Күктә сағыу ҡояш йылмая. Тирә-йүн һутлы йәшеллек менән ҡапланған. Миңә күҙ һал, һоҡлан, тигәндәй, сәскәләр ҙә татлы елгә бәүелеп-бәүелеп һала. Эйе, йәйҙең иң матур мәле. Ошо хозурлыҡҡа таң ҡалып, эргә-тирәлә ҡоштар ҙа туҡтауһыҙ һайраша. Тик кешеләрҙең генә иғтибары ситтә. Улар бөгөн тирә-яҡҡа ҡыуаныслы йөҙ менән баҡмай. Татлы елгә бәүелгән сәскәләрҙе лә күрмәйҙәр. Бына бер аҙна инде йәнде өшөткөс хәбәр ауылды иңләп-буйлай: "Ниместәр һуғыш асҡан! Сикте баҫып ингәндәр! Бомба яуҙыралар, әле ҡаты алыш бара..." Насар хәбәр килеп ишетелгәндең иртәгәһенә үк ауыл ирҙәрен фронтҡа алыу башланды. Партия саҡырыуы, тип, иң элек коммунистарҙы, комсомолдарҙы йыйҙылар. Ылауҙар теҙелгән, бына-бына район үҙәгенә юлға сығырға тейештәр. Кемдең генә үҙ ғәзизен ғәрәсәт эсенә ебәргеһе килһен? Әлепбикә ире Мөхәмәҙиәнең ҡулынан тотоп алды.
– Атаһы...
Йәш ярымлыҡ ҡыҙы Бибинурҙы күтәргән Мөхәмәҙиә ныҡ булырға тырыша. Уға ысынлап та ныҡ булырға кәрәк, сөнки эргәһендә ун бер йәшлек Әхмәҙиә улы, яулыҡ сите менән ауыҙын ҡаплаған әсәһе баҫып тора. Ситтәрәк – ике ҡустыһы.
– Бисәкәй, һин яңғыҙ түгел. Әхмәҙиә улыбыҙ терәк. Ҡустыларыма ла әйтелгән, – тине ул үҙенсә йыуатып.
Мөхәмәҙиәнең ҡустыларына повестка юҡ әлегә, шулай ҙа өлкән ҡустыһы Ғиниәтулланы иҫкәрткәндәр, бөгөнлө-иртәле һуғышҡа алыныр, шәйт... Ярай, кинйәләре Абдрафиҡ ҡала бит әле, әсәһен ҡарар, ағаһының ғаиләһенә лә күҙ-ҡолаҡ булыр. Шулай әйтелгән-һөйләшелгән, был яҡтан күңел тыныс һымаҡ. Тик оҙаҡҡа һуҙылып китмәҫме икән был ҡәһәрле һуғышы? "Ярты йылдан Советтар илендә уларҙың эҙе-еҫе ҡалмаясаҡ", тигән булды сығыш яһаған хәрби комиссариат кешеһе. Белмәй һүҙ ҡатмаҫ, ярты йылдан, иң күп тигәндә бер йылдан, Мөхәмәҙиә лә ғаиләһенә ҡайтып төшөр. Тик борсолмай ҙа булмай шул, Әлепбикәһе өсөнсө балаға етешкән. Бына-бына сабыйҙары донъяға киләсәк. Шул бәләкәсте күрмәй китеүе бигерәк үкенесле. – Бисәкәй, малай тыуһа, Иштуған, тип ҡушырһың, ҡыҙ тыуһа, Ишбикә, тип. Миңә иш булырҙар...
– Ҡайт, берүк, иҫән-һау әйләнеп ҡайт, – тип ҡабатлай ҡатыны.
Әхмәҙиәнең күҙе йәшләнгәнен күргән ата улын ныҡ итеп ҡосто.
– Улым, хәҙер туғандарың өсөн һин яуаплы. Мин ҡайтҡансы, бирешмә. Ныҡ бул, – ти улына Мөхәмәҙиә. – Ир һүҙе, тиген, йә!
Әхмәҙиә йәшен йота-йота баш ҡаҡты.
– Ир һүҙе...
– Ә ҡыҙым атаһы ҡайтҡансы, ҙурайып торор.
Атаһының көслө ҡулдарында бәүелгән ҡыҙыҡай иркәләнеп көлдө. Мөхәмәҙиә әсәһе Ғәйниямалға боролдо.
– Әсәй, көймә, һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ. Күп тигәндә, бер ярты йылдан...
– Ағай, әйҙә. Ылауҙар ҡуҙғалды бит, – тине оҙата барыусы ҡустылары.
– Ғиниәтулла, Абдрафиҡ, һеҙ бында ҡала торған кешеләр, ауылға терәк булығыҙ, – тине хушлашҡанда өлкән ағай ҡустыларына алмаш-тилмәш ҡарап. Әсә доғаһын уҡыны.
– Беҙ ҙә һинең арттан ҡуҙғалырбыҙ кеүек ул, ағай, – тип тамағын ҡырҙы Ғиниәтулла.
Ысынлап та, ҡырҡ беренсе йылдың сентябрь аҙағында ҡустыһы Ғиниәтулланы ла фронтҡа алдылар.
– Ағайымды тап итһәм, ҡалай шәп булыр ине. Кинйә улың Иштуғандан сәләм алып килдем, тиер инем, – тигән булды шуҡ Ғиниәтулла.
Эйе, сентябрҙә Мөхәмәҙиәнең икенсе улы донъяға ауаз һалды шул.
Ата кешенең: "Ниместе ҡыйратабыҙ, оҙаҡламаҫбыҙ, ҡайтырбыҙ", – тигән һүҙҙәрен хәтерләргә генә ҡалды. Дошман илде һаман баҫып ала килә, беҙҙекеләр иһә әлегә сигенәләр ҙә, сигенәләр... Силсәүит эргәһендәге бағанала элеүле торған ҡара тәрилкә генә һаман дошмандың тиҙҙән ҡыйратыласағын, беҙҙекеләрҙең ныҡ тороуын тәҡрарлай. Кешеләр инде һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылырын белә. Шулай ҙа Левитан тауышын доға шикелле ҡабул итәләр, ниндәйҙер тыныслыҡ алалар ине. Өмөт йәшәтә бит кешене. Мөхәмәҙиәнән хаттар килеүҙән туҡтаны. Башҡа ғаиләләрҙә лә ут йотҡандар етерлек, оҙаҡ көттөрмәй ҡара хәбәрҙәр килә башланы. Был ауырлыҡтар, афәт тураһында өсөнсө йәше менән барған Бибинур бер нәмә лә аңламай. Әсәһенең имсәген ҡабып, Иштуған да ғәмһеҙ генә йоҡлай. Әсә булғанда бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Әсәй уға тотош донъя, тотош йыһан. Сабый имсәктән ауыҙын ала ла, көлә. Был саҡта етди ҡарашлы әсәһе лә һаран ғына йылмая. Ирҙәр фронтҡа алынып бөттө, тиергә була, уларҙы үҫмерҙәр алмаштырҙы. Әхмәҙиә шулар иҫәбендә. Әлепбикә апайға ла эшкә сығырға ҡушылды. Бәләкәстәр өйҙә тороп ҡала, уларҙы Ғәйниямал әбей килеп ҡараштырып китә. Бала күңеле – далала, тиһәләр ҙә, бәләкәстәр күңеле – һәр саҡ әсәлә шул. Ҡәҙерлеләре эштән ҡайтып инһә, тормош йәнләнә: Әхмәҙиә кесе туғандары менән шаярып алырға ла ваҡыт таба, әсәй мейес төтәтә, нимәлер бешерә. Әлепбикә көнө-төнө фермала булғас, бәләкәй Иштуғаны әсәһенең һирәк ҡайтыуына күнде шикелле. Илай-илай ҙа йоҡлап китә. Уны әүрәтеү өс йәшлек Бибинур иңенә төштө.
