ҺАҒЫШ СӘСКӘҺЕ

Хәтирә-уйланыу

Һары сәскә – ҡояштың иң нәфис, йылы нурҙарынан яралған ғәжәп тә сағыу, мөғжизәле бер бүләге ер йөҙөнә. Бүтән төҫтәрҙәге ҡәрҙәштәре араһында ул айырыуса матур үҙенсәлек менән балҡып, тирә-яҡты нурлай. Иртә яҙ көндәрендә, Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында башҡа гөл-сәскәләр йүнләп үҫеп тә, асылып та өлгөрмәгән бер мәлдә, көньяҡтан килтерелгән йәмле йәй хәбәрсеһе – һары мимозалар бик шәп бүләк һаналһа ла, аҙаҡтан, нишләптер, һары сәскә һағыш, хыянат билдәһе итеп ҡарала. Хатта йырҙа ла: «Һары сәскә – һары һағыш», – тип йырлана. Шунлыҡтандыр инде ир-егеттәр һөйөклөләренә мотлаҡ аҡ, ҡыҙыл, күк төҫтәрҙәге сәскәләрҙе бүләк итергә ынтыла. Өйҙәрҙәге тәҙрә төптәрендә лә гөлдәрҙең һары сәскә атҡаны үҫтерелмәй. Шуға ҡарамаҫтан, һары сәскәләрҙең йөҙҙәрсә төрө үҫеп, тирә-яҡты ғына түгел, беҙҙең күңелдәрҙе лә нурлап балҡыта.

Зыярат – беҙ йәшәгән мөхиттең иң һил, аулаҡ бер урыны булһа ла, күңел асып, ял итә торған сәхрә йә баҡса түгел инде. Йәй көндәрендә ул йәшеллеккә, гөл-сәскәләргә төрөнөп, ағас ҡыуаҡтарында һайраған ҡоштар тауышына күмелеп торһа ла, әле генә ерҙә һин дә мин матур итеп йәшәгән яҡындарыңдың инде ошондағы ер ҡуйынында гүр эйәһе булыуынан сараһыҙлыҡ һағышы биләй күңелде. Бәлки, шуғалыр ҙа мосолман йолаларында мәрхүмдәрҙе ерләгәндә һәм, ғөмүмән дә, ҡыҙ-ҡырҡынға, ырыуҙан ҡалмаған бисә-сәсәгә зыяратҡа йөрөү кәңәш ителмәй. Өлкәндәр быны зыяраттағы ауыр кисерештәрҙең йомшаҡ тәбиғәтле аҫыл заттар зиһененә, сәләмәтлегенә зыян килтереү ихтималлығы менән аңлата: улар үҙҙәрен киләсәктә тыуҙырасаҡ балалары өсөн һаҡларға тейеш.

Әллә ошо йола арҡаһында, әллә тормош мәшәҡәттәренә ныҡлап уралғанлыҡтан, минең үҙемә йәшерәк саҡта ҡәберстан тарафтарына йыш йөрөргә тура килмәһә лә, олоғая төшкәс, бергә ғүмер иткән бик күп ҡәрҙәштәремде, яҡындарымды мәңгелеккә оҙатҡанлыҡтан, уларҙың төп йортона бармайынса һис тә булмай. «Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел!» – тигән бит беҙгә боронғолар.

Зыярат – иғтибарлы кеше өсөн үҙе бер музей һымағыраҡ донъя. Ундағы ҡәберҙәргә ниндәйерәк һәйкәлдәр ҡуйылмаған да, уларға йәдкәр ителгән һүҙҙәрҙең ниндәйе генә яҙылмаған!.. Йәш кенә бер егеттең һүрәте ҡуйылған ябай ғына һәйкәлдәге: «Әй, кешеләр, әлегә һеҙ бары тик ҡунаҡта, ә мин инде мәңгелек аулаҡта», – тип яҙылған һүҙҙәр минең күңелемә ғүмерлеккә уйылып ҡалды. Ысынлап та, беҙ был донъяла ваҡытлыса ғына килгән ҡунаҡ шул...

