Оҙата кил

Хикәйә

Хәлфетдин Ҡотләхмәтов менән бала саҡтан бергә уйнап үҫтек, мәктәптә саҡта ла бер класта, хатта бер парта артына ултырып уҡыныҡ. Һәйбәт малай ине ул, эшсән, тырыш, аралашыуҙа ихлас, дуҫлыҡҡа тоғро. Тик белем алыу йәһәтенән генә артыҡлап ырата, алға китә алманы, өлгәше шул, "ҡәнәғәтләнерлек"тәр, уртансылар тирәһендә уралды. Шуғалыр ҙа, өлгөргәнлек аттестатын алыу менән башҡа уҡыу алдынғылары һымаҡ, ҡалаларҙағы махсус урта, юғары уҡыу йорттарына ынтылып мәшәҡәтләнмәй, Юлдыбай СПТУ-һының бер йыллыҡ тракторсылар курсын бөтөргәндән һуң, ауылыбыҙға ҡайтып, етеҙ хәрәкәт яратҡанға тракторҙың сылбырлыһына түгел, үҙе әйтмешләй, өлөшөнә төшкән көмөшөнә – яңы ғына заводтан ҡайтарылған тәгәрмәслеһенә ултырҙы.

Мин Сибай медицина училищеһының фельдшерҙар төркөмөн тамамлап, үҙебеҙҙәге табип амбулаторияһына мөдир сифатында эшкә ҡайтҡанда Хәлфетдин күрше ауылдың Сажидә исемле ҡыҙы менән дуҫлаша ине инде. Сажидә башланғыс кластарҙан мәктәбебеҙҙә уҡығас, ауылыбыҙ кешеһе иҫәпләнде, тиҫтерҙәре менән ҡатышып, аралашып, ике көндөң береһендә беҙҙә булды. Ул төҫкә-башҡа урта сибәр, мөләйем йөҙлө, тәбәнәк буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ирәбе фиғелле, башҡа ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә килешле, бөхтә, модаға ярашлы итеп кейенә белгән остоҡай ҡыҙ ине.

Әммә уның төп ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы, юғарынан бирелгән илаһи һәләте – йыр-моңда булды шикелле. Байрам һайын ҡуйылған концерттарҙа һис ҡасан сәхнә түренән төшмәне, уның һәр сығышын алҡыштарға күмеп, ҡабат-ҡабат саҡырып сығарып йырлата торғайнылар, ә ул инде үҙ сиратында ялынмай, кис буйы тамашасыларҙы йыры менән әүрәтергә, кинәндерергә, сихырларға әҙер. Әгәр мәлендә күтәрмәләүсе, ярҙам итеүсе, йүнәлеш биреүсе берәйһе табылып, сәнғәт юлынан китһә, ул, моғайын да, бик тә билдәле йырсы булып китер ине, быныһы инде бәхәсһеҙ, көн кеүек асыҡ. Халыҡ йырҙарын да, композиторҙарҙыҡын да үҙәккә үткәреп, йәнде тетрәтеп, илаһилыҡҡа, хискә сорнап, берҙәй оҫта, юғары кимәлдә, зауыҡлы итеп башҡарҙы. Ул йыры менән ҡуша тыуып, йыры менән генә йәшәне, унан көс, ҡөҙрәт, дәрт алды. Берәй туй-фәлән, бәҫле мәжлес була ҡалһа, табындарын йәмләргә теләгәндәр иң беренсе Сажидәне саҡырҙылар, хәҙерге ялланған тамадалар һымаҡ, ҙур аҡсаға түгел, бушлай. Хәйер, бөтөнләй бушлай уҡ түгел инде, күңелләнһен, дәртләнһен өсөн ҡойғандарҙыр, һыйлағандарҙыр, бәлки.

Ул да, Хәлфетдин һымаҡ, һабаҡ алыуға күңел һалмаған кеше булараҡ, мәктәптән сыҡҡас, башта Стәрлетамаҡ яғына китеп, троллейбуста кондуктор сифатында йөрөнө шикелле. Шунан ҡайтҡас, беҙҙең ауылдағы Үҙәк бүлексә фермаһына һауынсы булып эшләне, үҙе һымаҡ ситтән килгән бер нисә ҡыҙ-ҡырҡын менән дөйөм ятаҡта йәшәне. Шуны көтөп кенә торғандар тиерһең, ҡайтып төшөү менән уны кис һайын ҡабаттан таҡмаҡлы табындарға, шаулы юбилейҙарға саҡырыуҙар башланды, ә ундай мәжлес түрҙәренә нимә ҡуйылыуы, рюмкаларға, фужерҙарға, бокалдарға нимә ҡойолоуы билдәле...

Хәлфетдин менән Сажидә береһе икенсеһенә пар килгәнгә күрәлер, ихлас дуҫлаштылар, сөнки киске уйындарҙа, йәштәр араһында гел етәкләшеп кенә, күҙгә-күҙ ҡарашып ҡына йөрөй торғайнылар. Хәлфетдиндең йәрен табыуын, һөйөү утында янып яратыуын күргән мин дә уның мөхәббәтле күңел наҙын үҙһенеп ҡабул иттем.

Бер көн амбулаторияла ауырыуҙарҙы ҡабул итеп ултыра инем, оҙон сиратын сабыр еткереп, яныма Хәлфетдиндең әсәһе Мәҙинә апай ҡабаланып килеп инде. Йөҙө саманан тыш борсоулы, борсоулы ғына түгел, нимәгәлер ҡобараһы осҡан. Инде лә өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырып, бына, килдем әле, тигәндәй, тишерҙәй итеп миңә төбәлде.

– Ауырып киттеңме әллә, апай? – тип хафаланып һорай һалдым, сөнки уның үпкә сире менән яҙлы-көҙлө йонсоуын, йүтәлләп ыҙаланыуын яҡшы белә инем.

– Сирҙең дә ниндәйе бит әле, башты ашай торғаны, йыға һуҡмалыһы! – Апайым ҡулдары менән тубыҡтарына шапылдата һуғып, ауыр уфтанды.

– Әйҙәгеҙ, һөйләп ебәрегеҙ улайһа, тыңлап, тикшереп ҡарайыҡ, сир-зәхмәт бар нимә, дауалаһаң, үтә лә китә, – тигән булдым, тегене тынысландырып.

– Мыныһы тиҙ генә үтергә ошамаған. Тыңлап ҡарау, тикшереү һуңынан, ишеттеңме әле бер хәбәр?

– Ишетмәһәң – ишет, тиҙәрме әле?

– Күрмәмеш тә белмәмеш ҡыланған була тағы, дуҫыңдың, анау ситтә аҙып-туҙғандан һуң беҙгә ҡайтып, башҡа шөғөл тапмағанға һауынсылыҡҡа төшкән Сажидә менән тағылғанын, еҫкәшеп табышҡанын күреп-беләһеңдер у?

– Эйе, беләм. Бында бер ниндәй сер ҙә юҡ, барыһы ла ауыл халҡының күҙ алдында.

– Ил ауыҙына иләк ябырмын, тимә, һәммәһе белә, ҡырын, хилаф аҙым көллөһөнөң күҙ алдында, дуҫыңдан дошманың күп, теге икәүҙең көндәлек ҡылмыштарын, ҡыланмыштарын һуңлатмай, йылылай ғына еткереп торалар. Серләшкән яҡыны булараҡ тыйһаң, аймылышын, хатаһын төҙәтеп, тоғро һуҡмаҡҡа ҡайырһаң, телең төшөп ҡалмаҫ ине, моғайын. Улайға уҡ китһә, һеҙгә, төплө уйлап аҡыллы фекер йөрөтә белмәгән йәштәргә ни, ике донъя, бер мөрйә, арба ыуатылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит. Йәш саҡта кем кем менән дуҫлашмай ҙа, кем кем менән яратышмай, ҡултыҡлап оҙатышмай, кеше һүҙе кешене үлтерә, у ни һөйләмәй ҙә, ни сәйнәмәй, тип артыҡлап ҡаршы килмәгәйнем башта. Әле утырып, тәфсирләп абайлаһам, эш тәрәнгә киткән бит, – тип һыу буйылай, бер тынанан сурытты Мәҙинә апай.

– Ниндәйерәк эш икән ул?

– Яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән аңра бәрәндәй күҙҙәреңде тупайтып таһырайтып ҡарама улайтып, йәме, хәбәремдең айышына төшөнөп етмәнеңме ни, тағылышып һөйрәләләр, тинем дә баһа, бынағайыш! – Әйткәндәрен өнәп, ҡабул итеп еткермәүемде йөҙөмдән абайлап өлгөргән апайым, тауышын бер аҙ ипкә килтереп, йомшартып дауам итте. – Ауыл буйлап таралған ул-был ғәйбәткә артыҡлап иғтибар итмәһәм, Хәлфетдин тегенеһен алам, тик уға ғына өйләнәм, тейсе кисә кис ҡайтып инеп. Шул хаҡта ишеткәс, баш осомдағы күк ишелеп, аяҡтарым аҫтында ер убылдымы ни, күҙ алдарым ҡараңғыланып, ҡаҡ салҡанан тәгәрәп китә яҙҙым. Ошо арҡала өй эсендә тере ғауға ҡупты, түшем ҡыҫып, йөрәгем сәнсеп ебәреп, дәүлинием ныҡ күтәрелеп китте. Уйламаған ерҙә шулайтып Хәлфетдиндең үләткә тартым хәбәрен ишеткәс, дөмөгә яҙылды. Ҡапылғара үлеп китһәм, ҡустылары, һеңлеһе кемдең ҡулына ҡарап ҡала, шу хаҡта уйлап ҡараһасы, бы белекһеҙ. Ҡана, бумаһа, мынау нимәң менән үлсәп ебәр дәүлинйене! – Тыш та быш килеп атлас күлдәгенең еңен төрөргә керешеп китте, мин дә алдыма тонометрҙы яҡынайтып шылдырҙым, ҡолағыма фонендоскоп көпшәләрен кейҙем.

– Борсолорға урын юҡ, ҡан баҫымығыҙ юғары түгел.

– Шулай бумай тағы, услап-услап төймә дарыу эстем, йөрәк дауаһын, үәлирианкаһын тамыҙып йоттом, Фәһимә ҡыҙым түшәккә һуҙып һалып, маңлайыма һыулы сепрәк япты, аяҡтарыма йылы герилка терәне, шулайтмаһа, бығаса яҡты донъя менән хушлашыла ине. Ҡуй инде, ҡуй, тереләй ҡәбергә тығыр был уйһыҙ, уайымһыҙ, орҙо-бәрҙе фиғелле Хәлфетдин, ҡалған ҡусты-һеңлеләре килеп тороп тыңлаулылар, баҫалҡылар, әйткәнемдән, кәңәшемдән сыҡмайҙар, ә бы тере саҡтағы сығынсы, алдына алғанын ҡуя белмәгән атаһына ошап торғаны бер тиҫкәре, үҙһүҙле.

– Күптән дуҫлашалар бит, – тигән булдым Хәлфетдиндең теләген, ҡарарын аҡларға тырышып.

– Ярай, аптыраған өйрәк арты менән сумған, йәне теләгән йылан итен ашаған, бы һәпрәһен, ҡойолдороғон...

– Белә-күрә буш хәбәр һөйләйһең, апай, Сажидә улай түгел дә инде!

– Тышы йәмле булыу менән иң тәүлә кешенең эсе эйәмле буһын у. Ярай, һинеңсә әйткәндә, шу һыланған-һыйпанғанын алһын да икән ти, башҡа йүнлерәк, тәртиплерәк, әҙәплерәк ҡыҙ таба алмағанмы, торғаны бер һайыҫҡан, шиҡраңдаҡ, осҡалаҡ. Уларҙың елфай фиғелле тоҡомо ла тирә-яҡҡа мәғлүм. Әсәһен күр ҙә ҡыҙын ҡос, тигән боронғолар, ә бының атаһы ла, әсәһе лә эсәләр, алған пенсиялары бөтһә , ауылдарын ҡыҙыралар, хәйерселәп, шунан аҙаҡ буласаҡ киленгә ҡайһылайтып күңел һалмаҡ кәрәк, ә, алма бит ағасынан алыҫ төшмәй!

– Һуң, ерле-юҡҡа яманлаһаң да, Сажидә һәйбәт кенә итеп эшләп йөрөй түгелме шул, ҡырын, килешһеҙ холҡон да күргәнем юҡ.

