Яй ғына таралышҡан ҡатлы-ҡатлы ялбыр болоттар араһында ваҡыт-ваҡыт ай күренгеләп ҡала. Йоп-йомро ай кисә генә һалҡын, хатта тоноғораҡ ине, ә бөгөн – сағыу, яҡты.
Ярым ҡараңғы, тынсыу бүлмәлә йоҡлаған ҡатын уяна ла мөйөшкә текәлә. Һынсыл ҡарашын үҙенә генә билдәле бер нөктәнән алмайынса, тар ғына аҡ күлдәген кейә, аяҡтарын һалҡын иҙәнгә төшөрә. Көтмәгәндә мөйөштән үткер бысаҡ йөҙө ише сағыу нур атыла. Ҡатын, ҡурҡып, ҡысҡырып ебәрә, шунан, әлеге үткер нурға атҡа атланған кеүек, ҡараңғылыҡҡа шыуыша. Нур һелкенә, ҡалтырана, бер һүнә, бер яна, шунан яй ғына мөйөшкә тартыла...
Атам-әсәм менән Үзбәкстанға күсеп барғанда, мин бәләкәй генә ҡыҙсыҡ булғанмын. Бохаранан көньяҡтараҡ урынлашҡан кескәй ҡалала үтте минең балалыҡ һәм йәшлек йылдарым. Атайым нефть сығарыу буйынса яҡшы белгес ине. Уны урындағы ябай халыҡ та, етәкселәр ҙә ихтирам итте. Йылдар үтә килә, беҙҙең ҡала кешеләренең атайымды, ихтирам итеүҙәренән бигерәк, ололоҡлауҙарын күрҙем. Күптәр уны, тәү сиратта, ҡаҙна машинаһында йөрөүсе, йәшелсә-емеш баҡсаһы, һыу арығы булған ҙур йортта йәшәүсе түрә итеп күрҙе. Сөнки атайым белгестәр менән лыҡа тулы конторала ултыра, барыһы ла уға буйһона ине. Көнсығышта түрә иң беренсе сиратта кешелә ҡурҡыу тойғоһо тыуҙыра. Ул эшкә ҡабул итә, хеҙмәт хаҡы тәғәйенләй, премия, утын, төҙөлөш материалдары, башҡаһын бүлә, кәрәк икән, бер нисә сәғәткә, хатта көнө буйына йөк машинаһын биреп тора ала. Ҡыҫҡаһы, начальниктың мөмкинлектәре киң. Әйтергә кәрәк, көнсығышта һәм Рәсәйҙә начальникты ихтирам итеү – икеһе ике нәмә. Рәсәйҙәге түрә вазифаһынан киткәс тә, үҙенә булған элекке ихтирамды юғалтмай, ә көнсығышта юғалта, йыш ҡына хөрмәттән генә түгел, бөтәһенән дә ҡолаҡ ҡаға.
Йәшеллеккә күмелгән был ҡалала йәшәүе миңә оҡшай ине. Йәй ифрат эҫе, йыш ҡына ел сүллек яғынан ҡом, сәнскеле ҡамғаҡтар осортоп алып килә, уның ҡарауы емеш-еләк күп, ҡалын, йылы кейем кейергә лә кәрәкмәй. Ә ҡарлы, һыуыҡ һәм тун кейергә мәжбүр иткән Рәсәй ҡыштарын мин фильмдарҙа ғына күрә торғайным.
Урындағылар мине лә яҡын күрҙе, тип әйтә алам: ихлас һөйләштеләр, йылмайҙылар, атайыма булған хөрмәтте миңә лә күрһәтергә тырыштылар. Әсәйем өйҙә ултырҙы, хужалыҡ менән шөғөлләнде, мине тәрбиәләне. Берәй төрлө эшкә сыға ҡалһа, уның был ҡылығына бөтәһе лә аптырар ине. Йәшлегем менән ул саҡта мин күп һанлы дуҫтарыбыҙҙың, таныштарыбыҙҙың ихласлығынан ике йөҙлөлөгөн айыра алмағанмын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йөҙлөлөк байтаҡҡа күберәк булған. Әммә быны бик һуңлап аңланым.
Атайым бар ваҡытын, көсөн, һаулығын эшенә бирҙе. Ул республика буйлап нефть һәм газ ятҡылыҡтары эҙләне, скважиналар бырауланы, аҙналар буйы командировкаларҙа йөрөнө, техник журнал редакциялары менән хат алышты, уларға мәҡәләләр яҙҙы – бай тәжрибәһе менән эскерһеҙ уртаҡлашты. Унан минең менән дә шөғөлләнде, йыш ҡына үҙе менән Бохараға, Үргенчҡа, Сәмәрҡәндҡә ала торғайны. Ул боронғо ҡалаларҙың архитектураһы һәм мәҙәниәте күңелемә мәңгелеккә һеңеп ҡалды.
Нефть менән газ был көньяҡ республиканың барса төбәген ашатты, эсерҙе, һәр хәлдә, партия һәм совет чиновниктары, ҙур түрәләр иркен йәшәне. Мәгәр ябай халыҡ ярлы көн итте. Күп ғаиләләрҙә ете-һигеҙ, унан да күберәк бала. Айына бер бирелә торған балалар пособиеһын алыр өсөн почта бүлексәһе алдына оҙон сират теҙелә. Ундай ғаиләләр, ғәҙәттә, ҡабартма һәм сәй менән генә мөрхәтһенә, былау байрамдарҙа ғына бешерелә.
Үҫә килә күп нәмәгә төшөнә лә барҙым. Әйтәйек, үзбәк ҡатындарының урамда ирҙәре менән йәнәш түгел, ә арттан барыуҙары, ирҙәр менән һөйләшкәндә йыш ҡына ҡулъяулыҡтары менән биттәрен ҡаплауҙары миңә оҡшамай торғайны. Ә партия етәкселәре йыйылыштарҙа ирҙәр менән ҡатындарҙың тиңлеге хаҡында һөйләй, ҡатын-ҡыҙға, әсәгә ихтирам күрһәтергә саҡыра, өндәй, өйҙәрендә иһә үҙҙәре уларҙы ҡатын-ҡыҙ яғында ғына тота, ҡунаҡтар менән бергә өҫтәл ар тына ултырыуҙан тыя...
Ҡатын-ҡыҙҙың нисек кейенеүен әйт! Йөҙлөктәренә тиклем төшөп торған оҙон сыбар күлдәктәренә ҡарап, атайым уларҙы, шаяртып, «огнетушителдәр» тип көлә торғайны. Беҙҙең ҡаланан бер нисә егет Украинала хеҙмәт итте һәм сибәр хохлушкаларҙы эйәртеп алып ҡайтты. Меҫкендәрҙе тәүге көндәрҙән үк бейек балсыҡ диуарҙар менән уратып алынған өйгә бикләп ҡуйҙылар. Кисәге комсомолкалар өсөн донъя тар ихата, кухня менән сикләнде лә ҡуйҙы. Кистәрен ирҙәре ҡайҙа теләй, шунда сығып китә, ҡатындарында ҡайғылары ла юҡ, ә тегеләре илап-һыҡтап ултырыуҙан башҡа бер ни ҙә эшләй алмай. Торараҡ улар төндә ҡала аша үткән поездарға эләгеп ҡасып ҡайтып бөттө, тик берәүһе генә балаһын үҙе менән алып китә алды.
Мин Ташкентта һәйбәт иҡтисади белем алыуға ирештем. Университетты тамамлаған йылда беҙҙең бөйөк ил, картон ҡумта кеүек, шауҙырлап емерелде. Тимәк, ҙур, ҡасандыр бөтә донъяның ҡотон алып торған мәмләкәт балсыҡ аяҡлы һынташ булып сыҡты. Фашизмды еңгән держава быға тиклем күҙгә күренмәгән көстәр арҡаһында тарҡалды ла бөттө. Киләсәктә ул турала бәхәстәр күп буласаҡ, китаптар яҙыласаҡ, барыһы ла бының ни сәбәптән килеп сыҡҡанын аңлатасаҡ әле.
Атайымды пенсияға оҙатҡандан һуң ҡалала беҙгә ҡарата мөнәсәбәт күҙгә күренеп үҙгәрә башланы. Ҡапыл ғына сит-ят кешеләргә әүерелдек тә ҡуйҙыҡ. Мине эшкә алманылар. Етеш йәшәгән кешеләрҙән ярлыға әйләндек, оҙаҡламай беҙ ҙә әлеге ҡабартма менән сәйгә күстек. Урындағыларға барыбер ҙә еңелерәк ине: баҡсалары бар, күпләп емеш-еләк үҫтерәләр, тирә-яҡтағы ҡышлаҡтарҙа мал, ҡош-ҡорт тотоусы туған-тыумасалары йәшәй.
Тәүҙәрәк атайым башыбыҙға төшкән бәләләрҙең сәбәбен бер нисек тә аңлай алманы. Өндәшмәй генә ҡайғырҙы, эстән һыҙҙы. Әсәйем, тыуған яҡҡа ҡайтайыҡ, тип өгөтләй башланы. Хәлебеҙ көндән-көн ауырлашты. Беҙҙең ҙур, матур йортҡа түбәтәй, буйлы сапан кейгән ниндәйҙер кешеләр килеп, һөмһөҙ рәүештә бүлмәнән бүлмәгә йөрөнө, мыҫҡыллы көлдө һәм, был өй беҙгә оҡшай, оҙаҡламай ошонда йәшәй башлаясаҡбыҙ, тинеләр. Атайым йортто һатырға тырышып ҡараны, әммә алыусы табылманы. «Һатмай ғына китерһең, – тинеләр уға, – иҫән-һау табаныңды ялтыратҡаның өсөн рәхмәт әйтерһең әле». Урындағыларҙың күҙендә сүп булып йөрөмәҫ өсөн, ул йортто кухня ишараты, солан һымаҡ төкөтмәһе булған бер бүлмәле торлаҡҡа алыштырырға мәжбүр булды. Иркен ихата, емеш-еләк баҡсаһы, арыҡ тороп ҡалды. Килгән аҡсаға мине юлға йыйындырҙылар. Рәсәйҙә лә тыныс түгеллеген, ҙур предприятиеларҙың эштән туҡтағанын, эшселәрҙең аҡсаһы йән аҫырарға саҡ еткәнен ишетеп, уҡып белә инем. Ә инфляция һаман үҫә, ҡулдағы аҡса, яҙғы ҡар һымаҡ, күҙгә күренеп юҡҡа сыға бара. Иҡтисадсы булараҡ шуныһын да самалайым: Рәсәй – потенциалы мөмкинлектәре киң булған ҙур ил, күп тапҡырҙар көлгә ҡалғандан һуң терелеп киткән ил, хәҙер ҙә күтәреләсәк, һәр хәлдә минең балалар – быға мин ныҡлы ышанам – беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йәшәйәсәк. Йәнә шуныһын да беләм: яңы урында, йөҙгә ҡарап, «урыҫ» тип битәрләмәйәсәктәр.
