Ҡырҡҡа етеп килһә лә, Азамат өйләнмәгәйне әле. Ул йылдарҙа ҡыҙ кеше тормошҡа сыға алмай ултырып ҡалһа – һуғыш егеттәрҙе ҡырып бөткәйне, ә «һуғыш балалары» өсөн ундайҙар «әбей» фиғелендә ине – уға аңлап һәм йәлләп ҡаранылар. Әгәр егет утыҙҙан уҙһа, аҡһаҡ-туҡһаҡ йәки зәғиф булмаһа, арҡаһында бөкөрөһө лә юҡ икән (һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙар ундайҙарға сығырға ла риза ине), етмәһә, ауылда кейәүгә барырлыҡ ҡыҙҙар көтөүе менән – был инде сәйерлек һанала. Эйе, яңғыҙ ҡатындар тарафынан иркәләнгән, ғаилә ҡамытын кейергә ашыҡмаған йөрөмтәлдәр ҙә бар, тик был юл Азамат өсөн түгел.
Һаман кәләшһеҙ йөрөүенең сәбәбен белмәгән, күңеленә инергә теләмәгән кешеләр Азамат тураһында төрлөһөн һөйләне. Армияға алынғансы, йәнәһе лә, ул ҡыҙҙарҙан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡты, яҡын барыуҙан оялды, тип ләстит һатты. Кистәрен клубта саң-туҙан туҙҙырып бейешкән йәштәр ыңғайына, ул да клубҡа йөрөнө. Барҙы, ләкин бейемәне лә, тансыға ла төшмәне, башҡа төр уйындарҙа ла ҡатнашманы. Стенаға терәлә лә уйнағандарын күҙәтеп баҫып тик тора. «Ниңә бейемәйһең?» – тип һораһалар, оялсан ғына йылмая ла ҡуя. Күршеһе Әбүзәр: «Оялма шуларҙан, йәбеш түштәренә. Нахал, тиһә лә, иғтибар итмә, улар шулай ҡылана ғына. Ҡыҙҙарҙы белмәйһең әле», – тип «кәңәштәр»ен бирә. Был хәбәргә лә Азамат оялсан ғына йылмая. Нишләһен, ысынлап та ҡыйыуһыҙ шул. Хатта әсәһе лә уны «быҙау» тип йөрөтә. «Башҡаларҙың улдары ул кеүек, үҙҙәрен яҡлай ала, ә минеке – быҙау ише ҡыйыуһыҙ».
Быҙауҙарса ҡыйыуһыҙлығы, бәлки, уның етемлектән рәнйетелгән күңеленән киләлер. Азамат – һуғыш йылдары балаһы. Атаһы менән йәшәргә, уның көсөн күреп, тир еҫен еҫкәп үҫер бала сағында етем ҡалды. Ауыр физик эш, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән арыған һалдаткалар тәрбиәләгән шыйыҡ малайҙар һынған характерлы булып үҫте: берәүҙәр – тыңлаусан һәм аҫтыртын, икенселәр – бөтә донъяға асыулы һәм үсле.
Армия хеҙмәте лә Азаматты әллә ни үҙгәртә алманы, әммә колхоз тормошона бик тә кәрәкле ир эштәренә өйрәтте. Хеҙмәткә тиклем тракторҙа йөрөһә, армияла машина артына ултырҙы. Ағас эшен, электрҙы белде, өй һалды, көнкүреш при борҙарын ремонтланы.
Хеҙмәттән ир ҡорона инеп, ярты башҡа тартылып ҡайтты. Ауылдың шәп егетенә әйләнһә лә, клубҡа башҡа аяҡ баҫманы, ҡыҙҙарҙан ситтәрәк йөрөнө, шулай ҙа үҫмер сағынан уҡ күңеленә ятҡан сельпо һатыусыһы Шәриптең ҡыҙына йәшерен мөхәббәтен һаҡланы. Сибәр булһа ла (Әбүзәр күршеһе уны сибәр тип хисапламаны, «иҫ китерлек нимәһе бар инде, башҡалар һымаҡ бер ялбырбаш инде шунда» тине), ул һаман кейәүгә сыҡмағайны әле. Күрәһең, отошлораҡ берәй вариант көткәндер.
Донъяла барыбер ҙә бәхет бар ул, тип ныҡлы ышана ине Азамат, һәм әлеге бәхет уға Шәрип ҡыҙы Ғәлиә сүрәтендә балалар йоҡоһо һымаҡ нурлы бер әкиәти ысынбарлыҡ рәүешендә күҙе алдына килә. Уның менән, уның тирәһендә булған бөтә нәмә – бәхет. Бына улар ир менән ҡатын, бер-береһе менән сөкөрҙәшеп самауыр артында сәй эсә, уларға рәхәт, күңелле; бына улар бесәнлеккә китеп бара, юлдың ике яғында – төрлө төҫтәге үлән-сәскәләрҙән туҡылған балаҫ, туғайҙарҙа бал еҫе аңҡый, улар өндәшмәй генә тирә-йүндәге матурлыҡҡа һоҡлана, уларға рәхәт, күңелле; бына улар мунсала йыуына...
Армиянан ҡайтыуына ла байтаҡ ваҡыт үтте: Азамат – һаман яңғыҙ, кәләш әйттереү хаҡында уйламай ҙа. Ә ауылда ғаилә тормошо өсөн өлгөргән күпме ҡыҙ яҙғы тау битләүендәге шиңгән умырзая ише шиңеп йөрөй. Иң борсолғаны әсәһе – Зифа апай булғандыр. Егет күркәм, әммә оялсан, баҙнатһыҙ, берәй башкиҫәре ҡамыт кейҙереп алһа, унан да аламаһы – йөрөмтәл берәйһе менән бәйләнһә, тәмен белер ҙә бөтөнләй өйләнмәҫ тә ҡуйыр, тип ҡурҡа. Үҙе йыш ауырыны, бигерәк тә ҡыш көндәре йонсой, йылғанан көйәнтәләп һыу ташыуы бигерәк тә ауыр. Ә улына килен алып ҡайтырға ваҡыт икәнен әйтергә ниңәлер тартына. Шулай ҙа бер көн, нимәлер эшләп арыуының сигенә сыҡҡас, түҙмәне: «Өйләнер инең, бик йонсойом бит, – тине, йәне көйөп. Азамат өндәшмәне. Әсәһе хәбәрен дауам итте: – Анау уҡытыусы Әминә һиңә сығыр ине». – «Ҡайҙан беләһең?» – тип ҡыҙыҡһынды Азамат. «Һеңлеһенә үҙе әйткән. Йәнәһе лә, бына тигән егет, эсмәй, тартмай». Азамат йәнә өндәшмәй торҙо ла: «Тырнаҡтарын буяп йөрөй бит», – тип мөгөрҙәне. (Һуңғы йылдарҙа ауыл ҡыҙҙары район бөҙрәханаһына барып сәстәрен бөҙрәләтеүҙе, тырнаҡтарын буятыуҙы мода итеп алғайны.) Күңелендә кемде йөрөткәнен белмәгән әсә улының яуабын үҙенсә юраны: тырнаҡтарын буяған белемле ҡыҙ нисек итеп һыйыр һауыр икән һуң?
Нисектер бер мәл күршеһе Әбүзәр, эсеп алғас, Азаматҡа бәйләнә башланы: «Күрше, әйҙә, мин һине өйләндерәйем, ә? Һайланып йөрөүең етте. Күҙең төшкән берәйһе бармы? Хәтереңдәме, армияға тиклем үк әле һин миңә, Шәриптең ҡыҙы оҡшай, тип әйткәйнең? Теләһәң, иртәгә үк ҡоҙалайым».
Азамат өндәшмәне. Уның өндәшмәүен Әбүзәр ризалыҡ билдәһе тип ҡабул итте, ахыры, – хәбәрҙе йүкә телефон аша Ғәлиәнең ҡолағына алып барып та еткергән. Ә Ғәлиә ҡырт киҫкән: «Юҡ, ул миңә оҡшамай!» Әсәһе лә: «Берҙән-бер ҡыҙымды ул хәйерсегә нишләп бирәйем мин», – тип өҫтәгән, имеш.
Эйе, ул һаман һалдат салбарында, кирза итектә йөрөй. Йөрөһә һуң? Туҙғансы кейер ҙә ташлар. Машинаға ярамаймы ни? Ғаилә бәхетен тик Ғәлиә менән генә күҙ алдына килтергәнлектән, ул үҙенең бәхетле булмаясағын аңланы. Ярлы булғаны өсөн бәхетһеҙ. Ә ниңә ярлы һуң?
Колхоз ауылында тыуып үҫкәнлектән, байҙар, ярлылар хаҡындағы хәбәрҙәр бик иҫендә юҡ. Бәлки, уның бала саҡ осоронда ул хәбәрҙәр булмағандыр ҙа. Байҙарҙың колхоздар ойошторолғанға тиклем йәшәгәнен белә, уларҙың көтөү-көтөү мал-йылҡылары иркен яландарҙы ҡаплап гиҙгән, шунан уларҙы кулак тип атағандар ҙа Себергә һөргәндәр; торараҡ биш стеналы өйҙәре, урыҫ ҡапҡалары булғандарҙы бай тип атай башлағандар. Ни өсөн берәүҙең өйө, ҡапҡаһы шулай, икенсенеке тегеләй һәм улар ниндәй аҡсаға һалынған, әйтәйек, минең йорт сереп ҡыйшайып бара, кәртә-ҡоймаһы юҡ, ә уныҡы өр-яңы, тигән хәбәрҙәр тыйылған, имеш, ул замандарҙа. Дөрөҫ, һатыусы Шәрип араҡыны өйөнә алып ҡайта ла кискеһен, төнөн өс тапҡырға ҡыйбат итеп һата, тигән хәбәр ишетелеп-ишетелеп ҡала ине ҡай саҡ. Шулай икән, ҙур тәҙрәле, биш стеналы, урыҫ ҡапҡалы йортта үҫкән Ғәлиә ҡыйшайған, иҫке йортта көн күреүсе Азаматҡа бара буламы? Юҡ, әлбиттә.
Һуғыштан һуңғы ул йылдарҙа ҡарағайҙан ҙур йорт һалыу һәр кемдең көсөнән килмәй ине. Ағасты йыраҡтан бүлделәр. Егерме саҡрымдан ике ағастан да артығын ташып булмай. Пилорама юҡ, таҡтаны ҡул бысҡыһы менән бысаһың.
Азаматтың атаһы, ябай колхозсы Миңлебай Ҡарағужин, үҙенең атаһының иҫке йорто урынына түрә-ғараныҡынан бер ҙә кәм булмаған ҙур тәҙрәле, соланлы, биш стеналы өй күтәреү хаҡында күптән хыяллана ине. Көҙөн үгеҙҙәрен һуйҙылар ҙа итен баҙарға сығарып һаттылар, яҙына оҫталар менән һөйләшергә-килешергә йыйынып йөрөй ине лә – килеп сыҡманы: һуғыш башланды. Ҡыйшайған атай йортонан һуғышҡа китергә мәжбүр булды егет, нишләһен...
Ғәлиәнең уны кире ҡағыу хәбәрен ишетеп күңеле әрнеп йөрөгән көндәрҙә Азаматтың ҡолағына ниндәйҙер алтын хаҡында һүҙ килеп салынды. Уны ремонт мастерскойының төтөн менән тулы бытовкаһында оҙон тәнәфес ваҡыттарында тәмәке көйрәтеп ләстит һатыусы ирҙәр араһынан кемеһелер әйтте. Йәнәһе лә, Колчак тауҙар араһына алтын йәшереп киткән: был байлыҡты тапҡан кеше уның 25 процент хаҡын ала, ти. Бала, үҫмер сағында уҡ Азамат ҡайҙалыр күмеп ҡалдырылған ул байлыҡтар һәм уны нисек эҙләп табыу хаҡында ишеткәне бар ине инде, алтынлы мөхит хаҡында хатта батшаға ла мәғлүм икән. Ауылда күптәрҙә, һабан, һуҡа һәм сыбыртҡынан тыш, хужалыҡтарында шулай уҡ кәйлә, көрәк, тырнағыстар һаҡлана ине әле. Һәм был металл кеше аңында «байлыҡ» тигән һүҙгә бәрәбәр йөрөй ине.