Миңә көнбайыш илдәрендәге зыяраттарҙың бер нисәһен күрергә лә насип булды. Уларҙа мәрхүмдәрҙең мәңгелек төйәге – бөтөнләй икенсе бер юғары кимәлдә йыһазланған иҫтәлекле баҡса һымағыраҡ бер донъя. Рәссамдарҙың сәнғәт йәүһәрҙәренә тиң ғәжәп тә үҙенсәлекле һәйкәлдәре шунда урынлашҡан. Ил гиҙеп йөрөүсе туристар шуларҙы мотлаҡ фотоға төшөрөп алырға ынтыла. Зыяраттарҙың ҡупшылығы – шул төбәктә йәшәүсе халыҡтың тормош кимәленең сағылышы инде ул. Беҙҙә лә бит хәҙер мәрхүмдәр төйәге, үҙгәрештәр кисереп, арыулана, матурлана бара – иҫтәлекле һәйкәлдәр ҙә, ҡоймалар ҙа төрлөләнә, шәриғәттә ҡәбер өҫтөндә мәрхүмдәрҙең фаниҙағы һүрәтен ҡуйыу тыйылһа ла, һуңғы йылдарҙа был ҡағиҙә үҙгәрә шикелле. Бигерәк тә байҙарға, иҫән сағында «текә» тип аталған (йәки атаҡлы ҡараҡ даны менән теттереп йәшәгән), тик, нишләптер, йәш кенә килеш ләхетен тәхет итергә мәжбүр булғандарға ғәжәп тә яғымлы төҫ-ҡиәфәтле, ыҫпай буй-һындары менән үк төшөрөлгән береһенән-береһе бейегерәк һәйкәлдәр ҡуйыла башланы. Уларҙың ҡоймалары ла әллә ниндәй ҡалын, биҙәкле тимерҙән ел-дауылдар һис тә ҡаҡшатмаҫлыҡ итеп яһалған. Исем-шәрифтәрен уҡып ҡараһаң, иҫән саҡта әллә ни ҙур батырлыҡтар ҡылып, ғәләмгә игелек күрһәткән билдәле шәхестәр ҙә түгел үҙҙәре. Ишелеп ҡалған мал-мөлкәттәрен мираҫҡа алған яҡындары уларҙы шулай ер һелкетеп йәшәгән ғәййәр бәһлеүән итеп күргәс, ихтыярҙары инде. Ни аяныс, тик ерләнгәндән һуң бер кем дә килеп ҡарамаған, ҡәбер өҫтөндәге тупрағы емерелеп төшкән, ҡалай һәйкәле ауып ятҡан ҡәберҙәр ҙә осрап ҡуя... Һоҫҡо һымаҡ киң суҡышлы ҡара ҡоҙғондарҙың шул тирәлә емтеккә темеҫкенеп осоуы күңелгә шом һала. «Емерек ҡәбер эсендә ятҡан мәрхүмкәйҙәрҙең әлегеһе көндә бер генә лә туған-тыумасалары, яҡын дуҫ-иштәре ҡалмағанмы икән ни был донъяла?..» – тип эстән ытырғанып үтәһең. Ай-һай, хәтәр ҙә, алдатҡыс та был тормош!.. Беҙгә иң мөһим эштәребеҙҙе башҡарырға, бурыстарыбыҙҙы үтәргә гел ваҡыт етмәй ҙә ҡуя. Ә ҡалған эшкә ҡар яуа, тиҙәр – был бик тә хаҡ.

Баҡһаң, ғәйеплеләрҙе, вайымһыҙҙарҙы эҙләп әллә ҡайҙарҙа йөрөйһө түгел, ә үҙебеҙҙең гонаһ тоҡсайының ауырлығын самаларға кәрәк булған икән дә. Яҙ көнө, ер ҡарҙан асылғас, Өфөнөң көньяғындағы Затон зыяратына барып, ер ҡуйынындағы яҡындарыбыҙҙың төп йорттарын хәл ҡәҙәре тәрбиәләп йөрөгәндә, үткән көҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуып торған бер көндә ерләнгән Хөснөлхаҡ еҙнәй өҫтөндәге ҡыҙыл балсыҡтың бер яҡтан убылып төшкәнен күреп, «аһ!» иттек. Ҡулға көрәк алып, тупраҡты йүнәйтеп өйөргә тура килде. Ваҡытлысаға иҫәпләп кенә ҡуйылған һәйкәле алдына йәшел шыршы ботағынан үрелгән кәрзиндәге яһалма розаларҙы ултыртҡас, Хөснөлхаҡ еҙнәйҙең һуңғы йорто ла ташландыҡ, етем хәленән арынып, шөйлә арыуланып ҡалды – шөкөр! Уны тағы ла матурлау өсөн ситтән бер аҙ ҡара тупраҡ ташып һибергә, күпйыллыҡ үлән йә сәскә орлоҡтары сәсергә кәрәк ине. Был эште мин икенсе тапҡыр Хөснөлхаҡ еҙнәйҙең ҡыҙы Эльза менән бергәләп килеүгә ҡалдырып ҡайттым.

Донъяла туҡһан йылға яҡын ғүмер итеп, бик күп изге ғәмәлдәр ҡылған, һәйбәт уҡытыусы, һәр эшкә маһир Хөснөлхаҡ еҙнәй ирем яғынан беҙгә ҡәрҙәш ине. Туғанлыҡҡа кем нисек ҡарай бит... Бәғзе берәүҙәр бик яҡын туғандары менән дә уртаҡ тел тапмайынса, тырым-тырағай көн итә. Ә беҙ ирем (ул да мәрхүм инде хәҙер) менән өйләнешкәндән бирле һәр ике яҡтың да туған-тыумасаларын яҡын итеп, аралашып йәшәнек.

Хөснөлхаҡ еҙнәй менән Мөршиҙә апай ғүмерҙәренең байтаҡ осорон Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта йәшәп үткәрһәләр ҙә, һәр саҡ тыуған яҡты һағынып, нисек тә ҡайтып төпләнеү хаҡында хыял итеп, шул маҡсатҡа ынтылып йәшәнеләр. Ял ваҡыттарында ҡунаҡҡа ҡайтҡанда улар мотлаҡ беҙҙә туҡталыр ине. Йәштән үк тырышып уҡыған юғары белемле уҡытыусылар, Ташкентта матур тормош ҡороп, һәйбәт йәшәһәләр ҙә, пенсияға сығыу менән, фатирҙарын алыштырыу яйы табылыуға, йәһәт кенә йыйынып, ҡайтып та төштөләр. Ғүмерлек хыялдары шулай, ниһайәт, бойомға ашыуҙан уларҙың йөҙҙәре ҡояштай балҡый ине. Бынан һуң инде беҙ үҙ-ара тағы ла нығыраҡ яҡынлашып, шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла уртаҡлашып, сирек быуат самаһы бер-беребеҙгә терәк булып йәшәнек.