– Эйе, ҡайтҡандыр Эстәрле һынлы Эстәрлегә һыймай, кигәндер улымды сихырлап ҡаратып алырға! Уның табын һайын йырлап-бейеп, таҡмаҡ әйтеп типтергәнен, араҡыны, шуға оҡшаш башҡаһын төп күтәрә ебәргәнен ишетеп ятабыҙ. Бөгөн һәйбәт, бөгөн итәғәтле, ә иртәгә? Ҡош балаһы ояһында ни күрә, осҡанда ла шул, ҡана ла һуң, йырлап-бейеп кенә көн итеп буһа... – Мәҙинә апай күп бытылдауҙан ауыҙы ситтәренә йыйылған күбекте усы менән ҡоротто.

– Баштан уҡ кирегә һапламайыҡ әле.

– Һапламаған ҡайҙа, һаплайым, элекке көн, йә кисә тыумағанмын, беләм, әгәр Хәлфетдин өйләнәм, тип ҡырталашһа, ризалығым юҡ, фатихамды бирмәйем, бына шу, әгәр тиҫкәренән тыуған Сәләх еҙнәйең тере булһа, ул да сығарған ҡарарымды йөпләп, шулай тиер ине. Башында семтем уйы буған, аҡылы теүәл кеше эскелек күлендә яралған елғыуарҙы килен итмәҫ!

– Хәлфетдинде түгел, мине ҡыҙҙырып, этеп алып бараһың, бында ни ҡатнашым бар әле?

– Ништәп бумаһын ти, бар, бер сеүәтәнән ашап, бергә уйнап үҫкән, серләшкән, яҡын дуҫһың да баһа. Әгәр һинән аша ҡаға-һуға белешә ҡалһа, ошо әйткәндәремдең береһен дә төшөрөп ҡалдырмай, теҙеп еткер, еткереп кенә ҡалма – маңлайына һуғып тумбыт. Сығыр юлын быуып өй тупһаһына арҡыры ятырмын, иллә баламдың яҙмышын у сәсрәп киткергә, албаҫтыға емерергә бирмәм, бирмәм! – Ҡулдарының тышы менән тиҫкәреләп бәддоға ҡылған Мәҙинә апай нисек килеп инһә, шул етеҙлегенә ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте.

* * *

Бер аҙна үткәс, эш аҙағында яныма Хәлфетдин һуғылды, өҫтөндә мазутҡа батҡан фуфайкаһы, һырма салбары, эштән ҡайтып килеүелер. Инде лә амбулаторияла башҡа кеше күренмәгәнлектән, асыҡ ишектең яңағына һөйәлде:

– Һаумы, бырат?

– Привет! Ни эш бөтөрөп йөрөп ятыш?

– Мына, килдем әле...

– Амбулаторияға һуғылғасың һинең дә йөрәгең ҡағып, ҡан баҫымың күтәрелеп киттеме әллә, давай тикшереп ебәрәйек! – Мәҙинә апайҙың миңә килеп сығыуына ишаралап һуҡтырҙым.

– Әлегә бирешкән юҡ.

– Бирешмә шул! – Йөҙө болоҡһоу Хәлфетдинде кәйефләндерергә теләп, шулай тинем.

– Ошо аҙна аҙағында бушһыңмы?

– Район үҙәгенә әлегә саҡырмайҙар былай, минең тынғыһыҙ эште беләһең бит, ҡабалан берәй нимә килеп сыҡмаһа.

– Һинең янымда булыуың кәрәк.

– Ҡунаҡҡа саҡырып алырғамы әллә иҫәбең?

– Саҡырам.

– Ул саҡта ауылдан сығыу юҡ.

– Сыҡма шу. Миңә кейәү үнгәре булып бараһыңмы?

– Ҡайҙа?

– Йыраҡ түгел, Һаҡмар аша ғына.

– Кемгә барырыбыҙ билдәле. Әсәйең, өйҙәгеләр ризамы һуң?

– Ризалар...

– Нимәнелер әйтеп еткермәйһең түгелме?

– Ризалар, тип әйттем бит бер тапҡыр, ыуаҡайланып, бисәкәйләнеп нимә төпсөнәһең!

– Мин бисәкәйгә тағы ла бер тапҡыр айырып әйт әле, Мәҙинә апай ризамы һуң?

– У ни бер хәбәрҙе ҡырҡ тапҡыр ҡабатлап көнө-төнө ҡолаҡ итен ашаны инде, һуңынан, ни теләһәң, шуны эшлә, балалыҡтан күптән сыҡҡанһың, тип ҡулын һелтәне, ызнашит ҡаршы түгел.

– Уның ни хаҡта тылҡығанын ишеттем, беләм, барыбер әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алырға ине.

– Уға түгел бит, миңә тормош көтөргә, миңә йәшәргә.

– Әләйгәс, былай ҙа ҙур ғаиләгеҙ тағы ла ишәйергә тора икән, хәйерлегә булһын.

Кәләште әйттергәндән һуң ҡайҙа морон төртөргә иҫәбең, өйөгөҙҙә бит Мәҙинә апайҙан тыш, ике ҡустың, һеңлең бар, тар ергә таяу булып өҫтәүенә һеҙ?

– Ферма ятағының бер яғы буш тора, римунтлайым да шунда, управ менән һөйләштем-килештем, ары күҙ күрер.

Йоманан һуң, Хәлфетдиндең "Беларусь"ына тағылған бәләкәй тимер арбаға һалам түшәп һалып, көҙҙөң ҡарһыҙ һуңғы айы ныҡ ҡына һыуытып торғанға, толоптар кейеп алып, күрше ауылға ҡарай юлландыҡ. Беҙҙән башҡа Мәҙинә апайҙың бер туған ҡустыһы менән килене лә бар. Мәҙинә апайҙың йоҡа ирендәре асылмаҫ өсөн береккәндәр, ҡымтылғандар һымаҡ, йөҙө ҡара көйгән, дебет шәл ураған башын тотошлай толоп яғаһына йәшереп, юл буйы ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәне, кәләш әйттерергә түгел, тамуҡ киҫәүендәй һерәйешеп, ойоп, кемделер ерләргә китеп барғандайбыҙ.

Байғужа ауылына ҡараңғы төшмәҫ элек үк барып индек. Хәлфетдин шәхси тантанаһына йәм өҫтәргә теләгәнгәмелер, ауылға килеп ингәс тә тракторын оҙон итеп һуҙып пипелдәтеп ебәргән булды, ә ул яңғыҙ, аҙашып ҡалған ҡоштоң асырғанып ҡысҡырыуын хәтерләтте. Төп ҡоҙа-ҡоҙағый булаһы кешеләр яҡындары менән ҡапҡа ауыҙына уҡ сығып, шау-гөр килеп, шаяртып, мәрәкә һүҙҙәр әйтеп, буяғы, биҙәге һыҙырылып бөткән арзанлы батмусҡа ҡырҡылған ҡыяр, ҡатыңҡыраған икмәк ҡайырылары, шыйыҡ айранды хәтерләткән бер шешә буҙ көмөшкә ҡуйып ҡаршы алһалар ҙа, ҡунаҡтар алдына ҡуйыр йүнле табын әҙерләнмәгәйне, ҡотһоҙ өй эсендә лә күҙгә эләгер ҡаралты-маҙар күренмәй. Яғылмаған мейес, һалҡын өй эсе ҡотһоҙлоҡто, шыҡһыҙлыҡты бермә-бер арттырып ебәрә.

Барған ыңғайы ҡоро-һары, ҡаралай булһа ла сәй эсереп алған булдылар, шунан мөштөрҙәп, ығышып йөрөп, күршеләре тотоп ингән ризыҡтарҙы турпышаға оҡшаш балаҫ менән ябыулы урындыҡҡа теҙеп, киске табын хәстәрләргә керешеп киттеләр. Беҙҙән ике класс түбәндә уҡыған, оңҡот фиғелле, бер аҙ аңрараҡ, әле ауылдарында мулла хөкөмөндә йөрөгән Хәйретдин аяҡтарын бөкләп урындыҡ түренә ултырып, килешһеҙ генә итеп сүрәләрҙе бутап, бата уҡығас, Мәҙинә апай йолаға ярашлы һонолған теге батмусҡа егерме биш һумлыҡ аҡса ырғытты, шунан табындағыларға таҫтамалдар, яулыҡтар таратты, төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйға күлдәк кейҙерҙе. Никах йолаһын мөмкинлегенән сығып, хәленән килгәнсе этеп-төртөп атҡарған мулла ҡуштан тауыҡтай һылашып барған тыңҡыш кәүҙәле ҡатынын эйәртеп ҡайтып киткәс, теге буҙ көмөшкәнең әшнәләре теҙеп ҡуйылған эскеселәр мәжлесе башланды. Ҡоҙағыйҙың тауышы Сажидәнеке һымаҡ моңло, яғымлы ғына икән. Ул беҙҙе башта моңло халыҡ көйҙәре менән кинәндерһә, тора-бара, эселгән эсемлек шауҡымынан уның һөйләшеүе тоҙһоҙға, йүнһеҙгә әүерелде, ә йырланған йырҙар инде йышылып бөтөп танһыҡты ҡандырған ауыл таҡмаҡтарына барып ялғанды:

Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,

Нужа күрмә никакуй,

Тәҙрәңдән елдәр иҫһә,

Куфайкыңды тыҡ та ҡуй!

Биттәрен шырт һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, шыбаҡшып таралған етек, сал сәсле, эскенән таушалған йөҙлө ҡоҙа ҡыштыҡлы бармаҡтарына ҡыҫтырған тоҙло помидор киҫәген, ә инде апаруҡ бәлйерәй төшкән сырыш маңлайлы, урттары эскә тартылған ҡоҙағый ҡырлы, бер сите кителгән рюмканы икәүһе бер юлы төп ҡунаҡтың танау тапҡырына килтереп терәнеләр.

Мәҙинә апайҙың йөҙө асыуҙан ҡыҙарып бүрткән, ул бына-бына шартлап һытылыр хәлдә, шулай булһа ла ауырлыҡ менән тыйылып, беҙгә сығыу яғына ҡарай эйәген ҡаҡты. Беҙ инде уның өнһөҙ бойороғон үтәп, шыпырт ҡына кейендек тә, айырылып, йәштәр өсөн ойошторолған икенсе урынға киттек. Тик шуныһы кәйефте ныҡ ҡырҙы, кәләш булаһы кеше баштараҡ беленмәһә лә, һалҡынға сығып ингәс, һиҙелеп иҫерә төшкәне асыҡланды. Кис буйы барыбыҙҙы һоҡландырып, хисләндереп йырланы ла йырланы, аҙаҡтан бер аҙ бәүелеңкерәп бейергә төшөп китте. Табынды ойоштороусы еңгәләр кәләште йәшереп аҙапланманылар, ул күптән йәшерелеүҙән уҙғайны.

Ауыл ерендә төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙың батаны ташлап ҡайтыуы ғәрлекле-оят иҫәпләнә, мәсхәрәләп, ҡыҙ ҡапҡаһын дегеткә буяуға тиң, иртән иртәнсәк шуныһы асыҡланды, Мәҙинә апай ҡустыһын, киленен эйәртеп, ҡара таң менән осраҡлы ылауға һағып, беҙҙе ҡалдырып ҡайтып киткәйне...

* * *

Стәрлетамаҡ институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында биш йыл дауамында уҡып, уны уңышлы тамамлағас, ауылға ҡайтып, мәктәптә бер аҙ эшләгәндән һуң ғаиләм менән район үҙәгенә күстек, шунан тағы ла ике йылдан Сибай ҡалаһына барып төпләндек. Шулай итеп, өйләнгәненән алып урыҡ-һурыҡ аралашҡан Хәлфетдин менән юлдарыбыҙ тамам айырылды, әммә ауылдаштар менән осрашҡанда ситтән генә булһа ла уның нисегерәк йәшәүен һораша, белешә инем. Әммә теге икәүҙең тормош-көнкүреше артыҡ шәптән түгел ине шикелле, сөнки һораған береһе, "Йәшәйҙәр инде шунда, иҫәпкә бар, һанға юҡ булып..." тип ҡул һелтәп ҡуйыу менән генә сикләнделәр.