Тәүге ҡар яуҙы. Ике аҙнанан тирә-йүнгә ныҡлап ҡырпаҡ ҡар ятты. Ҡышҡа инеү менән өйҙә ашар нәмә лә ҡалманы тиерлек. "Бөтәһе лә фронт өсөн!" – был саҡырыу халыҡтың билен биштән быуырға мәжбүр итте. Ауыр һалымдар түләү, түләй алмағандарҙы язаға тарттырыу башланды... Артабан – наҡыҫлыҡ, аслыҡ, яланғаслыҡ. Ҡыш ҡыш инде, асыҡһалар ҙа, бергә булғас, тамаҡ туйырлыҡ тәғәм табыла. Һиҙҙермәй генә яҙ етте.
Асығып илап ятҡан Иштуғаны күҙ алдына килһә, Әлепбикә нишләргә белмәй китә. Колхозда тәртип ҡаты, әсә кеше көнө-төнө ҡырҙа, эш-өй араһы тип өҙгөләнә. Балам ауырып тора, бөгөн һыйырҙарҙы нисек тә иртәрәк һауып бөтөп, тиҙерәк ҡайтып, баланы имеҙергә кәрәк, тип уйланы ҡатын. Унан кире фермаға йүгерер. Эш кәмемәне. Мал һуғарыр мәл етте. Әлипбикә хәҙер колхоз башмаҡтарын йылғаға алып китте. Боҙҙоң йоҡарған сағы, һыу инде өҫкә ҡалҡҡан, бөгөн мәке уйып ыҙаламаҫ. Башмаҡтар кемуҙарҙан һыу һемерә, уларға ҡарап торған ҡатын ҡолонсағын күҙ алдына килтерҙе. Иштуған балаҡайы өйҙә тилмереп көтә, әсәнең имсәгенә һөт тирткән. Баланың сеңләп илағаны ҡолағына ишетелгәндәй булды, хатта һиҫкәнеп китте. "Сабыр ит, балаҡайым! Бибинур апайың эргәңдә бит. Өләсәйең дә килеп етер, мейес яға торор, туңырға ирек бирмәҫ..." Кинәт уйы ошо урында өҙөлдө. Уйнаҡлап йөрөгән бер башмаҡ, боҙо ишелеп, йылғаға төштө лә китте. Әлепбикәнең йөрәге өҙөлдөмө ни! Аһ, тигән бер генә ауаз сыҡты ауыҙынан. Башмаҡҡа бер-бер хәл булһа, уның үҙен төрмәгә алып барып тығасаҡтар! Нисек тә ҡотҡарырға кәрәк малҡайҙы. Ҡатын үҙен-үҙе белештермәйенсә, һыуға һикерҙе. Тегеләй итте, былай итте, үҙе әллә нисә тапҡыр һыуға сумып сәсәне, барыбер теге башмаҡты ярға этеп сығара алды. Әммә үҙенең тамсы ла хәле ҡалмағайны инде. Ниндәйҙер төмзөккә барып йәбешә алды. Ярҙам һорап, асырғанып ҡысҡырып та ҡараны, тик кем генә ишетһен, был тирәлә әҙәм заты юҡ ине...
Әлепбикәне сабыйына ҡайтып киткән, тип уйлаған ҡарауылсы башмаҡтарҙы бикләне лә, ары ферма буйлап китте.
Ҡараңғы төштө. Һаман әсәһе ҡайтмағас, Бибинур өләсәләренә йүгерҙе.
– Өләсәй, бәпәй илай!
Килененең ҡайтмағанын белгән Ғәйниямал әбей ултыра төштө, шунан иҫенә килеп, бригадир Шәрифулла ҡартты эҙләп йүгерҙе.
– Ҡайҙа килен? Бәпәйе астан үлә бит! Нишләп һаман юҡ?
– Нисек юҡ?
– Юҡ, тием бит! Бәпәйе зар илап ята!
Шәрифулла ҡарт башындағы кәпәсен сисеп, битен һыпырҙы.
– Тигенгә түгел, Йә Хоҙа.
Бригадир бер нисә ҡатынды алып ферма яғына ашыҡты. Унда берәүҙе лә тапманылар. Абдрафиҡ еңгәһен туҡтамай эҙләне, ниһайәт, уның ҡатҡан кәүҙәһен таңға табан йылғанан һөйрәп сығарҙы.
– Йәне бар!
Өйгә күтәреп алып ҡайтты.
Урындыҡта ятҡан әсәһе эргәһенә Иштуған имгәкләп килде, түшенә үрелде, Әлепбикә шул саҡ иҫенә килеп күҙҙәрен асты, бите буйлап йәше тәгәрләне, тик ҡулын күтәрерлек тә хәле юҡ ине. Ошо ятыуҙан тора алманы әсә. Әсәләренең уларҙы ҡалдырып киткәнен ярты йәшлек Иштуған түгел, өс йәшлек Бибинур ҙа аңламаны. Башта Бибинур әсәһен һағынып, телдән төшөрмәй һөйләне, көттө, шунан һирәгерәк иҫкә төшөрә башланы. Әсә тураһында өләсәһе лә лә, ағаһы ла һөйләмәҫкә тырышты. Әсәй әкренләп кенә онотоласаҡ, бөтөнләй иҫтән сығасаҡ.
Сәләмәтлеге булған ирҙәрҙе берәм-берәм фронтҡа алып бөттөләр. Алдынғы механизатор Абдрафиҡҡа бронь бирелгән булһа ла, фронтҡа китергә теләк белдерҙе. Китте.
Ғәйниямал әбей өлкән улының өйөнә күсенде. Быға айырыуса Әхмәҙиә ҡыуанды, сөнки уның өләсәһе торған өйгә барғыһы килмәй ине. Әхмәҙиә – төп йортта берҙән-бер ир заты, төп нигеҙҙе һаҡларға тейеш, ул атаһы әйткән һүҙгә тоғро булырға тырышты.
* * *
Колхозда аттар ҡалманы, тиерлек. Иң шәптәрен һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Хәҙер ферма тирәһендә ҡарт аттар, хәлһеҙҙәре генә ҡалды. Уларға эш артты, көс еткеһеҙ эш йөкмәтелде. Ыҙалайҙар, ауырыйҙар, ҡолап яталар, тора алмайҙар. Бибинур аттарҙы сикһеҙ ҡыҙғана. Уларҙың яфа сиккәнен бәләкәстәр ҙә аңлай. Аттарға бәйле булыуынын тағы ла бер сәбәбе бар. Өләсәһен "мал духтыры" тип йөрөтәләр. Ул зыянлаған, имгәнгән аттарҙы баға, һауыҡтыра, фронтҡа ебәрергә әҙерләй. Ауыр эштән эшлектән сыҡҡан аттарҙы аяҡҡа баҫтырыу серен бары өләсәй генә белә. Күрше ауылдарҙан да уға сирле аттарҙы алып киләләр. Йөрөй алмағандарын үҙе барып ҡарай. Һауыҡтырғансы шунда була. Дүрт йәшлек Бибинур инде күп нәмәне аңлай, ундай саҡта Иштуған ҡустыһы өсөн апай ғына түгел, әсәй ҙә. Хәйер, улар көнө-төнө бергә, ҡайҙа барһа ла, етәкләп йөрөтә. Берәй ерен ауырттырып илаһа, йыуата, алдаштыра белә. Бигерәк ҡулсыр шул ҡустыһы, апаһы тыйғанды аңламай. Әхмәҙиәне тыңлай ул, тик ағай бит гел эштә.
Бары асыҡҡан саҡта ғына ҡыйын... Йылдың-йылы тормош ауырлаша ғына барҙы. Әсәһенән биш айҙа тороп ҡалған Иштуғанға хәҙер ике йәш тулды. Теле иртә асылды уның. Балалар атайҙы ла, әсәйҙе лә алмаштырған Ғәйниямал әбейҙән ҡалмаҫҡа тырышалар. Аттар янында уларға ла күңелле. Өләсәй йылҡы малын кеше шикелле күрә, улар менән һөйләшә, шелтәләй, кәңәш бирә.
Ғәйниямал әбей иртәнсәк ҡараңғылы-яҡтылы мәлдә тәһәрәткә торҙо. Тирә-йүндә тынлыҡ, әле ауыл йоҡлай. Ҡапыл эргәлә генә бер ат кешнәгәнгә Ғәйниямал әбей ныҡ итеп тертләне, ялп итеп шул яҡҡа боролдо һәм үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, ҡатып ҡалды. Иҫенә килгәс:
– Урлик! – тип бер үк ваҡытта аптырап та, шатланып та ҡысҡырып ебәрҙе.
