ШӘҮЛӘ

Повесть 

1

Иртә уянды бөгөн Гөлнур, бигерәк иртә. Тышта көҙгө таң яңы һыҙылып ҡына килә. Урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләр аша өй эсенә һүрән генә яҡтылыҡ һарҡа. Яҡтылыҡ та түгел – көҙ һағышына, күк йөҙөн япҡан болоттар бөләңгертлегенә туҡылған шәүлә. Ҡалын таҡта менән икегә бүленгән өйҙөң төпкө яғында тәртипһеҙлек. Ябыуһыҙ өҫтәл өҫтөндә буш араҡы, һыра шешәләренең тоноҡ шәүләләре сысайышып төҫмөрләнә. Кисә күршеһе Сания менән ире Фәритте Себергә эшкә оҙатыуҙы билдәләгәйнеләр шул, эскелек теле менән әйткәндә – “йыуғайнылар”. Ярты төн ауғансы табын артында ҡыялып, һуңғы шешә көмөшкәнең “ғүмерен оҙайтырға тырышып” саманан арттырыңҡырап ташлағандар. Бүлмәләге ҡырҡыу, ауыр еҫтән уртына ҡара һыу эркелде. Ауыҙын усы менән томалап стена яғына боролоп шымтайып ятты бер килке, шул арала мейеһен хәүефле уй ҙа сыйып үтте: “Әллә тағы ауырға ҡалдым инде? Етте, кәрәкмәй, булғандарын нисек әҙәм итергә әле, былай ҙа ыҙалаталар, йонсоталар...” Урынһыҙ тарһыныуынан, екһенеүенән һиҫкәнеп китеп, кире яҡҡа ҡайырылды ла ҡарашы менән йоҡлап ятҡан балаларын теүәлләне: ишек төбөндәрәк торған диванда Хәмитйән менән Хәкимйән йоҡлай, ҡаршыһындағы ағас карауатта игеҙәктәр Данис менән Юныс. Тәүге малайҙары менән игеҙәктәр араһындағы йәш айырмаһы ике йыл ғына, тәүгеләренә биш йәш тула, быларына өс. Эргәһендәге тояҡ таҡталары ярым түңәрәк рәүешендә әтмәләнгән бәүелтмәле бәләкәй көймәлә төпсөгө Сәлимә, өйҙәренең йәме, ҡәҙерле йән киҫәге йоҡлай. Уға әле яңы йәш тулып үтте.

Ҡалҡты ла, ҡулдарын терһәкләп тағанлап, бүлмә эсен яңынан күҙҙән үткәрҙе. Тубалға әүерелгән башы зыңҡып ауырта, тирә-яғында күңелһеҙ, йәнде-тәнде баҫҡан бөләңгертлек. Кисәгенән һүндерелмәгән радиоалғыстан гимн тауышы ишетелде. Тимәк, иртәнге ете, тиҙҙән республика яңылыҡтарын тапшыра башлаясаҡтар. Аяҡ өҫтө баҫып тыңланырға тейеш гимн кемде данлай икән, ошо шәүләнеме, ҡойтолоҡтомо? Гимн, республиканың һуңғы хәбәрҙәре уға ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгел. Ул күптән инде тормош ағышына битараф, донъяуи хәлдәргә ҡул һелтәгән.

Кирелеп алды ла, юрғанын төҙәтеп ябынып, һуҙылып ятты. Эшкә бараһы түгел, ҡайҙа шул тиклем ҡабаланырға, өтәләнергә? Уҡытһа, ошо мәлдә һикереп килеп тороп, зыҡ ҡубып йыйына башлар ине. Ана бит, ғәҙәт ҡалған, көндәге ваҡытында уянды. Мәктәптә саҡта йәнендә еңеллек, күтәренкелек йөрөткән икән дә баһа, эшенә ашығып бара, талпынып ҡайтып ине. Шунан йорт тирәһендәге эштәрен ослай һала ла мәктәптә ойошторолған әҙәбиәт түңәрәгенә китә, сумкаһында – балаларҙың яҙған шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре. Шуларҙы тағы ла бер тапҡыр уй-зиһене аша үткәреп, үҙ алдына йылмая-көлә атлай. Әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ кеше булараҡ уға йәмәғәт башланғысынан булһа ла ошо бурысты йөкмәтеп ҡуйғайнылар. Аҡсаламы ни эш? Теләп алып барҙы түңәрәкте, ихласлыҡты тойған уҡыусылар ҙа эркелеп килделәр, теләп шөғөлләнделәр. Күҙгә-башҡа эләгер нәмәләр булмағас, тәбиғәтте маҡтап, тәүге яуған ҡарға, ҡарҙы иретеп морон төрткән умырзаяға һоҡланып шиғырҙар, новелла, нәҫергә тартым һүрәтләмәләр яҙып аҙапланалар, үҙҙәре яҙғанға үҙҙәре ҡыуанған, һоҡланған булалар. Ауылдағы башҡа ғаиләләр ише таңды кискә ялғап, көндәлек мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеп, һауыт-һаба шалтырауын күршеләренә ишеттермәҫкә тырышып көңгөр-ҡаңғыр итеп ҡәҙимге генә донъя көтөп, һәүетемсә йәшәп яталар ине әле шунда.

Бөтә бәлә Сәлимә тыуғас башланды. Декрет отпускыһын яртыланымы-юҡмы мәктәп директоры үҙенә саҡыртып алды. Уйламаған ерҙә нимәгә кәрәге тейҙе икән тип, ғәжәпләнеберәк барҙы, әлбиттә. Ҡырҡылған түмәрҙәй ҡыҫҡа буйлы, тыңҡыш кәүҙәле Йәүҙәт Ишбулдович Дәүләтбирҙин, ҡырыҫ, төплө һүҙле, ауыр холоҡло, мыжыҡ кеше, был юлы ла уратып-суратып тормай туранан һалдырҙы:

– Күреп-ишетеп йөрөйһөңдөр, бөтә урындарҙа пагаловное сәкрәщение бара. Был бәләнең беҙҙе лә урап үтмәҫе билдәле. Тәүге ҡыҫҡартыуға пенсия йәше тулған уҡытыусыларҙы индереп, техперсоналдың бер өлөшөн эләктереп ҡотолғайныҡ, был юлы бер нисек тә килеп сыҡмай. Юғарыла, Аллаһы Тәғәләгә күрһәткәндәй һуҡ бармағын түшәмгә сәнсте, тағы өс кешене эштән бушатырға, сәвременный тел менән әйткәндә әптимәлләштерергә тәҡдим итәләр. Шулар иҫәбенә һинең урыныңа ваҡытлы ҡалған ҡыҙыҡайҙы ла индерергә тип кәллигиәлне хәл иттек, ту ес педсәүиттә бергәләп һөйләшеп-кәңәшләшеп!

Юғалыңҡырап ҡалды башта, ни тип әйтергә лә белмәне, шунан иҫен йыйғас, директорҙың аҡтарын һарғылт төҫ япҡан күҙҙәренә тура ҡарап һораны:

– Минең эш урыным закон нигеҙендә һаҡлана түгелме?

– Эш урыныңды бит үҙең менән декретҡа алып китмәгәнһең, ҡәрендәш, ул бында, шулай түгелме? Һин уҡытҡан фән бөтөнләй бөтөрөлмәй, дәрестәр һаны ҡыҫҡара ғына, ту ес ике ыставка берәүгә ҡалдырыла. Икенсе ыставкала кемдең йөрөгәнлеген беләһең…

– Һеҙҙең хәләл ефетегеҙ.

– Эштә ниндәй яҡынлыҡ, туған-тыумасалыҡ тағы? Мәктәптә ул минең өсөн прастуй уҡытыусы! Башҡаларға ҡуйған талапты Мәғәмүрә Сәлиховна ла еренә еткереп үтәргә әбязана, һәм ул шулай эшләй ҙә. Пенсияға етеп килгән, хөрмәт ҡаҙанған, мәғариф алдынғыһы ызначогын йөрөткән уҡытыусының ыставкаһына бер нисек тә ҡағыла алмайым.

– Ставкағамы, әллә ҡатынығыҙғамы?

– Ыставкаға тинем бит!

– Мин декреттан сыҡҡансы Мәғәмүрә Сәлиховна пенсияға китә түгелме?

– Уның урынына институтты тамамлаған йәш белгес килә.

– Ул белгес – һеҙҙең ҡыҙығыҙ, шикелле.

– Што за дапрос, был ниндәй тәрбиәһеҙлек һәм әҙәпһеҙлек, Гөлнур Шамилевна? Нимә эшләргә мин үҙем беләм, шуның өсөн дә ошо урынға райондың мәғариф бүлеге тарафынан назначен! – Сәбәләнеп киткән директор, эргәһендә өйөлгән ҡағыҙҙарҙы бер урындан икенсе урынға шылдырып һала башланы, шау һөйәктән хасил дерелдәк бармаҡтарына ялғанған йоҡа усы менән һирәк-һаяҡ таралып һибелгән сусҡа ҡылындай аҡһыл шырт сәстәрен ялтасланған пеләш түбәһенә өйҙө, ыңғайы бер бармаҡтары менән уң яҡ ҡабырға аҫтын ҡармағас кеҫәһенән сығарған уймаҡтай һауыттан төймә дарыу алып ҡапты ла өҫтәлгә ҡуйылған ҡырлы стаканға графиндан һыу сайпылтып йотто. Бауыры ауырта тиҙәр уның, шул сәбәпле бик йыш ҡына район дауаханаһына бара, йылына ике-өс тапҡыр ятып та алғылай.

Ул тыныс ҡиәфәттә ҡалды:

– Ни сәбәптән иң әүәл беҙҙең фән ҡыҫҡара?

– Әпәт бер ҡатлы, мәғәнәһеҙ һәм наивный һорау. Башҡа телдәргә ҡайһылайтып теймәк һәм сәкрәщәт итмәк кәрәк, уҡыусылар бит уларҙан дөйөм дәүләт имтиханы тапшыра. Ситкә сыҡһаң да в первую учередь уларҙы белеү фарыз, урыҫ һөйләше – тотош Рәсәйҙең дәүләт теле тип иҫәпләнә, инглиздәрҙеке, билдәле, бар донъяны биләгән. Ә көндән-көн бөтә барған беҙҙең телгә нимә генә булһын?! Ауыл, хатта өҫтәп әйтер инем, утар кимәленә ҡалып бара бит ул башҡортлоҡ, ҡалала уның духы ла, еҫе лә юҡ, бик беләһең килһә.

– Һинең ише туң йөрәкле моңһоҙҙар бөтөрә ул телде.

– Ауыҙыңды үлсәп ас, әптимизәцияны мин уйлап сығармағанмын, ул государство кимәлендә ҡабул ителгән умный һәм уместный ҡарар, яҡшы йәшәүҙең нигеҙендә иң әүәл һаҡсыллыҡ ята!

– Нимәне һаҡларға кәрәк, аҡсанымы, әллә кадрҙарҙымы?

– Күрәм, ялда ятып артыҡ телдәрләнеп киткәнһең, ҡара уны! – Бармаҡ янаны директор, шунан һалпыш кәүҙәһен килбәтһеҙ ҡалҡытып өҫтәлгә таянды ла уҫал ҡарашы менән һөҙҙө. – Юҡ-бар һорауҙарың бар икән, туранан-тура пракарурға мөрәжәғәт ит, минең өсөн иң беренсе урында закун һәм юғарынан ебәрелгән күрһәтмә!

– Миңә ни эшләргә хәҙер?

– Шәхсән, үҙ ҡулдарың менән декреттан һуң эш урыныма дәғүә итмәйем, һәм эшкә сыҡмайым, тигән ғаризаны яҙаһың, һәм беҙ һинең менән килешеп әҙәмсә хушлашабыҙ. Профком менән килешелгән.

Мәктәптә тракторсы булып эшләп йөрөгән ире хаҡында ла бер юлы белешергә итте:

– Ә Фәрит?

– Ул ҡала, әлегә ҡала…

– Ҡала инде, хеҙмәтсе фиғелендә өйөгөҙ тирәһендәге йомоштарҙы үтәргә тотҡасығыҙ.

Уҫал ҡаҙалыуға яуап бирмәне директор, бары ирендәрен мыҫҡыллы салшайтып ҡуйыу менән генә сикләнде.

Барыбер һөйләшергә булды профком етәксеһе менән, дәрестәрҙең бөтөүен, оҙон тәнәфесте көттө, уҡыусыларҙан бушап ҡалған кабинетҡа инде. Уҡытыусы китаптарын, балаларҙың эш дәфтәрҙәрен оло сумкаһына һалып аҙаплана ине.

– Һаумыһығыҙ, Фариза Хисбулловна!

Тегеһе ваҡытһыҙ йөрөгән ҡунаҡтан ҡурҡҡандай күҙҙәрен таҫырайтты:

– Һауһаумыһығыҙ, Гөлнур Шамилевна… Бик ҡабаланам бит әле. Хәҙер ҡайтып өй тирәһендәге эштәремде бөтөрәм дә хакимиәткә барам, ҡатын-ҡыҙҙар Советының сираттағы ултырышы, унан һуң профсоз мәшәҡәттәре менән яңынан бында… Ә һеҙ ниндәй йомош артынан йөрөйһөгөҙ ваҡытһыҙ?

– Ваҡытһыҙыраҡ булһа ла профком рәйесе булараҡ һеҙгә килдем, Фариза Хисбулловна, башҡа тағы кемгә мөрәжәғәт итәйем тағы?! Директорҙың юридик ҡанундарҙы һанға һуҡмаған ҡарары, һәм һеҙҙең шул ҡарар менән ризалашыуығыҙҙы бөтөнләй аңлап етмәйем!..

Эштең айышын һүҙһеҙ ҙә төшөнгән рәйес ауыр кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып барып ишекте яба һалды ла ҡурҡыулы бышылданы:

– Ипләңкерәп, күрше кабинетта Йәүҙәт Ишбулдычтың ҡатыны уҡыта ине… Һуң ҡайһылай ғына итәйем, төп эшемдә, йәшерен-батырын түгел, ек күремсе хәлендә йөрөйөм, артыҡ һүҙ ысҡындыр – шундуҡ эштән бушатып урамға сығарып ырғытасаҡтар.

– Һуң һеҙ уҡытыусыларҙы һаҡлаусы, уларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ойошманың етәксеһе түгелме ни?

– Демократияның, кеше хоҡуҡтарының һаҡланмауын белмәҫкә кисә тыумағанһың, улар бөтәһе лә көндәлек һөйләнгән телмәрҙәрҙә һәм ҡағыҙҙа ғына. Ә профсоюз ойошмаһы – директорҙың мутлыҡтарын йәшереүсе, законлаштырыусы шаршау ғына. Юғарынан түбәнгә саҡлы шулай эшләнә, шулай икән, бер ни ҡылып та булмай… Һинең йомошоңа килгәндә – ризалаш, башҡаса сара юҡ. Йәүҙәт Ишбулдыч барыбер үҙенекен иҫбат итәсәк, сараһыҙлап, мәжбүри әйткәнен эшләтәсәк… Бар сыҡ, башҡаса был мәсьәлә менән мөрәжәғәт тә итмә, бәләһенән баш-аяҡ! – Профком рәйесе сәбәләнеп ҡулдарын болғаны.

Ҡайтты ла ҡыҙыулыҡ менән район хакимиәте башлығына ялыу яҙып почта йәшнигенә төшөрҙө. Үҙенең хаҡлығына, ғәҙеллектең тантана итеренә ышана ине ул.

Кискеһен һуҡмыш ҡайтып ингән Фәрит һалҡын һыуға ҡойондорғандай хәбәрен һалды:

– Һинең исемдән директорға ғариза яҙып индерҙем.

– Ниндәй ғариза? – Һиҙенһә лә белмәмеш ҡыланып ҡаштарын сөйҙө.

– Үҙ теләгең менән эштән бушатыуҙы һорап яҙған ғариза. – Араҡы-һарымһаҡ еҫе, тәмәке ыҫы аңҡыған ире, ҡырынмаған сикәләрен ыуып иләмһеҙ сытырайҙы. Уның Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән һис ҡасан үҙгәрмәҫ битлек-йөҙөндә йылмайыуын, борсолоуын, хафаланыуын йә уйланыуын айырыуы ҡыйын. Хәйер, ул саҡ ҡына булһа ла уйлай беләме икән, тере көйөк?..

– Ни эшләнең һин, Фәрит, яҙмышымды, киләсәгемде емерҙең бит!

– Ниндәй яҙмыш, киләсәк ул тағы, уҡытыусы ла булғанмы һөнәр… Ана, аҡыллылар шәхси эштәрен асып типтереп көн итәләр. Һин дә йүнле эш эшләп, әҙәм рәтле шөғөл табып көн ит, кистәрен күҙҙәрең тишелеп шиғыр яҙғансы, юҡ тигәндә көмөшкә ҡойоп һат, шулайтһаң, көнитмешебеҙгә әҙерәк бер пумыш килер, исмаһам. Араҡы һатып алыуға киткән аҡсаға балаларға тәм-том ҡаптырырбыҙ, минең кәстүмем дә туҙып китте, һиңә ҡиммәтле, теге, ни, синтипундан пәлтә алырбыҙ. – Фәрит ғүмерендә тәүге тапҡыр донъяуи хәстәрҙәргә тотоноп китте лә һарыуын ҡайнатҡан мәсьәләгә ҡәтғи баһаһын да бирҙе: – Ҡыҫыр шиғырҙарҙан тишек-тошоҡ бөтәймәй, уларҙы өҙлөкһөҙ сәйнәү менән тамаҡ туймай!

– Минең ҡыҙыҡһыныуҙарыма ҡағылма, йәме!

– Һинең шул, бар белгәнең шиғыр яҙыу ҙа, күп ҡасар бейә ише тубырҙатып бала табыу инде!

Ары һүҙ сыбалтҡыһы килмәгәнлектән асыуын эсенә йотто ла сатнатып әйтте:

– Иртәгә үк ғаризаңды кире алам!

– Папробуй, ир һүҙен йығып минән үтеп кенә ҡара, күрмәгәнеңде күрһәтермен!

Аҙна-ун көн үтеүгә, район хакимиәтенән яуап килде. Ләкин уның эстәлеген аҙағынаса төшөнөп бөтмәне: мәғариф өлкәһендә генә түгел, башҡа урындарҙа ла оптимәлләшеү тигән кампания бара, һәм был сараның бик тә урынлы һәм кәрәклелегенә, иҡтисади эффектына айырым баҫым яһалған, шул ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә уҡытыусыларҙың эш хаҡы ике тапҡырҙан күберәккә артып китә икән. Был һорауға өҫтәмә яуап алыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә тәҡдим ителгән. Хаттың аҙағына хакимиәт башлығының ҡултамғаһы сыймаҡланған штамп баҫылған, тимәк, хат дөйөм бүлектән дә ары китмәгән.

Туҡталып ҡалырға теләге юҡ ине, шуға шул уҡ кистә ултырып мәғариф начальнигына хат яҙҙы. Унан килгән яуап та әллә ниндәй закондарҙы, ҡарарҙарҙы теҙеп хисаплап яҙылған шыма һәм… бер нәмә хаҡында ла түгел ине.

Тағы ла бер айҙан Фәритте эшенән бушаттылар. Директор: “Ҡатыныңды тыя алмағасың үҙең ғәйепле!” – тип әйтергә лә онотмаған. Ошоға саҡлы даими төшөрөргә, ҡырын һалырға яратҡан ире, иҫерек мәлдәрендә янап ҡуйыу менән генә сикләнһә, был юлы сәсенән һөйрәп йөрөп типкеләне, бит-йөҙөн күк-талаҡ иткәнсе туҡманы. Кеше күҙенә күренергә оялып аҙна самаһы өйҙән сыға алмай ятты, тик ауыл хакимиәтенә ялыу менән барырға баҙнат итмәне. Ошо ҡиәфәттә Хәкимйәндең алдына баҫһынмы? Ояты ни тора!

Былай ҙа етешһеҙ тормоштары әкренләп кирегә тәгәрәне. Ошоғаса эш менән мәшғүлләнеп үҙен көслөк менән булһа ла тыйып килгән Фәрит бөтөнләй бәйһеҙләнде, дуҫ-иштәренә эйәреп, тотанаҡтан ысҡынып көнө-төнө эсә башланы. Хәҙер ундай ирҙәр менән ауылдары тулған: ҡайһылары бисәләренең эш хаҡына ҡарап көн итә, өйләнмәгәндәре ата-әсәһенең елкәһендә, ҡыутомшоҡ-яңғыҙаҡтары өңөндә ятҡан айыуҙай бикләнеп, наҡыҫ тапҡанына шөкөр итеп, ҡаты-ҡото тәғәменә мөрхәтһенеп ғүмер һөрә. Эш юҡ шул ауылда, элекке совхоз ер йотҡандай юҡҡа сыҡты. Хужаһыҙ һәм ҡараусыһыҙ ҡалған элекке ферма ҡаралтыларын, бүлексә келәттәрен, гаражды нисек етте шулай, эшкинерлектәрен алып, серек-сороғон ян-тирәгә ырғытып һүтеп алып бөттөләр. Хәҙер уларҙың күрмәлекһеҙ һөлдәләре бар тирә-йүнде йәмһеҙләп һерәйгән, сәселгән ҡалдыҡтары вайран килеп сәсрәп ята. Ҡасандыр бында райондағы иң ҙур совхоздың алдынғы бүлексәһе булды, тип һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫ. Дәүләт милке бер урындан икенсе урынға ҡабалан күскән болоттай юғалды. Ә был тут баҫҡан тимер-томор, төҙөлөш ҡалдыҡтары – элекке хужалыҡтың бахыр күләгәһе, юҡ, өркөткөс ҡарасҡыһы, биҙрәткес һоро шәүләһе… Ферма һөтөн ташымағас, юлдар ремонтланманы, ташландыҡ хәлгә килде. Таҙартылмағас, бурандарҙан һуң утрауҙағылай бөтөнләй бикләнеп ҡалалар, шуның арҡаһында ауырлы ҡатын өйҙә, бер ниндәй медицина ярҙамһыҙ бәпәйләп, үҙе иллаллаға тере ҡалып, бәпесен юғалтып ҡазаланып ҡуйҙы, ауыр йәрәхәтле ирҙе күҙҙәрен йомдороп ярты юлдан кире боролдолар. Йәй көндәре аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла автобус йөрөй ине, һуңғы сиктә пассажирҙар юҡлыҡҡа һылтанып, ул рейсты ла яптылар. Хәҙер район үҙәгенә осраҡлы ылау менән, йә йәйәүләп юлланалар.

Бер аҙҙан тотонор ҡул аҡсалары бөттө, балалар пособиеһына ҡарап тороп ҡалдылар. Йә һаҡлыҡ кенәгәһендә төйнәнгәндәре ятмай. Нисек тә йәшәргә кәрәк бит, шуға ғаиләлә беренселекте үҙ өҫтөнә алды, ә тупаҫ, тиҫкәре, ялҡау ире – тормош ҡалыбына, йәшәү ағышына тиҙ яраҡлашыусан балсыҡтай бушаҡ һәм һәлкәү. Өҫтәүенә ауыр шөғөлдө, яуаплылыҡты гелән башҡалар өҫтөнә ауҙарырға әҙер һәм әүәҫ, был юлы ла тормош йөгөн тулыһы менән уның сибек иңдәренә һалды. Таныш-тоношо аша белешеп, яйын яйлап, иренең ризалығын алып, уны бер нисә иптәшенә ҡушып Себергә эшкә оҙатты. Унда ла ҙур эш хаҡы түләмәйҙәр хәҙер, шулай ҙа бер аҙ ус яларлыҡ ҡайта, бөтөнләй юҡ ише түгел. Әүәле хөкөм ителгәндәрҙе Себергә, һөргөнгә һөргәндәр, хәҙер аҡса артынан ҡыуып үҙ теләктәре менән шул тарафҡа ағылалар. Ир-аттың күпселеге Себерҙә, бында ҡалғандарын бармаҡ менән генә һанарлыҡ, улары ла йыйын әтрәгәләмдәр. Ир ҡулы теймәгән хужалыҡтар емерелә, атайлы була тороп балалар атайһыҙ үҫә, ҡатын-ҡыҙ етем, ярты тол фиғелендә көн итә. Фәрит ай самаһы кәсебендә йөрөй ҙә шул саҡлы өйҙә була, арығанлығын яҙа, киләһе вахтаға көс туплай, ял итә, йәнәһе лә. Замана ирҙәренең ял итеүе – шешә төбөн текләү бит инде ул, ире лә ауылда сағын тамағын сылатыр нәмә эҙләп әйенселәп үткәрә. Күҙ буяр өсөн булһа ла кәртә-ҡура тирәһенә сығып әйләнһәсе! Эшкә китер ваҡыты етһә, мунса төшөрөп, медпунктҡа алып барып система ярҙамында араҡы ағыуын ҡыуҙырып, кеше рәтенә килтереп оҙата. Тулы бер айға ҡотола аяҡлы бәләнән, ғаилә бәйнәтенән. Башҡалар ише алыпһатарлыҡҡа тотонорға ине лә иҫәбе: ойотҡолоҡ аҡсаны ҡайҙан тапмаҡ? Әҙәп, намыҫ сиктәрен ашатлап сығыр ныҡлыҡ тапты үҙендә, оятын, түбәнһенеүен ситкә ҡуйып көмөшкә ҡойоу ҡоролмаһы эшләтеп алып, хәҙер шуның файҙаһын күрә. Ауылға эшкә ҡайтҡас, йәшереп көмөшкә һатыусы тәрбиәсе хаҡында ишетеп аптырағайны, быны башҡа һыймаҫлыҡ, әхлаҡ ҡанундарына тап килмәҫ ҡылыҡ тип ҡабул иткәйне, шул ҡәһәрле көндәр үҙенә килде. Тауары төшөмлө, аҡмаһа ла аҙлап тамып көнө-төнө табыш, килем килтерә. Көмөшкә ҡойҙо, әммә уның ҡеүәтен ауыҙ итеп ҡарау теләге тыуманы, шулай ҙа кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың бит инде, һуңғы осорҙа барыбер әҙ-мәҙләп йотошторғолай башланы, янында шешәләш ҡәрҙәшлегендәге ҡойто кейенгән әхирәттәр ҡоро пәйҙә булды. Элек үҙе өсөн генә тип шиғырҙар яҙа ине. Уны ла онотто хәҙер, ташланы. Яҙғандарында яҡтылыҡ, нур, йәнде елкендерерлек күтәренкелек, асманға ашыр хыял төҫмөрләнмәй, илһам етешмәй. Бер нисә тапҡыр ижад ҡомарын көҫәп өҫтәл артында аҡ ҡағыҙға текәлеп ултырып ҡараны ла йүнле шиғыр түгел, рифмалы таҡмаҡ та сығара алмағас, лирика исеме менән нарыҡланған дәфтәрҙәрен дөрләп янған усаҡҡа ырғытты. Йәл ине үткәндәре менән хушлашыу, күҙҙәренә йәш төйөлдө, булмышы өҙгөләнде. Шиғырҙарының күбеһе беренсе һәм һуңғы мөхәббәте Хәкимйәнгә бағышланғайны, эскерһеҙ һөйөү һәм яҡты киләсәк, бәхетле йәшәү, яҡты киләсәк хаҡында ине. Инде килеп ана шул өмөтөнән дә яҙҙы. Йәшлеген, сафлығын, ҡабатланмаҫ хис-тойғоларын туплаған яҙмаларҙы ялмап йотҡан рәхимһеҙ ялҡынға текәлеп ултырғас, кинәт ынтылып мейес эсенән дәфтәр ҡалдығын тартып сығарҙы ла, ҡулы бешеүҙән уны иҙәнгә ырғытты. Ут эсенән эйәреп сыҡҡан ялҡын босҡаҡҡа ҡалған ҡағыҙ йоратын, иҙәнгә төшкәс үк, ҡара ҡоромға ҡалдырып ялмап ҡуйҙы. Өй эсенә эсе төтөн еҫе тулды. Әсеп һыҙлаған усы менән соландан яңы индерелеп өҫтәл ситендә һерәйгән һалҡын шешәне һәрмәп алып ҡырлы стаканға тултырғансы көмөшкә ҡойҙо ла төп күтәрә эсеп ебәрҙе. Зәһәр эсемлек үҙәк буйын яндырып төшөп китте, бер аҙҙан һиллек, күңел тыныслығы алып килде. “Бына бит, тиргәһәләр ҙә, көмөшкә янған ерҙең әрнеүен, күңел үрһәләнеүен баҫты ла ҡуйҙы баһа, тимәк файҙаһы бар!” Эскесенең аҡланыу фәлсәфәһенә бирелеп шулай уйланы ла еңелсә бәүелеп стенаға беркетелгән көҙгө ҡаршыһына барып баҫты. Унда сағылған ҡураныс кәүҙәле, йонсоу ҡиәфәтле ҡатын-ҡыҙ шәүләһе бер аҙҙан моңһоҙ мөңгөрәп йырлап ебәрҙе:

Хуш инде, мәңгегә хуш инде,

Китә яҙ, китә наҙ – ҡыш инде…

Бала табып аҡса эшләүҙе кәсеп итеп алған ҡатындарға эйәреп икенсегә ауырға ҡалды. Был юлы ла игеҙәктәр тыуҙы. Тимәк, хөкүмәт аҡсаны ла ике тапҡыр күберәк түләйәсәк. Ул аҡсаны ла күрә алманы, хәйерһеҙ. Ҡустыһының йорто нигеҙенәсә янып китте, әсәлек капиталын документ килеш илтте туғандарына, ә улар ауылда буш торған йорттарҙың береһен һатып алып шунда сыҡтылар. Ҡартайған, яңғыҙ ҡалған әсәһе лә шул ҡустыһы менән. Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, тормоштарын бөтәйтеп йәлсеп йәшәп китә алмайҙар һаман. Игеҙәктәре тәүгеләренән айырмалы рәүештә сибегерәк, сирләшкәрәк булып тыуҙылар, тик шуныһы күңеленә тыныслыҡ бирә, уларҙың донъяны ҡабул итеүҙәре ҡәҙимге, аң кимәлдәре теүәл, юғиһә, ишетеп түгел, күреп белә, күрше ауылдарҙа зиһене таҡыр балалар артҡандан-арта бара, ауылдарҙа ғынамы икән әле? Ә бына кескәйе, үҙе теләп, көтөп тапҡан Сәлимәкәйенең киләсәген хәҙер үк төҫмөрләргә мөмкин: туп һымаҡ һикерергә әҙер теремек, сибәр, Алла бирһә, киләсәге матур булыр бәләкәсенең. Уның йәшәмәгән көндәрен ул йәшәр, һөйөлмәгән көндәрен ул һөйөп-һөйөлөп тулыландырыр, татымаған шатлыҡ-ҡыуаныстарын ул татып кинәнер. Изгегә юрай Сәлимәкәйенең алдағыһын, моғайын да, юрауы юшҡа сығыр.

Һиҫкәндереп, ишек шаҡынылар. Көтөп ятты. Ҡәтғи, талапсан ҡағыу тағы ҡабатланды. Торараҡ ҡағыуға ҡаты итеп итек үксәһе менән тибеү өҫтәлде. Китер яйы тойолмай бының. Кем йөрөй икән таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан? Утты ҡабыҙғас, эске күлдәген дебет шәле менән бөркәп, аяҡтарына шипатайын ҡатып соланға сыҡты:

– Кем йөрөй унда? – Кисәге табында көйһөҙ йырҙар аҡырыуҙан тауышы тамам ултырғанлыҡтан, ҡарлыҡҡанлыҡтан ғырылдап өндәште.

– Асығыҙ әле! – Келәне ысҡындырыуға, ишек ауыҙында тултырылған тауыҡтай тумалаҡ, билһеҙ йыуан кәүҙәһе ҡыҫҡа аяҡтарға барып ялғанған, ялҡындай ҡыҙыл төҫкә буялған йоҡа сәсле, күрмәлекһеҙ быжыр йөҙлө Кәримә хасил булды.

Ул Хәкимйәндең ҡатыны, хакимиәттә йыйыштырыусы булып эшләй, бер юлы йомошсо-саҡырыусы мәшәҡәттәрен дә үтәй. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе ине, ике-өс йыл элек ошо эшкә күсеп алды. Иренә күҙ-ҡолаҡ булырға тырышыуылыр, күрәһең. Хәкимйәнде бик ҡыҙғана, һәр аҙымын иҫәпләп-ҡарап, һәр ҡылғанын күҙәтеп-аңдып ҡына тора, тиҙәр. Кәримә биҙәү, икәүҙән-икәү генә йәшәп яталар әле шунда, балалар тауышы ишетелмәгәс, өйҙәренең ҡото, аштарының бәрәкәте юҡтыр. Әгәр ул Хәкимйәнгә кейәүгә сыҡһа, уға оҡшаған тос ҡына бер малайҙы, йәнә ҡурсаҡтай ҡыҙҙы тупылдатып табып бирер ине, биллаһи. Ҡатын-ҡыҙ һиҙгер бит ул, Кәримә лә уның Хәкимйәнгә йөрөткән йылы мөнәсәбәтен, йәшерен хистәрен тойомлай, шикелле. Шуға ла һәр ваҡыт бер-береһенә тәкәбберҙәр, һүҙҙәре лә берекмәй, аралашыуҙары ла ҡоро һәм ҡаты. “Йә, Хәкимйәндең тиңе, яҙмышын бөтөн итерлекме инде ошо тыу, ҡыҫыр, тумалаҡ башы быҫҡыған усаҡтай янған тамуҡ киҫәүе?!”

Эстән генә шулай көйәләнде, ә теле икенсене һораны:

– Йә, тыңлайым, ни йомош?

– Өйөңә инергә мөмкиндер?

– Әгәр рөхсәт итмәһәм?

– Беҙгә, власть кешеләренә, барлыҡ ишектәр ҙә асыҡ! – Кәримә шулай тине лә рөхсәтте лә көтөп тормай хужабикәне бер яҡҡа этәреп, һимеҙ кәүҙәһен эс яҡҡа йүнәлтте.

Инеү менән бәйләнсек тызырайҙы:

– Ниңә өйөң йыйыштырылмаған?

– Нимә, һеҙ ревизормы әллә?

– Ревизор булмаһам да ауыл хакимиәтенән.

– Эйе, ауыл хакимиәтенән икәнегеҙҙе ишетеп беләм. – Өҫтәп, әсе төрттөрҙө. – Һеҙ унда юғары категориялы өлкән йыйыштырыусы сифатында эшләйһегеҙ, шикелле? Килеүен килгәс, бер юлы өйөбөҙҙө йыйыштырып та ҡайтырһығыҙ, бәлки, ә?

Кәмһетелеүҙән Кәримәнең быжыр бите бурҙаттай ҡыҙарҙы, шулай ҙа асыуын эсенә йотоп эре яуапланы:

– Эйе, йыйыштырыусы, иллә мәгәр һинең һымаҡ эшһеҙ ятмайым. – Уҫал киҫәтте. – Кисә бик һуң ғына Хөснулланың Санияһы һеҙҙең ҡапҡанан төртәңләп сығып килә ине. Иҫерек икәнлеген дә һиҙҙем. Ҡасан бисә-сәсә йыйып эсеүеңде ҡуяһың? Тағы самогон ҡыуып итәк аҫтынан һатҡаныңды ла ишетеп беләбеҙ. Ҡара уны, райондан тикшереүселәр килһә, иң тәүҙә һиңә алып киләм, белеп тор, быларҙы ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзаһы булараҡ әйтәм, һуңынан киҫәтмәне, әйтмәне тип үпкәләмә.

– Миңә кемдең ингәнендә, сыҡҡанында һинең, Совет ағзаһының эше булмаһын, йәме! Тағы, көмөшкә ҡойғанымды, һатҡанымды күреп торҙоңмо һәм тоттоңмо? – Ярһый барыуын тойоп туҡтап ҡалды. Бындай барыш менән барһа, тиҙҙән һөйләшеүҙең ыҙғышҡа барып ялғанырын көт тә тор. Асыуынан быуылып тора биргәс, бышылдап тиерлек һораны. – Ҡабатлап һорайым, ни йомош?

– Башлыҡ саҡырта. Хәҙер үк барып ет, бызмырҙамай етеҙ ҡымғырла!

– Ҡара таң тишегенәнме?

– Һин йоҡо һимерткәс тә, башҡалар йоҡлап ята, тип уйлайһыңмы?

– Ваҡыт тапһам, бәлки, барып та сығырмын. Төшкә ҡарай…

– Кәнишне, тегендә түҙемһеҙләнеп һине генә көтөп ултыралар, ти! Хәҙер үк, срочно тинем бит! Һинең эшең район менән бәйле. – Кәримә шулай тине лә, тирмәндәй йыуан осаһы менән төртөп асҡан ишеген дә ябып тормай, сығып китте.

Көтөлмәгән саҡырыуҙан юғалып ҡалды, шунан ҡабаланып йыйына башланы; комодта соҡоноп кеше араһына сыҡҡанда ғына ҡулланған матур күлдәген табып үтекләп кейҙе, тырпайған сәстәрен еүешләп тарап рәткә килтерҙе, крем урынына биттәренә һыйыр еленен майлау өсөн тотонған вазелинды яғып, еңелсә массаж яһап алды, әммә маңлайын иртә сыймаҡлай башлаған һырҙар юйылманы ла яҙылманы ла. Ваҡ йыйырсыҡтар күҙ төптәрендә, ауыҙы ситтәрендә лә ап-асыҡ булып беленә башлаған, ошоғаса битарафлыҡҡа ғарҡ йөрөгәнлектән шул етешһеҙлектәренә лә иғтибар итмәгән. Ваҡ-төйәк әйберҙәр һалынған бәләкәй ҡумтала соҡоноп тотонорлоғо ҡалмаған помаданы табып алып, төпсөк соҡорондағы барлы-юҡлы буяҡты шырпы бөртөгөнә эләктереп сығарып ирендәрен ҡыҙартты. Әҙерләнеп бөткәс, көҙгөгә һирпелде. Ҡәнәғәт ҡалды, ни тиһәң дә, уның эскелеккә бирешеп таушалған йөҙө ҡайһылыр кимәлдә ирәмһегәйне, күлдәге лә тотош ҡиәфәтен йәмләй. “Хәкимйән иртә менән нишләп саҡыртырға итте икән? Әллә берәй яҡшы хәбәре бармы? Етте оҙаҡ ял иттең, мәктәпкә бар тиһә?” Бик теләп сығыр танһыҡ эшенә, ауылдың теге осонда йәшәгән ҡәйнәһенә кескәйҙәрен ҡарап торорға ҡушыр, әҙерәк эшләп алғас, игеҙәктәрҙе балалар баҡсаһына урынлаштырырға мөмкин, ә Сәлимәкәйе ҡайҙа ла һыя, бер аҙна ҡәйнәһендә, бер аҙна әсәһендә. Эшкә төшһә, тормошо күҙ асып йомғансы яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Мәктәпкә барыу менән ул киткәс һүнеп ҡалған әҙәбиәт түңәрәген тергеҙеп, йәнләндереп ебәрер. Айына бер тапҡыр, балалар ижадын туплап, гәзит тә сығарырҙар. Уны мәктәпкә, юҡ, клубтың түренә элеп ҡуйырҙар. Күрһендәр шиғриәттең, әҙәбиәттең мәңге икәнлеген, инанһындар уның илаһи көсөнә. Дәртләндергес уйынан бүлмәгә һыймай улай-былай йөрөп алды, шунан кире түшәгенә ултырып аяҡтарын тартып тубыҡтарын ҡосаҡланы, тынысланырға итте, ә күңелендә үткән хәтирәләр яңынан ҡайнашты.

2

Хәтерендә, яҙ көнө университеттың икенсе курсында уҡып йөрөгәнендә Хәкимйән менән танышты. Танышты, тип әйтеүе дөрөҫ үк булмаҫ, ул уны, математика факультетында белем алған егетте, һыртынан күреп белә ине. Ҡолға буйлы, бумала сәсле егет менән ятаҡтың коридорында тап та булышалар ине ҡайһы саҡ: теге юл биреп ситкә тартыла, ә ул башын юғары сөйөп уға һирпелеп тә ҡарамай үтеп китә. Үҙенең сибәрлеген белә ине шул, бындай күҙгә бәрелмәҫтәр уға иш һәм тиң түгел. Хыялында күҙаллауынса егете оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, ирҙәрсә аҙ һүҙле, ҡырыҫ йөҙлө сибәр, ысын рыцарь, йә, юҡ тигәндә, итәғәтле, тәрбиәле аҡһөйәктәр нәҫеленән сыҡҡан принц булырға тейеш. Ундай ир-егеттәр юҡтыр ҙа инде ул хәҙер. Шулай ҙа хыялында йөрөткәненең көтмәгәндә һәм ҡапыл килеренә ышана һәм өмөтләнә ине. Ә был факультет ҡомағы көндәрен китаптар ҡосаҡлап уҡыу залында үткәрә.

Дәрестән сыҡты ла ятаҡҡа ҡайтҡыһы килмәй маҡсатһыҙ ғына иркә, наҙлы нурҙар тулған ҡала буйлап йөрөп алырға итте. Спорт стилендә йөрөргә ярата: өҫтөндә ал төҫтәге болоньянан тегелгән еңел куртка, тар, янбашын, балтырҙарын кипсәлдергән джинсы кейгән, аяҡтарында кроссовкалар, башында үҙе бәйләгән матур аҡ башлыҡ, ә муйынына шул уҡ төҫтәге остары сәсәкле оҙон шарф уралған. Сауҙа үҙәгенә инеп, пальтолар, курткалар һатылған бүлектә бер кейеп, бер сисеп ҡарап, кейем һайланы. Һатып алыу түгел маҡсаты, йәнә кеҫәһендә стипендияһының ҡап яртыһы ғына ята, уны ла айҙың аҙағына тиклем кәрәк-яраҡҡа, аҙыҡ-түлеккә бүлеп ҡуйған. Оҡшағанын һайлап ала ла көҙгө ҡаршыһына баҫып ентекләп, килешәме-юҡмы икәнлекте тикшерә. Сисеп, икенсеһенә тотона. Һатыусы ла, бер ҡатлы йән, сауҙаһының уңырына ышанып тауарын маҡтай-маҡтай уға булышып эргәһендә йүгергеләй. Апаруҡ ваҡыт бүлектәр буйлап сәйәхәт иткәс, сығып автобус туҡталышына йүнәлде. Кис эштән ҡайтыр ваҡыт булғас, пассажирҙар күп ине, көслөк менән салонға инеп тығылды. Юғарыға ҡараны ла, унда теге һонторҙоң йөҙөн күргәс, ризаһыҙ сирылып ситкә боролдо һәм тәүге туҡталышта уҡ төшөп ҡалырға йыйынып, бер-береһенә терәлеп баҫҡан халыҡты йырып, ишек яғына ҡарай йүнәлде. Төштө, артта тотҡарланған шарфын тартты, һәм уның осона тағылып теге һонтор сыҡты. Шарфтың сәсәге уның куртка төймәһенә сеймәлгәйне. Бер яҡ ситкә тартылып егеттең төйөндө тағатыуын сабырһыҙланып көтә, үҙе ян-тирәһенә ҡарап-ҡарап ала. Тегенең тулҡынланыуҙан әллә ҡулдары ҡалтырай, хәрәкәттәре килбәтһеҙ.

– Йә, тиҙерәк, ваҡытым юҡ! – Китергә йыйыныуын белдереп урынында тыбызыҡланы.

– Ҡайһылай итәйем, ныҡ сеймәлгән бит… Хәҙер…

– Бер аҙҙан асыуы баҫылды һәм егетте ҡыҙыҡ итергә булды:

– Ысҡындырырға теләмәгәсегеҙ, бөгөн кискә саҡлы мине үҙегеҙ менән алып йөрөйһөгөҙ инде. Ҡайҙа алып бараһығыҙ?

– Егет албырғап ҡалды ла тотлоғоп-тотлоғоп яуапланы:

– Һеҙҙеме? Ҡайҙамы? Минме? Бөгөн театрға премьераға билет алғайным.

Тик берәүҙе генә…

Ул үҙ һүҙләнеп ирендәрен бүлтәйтте:

– Театрға барырлыҡ итеп кейенмәгәнмен, шулай ҙа унда булғым килә, тағы ла бер билет табығыҙ!

– Мин ни ҡыуанып… Әйҙәгеҙ…

Йәнәшәләп киттеләр, тик сәсәк өҫкө төймәгә эләккәнлектән шарф аҫылыныңҡырап күренә, шуға егетте ҡултыҡлап алып уға һыйына биреберәк атлай башланы. Былай ҡулайыраҡ, бер-береңә бәйләнгәнлегең дә беленмәй. Егет бөтөнләй юғалып ҡалды, ыҡ-мыҡ итеп һорауға ғына яуап бирә лә тура ҡатып килә. Һиҙҙе, оҡшай ул был егеткә, оҡшай! Әле сая ҡылығы менән шаңҡытты, телдән ҡалдырҙы. Мәрәкә уйлап тапты ла бит, тик бының аҙағы нимә менән барып бөтөр, билдәһеҙ. Театр гардеробында кейемдәрен бер элгескә элгәс, көҙгө ҡаршыһына баҫып өҫ-башына күҙ атты ла фойеға йүнәлде, ә егет билет эҙләп театр тышына сыҡты. Апаруҡ юғалып торғандан һуң кире инде, тапҡан билетты, тик йәнәш түгел, аралары ике-өс рәт. Ул алға ултырҙы, егет арт яҡҡа. Премьера уға оҡшаманы, шау-шыулы, арзан көлкөгә ҡоролған комедия. Уның ҡарауы, егеттең иғтибар үҙәгендә булды: тәнәфес мәлендә әкиәт донъяһына тартым ялтырауыҡ залдарҙы ҡыҙырҙылар, актерҙар, спектаклдән күренештәр төшөрөлгән фотоларҙы ҡаранылар, шунан театрҙың буфетына йүнәлделәр. Ҡаршыһында ултырған егет тыйнаҡ өндәште:

– Бер ятаҡта йәшәһәк тә, беҙ таныш түгелбеҙ бит әле. Мине Хәкимйән тиҙәр, ә һеҙҙе?

– Гөлнур.

– Гөл һәм нур. Матур яңғырайҙар.

– Ә һеҙҙең исемегеҙ боронғо, шулай ҙа хаким йән булғас, бара. Тимәк, был фани донъя менән хаким итер өсөн тыуғанһығыҙ. – Ул күҙҙәрен осҡонландырып йылмайҙы.

Тамаша барышында арҡа буйы менән егеттең наҙлы ҡарашын һиҙҙе. Ошолай ултырыуы үтә лә күңелле ине, ул тәүге тапҡыр үҙен һаҡлаулы һәм яҡлаулы итеп тойҙо.

Спектакль тамамланғас, тамашасыларға эйәреп ярым ҡараңғы урамға сыҡтылар. Иртә килгән яҙ ҡылығын бер күрһәтмәһә бер күрһәтә шул, көн үҙәгендә ялтлатып иретеп торһа ла, кис шығырҙатып туңдырып та ҡуя. Ятаҡҡа етәрәк ул яҙа баҫты ла аяғы ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе:

– Ай! – Эргәһендәге ағас олонона йәбеште.

– Бына һиңә мә, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә! – Юлдашы өтәләнде. – Ҡайһы ерең ауырта?

– Бынау ерем, бәкәлем… – Аяғын асфальтҡа терәп ҡараны ла киҫкен сәнсеү алыуҙан бөгөлөп төштө.

– Ятаҡ эргәлә генә бит, күтәреп кенә алып барайым!

– Юҡ, мин үҙем…

– Ҡайҙа инде, ана бит, баҫа ла алмайһың… – Тегеһе, артыҡ һүҙ ҡуйыртмай, еңел генә итеп ҡулдарына алды, ә ул сараһыҙҙан муйынынан ҡосаҡланы. Оҙон буйлы тарамыш ҡына булһа ла көслө генә икән. Ышаныслы баҫып атлай. Ятаҡта вахтала ултырған әбейҙең өкәлтәгенә инделәр. Ошоғаса аҡ шарф менән бер-береһенә бәйле инеләр, ысҡындыра алмағас, сәсәкте өҙөргә тура килде, аҡ еп киҫәге ҡара курткала айырым-асыҡ күренә. Хәкимйән уны аҙаҡтан да алып ташларға теләмәне. Егет һаҡлыҡ менән кроссовканы һалдырғас, бәкәлде ныҡ итеп тарттырып бинт менән бәйләп ҡуйҙы. Шөғөлөн ослағас, аңлатыуҙы ла кәрәк тапты: “Минең атайым менән әсәйем район үҙәгендә дауаханала эшләйҙәр. Шуға күрә тәүге ярҙамды күрһәтә беләм”. Уғаса тиҙ ярҙам машинаһы килеп етте лә, носилкаға һалып дауаханаға алып киттеләр. Аяғын дежур хирург ҡараны, иртәгеһен рентгенға ҡуйҙылар. Бәхеткә күрә, бәкәл быуыны ҡаймыҡҡан ғына икән. Төштән һуң яурыны аша аҡ халат һалған Хәкимйән ашығып килеп инде, ҡулында аҙыҡ-түлек һалынған пакет бар, гөлләмә алырға ла онотмаған.

Атаһы бүлексәлә ат ҡараусы, күҙгә зәғиф әсәһе өйҙә, шуғалыр нәзәкәтле бүләкте сәйерһенеберәк ҡабул итте, сөнки ошоға тиклем уға сәскә бүләк итеүсе табылманы. “Табиптарҙың малайы, моғайын, ғаиләлә яңғыҙҙыр ҙа әле, аҡсаһыҙ түгелдер”, тип тынысландырҙы үҙен. Саҡырылмаған ҡунағы ихлас ҡыуанысын белдерә һалды:

– Саҡ эҙләп таптым, барыбер таптым, шәп, эйе бит?

– Шәп шул… – булды яуап.

Шулай танышып киттеләр. Ә инде ярты йыл үтеүгә ошо күрмәлекһеҙ генә егеткә үлеп ғашиҡ булғайны. Уның бөтә булмышын ярата, өтөрөй сәс, һонтор буйҙан тыш танауы төбөндә ҡалҡҡан һоро миңенә тиклем ҡәҙерле. Теүәл фәнде үҙләштерһә лә, Хәкимйән әҙәбиәтте, мәҙәниәтте төптән белә, йәнә мауыҡтырғыс әңгәмәсе, ауыҙыңды асып һоҡланып тыңла ла ултыр.

Университетты тамамлағас, йүнәлтмәне тыуған районына алды, тура ауылдарына ҡайтырын да алдан белә ине. Шунһыҙ сараһы ла юҡ, йорт-ҡура тирәһендә йөрөү генә түгел, өй эсендә лә әсәһе күп осраҡта үҙе ярҙамға мохтаж. Хәкимйән дә тыуған яғына ҡайтып китте. Йылы хушлаштылар, хат яҙышып торорға һүҙ ҡуйыштылар, ләкин вәғәҙә бирешмәнеләр. Быныһы артыҡ та, урынһыҙ ҙа һымаҡ тойолдо. Көҙгә саҡлы әллә күпме ваҡыт бар, ҡайтып рәхәтләнеп ял итә башланы: көндөҙ Һаҡмарға барып һыуҙа ҡойондо, ҡомда ҡыҙынды. Еләк мәле еткәс, туғай-болондарҙы ҡыҙырҙы, ә бесәнгә төшкәс, атаһына ярҙамлашты. Атаһы бесәнгә ауылда беренселәрҙән булып, йәй башында уҡ төшә. Үләндең бешеүен көтмәй. Көндәлеген сабып алып ҡайталар ҙа лапаҫ башында киптереп, һарай ҡыйығына һалалар. Ошолай итһәң, башҡалар ҡуҙғалғансы ярты эшеңде ослайһың да ҡуяһың. Иртәнге сәйҙе эскәс, ат егеп сабынлыҡ яғына юлланалар. Яңы ғына ҡояш ҡалҡып килә, селтерләп арба тәгәрмәстәре йырлай, туры ат керт-керт юрта, күңелле кешнәп ҡуя. Иртәнге һалҡынса һауа тәнде земберләтә, әле йылымысланырға өлгөрмәгән сафлыҡҡа ҡушылған үлән еҫе танауҙы наҙлы ҡытыҡлай. Рәхәт. Ҡала шау-шыуынан, зачеттарға, имтихандарға әҙерләнеү ығы-зығыһынан бик ялҡҡайны, арығайны. Кис етһә, клубҡа бара. Унда ла тиҫтерҙәре араһында күңелле. Тик атаһы менән бүлексә аттарын баҡҡан һөйкөмһөҙ Фәриттең артынан ҡалмай тағылып йөрөүе генә оҡшамай. Тупаҫ, уҫал ул, ауылдағы бөтә егет-еләнде ҡурҡытып, буйһондороп тота, тик уның әйткәнен, уның ҡушҡанын ғына үтәһендәр. Ваҡытында үтәлмәй икән, йоҙроғон эшкә ҡуша, бер кемде лә аяп тормай. Ҡайтып төшкәс клубҡа барғайны, Фәрит күтәрмәлә тәмәке көйрәткән егет-еләнгә тамаҡ төбө менән иғлан итте: “Гөлнур минеке, үҙем өйрәтеп алам, ишетһен ҡолағығыҙ!” Нуҡта күрмәгән тайҙы йүгәнләйме ни?! Был киҫәтеү тегеләр өсөн ҡәтғи һәм кире ҡаҡҡыһыҙ фармандай яңғыраны. Тупһанан күтәрелеп килгән ыңғайы ишеткән һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалышты, үҙ алдына йылмайып ҡына ҡуйҙы, ҡарап ҡарарбыҙ, йәнәһе. Ысынлап та, ошо кистән Фәриттән башҡалар унан ситләште, яҡынламаны, һүҙ ҡушманы. Өйрәтеүгә килгәндә инде оҙаҡ көттөрмәне, бер кистә өйҙәре эргәһендә һағалап тороп әрһеҙ бәйләнергә маташты. Уҫал ҡаршылашыуға юлыҡҡас, зәһәр ыҫылданы: “Тәтәйләнеп күпме һикерәнләрһең тиһең, эләктерәм барыбер!” Һәм эләктерҙе, яңғыҙы еләк йыйып йөрөгән туғайға һыбай килеп сыҡты ла уны осраҡлы тап иткәндәй ҡыланып йөҙөнә ғәжәпләнеүле йылмайыу, шатлыҡ осмото сығарған булды. Эйәрҙән килештереп һикереп төшөп, теҙгенде атының алға аяғына сырмағас, эргәһенә сүкте, әңгәмәләре ялғанмаһа ла, тоҙһоҙ хәбәр һөйләп көлдөрөргә маташты, шунан бер ни тиклем ваҡыт еләк йыйышып аҙапланды. Үләнде ғыршылдата тешләп утлаған айғырҙың ҡара ялдары түбән һалынған, туҙғаҡ ҡойроғо ялпылдап күренә, дейеү инде, фани көнитмештәге дейеү. Көн һалҡын булмаһа ла, тәненән аңлайышһыҙ дерелдәү йүгереп үтте. Фәриттең уғры ҡарашы башҡаларҙың юҡлығын байҡап бар тирә-яғын һөҙөп күҙәтә ине. Тикмәгә килмәгәйне ул, уңайлы мәлде аңдып йөрөгән, тимәк. Уның еләк йыйыу ҡайғыһы китте. Йыйғаны күнәген яртыламаһа ла, ҡабаланып ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Тик оло юлға төшкәнсе һирәк сауҡалыҡтар менән ҡапланған элекке диләнкәлектән үтергә кәрәк, ары иген баҫыуы аша сығаһың, шунан һуң ғына юлаусылар йөрөп торған юл күренә. Сауҡалыҡтар менән тиңләшкәйне генә артынан йүгерә-атлай төшкән Фәрит ҡыуып етеп биленән ҡосаҡланы. “Ебәр!” – тип бар көсөнә ҡысҡырҙы ла ҡасырға теләп алға уҡталды. Һөрәнләүен берәйһе ишетер тип өмөтләнде. Ҡайҙа инде?! Һеләүһендәй етеҙ Фәрит үрелә һалып эләктерҙе лә йөҙөн ҡайырып үбергә маташты. Яуап итеп сикәһенә һалды. “Ах, һин шулаймы ни әле, кәнтәй?! Мә, улайһа!” Кинәт эсенә тондорҙо. Киҫкен ауыртыуҙан күҙ алдарында осҡондар бейене, тыны быуылды. Йөгөнөкләп ултыра ине, ҡабаттан ҡалҡытты ла ике ҡуллап иҙеүенән матҡып күлдәкте биленә ҡәҙәр ярып ебәрҙе, күкрәксә ситкә осто. Ҡулдары менән яланғас түштәрен боҫормаларға итте. Был мәлдә Фәриттең күҙҙәре ҡорбанын тамаҡларға йыйынған бүре ише хәтәр янып киткәйнеләр. Аяҡтарын тарбайтып баҫҡан, тотош кәүҙәһе ҡорбанына ташланырға йыйынған йыртҡыстай көсөргәнгән. Шул мәлдә ҡотола алмаҫлыҡ хәлгә тарыуына төшөндө. Шулай ҙа аҙағынаса алышырға булды: хәлһеҙ ҡарашы менән тирә-яғын байҡаны. Унан бер-ике аҙым ситтәрәк йоҙроҡ дәүмәле таш ята. Әгәр шуны эләктерһә, бәләнән ҡотолдо тигән һүҙ. Урынында бәүелеп тора бирҙе лә, кинәт алға уҡталды, ләкин уй-теләкте аңғарып өлгөргән Фәрит аяҡ салып өлгөрҙө лә өҫтөнә ҡапланды. Йәнтәслим айпалашыуға үләндәр зәғифләнеп йығылды, тирә-йүн ат аунағандай таҡырайҙы. Яҡынлыҡты тойоуҙан, тығыҙ түштәрҙе, тәнде, тулы аяҡтарҙы, ҡалҡыу осаны һәрмәүҙән Фәриттең енси дәрте тыйып торғоһоҙ ташып, ул алйый, аҡылдан яҙа бара ине, шикелле. Тегенең биттәрен матҡып тырнап ебәрҙе, яйын тап килтереп беләгенән тешләне. “Ай-й-й-й!” Ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп ҡыҫып, һыбай атланып өлгөргән уҫлаптай кәүҙә бар көсөнә уның эсен төйгөсләргә тотондо. Биреште, хәле бөттө, тырпыраны. Ҡалғанын Фәрит көсөнә, ҡарыуына, кәренә кинәнгәндәй ҡабаланмай башҡарҙы: биленән түбән яғын яланғасланы, аяҡтарын тарбайтты, үҙе лә тышалған салбарынан ҡотолдо. Сатын киҫкен ауыртыу ярҙы…

Бына көсөргәнгән кәүҙә дерелдәп бушанды ла хәлһеҙләнеп ситкә ауҙы. Юғарылағы зәңгәр күк төҫһөҙләнеп ҡалған, унда бысраҡ йыуғыстай шыҡһыҙ болоттар йөҙә. Ҡарашын ситкә алды, иртәнсәк ҡарағусҡыл япраҡтарын елдә тирбәткән ҡупшы сауҡалар ҙа шәүләгә әүерелгән. Бар донъя – шыҡһыҙ шәүлә. Бөләңгерт, күләгәһеҙ шәүлә… Шул һоро донъянан ҡәнәғәт мығырҙауҙы ишетте: “Уйламаған, өмөтләнмәгән дә инем, ә һин ҡыҙ булып сыҡтың, ҡурҡма, алам мин һине бисә итеп... Ә һин миңә теләйһеңме-юҡмы барырһың, бармай хәлең юҡ... Хәҙер һин бисә, минең бисәм...”

Ҡаса-боҫа кискә генә ҡайтып инде: ике-өс урындан йыртылып яурын остарына саҡ эләгеп торған балитәкле күлдәк эт алғыһыҙ хәлгә килгән, ялбыраған сәстәренә кипкән үлән ҡыяҡтары һырыған, йөҙө тартылып, күҙ төптәре ҡара көйөп сыҡҡан. Серҙе йәшерерлеге ҡалмағайны. Хәйер, йыйынмай ҙа ине, бөгөн үк, хәҙер үк хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерер, хәшәрәт ғәҙел язаһын алһын әйҙә. Бөтәһен дә әсәһенә һөйләп бирҙе. Ултырып илашып алдылар. Беҙҙе ҡапсыҡта йәшереп тотоп булмаған кеүек, был оятты ла боҫормалау мөмкин түгел ине, йортта тиҙҙән дауыл ҡубасағы көн кеүек асыҡ. Һуҡмыш ҡайтып ингән атаһы хәлде һүҙһеҙ ҙә аңланы, төшөндө, шуға тамаҡ төбө менән аҡырҙы:

– Кем? – Яуапты ишеткәс, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. Уның яһил яндырайлығын беләләр, уйламаған хилафлыҡтар ҡылып ташлауы бик тә ихтимал, шуға шөбһәләнеп-ҡурҡып төн уртаһына тиклем утты һүндермәй көттөләр. Бына атаһы күренде. Баштағы ярһыуы баҫыла төшкәйне, теге һуҡмышлығына тағы ла ныҡ ҡына итеп өҫтәгәнлеге һиҙелә. Бына ул иҙән уртаһына аяҡтарын киреп баҫып ус һырты менән һауаны ҡыйҙы:

– Дасадны! Ҡапҡабыҙҙы ҡасан да булһа дегеткә буярҙар тип ике ятып бер уйыма инеп сыҡманы. Ормош-тормош тигәндәре шулдыр инде, бер тапҡыр ситләп үтһә лә, икенселәй ошолайтып, әйләндереп килтереп баҫа шу-у-у-у… – Оятына, мәсхәрәгә ҡалыуына күнгәндәй ҡураныс ҡорҙай кәүҙә бөршәйеп ҡалған. Атаһы ни тиклем генә күркәләнһә лә, йәше үтеп бара шул, йәнә ауыр эш ни ҡуйһын, уны ғына түгел, достоиндарҙы, унан йәшерәктәрҙе һәм көслөрәктәрҙе бәлйерәтә. Ул да башҡа ирҙәр һымаҡ көн һайын арыуын-талыуын араҡы ҡеүәте менән баҫа. Сәбәпле-сәбәпһеҙ йыйылышып тәмәке быҫҡытыу, араҡы эсеү – бар шөғөлдәре, ҡыуаныс һәм йыуаныстары. Ауыл ерендә башҡа ҡайҙа барып төртөлһөндәр ҙә ни ҡылһындар? Ана бит атаһы тағы эсеп ҡайтҡан, ҡыҙының оятҡа ҡалыуын, түбәнселеккә төшөүен йыуған шулайтып. Бына күләгәләй, ҡарасҡылай һын килеп сыҡҡан хәлде яйға һалырға теләгәндәй ҡоласын йәйҙе! – Түлке ни эшләмәк, тотош ауыл, туғандарың, мир алдында пазурға ҡалып, башыңды ташҡа ороп булмай, инәңде эт талағыр! – Йәмерей ҡаштарын төйөп, ас яңаҡлы уртын сәйнәп тора биргәс, эргәһендәге ултырғысҡа гөрһөлдәне лә, соҡорҙар эсенә батып, уҫал осҡондар сәскән күҙҙәрен уға ҡаҙаны: – Һин дә хараша, гурыттан ҡайтҡас йөрөнөң бит һикрәңдәп, ҡаласа ҡыланып, йәшерер ерҙәреңде ялтлатып, егет-еләндең күҙен ҡыҙҙырып. Һиңә лә, Хәмдениса, әйтмәнем түгел әйттем, әйләнгән һайын тыҡыным, тый ҡыҙыңды, был яҡшы менән барып бөтмәҫ, тинем. Тыңламаның! – Янап, киҫәтеп тә ҡуйҙы. – Ярай, был турала һуңынан тағы ла бер тапҡыр һөйләшербеҙ. Хәйер, һөйләшерлеге ҡалмаған… Кароче, былайыраҡ беҙҙең… туйыст минең фекер. – Ләкин уйындағын әйтергә ашыҡманы, әрләүен дауам итте. – Кешәнәмәгән бейәгә айғыр яҡынлап артыла һалып бармай. – Уның яғына имән ботағындай ҡатҡан бармағын төрттө: – Ызнашит, бөтә бәлә үҙеңдә! Фәрит тә жалкы, мин пинсегә китһәм, алмаш булырҙай ярҙамсы, эшсән, тырыш, мәмәй түгел, өлөшөн яттарҙан ашатмаҫ заттан, ә был – бөгөнгө ҡаты, мәрхәмәтһеҙ, миһырбанһыҙ заманда иң глаунайы, иң мөһиме. Тинтәктең кәбәк башын оҙаҡ йылдарға төрмәгә тығыу бер тин тормай, уныһы ясны. Фәрит әллә ҡасып-боҫоп йөрөй, әллә һаман да быраматта ел ҡыуа, мөстән, белмәҫһең, күпме көтһәк тә өйөнә ҡайтып күренмәне. – Тауышын фарман биргәндәй ярайһы уҡ юғары күтәрҙе: – Шулай ҙа табын артында ултырып Заһит ҡорҙаш менән кәңәш ҡороп алдыҡ, киләһе йомала улар һине әйттерергә килергә тейештәр. Так што, әҙерләнегеҙ!

Ырғып тороп, сәбәләнеп ҡысҡырҙы:

– Мин Фәриткә кейәүгә сығырға йыйынмайым! Кем етте шуға тоттороп ебәрергә мин һеҙгә бүлтерәк кәзә бәрәсе түгел!

Атаһы уның әйткәндәрен аңламағандай тексәйеп ҡарап ултырҙы ла уҫал һораны:

– Булыры булған, буяуы уңған. Ары нимә ҡылмаҡсыһың? Ярай, кейәүгә сыҡманың да икән ти, тиҙҙән тотош ауыл шаулаясаҡ, ил ауыҙын иләк менән бар, ҡаплап ҡара! Ошонан аҙаҡ егет-елән һиңә ниндәйерәк мөнәсәбәттә булып, ниндәйерәк ҡараш менән ҡараясаҡ, шул хаҡта уйланыңмы, тишек... аҡыл?! Дасадны!

– Бында һыймайым икән. Китәм!

– Ҡайҙа? Тағы ла гурытҡамы? Кит әйҙә, ауырыу әсәйеңде ҡалдыр. Атайыңа ла йәшәренә оҙаҡ ҡалған тип уйлайһыңмы? Үҙем беләм, һиҙәм, әйтмәйем генә. Ә беҙ һине ауыҙыбыҙға ҡапҡан һуңғы телемде өҙөп биреп уҡыттыҡ, үҙебеҙ ашамаһаҡ ашаманыҡ, үҙебеҙ кеймәһәк кеймәнек. Ауыл ерендә аҡса табыуҙың ни тиклем ҡыйынлығын белмәйһең әле һин, аҡылһыҙ! Әсәйеңдең инвалидлығына килгән тиндәре, ат ҡараусының алған баҡыр тиндәрҙән хасил эш хаҡы ус ялауға ла етмәй, бик беләһең килһә! Ашаған, һоғонған түгел, тураған, бүлгән, һәммәһенә еткергән мин беләм, мин! – Тәмәке сығарып бер килке төтәп, төтөн йотто ла быҫҡыған төпсөгөн бармаҡтары бешкәндәй атып бәрҙе. – Бар, кит әйҙә, хәҙер үк сығып кит, кәрәгең һуҡыр тин! Тик онотма, ауылда беҙҙең тоҡомдо кәмһеткән берәй яман хәбәр таралһа, оҙаҡ уйлап тормам. – Муйынына боғалаҡ һалған хәрәкәт яһаны ла түшәмгә төрттө. – Минең һүҙҙе йығып ҡына ҡара! – Ырғып тороп сығыу яғына йүнәлде. – Хәмдениса, мин бөгөн лапаҫ башындағы ҡыуышта йоҡлайым! Иртәгә барып Фәритте сыбыртҡы менән ярам, свулышты!

Әсәһе менән йоҡоһоҙ төн үткәрҙеләр, иртән таң һыҙылып көтөү ҡыуыр ваҡыт еткәс, әсәһе урынынан ҡалҡынды:

– Ауырымаған яғыңа ят, балам… Атайыңдың һүҙендә лә хаҡлыҡ бар. Ул ҡауҙыр булһа ла, әйткәнен эшләй торған кеше. Ҡылыр ҡылығын әйтмәһәм дә, яҡшы беләһең. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәне ауыл еренә ҡағыла. Милицияға барып хаҡлыҡ юллауыңдан файҙа сығыр микән? Бәкерлегеңдән ҡалдың, ә сафлығыңды закун юлы менән генә һаҡлап ҡала алмаҫың билдәле. Фәриттең башын, атайың әйтмешләй, ғүмерлеккә төрмәгә тығырһың. Бары шул ғына. Уларҙың уҫал тоҡомо ярты ауыл, яңғыҙ атайыңа, миңә көн күрһәтерҙәр тиһеңме? Ә беҙ күтәреп-һуғып ауылды ташлап китер йәштә түгелбеҙ, улай итергә алдан хәстәрләгән болобоҙ ҙа юҡ, йәнә ғүмеребеҙ ошонда үткән. Үҙең ҡара һәм хәл ит, сараһыҙламайым. Көслөк менән кейәүгә бирергә урта быуатта йәшәмәйбеҙ…

Оҙаҡ хәл итте ары ни ҡылырын, аныҡ ҡына фекергә килә алмай оҙон көн буйы диванда аунаны, күҙҙәре алдынан һөйкөмлө йөҙлө Хәкимйән китмәне. Берсә моңһоу ҡарап, берсә һораулы төбәлеп килә лә баҫа. “Һин һәйбәт егетһең, Хәкимйән, ләкин был ояттан һәм түбәнһенеүҙән һуң мин һиңә тиң дә, иш тә, лайыҡ та түгелмен! Түгелмен!..” Шул бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай ҙа илап мендәренә ҡаплана. Ҡояш байыр мәлдә тупһаның күтәрмәһенә сыҡты. Эш юҡта эш табып ишек алдын һепереп йөрөгән әсәһе һеперткеһен ташлап, ярпайып килеп баҫып, өңөлөп ҡарап уға төбәлде.

– Әйтегеҙ, килһендәр…

Шул һүҙҙе генә көткән әсәһе таплыҡта балта һаплап аҙапланған атаһының яғына йүгерҙе, өҫтөнән тауҙай бәлә төшкәндәй ҡыуанып һамаҡланы:

– Шамил, атаһы, ҡунаҡ ҡаршылауҙы һөйләшеп-кәңәшләшеп алайыҡ, көн ярым ваҡыт ҡалған. Теге бесән осорона инселәгән тәкәне иртәнсәк һыҙырып алырһың. Өҫтәлгә ҡуйыр һыйға ла аҡса кәрәк. Йә, ярай, уныһы минең хәстәр, күршеләрҙән үтескә алып торорбоҙ. – Бер тынанан теҙҙе әсәһе, тик тауышында ҡыуаныуҙан бигерәк борсолоу, хафаланыу ауаздары һиҙемләнде…

Йоманан һуң бүлексәнең ике шәп атын еккән әйттереүселәр урам саңын борҡотоп ҡапҡа ҡаршыһына килеп тә туҡтанылар. Ике аттың береһе теге дейеүҙәй айғыр ине. Тоҡомдарында юғары белемлеләр булмаһа ла, үҙҙәрен һауалы тотоп, текә ҡыланырға, эре сирттерергә яраталар, фартауайҙар улар. Әйттерергә генә килһәләр ҙә, йола боҙоп, дуғаларға ҡыңғырауҙар, яулыҡтар тағып алғандар, аттарҙың һыртында ҡыҙыл буҫтау. Был туй түгел дә, томаналыҡтары шул саҡлы микән? Атаһы-әсәһенең, кейәү үңгәренең янына Фәрит бер ни булмағандай йүгерә һалып килеп етте лә сапсылғандан аҙаҡ ҡутырлап ҡатҡан сикәләрен ыуып йылмайыу урынына мәғәнәһеҙ сытырайҙы:

– Шамил ҡарт, әй, ҡайным бигерәк ҡаты ҡуллы, һигеҙҙән үрелгән сыбыртҡы менән һыҙырҙы ғына. Тағы атай өҫтәне. Зато – беҙ бергә! – Уның менән бергә булырға уйында ла юҡ ине бит, шул хаҡта уйланымы икән был белекһеҙ?

Ҡәһәрмән мулла белгәнен яттан, белмәгәнен алдына һалған китаптан ҡарап, тотлоға-йонсой, иләмһеҙ көйләп әллә йыназа, әллә бата уҡыны, әллә ясин сыҡты, белмәҫһең, уның ҡарауы Бибисара абыстай ҡартының һәр әйткәнен йөпләп баш ҡағып ултырҙы. Шулай булғас, уҡылғандар раҫтыр. Ҡалған йолаларҙы ла шартына килтерергә тырыштылар: батмусҡа мәһәр аҡсаһы, кейәү бүләге һалынды, ҡоҙалар күлдәк кейҙереште. Бата уҡыған өсөн һалынған саҙаҡаны нишләптер мулла түгел, абыстай ҡабаланып үрелеп алып, кофтаһының оло кеҫәһенә йәшерҙе. Еңгәләр уйнай-көлә, кинәйәләй-шаярта ҡыҙ йәшерелгән йортҡа кейәү егетен йыртыш йырттырып үткәргән булдылар. Фәрит уның яҙмышын аяуһыҙ йыртып, аяҡ аҫтына һалып тапап ингәнлеген моңһоҙ, һуҡмыш ҡунаҡтар беләме икән? Ары ла урмандағы фажиғә хаҡында һүҙ ҡуйыртыусы, уға ҡара яғырға маташыусы табылманы.

Туй көнөн көҙгә, уңышты йыйып бөткән мәлгә билдәләнеләр. Шулай ҙа Фәрит, сама белеп, әҙәп һаҡлап аҙнаһына бер тапҡыр кейәүләү тураһында уйлап та ҡараманы, хәләл иреләй көн һайын килә. Ишек алдындағы аласыҡта йоҡлайҙар. Ярты төн ауышҡансы ҡайҙалыр юғалып тора ла, ҡырҡыу араҡы еҫен борҡотоп ҡайтып инә һәм хаяһыҙ ҡыланып сисенеп ташлай, шунан, утты һүндереп, уны йонсоторға тотона. Йәне ытырғана. Булмышы дошманынан боҫҡан терпеләй йомарлана. Ауыр кәүҙәне ҡулдары ситкә этеп, тартҡылаша. Йөҙөн, ерәнгәндәй сирылтып, ситкә бора. Ә быларҙы ғәҙәти тыйнаҡлыҡ, тейеш сыпраңлау итеп ҡабул иткән Фәрит уның һайын ярһый, уның һайын оятһыҙлана… Түшәктән быуындары таралып, арманһыҙ арып, иҙелеп килеп тора. Кейәүгә сыҡмаҫ элек көнөн көҙгө ҡаршыһында, бит-йөҙөн рәткә килтереүҙән, әйләнеп-тулғанып осоҡланыуҙан башлай ине. Хәҙер ул ҡылығын да онотто. Көҙгөләге ғәйепле ҡараған, бәхетһеҙ ҡарашлы ҡыҙҙы, юҡ, өнһөҙ шәүләгә әүерелгән бисара ҡатынды күргеһе килмәй.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

(Аҙағы бар).

Читайте нас