Бер ҡайтҡанымда ауыл осондағы кәртәләнмәгән ҡуңалтаҡ йортҡа, Хәлфетдиндәргә боролоп индем; ишек алдында һул ҡулда утынлыҡ, ундағы юнылған, апаруҡ ултырышлы ҡайын түмәргә һабының муйыны ашалып бөткән балта сабылған. Бер яҡ ситтәрәк иҫке шифер менән ябылған соланһыҙ ҡара мунса, йоҡа трансанан ҡоршалған ҡыйыҡһыҙ келәт, арыраҡ өстән тартылған һайғау менән кәртәләп алынған мал аҙбары артында картуф баҡсаһы күренә. Трактор менән һөйрәп, ишек алдына уҡ индерелгән, юл мәтеһе һылашҡан ике буй ҡайын ағас бер нисә түмәр бысып-ярылған, улар ян-тирәгә тәртипһеҙ рәүештә сәсрәп-туҙыраған. Шунда уҡ оҙон ҡул бысҡыһы, аҙбарға һөйәлер көрәк-һәнәк ята, мунса ишегенең ҡаршыһына ике бағана ҡаҙып ултыртылып, сүс еп тартылған, унда инде нисек етте шулай, бысраҡ итеп йыуылған кер эленгән. Бөтә урында ла дөйөм тәртипһеҙлек, илке-һалҡылыҡ, әрпешлек, көн итеүгә ҡул һелтәп ҡарау күҙгә ташлана. Инер ишектең бер яҡ ҡырында ике тәгәрмәсе, оҙон тотҡалы ҡул арбаһы, төбөнә йомшаҡ күпмә һалынған, ҡолағына оҙон тимер сым тағылған ҙур ғына тимер кәритә күренә. Ҡулланылыштарын, тәғәйенләнештәрен белмәгәнгә, был шыҡһыҙ ҡулайламалар миндә сәйерһенеү тойғоһон уятты.

Ишек шаҡыуға яуап биреүсе булмаһа ла, алама, йыртыҡ балаҫ менән көпләүле, ҡайыш тотҡалы ишекте тартып асып, өй эсенә индем. Хәлфетдин яңғыҙы ине, өҫ кейемен дә һалып өлгөрмәгәйне, тик был юлы мазутлы түгел, брезент салбар, үтә ныҡ тотонолған пинжәк, шалбайған яғалы бумазый күлдәк кейеп алған. Мине күргәс, тоҡанып ҡыуанып китте, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ынтылып ҡосаҡлап уҡ алды, яҫы усы менән туҙан баҫҡан артһыҙ ултырғысты һөртөштөрөп, эргәмә шылдырып, ултырырға урын тәҡдим итте.

Бүленмәгән, бер генә яҡлы өй эсе бола, йыйыштырылмаған, өҫтәл өҫтө тулы йыуылмаған ҡашығаяҡ. Ағас рамлы, ҙур булмаған тәҙрәләрҙә ҡорған әҫәре күренмәй, эс яҡтан һылаулы стеналар аша-төшә буҙартып аҡланған, тәҙрә эргәһендәге иҫке, күптән ҡулланылыштан сыҡҡан пружиналы карауатта йоҡлап йөрөгән түшәктәре – простыняһыҙ матрас кер-ҡыштыҡтан йылтырап ҡатҡан, ҡолаҡсын ҙурлыҡ тышһыҙ мендәр бер яҡ ситтә ята; мамығы һиҙерәп күренгән юрған һепереү күрмәгән һоро буяулы иҙәнгә яртылаш һалынған, мөйөшкә ҡуйылған, сеүәтәләй экранын туҙан баҫҡан телевизор, өрлөк уртаһына беркетелгән, әле яҡты уҡ булһа ла тоҡандырылған түбән вольтлы лампа торлаҡҡа ҡайһылыр кимәлдә йәм, яҡтылыҡ өҫтәй. Тыштағы ытырғандырғыс, күңелһеҙ көнитмеш, эскә ингәс, бермә-бер көсәйә төштө. Үҙемде көтмәгәндә-уйламағанда мал аҙбарына барып юлыҡҡандай итеп хис иттем.

– Яңы торлаҡ ҡотло булһын, тик мин, белекһеҙ, бүләкһеҙ килдем бит әле, – тигән булдым ризаһыҙлыҡтан йыйырылыулы танауымды, сирылған маңлайымды усым менән йәшереп.

– Мында күсенгәнгә күп йылдар үтте, шуға быныһы артыҡ. Өйҙө, башҡаһын, үҙ ҡулдарым менән, оҫталығым самаһында эш араһында әтмәләштерҙем шунда, ауыл ерендә ҡыйыҡһыҙ, хужалыҡһыҙ көн итеп бумай бит. Өй эсе тулайым ҡатын-ҡыҙҙыҡы буһа, ишек алды, кәртә тирәһе – ирҙеке. Ундағы болалыҡҡа иғтибар итмә, көн оҙоно эш, ыуаҡ-төйәк менән буғас, ҡул теймәй.

"Өйөгөҙҙөң эске яғы ла, тышы ла бер сама инде", – тип уйлап ҡуйһам да телем икенсене һораны:

– Нисек йәшәп ятаһығыҙ әле, дуҫ!

– Арыу, – булды яуап. – Йә алдан хәбәр ебәрмәгәнһең, һинең килереңде белһәк, аш һалып, өҫтәл әҙерләп ҡуйыр инек. – Ингәс тә уң ҡулдағы, ишек төбөндәге яғылмаған, ауыҙын ҡором баҫҡан мейес яғына, шунан таҙартыуҙың ни икәнлеген белмәгән, ҡаҡашып ҡатҡан газ плитәһенә ҡарап алды. – Ауыҙы һалыулы ҡунаҡҡа ризыҡ тигәнең һәр ваҡыт табыла инде у...

– Рәхмәт, һыйлы табындан килдем әле. Ҡатыным шунда ҡалды, ә мин аулаҡлап ултырып алайыҡ, тип, һеҙҙең яҡҡа ыңғайланым.

– Яңғыҙың килеп, һәйбәт иткәнһең, тәртип, бөхтәлек яратҡан ҡатын-ҡыҙға мындай торлаҡты күрһәтеү уңайһыҙ нисектер, тағы икәүҙән-икәү генә һөйләшеп алыу ҙа күпкә еңелерәк.

– Тормошоғоҙ нисек?

– Арыу, тинем дә баһа! – Ҡойто өй эсен өмөтһөҙ һирпелеүе менән теүәлләгәс, дауам итте. – Йәшәлә инде, үлмәйем дә, ҡалмайым тип, башҡаларға эйәреп, таң ата ла кис була, көн артынан көн үтә... Мин ни, билемә балтамды ҡыҫтырып, оҫталыҡ мәшәҡәте менән шөғөлләнгән булам шунда; өй, аҙбар, мунса бурайым, тәҙрә урындары уям, ҡыйыҡ ябам, иҙән-түбәлекте бөтөрәм, бер һүҙ менән әйткәндә – өйрәнелгән, күнегелгән шабашка. Үҙебеҙгә лә, күрше-тирә ауылдарға ла саҡыралар. Аҡмаһа ла аҙлап тама, аҡса шунан килеп тора.

– Сажидә эштәме әллә?

– Какуй һиңә эш, беҙҙәге мал фермаһының күптән ябылғанын беләһең дә баһа, һауын һыйырҙарын дүрт-биш йыл түләнмәгән эш хаҡы иҫәбенә халыҡҡа таратып бирҙеләр, беҙгә лә еленле тана эләккәйне, быҙауланы, хәҙер ике баш, ваҡ мал, ҡош-ҡорт бар, башҡаларҙан ҡалышҡан юҡ. Сажидә ни, йүгермәләйҙер ауыл ҡыҙырып, әйенселәп, тиҙҙән ҡайтыр.

-Мәҙинә апайҙың вафатын ишеттек, ауыр тупрағы еңел булһын, игелекле кеше ине.

– Ерләнек уны ла арыулап, атай мәрхүмдең эргәһенә, йәнәшәләтеп, әҙәмсә итеп.

Әсәй мәрхүмәнең ҡырыҫ, тәкәббер, үҙһүҙле, еңмеш холҡон беләһең, киленен баштан уҡ өнәп еткермәне, һүҙҙәре, кәңәштәре берекмәне, күҙҙәрен мәңгегә йоморҙан алда беҙгә фатихаһын бирмәй китте бит, шуныһы йәл, ә бит атай-әсәйҙән ризалыҡ алмау – гөнаһҡа тиң.

– Уныһы шулай.

– Төтәтеп алайыҡмы әллә?

– Тартмағанымды беләһең.

– Улайһа мин үҙем. – Салбар кеҫәһенән арзанлы папирос ҡабын сығарҙы. Өй эсендәге араҡы көйөгөнә, танауҙы ярған һыҡраға ҡырҡыу тәмәке еҫе өҫтәлде. – Тормоштоң ҡото бала бит, ә беҙ шулай, бил быуарҙан бысылған түңгәктәй һерәйеп, икәүҙән-икәү генә суҡаябыҙ. Сажидәнең хәле барыһына ла билдәле, һин ситтә ятһаң да кеше аша ишетәһеңдер әле, ә ул араҡыға ағыуланған зәғиф бала тапҡым килмәй, тип баштан уҡ баш тартты, бер нисә тапҡыр аборт яһатты, ә хәҙер һуң инде...

– Былай, дөйөм алғанда килешеп йәшәйһегеҙме һуң?

– Килешәбеҙ, Сажидә бит мине ярата, ныҡ ярата, минһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Һәйбәт кеше ул, аҡыллы ҡатын, тик тотанағы тотмай эсә, ныҡ эсә, элек бер аҙ тотҡарланып ала, шу саҡта һил, рәхәт, үҙе бер байрам һымаҡ булып ҡала ине, хәҙер бөтөнләй тотанаҡтан яҙҙы, бәйҙән ысҡынды, кәнкритне тормозы тотмай. Тормозы тотмағас, кесе ярауға ҡыҫталған мәлдәрендә ыштанын, күлдәгенең итәген еүешләп ҡуя, шул кейемдәрҙе сайыштырып эләм, ни тиһәң дә, ир ҡулы йыуыу эштәренә килешле, ятышлы түгел, һыҡра эҫен бөтөрөп бумай. Күҙ терәп торған Сажидәмде ғәйепләргә йыйынмайым, бары бар тирә-яҡты, башҡорт ауылдарын баҫҡан эскелекте ғәйепләйем, ләғнәтләйем, шу ҡәһәр һуҡҡыры эскелек ҡорота бит көнитмеште, колорад ҡуңыҙы һымаҡ ашай, кимерә, ҡаҡ һабаҡҡа ҡалдырып ҡорота тормош баҡсаһын. Ауылда бер Сажидә генә эсә тиһеңме, ундайҙар өй һайын тиерлек, ауыл һайын, мына нимәһе аяныслы! Һин, элекке медицина кешеһе, әйт әле, ҡатын-ҡыҙҙы эскелектән дауалап буламы у?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булмай шул.

– Беләм, шайтан ғына өмөтһөҙ, мин дә үҙемде үҙем алдап бумаҫтайҙы, тормошҡа ашмаҫтайҙы көткән булам тағы. Сажидә иҫереп, аяҡтарына саҡ баҫып ҡайтып инә лә юҡ-бар һылтау табып, боларырға, туҙынырға тотона, сей талаш ойоштора, һауыт-һабаны ҡыйратып, уңлы-һуллы ырғыта башлай, табышын тартҡылаған бүре һымаҡ мине йолҡҡолай. Шунан саҡ тынысландырып, ипкә килтереп, ете төн уртаһында йоҡларға һалам. Төндә лә әле көтмәгәндә быуылып-нитеп ҡуймаһын, тип, боҙҙай һалҡын ҡулындағы пульсты эҙләп табам, иҙеү төймәһен ысҡындырам, йылытырға теләп, ҡат-ҡат юрғанға төрөп ташлайым. Ә үҙемә килгәндә, сәләмәт йоҡонан яҙғанмын күптән, төн оҙоно, миңрәү, аҡылын юйған маңҡорттай түшәктә ултырып, йә иҙән буйын улай-былай кәлепләп сығам, йоҡламаһаң, төн йылдай оҙон, күңелһеҙ уйҙар осһоҙ-ҡырыйһыҙ. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеү, өмөтһөҙ уйҙарҙан уйылыуҙан да ғазаплыраҡ нимә юҡтыр у. Сажидәнең эсеүе ҡул-аяҡтарымды тышағас, өй-тирәһендәге мәшәҡәттәргә лә күңелем төшмәй, теләгем ятмай. Иртәгеһен бер үк күренеш – бахмурҙан интеккән ҡатыным аяҡтарымды ҡосаҡлап илай-илай ғәфү үтенә, инде ауыҙыма бер тамсы алаһым юҡ, тип ант итә, тәүбәгә килә. Айыҡ аңына ҡайтҡас, бер рюмка табып ҡына баш төҙәтергә булып китә, шунан көн дә ҡабатлана килгән мәхшәр башлана. Ишек эргәһенә ҡуйылған нимәләрҙе күргәнһеңдер?

– Күрҙем.