Станцияла күҙемә йәштәр тығылды, йөҙҙәрен ҡайғы-хәсрәт баҫҡан атай-әсәйемә тыныс ҡарай алманым һәм шунда үҙ-үҙемә ант иттем: Рәсәйгә ҡайтам да үҙ эшемде асам, байыйым, баҡсалы ҙур йорт һатып алам, ғәзиздәремде шунда күсереп килтерәм. Улар миңә хәлдәренән килгән бөтә нәмәне бирҙеләр, уҡыттылар, кеше иттеләр, үҙ сиратымда, мин дә шулай эшләйәсәкмен. Бына шундай сая, тәүәккәл уй-ниәттәр менән үҙемдең тарихи Ватаныма юлландым...
Рәсәйҙәге тәүге йылдарҙа миңә бик ауырға тура килде. Ҡайтып төшөү менән үҙем өсөн күңелһеҙ бер нәмәне астым: бер нәмә лә эшләй белмәйем икән дә! Бизнесты урамда ваҡ-төйәк һатыусы булып башланым, әгәр ул һөнәрҙе бизнес тип атап булһа инде. Күп нәмә ишеттем, күрҙем, сағыштырҙым. Бәхеткә күрә, һатыусы булып бер нисә ай ғына эшләргә насип итте. Бер сауҙа фирмаһының директоры, минең кеше менән һөйләшә, үҙ-үҙемде тота, етди клиенттар менән аралаша-әңгәмәләшә белеүемде күреп, үҙенә менеджер итеп алды. Был фирмала матди хәлем күпкә яҡшырҙы, дөйөм ятаҡтан китеп, бер бүлмәле айырым фатирға күстем. Айырым фатирға түләү эш хаҡымдың яртыһын алһа ла, үҙемде күп кә иркенерәк, ышаныслыраҡ тоя башланым.
Фирмала бер йыл эшләү осоронда Рәсәйҙе ныҡлап өйрәндем, бындағы тәртип-закондарҙы белдем. Директриса эшем менән ҡәнәғәт ине, эш хаҡын да күтәрҙе, һөҙөмтәлә яҡшыраҡ кейенергә, яҡшыраҡ туҡланырға мөмкинлек тыуҙы. Әммә ап-асыҡ аңлай инем: кешегә эшләп, бер ҡасан да байып булмаясаҡ, бер ҡасан да атай-әсәйем өсөн йорт һатып алырлыҡ аҡса туплай алмаясаҡмын. Оҙаҡ уйлағандан һуң, хәл иткес аҙым яһаным: фирманан киттем дә үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Тирә-яғыма ҡарайым, үҙем иҡтисади хәлде өйрәнәм һәмшун – дай һығымтаға киләм: халыҡтың дәүләт, унан да бигерәк коммерция магазиндарында кейенерлек хәле юҡ, сөнки уларҙа хаҡтар юғары. Магазиндар ҙур штат тота, күтәргеһеҙ һалымдар түләй, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса ла, идара итеү йәһәтенән дә динозавр кеүек яй ҡуҙғала. Универмагтағы ҡиммәт тауарҙарға ҡарағанда ваҡ коммерсанттар сит илдән алып ҡайтып һатҡан осһоҙ әйберҙәр күпкә тиҙерәк үтә. Уйланым-уйланым да, бер көндө булған бар аҡсамды йыйып, долларға алмаштырҙым һәм тауар артынан Төркиәгә олаҡтым.
Тәүге ике барыуым бигүк уңышлы булманы. Осон осҡа саҡ ялғаным, тигәндәй. Йәнә тирә-яҡтағы хәлде күҙәтеп, шуны аңланым: тауарҙы баҙарҙа һатып хитланып, ваҡытты бушҡа үткәрергә түгел икән, ә уларҙы күмәртәләп һатыусыларға тапшырырға йәки – уныһы тағы ла отошлораҡ – киоск алырға ла бер-ике һатыусы ялларға кәрәк. Үҙеңә иһә тауар артынан йөрөргә – әлеге киоскыға ҡалдыраһың да йәнә сығып китәһең.
Шулай эшләнем дә. Оҙаҡламай бизнес күҙгә күренеп тигәндәй үҙ емештәрен бирә башланы. Иҡтисади белемем күп тапҡырҙар һәләкәттән ҡотҡарып алып ҡалды. Әммә йыш ҡына үҙемдең асыҡ ауыҙлығым, бер ҡатлылығым, ябай халыҡты аңлап еткермәүем, дөрөҫөрәге, уларҙың йәшәйешен белмәүем, «тормошта насар кешеләргә ҡарағанда яҡшыраҡтары күберәк» тип ышаныуым ҡамасауланы, уңайһыҙ хәлгә ҡалдырғыланы. Дөйөм алғанда, әлбиттә, тирә-яғымда һәйбәт яҡшы кешеләр күберәк, әммә улар, йыш ҡына өмөтһөҙлөккә бирелгән, ҡулдары төшкән, йәмғиәткә файҙаһыҙ ине. Ә насар кешеләр актив, өлгөр, уҫал, үҙҙәренә кәрәк саҡта күндәм, тыңлаусан, хатта намыҫлы, ярҙамсыл күренә, дөйөм мәнфәғәт өсөн яныуын иҫбат итә белә.
Яҡшының яманды мотлаҡ еңәсәгенә мин ышанып етмәйем. Ялҡау, яй ҡуҙғалыусан, сентименталь яҡшылыҡтың һүлпән энергияһы көсө ташып торған яманды нисек еңһен? Яҡшы һәм насар кешеләр тураһында һүҙ сыҡһа, минең алға ошондай күренеш килеп баҫа: күҙ күреме етмәҫ сикһеҙ үҙәндә ҡабаланмай ғына динозаврҙар йөрөй, улар араһында бәләкәй генә йыртҡыстар – бүреләр ҙә бар. Был йыртҡыстар сос, етеҙ, иң мөһиме, баштарында мәкерле уй: ошо үҙәнгә хужа булып алыу. Улар бер-береһен яратмай, бер-береһе менән ҡанға туҙышып һуғыша, ә баяғы шул уртаҡ маҡсат – үҙәнгә хужа булыу – уларҙы берләшергә мәжбүр итә. Һәм бына үҙҙәренән күпкә ҙур һәм көслө динозаврҙарға күмәкләп ташланалар ҙа берәм-берәм үлтерә башлайҙар. Динозаврҙарҙың һәр ҡайһыһы әлеге ҡанлы күренешкә битараф һәм аңламай аңшайып ҡарап тора, дошмандарына бергәләшеп ҡаршы торорға меҫкендәрҙең баштарына ла килмәй.
Төркиәгә киләһе барыуҙарым уңышлы булды. Халыҡ алған, һәр хәлдә бына-бына ала башларға тейеш тауарҙар алып ҡайттым, һәм улар, ысынлап та, тиҙ арала һатылып бөттө. Шулай ҙа уңыштан баш әйләнмәне, сөнки тынысланһам, баҙарҙағы хәлдәр миңә ҡаршы үҙгәрәсәген яҡшы аңлай инем. Бер нисә йылдан Рәсәйҙә Төркиәнән алып ҡайтылған осһоҙ, әммә сифатһыҙ тауарҙарҙы алмаусы урта синыф барлыҡҡа килгәнен күрҙем. Икенсе яҡтан, Рәсәй үҙе лә үҙгәрҙе, яйлап сифатлы тауарҙар етештерә башланы, илгә төрөк тауарҙарының ағымын туҡ татты.
Һәм мин, төрөк баҙарын ташлап, Ғәрәп Әмирәттәре баҙарына күстем. Унда тауар ҡыйбатыраҡ, уның ҡарауы, сифатлыраҡ ине. Төркиәгә бергә йөрөгән коллегаларым был ҡылығымды аңламаны. «Былай ҙа насар йәшәмәйбеҙ, – тине улар. – Тағы ла яҡшыраҡ буламы икән?» – «Бөгөн һәйбәт, ә иртәгә?» – тиеүемә: «Иртәгә тиклем йәшәргә кәрәк әле», – тип ҡул ғына һелтәнеләр.
«Иртәгә» тиҙ килеп етте. Коллегаларым, күпләп алған төрөк тауарын осһоҙ хаҡҡа һатыу арҡаһында, тиҙ арала бөлдөләр ҙә ҡуйҙылар. Ике йылдан мин ҡаланың экологик йәһәттән таҙа районында ике бүлмәле фатир һатып алдым. Йәнә бер йыл уға ремонт яһау, мебель, башҡа кәрәк-яраҡ алыуға китте. Йәнә бер йылдан машиналы булдым. Хәҙер әҙерәк тынысланырға ла киләсәк тураһында уйларға мөмкин ине. Минең төп маҡсат – атай-әсәйемде Рәсәйгә күсереп алыу – һаман хыял ғына булып ҡала килде. Улар элеккесә ҡыҫыҡ торлаҡта көн итә, атайҙың бәләкәй генә пенсияһына йәшәй. Оҙаҡламай уларҙың астан үлмәҫ өсөн яйлап йорт йыһаздарын, көнкүреш әйберҙәрен һата башлағанын белдем. Күҙемә йәш тулды, тамағыма төйөр тығылды...
Дөрөҫ, элек атайым эшләгән быраулау контораһында аңдарына килә башлағандар. Етәкселеккә амбициялы, тәкәббер, әммә белемһеҙ, түбән квалификациялы кешеләр килгән. Бер нисә етди авариянан һуң, предприятие үҙен үҙе юҡҡа сығара башлағас, тегеләр атайыма кәңәш-төңәш һорап килгәндәр, торараҡ ҙур булмаған ставкаға эшкә лә алғандар.
