Сарсау – тәбиғәттә һыуҙың барлығына иң яҡшы дәлил.
Ялан аяҡлап ағымға инеү менән Шаһиҙә был сәйер ҡара йылғаның терелеген тойҙо. Уның йылға тигәне аҡмай, ә майланған ҡайыш шикелле шылғаҡ, тығыҙ тәнле меңәрләгән йән эйәһе булып өҫкә ҡарай шыуыша. «Меңәрләгән йылан тиерһең»... Был ҡара ташҡын эсендә балтырҙарына тиклем батып торған ҡыҙ, яланғас тәненә ҡағылып йыбырлап үткән мәхлүктәрҙең ысынлап та йылан икәнен ҡапыл аңланы ла, ҡото осоп, сәстәре үрә ҡалҡҡанын тойҙо. Бөтөн ихтыярын йыйып, уңға-һулға ынтылып ҡараны – йәнле ташҡын тау битен тотош ҡаплап алғайны. Йыландарға баҫа-баҫа, эләгә-тәгәрәй аҫҡа йүгерҙе, осло ташҡа абынып ҡолап китте, ә мәхлүктәр ҡаршылыҡты абайламаны ла, һаман юғарыға ынтылды. Шаһиҙә уларҙың муйынынан, беләктәренән, бурбайҙарынан үрмәләүенән ытырғанып, берәм-берәм алып ташларға теләй, тик улар туҡтауһыҙ ҡыжмырлап өҫтөнән шыуыша.
Имәнестән тәндәре ҡурышып, ите йырылып уянып китте ҡыҙ. Түшәгенән һикереп тороп утты ҡабыҙҙы.
– Төш кенә был, төш кенә, – тип ҡабатланы. Тағы шул төш. Сәғәткә ҡарамаһа ла белә – таңғы дүрт. Теп-теүәл ошо мәлдә килеп уяна ул төнгө йоҡоларын ғазапҡа әйләндергән был ҡурҡыныс ғәләмәттән.
Манма һыу булып уяна ла иҫ-аҡылына килә алмайынса ята, ә тәнендә, бының ябай бер төш кенә түгеллеген белдереп, түҙгеһеҙ әрнеүе тороп ҡала. Үткән йылғы сәйер сәфәренән йоғошло сир кеүек эйәртеп алып ҡайтты ул был аҙапты, һәр төн һайын инмәй ул. Ҡайһы ваҡыт аҙна-ун көн, ҡасан айлап ваҡыт үтеп китә. Әммә онотмаһын, тынысланып китмәһен, тигәндәй, йәнә килә тағы ҡабатлана.
Шаһиҙә, аш бүлмәһенә сығып, һыуытҡыстан тереһыу алып эсте. Ул әллә нисәмә йыл инде, һыуҙы туңдырып ҡабат иреткәндән һуң ғына ҡуллана – сәләмәтлеккә шулай файҙалыраҡ. Шунан тәҙрә эргәһенә барып тышҡа күҙ һалды. Иртә яҙҙың һалҡын таңы һыҙыла ла башламаған. Ҡабат ятыуҙан фәтүә юҡ. Хәҙер уны үҙәктәрҙе өҙгөс һағыш биләп аласаҡ. Был төштән һуң баҫып алған һағыш томанын хатта маңлай күҙе менән күрә Шаһиҙә, бысраҡ төҫтәге йәшкелт-һары һөрөм тамаҡтарҙы әсендереп алҡымынан ала.
Туғайҙан сәс толомона йәбешеп ҡайтҡан дегәнәккә оҡшаған был афәттең үҙенә тиктәҫкә тағылмағанын һиҙемләй ҡыҙ. Ғиллә уның шәхси ғазаптарында ғына түгел. Ихтимал, был ниндәйҙер ҙур бәләгә ишаралыр. Тик уның серенә нисек төшөнөргә? Авария ваҡытында бер туҡтамай былҡып торған ҡыҙыл утлы сигнал лампочкаһы кеүек ул. Сигнал бар, ә сәбәбен аңлау Шаһиҙә ихтыярында түгел. Серҙең асҡысы юҡ Шаһиҙәнең ҡулында. Тимәк, йомаҡты башҡа берәү сисергә тейеш. Кем ул? Ҡайҙа ул? Ҡыҙ шуны белә алмауынан ғажиз.
Хәлен һөйләп кемгә генә мөрәжәғәт итеп ҡараманы. Бер кем белә алманы. Әллә белергә теләмәнеме?
«Нимә эшләргә тейешмен һуң мин? – тип һораны ҡыҙ тышҡы ҡараңғылыҡҡа текләп инде нисәнсе ҡат. – Исмаһам, ишара ғына бирһәгеҙсе!»
Тик яуап юҡ. Барыһы ла башҡа ваҡыттағыса: урам тын һәм буп-буш. Бөтә донъя таңғы, иң тәмле, иң ләззәтле йоҡоға илергән.
Ҡабат ятыуҙың файҙаһыҙ икәнен белгәнлектән, Шаһиҙә ике биҙрә һалҡын һыу ағыҙып балконға тағы ла нығыраҡ һыуытырға ултыртты ла, әсенешле тойғоларға ҡаршы торорға тырышып, иртәнге зарядка яһарға тотондо.
* * *
Уятҡыс сәғәттең һандуғас булып һайрауын – был моңдо үткән яҙ, Дим һандуғастары айырыуса моңло һайрай, тигәс, махсус рәүештә барып үҙе яҙҙырып алғайны – матур төшөнөң дауамы итеп ҡабул итте Юламан. Бәләкәй саҡтағы кеүек иренен супылдатып икенсе ҡабырғаһына ғына әйләнеп ятты. Әммә сәғәттән дә алда уянған әсәһе аш бүлмәһендә тәмле еҫтәр сығара башлаған. Бына ул арҡаһынан һөйөп:
– Балам, тор, – тип уятып сыҡты. Ялҡаулыҡты еңеп, һикереп торорға тура килде.
Арлы-бирле йыуына һалып өҫтәл артына барып ултырған Юламан йылмайып ебәрҙе. Иртәнге тамаҡты әсәһе тап ул яратҡанса әҙерләгән, икмәккә мул ғына май яҡҡан, өҫтөнә ҡалын итеп колбаса, сыр һалған да микротулҡын мейесендә тотҡан. Телеңде йоторлоҡ, кетерләп кенә тора. Бутербродты ауыҙ тултырып сәйнәй- сәйнәй:
– Әсәй, – тип өндәште егет.
Киптерелгән бөтнөк, ҡара ҡарағат япрағы һалып, шартына килтереп бешерелгән сәйҙе яһап торған әсәһе йылмайып улына ҡараны. Икәүһе араһында айырыуса бер яҡынлыҡ, йылылыҡ урынлашҡан ошо һил мәлде ярата ул. Шуға күрә таң тишегенән тороп, улына иртәнге сәйҙе тәмле итеп эсереп, оҙон эш көнөнә ыңғай ойотҡо һалып ебәрергә тырыша. Улы ла иркенәйеп, утыҙға етеп барғанын онотҡандай, иркәләнеп китә бындай саҡтарҙа.
– Әсәй, – тип ҡабатланы Юламан ризығын ҡәнәғәт ҡиәфәт менән кетерләтеп.
– Әү, балам!
– Һин минең үлеүемде теләмәйһең бит, шулаймы?
– Тәүбә, тиң, – һис тә бындай һүҙҙәрҙе көтмәгән әсәһе ҡурҡып китте. Ағарынып ҡаршыһына килеп ултырҙы. – Нимә булды? Йә әле, һөйлә.
Нимә һөйләһен?..
Быға тиклем һиҙә ине Юламан: әлегә ул рухи донъяһы менән матди донъяны яраштырып, бер рәттән алып бара. Әммә килер бер көн, ул хеҙмәткә саҡырылған һалдат кеүек, бөтә эшен ташлап, үҙенә тәғәйенләнгән бурысты атҡара башларға тейеш буласаҡ. Әлегә ул уҡыусы ғына. Шулай ҙа һуңғы осорҙа уҡытыусыларының ҡырҡа әүҙемләшеп киткәнен тоя. Башында Һорау тыуып өлгөрөүе була, шунда уҡ яуабы ла табыла: әйтерһең дә, күҙгә күренмәгән остаз уның һәр уйын аулай.
Шулай ҙа ул әлегә юлының башында ғына тора, буғай. Бараһы яғына боролған ғына, хатта тәүге аҙымын да яһамаған, сөнки күп нәмәләрҙә тик эске һиҙемләүенә таяна.
Бәләкәйҙән үк ул үҙен тормошта ниндәйҙер ҡеүәтле көс әйҙәп барғанын тойҙо. Дөрөҫөрәге, хатта тәүҙә әйҙәмәне лә был ҡөҙрәт, ә бары күҙәтте һәм кәрәк яҡҡа ыңғайлатты ғына. Йәне ни теләгәнен аңламай яфаланғанда, тап шул мәлендә генә кәрәк булған китапҡа килеп юлыға, алдындағы гәзит киҫәгендә, класташының дәфтәрендә үҙенә яуап булған һүҙҙәрҙе күҙе эләктерә, аяҡтары ҡайҙа кәрәк, шунда алып бара торғайны. Ҡай саҡ ошо халәтенән ялҡып, күңеленә ҡолаҡ һалмай башлай, алабарманлана, яҙмышын үҙ ҡулына алмаҡ була. Башта киләсәге ап-асыҡ, ҡояшлы һәм тап-таҡыр һымаҡ күренә. Әммә көтмәгәндә иҫкәртеү ала: берләм һуҡмаҡтан теҙелешеп һыуға төшөп барғанда ситкә тайпылған ҡаҙ бәпкәһенә сыбыҡ осо менән ҡағылған өләсәһе кеүек, күҙгә күренмәгән кемдер уны яңынан юлына ҡыуып индерә.