– Уларҙың ҡулланылыштары үтә лә ябай – Сажидә ҡайтмай, ҡайҙалыр юғалып ҡалһа, урам буйлап эҙләп табып алып ҡайтам, ҡоро саҡта арбаға һалып, ҡыш көндәре кәритә менән һөйрәп. Хәләл ҡатынын бына ошолайтып, ҡул-аяғын сысаңлатып, эт өрҙөрөп, әҙәм көлдөрөп өйөнә өҫтөрәгән берәй ирҙе күргәнең бармы? Күрмәһәң – күр, ишетмәһәң – ишет, ул – мин! Былар хаҡында ишетеү һиңә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел, тик миңә лә бит кемгә лә булһа асылып алғы килә, аңлайһыңмы?

– Аңлайым, Хәлфетдин. Һин булмаһаң, был ауырлыҡтарҙы кем атҡарһын, башҡарһын!

– Аңлайым, тип ризалашып, баш ҡағып ултырыуы ғына еңел у, бы михнәттең ғазабын бар тәрәнлегендә белер өсөн уны үҙ иңеңдә, үҙ елкәңдә татып ҡарарға кәрәк. Бер көн сире ҡотороп китеп, лыпын һылашып түшәккә ятты, ҡан әҫәре ҡасҡан йөҙөнә үлек төҫө инде, күҙҙәре йомоҡ, үҙе эсен ике ҡулы менән ҡармап, быуылып-быуылып уҡшый, йәп-йәшел итеп күбек ҡоҫа, бер мәл ҡул-аяҡтары тартыша башланы. Аптырағас, фильшергә киттем, у саҡта беҙҙә ситтән кигән бер йәш ир эшләй ине. Бы килде лә, арлы-бирле ҡараштырғас, артыҡ ярҙам да күрһәтеп аҙапланмай, ҡайтырға йыйынды. Берәй йылы һүҙ, йә ыңғай кәңәш өмөт итеп, артынан эйәрә сыҡтым. Беләһеңме, бы әҙәм аҡтығы миңә нимә тине: "Ағай, кәңәшем шу, бармағыңа бармаҡ һуғып бер ни ҙә эшләмә, үлһә үлһен дә ҡуйһың, аяҡлы бәләнән ҡотолорһоң, исмаһам!" Кинәт ынтылып, яғаһынан бөрөп алып: "Һин нимә аңлайһың да нимә беләһең, маңҡа!" – тинем дә, ҡоласлап киҙәнеп, тегене һуғып та осорҙом. Күҙ күреме ер киткәнсе миңә янай-янай, төрмәгә апарып тығыу менән ҡурҡытып ҡайтып китте бы. Аптырағандың көнөнән иллә-аллаға, ауыл буйлап эҙләп, бер ярты араҡы табып, шуның менән ҡул-аяҡтарын ыуып, ҡалғанын саҡлап ҡына ауыҙына тамыҙып, әҙәм итеп алдым ҡатынды. Ә теге фильшер һүҙендә тороп, минең өҫтән ушастковыйға ялыу яҙып биргән. Полиция машинаһына утыртып район үҙәгенә алып барып, протокол төҙөп, ун биш суткыға утыртып ҡуйыу менән янанылар ҙа, ҡатынымдың бер үҙен бер нисек тә ҡалдыра алмайым, тип инәлгәс, һуңғы сиктә ҙур ғына штраф сәпәп, кире ҡайтарҙылар. У штрафты түләү өсөн дә әллә күпме тир түгергә, юҡ аҡсаны бар итергә тура килде.

Теге фильшер йоратына килгәндә уның иманһыҙ, кешелекһеҙ икәнлеген белдем. Шундай мәрхәмәтһеҙ, ҡанһыҙ әҙәмдәр ҡатындарына хыянат итәләрҙер. Шу ир башланғыс класта балалар уҡытҡан ҡатын менән гражданский бракта, беҙҙеңсә әйткәндә, ирекле никахта йәшәне. Хәҙер шу нимә модаға инеп китте бит. Бергә йәшәп ҡарайҙар ҙа, бер ни тиклем уаҡыттан, характерҙарыбыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ тап кимәне тип, икеһе ике яҡҡа китә, бер ниндәй яуаплылыҡ, кеше йәненә бирелә торған выждан ғазабы, оялыу, тартыныу хисе юҡ. Гражданский брак мәлендә тыуған балалар аҙаҡтан бракҡа, йәғни йәмғиәттә ҡулланылыуға ярамаған артыҡ, эшкә ашмаған тауарға әйләнәләр. Икенсе яҡтан, ҡатын менән ир мөнәсәбәтен алып ҡарайыҡ. Әгәр ҡатын ауыр хәлдә ҡалһа, уны ире сығарып ырғытамы, йә дөмөкһөн ятып, тип, ҡул һелтәйме, тормош бит у, әгәр ир үҙе аяныслы торошта тороп ҡалһа, нисек? Миңә ҡалһа, никах у атай-әсәй ризалығы менән эшләнә, һәм ул Хоҙай тарафынан юғарыла, асманда нығытыла.

Ата-әсә ризалығы тиһәм, әсәйҙең фатиха бирмәүе иҫкә килә лә төшә. Сажидәһеҙ йәшәй алмайым, тип айырып әйттем бит инде уға, бик теләмәһә лә, ризалашһа була ине бит. Ҡабатлап әйтәм, Сажидә, болоттар араһынан ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа күренеп ҡалған ҡояштай, ярты көн дауамына һуҙылған айыҡ сағында башҡа бисәләр һымаҡ, һин дә мин, ҡәҙимге, бешерә-төшөрә, йүгереп йөрөп өйҙө йыйыштырып ташлай, йыуа, йыша, таҙарта, тик шу эсеүе үҙәккә үтә. Ырымбур яғындағы бер кешегә апарып, код ҡуйҙырып та ҡараным, имсе ҡарсыҡтарҙан да өшкөртөп аҙапландым, файҙаһыҙ.

– Ары ни ҡылырға инде иҫәбең?

– Йәшәлә инде Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе. Әйткәндәй, тағы ла бер ҡатын мин тип кенә өҙөлөп йәшәй бит әле.

– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, был ҡылығың, ябайлаштырып әйткәндә, ҡатын өҫтөнән йөрөү була түгелме?

– Аңын-тоңон белмәйенсә, мине бер йөрөмтәл, уйнаш әҙәмгә сығарып, буш һүҙ ҡуйыртма, йәме! Уның менән араларыбыҙ алыҫ, мөнәсәбәттәребеҙ һалҡын. Коммерсант, беҙҙеңсә итеп әйткәндә, эспикүләнт-эшҡыуар у, ҡалала йәшәй. Магазиндар селтәре тота, етеш көн итә, машинала елдерә, төҫкә-башҡа кигәндә лә еренә еткереп, төҙәнгән-яһанған, ябайлаштырып һүрәтләгәндә, йыуылған-йышылған тиҙәрме әле? Шу ҡатын ауылға бер нисә тапҡыр килеп, мине үҙе менән алып китергә димләне, йәнең ятҡан эшкә урынлаштырырмын, машина һатып алып бирермен, татыу итеп ҡалала йәшәрбеҙ, тип вәғәҙәләй.

– Гонаһһыҙ фәрештә, ауыҙыңа төшкән һары май бит был, ни тип яуап бирҙең инде?

– Һине йүнле кешегә хисаплап йөрөһәм, әллә ниндәй еңел-елпе һорау бирәһең, минең Сажидәм бар ҙа баһа, у минһеҙ ҡалайта, шу хаҡта уйланыңмы? Тағы ҡала тормошо минең өсөн ят бауыр, ошонда тыуғанмын, ошонда үҫкәнмен, әҙәм балаһы ергә мәңгегә кимәгән, көнөм бөтһә ошонда ерләрҙәр!

– Берүк ғәфү ит, йәпһеҙерәк һүҙ ысҡындырҙым.

– Йәпһеҙ имеш, сеп-сей, йүнһеҙ хәбәр! Бик беләһең килһә, әҙәм балаһы бы донъяға һәр саҡ икенсе яртыһы менән тыуа, ә минең икенсе яртым – яҡшымы-яманмы, тап киләме, юҡмы, Сажидәм, уға һуңғы көндәремә саҡлы тоғро ҡаласаҡмын, шуны бел! – Хәлфетдин ҡулында һүнгән папиросын асыуланып атып бәреп, уны кирза итегенең үксәһе менән тызып иҙеп ҡуйҙы.

Бер ни тиклем һүҙһеҙ ултырғас, әңгәмәне яңынан терелттем:

– Силәгенә күрә ҡапҡасы, дуҫ, Сажидә эскәс, уға эйәреп тотҡоламайһыңмы, ҡапыл тоҡанып, яндырайланып китеүеңде күреп һорайым?

– Йәшермәйем, баштараҡ булғыланы, шунан тыйылдым. Ир эсһә – ярты донъя, ҡатын эсһә – тотош донъя яна, тиҙәр бит. Минең ҡайны менән ҡәйнәне күреп белдең, икәүләп, эйәртенешеп йөрөп эстеләр, сурагат араҡы эсеп, икәүләп, бер төптән китеп тә барҙылар. Сажидәнән башҡа баллары юҡ ине бит, хужалыҡтары шауҙырлап торҙо ла ҡалды. Хәҙер нисек тә ярты донъяны тоторға тырышҡан булам тағы, тик у күпмегә саҡлы дауам итер, белмәйем. Кешеләр ике төркөмгә бүленәләр һымаҡ – ерҙең ҡояшлы яғында йәшәгәндәр һәм болотло яғында ҡалғандар. Мин болотло, ҡараңғы тормошта көн иткәндәр ҡоронан. Әҙәм балаһы маңлайына яҙған яҙмышты ҡыуалай, шу, дүрт тарафын сикләгән ҡалыбынан һис ҡасан ҡотола алмай. Сажидәмде яңғыҙын ҡалдырыу ҡайҙа, уның менән етәкләшеп ҡояшлы яҡҡа ынтылабыҙ ҙа бит, тик ике араны айырып тотҡан, күҙгә күренмәҫ пәрҙәне йыртып, теге яҡҡа сыға ғына алмайбыҙ. Хас та балыҡсы ауына сырмалған, унан ҡотола алмаған ташбаштарбыҙ, тормоштоң ҡәҙерен белмәгән, йәшәүҙән мәғәнә тапмаған миңрәү ташбаштарбыҙ!..

Уңарсы таҡта солан иҙәнен шығырҙатып инеп килеүсе кешенең аяҡ тауыштары ишетелде, шунан дауыл ҡайырғандай шар асылып киткән ишек ауыҙында Сажидәнең сибек кәүҙәһе пәйҙә булды; сәстәре туҙған, арыған күҙҙәре йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, өҫтөндә йыуылыуҙың ни икәнен белмәгән ала-сола төҫтәге халат. Ҡарасҡы, торғаны бер ҡурҡыныс шәүлә, сит бер ерҙә тап иткән осраҡта, уны ошо хәл-торошта, төҫ-башта танымаҫ инем, валлаһи шулай!

– Хәлфетдин, ҡәҙерлем, берҙән-берем, мына ҡайттым нәкәнис, ауыл өйҙәрен теүәлләп, – мине абайлап өлгөргәс, ҡаштарын юғары сөйөп ғәжәпләнгәндәй итте, – күрмәһәң – күр, ишетмәһәң – ишет, яр аҫтынан яу сыҡҡан, мына исмаһам яңылыҡ, беҙгә ҙур ҡунаҡ, хөрмәтле түрә килгән икән дә баһа, баш мөхәррирҙең үҙе! Урам буйлап хәйерселәгәндә ишеткәйнем шу, һаумы, үнгәр! – Ҡатын ҡулдарын шапылдатып бер-береһенә һуғып алғандан һуң, эргәмә килеп, тупылдатып арҡамдан һөйҙө. – Билдәле яҙыусы, писәтель хикәйә, юҡ тигәндә, повесть яҙырға килгәнме, ә? – Танауыма араҡы көйөгө, һыҡра еҫе килеп бәрелде. Ятһырауымды һиҙеп өлгөргән ҡатын артҡараҡ тартылды. – Хушбый һөртөнөргә ҡалала йәшәмәйбеҙ, үнгәр! Яҙыу-һыҙыуға кигәндә, тиктомалдан нимәһен яҙаһың, ыңғайы бер йомоштарын тоттороп сығарырлыҡ нимәбеҙ бумағас, – быялаланған, мәғәнә ҡасҡан күҙҙәре менән торлағын теүәлләне, – беҙгә инеп-сығыусылар бик һирәк, пашти-што юҡ кимәлендә, ә һин эшкә һынап килергә иткәнһең, маладис, афарин! Бисәң менән икәүләп, ҡушарлап киһәгеҙсе, хәйер, уны бик тә эре, тиҡый, һауалы, кеше менән һөйләшер-һөйләшмәҫ, башҡаларға юғарынан аҫҡа ҡараған кеше тиҙәр. Беҙҙе, ҡара рабуший, пралитарий халыҡты, элекке тракторист менән эштән ҡыуылған даярканы тиң-тошона һынау ҡайҙа, ызнамы шулай! Күрмәһәң – күр, үнгәр, мына беҙ ошолайтып йәшәп ятҡан булабыҙ әле, барына шөкөр итеп. Ауыҙыңдан сыҡҡансы, ғарҡ буғансы һыйлап ҡайтарыр инек тә үҙеңде, тик әҙерлегебеҙ, запасыбыҙ самалы. – Буш һауыттар өйөлөп ятҡан өҫтәл яғына ымланы. – Хәлфетдин, бер ҡыҫмырҙай ҡул ҡаушырып утырғансы, һин үҙең берәй нимә хәстәрләһәңсе, һыу биҙрәлә, икмәк, картуф бар.

