“Может быть, великая живучесть человека именно в том и состоит, что не всегда и не все он может простить себе...”
Cыңғыҙ Айтматов
Ситдиҡ ҡарттың вафатын Ташлыйылға ауылы халҡы ғәҙәттәгесә, кеше тыуа, ғүмер итә, үлем етә, тип ҡабул итте. Етерлек йәшәгән, күререн күргән инде мәрхүм. Һуғыш ауырлығын, аслыҡ-яланғаслығын, яуҙан һуңғы шаңдауҙарҙы кисергән, ауылдың тағы бер тыл ветераны китеп барҙы, тип әсенеүселәр ҙә, ике йыл ныҡлы сирләгән ҡартты йәлләп, ваҡыты еткәндер, тип һығымта яһаусылар ҙа булғандыр. Ауылдаштары, йолаһына тура килтереп, ауыл осондағы зыяратҡа алып барып ҡуйҙы. Ауыл башлығы, ололар телмәр ҙә тотто. Ғүмер буйы леспромхозда бил бөккән Ситдиҡ ҡарт быға бик лайыҡ та, тик иҫән сағында ишетһә, тағы ла арыу булыр ине. Өлкән ҡыҙы Сәлимәнең улы, йәки ейәне еҙ баш Фәнил яратты олатаһын. Башҡалар ҡәбер ҡаҙырға киткәс тә Шамил дуҫы менән, бер сусҡа балаһын “аяғынан тотоп һелккәс”, Йәнекәй тауына менеп бер оҙон ҡарағасты йыҡтылар ҙа шунда ҡәбергә бура буранылар. Йыназа башланыр алдынан алып та төштөләр. Борон-борондан ҡәбер өҫтөнә ҡарағастан бура ултыртып, таш ҡаҙап ҡуялар. Йолаһы шулай.
Мәңгелек донъяға күскәс, ошо ауылда тыуып үҫеп, ғүмер кисергән әҙәмдәргә ана шул Йәнекәйҙең быуаттар буйы йәнен һаҡлаған тик бер генә ҡарағастан ҡәлғә төҙөп хөрмәт күрһәтелә. Ә ҡарағас – Уралда иң бейек ағас, сөнки башҡалар менән сағыштырғанда, тамырҙары күпкә тәрәндә. Оло хөрмәт был. Зыяратта һәр ҡәбер тиерлек ҡарағас бура менән уратылған. Был кеше ошо ерҙеке, тимәк тамырҙары ла, ғүмере лә был ҡарағастарға лайыҡ. Ситдиҡ ҡарт та – Ташлыйылғаның мәғрур уҙаманы, аҫабаһы. Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге, унан һуңғы бөтә ауырлыҡтарҙы татып үҫкән тыл һәм хеҙмәт ветераны ине. Бәләкәйҙән атаһына эйәреп артелдә эш башланы, үгеҙ егеп, урмандан ағас ташыны, бынан тыш, сайыр ағыҙҙы, хат ташыусы булып та эшләне, ун ете саҡрымдағы Поляковка ауылынан аҙыҡ-түлек килтерҙе… Ә пенсияға сыҡҡансы ана шул Йәнекәйҙең йәнен – урман, йылғаларын һаҡланы. Егерь булды. Тауҙың итәгендә посадка булып үҫкән шыршы-ҡарағайҙар уның ғүмеренең бер иҫтәлеге булып ана ҡалай ғорур баҫып тора. Ә был йөҙйәшәр ҡарағастарҙы ул күҙ ҡараһы кеүек күрҙе, һис кемгә тейҙермәне, берәй ауылдашы үлеп-нитеп китһә, йәшерәктәренән генә бура буратты. Ул саҡта унан һорап та торманылар инде, ауылда йолаһы шулай булғас, килерҙәр ҙә бер бөртөк кенә ҡарағасты ауҙарырҙар ине. Ғәйеп түгел, киреһенсә, бер сауап һаналыр ине был балта һелтәнеү. Артығына теймәйҙәр һәм йөҙйәшәрҙәргә ҡул һонмайҙар. Быныһы гонаһ улайһа.
Хәҙер бына сират үҙенә лә етте. Яратҡан ейәне олатаһы өсөн уҡ кеүек төҙ бер йәш ҡарағастың ғүмерен өҙҙө. Тамырынан киҫелгән ағас һыҙғырып ергә гөрҫ итеп килеп ятты. “Арыу ирҙәр ана шулай һыҙғырып ауа”, – тиер ине был саҡта олатаһы. Фәнил үҫмер саҡта олатаһы менән йыш йөрөнө урманға. Хәҙер генә уның эшһеҙлеге, эскелеге арҡаһында аралары йырағайҙы, юҡ, һыуынманы, бары олатаһы алдында уның абруйы юҡҡа сыға барҙы, ә ул яҡын кешеһе алдында үҙенең “хәйерһеҙ”легенән оялды һәм шуға ситләште. Мәктәпте бөткәс, тағы ла артабан уҡыманы. Әрменән ҡайтҡас, леспромхозда ябай эшсе булып һин дә мин эшләне ул, хатта үҙен маҡтайҙар ҙа ине, тик Үҙәктән килгән “Деревопром” тигән ниндәйҙер корпорацияһы был тирәләге урмандарҙы үҙ ҡулына алғайны, леспромхоз да бөттө, Фәнил дә, шул уҡ Шамил, Рәүеф кеүек класташ дуҫтары ла, башҡалар ҙа эшһеҙ ҡалды. Урман эшенә бәйле кәсеп асып шөғөлләнергә ниәтләп тә ҡарағайны был өс дуҫ, тик документтар тултырып баштары ҡатты, унан бигерәк әлеге “Деревопром”дан рөхсәт ала алмай ярты юлда туҡтап ҡалдылар, аҙаҡ бөтөнләй ҡул һелтәнеләр. Нисек кенә булмаһын, ошо заман буранында юл таба алмай ҡалды Фәнил, Шамил, Рәүеф атлы утыҙҙы ҡыуған Ташлыйылға ирҙәре. Ана шулай аҙашып ҡалыуын бик өнәп етмәне олатаһы ейәненең.
“Мин үлгәс, улым, был Йәнекәйгә ҡарағас алырға менерһең. Билеңдә балта булыр. Ағас һайлағанда һылыу ҡарағас һайлама миңә, үҙем кеүек әрһеҙерәген, йыйырсыҡлыһын һайларһың, йәме”, – тип аңғарта торғайны урманда йөрөгәндә олатаһы. Эй, унан һуң күпме йылдар үтте, күпме ҡарағастар буй еткерҙе, күпмеһе һыҙғырып ауҙы. Бөгөн бына Ситдиҡ ҡарттың да “һыҙғырыр” ваҡыты етте. Килдең дә, ауҙарҙың да, бураның да, ҡәбергә ҡуйҙың ғына түгеллеген Фәнил күңеле менән аңлай, бында ата-бабаларҙан килгән оло мәғәнә барлығын да төшөнә ул. Шуға ла, “Ҡайһыныһын бысһаҡ та булмаймы ни, барыһы ла бер ағас инде”, тип торған Шамилды аптыратып, башын артҡа сөйөп бейек ҡарағастарҙы оҙаҡ ҡарап йөрөнө ул. Ҡайырҙарын һыйпап, ағас йылыһын да тойоп торҙо. Һәм шуларҙың береһен… олатаһына оҡшатты. Эйе, эшләпәһен ҡырын һалып ҡына, аҡ мыйығы аҫтынан ғына йылмайып торған олатаһына оҡшатты. Һәм мотобысҡыһын ҡабыҙҙы. Һыҙғырып ауҙы ағас, арыу ирҙәр кеүек. Сайыр еҫе алды урманды. Төмөздөң өҫтөнә ҡарағас энәләре менән тулышҡан йомшаҡ ерҙе һалды, тамырҙан килгән һут май ҡояшында ялтырап, кибеп ятмаһын, тигәндер.
Урман эшен белгән егеттәр тиҙ үк эштәрен бөтөрөп, мәйет зыяратҡа килеп етмәҫ борон уҡ, бураны ылау менән тәғәйен ҡәбер янына килтереп ҡуйғайнылар инде.
***
Ситдиҡ ҡарттың йыназаһынан һуң, өс дуҫ – Фәнил, Шамил, Рәүеф – хәйергә төшкән аҡсаға магазиндан ике шешә араҡы алғас, Ҡағы йылғаһы буйына төшөп тамаҡ сылатты. Ҡартты ҡәҙерләп иҫкә алды, урыны йәннәттә булыуын теләне. Эңер төшкәс, әсәһе дауаханала ятыу сәбәпле, аулаҡ булып ҡалған Шамилдарҙың өйҙәренә ҡайттылар. Унда таңға тиклем “хәтер кисе” дауам итте. Иртән торғас, баш төҙәтерлек рәттәре юҡ ине һәүректәрҙең, эшләмәгәс, кем һиңә килтереп бирһен. Элек ҡай саҡ Фәнил олатаһынан һораштырғылай ине лә, бөгөн инде ул да юҡ.
– Бөттө. Йә, нишләйбеҙ? Табырға кәрәк ине. – Фәнил-Федя мығырҙаны, икмәк ҡатыһын сабый кеүек имергә тотондо. – Былай түбәгә ҡарап олоп ятһаҡ, мотор туҡтаясаҡ минең.
Шамил-Шома ҡапыл ҡалҡынды ла һалмаҡ итеп бейергә тотондо. Тәүҙә аҡҡош булып осто, һуңынан бөркөт булып күккә атылды булыр, аҙаҡ бер аяғын бөкләп сатанлап һикергеләне лә, тигеҙлек һаҡлай алмай, иҙәнгә йығылып китте.
– Бер идея бар ул башта, – тине лә оҙаҡ түбәгә ҡарап ятты. Рәүеф-Рафа түҙмәне, еңелсә тегенең аяғына типте:
– Йә, һарығың бәрәсләйме, юҡмы?
“Бейеүсе” ишетһә лә, иғтибар итмәне, тын ғына шиғыр һөйләргә тотондо. Шул тиклем тыныс һәм талғын һөйләне, хатта әшнәләре тауыш-тынһыҙ ултырҙы. Тыңланылар ҙа буғай.
– Күргәнем бар минең аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
Күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә.
Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
Онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ һуғылғанда
Ағас аяҡ ағас иҙәнгә*, – Шамил тынды ла һаман түбәгә ҡарап ятыуын белде.
– Шиғыр ҡайғыһы берәүҙә, – Рафаның йәне көйөп китте.
– Кемдер шешәлә таба терәүҙе, – Шамил тороп, муллалар кеүек аяғын салып ултырҙы ла Фәнилгә ҡараны. – Олатайыңдың тимер аяғын ҡәбергә бергә күмдегеҙме?
– Бергә инде, бар ғүмере шул аяҡта үтһен дә, нимәгә ул һиңә? – Фәнил икмәк ҡатыһын һурыуын дауам итте.
Шамил буш шешәне тотоп иҙәндә әйләндергеләп алды:
– Бар идея шунда ине. Музейға алып барып тапшырғанда, Мостафа ҡарт моғайын бер сәмәйгә алыштырыр ине уны, протезды.
– Тимер аяҡ, тип ҡәбер соҡоп йөрөмәҫбеҙ бит инде, – Рафа көлөмһөрәп ҡуйған булды.
– Тамаҡ ҡәбергә лә төшөрә, туған. Ә ҡул таяғын ҡәбергә һалмағанһығыҙҙыр әле? – Шамилдың нурһыҙ күҙҙәрендә нурҙар уйнап китте.
– Юҡсы, аптырайһыңмы әллә, ҡәбергә таяҡ һалырға йүләрме ней беҙ, үҙем һарайҙың мөйөшөнә һөйәп ҡуйҙым.
– Булды. Шул етте, ошо таяҡты музейға һатабыҙ. – Шамил һикереп торҙо. – Шул, башҡаса юл юҡ. Ситдиҡ бабайымдың рухы, моғайын, шат ҡына булыр.
Өй эсендә йәнлелек һиҙелде. Стаканға оҙаҡҡа ҡунған себен дә, хәрәкәткә килеп, бызылдап һөйөнөслө тауыш сығарҙы, түбәләге лампочкаға ҡунды. Шамил, хужа булараҡ, бойороҡ биреүҙе кәрәк тип тапты:
– Беҙ Федя менән йөрөп киләбеҙ, ә һин, Рафа, картуф турап анау табаға һал. Май булмаһа, һыуҙа “жарить” ит. Закуска һинән. Беҙ изге эш менән йөрөп киләбеҙ.
Егеттәрҙең һәр береһенең ҡушаматы бар ине. Рәүеф ысынлап та Рафа – башҡа килгән яфа, улай зыяны ла, шулай уҡ файҙаһы юҡ уның, яфанан Рафаға әйләнде бына. Шамилды бәләкәй саҡта “Шәм” тип йөрөттөләр. Хәҙер күптәр Шома тиҙәр. Ә Фәнилде урыҫсалап Федя тип ебәрәләр. Был законһыҙ исемдәренә үҙҙәре лә күнегеп бөткән.
Фәнилдең ата-әсәһе күрмәһен өсөн, теге икәү картуф баҡсаһы артынан ҡасып-боҫоп тигәндәй һарайға барып инде. Күпте күргән ҡул таяғы урынында, һарай мөйөшөндә, һөйәлгән килеш төҙ генә баҫып тора ине. Фәнил ҡалтыранған ҡулдары менән таяҡты һаҡ ҡына ҡулына алды, әйтерһең, төшөп китһә, быяла кеүек селпәрәмә килә инде. “Бир”, – тине Шамил, ҡулына эләккән иҫке тоҡҡа урарға йыйыныуын белдереп.
– Ат итеп сабып йөрөргә шәп был таяҡ, – ялтыр тотҡаһын тотоп таяҡты ике бот араһына ҡыҫтырҙы ла ат булып кешнәп ебәрҙе Фәнил. Шунан ҡапыл: – Әллә бирмәй торайыҡмы? Бынау ере йылы ғына, ышанмаһаң, тотоп ҡара, – ул таяҡтың ялтыр тотҡаһын Шамилға һондо. Үҙе таяҡтың аҫҡы өлөшөн ысҡындырманы.