«Тормошобоҙ саҡ ҡына рәтләнә төштө», – тип яҙҙы атай-әсәй һәм үҙҙәре өсөн ныҡ борсолмаҫҡа ҡуштылар. Әммә мин уларға сит-ят ерҙә йәшәүе нисек ҡыйын икәнен бик яҡшы беләм. Ҡартлыҡтарында етеш тормошта йәшәтергә тигән теләгемдән ваз кисмәнем. Шулай ҙа ҡала ситендә баҡсаһы, мунсаһы булған, газ үткән арыу йорт һатып алыу еңел түгеллеген дә аңлай инем. Союз тарҡалғандан һуң халыҡ күҙгә күренеп ярлыланды, ә торлаҡ хаҡы тиҙ темптар менән үҫте.
Бер нисә йыл дауам иткән предприниматель тормошо интуициямды ныҡ үҫтергәйне. Иҡтисадта оҙаҡламай катастрофа буласағын мин асыҡ тоя инем. Ил өсөн фажиғәле ул йәйҙең башында тауарҙарымды йәһәт кенә түбән хаҡҡа булһа ла осороп бөттөм, бурыстарымды ҡайтарҙым, унан, ике киоскымды ла һатып, һатыусыларыма эш хаҡын түләнем. Август урталарында ҡулдағы бөтә аҡсаны үҙем дә аңлап етмәгән бер һиҙем менән ҡабаланып долларға алыштырҙым.
Иртәгәһенә халыҡ «Киндер-сюрприз» тип нарыҡлаған премьер-министр үҙенең шаҡ ҡатырғыс алдаҡ телмәрен һөйләне. Йәнә бер көндән һумдар түбәнгә тәгәрәне. Паникаға төшкән халыҡ банктарға, магазиндарға ташланды. Тәүгеләре «ваҡытлыса» ябылды, икенселәрендә көн һайын хаҡтар үҫте.
Бер көн әхирәтем Лариса ҡунаҡҡа килде. Бынан ике йыл элек беҙ уның менән тауар артынан Ҡытайға барғайныҡ. Бер барғанында ауыр сумка күтәреп имгәнде лә больницала ятып сығырға мәжбүр булды, шунан үҙенең элекке эшенә – мәктәбенә ҡайтты.
Әхирәтемде йогурт менән һыйланым. Ул, ашап ултырған көйө, уның этикеткаһын тикшерҙе.
– Ҡара, беҙҙең һөт комбинаты, ниһайәт, тәмле йогурттар эшләргә өйрәнде, – тип аптыраны ул, – тик этикеткаһы насар. Илебеҙ космосҡа оса, йыһанға спутниктар сығара, ә бына көнкүрештәге ниндәйҙер ябай ғына әйберҙе лә эшләй белмәй. Ғәфү ит, бының сәбәбен мин бер ҡасан да аңлай алманым. Ниндәй төҫһөҙ, примитив этикеткалар йәбештерелгән беҙҙең шарап, һыу шешәләренә. Уларҙы өҫтәлгә ултыртыуы ла оят.
Лариса элекке совет иленең иҡтисади хаталары, мәктәбендәге эштәре тураһында сөкөрҙәне лә, ҡапыл ғына ҡуҙғалып, ҡайтып китте. Ә мин кухня менән кабинет, кабинет менән кухня араһында туҡтауһыҙ йөрөп «Эврика!» тип уйланым.
Иртәгәһенә ял иткән баш, яҡшы кәйеф менән уяндым: артабан ни менән шөғөлләнергә хәл иткәйнем инде – ҡаптар, этикеткалар яһарға тотонам. Мин уларҙы бөтөнләй икенсе төрлө итеп эшләйем: заман талаптарына ярашлыса. «Ой, ҡыйбат бит» тип ҡаршы төшөүҙәре ихтимал. Булһа ни? Шул уҡ йогурт йәки майонез банкыһының хаҡы ун йәки ун нисә тингә генә артасаҡ, уның ҡарауы һатып алыусы өҫтәлен йәмләйәсәк, кәйефен күтәрәсәк. Бына күрерһегеҙ!
Бер аҙна эсендә яҡшы дизайнер таптым, бергәләп ҡеүәтле компьютер, төҫлө принтер, сканер, программалар һатып алдыҡ, офис өсөн бүлмә таптыҡ һәм эшкә керештек... Йәнә ике аҙнанан мин ҡала һөт комбинаты директорының ҡабул итеүен һораным. Ул минең төҫлө өлгөләрҙе иғтибарлап ҡараны, башын сайҡаны ла кәңәшләшергә урынбаҫарҙарын саҡыртты...
Бер нисә аҙнанан һуң үҙемдең беренсе ҙур заказым менән Мәскәүгә остом. Яңы пландар, уй-ниәттәр, хыял-өмөттәр менән... Юлым уңды. Типографияла бер олпат ир – Стригунков Константин Григорьевич менән таныштым. Ул менеджмент бүлеге начальнигы булып эшләй, нәшриәт бизнесын ярайһы уҡ яҡшы белә. Заказымды ентекләп өйрәнеп, мине тыңлағас, Стригунков һоҡланыуын йәшермәне:
– Идеяларығыҙ шәп, Маргарита Наумовна! – тине ул, хатта маҡтап уҡ ебәрҙе.
– Ирҙәрсә фекер йөрөтәһегеҙ. Мин дә һеҙгә бер серемде асайым әле.
Ул типографиянан китергә һәм, урын табып, унда типографиянан сағыштырмаса осһоҙға һатып алған иҫке ҡорамалдарын ҡуйып, үҙенең шәхси эшен асырға ниәтләнгәнен белдерҙе.
– Һеҙҙең бындай заказдарығыҙ минең өсөн бик тә ваҡытлы булыр ине, – тине, – ҙур ҡалаларҙа заказдар күптән таратып алынып бөткән.
Константин Григорьевич миңә оҡшаны. Мыҡты кәүҙәле, алпан-толпан хәрәкәтле был кеше ҡабаланмай ғына, еренә еткереп, дәлилләп һөйләй, араһында ихласлап көлөп тә ебәрә. Ҡатыны, улы бар икән – был хаҡта һүҙ араһында ғына ҡыҫтырҙы, артабан ғаилә темаһына бер ҡасан да кире ҡайтманы.
Беҙ этикетка һәм ҡаптар етештереү производствоһы асырға килештек. Мин Көньяҡ Урал регионында заказдар йыйҙым да, уларҙы эшкәртеп-барлап, Мәскәүгә, Стригунковҡа килтерҙем. Ул үҙенең станоктарын да эшкә екте. Заказдарҙан килгән табышты былай бүлешергә һөйләштек: өстән ике өлөшөн мин алам, бер өлөшөн – ул.
Уртаҡ бизнесыбыҙ ярайһы уҡ уңышлы башланды, тип әйтергә була. Стригунков беҙҙең продукция Мәскәүҙекенән ҡайтыш булмаһын өсөн бөтә көсөн, энергияһын һалды. Табышты иһә заманса яңы техника һатып алыуға тотондо.
Этикеткалар минең заказсыларға оҡшаны. Яйлап улар артҡандан-артты, миңә күрше ҡалаларға ла сығырға тура килә башланы. «Нива» машинаһы алдым, уға водитель ялланым. Оҙаҡламай офисты киңәйтергә, йөк машиналарына йәнә ике водитель, бер нисә менеджер йәлеп итергә тура килде.
Стригунковҡа үҙемдең ғаилә хәлдәрен һөйләгәйнем инде, йәғни атай-әсәйемде Рәсәйгә күсереп алыу хыялымды белә ине. Бер көндө, Арбаттағы үҙебеҙҙең яратҡан кафела һөйләшеп ултырғанда, былай тине:
– Беләһегеҙме, Маргарита Наумовна, беҙ арыу табыш алабыҙ, тик ул тулыһынса тиерлек производствоны яңыртыу, киңәйтеү өсөн китеп тора. Мин ҡоролмалар яңыртам, һеҙ йөк машиналары, компьютерҙар, оргтехника алаһығыҙ, штатығыҙҙы киңәйтәһегеҙ. Ҡасанға тиклем шулай барасаҡ? Ҡала ситендә өй һатып алыу – оло бәхет. Бына нимә тәҡдим итәм: һеҙҙең табыштың бер өлөшөн мин долларға әйләндерәйем дә сейфҡа һала барайым. Бер нисә йылдан өйгә етерлек аҡсағыҙ йыйыласаҡ. Етмәһә, бурысҡа биреп торормон.
Минең өсөн был көтөлмәгән һәм бик уңайлы тәҡдим ине. Ҡара иҫәбем буйынса, өйлөк аҡса өс йылда тупланыуы ихтимал. Сираттағы дефолт килтереп бәрмәһә, әлбиттә.
Константин Григорьевич – һөймәлекле ир заты. Төплө белемле, ауыр тормош юлы үткән, минән һигеҙ йәшкә оло. Үҙемдең уға оҡшағанымды һиҙә инем.
Хәйер, минең заказдарым арҡаһында фирмаһын тотҡан кешенең, иғтибарһыҙ һәм битараф булыуы мөмкинме?
Мәскәүҙә үҙемде тыныс һәм иркен тойҙом. Стригунков мине аэропортта ҡаршы ала ла уртаҡ аҡсаға алынған сит ил машинаһына ултыртып ҡунаҡханаға алып бара, ресторанда киске аш менән һыйлай, шунан ғына өйөнә ҡайтып китә. Ошоға тиклем ҡатыны менән таныштырмауы, үҙенең фатирына саҡырмауы ғына сәйер. Дөрөҫөн әйткәндә, уныһы мотлаҡ та түгел һәм кәрәкмәй ҙә. Йомшаҡ яҡтары ла бар ине уның. Мәҫәлән, тәмәкене самаһыҙ күп тарта, һыра ярата, тик виски эсә һәм унан донъяһын онотоп, балаларса күңелсәккә әйләнә. Бер саҡ мин дә ул эсемлекте тәмләп ҡараным, әммә бүтән бер ҡасан да эсмәҫкә тигән ҡарарға килдем. Ҡаты эсемлек эскең килә икән – үҙебеҙҙең араҡынан да яҡшыһы юҡ.