– Ир кеше нимә генә алып ҡуйһын инде, һине көттөк, – тине Хәлфетдин ғәйепле кешеләй, ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп.

– Көтһәгеҙ ни, бына, ҡайттым бит! – Сажидә иҙән уртаһына сығып баҫты ла ялбыраған сәстәрен ипкә килтереп һыйпаштырғандан һуң, ике ҡуллап сикәләрен ҡыҫты. – Ай, башым, ғәзиз башым ярылып бара, эсем өҙөлә, бер йотом ғына кәрәк ине, өй беренсә йөрөп сыҡтым, исмаһам, береһе хәлемә инһәсе, сурагаттары, тауыҡ тиҙәге болғаған көмөшкәләре, юҡ тигәндә, артаған балдары жалкы. Хәҙерге кешелекһеҙ кешеләр ауыҙыңа бер тамсыны тамыҙырға йәлләйҙәр, свулыштар, сәсрәп киткерҙәр. Һыйға килгәндә, һине ҡоро сығарыу юҡ, үнгәр, минең һыйым һәр ваҡыт үҙем менән. – Шулай тине лә ярғыланған усы менән сырыш, һиҙелеп һары төшкән биттәрен, төҫһөҙ йоҡа ирендәрен һыпырҙы. – Тыңла, улайһа, ыслушай, билдәле халыҡ хәйерсеһе, әй ҡороғор, ни тием тағы, күренекле йырсы, ауылдың тауышы ултырған, ҡарлыҡҡан һандуғасы Сажидә Ҡотләхмәтова йырлай. Кыстати, хәҙер мине табындарына саҡырмайҙар, но ҡайһы саҡта, ҡайһы берәүҙәр моңло итеп йырлаһам, бер рүмкә ҡойоп бирәләр биреүгә, шуныһына ла ризамын, риза бумаҫ инең дә һатыулашыр тауарым шу. Шулайтып йыр таратып, йыр һатып йәшәлә. Мужыт, үңгәр, һин дә түш кеҫәңдәге аҡсаңдан әҙерәк өлөш сығарырһың, ауырыған башты төҙәтерлек, күп һорамайым бит, бер йотмалы ғына, ну?

– Сажидә, көтөп алған ҡунаҡтың башын ҡаңғыртып, ни һөйләйһең, оялыр инең саҡ ҡына! – Хәлфетдин ҡатынын тыя һалды.

– Шаярттым да баһа, мәрәкәләнем, шаяртырға ярамай штү ли? Шулай итеп, минән бушлай йыр-бүләк! – Мул, яурындары һалынҡы күлдәгенең итәген тартты, бысраҡ кофтаһының ысҡындырылған төймәләрен элде.

Хуш инде, мәңгегә,

Хуш инде.

Китә яҙ, китә наҙ,

Ҡыш инде.

Тағы бер текәлеп

Ҡарайымсы.

Рәсемеңде күңелемә

Һалайымсы...

Сажидә эскелектән миктәһә, ыҙаланһа ла, тауышы сағыу, яғымлы, күңел төбөнән урғылып сыға ине. Була бит шундай кешеләр, теләһә ниндәй шарттарҙа ла уларҙың Хоҙай Тәғәлә биргән һәләттәре һаҡланып ҡала, уны юҡҡа сығарыу, юйып ырғытыу, тартып алыу мөмкин түгел. Күңелемде асырғаныулы уй сыйҙы: "Яңылыш юлдан киткәнһең бит һин, әгәр шул йыр-моң юлын юллаһаң, үҙең дә, Хәлфетдинең дә бәхетле булыр ине, үкенесле, бик тә үкенесле..."

Йыр тамамланғас, ҡыйынһынып ҡына урынымдан ҡалҡтым:

– Ҡайтайым булмаһа, мине көтәләрҙер, һау булығыҙ! – Ишек төбөнә килгәс, кире ҡайырылдым. – Йыр-моң табыныңа ҡуйған һыйың шул тиклем дә татлы булды, Сажидә, рәхмәт һиңә!

– Ни хәл итәйем, бар байлығым, күңел ризығым шу... – Тишә яҙып иренә тексәйҙе. – Йә, Хәлфетдинем, берҙән-берем, бәғрем, ҡәҙерлем, үнгәрҙән бумағас, һин тап берәй нимә, хәҙер үк тап һәм ҡойоп бир, срушны, ишетәһеңме?

Ишектең ябылыуы булды, артымда нимәнеңдер шылтырап ватылыуы һәм ҡатын-ҡыҙҙың ярһып үкһеүе ишетелде.

2

Эштән төшкө ашҡа ҡайтышлай юл ҡырындағы Маяковский паркындағы ултырғыстарҙың береһендә таныш һынды сырамытып туҡталдым:

– Һо-о-о, Хәлфетдин дуҫ, хәйерле көн!

– Хәйерле...

– Бына, исмаһам, осрашыу, һине беҙҙең тарафҡа ниндәй елдәр ташланы?

– Яҙмыш елдәре шулай инде ул, ҡаға ла һуға, көтөлмәгән яҡҡа апарып ырғыта.

Ҡалай уаҡытлы йөрөйһөң әле... – Теге урынынан ҡалҡып, теләкһеҙ генә ҡулын бирҙе лә ултырғысҡа киренән ултырып, бөгөлөп төшөп, элекке торошона ҡайтты, күренеп тора, шыпа ла ғына кәйефе юҡ, уйы, ғәме башҡала.

– Телефон номерымды беләһең, нишләп шылтыратманың, ҡаршы алыр инем.

– Ундай күҙгә эләгер нимә беҙҙә торламай, Сажидә кемгәлер минең кнопочнойҙы бер ярты первачҡа һатҡан, хәҙер бер кем менән дә һөйләшеп бумай, тере ҡулмын.

– Әйҙә беҙгә, сәй эсеп алырбыҙ, иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ, артыҡлап

Ҡабаланмаһаң, йоҡлап ҡайтырға ла мөмкин. Беҙ бында, яҡында ғына йәшәйбеҙ, ҡатын өйҙә, малай вахтала эштә.

– Мин күреп-белгән, итек ҡуңысынан юғары китмәгән улығыҙ шулайтып ҙурайып, ир-егет тә булып киттеме ни, мына бит үткән ғүмер!

– Уларға ҡарап ҡына олоғайғаныбыҙҙы, ҡартайғаныбыҙҙы күрәбеҙ. – Ап-аҡ сәстәремде һыпырҙым. – Ауылдаштар ни хәлдә?

– Кеше береһе икенсеһенә йомош һорап, хәлен белергә инеп сыҡмай хәҙер, һәр кем үҙ донъяһына, үҙ ихатаһына бикләнгән. Тағы шуныһы сәйер, береһе икенсеһе менән һаулыҡ һорашмай. Урамдан техника ла үтмәй, эштәренә ашығып йүгерешмәйҙәр ҙә, әйтерһең, ауыл мәрткә киткән, үлгән, юҡҡа сыҡҡан. Бына шундайыраҡ йәшәү бөгөн ауыл ерендә. Рәхмәт саҡырыуыңа, йомошом ҡабалан ине, миңә бөгөн кисекмәҫтән кире боролорға кәрәк, Сибайға тура ылау бар, тигәстәре, ҡабаланып, ишеккә йоҙаҡ элдем дә киттем.

– Сажидә ҡайҙа әле, – дуҫымдың тикмәгә килмәгәнлеген күреп, өҫтәп ҡуйҙым, – дауаханаға һалдылармы әллә?

– Хуже. – Хәлфетдин кеҫәһенән тәмәке ҡабы килтереп сығарып, сигарет тоҡандырҙы ла уны ҡомһоҙланып һурырға керешеп китте, ауыҙ-танауҙан ҡуйы төтөн борхоно, аҫтары күгелйемләнеп яҫтыҡланған күҙҙәре йәшләнде. – Бындағы наркодиспансерға тыҡҡандар. – Яҫы маңлайҙағы һырҙар тағы ла тәрәнәйеп киттеләр һымаҡ. – Райондан "скорый" килеп әпкиткәндәр ине уҙған аҙнала, үҙҙәре менән мине алып тормағайнылар, кире боролғас, ҡатынды ҡайҙа урынлаштырыуҙарын телефундан хәбәр иткәндәр. Шуны беҙҙәге фильшер Ғәлимә инеп еткереп сыҡты.

– Уның бындалығын белмәнек, барып хәлен белеп торор инек.

– Ундағыларҙың хәлен беләләр микән у, шуныһы вапрус. Ҡайҙа әле у, диспансер тигәндәре, берәйһенән һорашып табырмын, тип утыра инем әле, алай ҙа, әмәлгә баҡҡандай, һине тап иттем.

– Эргәлә генә ул, күрше кварталда, бынау юл буйлап бараһың да урамдар киҫешкән ерҙә уңға ҡайырылаһаң – күренеп тора.

– Сажидәмде күрәм тип килдем. Ярай, мин унда бара һалайым инде, ауылдан килгән кешегә һағып килгәйнем, ә у оҙаҡлап һуҙмаңлама, ошо урындан ҡуҙғалырбыҙ, тине.

– Бынан тороп өйрәтһәм дә уны шунда уҡ таба алмаҫһың шай, бергәләп барайыҡмы әллә?

– Әйҙә һуң, ҡабаланмаһаң.

Кирбестән һалынған ике ҡатлы наркодиспансер үҙенең сәйер тынлығы менән ҡаршы алды: ишек алдында ла бер кем күренмәй, көн ҡояшлы булыуға ҡарамаҫтан, тәҙрәләргә шаршауҙай ҡорғандар тартылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, фани көнитмешкә ят, ситен торлаҡ. Урын-урыны менән тишелеп, ян-тирәһе ҡыйралып бөткән асфальт тротуар ситендә теҙелеп үҫкән ҡайындарҙан талғын елгә эйәреп, һары япраҡтар түгелә. Улар ҡалын келәмдәй ер өҫтөн япҡандар. Әбейҙәр сыуағы үтеп, көн боларыңҡырап торғанға, көл төҫөн алған күк йөҙөнән бөртөкләп, унда-бында ямғыр тамсылары төшкөләй, мәгәр көн торошо шым-шырыҡҡа, яуынға күсмәгән әлегә. Таш баҫҡыстарҙан күтәрелеп, тимер рәшәткә менән уратып алынған цемент майҙансыҡҡа баҫтыҡ. Ҡара күк төҫкә буялған, тотҡаһы һиҙелеп тутыҡҡан инер ишек бикле ине, оҙаҡ итеп ҡыңғырауҙан саҡырырға тура килде.

Ниһайәт, ҡалын тимер ишек күгәне майһыҙ булғанлыҡтан, шығырҙап асылып, унда йәмрәй йөҙлө, ташбыҡ күҙле ҡатындың ҡыҫҡа сәсле ялбыр башы тығылды:

– Ну?

– Һаумыһығыҙ!

– Һау бумаһам, доктор түгелһеңдер әле.

– Доктор, дөрөҫөрәге элекке доктор.

– Һеҙгә кем кәрәк?

– Йылайыр районынан ебәрелгән Сажидә Ҡотләхмәтоваға килгәйнек, – тип икебеҙ өсөн дә яуап бирҙем.

– Нишләп исемләп әйтәһегеҙ, алкашкаға, тигән дә ҡуй, мында бөтәһе лә бер һап та бер ҡап!

– Юҡ, алкашка түгел, беҙгә Сажидә Ҡотләхмәтова кәрәк.

– Кәрәк тә икән ти, дәлше што?

– Уны күрергә ине.

