Һауа йәшәгән ауыл

Хикәйә

– Бөгөн ауыл советында ултырышта теге оҙаҡ йылдар бер кем килмәгән, бер кем йәшәмәгән йорттарҙы емерергә кәрәк, тигәндәр, эйе! – Һәр икеһе сөкөр-сөкөр һөйләшеп, һәүетемсә генә сәй эсеп ултырған инәй-апайҙар, өҫтәлдең тәҙрә яҡ ситендә ултырған Разия апайҙың был хәбәрен ишетеп, ашауҙан туҡтап, уға текләнеләр. Беләм, Разия апай ярата ул хәбәрҙе матур итеп, еренә еткереп, тәмләп һөйләргә. Ҡайһы берәүгә был да оҡшамай.

– Йә, шунан, емерһәләр ни була? Алама булып, ауылды йәмһеҙләп, йыйын эскесе ояһына әйләнгән иҫке йорт нимәгә? Ризыҡ тәмен ебәреп ултыра шунда... – тип Разия апайҙы тыймаҡ булыпмы, әллә мин бар икәнде онотмағыҙ, типме, Шәмсиә апай икенсе яҡҡа әйләнеп, сәйен шурпылдатып һура башланы.

Уның янындағы Бибикамал апай, күршеһенә ризаһыҙ ғына күҙ ташлап, әйҙә, эсә бир сәйеңде, тигәндәй, алдындағы тәмле бәлеш киҫәген Шәмсиә апай яғына этә бирҙе һәм:

– Һөйлә, һөйлә, Разия күрше, нимә тигәндәр инде? – тип, ҡалған ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡ хәбәр тыңларға өндәне. Разия апай Шәмсиә апайға үпкәсел ҡараш ташланы ла, тулҡынланыуын тыя алмай, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ултырған ерендә таушанып алды. Ниңә башланым икән тигән үкенес тә сағыла биреп ҡуйҙы йылы, ихлас ҡарашында...

– Нимә тип ни: райондан да әйткәндәр икән. Буш йорттар ун йылдан ашыу тормаһын, емерегеҙ, тигәндәр.

– Ыста, ул йорттарҙың хужаһы юҡтыр шул. Төп хужаһы булмаһа ни, балалары бар, ана, аҡса эшләп булмай ауылда, тип, ҡалаға сығып киткән күбеһе... – тип уны тағы ла бүлде теге Шәмсиә апай. Башҡалар ҡыҙығып тыңлағанды күргән Разия апай был юлы туҡтап торманы. Теҙҙе генә.

– Бына беҙҙең урамда ғына өс йорт эйәһеҙ тора. Инде емерелеп бөтөп баралар. Бер кемгә лә кәрәкмәй улар. Аҫҡы урамда Әптерәй менән Зилараның йорто ла буш. Нисәмә йыл гүр эйәһе булғандарына? – тип әйтеүе булды, аятҡа йыйылған табын "гөж" итеп ҡалды.

– Үрге урамда ла бар ундай йорттар. Емереп, урынына емеш баҡсаһы ултыртһаң, күпме файҙа? – тигән сәскәле яулыҡлы апайға тағы әллә кемдәр ҡушылды. "Беҙ риза! Үҙем үлһәм, ана шул силсәүиткә яҙыу ҡалдырам әле, бер кемем юҡ, хәҙер элекке кеүек йәш уҡытыусы килеп йәшәр тиер инең, мәктәпте лә яптылар. Алығыҙ йортомдо. Емерһәләр ҙә ярай, тиермен...", "Берәй закон сығарһындар атыу, тота килеп емереп, ҡом түләүле буламы силсәүит?", "Балалары беҙгә йорт кәрәкмәй тип отказ яҙһындар...", "Ҡасан емерәләр икән бынау күршенең йортон? Буш тора бит. Исмаһам, мунсалыҡ йә кәртә тоторлоҡ бүрәнә алып ҡалыр инем әле..." тиештеләр аяттағылар кемуҙарҙан.

...Минең ни "әллә кемдәр" тигәнемдең сәбәбе шул: мин – Гөлбикә, мәктәпте тамамлағас та, уҡырға тип, ҡалаға сығып киткәйнем. Шунан бирле йылына бер тапҡыр ике-өс көнгә генә ҡайтып йөрөнөм тыуған йортҡа. Әле әсәйем ауырыҡһына башлағас, ике айға бер ҡайта башланым. Бик күп ауылдаштарҙы күреп белһәм дә, исемдәрен онотҡанмын. Үҙҙәренән һорашыуы уңайһыҙ. Былай ҙа бер хәбәр башлаһаң, "Шуны ла белмәйһеңме" тип оятҡа ҡалдырырға әҙер торалар. Бер үпкәм юҡ үҙҙәренә, тормош бит, үҙҙәре генә миңә үпкәләмәһен.

Бына әле лә, мин ҡаланан ҡайтып инеү менән әсәйем "Аятҡа күршеләрҙе саҡырайыҡ" тип, өмөтлө ҡарашын төбәне. Их, белһә икән, иртәнән ҡара кискәсә хөкүмәт эшендә эшләп, яңғыҙың ғына бала үҫтереү ыҙаларын! Бер генә төн булһа ла тыныста йоҡлап, аҙ ғына ял итеп, бер тапҡыр тау башына тәбиғәткә сығып әйләнергә ине лә...

– Ярай, әсәй, ҡасан саҡырайыҡ? Миңә бер көндән кире юлға, – тинем

– Алай икән дә... Шылтырат хужаңа, тағы бер көн ял бирһен!

Белә шул әсәйем, ҡунаҡҡа әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Хужанан бер көн генә өҫтәп һорарға тура килде. Отпускы иҫәбенә. Башҡа сара юҡ. 80 йәште үткән ғәзиз әсәйеңдең үтенесен кире ҡағып булмай. Кем белә, бәлки, башҡа шулай күршеләрен, таныштарын ҡунаҡҡа саҡыра ла алмаҫ...

Кисә көнө буйы, хатта төнгө өскә тиклем әҙерләнем төрлө тәмлекәстәр. Ит бар, һалма бар, һалдың – бешерҙең. Тик аятта барыһы ла ҡатын-ҡыҙ, сәй ярата. Ҡамыр ризығынан башҡа табын буш була... Өлгөрҙөм шикелле: бәлештәрем дә өс төрлө, май икмәк тә бар, хатта "ҡош теле" тигәне лә... Ашап бөтмәһәләр ни, күстәнәскә апҡайтырҙар.

...Табын ҡыҙа ғына. Колхоз йыйылышымы ни. Инде ниндәй йортта ҡасан кем йәшәгән дә, хәҙер ҡайҙа сығып киткәнен, был йортто боҙорға яраймы, юҡмы, балалары уҫалмы, йыуашмы икәнен дә барлай башланылар. Тиҙҙән, моғайын, был аят-советтың ҡарары ла әҙер булыр, ахырыһы: ниндәй йортто ҡалдырырға, ниндәйен һүтергә...

Бәй, бәй, самауыр тынған да, һыуы ла насар аға башланы. Инәй-апайҙар шулай һөйләшә торғансы, самауыр яңыртып инәйем әле, тип, инде генә самауыр ҡолағына тотонғайным, тәҙрәгә күҙем төштө. Урам салт күренеп тора. Тау яғынан бер оло йәштәге, ҡара бушлат кейгән инәй, һәлмәк кенә атлап, беҙҙең ҡапҡа яғына ыңғайланы... Әлеге лә баяғы Разия апай, минең тәҙрәгә ҡарағанды күреп, башын борҙо ла:

– Аһ, аһ, бынау әбейҙе һис танымайымсы? Кемгә килә икән? – тип ҡуйҙы. Башҡалар, уның хәбәре бөтмәҫ, тигәндәй, урамдан үтеүсене ҡарап, тикшереп торманы. Табындағы хәбәрҙәр ҡыҙығыраҡ бит.

...Әсәйем ниңәлер оҙаҡланы. Көн кисләп бара, тауыҡтарға ем һибеп кенә инәйем, тип, сыҡҡайны ла. Әллә бер-бер хәл булдымы, тип уйлай-уйлай тышҡа сыҡтым. Әсәйем дә күренде кәртә ҡапҡаһы янында. Самауырҙы йорт янындағы йәйге таҡта аласыҡ янындағы оло тигеҙ ташҡа ултырттым да, һыу алырға тип, кире йорт соланына табан атланым. Һыу алып сығып килгәнемдә, ҡапҡа яғындағы баҡса мөйөшөндә, бер кеше пәйҙә булды. Ниңәлер йөрәгемде шом баҫты, һалҡын ел иҫкәндәй, ҡалтыранып ҡуйҙым. Кем булыр икән? Оҙон ҡара бушлат кейгән, башына зәңгәр яулыҡ ябынған, сиған ҡатынына ла оҡшамаған... Әсәйем, ҡунаҡҡа берәй кемдең килмәүе хаҡында өндәшмәгәйне. Әллә алдан әйткән дә, үҙе саҡырғанын онотҡан микән? Ни тиһәң дә 80 йәш. Хәтере самалы. Ул арала мин танымаған инәй тупһаға яҡынлашты.

Күкрәктән сыҡҡан моңло бер тауыш менән инәй: "Һаумы, ҡыҙым!" – тине лә кәртә яғына ҡараны. Ул да әсәйемде шәйләгән икән. Мин: "Һаумыһығыҙ! Әйҙә, инегеҙ өйгә!" – тип һыулы биҙрәне сайпылтмаҫка тырышып, самауыр янына ашыҡтым. Әсәйем беләлер әле үҙен. Бая тәҙрәнән күренгән кешенең тап ошо инәй булыуына шигем ҡалманы.

Әсәйемдең килеп еткәнен сабыр ғына ҡарап, үҙеме, әллә башҡа берәү таҙа итеп юнып биргән муйыл таяғына таянып көтөп торҙо инәй. Үҙе шат йылмая. Бик күптән килмәгән, ахыры. Әсәйемдең күҙҙәре насар күрә хәҙер. Яҡыныраҡ килмәйенсә, бер кемде лә танымай. Шуға бер-ике аҙым ҡалғас, инәйгә бер аҙ ныҡ итеп текләп торҙо. Оҙон ғүмере буйы күргән-белгән меңләгән кешене барлап, алдында торған ҡатынды шуларҙың береһенә оҡшатырға тырышыуы. Ниһайәт, шулай оҙаҡ тороуҙы килештермәй, ҡулдарын күлдәк итәгенә һыпырып, әлегә таный алмаған инәйгә ҡулдарын һуҙҙы ла: "Һаумы! Әйҙә, әйҙә, үт бындараҡ!" – тине. Теге инәй ниңәлер ҡул бирергә ашыҡманы:

– Һаумы, Рәшиҙәм! Ҡояшбикәм! Һаумы! Мине танымаһаң да һис үпкәм юҡ, оҙаҡ килә алманым яныңа, – тип әкрен генә атлай башланы. Әсәйем һуңлап килгән ҡунаҡты өйгә, табынға индерергә тейеш һымаҡ тойолдо миңә. Әммә ул инәйҙе үҙе артынан саҡырып, аласыҡ яғына әйҙәне. Ниңәлер, әсәйемдең былай ҙа аҡ йөҙө тағы ла ағарып киткәндәй, ҙур күҙҙәре тағы ла ҙурыраҡ асылғандай күренде миңә. Һаман да таный алмағанға күрә, уны аласыҡҡа саҡыралыр? Өндәшмәй атлауынан әсәйемдең ниндәй көсөргәнеш аша хәтер һандығын аҡтарыуы һиҙелеп тора ине.

"Ҡояшбикәм!" ти бит әле. Әсәйем элек һөйләгәйне, "Рә" һүҙе "Ҡояш" тигәнде аңлата, ауылда тик бер генә кеше мине шулай атаны, тине. Бына ошо инәй булған икән дә ул кеше...

Мин ҡуҙ алырға тип аласыҡҡа ингәндә әсәйем тәпәш урындыҡҡа яҡындағы бар һый-ниғмәттәрҙе теҙеп, теге инәйгә сәй эсерергә йыйына ине. Усаҡ алдында ҡайнап ултырған баҡырса ла, сәй сәйнүге лә әҙер. Табын ахырында ят кешене индереп, аят йәмен ебәрмәйем, тигәндер. Ысынлап та, саҡырылмаған, берәй йомош менән генә ингәндер был инәй. Минең мейес янында өйөрөлөп сөйөрөлгәнде күргәс: "Был ҡыҙ ҡайҙан килгән, кем балаһы?" – тиеүенә әсәйем: "Минең ҡыҙым ул, иң кесеһе, уны иҫләмәйһеңдер", – тип яуапланы ҡоро ғына. Әсәйемдең бик һөйләшкеһе килмәһә лә инәйҙең хәбәре йылға һымаҡ ағылды ғына...

– Ә-ә-әй, минең дә бар ине бит шундай сағым, Ҡояшбикәм, бар ине. Йәш инем, сая инем. Атайым, әсәйем әйткәнен ҡолағыма ла элмәнем... Хоҙай шуның өсөн язаланы мине. Язаланы. Туғандарыңды күрмәй, тыуған йортоңдан алыҫ китеп, ғүмерең буйы яңғыҙ йәшә, тине. Ҡояшбикәм, һин генә аңлай торғайның хәлемде, һин генә... Бына бөгөн дә ярҙамыңа өмөтләнеп килдем. Килтерҙеләр.... Ишетәһеңме? Минең ер йөҙөндәге берҙән-бер һәм ғәзиз тыуған йортомдо емерергә, юҡ итергә уйлайҙар. Шуны ишетеп килдем, – тине лә инәй кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарҙы. Мин тышҡа йүнәлдем.

Самауырҙы итек ҡунысы менән борҡоттом да, ҡуҙы алынып, баҙлап киткәнсе көтөп торам. Аласыҡ ишеге асыҡ. Әсәйем инәйҙе йыуатып булаша. Инәй һулҡылдай-һулҡылдай илап, үҙенекен теҙә... Сит кешеләр хәбәрен йәшенеп тыңлау ғәҙәтем булмаһа ла, был юлы ирекһеҙҙән ишеттем уларҙың һөйләшкәнен.

"Беләһеңме, Көмөшбикә, мин йәшәгән ауыл янына һуғыш килде. Снарядтар беҙ йәшәгән йортто ла емерҙе. Өс бала, әсәйем урамда ҡалдыҡ. Атай һуғышта. Көҙ етеп килгән осор. Өшөйбөҙ. Асбыҙ. Беҙҙе күрше ауылдағы ағас аласыҡҡа индерҙеләр. Ваҡытлыса йәшәргә. Әсәйем мине көн һайын усаҡҡа сыбыҡ-сабыҡ килтер, тип, урманға ебәрә. Апайым әсәйемә йорт эштәрендә булыша, ҡустым бәләкәй, саҡ атлай башлаған. Ауыл янындағы урманда ҡурҡыныс, бер үҙем, тиҙ генә йыйған сатыр ботаҡтарҙы йөкмәйем дә, ауыл яғына елдерәм. Аяҡ кейеме юҡ, табандарым ҡанап бөтә. Ә бер көндө төпкәрәк инеп киткәнмен. Аҙаштым. Ярҙам һорап ҡысҡырырға ҡурҡам. Яҡында дошмандар отряды бар тигәйнеләр. Инде бар өмөтөм юйылып, йыуан бер ағас төбөнә ултырҙым да, шым ғына илай башланым. Көн кисләй. Шулай бүреләр генә ашар инде мине, тим. Шул саҡ артымда ботаҡ һынған тауыш ишетелде. Бар туғандарым, әсәйем менән бәхилләшеп өлгөрҙөм. Теге тауыш тынды ла ике, өс аҙым артта кемдеңдер: "Тор!" – тигән һаҡ ҡына өндәшеүе ишетелде. Ҡараңғылыҡ тауыштың эйәһе кем икәнен шәйләргә бирмәй. Шулай ҙа әйләнеп ҡараным. Ҡаршымда ике кеше. Мине эҙләргә сыҡҡандар, ауыл кешеләре, мылтыҡтарын да алғандар, тип ҡыуанам. Теге икәү үҙҙәре артынан әйҙәнеләр. Оҙаҡ ҡына атлағас, бер асыҡ яланға килеп сыҡтыҡ. Әле тегендә, әле бында кескәй усаҡтар яна. Һәр усаҡ тирәләй өсәр, дүртәр кеше ултыра. Барыһы ла ир-егет. Ҡурҡышымдан телһеҙ ҡалдым. Миңә йылы сәй, икмәк бирҙеләр. Эй шул икмәктең тәмлелеге! Мине тапҡан егеттең береһе янымдан китмәй. Барыһы ла үҙҙәренең телендә һөйләй, ә мин сәйер тойолһа ла, барыбер аңлайым. Барыһы ла мине яҡын күреп, үҙ һеңлеһе һымаҡ һөйләшкәс, ҡурҡыуым бөттө. Тирә-яҡ яҡтырғас та һине ауылыңа алып барырбыҙ, тинеләр..."

Мауыҡтырғыс был һөйләшеүҙе тупһа яғынан килгән тауыш бүлде.

– Рәшиҙәәәү, һин ҡайҙа? Һине күрәйем дә, хуш итәйем тигәйнем...

Йорт тупһаһына килеп сыҡҡан Сәлимә апай тауышын ишетеп, аласыҡтан әсәйем килеп сыҡты.

– Бер һүҙем дә бар ине. Шуны әйтәйем дә... – тип Сәлимә апай йәһәтләп аласыҡҡа яҡынлашты. Әсәйем иһә, уны аласыҡҡа индермәҫкә теләп, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе лә:

– Әйт, әйт шул. Әйҙә, – тип, баҡса рәшәткәһе буйындағы эскәмйәгә ыңғайланы. Сәлимә апай бер аҙ аптырап торҙо ла, уның артынан эйәрҙе. Баҡса алыҫыраҡ шул. Уларҙың хәбәрен ишетмәнем. Әммә тағы ла мейестән ҡүҙ алырға тип ингәндә, әлегә таныш булмаған инәй, танауын мырш-мырш тартып илап ултыра ине. Уны йәлләп :

– Инәй, әсәйемдең бөгөн эше күп шул. Үпкәләмәгеҙ, хәҙер инер, – тинем.

– Беләм, беләм, балам, уның эше күп. Алты баланы ла, ирен дә, йәнә мал-тыуарҙы ла бер үҙе тигәндәй нисек ҡарап өлгөрһөн ти. Мин дә ул өлгөрмәгәндә, уның бәләкәй балаларына күҙ-ҡолаҡ булырға тырышам. Әле лә берәй ярҙамым теймәҫ микән тип килдем, ҡыҙым. Ҡайтырмын хәҙер. Оҙаҡламам. Атайың да тиҙҙән ҡайтыр эшенән. Апайың менән ағайың ҡайттымы әле мәктәптән? – тип әйтеп ҡуйҙы.

Шулай инде. Ваҡыт аяуһыҙ. Олоғайғас, шулай иләҫ-миләҫ итеп тә ҡуя. Йәшлеген хәтерләй торғас, шулай яңылышып та китәлер инде оло кешеләр. Уны тынысландырырға теләп:

– Юҡ әле, береһе лә ҡайтмаған, – тигән булдым. Уның сәйгә лә, теленгән тәмле бәлештәргә лә ҡағылмағаның күргәс, йәнә ғәжәпләнеп: – Сәй эсегеҙ, инәй, һыуына бит, – тинем, үҙем тәҙрәгә күҙ һалам. Тиҙерәк инһен ине әсәйем, инәйҙе яңғыҙ ҡалдырғы ла килмәй. Хәбәре ҡыҙыҡ та, тыңларға ваҡыт тар. Их, диктофоным булһа ине? Әйткәндәй, вәт аҡыл, смартфонда ла диктофон бар бит. Исмаһам, шунда яҙып алырға кәрәк. Аҙаҡ яҡшылап тыңлармын. Үҙҙәренә әйтмәй генә аласыҡҡа һалайым да китәйем. Әйҙә, яҙһын. Минең ҡунаҡ һыйлайһым бар бит әле. Кеҫәмдән смартфонымды алып, уның диктофонын тоҡандырып, кәштәлә ятҡан таҫтамал аҫтына тыҡтым да, ҡаҙанға һыу өҫтәп ҡойҙом һәм мейестәге утты яңыртырға керештем. Ҡайнар һыу кәрәк булыр әле. Был инәй яҡшылап күрмәй ҙә шикелле. Эйелеп мейес болғай башлауым булды, мине әсәйем менән бутап, ахыры, һүҙен дауам итте:

– Шунан теге ир-аттарҙан уларҙың кемдәр булыуын һораным. Башҡорттар беҙ, тинеләр. Төрөктәр менән һуғыш тамамланыуға бара. Беҙгә ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Шулай урман-тау аша яҡындағы паромға китеп барабыҙ, тинеләр. Иртәнсәк миңә утта ҡайнатып сәй эсереп, бер телем икмәк биреп, ауылым күренгәнсә оҙата барып, тороп ҡалдылар. Әсәйемә улар хаҡында һөйләмәнем. Аҙашып йөрөнөм, тинем. Бынан ары яңғыҙ ебәрмәйем һине урманға, тине ул, асыуланып. Күршеләге, минән өс йәшкә оло һонтор Хәким менән барҙыҡ тағы ике көн шул урманға, сытыр йыйырға. Өсөнсө көн дә киттек шулай. Бер яланға сығып, ял итергә булдыҡ. Алып килгән бер телем икмәгемдең ситен генә һындырып өлгөрҙөм, ҡалғанын, ҡулымдан тартып алып, Хәким тиҙ генә ауыҙына тыҡты. Ул да әсәһе менән яңғыҙ йәшәй. Инде ир ҡорона етеп килә, асығалыр, тип, өндәшмәнем. Бик ныҡ арытҡайны шул, ятып ҡына торайым, тигәнсә, йоҡлап киткәнмен. Түшемдән буйлап йылан шыуышып килә икән тип, төш күрәм. Бына ул йылан аяғым араһына ла шыуыша башланы. Ҡапыл өҫтөмә бер ағас ҡоланы икән тип, уянып киттем. Өҫтөмдә бер ҡулын түшемә, икенсеһен бот араһына ҡуйған, үҙе йыш-йыш тын алған Хәким ята. Ҡурҡышымдан ҡысҡырырға иткәйнем, Хәким ауыҙымды ҡапланы. Шулай күпмелер ваҡыт бар көсөмә Хәкимдең ауыр кәүҙәһен ситкә алырға маташҡанмындыр, белмәйем, "Туҡта!" тигән тауыш ишетелде. Хәким уны ишетмәне лә буғай, һаман үҙе теләгәнен алырға маташты. Бер мәл ул ауыҙымды ҡаплаған ҡулын ысҡындырҙы һәм мин, "Ҡотҡарығыҙ!" тип ҡысҡырып өлгөрҙөм. Күп тә үтмәй Хәким хәлһеҙ булып яныма тәгәрәне. Теге урман ситенән килеп сыҡҡан, өс көн элек мине ауылға сығарып ҡуйған егет һуйыл ағас менән Хәкимде иҫәңгерәткән икән. Мин тиҙ генә тороп баҫтым да, сытырҙарымды алып ҡайтырға ашыҡтым. Теге ҡотҡарыусы егет тә йәһәт кенә урман эсенә инеп юғалды. Уларға урындағы халыҡ менән аралашырға ярамаған, күрәһең. Ул арала Хәким дә иҫенә килде лә, һин барыбер минеке буласаҡһың, барыбер, тип һөйләнә-һөйләнә минең арттан эйәрҙе. Әсәйемә йыртылған күлдәгем мажараһын һөйләмәнем. Әммә башҡа Хәким менән урманға бармайым, тинем. Әсәйем бик ныҡ асыуланды, мине "Икмәк яуы, тиҙерәк кейәүгә лә сыҡмайһың бит, исмаһам, кибеп ҡатҡан йолҡош. Һинең урынға бер малай тапһамсы", тип битәрләне. Бер ғәйебем дә булмағанға бик ғәрләндем. Бигерәк тә апайым алдында йәберләүенә оялдым. Йәнә кис менән Хәкимдең әсәһе инеп, уға нимәлер һөйләп китте. Әсәйемдең быға тиклем шулай ныҡ ярһығанын күрмәгән инем әле. Ҡулына нимә эләгә, шуның менән миңә һелтәп, күҙемә күренмә, тапҡанһың кем менән уйнаш итергә, тип, өйҙән ҡыуҙы. Төнө буйы һарай артында иланым да иртән урманға киттем. Ҡайҙа киткәнемде күрмәһендәр, тип, саҡ ҡына ситкәрәк, Оло йылға ярына яҡын урманға ыңғайланым. Былай йәшәгәнсе, үлеүең артыҡ, тип, йылға ярына атланым. Хоҙай ҡушҡандыр, йылғала бер ҡалҡып, бер батып барғанда кемдеңдер көслө ҡулдары күтәреп алды. Күҙҙәремде асһам, йәнә шул егет. Ул бер һүҙ ҙә әйтмәне. Күтәреп, урман ситендәге аты өҫтөнә һалды ла, ары киттек. Үҙҙәре менән шулай мине алып киттеләр. Кесе һеңлеләре кеүек ҡәҙерләп кенә, яратып ҡына йөрөттөләр. Икмәктәре, ҡорот, талҡан, ҡаҙылары ла бар ине. Мин уларға, үлән ҡушып, тәмле аштар бешерҙем. Йылғала өҫ кейемдәрен йыуҙым. Бына шулай килеп юлыҡтым мин был ауылға, – тине таныш булмаған инәйем.

Уның һөйләүе бигерәк ҡыҙыҡ булғас, бер ҙә бүлдермәнем үҙен. Әммә ҡунаҡтар көтәлер? Дөрләп киткән мейестә ҡуҙ күренде, бер һоҫҡо тултырып, самауырға һалдым да, ҡунаҡтар янына ашыҡтым. Ул арала әсәйем дә килеп инде аласыҡҡа. Инәй уның менән ҡалды.

...Ҡунаҡтарға сәй яһай-яһай һөйләгәндәренең айышына төшөнөргә тырышам. Иҫке йорттарҙы емереү хаҡында түгел, инде ер йөҙөндә кешелек нисек барлыҡҡа килгәнен һөйләйҙәр.

– Ер йөҙөнә иң тәүҙә Хоҙай фәрештәләрҙе төшөргән ти бит, – арғы ос Факиһа апай, дөп-дөрөҫ әйтәм, тигәндәй, һауалы ҡарап ҡуйҙы барыһына ла.

– Юҡ, юҡ, яңылышаһың, Факиһа, фәрештә түгел, иң тәүҙә ергә Әҙәм төшкән, ти, – күршеләге Разия апай үҙ фекерен әйтә һалды. Шәмсиә генә ризаһыҙлыҡ менән:

– Бәй-бәй, бер бөртөк кенә ир төшкәс, ҡалған кешеләр ҡайҙан тыуа ул, – тип һөйләшеүҙе көлкөгә борорға маташты. Тик уға бер кем дә ҡушылманы.

– Хәҙер аңлатам, – быныһын дини белеме менән айырылып торған Бибикамал апай әйтте. Уның һөйләгәнен барыһы ла тыңларға ярата. Шуға шым ҡалдылар. – Аллаһы Тәғәлә Әҙәм менән уның ҡатыны Һауаны барлыҡҡа килтерә лә, улар бәхетле йәшәһен тип, ожмахҡа индерә. "Унда бер баҡса бар, шунда инмәгеҙ, бер емешен дә ашамағыҙ", ти. Ә улар баҡсаға инә лә, алмағастың бер алмаһын ашай ҙа ҡуя икәүләп. Аллаһы Тәғәлә уларҙы, Үҙен тыңламағас ни, ожмах баҡсаһынан ҡыуа ла Ергә төшөрә...

– Хөрмә булһа бер хәл, алма бит әле ул, уны нимә тип ашанылар икән? – тип Шәмсиә апай тағы бүлдерҙе уны. Үҙе өҫтәлдәге бер хөрмәне алып, тәмләп ашап ҡуйҙы.

– Атыу Әҙәм менән Һауа төшкән инде Ергә иң тәүҙә. Шунан балалары тыуған, – тине күрше Разия апай.

– Тыуған-тыуған, шулай киткән кешелек ырыуы. Ана, Һауа инәй беҙҙең ауылда ла йәшәгән бит әле? Уның балалары булған микән? – Хәмдиә апайҙың был һүҙенән табын геү итеп ҡалды. Һәр кем үҙе нимә белгәнен тиҙ генә һөйләп ҡалырға ашыҡты. Мин дә күргәнем бар ул йортто. Бәләкәй генә. Емерелеп бөтөп барһа ла бер яңғыҙы тау битендә ғорур ултыра бирә...

– Хәмдиә йәшерәк, белмәйҙер, Һауаның балалары булманы. Бер бөртөк тә. Сәлимйәне менән бик татыу йәшәнеләр. Балалары булмаһа ла, үҙе нисек ярата ине балаларҙы. Урамдан үтеп барған һәр береһенә, колхоз юллап алып биргән әҙ генә пенсия аҡсаһына алған тәмле кәнфиттәрен таратыр ине. Арҡаларынан һөйөр ҙә илар ине, илар ҙә һөйөр ине, бахырҡайың... – Разия апай яулыҡ осо менән күҙҙәренән сыҡҡан йәштәрен һөртөп алды.

– Уны Төркиәнән килгән ти торғайнылар, шул ысынмы? – Хәмдиә апай һаман төпсөнөп, күберәк белеп ҡалырға ашыҡты.

– Минең апһыным Яңылбикә һөйләгәйне, ҡайныһы алып ҡайтҡан бит ул ҡыҙҙы һуғыштан. Урламаным, үҙе эйәреп ҡайтты, тигән. Бик ныҡ яратышҡандар ҙа икән, хатта мулланан никах та уҡытҡандар, ти. Тик балалары булмаған. Шунан икенсегә ҡатын алған Сәлимйән ҡайныһы. Уныһы өс ул табып биргән дә Һауаға иренән "талаҡ" әйттергән, тиҙәр. Өйҙән ҡыуған. Колхозда күп эшләнең тип, Һауаға бәләкәй булһа ла бер йорт һалып биргәндәр ауылдаштар. Бер үҙе йәшәне... – Бибикамал, тағы ни әйтергә икән тип, туҡтап ҡалды. Шул саҡ әсәйем дә килеп инде. Йөҙөнә сыҡҡан борсолоуҙы мин генә һиҙгәнмендер. Көскә йылмайҙы ла, бер ни булмағандай, хәбәргә ҡушылып та китте.

– Сәлимә күстәнәсһеҙ ҡайтырға сыҡҡан, – тип ҡулындағы йошмаҡ шыптырға өҫтәлдән бәлеш, май икмәк, кәнфит һала башланы. Башҡаларға ла был етә ҡалды. Барыһы ла кеҫәләренә һалып килтергән йомшаҡ шыптырҙарын сығара башланы.

– Ней, теге Сәлимә әйтә, күршеләрендә, тау битендә анау Һауаның ташландыҡ йорто тора бит әле? – тип үҙенекен һөйләй бирҙе әсәйем. Ҡатындар "эйе, эйе", "тора шул һаман, ауыл йәмен боҙоп" тиештеләр.

– Шул йортто әллә ҡасан емерергә кәрәк ине, – тип ҡуйҙы әсе тел Шәмсиә апай. – Иртәгә улым сығам тип тора әле шунда. Тауыҡ кетәгенә ярарлыҡ таҡталары күренә, шуны алам, тине.

Әсәйем һүҙен дауам итте:

– Туҡта әле, Шәмсиә, ана шул йорттоң тәҙрәһендә ут күрҙем, ти Сәлимә. Кисә төндә тышҡа сыҡҡанда күргән. Ул ут бер янып, бер һүнеп торған. Етмәһә, Һауа апай тере саҡта саң-соң килеп һуҡҡан еҙ табаһы ла сыңлап киткән шул төндә... Йөрөмәһен улың!

– Ниңә Сәлимә үҙе һөйләмәне беҙгә? – тип ныҡышты һаман Шәмсиә апай.

– Миңә генә һөйләне шул. Табында әйтһәм, минең аҡылым шылған тиерҙәр йә, төпсөнөп һораша башларҙар, тине. Ярай, ышанған ышана, ышанмаған юҡ инде. Сығарып бирәйем әле күстәнәсен, – тине лә әсәйем ашығып сығып китте. Мин иһә, йәнәш ултырған апайға, сәй яһарһың әле, тинем дә, йәһәтләп әсәйем артынан эйәрҙем. Теге инәй бер үҙе микән? Диктофоным яҙамы, беләйем.

Мин сыҡҡанда ихатала бары тик теге серле инәй ҙә әсәйем генә ине. Сәлимә апай күптән ҡайтып киткән. Ә күстәнәс һалынған моҡсайҙы әсәйем көсләп әлеге инәйҙең ҡара камзулы кеҫәһенә тыға. Инәй:

– Юҡ, алмайым, Рәшиҙәкәй! Һин мине ғүмерем буйы һыйланың. Ул һөтө, ул ҡатығы, ул икмәген гел биреп торҙоң. Алмайым. Балаларыңа бир! Улар бәләкәй бит, – тип ныҡыша инәй. – Һиңә бар изгелектәрең өсөн рәхмәт әйтергә тип килгәйнем бит мин, мине ҡыуандырған кеүек Хоҙай һине лә, балаларыңды ла ҡыуандырһын!

Мин аласыҡҡа индем. Диктофонды тиҙ генә һүндереп ҡуйҙым. Аҙаҡ тыңлармын. Урындыҡта ятҡан ҡулъяулыҡҡа, йәнә аласыҡ мөйөшөндәге теге муйыл таяҡҡа күҙем төштө. Бәй, был бит теге инәйҙең ҡулъяулығы ла, уның таяғы! Онотҡан!

– Әсәй, бына ул ҡулъяулығын да, таяғын да онотҡан! – тип сыҡҡанымда, инәй инде урам ҡапҡаһы төбөнә еткән ине. Артынан йүгерәйем генә тигәндә, әсәйем бик ҡаты итеп беләгемдән тотоп алды ла мине үҙенә тартты. Ебәрмәне.

– Туҡта, ҡыҙым, барма! Эйәрмә! – тине ҡәтғи генә. Бындай ҡырыҫлыҡты көтмәгәс, туҡтап ҡалдым.

– Ниңә, әсәй? Кем ул инәй? Ниңә уны табынға саҡырманың? Бик алыҫтан килгәнгә оҡшаған, асыҡҡан булғандыр әле, аш эсерер инек үҙенә... – тим әсәйемә һораулы ҡараш ташлап.

– Шым, ҡыҙым! Һауа инәйең бит ул. Беҙҙең ауылда йәшәне. Бик күптәнән вафат булғайны, – тине лә әсәйем, башын аҫҡа эйеп, башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмай, өйгә инеп китте. Ә мин, күҙ йәштәренән сыланған, матур зәңгәр сәскә сигелгән ҡулъяулыҡ һәм әле ҡул йылыһы ла һыуынып өлгөрмәгән, күп тотоноуҙан башы йылтырай башлаған муйыл таяҡты тотоп, ҡатып ҡалдым.

Шулай уйҙарымдың осона сыға алмай, күпме торғанмындыр, бына табындағы инәй, апайҙар күстәнәстәрен алып, рәхмәттәр әйтеп, берәмләп сыға ла башланы. Барыһын да ҡапҡанан сыҡҡансы хөрмәт менән оҙатып ҡалдым. Һуңғы ҡунаҡты оҙатҡас, йорт яғына әйләндем һәм... баҡса буйындағы эскәмйәлә ятҡан бер шыптыр күстәнәсте күрҙем. Бая әсәйем уны Һауа инәйҙең кеҫәһенә һалғайны...

Иртәгәһенә Шәмсиә апайҙың улын, Һауа инәйҙең емерелеп барған йортонан алып ҡайтҡан таҡтаның тутыҡҡан сөйөнә баҫҡан да район дауаханаһына илткәндәр икән, тип ишеттем. Аҙаҡ белдем. Шул китеүҙән ҡайтмаған ул. Столбняк эләктереп, вафат булған.

Ә диктофон һуң... Ҡалаға ҡайтҡас, күпме генә тырышһам да, мин ул яҙыуҙы аңлай алманым. Ярты сәғәттәй нимәлер яҙылған бит! Тик ул яҙыуҙа кемдер "даң-доң" еҙ табаны ҡаға ла, бер туҡтауһыҙ үкһеп-үкһеп илай ҙа илай ине...

Лилиә ҺАҠМАР.

Читайте нас