– Һе, йылы инде, тотоп торҙоң да. Һинең йылың, бир, киттек. – Шамил таяҡты тартты, Фәнил ысҡындырманы.
– Олатайҙың ҡулы йылыһы, мин беләм, тоям даһа. Шул йылы. Хатта ҡулының еҫе лә шул килеш, махрай менән дарыу тәме.
Шамил аптырап таяҡты ысҡындырҙы:
– Нишләйек һуң әтеү? Һин конкретно әйт, таяҡ йәл, тиң дә ҡуй, – асыуы ҡабарҙы.
Фәнил таяҡты ҡосаҡлап ултыра бирҙе. Һарайҙы иңләп тегеләй-былай йөрөгән Шамил нишләргә белмәне. Фәнилдең күңелен ул, ташҡа әйләнгәндер, тип уйлай торғайны. Хатта олатаһын ҡәбергә төшөргәндә лә, ләхеткә һалғанда ла бер күҙ йәше сығарыу түгел, уф та тимәгән дуҫының бөгөнгө сәйер ҡыланышын аңламаны. Эстән һыҙлана бахыр. Тик хәлен аңларға теләмәне, уны шәп идеяһының юҡҡа сығыу ихтималлығы борсоно. Иҫке бер ағас таяҡҡа иҫе китеп ултыра, аңһыҙың. Тынлыҡта һәр ваҡыттағыса уға ярҙамға ҡасандыр мейегә һеңеп ҡалған шиғыр юлдары килә. Улар ғына тынлыҡты ла, бушлыҡты ла тултыра төшкәндәй.
– Тыңла, улым,— тине олатай,—
һүҙҙәремде алсы артмаҡҡа:
ҡайт ауылға, ҡайтһаң яҡшы ат менән,
тик атланып ҡайтма таяҡҡа-а, – һуңғы һүҙҙәрен һуҙҙы ла дуҫы янына ултырҙы.
Фәнил таяҡты ипле генә итеп ике усына һалды ла уға һуҙҙы:
– Юҡ, таяҡ йәл түгел, олатай йәл, юҡҡа үлгән.
– Ҡартайғас, кеше үлә, киттек. Уның ҡарауы таяғы музейҙа һаҡланасаҡ. Ә беҙгә ҡартлыҡ килеп етмәйәсәк.
– Нишләп?
– Әтеү музейҙа таяҡтар күбәйеп китер, тип ҡурҡам. Ярты юлда туҡтап ҡаласаҡ. Мыжыҡ ҡартлыҡты әйтәм, беҙ йәшләй генә һинең менән тамуҡҡа юлланырбыҙ, ахыры.
– Ахыры, ахыры, – тип үсекләп ҡабатланы Федя дуҫын.
Мостафа ҡарттың өйө Шамилдарға күрше генә, яңынан кире оҙаҡ ҡына тәпәйләргә тура килде ике һәүреккә. Ғүмер буйы леспромхозда бухгалтер булып эшләгән ауыл аҡһаҡалы йәштән үк ауыл тарихы, уның кешеләре менән ҡыҙыҡһынды. Күпләп гәзит-журнал алдырҙы, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте яратты. Бер бирелгән ғүмерҙе бушҡа үткәрмәйем, барыһына өлгөрөргә кәрәк, тип йәшәне ул. Йыйғанын йыйып, теркәрен теркәп ярайһы уҡ мәғлүмәт туплағас, ғүмер ҙә сикһеҙ түгел, фанилыҡтыҡы фанилыҡта ҡалһын тип, яңыраҡ ауыл хакимиәте менән бергә мәктәптең бер кабинетында “Ауыл тарихы“ тигән музей булдырҙы. Ауылда кем боронғораҡ әйбер таба, уға алып бара. Аталарының орден-миҙалдарын да бүләк итеүселәр булды. Таҫтамал-камзул, тирмән ташы, ватыҡ көршәк кеүек әйберҙәр шул тиклем күп, хатта музейға һыймай ҡайһы берҙәре уның келәтендә ята әле ул. Шамил да уға, унынсыла уҡығанда буғай, олатаһынан ҡалған ике иҫке китапты алып инде. Ысынлап та ҡәҙерле ҡомартҡылармы икән, йәнәһе? Мостафа ҡарт бик һөйөндө, Шәмсетдин Зәки тигән олуғ фәйләсүфтең яҙмаларын олатаң ҡайҙан тапты икән, тип аптырап ултырҙы ла, илле тәңкә аҡса тоттороп, китаптарҙы алып ҡалды. Аҡсаһына Рәми менән Рафаэль Сафиндың шиғыр китаптарын һатып алғайны Шамил. Ҡайҙа ул саҡта, эсеү башҡа ла килмәгән. Тәмләүен тәмләй ине ул зәһәр утлы эсемлектәрҙе, тик байрамдарҙа ғына. Ул саҡта шиғыр уҡып, яратҡандарын яттан һөйләп тә иҫерә ине. Шәп ғәҙәт булған да, хәҙер бына онотола бара, зәһәр утлы һыу эскә, аңға нығыраҡ инә. Эйе шул, ҡайһыныһы булһа ла еңергә тейеш тә инде. Шиғырҙан ҡарағанда, тимәк, был әсе һыу көслөрәк.
– Көршәк-мөршәктәре, һабан төрәндәре, һәнәк-көрәктәре күп инде уның, ә бына кешегә почти ғүмер буйы терәк булған таяҡ музейҙа күренмәне, алыр. Шулай бит, Федя? – килә торғас, Шома шиген белдереп ҡуйҙы. “Ғүмер буйы” тип арттырып ебәрҙе, әлбиттә, егет. Шулай тип баһаһын күтәрмәксе таяҡтың.
– Ә алмаһа?
– Алмай нишләр тиң. Олатайым уны һуғыштан алып ҡайтҡан, тиерһең.
– Ул һуғышта булмаған.
– Улайһа, Бохаранан алып ҡайтҡан, тиерһең.
– Уның ҡайҙа икәнен дә белмәгән ул.
– Ярай, уйларбыҙ берәй нәмә.
Быларҙың бәхетенә Мостафа ҡарт өйҙә ине. Һаулыҡ һорашып амин тотҡас, хәл-әхүәл һорашҡан булдылар. Шунан ғына Шамил тоҡ эсенән таяҡты килтереп сығарҙы.
– Байлыҡ алып килдек үҙеңә, Мостафа бабай, – үҙе ҡулының шаҡтай ҡалтырауын белдермәҫкә тырышты.
– Ҡайҙа әле, ниндәй байлыҡ икән? – тип аҡһаҡал таяҡты ҡулына алды. Текләп-текләп ҡараны. – Һе, ябай имән таяҡ түгелме һуң? Заты ниҙә инде бының?
– Ну-у, был бына Фәнилдең олатаһының таяғы ул. Ситдиҡ бабай ғүмер буйы уға таянып йөрөнө. Ҡояшлы көндә лә, дауыл-бурандарҙа ла ошо таяҡ ярҙамында бабай аяғында ныҡ торҙо, йығылманы. Ныҡлыҡта һәм терәк була белеүендә уның заты, – Шамил, һин дә күтәрмәлә тигәндәй, Фәнилгә күҙ һалып алды.
– Бохараның үҙенән алып ҡайтҡан шикелле олатайым… – тигән булды әшнәһе.
– Ситдиҡтың Бохара тарафтарында йөрөгәнен һис тә иҫләмәйем. Ябай ғына таяҡ та түгелдер, Ситдиҡ кеүек шәп ир-азаматты имән таяҡтар ғына һөрөндөрмәй йөрөтә алғанын аңлайым да, тик ниңә бында алып килергә булдығыҙ әле?
– Ну, музейға экспонат булһын, тигәйнек. Хаҡы төшөрҙәй булһа, берәй шешә генә сәмәй булмаҫмы, тип тә уйлағайныҡ, – Шамил, бар ҡыйыулығын йыйып, килеү сәбәбен еткерҙе. Маңлайынан тир бәреп сыҡты.
Мостафа ҡарт тынып оҙаҡ ҡына ултырҙы. Шамилдарҙың өйөндә ҡалған себен бында ла үҙ тауышын белдерҙе, уның без-без килгән тауышы ҡолағына инеп, йәненә тейҙе шиғри күңелле егеттең. Ә Фәнил, башын эйеп, шым ғына ултыра бирҙе. Ғәҙәттә, бахмурҙа ул һәр саҡ шулай һәйкәл кеүек ҡата, хатта ҡуҙғалмай сәғәттәр буйы, уйға сумған гений кеүек бер аяғын икенсеһенә һалып, башын ҡулына терәп ултыра ала. Себен ҡунһа ла ҡымшанмай.
– Бының хаҡы бер сәмәйгә етмәй… Үлсәме башҡа. Таяғығыҙҙы алығыҙ ҙа сығығыҙ. Шул, – һүҙ тамам, тигәндәй, Мостафа ҡарт өйөнә инеп китте.
Нишләргә? Эш килеп сыҡманы. Идея тыумаҫ борон уҡ ҡарында үлде. Тормошҡа ашманы. Иңәлеүҙән файҙа уҡ. Хаҡы етмәй, тип ҡәтғи әйтте. Ни өсөн шулай әйтелгәнен ныҡлы аңланылар. Бында ундай хаҡ тураһында һүҙ бармағанын икеһе лә аҡылы менән түгел, йөрәге менән төшөндө. Ҡул йылыһы һаҡлаған таяҡты нисек бер ярты сәмәйгә генә алыштырмаҡ кәрәк. Таяҡты яңынан тоҡҡа уранылар ҙа урамға сыҡтылар.
Нишләргә? Тегендә Рафа картуф ҡыҙҙырып көтә. Ҡыҙған картуфты әҙерәк еүешләп-сылатмаһаң, тамаҡтан үтмәй йонсота ул.
– Киттек сауҙагәр Хамматҡа. Йәйен бесәнен сабышырбыҙ әле, көтәсәккә бирер, – Шамил һыр бирмәҫкә тырышты.
– Уға минең бурыс муйындан. Өс шешә тейеш, бармайым. Барыбер бирмәйәсәк, – Фәнил ҡаршылашып маташты. Үҙе башын тотоп нишләргә лә белмәне. Барһаң мәсхәрә итеп бер буласаҡ, бармаһаң… мейе сығып килә, тамаҡ төбө үлтереп ҡысыта. Ә күңелгә бер ни ҙә кәрәкмәгән кеүек, хет ошо таяҡты ҡосаҡла ла тәүлек буйы тик ят.
– Мәңге ябыҡ ишек кенә шығырламай, ти шағир әфәнделәр. Астырып ҡарарға кәрәк, бәлки майлап ебәрербеҙ. Бир әле таяҡты, – Шамил таяҡты тоҡтан тартып сығарҙы ла, уға таянып, бер яҡҡа ҡыйшая биреп, һылтанлап атлап китте. Хәйлә ҡормаҡсы, тағы ла бер идея.
– Оһо минең должниктар килә ята. Иңдәрендә бер тоҡ аҡса. Әллә тоғоғоҙ буш инде. Буш шул, уның тулы булғаны ла юҡ. Үпкәгеҙ күренә, томшоҡтарығыҙҙы ябып йөрөгөҙ, ел һуғыр ҙаһа, – кәйефе шәп ине, ахыры, сауҙагәрҙең, яһалма ялтыр тештәренең сағылышы шулайыраҡ хәбәр һалғандай. Шамил быны белеп бөткән, ауыҙына, йәғни сауҙагәрлек бизнесына, берәй арыу ғына ем инһә, тештәрен йыйып ала алмай торған. Кәйефе шәп сағында башҡаларҙы мәсхәрәләргә, көлөргә ярата ул, шунан оло ләззәт ала. Алһын да, оло ер шарында һәр кемдең үҙ ләззәте, үҙ йәлләде, тигәндәй, бөгөн беҙгә йыуаныс булырҙай бер шешә сәмәйен бирһә, шул еткән. Уның тоҙһоҙ мәсхәрәһенә түҙергә була ул, баш сатнай, уныһына сыҙар әмәл юҡ.
Шамил, йөҙөн сирыштырып, йонсоған ҡиәфәттә, ихата алдында ятҡан бүрәнәләрҙең береһенә барып ултырҙы. Таяҡты ике бото араһына ҡыҫтырып, эйәген уға һалды.
– Һыҙландыра бит, Хаммат ағай, ой, һыҙландыра. Аяҡты ҡаймыҡтырҙым шикелле, йәллә әҙерәк.
– Улай ҙа һыҙланғас, духтырға бар, энекәш. Хаммат ағайың бағымсы түгел.
– Һин духтырҙан былайыраҡ, һин үлгәндәрҙе терелтеүсе. Һин, һин… – Шамил ни әйтергә белмәне. – Быйыл бесәнеңде сабып, йыйып бирербеҙ. Һинең кеүек арыу кешегә, почти фәрештәгә почти бушлай. Йәлләмә бер яртыңды.
– Фәрештәләр ярты менән бысранмай, шиш бына, – сауҙагәр бармаҡтар араһынан баш бармағы тырпайған йоҙроҡло ҡулын Фәнилдең танау төбөндә уйнатты. – Тәүҙә бурыстарҙы түләйек, иблис заттары.
– Күпме? – Фәнил дә телгә килде.
– Нимә күпме?
– Бурыс инде, тағы нимә булһын, фәрештә-ә?
Шамил белә, ныҡлы бахмуры башланһа Фәнилдең тәкәһе һөҙөргә тотона, хәҙер ҙә яйлап-майлап ҡалмаһаң, “фәрештә”нең ҡанатын һындырғансы тондороуын көт тә тор.
– Хаммат ағаҡайым, борсолма, Фәнил белә ул күпме алғанын, күпме биргәнен. Беҙ киләһе аҙна вис кенә ҡайтарабыҙ. Бөгөн кәрәк ине. Прәме әле. Һин нимә ҡушаһың, шуны эшләргә әҙербеҙ, – Шамил, сатанларға ла онотоп, быларҙың араһына килеп инде. – Һинең бит хөрмәтең ҙур, беҙгә лә, мирға ла. Бына хәҙер ошонда аяҡ һуҙһаҡ, халыҡ һинең һаранлыҡты кисермәҫ.
– Минме һаран? Һин нимә, мин бары экономный. Тик бурыстарығыҙҙы ҡасан ҡайтараһығыҙ?
– Киләһе аҙна, тинек бит.
– Фәнил, нишләптер, бер ҙә өндәшмәй. Әллә ул ҡайтармаҫҡа уйлаймы? – Хамматҡа үҙенән ике башҡа оҙон әзмәүерҙәй ике егеттең, уның алдында тубыҡланырға әҙер булып, меҫкенләнеп тороуҙарын күреүе рәхәт ине. Бер ярты өсөн тағы ниндәй хәлгә төшөрҙәр икән? Ҡара бынау Фәнилен, ғорур булып маташҡан була әле. Һе, хәҙер нисек маймылға әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ.
– Фәнил, әйт, ҡайтарабыҙмы? – Шамил, ниндәйҙер өмөт уянғанын һиҙеп, дуҫына баҡты. Уныһы башын ҡалҡытып ҡына сауҙагәргә ҡараны ла:
– Ҡайтармаған бармы ни? Ҡулым иҫән, ошо запойҙан ғына сығайым да, – тине. Шунан, Шамилдан таяҡты алып, яңынан тоҡҡа урап ҡуйҙы.
– Ҡайтарырбыҙ, Хаммат ағай, хәлгә ин, зинһар.
Быныһы – йылан, тегенеһе тәкәббер, тип уйланы хужа. Бирмәй генә сығарырға ла ебәрергәме? Улай ҡыҙыҡ түгел. Бер кәрәкмәһә, бер кәрәктәре тейергә мөмкин, эсмәһәләр көслө лә үҙҙәре. Хаммат ихатаһына үтте. Шамил артынан эйәрҙе, Фәнил арттараҡ һөйрәлде.
– Аяғың һыҙлауы бөттө түгелме?
– Һинең йылмайыулы йөҙөңдө күргәс тә баҫылғандай булды ул, Хаммат ағай.
Хаммат ҡарағайҙан эшләнгән бейек йортона инмәне, сәскәле, алмағаслы баҡсанан үтеп, шулай уҡ ҡарағайҙан һалынған иркен мунсаһының ишеген асты:
– Шәпме мунса? Бер ҡосаҡ утын яғам, эҫеһе көнө буйына етә. Яратам мин мунса инергә, – егеттәрҙе эскә үк үткәрмәһә лә, мунсаһы менән эй маҡтанды сауҙагәр. Шунан ҡапыл: – Фәнил, әйт әле, һиңә ҡаш ҡәҙерлеме, күҙме? – тип һораны.
Арттараҡ торған бойоҡ Фәнил уны ишетмәне, ишетһә лә, уның мунсаға ни ҡыҫылышы бар әле, тигәндәй яуапһыҙ ҡалды, ә әрһеҙ Шамил уға һорауҙы ҡабатларға мәжбүр булды.
– Күҙҙер. Ябай әҙәмгә ней… Затлы йөҙөк булһам, ҡаш тиер инем, – һаман тырмаһын арҡыры тартыуын белде быныһы.
Йоморо Хаммат, етеҙ генә инеп мунсанан һабын менән ҡырынғыс алып сыҡты ла алма төбөндә торған өҫтәлгә ҡуйҙы. Шунан өйөнә инде, бер аҙ торғас, ҡултыҡ аҫтына ике шешә сәмәй ҡыҫтырып, егеттәр алдына барып баҫты. Егеттәр, бер ни аңламай баҡсала көтөп торҙо.
– Һыҙландыра, тиһең инде, Шамил? Бына, һул яҡтағы шешә һинеке. Уң яҡтағыһы, Фәнил, һиңә тәғәйен. Тик шарт бар. Бер-берегеҙҙең берәр ҡашын ҡырһағыҙ, бер литр, ысынлап та, һеҙҙеке.
– Тимәк, бер ҡаш – бер ярты? – Шамил ҡулын ыуып алды.
– Эйе, күҙ ҡәҙерлерәк, уға йәшник ултыртырға ла була. Ҡаштың хаҡы шул сама ғына.
Фәнил аңланы: һөмһөҙ, ғүмерен алыпһатарлыҡ менән үткәргән, элек совет заманында спекулянтлыҡ менән байыған, бөгөн бизнесмен булып дан алған Хаммат сауҙагәр быларҙың намыҫын бер шешә сәмәйгә алыштырмаҡсы. Нишләргә? Ошо запойҙан сыҡһамы?! Бер айҙа ул ҡаш яңынан үҫеп сығыр инде былай. Тәүәккәлләргәме?
– Башҡа юл юҡ. Аҡсағыҙ булһа, ҡашығыҙ үҙегеҙ менән ҡала. Юҡ икән, ҡашығыҙҙы һабынлы һыулы ошо банка төбөндә ҡырып һалығыҙ. Сара юҡ, хәл итегеҙ ҙә. – Вәт йүнһеҙ, ҡасан быуынһыҙ итергә белә. Шунһыҙ был алдаҡ шыма донъяны ыштанһыҙ ҡалдырып буламы ни, сауҙагәр булыуы ла еңел түгелдер. Был һатыулашмай, был туйып кикерә. Уға мәҙәк, кемделер мәсхәрәләү ләззәте кәрәк. Ул ауылда шулай итеп үҙенең көсөн, өҫтөнлөгөн күрһәтә. Аҡса, аҡса! Ул хәл итә шул бөгөн барлыҡ мөмкинлекте лә, теләкте лә, хатта хыялды ла. Һинең малың юҡ икән алың да, ялың да, алырың да юҡ, кемгәлер хеҙмәт итәһең, баш эйәһең, ысынлап та сараң юҡ. Фәнил үҙенең былай уйлай алыуына аптырап та ҡуйҙы. Баш уйлай ала, мейе эшләй, бәлки, баш төҙәтмәҫкә лә булалыр?
– Ә ике ҡашҡа ике шешәме? – Шамил ҡотороп китте.
– Арифметика буйынса шулай инде лә, тик сауҙа шарты буйынса тәүлек эсендә бер ҡаш ҡына валюта була ала. Иртәгә икенсе ҡашың мәни-мәни булыр.
Фәнил торҙо. “Мин ҡайтам”, – тине Шамилға, тик үҙе ҡуҙғалманы. Ә дуҫының буш сыҡҡыһы килмәй ине.
– Минең ҡашҡа ғына алайыҡ улайһа, бер ярты етә лә инде беҙгә. Ҡаш та булдымы бер нәмә, үҫер әле.
– Юҡ, юҡ, бер ярты эләкмәй. Бер-берегеҙҙең берәр ҡашын ҡырһағыҙ ғына бер литр, тинем бит, – Хаммат тәкәббер Фәнилдең нисек тә һыныуын күргеһе килде. Шамил үтенеп Фәнилгә ҡараны:
– Тегендә Рафа картуф ҡыҙҙыра. Өмөтләнеп беҙҙе көтә.
– Көтә шу-ул, – тине лә Фәнил уң яҡ ҡашын һабынланы.
Эш бөткәс, йәки һыңар ҡашлы ғына булып ҡалғас, ике шешә ҡуйынға ингәс, ҡайтырға сыҡтылар. Бер-ике аҙым атлағас, шым Фәнил ҡапыл кире боролдо ла сауҙагәрҙең ихатаһына яңынан килеп инде. Ҡаймаҡ урлап тотолған бесәй кеүек күҙе йылтыраған Хамматҡа тура ҡарап: “Мәсхәрәләнең, Хаммат ағай, бик түбәнһеттең. Был ҡаштар бик ҡиммәткә төшмәһен үҙеңә, бурысты х… ҡайтарасаҡмын!” – тип уртансы бармағын күрһәтте. Хаммат ялт итеп боролоп ҡараны, уның ҡарашы әшәке, йөҙө ҡурҡыныс ине.
***
Рафа сыуал артынан картуфты тиҙ тапты. Тасҡа һалып һыуҙа йыуып алды. Унан иҙәнгә йәйелеп ултырып әрсергә тотондо. Тик ҡалтыранған ҡулдары тыңлашманы. “Бәрәңге жарить итәм, барыбер ғашиҡ итәм”, – тип эсенән таҡмаҡ әйтеп үҙе күңелен күтәрергә тырышты. Тик эше ырам ғына барманы. Өс картуфты көскә әрсегәндән һуң бөтөнләй хәлдән тайҙы, бармаҡтары тартышты. “Барыбер жарить итәм” тип йырын үҙгәртеп ҡараһа ла, таба төбөнә биш картуфтан артығы төшмәне. Эх, эргәңдә яратҡан ҡатының булһын ине ул. Бәрәңге әрсер өсөн генә булһа ла. Ҡашығаяҡ тирәһендә биленә алъяпҡысын быуған ҡатынын күҙ алдына баҫтырып маташты. Уныһы йәшлектә аҙашып ҡалған Әлфиәһенә оҡшағайны, нишләптер. Мәктәп йылдарында уҡ яратышып йөрөгәйнеләр, әрмегә оҙатып ҡалғанда эҫенешкәйнеләр, ә һуңынан… уны көтмәй, Өфө ҡалаһында уҡығанында уҡ кейәүгә сыҡты ла китте. Хәҙер үҙен биш-алты йыллап күргәне лә юҡ, ә шулай хыялдарға бирелеп ултырғанында үҙ ҡатыны итеп һәр саҡ уны күҙ алдына баҫтыра. Кеше ҡатынын, дүрәк. Һе, ауылда күҙгә элерҙәй, дөрөҫөрәге, уларҙы үҙ итерҙәй башҡа гүзәл зат та юҡ. Хәҙер өсөһөнөң дә йәше уҙҙы, һөйөү туны туҙҙы, уҡаһы ҡойолдо. Мәрәкәсе Гәрәй әйтмешләй, башҡаны булдыра алмағас, кеҫәгеҙҙә ике шарик менән бильярд һуғып тик йөрөйһөгөҙ инде, буйҙаҡтар.
Аптырағас, ҡалған йыуылған бәрәңгеләрҙе уртаға ярҙы ла шул килеш кәстрүл төбөнә һалды. Һыу ҡойоп, электр плитаһын тоҡандырҙы. Эһе-һей, мундирға етәме ни ул! Бар витамины үҙендә, тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Беҙгә ошо ла таман. Бының өсөн яныңда бисәң булыуы ла кәрәкмәй. Быны хатта ашамай, эскәндән һуң еҫкәп кенә ултырғанда ла була. Ер еҫе бында.
Ер еҫе, тигәндәй. Фәнилдең олатаһы Ситдиҡ ҡарт ҡараған посадкаға һигеҙенселә уҡығанда ярҙамға барғайнылар. Рәүеф шунда эләгеп йығылды ла танауын иҫке бер төмөзгә бәрҙе. Китте танау ҡанап. Салҡатан ятып та, танауына ҡульяулыҡ ҡыҫтырып та ҡарай, ҡан һис туҡтарға уйламай. Ситдиҡ ҡарт, ошоноң менән томалаһаң туҡтай ул, тип танауын тупраҡ менән һылап ҡуйғайны. Тәүҙә ҡан тупраҡты ла дымлатып килеп сыҡҡайны, бер аҙҙан барыбер туҡтаны. “Әйтәм бит, тыуған ер һәр нәмәгә шифа”, – тип көлдө Фәнилдең олатаһы. Ә Рәүефтең тамағы төбөндә уҡмашҡан ҡан менән бергә ана шул урмандағы ер тәме лә ҡалды. Эй, ул саҡтар. Өс таған булдылар Федя, Шома, Рафа. Әле лә бергәләр. Өсөһө өс урамда йәшәһә лә, нишләптер мәктәптә өсөһө айырылмаҫ дуҫтарға әйләнде лә киттеләр шул. Ғәҙәттә, бер урамда үҫкәндәр дуҫ була ла инде, ә былар, киреһенсә, тирә-йүнендәге малай-шалайҙы улай уҡ үҙ итмәй, өсөһө бер-береһенә тартылды ла ҡуйҙы. Дүртенселә Рәүеф Кәзә ташына барғанда һыуҙа ағып китә яҙған Шамилды тартып сығарып ҡалғайны. Шул яҡынайттымы? Фәнилдең әсәһе менән Шамилдың әсәһе – әхирәттәр, шуға улары ла яҡындармы? Нисектер өс таған-терәү барлыҡҡа килде лә ҡуйҙы. Араларында атаман булманы, Шамил –хисле, шиғыр, ат тип йәшәне; Фәнил иһә телһеҙ, тик һәр эшкә маһир; Рәүеф үҙе төрлө нимәләр уйлап табыуға шәп ине. Өсөһө лә тарта-һуҙа мәктәп бөттө, леспрохозға эшкә урынлашты. Урман яттар ҡулына күскәс, былар эшһеҙ ҡалды. Ҡайҙа ҡалым, шунда инде хәҙер бар кәсептәре. Ата-әсә елкәһендә яталар, тип әрләүселәрҙең һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар. Ситкә сығып китеп эш табырға ине лә, итек табандары, әйтерһең, ергә йәбешкән, тәүәккәллектәре етмәй. Леспромхоз, бәлки, яңынан терелер, тигән буш өмөт тотамы үҙҙәрен, тыуған ер йылыһымы?
Тегеләрҙең ҡулындағы ике шешәне күргәс, Рафаның күңеле бермә-бер күтәрелде. Быныһы нимә, тип тоҡто ҡапшап ҡараны. Таяҡ килеп сыҡҡас: ”Оһо, һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ икән, икәүҙе тапҡандар, маладса”, – тип өҫтәлгә биш бөртөк әрселгән һәм мундирлы бешкән бәрәңгеләрҙе киң тәрилкәгә бушатты. Фәнил таяҡты үҙе эргәһенә алып ултырҙы.
Эҫе бәрәңгеләрҙе Шамил усында һикерткеләп алды, Фәнил ғәҙәттәгесә башын эйәгенә ҡуйып шымды. Шунан ғына Рафа тегеләрҙең һыңар ҡашлы икәнен шәйләп ҡалды ла аҡырып көлөп ебәрҙе: ”Ну һеҙ, самурайҙар, юлығыҙға үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡарт сығып, мәсхәрәләп киттеме әллә, ярай ҙа баш тирегеҙҙе тунап алмаған!”
– Көлмә, ана был шешәләге шыйыҡса беҙҙең ҡаш бөртөктәренән йыйылған, – тине Шамил, сәмәйҙе һауыттарға ҡоя-ҡоя.
– Аңлап етмәнем мин, ағыу алып килмәгәнһегеҙҙер бит, – Рафа аптырап ҡараны.
– Хаммат сволочь ике ҡашҡа бер литр бирҙе, шул.
– Бушлаймы? Ҡырһағыҙ, бирәм тейме?
– Буш буламы ни? Бер ҡашҡа – бер ярты, тим бит.
– Мин уны посылать иттем, таҙа намыҫың менән эсһәң дә була, – Фәнил ҡалҡынып, төбөнәсә күтәреп ҡуйҙы. – Былай арыуын биргән икән, – танауына бәрәңге килтерҙе. – Әсе, ләғнәт.
Дуҫтары ла тотто.
– Әсерәк булһын өсөн тауыҡ тиҙәге ҡушҡан был, иртәгә башты хөрәсәк икән, – Шома уҡшый-уҡшый кире йотоп ебәрҙе. – Төшөп китте шикелле.
– Һеҙҙе мәсхәрәләгән ул Хаммат. Мин һис кенә лә ҡашты ҡырҙырмаҫ инем, башты бирһәм бирер инем, – Рәүеф шап итеп стаканды өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Бына һиңә мә! Рафа тегендә картуф жарить итеп көтә, тип ҡашһыҙ ҡалдыҡ, ә ул нимә тей, ҡырҙырмаҫ инем, имеш. Беҙ тәүҙә һине уйланыҡ, – Шома ярһып китте.
– Барыбер ҡырҙырмаҫҡа кәрәк ине. Ҡаш ул… – ҡапыл ни әйтергә белмәне.– Ҡаш – күҙ өҫтөндәге ынйы, бриллиант бит ул. Унан ҡалһаң, барыһынан да яҙаһың, тигән һүҙ. Их, һеҙ! Әйҙә, барып ауыҙын иҙәйек, үҙенең ҡашын емерәбеҙ спекулянттың!
– Ҡыҙҙы берәү, – һәр ваҡыттағыса Федя тыныс ине. – Алдыңда бар, ашап-һыйланып тик ултыр.
Хамматты әрләһәләр ҙә, эстәрен йылытып ебәрҙе уның төндә тамсылап йыйған шайтан һыуы. Шамил ғәҙәттәгесә урынынан тороп шиғыр уҡымайынса булдыра алманы:
– Булманы был тормош! Булды бары
Ниндәйҙер бер тормош йораты…
Ярай әле тиҙерәк китер өсөн
Ярһып тора тышта туратым…
Ҡалайыраҡ ауыҙламаҡ була,
Ҡалай тотмаҡ була теҙгенде…
Мә, тот! Ос, Турыҡай, ос әйҙә, ос!
Үткәрербеҙ ҡырҙа беҙ төндө.* Эһе-һей, әйҙәгеҙ берҙе турат өсөн, Радулов өсөн түңкәрәйек әле.
Түңкәрҙеләр. Ишәк өсөн дә күтәрерҙәр ине, сөнки үҙ урынына йәтеш кенә ятты быныһы ла. Ҡысытып торған тамаҡҡа хәҙер барыһы ла һәйбәт бара ине. Иҫерә башлағас, Рафа тағы баяғы һүҙҙе терелтте:
– Дуҫтарым минең, ҡаш яңынан үҫә ул, ә бына мәсхәрәнең ҡойроғон тиҙ генә өҙөп ташлап булма-ай.
– Нимә, беҙҙән көлмәксеһеңме? Әйҙә, һинекен дә ҡырабыҙ улайһа, – Шамилдың теле көрмәләнде.
– Юҡ, дуҫтарым минең, нишләп көлә тей, үҙен мәсхәрәгә ҡалдырырға кәрәк ул Хамматтың.
– Мин уны өс хәрефкә күптән оҙаттым да, оноттом да, – Фәнилдең дә тауышы сыҡты.
– Мин, дуҫтарым, һеҙҙең өсөн үҙем үс алам.
– Нисек?
– Уның мунса ташына тауыҡ тиҙәге һибәм. Ой, башына еҫ тейәсәк, ой, тейәсәк. Һәм капут буласаҡ.
Өс дуҫ “Башына еҫ тейәсәк, ой, тейәсәк” тип таҡмаҡлап тағы бер һалынғанды күтәрҙе. Билдәле, һипмәйәсәк улар, юҡ, тәүәккәллек етмәгәндән түгел, бер ҡаш өсөн былай үс алырға күңелдәре, әле үтә бысранып өлгөрмәгән намыҫтары рөхсәт итмәйәсәк. Башҡа баш етмәҫ мәсхәрәһе булмаһа…
***
Иртәгәһенә дуҫтар тағы ла нығыраҡ ауырып таралышты. “Ысынлап та тауыҡтыҡын ҡушҡан был сволочь!” – тип Хамматты әрләнеләр. Фәнил генә, ул ауыҙға ҡойманы, шыңшымағыҙ, тип тыйҙы.
Шамил ике көн тағы ла ауырып ятты әле. Тамағына аш барманы, баш төҙәтеү тураһында уйлай ҙа алманы. Берҙән, барыбер табып булмаҫ ине, икенсенән, сәмәйҙең еҫен тойоу менән уҡшырға тотондо. Күргеһе лә килмәй ине төндә тыуған әсе, һаҫыҡ нәҫтәкәйҙе.
Фәнил дуҫы ике тапҡыр килеп хәлен белешеп, дөрөҫөрәге, үҙенең хәлен белдереп китте. Аяҡтамын, йөрөрлек кәр бар, ә һин ятаһың, йәнәһе. Сәғәт тирәһе эйәген усына һалып бер һүҙ өндәшмәй, тып-тын ултыра. Шунан ғәҙәттәгесә өҫтәлдә торған банканан күтәреп һыу эсә лә, ярай, ҡайттым, һин теге… минең олатай артынан китеп барма ҡабаланып, тип көлөмһөрәй тағы. Икенсегә килгәнендә олатаһының таяғын кисәге тоҡҡа яңынан урап алды. Торған урыны шунда булғандыр, һарай мөйөшөнә һөйәйем, тип сығып китте.
Ул бар саҡта буш өйгә барыбер ҙә йән ингән кеүек әле. Дуҫы киткәс, донъяны шом баҫа. Ә төндәрен Шамил урын тапмай, йоҡлай алманы. Күҙен йомһа, эт йә ат баҫтыра башлай. Үҙе аңламай, нисек инде иң яратҡан хайуандарым тешләргә йә тибергә маташырға мөмкин, тип аптырай. Оҙонораҡ төштәре кинолағы кеүек сюжетлыға әйләнде. Унда ла йә эт ташлана, йә ат өҫкә менеп килә… Ҡараңғы тынлыҡты ауыр шомлоҡ баҫа, ҡайҙалыр нимәлер шытыр-шытыр килһә лә, хатта тәҙрә төбөндәге себен безелдәүе лә уны һикереп торорға мәжбүр итте. Әйтерһең, өҫтөнән генә тейер-теймәҫ самолет осоп үткән. Шунан ул һикереп тороп утты ҡабыҙҙы. Тынысланғас, яңынан һүндерҙе, тик күҙҙән ут ялҡынсыҡтары китмәне, улар ваҡ-ваҡ ҡына булып янып тора ла, киреһенсә, тертләтеп тирә-яҡҡа һибелә. Унан инде күҙҙе һытырҙай булып баҫҡан ҡараңғылыҡ ҙур йөнтәҫ бер йәнлекте хәтерләтә һәм Шамил шул йөнтәҫ тирене йыртып тағы ут ҡабыҙғысҡа ынтыла. Ҡулдың “йөн” тейгән ерҙәре ҡысытып киткән кеүек була. Утты башҡаса һүндерергә ҡурҡа башлай шунан. Инде тынысландым, тиһә, өй бүрәнәһе аша кемдер һөйләшкән кеүек тойола. Берәйһе сәмәй-фәлән генә алып килә күрмәһен, уның бөтөнләй эскеһе килмәй. Әгәр бурҙар булһа? Ул тағы утты һүндерә лә, һаҡ ҡына тәҙрәнән ҡарап тора. Шулай йоҡоһоҙ йөрөп таң аттыра. Ярай, төндәрҙең ҡыҫҡа мәле.
Өсөнсө көнгә, иртәгәһен әсәһенең ун ете саҡрымда ятҡан Поляковка дауаханаһынан ҡайтырын иҫенә төшөргәс, тәүҙә шытып йомшарып бөткән картуфты әрсеп, табала ҡыҙҙырҙы. Тик барыбер тамағына аш барманы. Сәй тәмләне, ауыҙы тәм тойманы. Шунан, тир сыҡһын, тип, йыйылып киткән һауыт-һабаны йыуып, өҫтәл тирәһен йыйыштырҙы, ике яҡтың да иҙәнен ялтыратып һөртөп сыҡты. Унан һарай артындағы оло баҡсаға сығып бәрәңге утап маташты. Эҫегә әлһерәп инеп ятҡайны, ҡолағына тәүҙә музыка тауышы салынды, шунан түбәлә себендәр оса башланы, улары аҡ төҫкә инеп, бәләкәй генә аттарға оҡшап китте. Тирә-яҡҡа һибелеп сабышалар. Ялдары, ҡойроҡтары елгә елберҙәгән байраҡмы ни, тегеләй-былай һуғыла. Ат тигәне шайтан балалары түгелме? Оҙо-он ҡойроҡло. Шамил һикереп килеп ултырҙы. “Инәңде… шайтандар күрерлек хәлгә етсе әле.” Ҡолағын ҡаплап ултырҙы, музыка тынманы. Шуныһы ҡыҙыҡ – ниндәй көй иҫенә төшә, шул моң ағыла башлай. Хет заказ буйынса тыңла. Тәүҙә рәхәт ине Шамилға, хатта ҡушылып көйләп тә ҡараны. Дәртлерәгенә бейеп тә маташты.
Тып-тын өйҙә башын һелкә-һелкә бейеп, ниҙер мығырҙап йөрөгәнендә ҡайтып инде лә әсәһе. Йыйыштырылған өйөн күреп һөйөндө, улы ла айныҡ икән. Кәйефе күтәренке. Әсәһен күргәс, Шамил бейеүенән шып туҡтаны, ҡапыл уңайһыҙланып китте:
– Күршеләрҙең аҡырған музыкаһына һелкенеп, ҡайтҡаныңды ла һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, әсәй. Иртәгә сығаралар тей инең түгелме?
– Ылау тура килгәйне, һораным да ҡайттым.
– Иртәгә үҙем Радуловты егеп барып алыр инем әле.
Радулов тигәне – һигеҙ йәшлек алашаһы инде. Етеҙ үк булмаһа ла, йөккә талымһыҙ уның аты. Иң яҡын дуҫы ла, йәндәше лә. Әле ҡырҙа, урманда йөрөй. Сәсеү үтте, бесәнгә йыраҡ – ыуыҙ үлән менән һыйланып ял итер, ҡоро ерҙә ятып тулар мәле уның.
Борон-борондан, Ташлыйылға ауылы урман төпкөлөндә булғас, бында йорт һайын һәр саҡ ат булды. Хәҙер генә дилбегәне рулгә алыштырыусылар күбәйҙе. Ҡолас етмәҫ бүрәнәләрҙе лесовоздар йә көслө-көслө айғыр-бейәләр генә һөйрәй алды. Ул саҡ йүнһеҙ ат та булманы, оҡшаманы икән, ялан яғына һаттылар. Берәйһенең аты йөк тарта алмаһа, кеше көлдөрмә был колхоз атың менән, тип оялталар ине хатта. Шул аттар араһында үҫте Шамил да. Уларҙан һис ҡурҡманы. Был тарафтарға ҡом-таштан юлдар һалынып, еңелерәк техникалар килә башлағас та, ҡайһы бер үҫмерҙәр аттан төшөп шул машина-матайҙарға ултырыуҙы хуп күргәндә лә, Шамил барыбер көнөн аттар янында үткәрҙе. Тиҫтерҙәре араһынан : «Урамдағы айғыр беҙҙе һеңгәҙәткәнсе тешләй, ә һиңә теймәйәсәк ул, әйҙә йүгәнләп, егеп бир әле», – тип килеүселәр ҙә була торғайны. Ат ҡото, ат сихыры, улай ғына түгел, арбау көсө бар ине Шамилда. Ысынлап та, тыңлашмаған уҫал айғырҙарҙы ла тыңлата ала торғайны ул. Аҡбуҙат телен аңлар өсөн Шамил кеүек ҡуш йөрәкле ир-егет һәм ат йәнле булырға кәрәк, тип ҡуя ине уның тураһында күпте күргән ағайҙар.
Леспромхоз бөткәс, арбауы ла, аламаһы ла бергә ҡушылды ла ҡуйҙы. Һис кемгә кәрәге юҡ хәҙер уның. Янында ярай ҙа дуҫтары бар, Радуловы – күңел йыуанысы. Леспромхоздан ҡалған бер ҡомартҡы уныһы ла. Янған ҡомартҡы.
Ете йыл элек үҙәк һаналған Поляковкала райондың оло байрамын үткәргәйнеләр. Шунда ат сабышына Ташлыйылғанан да бер нисә атты бәйгегә сығарырға булдылар. Шамилға үҙенең эштәге Бөрлөгән исемле бейәһе менән ярышырға ҡушылды. Бейә тиһәң, баһаһы төшөр, торғаны осорға әҙер ҡарсыға ине ул. Үҙе буйсан, оҙон ботло, йоп-йоморо бейек осалы. Иңенә менергә баҫҡыс кәрәк хатта. Тороҡ яллы, ҡарсыға түшле, тиҙәр улар хаҡында. Шамилды бик үҙ итте ул, йыраҡтан күргәс тә, ҡалын ирендәрен ҡалтыратып, яғымлы ғына өн сығара ине. Ҡатын-ҡыҙ затынан шул, тыйнаҡ та булды. Алдына һалған һолоно һис ҡасан түккеләмәҫ, ашығып, күнәккә тотанаҡһыҙ һонолмаҫ.
Ә бәйге тиһәң, ниндәй зат булғандыр, бер-ике көн алдан белә ине. Элек ауылда үҙ-ара ат сабыштырып толпарың менән маҡтаныу ғәҙәте бар ине бит. Шул ваҡыттарҙа һис һынатманы Бөрлөгән. Кәртә буйлап муйынын бөгә биреп, түбән ҡарап ҡына юрта башлай, тояғынан тупраҡ-балсыҡ оса, ерҙәр һелкенеп ҡала. Ҡойроғо, әйтерһең, бейеп йөрөгән ҡыҙҙар толомо – талпынған һайын талғын ғына тирбәлә. Түше ҡайһылай бит, саҡ ҡына ҡуҙғалдымы, тарамыштары уйнап китә. Ғәйрәт ҡайһылай, һай. Ҡуҙға баҫҡанмы ни, тик тора алмай үҙе. Ҡалын ирендәрен ҡалтыратып, үҙенсә йомшаҡ, иркә генә итеп өндәшә, шунан йән тетрәткес итеп кешнәп ебәрә.
Ә бәйге көнөндә бер ни булмағандай тыныс ҡына затҡа әйләнә лә ҡуя. Ана шул ҡарсыға менән китте Поляковкаға Шамил. Бейәһе менән бергә тайы ла эйәрҙе, бикләп ҡалдырып булманы үҙен. Бөрлөгән кешнәп бер булғас, алдылар үҙҙәре менән. Тегендә бәйләрҙәр әле. Поляковкаға бер көн алдан барҙылар. Бәйгегә сығыр алдынан урындағы ит комбинаты ихатаһында әлеге тайҙы кәртәгә индереп бикләп киттеләр. Бөрлөгән тәүҙә кешнәп маташты ла, байрам яланына еткәс, тынысланды. Тик, бәйге башланып, аттар саба ғына башлағайны, әсә үҙенең балаһының еҫен тойҙомо, бер аҙ туҡтап, муйынын төрлө яҡҡа һуҙып-һуҙып оҙон итеп кешнәп ебәрҙе лә башҡа бәйгеселәр артынан төштө. Тик шунда ғына Шамил арттан баяғы тайҙы шәйләп алды. Кемдер кәртәнең ҡапҡаһын асҡанмы, әллә үҙе кәртәне һикереп сыҡҡанмы? Әсәһенә оҡшап быныһы ла кәүҙәгә бейек, оҙон тояҡлы шул. Хәҙер нишләргә? Ҡалай үҙе етеҙ саба. Бында ялан райондарындағы һабантуйҙағы кеүек түңәрәкләп сабып булмай, ә күренеп ятҡан тау итәгенән бараһың да, аҙаҡ уйһыулыҡ буйлап үтеп байрам яланына килеп сығаһың. Ҡайҙан килеп тапҡан тиһең әсәһен, шильма. Бөрлөгән бер саптарҙы үтеүгә, ни мөғжизә, тай ҙа ҡыуҙырып етте. Тимәк, әсәһе кеүек был да ал бирмәҫкә ынтыла. Тик финишҡа тиклем ара алыҫ бит әле. Өҙлөгөп ҡуймаҫмы, тыны етерме әле быуыны ла нығынып етмәгән был мөғжизәнең? Шамил төрлө уйға батты, тик бейәһен туҡтатырға ла ҡурҡты. Ауыл намыҫы ла бар бит әле. Уйһыулыҡты үттеләр, алда тағы ике юртаҡ саба. Тай ҙа ҡалышмай, өйөрҙән ситтәрәк һаман да йәнәш килә. Үҙе арығанға оҡшамай, башын баҫып, ҡолаҡтарын ҡайсылап сабыуын белә. Бәйгелә икәнен әллә ул да самалаймы? Байрам яланы ла күренде, Бөрлөгән уҡтай алға ынтылды, ситтә килгән тай әсәһенә тиңләште. “Һеү, һеү, әйҙә!”– Шамил бар көсөнә бейәһенә дәрт бирергә тырышты. Берәүһен уҙҙылар, икенсеһен. Тай ҡайҙа, тай? Тирә-яҡҡа ҡаранып алды. Йәнәшәләрендә күренмәне уныһы. Һыбайлы алға уҡталғайны, аптырап китте – ҡойроҡтарын сәнсеп, тай әсәһе алдынан саба ине. Финишҡа әсәле-ҡолонло бергә барып инделәр. Тамашасылар хайран ҡалып ҡул сапты, эйәр түгел, йүгән дә күрмәгән бер тай барыһын уҙып беренсе килһен әле. Мөғжизә! Халыҡ араһынан үтеп киткәс, янып ҡуймаһын, тип Шамил бейәһен артабан юрттырып алып китте. Ә тай күп тә барманы, аяҡтарын бөкләп ятырға булды. Быларға эйәреп килгән ауылдаштарына Шамил: “Ҡыуығыҙ, ҡыу, ятҡырмағыҙ, яна хәҙер”, – тип лауылданы. Тай бик өркмәне, шулай ҙа тороп бер-ике аҙым атланы ла тағы ятырға йыйынды, тағы ҡыуҙылар, тағы ла талымһыҙ ғына атланы. Шулай ятҡырмай атлатып йөрөнөләр тайҙы, нисек тә янмаһын малҡай. Эй, үҙен маҡтанылар, бер йәшлек тай шул тиклем араны үтеп, йүгерек-йүгерек саптарҙарҙы уҙып беренсе килһен әле. Киләсәге хәт-тәр буласаҡ, тип юранылар. Тик юрауҙары юш килмәне. Поляковканан ауылға ҡайтҡанда уҡ әсәһенең артынан көскә-көскә эйәрҙе, барҙы-барҙы ла туҡтап тирә-яҡҡа ҡаранып тик торҙо, әсәһе тауыш бирә башлаһа, иренеп кенә ҡуҙғалған булды. Шулай көс-хәл менән ҡайтып еттеләр. Ҡайтҡас та тай ятты. Ветврачтар, төрлө үләндәр эсереп, уколын ҡаҙап, бер сама аяҡҡа баҫтыра алдылар ҙа, тик осоп-уйнап йөрөгән буласаҡ толпар уйсанға әйләнде, әсәһенең кешнәү тауыштарына иғтибарһыҙ ҡала бирҙе. Көҙгә бөтөнләй биреште, өҙлөктө бахырҡай. Сабыу түгел, һөйрәлеп атларлыҡ та көсө ҡалмаған тайға күңелдәре һүрелде леспромхоз етәкселәренең. Иткә ебәрергә булғайнылар, Шамил үҙенә һатыуҙарын һораны. Йәлләне ул тайҙы. Уның һәләкәтле яҙмышында нисектер үҙендә ғәйеп тә тойҙо. Шуға, бәйгеләрҙә уҡтай осор йүне китһә лә, иҫән булыуын теләне. Әле ул саҡта леспромхоз йәшәй ине, эшендәге уңыштары һәм бәйгеләге еңеүе өсөн Фәхретдинов Шамилды ошо тай менән бүләкләнеләр. Ат йәнле егет тайҙы тәүге йыл ентекләп ҡараны, алдынан һоло, икмәк, йәшел бесән өҙмәне, икенсе йылына осалары бер аҙ йоморайғас, күҙенә нур ҡайтҡас, тәүҙә менгегә өйрәтте, аҙаҡ тәртә араһына индерҙе. Талымһыҙ булды үҙе, һәр йомошто еренә алып барып еткерҙе, ҡайтыр юлын юғалтманы. Күрәһең, яҙмышына буйһоноуы ла шул булғандыр, юртаҡ аттарға ҡарап кешнәмәне лә, башын баҫып арба йә сана һөйрәүен белде. Шамилға уның менән рәхәт ине. Ул йәндәшкә әйләнгәйне. Исемен дә үҙе яратып ҡушты: ”Радулов”.
Ут үткәс, телевизор ҡарарға әүәҫләнеп алды ташлыйылғалылар. Бигерәк тә хоккейҙы яраттылар, үҙебеҙҙең “Салауат Юлаев” өсөн сәсрәп китеп көйәләр ине. Шунда иң шәп һөжүмсе булған Александр Радуловтың исемен тотто ла тайына ҡушты Шамил. Икеһенең дә даны хәтәр, икеһе лә етеҙ бит. Ана шул тыйнаҡ Радулов менән иртәгә әсәһен барып алмаҡсы ине улы.
– Машина булғас, ат арбаһында дерелдәп ҡайтҡы килмәне, – тине әсәһе. – Ниндәй яңылыҡтар бар? Ситдиҡ ағай вафат булып ҡуйған икән.
– Эйе, ҡуйҙыҡ. Күршеләргә әйтеп сығайым әле, музыкаларын баҫып ҡуйһындар, – Шамил сығырға йыйынды.
– Ниндәй музыка тей? Йә Хоҙай, бер ҡашың ҡайҙа булған? – әсәһе улының йөҙөнә ҡараны. – Күҙҙәрең дә ҡыҙарған.
– Ҡаш? – көҙгөгә ҡараған да булмағас, уныһын онотҡайны әле Шамил. – Эйе, Фәнил менән ҡырҙыҡ шул. Хәҙер ну… модаһы шулай.
– Шундай мода буламы? Ҡашҡа тейгәнсе, һаҡал-мыйығыңды ҡырыр инең. Эшһеҙлектән ни эшләргә белмәйһегеҙ. Мода, имеш, – Нәзирә апай һөйләнә-һөйләнә кухня яғына үтте. Шамил ҡолағын ҡаплап тышҡа сыҡты:
– Шул тиклем аҡыртмаһалар була бит. Әйтерһең, дискотека бара!
Тышҡа сыҡҡайны, көй туҡтаны. Ҡапыл туҡтаны. Сиңерткәләр сырлағаны ишетелде. Ҡоштар ҙа һайрай, ана. Кәкүк тә саҡыра. Шамилға рәхәт булып китте. Донъя ҡалай күркәм! Уның ҡапыл ашағыһы килде. Асыҡтырған икән. Яңынан өйгә инде.
– Әсәй, һинең ҡулыңдан яһалған сәйҙе һағындым, – өҫтәл артына ултырҙы. – Асыҡтырған да.
– Хәҙер, хәҙер, улым. Утыҙға етеп киләһең, һаман сабыйһың инде.
– Ты жива еще, моя старушка?
Жив и я. Привет тебе, привет!
Пусть струится над твоей избушкой
Тот вечерний несказанный свет.
Пишут мне, что ты, тая тревогу,
Загрустила шибко обо мне…* –тине лә ҡабаланып, әсәһен ҡосаҡлап алды.
– Ҡуй әле, былай ҙа кисәнән бирле эсем боша.
– Нимәгә?
– Кем белә инде, изгегә булһын, тим.
Ултырып сәй эсеп алдылар. Тамаҡҡа ла аш үткәндәй. Әсәй ҡулынан һәр ризыҡ татлыға әйләнә шул. Шамилдың ҡапыл тағы ҡолағына ниҙер ишетелгәндәй булды.
– Аттар кешнәйме ул әллә, әсәй?
– Юҡ, бер ҙә ул-был тауыш сыҡҡандай түгел, – әсә кеше шулай ҙа һағайып ҡуйҙы. Бая тып-тын бүлмәлә, музыка аҡырталар, тип әйткәндәй булғайны. Бер генә ҡашы ҡырылған. Әллә берәй төрлө сихыр-фәлән эләктерҙеме? Күңеле былай ҙа артыҡ наҙлы. Башҡалар тау-таш араһында, урман-ҡырҙа аунап буй еткергәндә, был бит шиғыр тәмләп кенә, ат ҡосаҡлап ҡына үҫте. Нескә күңелгә шауҡым тиҙ бәрелеүсән дәһә. Йөрәгем туланы шул, юҡҡа ғына булмағандыр. – Арыһаң, ятып тор, улым.
– Йоҡом килә ул, әсәй, тик ятһам әүен баҙарына барып етер атымды бүреләр ҡамап бер була. Ана, ана тағы ат кешнәй.
– Бер ниндәй ҙә ат кешнәмәй, – Нәзирә апай ярһып китте. – Бар, ят. Йоҡлап ҡара.
Шамил эске бүлмәгә инеп ятты.
– Ах шуны! Юҡҡа кешнәмәй, тип әйттем бит. Урамға бүреләр килгән, – Шамил асмалы тәҙрәнән генә һикереп төштө лә, һарайҙа эленеп торған сыбыртҡыны алып шартлатырға, “фьют, фьют” тип һыҙғырырға тотондо. – Ҡара Радуловты ашарға килгәндәр, китегеҙ бынан! – ныҡ итеп һелтәнеп, сыбыртҡыһы менән урам ҡапҡаһының бағанаһына һуҡты, шунан нимәнелер баҫтырып тағы ергә һуҡҡыланы. Нигеҙ буйында саңға күмелеп ятҡан ике тауыҡ беренсе шартлауҙан уҡ оса-һикерә оло дау күтәреп, был-тирәнән сығып ҡасты. Шау-шыуға йүгереп килеп сыҡҡан Нәзирә апай шаҡ ҡатты, яратҡан улы буш урамда, сыбыртҡыһын бушҡа һелтәй-һелтәй, бушлыҡты ҡыуа ине. Ихатаны арманһыҙ булып бер нисә урағас, күтәрмәгә килеп ултырҙы.
– Ҡара әле, әй, Радуловты ашарға килгәндәр. Күрҙеңме, әсәй? Ҡыуҙым, вис кенә ҡыуҙым. Бүреләр инеме, әллә эттәрме?
Нимә тип әйтергә белмәне әсәй кеше.
– Белмәйем шул… Нишләргә икән? – улын ҡосаҡлап, уның янына ултырҙы. – Хамматтың сәмәйен эсеп былай ҡотороуыңмы, улым? Шайтандарың ҡоторта шулай, – үҙен ни тиклем тыныс тоторға тырышһа ла, күҙенән йәше туҡтамай аҡты Нәзирәнең. – Күҙеңде асып ҡара әле, Шамил. Күҙең бит иҫән, ҡашың ғына ҡырылған. Ихатабыҙ буш та һуң. Алашаң күптән яланда. Эй, Аллам. Ин әйҙә.
Шамил ҡалҡынып оҙаҡ ҡына буш ихатаға ҡарап торҙо, сыбыртҡыһын күтәрмә аҫтына ырғытты. “Ҡыуғас, хәҙер буш инде”, –тине лә әсәһе артынан эйәрҙе.
Ярты сәғәттән әлеге хәл яңынан ҡабатланды. Шамил тағы ла тәҙрәнән һикереп сыҡты ла, күтәрмә аҫтынан сыбыртҡыһын эҙләп табып, тағы атын ҡотҡарырға тотондо. “Вәт, әй, аңламағас, аңламайҙар бит былар”, – тип сыбыртҡыһын тағы һелтәне. – Мине ашағыҙ, мә. Радуловты бер кемгә лә бирмәйем, анаһыҙҙар!”
Нәзирә апай, көскә тынысландырып, улын тағы өйгә алып инде лә, бындағы “Тиҙ ярҙам”саҡыртырға күршеһен ебәрҙе: “Шамил ауырый, тиҙ генә килеп етһен”. Медтуташ хәлде шунда уҡ аңланы, әсәй кешенең ҡолағына ғына: “Белогорячка был, тиҙ арала дауаханаға оҙатырға кәрәк”, – тине.
– Ни хәлгә төштө алтындарҙан-алтын ғына улым, – тип бөгөлөп төштө Нәзирә.
***
– Аралбаев Фәнил бында йәшәйме? – полиция лейтенанты Нурислам Ихсановтың оҙон кәүҙәһе күренгәс, Фәрит ағай ҡаршы сыҡты.
– Белмәгән кеше һымаҡ һин дә, – тип ике ҡуллап күреште.
– Эш менән йөрөйөм, шуға рәсми тел менән һөйләгән булам. – . Һаулыҡ алып яйлап ултырғас, Нурислам, бөгөн бигерәк эҫе, тип бер сынаяҡ һыу һорап эсте. Шунан папкаһын асты. – Аҫһаң аҫ, һуйһаң һуй, Фәрит ағай, улыңды аристовать итергә килдем.
– Фәнилдеме? Ни ҡылған шильма малай? – насар уйҙарын ҡыуырға тырышып, атай кеше көлөмһөрәгән булды.
– Әйтһәм, атаһың һин мине, Фәрит ағай.
– Йә, көттөрмә.
– Йәнекәйҙә ҡарағас йыҡҡан.
– Ҡасан?
– Ҡайныңды, Ситдиҡ бабайҙы ҡуйған көн.
Фәрит ағай аптырап китте.
– Ҡәбер бураһына тип берәүҙе ауҙарғандыр, шунан?
– Ауҙарырға ярамай бит. Закон шулай. Ҡарағас “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән.
– Ярамаһа ярамайҙыр, тик ҡәбергә берҙе ауҙарабыҙ инде. Уныһы законға ҡарамай. Ололар ҡәберҙе ҡарағастан бурап кәртәләүҙе хуплай ҙаһа. Мәҫәлән, атайым да бының өсөн ағасты алдан әҙерләгәйне. Нишләп был хаҡта алдан иҫкәртмәгәндәр икән һуң? – йөҙө был хәбәрҙән салышайып китте.
– Ҡағыҙса әйткәндә, былай була инде ул, – папкаһынан бер бит ҡағыҙ тартып сығарҙы лейтенант. – Законһыҙ ағас ҡырҡып кәсеп итеүселәрҙе тотоу һәм язаға тарттырыу маҡсатында ойошторолған тикшереү барышында беҙҙең участка урмансылығында 0,961 кубометр ҡарағас ҡырҡылыуы асыҡланған. Операцияла район прокуратураһы хеҙмәткәре һәм урмансылыҡ буйынса мобиль төркөм, шулай уҡ үҙәктең “Деревопром”корпорацияһы вәкилдәре ҡатнашҡан.
Ауылдашы Нурислам хәлде рәсми телдә аңлата башлағас, Фәрит ағайҙың күңеленә берсә шом инде, берсә бар донъяға асыуы килде.
– Ағас төбөндә минең улымды һағалап ултырмағандарҙыр бит?
– Кемдер әйткәнме, киҫелгән ағас төбөн үҙҙәре килеп тапҡанмы, уныһын белмәйем, ағас йығылыуы тураһындағы хәбәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына райондың прокуроры ярҙамсыһы Лаврентьев рапорт рәүешендә еткергән. Поляковкала, силсәүиттә, штраф түләргә тигән ҡарарҙы бына миңә тотторҙолар. Аралбаев Фәнил ҡырҡҡан тип асыҡтан-асыҡ яҙғандар, тимәк … оҙон телдәр эшенә лә оҡшаған, – Нурислам туҡтап уйланып алды. – Ысынлап та ошаҡҡа оҡшаған был, кемдең эше икән?
– Йөрөнө, олатаһының ҡәберенә бура бураны лаһа. Законһыҙ ҡырҡыу имеш. Ул прокурорҙар үҙҙәре ғүмер эсендә бер төп ағас ултыртҡандары бармы икән? Штрафы күпме?
– Әйтһәм, йығылаһың.
– Әйт, күпме? – йөҙө ныҡ ҡырыҫланды өй хужаһының.
– Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан килгән зыян 59 мең 600 һумға баһалана.
– Бына һиңә Шәрифәнең тишек ҡомғаны, ул тиклем аҡсаны ҡулда ла тотоп ҡараған юҡ, үҙе дүрт-биш ат хаҡы лаһа, – Фәрит ағай ултыра төштө. – Түләй алмаясаҡ ул уны.
– Ул саҡта төрмә, йә йортон, милкен тартып аласаҡтар, – Нурислам был һөйләмде шым ғына әйтте. Әйтерһең, уларҙы кемдер тыңлап тора.
– Күрәһеләр бар икән. Уның йорто ла юҡ, бисәһе, балаһы ла… – тине атай кеше. Үҙ-үҙенә әйтте шикелле. – Ҡайным да инде, үлмәй торорға була бит…
“Йә Хоҙай, тормошобоҙ ошо бер ҡарағас көнөнә ҡалдымы икән?! Илдә кемдәрҙер ғүмер буйы халыҡ иҫәбенә байлыҡ туплай. Улар бер ағас түгел, миллионлаған, хатта миллиардлаған һум аҡса урлай, ә һыуҙан ҡоп-ҡоро сыға, бер ниндәй штраф та түләмәй, яза ла күрмәй. Закон алдында яуап биргәндәре лә, төрмәлә ултырғандары ла ярлыҡана. Ә ҡайһы берәүҙәргә, беҙгә, ябай кешеләргә, хатта яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң да тынғы юҡ. Ни ғиллә һуң ул, ә? Ҡәбер бураһына тип алынған бер ҡарағас өсөн йөҙәтмәкселәр. Аңламаҫһың был донъяны. Үҙең ҡарап-ҡурсып үҫтергән ағас бит әле.
Ауыл кешеләренең төп кәсебе урмансылыҡ булды. Ағас ҡырҡтылар, таҡта ярҙылар, ылыҫ оно етештерҙеләр, сайыр ағыҙҙылар… Ашаған аш та, ташыған таш та ошо ағас ине. Хәҙер шул ағас өсөн төрмәгә алып барып тыҡһындарсы. Башҡа һыймаҫ хәл был. Бына, урман һатылып бөткәс, эш юҡ. Алыр байлыҡтары ҡалмағас, халыҡты талайҙар икән бөгөн. Улымды эшһеҙ ҙә ҡалдырҙылар, хәҙер салбарын да сисеп һалдырмаҡсылар. Былай ҙа тишек нәскиҙә йөрөй. Нишләр инде?” – төрлө уйҙар килде күпте күргән, күпте кисергән атай кешенең башына.
Өмәләр үткәреп, таҙалап үҫтергән урмандарына үҙҙәре хужа булмағанға йөрәге әрней уның. Ситтәргә, бигерәк тә өҫтәгеләргә, «йәшел ҡалҡан» яҙмышы ҡыҙыҡ түгел шул. Уларға иң яҡшы ағастар китеп торһа, шул булған. Ә урманды улар хәстәрләй, йыл да ҡарт-ҡоро, балалар менән үҫентеләр ултырта. Бөгөн унан да мәхрүмдәр.
“Был хәлде ҡайным белеп ҡалһа, иллаһи-биллаһи, ҡәберҙән тороп ултырасаҡ бит. Үлмәй торорға кәрәк булған да… Тәҡдир инде, тәҡдир”.
Фәрит ағай өҫтәлдән бер һыныҡ икмәк алды:
– Бына икмәк, Нурислам ҡустым, ошо изге ризыҡ менән ант итәм, – өй хужаһы икмәкте ирененә терәп торҙо, ә күҙҙәренән эре бөрсөк булып тамған йәш ҡулға тейеп аҫҡа табан ағып китте, – ғүмерем эсендә хөкүмәт ҡаҙнаһына ла, кеше әйберенә лә тейгәнем юҡ. Үҙ көсөм менән йыйғанымды, хәләл ризығымды ғына ауыҙыма алам. Улым да шулай. Эсә тиһәләр ҙә, һис ҡасан уғрылыҡҡа барманы, бармаҫ та. Намыҫ таҙа беҙҙең. Выждан да…
Нурислам бик уңайһыҙланып китте. Фәрит ағайҙы ҡосаҡлап алды:
– Беләм, беләм, ағай, намыҫың таҙа. Тик ни хәл итмәк кәрәк… законды белеп етмәйбеҙ шул.
Оҙаҡ ҡына тын ҡалып ултырҙылар. Алдағы билдәһеҙлек икеһен дә уйға һалдымы, әллә донъяның ғәҙелһеҙлеге, борондан килгән йолаларҙың бөгөнгө замандың ҡаты закондары алдында тапалып юҡҡа сығыуы бер минутҡа ғына булһа ла туҡтап һығымтаға килергә саҡырҙымы – ике ир уҙаман ҡурсаҡ кеүек ҡатып ултыра бирҙе. Ысынлап та, бәлки, был аяуһыҙ закондар алдында үҙҙәрен ҡурсаҡ итеп тойғандарҙыр ҙа, кем белә.
Бер аҙҙан, ҡайтҡас та Фәнил минең эшкә йә өйгә килһен, йәме, тип лейтенант сығып китте.
Урманға умарталарын ҡарарға киткән Фәнилде Рәүеф барып алып килде. “Һине полицай Нурислам ағай саҡырта”, – тигәс тә, Фәнил, сауҙагәр Хаммат, һүгенеп бармаҡ күрһәткән өсөн, ялыу-фәлән яҙҙымы икән, тип уйланы. “Ышан уға, өс шешәлек бурысты, йәки сумманы урланы, тип яр һалһа ла аптырамаҫһың. Ярата ул ана шул погонлы ағайҙар аша эш итергә лә, үс алырға ла”.
– Бер ҡашың ҡайҙа булған? – Уны күргәс тә Нурисламдың тәүге һорауы шул булды.
– Ныҡ һикерә ине, шуға ҡырҙым.
– Ә быныһы?
– Быныһы тыныс, шуға иҫән.
– Ҡырылған ҡаш кеүегерәк бит әле үҙеңдең хәлдәрең. Тә-әк, 29 май Йәнекәйгә менеп бер ҡарағас ауҙарып төштөңмө? – һынамсыл ҡарашын ташланы.
– 29-ы? Олатайҙы ҡуйған көнмө ни? Әлбиттә, олатай үҙе ҡушты, мин үлгәс, һылыу булмаған ҡарағасты ҡырҡып бура бурарһың, тине, – әһә, Хамматтың бында ҡыҫылышы юҡ икән, тип бер аҙ тынысланып та ҡуйҙы Фәнил. Өс шешәлек бурыстың алдағы эш алдында ни тиклем сүп һәм пүстәк икәнен белмәй ине ул.
– Һылыу булған шу-ул. Ны-ыҡ һылыу булған. Хәҙер шуға штраф һалалар. Кемдән рөхсәт һораның?
– Бер кемдән дә һораманым. Һорарға кәрәк инеме? Береһе лә һорағаны юҡсы.
– Их, аңра баштар. ”Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ағастың башына еткәнһегеҙ бит. Кем менән ауҙарҙың?
– Шамил менән барып бурағайныҡ. Штрафы күпме ни?
Нурислам ағай егеттең күҙенә ҡарап алды.
– Протоколға Шамилды яҙып тормайбыҙ инде. Уға ла штраф сәпәһәләр, булыр унан Шәрифәнең ярыҡ ҡомғаны. Ағас һиңә кәрәк булған. Шулай бит?
– Миңә тип, олатайға… Эйе. Штрафы ҙурмы ни?
– Сумманы әйткәйнем, атайың йығылып китте инде былай, ундай аҡсаны төшөңдә лә күргәнең юҡ, алтмыш меңгә яҡын.
– Алдама әле, бер ҡарағасҡамы? Һин нимә, Нурислам ағай? Көлдөрмәле, зинһар, – тыныс Фәнил йәнләнеп китте. Хатта ауыҙын усы менән ҡаплап көлөп алған булды.
Нурислам оҙаҡ ҡына яҙҙы ла, дөрөҫ булһа, бына ошонда ҡул ҡуй тип, ҡағыҙ менән ручканы Фәнилгә һуҙҙы. Уныһы уҡып сыҡҡас:
– Шулай дөрөҫ, мин ҡырҡтым. Тик ул тиклем сумманы мин мәңге түләй алмаясаҡмын, – тип ҡултамғаһын ҡуйҙы. Үҙе һаман көлөмһөрәне. – Беренсе апрель мәҙәге түгелдер был. Дөрөҫөн генә әйт әле, был шаярыумы ул, Нурислам ағай? – Фәнил һаман лейтенантҡа ҡараны.
– Юҡ шул, туған. Дөрөҫө шул. Үҙәк тотонғас, түләтәсәктәр барыбер. Бына квитанция. Яҡын арала түләмәһәң, алып барып ябам үҙеңде.
– Бына һиңә кәрәк булһа! Төрмәгәме? Круто был. Бер ғәйепһеҙгәме?
Эш бөттө, тигәнде белдереп, Нурислам урынынан торҙо.
– Өс көн ваҡыт һиңә. Ғәйепле икәнеңде дәлилләп ҡултамға ҡуйҙың бит инде. Бар, аҡса йый.
Быларҙы тауыш-тынһыҙ ғына тыңлап ултырған Рәүеф сығыр саҡта Нурисламдан:
– Әлфиә класташ ни хәлдә? Ҡайтҡаны юҡмы? – тип һораны. Үҙенсә бындағы ҡырҡыу хәлде йомшартҡыһы килдеме, әллә ысынлап та йәшлек мөхәббәтен һағыныуы шулай һорарға мәжбүр иттеме, әллә, беҙ һинең ҡыҙыңдың класташтары, ярҙам итә күр тип, аңғартырға теләүе булдымы, аңламаҫһың, бөтөнләй башҡа соус өҫтәп ебәрҙе һөйләшеүгә. Аптырап китте лейтенант, уның ҡыҙының бында ни эше бар, тип уйлап алды тәүҙә. Шунан аңра Рәүефтең башҡа нимә менән ҡыҙыҡһыныуын аңлағас, тупаҫ ҡына:
– Нимә булһын уға, класташы менән ҡыҙыҡһына берәү… Бар, ана аҡса йыйығыҙ, – тине.
***
Саңлы юлдан барғанда Шоманың “Радуловлы” өйәнәге тағы бер тапҡыр ҡабатланды. Тик был юлы: “Тиҙерәк ҡасайыҡ, бүреләр килә”,– тип йонсотто. Ә үҙ зиһене, үҙ аҡылы аяҙ сағында, юҡҡа ғына алып бараһығыҙ, ауырымайым, төшөп ҡалам, тип ҡаҡшатты. Водитель менән район үҙәгенә юл алыусы ике ир ауылдашы көскә-көскә ике ҡулын шаҡарып машина ултырғысының арҡаһына бәйләп ҡуйғас, бөтөнләй тымды егет. Башын аҫҡа эйеп: ”Ҡайтырға, ҡасырға, – тип уйланы. – Нисек аңламайҙар һуң, ысынлап ауылға, ауыл урамдарына бүреләр үтеп инеп бара бит. Уға серек күрәҙә булырға ла кәрәкмәй. Аттарҙы ғына түгел, кешеләрҙе ашап бөтәсәктәр. Ул хайуандар бүре сүрәтендә генәме һуң?“
Район үҙәгендәге дауаханала тәүҙә бөгөн ниндәй көн икәнен, шунан тыуған көнөн һоранылар. Шамил бар һорауға ла дөрөҫ кенә яуап бирҙе. Табипта бер сама шик тә тыуа биреп ҡуйҙы, ауырымай түгелме, барыһын да белә, иҫләй. Оҙатып килеүсе медтуташтан ауырыуҙың өйөндәге һәм юлдағы мажараларын һөйләткәс, тағы уйға ҡалды. Шунан ул ҡапыл Шамилдың елкәһенән “еп” алған булды ла, уны бармағына урарға ҡушты. Эй егет юҡ епте урарға тотонмаһынмы. Хәҙер, хәҙер урап бөтәм, тип уң ҡулын һул ҡулының уртансы бармағы алдында әйләндерҙе лә әйләндерҙе. Хатта табип, етер, тип бойороп туҡтата алмағас, юҡ епте “тартып алып” кеҫәһенә “һалып ҡуйырға” мәжбүр булды. Шамилдың, йыйып алырға күп тә ҡалмағайны, тигәненә үҙенең көлкөһө килде. Диагноз бик һәйбәт түгел ине, Өфөгә ебәрергә хәл ителде.
Һалған уколдарҙан һуң оло юлда йоҡлап барһа ла, әллә баш ҡаланың һауаһы килешмәне, “тейен-белочка”лар ауырыуҙың тамам маҙаһына тейҙе. Тәүге кистә уҡ Шамил арҡалы ултырғысты менеп алды ла эй “сапты”. Тәүҙә коридорҙа, унан бүлмәләргә инеп урап сыға башланы. Медсестралар үҙен тота алмай бер булды. “Әйҙә, Радулов, тиҙерәк, тиҙерәк, шәберәк сап. Бүреләр тота хәҙер беҙҙе”, – тип һөрәнләп, тимер ултырғыстың тояғы һынғансы һикергеләне. Тирә-йүндәгеләр ҡыҙыҡ табып ҡарап торҙо, йығылып көлөүселәр ҙә етерлек ине. Аптырап, ике көн аяҡ-ҡулдарын бәйле килеш тоттолар. Унда ла Шамил, “иркенлектә атҡа сабыуы еңел, тышамағыҙ, тышамай тороғоҙ шуны, сапһын әле, сапһын!” тип һөйләнеүен белде.
Бишенсе көнгә тамам элекке хәленә ҡайтты. Зиһене яҡтырҙы, ашауы һәйбәтләнде. Хатта шәфҡәт туташтарына ауырыуҙарҙы үҙе тоторға, бәйләргә ярҙамлаша башланы. Дауалаусы табип, ниндәй Радуловты ҡыуып маташтың ул, тип көлөмһөрәгәс, иптәш доктор, өйҙә аҡбуҙатым бар минең, ул көтә бит мине, тип йылмайҙы. Сире китеп хәле бөтөнләй шәбәйгәс, нишләргә белмәй, үҙен тотҡонда кеүек хис иткән Шома палатанан палатаға йөрөнө. Үҙенең телен белгәндәр менән аралашты. Шулай тәм табырға тырышты. Йоҡо һимертте.
Еҫкәнеп йөрөй торғас, шулай бер көн тәҙрә төбөндә таушалып бөткән башҡортса китап табып алды. Шиғырҙар. Эй, һөйөндө. Яҡын дуҫын осраттымы ни! Ҡомһоҙланып уҡырға тотондо. Ғилман Ишкинин тигән шағирҙың “Ямаулыҡ”тары ине. Ишеткән, гәзит-журналдарҙа уҡығаны бар был ҡәләм оҫтаһын. Уның яҙғандары беҙ белгән шиғырҙарға оҡшамауы менән иғтибарын йәлеп иткәйне. Шиғри формаларға һыймаған фекерле шағир тип белә ул. Тап ошо йортта ятҡандар ғына аңлай торған әҫәрҙәр инде, тип йылмайҙы ауырыу. Хатта, мәңге ябыҡ ишек кенә шығырламай, тигән бер юллыҡ шиғырын кәрәк-кәрәкмәгәндә лә ҡабатларға яратты уның. Бигерәк тә тәүәккәллектәре етмәгәндә әйтер ине. Уҡыштырып ятты. Һәр ваҡыттағыса, бер нисә шиғырҙы ятлап та алды. Эсмәгәс, хәтер шәп, тиҙ үк һеңеп бара. Тик шиғырҙары йырлап тормағас, яйлап уҡырға тура килә, аңларға кәрәк. Уҡып ята торғас аттар тураһындағы шиғырға тап булды ла шаҡ ҡатты Шома. Тын алырға ла ҡурҡып бер тына китапҡа ҡапланып күҙен аҡайтып ятты.
...Карап йөҙөп барған сал диңгеҙҙә
Һәм кешеләр менән бер ҡатар
морондарын сөйөп ғорур, тыныс
Трюмдарҙа торған, ти, аттар.
Меңләп йылҡы – дүрт меңләгән тояҡ,
бәхет килтермәгән кәмәгә –
Ерҙән бик алыҫта төбөн тишкән
ҡаяғамы, ҡаты нәмәгә.
Кешеләр ни, һалға ултырғандар
аттар һыуҙа - урын юҡлыҡтан.
Йәл дә бит һуң, эх, шул сараһыҙлыҡ
йөҙөп барған улар йылҡылдап.
Көрән утрау булып ынтылғандар
аяуһыҙлыҡ еңгән диңгеҙҙә.
Тәүҙә диңгеҙ йылға ғына булып
күренгәндер, бәлки, тик теҙҙән.
Ул йылғаның осо-ҡырыйы юҡ,
тулҡын һөйрәй хәлһеҙ аттарҙы,
кешнәй-кешнәй һыу төбөнә китә
бер-бер артлы йылҡы баштары…*
Шиғырҙы уҡып бөтә алманы Шамил, иҫһеҙ булды. “Һуң шул тиклем ҡанһыҙ шағир буламы икән ни донъяла? Нисек күрәләтә диңгеҙҙә батырмаҡ кәрәк. Бер өйөр атты! Мең башты! Иге-сиге булмаған диңгеҙҙә! Балыҡҡа булһа ла әйләндерергә кәрәк уларҙы. Яҡын-тирәлә берәй утрау эшләп булмаймы? “Юҡтырһың да, Алла, әгәр булһаң, түҙмәҫ инең был эшкә”*. Минең дә йөрәгем түҙмәй. Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ! Табам мин ул шағирҙы. Улар әле йылҡылдап йөҙөп бара ала. Һыу төбөнә китмәй торһондар. Ошо Өфөлә йәшәйҙер бит. Үҙгәртһен. Үҙгәртһен был аяуһыҙ шиғырын”.
Шамилдың түҙемлеге сигенә етте. Сығынлаған тай кеүек ҡайҙа төртөлөргә белмәй аптыранды. Эх, бер ынтылыуҙа тәҙрәнән һикереп төш тә, иреккә сыҡ ине. Бында ҡалырға ла ярамай, сығып та булмай. Аттарҙың хәле бөтәсәк бит, сикһеҙ диңгеҙҙә оҙаҡ йөҙөп бара алмаясаҡтар улар. Ҡасан да булһа үлемгә дусар буласаҡтар. Әмәлен табырға кәрәк. Ҡотҡарырға кәрәк. Әгәр ҙә баяғы шағирҙы тапһа, Ғилманды… әйтер ине уға Шамил. Бәлки, ул саптарҙарҙы ҡоро ергә… Бер ҙә булмаһа, ҙу-ур карап ебәрһен. Уның бит ҡәләме бар. Ҡәләмдең ҡөҙрәте ҙур. Ә аҡ ҡағыҙға нимә яҙһаң да килешә. “Мин аттарҙың язаланып үлеүен кисерә алмаясаҡмын. Яҙһын яңынан ултырып, ҡотҡарһын. Ниңә батырырға ул аттарҙы. Ниңә? Ул өйөрҙә бейәләр ҙә, ҡолондар ҙа бар бит. Улар диңгеҙҙә түгел, болонда сабып йөрөргә тейешле. У-уфф!..” Шамил тешен ҡыҫып, устарын йоҙроҡланы, сикәһендәге ҡан тамыры бүлтәйеп килеп сыҡты. Тешенә йыртылып ирене ҡананы. Ҡайнар йәш сикәләрен көйҙөрҙө.
Шағирҙы эҙләп сығып йөрөп киләм тиһә, хәҙер, был тағы ла ауырый, тип бәйләп һалып ҡуясаҡтар. Шулай ҙа Ғилманды табырға кәрәк. Нимә уйлап ул аттарҙы батырырға булды икән? Төптә ниндәйҙер бер сере барҙыр ҙаһа? Ҡасып ҡына барып килгәндә. Палаталағы күршеләренән һораштырғайны, Яҙыусылар союзы бынан йыраҡ та түгел, тинеләр. Унда Ғилмандың ҡайҙа йәшәгәнен әйтерҙәр әле. Адресын бирмәһәләр, аттарҙы батырмайса, ҡотҡарып, шиғырҙы тамамлап ҡуйһын, тигән теләген булһа ла еткерер. Был һыҙатлы кейем менән барһа, әлбиттә, адресын бирмәйәсәктәр. Психбольной тип әйтәсәктәр. Ни эшләргә? Аҙаҡтан бында кире килеп тормаҫ, Ғилмандан юллыҡ аҡса алыр ҙа, ҡайтыу яғына һыпыртыр. Ни тәҙрәләрҙең барыһына тимер рәшәткә ҡуйып сыҡҡандар. Икенсе ҡат улай бейек түгел дә. Бер-ике көн тыныс ҡына ятһа, тышҡа сығып йөрөп инергә рөхсәт тә итеүҙәре бар… Тик нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк. Шулай ҙа һорап ҡарағанда. Шиғыр яҙам, шуларҙы яҙыусылар союзына барып тикшертәм, тип алдар.
Ул табип бүлмәһенә инде. Табип, хәҙер, көтөп тор, тине лә ҡысҡырышҡан тауышҡа коридорға сыҡты. Шул саҡ Шамил асыҡ тәҙрәне шәйләп алды, һе, бында рәшәткә юҡ икән дә. Яҡыныраҡ барып, аҫҡа баҡты, әллә ни бейек тә түгел. Табиптың ултырғыс башына эленгән пинжәген иңенә һалды ла, бер ни уйламай, асыҡ тәҙрәнән аҫҡа һикерҙе.
Килеп төшкәс, һул аяғында тубыҡтан аҫта әсе, бик әсе һыҙланыу тойҙо. Ҡапыл ҡалҡынам тигәйне, аяғына баҫа алмай, ҡолап китте. Инәңде, аяҡҡа баҫырлыҡ түгел. Аяғын тотоп бөгәрләнеп ятты: “Китте өйөр диңгеҙ төбөнә” – әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. Уңарса булмай, янына кешеләр йыйылып китте.
Һул аяғы һынғайны ҡасҡалаҡтың. Гипсланылар ҙа яңынан элекке урынына алып барып һалдылар. Баш табип бик асыуланды. Оло ЧП-ға әйләнер ине лә, нисектер йомоп ҡалдылар, бүлектә карантин иғлан иттеләр. Ысын төрмәгә әйләнде дауахана Шамил өсөн. Медтуташтарҙың да ҡарашы үҙгәрҙе, ҡасандыр йылмайып, ихлас һөйләшкән ҡыҙҙар телһеҙ ҡалды, тейешле процедураны үтәйҙәр ҙә, үҙ эшенә керешәләр. Йомош та ҡушмайҙар, шаяртмайҙар ҙа.
Дауалаусы табип ҡына, уның хәленә инергә тырышты.
– Эх, ҡасмалаҡ малай, бер нисә көндән былай ҙа сығарыр инек тә. Парашют һорарға ине, исмаһам, – тип көлдө.
Ни өсөн һикергәнен әйтә алманы Шамил. Шағирҙы эҙләп аяҡты һындырҙым тиһә, ысынлап та ауырыу бит был, тип уйлаясаҡ. “Көлкө инде бер ҡараһаң. Шиғыр тип. Яҙылған, һыҙылған. Йөҙгән, ер тапмаған, батҡан. Барыбер килешеп тә булмай шул. Батырмаҫҡа кәрәк. Ҡайтҡас та хат яҙам үҙенә. Етәр, брат, юҡ-бар шиғырҙар яҙырға, тип ҡаты ғына әйтергә кәрәк булыр, ахыры.”
– Шулай ҙа шауҡымлыраҡ егеткә оҡшағанһың, ат ене ҡағылған үҙеңә, өшкөртөргә кәрәк, – тип көлдө табип.
– Ҡайтып ҡына өшкөрөләйем, ауылда бар ул муллалар, – тине Шамил. – Ысынлап, үлеп әсәйҙе, атты һағындым. Минең өс көндән дә артыҡ ауылдан сыҡҡаным да юҡ.
Сабыйҙарса ихласлығы, саф күңеле менән яҡын, танһыҡ ине был ауыл малайы күпте күргән табипҡа.
– Ҡайтҡас, эсмәйһеңме? Атың менән вәғәҙә итһәң, сығарам.
Шамил күҙҙәрен сырт-сырт йомоп алды ла тыйнаҡ ҡына йылмайҙы.
– Эсеүен, эсмәҫмен дә, тик…
– Нимә тик?
– Яңылыш эсеп ҡуйһам.
– Ул саҡта тағы бында алып киләбеҙ ҙә бәйләп ҡуябыҙ, атыңды һуябыҙ. Вәғәҙә – иман, – тип көлдө иҫәр табип.
– Юҡ, ул саҡта ат менән вәғәҙәләмәй торам. Эсмәйем мин, эсмәйем, ышанығыҙ. Иптәш доктор?
Килгәненә ун алты көн тигәндә, дауахана баҡсаһындағы ҡыу ағастан әтмәләп алған таяҡҡа таянып, “Ат уйнатып алдан бара, Шайморатов генерал “ тип йырлап килеп сыҡты Шамил ашатып-эсереп, дауалап кеше иткән “төрмәнән”. Ихлас оҙаттылар үҙен. Хатта бер йәш туташ күҙен дә ҡыҫып маташты. Ә дауалаусы табип юллыҡ аҡса ла бирҙе. Һәйбәт кешеләр күп ул донъяла тип уйланы бер ҡатлы Ташлыйылға егете. Кешеләрҙән һорашып, үҙ районы яғына киткән оло юлға сыҡты ул.
***
Башҡа һыймаҫ был хәбәр – туҙға яҙмаҫ бер ҡарағас тарихы ауылға йәшен тиҙлегендәй таралды. Фәнилдән бер ҡарағас өсөн бер машиналыҡ аҡса талап итәләр. Кемдәр? – әллә ҡайҙан килгән ят бауырҙар. Урманды тартып алдылар ҙа хәҙер үҙебеҙҙе талайҙар. Әсәһе, Сәлимә апай, кибеттән ҡайтып етмәҫ борон уҡ был хәбәрҙе ишетте, башҡалар кеүек бик ышанманы ла, ҡайтҡас ире менән улы дөрөҫләгәс, йөрәген тотоп бөтөнләй ятты. “Атайымдың рухынан көләләр бит былар. Кеше өсөн ата-әсәһен мәңгегә оҙатыуҙан да ҙур ҡайғы бармы икән? Шул ваҡытта хәлгә инер мәлдә былар ҡан ҡоҫторалар. Быны нисек аңларға? Түрәләрҙе әрләгән, илен, районын, ауылын яратмаған кешеләргә элек аптырай торғайны үҙе. Ошолай нәфрәт уяналыр инде. Түрәгә лә, иленә лә… Уйлаһаң, һәр кем үҙ эше менән булған кеүек. “Ҡыҙыл китап”ҡа ингәс ярамағандыр ҙа. Тик нишләп әле иҫтәренә төшкән һуң, мотлаҡ нишләп Сәлимәләргә, уның атаһына төшкән һуң ул бындай яза? Аҡсаһын да табып түләрһең, ә атай тураһындағы изге иҫтәлек иң тәүҙә хәҙер ошо хәл менән хәтергә алынасаҡ бит. Йөрәкте, хәтерҙе тетрәтер изге хәтирәләр әйтерһең булмаған. Ниндәйҙер законды яҙғанда ла кешесә мөнәсәбәт һаҡланырға, милли биҙәктәр, дини үҙенсәлектәр, урындағы йола серҙәре иҫәпкә алынырға тейештер ҙәһә…”
Фәрит ағай өндәшмәҫкә әйләнде. “Былай күктән ярҙам көтөп ултырып та булмай инде, – тип уйланды. – Ҡарарҙары ысынлап та (һаман да ышанып етмәйҙәр ине) дөрөҫ булһа, төпсөгөбөҙҙән бөтөнләй яҙабыҙ бит. Төрмә унан бандит яһаясаҡ. Былай ҙа эшһеҙлектән, эскелектән кешелектән сығып бара. Тик намыҫы таҙа уның. Хилаф эшкә барыр һис ҡотороғо юҡ та, төрмә боҙасаҡ. Бейәне һатырға тура килә. Бар эште атҡарып, йыл да тигәндәй ҡолон табып, күпмелер булһа ла аҡса эшләү сығанағы, тип тороп булмай… Биш-алты меңлек пенсия менән генә берәй нәмә ҡыйратырмын тимә. Баш булһа, табылыр әле. Ауыл кешеләренән ярҙам һорамайынса булмаҫ та. Тик яртыһынан күбеһенең хәле беҙҙең кеүек. Кем үҙе етмәгәнде бүлешә алыр икән”.
Фәнил иһә был хәлде тәүҙә еңел ҡабул итте. Яңылышҡандарҙыр, ҡурҡытырға уйлайҙарҙыр, барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр әле, тип өмөтләнде. Иртәгәһенә Нурислам килеп тағы ла иҫкәрткәс, әллә ысынлап шул тиклем штраф һалмаҡсыһығыҙмы, тип тағы аптыраны. Өсөнсө көнөнә төштән һуң башланғыс мәктәптәге телефонға прокуратуранан Лаврентьев тигәндәре, законһыҙ рәүештә ҡырҡҡан ағас өсөн ҡаралған сумманы ваҡытында түләмәһәгеҙ, эшегеҙҙе судҡа ебәрәбеҙ, тип тә иҫкәрткәс, Фәнил эштең ысынлап та рәсми төҫ алыуын аңланы. “Мин уны түләй алмаясаҡмын”, – тип яуапланы эшһеҙ егет. “Улайһа закон буйынса ныҡлы эш итәбеҙ” – телефондың теге осонда яуап ҡәтғи яңғыраны. Быларҙан ҡотолоп булмаҫын төшөндө Фәнил. Ул тиклем аҡса табып булмаҫын да яҡшы белә ине ул. Шуға нишләргә белмәне, ҡулға алыуҙарын көттө. Атай-әсәйҙе бөлдөрөп штраф түләп йөрөп булмай инде. Ултырыр ҙа ҡайтыр.
Мәктәптән бойоғоп, уйланып ҡайтып килгәнендә үҙҙәренең ҡапҡа төбөндә Мостафа ҡарт осраны. Эскәмйәгә ултырҙылар.
– Бер йомош менән килдем әле, Фәнил улым. Теге олатайыңдың ҡул таяғы иҫәнме әле? – тип һүҙ башланы өлкән кеше.
“Тапҡан ваҡыт, таяҡ ҡайғыһымы һуң”, – тип уйланы Фәнил. Асыуы килде. Тик һиҙҙермәне.
– Тора һарайҙа.
– Шуны музейға алайым, тип килгәйнем, – һаҡал-мыйығын һыйпап ҡуйҙы ҡарт.
– Ябай, тинең дә һуң үҙең, – өлкән кешегә “һин”ләп һалдырҙы кәйефһеҙ егет.
– Эйе, ябайлыҡҡа ябай, күтәргән йөгө ябай түгел.
– Нимә, олатайҙы әйтәһеңме ни?
– Ситдиҡ ағай дан ине, уны күтәргән ат та, таяҡ та затлы булыр. Уйлаһаң, хәҙер үҙебеҙҙең урман ағасынан эшләнгән һәр таяҡ ҡомартҡы кеүек күренә инде. Сығар, һатып алам.
Фәнил инеп китте. Һарайҙа ҡул таяҡтың ялтыр тотҡаһын тотоп оҙаҡ ҡына тынып торҙо. Таяҡтың башҡа урындарын да усы менән тотҡолап алды. Тик барыбер ҙә тотҡаһы, ысынлап та, йылы ине. “Олатайҙың ҡул йылыһы һаман һаҡлана икән, – тип уйланы егет. – Эх, олатай, ошо йылың бөгөн булһа икән дә. Үҙең дә, йылың да етмәй миңә. Тирә-йүнгә лә”.
Ҡул таяғын Мостафа ҡартҡа тоторғас уныһы гәзиткә төрөлгән ыҡсым ғына конверт һуҙҙы.
– Аҡсаң кәрәкмәй, бушҡа бирәбеҙ, – Фәнил алмай эскәмйәгә барып ултырҙы. Мостафа ҡарт ипләп кенә уның яурынына яҫы усын һалды:
– Эш таяҡта ғына түгел, изге рухта ла…
Конверттың бик ҡалын булыуын күргәс, Фәнил ҡаушап уны төшөрөп ебәрҙе.
– Юҡ, кәрәкмәй.
Аҡһаҡал эйелеп конвертты алды ла Фәнилдең эргәһенә, эскәмйәгә, ҡуйҙы.
– Ал, Фәнил улым, беләм хәлегеҙҙе. Бына булған тиклемен әбейең менән йыйып алып килдем. Киләсәктә мөмкинлегең булһа, ҡайтарырһың, юҡ икән… Ә Ситдиҡ ағайҙы йығылыуҙан һаҡлаған таяҡ, ҡәберендә һаҡлаған ҡарағас кеүек, ҡиммәт тора ул. Борсолма, ал. Намыҫыңа көс төшмәҫ. Тик эсеп ҡуйма. – Мортаза ҡарт, таяҡты ҡултыҡ аҫтына арҡыры ҡыҫтырып, яйлап ҡына амин тотто ла ҡайтыу яғына атлап китте. Бер аҙ барғас артына боролдо ла баяғы таяҡҡа таянып Фәнилгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Шунан башын эйеп уйланып ултырған Фәнил ишетһен өсөнмө, ҡаты итеп тамағын ҡырып ҡуйҙы ла:
– Нишләйһең, быуынығыҙ менән тормош бәйгеһендә янған тай хәлендә ҡалдығыҙ шул. Тын алып, көс йыйғас елер саҡтарығыҙ булыр әле, – тине. Таяҡты яңынан ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып китеп барҙы.
Фәнил ни эшләргә белмәне. Шунан һаҡ ҡына конвертты асты, ҡағыҙ аҡсаларҙы яйлап ҡына һананы: ете мең һум. Бер пенсия, тимәк. Илағыһы килде егеттең. Нишләптер ҡарашын күккә төбәне. Ап-асыҡ зәңгәр күктә ҡотолоу юлдарын эҙләнеме? Исмаһам бер болот әҫәре булһасы. Шуның берәйһенә булһа ла йәбешеп китер ине ул. Әллә аҫылынырға ла үлергәме? “Булманы был тормош! Булды бары Ниндәйҙер бер тормош йораты…” барыбер. Эш юҡ, ата-әсә елкәһендәге сей яра. Хәҙер килеп бәхетһеҙ, бәрәкәтһеҙ бер зат. “Хәйерһеҙ” тип юҡҡа йөрөтмәйҙәрҙер. Минең арҡала күпме кеше ҡыйынлыҡ кисереп, зарға батып йөрөй. Мин юҡ, проблема ла юҡ. Ярай үлдем дә тей, алып барып ерләрҙәр, ә ҡәбергә ниндәй бура ҡуйырҙар? Ҡарағас ярамай. Таҡта кәртә ҡуйһалар, бар ғәм алдында оят таһа. Йолала булмағанды. Юҡ. Юҡ, үлергә ярамай.
Тәбиғилекте закон ҡамсыһы менән ярып та, мәғәнәһеҙ йөк һалып та үҙгәртеп булмайҙыр. Барыбер Ер күсәрен түрәләр ҙә, прокурорҙар ҙа түгел, ошо Мостафа бабай кеүек ябай тәбиғәт балалары әйләндерә. Шуны аңларға тейеш тәһә мин. Үлергә, имеш. Штрафынан ҡотолһаммы, эсеүҙе бөтөнләй ташлайым. Эш табам, бурыстарҙы ҡайтарам. Ауыл халҡына эш табасаҡмын. Рафа, Шома менән булдырмайбыҙмы ни беҙ уны? Иртәгә Шома эргәһенә барып килгәндә, ә? Өфөгә барырлыҡ аҡсаны ҡайҙан табаһың тағы. Аҡса бер муҡса ла, тик… Нурислам, ҡасып китмә, тине. Ней беребеҙҙә лә телефон юҡ...”
Мөнир ҠУНАФИН.
(Аҙағы бар).