– Мынауында ясно, даходчиво итеп яҙылған бит, – ишек ҡырлауындағы алтаҡтаға беркетелгән белдереүгә бармағы менән төрттө, – пасищение сәғәт 5-тән һуң ғына! – Ишек ҡабаттан ябылып, эс яҡтан сынйырлы биктең шауҙырлағаны ишетелде. Асыуланып ҡат-ҡат кнопкаға баҫтым. Бик оҙаҡ көттөрөп, ярыҡҡа әлеге күрмәлекһеҙ баш ҡабаттан тығылды:

– Бывший доктор, что вы так сильно безабразничаете?

– Ғәфү итегеҙ, беҙгә Сажидә...

– Бер тапҡыр әйттем түгелме? – Алаптай ауыҙ уҫал бүлдерҙе.

– Бына, алыҫ ауылдан иптәшем кеше ылауына ултырып килгән, ҡатынын күреп ҡайтырға кәрәк, ул оҙаҡ көтә алмай!

– Тоже мне, көтә алмай, имеш, көтә алмаһа, ҡаҙалып китһен, пошли вы все к черту, ходят тут, алкашкаларҙың бысрағын таҙалап, ҡоҫҡолоғон һөртөп, былай ҙа баш ҡатҡан, наҙайыл, ҡасан пенсияға сығыла инде... – Ҡатындың һуңғы әр һүҙҙәре ярыҡта бүленеп ҡалды. Ары ни ҡылырға белмәй, урында тапандыҡ.

– Нимә эшләргә миңә? – Хәлфетдин көтөлмәгән ҡаршы алыуҙан бар аҙ юғалыңҡырап ҡалған. – Кискегә ҡала алмайым бит әле, мына бәлә...

– Бөгөн беҙгә барып йоҡларһың да иртәгә иртән ҡабул итә торған ваҡытта икәүләп килербеҙ.

– Нисек кире ҡайтырмын һуң, беҙҙең яҡҡа автобус йөрөмәгәнлекте прикрасны беләһең!

– Яйын тап килтереп, редакцияның машинаһы менән елдереп кенә апарып ҡуйырбыҙ. Киттек.

Шул мәл артыбыҙҙа санитарканың һөйләнеүе ишетелде:

– Захадите, сегодня я добрая, только нидолгы, узнает, врач будет ругаться. Фамилию сказали как?

– Сажида Кутлахметова.

– Кутлахметова, из тринадцатой палаты ызнашит, щас пазаву...

Инеп, ишек төбөнә ҡуйылған кушеткаға ултырҙыҡ. Саманан тыш ҡулланылған хлорка еҫе тынды быуа, күҙҙәрҙе әсеттерә. Бер аҙҙан картуф баҡсаһының ҡарасҡыһына кейҙерелә торған көләпәрәле оҙон халат бөркәнгән Сажидә күренде. Күҙҙәре һүнгән, ҡан әҫәре ҡасҡан йөҙө тартылып киткән, сыбыртҡылай һалынған ҡулдар, ҡаҡса кәүҙә тапма тотҡандай ҡалсылдайҙар, дерелдәйҙәр.

– Һаумы, һаумы, Сажидәм! – Хәлфетдин өтәләнеп урынынан ҡалҡты ҡаршы

Уҡталып, ҡатынының ҡулдарын ҡулына алды ла уларҙы өрөп йылытырға керешеп китте, үҙе ыңғайы бер һөйләнде. – Хәлдәрең нисек, өшөп киткәнһең бит ҡайһылайтып, өйҙә һин бумағасың йоҡом йоҡо түгел, таң һыҙылғансы түшәктә һерәйеп сығам... – Хәйерле көн, Сажидә! – Мин дә йәйелеп ултырыуҙы килештермәй, урынымдан торҙом.

– Һаумыһығыҙ... – Беҙҙе күрмәгәндәй, абайламағандай, дөйөм һаулыҡ һорашты Сажидә, шунан кушеткаға ултырҙы ла ыҙғырыҡта күшеккән ҡоштай бөршәйеп ҡалды. – Йылы бирмәгәндәр мында, шуға ныҡ һалҡын, өшөтә, йылына алмай ҙа ҡуям... Көн һайын һөйләшеп, хәлдәрҙе белешеп торор инек тә, башҡаларҙыҡы һымаҡ телефоныбыҙ юҡ.

– Нимәгә ул телефун, бына ҡоштай осоп килеп еттем бит! – Хәлфетдин шулай тине лә ҡулындағы пакет төйөнсөгөн ҡатынының янына ҡуйып, уны ҡабаланып тағатырға кереште. – Белгәндәй-һиҙгәндәй, йөн свитерыңды килтергәйнем, йылы ойоҡбаштарҙы, хәҙер шуларҙы кейеп ебәрһәң, йылынып китәһең у. Бына көйгәнерәк, майһыҙыраҡ буһа ла, һин яратҡан еләк бәлешен бешерҙем әле, мынау һауытта һалмалы тауыҡ һурпаһы, сөсө икмәк, шәкәр-сәй, алмалар... Инерһең дә ашай һалып алырһың, йөрәгеңә ял булыр, балнис ашы ни, тәнгә йоға һалып бармай, Армияла, госпитәлдә аяҡты һындырып ятҡас, уныһын ғына күргән бар. Һурпа ауылдан килгәнсе һыуынған инде. Шулай ҙа юҡтың көнөндә бара...

– Бер нимә лә ашағым кимәй, өҙлөкһөҙ күңелем болғана. – Сажидә ауыр уфтанды. – Өй тирәһе нисек?

– Көн торғанда тип, картуфты ҡаҙып алдым. Ныҡ уңған. Күрше Фәғилә инәй "кәтмән" тип һөрәнләгәс, уға ла оло бер биҙрә тотторғайным, саҙаҡа итеп ҡабул итәм, тип ҡыуанып китте. Әйткәндәй, у һиңә сәләм күндерҙе, сәләмәтләнеп сыҡһын, ти. – Мында сәләмәтләндермәйҙәр, ә ваҡытлыса айыҡтыралар ғына. Өҙлөкһөҙ эсәктәремде йыуалар, ҡанымды таҙарталар. Уларҙан ни файҙа, тәнемде түгел, йәнемде таҙартырға кәрәк минең... – Сажидә ҡулдары менән муйынын, биттәрен ыуып, халат итәктәрен тартып ҡымтыны. – Көн һайым төшөмә атай-әсәйем инә, кил беҙгә, тип, мине үҙҙәренә саҡыралар...

– Һинең өсөн борсолаларҙыр, ҡайтҡас та аят уҡытып алырбыҙ, йортобоҙға аҙан ҡысҡыртырбыҙ. Ҡасан ҡайтарабыҙ тинеләр, өй эсен йыуып-йышып, стеналарҙы аҡлап сығырмын, тәҙрәләргә аҡтан-аҡ пәрҙәләр элермен дә ылау йүнләп ҡаршы килеп алырмын. Элекке көн шабашкала эшләгән аҡсамды, бирәсәген ҡалдырып киткәйне бер танышым, килешләй Баймаҡта һатыу нөктәһенә туҡталғайныҡ, ҡараһам – как рас һиңә ярамалы матур концерт күлдәген иң түргә элеп ҡуйғандарсы, әйтерһең дә һиңә үлсәп теккәндәр! Күлдәкте әйтәм, зәңгәр күк төҫөндә, муйын тапҡырына, итәгенә аҡ ләлә сәскәләре төшөргәндәр, күрһәң – йығылып китеп һуштан яҙырлыҡ. Һатыусыға берәүгә лә һатма, тип нығытып әйтеп киттем, бөгөн шуны хаҡына ҡарамай һатып алып ҡайтам. Байрам яҡынлаша бит, һис бер кемгә тәтемәгән күлдәкте кейеп, сәхнәгә сығырһың, ә мин иң алғы рәттә һиңә һоҡланып ҡарап ултырырмын, иҫ китмәле шәп буласаҡ, мына күрерһең!

– Расхутланма улайтып, кәрәкмәй, һиңә лә бит тотонорға аҡса кәрәк... Бурысҡа батып киткем килмәй, ҡайт та ошо кешеләргә бирәсәктәремде түлә, йәме? – Халат кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәген килтереп сығарып, иренең усына йомдорҙо. – Ҡайтырмын, бер килеп ҡайтырмын... Бөгөн таңдан килереңде белдем һәм көттөм, шуға йырлағым килә, Хәлфетдин...

– Әйҙә, йырла, йырла Сажидәм... Мин дә һинең ана шу йырҙарыңды һағынып килдем. Бер кем дә һинең һымаҡ моңло итеп йырлай алмай, һинһеҙ саҡта шуны белдем әле.

Ултырып йырлап күнекмәгән Сажидә, урынынан торҙо ла, ҡабырсағынан ҡотолорға теләгән ҡусҡарҙай, шыҡһыҙ халатын сисеп ырғытты, кәфендәй аҡ күлдәгенең итәген тартыштырҙы, ялбырай төшкән сәстәрен һыпырҙы, күҙҙәренә ҡапыл наҙлы, нурлы осҡондар ҡунғандай итте:

– Ниндәй йырҙы ишеткең килә?

– Беҙҙең йырҙы, һине тәүге тапҡыр оҙатҡанда Сейәлетүңгә барғайныҡ бит әле, хәтереңдәме? Төн һыуҙай яҡты ине, йондоҙло күктә тулған ай йөҙә, ә һин күк борсаҡ төшкән аҡ күлдәктә инең...

– Шу саҡта ни тиклем дә бәхетле буғанбыҙ, Хәлфетдин, хәҙер илаһи, ҡабатланмаҫ күренеш әкиәттәге һымаҡ ҡына иҫтә ҡалған, ышанғы ла кимәй хатта. Ә һин еңһеҙ аҡ күлдәктә, ҡара салбарҙа инең, ҡулыңда әрменән апҡайтҡан "Командир" сәғәте. Шу сәғәтеңде бер шешәгә алмаштырҙым бит, асмайел, ни тиклем бәғерһеҙлек, ни тиклем этлек. Ә һин мине һәр саҡ ғәфү итәһең, кисерәһең, күпме улайтырға мөмкин, ә?.. Мында тәртип бик ҡаты, йырлау түгел, тауыш күтәреп һөйләшергә лә ярамай, аҡырып тыя, киҫәтә һалалар. Ир санитарҙар бигерәк аяуһыҙ, "белая горячка" һылтауынан еңһеҙ халатҡа сырмап һалып ҡуйыуҙары ла бик ихтимал, иман юҡ уларҙа.

– Ә һин ипләп кенә, беҙ ишетелерлек итеп кенә көйлә.

– Ярай улайһа. – Сажидә кибеп ярылған ирендәрен ялап алды.

Һайра, һайра, һандуғасым,

Сиртмә-сиртмә талдарыңда.

Хыялыйҙар иткәйнең бит,

Мине йәшлек таңдарыңда...

Кәүҙәһе бирешеп бөгөлгән, рухы һүнгән, тормошона ҡул һелтәгән ҡатындың тауышы тау ҡыуышынан һығылып сығып сылтырап аҡҡан саф инештәй көслө һәм һоҡландырғыс ине. Ул тар, ярым ҡараңғы, таш лабиринтты хәтерләткән диспансер коридорын, тәҙрәләренә ҡорос рәшәткә ҡағылған хәстәхананы яҡтыртып, нурландырып ебәрҙе һымаҡ, таш стеналар ян-яҡҡа тартылып, түшәм юғарыға күтәрелеп, хлорка, дарыу еҫе һеңгән торлаҡ күҙ менән ҡаш араһында ылыҡтырғыс, күркәм йәннәт баҡсаһына әүерелде. Әҙәм балаһы һүнһә лә, йыр-моң мәңгелек икән, Сажидәнең йыры мине тағы ла бер тапҡыр ошо хаҡиҡәткә инандырҙы.

– Вы что себе позволяете, тут лечебное учреждение! – Көтмәгәндә эргәбеҙҙә сибек кәүҙәле, етендәй һары сәсле, осло танаулы, һыпра төшкән ҡаҡ түшле шәфҡәт туташы пәйҙә булды.

– Не видите что ли, она поет, сестричка! – тинем илаһи һиллекте боҙған ҡыҙға асыуланып.

– Опять напилась что ли?

– Выбирайте слова, уважаемая сестричка, соблюдайте этикет!

– Плевать хотела на ваш этикет, соблюдаю инструкцию, то, что положено. А то выламываются к нам всякие посетители, спаивают пациентов, потом мне отвечать!

– Она абсолютно трезва!