Стригунковтың ҡатын-ҡыҙға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә икәнен аңлауы ҡыйын ине. Уларҙы ул күҙенә лә элмәгән дә һымаҡ. Ресторандағы ике-өс рюмка вис киҙан һуң тамам эйфорияға бирелә, ҡәнәғәт йылмая башлай, вайымһыҙ ҡарашы менән күрше өҫтәлдәрҙе ҡапшарға керешә. Әммә ҡарашы берәй сибәр ҡатын-ҡыҙға төртөлһә лә, үҙенең ҡыҙыҡһынғанын һиҙҙермәй.
– Миңә булған мөнәсәбәтеңде белгем килә, – тинем дә һалдым бер шулай ресторанда ултырғанда. Беҙ күптән «һин»гә күскәйнек инде.
– Һин бизнеста ла, тормошта ла бик теүәл, тәртипле ҡатын, – тип яуапланы Стригунков. – Унан килеп, белемлеһең, нәзәкәтле кейенәһең, һинең менән рәхәт, күңелле, кеше араһына сығыу ҙа оят түгел.
– Яҡшы партнер икәнем аңлашылды, – Стригунков, хәбәрҙең тайғаҡ боролошон самаларға тырышып, мине иғтибарлап тыңланы. – Ә ҡатын-ҡыҙға булараҡ мөнәсәбәтең нисек?
– Ыңғай, – тине ул оҙаҡ ҡына көттөрөп һәм шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Шулай ҙа ул йомоҡ ине. Һәм был сифат миңә оҡшаманы. Ниңә ғаиләһе, улы, һис юғында киләсәккә пландары тураһында һөйләмәй? Минең, ирһеҙ ҡатындың, күңелен яралауҙан ҡурҡамы? Әллә үҙенең донъяһына индергеһе килмәйме?..
Һорауҙарыма яуап таба алманым. Стригунков, арабыҙҙа килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡты, күрәһең, үҙенсә яйларға уйланы, әммә бик үҙенсәлекле рәүештә. Бер килгәнемдә рейс байтаҡҡа тотҡарланды, һәм мин Мәскәүгә ярайһы уҡ һуң килеп төштөм. Стригунков ҡаршы алды, был юлы ресторанда түгел, номерҙа тамаҡ ялғаныҡ. Ул миңә һынсыл ҡараны, алдында теремек, күңелсәк, юлдан бөтөнләй ҙә арымаған йәш ҡатын торғанын күргәс, ышаныслы хәрәкәт менән пинжәген систе.
– Шкафҡа элеп ҡуй, – тип кәңәш иттем. – Юҡһа, бөтәрләнер. Һин миндә йоҡларға булдың шикелле?
– Тап шулай, – тиһә лә, Стригунков тура бирелгән һорауҙан ҡаушап ҡалды. – Һин минең уйҙы ҡайҙан белдең?
– Күҙҙәреңдән, – тип яуапланым. – Ир-аттың теләге тыуһа, ул ҡатын-ҡыҙға һынамсыл ҡарай һәм тиҙерәк кейемдәрен сисергә тырыша.
Стригунков текәлеп ҡараны ла ашығып галстугының төйөнөн бушатты. Ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем. Стригунков йәнә аптыраны.
– Мин шаяртмайым... – тине ул. – Ҡалырға рөхсәт итәһеңме?
– Төнгөлөккәме ни?
– Эйе.
– Ҡал, – тинем. – Һин миңә оҡшайһың, тик хәҙер үк ҡатыныңа шылтырат та бөгөн минең янда йоҡларға ҡалғаныңды әйт.
– Ә ниңә ҡатынға шылтыратырға? – тип ғәжәпләнде Стригунков.
– Костя, шулай итһәк, бөтәбеҙ өсөн дә ғәҙел була. Һин минең алда тәүәкәллегеңде, ниәттәреңдең етди икәнлеген күрһәтерһең.
– Шылтыратһаң, оло ғауға сығасаҡ бит, – тип мөгөрҙәне Стригунков һәм ҡыйыулығын шундуҡ юғалтты ла бәлтерәп төштө.
– Ысынлап та мине теләйһең, оҡшатаһың икән, ғауғанан ҡурҡырға тейеш түгелһең. Минең менән бер төн булыр өсөн йәнен шайтандың үҙенә лә һатырға әҙер иргә бирелергә ризамын. Ә һин көнкүрештәге ваҡ ғауға хаҡында һөйләйһең. Етди түгел, Костя.
Тамам юғалып ҡалған Стригунков галстугының төйөнөн тартты, шкафтан пинжәген алып кейҙе. Ишек янында асыулы тауыш менән:
– Һеҙ, Маргарита Наумовна, ҡаты сәтләүек икәнһегеҙ, ә шым ғына йөрөгән провинциалка булып ҡыланаһығыҙ... – тине.
Ишекте уның артынан шарт итеп яптым да шарҡылдап көлдөм. Минең өсөн йәнә бер миф, ҡатын-ҡыҙ күңеле тыуҙырған хыял юҡҡа сыҡты, ә ышана яҙғай ным...
Фирмам яйлап киңәйҙе. Аҡса, финанс мәсьәләләрен ярайһы ғына уңышлы алып барҙым, партнерҙар, заказсылар менән мөнәсәбәттә килемдең сығымға ҡарағанда күберәк булыуын ентекле күҙәттем. Әммә бәғзе эштәрҙә көсһөҙ инем. Әйтәйек, миңә, водителдәр машиналарҙы йыш ҡына үҙҙәренең мәшәҡәте өсөн файҙалана, тип әйтәләр. Нимә ҡылырға кәрәк һуң? Водителдәр төнгөлөккә машинаны гаражға ҡуйғанын-ҡуймағанын тикшереп торорғамы, счетчик күрһәткестәрен кис һайын, бигерәк тә йома көндәре, яҙып алырға ла, дүшәмбе килгәс, сағыштырып ҡарарғамы? Әммә бындай эштәр минең өсөн ситен. Һәм бына бер көн миңә хәрби пенсионер, отставкалағы полковник Ишемов Ильяс Фәритович килеп инде. Армияла ул әллә дивизияның, әллә бригаданың штаб начальнигы булып хеҙмәт иткән икән. Һөйләшеү барышында уның гражданкала үҙенә урын таба алмай йонсоғанын, ҙур предприятиеларҙа ла эшләп ҡарағанын белдем. Уның асыҡлығы, күҙҙәренең ихлас ҡарашы миңә оҡшаны. Беҙҙең йәш айырмаһы 23 йыл булып сыҡты. Полковник миңә атайҙарса ҡарай ине һымаҡ.
Ильяс Фәритович иртәгәһенә үк эшкә төштө. Ябай ғына вазифаға билдәләнем: менеджер. Беҙҙең Рәсәй төпкөлөндә ул вазифала оло эштәр ҙә атҡарып була, фирма ишеге алдына ултырғыс сығарып ултыртып, үткән-һүткәнгә реклама ҡағыҙҙары тоттороп ултырыу менән сикләнергә лә мөмкин. Тәүге көндәрҙә полковник нимәлер алып китте, нимәлер килтерҙе, командировкаларға йөрөнө, яйлап фирма тормошона эйәләште, өйрәнде. Әммә тиҙҙән мин предприятиеның бөтә хужалыҡ мәшәҡәттәренең дилбегәһе уның ҡулында икәнлеген аңланым. Тап ул беҙҙең бөтә эштәрҙең уртаһында икән: кем ҡайҙа киткән, ниндәй йомош менән, ҡайһы машина ремонтта ултыра, айына нисә литр бензин тотонола, күпме суммаға запас частар һатып алына – тотош күҙ уңында тота. Бер көн ярһыған водитель килеп инде лә өҫтәлгә ғариза һалды.
– Китһен, – тине Ильяс Фәритович. – Ул оятһыҙ әҙәм ял көндәрендә беҙҙең машина менән ауылдар буйлап йөрөп, кешеләргә бесән, утын ташый. Бензин хаҡын түләһәсе, исмаһам!
Яйлап мин уға иң яуаплы эштәрҙе лә ышанып тапшыра башланым һәм оҙаҡламай хеҙмәткәрҙәрҙең: «Ильяс Фәритовичтан һорарға кәрәк» йәки «Быны Ильяс Фәритович ҡына белә», торараҡ «Был эште Ильяс Фәритовичһыҙ атҡарып булмаясаҡ» тип һөйләнгәндәрен ишеттем. Уйлап ҡараһаң, элекке полковник үҙенең армияла тотҡан вазифаһын бында ла биләне лә ҡуйҙы.
Үҙем дә һиҙмәҫтән, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер алдынан йыш ҡына Ильяс Фәритовичты кабинетыма саҡырта башланым. Ул етди ҡарашын күҙҙәремә текләп хәбәрҙе иғтибар менән тыңлай, ҡайсаҡ ризалыҡ билдәһе итеп йә баш ҡаға, йә йөҙө боҙолоп ҡаршы төшә.
Шулай ҙа килеп сыға: бөтәһен дә белгән «управ»ҡа эстә асыу-ярһыу ҡайнай, әммә ул үҙенең фекерен оло түҙемлек һәм эҙмә-эҙлелек менән аңлата, ахырҙа миңә ике ҡулымды ла күтәреп «биреләм!» тиергә генә ҡала. Тик бындай мөнәсәбәттәрҙең күпкә бармаясағы көн кеүек асыҡ ине.
Бер көн беҙ ысынлап та ғауғалашып киттек. Ильяс Фәритович, ултырған урынынан һикереп тороп: «Девчонка! Тормошта һин нимә аңлайһың? Мине, был донъяны арҡырыға ла, буйға ла гиҙеп сыҡҡан кешене, нисек йәшәргә өйрәтеп ултыраһың. Башҡа бәлә алдым даһа һин, цаца менән!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
«Цаца»һын әйтмәһә лә булыр ине. Шуныһы оторо ярһытты мине. Етлекмәгәнмен, тимәк. Ырғып торҙом да өҫтәлдәге калькуляторҙы аяғы аҫтына алып бәрҙем һәм боҙҙай һалҡын тауыш менән шыбырҙаным:
– Миңә ҡысҡырмағыҙ, күҙгә төртөп «цаца» тимәгеҙ! Ниндәй ҡырағайлыҡ ул – мин ундай мөнәсәбәтте аңламайым. Ғөмүмән, һеҙ кем? Пенсионер ҡарт, етмәһә, мыжыҡ.