Улы Абдрахман йөрөткән Орликты ла яңы ғына фронтҡа тип алып киткәйнеләр ҙә баһа! Йөрәге һыҙлай-һыҙлай оҙатҡайны уны Ғәйниямал әбей, сөнки был атты балаһының ҡәҙерле бер йәдкәре һымаҡ күрә ине. Тыуған еренә нисек ҡайтып етә алды икән аҙаплы малҡай?
– Әхмәҙиә улым, тор йәһәтерәк! Бар, Шәрифулла олатайыңды алып килә һал! Урлик ҡайтҡан бит! Был һүҙҙе ишетеү менән Әхмәҙиәнең тамам йоҡоһо осто, һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул арала Бибинур ҙа уянды. "Урлик" тигән һүҙ уны ла йоҡонан айнытты.
– Урлик ҡайтҡан! Ура! – Балалар ҙа кемуҙарҙан сыулашты.
– Бында ҡайтып ингәнен юлда берәүгә лә һөйләмә. Олатаңа ғына әйт, – тип Ғәйниямал әбей улын ҡат-ҡат иҫкәртте.
Бер аҙҙан ах та ух итеп, Шәрифулла ҡарт килеп етте. Иштуғанды әүрәтеп, уйын уйнатып маташҡан Бибинур бер ыңғайҙан ололар һөйләшкәнгә лә ҡолаҡ һалды. Бына бригадир олатай атты әйләнеп ҡарап сыҡты, баш сайҡаны. Өләсәһе янына килеп: – Ауыҙлығын өҙөп ҡасҡан, – тине. – Поезға тейәй алмағандар...
– Күрҙем үҙем дә. Өҙгән. Тик хәҙер нимә эшләргә? Ни хәл итергә?
– Нисә йөҙ саҡрым юл үтеп, тыуған еренә ҡайтып еткән толпарҙы нимә эшләтәбеҙ, тип... – ҡарт тамаҡ ҡырҙы. Тауышын баҫыбыраҡ дауам итте. – Аңғараһың үҙең дә...
– Аңлайым. Тик нисек?... – Өләсәйҙең тауышы шөбһәле.
– Ҡара әле, еңгәй. Әйҙә, үҙебеҙсә әмәлләйек уны. Килеп тикшереүселәр була ҡалһа, Урлик имгәнгән. Үҙең беләһең, сирле ат кемгә кәрәк?
– Беҙҙең баш иҫән ҡалырмы? – Өләсәй маңлайын һыпырҙы.
Был һүҙҙе ишеткән Бибинурҙың да кинәт йөрәге даҫлап типте.
– Өләсәй, – тип өндәшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Иштуғанды ҡара, балам, – тине ҡәтғи тауыш менән өләсәй.
Ололар ситкәрәк китте, артабан ниндәй һөйләшеү булғандыр, быларын ҡыҙыҡай ишетмәне.
Бригадир йәһәт кенә Орликты әүеҫлеккә индереп бикләне. Өләсәһе аттың бер аяғын сепрәк менән ураны, арҡаһына ла нимәлер һөрттө, аттың тиреһе тимгел-тимгел үҙгәрҙе. "Ул ысынлап та сирле атҡа оҡшап китте", тип уйланы ҡыҙыҡай.
Орликты юллап, кире алып китәм, тип, даулашыусылар булдымы-юҡмы, быныһын Бибинур белмәй. Иллә-мәгәр Дим станцияһынан әйләнеп ҡайта алған атты Шәрифулла ҡарт ҡына екте. Әхмәҙиәне лә кәрәк саҡта үҙенә күсер итеп алды. Ҡыҙыҡай быға сикһеҙ шат ине.
* * *
Әсәһенең бер туған апаһы Рәүә инәй Бибинурҙарҙың өйөнә һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла, инеп сыға. Икмәк йә ҡорот киҫәге ҡалдырып китһә, өйҙә ысын байрам була. Балалар Рәүә инәһенә бик бара ла алмайҙар, сөнки уның бабайы уҫал. Ирдәүләт ҡарт уларҙың килгәнен яратмай, күреү менән йөҙө ҡарая.
Шулай ҙа аслыҡ был юлы үҙенекен итте. Бибинур ҡустыһын етәкләне лә, инәйҙәре торған яҡҡа атланы. Ҡапҡанан инеүҙәре булды, ишек алдында эш менән булышып йөрөгән Ирдәүләт ҡарт әбейен әрләй башланы:
– Былай ҙа урам тулы хәйерсе! Һин уларҙы саҡырып килтерәһең!
– Хәҙер ҡайталар, ҡарт, хәҙер. Өләсәләрен Ишейгә алып киткәндәр, бер ат ҡазаланған...
Рәүә инәй йәтимдәрҙе ишек алдынан йәһәтләп сығарып ебәрҙе, урамда берәр йомортҡа тотторҙо.
– Ҡайтҡас, бешереп ашарһығыҙ. Ипләп тотоғоҙ, ватып ҡуймағыҙ.
Бер аҙ бара биргәс, Иштуған йомортҡаны тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡараны, бармағы менән төрттө.
– Апай, ул ташмы?
– Түгел! Тауыҡ күкәйе! Өләсәй бешереп ашата.
– Ҡаты бит. Ҡалайтып бешерә?
– Бир үҙемә, әтеү, һин аңра, һытып ҡуйырһың...
Өләсәләренең ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп алдылар. Иштуған йомортҡаны ашағанда, ләззәтләнеп күҙҙәрен йомдо.
– Иң тәмле күкәй! Их! – Шунан Иштуған күҙҙәрен сел-селт йомоп, апаһына ҡарап алды. – Тағы кәрәк...
– Тауығыбыҙ юҡ! – Рәүә инәйҙәргә китеп бармаһын тип ҡурҡҡан Бибинур ҡустыһына ҡаты ғына өндәште.
– Тауыҡ уны ҡайҙан ала?
– Алмай, һала.
– Ҡалайтып һала?
"Ҡалайтып һала?" Быны Бибинур үҙе лә белмәй. Ауыҙын бәлшәйтеп, иңбашын һикертте, шул саҡ башына шәп фекер ҙә килде.
– Өләсәйемдең түшелдереге бар бит. Унан икмәк, ҡорот сығарып бирәме? – ул һуҡ бармағының осон күрһәтте, был ризыҡтың ҡайһы ҙурлыҡ икәнен аңлата ине.
– Бирә.
– Бында шулай. Тауыҡтың түшендә күкәй ята. Шуны сығарып бирә.
Уларға хәҙер күңелле, тауыҡ булып уйнайҙар, ҡанат ҡағыналар, түштәренән күкәй генә түгел, икмәк тә "сығаралар". Эйе, тамаҡ туҡ булһа, күңелле шул, гел көлгө, гел уйнағы ла килә.
* * *
Ауылда тағы ла бер хәбәр таралды: "Динислам ағай һуғыштан сатан булып ҡайтҡан". Ҡыҙҙары Сәғирә менән Мәүлиҙә бөтөн кешегә "Атайым ҡайтты!" тип һөйөнсөләйҙәр. Бибинур Динислам тигән кешене хәтерләмәй. Ниндәй була икән ул "атай" тигәндәре? "Бына шулай була", тигән һымаҡ, аталарын етәкләгән Сәғирә менән Мәүлиҙә урам буйлап китеп баралар, боролоп-боролоп тирә-яҡҡа ҡарап алалар, йәнәһе, бүтәндәр уларҙы күрәме-юҡмы. Күрәләр, әлбиттә. Бәләкәй Иштуған әлегә бер нәмә лә аңламай. Ул ят кейемле ҙур ағайға аңшайып ҡарап торҙо, шунан апаһына боролдо, бармаҡ менән күрһәтеп:
– Кем ул? – тип һораны.
– Ул атай. Мәүлиҙәнең атаһы. Сәғирәнең атаһы.
– Атай, – Иштуғандың ауыҙы йырылды. Бына ниндәй кеше ул Атай! Кейеме лә икенсе. Ауылда ундай кейем берәүҙә лә юҡ.
Икенсе көндө мыжырға тотондо.
– Атайҙы күрәйек!..
Бибинурҙың да "атай"ҙы яҡынданыраҡ күргеһе килә. Ул бит үҙенең атаһын хәтерләмәй. Бәлки, атаһы Динислам ағайға оҡшағандыр? Ике бала етәкләшеп, һалдат ҡайтҡан өйгә киттеләр. Динислам ағай тышта һәнәк һаплап ултыра ине. Уны күреү менән Иштуған ҡысҡырып ебәрҙе.
– Атай!
Динислам ағай башта аптырап китте, шунан был бәләкәстең атайҙы бер ҡасан да күргәне булмауын аңлап, йылмайҙы.
– Әйҙә, улым! Көрәшә беләһеңме? Яҡшы! Мылтығың бармы? Әхмәҙиә ағайыңа әйт, ағастан эшләп бирһен!
Иштуған "Атай"ҙан ҡыуанып ҡайтты. Өйгә инеү менән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Өләсәй, атай! Атай унда!
Әбей тертләне.
– Ҡайҙа? Нимә һөйләй был бала? – тип албырғап китте.
– Динислам ағайҙы "атай" ти ҙә ҡуя, – тине Бибинур ғәйепле тауыш менән.
– Эй-й-й... Сабый атайҙың кем икәнен белмәй шул. Нисек аңлатырға инде... – тип көйәләнде Ғәйниямал әбей, шунан һандыҡтан улдарының кәртешкәләрен сығарҙы. Мөхәмәҙиәнең хәрби кейемдә фотоһы юҡ шул, бында күлдәксән генә төшкәне бар. Ғиниәтулла – һалдат кейемендә. Иштуған иң тәүҙә Ғиниәтулланың кәртешкәһенә үрелде.
– Атай! – Шунан атаһының һүрәтенә ҡараны. – Был да атаймы?
Хәрби кейемле кешеләрҙе "атай" тип йөрөтәләр, тип уйланы Иштуған. Улай түгеллеген сабыйға төшөндөрә алманылар.
* * *
Һуғышҡа ғаиләнән иң аҙаҡҡы булып киткән Абдрахман ағаларының үлем хәбәре килде. Өләсәйҙең күҙенән йәш кипмәй. Уға ҡыйын булғас, балаларға нисек күңелле булһын инде? Өйҙә шомло тынлыҡ. Хәйер, Ғәйниямал әбейҙең ҡайғырырға ла ваҡыты юҡ, ат бағырға тип, йәнә күрше ауылға саҡырҙылар. Кискә ҡайтып етермен, тиһә лә, күренмәне. Сабыйҙар өйҙә лә ашарға нәмә тапманылар, түҙер әмәл ҡалманы.
– Рәүә инәй... – тип мыжыны Иштуған.
– Әйҙә!
Ҡарттан ныҡ ҡурҡһа ла, Бибинур ризалашты. Етәкләшеп сығып киттеләр, тегеләрҙең ишек алдына инделәр ҙә, ҡатып ҡалдылар. Сөнки ҡаршыларына Ирдәүләт ҡарт үҙе килде лә сыҡты.
– Бөтмәҫ был етем-еһерҙәр! Үҙебеҙ хәҙер астан үләйекме!– тип екерҙе өй тупһаһында күренгән әбейенә.
– Ҡарт, улай тимә инде...
– Нимә, улай тимә! – ҡарт ҡулындағы сыбыртҡыһы менән әбейенә һелтәне. Быны күргән балалар урам яғына "жыйт" итеп кенә ҡалдылар. Өйгә ҡайтҡансы Иштуған иланы, тик Бибинур уны нисек йыуатырға ла белмәне.
Бәхеткә күрә, Әхмәҙиә ағалары ҡайтып инде.
– Йә, шунан, нимә эшләйһегеҙ? Өйҙә генә булдығыҙмы? Уйнанығыҙмы? Тағы хәйерселәп сығып китмәнегеҙме? Ҡарағыҙ уны! Өләсәй кәрәгегеҙҙе бирер.
Туғандар "юҡ", тип баш сайҡаны. Эйе, уларға ҡай саҡ ауыл урамын ҡыҙырырға тура килә. Кемдер ҡыҙғанып, берәй сөхәри, картуф ҡабығы биреп тә сығара. "Кемгә кәрәк был йәтимдәр?" тип һөйләнгәндәре лә бар. Ләкин уларға барыбер. Бөгөн нимәлер йоттоң, һин бәхетле.
Әхмәҙиә кеҫәһенән бер ус һоло сығарҙы.
– Бына күрҙегеҙме? Тик берәүгә лә күрһәтмәгеҙ, йәме! Хәҙер ҡурып бирәм.
Балалар сыр-сыу килеп һоло бөртөктәренә йәбеште.
– Беҙ бай! – тине Бибинур.
– Бай,– тип ҡабатланы ҡустыһы был һүҙҙең мәғәнәһен аңламаһа ла.
Иртәгәһен йоҡонан уянғанда бәләкәс Иштуған өйҙә юҡ ине. Бибинур йоҡоло күҙҙәрен ышҡый-ышҡый тышҡа сыҡты. Иштуған ҡаршы яҡта йөрөй, эргәһендә бер нисә бала күренә.
– Нишләп сығып киттең? – тип шелтәләне Бибинур. Иштуғандың усында бер нисә бөртөк һолоно күргәс, "Ағайым бит күрһәтмәҫкә ҡушты", тип йоҙроҡ күрһәтте.
Ул ағаһының ни өсөн күрһәтмәҫкә ҡушҡанын аңламай, әлбиттә. Ярамай икән, ярамай! Бәләкәс Иштуған ауыҙына ҡапҡан һолоноң һорауһыҙ алынғанын да, ә бының енәйәт һаналғанын да ҡайҙан ғына аңлаһын, ти инде?
Ике көндән Бибинурҙарҙың өйөнә оҙон-оҙон бер нисә ағай килеп инделәр ҙә, шарт та, шорт өйҙә нимә бар, бөтәһен дә алып сығып киттеләр. Берҙән-бер тороп ҡалған нәмә кәзә тиреһе ине. Уға теймәнеләр, сөнки ҡоттары осоп, мөйөштә боҫҡан Бибинур менән Иштуған шул тирене ябынып, бөршәйеп кенә ултырҙылар. Әхмәҙиәне Түбә төрмәһенә алып киттеләр. Был хәлде ишетеп, Ишейҙән туған тейешле Фәйрүзә исемле апай килеп етте. Ул йәһәтләп ауыл халҡынан ҡултамға йыйырға тотондо: "Әхмәҙиәнең атаһы ла, ағалары ла фронтта. Үҙе ике йәтимде ҡарай". Бибинур шул саҡта яҡшы кешеләрҙең күберәк икәненә ышанды. Фәйрүзә апай бер нисә көндән Түбә төрмәһенән ағаһын алып ҡайтты. Был саҡта инде Бибинур менән Иштуғанды Темәс балалар йортона алып китергә тип килгәндәр ине. Әхмәҙиә туғандарын ҡосаҡлап алды:
– Бирмәйем! – тине ҡаты, уҫал тауыш менән.
– Унда туғандарыңдың ашарына, кейеренә була...
– Атайым ҡайтып төшһә, нимә тип әйтәм? Мин уға һүҙ биреп ҡалдым!
– Ниндәй һүҙ?
Әхмәҙиә тура ҡарап баҫты:
– Ир һүҙе!
Был тәүәккәл тауыштан етемдәрҙе алырға килгән апайҙар ҙа юғалып ҡалды. Тартҡылашманылар ҙа, өгөтләмәнеләр ҙә. Хәйер, бәләкәстәрҙең күҙҙәренә ҡарап та нимә теләгәндәрен аңлағандарҙыр. Туғанлыҡ – көслө тойғо...
Әхмәҙиәнең ҡайтып төшөүе кескәйҙәр өсөн иң ҙур шатлыҡ булды. Ағаларын юғалтыуҙан ныҡ ҡурҡҡанғамы, уның эргәһенән китмәнеләр. Сат йәбештеләр. Уларҙың әле береһен, әле икенсеһен ҡосаҡлаған Әхмәҙиәнең күҙенән йәше килеп сыҡты. Ағаһының күҙенән йәш сыҡты... Ағайҙар ғына түгел, ниндәй ҙур аттар ҙа илай. Эйе, Бибинур быны яҡшы белә, аттар ауыр эштән йығылалар, имгәнәләр, ҡазаланалар. Улар ҙа кеше шикелле илайҙар, асырғанып кешнәп алалар. Өләсәһе шикелле уларҙы ныҡ аңлаған берәү ҙә юҡ, өләсәй улар менән һөйләшә, уларҙы йыуата. Хатта ейәндәрен дә улай йыуатмай. Ләкин аттарға өләсәй кәрәгерәк. Аттарға Бибинур ҙа кәрәк. Эйе!
Хисләнергә лә ирек юҡ шул, бер мәл ишек шар асылып китте, унда бригадирҙың башы күренде.
– Нимә, һине ял итергә ҡайтарҙылармы? Әхмәҙиә, беҙҙе эш көтә!
Бригадир менән Әхмәҙиә күҙҙән юғалыуға күп тә үтмәне, һаҡ ҡына аҙымдар менән почтальон Зәйнәп апай килеп инде. Төҫө үҙгәреп киткән Ғәйниямал әбей урындыҡҡа ултыра төштө.
– Ваҡытһыҙ йөрөйөм инде, апай... – тине Зәйнәп һүренке тауыш менән.
– Ваҡыты еткәнгә килгәнһең, беләм. Атлауыңа ҡарағанда..
– Инәй, Әхмәҙиәнең ҡайтҡанын көттөм. Был хәбәр уны алып киткән көндө килгәйне.
Ғәйниямал әбей бер нәмә лә өндәшмәне. Зәйнәп апай бер урында тапанды.
– Кем? – тине әбей һүнгән тауыш менән.
– Ғиниәтулла.
Әбейҙең яурындары дерелдәне:
– Өмөт шәмдәре һүнә бара, һүнә бара. Инде ҡалайтырға?
Өләсәһенә ҡарап торған Иштуған ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Сеү, балам, – әбей үҙен нисек тә ҡулға алды.
– Ошолайтып йөрөү минең үҙемә ныҡ ҡыйын. Ҡай берәүҙәр күҙ уғы менән атып үлтерергә әҙер. Ҡарғыш та аламдыр, тик ғәйебем юҡ бит минең, – Зәйнәп апайҙың тауышы өҙөлдө.
Өләсәһенә ни тиклем ауыр икәнен аңлаған Бибинур ҡустыһын тышҡа өҫтөрәне.
– Әйҙә, тышҡа!
-Сыҡҡыһы килмәһә, ярар, көсләмә. Ә мине аттар көтә.
Ғәйниямал әбей яй ғына атлап сығып китте. Зәйнәп апай уның артынан эйәрә бирҙе лә, тороп ҡалды.
– Өләсәй!
Бибинур менән Иштуған өләсәләре артынан саптылар. "Ауыр ҡайғы килгәндә кешене яңғыҙ ҡалдырырға ярамай". Быны өләсәһе гел ҡабатлай.
* * *
Бәхеттәре булды, был юлы Рәүә инәйҙең ишек алдыһында ҡарты күренмәне. Усаҡ эргәһендә булышып йөрөгән әбей балаларҙың арҡаһынан һөйгән булды.
– Йәтимдәрҙең өлөшө бар был донъяла. Юҡҡа сыҡмаҫһығыҙ. Мин хәҙер эшкә китәм. Усаҡ яғылған, төбөндә әлүмин битун. Уның эсендә картуф бар. Усаҡ һүрелгәс, битунды тәртешкә менән тартып сығарығыҙ. Ашыҡмағыҙ, картуфты алам тип, янып ҡуймағыҙ.
Әбей менән бабай ферма яғына юлланғас, балалар усаҡ алдына килеп ултырҙылар, тилмереп уттың янып бөткәнен көттөләр. Бына Бибинур тәртешкәгә үрелде. Битун эсендә дүрт картуф! Икеһенә икешәрҙән тура килә! Балалар шатлыҡтан һикерештеләр.
– Беҙ иң байы!
– Бай ! – тип ҡабатлай Иштуған.
Бындай бай көндәр гел генә булмай, ләкин һирәкләп булһа ла булһын! Бөгөн улар иң байы. Вәт!
* * *
Ғәйниямал әбей Бибинур менән Иштуғанды үҙе менән ҡуша йөрөтә башланы.
– Шөкөр, ҡыҙым ҡул араһына инде. Минең ярҙамсым ул.
Ысынлап та, гел тиерлек өләсәһе эргәһендә ураланған Бибинур эш рәтен аңлай ине.
– Бибинур, Иштуған, йәһәт тоҙ онтай тороғоҙ, – тине Ғәйниямал әбей.
Бибинур өләсәһенең артабан нимә эшләрен белеп тора. Улар тоҙ онтаған арала Ғәйниямал инәй һыуға көл һалып ҡайната, арҡалары әрселеп, изырап килгән аттарҙың эйәк аҫтарынан йөрөп, шул һыу менән йыуып сыға. Балалар онтаған тоҙҙо услап-услап аттарҙың яраларына һала. Өләсәһе "ата тоҙ" тип атай уны. Артабан ат яраһынан эрене ҡойолоп торасаҡ. Эрен сыҡмаһа, йәрәхәт тә төҙәлмәй. Ә инде эрен ағыуҙан туҡтаһа, өләсәй аттарҙы ҡабат көл һыуы менән һәйбәт итеп йыуып сыға. Өләсәй күрмәгәндә генә балалар тоҙҙоң ағын ғына һайлап, ауыҙҙарына ҡабалар. Асыҡҡанда ата тоҙ тәмле ул!
Ә уларға эш табылып ҡына тора.
– Йәһәтерәк туҙ әрсегеҙ! Күп кәрәк! – тип йәнә йомошлай Ғәйниямал әбей.
Өләсәйҙең ҙур ҡаҙаны бар. Ғәйниямал әбей әрселгән туҙҙы ҡаҙанға һала, уны ҡайнатып-ҡайнатып, төтөнө бөтһә, май өҫтәй. Шыйыҡ дегет яһалғас, өләсәй шуны аттарҙың арҡаларына һылап сыға ла, өҫтән сепрәк ябып ҡуя.
Бына йөк машинаһы ла килеп туҡтаны, һауыҡҡан аттарҙы тейәп алып та киттеләр.
– Күпме атты терелттем. Һуғышҡа оҙаттым. Шуның хаҡына берәр балам иҫән-һау әйләнеп ҡайтһасы, – Ғәйниямал әбей күҙ йәшен һөртөп ала. Бибинур йәлләп ҡарай, ләкин өләсәһен нисек йыуатырға белмәй.
* * *
Ауылға сиғандар килгән, тигән хәбәр ишетелде. Ысынмы-бушмы, улар балаларҙы урлай икән, тигән хәбәр ҙә йөрөй. Һәр хәлдә, абай булыу кәрәк. Әхмәҙиә, бәләкәстәрҙе ризыҡ-фәләнгә әүрәтеп алып китеп бармаһындар тип, өйөнә ашыҡты. Ул ауыл осона килеп еткәндә, бер төркөм сиған ҡатындары геүләшә ине. Береһе татарса һупалай икән, үҫмерҙе туҡтатты.
– Егет, Баймаҡ яғына юл ҡайҙа?
Әхмәҙиә ихлас итеп аңлата башланы. Уны тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән, сиған әбейе икенсе һорау бирҙе.
– Ҡырҙан ҡайтып киләһең. Беҙҙең бер ат юғалды, шуны эҙләйбеҙ. Ят ат күренмәнеме? Ә бәлки, һеҙҙекеләр араһына...
– Сит аттар юҡ беҙҙә! – Әхмәҙиә ҡәтғи баш сайҡаны.
– Ана, тегендә, ниндәй һарай?
– Йылҡыны бикләйҙәр. Ул буш. Беҙҙекеләр эштә.
– Ҡарап үтәйек әле. Беҙҙең ҡасҡалаҡ шунда түгелме икән?
Үҫмер көлөмһөрәне. Ниндәй сит ат бында йөрөһөн инде! Уны бит шундуҡ күрәсәктәр, бөтөн хужаларға билдәле буласаҡ.
Сиғандар ат һарайын иғтибар менән ҡарап сыҡтылар.
– Тишек-тошоҡ. Аттарҙы ҡыш сирләтәһегеҙ бит.
– Беҙҙекеләр ныҡ. Ҡыш тибенгә лә сығалар. Әйттем бит, беҙҙә ят мал-тыуар йөрөмәй тип!
– Рәхмәт егет, ҡана, бир ҡулыңды, мин бушлай...
– Юҡ, мин ышанмайым!
Тегеләрҙе ауылдан тиҙерәк сығарып ебәргәненә ҡыуанып, Әхмәҙиә кире эшенә сапты.
Бер көндән Орликтың юғалғаны асыҡланды. Кем хәбәр иткәндер, ҡараңғы төшөүгә райондан милиция килеп етте. Был мәлдә Әхмәҙиә өйгә инергә лә өлгөрмәгәйне. Атлы милиционер ҡаршыһына килеп баҫҡас, аптырап китте, ишеккә үрелгән ҡулы һәленеп төштө. Артҡараҡ сигенде.
– Һине ауыл тирәһендә сиғандар менән күргәндәр. Нимә эшләп йөрөнөгөҙ? – тип һораны Тофиков фамилиялы милиционер ашыҡмай ғына атынан төшөп.
– Баймаҡҡа юл һоранылар...
Тофиков һаһылдап көлдө, шунан ҡапыл йөҙө етдиләнде.
– Мин шунан киләм. Ҡаршыға бер сиған да осраманы. Уларҙың ҡайһы яҡҡа юл тотҡандарын да яҡшы беләм. Мал һарайы тирәһендә нимәгә ураландығыҙ?
Әхмәҙиәнең тамағы кипте, йөҙө ап-аҡ булды.
– Улар... Улар... Аттарын юғалтҡандар, шуны эҙләнеләр.
– Вәт, алйот, әй! Сиған ат юғалтҡан! Башың бармы һинең, юҡмы? Башын юғалтһа, юғалта, атын юғалтмай ул сиған! Шунан колхоз аттарын һораштылармы?
Һүҙ ҡата алмаған Әхмәҙиә баш ҡына сайҡаны.
– Хөкүмәт игенен урлап, саҡ башың төрмәнән ҡалды. Ә хәҙер... – Тофиковтың күҙҙәре ҡыҫылды.
– Мин түгел!
– Һин түгел. Ләкин кәрәкле мәғлүмәтте һинең аша алғандар. Юғиһә, нисек ат эҙһеҙ юҡҡа сыҡһын!
– Мин түгел... – тип ҡабатланы үҫмер.
Уғаса булмай, бригадир килеп етте.
– Иптәш, Тофиҡов, ат тышауынан ысҡыныуы ла бар. Бер нәмә лә асыҡ түгел. Һеҙгә ялған хәбәр ишетелгән...
– Ә һин яҡлашма!
– Табыла мал, ундай хәл булғаны бар...
– Ҡайҙан табаһығыҙ? Ат – сиған ҡулында, мин беләм! Бурҙар күбәйҙе. Бына был дезертир... – милиционер һуҡ бармағын Әхмәҙиәгә төбәне. Уның һуңғы һүҙе Әхмәҙиәгә йәшен атҡандай тәьҫир итте. Ул ҡапыл башын ҡалҡытты. Күҙҙәрендә ут тоҡанды. – Мин бур түгел! Сиғандар алып киткән булһа, алып ҡайтам. Ҡыуып етәм!
Ул йүгереп барҙы ла Тофиков менеп килгән аттың ауыҙлығына йәбеште.
– Туҡта, сволочь, атам!
Тофиков кабураһынан пистолетын алып, үҫмергә тоҫҡаны. Ололарҙы ишек ярығынан ғына күҙәткән Бибинур ағаһына төбәлгән пистолетты күреү менән, атылып сығып, милиционерҙың аяҡтарын барып ҡосаҡланы. – Теймә ағайыма!
Уның артынса, Иштуған да йүгереп килеп сыҡты, хәрби кейемле кешене күреү менән ауыҙы ҡолағына етте. Хәрби кейемле! Уны, етмәһә, апаһы ҡосаҡлап тора.
– Атай! – Малай ҡулдарын йә-йеп, милиционерға табан атылды, аяҡтарын барып ҡосаҡланы.
Был күренештән уҫал Тофиков та юғалып ҡалды. Ул пистолетын кобураһына кире тыҡты. Балаларҙы ситкә этте.
– Аталары һуғышта, – тине бригадир аҡланғандай.
– Өс көн һиңә срок! – Тофиков Әхмәҙиәгә ҡарап, шулай тине лә, атына менеп китеп тә барҙы.
– Нисек табырға Урликты?
Күрше ауылдан имгәнгән атты бағып ҡайтып ингән өләсәһе һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙманы.
– Йыйын, улым!
– Ҡайҙа?
– Сиғандарҙы ҡыуып етәбеҙ.
– Уларҙы нисек табырбыҙ икән? – Аптырауҙанмы, әллә өләсәһе әйткәнгә ышанмауҙанмы, Әхмәҙиәнең күҙҙәре маңлайына менде.
-Күҙең даһраймаһын, улар ҙа эҙ ҡалдыра. Урликты нисек алып ҡасырға, ҡалайтып ҡотҡарырға тип, баш ватырға кәрәк.
Ҡул арбаһына иң кәрәк нәмәләрҙе һалып, Бибинурҙы үҙҙәре менән алып, өләсәй һәм Әхмәҙиә юлға сығып киттеләр. Иштуғанды күршеләргә ҡалдырҙылар. Ҡыҙыҡай өләсәләре менән ҡуша атты эҙләүенә ҡупайҙы. Тимәк, ул ҙур, уға ышаналар. Ә өләсәй һәр үләнде, һәр ҡыуаҡты ҡарап бара. Тупраҡты, ташты күҙ уңынан ысҡындырмай. Таборҙың ҡайҙа йүнәлгәнен, ҡайҙа туҡтап торғанын, нимә эшләгәнен Әхмәҙиәгә һөйләп бара. Өләсәһенең шул тиклем күп белгәненә аптыраны ҡыҙыҡай. Бибинур ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс менән тирә-йүнгә баға. Уны кем күрә икән? Ул бит ат ҡотҡарырға китеп бара? Көнтөшмәҫ тауы уны күрә! Ана бит, бер ҙә юғалмай, Бибинурҙы ғына ҡарай шикелле ул. Ағаһы арбаға күрһәтеп, "арығанһыңдыр", тиһә лә, ултырыуҙан баш тартты. Тамам ҡараңғы төшкәс, ҡырҙа ҡунырға булдылар. Унан тағы өләсәй күрһәткән яҡҡа ыңғайланылар. Ғәйниямал әбейҙең тауышы бер аҙҙан үҙгәрҙе.
– Инде яҡынлашабыҙ. Әхмәҙиә, ошонда ҡалып тор. Башта үҙем барып әйләнәйем. Бибинурҙы ла ҡуша алам. Һин хәлеңдән килгәнсә, аттар яғын байҡаштыр. Тик яҡын килмә! Ҡырҙараҡ бул. Сиғандар атҡа көнсөл, күҙҙәренә салынып ҡуйма! Бисәһен ҡыҙғанмаҫ, ат өсөн йәнеңде алыр. Абай бул, ишетһен ҡолағың!
– Уны ғына беләм өләсәй. Һеҙҙе унда арбап ҡуймаҫтармы? Күҙҙәре үткер бит, сәнсеп алған һымаҡ була.
– Ҡалай арбарға үҙем дә беләм. Ҡыҙым, тотон итәгемә. Ныҡ йәбеш.
Ҡул арбаһын һөйрәгән әбей, уға йәбешкән ҡыҙыҡай ҡыуыштар теҙелгән урынға яҡынлаштылар. Бына ҡаршыларына өлкән генә әбей килеп сыҡты. Бибинур күргән башҡорт әбейҙәренә оҡшамаған ул. Төҫө лә, кейеме лә башҡа. Етмәһә, әллә нисек тишерҙәй итеп ҡарай. Бибинур өләсәһенә һыйынды.
– Кем булаһығыҙ? Аҙаштығыҙмы?
– Күп йөрөгән күп тел белә, тиҙәр. Хаҡтыр, мишәрсә һупалайһығыҙ, – тине Ғәйниямал әбей.
– Мин был яҡта йәшәп киткән кеше. Күп йылдар үткәс, тағы килеп әйләндем, – сиған әбейе ҡыуыштарға күрһәтте. – Табор менән. Беҙҙең табор көнбайышҡа юл алды. Унда элек йәшәгән ерҙәребеҙ азат ителгән. Һин дә минең самалыһың, күпте күргән әбейһең. Юлығыҙ оҙон булһа, үҙебеҙ менән алып китә алабыҙ.
Сиған ҡарсығы үҙенә текләгән һымаҡ тойолғас, Бибинур йәһәтләп өләсәһенең итәгенә уралды.
– Баймаҡҡа ғына беҙҙең юл. Баламдың атаһы фронттан ҡайтып килә.
– Ауылда көтөргә кәрәк!
– Күп көттөм! Үҙем ҡаршы алам.
– Беҙҙән, сиғандарҙан, ҡурҡмайһыңмы?
– Һеҙ ҙә әҙәм балалары, беҙ ҙә. Әҙерәк хәл алабыҙ ҙа, ары китәбеҙ.
Өләсәһенә һыйынып ултырған ҡыҙ әкренләп кенә ойоно һәм ҡул арбаһында уянып китте.
– Өләсәй, беҙ ҡайҙа?
– Кире ағайың янына. Беҙҙе көтә-көтә көтөк булғандыр.
– Өләсәй, аттары тирәһенән үттем. Урлик юҡ шул, – тине уларҙы ҡаршы алған Әхмәҙиә төшөнкө генә.
– Шунда, балам, – тине өләсәһе ышаныслы тауыш менән.
Әхмәҙиә уфтанды, яуап урынына баш сайҡаны.
– Ниңә, бер ат та һиңә бышҡырманымы ни? – тип һораны Ғәйниямал әбей.
– Ниңә бышҡыра инде...
– Бер ҡара ат бышҡырҙымы, тием?
– Һиҫкәндеме, бышҡырҙымы, әллә... Шунан мин йәһәтләп боҫа һалдым, тегеләр һиҙеп ҡалмаһын тип.
– Тап шул ҡара тигәнең Урлик инде. Ҡараға буяп та ҡуйғандар, нишаналар.
– Шулмы! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Әхмәҙиә. – Һуң, уның бит ҡойроғо...
– Ҡырҡҡандар.
– Ҡайҙан беләһең?
– Шул тирәнән үҙем үтеп киттем. Байҡап барҙым. Сиған аттары ике аяҡҡа тышаулы, ә бының өс аяғы бәйҙә. Бөгөн сиғандарҙың туйы бара. Ә улар ғәләмәт байрам итергә ярата. Бөтөн ир-ат шунда ҡайнаясаҡ. Урликты бөгөн генә алып ҡасып була. Тик һаҡ бул, Әхмәҙиә. Улар уяу, сос. Ат тип, йәндәрен бирә торған халыҡ.
– Ә беҙ, өләсәй? – тип һораны Бибинур.
– Беҙ ҡайтыу яғына ыңғайлайбыҙ. Ағайың Урликка менһә, беҙҙән дә иртәрәк ҡайтып төшөр. Үҙе беҙҙе ҡаршы алып торор.
Ғәйниямал әбей менән Бибинур ҡайтыуға юл алдылар.
Күпме көтһәләр ҙә, Әхмәҙиә күренмәне. Шул рәүешле, ике көн үтеп китте. Нимә булды, нишләп тотҡарланды ағаһы? Бибинур ауыл осонан күҙен алманы.
Ә бөгөн ҡыҙыҡай аттар бағып йөрөгән өләсәһенең һығылып-һығылып илағанын күрҙе. Зәйнәп апай ғына эргәһендә ине, Ғәйниямал инәйҙе йыуатып, ул эргәһендә тегеләй ҙә, былай ҙә өйөрөлдө. Өләсәй илағанын балаларына күрһәтмәҫкә тырыша, шуға мал һарайына инеп, йәшеренеп кенә буҙлай. Үкһегән тауышты һаҡҡолаҡ Бибинур барыбер ишетә, тик ишетмәмеш була. Әйтергә ярамай, өләсәй бит тап уларҙан ҡасып илай. Ишетмәйҙәр-күрмәйҙәр, тип уйлай бирһен әйҙә. Өләсәйҙе илатмаҫҡа кәрәк. Тиҙерәк ҡайтһын ине ағаһы! Бер заман ҡыҙыҡай йән көсөнә һөрән һалды:
– Өләсәй, ағайым ҡайтып килә!
– Раббым-Аллам!.. – Ғәйниямал әбей йәштәр етеҙлеге менән урынынан һикереп торҙо.
Юл ыңғайы хәл белергә һуғылған Шәрифулла ҡарт та ҡыҙыҡай күрһәткән яҡҡа һонолдо. Ниндәй ят атты менеп алған Әхмәҙиә? Ҡарт, аптырауҙанмы, әллә үҙ күҙенә үҙе ышанманымы, артҡараҡ сигенде, шөбһәле ҡарашын Ғәйниямал әбейгә төбәне. – Шәрифулла ағай, Урлик сиғандар ҡулында, тип әйткәйнем бит.
– Нимә, ошолай сихырлағандармы?
– Әллә ниндәй төҫкә индереп сихырлаһындар, Урлик таныулы! Беҙгә тоғро! Ана, ҡалай талпына!– Ғәйниямал әбей ҡуш усын яҙҙы. – Эй, Хоҙайым, был балам иҫән!
Һарай эргәһенә килеп еткән һыбайлы хәлһеҙ генә йылмайҙы.
-Урлик ҡайтты...
– Хәлең нисек, улым? – тип борсолоп өндәште өләсәй.
– Мине Урлик өйгә алып барып ҡуйһын.
– Бар-бар, – тине бригадир. – Бүреләр ҙә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән. Бетерә шырлығында йөрөгән, тиербеҙ.
– Балам, нишләп төҫөң ҡасҡан? – тип алға атланы әбей.
Әхмәҙиә, өләсәһенә яуап бирмәйенсә, Орликты өй яғына борҙо.
Өләсәй һағая төштө.
– Ҡана, ҡайтып киләйем.
Ғәйниямал әбей өйгә ингәндә, Әхмәҙиә урындыҡта ята ине. Өләсәй улына эйелде, яурынына һаҡ ҡына ҡағылды.
– Балам, был кем эше? Кем атты?
– Өләсәй, һин мине терелтерһең бит...
– Терелтәм, балам. Ҡулбашыңа тейгән. Ҡаның күп аҡҡан... Юҡ-юҡ, ҡыбырлама, оҙаҡламай хәл инер, – Өләсәй йәһәтләп үләндәр ҡайната башланы.
– Өләсәй, мин Урликты алып ҡайттым, – тине хәлһеҙ тауыш менән Әхмәҙиә.
– Алып ҡайттың, улым. Шулай булырын белә инем мин.
– Мин һатлыҡ түгелмен.
– Беҙҙә ундай кешеләр юҡ. Һин батыр, атайың һымаҡ. Ул ныҡ ҡыуаныр ине.
– Нишләп ине?
Өләсәй тертләне, тамаҡ ҡырып алды.
– Әле эргәбеҙҙә түгел бит.
– Түгел шул.
– Бибинур, анау сепрәкте алып бир миңә. Яҡыныраҡ килтер сеүәтәне, – тине Ғәйниямал бойороусан тауыш менән. Бибинур өләсәһе әйткән нәмәләрҙе алып биреп торҙо.
– Өләсәйеңдең ҡулы көслө. Һауығырһың, улым, – тине Ғәйниямал әбей доғаларын уҡый-уҡый.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, Әхмәҙиәгә төҫ ингәндәй булғас, Ғәйниямал әбей тел осондағы һорауын бирҙе.
– Тотолдоңмо әллә, улым?
– Юҡ. Сиғандар атты һаттылар икенсе кешеләргә, – тине Әхмәҙиә.
-Уйламаған-көтмәгән бәләгә тарығаныңды һиҙҙем, улым...
Ысынлап та, һаҡҡолаҡ Әхмәҙиә төнгә тиклем сиғандарҙың аттарын ҡарауыллап ятты. Урманда үҫкән бала боҫа ла, эҙ йәшерә лә белә инде ул – сиғандар үҫмерҙең барлығын һиҙмәне лә, тойманы ла. Орликты алып китер йәтеш мәл сыҡты, тип, урынынан ҡалҡынырға ғына иткәйне, ниндәйҙер шәүләләр яҡынлашҡанын шәйләп, кире боҫто. Сиғандар, йәнә ике һыбайлы күренде... Тегеләре аттарынан төштөләр ҙә, малайҙың эргәһенә үк килеп баҫып, ҡыҙып-ҡыҙып нимә тураһындалыр гәп һатырға керештеләр. Ә һөйләшеүҙәре урыҫса ине. Ул телде бер аҙ аңлай Әхмәҙиә. Сиғандар тап ошо кешеләргә ат һатырға тейештәр икән. Сиғандар икенсе аттарҙы күрһәтһәләр ҙә, тегеләр һис ризалашманы, Орликты ғына алырға иттеләр. Бәхәсләшеп, ғауғалашып алғандан һуң, атты эйәрҙәренә бәйләп, тағып алып киттеләр.
– Мин арттарынан барҙым. Йәйәү булғас, хәлем бөттө. Барыбер тороп ҡалманым. Шунан тегеләр йылға буйында туҡтанылар. Мин инде бүтән ҡыуып етә алмаҫымды белә инем, хәҙер алып китәм, йәки минең баш төрмәлә серей, тинем. Тәүәккәлләнем. Тышауын ысҡындырып, Урликҡа менеп ултырыуым булды, бурҙарҙың береһе яман итеп ҡысҡырҙып ебәрҙе, уғаса булмай, кемеһелер атты. Көйҙөрөп кенә үтте... Ярай, башыма теймәне бит. Урлик аңланымы, тағы ла шәберәк сабырға тотондо. Ҡыуып етә алманылар.
– Үлемдән ҡалғанһың бит, балам.
– Урлик уларҙан ҡотолорға тырышты. Урлик Урлик бит инде ул!
– Туҡта, тик кенә ят, ҡоромағыр!
– Өләсәй, Урликты таҙартырға кәрәк. Милсейә килһә, был Урлик түгел, тиерҙәр.
– Үҙем. Буяуын сығарам, бер табы ла ҡалмаҫ. Һин әлегә ҡыбырлама, ишетһен ҡолағың!
Ағаһының йоҡоға талғанын күргән Бибинур өләсәһенә эйәрҙе.
– Өләсәй, нишләп һин бая иланың? Ағайым ҡайтмаҫ, тип ҡурҡтыңмы?
– Былай ғына иланым.
– Былай ғына?..– тип ышанмағандай ҡабатлап һораны ҡыҙыҡай.
– Атаҡ, ҡарт кеше лә ҡай саҡ илап ала ул.
Бибинур өләсәһенең һүрән генә яуабына риза булмай, йәнә төпсөштө:
– Ә Зәйнәп апай нимәгә килгәйне?
– Бушталйун бит ул. Килеп йөрөй. Эше шул.
– Килмәһә лә була инде! Ул кеше илата.
– Ҡыуандыра ла белә. Хаттар әпкилә. Тереләрҙән...
– Ә-ә-ә-ә... Эйе, шулай, ҡыуандыра! Беҙҙе лә гел ҡыуандырһын! Атайымдан хат әпкилһен! Уға ағайым тураһында яҙырға кәрәк. Ағайым үҙе яҙыр. Ул яҙа белә – Бибинур өләсәһенә ҡараны, һағайҙы. -Тағын илайһыңмы әллә?
– Шатлыҡтан да илайҙар, балам. Әхмәҙиәм ҡайтты бит. Иҫән-һау. Һин, бар, уның эргәһендәрәк бул. Үлән сәйе әҙерләнем бит, шуны бирерһең.
– Эйе шул. Мин киттем, өләсәй.
– Бар!
Ғәйниямал әбей, әүеҫлеккә барып еткәс, итәге менән битен һөртөп алды. Бибинурының күҙе үткер шул. Бөтөн нәмәне күрә, бөтөн нәмәгә иғтибар итә, белгеһе, асыҡлағыһы килә. Зирәк бала... "Зәйнәп апай нимәгә килгәйне?" тип төпсөнөпмө-төпсөшә. Әбей Бибинурҙың өйгә ингәнен ҡарап торҙо, шунан түшелдерегендә ятҡан ҡағыҙҙы һыйпаштырҙы.
Эйе, килеп китте бушталйун ҡатын. Һәр саҡ ғәйепле ҡарашлы Зәйнәп уға: "Мөхәмәҙиә батырҙарса һәләк булды",– тигән ҡайғылы хәбәр алып килде. Өсөнсө улының ҡара ҡағыҙын алған әсә мал һарайына инеп, үкереп иланы. Ярай әле, балалары күрмәне. Бына Бибинур ҙа өләсәһенең яуабына ышанды... "Беҙҙең атай ҡайта", тип әҙерәк өмөтләнеп йәшәһен балаҡайҙары. Һауыҡһын Әхмәҙиә. Әлегә был алама хәбәр тураһында ул берәүгә лә әйтмәйәсәк. Ҡарт әсә күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡайын туҙын ҡайната башланы. "Исмаһам, ошо аттарҙы дауалау, һауыҡтырыу хаҡына бер улым иҫән ҡайтһасы!"
Береһе лә ҡайтмаясаҡ. Ләкин ҡапҡа шығырлаған һайын, айырыуса, таңдарын һәм кистәрен, Ғәйниямал өләсәй Бибинурға өмөт менән шулай тиер булған, ғөмүмән, донъянан киткәнсе йыш ҡабатлаған һүҙҙәре шул булыр ҡарт әсәнең: "Ҡапҡа шығырланы. Әллә Абдрафиҡ ҡайтып килә инде!" "Ғиндулла ағайың түгелме икән, ҡапҡа шығырлай?" "Мөхәмәҙиәнең аяҡ тауышын ишеттем һымаҡ. Сығып ҡара әле, атайың түгелме!"
Ҡапҡа шығырлауы – ҡарт әсәнең һүнмәҫ өмөтө ул.
* * *
Әхмәҙиә егет ҡорона инде. Армияға алыныр алдынан өләсәһенә ейәндең йыуатыу һүҙе шулайыраҡ яңғыраны.
– Өләсәй, беҙҙең өй иҫкерҙе. Әрменән әйләнеп ҡайтыу менән яңы өй һалырмын. Ҡапҡаны булһа ла яңыртып китәйемме әллә?
– Һалырһың, балам, һалырһың. Тик ҡапҡаға теймә инде. Шул йырлап асылһа, өс улымдың береһе килеп инер төҫлө.
– Ҡапҡаға теймәйбеҙ, өләсәй, – тип һүҙгә ҡушылды Иштуған да. – Йырлы ҡапҡа һинеке. Торһон, ивет, ағай?
– Шулай тиһеңме, улым, – тине өләсәй кинйәһенең һүҙен хуплағандай.
– Ир һүҙе, өләсәй! – тине Иштуған ағаһына ҡарап алғандан һуң.
Ғәйниямал әбейҙең йөҙөндәге йыйырсыҡтары яҙылып киткәндәй булды.
– Нимә, ир һүҙе, тинеңме? Эй-й-й, бәләкәсенә тиклем ҡалайтып һүҙ биреп тора. Аллаға шөкөр, бына улдарым ир етте бит, күҙ алдында! Шөкөр! Инде был донъяла үкенестәрем әҙерәк булыр. Ир һүҙендә торһа, илдә именлек була. Һеҙ бит ул минең өмөт ҡапҡаларым!
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Баймаҡ районы Ҡолсора ауылы ваҡиғаларына нигеҙләнеп яҙылды.
Шул хәлдәрҙе һөйләгән Бибинур апайға рәхмәт еткерәм.