– Не оправдывайтесь, я знаю вас! – Сажидәгә күҙҙәрен аҡайтып тексәйҙе. – Пошла быстро в палату, тебе систему надо ставить, потом уколы делать! – Тәрбиә, әҙәп төшөнсәләрен һанламаған шәфҡәт туташы ҡуш йоҙроҡтай осаһын бейетеп, тырт та мырт баҫып китеп тә барҙы.

– Мине йыуындырырға, таҙарындырырға йыйыналар, китәйем булмаһа... – Сажидә төйөнсәкте ҡуйынына ҡыҫып, китеү яғына ҡарай ыңғайланы.

– Сәләмәтләнеп ҡайт, ә мин һине көтөрмөн! – Хәлфетдин ҡатынының артынан эйәрә бирҙе.

– Һин унда барма, ярамай, – тине Сажидә, шунан миңә ҡараны. – Үнгәр, әгәр киләсәктә минең хаҡта берәй нимә яҙһаң, матур, килешле, ябай итеп яҙ, йәме? Йәмһеҙ йәшәһәм дә, әҙәмсә көн итергә тырыштым, килеп кенә сыҡманы, йырлап, ҡыуанып, Хәлфетдинемде ҡыуандырып йәшәргә ине лә, ошо ҡәһәрле ауырыу емерҙе барыһын. Хәмер йыуған тормоштоң ҡото бумай. Һис кемгә, һис ҡасан насарлыҡ, хаслыҡ эшләмәнем, өйөбөҙҙәген таратһам, араҡыға һатһам, өләшһәм дә, яттарҙың әйберенә оронманым... Һине оҫта яҙа тиҙәр, минең ҡойто яҙмышты ла төҙәтеп, үҙгәртеп, еренә еткереп яҙырһың бит, ә, үнгәр? Тағы минең турала яҙғанда, башҡалар һабаҡ алһын өсөн, һис ҡасан эсмәгеҙ, эсә күрмәгеҙ, араҡы – ул атом бомбаһы ише, кешене генә үлтереп ҡалмай, тоҡомдо, нәҫелде ҡорота, тип тә өҫтә.

– Айыҡ саҡта аҡыллы кешеһең һин, Сажидә, күңелең саф, уйлаған уйҙарың яҡты!

– Һайра, һайра, һандуғасым... – Сажидә йыр һүҙҙәрен ишеттереп шыбырҙап, ярым ҡараңғы коридор буйлап атланы һәм көтмәгәндә ҡайырылып, ҡулын болғаны. – Хушығыҙ... Ҡотһоҙ мине түгел, йырымды йыш иҫегеҙгә төшөрөгөҙ... Һеҙгә йырым ҡалһын... Оҙата кил, ғүмеремдең, йәшәлмәгән йылдарына...

Парктағы теге ултырғыс янына килдек.

– Миңә ошонда көтөргә ылауҙы, – тине Хәлфетдин.

– Тәҡдимем көсөндә ҡала, бәлки, беҙҙә ҡунып ҡайтырһың?

– Юҡ, мал-тыуарҙы ҡаршы алаһы бар, башҡа эштәр ҙә етерлек.

Арҡам менән тойҙом, Хәлфетдин мине күҙ яҙлыҡҡансы өмөтһөҙ, һүнгән ҡарашы менән ҡарап оҙатты.

Тағы ла ике көндән ауылдан, Сажидә вафат, тигән хәбәр килеп етте. Уның дауаханала шулай тиҙ арала үлеп китеүе мине аптырауға һалды. Кеҫә телефоныма йәбешеп, таныш һандарҙы йыйҙым, ә унан асыулы тауыш ишетелде:

– Башҡаса шылтыратмағыҙ, был минең номер!

3

Тағы ла тыуған төйәгемә юлым төштө. Быйылғы яҙ бигерәк иртә килде, апрель аҙаҡтарында инде бар тирә-яҡ ҡышын былай ҙа наҡыҫ ҡына яуған ҡарҙан әрселде. Көндәр йылы, сыуаҡ торғас, йылға буйҙарындағы, уйһыулыҡтарҙағы талдар һап-һары "бәпкәләр"гә күмелде, ҡайын ағастарындағы, муйыл ҡыуаҡтарындағы бөрөләр йәшкелт морондарын төртөп, бүртеп, шартлап асылыр хәлгә етте. Тик әле уҫаҡтар ғына элекке торошта һаман да ҡарайып күренәләр, улар ҙа былайтып оҙаҡ төмһәрә алмаҫ, шаулап-гөрләп килгән яҙ наҙына эйәреп, тиҙҙән асылырҙар, тороҡ ботаҡтарына йәшкелт япраҡтарын элерҙәр. Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая сәскәләренә эйәргән муйыл ҡыуаҡтары ла тәлгәш сәскәләргә тулышыр, туй күлдәген кейергә әҙерләнер. Ошо миҙгелде Хәлфетдин яҡын күрә, ярата ине бит. Яҙ етте иһә, ай-вайыма ҡарамай, мине ҡырға саҡыра торғайны. Бер юлы ҡырға ҡыш оҙоно ҡурала йонсоған малды ла ҡыуалап сығарабыҙ. Иркенгә сыҡҡан мал-тыуар уйнаҡлай, Хәлфетдин инде үләндәре яңы ғына шыта башлаған сирәмгә тәгәрәп, шарҡылдап көлә-көлә осоноп, тәкмәс атырға тотона. Ҡарап торһаң, ҡыҙыҡ, мәрәкә инде. Бөгөн уны мотлаҡ күреп ҡайтырға тигән ныҡлы ҡарарға килдем.

Тиҙ арала йомоштарымды йомошлағас, ауыл осондағы өй янында туҡталдым. Ҡапҡаһы ауыҙына еңел машина терәлеп туҡтаған, стеналары ҡыҙыл кирбес менән көпләнгән, ҡыйығы ҡара һоро төҫтәге ҡалай менән ябылған, танымаҫлыҡ кимәлдә күркәмләнеп киткән, евротәҙрәләрендә ҡояш нурҙары уйнаған йорт семәрле тимер рәшәткәләр менән кәртәләп алынғайны. Килешле итеп эшләнгән бәләкәй ҡапҡаны асып, эс яҡҡа үттем, ишек алдында ла тулы тәртип, тик шуныһы – таҙ бөтһә лә табыты ҡала, тигәндәй, теге арба менән күпмә һалынған кәритә урынында ине...

Ҡара төҫтәге ҡиммәтле күн менән көпләнгән ишек янына беркетелгән саҡырыу кнопкаһына баҫтым.

Эс яҡтан тоноҡ тауыш ишетелде:

– Инегеҙ, бикһеҙ бит!

Спорт костюмы, еңел, йомшаҡ шипатайҙар кейеп алған Хәлфетдин диванда гәзит-журналдар ҡараштырып ултырған еренән, мине күргәс, өтәләнеп тороп баҫты ла, ҡыуанып, ҡоласын йәйҙе, шунан күрешергә тип ике ҡулын һондо: – Һинең дә беҙгә килер көнөң бар икән!

– Һаумы, Хәлфетдин дуҫ, нисек йәшәп ятаһың әле?

– Мына ошолай инде... – Күркәм, заманға ярашлы итеп йыйыштырылған йорт эсе күңеленә яттыр әле Хәлфетдингә, ул ҡарашын ситкә алды.

– Урман-ҡырҙарҙа һин көтөп алған яҙ гөрләй, ә һин өңөңә бикләнгәнһең түгелме?

– Әҙәм өлөшөнә яҙ миҙгеле тик бер тапҡыр ғына 18 йәштә бирелә, башҡаса ул ҡабатланмай!

– Бер аҙ ултырып сығырға мөмкиндер бит?

– Һорап тораһың тағы, мынауынан, йомшаҡ дивандан урын ал, ә мин, – янына ултырғыс тартты, – ҡаршыңа утырайым.

– Хан һымаҡ көн итәһең бит әй, тәҙрә төбөңдә алҡа гөлдәр сәскә ата, өр-яңы ҡаралты, ярты мөйөштө биләгән плазмалы телевизор, өҫтәлеңдә емеш-еләк тултырылған ваза!

– Нисек бар – шулай... – Хәлфетдин уратып яуап бирҙе.

Осрашыу әңгәмәһен ялғап китә алмай бер килке һүҙһеҙ ултырҙыҡ. Әүәле һин дә мин, ауырлыҡһыҙ аралаша инек, беребеҙ икенсебеҙҙе ярты һүҙҙән аңланы, хәҙер ентекләп ҡырынған, сәстәрен терпеләй итеп алдырған, килешле итеп кейенеп алған, төҫ-башҡа йәшәреп киткән Хәлфетдин миңә ят, таныш түгел бер кеше һымаҡ күренде, тик күҙҙәре генә элеккеләй һағышлы, ян-тирәгә рыя, рыя ғына түгел, битараф ҡарайҙар.

– Сажидә хаҡында һуңлап ҡына ишеткәйнем, йә килеп булманы, йә шылтыратып һөйләшә алманым.

– Ни хәл итәһең инде. Һин дә ҡайтып, һәр ауылдашты ерләшеп йөрөй алмаҫың билдәле. Теге саҡ шулай ҡапыл ғына килеп сыҡты шул. Сажидә беҙ сығып киткәс, яйын табып, диспансерҙың подвалына төшкән дә халатының билдеге менән аҫылынған. Ҡайтып та өлгөрмәнем, медпункттың фельдшерына шылтыратҡандар. Ылау яллап, кире елдерҙем. Тегендә лә мәсьәләне тиҙ генә хәл итмәйҙәр бит инде, өсөнсө көнгә генә ҡайтып төштөм. Үҙенә ҡул һалырҙан алда Сажидә тумбочкаһы өҫтөндә миңә тәғәйенләнгән яҙыу ҡалдырған: "Үҙемде ағыулаһам да һинең тормошоңдо, киләсәгеңде ағыуларға хаҡым юҡ. Кисер, башҡаса юлын күрмәйем. Мин һине яраттым һәм яратам. Сажидәң." Беҙҙә ауылдаштар һуңғы юлға оҙатыуға әүҙемдәр бит инде у, тотош ауыл халҡы зыяратҡа сыҡты. Йылы һүҙҙәрен әйтеп оҙаттылар, өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытырға ярҙамлаштылар. Аҡ йәнле, саф күңелле, йыр-моңға ғашиҡ йән ине бит Сажидәм, барлыҡ аҡсамды йыйып түләп, ҡәберенә нота билдәһен тәпәйҙәренә эләктереп юғарыға ынтылған ҡошто һынландырған аҡ мәрмәр таш ҡуйҙырттым. У уға, һис һүҙһеҙ, лайыҡ. Башҡалар араһында буғанда көңгөр-ҡаңғыр аралашып, ситенлек һиҙелмәй бит инде у, өйгә бер үҙем бикләнгәс, бүре булып олор хәлгә төштөм, яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешһен, инһәм дә яңғыҙмын, сыҡһам да, берәй эш эшләйем тиһәм, тотонғаным ҡулда таралып, һыпырылып төшөп бара. Сажидә киткәс, уның менән тотош тормошомдо ерләгәндәй булдым. Сәйер ишетелһә лә әйтәйем инде, көн һайын эсеп ҡайтһа ла, бола, талаш ойошторһа ла, арба, кәритәгә һалып алып ҡайтһаң да, яныңда ҡатының буһын икән у, яңғыҙ кеше ҡанаты һынған ҡош менән бер.

Ярты йыл шулай ҡыу томшоҡ булып йәшәлде. Яңғыҙ башымды терәр урын таба алмағанлыҡтан үҙемә-үҙем ҡул һалыр хәлгә етелде. Шулай аптыранып йөрөгәндә ошо ғына мәлде аңдыған тиерһең, Зәбирә килде. Уның хаҡында теге саҡ бер аҙ һөйләй биргәйнем бит әле. Шулай итеп, у йортомдо баҫып килеп инде лә тәртип урынлаштырырға керешеп китте, уаҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне. Ошо ерҙә тағы шуны әйтмәксемен, ҡатын-ҡыҙҙы әҙәп, тәүфиҡ, ғорур була белеү матурлай, уны бейек һәм бөйөк итә. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, үҙенән-үҙе килеп ингән нимә бер ҙә генә ҡыуаныс, шатлыҡ килтермәй. Йәш саҡта үҙемә ҡарата алмай ярты йыл тирәһе Сажидәнең артынан йүгереп йөрөлгәйне – үҙе бер татлы һөйөү ғазабы. Ә Зәбирә, мин һиңә бисә булам, тип көсләп, һорауһыҙ-ниһеҙ үҙе килде лә инде, әрһеҙләшеп, түшәк бүлеште. Ир менән ҡатын түшәге изге нимә – унда кем етте, шуны һалырға ярамай. Башты ташҡа ороп бумай, көн итәм инде әсирлеккә төшкән тотҡондай. Киҫелгән түтәрәм икмәк ҡайырылары ише көн итәбеҙ инде шунда, ҡыҙыҡһыныуҙары, ынтылыштары менән йәшәгән ул – бер башҡа, үткәндәремде һағынған мин – үҙемсә көн итәм, берекмәҫ, мәңге ҡушылмаҫ ике яртыларбыҙ. Әйт әле, хөрмәтле яҙыусы, алдан планлаштырылған бәхет буламы у?