Ә был байлыҡты йәшереп киткән Колчактың кем икәнен ауылда йүнләп бер кем дә белмәй ине. Кемдер, аҡ генерал, тип һөйләне, ләкин ул генералдың алтынды таштар аҫтына ни өсөн йәшергәне һис аңлашылмай, берәй бай сауҙагәрҙең большевиктарҙан йәшереүе аңлашыла әле; икенселәр, Колчак – старатель ине, тип ныҡышты. Һуғышҡа тиклем күрше рудникта «Колча» ҡушаматлы рус старателе булғанын хәтерләнеләр. Кем белә, бәлки, ул тапҡандыр әлеге ҙур самородокты һәм, дәүләткә бушҡа биргеһе килмәй, таш аҫтына йәшергәндер.
Ауылдан егерме саҡрым самаһында ятҡан Ирәмәл тауы Урал һыртының зәңгәрһыу-һоро үркәсе булып һерәйә. Кеше унан ҡайһы яҡта ғына тормаһын – туғайлыҡта, тау битендә, ҡалҡыулыҡтар түбәһендә – бөтә ерҙән дә әлеге зәңгәрһыу-һоро үркәс күренеп ята. Азаматтың атаһы Ирәмәлгә ҡарап һауа торошон алдан самалай торғайны. Тауға болоттар төшһә: «Ирәмәл башына бүрек кейҙе – ямғырға», – ти. Йәйҙең иң эҫе көндәрендә лә Ирәмәл яғынан һалҡын ел иҫә. Ә бына ул яҡтан йәшенле, ялағайлы ямғырҙар килеүе бик һирәк. Тирә-яҡта һәр саҡ ниндәйҙер хөрәфәт һиҙгән аңлы кешеләр Ирәмәлде серле, мөғжизәле, хатта ҡурҡыныс тау тип иҫәпләне. Һорғолт тау кешене үҙенә тарта икән – ҡайһы берәүҙәр ошоға буйһоноп бара ла кире ҡайта алмай ғәйеп була.
Ирәмәлгә Азамат мәктәп йылдарында уҡ барҙы һәм уның үркәсенә күтәрелә торғайны. 5-се кластарҙы уҡытыусы Иҙрисов ағай алып барҙы. Кеше һирәк йөрөгән урман һуҡмағынан атлай торғас, балалар ҡырағай шыршылыҡтан килеп сыҡтылар ҙа, ҡапыл, һис уйламаған-көтмәгәндә, ерҙән үк вертикаль рәүештә зәңгәрһыу төҫтәге күккә олғашҡан бейек һоро ҡаяға килеп төртөлдөләр. Ауыл осондағы бейек булмаған ҡалҡыулыҡтарҙы ғына күреп үҫкән малай, ҡыҙҙар өсөн ғәйәт ҙур һәм бейек был таш өйөмө шаҡ ҡатырғыс күренеш ине.
Тауҙың көнсығыш яғы итәгенән алып түбәһенә тиклем һоро түңәрәк эре таштарҙан «һалынған», әйтерһең дә, уны әкиәттәге Алпамыша тәҫләп теҙгән. Тауҙың түбәһенә менеп ҡараһаң, Көньяҡ Урал тау теҙмәләренең яртыһын тип әйтерлек күрергә була, ҡайһы бер осло күҙлеләр асыҡ көндә хатта алыҫ ауылдарҙы һәм улар араһындағы юлдарҙы ла шәйләй.
Август иртәләренең береһендә, әсәһен дә иҫкәртеп тормай, Азамат өҫтөнә иҫке фуфайка, аяғына еңел сарыҡ кейҙе лә, киндер тоҡсайына бер шешә һөт, икмәк киҫәге һалып, Ирәмәл тарафына юлға сыҡты һәм төш етеүгә барып та етте. Хәҙер тау уға, ҡырҡты ваҡлаған кешегә, ул ҡәҙәре серле һәм шаҡ ҡатырғыс бейек булып күренмәне. Һоро текә стенаһы ла сүккән һымаҡ, уға илтеүсе һуҡмаҡ та байтаҡ тапалған, тимәк, кеше йөрөп ята, хатта мотоцикл эҙҙәре, быяла ярсыҡтары ла бар. Янып бөтмәгән торонбаштар, буш араҡы шешәләре, консерва банкылары ашаған-эскән кеше сифатында цивилизацияның был алыҫ тө бәккә лә килеп етеүе хаҡында һөйләй ине.
Тауҙың көнсығыш битләүе буйлап төньяҡтағы текәлеккә үтеп, Алпамыша таратып ташлаған эре-эре таштарҙан-таштарға һикерә-һикерә, түбәндә таштар араһынан борғоланып аҡҡан боҙ кеүек һалҡын һыуҙы шаптор-шоптор кисә-кисә, Азамат кирегә боролдо. Унан, көньяҡ морондан күтәрелеп, таш стенаның кире яғын ҡараны. Был яҡ байтаҡҡа һөҙәгерәк, үләнле, хатта һирәк ҡыуаҡлы булып, урманлы үҙәккә әйләнә. Азаматтың башына ҡапыл уй килде: тимәк, алтын хужаһы үҙенең байлығын юҡҡа ғына ҡырағай урынға йәшермәгән – ниндәй таш аҫтында ята, үрҙәме, түбәндәме – табып ҡара. Ә тау үҙенең рәхимһеҙ ҡырағайлығы менән, эҙләмә лә, ул алтынды барыбер минең һиңә бирәһем юҡ, тип әйтеп тора һымаҡ.
Тамам арып-талып, өшөп ул, киске эңер төшкәс, бер нисә емерек йорттан торған кешеһеҙ ауылға – әгәр уны ауыл тип атап булһа: үҫмер саҡтарында Ирәмәлгә күтәрелгән саҡтарында бында байтаҡ кеше йәшәгәнлеге иҫендә – әйләнеп килде. Хәҙер ул яңғыҙ юлсыға ҡайғынан ҡарайған күҙҙәре менән ҡарай; ҡайһы бер тәҙрәләр ҡойолған, әйтерһең дә, ҡасандыр беҙҙең йылыла һәм уңайлыҡта һинең һымаҡ кешеләр йәшәне, тора-бара уларҙың ҡайһы берҙәре үлде, ҡайһылары беҙҙе ташлап китте, бәлки, һин, юлсы, инерһең дә үҙеңдең тының менән беҙҙең стеналарҙы йылытырһың, өй эсенә йән өрөрһөң, тиергә теләйҙәр ине...
Азамат иң ситке өйгә инде. Өй ишеге бикһеҙ, ә тәҙрә быялалары имен. Стена яҡлап – сөгөн плитәле ҙур мейес, балаҫ ҡаплаулы тәпәш һике, тәҙрә тупһаһында – күптән һулыған гөлдөң кипкән тупраҡлы көршәге.
Берәй тимер ҡашығаяҡ алмағанмын икән, тип үртәнә-үртәнә, шешә ауыҙынан һөтөн эсеп, икмәген ашаны ла фуфайкаһын ябынып һикегә ятты һәм, марш-бросоктан һуң арыған һалдат кеүек, ҡаты йоҡоға сумды.
Тәрән тынлыҡта, иртәнге ҡояш нурҙары уйнай башлағанда уянды. Сығып, өй мөйөшөндә хәжәтен атҡарҙы ла йылғаға төштө, дөрөҫөрәге, билдәһеҙ йылға үренә табан атланы. Яр буйлап бер аҙ барғас, көҙгөләй ялтырап ятҡан йылғаға эйелде. Һыу шул тиклем таҙа, саф ине, әйтерһең дә, туғайҙа үҫкән төрлө үләндәге ысыҡ тамсыларын берәмләп йыйғандар, үтә күренмәле, алтын төҫөндәге ҡомдоң һәр бөртөгө ап-асыҡ күренеп ята. Ҡом өҫтөндә көтөүе менән эреле-ваҡлы балыҡтар йөҙә. Азамат тыуған йылғаһын – Яйыҡты иҫенә төшөрҙө лә, әгәр уның балалары булһа, улар ошо терегөмөш ише таҙа һыуҙы бер ҡасан да эсә, үтә күренмәле һыу аша ошо тере балыҡтарҙы күрә алмаясаҡ, тип әсенеп уйланы. Үҙҙәренең бала саҡтарындағы ябай ғына шатлыҡтарҙы иҫләгән ауыл ҡарттары, беҙҙең бөйөк йылға башында төҙөлгән ҡаланан Яйыҡҡа ағыу аға, тип һөйләй торғайны.
Азамат, йыраҡ бала сағындағы ише, услап тәмле һалҡын һыу эсте, ҡырынмаған битен йыуҙы һәм... атлаған аҙымдар, металл сыңы тауыштары ишетте. Башын ҡалҡытты ла артына боролдо: түбәндәрәк һалынған таҡта баҫмаға, көйәнтәһенә буш биҙрәләрен элеп, бер ҡыҙ килеп менде. Иртәнге ҡояш нурҙары яҡтыһында ҡыҙҙың сыбар сәскәле күлдәге, зәңгәр төҫтәге көйәнтәһе һәм зәңгәр муйынсағы, ҡулындағы көмөш беләҙеге – Азаматҡа күҙ ҡамаштырырлыҡ сағыу мөғжизә булып күренде.
Йыуынып, кәпәсен башынан һалды ла, кешеләр менән осрашҡанда оялсан йылмайғандағыса, әле лә ҡыҙға йылмайып баҡты. Ҡыҙ уға күҙ ҡырыйы менән генә ҡараны, әйтерһең дә, нимәгә шаҡ ҡаттың, тип өндәшергә теләне һәм, биҙрәләрен көйәнтәһенән ысҡындырып, һыу алырға эйелде. Алғас, көйәнтәһенең элгестәренә тулы һыулы биҙрәләрен эләктерҙе лә йәнә Азаматҡа һирпелде. Ҡуйы, оҙон керпекле күҙҙәре ҙур һәм зәңгәр ине. Бер юлы зәңгәр йәки һоро күҙҙәр менән дегет кеүек сөм-ҡара сәстәр башҡорттоң тау яҡтарында һәм көньяҡ далаларҙа йыш осрамай.
Сибәр ҡатындар алдында Азамат һәр саҡ юғалып ҡала, ә бына йәшерәктәргә өндәшергә ҡыйыулығы етә:
– Һин бында йәшәйһеңме әллә?
Ҡыҙ егеткә күҙ һирпте.
– Эйе, – битараф ҡына яуапланы ла иҫкергән таҡта ҡапҡалы йортҡа атланы.
Осаларын туйтаңлатып, ул тулы биҙрәләрҙе тар һуҡмаҡ буйлап еңел һәм килешле алып бара, оҙон, ҡалын толомдары остарында зәңгәр таҫма менән бәйләнгән ҙур көмөш тәңкәләр сыңлай. Тәңкәләр – боронғо, иҫке аҡсалар. Николай батша заманындағы, ахыры. Ҡасандыр Азаматтың өләсәһе лә тағып йөрөнө уларҙы, торараҡ тәңкәләр моданан сыҡты
«Уның өсөн ҡартыраҡмын», – тип күңелһеҙ генә уйлап ҡуйҙы Азамат һәм йоҡлап сыҡҡан йорто яғына яй ғына атланы.
Әммә ҡояш кеүек яҡты тау ҡыҙы иҫенән сыҡманы. Уны берсә үҙенең меҫкен генә өйөндә, берсә ауылдың саңлы урамында йөрөй икән тип күрҙе, берсә оҙаҡламай үтә торған буш хыял рәүешендә күҙалланы. Өйләнерһең – әсәһен әҙәмгә һанамаҫ. Йәки берәйһенә эйәреп ҡасып китер. Ундай хәлдәр ауылда булғылап тора. Ана, Ғәйнетдин Силәбе яҡтарынан бер һылыу ҡыҙ алып ҡайтҡайны, ярты йыл йәшәнеләрме-юҡмы, сос, телдәр күршеһенә күсеп сыҡты китте. Ат менән бисәгә һис ышанма, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Эх, Шәрип ҡыҙына өйләнер ине лә...
Азамат өйө ултырған ҡалҡыулыҡҡа күтәрелде лә оҙаҡ итеп Ирәмәлгә текәлеп торҙо һәм, әйтерһең дә, бар уйын биләгән ҡыҙҙың зәңгәр көйәнтәне яурындарына һалған килеш йәнә ҡапҡанан сығып йылғаға төшөүен, баҫмала тороуын, оҙон ҡара толомдарындағы көмөш тәңкәләрҙе сыңлата-сыңлата тар һуҡмаҡтан етеҙ атлағанын күрҙе. Был минутта уның күкрәгенә быға ҡәҙәр үҙенә бөтөнләй таныш булмаған нимәлер тулды. Әйтерһең дә, ул шәрбәт, иҫкерткес шыйыҡса йотто, һәм әлеге шыйыҡса йылынып, бар кәүҙәһенә таралды. Эсеп алғанда атаһы гел генә бер йырҙы йырлай торғайны, әле шул иҫенә төшөп, күңелен ҡуҙғытты.
Талир тәңкәләрен шылтыратып,
Һалҡын шишмәләрҙән һыу ала.
Һалҡын шишмәләрҙән һыу алғанда
Ҡояш нурҙарынан нур ала.
Бер көн урамда Шәриптең ҡыҙын осратты, әммә, икенсе ауылдағы бөтөнләй ят ҡыҙҙы күргән кеүек, Азамат туҡтаманы, эргәһенән шәп атлап үтте лә китте. Шунда Әбүзәрҙең дөрөҫ һөйләгәнен аңланы. Хәйер, унан ғына түгел, башҡаларҙан да ҡыҙҙың эскеләүе тураһында ишеткәне бар ине...
Һыйырына бесән сабып, ике кәбән ултыртҡас, ул үҙенең артабан Ирәмәл ҡыҙынан башҡа йәшәй алмаясағын аңланы. Һәм, түҙмәй, йәнә Колчак алтынын эҙләргә сығып китте. Икеләнеп-уйланып барҙы: бәлки, ул унда юҡтыр ҙа, күрше берәй ауылға туғандарына күскәндер йәки кейәү егете пәйҙә булғандыр ҙа уны алыҫ яҡтарға алып киткәндер. Ике аҙна самаһы ваҡыт үтте бит, ни тиһәң дә...
Теге ауылға барып еткәс тап итмәне ҡыҙҙы, шулай ҙа, моғайын, өйөндәлер, килгәнен шәйләгәндер, тип уйланы ла артабан тау яғына йүнәлгәнен күрһәтергә ниәтләне, әммә тауға барып етә алманы, дөрөҫөрәге, бер сәғәт самаһы йөрөнө лә кире боролдо. Ҡыҙ ҡапҡаһы төбөндә баҫып тора ине. Тимәк, килгәнен шәйләгән. Өҫтөндә – алтын-зәңгәр төҫтәге яңы күлдәк, әйтерһең дә, байрамға әҙерләнгән йәки ҡунаҡтар көтә. Азамат иҫәнләште лә һораны:
– Ломың бармы?
– Бар. Һарайҙа, – тип яуапланы ҡыҙ һәм өҫтәне: – Нимә, һин дә Колчак алтынын эҙләйһеңме?
– Нишләп улай тип һорайһың?
– Һинән башҡа ла эҙләнеләр инде. Тапманылар.
– Ә мин табам.
«Ну-ну, табырһың микән, ҡарарбыҙ» тигәндәй, ҡыҙ мыҫҡыллы ғына йылмайҙы ла – һәр хәлдә Азаматҡа шулай тойолдо – ҡапҡаһынан инеп китте.
Ломды алып, Азамат тау яғына атланы. Әммә тау битендәге ҙур таштарға барып етмәне, һуҡмаҡ буйындағы асыҡлыҡта көртмәле йыйып ашаны, ә уйы менән һаман ҡыҙ эргәһендә ине – уның зәңгәр ҡарашынан, йомшаҡ күкрәк тауышынан алтын тураһындағы уй ваҡ һәм кәрәкмәгән нәмә булып тойолдо.
Сәғәт дүрттәр тирәһендә Азамат ауылға әйләнеп килде. Ҡыҙ йәнә ҡапҡа тышына сығып баҫҡан, гүйә, кемделер көтә.
– Лом өсөн рәхмәт, – тине Азамат, инструментты кәртәгә һөйәп. – Исемең нисек?
– Мәрйәм.
– Матур исем. Ә мин – Азамат.
– Апайымдың ире лә Азамат. Тик ул алтын эҙләмәй, туҡтауһыҙ эсә.
– Ярай, мин ҡайтайым.
– Ауылың йыраҡмы?
– Туранан – егерме саҡрым.
– Ой, ҡалай йыраҡ. Ҡасан ҡайтып етәһең? Кис тә булып бара.
– Етәм. Беренсе тапҡыр түгел.
– Балалы айыуға осраһаң нишләрһең? Ауылдан бер әбей шифалы үләндәр эҙләп йөрөгәндә ике балалы айыуға юлыҡҡан. Йәш балалы айыу ҡурҡыныс, уларҙы һаҡлайым тип, кешегә ташланырға ғына тора.
– Мин бит ир кеше, әбей түгел.
– Батыр икәнһең, әйҙә, юлыңда бул.
Эңер төшөп килгәндә егерме саҡрымлыҡ юлға сығырға, әлбиттә, Азамат атлығып тормай ине. Айыуҙан ҡурҡмай, уның балалары үҫте, шуға ла инә айыу хәҙер ул тиклем ҡурҡыныс түгел, өйөндә Мәрйәмһеҙ эс бошорғос буласаҡ, уның бында мәңгелеккә ҡалғыһы, ошо алама ғына өйҙә йәшәгеһе һәм ҡыҙҙы һәр иртә һайын йылға ярында күргеһе килә.
– Ярай, Мәрйәм, һин хаҡлыһыңдыр. Төнгә ҡаршы ҡуҙғалмайым. Теге ваҡыт йоҡлаған йортта ҡунырмын.
– Ҡалай сәйер һин. Ниңә буш өйҙә йоҡлай, ти? Әйҙә, миндә йоҡла, урын етә.
– Ә һин ят кешене төнгөлөккә ҡалдырырға ҡурҡмайһыңмы һуң?
– Һинән ҡурҡмайым. Ниндәй кеше икәнеңде күреп торам бит. Миндә туристар, геологтар ҡунып киткәне бар. Нишләп торабыҙ, әйҙә, өйгә инәйек.
Ҙур тәҙрәләре көньяҡҡа ҡараған ике бүлмәле ҡарағай йорттан йәш ағас еҫе аңҡый. Ике яҡ иҙәненә лә сыбар балаҫтар йәйелгән, стенала – ҡарттарҙың фотограф тарафынан «йәшәртелгән» һәм ҙурайтылған фотоһүрәте, боронғо сәғәт. Бүлмәгә инеү менән ҡабартылған ап-аҡ мендәрҙәр, сигеүле япмалар күренә, унда тик таҙа, нәзәкәтле, наҙлы йәш ҡатын ғына йоҡлай алалыр. Ә ауыҙы стена яғына ҡаратып һалынған мейескә Азамат әллә ни иғтибар ҙа итмәне.
– Ултыр, бына ултырғыс.
Азамат тәҡдим ителгән ултырғысҡа ултырҙы, ғәҙәтенсә оялсан ғына йылмайҙы – ҡапҡа төбөндә ҡыйыу ғына һөйләшһә лә, өйгә кергәс телен йотто ла ҡуйҙы.
– Электр уты юҡ. Кирәбәнкәлә үткәрҙеләр. Ә беҙгә ярамай, тинеләр. Атайым район начальнигына барҙы, һеҙҙең ауыл перспективаһыҙ, шуға хәжәте юҡ, тип сығарған. Йәй мейескә яҡмайым. Самауырым бар. Электр уты кәрәкмәй, күмер йә ҡарағай тубырсыҡтары менән ҡайнатам. Көнө буйы сәй эсәм. Бер геолог әйтмешләй, башҡорттарҙың иртән чай, төшкөһөн чаище, кискеһен чаек...
– Бында яңғыҙың нисек ҡыш сығаһың?
– Ҡышлағаным юҡ әле. Әсәйем үлгәндән һуң ауылдағы апайымда йәшәнем. Ете йыллыҡ мәктәпте лә шунда бөттөм. Апайым һәйбәт, еҙнәм эсә. Иҫерек сағында унан ҡурҡам. Апайым йоҡларға үҙе менән һала. Еҙнәм бында килеп ҡуймағайы, тип ҡурҡам.
Үҙенең тормошо хаҡында һөйләй-һөйләй, ул шым ғына балаҫ өҫтөнән йөрөнө. Ҡалын, оҙон толомдары осонда көмөш тәңкәләре сылтырап китте. Соландан өҫтәлгә сынаяҡтар, вазалар, тәрилкәлә ҡурай еләге, көртмәле сығарып ултыртты.
– Сәйҙе һөтһөҙ эсәм. Һыйырыбыҙ бар ине лә, әсәйем үлгәс, апайым үҙенә алды. Сәй юҡ, уның урынына мәтрүшкә, көртмәле япрағы һалам.
Азамат көлсә менән сәй эсте һәм ошолай ҡара-ҡаршы тигәндәй ултырғанда ғына ҡыҙҙың, кәүҙәгә һомғол тәнле булып өлгөрһә лә, уның кисәге уҡыусы бала, үҫмер генә икәнен күрҙе. Ә ул, ҡарт ишәк, уның сибәрлегенә һоҡланып, үҙенең ҡатыны рәүешендә күҙаллап хыяллана. «Ҡарт мин, – тип йәнә уфтанып уйланды ул, – уның өсөн ҡартмын».
Бер ҡасан да тормошҡа ашмаясаҡ хыялдарынан бер айнып, бер йәнә бирелеп, был үҫмер ҡыҙҙы нисегерәк ышаныслы ергә урынлаштырыу, хатта йәшереү тураһында фекер йөрөтә башланы. Иртәме-һуңмы эскесе еҙнәһе барыбер килеп табасаҡ бит. Килеп тапһа, әрәм итеүен көт тә тор. Йәки уйламай-нитмәй берәй дүрәккә кейәүгә сығыуы ихтимал.
– Мәрйәм, йәшәргә, бәлки, беҙҙең ауылға төшөрһөң?
– Ниндәй ауылға? – тип һораны ҡыҙ битараф ҡына.
– Ураҙға.
– Һеҙҙең сит-ят ауылда нимә эшләрмен һуң? Үҙемдең ауылға ҡайтһам, яҡшыраҡ. Берәйһенә инермен дә эшкә урынлашырмын.
– Мәрйәм, унда кире барма. Әйҙә беҙгә. Сыҡ миңә кейәүгә. – Азамат үҙе лә көтмәгәнсә шулай тип әйтеп һалды, шаяртып ҡына тигәндәй, сөнки ҡыҙҙың ни тип яуапларын белә. Бәлки, хәтерен һаҡлап өндәшмәҫ тә, әммә: «Бик кәрәгең бар ине, ҡартлас», – тип уйлаясаҡ.
Шул саҡ ҡыҙ үҙенең зәп-зәңгәр ҙур күҙҙәре менән уға шул тиклем тултырып ҡараны, әйтерһең дә, уны ҡарашы менән тиште, унан бер нисә секунд өндәшмәй ултырҙы ла тамаҡ төбөнән сыҡҡан тауыш менән:
– Ярар, мин уйлармын, – тине.
Азамат телһеҙ ҡалды: шаяртырға теләгәйне, бәй, ҡыҙ уның тәҡдимен ысынға алды түгелме?! Ә ул, Азамат, ни тип яуаплаһын? Ғәҙәттәгесә оялсан йылмайыуы ла ҡалманы йөҙөндә. Ҡыҙ шулай уҡ башҡаса өндәшмәне, күрәһең, ысынлап та, Азаматтың тәҡдиме хаҡында уйлана ине.
Кисенә ул ҡунағына ҙур бүлмәлә өҫтәл эргәһендәге киң һикегә урын йәйҙе, өҫтәлгә ағастан эшләнгән шәмдәл ҡуйҙы, «төнөн сыҡһаң, солан ишеген ябып инергә онотма» тине лә үҙ бүлмәһенә инеп сумды. Азамат оҙаҡ йоҡлай алмай ятты, уйланды ла уйланды. Таң алдынан ғына серемгә китте, тәүге ҡояш нурҙары менән бергә уянып, шым ғына кейенде лә, фуфайкаһын тотоп, ҡайтыр юлына сыҡты.
...Уңайлы мәл тура килтереп, ул һаҡ ҡына әсәһенә өндәште:
– Инәй, өйләнәйемме әллә?
– Ай Алла, өйлән! – тине әсәһе, нисектер туҙынған һымаҡ. – Әтеү ауылда һинең турала алама хәбәрҙәр йөрөй.
– Ауылдың берәй ҡасан ләститһеҙ йәшәгәне бармы? Тик ул бик йәш бит әле...
– Бәй, булһа ни! Һинең өләсәйеңде ун өс йәштә генә биргәндәр, ә ун дүрттә Рәхмәтулла ағайыңды тапҡан. Ҡайта алманы шул, йөрәкәсем...
– Көлмәҫме икән һинән?
– Һин ир булһаң – көлмәҫ. Түлке быҙау булма.
Өйләнеүенә әсәһенең ҡаршы түгеллеген аңланы Азамат. Әсәһенең ризалығын алды алыуын, тик Мәрйәм ни тиер бит әле. Юҡ, тиһә, ниәте, Колчак алтыны һымаҡ, хыял ғына булып ҡала инде.
Әҙерәк тынысланғандай ҙа иткәйне, әммә ике көндән аяғы йәнә Ирәмәлгә тарта башланы. Мәрйәм уны аптырабыраҡ, хатта мыҫҡыллы йылмайып – һәр хәлдә Азаматҡа шулай тойолдо – ҡаршы алды.
– Уянһам, минең кейәү өйҙә юҡ, сыҡһам, тышта ла юҡ. Алтын эҙләргә киткәндер, тип уйлайым, әммә лом ҡуйған урынында, тимәк, теге Беликов һымаҡ, ҡурҡҡан да ҡасҡан, мин әйтәм.
– Ниндәй Беликов? – тип һораны Азамат, һағайып.
– Мәктәптә үткәйнек тә... Араҡы эсмәйһеңме?
– Юҡ, эсмәйем, атайым да эсмәгән, балаларым да эсмәйәсәк.
– Ауылыңа нисек барабыҙ һуң? Йәйәүме? Мин егерме саҡрымды атлай алмам ул. Әйберҙәрем дә күп.
– Минең трактор бар. «Беларусь». Арбаһы менән. Тейәйбеҙ ҙә алып китәбеҙ. Шунан, һүтеп, өйөңдө лә ауылға төшөрәм.
– Өйҙө ярамай. Өйгә апай күҙ һалды. Бәләкәй ҡыҙына күсереп алырға самалай.
– Ярай, алһын, беҙ яңы өй һалырбыҙ.
– Азамат, тик бөтәһе лә законлы рәүештә...
– Бөтәһе лә законлы буласаҡ, бөтәһе лә ысын буласаҡ.
– Ҡайҙа ҡабаланаһың? Сәй эс, исмаһам.
– Сәй һуңынан.
– Ҡалай сәйер һин. – Ҡыҙ рәхәтләнеп көлдө.
Уның Азамат тип әйтеүе шундай оҡшаны – йөрәгенә шәрбәт ҡойғандағы ише ифрат рәхәт булып китте.
Һәм ул ҡуҙғалды. Урыны-урыны менән йүгерҙе, хәле бөтөп, шәп атлауға күсте, йәнә йүгерҙе, бышлыҡты, атлағанда атаһының яратҡан йырын йырланы:
Талир тәңкәләрен шылтыратып,
Һалҡын шишмәләрҙән һыу ала...
Арбалы тракторы менән ул Ирәмәлгә кискә генә килеп етте. Мәрйәм күсенергә етди әҙерләнеп торған: тоҡтар, төйөнсөктәр бәйләнгән, ҡашығаяҡ, башҡа көнкүреш әйберҙәре тултырылған, болдорға сығарып ҡуйылған. Һарайҙан Азамат сепаратор тапты, көрәк, ломды ла алдылар, ә өҫтәл, ултырғыстар, карауатты һуңынан килеп алырға булдылар.
Китте тәгәрәп тәгәрмәстәр Ирәмәлдән аҫҡа, үҙәнгә, ҙур йылға ярҙарына табан, үҙе менән зәңгәр күҙле тау ҡыҙын алып. Азаматтың йөҙөнән бәхетле йылмайыу китмәне, хәҙер инде был йылмайыу оялсан түгел ине, көтмәгәндә-уйламағанда үҙенең бәхетен тапҡан һәм быға һаман ышанып етмәгән кешенең ҡаушаған, ғорур йылмайыуы ине. Ә Мәрйәм уйсан, борсоулы, хатта хафалы: барыр – төшөр ерендә уны ниндәй тормош көтә?
Мәрйәмде алып ҡайтҡандың өсөнсө көнөнә эштән ҡайтҡанда үҙенең ҡойма буйында йөрөгән бала-сағаны шәйләне – ике малай һәм күршеләренең ҡыҙы – танауҙарын штакетниктың араһына тыҡҡандар ҙа уның ихатаһын күҙәтәләр.
– Унда нимә ҡарайһығыҙ? – тине Азамат.
– Сибәр апайҙы, – тип яуапланы малай.
Өсөһө лә Азаматты танынылар ҙа, шарҡылдап көлөшә-көлөшә, ҡасып киттеләр.
Азаматтың тыуған ауылы борон-борондан икмәкле Ырымбур яҡтарына яҡын һәм ҡан-ҡәрҙәштәрҙең ҡан ҡушыуынан һаҡланһа ла, сибәр ҡатын-ҡыҙҙары менән дан тотһа ла, Мәрйәм, ысынлап та, уларҙың мөхите өсөн һирәк сибәр ҡыҙ ине. Оҙон толомдарынан талир тәңкәләрҙе алды ла сәстәрен уратып, башына өйөп ҡуйҙы – былай ҙа оҙон муйыны тағы ла оҙонайып китте һәм ул, мәктәп балаһы тиерлек йәш кенә ҡатын-ҡыҙ нәзәҡәтен үҙенә йыйған ҡыҙ, ауыр физик эштән, бөткөһөҙ мәшәҡәттәрҙән, күп бала табыуҙан, ирҙәренең ҡыйырһытыуҙарынан арыған ауыл ҡатын-ҡыҙы эргәһендә әкиәттәге батша ҡыҙы кеүек күренә ине. Ҡойо янына килһә, ҡапҡаларынан биҙрәләрен көйәнтәләренә элеп күрше ҡатын-ҡыҙы сыға ла уға текәлеп ҡарап ҡата, иҫәнләшкән була, ә баштарында, Азамат етлекмәгән ҡыҙға өйләнгән, аптырарлыҡ бер нәмәһе лә юҡ – ҙур күҙҙәре лә сәстәре инде, тигән уй. Ә Мәрйәм улар менән йылмайып һөйләшә, әйтерһең дә, ауылдың был ҡатындарын күптән белә, күптән аралаша.
Әбүзәр: «Һин, күрше, шымаҡай, ниндәй сибәр ҡыҙ алып ҡайттың. Мин, Ирәмәлгә алтын эҙләргә йөрөй, тип уйлаған булам, ә һин алтын урынына алтындай кәләш тапҡанһың», – ти. Ул русса шиғыр уйлап сығарҙы:
Есть женщина в нашем ауле,
Посмотрит – солнцем озарит.
Мәрйәмгә уларҙың 30-сы йылдарҙа уҡ нәҙек һәм кәкре-бөкрө ҡайын ағасынан һалынған иҫке йорттары оҡшанымы-юҡмы, – хәйер, юҡтыр, иҫке кемгә оҡшаһын инде, Азамат белә алманы, һәр хәлдә, ҡатыны был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы, ә бына, тормошта йыш ҡына булғанса, әсәнең киленен яратмауы, килендең ҡәйнәне ҡабул итмәүенән ҡурҡыуы бушҡа сыҡты. Йәш киленде беренсе күреүенән үк әсәһе үҙенең тешһеҙ ауыҙы менән киң йылмайҙы ла ауыҙын башҡа япманы ла шикелле, һәр хәлдә йөҙөнән ҡәнәғәт йылмайыуы китмәне. Ә Мәрйәм тәүге көндән үк уны инәй тип йөрөтә башланы.
– Инәй, бүтән һыуға йөрөмә, үҙем барам. Ял ит.
Иҙәндәрҙе яҡшылап йыуып сығарҙы ла аяҡ аҫтына сыбар сәскәле балаҫтар йәйҙе, бөтә тәҙрәләрҙе таҙартты, йыйыштырҙы һәм ярлы, иҫке өйгә уның менән бергә йәшлек дәрте, таҙалыҡ, бөхтәлек керҙе. Мунса яҡты, инәһен йыуындырып, тырнаҡтарын ҡырҡты, үҙе менән алып килгән эске кейемдәрҙе кейҙерҙе.
Күршеләр Азаматтың ниндәй кәләш алып ҡайтҡанын белделәр, күрҙеләр (бына һиңә быҙау!) һәм ҡарсыҡтан көнләштеләр. Бөтәһе лә һәйбәт, килешле барҙы. Тик Әбүзәр генә үҙенең урынһыҙ иҫәр шаяртыуҙары менән әленән-әле Азаматты аптырата ине.
– Күрше, июлдә бер тамсы ямғыр яуманы, августа ҡоролоҡ. Быға кем ғәйепле икәнен самаламайһыңмы?
– Кем?
– Һин ғәйепле, күрше, һин.
– Нишләп мин?
– Сөнки һин йәш ҡыҙ менән никахһыҙ йәшәп ятаһың.
– Мин уның менән йәшәмәйем әле. Яҙылышмағанбыҙ. Ун һигеҙе тулмаған.
– Гонаһҡа керәһең, күрше, гонаһҡа.
– Гонаһ ҡылғаным юҡ! – Азамат үпкәләй башланы. – Һин әйткән гонаһ тынғылыҡ бирмәһә, иртәгә үк Ниғәмәт бабайҙы саҡырам да никах уҡытам.
Был һөйләшеү хаҡында әсәһенә әйткәйне, ул килеште: дөрөҫ йәшәү өсөн никах та, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы ла кәрәк, тине. Бәрән салдылар, Ҡөрьән, доға һәм намаҙҙы хәтерләгән Ниғәмәт ҡартты саҡырҙылар, күршеләргә, туған тейеш кешеләргә, Әбүзәргә лә өндәштеләр. Аллаһы Тәғәлә доғаны ишетте лә, ҡоролоҡтан тамам йонсоған Азаматтың ауылдаштарын ҡыҙғанып, миһырбанлыҡ күрһәтте: өс көн буйы туҡтауһыҙ ямғыр ҡойҙо. Йылға ярҙарынан сыҡты, картуф баҡсаларын баҫып китте. Әбүзәр тантана итте.
– Күрҙеңме, күрше. Мин һиңә нимә тинем! Яуҙымы? Яуҙы!
Бына шулай башланды ямаулы салбар менән һуғышҡа китеп, Мәскәү янында ятып ҡалған ябай колхозсы Ҡарағужин Миңлебайҙың «Быҙау» ҡушаматлы Азамат тигән улының ысын ирҙәр тормошо. Улар Мәрйәм менән хәҙергә бала-сағаға батмай торорға хәл иттеләр, дөрөҫөрәге, тәүҙә уларҙы аҫырарлыҡ иркен, йылы оя ҡорорға килештеләр. Мәрйәм, дүрт бүлмәле йәки өс бүлмәле, әммә төкөтмәле – алты стеналы итәйек, тип ныҡышты. Дүртенсе бүлмә, йәнәһе лә, инәләренә булыр.
Был йылдарҙа ауылдағы тормош-көнкүреш бер аҙ еңеләйә төшкәйне. Электр уты бар ине, пилорама эшләй башланы, ҡарағай ағасының хаҡы ла сағыштырмаса осһоҙ. Техника, грамоталы тел менән әйткәндә, техник прогресс күтәрҙе ул саҡтағы ауылды. Йөрөткән колхоз «Беларусь»ын Азамат шәхсән үҙенеке һымаҡ тотондо. Шуға ла транспортҡа мохтажлыҡ булманы. Ҡарағайҙы үҙе таҙартты. Киләһе көҙөнә, ағас ныҡлап кипкәс, буратырға туғандарын, күршеләрҙе саҡырҙылар. Бер аҙҙан мүккә ултыртып күтәрҙеләр, өрлөктө, түбә таҡталарын һалырға мул аш-һыу, эске «ярҙамға» килде... Ҡыҫҡаһы, атаһының серегән, сүккән өйө урынына, ауылдың оҙон урамын йәмләп, бына тигән йорт ҡалҡып сыҡты. Азамат, Мәрйәмһеҙ был өйҙө үҙем генә бер ҡасан да һала алмаҫ инем, тип уйланы. Был уй өйө өсөн дә, ҡатыны өсөн дә ғорурланыу тойғоһона әйләнде. Сөнки балта, бысҡы тауышына ҡарағанда уның тауышы нығыраҡ яңғыраны: йә ҡәнәғәтһеҙ, йә мыжыҡ, йә талапсан, йә ихлас көлөүе. Әсәһе өсөн Мәрйәмдең ауылынан карауат килтерҙеләр, иҙәненә сағыу балаҫтар йәйҙеләр, һәм ҡарт әсә ҡарағай еҫе аңҡып торған бейек, иркен, яҡты өйҙә йәшәй башланы. Күршеләре, Зифа ҡалай бәхетле, килендән ифрат уңды, тип һөйләнде. Көнләштеләр ҙә.
Торараҡ яңы мунса ултырттылар, унан таҡтанан урыҫ ҡапҡаһы ҡуйҙылар, ихатаны бейек ҡойма менән ураттылар, баҡсаны яңынан кәртәләнеләр. Былар барыһы ла ике йыл эсендә, бәлки, саҡ ҡына күберәктер, эшләнде, һәм Азамат йәнә тәрән уйға ҡалды. Ә бит материал алыр өсөн генә лә күпме аҡса сыҡты, эшләтеүенә лә байтаҡ түктеләр. Ә ул, Азамат, бөтә финанс мәсьәләләрен башлыса ҡатынына тапшырҙы ла ҡуйҙы һәм, тамам эшкә күмелеп, теге йәки был сығымға күпме аҡса сарыф ителгәнен уйламаны ла. Уйлана торғас, башына хыянатсыл уй ҙа килеп керҙе: Колчак алтынын Мәрйәм үҙе тапманымы икән? Торараҡ ҡына төшөндө: түгелгән аҡсаларҙы тракторы «тапты». Мең тапҡыр йүнәткән, ремонтлаған ошо трактор, колхоз эшенән тыш, ауылдаштарына ла ныҡ ярҙам итте бит. Кемгә баҡса һөрөргә, кемгә бесән килтерергә, кемгә утын. Хаҡ алыуҙан тартынды: үҙеңдекеләрҙән нисек алмаҡ кәрәк? Ә шешә менән дуҫлығы юҡ ине. Баҡһаң, ул ярҙам иткән кешеләр эш хаҡын Мәрйәмгә бирә барған икән! Йәнәһе лә, һинең Азамат аҡса алмай, эсмәй... Кем белә, бәлки, Мәрйәм үҙе һорағандыр... Ҡатын-ҡыҙҙы аңлап бөтөп буламы?
Тәүге балалары тыуҙы. Ҡартайған әсәһе шатланып бөтә алманы, тешһеҙ ауыҙы менән гел генә йылмайып йөрөнө. Азамат баланы ҡулына ала ла рәхәтләнеп еҫкәй: бәләкәй генә тере йән эйәһенән ниндәй тәмле еҫ аңҡый!
Бәпес бер аҙ үҫкәс, уның зәп-зәңгәр күҙле, һалам ише һары сәсле икәнлеге беленде.
– Мәрйәм, бала нишләп татар йәки урыҫ кеүек зәңгәр күҙле, һары сәсле ул? – тип һораны.
Мәрйәм:
– Ирәмәл янында күп балалар шулай булып тыуа, тау аҫтында ниндәйҙер таш ята, шул таштан ток килә, тиҙәр. Шуның касафатылыр. Борсолма, мин һиңә ҡап-ҡараларын да, сығынҡы яңаҡлыларын да табырмын, – тип яуапланы.
Артабанғы йылдарҙа ҡатыны Азаматҡа оло ҡорһаҡлы, шулай уҡ йән тыныслығы һәм оло бәхет көтөү тойғолары йәшеренгән ҙур күҙле рәүешендә иҫендә ҡалған. Йәнә өс бала тапты. Өсөһө лә ҡарағусҡыл һәм таҙа малайҙар ине. Бәхетле бала ҡараусы вазифаһынан бер аҙ арыған өләсәләре хәҙер инде һирәгерәк йылмайҙы. Ә Әбүзәр бер һөйләшкәндәрендә былай тине:
– Ныҡ эшләйһең, күрше. Хатта ҡартайып киттең. Ул балаларҙың берәүһе лә етә ине. Хәҙер ҡырҡ йәштәренә тиклем ҡара инде ул дармоедтарҙы!
Азамат күршеһенең һүҙҙәренә оялсан йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Ике йыл ял иткәндән һуң, Мәрйәм йәнә ҡыҙ тапты. Азаматты аптырашта ҡалдырып, бала йәнә зәп-зәңгәр күҙле, һары сәсле ине.
– Ҡыҙыбыҙ ифрат сибәр буласаҡ, – тип ҡыуанды Мәрйәм.
Малайҙарына Мәрйәм ниңәлер рифмаланған исемдәр ҡушты. Был Азаматҡа оҡшаманы, ләкин ҡәтғи ҡаршы төшөргә батырсылығы етмәне, сөнки бергә йәшәй башлағандың тәүге көнөнән үк донъя дилбәгәһен ҡатынына биреп ҡуйғайны. Данил, Камил, Йәмил. Ҡыҙҙарын Венера тип нарыҡланылар. Был турала белгәс, Әбүзәр былай тине:
– Ниңә улай тип ҡуштығыҙ? Берәй матур башҡорт исемен таба алманығыҙмы ни?
– Венера тип күптәр ҡуша бит.
– Наҙандар ҡуша инде. Венераның кем икәнен беләһеңме? Ниндәйҙер боронғо халыҡта Венера – гулять ҡыла торған бисәләр Аллаһы. Өйрәнмәҫ элек, балаға икенсе исем бирегеҙ.
Азамат Мәрйәмгә күршеһе менән булған һөйләшеүҙе еткергәйне, ҡатыны үпкәләгәндәй итте.
– Ләстит һөйләмәһен, болтун. Венера – йондоҙ исеме, күктә иң яҡты янған йондоҙ. Иртән тор ҙа көнсығышҡа ҡара, күрерһең. Алла бирһә, минең ҡыҙым да шул яҡты йондоҙ кеүек сағыу буласаҡ.
Балаларын тулыһы менән ҡарт ҡәйнәгә тапшырып, Мәрйәм башкөлләй хужалыҡ эштәренә сумды. Ҡайҙалыр, кемгәлер барҙы, һөйләште, иҫбат итте, күптән түгел генә мәрхүм булып ҡалған яңғыҙ күршеһе Ришаттың баҡсаһын юлланы, тағы бер һыйыр, бер кәбән бесән алды. Дөрөҫ, өйҙәге ирҙәр эшен, әлбиттә, Азамат башҡарҙы, ә ҡатыны уны туҡтауһыҙ ҡыуҙы, мыжыны, талап итте, өйрәтте. Ире ауылдаштарына утын, бесән, башҡаһын килтергән арала... аҡса йыйҙы.
Һуңғы йылдарҙа әсәһе биреште, сиргә һалышты, үҙенең яңғыҙлығынан яфаланды. Нисектер бер мәл район үҙәгендә йәшәгән һеңлекәше үҙенә алып ҡайтҡайны, йәнәһе лә, кешегә ваҡыт-ваҡыт йәшәү урынын алыштырып торорға кәрәк, яңы тәьҫораттар алыр... Әммә бер нисә көндән теге мыжый икән: «Һеҙҙең өсөнсө ҡаттағы фатирығыҙҙа бөтөнләй яңғыҙмын. Әтәс тауышы ла ишетелмәй, һыйыр ҙа мышнамай». Йәштәр байрам һымаҡ ҡабул иткән яңы тормош уға бөтөнләй ят һәм аңлайышһыҙ икән. Нишләһен, килтереп ташланы инде. Мәрйәм төҫлө телевизор алды ла уны инәй бүлмәһенә ултыртты: бәлки, күңелһеҙ уйҙарынан арыныр. Әммә ҡәйнәһе ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе: «Кәрәкмәй, ал бынан шайтан ҡумтаһын». Ә өйҙәре янынан шатыр-шотор үткән мотоциклды «шайтан арбаһы» тип атай...
Сирләп ятты, әммә ҡараулы булды, мунсаһыҙ түҙә алманы. Азамат күтәреп алып бара, Мәрйәм йыуындырғас, йәнә күтәреп алып ҡайта. Бөтөнләй насарайғас, Мәрйәм балаларын уның янына керетте. «Балалар, өләсәйегеҙ китә, хушлашып ҡалығыҙ», – тине. Кеше үлгәнен аңлаған өлкәнерәктәре өләсәләренең үлемен осраҡлы, күңелһеҙ хәл тип ҡараны, янында баҫып торҙолар ҙа сыҡтылар, Венера ғына ҡатып тора бирҙе.
– Өләсәй, һин йыраҡҡа китмә, тышта һыуыҡ, – тине шунан.
Әсәһен ерләгәс, Азамат уның бүлмәһенә инде, бөхтә йыйыштырылған карауатын күргәс, аңына барып етте: әсәһе юҡ, бынан ары бер ҡасан да булмаясаҡ. Күҙҙәренә тығылған йәштәрен көскә тыйып, бәлки, тормошонда беренсе тапҡыр, уның тураһында ныҡлап уйланды. Ә бит ул да ҡасандыр йәш ҡыҙ булған. Ихатала, саңлы урам буйлап яланаяҡ йүгереп йөрөгән, үләндә аунаған, унан еткән ҡыҙға әйләнгән, Ҡыҙҙар тауына күтәрелеп, әхирәттәре менән төрлө уйындар уйнаған, егеттәр тураһында хыялланған, ғәҙәти булмаған егеткә тормошҡа сығырға ниәтләнгән. Миңлебай Ҡарағужинға сыҡҡас, тимәк, хыял иткән кешеһе тап шул булған... Ауыр булһа ла, үҙ аллы тормоштары башланғас та, алдағыһы, моғайын да, тағы ла яҡшырыр, тип торғанда, һуғыш ҡупҡан. Берҙән-бер улын, «Быҙау»ын, ул нисек һаҡлаған, яҡлаған, үҙе ас йөрөһә лә, уның тамағын ҡайғыртҡан. Ә ул, Азамат, бер ҡасан да уның менән йәнәш ултырып иркенләп һөйләшмәне, йылы һүҙҙәр әйтмәне, иркәләмәне. Ваҡыты булманы, эш, өй, мал, балалар тине лә йүгерҙе. Алдағы тормошоноң иң яҡты, иң бәхетле мәлдәре ейән-ейәнсәрҙәре, бигерәк тә иң бәләкәйе – Венера булды.
Карауат янындағы бәләкәй өҫтәлдә өскә бөкләнгән һарғайған ҡағыҙ шәйләне – атаһының фронттан яҙған берҙән-бер хаты. Әсәһе уның үлеменә ғүмер буйы ышанманы, көттө, ошо хатын ҡат-ҡат уҡыны. Тимәк, китер алдынан да уҡыған һәм уның менән хушлашҡан.
Ерҙә эшләгән, тупраҡтан туҡланған күп балалы ғаиләлә был тормоштоң ауырлығы бала карауатта арҡыры ятҡанда түгел, буйға тартылып, әлеге карауатҡа буй ятҡас башлана. Ята ла өндәшмәй. Беренсе булып Данил тартылды һәм өндәшмәне. Өндәшмәүендә йәшерен ниәте булған икән – башҡа малайҙар һымаҡ, мотоциклға атланғыһы килә ине. Атаһы алып бирер ине, әсәһе – бер ҡасан да. Мәрйәм, уның был теләген белгәс тә, өҙә һуҡты:
– Юҡ, бер ҡасан да. Һин уның менән ҡайҙа бараһың? Эшкәме, мәктәпкәме? Ҡара, юлдарҙа һеҙҙең һымаҡ күпме алйоттар йығылып имгәнә!
Данил ауылда дүрт класты тамамлағас, Мәрйәм уны Уралскиҙағы рус мәктәбенә бирҙе. Унда күпселектә башҡорттар йәшәһә лә, бер-береһе менән тик русса ғына һөйләшәләр ине. Рус мәктәбендә уҡыһа, тиңдәштәре менән русса аралашыр ҙа телде тиҙ өйрәнер һәм уға институтҡа кереү еңел булыр, тип иҫәпләне. «Минең балалар, башҡаларҙыҡы кеүек, ауылда тиреҫ кисеп йөрөмәҫ, эскегә лә бирелмәҫ», – тине. «Минең балалар, минең балалар». Уның балалары башҡаларҙыҡынан шәберәк уҡыны, уның балалары иң тәртиплеләре, иң талантлылары. Киләһе йылына Уральск мәктәбенә Камилды ла урынлаштырҙы. Уныһын – бер класс түбәнгә. Һәм Мәрйәмгә ҡыштарын егерме саҡрымдағы мәктәптәге иң яҡшы һәм иң талантлы балаларына аҙыҡ-түлек ташырға тура килде. «Минең балалар, минең балалар!» Оҙаҡламай уларға ауылдан кейеп килгән костюмдары һыймай башланы, ҡала балаһыныҡынан ҡайтышыраҡ та булып сыҡты. Яңы костюм, яңы аяҡ кейемдәре. Уларҙы, башҡаһын алыу өсөн байтаҡ аҡса талап ителде. Аҡсаны һыйырҙар «эшләне». Мәрйәм өйөнән алып килгән сепаратор бик тә ярап ҡалды (һуңынан электр менән эшләгәнен алдылар). Һөттө айыртып, Мәрйәм ҡаймағын, эремсеген ҡала баҙарына һатырға йөрөттө. Картуф уңмаған райондарҙан килеүселәргә картуф һаттылар. Күпселектә осраҡлы тап булған машиналарға эләгеп (ҡарсыҡтар янынан елдереп үткән водителдәр йәш һәм сибәр Мәрйәм янында туҡтай) йөрөнө.
Әлбиттә, ғаилә бюджетының күп өлөшөн трактор «тапты». Һуғыш балаһы Азамат, уның атаһы үҙенең ғүмерен илде фашистарҙан ҡотҡарып ҡалыу өсөн биргән һәм ейән-ейәнсәрҙәре ысын кешеләр булып үҫеүен, тормоштары матур булыуын теләгән, тип уйланы. Ул үҙе, дүрт класс ҡына бөткән кеше, ҡайҙа тыуған – шунда кәрәккән: әлбиттә, ерҙә эшләү өсөн улдарын ауылда ҡалдырыр ине. Әммә Мәрйәмгә ҡаршы төшөп буламы?.. «Минең балалар, минең балалар!»
Уральск мәктәбенә Йәмилде лә алып барғайнылар, тик малай ике ай ғына уҡыны ла ҡасып ҡайтты – урындағы бер малай менән һуғышҡан. Директорға саҡыртҡандар, күрәһең, теге әрләгәндер, ә был үсеккән, үпкәләгән, унан килеп, бәләкәйҙән ялҡаулығы ла бар ине, уҡыуы ла насар булғандыр. Ғәжәп, Мәрйәм уны әрләмәне, бөтә кешегә лә ғалим булырға тимәгән, фәндән башҡа ла эш табылыр әле, тине лә ҡуйҙы.
Венераның музыкаль һәләте барлығы беленде – телевизорҙан ишеткән йырҙарҙы килештереп ҡабатланы. Ике рәтле гармун һатып алдылар. Ата-әсәһен аптыратып, тиҙ генә уйнарға өйрәнеп, йәйҙәрен, көн һәйбәт торһа, гармунын күтәреп йорттары битләүендә ултырған тау башына күтәрелә лә, тирә-яҡты моңға тултырып, кинәнеп уйнарға тотона. Үҫә төшкәс, музыка мәктәбенә бирҙеләр һәм, уҡытыусының тәҡдиме буйынса, аккордеон алдылар. Йәшәүе туғандарында, Мәрйәмдең апаһында, булды. Һаман шул «минең балалар, минең балалар».
«Минең балалар» өлгөргәнлек аттестаты алып, тормоштоң текә һәм тайғаҡ юлдарына аяҡ баҫырға йыйынғас, Мәрйәмдең мәшәҡәт-хәстәре, борсолоуҙары тағы ла артты.
Мәктәпте миҙалға тамамлаған Данилға юғары уҡыу йортона кереүе ауыр булманы: зәңгәр күҙле, һары сәсле, һомғол егетте күргәс, яҙмыштарҙы хәл итә торған һәр уҡытыусы, быны алырға кәрәк, бынан кеше сығасаҡ, карьера эшләйәсәк, уны ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, бергә эшләгән коллегалары ла яратасаҡ, дәүләткә файҙалы буласаҡ, кем белә, бәлки, ваҡыты еткәс, үҙе лә дәүләттең үҙе булып китер әле, тип уйлағандыр. Шулай Данил дәүләт университетының физика-математика факультеты студенты булып китте. Киләһе йылына Камил да шунда ынтылып ҡараны, әммә – кәүҙәгә бәләкәй, ҡарағусҡыл һәм сығынҡы яңаҡлы булғаны өсөн түгел – кәрәкле балл йыя алманы. Ауылға ҡайтҡыһы килмәне – үҙенең 11 класы һәм рус теле менән тиреҫ иҙһенме? Атай йортона әйләнеп ҡайтыу – уның өсөн хәсрәт, һөргөн! Ауыл мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләүсе педагогия институтына еңел генә инеп ҡуйҙы.
Венера һомғол кәүҙәле, әсәһенә оҡшап сөм-ҡара ҡалын сәсле, ҙур зәңгәр күҙле сибәр ҡыҙға әйләнде. Аккордеонда өҙҙөрөп уйнай. Үҙенең иҫ киткес музыкаһы менән концерттарҙа ауыл халҡын шаҡ ҡатыра, егеттәрҙең башын әйләндерә. Урындағы бер рәссам уға: «Венера, һин бөйөк рәссам ҡылҡәләме өсөн тыуғанһың, йәл, ун туғыҙынсы быуатта тыумағанһың. Крамской һиңә ҡарап «Неизвестная»ны яҙыр ине», – тип һоҡланды. Һәм үҙе уның портретын яҙҙы. Уны мәрхүм өләсәһенең бүлмәһенә элеп ҡуйҙылар. Ул бүлмә хәҙер Венераныҡы ине.
Ялҡау мейеле Йәмилгә лә оянан осор ваҡыт етте. Армияға алдылар. Урта Азияла хеҙмәт итте. Хәрби формала төшкән фотоһүрәтен ебәрҙе, йәнәһе лә, беҙҙең кем икәнде белегеҙ.
Мәрйәм йәнә «минең балалар»ға ҡаймаҡ, май, һөт, ит, хатта картуфын да ташыны. Дөрөҫ, балалары йәйге каникулдарҙа ҡайтып, бесән, утын әҙерләшеүҙә ярҙамлашты. Венеранан башҡалары. Ул үҙенең аккардеоны менән Өфөгә талантлылар ғына ҡатнашҡан ниндәйҙер музыкаль фестивалгә юлланды ла... «юғалды». «Мәҙәниәт донъяһындағы бер эшмәкәр иғтибар иткән» тигән хәбәр килеп етте өйҙәренә. Хәбәр Азаматты көйөндөрҙө: ата-әсәнең ризалығынан тыш, ул ниңә улай ҡыланды һуң әле? Ә Мәрйәм: «Ул үҙемә оҡшаған, бер ҡасан да юғалмаясаҡ!» – тип кенә ҡуйҙы.
Курс артынан курсҡа күсеп, ҡала тормошона өйрәнә-күнегә, студенттар ата-әсәһе янына ҡайтыуҙы йылдан-йыл һирәкләтә барҙы. Әммә, элеккесә, әсәләренең ризығына мохтажлыҡтары ҙур, шуға ла йәйге каникулдарында әҙгә булһа ла ҡайтып, әлеге лә баяғы бесән әҙерләшеп китәләр ине. Уҡымышлы малайҙарының тамағын ҡарауҙан арыған Азамат бер мәл, әйҙә, бер йә ике һыйырҙы тапшырайыҡ йә һуйып һатайыҡ, беҙгә берәү ҙә етә бит, тип ауыҙ асып ҡарағайны ла, Мәрйәм ҡәтғи ҡаршы төштө: «Юҡ, һыйырҙарға теймәйбеҙ, малайҙар өйләнһәләр, ейән-ейәнсәрҙәр китә, уларға ауыл һөтө, ҡаймағы кәрәк, баҡсаны ғына әҙерәк ҡыҫҡартайыҡ». Азамат ҡатынына ҡаршы төшә алманы...
Азаматтың яй аңы янынан ваҡыт ифрат ҙур тиҙлектә уҙа, ул үтеп барған тормошондағы ваҡиғаларҙың мәғәнәһен һәм асылын аңлап-төшөнөп тә өлгөрә алмай. Әле генә мәктәпте тамамлап, кисә ярым ас йөрөгән студенттарҙың бөгөн дипломдарын яҡлап, эшкә төшөүҙәренә аптыраны. Шундай уҡ тиҙлектә Данил аспирантураһын осланы, үҙенең университетында бер йыл уҡытты, ни аралалыр профессор булып алды, һуңынан ректор вазифаһына ла үрләне. Иң мөһиме, студенттарҙың дөйөм ятағынан сығып, фатир алды һәм өйләнде. Ҡатыны менән ауылына ла ҡайтҡыланы. Мәрйәмгә килен оҡшаманы: йөҙө тутыҡ ҡара, кәүҙәгә бәләкәй. Ә бына өҫтөнә кейгәне затлы, үҙенән хушбуй еҫе аңҡып тора. Һуңынан белделәр: бик абруйлы бер кешенең ҡыҙы икән.
Камил үҙ аллы тормошон бигүк уңышлы башламаны. Пединститутты тамамлағас, интернатҡа урынлашты ла үҙе һымаҡ туңбаштарға рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытты. Һәйбәт уҡытты, сөнки әҙәбиәтте ярата ине, шиғырҙар ҙа яҙҙы. Уҡыусылары уны ихтирам итте, ә бына Данил ағаһы уның шиғырҙарын травиаль сафсата тип иҫәпләне. «Һинең фәнең – тере ҡалыу өсөн көрәк һәм дрель һымаҡ инструмент ҡына. Библияны уҡы: тәүҙә һүҙ булған, һүҙ – Аллаһы Тәғәлә», – тип яуапланы уға Камил. Фатир мәсьәләһе лә ауыр ине, үҙенең уҡыусылары менән йәнәш интернатта йәшәне. Бындай хәлдә өйләнеү, етмәһә, мөхәббәтһеҙ өйләнеү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел ине...
Зәңгәр күҙле Венера бөтәһен дә уҙҙырҙы. Бер нисә йыл аккордеонда уйнап йөрөнө, ниндәйҙер музыкаль белем алды һәм – бына нисек! – мәҙәниәт министры урынбаҫары креслоһына барып ултырҙы. «Минең балалар!»
Нисектер бер ваҡыт Камил һеңлеһенең мәҙәниәт министрлығына барҙы: бәлки, ағаһына фатир алыуҙа ярҙам итә алыр, ни тиһәң дә, ҙур түрә бит. Венера уны телефондар, папкалар, ҡағыҙҙар өйөлгән өҫтәл артынан ҡалҡынмай ғына ҡаршыланы ла, ағаһы йомошон әйткәс: «Беҙ фатир мәсьәләләре менән шөғөлләнмәйбеҙ», – тине. Камил һеңлеһе кабинетынан битенә төкөрөлгән кеше һымаҡ сығып тайҙы.
Ә өсөнсө улдары, Йәмил, шыйыҡ мейеле бәләкәйе, армияла хеҙмәт итте лә, үзбәк ҡыҙына өйләнеп, Ташкентта тороп ҡалды һәм былай ҙа күп халыҡлы милләттең һанын арттырыу буйынса ең һыҙғанып эшкә тотондо.
...Бер көн өйөндә бәләкәй балаларҙың һөйләшеүен, көлөүен ишетеп, Азамат аптырап ҡалды. Уйланып ултыра торғас, аңғарҙы: ейәндәре ләһә. Ләкин ҡайһы улдарының балалары икәнен һис айыра алманы. Һәр иртәлә, ул малын көтөүгә ҡыуғанда, сепаратор геүләп әлеге бала-сағаға ҡаймаҡ айырта. Ҡаймаҡ, ҡоймаҡ, башҡа тәм-том менән иртәнге сәйҙе эскәндән һуң, ҡыҙ бала – әллә Данилдыҡы, әллә Венераныҡы – уға былай тине:
– Олатай, мине арҡаңа атландырып йөрөт!
«Олатай» һүҙенән тамам иреп, Азамат оло ауырлыҡ менән иҙәнгә тубыҡланды, бәләкәй тере йомғаҡ, үҙенең малай сағында колхоздың ҡарт алашаһына атланып уны ҡыуған һымаҡ, «но-о-о» тип ҡыуырға, аяҡтары менән ҡабырғаларына тибергә тотондо.
Тәүҙә трактор ватылды – иҫкергән тимер тояҡтарын тарбайтып, ҡарт тимер ат йығылды. Унан Азаматҡа 80 йәш тулды. Ул үҙенең тыуған көндәренә битараф ине һәм үҙенең был донъяға тыуыуы менән ата-әсәһен ҡасан шатландырғанын да онотҡайны. Әммә был турала Мәрйәм бик яҡшы белә һәм йылдың-йылы Азаматтың хәтеренә төшөрөп тора.
Нисә йәш тулғанын белгәс, Азаматтың иҫе-аҡылы китте – быға нисек етә алды икән һуң? Оҙаҡламай был йәштәге кеше ауылда бер ул ғына ҡалғанлығы асыҡланды. Ә ҡайҙа булып бөткән һуң үҙе һымаҡ һуғыш балалары, тиңдәштәре? Әбделхәй, Ришат, Вәсим? Нисек аслыҡтан ҡырҡылғайнылар улар теге ҡышты? Яҙ етеп, баҫыуҙарҙа ҡар иреп бөткәс, улар дүртәүләп көҙҙән ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйғайны. Ошо юҡ ҡына бөртөктәрҙе әсәһе ҡул тирмәнендә тартты ла уларға өйрә бешерҙе. Тиңдәштәре етмешкә лә етә алмай үлде. Азамат уларҙың йәшен эсмәгәнгә, тартмағанға уҙманы – үлергә ваҡыты булманы.
Уның 80 йәшенә балалары ҡайтты: Данил ҡатыны һәм балаһы менән, Венера ире һәм ҡыҙы менән затлы сит ил машинаһында килеп төштөләр. Камил – рейс автобусында һәм яңғыҙы. Йәмил ҡотлап телеграмма ғына һуҡҡан. Өй, ихата шау-шыуға, байрам кәйефенә күмелде. Мәрйәм балалары, ейән-ейәнсәрҙәренә шат – йөҙөнән ҡәнәғәт ғорурлыҡ, бәхетле йылмайыу китмәне. Венера – зауыҡлы һәм мәҙәниле, сәсенә һоҡланғыс прическа эшләткән. Иренең, ят исемле Заҡуандың, өндәшмәҫ әфәнденең, йөҙөндә шундай сағылыш – әйтерһең дә, ул һыйырҙар, тиреҫ аңҡыған крәҫтиән ихатаһына яңылыш килеп эләккән. Венераның ҡыҙының исеме Эльза, Данилдың улына шулай уҡ башҡортса булмаған ят исем ҡушҡандар – Марсель.
Аш-һыу мул ине, Данил әйтеүенсә, «әсәйҙең өҫтәле һәр саҡ ресторандыҡы һымаҡ». Әллә күпме бешерелгән, ҡыҙҙырылған тәғәмдәрҙән башҡа – ҡаҙылыҡ, эсемлектәрҙән – ҡымыҙ. Париждың үҙенән Данил алып ҡайтҡан коньякты эстеләр. 80 йәшлек атайға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләп тостар әйттеләр. Баҡһаң, балаларының барыһы ла атайҙарын ярата һәм ысын кешеләр итеп тәрбиәләгәне өсөн уға сикһеҙ рәхмәтле икән. Заҡуан бик етди итеп нимәлер мөгөрҙәне. Венера үҙенең ата-әсәһе менән ғорурланыуын белдерҙе, бер ҙә арттырып әйтмәйем, улар икеһе лә изге йәндәр, тине хатта. Камил үҙен йәштән эшкә өйрәтеүе һәм китапҡа ылыҡтырыуы өсөн рәхмәт әйтте.
Сит ил коньягын эсеп телдәре асылғас ни, ауылда үҫкән бала, үҫмер саҡтарын хәтерләнеләр, көлөштөләр. Данилдың ҡатыны менән Заҡуан ғына дөйөм хәбәргә ҡушылманы. Уныһы йыш ҡына тартырға сыҡты. Малайҙары һәм ҡыҙы, ғәҙәттә, ата-әсәһе алдында үҙҙәренең бала саҡ телендә һөйләште, ә бына күрше бүлмәлә уйнаусы балалары өҫтәл янына йүгерешеп сыҡһа, рус теленә күстеләр.
Әлеге һымаҡ эскән саҡта Данил, ғәҙәттә, шаярып, ҡустыһына бәйләнә. Әле лә шулайтты.
– Камил, һин миңә суртанды ҡасан кире ҡайтараһың?
Нисектер бер ваҡыт Данил спинингҡа ҙур ғына суртан эләктергәйне. Ярға ырғытҡан балыҡ ҡомда һикергеләп ята. Ҡармаҡтан ысҡындырҙы ла Данил ҡустыһына: «Һыуға төшөрөп йыу», – тине. Камил балыҡты тотоп йылғаға төштө, йәнәһе, ағай ҡушҡас йыуа, әммә балыҡ тыпырсынды ла, лайлалы нәмә ни, ҡулынан ысҡынып һыуға төштө лә йөҙҙө лә китте. «Эй, үҙең тота белмәйһең, тотолғанды ебәреп тораһың, аңра», – тип әрләне Данил ҡустыһын.
– Бына беҙҙең һаҫыған йылғала балыҡ йәнә үрсеһә, тотормон да кире ҡайтарырмын, – тип яуапланы Камил. – Башты тамам ҡатырҙың шул балығың менән!
Торараҡ Камил үҙе Венераға өндәште:
– Өләсәй үлергә ятҡанда һин уның менән нисек хушлашҡаныңды хәтерләйһеңме? Өләсәй, йыраҡҡа китмә, тышта һыуыҡ, тинең.
– Әйттеләр, мин үҙем иҫләмәйем.
Балаларының һөйләшеүенә Мәрйәм ҡушылды:
– Ҡайҙан иҫләһен? Бәләкәй ине бит. Кеше үлгәнен ул аңламаған.
Эскәс кенә тотоу ғәҙәте булған Камил Венераны ирештереүҙән туҡтаманы.
– Министерстволағы кабинетыңа килгәнде лә онотҡанһыңдыр әле?
– Шунан?
– «Беҙ фатир мәсьәләләре менән шөғөлләнмәйбеҙ», имеш, – тип үсекләне уны Камил, ҡыланып.
– Шунан.
– Бер туған һеңлекәш! Исмаһам, креслоңдан ҡалҡыныр йә ултырырға тәҡдим итер инең, күрешергә ҡулыңды һонһаң да уҡаң ҡойолмаҫ ине. Беҙ ундай ваҡ эштәр менән булашмайбыҙ, имеш. Һеҙҙең унда ни менән шөғөлләнгәнгеҙҙе, әйтерһең, мин белмәйем.
– Әсәй, был ни тип миңә бәйләнә ул, ә?
Венера һикереп торҙо ла үҙенең бүлмәһенә ыңғайланы. Заҡуан, ҡара көйөп, уның артынан инде.
Азамат балаларының хәбәрен тыңлап ултыра һәм ғәҙәтенсә оялсан ғына йылмая, үҙе былай тип уйлай: балалары белемле, уҡып сыҡтылар, бөгөн әрләшһәләр ҙә, иртәгә килешер-ярашырҙар әле...
Мәрйәм улына ябырылды:
– Һин, иҫерек баш, нишләп һеңлеңде ҡыйырһытаһың, ә? Бар, ғәфү үтен. Һеҙ бит бер туғандар.
– Юҡ! Ниндәйҙер министерша алдында мин нишләп ғәфү үтенергә тейеш? – тип яуапланы улы.
– Ай Алла, ай Алла, – тине Мәрйәм. – Һеҙ барығыҙ ҙа минең ҡан, мин барығыҙҙы ла берҙәй яратам. Атайығыҙ менән 40 йыл бергә йәшәнек, бер-беребеҙгә бер бөртөк насар һүҙ әйтмәнек. Татыу булығыҙ, бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Ниңә улай һүҙләшеп киттегеҙ әле?
Бер аҙ бер-береһенән тартынышып ултырғас, балалар ата-әсәһенә бигүк аңлашылмаған үҙ хәбәрҙәрен һөйләргә тотоноп киттеләр. Данил Францияла булыуын һөйләне, унда ниндәйҙер бейек башня бар икән, шунда менһәң, бөтә Париж ус төбөндәгеләй күренеп ята, ти. Унан ниндәйҙер бер ҡуллы Венера хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатты. Азамат үҙенең Венера ҡыҙы хаҡында уйланы. Эйе, ауылда ла Венера исемле ике ҡыҙ бар, баҡһаң, Франция һынлы Францияла ла шул исемде йөрөткән ҡыҙ бар, имеш. Етмәһә, зәғиф, имеш. Шунан ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы:
– Картуфтарын ҡаҙып алғандармы һуң?
Данил бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла ҡәнәғәтһеҙ генә әйтеп ҡуйҙы:
– Атай, унда хәҙер виноград йыйыу осоро.
Азамат ул виноград-йөҙөм тигәндәрен ҡартайып килгәндә генә тәмләне. Тәмле, тик барыбер ҙә ер еләге һымаҡ түгел. Ҡатын-ҡыҙ ер еләге ҡайнатҡанда бөтә ауылға тәмле еҫ тарала.
Иртәгәһенә китергә йыйынғас, Камил, ул хәҙер айныҡ, һеңлеһен ҡосаҡланы:
– Венера һеңлекәш, үпкәләмә. Ағайыңдан йыраҡ китмә, унда һыуыҡ.
Венера ҡапыл иларға тотондо...
Мәрйәм балалары менән тыныс хушлашты, ейән-ейәнсәрҙәре менән ихлас, күңелле һөйләште, барыһына ла хәйерле юл теләне, тик, оҙатҡас, кинәт шиңде, өндәшмәҫ-һөйләшмәҫ булды. Йөрөй торғас, бүләктәре иҫенә төштө. Данил атаһына ҡыйбатлы костюм, ҡул сәғәте, әсәһенә сейә төҫөндәге яулыҡ бүләк иткән икән. Ә Камил – тышы алтын менән ялатылған Ҡөрьән. Аллаһыҙ осорҙа тыуып үҫкән Азамат дингә бигүк ышанманы, әммә Алланың барлығын барыбер ҙә һиҙә, тоя ине. Тормошто бер аҡыллы баш уйлап тапҡан, барлыҡҡа килтергән бит, тимәк, ул бар. Шуға ла улы алып ҡайтҡан китап уның күңеленә хуш килде. Ә костюм уға хәҙер нимәгә? Теге саҡтарҙа булһа, Шәриптең ҡыҙы уны йолҡош тип иҫәпләй алмаҫ ине лә. Ә сәғәт? Ваҡытты белер өсөнмө? Уға ваҡыт шулай уҡ кәрәкмәй. Әтәс ваҡытты белә һәм ҡысҡырғанында бер ҡасан да яңылышмай.
Мәрйәм ирен кейендерә, һылай, һыйпай башланы. Венера алып ҡайтҡан күлдәкте, француз костюмын кейҙерҙе, матур галстук бәйләне. Азамат шифоньерҙың ҙур көҙгөһө алдына килеп баҫты: костюм һәм күлдәк яҡаһынан сырыш тиреле, аҡ оҙон сәсле, ҡырылмаған оҙон муйыны һерәйеп тора. Ҡарт йөҙөнә ҡарауы ла ҡурҡыныс.
– Ниңә кәрәк миңә был костюм, ҡайҙа кейеп барам? – тип һораны ҡарт.
– Ҡайҙа, тисе, ҡунаҡҡа кейеп бараһың.
– Ҡарт кешегә бындай костюм менән йөрөүе оят. Алыҫҡараҡ алып ҡуй. Ейән кейер, ваҡыты еткәс.
– Ғүмер буйы майға батҡан тракторист булып йөрөнөң дә инде былай ҙа, һаман да шуны ҡыумаҡсыһыңмы?
Балалары киткәс, өйҙә нисектер буш, күңелһеҙ булып ҡалды. Ейән-ейәнсәрҙәренең көлөү, шаярыу тауыштары тынғас, әйтерһең дә, тормош уларға эйәреп китеп барҙы. Венераның бүлмәһендәге портреты, комод өҫтөндә ултырған иҫке гармуны ғына элекке тормошто хәтерләтә ине...
Азамат ғүмеренең һуңғы ун йылы башланды. Ул ошо ун йыл эсендәге ҡайһылыр йылда Аллаһы Тәғәлә тарафынан уның тормошоноң законлы аҙағы еткереләсәк. Ул мәл, бәлки, янында кесе ейәне йәки уның улы торасаҡ һәм әйтәсәк: «Олатай йыраҡ китмә, урамда һыуыҡ». Ҡайһылай ҙа тиҙ үтте тормошо! Һиҙмәй-тоймай ҙа ҡалды бит. Ул йылдар, айҙар, көндәр ҡайҙа булды һуң? Нимәне генә хәтеренә төшөрөргә тырышмаһын, тишек хәтерендә теге йәки был ваҡиға ялт итеп ҡала ла юғала. Яҡшыһы ла, насары ла, эреһе лә, вағы ла. Ниндәйҙер йылда боҙ яуҙы, картуф һабаҡтарын, емеш-еләкте һуғып бөтөрҙө. Йәмил ауыл бала-сағаһы артынан йылғаға тиклем имгәкләп барған да уларға эйәреп йылғаға төшкән һәм саҡ батманы. Ниндәйҙер йылда ҡот осҡос ҡоролоҡ килде, малды ашатыр өсөн ҡайын миндектәре бәйләнеләр. Литванан һалам ташынылар һәм һалам менән ҡуңыҙ алып ҡайттылар. Хәҙер бына нисәмә йыл шул хәшәрәттән һис ҡотола алмайҙар. Яңғыҙ көн иткән күршеһе үлде. Йөрәгенә йәбешкәс, өйөнән ихатаға сығырға ынтылған, әммә, сығып етә алмай, тупһаһында йән биргән. Ә тормош уның эргәһенән үтеп бара, үтеп бара. Әйтерһең, ул бөтөнләй булмаған да. Нишләйһең, яҙмышың – өлөшөңә төшкән көмөшөң. Төрмәгә йәки һөргөнгә эләкмәгәнеңә рәхмәт әйт тә ҡәнәғәт булып көн итеп тик ят...
Шулай ҙа оҙон был ғүмерҙә ниндәйҙер төп нәмә, ниндәйҙер шатлыҡ, ҡәнәғәтлек, эшләнгән эш булырға тейештер бит. Тик ул ҙур нәмәнең конкрет ҡына нимә икәненә уның иҫкергән аңы һис яуап таба алманы. Ул йыш ҡына өйө янындағы тауға күтәрелә лә, йәлпәк таш-креслоға ултырып (бында ҡасандыр Венераһы ултырып гармун тарта торғайны), тауҙарға ҡарап тәрән уйҙарға сума. Ул ғүмер буйы тауҙарға ҡарарға яратты. Ә ҡартайғас, Урал һыртына көндәр буйы ҡарай ала ине. Асыҡ көндәрҙә Ирәмәлдең дә түбәһе күренә. Ошо таш тауҙарға уны үҙенә саҡырған, тартҡан, ылыҡтырған нимәлер бар һымаҡ. Ҡыҙыҡһынып, барғыһы ла килеп ҡуя. Йәш сағы булып, аяҡтары еңел йөрөһә, китер ҙә ине...
Бер көн уның башына ҡапыл ғәжәп уй килде: ә бит тормошондағы иң мөһиме, иң шатлыҡлыһы һәм әһәмиәтлеһе тегендә, тау битендә, булған. Ҡасандыр, йәш сағында, Ирәмәлгә күтәрелеп, ниндәйҙер Колчактың алтынын эҙләп йөрөгәйне. Йөрөй торғас, таҙа тау йылғаһынан һыу алып тороусы, йыуан һәм оҙон толомдары осона ҙур көмөш тәңкәләр таҡҡан, зәңгәр күҙле сибәр ҡыҙҙы осратты. Күреү менән Азамат уға ғашиҡ булды, уға иҫен-аҡылын юйған Мәжнүн һымаҡ ҡараны, ә бына янына барырға оялды. Ғөмүмән, ул сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан ҡурҡа торғайны, сөнки ярлы булды. Әгәр эҙләгән ул алтынды тапһа, донъялағы иң һылыу ҡыҙҙарҙан да тартынмай бара алыр ине. Сибәр тау ҡыҙына өйләнер ҙә, йәшлегендә хыял иткәнсә, иң бәхетле ир булып йәшәр ине. Ә, былай, бәхете эргәһенән тракторында үтеп китте. Янына барманы, һүҙ ҡушманы һәм, йөрәгендә үкенес тойғолары йөрөтөп, Азамат ауылына ҡайтып китте лә Ирәмәлгә бүтән күтәрелмәне. Ә хәҙер, тауға үҙенең ҡарт күҙҙәре менән бағып ултырғанда, әлеге ҡыҙ ҡапҡанан килеп сыҡҡанын, ике биҙрә элгән көйәнтәләрен яурындарына һалып йылғаға төшкәнен күргәндәй була. Ошо күренеште күҙе алдында мөмкин тиклем оҙаҡҡараҡ һаҡларға тырышып, тауҙан күҙен алмай таш креслола ултыра ла ултыра. Ямғыр һибәләп, Ирәмәл болоттарға төрөнһә лә ултыра. Ҡатыны сығып, әрләй-әрләй уны өйөнә эйәртеп алып ҡайтҡансы ултыра.
– Кеше көлдөрөп, унда нимә тип ултыраһың? Быны Мәрйәме ҡыуып сығарған йә ашатмай, тип уйларҙар әле. Өйҙә ултыр.
Бер ваҡыт уның янына бәләкәс кеше килде – әллә Венераның ауыл һөтө менән ҡаймағына килтереп ташланған төпсөк ейәне, әллә ейәненең улы. Ул олатаһы ҡараған тау яғына баҡты ла нәҙек кенә тауыш менән һораны:
– Олатай, унда нимә ҡарайһың?
Тауышҡа ҡарттың күңеле нескәреп китте, әммә яуап таба алманы, балаға йәлләп ҡараны.
Бер ваҡыт ҡатынынан былай тип һораны:
– Һин берәй ҡасан Ирәмәлдә булғаның бармы?
Ҡатыны уға аптырап ҡараны, шунан ирҙәрсә ҡалын тауыш менән ҡәтғи итеп:
– Мин шунда тыуғанмын, – тип яуапланы.
Уны аңламай, ҡарт хәбәрен дауам итте:
– Унда тап-таҙа йылға аға, төбөндә балыҡтар уйнай. Йылғаға бер ҡыҙ һыуға килә, күҙҙәре зәп-зәңгәр. Толомдарында көмөш тәңкәләр. Һин шул ҡыҙҙы миңә алып кил әле.
– Нимәгә ул һиңә?
– Алып кил, тим, миңә шул ҡыҙ кәрәк, – тип ныҡышты ҡарт.
– Ай Алла, – аптырап көрһөндө ҡатыны. – Бөтөнләй аҡылдан яҙа. Шул ҡыҙ бит мин, Мәрйәм. Алдыңда торам.
Азамат Мәрйәмгә күтәрелеп ҡараны ла уның ҡалын кәүҙәһен, ике ҡатлы эйәген, ҡыҙарған тулы йөҙөн күрҙе. Күҙҙәре йәшкелт-һоро, сәстәре ҡыҫҡа һәм һирәк.
Азаматҡа дымлы ҡарашы менән ят кеше күҙҙәре ҡарай ине...
Талха ҒИНИӘТУЛЛИН
Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.