Былай уҡ әйтмәҫкә кәрәк ине, әлбиттә, Ильяс Фәритович шундуҡ тынысланды, ирендәрен тағы ла нығыраҡ ҡымтыны, күҙҙәремә туп-тура ҡараны ла хәрбиҙәрсә өҙөк-өҙөк, асыҡ итеп яуапланы:
– Эйе, мин хәрби пенсионер. Һалдат лямкаһын намыҫ менән тарттым, утлы нөктәләрҙә ике тапҡыр яраландым. Насар хеҙмәт иттең, тип бер кем дә ғәйепләй алмай. Ә һеҙҙән китәм. Даими рәүештә урлашҡан ике хеҙмәткәрегеҙҙе яҡлайһығыҙ, әйҙә, улар артабан да урлашһын. – Ильяс Фәритович, ишеккә еткәс, хәрбиҙәрсә еңел генә боролдо ла шым ғына дауам итте: – «Һин» һәм «цаца» тигәнем өсөн ғәфү итегеҙ, ҡайсаҡ мин ҡыҙҙарыма шулай тип өндәшәм. Ә ҡалғаны... Биғәйбә. Хушығыҙ, Маргарита Наумовна.
Хәҙер был ипле, һылыу ир ишекте шарт ябып сығып китер ҙә тормошомдан мәңгегә юғалыр, тип күҙ алдыма килтергәйнем... ҡотом осто!
– Китмәгеҙ, зинһар, ташламағыҙ! – тип ялбарҙым. – Мин шундай яңғыҙ... – Урыныма ултырҙым да бәләкәй саҡтағы ише түгелеп илап ебәрҙем.
Ильяс Фәритович яй ғына яныма килде лә баҙнатһыҙ ғына яурындарымдан ҡосаҡланы.
– Һеҙ мине үлтерәһегеҙ. Иламағыҙ, зинһар.
– Ғәфү итегеҙ, «пенсионер», «зануда» өсөн... Һеҙҙе кәмһетергә теләмәгәйнем, шулай килеп сыҡты.
Мине тынысландырырға теләп, Ильяс Фәритович ҡытыршы усы менән сәсемдән һыйпаны. Тағы ла нығыраҡ иланым. Ильяс Фәритович бөтөнләй юғалып ҡалды. Мин, күрәһең, күптән иларға тулышҡанмын. Күңелдә был йылдар эсендә әллә күпме үпкәләр, әсе йәштәр йыйылған – уларҙан ҡотолорға, тышҡа сығарырға кәрәк булғандыр. Ильяс Фәритович, әлбиттә, китмәне, яңғыҙымды ҡалдырманы – ул миңә үҙенең өсөнсө ҡыҙы итеп ҡарай ине шикелле.
Нисек кенә сәйер булмаһын, әлеге бәхәс Ильяс Фәритович менән беҙҙе яҡынайтты ғына. Хәҙер мин хатта бәләкәй генә эштәремде лә «управ»һыҙ башҡара алмайым. Хеҙмәткәрҙәрҙең дә йыш ҡына «Ильяс Фәритович килгәс, фирмала эштәр көйләнде, тәртип урынлашты» тип әйткеләгәндәрен ишетә йөрөнөм. Ҡайсаҡ үҙемдең был бөхтә, йыйнаҡ, эшлекле полковнигыма ҡарайым да, ҡараштарыбыҙ осрашһа, уға йылмаям, яуап итеп дуҫтарса, яғымлы, шул уҡ ваҡытта саҡ ҡына кинәйәле йылмайыуын күрәм. Күңелемә рәхәт булып китә, һирәкләп уйҙарым гонаһ яғына ла боролоп ҡуя: шундай ҙур йәш айырмаһы булып та мин был кешене ярата алыр инемме икән? Ә кейәүгә сығып, унан бала таба алырмынмы? Бергә йәшәү өсөн ҡатын-ҡыҙға ирҙе ихтирам итеү ҙә етә, мөхәббәт тураһында күптәр хыялланмай ҙа бит... Ильяс Фәритович ҡапыл ғына минең арттан йөрөй башлаһа, моғайын да, уның һөйәркәһе булыуҙан баш тарта алмаҫ инем. Тик был ҡәҙимге «служебный роман» булыр ине: оҡшағанды ситтән эҙләргә ваҡыт юҡ, ә ул бында, эргәлә, яныңда йөрөй...
Мин уйланырға әүәҫмен, башҡа һыймаҫлыҡ уй-хыялдарға дусар булам. Мәҫәлән, хеҙмәткәремде яйлап ҡына үҙемә ҡаратып алдым, ти. Ильяс Фәритович аһ тип тә әйтергә өлгөрмәҫтән, ирем буласаҡ та ҡуясаҡ. Үҙ көсөмә мөкиббән ышанам. Ә артабан? Миңә өйләнергә теләрме һуң ул? Бына ошонда ята ла инде иң ҙур мәсьәлә. Ильяс Фәритовичтың ауырыу ҡатыны, үҫеп килгән ике ҡыҙы бар. Нишләптер, һуң тыуғандар. Ҡайсаҡ улар атаһы янына эшкә килә, ҡыҙыҡһынып юҡ-бар һорашалар, сөкөрләшәләр, иркәләнеп-яратып уға һыйынышалар. Наҙлыҡай ғына ике нимфетка, әйтерең бармы.
Үҙем дә һиҙмәҫтән күңелдә көнләшеү тойғоһо ярала, мосолман ҡыҙҙары нилектән улай аталарына уғата ылығыусан икән, тип аптырайым. Ә бына ҡатынынан ысынлап көнләшәм. Ул бер ҡасан да эшләмәгән икән, иренә эйәреп гарнизондар буйлап йөрөгән. Хәҙер ҡалала йәшәй, ниндәйҙер сир менән яфалана. Хәйер, етди ауырыуы юҡтыр тип тә уйлайым, уға, моғайын да, бәлә һалыу, яҡшы ирҙең хәстәрен күреү оҡшайҙыр.
Уф, был уҫал, хаҡһыҙ-урынһыҙ көнләшеү! Ул ҡатынды бөтөнләй белмәйем дәһә, бәлки, тормошта бәхетһеҙҙер ҙә... Барыбер уға асыуым килә. Ниңәлер, нилектәндер.
Ғәҙел булайымсы, асыуым шунан: мин тип Ильяс Фәритович үҙенең ауырыу ҡатынын бер ҡасан да ташламаясаҡ. Ундай аҙым яһар өсөн ул үтә тәртипле, намыҫлы, яуаплы. Әммә һөйәр була алыр ине. Тик ундай роль миңә кәрәкме? Юҡ, ул тотошлайы менән тик минеке булһын, булмаһа – бөтөнләй кәрәкмәй.
Тормошта бер генә була торған, баш әйләндергес, хатта үлемдән дә ҡурҡмаған романтик мөхәббәт миңә бер ҡасан да килмәҫме икән ни? Шулай фантазияға бай бер хыялый инде мин. Йыш ҡына ошондай күренеш күҙ алдыма килә: иғтибарлы ирем, өс балам бар, малай һәм ике ҡыҙ. Атай-әсәйем дә беҙҙең менән, улар миңә балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Барыбыҙ ҙа ҡала ситендәге коттеджда йәшәйбеҙ. Эргәлә генә урман, йылға. Урман артында тәпәшәк ҡаялы тауҙар башлана. Иртәнсәк шул тарафтан беҙҙең яҡҡа һөттәй аҡ томан төшә. Ҙур булмаған баҡсабыҙ бар, уны һәр саҡ тәртиптә тотабыҙ. Эт аҫырайбыҙ, ул өйҙө, балаларҙы һаҡлай.
Ирем менән ҡалала эшләйбеҙ, эштән һуң ул мине фирманан килеп ала. Юлда һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй, юҡтан ғына сәбәп табып көлөшәбеҙ. Бәғзе мәлдәрҙә үҙ уйыбыҙға батып өндәшмәй киләбеҙ, көҙгөлә ҡараштарыбыҙ осраша. Ниһайәт, урман артында тәпәшәк тауҙар теҙмәһе күренә һәм беҙ үҙебеҙҙең ояға боролабыҙ. Ҡаршыбыҙға болдорҙан балалар йүгерешеп төшә, улар артынан – аҡһай-туҡһай, атайым менән әсәйем... Ял көндәре күмәкләп баҡсала эшләйбеҙ, төшкө аштан һуң урманға йә яланға йөрөргә сығабыҙ. Ә кискеһен икенсе ҡатҡа күтәреләбеҙ ҙә музыка тыңлайбыҙ, балалар ҡатнашлығында концерт ҡуябыҙ. Төнгә ҡарай кескәйҙәр йоҡларға таралыша. Беҙ, ололар, тормош хаҡында һөйләшеп-гәпләшеп оҙаҡ ултырабыҙ әле... Бына шундай идиллик күренештәрҙе пәйҙә итә минең башы-ҡойроғо булмаған хыялым...
Ә хәҙер тормошомда булған иң етди һынау тураһында һөйләйем. Ул хәл Екатеринбурга булды. Ҡалаға беҙ төш алдынан килеп еттек. Бер фирманан ҙур ғына заказ өсөн аҡса алырға кәрәк ине. Фирма ишеген асырҙан алда сәғәткә күҙ һалдым, унан тәнәфескә тиклем байтаҡ ваҡыт бар әле, өлгөрөрмөн, тигәнде аңлатып тыныс ҡына ултырған Ильяс Фәритовичҡа ҡараным. Ул хуплап эйәк ҡаҡты ла, ҡайтыр юл алдынан бер аҙ ял итәм тип, машинала ҡалды, ә мин эскә инеп киттем.
Бындағылар менән мин бер нисә йыл эшләйем инде. Хеҙмәткәрҙәре етди, эшсән, бер-беребеҙгә ышанабыҙ. Ә бына миңә аҡса бирергә тейешле йылғыр ҡарашлы, аҡһыл сәсле менеджер егетте белмәйем, беренсегә күреүем. Яңы эшләй башлағандыр, күрәһең. Ул ике төргәккә бәйләнгән егерме мең долларҙы өҫтәлгә сығарып һалды ла, ведомосҡа ҡул ҡуйҙырып, хәйерле юл теләне.