– Бәхет ул – көндәлек ҡабатлана килгән бәләкәй генә шатлыҡ-ҡыуаныстар йыйылмаһы.

– Мына мыныһын дөрөҫ әйттең. Беҙҙең йәшәү – күҙгә ҡаҙалған дегәнәк һымаҡ, сәғәт һайын, көн һайын ауырттыра, сүпте һурып сығарып ырғытырлыҡ әмәл генә юҡ. – Әйткәндәрен раҫларға теләгән Хәлфетдин ҡул һырты менән шешмәкләнгән күҙ ҡабаҡтарын ыуҙы. – Бүлексә ябылғас, булған техника ҡайҙалыр ҡыуылғас, эшһеҙ ҡалынғайны бит, теге, Сажидә тере саҡта шабашкала йән аҫралды, хәҙер базанан тауар ташыйым. Зәбирә ауылда ике урында һатыу нөктәһе асып ебәрҙе, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәйбеҙ былай.

– Һәйбәт булған.

– Һәйбәт... – Уның әйткәненә ниндәйҙер мәғәнә, кинәйә һалыуын аңлап етмәнем.

– Ауылда нисек йәшәйҙәр әле?

– Нисек тип, эш тә юҡ, аш та юҡ, һәр кем хәленән килгәнсе, мөмкинлеге самаһында осто-осҡа ялғап көн итә инде. Өҙмәй ҙә ҡуймай эсәләр, сифатһыҙ араҡы эсеп себендәй ҡырылалар...

– Эсәләр шул, ни ҡылмаҡ...

– Сараһыҙлыҡтан алйып, илереп шулай итәләрҙер. Кешегә әҙәмсә йәшәү өсөн иң тәүлә ҡулына эш тотторорға кәрәк, шунан нимәгә булһа ла өмөтләндерергә. Хеҙмәт кенә маймылдан кеше яһай, тип әйткән бит әле бер аҡыл эйәһе, эшһеҙ, шөғөлһөҙ кеше ҡанатһыҙ ҡош менән бер. Элек һис ҡасан бумаҫ, тормошҡа ашмаҫ коммунизмдың бер килеп етеренә алданып ымһынып йәшәнек, алдандыҡ, әммә хыялландыҡ. Хәҙер бер Хоҙайға ышанырға, инанырға ҡала.

– Ауыл һайын мәсеттәр, ғибәҙәтханалар ҡалҡыттылар ҙа бит, уларҙың күбеһе буш тора.

– Килешәм. Хәмергә табыныусылар, аҡса ҡолдары унда йөрөмәй. Көмөшкә ҡойоп һатыу үҙенә күрә табышлы тармаҡҡа әүерелеп китте. Өҫтәүенә Зәбирә өҙлөкһөҙ араҡы ташып, халыҡты һыйлай, көнө-төнө һорағандарға, теләнселәгәндәргә ишегебеҙ тәүлек әйләнәһенә ябыуһыҙ, бикһеҙ. Хәҙер аҡса юҡ бит, ала ҡарғала аласағың буһын тип, һуңғыға яҙып бирәбеҙ, шулай итеп ярты ауыл беҙгә бурыслы, бирәсәкле. Кемдәргәлер ғәйеп яғып, тағып утырған булам тағы, мин дә бит шауҙырлатып хәмер, һыра, шарап ташыусы, янған утҡа кәрәсин һибеүсе. Хәтереңдәме, элек икәүләп Һаҡмарға мурҙа һала торғайныҡ. Мурҙа еменә алданған оптолар, ҡыҙылғанаттар, сабаҡтар тула торғайны мурҙабыҙ эсенә. Хәҙер беҙҙең йорт ана шул алдатҡыс мурҙа һымаҡ. Емгә алданып киләләр, әммә кире сығыр урындары ғына юҡ, сөнки хәмер мурҙаһына бикләнгәндәр, араҡы ауына сырмалғандар.

Сажидә, зәғиф бала тапҡым килмәй, ти торғайны, бәлки ул хаҡлы ла булғандыр, хәҙер ана шул һыу мейе, иҫкә ярым балалар ишәйгәндән-ишәйә бара. Махсус йорттарҙы, детдомдарҙы арттырып, күкрәк һуҡҡан булалар, у бит проблеманан сығыу юлы түгел. Киләсәктә көнөбөҙ ошо зәғиф балаларға терәлеп ҡалырмы? Хәҙер тештәре төшөп, йәмһеҙ ауыҙҙы хәтерләткән, ярты өйҙәре бушап, йә нигеҙ урындары ғына һерәйеп ҡалған ауыл ныҡ ҡартайҙы, элек балалар лыҡа тулы мәктәптә бөгөн ике тиҫтәгә яҡын бала уҡый. Беҙҙә генәме, тотош Ерҙә шулай, балалар бумағас, беҙҙең киләсәгебеҙ, иртәгәге көнөбөҙ юҡ тигән һүҙ. Ауылдар бөтһә, ары ни ҡылырҙар икән, ауылдар менән бергә эшсән кешеләр, таланттар, телебеҙ юҡҡа сыға. Беҙҙең менән киләсәктә ни булыр, ә?

– Һорама, белмәйем...

– Һин белмәйһең, икенсе берәүҙең яуабы юҡ, кем белә һуң?

Хәлфетдин кеҫәһенән затлы сигарет килтереп сығарып, бармаҡтарында әүәләне лә уны асыу менән өҫтәл өҫтөнә ырғытты:

– Зәбирә өйҙә төтәткәнде яратмай. Сәй ҡойоп ебәрәйемме әллә, хөрмәтле мосафир?

– Яңы ғына һыйланылар.

– Шулай булыры билдәле, редакторһың бит, көтөп торғандарҙыр, барыһы ла ал да гөлдән һалдырғандарҙыр.

– Һин һалдырғансы бөтәһе лә насар түгел, ыңғай яҡтар ҙа бар бит, бына ошолай, матур итеп йәшәп ятыуыңды күреп ҡыуанам, Хәлфетдин дуҫ. Әйт әле, һин ризаһыңмы тормошоңдан, бәхетлеһеңме?

– Ҙур, күктән төшкән бәхет бумай һис ҡасан, яңы ғына үҙең дә әйттең бит, миңә ҡалһа, бәхет у, тәүге һөйөү ише, бер тапҡыр ғына килә, ҡабатлап кимәй, у мәңгелек. Сажидәне көн һайын тиерлек төшөмдә күрәм, у эсеп алып, элеккеләй болармай инде, бары аяҡтарымды ҡосоп, фанилыҡта ҡылғандарына ярлыҡау һорай. Ярлыҡайым, ғәфү итәм, кисерәм, сөнки у минең икенсе яртым бит.

– Ә Зәбирә?

– У мине ярата, нисек бармын, шулай ярата. Кеше һис ҡасан яңғыҙы йәшәй алмай, тап киләме, әллә юҡмы, у кем менән дә булһа бергә ҡалырға һәм йәшәргә бурыслы, уға ауыр мәлдә терәк һәм таяныс кәрәк. Бөгөн быуамдың йырылған сағы, шуға күп һөйләйем шикелле

– Зарар юҡ, булмаһа, мин ҡуҙғалайым инде, Хәлфетдин, юл ыңғай ғына туҡталғайным.

– Йәшерәк тә, сибәрерәк тә, тәрбиәлерәк тә буған йәш ҡатыным менән танышып ҡайтырһың, бәлки?

– Һинең менән Сажидәнең донъяһында өсөнсө кешене күргем килмәй, әйҙә, элеккесә ҡалһын!

– Бына быныһын йәшермәй тураһын әйттең.

Ишек алдына сыҡтыҡ. Ишек ҡырындағы арба менән кәритәгә ымланым:

– Был нимәләр һаман да урынында икәндәр.

– Урынында, Сажидә тауыш бирә ҡалһа, ҡаршы барып алыр хәлдәмен. – Хәлфетдиндең йөҙөнән моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үтте. – Зәбирә сығарып ырғытырға йыйынғайны ла, ҡаты ғына итеп, теймә, оронма, тинем.

– Шәп бит әй, иномарка! – Урамда машинаға ымланым.

– Зәбирәнең аҡсаһына һатып алынған.

– Һиңәлер бит?

– Мин уны унда-бында ҡыуалаусы водитель һәм бер үк ваҡытта ауылға һуңлатмай араҡы ташыусы даставщик, шунан таваравид.

– Сибай базаһына барғаныңда беҙгә лә һуғылғылап йөрө.

– Кәрәкме икән? Уйымдағын бында әйтеп бөтөрҙөм бит инде. Сажидәнең яратҡан йыры "Оҙата кил" хәтереңдәме?

– Ундай йырҙы онотоу мөмкинме икән?

– Шул йырҙағыса итеп әйтәм, яҡын туғандар ҙа ҡалмай бара, әгәр хәбәр итә ҡалһалар оҙата кил... ғүмеремдең йәшәлмәгән йылдарына...

Шул саҡ беҙгә табан килгән ҡатынды күреп ҡалдым. Ауыл хужаһылай, урам тултырып, килешле баҫып атлай.

– Зәбирә... – тине Хәлфетдин.

Уңғансы ул беҙгә яҡынланы. Сәстәрен ҡыҫҡа итеп киҫтереп, ерән төҫкә буятып, ветровка, килешле джинсы салбар, кроссовкалар кейеп алған урта йәштәрҙәге ҡатын ылыҡтырғыс, урта сибәр ине.

– Һаумыһығыҙ, мине Зәбирә тиҙәр! – Эргәбеҙгә килгәс, буялған тырнаҡлы нәфис ҡулын һондо. – Бата уҡытмаһаҡ, загста тормаһаҡ та, – Хәлфетдингә шелтәләгәндәй итеп ҡарап алды, – Ҡотләхмәтова, тип өндәшергә мөмкин!

– Хәйерле көн! – Исемемде әйтеп, нәфис бармаҡтарҙы усыма йомарланым.

– Һеҙҙе ошоғаса күреп белмәһәм дә, заочно танышмын. Әйҙәгеҙ, төш мәле бит, сәйгә рәхим итегеҙ!

– Рәхмәт. Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ та, Хәлфетдин, бына, оҙатырға сыҡты.

– Улайһа, ярай. Килгеләп йөрөгөҙ, Хәлфедин һеҙҙе йыш иҫенә төшөрә. – Зәбирә инеп китте лә, бер аҙҙан еңел куртка алып сығып, Хәлфетдиндең яурынына һалды: – Ялтырап торһа ла яҙғы көн алдатҡыс, һалҡын алдырып ҡуйма. Бөгөн төштән һуң һатыуға барып тормам, бөтә кеше өй тирәһендәге эштәре менән булаша, беҙ ҙә ишек алдын, өй артын һепереп сығарайыҡ, түтәлдәргә сәскәләр ултыртаһы ла бар!

Еңел хәрәкәтле ҡатындың артынан ҡарап ҡалдым.

– Сәскә сәсеп кенә ҡана ла һуң тормошто йәмләп булһа... – Хәлфетдин ауыр уфтанды.

– Һин бик мыжыҡ, һайлансыҡ кешегә оҡшағанһың, дуҫ, нимә етмәй һиңә?

– Нимә етмәйме? Минең холоҡто беләһең, бар йәһәттән дә камил кеше бумай, Зәбирәгә тоғро ҡалып, уны рәнйетмәй, кешесә йәшәргә тырышасаҡмын, бик тә тырышасаҡмын, әммә йөрәкте урынынан алып, икенсене ҡуйып, йәнгә утырған туҙанды елдә ҡаҡҡылап, күңелде алмаштырып бумай, мына шу...

– Улайһа, иҫке йөрәгең, күнегелгән күңелең менән нисек тә йәшәргә тырыш, йәме, йәшәргә тырыш...

Ҡулдарыбыҙҙы ҡаты итеп ҡыҫып хушлаштыҡ. Мин ҡайтыр юлға төштөм, Хәлфетдин һәлмәк баҫып, йылға аръяғындағы ҡалҡыулыҡ яғына китте, йәш, талантлы, һөйкөмлө саҡтағы Сажидәһен күрергә, уның йырын тыңларға китте...

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас