ата-инәһе, туған-тыумасаһы, ҡатыны, бала-сағаһы юҡ. Сибәрлеген әйт: ҡуйы ҡара сәсле, ҡара күҙле, урта буйлы, килмәгән-килешмәгән ерен тапмаҫһың.

Илнурҙың үҙенә ҡарап-ҡарап алыуын, һәр һорауға ихлас, тәфсирләп яуап биреүен күреп-һиҙеп тора, һылыулыҡ ылыҡтыра егетте. Румия тик бер һорауын бирергә генә ҡыйманы: «Һөйгән ҡыҙығыҙ бармы?» тиһә, Илнурҙың «әлбиттә, бар» тиеүенән шөрләне.

Икенсе көндө Илнур ниңәлер офисҡа килмәне, шылтыратманы ла. Егеттең һөйгән ҡыҙы барҙыр, тип көйөнгән Румия түҙмәне, ике-өс көндән үҙе Екатеринбургка шылтыратты. Аҙаҡ улар көн һайын һөйләшергә ғәҙәтләнде.

Тәүәккәл Румия Илнурҙың: «һине яратам, өйләнешәйек» тигәнен көтмәҫкә булды.

– Һеҙҙең яҡтарға йомошом төшөп тора, ошо шәмбелә мине ҡаршыламаҫһығыҙмы, ҡаланы белмәйем, ҡаңғырып йөрөргә тура килер... – тип һәләк килештереп үтенде, һөйләшә белә ул: үтә ныҡышмай ҙа, әммә уның теләген кире ҡағырлыҡ та булмай.

Илнурҙың шат тауышы яңғыраны:

– Көтәм! – тине ул.

...Илнур Румияны автовокзалда ҡаршыланы.

– Мадонна ҡайҙа алып барырға фарман бирер? – Илнур ихлас йылмайҙы.

Егеттең илгәҙәклеге Румияны батырайтып ебәрҙе:

– Йомош менән йөрөмәйем, һиңә ҡунаҡҡа килдем! – Оҙон керпектәрен, күбәләк ҡанаты кеүек елпелдәтә-елпелдәтә, оялсан йылмайған булды.

Автовокзалдан тура Илнурҙың квартираһына йүнәлделәр...

Ике-өс көндән Румия Нәсихә апаһына кейәүгә сығыуын телефондан хәбәр итте...

8

Ҡәмәриәнең атаһы, Вафа ҡарт, бер биҙрә бәрәңге күтәреп, ишектән кереп килә. Ҡыҙын, Ҡәмәриәһен күргәс, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайҙы. Бәй, инәһе лә, Сәмәриә лә, өйҙә икән: усаҡ яғып йөрөй. Бәрәңге бешерергә әҙерләнәләр.

Ҡәмәриә уларға ҡарап ултыра. Асыҡ тәҙрәнән ҡыҙыҡайҙың маңлай сәсен ел туҙғыта. Наҙлы, йомшаҡ, йылыҡай ғына ел...

Ҡәмәриә күҙҙәрен асты: янында Нәркәс тора. Апаһының маңлай сәстәрен ипләп кенә һыйпай. Төшөндәге йылы, наҙлыҡай ел – ҡыҙ баланың йомро ғына, йомшаҡ ҡына ҡулдары икән.

Нәркәс, уның уянғанын күргәс, сырҡылдап көлә-көлә, йүгереп түр яҡҡа сығып китте.

Түр яҡта Сәйҙә ҡоҙағый, таҡмаҡ әйтеп, ейәнен һикертә:

Таритәм, таритәм.

Бәрәңге жарить итәм!

Бәрәңге жарить итәм дә

Мына шулай жить итәм!

Ҡәмәриә йылмайҙы: тағы бәрәңге... Төшөндә атаһы биҙрә тултырып бәрәңге алып керҙе; Сәйҙә ҡоҙағыйы ла бәрәңгегә арнап таҡмаҡ сығара. Данлы ризыҡ шул бәрәңге. «Бәрәңге – йәшәһен мәңге!» тигән йыр ҙа бар бит.

Ул, йәһәт кенә тороп, карауатын йыйыштырҙы. Түр яҡта һаман мәж киләләр. Ҡәмәриә, ишек яңағына һөйәлеп, өйҙәгеләрҙе күҙәтә.

Шалҡандай таҙа, көләкәс малайҙың ҡиәфәте ниндәй: өс кенә бөртөк теше күренгән ауыҙы ябылмай – йылмая; аяҡтарын алмаш-тилмәш алға ташлап һикерә-һикерә лә, ҡапыл шулай талпына – осорға әҙерләнгән ҡош күккә ынтыламы ни! Ҡоҙағыйҙа ла көс, сослоҡ бар икән көтмәгәндә һикергән баланы ҡулдарынан ысҡындырмай.

Сәйҙә ҡарсыҡ икенсе таҡмағына күсте:

Ниңә илай беҙҙең Ильяс?

Илайҙыр ул ас булғас!

Ыштандары еуеш булғас,

Танауға маңҡа тулғас!

– Ҡартинәй, алдама, Ильяс иламай бит. Ыштаны ла ҡоп-ҡоро, танауында маңҡаһы ла юҡ! – Нәркәс энеһен үбергә ынтыла, быныһы апаһының сәстәрен секунд эсендә эләктереп тә ала. – Уй-й, ауырта бит, ебәр! – тип иламһырай Нәркәс.

Балалы өй уйын-көлкө, шатлыҡ, күңел тыныслығы, өмөт менән мөлдөрәмә тулы бер баҙар. Шау-гөр килә хужалар.

Ҡәмәриәне күргәс, Фирҙәүес самауырына тотондо:

– Апай, торҙоңмо? Беҙ сәй эстек, һине йоҡлаһын әле, тип уятмағайныҡ. Хәҙер тере ҡуҙ төшөрәм дә, күмәкләп ултырайыҡ. Ана, ҡәйнәм дә килә!

Шәфиғә шәп атлағандыр, бышлыҡҡан, сикәләре алһыуланған.

Гөрләп тора өй: сәй эстеләр ҙә кем мунса яғырға, кем кер йыуырға, кем аш-һыу яраштырырға тотондо. Ильяс йәнә Нәркәс ҡарамағында, һигеҙ айлыҡ малайҙың атларға тырышыпмы – тырышыуы, карауат тирәсенә тотоноп оҙаҡ ҡына баҫып тора, ҡулдарын апаһына һона.

Ҡәмәриә сумка төбөндә онотолоп ҡалған күстәнәсен аш-һыу бүлмәһенә алып сыҡҡанда балалар янында туҡтап, бер ус кәнфитте Нәркәскә һондо. Ҡыҙыҡайҙы кәнфиттән бигерәк, матур һүрәттәре ҡыҙыҡтырҙы – «Гуси-лебеди» тип ижекләп уҡыны ул.

– Апай, «Гу си-лебеди» кәнфитенән ҡаҙ ите тәме киләме? – тип һораны.

Көтөлмәгән һорауға албырғабыраҡ ҡалған Ҡәмәриә көлөп ебәрҙе:

– Ә һин ашап ҡара, үҙең белерһең.

Нәҡ шул саҡта мунсанан аһылдап Айҙар килеп сыҡты:

Мунсаның ҡыҙыулығы, таштары шартлап тора! Уф-ф, яндым! – Ул, йөнтәҫ таҫтамал менән елкәһен һөртә-һөртә, литрлыҡ банкалағы айранға үрелде.

– Әтей, янып бөткәнһең инде, төтөнөң генә сыға, Нәркәс атаһының ялтас башынан һыйпаны.

– Төтөн түгел, быу! – тип төҙәтте Айҙар.

– Быу икәнен беләм, шаяртам бит! Нәркәс, сырҡылдап көлә-көлә, атаһына һыйына.

– Мә, эсеп ебәр әле, күп һөйләй торғас тамағың кипкәндер! – Айҙар телсәр ҡыҙына айран тулы тәгәс һондо.

– Кәрәкмәй! Айрандан ялҡып бөттөм. Ҡартинәйем менән яндырып сәй эстек!

Тимәк, ҡыҙыҡай ҡуйы сәйгә һөт өҫтө ҡойоп сәй эскән. Бәләкәй генә ҡыҙ баланың ауыҙынан өлкәндәрсә «яндырып сәй эстек» тигән һүҙҙе ишетеү үҙе бер мәрәкә. Ҡартинәйҙәр тәрбиәһе!

– Мунса тиһәң, бөтә донъяһын онота! Кисә кис кенә керҙе, бөгөн дә иренмәй, – Фирҙәүес наҙлы ҡарашын Айҙарына төбәне. – Ҡараҡай бөҙрәләрен йәлләмәй, йәй етһә, ҡыра ла ташлай. Үткән аҙнала сәсен алдырып ҡайтҡайны, Ильясы танымай, бармай ҙа ҡуя.

Гөрләшеп көлдөләр.

...Ул көндө мөһим эш атҡарылды: Вафа ҡарт менән Сәмәриә ҡарсыҡҡа һәм Фәйзрахманға аят уҡыттылар.

Ҡунаҡтар ҡайтҡас, ғаилә инде тынысланып, иркенләп өҫтәл артына йыйылды. Аят уҡытҡандағы тәьҫораттар менән уртаҡлашҡас, төрлө хәбәргә төшөп китмәйенсә булмай.

Шәфиғә Ҡәмәриәнең төшөн юраны:

– Беҙҙең Ҡөрьән уҡытырға әҙерләнгәнде әруахтар белгән, һин ҡайтҡанға ла шатланғандар.

– Төш тигәндән... Ҡәмәриә ҡоҙасамды төшөмдә күреп ятамсы. Ни, тим, уң ҡулының бармағына алтын балдаҡ кейгән дә, шуға ҡарай ҙа ҡарай. «Бик килешә, бармағыңа тап-таман, сисә күрмә» тип өйрәтәм, – Сәйҙә ҡарсыҡ, ваҡ-ваҡ йотоп ҡына сәйен эсеп бөттө лә, хәбәрен дауам итте, – балдаҡ никахты аңлата. Аллаһ бирһә, был өйҙә күркәм байрам булыр. Яҙмыш ҡушҡанса ғүмер итә кеше. Ҡоҙасама әйтер һүҙем шул: йәмәғәттең мына тигәне осрар. Аҡҡусҡар ауылында дан туй буласаҡ!

– Ә ниңә беҙҙең ауылды Аҡҡусҡар тиҙәр? Аҡҡусҡар нимә була? – Ҡәмәриәнең янынан китмәгән Нәркәс һорауҙы табып ҡына тора.

– Тәкәне ҡусҡар тип әйтәләр. Борон заманда бер кеше, аҡ тәкәһен эҙләп, ошо ергә килеп сыҡҡан. Бындағы ер-һыуҙың матурлығына хайран ҡалған, ти. Күрәһең, ул үҙенең ауылынан алыҫ китмәй йәшәгәндер, һарыҡ тәкәһен табып алып ҡайта ла оҙаҡламай йортон ошонда күсереп һала. Унан күрмәксе тағы бер нисә ғаилә килеп төпләнә. Элек өс-дүрт өй булһа, ауыл, тигәндәр. Былар, ауылы менән ожмахтай ергә бик ҡыуанып, әлеге аҡ тәкәне ҡорбан итеп салалар. Ауылға «Аҡҡусҡар» тигән атама бирәләр. Аҡҡусҡар күп йылдар үтеүгә ҙурайып, бына әлеге ауылға әйләнә.

– Ҡайҙан беләһең? – Нәркәс, аптырап, күҙҙәрен тултырып, апаһына ҡарай.

– Миңә әтейем һөйләгәйне.

– Ә уға кем һөйләгән?

– Уға ла әтеһе һөйләгәндер.

– Ә ниңә...

Ҡыҙ бала сираттағы һорауын бирергә өлгөрмәй, Фирҙәүес, асыуланып, һүҙен бүлә:

– «Нәркәс» тигән исемде яңылыш ҡушҡанбыҙ, «Әниңә» тип ҡушырға кәрәк булған! Бөтмәҫ һорауҙарың менән апайыңды арытаһың бит.

– Ҡыҙым һәләк ҡыҙыҡһыныусан, үҫкәс, Аллаһ бирһә, ғалимә булыр, – Сәйҙә ейәнсәрен үбеп ала.

– Ғалимә кем ул? Ә ниңә мин...

– Әниңә ҡыҙым, хәбәреңә әүрәп, ҡартинәйеңдең бүләген кейеп күрһәтергә оноттоң! – Фирҙәүес ҡыҙыҡайҙы балалар бүлмәһенә алып китә.

Күп тә үтмәй, бала итәкле асыҡ йәшел төҫтәге күлдәк өҫтөнән тәңкәләр баҫылған ҡарағусҡыл йәшел бәрхәт камзул кейгән Нәркәс килеп сыға ла:

– Мин – башҡорт ҡыҙы! – тип, тәңкәләр сыңлағандай, сыңғырлатып көлә.

– Һай-һай, бигерәк килешә! – Ҡәмәриә ихлас һоҡлана.

– Сәйҙә ҡартинәйем текте. Ошо күлдәгемде кейһәм, үҙгәреп, матурайып китәм! – Нәркәс, аҡҡош ҡанат ҡаҡҡан һымаҡ, ҡулдарын килешле болғай-болғай, өйрөлөргә тотона.

– И-и, останлаҡ ҡына түгел, маҡтансыҡ та икәнһең! – Фирҙәүес ҡыҙының камзул төймәләрен ҡаптырып ҡуя.

– Сәйҙә ҡартинәйем үҙе шулай тине. Ә ниңә...

– Ильяс янында беҙ ултырғанда, бар, иптәштәрең менән уйна, өлкәндәргә һөйләшергә ирек бирмәйһең, – Фирҙәүес асыулана башлай.

– Ҡәмәриә апай, хушбыйың һәләк тәмле икән. Инәйемдең дә хушбыйы бар – еҫе яман. Ә ниңә һинең хушбыйыңдың еҫе тәмле?

– Әлләсе... быны француздар яһаған.

– Апай, ҡолаҡ артыма ғына һөрт әле, иптәштәремә еҫкәтәйем.

Ҡәмәриә «Шанель № 5» хушбыйын алып килеп, бөтәһенә лә һөртә.

Апаһы камзулдың эс яғына, күлдәгенең ең остарына хушбый тамыҙғас, Нәркәс күбәләктәй оса-талпына йүгереп сығып та китә.

Сәйҙә ҡулындағы бәйләменә ымлай:

– Ильясҡа тип башлағайным, киске автобусҡа сығырға уйлап ултырам. Ҡайтайым – тегендәге балалар ҡартинәйһеҙ ике-өс көндә йонсой башлай. Өлкәндәр эштән бушамай. Күңелем тынысланып ҡайтам: шөкөр, Ҡәмәриә ҡоҙасам өйҙә, Шәфиғә ҡоҙағыйым да шәп. Нәркәсем энеһенә буйтым иптәш. Мин ҡуҙғалайым әле.

– Иртәгә төшкө автобуста ҡайтыр инең, күргән-һөйләшкән һынлы ла булманыҡ, – Фирҙәүес инәһенә мөлдөрәп ҡараны.

– Аллаһ бойорһа, тағы килеп етермен, автобус йөрөп тора. Йәйге көн оҙон, һигеҙҙә ултырһам, сәғәт ярымдан өйҙә булам! – Сәйҙә ярһығайны.

– Фирҙәүес, Екатеринбург күстәнәстәрен дә һалырға онотма! – тип иҫкәртте Ҡәмәриә. – Борсолма, ҡоҙағый, бәшәйҙе үҙем бәйләп бөтөрмөн. Инәйем бәйләргә өйрәткәйне.

– Ҡоҙаса, бәшәйҙе иркенерәк ит, Ильяс ай үҫәһен көн үҫә. Атлай башлаһа, иҙәнгә балаҫ йәйелһә лә, көҙгә табан һалҡыныраҡ булыр. – Сәйҙә ҡарсыҡ, ҡауҙырланып, юлға әҙерләнә башланы.

– Ҡәмәриә апай, Нәркәсте үҙебеҙ менән алырбыҙ, юғалтма! Эҙләргә лә түгел, белгәндәй, ана, үҙе ҡайтып килә, – Айҙар улын күтәрҙе. – Әйҙә, Ильяс, ҡартинәйеңде оҙатайыҡ.

Уларға Шәфиғә лә эйәрҙе:

– Һуҙманлап тормайым әле: мин дә автобус туҡталышына ҡәҙәр бергә барайым. Оҙаҡламай шул яҡтан көтөү ҙә ҡайтыр. Хәҙер, Ҡәмәриә бикәсем, теләгән саҡта осрашырбыҙ, туйғансы һөйләшербеҙ.

Ҡәмәриә, яңғыҙы ҡалғас, һауыт-һабаны йыуып, урынлаштырҙы ла бәйләменә тотондо.

Ҡул эшен танһыҡлаған икән: бармаҡтарға күҙ ҙә эйәрмәй. Әммә ғәҙәттә тынысландырған шөғөл ҡыҙҙың башында ҡайнаған уйҙарҙы кәметмәне: йөрәге семетеп-семетеп ҡуйҙы, эсе бошто...

Бая Ильясты күтәреп йөрөгәндә, кешегә һиҙҙермәй генә бәпес еҫен еҫкәне. Бәпес еҫе ҡиммәтле хушбыйҙарҙан былайыраҡ тәмле ине, хатта башы әйләнеп киткәндәй булды. Шул саҡта күңел төбөнә баҫырып ҡуйған һағышы, бүтән боҫоп ятырға теләмәй, ялҡын һымаҡ бөтә булмышын ялманы: Фирҙәүес килене унан йәш булһа ла, ике бала инәһе. Ҡәмәриәгә лә инәй булырға күптән ваҡыт. Ваҡыт тигәнең үтеп бармай микән әле?! Һәр нәмәнең үҙ мәле... Мәле үттеме – тапмаҫһың, тиҙәр, әмәлен.

Ҡәмәриә, албырғарға тырышып, бәйләменә йәнтәслим тотонған булды, тик уйҙарҙан һаман арына алманы: «Илнур... уңалмаҫ йәрәхәтем, үкенесле хәтирәм булып, йөрәгемә мәңгелеккә уйылыр ахыры. Илнурҙы ла, Батырйән кеүек, бүтән күрмәм, тауышын ишетмәм... Екатеринбург тарафтарына юлланғанда кемдәр менән осрашырымды, ниҙәр күреремде, ниҙәр кисереремде белмәнем шул. Ошо ҡәҙәре күңел ғазаптарына тарырымды һиҙһәм, ул яҡтарға аяҡ та баҫмаҫ инем...»

Ҡәмәриә яҡшы һөнәр алырға теләне: уҡытыусы булмаһа, табибәлекте һайлар. Эшкә керер, ситтән тороп уҡыр, ә, бәлки, киреһенсә, көндөҙ уҡыр, кистәрен эшләр. Сәнәғәт ҡалаһы бит, ҡалай ҙа эш табылыр. Ҡәмәриә хатта ҡара эштән дә ҡурҡмаҫ...

Уның ниәттәре ифрат изге, өмөттәре һәләк яҡты ине...

* * *

Румияның үҙе генә белгән маҡсаты күңеле төбөнә боҫҡайны... Ире эшләгән компанияла көндәр буйы ҡағыҙҙарҙа соҡсоноу, эш ҡағыҙҙарын тәртиптә тотоу, телефондан шылтыратыусыларға аныҡ, асыҡ яуаптар биреү уны ифрат ялҡытҡайны. «Баш ҡалҡытмай, көндәр буйы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр артынан ниңә сабам әле мин? Мин бит эшҡыуар ҡатыны. Ғүмер бер генә – теләгәнеңде ашап, теләгәнеңде кейеп, теләгән ерҙә йөрөп, теләгәнеңде һөйөп йәшәргә кәрәк. Тик урыныма кемде табырға? Хәҙерге бисә-сәсә, ай-һай, сос, хаяһыҙ... Илнурымды тартып алырға ла күп һорамаҫтар. Илнур ундай аҙымға барыуын-бармаҫ: берҙән, мине үлеп ярата; икенсенән, бигерәк мәшәү. Үҙем әүҙемлек күрһәтмәһәм, өйләнә лә алмаҫ ине. Шулай ҙа һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай... Илнур янында бына нәҡ Ҡәмәриә кеүек бигүк сибәр булмаған, баҫалҡы, әммә эшкә оҫолло кеше кәрәк. «Эш башҡарыусы» тигән хеҙмәтте иңенә икеләнмәй ҙә йөкмәйәсәк. Ҡәмәриә байлыҡҡа ҡыҙыҡмай, барына шөкөр итеп йәшәргә өйрәнгән.

Йәнә, Ҡәмәриә – тоғро әхирәт, ниндәй сер һөйләһәң дә һыя. Уның ышаныслы дуҫ икәнен мәңге һынағам: һатмай ҙа, һатылмай ҙа.

Тағы бер мөһим яғы бар: ул мине фәрештә тип белә, миңә һоҡлана. Табып ҡара ошондай иҫәүән әхирәтте.

Ә иң мөһиме «Төркиә тарихы»мды белмәй. Бөтә талаптарға тура килгән бүтән берәүҙе, көндөҙ сыра яндырып эҙләһәм дә, табып булмаҫ!» – тип, ҡабат-ҡабат уйланы ул. һәм бына теләгенә иреште.

Ике-өс мәртәбә машинаны юл ситенә сығарып, тамаҡ ялғап, ял иттеләр. Румия кеҫә телефонынан сәғәт һайын ире менән һөйләште.

Тәбиғәттең матурлығын байҡап, һөйләшеп килгәс, биш сәғәтлек юлды үткәндәре тойолманы ла – Екатеринбург күренде.

– Минең квартираға туҡталып тормайбыҙ, тура коттеджға барайыҡ, – тине Румия.

Екатеринбургка кермәйенсә, һулға боролдолар. Баҡһаң, коттедж ҡаланан ситтә төҙөлгән икән.

– Был Екатеринбургтың юлдаш ҡаласығы, – тип аңлата башланы Румия, – Ҡайынлы тип атала. Илнур тәүҙә Үрге Пышманы, ул да Екатеринбургтың юлдаш ҡаласығы, һайлағайны. Мин ҡаршы төштөм: «Мында сәнәғәт предприятиелары күп. Ә бына Ҡайынлы йәтеш булыр: халыҡ бәләкәй бизнес менән йәшәгәс, сәнәғәт предприятиелары булмағас, тыныс, һауаһы таҙа» тинем. Тыңланы. Вообще-то ул минең бер һүҙемде лә кире ҡаҡмай, –Румияның тауышында тантана сағылды.

Ҡәмәриә өс ҡатлы коттеджға оҙаҡ ҡарап торҙо. Уның бындай күркәм бинаны хатта телевизорҙан да күргәне юҡ, шикелле.

«Румия бик бәхетле: инәһе кеүек, балаларҙы күп табыр. Коттедж тирәһендәге баҡсала бала-сағаның сағыу тауыштары яңғырап торор» – Ҡәмәриә әхирәте осон шатланып бөтә алманы.

Уларҙы урта буйлы, ыҡсым кәүҙәле, яҡты сырайлы алтмыш-алтмыш биш йәштәрҙәге ҡатын ҡаршыланы.

– Шөкөр, имен-һау ҡайтып еттегеҙ! Минең исемем Сафура, – тип ихлас йылмайып, ике ҡулын күрешергә һондо.

– Һаумыһығыҙ! – Ҡәмәриә етеҙ хәрәкәтле ханымға минутында уҡ күңеле тартылды, инәһенә оҡшатырға өлгөрҙө.

Ике әхирәт душта йыуына һалып, өҫ кейемдәрен алмаштырғас, аш-һыу бүлмәһенә керҙе.

– Юлдан бит һеҙ, бына һут, минераль һыу, тамаҡ сылата тороғоҙ. Былау әҙер. Хәҙер Илнур ҡайтып етер, – Сафура ханым һүҙен әйтеп бөтөргә өлгөрмәне, кеше кергәнен белдерер өсөн махсус эшләнгән, муйынсаҡ кеүек теҙелгән ваҡ ҡына ҡыңғырауҙар, көмөш тауыш сығарып, зыңғырланы.

Ишектән уртасанан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, бөхтә кейенгән егерме биш-утыҙ йәштәр самаһындағы кеше килеп керҙе.

– Шөкөр, имен-аман ҡайтып еттегеҙ! – тип, Сафура ханымдың һүҙҙәрен ҡабатлағандай, ихлас һөйләнә-һөйләнә, иң тәүҙә Ҡәмәриә менән күреште. – Һеҙ Ҡәмәриә булаһығыҙҙыр, Румия әхирәтемде алып киләм, тигәйне. – Илнур ҡатынының иңбашына ҡулын ҡуйҙы. – Юл йонсотманымы?

– Юҡсы. Үҙе бер күңелле сәфәр булды. Асыҡтырҙы, Румия табын әҙерләнгән өҫтәлгә ынтылды.

– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, – тип өлтөрәне Сафура ханым.

...Дан итеп тамаҡ туйҙырғас, өҫтәл артынан иң тәүҙә Румия торҙо:

– Подружкама бүлмәһен күрһәт, теге саҡта мин һайлағанды, – тине лә икенсе ҡатҡа табан йүнәлде.

– Бик тәмле булды, ҙур рәхмәт, инәй! – Илнур ҡатыны артынан эйәрҙе.

– Юл йонсота ул, әйҙә, һеңлем, һиңә тәғәйен бүлмәне күрһәтәм, ял ит, – Сафура ханым хәстәрле инәкәй кеүек Ҡәмәриәгә яратып, үҙ итеп ҡараны ла алъяпҡысын сисә һалды.

Сафура ханым Ҡәмәриәне беренсе ҡаттағы иркен генә, матур обой йәбештерелгән, арыу ғына йыһазландырылған бүлмәгә алып керҙе:

– Ҡаршы бүлмә минеке, – тип ҡуйҙы.

– Ғүмерҙә лә көндөҙ йоҡлағаным булмағас, хәҙер нимә эшләргә һуң миңә? – Ҡәмәриә ҡыйыуһыҙ ғына Сафураға ҡараны. – Китаптар алырға ла баш етмәгән. Берәй эш юҡмы?

– Шулай инде: йәштәр килһә, эш башлай; ҡарттар килһә, һүҙ башлай. Улайһа, әйҙә, минең бүлмәлә һөйләшеп ултырайыҡ. Көн буйы бер үҙем, телһеҙ кеше кеүек, һөйләшмәй йөрөгәс, гәпләшеп ултырыу миңә танһыҡ. – Сафура ишеген асты. Уның бүлмәһе лә нәҡ Ҡәмәриәнеке кеүек йыһазландырылғайны, тик обойҙары ғына икенсе төҫтә.

– Апай, һеҙ Илнурҙың инәһеме ни? Румия уның ата-инәһе, хатта туған-тыумасаһы ла юҡ тигәйне. – Ҡәмәриә эстән генә «әхирәт ғүмер буйы алдашырға яратты, ғәҙәтен ташламаған икән...» тип уйларға өлгөрҙө.

– Румия дөрөҫтө һөйләгән. Илнурға ун ике йәш сағында ата-инәһе гүр эйәһе булған. Балалар йортонда, Өфөлә үҫә ул. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөнөң дәүләт нефть техник университетына уҡырға керә. Уҡығанда уҡ математиканан шәплеге, һүрәтте һәйбәт төшөрөүе менән бүтәндәрҙән айырылып торғас, шул уҡыу йортона барырға кәңәш иткәндәр.

Ә инде Илнурҙың миңә улан булып китеүе үҙе бер тарих... Тыңларға йыбанмаһаң, һөйләйем, – Сафура ханым ниңәлер һүрән генә йылмайҙы.

– Тыңлайым, әгәр ҙә һеҙгә ҡыйын булмаһа... – Ҡәмәриә, һиҙгер ҡыҙ, Сафура ханымдың күҙҙәре моңһоуланыуын, тауышы үҙгәреп китеүен шунда уҡ шәйләне.

– Носратуллам Свердлауҙың «Уралмаш» заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләй, мин завод директорының, бүтән начальниктарҙың иҙәнен йыуам. Үрге Пышманан Свердлауға автобус менән йөрөп эшләйбеҙ. Юл йөрөү йонсота, ваҡытыбыҙ сарыфлана.

Миҙал ике яҡлы була, тиҙәр. Начальниктарҙың күҙ алдында йөрөүҙең ҙур файҙаһы тейҙе: завод директоры өс бүлмәле квартира бирҙе. Бәхеткә, улыбыҙ Ғәбдинур ҙа Свердлау өлкәһендә хеҙмәт иткәйне. Ул, армиянан ҡайтҡас, атаһы һымаҡ, иретеп йәбештереүсе булып «Уралмаш»ҡа урынлашҡайны. Шуларҙы иҫәпкә алғандарҙыр квартира биргәндә. Унан хөкүмәттән торлаҡ алыу бөттө, һатып алыуға күстеләр.

Ярай, беҙ фатирлы булырға өлгөрҙөк. Илдә боларыш-ҡыйралыш дауам итте. Ҡалабыҙҙа аҙна һайын ниҙер шартланы. Беҙҙең «Уралмаш» заводындағы заказлы үлтереш иң ҙуры, тинеләр. Барыгалар ишәйҙе. Ә ҙур аҡса ҙур фажиғә ул.

Енәйәтселәрҙең айырым зыяраты барлыҡҡа килгән. Заказ менән үлтерелгәндәрҙең ҡәберҙәренән генә торған зыяратты беҙгә, Носратулла менән миңә лә, күрергә тура килде, ыһ-һ... – Сафура ханым ағарып буҙарған йөҙөн ҡулъяулығы менән ҡапланы ла түгелеп илап ебәрҙе.

– Сафура апай, – Ҡәмәриә, тумбочка өҫтөндә валерианка күреп, өҫтө ябыулы быяла банкалағы һыуҙы йәһәт кенә уймаҡтай сынаяҡҡа ҡойоп, дарыу тамсыларын тамыҙа һалып, ханымға эсерҙе, тынысланығыҙ. Хәтирәләрегеҙ ауыр икән, һөйләмәгеҙ.

– Һөйләһәм, ҡайғым саҡ ҡына кәмер кеүек. Былай ҙа хәсрәтемде тыңлар кеше юҡ. Илнур улым белә лә, мына әле һиңә сиселеп ултырам. Хафаландырҙым, ғәфү ит... – Сафура ханым бер аҙ ултырғас, яңынан дарыу эсте. Яйлап тынысланды, хәбәрен дауам итерлек хәлгә килде. – Ғәбдинурым да ошо барыгалар зыяратында ерләнгән. 2001 йылдың ғинуарында улыбыҙҙы әрәм иттеләр. Кеше үлтереүсе, киллер, тиҙәр, шикелле, бүтәнгә атырға тейеш булған. Ә Ғәбдинурым яҡты донъянан юҡ ителергә тейеш иргә оҡшаған. Шул бәндә йөрөгән юлдан Ғәбдинурым эштән ҡайтып килгән. Ул саҡта йән ҡыйыусылар бер кемдән дә ҡурҡманы, көпә-көндөҙ гөп тә гөп атышҡандарын ишетә инек.

Шул хәлдән һуң Носратуллам йөрәк сиренә тарыны, мин дә йыш ауырый башланым.

Бер көндө ҡартым йөрәк тәңгәлен ыуырға тотондо. Ҡараһам, дарыуы бөткән. Кисләһә лә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән аптекаға киттем. Дарыу алдым да ҡайтып киләм. Йортома еткәйнем инде, бәй, ни күрәм: өс кеше берәүҙе тәгәрәтеп туҡмай. Тауышһыҙ ғына һуғышалар. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, йән асыуы менән ҡысҡырып ебәрҙем:

– Ярҙам итегеҙ, кеше үлтерәләр! – Аяҡ аҫтымда ятҡан таяҡты ҡулыма эләктерҙем дә аҡырып та баҡырып, ирҙәргә ташландым. – Ғәбдинурымды гүргә тыҡтығыҙ! Хәҙер үҙем һеҙҙе үлтерәм! – тим бит әле. Әзмәүерҙәй бәндәләр таяҡ тотҡан әбейҙән шөрләй тиһеңме, юҡ инде, тауыш сығыуҙан ғына ҡурҡҡандарҙыр, йәһәт юғалдылар.

Балкондан ошо хәлде Носратулла күреп торған икән, аһ-уһ итеп, ул килеп етте.

Ерҙә ҡыбырламай ҙа ятҡан кеше Ғәбдинурым йәшендә, мин илай-илай башын ҡосаҡланым:

– Кемдең генә ғәзизе һин, балаҡайым? – тип һамаҡлайым.

Күҙҙәрен асты, миңә тултырып ҡараны ла:

– Инәй, үлгем килмәй, – тимәһенме. Башҡортсалаштырып әйтә, бер ҙә «мама» тимәй.

Йөрәгем әллә ни эшләне, хатта күҙ алдарым сыбарланды: нәҡ минең улым һымаҡ, ҡараҡай, нәҡ Ғәбдинурым йәшендә, хатта тауышы ла оҡшаш һымаҡ.

Носратулла менән торорға ярҙамлаштыҡ.

– Йортоң, квартираң ҡайһы тирәлә? Атлай алырһыңмы? – тим.

– Тегеләрҙең һине көтөп тороуҙары бар. Әйҙә, энем, беҙгә керәйек. Апайың сәй эсерер, хәл йыйырһың, – Носратулла егетте ҡултыҡлап алды.

И-и-и, Ҡәмәриә һеңлем, әле лә үҙемә аптырайым: нисек ҡурҡмайынса бандиттар араһына барып керҙем икән. Уның туҡмалғаны ла башкиҫәр булһа?! Серек күҫәк күтәреп, тас-тос һуғышҡан бәндәләр араһына бар ҙа кер, ә?!. Хәҙер уйлайым-уйлайым да үҙемде аҡлап ҡуям: берҙән, ҡыйырһытылғандарҙы, кәмһетелгәндәрҙе яҡлау беҙҙең быуындың тәрбиәһе ул. Ғәбдинурымдың ҡайғыһы ла ифрат батырайтҡандыр.

Мына шулай бер ғаилә барлыҡҡа килде: Илнур

Носратуллаға «әтей», миңә «инәй» тине. Беҙ уны улыбыҙ, балабыҙ итеп ҡабул иттек. Тик Носратуллам ғына мандыманы – йөрәк сире еңде. Уның баҡыйлыҡҡа күскәненә ике йыл тулды.

Ҡәмәриә белмәйме юғалтыуҙарҙың аяуһыҙлығын. Сафураның ағарған йөҙөн күреп, ҡыҙҙың күңеле тулды. Иғтибарҙы нисек тә бүтән юҫыҡҡа йүнәлдерергә тырышып, тел осона килгән һорауын бирҙе:

– Апай, Илнур, Өфөлә үҫкәс, ниңә шунда ҡалмаған?

– Бәндәне яҙмышы йөрөтә. Өфө дәүләт нефть техник университетында бергә уҡыған дуҫының ағаһы Екатеринбургта йәшәй икән. Теге егет Илнурҙы ла мында килергә өгөтләй. «Ҡайҙа барһаң, дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы сығып, атың бәйләргә» тигән боронғолар. Дуҫының ағаһы Илнурға ла ярҙам иткән.

Ниндәйҙер дүкәмиттәр менән Өфөгә йыш йөрөй Илнур. «Башҡортостан Рәсәйҙең бүтән төбәктәре менән сағыштырғанда, күпкә алға киткән. Төҙөлөштәр гөрләп тора» тип кинәнә. Күңеле гел Өфөлә бит уның. Бөгөндән күсеп китер ине, Румияһы риза түгел. Нимә тип, мында йәбешеп яталыр ул бисә, мин аңламайым...

9

Ғүмер тигәнең ағын һыуға тиң... Ҡәмәриәнең йылға яҡын ваҡыты уҙып та китте. Сафура апаһына ярҙамлашты ҡыҙ: йыһаз саңдарын һөрттө, аҙыҡ-түлек артынан йөрөнө, аш-һыу яраштырҙы – ҡыҫҡаһы, йортто ялт иттереп тотто. Әммә кистәрен йоҡлай алмайынса ыҙаланыуы йышайҙы: былай, саң һурҙырып, иҙән йыуып йөрөһә, бер ниндәй ҙә һөнәрһеҙ ҡалмаҫмы? Кеше тупһаһында йөрөп, бәндәгә бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмере заяға үтәсәк, елдәй осасаҡ бит. Румия әхирәте: «Пропискаң да булыр, һөнәр ҙә алырһың, эш тә табылыр» тип өгөтләгәйне. Әле был хаҡта өндәшмәй. Ҡәмәриә бер нисә мәртәбә һүҙ ҡуҙғатып ҡарағайны ла, хужабикә оҫта ғына хәбәрҙе бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бора ла ебәрә.

Ҡәмәриә, ни ҡәҙәре күңелен биләгән шик-шомға бирешмәҫкә тырышһа ла, бер көн сыҙаманы:

– Сафура апай, үҙемде әрәм тамаҡҡа һанайым. Ысын эш кәрәк миңә, уҡырға, һөнәр алырға ине. Румияға ошо хаҡта әйтһәм, оҡшатмай, һүҙҙе икенсегә бора ла ебәрә. Артабан ни эшләргә миңә? – тип серен систе, кәңәш һораны.

Бындай хәбәрҙе Сафура ханым күптән көтөп йөрөгәндер, ахыры, йөҙө яҡтырып китте:

– Уңай һүҙ башланың. «Был ҡыҙ алдағы яҙмышы хаҡында борсолмай» тип уйлағайным. Хан һарайы һымаҡ йортто йыйыштырып, ялт иттереп тотоуыңа Румия ифрат ҡәнәғәт, һиндәй бөтмөр, егәрле хеҙмәтсене ҡайҙан тапһын ул? Шуға ла уҡып, һөнәрле булыуыңа ҡаршы. «Пропискаң булыр» тип тә алдаған.

Йәшәгән һайын йәшәрмәйем: тиҙ арыйым, йыш ауырыйым. Әллә ҡасан үҙемдең квартирама ҡайтыр инем, Илнурҙы йәлләйем: «инәй» тип өҙөлөп тора, етемһерәр кеүек. Аҙмы-күпме һиңә ярҙамлашам. Унан бер үҙем нисек йәшәрмен – толҡа тапмам, тип тә хафаланам.

Румия аш-һыу бешермәй, һауыт-һаба йыумай. Үҙе ашауға ифрат тырыш, эшкә лә тырыш булһа ине лә бит, юҡ инде... Ризыҡ әҙер булһа, ашай, әҙер булмаһа, ресторанға йүгерә. Үҙен ҡунаҡ һымаҡ тота, шуға «ҡунаҡ килен» тигән ҡушамат таҡҡайным. Күҙенә ҡарап әйткәнем бар – өндәшмәй. Бөжләңкерәй ул минән.

– Сафура апай, «ҡунаҡ килен» тигәс, иҫкә төштө: Румия «мин Илнур менән гостевой бракта йәшәйем» тигәйне. Аңламаным. «Гостевой брак»тың нимә икәнен үҙенән һорарға уңайһыҙландым. «Гостевой брак меня вполне устраивает» тине, шулай булғас, һәйбәт нәмәлер?..

– Хужалыҡты бергә алып бармай, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшкәндәй, йә ирҙең, йә ҡатындың квартираһында осрашып йәшәүҙе «гостевой брак» тиҙәр. Нәҡ шул саҡта Румия үҙенә матур квартира, еңел машинаның ифрат яҡшыһын алдырҙы. Икенсе төрлөһө, «гражданский брак» тигәне лә бар. Мыныһында хатта туй яһап, балалар үҫтерәләр. Әммә ЗАГС-та тормайҙар.

Хәйләкәр ул Румия: ошонда күсенгәс, ҡапыл ғына ЗАГС-ҡа ҡабаланды. Хәҙер коттедж да, бүтән ҡиммәтле монаят та уртаҡ. Румия асығауыҙ түгел... Никахтары теркәлгәс, «ҡунаҡ килен» текә ҡылана. Балаһы булмау ғына тәкәбберлеген аҙыраҡ баҫа.

Әһ-һә, сәғәт бер тулды: хәҙер хужалар ҡайтыр.

Ул арала ишектәге көмөш ҡыңғырауҙар зыңғырланы.

* * *

Бер көндө Сафура ханым менән Ҡәмәриә магазиндарҙа йөрөп, арманһыҙ арып ҡайтыуҙарына ҡаршыларына Румия осраны.

– Ҡәмәриә, минең кабинетҡа банан менән еләк-емештәр килтер!

– Бәй, ниңә бында ашамайһың? Төшкөлөктө хәҙер өлгөртөрбөҙ, – Сафура, аптырап, Румияға текәлде.

– Беҙгә Кения принцы килгән... – Быныһы, бер кемгә лә тура ҡарамай ғына, мөңкөлдәне.

– Кем, кем килгән? – Сафураның ғәжәпләнеүе сикһеҙ ине.

– Илнурға Кения принцы килгән, ә ул өйҙә юҡ! Румия тиҙ генә өҫкө ҡатҡа йүнәлде.

– Бәй, өйҙә булмаһа ни, уның бит эш урыны – офисы бар. Был ҡунаҡ килен Кения кешеһен ҡайһы арала алып ҡайтҡан? Аҙыҡ-түлеккә ҡасан йөрөгәнебеҙҙе белә: беҙ баҙарҙа, магазиндарҙа саҡта, тимәк. Һай-һай йылғыр, һай-һа-а-ай, йылан аяғын киҫкән был бисә... – Сафура һаман көйәләнде.

Ҡәмәриә, көмөш батмусҡа кофе сервизын теҙеп ултыртҡас, шоколад, банан, еләк-емеш тултырылған йәйенке гәлсәр һауыт ҡуйҙы, алһыу салфеткалар һалды. Шунан һаҡ ҡына баҫып өҫкә күтәрелде.

Баҫҡыстарҙан менгән саҡта күберәге тәбиғәт күренештәре төшөрөлгән картиналарға ҡарамаҫҡа тырышты: Аҡҡусҡарын һағыныуы көсәйә. Ә кәйефле мәлдәрендә ошоларҙы махсус ҡарай ул: урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырғандай, болондарҙағы сәскәләрҙең хуш еҫтәрен еҫкәгәндәй, йылға буйҙарында йөрөгәндәй хис итә үҙен. Бөтә картиналарҙы ла Илнур төшөргәнен белгәс, иҫе киткәйне: күренекле рәссамдарҙың эшенән һис кәм түгел, хатта өҫтөнөрәк тә әле. Хоҙай Илнурға һәләтте йәлләмәгән. Коттеджын да ифрат зауыҡлы проектлап төҙөгән – таң ҡалмаған кеше юҡ.

Бында бөтәһе лә уйлап эшләнгән: беренсе ҡатта аш-һыу, ҡунаҡ бүлмәләре. Алыҫтан килгән дуҫ-иштәре ял итер өсөн йәнә өс-дүрт ыҡсымыраҡ бүлмә: уларҙың икеһе Сафура менән Ҡәмәриәгә тәғәйенләнде.

Икенсе ҡатта Илнурҙың эш кабинеты, китапхана, бильярд, ир менән ҡатындың йоҡо бүлмәһе.

Ә өсөнсөһө тотош Румияға тәғәйенләнгән: хужабикәнең кейем-һалым шкафтары менән бүтән кәрәк-яраҡтары тултырылған бүлмә янында джакузи, арыраҡ ял итә торған бүлмә, уның ҡырында эш кабинеты. «Эшем эйәһенең кабинеты» тип, Сафура ханым көлөп тә, көйөнөп тә һөйләнеп ҡуя.

Өс ҡатта ла бәҙрәф, душ бүлмәләре.

Ҡәмәриә, ҡулдары буш булмағас, ипләп кенә ишеккә типкеләне.

Күҙҙәре йылтыраған Румия ниңәлер көттөрөп кенә ишек асты.

Түңәрәк өҫтәл артында ваҡ ҡына ҡара бөҙрә сәсле, ҡап-ҡара йөҙөндә кофе сынаяҡтарынан кәм булмаған күҙҙәре ағырайған кеше ултыра. Үҙе былай ыҫпай кейенгән: ҡара костюм, зәңгәр күлдәк, зәңгәрһыу галстук.

Ҡәмәриә батмусын урынлаштырғас, йәһәт кенә сығып китте.

– Һәләк төҫөң ҡасҡан да, ни булды? – Сафура ханым һаҡ ҡына һорашты.

– Эшкә урынлашырға ине... Былай ни хеҙмәтсе хәленә күнегеп барам даһа... – Ҡәмәриә күптән үҙен яфалаған уйын әйтте.

– Шулай... Хеҙмәтсе «хеҙмәт» тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән. Тырышып хеҙмәт итәһең, – Сафура ханым һүҙен икенсе йүнәлешкә борҙо, – үҙем дә яһилмын: батмусҡа бананды юрый күп һалдым. Шуны файҙалы тигән булалар, барыбер яратмайым. Ашаған маймылдар ашаһын да Кения кешеһе кинәнһен: өйрәнгән тәғәме уға танһыҡтыр. Көләмәс итеп һөйләйҙәр бит. Берәү банан алып ҡайтҡан икән: «Банан бигерәк ҡиммәт, балам. Йә инде, ошоно маймылдар бушлай ашай, беҙгә аҡ май хаҡына һаталар» тип көйөнә, ти.

Ҡәмәриә һүрән генә йылмайған булды. Аңлай: апаһы уның күңелен күтәрергә тырыша.

– Негрҙы кәмһетеп әйтмәйем, уны ла Аллаһ Тәғәлә яратҡан. Тик ниндәй йомошо төштө икән Румияға? Офисында ҡабул итһен. Кофе эсерергә лә емеш-еләк ашатырға ғына саҡырмағандыр...

Эсем боша, үҙенә күрә түгел Румия. Илнурҙы һанламаған булып маташыуын һиҙеп йөрөйөм. Ул бисәнең әллә күпме сәйер эштәрен Илнурға әйтмәнем, һинән дә һүҙ сыҡмай. Холҡобоҙға төшөндө ул. Беҙҙе аңраға һанайҙыр. Кем тине әле? Ә, әйе, Кения кешеһе хаҡында был юлы Илнурға һөйләмәй ҙә ярамаҫтыр. Элек «ошаҡсы булмайым, аралары боҙолоп ҡуймаһын, ир менән ҡатын үҙҙәре беләлер» тип, күп нәмәгә күҙ йомдом, телемде тешләнем. Мындай әҙәм килергә тейеш инеме, юҡмы – асыҡларға кәрәк! – Сафура ханым һәләк ярһығайны.

10

Илнур менән Румия араһында ниндәй һөйләшеү булғандыр, Ҡәмәриә лә, Сафура ла белмәне. Әммә Румияның уларға ҡырын-мырын ҡарауынан, шарт та шорт баҫып йөрөүенән ире менән аңлашыуҙың етди булыуы күренә ине.

Аулаҡта Сафура ханым Ҡәмәриәгә сер систе:

– Мәшәүлегемде еңә алмай инем, был юлы оятымды артҡа ташлап, анау Кения кешеһе тураһында Илнурға һөйләнем. Улыҡайым, бахырҡайым, шаҡ ҡатты. Ә ҡунаҡ килен ифрат бартанлаған: «Офисыңа аяҡ та баҫмайым!», тип иренә аҡырғанын ишеттем. Ата ялҡауға һылтау булды: эшенән нисек китергә белмәй ине...

Шул саҡта Илнур ҡайтып керҙе.

– Аһ-аһ, нишләп иртәләнең, улым, аш әҙер түгел, Сафура ханым борсолдо.

– Һеҙҙең менән һөйләшергә кәрәк ине. Инәй, һинең кәңәштәрең һәр саҡ миңә ҙур ярҙам булды, һүҙ Ҡәмәриә хаҡында барасаҡ. Өсәүләшеп кәңәшләшеп алайыҡсы. Беҙҙең офисҡа эш башҡарыусы кәрәк, – Илнур, артабан ни әйтергә белмәгәндәй, тынып ҡалды.

– Румия эшен ниңә ташлай? Әллә юғарыраҡ вазифаға күсәме? – Сафура, ғәҙәтенсә һаҡ ҡына һорашты.

– Уға дауаланырға кәрәк... – Илнур ниңәлер ҡыҙарынды. Сикәләрен һыйпай-һыйпай өҫтәп ҡуйған булды, «бәпәй һөйәһем килә» ти.

– Табиптарға күптән күренергә кәрәк ине. Был хаҡта нисәмә әйтһәм дә, һүҙҙәремә битараф ҡалды. Ярай, аңлаған, тимәк, – Сафура ханым уйсан ҡарашын Ҡәмәриәгә һирпте лә хәбәрен дауам итте, – эш башҡарыусы алдыбыҙҙа ултыра. Саң һөртөп тә иҙән йыуып Ҡәмәриә ғүмерен заяға үткәрмәһен! Уҡыйым тиһә, артабан ҙурыраҡ һөнәргә ынтылһа, бигерәк һәйбәт. Ә миңә ярҙамсыға бүтән кеше алырбыҙ.

Шуны ғына көттөмө икән, Илнурҙың йөҙө балҡып китте:

– Әйттем дә, инәйемдең кәңәштәре һәр саҡ төплө. Ҡәмәриә, һеҙ ни тиерһегеҙ?

Шатлығын һиҙҙермәҫкә тырышып, Ҡәмәриә баш ҡаҡты:

– Мин риза! Ҡунаҡ бүлмәһендәге компьютерҙың инструкцияларын уҡый торғас, ап-аруҡ төшөндөм. Әллә ни ҡыйынлығы ла юҡ икән. Аңлайым: һеҙҙең эштә компьютерҙы яҡшы белергә кәрәк.

– Хәҙер бөтә ерҙә лә шунһыҙ эшләп булмай, һорауҙар, төшөнөп етмәгән ерҙәр булһа, үҙем өйрәтермен. Улайһа, иртәгәнән эшләй башларһығыҙ, – Илнур эштең ыңғай барасағына ифрат шат ине.

* * *

Бәләкәстән математиканы яҡшы белгән, отҡор Ҡәмәриәгә документтар менән эш итергә өйрәнеү өсөн өс-дүрт сәғәт етте. Әллә ни ғүмер радио, телевидение дикторы булған тиерһең, телефондан, факстан яғымлы тауышы менән тыныс, асыҡ дикция менән һөйләшеүе Илнурҙы ғәжәпләндерҙе лә, һөйөндөрҙө лә.

Киске аш мәлендә Илнур хеҙмәткәренән ифрат уңыуын шатланып хәбәр итте:

– Ҡәмәриә – бик зирәк ҡыҙ, бөтә эштәрҙең нескәлегенә тиҙ төшөнә, – тине ул.

– Шулай булыры күренеп тора, – Сафура ханым да ифрат ҡыуанды.

Румия өндәшмәне: аҫҡа ҡарап, уйланып ҡына ашаныуын белде. Иренең Ҡәмәриәгә ихтирам менән һоҡланып ҡарауы оҡшамау ғына түгел, уны ярһытып уҡ ебәргәйне. Тойғоларын оҫта йәшерә белгән Румияның эсе ҡайышыуын барыһы ла күрҙе: ҡатынҡайҙың матур танауы ап-аҡ булғайны. Ҡәмәриә уның ғәҙәтен белеп бөткән: йәне көйһә, Румияның танауы ағара, нисектер оҙонайып киткәндәй була.

– Ҡәмәриә торғаны бер хазина ул ҡәҙерен белгән кешегә, – тип, ялҡынға кәрәсин һипкәндәй, әңгәмәне дауам итте Сафура.

Маҡтауҙы һис яратмаған Ҡәмәриә, эш тапҡан булып тороп китте: һыуытҡыстан ҡарағат ҡайнатмаһын өҫтәлгә ҡуйҙы, һаҡ ҡына Румияға күҙ төшөрҙө: көнләшеүен белеп- күреп тора, әхирәте уға ифрат йәл ине.

Ике-өс көндән Илнур Өфөгә командировкаға китте.

Иренең китеүе булды, Румия «тусовка» тигән кисәгә йыйынды. Әлбиттә, иренең командировкаға китеүен көтөп ятмай ул – Илнур өйҙә саҡта ла кисәләргә йыш йүгерә. Әлегәсә Румия гел бер үҙе йөрөнө. Ә был юлы ул әхирәтен дә ныҡышып-ныҡышып кисәгә саҡырҙы.

Икеләнгән ҡыҙҙы Сафура ханым да шым ғына өгөтләне:

– Яйы сыҡҡанда байҙарҙың байрамдарын күреп ҡал. Байғуралар ни ҡылана икән... Йөҙ мәртәбә ишеткәнсе, бер күрергә кәрәк.

Ҡәмәриә бик яратҡан күлдәген кейҙе. Йәшел ерлеккә аҡ сәскәләр төшкән затлы күлдәк Ҡәмәриәгә ифрат килешә. Ҡыҙ уны үҙе теләгәнсә теккәйне: тубыҡтарын ҡаплаған, иҙеүе лә артыҡ асыҡ түгел. Ҡәмәриә алтын сылбыр менән алтын алҡаларын таҡты. Бигүк бейек булмаған аҡ туфлиҙарын кейҙе. Унан оҙон ҡара сәстәрен берҙән үреп, ҡалын толомон арҡаһына һалды.

Еңел баҫып, Сафура апаһының бүлмәһенә керҙе. Сафура аһ итте:

– Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк... Ҡайһылай килешә! Ҡунаҡ килендең кисәләргә нисек кейенгәнен күреп торабыҙ: икегеҙ ике донъя кешеһе кеүекһегеҙ...

Өҫкө ҡаттан төшкән Румия:

– Ҡәмәриә! – тип саҡырҙы.

Ҡәмәриә менән Сафура уның янына ашыҡты.

Румия тубыҡтан ҡыҫҡа, иҙеүҙәре үтә асыҡ зәңгәр күлдәк кейгән, асыҡ йәшел зөбәржәт муйынса менән ошондай уҡ алҡалар таҡҡан. Оҙон ботло ҡатын һәр саҡ үтә бейек дағалы туфли кейергә ярата, әле нәҡ торнаға оҡшап баҫып тора ине.

Румия әхирәтен баштан-аяҡ һынап ҡараны ла:

– Во! Золушка нашего времени! тип, ирендәрен ҡыйшайтты.

* * *

...Аҡ колонналы өс ҡатлы йорт янында туҡтанылар. Румияның тәғәйен урыны бар икән: машинаһын йәһәт кенә урынлаштырҙы.

Йорттоң баҫҡыстарынан алып ишеккә тиклем балаҫ йәйелгән. Ишектең ике яғында ла дәү кәүҙәләрен туп-тура тотоп, һаҡсылар баҫҡан. Береһе, эскә үткәрмәҫкә тырышып, Ҡәмәриәгә ынтылғайны, Румия уң ҡулын килешле генә һелтәп, уны шып туҡтатты. «Тимәк, әхирәт бында үҙ кеше... Уның менән иҫәпләшәләр. Байҙар үҙҙәренең йәмғиәтен ныҡ һаҡлай – биләмәләренә яттарҙы яҡын ебәрмәйҙәр» тип ишеткәйнем, дөрөҫ икән» тип уйланы Ҡәмәриә.

Эскә үткәс, Румия таныштары менән нәзәкәтле баш ҡағып, йылмайып сәләмләште.

Ҡәмәриә һаҡ ҡына тирә-яғын байҡаны: ҡатын-ҡыҙ ҡып-ҡыҫҡа итәкле (ҡайһы берҙәре арттан билгә тиклем йырыҡ), иҙеүҙәре самаһыҙ асыҡ күлдәк ишараты кейгән. Ҙур иҙеүҙәренән түштәре бүҫелеп сығып бара...

Биҙәлгән Яңы йыл шыршыһы һымаҡ ялтыраған ҡатын-ҡыҙ һауалы, тәкәббер – ир-ат менән көйәҙ генә гәпләшә. Улар нисек бер-береһен ишетәлер, ҡолаҡ тондорғос музыка яңғырай.

Румия буш өҫтәл янына йүнәлде. Ҡәмәриә уның артынан эйәрҙе. Бүтән өҫтәлдәр эргәһенән үткәндә күптәр уларға ҡыҙыҡһынып ҡарауын Ҡәмәриә, йәне-тәне менән һиҙһә лә, тыныс, битараф булырға тырышты. Сит мөхиттә үҙенең ҡара ҡарғалар араһында аҡ ҡарға икәнен аңлағайны.

– Цыганка, наверное... – тине бер ирекәй, ҡыҙҙан күҙен алмай, таҫрайып.

– И сразу не определишь... – Икенсеһе лә Ҡәмәриәнең өҫ-башын, йөрөш-торошон диҡҡәт менән күҙәтте.

Өҫтәл артына ултырыуға официант килеп етте. Менюҙы илтифатһыҙ ғына ҡараштырып ултырған Румия заказ бирҙе:

– Барбекю одну порцию и бутылку Романешты Мерлот! – тине лә әхирәтенә меню һондо. – Һин нимә теләйһең?

– Үҙеңә ни – миңә лә шул, – Ҡәмәриә көлөмһөрәне: ресторанда ашамағас, ризыҡтарҙың ниндәйерәк икәнен дә, атамаларын да белмәй.

– Тогда две порции барбекю, две порции Корсика, фрукты и бутылку шампанского! – Румия менюға ҡарамай ғына заказды үҙгәртте.

Күп тә үтмәне улар янына рөхсәт тә һорамай тар маңлайлы, ҡалын ҡара мыйыҡлы, ҙур танаулы, һөрөнкө йөҙлө, ауыр ҡарашлы һонтор кеше килеп ултырҙы. Ҡулында – башланмаған коньяк.

– Здравствуйте, красавицы! – тине ул, һүрән генә йылмайып.

– Слава богу! – Румияның ҡараштары яҡтырып, йөҙө балҡып китте.

– Твоя подружка экзотический экземпляр! – Ирекәй йоторҙай итеп ҡыҙға төбәлде.

Румия күҙ һирпеп, тамаҡ ҡырҙы, өҫтәл өҫтөндә бармаҡтарын бейетеп алды ла урынынан ҡуҙғалды. Ҡәмәриәгә шыбырланы:

– Мине юғалтма, беҙгә һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк... Шунда ғына ултырып, көт.

Ҡәмәриәгә әхирәтен оҙаҡ көтөргә тура килде: һыуға баттылар, тиерһең, әллә ҡайҙа олаҡтылар.

Ул арала нисәмә ир-ат, Ҡәмәриә янына ултырырға тырышып, рөхсәт һораны.

– Занято! – тине ҡыҙ ҡырыҫ ҡына.

Ниһайәт, аҫҡа ҡарап, ҡәнәғәт йылмайған Румия күренде.

Бер аҙ ултырғас, Ҡәмәриә түҙмәне:

– Ҡайтайыҡ, – тип үтенде.

Шул һүҙҙе генә көткәндәй, быныһы йәһәт ҡуҙғалды.

Ҡәмәриәнең эсе өҙөлдө, ишеккә еткәнсе күпме кеше уларға тексәйҙе: кемелер ғәжәпләнеп, ә ир-аттың барыһы ла тиерлек һоҡланыуын һис йәшермәйенсә ҡыҙға төбәлгәйне.

Румияның күтәренке кәйефе шундуҡ үҙгәрҙе: танау осо ағарҙы, күҙҙәрен йыш-йыш йоморға тотондо.

Ҡәмәриә йәнә әхирәтен йәлләне: үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә теләгәйне лә бит, киреһенсә килеп сыҡты: «Золушка нашего времени» күптәргә оҡшаны, һиҙгер Ҡәмәриә йылы, ихлас ҡараштарҙы ла күрҙе, әллә күпме аҫылташтар таҡҡан ярым яланғас бисә-сәсәнән үҙенең барыбер юғарыраҡ икәнен дә төшөндө.

Ҡәмәриә «тусовка»ға бүтән аяҡ та баҫманы, Румия саҡырманы.

11

Илнур командировканан ҡанатланып ҡайтты. Киске аш мәлендә һәр саҡтағыса ғаилә кәңәшмәһе башланып китте:

– Барған һайын Өфөгә һоҡланам, төҙөлөштәр гөрләп тора. Архитекторҙарға эш табыуы ауыр түгел – белгестәр бик кәрәк. Әле был барғанымда Архитекторҙар йортонда архитекторҙар проекттарының республика смотр-конкурсын үткәрәләр ине. Башҡортостанда йәшәһәм, мин дә ҡатнашыр инем. Өфөнән киткәнемә мең үкенәм.

Әле юл буйына шуны уйланым: беҙ барыбыҙ ҙа Башҡортостандан бит, тыуған илебеҙгә ҡайтайыҡ. Румия, ни әйтерһең?

Миңә бында ла бик һәйбәт, өйрәндем. Торлағыбыҙ ниндәй... – Румия ниңәлер ярһып китте, тауышы ҡарлыҡты. Ул тиҙ генә урынынан торҙо ла аш-һыу бүлмәһенән сығып китте.

– Башҡортостанға күптән күсенер инек, Румия ризалашмай. Ниндәй ғилләһе барҙыр, аптырайбыҙ, – Сафура ханым тәрән көрһөнөп ҡуйҙы.

Өфөгә күсенергә теләмәүҙең ғилләһе ғибрәт сәбәптәрҙән ине: Румия Марина менән Сергейҙы осратыуҙан ҡурҡа.

Уның үткән тормошон Аббас менән Исламиә лә белә бит. Улар Башҡортостанға ҡунаҡҡа йыш килә. Һиңә кәрәкмәгән кеше ҡаршыңа тап булыусан: Румия шунан шикләнә, уларҙы мәңге күрмәҫкә риза. Әле үҙенә аптырай: Нәсихә апаһы урынлаштырған офиста нисек ҡурҡмайынса эшләп йөрөгәндер... Сәсен ҡараға буятырға, ҡара күҙлек менән ярты йөҙөн ҡапларға башы етте. Оҙаҡ ҡына оҙон күлдәк кейеп йөрөнө. Нәсихә апаһы ғажиз булғайны: бындай маскарад һеңлеһенә ниңә кәрәк икән?

Аҙаҡ, күпмелер йәшәгәс, ҡатынының сәсе ҡара түгел, арыш һаламындай, һап-һары булыуына Илнур сикһеҙ аптырағайны: «Сәсең матур бит, ниңә буяттың? Ҡара төҫ оҡшаймы?» тип ҡыҙыҡһынғас, ҡатыны өндәшмәне. «Йәшәргә теләһәң, төрлө сүрәткә керергә тура килә... Хәҙер мин хәлле кешенең хәләлемен! Етеш тормошта ғүмер кисерергә тигән маҡсатым ғәмәлгә ашты: Өфө тип, быларҙы юғалтырға башыма тай типмәгән...» – Румия эстән тантана итте. Ҡатынының ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирмәүенә өйрәнгән Илнур ҡабаттан төпсөшмәне.

* * *

Әммә Румияның күңеле бөтөн түгел ине... Ваҡыт үткән һайын тыныслығы юғала бара. Илнурҙътң Ҡәмәриәне хөрмәтләп тороуы, ҡыҙҙың эшкә сослоғо, егәрлеге хаҡында Румия менән Сафура ханымға йыш һөйләүе йәш ҡатындың йөрәгенә ҡаҙала. Бәлки, берәйһенә албырғар, тип, кисәгә алып барыуы ла ярҙам итмәне: таныш ир-аттың нисәһен Ҡәмәриә янына үҙе ебәрҙе, алыҫтан күҙәтте: ҡыҙ береһен дә ҡырына, өҫтәл артына ултыртманы.

«Ғүмер буйына фәрештә булып ҡыланды... Илнур алдында барыбер күҙҙән төшөрөрлөк сараһын тапмаһаммы исемем Румия булмаһын!..» тип ҡәһәтләнде ул.

Бәй, уйлаһаң, әлбиттә, табыла: Румия нәҡ Ҡәмәриә алдында ирен үбергә, ҡосаҡларға әүәҫләнде. Сафура ханым алдында ғына тыйыла ул.

Ә бер көндө Илнур сыҙаманы:

– Бала-саға һымаҡ ҡыланма, Румия! Һин оялмаһаң да мин бик оялам! – тине тыныс, әммә хәтергә һеңдерерлек итеп.

Йәш ҡатынға ғәҙәтен ташларға тура килде.

* * *

Өфөнөң дәүләт нефть техник университетындағы инженер-төҙөлөш факультетының архитектура бүлеген тамамлаған Илнур Өмөтбаевтың исемен төҙөлөш компаниялары етәкселәре генә түгел, йорттарын, коттедждарын башҡаларҙан айырылып торорлоҡ итеп төҙөргә теләгән кешеләр ҙә яҡшы белә.

Бер көндө Илнурҙың офисына ҡара сәсле, ҡарсыға танаулы, һонтор кеше килеп керҙе.

– Илнур Гумерович үҙендәме? – тине ул, Ҡәмәриәгә йоторҙай итеп ҡарап.

– Кем булаһығыҙ? – тип һораны Ҡәмәриә.

– Меграб Адамян. Мин – бизнесмен. – Ҡафтау халҡына ғына хас акцент менән һөйләшә.

Ҡәмәриә, Илнурҙың телефонына шылтыратып, клиент барлығын әйтте.

Кабинеттан сыҡҡас, Меграб, ҡыҙ янында туҡтап, хәбәр һөйләмәксе булды, күҙҙәрен яман йылтыратып, һүҙ башланы:

– Ай, красивая девушка, ай, хараша! Ты сразу понравился, душа мая!

Ҡафтау кешеһе ҡыйыу ине, йәкшәмбе көндө Илнурҙарға килеп керҙе. Телефондан һөйләшкәндәрҙер, Илнур Меграбты үҙе ҡаршыланы, кабинетына алып китте.

...Төшкө аш ваҡытында һүҙ тик Меграб тураһында барҙы.

– Әрһеҙ әрмәндең ниндәй йомошо төштө? – Сафура ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.

Илнур һүрән генә йылмайҙы:

– «Меграб» ресторанының хужаһы ошо кеше икән. Үрге Пышмала йәшәй. «Ҡайынлы ҡаласығы» тыныс, сәнәғәт булмағас, һауаһы ифрат таҙа. Халыҡтың ваҡ бизнес менән йәшәүе оҡшай. Шуға ла рестораным Ҡайынлыла. Ике ҡаласыҡ араһында йөрөргә ваҡыт әрәм була. Үрге Пышманан Ҡайынлыға күсәм, ти. Коттедж төҙөргә проект заказ иткәйне. Килешеү документтарын төҙөгәс, проект өҫтөндә эшләй башланым. Сабырһыҙ икән: килеп тә етте. Белгәндәй, ике вариант тәҡдим иттем. Береһен дә оҡшатманы: «Беҙҙең Кавказ, йәғни әрмән колориты юҡ», ти ҙә ҡуя.

Аҙна-ун көн эсендә проект әҙер булһын тигәс, һыҙмаларҙы алып ҡайтып, төндә лә эшләргә тура килер, ахыры. Дизайнер мәшәҡәттәрен дә өҫтәне! Особнякты төҙөп бөткәс, интерьерҙы биҙәрһең, ти. Тимәк, коттедж тулыһынса минең ҡарамаҡта.

– Былай ҙа ял төҫөн күрмәйһең бит, улым. Мыжый икән, отказ бир, баш тарт та ҡуй! – Сафура ханым Илнурға йәлләп ҡараны.

– Как отказ бирергә?!. Компания күпме килемдән яҙасаҡ! – Румия, ғүмерҙә булмағанса, кәйефенә ирек бирҙе, өҫтәл артынан йәһәт кенә тороп, шаҡ-шоҡ баҫып сығып китте.

– Аһ-аһ, ҡасандан компания хаҡында ҡайғырта башлаған? – Сафура ханым берсә Илнурға, берсә Ҡәмәриәгә күҙ һирпте.

Илнур өндәшмәне, Ҡәмәриә лә ни әйтергә белмәне.

Бер көндө икеһе генә ҡалғас, Ҡәмәриә уңайһыҙланып ҡына һүҙ башланы:

– Сафура апай, иҫемә төштө: әхирәт менән «тусовка» тигән ергә барғайныҡ бит әле! Шунда ошо кеше беҙҙең янда ултырҙы. Аҙаҡ Румия менән бик оҙаҡ юғалдылар. Офисҡа килгәнендә ҡайҙалыр күргән кеүек инем дә. Эшем күп ине, уға нығыраҡ иғтибар ҙа итмәнем. Мыйығын ҡырған икән – шуға ла танымағанмын. Мыйыҡ кешене ҡалай үҙгәртә.

– Әйттем дә: әрмән менән ҡунаҡ килен бер-береһен белә, тип. Бигерәк йылмаяҡ, аҫтыртын был бисура... «Был Сафура апай кешене яманларға тора» тип аптырайһыңдыр. Ғүмерҙә булмағанды әллә ниҙәр әйтәм дә ҡуям шул, аҙаҡ үҙемдең дә иҫем китә, үкенеп бөтә алмайым, – Сафура ханым тәрән көрһөндө.

12

Әхирәтен кәмһетеү юлдарын табып ҡына торҙо Румия: бер нисә күлдәк тектерҙе, яратмаған булып, кеймәне, Сафура ханым юҡта бешергән ризыҡтарҙы ашаманы, үтекләнгән әйберҙе яңынан үтекләтте, джакузиҙы ҡат-ҡат йыуҙырҙы. Быларҙың барыһын да алдан уйлап, һәр саҡ Илнур алдында эшләтә.

– Ошо арала офиста мәшәҡәттәр артып тора – эш күп. Ҡәмәриәгә, арып ҡайтҡан кешегә, һалышаһың, ә ниңә үҙең эшләмәйһең? – йәне көйгән Илнур ҡатынына тәүләп ҡаты бәрелде, күңелендә күптән йыйылған асыуын сығарҙы.

Ә Румияның ниәте икенсерәк ине, эстән генә тантана итте: «То ли еще будет, ой-ой-ой!..»

Ҡәмәриә сабыр холҡо, түҙемлеге арҡаһында әхирәтенең кәмһетеүен үткәреп ебәрә.

Әммә бер көндө Ҡәмәриәнең сабырлығы сатнаны.

Илнурҙың бушыраҡ сағы ине: Меграб Адамяндың заказын эшләп бөткәйне. Үҙенең ошо заказы хаҡында уй- фекере менән уртаҡлашырға, бүтәндәрҙе тыңларға уйлағайны.

Өҫтәлгә ризыҡ ҡуйылды, ә Румия һаман ҡайтманы.

– Сәғәт икелә сығып киткәйне – ҡайҙа һәптәндәй икән? – тип әйтеп һалды Сафура ханым.

– Поликлиникаға барам, тип шылтыратҡайны, һигеҙ тулып килә, күптән өйҙә булырға тейеш, – Илнур стена сәғәтенә ҡараны.

– Был ҡәҙәре ваҡытта... – Сафура ханым һүҙен әйтеп бөтөргә өлгөрмәне, арыған, әммә ҡәнәғәт Румия ҡайтып керҙе.

– Яҡшы хәбәр менән ҡайтҡанға оҡшайһың, – Илнур өмөтлө ҡарашын ҡатынына төбәне.

– Шатландыра алмайым: анализдар аҙна үткәс кенә әҙер буласаҡ... – Румия, аҫҡа ҡарап, мөңкөлдәне.

– Түләүле поликлиникаларҙа ла шулай оҙаҡҡа һуҙалар икән. Мына инде бер ғиллә: бала кәрәк ғаиләгә бала бирмәй Аллаһ Тәғәлә. Тфү, тфү, көфөр хәбәр һөйләйем, Хоҙайым, ғәфү ит! – Сафура һалмалы аш һалынған тәрилкәне Румия алдына ҡуйҙы.

Румияның танау осо ап-аҡ булды:

– Бала таба алмағандар аҙым һайын ул: Ҡәмәриәбеҙ ҙә, ана, Батырйәненән сабыйһыҙ ҡалды. «Яңғыҙ ҡатын балаһын нисек үҫтерһен...» тип, Хоҙай әллә йәлләне микән?

Ҡәмәриә тәүҙә бер ни аңламаны: хәбәрҙең мәғәнәһе аңына барып еткәс, сикһеҙ аптырап, әхирәтенә текәлде.

– Мына иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ... – Сафура ханымдың ҡулынан ҡалағы төшөп китте.

– Һы... – тигән булды Илнур, ситкә ҡарап.

Йөрәктән һығылып сыҡҡан ошо ауаз Ҡәмәриәне иҫенә килтерҙе:

– Румия, һин уйлап һөйләйһеңме, әллә уйнапмы? Ифрат оялған ҡыҙ шунан башҡа бер ни ҙә әйтә алманы. Йығылып китмәҫкә тырышыптыр, ахыры, урынынан яй ғына, һаҡ ҡына торҙо ла бүлмәһенә йүнәлде.

* * *

Сафура ханым Ҡәмәриәнен бүлмәһенә кергәндә, ҡыҙ әсенеп илай ине.

– Ҡуй, илама, һеңлем... – Сафура ханым йылы ҡулдарын ипләп кенә Ҡәмәриәнең иңенә һалды.

– Апай, мындай нахаҡ һүҙгә нисек сыҙарға? – Быныһы һаман тыныслана алманы.

– Ә-һә... «Буш һүҙ түгел микән?..» тигән уй күңелемә килгәйне лә... – Сафура ханымдың йөҙө яҡтыра башланы.

Ҡәмәриә, һалҡын һыу эскәс, әкренләп тынысланды. Бер аҙҙан үткән ваҡиғаны тәфсирләне.

– Теге ваҡытта ата-инәһе ниндәй кешеләр, тип һорағас, атаһы тураһында яҡшы һүҙ әйттең, ә инәһен һөйләмәнең. Бер ғилләһе барҙыр, тип уйлағайным да. Ғәйбәткә ылау кәрәкмәй, ул үҙе йәһәт тарала. «Ғәйбәт тәүҙә тирә-йүнгә йәйелә, шунан ғына үҙенең ҡорбанына килеп етә» тиҙәр. Бәндәләрҙең хаяһыҙлығына, оятһыҙлығына, бәғерһеҙлегенә тарыу ифрат ауыр. Әммә донъяла яҡшы, изге ниәтле яҡшы кешеләр күберәк! – Ҡыҙҙың серҙәрен ишеткәс, Сафура ханымдың сырайы яҡтырҙы, йылмайып ебәрҙе.

– Әхирәт ирен көнләшә. Үҙемә аптырайым: Румияның хәлен аңлап торам, ниңә әлегәсә түҙҙем икән? Хәҙер мин Илнур ағайҙың күҙенә күренергә лә оялам, ауылыма ҡайтып китергә кәрәк! – Ҡәмәриә тәүәккәл ине.

– Ҡунаҡ килендең ирен көнләшеүен мин дә күреп, һиҙеп йөрөйөм. Илнур һинең булдыҡлығыңа, әҙәплегеңә, һөйкөмлө һөйәк булыуыңа ифрат һоҡлана, хөрмәт итә. Һоҡланыу менән хөрмәт – мөхәббәттең нигеҙе ул. Мин үҙем тәүҙә Носратулламдың сибәрлегенә иғтибар иттем, аҙаҡ уның тәртипле, тәрбиәле, егәрле егет икәнен күреп, һоҡландым-һоҡландым да үлеп ғашиҡ булдым. Ихлас ғашиҡ булыу – үҙе ҙур бәхет. Ә бәхет гәлсәргә тиң һаҡ булыу шарт. Носратуллам менән тойғоларыбыҙҙы ғүмер буйы һаҡланыҡ, тап төшөрмәнек. – Сафура ханым уйсан ҡарашын ҡыҙға һирпеп алды ла һүҙен икенсегә борҙо. – Ҡайтыу-ҡайтмау мәсьәләһен үҙең хәл ит. Төплө кәңәш бирә алмам: кемдер ҡалаға китергә тырыша, кемдер ауылға...

Сафура ханым сығып киткәс, Ҡәмәриә Илнурға ҡыҫҡа ғына хат яҙҙы: «Илнур ағай! Мин тыуған ауылыма ҡайтам! Күрмәй, хушлашмай ҡасҡан, белекһеҙ бәндә икән, тимәгеҙ. Шулай кәрәк. Ҙур рәхмәт һеҙгә: эшкә өйрәттегеҙ, яҡты йөҙ күрһәттегеҙ.

Ихтирам менән – Ҡәмәриә»

Икенсе көндө иртәнге сәйҙе Илнур менән Сафура ханым икеһе генә эсте. Илнур Румия менән Ҡәмәриәнең ниңә юҡлығын һораманы: эш менән Түбәнге Пышмаға китергә ҡабалана ине.

Сафура ханым Үрге Пышманан әйләнеп ҡайтҡан Илнурға Ҡәмәриә ҡалдырған әлеге ҡағыҙҙы тотторҙо.

Яҙыуҙы уҡып сыҡҡас, Илнур бер килке уйланып торҙо:

– Шулай икән хәлдәр... Ҡәмәриәнең эшкә килмәгәнен хужа шылтыратҡайны. «Сәбәпһеҙгә һуңламай ул. Почтала йөрөйҙөр», – тинем дә ҡуйҙым.

– Сәбәп тигәндән... Ҡәмәриәнең йәһәт кенә ҡайтып китеүенең сәбәбе ҙур: Румияның кисә беҙгә һөйләгән нахаҡ, оятһыҙ хәбәре бит... – Сафура ханым ҡыҙ бәйәнләгәндәрҙе Илнурға тәфсирләне.

– Һы... – Илнур бүтән һүҙ әйтә алманы.

– Мин шунда уҡ ышанманым. Ҡунаҡ килендең күҙгә туп-тура ҡарап алдай торған яман ғәҙәтен үҙең дә яҡшы беләһең! Бәндә был ҡәҙәре лә хаяһыҙ булыр икән... Сафура ханым, быуындары бушап, ултырғысҡа ултырҙы.

– Уның ялған һөйләргә яратҡан ғәҙәтен үҙгәртә алмабыҙ!.. – Кәйефе тамам боҙолған Илнур яҙыуҙы ҡабаттан уҡып сыҡты ла ипләп кенә костюмының түш кеҫәһенә һалды.

– Инә һөтө менән һеңгән холоҡто, улым, үҙгәртеп булмай...

* * *

Ҡәмәриәнең юҡлығы офиста ла, өйҙә лә тиҙ һиҙелде. Бешеренергә оҫта булһа ла, Сафура ханым аш-һыуҙы ваҡытында әҙерләргә өлгөрмәй башланы.

– Ҡәмәриә менән өйҙөң йәме китте, ризыҡтың тәме бөттө, – Сафура ханым көрһөнөп ҡуйҙы.

– Инәй, мин дә толҡа тапмайым, – Илнур ете йоҙаҡҡа бикләгән серен сискәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уңайһыҙланыуын йәшерер өсөн, өҫтәп ҡуйған булды, – офиста эшләргә уны алыштырырҙай кеше осрамай...

Илнурҙың көтмәгәндә шулай асылыуына Сафура ханым аптыраны ла, шатланды ла. Былай ҙа уйсан ҡарашлы Илнур Ҡәмәриәгә моңһоу ғына күҙ һирпеп алыуҙарын йыш шәйләй торғайны. Улының һағышлы ҡарашын күргән һайын: «Ҡәмәриә менән бер-береһенә бигерәк тап киләләр. Хоҙай уларҙы ниңә элегерәк осраштырмаған, ниңә ҡауыштырмаған?», тип эстән күпме көйҙө.

Илнур әле лә ҡанаты ҡайырылған ҡош һымаҡ, иңбаштары төшкән, йөрәгендәге ялҡынды һиҙҙермәҫкә бар көсөн һала... Күңелендә ҡупҡан дауылды күпме йәшерергә тырышһа ла, һиҙгер Сафура күреп, аңлап йөрөй. Илнур хәҙер бөтә нәмәгә битараф...

Ҡунаҡ киленде әйтәм, ҡайҙа һәптәндәп йөрөй икән? Ҡуй инде, шундай ҙа өйгә төшмәҫ бәндә булыр икән, тәүбә! – Сафура ханым көйәләнде.

– «Әсә менән бала» поликлиникаһына барам, тигәйне.

– Анализдары әҙер микән? Ниндәй хәбәр алып ҡайтыр. Бәпесе булһа, әллә албырғар инек... – тип әсенде Сафура ханым.

Хәбәрҙе артабан дауам итергә ваҡыт ҡалмағайны: Илнур эшкә ҡабаланды.

Йәй башы ғына булһа ла, көндәр эҫе тора.

Тамағы кибеп киткән Илнур, минераль һыу бөткәнен күргәс, «Ермак» супермаркетынан һыу алырға уйлап, һәр ваҡыт офисҡа йөрөгән юлынан икенсе яҡҡа боролдо. Боролоуы булды, етәкләшеп барған ир менән ҡатынды күрҙе. Былар үбешеп алдылар ҙа ары атланылар. Илнур Меграб менән Румияны шунда уҡ танып, автомобилен туҡтатты. Тәүҙә сигнал бирергә уйлағайны, секунд эсендә тыйылырға өлгөрҙө... «Меграб Екатеринбург менән Ҡайынлы араһын көнөнә әллә нисә урайҙыр. Ә Румия Екатеринбургка ниңә килгән? «Әсә менән бала» поликлиникаһы Ҡайынлыла бит...»

Илнур йәһәт кенә кеҫә телефонынан ҡатынына шылтыратты:

– Румия, әле һин ҡайҙа? – тип юрый һораны.

– Поликлиникала, табип янында ултырам. Ни булды? – Румияның тауышы тыныс, ышаныслы.

– Анализдарың нисек? Табип нимә ти? Ҡасан ҡайтаһың? – Илнур атлауҙан туҡтамаған ҡатынын, Румияның биленән ҡулын алмаған Меграбты күҙәтеүен дауам итте.

– Ҡасан ҡайтырымды әйтә алмайым. Анализдарҙың һөҙөмтәһен килтермәгәндәр әле. Тағы бер нисә табипҡа күренергә тейешмен. Үҙең ҡайҙаһың? – Румия, һиҙенгәндәй, һораша.

– Офистамын! Ҡырыңдағы «табип» менән һөйләшергә мөмкинме?

– Юҡ! Кис бөтәһен дә үҙем һөйләрмен! – Румия телефонын һүндерҙе.

Тәҡәтһеҙ сарсау, минераль һыу онотолдо. Илнур тегеләрҙең күркәм генә йортҡа кереп киткәндәрен ҡарап ултырҙы.

Ул, автомобиленән сығып, тирә-яғын байҡаны: бәй, Румияның «Мерседес»ы ана ғына тора икән. Меграбтың БМВ-һы күренмәне. «Тимәк, Румияныҡында килгәндәр» тип фаразланы ул.

Подъезд алдына барып, көтөргә булды: «Бындай мәхшәрҙе былай ғына ҡалдырырға ярамай, ҡаршыларға кәрәк. Ҡаршыламаһам, Румия бер ваҡытта ла дөрөҫөн әйтмәйәсәк, «күҙеңә күренгән» тип көләсәк».

Илнур подъезд алдындағы эскәмйәгә ултырҙы. Ике сәғәт ваҡыт үтте, былар күренмәне. Сыҙаманы, тағы шылтыратты: хәҙер ни тиер икән?.. Телефон һаман һүнгән көйө.

Ялҡты Илнур: ни ҡәҙәре ваҡыты әрәм була. Ни эшләргә – көтөргәме әллә китергәме?.. Былай ултырыуына ла ғәрләнә...

Илнур урынынан тороуы булды, подъезд ишеге асылды.

Румия менән Меграб, Илнурҙы күргәс, шаңҡынылар, шай, ни әйтергә белмәй, баҫҡан урындарында тапандылар...

Тәүләп Меграб телгә килде:

– Һаумыһығыҙ, Илнур Гумерович! – Тауышы ҡарлығып киткән ир, нисек тә тыныс күренергә тырышып, уҫлаптай ҡулдарын Илнурға һондо.

Илнур Меграб менән күрешмәне, һонолған ҡулды күрмәмеш булып, ҡатынына боролдо:

– Табибың таныш икән...

Румия, ағарған танауының буйына ҡарап, бер һүҙ ҙә әйтмәне.

«Теләһә ни эшләгеҙ» тип уйланымы Меграб, ҡырт боролоп, хушлашмай ҙа китеп барҙы. Илнур иғтибар итмәгән икән: Меграбтың «БМВ»һы Румияның «Мерседес»ы янында ине.

Илнур ҙа йәһәт кенә үҙенең автомобиленә табан йүнәлде.

Ғауға-фәлән ҡупмауына ифрат шатланған Румия «Мерседес»ына табан ашыҡты: «Меграб менән бәйләнеште Илнур күптән белгәнме? Әгәр белһә, нисек әлегәсә бер ни ҙә әйтмәгән? Аңлағандыр... Шулай булмаһа, күҙәтеп йөрөмәҫ ине...» – Ул, Илнурҙы ышандырырлыҡ итеп нисегерәк алдарға пландар ҡора-ҡора, Ҡайынлы ҡаласағына ҡайтып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Ҡаршыһына осраған Сафура ханымға ҡарамай ғына, өндәшмәй генә өҫкө ҡатҡа күтәрелде.

* * *

Эштән һуңлап ҡайтҡан Илнурҙың талсыҡҡан ҡиәфәте Сафура ханымды хафаландырҙы:

– Әллә сирләнеңме, улым, төҫөң ҡасҡан? – тине, ниңәлер шыбырлап ҡына.

Илнурға, бөгөнгө ваҡиғаны иҫенә төшөрөргә теләмәһә лә, бер нисә һөйләм менән генә аңғартырға тура килде.

– Бала саҡтан әхирәте булған әҙәпле Ҡәмәриәне үҙенең һөйәренән мыҫҡыллатырға ниәтләнгән албаҫтынан ни көтәһең? – Сафура ханым көйәләнеүҙән ҡара янды.

– Инәй, Ҡәмәриә сейф асҡыстарын хужаға тапшырғанын, офис документтарының барыһы ла тәртиптә икәнен әйткәйнем. Әлбиттә, үҙенең документтарын алған. Уның ҡайһы райондан икәнен беләм, ауылы нисек атала?

– Аҡҡусҡар тигән ауылда тыуын-үҫкән.

– Инәй, иртәгә мин Аҡҡусҡарға юлланам. Хәйерле юл телә!

– Уңышлы булһын, хәйерле булһын, улым, юлдарың! Бәндәләренең хаҡ яҙмышын Хоҙай үҙе билдәләй! – Ҡараштары яҡтырып киткән Сафура ханым иркен һуланы....

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.

Читайте нас