Ҙур сумма аҡса йөрөтөргә яратмайым, әммә был долларҙар әлеге ваҡытта бик кәрәк ине – Стригунковҡа, Мәскәүҙәге йәнә бер типографияға бирәсәгем бар. Константин Григорьевич бына бер нисә көн рәттән борсолоп шылтырата һәм ҡабаландыра: картон, ҡағыҙ алырға, эш хаҡы түләргә кәрәк, тип аңлата. Мин аҡсаларҙы сумочкама һалдым, егет менән хушлашып, коридорға сыҡтым. Тик, косметичкамды онотоп ҡалдырғанымды ҡапыл иҫемә төшөрөп, кире керҙем. Кергәс, ғәфү үтендем һәм шунда әлеге аҡһыл сәсле егеткә иғтибар итә ҡуйҙым бит: ул ҡабалана-ҡарһалана кеҫә телефонының кнопкаларына баҫҡылай ине. Мине күргәс, ҡурҡҡандай, телефонын ташланы ла яһалма рәүештә йылмайҙы. Уның был ҡылығы, билдәле, миндә шик тыуҙырҙы.
Ильяс Фәритович руль артында йоҡомһорап ултыра ине. Машина ишеген асып ябыуыма һиҫкәнеп, ул миңә ҡараны, ҡаршылағы подъезды, урамды күҙенән үткәрҙе, ҡулымдағы йыуан сумканы, хәүефһеҙ йөҙөмдө күргәс, тынысланды.
– Ҡапҡылап алабыҙмы? – тип һораны ул, машинаны ҡуҙғатҡас.
– Юҡ, ҡайтҡас...
Бындай ҙур аҡса менән йөрөгәндә бер ҡайҙа ла туҡталмауың хәйерле – быны үҙемдең, башҡаларҙың тәжрибәһе буйынса ла яҡшы беләм.
Ярты сәғәттән ҡаланы сығып, оло юлға төштөк. Ильяс Фәритович машинаны ярайһы уҡ шәп ҡыуа ине – спидометрҙың теле «йөҙ»ҙән аҫҡа төшмәй. Алда күренгән тауға ҡарай еләбеҙ. Юл буш, тирә-яҡ гел бер төрлө. Әлеге тауға еткәс кенә ҡыҙығыраҡ була башланы тәҙрәнән ҡарап барыуы. Ошо зәңгәр тауҙарҙы артылғас, үбеҙҙең ватан ере башлана.
Ильяс Фәритович йыш ҡына ҡабырғалағы көҙгөгә ҡарап ала.
– Ниңә артҡа ҡарайһың? Берәй шикле нәмә бармы әллә? – тип һораным, хафаланып.
– Арттағы ҡара «Тойота» йәнде көйҙөрә, – тип яуапланы ул, йәнә көҙгөгә күҙ һалып. – Ҡаланан уҡ эйәреп килә. Шәберәк барып ҡарайым, булмаһа.
Ильяс Фәритович газ өҫтәне һәм шикле сит ил машинаһын артта ҡалдыра башланы. Байтаҡ шулай барҙыҡ, әммә юл тауға табан булғас ни, оҙаҡламай тиҙлек кәмене, «Тойота» беҙҙе ҡыуып етте лә көтмәгәндә юлды быуып, алға килеп туҡтаны. Кабинанан өс ир сыҡты. Берәүһе ҡот осмалы ине: тәпәш, ҡап-ҡара, киң яурынлы. Спортсмен-көрәшсе икәне күренеп тора. Мин уны «Көньяҡ кешеһе» тип атаным үҙемсә. Икенсеһе оҙон кәүҙәле, яшыҡ, шул уҡ ваҡытта сибәр, йәш. Уға ла исем таптым – «Славянин». Уларҙың артында ҡыҫҡа сәсле, хәрәкәтсән, бәләкәй битле, малай ҡиәфәтле берәү бөтөрөлә. «Хорек» – шул ҡушамат сәпәлде уныһына. Көньяҡтыҡы беҙҙең машинаға яҡын уҡ килеп, ҡабаланмай ғына киң күн курткаһын ысҡындырҙы. Куртка аҫтында автоматтың һалҡын ҡара көбәге ялтлап китте.
– Бандиттар! – тип шыбырҙаны Ильяс Фәритович. – Эләктек, тик сәбәләнмә, тыныс бул, ҡурҡҡаныңды һиҙҙермә.
Славянин машинаны әйләнеп сыҡты, шунан арҡама пистолет терәне. Хорек әле бер, әле икенсе иптәше янына барҙы, бәләкәй йөҙө тартышты, үҙе ҡулындағы килбәтһеҙ обрезды нишләтергә белмәне. Шунан уны эсенә ҡыҫты ла Көньяҡ артына барып баҫты. Уныһы, күрәһең, быларҙың башлығы ине.
– Ти-и-хо! – тине бойороҡло ҡалын тауыш менән Көньяҡ кешеһе, шунан минең яҡ ишекте асты, артҡы урынға күсеп ултырырға ишараланы.
– Бистро! – Көньяҡ юлбаҫары автомат көбәген Ильяс Фәритовичтың ҡабырғаһына терәне лә ҡарашы менән яҡындағы урман юлына күрһәтте. – Аңланыңмы, кәзә тәкәһе? Аңламаһаң, иҙмәңде иҙәм, дуршлаг яһайым. Ә һин, сука, ауыҙыңды асып ҡына ҡара. – Ул, кәкре ҙур танауы, эре тештәре менән имәнесле тойғо уятып, миңә боролдо. – Былай арыу ғына күренәһең, ә, кәнтәй...
Ильяс Фәритович яй ғына урман юлына боролдо, шунан тауышын бик күтәрмәй генә бандитҡа былай тине:
– Кацо, ҡатынды мыҫҡыллап тағы берәй һүҙ әйтһәң, автоматың бар тип тормам, белдеңме?
– Һин айҙан төштөңмө әллә, кәзә тәкәһе? – Бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән Көньяҡ Ильяс Фәритовичтың был һүҙҙәренә тамам аптыраны. – Минең кем икәнде беләһеңме?
– Белмәйем, белергә лә теләмәйем, – шундай уҡ тигеҙ, тыныс тауыш менән яуапланы Ильяс Фәритович. – Өнөңдө тыҡмаһаң, машинаны ҡаянан төшөрөп ебәрәм.
Кацо текә юлға ҡарап алды, хәбәрен туҡтатты. Тегеләрҙең машинаһы ҡалған ике бандит менән беҙҙең арттан килә ине. Кескәй аҡланда Көньяҡ туҡтарға бойорҙо. Шунан миңә боролдо ла ҡулын һуҙҙы:
– Аҡсаны давай! Бистро!
Өндәшмәй генә сумкамды уға һондом. Көньяҡ уны ҡабаланып асты, ике төргәкте тубығына һелкеп төшөрҙө.
– Бөтәһе лә теүәл, – тине ул янына килеп еткән иптәштәренә.
«Фирмала наводчик бар. – Башыма ошо уй бәрҙе. – Аҡ сәсле менеджер, шул ғына шылтыратҡан. Вәт сволочь!»
– Беҙ һеҙҙе ебәрәбеҙ. – Көньяҡ ауыҙынан һүҙҙәрҙе һығып сығарҙы. – Телең өсөн кәрәгеңде лә бирергә булыр ине. Милицияға әйтеп кенә ҡарағыҙ! Шәхсән үҙем ғаиләгеҙҙе һуйып сығасаҡмын. Аңлашылдымы?
Ильяс Фәритович өндәшмәне. Мин иһә ҡурҡышымдан ни тере, ни үле ултырам. Банда башлығы ҡапыл мине иҫенә төшөрҙө.
– Ә һин сыҡ, һүҙ бар, – тип бойорҙо ул. – Бигерәк сибәрһең, күҙҙәрең ана нисек уйнап тора.
Ул Славянинға нимәлер шыбырҙаны ла мине елтерәтеп машинанан төшөрҙө һәм ҡыуаҡлыҡтар яғына өҫтөрәне. Уға Хорек эйәрҙе.
Бындай ҡурҡыныс минуттарҙы кисергәнем юҡ ине әле. Көньяҡ кешеһе мине ергә йыҡты ла күлдәгемде өҙгөләй башланы. Мин бөтә көсөмә ҡаршылаштым, тырнаштым, юлдан үтеп барыусылар, бәлки, ишетерҙәр тип ҡысҡырҙым. Хорек, әшнәһенә ярҙамлашып, ҡулдарымдан тотто, ҡайырҙы. Көрмәкләшә торғас, бер мәлгә генә бармаҡтарын йомшартҡайны, һыңар ҡулымды тартып алдым да туҡтауһыҙ тартышҡан хәшәрәт йөҙөнә талпандай йәбештем. Теге ауыртыныуҙан ҡысҡырып ебәрҙе, шунан башыма һуғырға тотондо. Асыу өҫтәлмә көс бирҙеме, тегене тибеп ауҙара алдым.
– Әйҙә, тәүҙә һин, – тип ҡысҡырҙы башлыҡ егеткә. – Бистро!
Хорек ҡабаланып ыштанын төшөрҙө лә минең өҫкә эйелде. Үҙе ауыр итеп мышнай, ҡалтырана. Мәшәҡәтләнә торғас, боттарыма йылы, йәбешкәк шыйыҡлыҡ ағып төштө.
– Кит, мужик түгел икәнһең! – Көньяҡ ҡырағай тауыш менән көлдө. – Эшкинмәгән.
Мышнаған егет, оялышынан күҙҙәрен йәшерә-йәшерә, ҡулдарымды тотто ла ергә ҡыҫты. Хәҙер минең алға Көньяҡ үҙе тубыҡланды.
«Бөттөм... харап итә, үҙ-үҙемә ҡул һалырға ғына ҡала, – тип уйланым, һәм һуңлаған бер фекер башҡа бәрҙе. – Ильяс, ҡәҙерлем, ниңә өндәшмәйһең? Ҡысҡырһаң ине, исмаһам, ярҙамға килһәң ине...»
Ҡапыл ағас ботағы һынғандағы һымаҡ тауыш ишетелде, һәм Көньяҡ лап итеп минең өҫкә ауҙы. Ерәнеп, уның ҙур кәкре танаулы йөҙөнә ҡулдарымды терәнем дә, тын ала алмай, көсһөҙ генә ҡысҡырҙым. Мәсхәрәләргә маташыусының маңлайында бәләкәй генә ҡыҙыл тап күреп ҡалдым. Быны этеп бер яҡҡа саҡ ауҙарҙым да аҫтынан сыҡтым. Эргәлә Ильяс Фәритович баҫып тора һәм иғтибар менән Хоректы күҙәтә ине. Уныһы, тороп ҡасыу һәм урман эсенә кереп йәшенеү урынына, үлән араһында ятҡан автоматҡа һикерҙе. Алып тоҫҡарға ла өлгөрҙө, тик Ильяс Фәритович ике тапҡыр атып ебәрҙе, – теге ҡапыл бер яҡҡа ҡыйшайҙы ла үләнгә ҡоланы.
Ильяс Фәритович мине күтәреп торғоҙҙо ла «Нива»ға алып барып ултыртты. Машина эргәһендә Славянин ята ине.
– Мушкала тотоп тик торҙо бит, стервец, – тине Ильяс Фәритович тамаҡ төбө менән, – тауышыңды ишеткәс, тынысһыҙлана, борғолана башланы, теләге ҡуҙғалды, ахыры. Мин, уға сигарет тәҡдим иткән булып, бардачокка тығылдым.
– Эйе, эйе, – тип хәтерләнем мин. – Ул финка өсөн мин һеҙҙе гел генә, гаишниктар табыр ҙа бәйләнерҙәр, тип әрләй торғайным, тимәк, бөгөн килеп кәрәге тейҙе.
– Сумочкаңды алыҫҡараҡ йәшер. – Ильяс Фәритович аяҡ осо менән бандиттың мәйетен төрткөләне, тирә-яғына ҡаранды ла: – Быларҙы күмергә кәрәк, – тип өҫтәне.
– Күмергә? – мин аптыраным. – Ерләйбеҙ ҙә бер нәмә лә булмағандай китәбеҙ ҙә барабыҙмы?
– Милицияға әйтергә уйлайһыңмы әллә? – тип ҡоро ғына һораны Ильяс Фәритович. – Беҙҙән һорау алыуҙарын, был бандиттарҙың дуҫтары менән таныштырыуҙарын теләйһеңме? Ә улары беҙҙең адрестарҙы беләсәк тә подъезда засада ойошторасаҡ.
Мин өндәшмәнем. Ильяс Фәритович һай ғына соҡор ҡаҙҙы ла мәйеттәрҙе берәм-берәм шунда һөйрәп төшөрҙө, өҫтәренә ҡоралдарын ташланы һәм күмеп ҡуйҙы.
Бер нисә минуттан оло юлға боролоп сыҡтыҡ.
– Ильяс Фәритович, һеҙгә ҡыйынмы? – тип һораным ҡалаға керер алдынан. – Өс кешене үлтерҙегеҙ...
Ул оҙаҡ ҡына өндәшмәй килде, шунан теләр-теләмәҫ кенә:
– Профессиям буйынса мин һалдат. Әйтәйек, мусорщик һымаҡ. Һаҫып ятҡан сүп-сарҙы йыйыштырыуы күңелле эш түгел, әммә уны кемдер эшләргә тейеш бит, – тип яуапланы.
Юлдағы хәлдең бөтә асылы башыма иртәгәһенә генә барып етте. Бер яттым, бер торҙом, йоҡларға тырышып ҡараным, өйҙә торған ике көндә уны онотҡом, хәтерҙән юйғым килде. Өсөнсө көнөнә мине алырға үҙенең «Москвич»ында Ильяс Фәритович килде. Бер ниндәй уйһыҙ, тойғоһоҙ, буш күңел, арыған баш менән саҡ сығып ултырҙым машинаға. Бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та өндәшмәнек. Ильяс Фәритович машинаһын ҡуҙғатты.
...Бер нисә мәртәбә төртөлдөм беҙҙе ғазаплаған бандиттарҙың гәзиттә баҫылған фотоларына. Яҡындары, белеүсе-күреүсе булһа, ире, ағаһы, улы тураһында нимә лә булһа хәбәр итеүҙәрен үтенә. Мин Хорек тип атаған егет тураһында бигерәк тә күп яҙалар. Уның фотографияһына ҡарайым да ошо йәш ҡәбәхәттең мине нисек туҡмауын, көсләргә маташыуын иҫемә төшөрәм, кеше тәбиғәтенең нисек ҡатмарлы, йыш ҡына ҡатлы-ҡатлы булыуы хаҡында уйлайым. Бына ул малай үҙенең ғаилә ағзалары араһында ултыра, бәләкәй, таҙа, бөхтә, әйтерһең дә, фәрештә. Ә бит тап ул, урамға сығыу менән, үҙе һымаҡ хаяһыҙ бәндәләргә ҡушылып, тамуҡ ялҡынына әйләнә...
Миңә 32 йәшемдә мәңгелек хаҡында уйларға иртә әле. Эш араһында саҡ ҡына ваҡыт булһа оҙайлы командировкаға китәм, унда мәшәҡәт табыла, уйланырға форсат ҡалмай. Өйҙә тик ултырһам, кем мин, ни тип йәшәйем, тигәнерәк һорауҙар борсой башлай. Юҡ, элекке рус йәмғиәтен борсоған «Нимә эшләргә?» тигән иҫке һорау уйландырмай мине, сөнки уныһын яҡшы беләм, уны үҙем өсөн хәл иткәнмен. Беҙҙең бөгөнгө йәмғиәттең был мәсьәләгә мөнәсәбәте миңә ҡыҙыҡ түгел. Ундай һорауҙар менән, әйҙә, хөкүмәт шөғөлләнһен, ул шөғөлләнмәһә – йәш парламент.
Ғүмер, йән ғәзизлеге уйға һала мине. Беренсе тапҡыр тауҙағы теге ваҡиғанан һуң бәйләнде миңә был халәт. Ул саҡта беҙҙе үлтергән булһалар, ошо көндә йәндәребеҙ ҡайһы тарафтарҙа йөрөр ине икән? Үткән тормошобоҙ берәй кемгә ҡыҙыҡ булыр инеме лә, ҡылып өлгөргән яҡшы йәки насар ҡылыҡтарыбыҙ ниндәй хөкөмгә дусар ителер ине? Теге донъяла нимә менән шөғөлләнер инек? Бүтән донъяларға сығып китер инекме, әллә, ергә яңынан ҡайтып, өр-яңы тормош башлар инекме?
Был һорауҙар менән ҡаңғырыу файҙаһыҙ икәнен аңлайым. Әммә аҡыл аңлағанды йөрәк ҡабул итмәй. Ул баш етмәҫлек һорауҙарға ла барыбер яуап табырға тырыша. Һөҙөмтәлә йыш ҡына зиһен офоғонда ошондай күренеш хасил була.
...Тормоштоң төп юлдарынан буддистар, иудейҙар, христиандар, мосолмандар атлай. Ошо төп юлдарҙан меңдәрсә һуҡмаҡтар айырылып сыға. Улар, әлеге һуҡмаҡтар, оло юлдар менән йәнәш тә бара, ситкә лә тартыла. Шундай шәхестәр була, улар оло юлды ла, әҙер һуҡмаҡты ла һанға һуҡмай, танымай, күрмәй, үҙһүҙләнеп ҡыуаҡлыҡтар, тәрән соҡор-саҡырҙар, ҡалҡыулыҡтар аша үҙ юлын һала, ҡул-аяҡтарының, биттәренең ҡанға туҙыуына ла иғтибар итмәй, ныҡышмалы алға барыуын белә. Уларҙың маҡсаты – ҙур һыуға барып етеү. Әлеге үҙһүҙлеләр шулай уйлай һәм шуға ышана. Ҡайһылары артынан һирәкләп булһа ла эйәреүселәр ҙә табыла, әммә улар тиҙлеккә, ҡаршылыҡҡа түҙмәй йә тороп ҡала, йә үҙҙәренә еңелерәк яңы һуҡмаҡ таба. Кешеләр һәм юлдар – миллиондарса улар. Ә хаҡлыҡ – берәү генә, уға алып барыр юл ифрат ауыр, ҡатмарлы. Бөйөк күрәҙәселәр уға барып еткән һәм серҙең асылына төшөнгән, тигән ышаныс та юҡ. Улар, уҙа барһа, юлдың башын ғына күрһәткән, ә уны аҙағынаса үтеү һәм хаҡлыҡтың һыуында аяҡтарыңды сайҡау хыялын ерҙәгеләрҙең бик күп быуынына көҫәйәсәк әле. Ошо осһоҙ-ҡырыйһыҙ оло юлдың һәр сатында кешене яңы күрәҙәселәр, яңы һынауҙар көтә булып сығамы, улайһа? Йыһандың сиге булмаған һымаҡ, оло юлдың да ахыры булмаһа, нишләргә? Кешелек донъяһының, хәйер, ниндәй ҙә булһа икенсе бер донъяны, хаҡлыҡты бер ҡасан да белмәүе, белә алмауы – ҡурҡыныс барыбер ҙә.
Бына ошондай уйҙарға тарыйым юлда, юлда ғына түгел, эштән буш сәғәттәрҙә лә. Ҡыҙҙарға университет белеме бирергә кәрәкмәй ул, уйға батып йөрөп, үҙҙәренә тәбиғәт инселәгәнде – сәләмәт балалар табыуҙы, шул арҡала кешелекте алға этәреүҙе онотоуҙары ихтимал.
Ильяс Фәритович минең уң ҡулым булып китте. Ул фирма өсөн ҙур һәм ҡатмарлы эштәрҙе атҡарып сығырға һәләтле, шул уҡ ваҡытта нисектер күләгәлә лә ҡала белә. Тағы ла бер һәйбәт сифаты бар: юҡ-бар һөйләнеп йөрөмәй. Бәләкәй фирмала был да бик мөһим. Яйлап Ильяс Фәритовичҡа мин фирма эшенән тыш та йомоштар ҡуша башланым.
– Һеҙҙә тормош тәжрибәһе лә, эшкә һәләт тә бар, үҙегеҙҙең эште аса алыр инегеҙме? – тинем бер көн мин уға.
Ул ҡәтғи рәүештә баш сайҡаны.
– Мин – тыумыштан башҡарыусы. Эргәмдә көслө шәхес булғанда ғына эшләй алам.
– Йылы һүҙегеҙ өсөн рәхмәт, – тинем, ә үҙемә уңайһыҙ булып китте.
– Был комплимент түгел, дөрөҫө шул, – тип ҡаршы төштө Ильяс Фәритович. – Бер нисә йыл элек үҙ эшемде асып ҡарағайным инде, шведтар Полтава янында янған һымаҡ, мин дә дөрләп яндым. Шул хәлдәрҙән һуң лидерлыҡтан ваз кисергә хәл иттем. Бөгөн дә шул уйҙамын.
– Тормошта һеҙҙең һымаҡ үҙ урынын белеүселәр күберәк булһа икән, – тип көрһөндөм. – Түрә креслоларында күпме буш ҡыуыҡ етәкселәр ултыра. Күбеһендә талант урынына – амбиция ғына.
– Улар булмаһа, беҙҙең менән кем етәкселек итә? – тип көтмәгәндә яҡлап сыҡты әлеге «буш ҡыуыҡтар»ҙы Ильяс Фәритович. – Аҡыллы, намыҫлы кешеләр бер ҡасан да власҡа ынтылмай. Улар властың ҡурҡыныс наркотик икәнен бик яҡшы аңлай. Көндәлек тормошта ҙур вазифалағы кешеләрҙең ни эшләгәнен күреп торабыҙ бит. Креслоға ултырыу менән ябай кешеләр тураһында бөтөнләй оноталар ҙа данға, малға мөкиббән китәләр.
– Бындай ҙа оҙон сығышты быға тиклем һеҙҙән ишеткән юҡ инем әле, – тип көлдөм мин.
– Илһам килде. – Ильяс Фәритович та көлдө.
Ул көн беҙ эш менән Ырымбурҙан ҡайтып килә инек. Хәҙер мин йыш ҡына водителде фирмала ҡалдырам да юлға Ильяс Фәритовичты алам. Уның менән ҡыҙыҡ та, ышаныслы ла.
Ильяс Фәритович ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән баҫыуға ҡарап килә.
– Нимә тураһында уйлайһығыҙ? – тип һораным.
– Үҙемдең атай-бабайҙар тураһында, – тип яуапланы ул. – Уларға һәр ҡасан ер биләү зарур булған, улар ер талап итеп, дөрөҫөрәге, баҫып алынған ерҙәрен ҡайтарыуҙарын даулап, батшаға ҡаршы әллә күпме ихтилалдар күтәргән. Пугачев беҙҙең ер-һыуҙарыбыҙға теймәҫкә вәғәҙә бирҙе, уны тап шуның өсөн яраттыҡ. Ельцинды иһә тағы ла нығыраҡ яраттыҡ, сөнки ул, суверенитетты күпме кәрәк, шунса алығыҙ, тине. Ана, хәҙер ҡара инде, – Ильяс Фәритович ҡулдарын баранканан ысҡындырып йәйеп ебәрҙе. – Ер йүнләп һөрөлмәгән дә, йүнләп сәселмәгән дә, көҙ уңыш йыя алалармы, юҡмы бынан? Әллә фуражға ғына сабып аласаҡтармы – шулай уҡ билдәһеҙ. Ни өсөн ер бер кемгә лә кәрәкмәй булып сыҡты һуң әле? Шуны һис аңлай алмайым.
– Мин дә аңламайым. Берәй төрлө иҡтисади сәбәптәре барҙыр, бәлки, ерҙә эшләү хәҙер табыш килтермәйҙер.
– Халыҡты ерҙән айырҙылар – сәбәбе шул.
Бына ошондай әңгәмәләр менән юлда ваҡытты уҙғарам аҡыллы юлдашым менән.
Йәнә үҙемде йәлләргә теләйем һәм үҙемдең яратҡан сырхауыма әйләнеп ҡайтам. Миңә утыҙ ике йәш. Ҡатын-ҡыҙ өсөн хәтәр йәш. Ғаилә ҡорорға кәрәк. Йәки ирһеҙ бала табырға. Был донъяла яңғыҙ ҡалғы килмәй. Атай-әсәйем дә ейән йәки ейәнсәр көтә. Мин уларҙың өмөтөн һис алдай алмайым, хаҡым юҡ. Хәйер, хәл иттем инде: кейәүгә сыға алмаһам да, мотлаҡ ҡыҙ табасаҡмын. Бының өсөн һау-таҙа, аҡыллы, гендары яҡшы берәй ир кәрәк. Шундай ир миңә ҡыҙ бүләк итергә тейеш! Башҡаса унан бер нәмә лә кәрәкмәй. Ҡыҙыма әсәй ҙә, атай ҙа – үҙем булырмын. Өҫтәүенә, олатаһы ла, өләсәһе лә була бит әле. Быныһы баланы ҡарау, тәрбиәләү эшен күпкә еңеләйтә...
Шулай ҙа, үҙекәйемде йәлләүемде, илаҡ сентименталлекте ташлап, мәсьәләгә һалҡын аҡыл, айыҡ баш менән ҡарарға тырышам. Әйтәйек, эшем бар – ашата, кейендерә. Мәскәүҙә Стригунков бар, ул атай-әсәйемде Рәсәйгә алып ҡайтыу өсөн аҡса һала бара, бер йылдан етәрлек сумма йыйыласаҡ һәм үҙемдең изге бурысымды үтәйәсәкмен.
Төҫкә-башҡа ла бигүк йәмһеҙ түгелмен шикелле. Һәр хәлдә байтаҡ ир-егет дуҫлашайыҡ тип арттан йөрөй. Шуға ла үҙемә йыш ҡына: «Рита, күп ҡойроҡ болғама, поезың китеп бара, йәш ҡыҙҙар һымаҡ мөхәббәт, ниндәйҙер принц көтөп йөрөмә, тирә-яғыңа ҡара ла һайлап ал берәй ирҙе», – тим.
Миңә ҡарап уфтаныусы ирҙәрҙең яртыһы өйләнгән, ғаиләләре бар, икенсе яртыһы – айырылған. Күптәрен мин шәхес булараҡ бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмайым да. Алдарында етеш тормошта көн иткән һылыу бисә – уларға шуныһы ла баштан ашҡан. Етмәһә, балаһыҙмын.
Ҡайсаҡ уйлап ҡуям: яҙмышыма яҙыр ул ир минең арттан йөрөүселәр араһында юҡтыр ҙа, ә бәлки, эргәмдәлер, күҙгә салынмай ғына йөрөйҙөр, үҙ сәғәтен, минең сәғәт еткәнен сабыр ғына көтәлер. Бындай уйҙар башҡа килһә, мин үҙемдең эргәлә һәм бер ни тиклем алыҫтараҡ йөрөгән ир-ат араһында «инвентаризация» үткәрә башлайым: иғтибарлап йөҙҙәренә бағам, ҡараштарын тотам, хәбәрҙәрен тыңлайым. Шул рәүешле яҙмышымдың серле һәм йәшерен ымдарын аңларға тырышам.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин осрашып йөрөгән, һөйләшкән, көнкүрештә, эштә аралашҡан ирҙәр барыһы ла ҡәҙимге. Береһенең дә башына, бынау энергиялы, егәрле, сос ҡатынға аҡса һәм уңыштан башҡа тағы нимәлер кәрәк икән, тигән уй инеп тә сыҡмай шикелле.
Мин яңғыҙ ҙа йәшәй алам. Әммә яңғыҙ инә бүре лә тәбиғәт ҡанундарына буйһона. Уға өң-оя кәрәк. Ә ояла хужа булырға тейеш, йәшме ул, ҡартмы, уныһы мөһим дә түгел, тик үҙенең ғаиләһен туйҙырырлыҡ һәм һаҡларлыҡ көсө булһын. Хәҙер мин әҙәбиәт аша ла, тормошта ла никахтарҙың иҫәп-хисап буйынса төҙөлгәндәренең күплегенә төшөнә башланым. Был – кешеләрҙең боҙоҡлоғонан түгел, ә уларҙың һәр ҡайһыһының йәшәгеһе килә, ә битараф яҙмыш берҙән-бер, яратҡан, ҡабатланмаҫ кешене табырға мөмкинлек бирмәй. Хәс тә ҙур универсаль магазиндағы ише: зиннәтле залдар буйлап йөрөйһөң, күҙҙең яуын алырлыҡ йөҙҙәрсә күлдәктәр күрәһең, тик уларҙың һиңә хәжәте юҡ. Ә бит бөгөн кис ҡунаҡҡа саҡырылғанһың, үҙеңдең дуҫтарыңды, коллегаларыңды яңы күлдәк менән аптыратҡың килгәйне лә, барып сыҡмаҫҡа итә. Шунан, тамам өмөтөң өҙөлөп йәнә һайлайһың да булғанынан иң яҡшыһын алаһың. Ҡунаҡта күҙеңде күтәрмәй ултыраһың, көҙгө алдына бармаҫҡа тырышаһың, сөнки үҙеңде кеше күлдәген кейеп килгән кеүек тояһың. Ә нишләмәк? Тимәк, миңә ирҙе лә булғандары араһынан һайларға тура килә. Эсмәһә, ҡул күтәрмәһә ярай инде.
Шулай ҙа «32» һанынан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡмайым. Мине бүтән һан – «40» ҡурҡыта. Кемдер хаҡында «Анау ҡырҡ йәшлек ҡатын байтаҡҡа йәшерәк күренә» йәки «Ҡырҡ йәшлек Наталья Н. саҡ аварияға эләкмәгән» һымағыраҡ хәбәрҙәр ишетһәм, миңә оло ҡатындар хаҡында һүҙ барған һымаҡ тойола башлай. Бер ҙә ҡырҡ йәшлек ҡатын булғым килмәй, эйе, мин «40» һанынан ҡурҡам...
Хәҙер күңелемдәге иң ҙур сер хаҡында. Бер көн мин эштән үҙем дә аңламаған сәйер бер кәйефтә ҡайттым. Ашағы ла килмәй, гәзит уҡығы ла, телевизор ҡарағы ла. Хатта нимәлер уйларға ла теләгем юҡ. Сәйер хәлемде арығанлыҡҡа япһарып сисендем дә йылы юрған аҫтына сумдым. Оҙаҡламай йоҡоға ла талдым.
Шамил ХАЖИӘХМӘТОВ.
(Аҙағы бар).