Йыш ҡына Юламан нимә менәндер мауыға ла тиҙ арала уңышҡа өлгәшеп ҡуя. Мәҫәлән, көтмәгәндә шахмат менән ҡыҙыҡһынып китте, ярыштарҙа ҡатнашып еңеп йөрөнө, шунан ҡапыл һыуынды. Үҫмер сағында йыр ансамбле ойошторҙо, үҙҙәренең микрорайонында ғына түгел, ҡалала танылыу яулай башлағайнылар, ташланы. Туғандары уның был ҡылығын хупламай, мауығып һыуыныуының сәбәбен бөтөн нәмәнең еңел бирелеүендә күрә шулай. Ә ул белә: ниндәйҙер бер мәлдә «етте!» тигән бойороҡ башында келт итеп ҡала, йә йөрәге тертләй. Ә инде киҫәмәһә, йә уңышҡа ҡанатланып, аҡсаға албырғап онотолһа, әйтерһең дә, уҫал көтөүсе ҡолағы төбөндә ҡайыш сыбыртҡыһын шартлата. Ҡай саҡ: «Бер нәмәгә лә әүрәмә, үҙеңде бер нәмәгә лә бәйләмә, ярамай һиңә!» – тигәндәй шундай килтереп һыҙыра – буйһонмаҫ ерендән буйһонорһоң.
Тормош уға нимә кәрәк, барыһын да бирә, тик дәрүишкә өлөш сығарғандай, иң кәрәген генә һәм бик-бик мохтаж саҡта. Тажикстандағы граждандар һуғышынан ҡасып бер ҡат күлдәк менән ҡыш йөҙөндә килеп төшкән туғандарын һыйындырған әсәһенең тормош шарттары бик ауырайғас, мәҫәлән, Юламандың эштәре һәләк яйланып китте. Бер йыл эсендә әсәһен фатирлы итте. Яҫтап ятыр ҡаралды, һауыт-һаба йәтешләү менән, әйтерһең дә, кемдер тағы «етте», тине. Шул тиклем уңышлы барған эштән тота килеп баш тартырға көс таба алмай йөрөй ине, ике тапҡыр үлемдән мөғжизә менән генә ҡотолоп ҡалды. Тәүгеһен осраҡлыҡҡа юрағайны. Икенсе тапҡырында шикләнергә урын ҡалманы, ә өсөнсөһөндә шәфҡәткә өмөт бөтөнләй булмаясаҡ.
Ҡайһы берҙә үтә йыш туҡмала башлай. Шул саҡ остазының шыйыҡ сыбығынан өрккән шәкерт кеүек булып китә. Бөтә нәмәлә билдә, ишара эҙләй. Тирә-яғына ҡарана. Шик-шөбһәгә бата.
Нимәлә уның тәғәйенләнеше? Үтәргә тейешле бурысы ниҙә? Бәлки, уға бурыс йөкмәтеүселәр уның барлығы хаҡында күптән онотҡандыр. Паролде онотҡан һәм килгән һәр кешегә үҙәктән ебәрелгән элемтәсе йәки уны фашларға килгән провокатор тип өмөт аралаш хәүеф менән ҡараған резидент кеүек тоя башлағайны үҙен.
«Башҡалар нисек йәшәй һуң? Артыҡ баш ватмайҙар. Алдашҡандары, урлашҡандары бар. Өҙгөсләнәләр, бер-береһенең йәндәрен ҡыялар. Бер ни булмай. Бәлки, минең ҡыйығым аушайғандыр, аҡылдан шашып барамдыр? Бәлки, барыһын да, бер хыялый әбейгә ышанып, уйлап ҡына сығарғанмындыр?» – тип эске һиҙемләүҙәренә тышҡы берҙән-бер раҫлауҙы, бәләкәй сағындағы ваҡиғаны иҫенә төшөрә. Ҡояшта ҡара янып, саңға батып урамда уйнап йөрөгәнендә бер диуана ҡарсыҡ уны тотоп алып: «Эй, малай, һин үҙеңдең Алланың һөйөклөһө булғаныңды беләһеңме? – тип һорағайны. – Бына күрәһеңме, маңлайыңда һыйыр ялаған кеүек урай, шул урайҙа йондоҙ кеүек миңең бар. – Шунан уның сәйер һүҙҙәренә аптырап, көлөмһөрәп торған Юламанға ҡапыл асыуланып: – Нимә ауыҙыңды йыраһың? Әллә Алланың ҡашҡа тәкәһе булыуы рәхәт тип уйлайһыңмы? Ул, ана, һине һайлап алып тамғаһын һалған инде. Кәрәк сағыңда йолҡоп алып ҡорбанға килтерәсәк», – тип төкөрөк сәсеп ҡысҡырҙы ла, үкһеп илай-илай китеп барҙы.
Әле иһә һөтлө сәйҙе балғалаҡ менән яй ғына болғатып ултыра бирҙе лә Юламан үҙенә текләп киткән әсәһенә:
– Донъяғыҙ бөтәйҙе, әлегә етеп торор, тип әйтелде, – тине.
Дариға әбей: «Кем әйтте? Ниңә?» – тип һорап маташманы, сөнки уның уйы ла әлеге шул хыялый ҡарсыҡтың күрәҙәлегенә барып тоташҡайны. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ниңәлер был балаһын, тыумаҫтан алда уҡ, хафаланыңҡырап көткәйне. Үҫә килә генә тынысланды. Сәләмәт, бөтөн ағзалары теүәл, аҡылы камил – тиҫтерҙәренән һис тә айырылып тормай. Артыҡ йомшаҡ күңелле булыуын ғына иҫәпкә алмағанда... Был йәһәттән инде харап – мөмкин булһа, ергә баҫып йөрөмәҫ ине. Морон төртөп сыҡҡан үлән, йыбырлаған ҡырмыҫҡа, геүләп тәҙрәгә бәрелгән күгәүен булһынмы, барыһын да йәлләй. «Бигерәк хисле, иптәштәре ҡаты ҡағылыр инде», тип борсолоңҡорағайны балалар баҡсаһына биргән саҡта. «Йылан да йылыға эйәләй», тигәндәй, әллә ниндәй һуғыш суҡмарҙарын да үҙенә мөкиббән итеп алғанын күргәс, тынысланды.
– Шулай булғас, мин бөгөндән был бизнесты ташлайым, – тип дауам итте Юламан. Әсәһенең хафалы йөҙөнә ҡарап өҫтәне: – Һин, әсәй, улай ҡурҡып китмә. Артыҡ бер ниндәй хәүеф тә юҡ. Миңә бер аҙ туҡтап, фекер туплап, уй төйнәп алырға ғына кәрәк.
Әгәр асылыуҙы үҙе кәрәк тапмаһа, улынан артыҡ һүҙ алып булмағанын белгән Дариға әбей төпсөшөп торманы.
– Улай булғас, нишләп таң тишегенән тороп ултырҙың һуң? – тип әйтеү менән сикләнде.
– Ҡариҙел буйынан йүгереп киләм, – тине Юламан аяғына кроссовкаларын кейә-кейә. Оҙаҡламай үҙенә сыныҡҡан, сыҙамлы тән кәрәк булырын һиҙенә ине ул.
Бесәйҙәр еҫен аңҡытҡан подъездан һуң айырыуса хуш еҫле тойолған яҙ һауаһын күкрәк тултырып һулап ишек төбөндә туҡталып торҙо егет. Бейек таш йорттарҙағы халыҡтың уянып, иртәнге ығы-зығы ҡуптарыуына, шап-шоп ишек ябыу, бала-сағаларҙы сырылдатыуға ярты сәғәттәй ваҡыт ҡалған. Юламан алда бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ ләззәтле көн көткәненә кинәнеп, быуындарын шытырлатҡансы рәхәтләнеп кирелде лә томан араһына сумды. Йүгереп барышлай күҙ ҡырыйы менән шоколад төҫөндәге ун ике ҡатлы йорттоң эргәһендә һомғол буйлы бер ҡыҙ-ҡатындың биҙрә менән баш аша ҡойоноп торғанын абайлап: «Бына тағы бер хыялый», – тип уйланы эске бер ҡәнәғәтлек менән. Тәненә иғтибарлы булған, сәләмәтлеген ҡайғыртҡан көслө ихтыярлы кешеләргә һәр саҡ һоҡланып ҡарай ул.
* * *
Ошо көҙгә оҡшаған йонсоу яҙғы иртәлә Шаһиҙәнең тормошондағы бығаса осраҡлы тойолған ваҡиғалар сылбыры бергә уҡмашты ла яҙмышының сағыу биҙәге туҡыла башланы шикелле. Тик ул үҙе быны әлегә һиҙмәне. Өйөнән алып сыҡҡан йылыны мөмкин тиклем оҙаҡҡараҡ һаҡларға тырышып, әсе елгә арҡаһын ҡуйған килеш туҡталышта көшмөрәп баҫып тора ине:
– Сәләм, – тип өндәшкәнгә теләмәй генә һирпелеп баҡты.
– Бик иртә сисенеп ташлағанһың, – тине хеҙмәттәше Сәйҙә, һиҙрәгән джинсы балаҡтары аҫтынан боҫоп ҡына ҡарап торған туфлиҙарына ымлап. – Ер туң бит әле.
– Итегемдең табаны Һикәҙе буйындағы батҡаҡта айырылып тороп ҡалды, – тип яуапланы Шаһиҙә.
«Һиңә бынау ҡара яҙҙа шул төпкөлгә сығып китергә этем ҡушҡанмы?» – тип уйланы хеҙмәттәше уның тауышында үсегеү төҫмөрҙәре шәйләп. Тыштан белгертмәне.
– Эҙләп барған кешеңде осрата алдыңмы һуң? Ысынлап та шулай көслө экстрасенсмы? – тип ҡыҙыҡһынды. – Яҙырлыҡмы?
– Нәфсеһе аҙған, – тине Шаһиҙә йәне көйөп. – Һауаланған. Шуға күрә асылған һәләте үҫмәй, офоғо тар. Һөйләгәне аҡса ла үҙе ҡылған хикмәттәр. Уның нимәһен яҙаһың?
– Нишләп һорашыңҡырамай ҡутарылып сығып киттең һуң? Яҙмаһаң, йәнә командировка аҡсаңды тотоп алып ҡалалар инде. Былай ҙа «баш»тың һиңә талағы ташып йөрөй. – Хеҙмәттәшенең тауышында йәлләү ишетеп, Шаһиҙә тағы ла нығыраҡ үртәлде. – Тураһын әйткәнгә үпкәләмә, – тине Сәйҙә. – Үҙең беләһең, һөйләгәндәреңдең бөтәһенә лә мин дә ышанып етмәйем, тик, буш һүҙ, тип тә әйткем килмәй. Был донъяла нимә юҡ. Электрҙы тимерсыбыҡ аша алып килеп лампочканы яҡтыртҡансы уның барлығына кем ышанған?! Шуның кеүек инде.
«Томаналар, – тип уйланы Шаһиҙә. – Мәнфәғәтегеҙҙе ҡайғыртып йөрөгәнемде аңларлыҡ та башығыҙ юҡ». Өндәшеүен өндәшмәне, асҡаҡ яңағының ҡыҫылып, ҡарашының зәһәрләнеүенән генә уйҙарын тойомлап булыр ине. Әңгәмәләше иһә үҙ хәбәре менән мауыҡҡайны.
– Һиңә һөйләргә тип кисә генә уйлап ҡуйғайным. – Күҙҙәре һазлап һүҙенең әрәсәһенә күсте. – Минең бер әхирәт әбейем бар. Нәҫелдәрендә борондан бағымсылар, күрәҙәселәр, имселәр булғанын һөйләп ала торғайны. Үҙендә һәләт юҡ. Ә бына олатаһы әүлиә булған. Һәләт өсөнсө быуында ҡабатлана икән. Ошоғаса быға иғтибар биреп еткермәй инем. Кисә бик һыҙланып барып индем. Йомошомдо йомошлап, ишек тотҡаһына тотонғайным, улы ҡайтты. Әсәһе менән байтаҡ ҡатнашһаҡ та, улын бер ҙә күрергә тура килмәгәйне. Эш кешеһе бит, бушамай. Килеп тә инде, йорт-ер болот араһынан ҡояш килеп сыҡҡан кеүек балҡып китте. Хатта аяҡ араһында буталып йөрөгән бесәйенә тиклем йылмайып ебәрҙе. Икмәктер бына, һис тә арттырмайым. Баш осома ҡулдарын ҡуйып, күҙемә текләп торғайны, һыҙланыуҙарымды һыпырып алдылармы ни! Ике-өс минут эсендә күңелемде үтәнән-үтә айҡап сыҡҡан кеүек булды. Иремдең эскәнен генә түгел, ниңә эскәненә хәтлем әйтеп бирҙе, – тине лә, – теге ир бит йәнә запойға китте, – тип эскесе абышҡаһына зарланырға тотондо.
Шаһиҙә ҡатындың зарҙарын артабан тыңлап торманы, әле ишеткәндәре хаҡында уйланы. Ауыҙ һыуы ҡороп һөйләүенә ҡарағанда, ысынлап та, был егет Сәйҙәне хайран ҡалдырған. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына. Шаһиҙәнең күңеле келт итте. Ул күптән көткән ишара түгелме был? Тик ҡапылдан йөрәкһенеп китмәҫкә тырышты. Һуңғы ярты йыл эсендә өмөтләнеп тә, һиҫкәнеп тә, экстрасенстан экстрасенсҡа йөрөп тә арылды бит инде.
Башҡалар фекере менән иҫәпләшеп бармаһа ла, үҙен һуңғы осорҙа хыялыйға һанай башлауҙары ҡыуаныс түгел. Эштә «шиза» тип йөрөткәндәрен инде күптән белә. Етмәһә, эреле-ваҡлы түрәләрҙең – мөхәррир, яуаплы сәркәтип, урынбаҫарҙар ғына түгел, йүнләп һөйләм төҙөй белмәгән бүлек мөдиренә тиклем уға эшләмәҫкә сәбәп эҙләгән ялҡау тип ҡарауҙары ла ялҡытты.
Көн дә сыҡҡан гәзит бирән ҡорһаҡ әҙәм менән бер шул. Исмаһам, аҙна-ун көнгә бер тапҡыр ҙурыраҡ мәҡәлә яҙып бирмәһәң, бығаса нисәмә йыл төпкә егелеп тартыуыңа ҡарамаҫтан, тиҙ генә иҫәптән төшөп ҡалаһың. Бүтәндәрҙең асыуы ҡабара башлай. Сөнки һин яҙып тултырырға тейеш булған тишекте башҡа берәүгә ямарға тура килә. Хәйер, Шаһиҙә ғәйеп тойғоһонан йонсомай. Илке-һалҡы йөрөгән ялҡауҙар, аҙналап эшкә сыҡмай ятҡан иҫерек баштар, айҙың егерме көнөндә «балам ауырый» тип больница юлын тапаған әсәләр өсөн мейеһен етерлек серетте. Нисәмә йыл тырышты – рәхмәт әйтеүсе булманы. Әле ул выждан ғазаптарынан түгел, юҡ-барға бәйләнеп эштән ҡыҫҡартып ҡуйыу ихтималынан хәүефләнә. Ләззәт артынан сабып, матур кейенеп, тәмле ашап үҙҙәре кеүек үк томаналарҙы үрсетеүҙән башҡаны белмәгән вайымһыҙ бәндәләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртырға мәжбүр булыуына, ә уларҙың был хаҡта уйлап та бирмәүҙәренә үртәлә.
Үткән кесаҙнала командировка һорап инеүен иҫенә төшөрҙө. Мөхәррир бик дорфа ҡаршыланы. Ә бит кем? Бала-саға. Бынан бер нисә генә йыл элек МДУ-ның журналистика факультетынан практикаға ҡайтҡанында русса фекерләп, әпен-төпөн сыймаҡлап алып килгән мәҡәләләрен Шаһиҙәнең яңынан тиерлек яҙып биреп ултырғанын онотҡан.
– Апай, үпкәләмә, тик һин былтырҙан бирле әллә нишләнең, һуң аңла: бөгөн ул ен-шайтандар менән экстрасенстарҙы яҙып тираж арттырып булмай. Уларға мода үтте. Әллә һин шул сихыр-михырҙарға ысынтылап ышанаһыңмы ул? – тип «әҙәмсә» һөйләшеп маташты ла, түрәләрсә ҡырт киҫте. – Ярар, ебәрәм. Тик, исмаһам, юл хаҡынды ҡаплар өсөн мәктәптәнме, клубтанмы материал алып ҡайт.
Шаһиҙәнең башын текә тотоп, фашистар атырға алып китеп барған партизанка кеүек ғорур һәм буйһонмаҫ атлап сығып китеүенә, етәксе: «Был бит халыҡты ҡотҡарырға йөрөгәненә ысынлап та ышана», – тип баш сайҡап ултырып ҡалды.
Эйе, бер кем уртаҡлашмай Шаһиҙәнең хәүефен. Аптырағас, хатта хөкүмәт органдарында эшләгән бер танышына барып ҡараны. Тик инеү менән аңланы: майлы ҡоймаҡ кеүек ялпашҡан йөҙөн ҡәнәғәт балҡытып ултырған чиновник йоратында кеше ҡайғыһы юҡ. Тик бер килгәс, кире боролоп сығып китеп булмай бит инде. Әммә уныһы тыңлар-тыңламаҫ ултыра бирҙе лә тиктомалдан:
– Ҡәрендәш, һиңә тиҙерәк кейәүгә сығып бала табырға кәрәк, – тип бүлдерҙе. – Милләт мәнфәғәтен яҡлайым тип, юҡ-бар һөйләп, үҙеңде лә, кешене лә алдап йөрөгәнсе, конкрет эш эшләргә, башҡорттоң иҫәбен арттырырға тотон, шунда...
Шунда ни булырын әйтеп бөтөрмәне, әммә Шаһиҙә бит яҙыу-һыҙыу кешеһе, тел төбөн тиҙ төшөндө:
– Шунда барлыҡ шөрөптәрең дә урынына ултырыр, тиергә итәһегеҙме?
Ҡасан ғына әле «милләт, суверенитет» тип бергәләшеп майҙандарға сыҡҡан, депутат булып үтһәм, халыҡ мәнфәғәтен яҡларға йәтеш була тип, маҡтатып яҙҙыртып йөрөгән кешенең тупһыҙлығына йәне көйөп урынынан ҡалҡынды ла, ҡапылдан нимә тип әйтергә белмәйенсә:
– Сәсен буяп йөрөгән ирҙең йүне буламы шул, – тип түрәнең үҙе кимәлендә йөҙ йыртып, шарт-шорт баҫып сығып китте.
Ярай, былар матди донъя кешеләре. Ә үҙҙәрен экстрасенс тип йөрөткәндәр һуң?
Иң тәүҙә ул үҙе былтыр һоҡланып гәзиттә яҙып сыҡҡан күрәҙәсе иргә барҙы.
– Миңә ундай хәбәр килгәне юҡ, – тине уныһы, йүнләп тыңлап та тормайынса. Ҡайҙалыр ашыға ине булһа кәрәк, өр-яңы машинаһының асҡысын ҡулында уйнатыпмы-уйната.
– Ниңә, минең аша ғына әйтелһә ярамаймы ни? – Гәзиттәге мәҡәләнән һуң уға клиенттарҙың күпләп ағылғанын, шуға күрә тиҙ арала байып киткәнен белгән Шаһиҙә уның илтифатһыҙлығына үртәлде.
– Башҡа берәй сығанаҡтан да ишара булырға тейеш. Юҡ икән, тимәк, йә һеҙ юҡҡа борсолоп йөрөйһөгөҙ, йәки ул эш минең көсөмдән килерлек түгел.
– Улай икән, – тине Шаһиҙә. Ныҡ үпкәләне. Үпкәләүенең, бәлки, урынһыҙ булыуын да белә, тик үҙен тыя алманы. Күңелендә төйөр ҡалды. Һаулыҡ һорашыр өсөн һуҙған ҡулын алмаған кеүек. Юҡ менән буламдыр, бушҡа шикләнәмдер, тигән өгөт менән хәүефен баҫырға ла маташты. Тик ил-көндә һәләкәт күбәйгән һайын, ғәйеп тойғоһо арта барҙы. Йәнтөйәк ҡотоноң кәмегәнен күҙәнәктәре менән һиҙҙе. Ә гәзиттән уны репортаж яҙырға тип, юрый үртәгән, көсһөҙлөгөн күҙенә төртөп күрһәткән кеүек, йә газ үткәргес шартлаған, йә автобус түңкәрелгән, йә самолет ҡолаған урынға юлланылар.
Шундай бер ваҡиғанан һуң, ҡыш йөҙөндә, алыҫ бер ҡалалағы бағымсы ҡатынға барып юлыҡты.
– Һәр кемгә үҙе күтәрә алырҙай ғына бирелер, аңларҙай күләмдә генә асылыр, – тине ул ҡатын. – Ысынлап та, был касафат хаҡында миңә хәбәр юҡ. Һин – илсеһең. Күңелеңә һалынған серле мәғлүмәт зиһенеңә лә асылмаған әле. Шуның өсөн уның айышына ла төшөнмәйһең, кемгә ебәрелгәнен дә белмәйһең. Тимәк, йә быға үҙеңдә берәй ҡаршылыҡ бар, йә мәле етмәгән, – тип кире борҙо. – Тәҡдиреңә яҙылған бурыс булһа, йәнә ишара алырһың. Илтифат итһәң, абайларһың да, аңларһың да, – тип өҫтәне. Башта был осрашыуҙан фәтүә тапмағандай булһа ла, буйтым файҙаһы тейҙе. Шаһиҙә байтаҡ тынысланып йөрөп алды, сабыр ғына көттө. Яҙға табан теге төш йәнә йышайғас, түҙмәй тағы сығып киткәйне аңлау эҙләп – буш ҡайтты.
Күңелһеҙ уйҙарына бирелеп, эшкә килеп еткәндәрен дә абайламай ҡалған. Хеҙмәттәше түләргә аҡсаһын әҙерләп, еңенән тартҡас ҡына һиҫкәнеп китте.
– Шул һөйләгән кешең менән мине таныштыра алмайһыңмы? – тине Шаһиҙә, автобустан төшөп бер аҙ бара биргәс. Уның көндән-көн сәйерерәк була барыуына хафаланған хеҙмәттәше:
– Һорармын. Бөгөн кискә инә һалып сығырмын да һиңә иртәгә әйтермен, – тип шунда уҡ ризалашты.
* * *
Икенсе көндө кис эштән һуң уҡ юлландылар. Хужабикәнең тыуған көнө лә икән, эре ҡыҙыл ләләләр һәм бер ҡап «Ҡош һөтө» кәнфите алдылар ҙа эйәртенешеп барып инделәр. Ҡабарып торған күгелйем аҡ сәстәрен оҙонса «карэ»ға ҡырҡтырған илгәҙәк әбей Сәйҙә менән сутырлашып ҡосаҡлашҡан арала, зал ишегендә буйсан, мыҡты кәүҙәле утыҙ йәштәр тирәһендәге егет пәйҙә булды. Ҡараштары осрашып та өлгөрмәне, Шаһиҙә тәненә меңдәрсә ваҡ энәләр килеп ҡаҙалғанын тойҙо, быуындары йомшарҙы, күҙ ҡабаҡтары ҡурғаштай ауырайҙы. Ниһайәт, ихтыярын туплап керпектәрен ҡалҡытҡайны, ҙур ҡуңыр күҙҙәр менән осрашты. Әйтерһең дә, томра көндә сарсап килеп тәрән ҡоҙоҡтоң бураһына килеп ҡапланды ла аҫҡа ҡараны. Тәрәндә ымһындырғыс саф һыу емелдәй. Уның тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡынлығын бер уртлауың менән өр-яңынан тыуасағыңды беләһең, тик һонолоп алырға йыраҡ, ҡурҡыныс. Тының менән тартып алырҙай булып ынтылаһың, ҡарашыңды айырып алырға ихтыярың етмәйенсә, шул сөңгөлгә убылаһың...
Сәйҙә шылтыратып хеҙмәттәшен алып килергә рөхсәт һорағас та Юламан бының тиктәҫкә түгеллеген һиҙенгәйне. Шуға күрә Шаһиҙәгә айырым иғтибар менән ҡараны. Ни өсөн тап ул ебәрелгән? Ауыр ҡараш, кипкән әрмәнде тиреһе кеүек сөрөш, шыҡһыҙ күңел. Йылылығы, энергияһы юҡ кимәлендә. Ризаһыҙлыҡ менән бергә шик уянды: «Ысынлап та аралашсымы? Әгәр ысын икән, ни өсөн ул?» – тип баш ватты.
Шаһиҙә егеттең:
– Әйҙәгеҙ, бында үтегеҙ, – тип ике бүлмәле фатирҙың залына ҡарай ымлауына буйһоноп, бауланған шикелле шул яҡҡа атланы.
Күҙҙәренә үҙе хужа түгел ине. Йорт хужаһының ҡараштары уны ҡармаҡ кеүек эләктереп алған. Ҡыҙ уларҙың ихтыярына буйһоноп, күрһәткән урынға, стена буйына һыйынған әфлисун төҫөндәге шаян, сағыу диванға һоро тап булып килеп терәлде. Аяҡтары рәхәт итеп йәшел хәтфә кеүек ялбыр балаҫҡа сумды. Тирә-яғындағы иркенлектән бүлмәлә йыһаздың юҡ дәрәжәлә булыуын сырамытты. Уң ҡулдағы тар кәштәләрҙә – иҙәндән түшәмгә тиклем китап, китап, китап. Үҙенең, ниһайәт, дөрөҫ урынға килеп ингәненә ышанғыһы һәм шуны раҫлағыһы килде.
Хужа аяҡтарын салып уның ҡаршыһына балаҫҡа ултырҙы.
– Борсолмағыҙ, иркенләп урынлашығыҙ, – тип йылмайҙы, – шиге, тәбиғи ихласлығына бирешеп, томан кеүек таралғайны.
Шул саҡ ишек шаҡынылар:
– Был серле һөйләшеүегеҙҙе мин дә тыңлаһам буламы? – тип Сәйҙәнең башы һонолдо. Һөҙлөккә төшкән ҡара тараҡандай булды хеҙмәттәшенең был әрһеҙлеге, һирпеп кенә баҡҡан бер ҡарашында Шаһиҙәнең бөтөн ризаһыҙлығы сағылғайны. Ә егет, әйтерһең дә, быны абайламаны: – Була, нишләп булмаһын, үтегеҙ, – тип әйҙәләне.
– Ҡалай серле бында, – тине тирә-яғына ҡарана-ҡарана дивандың икенсе башына ҡунаҡлаған Сәйҙә. Юламан балаҫта ултырған килеш үрелеп бәләкәй генә өҫтәл шәмен алды. Уны яҡтыһын ҡыялатып диван яғына төшөрлөк итеп бороп, ут тоҡандырҙы. Шунан стена буйында һөйәлгән түңәрәк көҙгөнө саҡ ҡына ҡыйшайтып, шәм яҡтыһын сағылдырырлыҡ йәтешләне. Үҙен арбалғандай күҙәтеп ултырған Шаһиҙәнең ҡараштарын йәнә ырғаҡ кеүек эләктереп алды.
– Тыңлайым һеҙҙе.
Сит ҡолаҡтарға тәғәйенләнмәгән хәбәрен был даирәнән алыҫ торған хеҙмәттәше алдында һөйләргә теләмәгән Шаһиҙә ирендәрен ҡымтыған килеш өнһөҙ ҡалды. Әммә ихтыярын шаҡара һындырып алып барған көскә буйһонмаҫлыҡ сараһы юҡ икәнен тойҙо. «Ниҙән башларға һуң? – тигәндәй эргәһендәге Сәйҙәгә ҡараш ташлағайны, аптырап китте: хеҙмәттәше дивандың арҡаһына башын уңайлы ғына итеп терәгән дә рәхәтләнеп йоҡоға талған.
– Баштан башлағыҙ, – тине егет. – Бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләгеҙ. Мин бер ҡайҙа ла ашыҡмайым.
«Ашыҡмайым!» Шаһиҙәгә ҡапыл рәхәт булып китте. Был мәлдә уға тап ошо һүҙ кәрәк булған икән, сөнки әлегәсә ул мөрәжәғәт иткән кешеләр барыһы ла гел ашыға, йәки ашыҡҡан булып ҡылана ине. Тимәк, Шаһиҙәнең хәбәрҙәре уларҙың ҡолағына тәғәйенләнмәгән булған. Ниңә ул ошо ябай ғына дөрөҫлөктө аңламай, әрһеҙләшеп, был эшкә һис ҡыҫылыштары булмаған кешеләрҙе ҡаҡшатып йөрөгән һуң?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин ул кисте Өфөлә булмаҫҡа тейеш инем, – тип башланы ул һүҙен.
Бесән сабышырмын, еләк йыйырмын тип бер аҙнаға ял алғайны Шаһиҙә. Хәҙер уйлап ҡараһа, көлкө лә, ҡыҙғаныс та, ҡурҡыныс та... Ул көндө иртәнсәктән алып, нимә генә эшләһә лә, гел генә арҡыры килеп торған.
Эшкә килешләй, юл сумкаһының бауы өҙөлдө. Төшкөһөн күстәнәс алырға баҙарға сыҡҡайны, мең һум аҡсаһын урлатып инде. Юллыҡ аҡсаны үтескә алырға тура килде. Инде вокзалға төшөргә тип, лифтҡа ултырғайны, ут һүнде, илла-алла менән сыҡҡансы, ярты сәғәт үтеп китте. Автобусҡа эләгә алмай, туҡталышта байтаҡ тороп ташланы, ни тиклем генә ыңғырлаһа ла, такси ялларға тура килде. Елдереп кенә барып етәм, тиһә, юлда – тығылыш. Ярай йыраҡ түгел ине инде, төшөп йүгереүҙән башҡа сараһы ҡалманы. Тик ни тиклем генә ашыҡмаһын, поездың ҡойроғон ғына күреп ҡалды. Әсәһенең «Уңмаған юлды ҡыума!» тигән мәҡәлен хәтерләп: «Бәлки, яҙмыш мине берәй ҡазанан ҡурсалайҙыр», – тип үҙен йыуатҡан булды. Уның уйҙарын раҫлаған һымаҡ, кемдер һуңғы вагондан аҡ яулығын болғап бара ине.
Иртәнге электричкаға төшөргә уйлап, вокзалға яҡыныраҡ йәшәгән ағаларына йүнәлде. Бигүк кеше яратып бөтмәгән туғандары, бөгөн уны ниңәлер артыҡ ныҡ ҡыуанып ҡаршы алды.
Ишекте асҡан ағаһы:
– Бына бит ул, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Аш бүлмәһе яғынан еңгәһенең:
– Теләгәнем ҡабул булды, Хоҙайым. Һине тыным менән тартып алырҙай булып ултыра инем, – тигән тауышы ишетелде.
– Һеҙ ултыраһығыҙмы ни юлымды быуып? Нимә булды? Шул тиклем ни кәрәгем тейҙе? – тип уның янына үтте Шаһиҙә. Алдына бер түгел, ике тас ҡуйып, аяҡтарын алмаш-тилмәш шуларға тығып ултырған еңгәһен күреп аптырап китте:
– Аһа, нишләнең ул?
– Шул тиклем теләгәйнем. Берәй яҡҡа китеп кенә бара күрмәһен инде, тип шул тиклем ялынғайным. – Еңгәһе уны ишетмәгәндәй, һамаҡлауын дауам итте. – Ҡыҙыҡай, яҙмышым һинең ҡулда. Ҡотҡар!
– Тороп тор әле, аңлатып һөйлә, – тип бүлдерҙе ағаһы ҡатынын. – Бәлки, ҡыуанып риза булыр. Журналист кешегә йәйҙең йәмле көнөндә шундай мауыҡтырғыс сәфәргә сығыу үҙе бер ғүмер ҙә инде.
– Улай көнөгөҙ миңә төшкән икән, иң тәүҙә берәр сынаяҡ сәй эсерегеҙ, шунан әрәсәһен асыҡлап, бәйнә-бәйнә һөйләп бирерһегеҙ, – тине Шаһиҙә йәтешләп ултырып.
– Ун йыл ҡыялып, – тип һүҙ башланы еңгәһе, ағаһы Шаһиҙәнең алдына сәй яһап ултыртҡас.
– Ун биш, – тип төҙәтте ағаһы төрттөрөп.
– Ҡуй әле, кәзекләшмәй тороғоҙ, – тип ҡул һелтәне Шаһиҙә. Ағай, етер һиңә.
– Ун биш йыл ыҙалана торғас, диссертациямды яҙып бөттөм. Хәҙер яҡларға ҡалды. Ә бит дуҫ бар, дошман бар. Улары аяҡ салыу яғын ғына ҡарап тора. Шуға абруйлы кешеләргә мөмкин тиклем ярарға тырышып йөрөлгән көн. Ә мин, үҙең күреп тораһың, аяғымды ҡаймыҡтырҙым. Ярай һынмаған. Һеңере генә тартылған. Врач, аяҡты бер эҫе, бер һыуыҡ һыуҙа тотоуҙан башҡа әмәл юҡ, тип ҡайтарҙы. Ә миңә тандан сит илдән килгән ғалимдар менән ун көнлөк оҙайлы сәфәргә сығып китергә кәрәк.
– Институтығыҙҙа һинән башҡа кеше бөткәнме ни?
– Йәй бит. Кем ялда, кем экспедицияла, кем вузда имтихан ала. Етмәһә, ҡунаҡтар минең фәнни етәксемә төбәп килгән. Шулай булғас, бер нисек тә уны ауыр хәлдә ҡалдыра алмайым.
* * *
Сит илдән килгән ғалимдар бишәү булып сыҡты. Шаһиҙәләр ҡунаҡхана янына килеп туҡтағанда, улар әйберҙәрен «Газель» машинаһына тейәп маташа ине инде. Йылмайышып ҡаршы алдылар. Еңгәһенең һылтыҡлауын күреп, борсолоштолар. Өсәүһе, ике ир һәм бер ҡатын, Шаһиҙә менән бик ихласлап килеп танышты. Ҡатын, Тома, тип күреште, ул төркисә һупалай, ә ирҙәрҙең береһе, Батр, тине, икенсеһе танау аҫтынан ғына мығырланы: Джон, тинеме, Донмы. Шаһиҙә сәфәр аҙағынаса уның теүәл генә исемен белә алманы. Икеһе лә ҡәҙимге генә русса һөйләшә. Ситтәрәк йөрөгән йәш кенә һылыу ҡыҙ яҡын килмәне, баш ҡағыу менән сикләнде. Бишенсеһен Шаһиҙә машинаға инеп ултырғас ҡына абайланы. Күҙҙәре ҡара сепрәк менән бәйләнгән асҡаҡ ҡына был ирҙе бөтәһе лә «өф» итеп тора. Шаһиҙә тәүҙә уны һуҡыр микән тип уйлағайны: күрә булып сыҡты, һирәк-һаяҡ, үҙенә кәрәктә сепрәкте ек кеүек ара ҡалдырып ҡалҡытып ҡуя. Һаңғырау, тиер инең, өндәшкәнде ишетә, телһеҙ, тиер инең – ара-тирә һүҙ ҡата. Ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмағас, йәнә шикләнде. Тик ауырыуға ла оҡшамаған, сымыры кәүҙәһенән көс-ҡеүәт ипкене бөркөлөп тора.
– Шулай итеп, беҙ Асылыкүлгә киттек. – Хәбәре ошо тәңгәлгә етеү менән Шаһиҙә, абынғандай, туҡтап ҡалды. Хәтерендә ала-сола, сала-сарпы күренештәр, өҙөк-йыртыҡ һөйләшеүҙәр, ә тота килеп һөйләйем тиһәң, бер нәмә лә юҡ икән дә баһа.
– Юҡ, иң башта беҙ Торатауҙа булдыҡ. Унан Асылыкүлгә барғанды яҡшы хәтерләйем. Арҡайымда өс кис ҡундыҡ. Унда бронза дәүерендә үк ҡаҙылған ҡоҙоҡтоң һыуын эсерҙеләр теге асҡаҡ кешегә. Шүлгәнташта ике төнгә туҡталдыҡ. Әлеге лә баяғы, теге кеше мәмерйә эсендәге йәшел һыулы күлдә сума-сума бик оҙаҡ һыу инде. Әйтерһең, уның өтөп алған һалҡынлығын тойманы ла. Ә беҙ сайына һалып сыҡҡансы ҡалтырап төштөк.
Шунан Ирәмәлгә табан юлға сыҡтыҡ.
– Ҡайһы яҡтан менмәксе булдығыҙ? Төлөктәнме, Учалы яғынанмы?
– Учалы яғынандыр, моғайын, сөнки минең унда Төлөктән күтәрелгәнем бар. Дөрөҫөн әйткәндә, Ирәмәл тигән һүҙе генә булды, буғай.
Артабан Шаһиҙә бөтөнләй бер нәмә лә иҫләмәй булып сыҡты.
Ҡаршыһында Будда кеүек һис ҡымшанмай иғтибар менән тыңлап ултырған егет:
– Һуңғы барған урынығыҙҙан, ана шул күңелегеҙгә шом оялаған ерҙән, берәй нәмә алып ҡайтманығыҙмы? – тип һораны.
– Юҡ, – тип баш сайҡаны Шаһиҙә.
– Ныҡлап уйлап ҡарағыҙ, шул ваҡытта кейгән кейемегеҙҙең кеҫәләрен аҡтарығыҙ. Бәлки, исмаһам, берәй үлән ҡыяғы, таш киҫәге, һис булмаһа, семтем тупраҡ ҡына булһа ла ҡайтмағанмы?
– Ярар, ҡарармын, – тине Шаһиҙә икеләнеп кенә.
– Ә күп нәмәне онотҡанығыҙға ҡайғырмағыҙ, – тип тынысландырҙы Юламан. Сәйер ҡунаҡтың алъюҫыҡҡа йөрөмәгәненә ышанып өлгөргәйне инде ул. – Күрәһең, һеҙ унда нимәгәлер шаһит булып, бик ныҡ тетрәнгәнһегеҙ. Шуға күрә аңығыҙ уны хәтерегеҙҙән ҡыҫырыҡлап сығарған. Йәки һеҙ оҙатып йөрөгән кешеләр ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе махсус рәүештә онотторғандыр.
– Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?
– Бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай. Әгәр был серҙе беҙгә сисергә яҙған булһа, берәй әмәле мотлаҡ табылыр.
Икенсе кисте Шаһиҙә Юламандың усына сәүкә күкәйе ҙурлыҡ ҡына йомро аҡ таш һалды. Таштың ҡайнарлығы Юламандың ҡулын өтөп алғандай булды. Унан ағылған ҡеүәтле энергияны тойҙо егет. Таш түгел, әйтерһең дә, донъя хәсрәтен үҙенә туплап һулҡылдаған йөрәк. Әгәр уның телен аңлай алһаң, ул Шаһиҙәгә ҡарағанда күберәк әйтер ине. Изге урындың ҡотон йыйған, ниндәйҙер бинахаҡҡа шаһит булған тауҙың бәләкәс кенә бер өлөшө булғаны шикһеҙ.
– Был ташты ҡайҙан тапҡанығыҙҙы иҫләмәйһегеҙме?
– Ул төндө мин теге ҡурҡыныс төштө беренсе тапҡыр күрҙем. Үҙемдең палаткала, йоҡо тоғом эсендә уянып китһәм, ҡулыма ошо ташты йомарлағанмын.
– Сер әҙәмдән юҡҡа ғына боҫмай, – тине Юламан, ташты ҡулында әйләндереп-тулғандырып ҡарай-ҡарай. – Тимәк, беҙ әлегә ул сергә лайыҡлы түгелбеҙ.
Егет шулай тип әйтеп тә бөтөрмәне, залдың бер мөйөшөндә ҡара һөрөм ҡуйыра башланы. Туғарланып-туғарланып күтәрелгән һайын тығыҙлана бара үҙе. Бына ул ҡап-ҡара ҡойҡа кеүек әшәке нәмәгә әйләнде лә иҙәнгә йәйелә башланы һәм улар ултырған яҡҡа шыуышты. Унан аңҡыған шом, шөбһә, ғазап менән дәһшәт егет менән ҡыҙҙың икеһен бер юлы биләп алды. Улар бармаҡ та ҡыбырлата алмайынса был тамуҡ киҫәүенә – уны башҡа бер нисек тә атап булмаҫ ине – текләгән килеш ҡатып ҡалды. Үлемесле ҡойҡа әсе ҡамыр кеүек ҡабарып, инде ярты бүлмәне биләне: ғәҙәтенсә иҙәндә аяҡ салып ултырған Юламанға тиклем килеп етте. Егет тын алыуы ауырлашҡанын, аңы томалана башлағанын тойҙо. Бармаҡтары хәлһеҙләнеп яҙылды ла, усына йомарлаған таш иҙәнгә тәгәрләп төштө. Шул саҡ инде теҙенә тиклем йәйелгән әшәке ыҫылдап артҡа сигенде һәм күҙ алдында кесерәйә барып пәйҙә булған мөйөшөнә һеңде.
– Нимә булды был? – тип бышылданы Шаһиҙә ҡурҡышынан ҡалтыранып.
– Белмәйем, – тине Юламан ташты үрелеп алып. Тик бик хәтәр эшкә юлыҡҡанһың. – Егет «һин»гә күсте. – Быныһы раҫ. Беҙгә бик ҡурҡыныс көстәр ҡаршы тормаҡсы. – Ул ҡулындағы ташты инде иғтибар менән генә түгел, ихтирам менән ҡарай башланы. – Әкиәт яратаһыңмы? Иҫеңдәме: «Йомро-йомро йомғағым, ҡайҙа китеп юғалдың?» Беҙҙе ул серле урынға алып барасаҡ йомғаҡ ошо инде. Юлға әҙерлән – Торатау, Балҡантау, Шүлгән, Ирәмәл...
– Ни өсөн тура Ирәмәлдең үҙенә түгел?
– Белмәйем, – тине Юламан. – Күңелем һиҙә, тип кенә әйтһәм, ҡәнәғәтләндерәме?
– Ҡасан? – тип ҡыҙыҡһынды Шаһиҙә эштә йәнә һүҙ ишетәсәге хаҡында уйлап.
– Тиҙ түгел әле, – тине егет. – Миңә ҡырҡ көн ураҙа тоторға кәрәк. Сөнки был сәфәрҙең мотлаҡ шарты – йән менән тәндең паклығы.
* * *
Үҙенә табан ынтылған ҡара ҡойҡала төштәрендә ғазаплаған хәүеф менән хәсрәтте танығайны ҡыҙ. Һуңғы осорҙа баҫыла биреп торған дәһшәт ҡабат килеп алҡымынан алды. Тик был хаҡта Юламанға әйтеп биреүҙән Шаһиҙәне нимәлер тыйҙы. Сәйәхәткә сығып китергә лә һис тә күңеле тартманы, аяғы тышауланған һымаҡ булды. «Сисенгән һыуҙан таймаҫ», тигәндәй, үҙе ҡуптарған ғауға булғанға күрә генә, ихтыярһыҙҙан булһа ла эйәрергә тура килде.
Тәүге көндө шишмә буйындағы ағаслыҡҡа килеп туҡтанылар.
– Бына ошонда палатка ҡорҙолар, – тине Шаһиҙә тирә-яғына ҡаранып. – Ә бында усаҡ яҡтыҡ, ҡаҙан аҫтыҡ.
Улар ҙа палатка ҡорҙолар. Усаҡ яғып, тағанға ҡоромло алюмин сәйнүк аҫтылар. Ялҡын бейегәнгә, текләп ултырған Шаһиҙәнең бер мәл зиһене салтланып китте һәм үткән йылғы ваҡиғалар кинолағы кеүек күҙ алдына килә башланы.
– Беҙ бик боронғо данлы халыҡ, – ти Батр, сиғандарҙыҡы кеүек бөрмәс ҡара сәсле, ҡуйы һаҡаллы, төптән йыуан сыҡҡан мыҡты ир. Ул хәбәренән туҡтап, ҡулындағы таяғы менән ҡаҙан аҫтындағы торонбаштарҙы бутарға керешә. Әйтерһең, донъяла ошонан да мөһим эш булмағандай оҙаҡ маташа. Бер аҙҙан ҡаҙандан иҫерткес сәйер еҫ сыға башлай. Хуш еҫ, тип тә әйтеп булмай, һулап туйырға ла мөмкин түгел. – Бынан ике меңдән ашыу йылдар элек, тәүтөйәгебеҙҙән ҡапыл ҡуптарылып төньяҡҡа киткәнбеҙ. Гөрләп торған тәгәрмәс ҡалабыҙ торған да ҡалған. Ҡайнап ултырған ризыҡ ҡалған ҡаҙандарҙа, мейестәрҙә икмәк бешеп ҡалған. Бар нәмәне ташлап, ҡырҙа уйнап йөрөгән балаларҙы юл ыңғайында күгәреп алып, көллө халыҡ ҡуҙғалған да киткән. Ни сәбәптән, ниңә шул тиклем ашығыс һәм әҙерлекһеҙ? Был – мәңгелек сер. Алға бер үҙәк өҙгөс һағыш әйҙәй ине, тип аңлата бер боронғо йыр ҡапыл сығып китеүебеҙҙең сәбәбен. Төндәрен ниндәй йондоҙҙарға ҡарап барғаныбыҙҙы бәйән иткән әкиәттәребеҙ һаҡланған. Шуларҙы ентекләп өйрәнеп, бөтөн мәғлүмәттәрҙе компьютер аша үткәргәндән һуң, ата-бабаларыбыҙҙың ошо яҡтан күскәнен асыҡланыҡ. Көйҙәребеҙҙә һеҙҙең көйҙәргә оҡшашлыҡ бар. Боронғо телебеҙгә яңғырашлы һүҙҙәр һеҙҙең ер-һыу атамаларында һаҡланған. Ауыҙ-тел ижадығыҙҙы өйрәнгәндән һуң инде, ғөмүмән, бер генә шигебеҙ ҙә ҡалманы. Тәүтөйәгебеҙ ошонда. Ул заманда халҡыбыҙ ишле, тамырҙарыбыҙ ҡеүәтле һәм тарбаҡлы булған. Бүтән бер ерҙә лә, һис ҡасан да тарихыбыҙ бындағылай шөһрәтле һәм яҙмышыбыҙ бәхетле булмаған.
– Өс-дүрт мең йыл эсендә кемдәр килеп, кемдәр китмәгән һуң?! Кемдәр ҡайҙа күсмәгән дә, ҡайҙа төйәкләнмәгән ? – Шаһиҙәлә әллә ҡайҙан, быуаттар томанынан килеп сыҡҡан был ерҙәштәргә ҡарата ризаһыҙлыҡ уяна.
– Әммә һағыныу һағышы быуаттарҙан аша килә лә алҡымдан ала. – Батр усаҡ ялҡынына текләп ултыра бирә лә, тамаҡ төбөн дөңгөрләтеп ниндәйҙер ят йыр башлай. Сәйер был йыр: йырсы тиҙ-тиҙ генә һамаҡлап ала ла, төшөнкөлөк менән һуғарылған әсенешле моңға күсә. Йырҙан бигерәк, сеңләп һыҡтағанға тартым был. Шаһиҙә, тыны быуылып, һауа етмәй башлағас ҡына, үҙенең йыр ыңғайына тирбәлгән килеш һыңҡылдап илап ултырғанын абайлай.
Күҙе бәйләнгән ир хәбәрҙәргә ҡатнашмай, ашарға ла уға айырым әҙерләйҙәр. Ризыҡҡа ла оҡшамаған уға һонолған тәғәм. Ниндәйҙер сәйер еҫле шыйыҡса.
Ул һәр ваҡыт Шаһиҙәнең артына урынлаша. Ҡайһы ваҡыт ҡыҙ уның тишә яҙып ҡарағанын арҡаһы менән тоя, артына боролоп ҡарай ҙа ғәжәпләнә – асҡаҡтың күҙҙәре һаман да бәйләүес менән ҡапланған. Ҡайһы ваҡыт Шаһиҙәгә арҡаһын уйып алған һымаҡ булып китә. Арҡаһына тишек уйылған да, шул тишектән уның хәлен һурып ултырған кеүек. «Артыҡ шикләнәм, шуға теләһә ниндәй гонаһ шомлоғо тойола башлай», – тип үҙен үҙе әрләй Шаһиҙә. Шулай ҙа был әҙәмгә мөмкин тиклем арҡаһы менән боролмаҫҡа тырыша.
– Ул шаман, – тип аңлата Батр. – Беҙҙең тәүтөйәктең үҙәген бары тик ул ғына билдәләй ала. Шуға күрә көс туплай. Уның энергетикаһы бик ҡеүәтле, шунлыҡтан барыбыҙға ла уның янында ҡыйын, һин быға ғәжәпләнмә.
«Кемдәргә килеп ҡаптым мин? – тип хафалана башлағайны Шаһиҙә. – Нимәгә килеп юлыҡтым?» Уйлай, ә нимә эшләргә белмәй. Кәңәшләшергә кешеһе лә юҡ бит исмаһам.
Бәләкәйҙән үҙенә бер төрлө, даланһыҙ булды инде ул. Өтәһе ут булһа, итәгеңә осҡон сәсрәтә, тигәндәй, бер генә сир-ҡаза ла уны ситләтеп үтмәне.
«Етемде кесерткән дә әсерәк саға, дегәнәгенә тиклем сысҡаҡ мал менән етем балаға һыра бит ул», – тип йәлләй торғайны өләсәһе уның яра-йәрәхәттәрен имләп, йыртылған кейемдәрен рәтләгәндә. Ә әсәһе: «Үҙе бит, һөйкөмһөҙләнеп, гел генә ғәҙеллек даулай ҙа йөрөй, әллә ниндәй бер бала булды инде», – тип ороша, ҡыҙының был холҡонан, гелән эләгешеп, тәмһеҙләтеп йөрөүенән йонсоп. Ысынлап та, бәлки, әрнеү-рәнйеүҙәр башҡаларға ла шул уҡ миҡдарҙа эләгәлер. Күңеле бөтөндәр уңышһыҙлыҡтарҙың хисабын айырым алып бармай. Ә Шаһиҙә, әйтерһең дә, яҙмышына үсекте. Хаҡ тип уйлаған бөтә нәмә өсөн дә бер туҡтамай айҡашты. Сөнки бәләкәс кенә ғәҙелһеҙлекте абайлаһа ла, йөрәге үрәпсеп, ите йырылып китер ине. Етмәһә, үтә шиксел булды. Кешегә ышанып бармай. Ә бына һиҙемләү ҡеүәте мул бирелгән. Ваҡиғаларға бер ниндәй ҙә йоғонто яһай алмаһа ла, камиллыҡҡа, ҡотҡа, рухҡа янаған ҡәтрә ҡәҙәре генә хилафты ла күңеле, зиһене менән генә түгел, тиреһе менән алдан тоя. Шул арҡала «мөхәббәтһеҙ» тигән ҡушамат та алып бөттө. «Бәлки, әлеге шул шикселлегем генәлер», – тип үҙен бында ла тынысландырырға маташты. Көн яҡтыһында, донъя матурлығына һуштары китеп, күтәренке кәйеф менән йөрөгән юлдаштарына ҡараһа, үҙенең хәүефтәре өсөн көлкө лә килеп китә хатта. Тик күңеле эстән генә һыҙа ла һыҙа.
* * *
Шаһиҙәнең һөйләгәндәрен ишеткәс, Юламан ҡыуанып китте. Тимәк, йөрөүҙәре алъюҫыҡҡа түгел. Сер йомғағы яйлап ҡына тағатыла башлаған икән, тимәк, фатиха бар.
Ай байтаҡҡа ҡалҡҡас, Юламан тороп кейенде лә Торатауға менеп китте. Ҡайһы тирәнән күтәрелергә көндөҙ үк самалап ҡуйғайны. Ай яҡтыһында аяҡ аҫты шәйләнә, шуға күрә ышаныслы атланы. Тик үҙенең мөмкинлеген артыҡ баһалап ташлаған булып сыҡты, бер аҙҙан, самаһыҙ ҡыҙыу барғанға күрә, ҡатыуы ҡаҙала башланы. «Торатауҙың сәменә тейҙем», – тип уйланы Юламан, аяҡтарының гер кеүек ауырая башлағанын тойоп.
Тирә-яғына ҡаранып, йәтеш урын эҙләне. Ай нурында көмөш кеүек йылтырап ятҡан киң йәйпәк таш янына барып тубыҡланды ла, сәждәгә йығылғандай, маңлайын терәне. Байтаҡ ятты. Күпмелер ваҡыттан һуң һулҡылдап-һулҡылдап килгән йылы ағым тойҙо: күҙгә күренмәгән ҡеүәт тамырҙары буйлап тәненә таралды. Тауҙың йоҡлап ятҡан баһадирҙыҡылай тәрән һулышын, олоғара йөрәгенең мөһабәт тибешен тойҙо. Лыпын ятты, тотош һеңерҙәй булып ергә ҡапланды, әйтерһең, күҙгә күренмәҫ бәһлеүән уны ҡайнар тыны менән тартып үҙенә сытырман ҡыҫты.
«Йоҡлайым да, был бары тик төштөр», – тип уйланы Юламан, ысынбарлыҡ менән хыялды айырып торған сикте юғалтып. Онотолдо. Күпме ятҡандыр, иҫенә килеп, аяҡ-ҡулын ҡыбырлатты, һикереп торҙо. Көнсығыш саҡ ҡына яҡтырып килгән кеүек, әммә таңға саҡлы йыраҡ әле.
Тәнендә шундай еңеллек. Бына-бына ҡағыныр ҙа осоп китер кеүек. Күкрәк тултырып тын алды ла, ирекһеҙҙән ҡулдарын ҡанат кеүек итеп киреп ҡараны. Оса алырына ышаныуҙан. Шунан, тилелегенә көлә-кинәнә, юғарыға артыла башланы. Абынып эйелгәйне, күҙе ус аяһындай ғына ап-аҡ ташҡа төштө. «Һинең дә өҫкә үрмәләгең киләме?» – тип һораны егет. Өнһөҙ яуапты төшөнөп, һаҡ ҡына ҡулына алды. Тау башына менергә хыялланған таштар берәү генә түгел икән. Юламан барыһының да теләген ихтирам итте: юғарылыҡтың кешеләргә генә түгел, таштарға ла килешеүе ғәжәпме ни? Бара-бара кеҫәләре, ҡосағы тулды. Бына бер мәл таштарҙың һәр береһе үҙ урынын табып тороп ҡала башланы. Иң тәүҙә тәүге ап-ағы сукайып сығып торған аҡ таш аҫтына һыйынды. Моғайын, ҡасандыр уның бер киҫәге булған. Үргә менеп еткәнсе егеттең ҡулында бер нисә генә таш тороп ҡалды. Уларҙың һуңғыһы тауҙың иң бейек нөктәһендә урынын тапты. Был хикмәт – таштарҙың теләге менән мауығып, Юламан юлдың текәлеген дә абайламай ҡалды: бөтөн булмышы менән сит ихтыярҙы үтәүгә бирелгәйне. Ә инде бурысын атҡарып бөткәндән һуң, тауҙың тас соңҡаһына менеп баҫып, тирә- яҡҡа ҡарап торҙо ла аяҡ салып ултырҙы.
Ул был мәлдә ниндәй эра, нисәнсе мең йыллыҡ, ҡайһы быуат – барыһын да онотҡайны. Ул ошо ерҙең бер өлөшө ине. Сөнки тау унда туғанын таныны. Анау имән, бынау кейәү үләне кеүек ул да тамырланды был күкрәккә. Ул да үҙ ҡеүәте, үҙ энергияһы менән уртаҡлашты.
Тауға нисә миллион йәш? Ҡырмыҫҡаға ай-йыл, күбәләккә аҙна, ә бынау ысыҡҡа, ысыҡҡа һуң нисә сәғәт? Мәңгелеккә керпек елпеп алыр ара һыйынды. Ваҡыт буталды бөтөнләй. Ҡайһылай рәхәт...
Тап шул мәлдә айҙы ниҙер күләгәләгәне, тирә-яҡҡа дәһшәт тулғанын тойған Юламан күҙҙәрен асты ла ғәжәпләнеүҙән ҡатып ҡалды. Тулған айҙың йылҡылдап торған еҙ батмусын ярым ҡаплап осоп барған болотта ҡулдарын күкрәгенә ҡаушарған килеш Тамуҡ хакимы үҙе баҫып тора. Ул, арбап, ҡол итергә теләгәндәй, Юламанға тишеп текләгән. Егет был ҡарашҡа буйһоноп, үҙе лә аңғармаҫтан, яй ғына урынынан ҡалҡа башланы. Әммә, ни ҡылғанын абайлап, бөтөн көсөн тупланы ла эргәһендәге һандыҡ дәүмәле ташты ҡосаҡланы. Ә ҡеүәтле әйҙәү уның ихтыярын шаҡарып алып килә, һөйәктәрен шыҡырлатҡансы ҡайыра. Егет үҙенең бөтөн тәнендәге ҡот осҡос ауыртыныуға сыҙаманы, буйһондо, аяғүрә тороп, аяу ялбарғандай, ҡулын һондо. Тирә-яҡта ҡолаҡ тондорғос гөрһөлдәү яңғыраны. Хакимдың сираттағы еңеү тантанаһы һәм мыҫҡыллы көлөүе ине был. Юламан уға ҡарай бушлыҡҡа аҙымланы, шул саҡ йәнә, тап теге ваҡыттағы – бала сағындағыса – йәнә ярҙам килде, һөйөүе баҫты яуызлыҡ менән уның араһына.
– Кит бынан, йәһәннәм киҫәүе, кит!
...Беренсе класта уҡыған сағы ине. Тәүге генә аҙна булғандыр. Мәктәп ихатаһынан сығып та өлгөрмәне, ҡаршыһына быҙау саҡлы бер ҡара эт һеләгәйен ағыҙып, ажғырып килеп баҫты. Күҙҙәренә ҡан һауған, осло тештәренән аяу көтөрмөн тимә. Малай хатта уның тынсыу һулышына тиклем һиҙҙе лә, ҡото осоп, ситкә тайшанды. Уның киҫкен хәрәкәтен эт янау кеүек ҡабул итте, ахыры, алға ынтылды. Малай салҡатан йығылды һәм күҙҙәрен сытырлатып йомоп, үткер тештәрҙең тәненә батҡанын көттө. Шул саҡ:
– Кит, яуыз, кит! – тигән талапсан тауыш яңғыраны. Ҡасан өлгөргәндер, эт менән малай араһында уның менән бер партала ултырған сибек кенә ҡыҙыҡай баҫып тора ине.
Аҡ алъяпҡыслы, аҡ таҫмалы ҡыҙыҡайҙың башҡа һыймаҫлыҡ ҡыйыулығы хатта эткә лә тәьҫир итте. Ул артҡа сигенде. Ҡыҙыҡай Юламанға торорға ярҙам итте, өҫ-башын ҡаҡҡыланы, ҡулына портфелен килтереп тотторҙо. Шаңҡып ҡалған Юламан һаман да бер һүҙ ҙә әйтә алмай тик торҙо. Ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡҡайны.
– Мин бит ауырыйым, шуға бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, – тине ҡыҙыҡай ҡылығына аҡланған кеүек. Малай ҡыйыулыҡ менән ауырыу араһында ниндәй бәйләнеш барлығын аңламаны. Бары тик донъяның күҙ алдында яҡтырып, нурланып киткәнен генә шәйләне. Ә ҡыҙыҡай уның һоҡланыуы мөлдөрәмә тулып түгелгән ҡарашын тәбиғи тип тапты, ахыры, Юламандың ҡулына үҙенең сумкаһын да тотторҙо ла ырғый-һикерә алға атланы.
– Әйҙә, – тине ул һаман урынында ҡатып торған малайға боролоп. – Ҡайттыҡ. Һин бит беҙҙең урамда йәшәйһең.
Иң бәхетле ун бер йыл бына шулай үтте: ҡыҙыҡай ырғый-һикерә алдан атлай йәки кире йүгереп килеп Юламанды етәкләп ала. Ә Юламан ике портфелде, ике алмаш аяҡ кейеме һалынған моҡсайҙы тотоп арттан эйәрә. Ә күңелендә шундай бәхеткә лайыҡ булғанына ҡыуаныс йәйғоро. Малайҙарҙың «кейәү менән кәләш» тип үсекләүҙәре лә уларҙың йәненә теймәне.
– Мин һиңә беренсе дәрестә үк ғашиҡ булдым, сөнки һинең пеналың бигерәк матур ине, – тип шаярта торғайны ҡыҙ был ваҡыттарҙы иҫләгән саҡта. – Ә һин минең яғыма боролоп та ҡараманың, ҡалын тире. Бәхетемә, ярай теге ялбыр эт килеп сыҡты.
Араларына ел дә үтеп инерлек түгел ине. Тик аяуһыҙ сир улар араһына ҡыҙыҡай яралғы булған саҡта уҡ кергәйне шул.
...Ҡот осҡос көсөргәнештән күпмелер ваҡытҡа һушын юйып йығылған егет бер аҙҙан иҫенә килде. Башының сатнап килеүенә сыҙай алмай, маңлайын йәнә тауҙың түшенә терәне: изге тауҙың һулҡылдаған йөрәк тибешен ишетте. Хәтәрҙән ҡурҡып олатаһының йылы ҡуйынына һыйынған бәләкәй малай шикелле тынысланды. Оҙаҡламай алһыуланып йәйге таң да атты.
– Әлегә бында барыһы ла имен, – тине Юламан Шаһиҙәне уятып. – Торатауға янаған хәтәр әле төйөнләнә генә. Бөгөн иһә ары киттек. Тау беҙгә үҙенең фатихаһын бирҙе.
* * *
Көн артынан көн, аҙна артынан аҙна үтте. Балҡантауға ла менделәр, Асылыкүлдең тулҡындарынан да ярҙам һоранылар, Ирәмәлгә лә күтәрелделәр, Шүлгән мәмерйәһенә лә ялбарҙылар. Бер ниндәй ым да, ишара ла ала алманылар. Әкиәттәгеләй тиҫтәләрсә йылға кисеп, әллә күпме тауҙар аша үтеп, былтырғы сәйәхәтселәр ҡыланғандың барыһын да ҡабатлап, ниндәйҙер маңлай күҙе менән күреп тә булмаған билдәләр буйынса ошонда килеп туҡтанылар. Уларҙың юлы килеп текәлгән тау бик үк текә лә, эргә-тирәләгеләренән ҡалҡыуыраҡ та түгел ине.
Байтаҡ көндәр ил гиҙһәләр ҙә, улар үҙҙәренең нимә эшләргә тейешлеге хаҡында Өфөлә тәүләп осрашҡан кистәгенән күберәк беләләр инеме икән? Юҡ, тиер ине Юламан, әгәр уға ошо һорау бирелә ҡалһа.
Ниңә килде улар бында? Ни өсөн? Ысынлап та, ошонда килергә тейештәр инеме? Әллә берәй ерҙә аҙаштылармы? Ғөмүмән, ысынлап та берәй ергә барырға, нимәлер эшләргә йөкмәтелгән инеме уларға, әллә был ике хыялыйҙың көпә-көндөҙ һаташып йөрөүеме? Юламандың күңелен кимергән шик ҡорто үҫкәндән-үҫте. Тәбиғи йомоҡлоғо арҡаһында, ҡысҡырып һорамаһа ла, Шаһиҙәнең күңелен дә ошондай уҡ шикле уйҙар тырнай.
Хәйер, уға еңелерәк, бөтөн яуаплылыҡты Юламанға алып барып туғарған да, берәй һөҙөмтә булһа, уңышты уртаҡлашырға әҙер, ә инде бер нәмә лә килеп сыҡмаһа, еңелеүҙе тотош уға япһарырға ғына тора.
«Берәй билдә бирегеҙ! – тип ялынды егет күңеленән. Дөрөҫ юлда булыуымды аңлатып ишара күндерегеҙ. Исмаһам, бағышланған булыуымды ғына булһа ла аңғартығыҙ». Егет үлемесле гонаһтарҙың береһе – күңел төшөнкөлөгөнә һәм өмөтһөҙлөккә батыуҙың сигенә еткәйне. Тау-таш араһында йөрөп ни тиклем генә арыған булһа ла, улар бында эңер ҡуйыра башлағас ҡына килеп палатка ҡорғайны, йоҡлап китә алманы. Йоҡо тоғон алып тышҡа сыҡты. Шуны аҫтына түшәп ятты ла йондоҙло күккә текләне. Донъя ғәҙәттәгесә серле һәм тылсым тулы. Тик Юламанға ғына ул серҙәрҙең береһен асырға кәрәклеге хаҡында ишара юҡ. Ғәмәлгә сәбәбе табылыр, ти торғандар. Һис кенә сәбәбе табылмай ыҙалата. Әллә ғәмәл тигәндәре юҡмы?
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
(Аҙағы бар).