Сабый саҡтарынан уҡ бергә уйнап, мәктәпкә бергә йөрөп үҫкән һәм өйләнешкәндән һуң да мөхәббәттәре һис һүрелмәгән ҡушаҡтарҙың үҙ-ара ифрат хәстәрлекле, яғымлы мөнәсәбәте, йәшәү рәүеше беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө булды. Улар Ҡариҙел йылғаһы аръяғында баҡса алып, шунда әллә күпме еләк-емеш, сәскәләр үҫтерҙеләр һәм беҙҙе лә шунда саҡырып ҡунаҡ иттеләр. Ҡыш көндәрендә улар яңы дуҫ-иштәре менән бергәләп театрҙарға, әҙәби кисәләргә, концерттарға йөрөп кинәнделәр.

Эйе, был донъяла бөтөнләй үк ҡайғы-хәсрәтһеҙ генә бармай тормош. Мөршиҙә апайҙарҙың барлыҡ борсолоуҙары шәхси тормошонда бигүк уңмаған берҙән-бер ҡыҙҙары – бик тә сая, уңған, һәләтле, әммә үтә лә үҙһүҙле Эльза һылыу һәм яңғыҙ әсәһе тәрбиәһендә үҫкән ейәнсәрҙәре Йәзилә менән бәйле ине.

...Һәйбәт уҡып, аспирантура тамамлағандан һуң ғалимлыҡ дәрәжәһенә ирешкән Эльза, Ташкенттағы көйләнгән тормошонан тайпылып, атай-әсәйҙәренең тыуған еренә күсенеүҙе ҡулай тапмаған. Уға, бәлки, үҙ тыуған ере ҡәҙерлерәк булғандыр.

Тормош бер ыңғайҙағы ағышында ғына бармай шул, ул һис көтмәгәндә емерелеп йә түңкәрелеп тә ҡуя. Иренән айырылһа ла, тырышып эшләп, ҡыҙына музыка һөнәре биреү өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырған әсә уны һис тә бүтән ерҙә түгел, ә мотлаҡ Мәскәү консерваторияһында уҡытып, юғары белемле итергә ниәтләгән. Әсә кешенең ниәте изге булһа ла, уны бойомға ашырыу юлдары ифрат ҡатмарлы икән шул. Рәсәй баш ҡалаһындағы консерваторияла конкурс шул тиклем ҙур булғанлыҡтан, Йәзилә һылыу унан үтмәй тороп ҡала.

Маҡсатына ирештереү өсөн Эльза һәләтле ҡыҙын алдағы йыл конкурсына һәйбәт репетитор ярҙамында әҙерләмәксе була. Баш ҡалала репетиторҙар быуа быуырлыҡ – аҡсаң ғына мулыраҡ булһын. Бының өсөн Эльзаға ғалимлыҡ дипломын сумаҙаны төбөнә үк һалып, кафеға, аҡсаһы мулыраҡ төшә торған эшкә, урынлашырға, ә төндәрен бала сағынан өләсәһенән өйрәнгән тегеү һөнәренә лә егелергә тура килә. Шулай көндө төнгә ялғап тырыша торғас, ике йыл тигәндә уның ҡыҙы ла консерваторияның үҙенә үк булмаһа ла, икенсе бер юғары уҡыу йортона инеүгә ирешә. Уны юғары белемле музыкант итеү өсөн әсә кешегә Ташкенттағы фатирын да, булған йыһаздарын да һатыуҙан башҡа сара ҡалмай. Өфөләге атаһы менән әсәһенең үҙ пенсияларынан өҙөп-йолҡоп ебәргән аҡсаһы ла, күҙгә һис күренмәй, һурылып тора. Аптырағас, әсәһе менән ҡыҙы Мәскәү өлкәһендәге кескәйерәк ҡалалағы яңғыҙ бер әбейҙең бүлмәһендә йәшәү әмәлен табалар, ә уҡыуға һәм эшкә, шул төбәктәге күптәр һымаҡ, электричкала йөрөүгә яраҡлашалар.

Эльза Өфөгә килеп, атаһы менән әсәһен үҙҙәре ҡулайлашҡан ҡалаға күсенергә өгөтләп ҡараһа ла, ҡарттар үҙҙәрен бәхетле тойған урындан билдәһеҙ бер төбәктәге бөтөнләй икенсе мөхиткә күсенергә йөрьәт итмәй.

– Һин үҙең Ташкенттағы фатирыңды һатып, аҡсаһын елгә осорҙоң бит инде, беҙҙеке менән дә шундай хәл килеп сыҡһа, ҡартлыҡ көнөбөҙҙә нишләрбеҙ? – ти улар, һағайып. – Сит яҡ тупрағында ятып ҡалыуҙы хуп күрһәк, беҙ шул тиклем атлығып тыуған яҡҡа ҡайтыр инекме ни? Юҡ, хәҙер беҙ бынан төп йортобоҙ – зыяратҡа ғына күсенербеҙ инде.

– Һеҙ ғүмер буйына бары тик бер-берегеҙҙе генә яратып, икәүегеҙ мәнфәғәтен генә алға ҡуйып йәшәнегеҙ, ә ҡыҙығыҙ менән ейәнсәрегеҙ яҙмышы яр буйында булһа ла, иҫегеҙ китмәй. Балаларын белемле итеп, йүнле юлға сығарыу хаҡына күп кенә ата-әсәләр үҙҙәре лә Мәскәүгә, ҡыҫаныраҡ фатирға булһа ла күсенеп, уларға тотҡа булып йәшәй. Ә һеҙ?.. – Ихластан үпкәләгән Эльза ҡыҙы эргәһенә китә.

Был низағ ҡарттар өсөн еңел генә үтмәй, әлбиттә. Һикһән биш йәшенә тиклем теттереп донъя көткән, баҡсаларына йөрөгән һәм өйҙәге барлыҡ эштәрен орсоҡтай бөтөрөлөп башҡарған Мөршиҙә апай төндәрен йоҡлай алмайынса уйланып үткәрә. Был инде уны бик тиҙ йонсота. Көндөҙ урамда ике-өс тапҡыр башы әйләнеп йығылғандан һуң, ул өйҙән сығып йөрөмәҫкә, бер аҙҙан урында ятырға мәжбүр була. Бер йылдан ашыу Хөснөлхаҡ еҙнәй уны үҙе дауалап, тейешле уколдарын ҡаҙап тәрбиәләне. Ләкин әжәл көслөрәк булып сыҡты. Атаһы биргән хәбәргә ҡайтып еткән ҡыҙын Мөршиҙә апай танымайынса йәнтәслим ҡылған.

Яҡты донъяла үҙен белә башлаған сабый сағынан уҡ яратышып, бергә ғүмер кисергән иң ҡәҙерле ҡушағынан айырылып, бер яңғыҙы ҡалған Хөснөлхаҡ еҙнәй үҙенең дә көндән-көн нығыраҡ хәлһеҙләнә барыуын тоя. Ярты йыл самаһы өйҙәрендә нисек етте шулай көн итһә лә, Эльза, әсәһенең мираҫына инеү өсөн ҡайтып, үҙҙәре йәшәгән ергә бергәләп күсенергә өгөтләгәс, бисараға ни сара, тигәндәй, ул ризалашҡандай ҙа була. Бүтәнсә кейәүгә сыҡмайынса, гел ҡыҙы хәстәрлеге менән генә йәшәүсе Эльза ҡала ситендә ер биләмәһе һатып алған һәм бындағы фатирҙы һатҡан аҡсаға шунда йәһәт кенә бер ағас өй төҙөтөргә иҫәпләгән икән. Аҡсаңды түләһәң, ундағы төҙөлөш фирмалары ике-өс айҙа бөтә уңайлыҡтары ла булған өр-яңы өйҙө төҙөп бирә икән хужаларына. Ҡарт эшлекле ҡыҙының яңы ерҙәге матур пландарын ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай, һорауҙар биреп төпсөнә. Бөтәһе лә һәйбәт уйланған һәм мотлаҡ бойомға ашыр һымаҡ тойола. Ниәттәр береккәндән һуң үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә һәйбәтләнә.

Ағымдағы бер кистә, шулай күндәм генә һөйләшеп ултырғанда, ҡарт ҡыҙынан буласаҡ яңы өйҙәренең планын һыҙып күрһәтеүен үтенә. Ни тиһәң дә, йәш сағында ул үҙе лә төҙөлөш техникумында математика һәм һыҙма геометрия уҡытҡан кеше бит әле. Эльза яңы ерҙә төҙөләсәк ике ҡатлы ағас өйҙөң планын ҡағыҙға һыҙып аңлата:

– Аҫҡы ҡатта – кухня, ванна, солан һәм бәҙрәф, өҫтә – һул яҡтағы ҙур бүлмә – Йәзилә менән минеке, уртала – зал, ә бынауы, уң яҡтағы бөтә уңайлыҡтары ла эсендә булғаны – һинеке! – тип күрһәтә ул, етеҙ ҡәләме менән карауат, өҫтәл, стенаға беркетелгән йыуыныу краны менән тасты һәм мөйөштәге бәҙрәфте лә төшөрөп.

Хөснөлхаҡ еҙнәй парланып киткән күҙлеген ҡулъяулығы менән һөртөп кейә лә һүрәтле ҡағыҙҙы үҙ ҡулына алып ҡарай.

– Ә тәҙрәләр ҡайҙа? – тип төпсөнә ул. Ҡыҙы ҡулындағы йүгерек ҡәләме менән үҙҙәренең бүлмәһенә ике тәҙрә, залға һәм атаһы бүлмәһенә берәр тәҙрә төшөрә.

– Хуш, быныһы ярай, – тип ризалаша ҡарт. – Тик нишләп мин бәҙрәфле бүлмәлә йәшәргә тейеш булам? – ти ул, ғәжәпһенеп.

– Һуң, ҡыҫталған һайын аҫҡы ҡатҡа бер төшөп, бер менеп яфаланмаҫ өсөн, – тип аңлата ҡыҙы. – Оло кешенең, үҙең беләһең, төрлө сағы була...

– Ула-ай, – тип уйға ҡала ҡарт. – Тимәк, мин шунда ашайым, шунда уҡ бушанам? Төрмәләге мәхбүс ише йәшәтмәксеһегеҙ икән, – тип үҙенсә һығымта яһап ҡуя ул ахырҙа.

– Ниндәй мәхбүс була ти инде? – тип ярһый ҡыҙы. – Һин уға мөмкин тиклем аулаҡ, бөтә уңайлыҡтары эсендә булған яҡшы шарттар тыуҙырырға тырышаһың, ә ул тиктомалдан сөй сығарып ултыра. Әгәр әсәйем кеүек урында оҙағыраҡ ята ҡалһаң, һине нисек күтәреп, баҫҡыстан төшөрөп-мендереп йөрөтмәк кәрәк? Беҙ бит Йәзилә менән икәүләп тырышһаҡ та, һине күтәрә алмаясаҡбыҙ. Шуны бер ҙә аңламайһыңмы ни?

– Аңламаған ҡайҙа, бик аңлайым. Ә бына был фатирҙа миңә төшөп-менеп йөрөү талап ителмәй. Ошо, әсәйең менән ғүмер буйына тырышып эшләп, хәләл көсөбөҙ бәрәбәренә алынған туғыҙ бүлмәле фатирҙы, бөтә йыһаздарҙы пыран-заран килтереп, һеҙҙең шул бәҙрәфле бүлмәгеҙгә алмаштырайыммы? Ҡартайып, ҡомо ҡойола башлаған, тигәс тә, башыма тай типмәгән бит әле...

– Тай типмәһә лә, буталаһың, атай, ниндәй туғыҙ бүлмәле фатир хаҡында һүҙ ҡуйыртаһың? Был ике генә бүлмәле фатир ҙа баһа! Ышанмаһаң, бына рәсми документҡа ҡара! – Тулҡынланыуҙан Эльзаның йөҙөнә ҡыҙыл таптар бәреп сыға.

Атай кеше, ҡыҙын юрый шаяртҡандай итеп, тырпайған бармаҡтарын берәм-берәм бөкләп, үҙ фекерен иҫбатларға керешә:

– Ҡағыҙҙа ғына шулай ике бүлмәле тип теркәлгән ул. Ғәмәлдә иһә беҙҙең йоҡо бүлмәһе менән зал эргәһендә ҙур коридор, кухня, ванна, солан, бәҙрәф, быяла менән көпләнгән лоджия менән балкон – йәмғеһе туғыҙ бүлмә бит! Фатирыбыҙ үҙе ҡала үҙәгендә, үҙе өсөнсө ҡатта ғына, көньяҡ тәҙрәләре Ҡариҙел буйындағы урманға ҡарай. Ҡәҙерен белгән кешегә ерҙәге ожмах ошо бит инде ул, ҡыҙым. Әсәйең менән беҙ ошонда ҡайтҡандан бирле гел ҡыуанышып, Аллаға шөкөр ҡылып йәшәнек. Тик Йәзилә менән һеҙ генә беҙҙең төйәкте мөрхәтһенмәнегеҙ. Мәскәү, тинегеҙ ҙә, шуға иҫегеҙ китте. Унда хәҙер тын алыр әмәл дә юҡ, тиҙәр. Ундағы ҡыйбатсылыҡ...

– Мин бит һине Мәскәүгә алып китмәйем, ә унан йөҙ саҡрым ситтәге ҡалаға күсенәбеҙ. Өйҙө төҙөтөп ингәс, көндөҙ – беҙ эштә саҡта – һин хужа булып, өйҙө һаҡлап торорһоң.

– Ә-һә-ә, һеҙҙең йортҡа һаҡсы ла кәрәк була икән дә... Әгәр минең ул вазифаны үтәрлек кәрем ҡалмаһа, нишләрһегеҙ икән? Сығарып ташларһығыҙмы?

– Ҡуй әле, атай, нишләп улай туҙға яҙмағанды һөйләп ултыраһың? Юҡты сурытырға сабый бала түгелһең дә...

– Уныһы шулай, – тип ризалаша ҡарт. – Тик барыбер ҙә был осраҡта төрлөһөн уйламайынса булмай. Кейемде лә тегерҙән алда ете ҡат үлсәп, бер тапҡыр бесергә кәңәш ителә. Ә бында берҙән-бер ышаныслы терәгебеҙ булған фатирҙы һатыу мәсьәләһе хәл ителә. Әгәр ҙә теге, һиңә йәһәт кенә яңы өй төҙөргә вәғәҙә иткән фирма, үҙеңде алдап ҡуйһа – хәҙер бит бөтә нәмә гел алдашыуға ҡоролған – төп башына ултырып ҡалырбыҙмы? Минең хәҙерге шомбайҙар менән алышырлыҡ хәлем юҡ. Ана телевизорҙан әллә күпме халыҡтың аҡсаларын йыйып, сит илдәргә ҡасҡан алдаҡсы «төҙөүселәр» хаҡында һөйләп торалар. Ә һинең кеүек яңғыҙаҡ бисәне алдау уларға сүп тә тормай. Бында ашығыу ярамаҫ, ныҡлабыраҡ уйлашайыҡ әле.

Ҡыҙы менән бәхәсле һөйләшеүҙән йөрәге ҡуҙғалған ҡарт, дарыуҙарын эсеп ятһа ла, төрлөһөн уйлап, төндө йоҡоһоҙ үткәрә. Ә иртән урынынан көскә тороп сәй эсергә ултырғас, оҙонайып киткән танаулы һарғылт йөҙөн ҡыҙына табан бороп, тоноғораҡ тауыш менән, әммә ҡәтғи итеп әйтә:

– Тойоп торам: һин, әлбиттә, тағы ла рәнйеп, асыуланырһың, әммә хәҙергә был өйҙән мин бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡарар иттем. Пенсиям үҙемә етеп тора, дарыуҙарҙың ҡыйбатлығы бәкәлгә һуҡһа ла, һеҙҙе борсомаҫҡа тырышырмын. Бында мин күптән таныш табиптар күҙәтәселегендә, ҡәрҙәш-ырыу, күрше-күлән менән бергә йәшәүгә күнеккәнмен. Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә, тиҙәр.

– Уныһы шулай ҙа ул, тик ныҡлап ауырып китһәң, улар бит һинең эргәңдә ултыра алмаясаҡ, сарсап ятҡанда бер йотом һыу биреүсе лә булмаҫ, атай, кешегә ҡалған көнөң – ҡараңғы төнөң, – тип өгөтләүгә күсә Эльза.

Ҡарттың үҙ туҡһаны туҡһан:

– Ныҡлап ауырыуға ҡалһа, Йәзилә менән һин дә минең теге бәҙрәфле бүлмәлә оҙаҡ ултыра алмаҫһығыҙ, ҡыҙым. Күреп, аңлап торам: һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙың үҙ эштәре, үҙ мәнфәғәттәре алғы планда. Әлегә мин әкренләп үҙ көнөмдө үҙем күрәм, тигәндәй. Инде хәлем урында ятыуға ҡалһа, бәлки, әмәлен табып, ҡайтырһың, ә, бәлки, берегеҙҙе лә мәшәҡәтләмәйенсә генә лә китеп тә ҡуйырмын. Хаҡ Тәғәлә ни яҙһа, шул булыр. Ә фатирҙы мине әсәйең эргәһенә оҙатҡандан һуң теләһә нишләтерһең. Бәлки, уғаса аҡылға килеп, ошонда ҡайтып төпләнерһегеҙ. Үҙ илендә сәпсек үлмәй, һеҙгә бында рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә шарттар бар: Ҡариҙел аръяғындағы емештәре үҫеп ултырған өйлө, мунсалы баҡсаға тиклем әҙер. Ниңә инде әллә ҡайҙа, сит кеше өйөндә фатирсы булып, михнәт сигеп йәшәргә?..

Мөңгөр-мөңгөр генә атаһының тәртәне бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп ҡуйыуы Эльзаның әллә ҡасан ныҡлап ҡорған матур пландарын бер юлы емерә. Бынан һуң ул тағы бер нисә тапҡыр һүҙ ҡуҙғатып ҡараһа ла, ҡартласты һис үҙ юҫығына бора алмай. Һүҙгә – һүҙ, ҡуҙға – ҡуҙ өҫтәлгәнлектән, бер мәлдә өйҙә яман ыҙғыш ҡуба – һәр кем үҙ дәғүәһен нигеҙләп, икенсе яҡты хыянатта ғәйепләй. Тамам ярһып, сығырынан ысҡынған ҡарт:

– Улай Мәскәү еҫенә бик иҫең киткәс, ана бара юлың! – тип ҡалтыранған ҡулы менән ишекте күрһәтә.

Ҡыҙында ла үҙ һүҙле атаһының ҡаны йүгерә бит инде, ул да яуапты артығы менән сәпәй:

– Ә һин ҡорошоп ҡат ошо өйөңдә яңғыҙың! Тик шуны белеп тор, ҡәҙерлем: һин иҫән саҡта, ниндәй хәлгә тарыуыңа ла ҡарамаҫтан, бүтәнсә мин бында аяҡ баҫмаясаҡмын! – Өйҙә ғүмерҙә лә булмаған асыулы ыҙғыштың ҡыҙыуынан стеналар ҙа дер һелкенгәндер, моғайын.

Йәһәт кенә йыйынып, ишекте ҡаты бәреп сыҡҡан Эльза таксиҙа вокзалға йүнәлә. Поезда уның тиҫкәрегә ҡатҡан еңмеш атаһына ниндәйерәк рәнйешле ҡәһәр осорғанын ул үҙе генә белә. Бәлки, тап бына шул асыулы сағында ул күңеленән: «Үлгәс, ҡәбереңде лә барып күрмәйәсәкмен!» – тип ант иткәндер.

Атаһы менән ҡыҙының был бәрелешенән һуң ике йылға яҡын ғүмер үтте. Шул дәүер арауығында улар үҙ-ара бер генә тапҡыр ҙа, хатта телефон аша ла, һөйләшмәне. Бер-береһенең хәл-әхүәлдәре ял ваҡытында берәй аҙнаға олатаһына ҡунаҡҡа килгән студент Йәзилә һылыу аша мәғлүм булды. Һуңғы килеүендә ул көскә йән аҫраусы олатаһына кеҫә телефоны бүләк итеп, шуның аша үҙенә һәр көндө бер тапҡыр шылтыратып торорға өйрәтеп киткәйне. Был элемтә ике-өс ай дауам итһә лә, аҙаҡ әллә телефон боҙолоп, әллә бүтән сәбәптән, аралашыу туҡталды. Унда-һанда иҫенә төшкәндә Йәзилә үҙе шылтыратҡыланы.

Хөснөлхаҡ еҙнәй япа-яңғыҙ тороп ҡалғандан һуң уның хаҡындағы хәстәрлекте беҙ ғаиләбеҙ менән үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ: кәрәкле аҙыҡ-түлеген, дарыуҙарын алып илттек, фатиры-телефоны өсөн айлыҡ түләүҙәрен һаҡлыҡ кассаһы аша пенсияһы иҫәбенән күсертеүгә ирештек. Һуңға табан, хәле һаман һарҡып, үҙ-үҙенә ышанмай башлағас, ирем йә улым уны ваннала йыуындырышып ҡайтты, ә мин керҙәрен автоматта йыуҙырып, өйөн йыйыштырҙым. Әйтергә кәрәк: яңғыҙлыҡ касафаттарын ул, ел-дауылдарға бирешмәҫ ғорур имән һымаҡ, һис һыҡранмай, ҡылыҡтары өсөн үкенмәй генә кисерҙе. «Мәскәү!» тип ауыҙ һыуҙарын ҡоротҡан һәм шул төбәккә йәбешеп ятҡан ҡыҙы менән ейәнсәренә бер ҡасан да рәнйемәне. Уларҙың ығышлығын аҡлағандай ҙа төҫлө ине хатта.

– Кеше хәҙер сит илдәргә китеп тә йәшәй, – тине ул. – Төшөмлөрәк әмәл табылһа, йәһәннәмгә барып, ғазраил йомошон үтәргә лә әҙер күптәре. Мөршиҙә иҫән булһа, мин туҡһандың теге яғына ла бер аҙ йәшәй инем әле, – тип кенә уфтанды.

Еҙнәйҙең әүәлдән үк үҙен һиҙҙерә килгән бөйөр сырхауы көсәйеп киткәйне. Дауалаусы табиптар, төрлө яҡлап тикшереү үткәргәндән һуң, уның операцияны кисерә алмауын белдерҙеләр һәм, ныҡлап дауалап ҡарағандан һуң, һауығыуына өмөт юҡлығын аңлатып, ҡыҙын саҡырырға кәңәш иттеләр.

Телефондан атаһының ауыр хәлен хәбәр иткәс, Эльза тиҙ арала самолетта ҡайтып та етте. Ҡыҙын күргәс, атай кешенең тона башлаған күҙҙәре йәшләнеп, йөҙө бер аҙ йәнләнеберәк китһә лә, улар араһындағы һалҡынлыҡ үҙгәрмәне. Эльза атаһының ауыртыныуҙарын нисек тә еңеләйтеү йәһәтенән табиптар ҡушҡан бөтә ғәмәлдәрҙе теүәл үтәһә лә, үҙенең эшенән ике аҙнаға ял көндәре алып ҡына ҡайтыуын һәм, шул арауыҡта нимә генә булһа ла, бында оҙон-оҙаҡ тотҡарланырға иҫәбе юҡлығын аңлатты. Хәҙер уның күңелен, атаһының хәленән бигерәк, ҡыҙы хаҡындағы хәстәрлек биләй ине шикелле. Ә уныһы тегендә әсәһенә бик үк оҡшап етмәгән егет ишараты менән урала һәм, аулаҡтан файҙаланып, уларҙың ҡушылып ҡуйыу ихтималлығы ла бар икән. Әсә кеше ҡулына таяҡ тотоп ҡаршы торһа ла, үҙ-ара яратышҡан йәштәрҙе тыя алмауы көн кеүек асыҡ инде, юғиһә. Тик һәр кемдең сөскөрөүе үҙенсә.

Бер көндә иртән, нәүбәттәге уколынан һуң, хәле бер аҙ еңеләйә төшкән ҡарт, ҡыҙын карауаты эргәһенә ултыртып, күңелендә күптән йөрөткән нәсихәтен әйтә.

– Был минең, бәлки, һуңғы һүҙем булыр, ҡыҙым, тыңла әле, – ти ул. – Беҙ әсәйең менән һине тормош ҡыйынлыҡтары алдында ебеп, юғалып ҡалмаһын тип, үҙ аллы донъя көтөүгә һәләтле итеп тәрбиәләргә тырышҡайныҡ. Тырыша торғас, йомшаҡ күңелле, нәфис ҡыҙыбыҙҙан аждаһа һымаҡ бер ирәүкә үҫеп сыҡҡан икән шул. Ярай, ни булһа булған, уҡаһы уңған тигәндәй, хәҙер инде һин үҙгәрмәҫһең. Тик шуны иҫеңдә тот: ата-әсәһенең фатихаһын алмаған кеше, әллә ниндәй шәп булһа ла, тормош юлында уңмай. Шуны ла белеп тор: һин гел хата юлда йөрөйһөң. Әгәр шуны аңлап, аҡылыңа килмәһәң...

Тап шул саҡта Эльзаның кеҫә телефоны шылтырай һәм атаһының әсе хәҡиҡәт уғылай йөрәгенә ҡаҙалып, йәнен теткеләгән һүҙҙәренән нисек ҡотолорға белмәгән ҡатынға икенсе бүлмәгә томоролоуға бер һылтау була. Йәзиләһе шылтырата икән. Әллә ни мөһим хәбәре булмаһа ла, әсә менән ҡыҙ, юҡ-бар һүҙҙәрен сурытып, ун биш минут самаһы һөйләшә. Тынысланыу өсөн кухняла бер аҙ һалҡын һыу эскәндән һуң, үҙен көскә мәжбүр итеп сырхау ҡатына ингәндә, атаһы күҙҙәрен йомғайны инде. Әлбиттә, ҡыҙы уны ҡайтанан ҡуҙғатманы.

...Мәрхүмде һуңғы юлына беҙ: Эльза, үҙе лә яман ауырыуға тарыған ҡартым, улыбыҙ һәм мин – дүртәүләп кенә оҙаттыҡ. Уны ерләү өсөн тәғәйенләнгән ҡәбер тап Мөршиҙә апай ятҡан төбәктә, квартал аша ғына ҡаҙылғанын күреп, ниндәйҙер мөғжизәгә тарығандай, ғәжәп итеп, ихластан ҡыуандыҡ. (Зыяратта ла ҡыуаныс булыр икән!) Әйтерһең, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, бергә ғүмер иткән ҡушаҡтарҙың төп йорттарын да Хоҙай Тәғәлә үҙ шәфҡәте менән шулай яҡын иттергән!..

* * *

Өфөнән бер аҙ ситтә күп яҡындарыбыҙ, таныштарыбыҙ һуңғы төйәген тапҡан ғәләмәт ҙур майҙанды биләгән Көньяҡ зыяратына тағы килергә тәүге ҡар яуып, тиҙҙән ҡыш башланыр мәлдә генә форсат төштө. Был юлы улым менән мине үҙ машинаһында иремдең ҡустыһы Геннадий алып килгәйне. Хәҙер инде үҙе лә ошо мәрхүмдәр ҡалаһында һуңғы төйәгендә ятҡан ҡартымдан башлап, йәмғеһе һигеҙ ҡәберҙе ҡоро-һарыларҙан таҙартып, мин һәр береһенә белгән доғаларымды уҡығандан һуң, Хөснөлхаҡ еҙнәбеҙ ҡәбере эргәһендә туҡталдыҡ. Ундағы ҡыҙыл балсыҡ өйөмө шаҡтай баҫылып түбәнәйһә лә, үлән-фәлән ныҡлап үҫмәгәс, эше әллә ни булманы ла. Алдағы яҙҙа сәскә орлоҡтары сәсеп үҫтерергә йәтеш булыр тип, яҡындағы ҡойма артындағы соҡорҙан, көрәк менән ҡаҙып, пакеттарҙа дүрт-биш биҙрә самаһы ҡара тупраҡ килтереп һиптек. Тупраҡты тигеҙләберәк таратҡанда яһалма роза сәскәләре кәрзинен ҡуҙғатып ҡуйырға тура килде. Шул саҡта мин кәрзин аҫтынан үҫеп сыҡҡан ялбыр башлы һары сәскәне күреп, үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмағандай, тертләп киттем. Зыяраттағы иң ҡараулы ҡәберҙәр өҫтөндәге барлыҡ гөл-сәскәләр ҡороп шиңгән, күпйыллыҡ үләндәр ҙә ҡышҡы йоҡоға талған мәлдә нисек шулай теремекләнеп үҫеп сыҡҡан да нәҙек кенә һабағынан һалҡын елдә өҙөлмәйенсә нисек елпенә?.. Иғтибар менән ҡарай торғас, күҙгә сәүкә йомортҡаһы дәүмәлендәге тумалаҡҡа һырышҡан ҡыңғырау сәскәләрҙең күплеге, ҡояшлы йылы көндәр булһа, уларҙың айырым ботаҡтарға тармаҡланып үҫеп китергә әҙерлеге, әммә көҙгө һалҡын елдә шулай бергә уҡмашып йәшәү мәжбүрлеге аңлашылды: ҡыйын саҡтарҙа беҙ ҙә шулай бер-беребеҙгә һыйынышып йәшәүгә ҡулайлашабыҙ бит.

– Күрәһегеҙме, бынауы һары сәскә ҡайһылай талпынып беҙҙе сәләмләй! – тинем мин балсыҡ һибеп булашҡан юлдаштарыма. – Хөрмәтләүебеҙ өсөн, бәлки, еҙнәй һөйөнөсөн ошо сәскә аша белдерәлер, ә?

– Әй, ысынлап та?!. Ә нишләп беҙ уны тәүҙә үк күрмәнек әле? – тип ғәжәпләнде улым.

– Ә ул бына беҙ балсыҡ ташыған арала ғына еҙнәй әмере буйынса күрешергә үҫеп сыҡҡандыр, бәлки, – тип шаяртты һөнәре буйынса рәссам Геннадий.

– Бик ихтимал, – тип был фаразды элеп алды математика ғилеме өлкәһендә эшләүсе улым. – Фанилыҡтан баҡыйға күскәндәрҙең йәне лә – атом бит инде ул – туҡтауһыҙ хәрәкәтен дауам итеп, йә тереклектәргә, йә үҫемлектәргә күсә, тигән тәғлимәт бар ҙа инде. Ғалимдар уны реинкарнация тип атай. Был хәҡиҡәт Ҡөрьәндәге аятта ла иҫкәртелә.

Ыжғыр ел һары сәскә тумалағын тарта, йолҡа һәм, бына-бына уны өҙөп, ситкә быраҡтырыр һымаҡ. Әммә тамырҙары кәрзин аҫтындағы йылы тупраҡҡа береккән, аҫҡы яҡта үҙенең мәңгелек йортонда тынғылыҡҡа талған Хөснөлхаҡ еҙнәйҙең үҙе кеүек һере сәскә елдәрҙе бәүелсәге иткәндәй кинәнеп, ҡәбер өҫтөндәге йондоҙ һымаҡ нурҙар һирпеп балҡый бирә.

Эштәр тамамланғандан һуң, беҙ өсөбөҙ ҡәберҙең өҫ яғында баҫҡан хәлдә бер килке шым ғына торғанда, зыяратты ҡыҙырған ыжғыр елдә ниндәйҙер һағышлы һыҡтау һарҡылғандай тойолдо. Унда, бәлки, беҙҙең еҙнәй рухының берҙән-бер ҡыҙы Эльзаның үҙ ҡатына бер тапҡыр ҙа килеп урамауы өсөн һағышланып һыҡтауы ла барҙыр, һары сәскә аша шул һыҡтауҙы елдәргә тапшыралыр...

Машинала ҡайтҡанда юл буйына Хөснөлхаҡ еҙнәй ҡәбере өҫтөндә көҙгө елдәргә башын һалып елпенеүсе теремек һары сәскә минең күҙ алдымдан һис кенә лә китмәне. Ни аяныс, Эльзабыҙҙың хәлдәре һис кенә лә ҡыуанырлыҡ түгел ине шул әлегә. Ул ата-әсәһенең күптән көткән мөлкәтен мираҫ итеп алыуға ғына, бәхетһеҙгә ел ҡаршы тигәндәй, илдә көрсөк ғәләмәте башланды ла уның бойомға ашырға ғына торған матур пландарын йәнә лә пыран-заран килтерҙе: фатирҙарға хаҡтар яртылаш тиерлек осһоҙланды, һатып алырға теләүселәр, банкылар ҙур кредиттар биреүҙе туҡтатыу сәбәпле, бер юлы төңөлгәндәй, шымып юғалдылар. Уларҙы көтә торғас, аптырашта ҡалған ҡатын Өфөлә ваҡытлыса эшкә урынлашырға мәжбүр булды. Сөнки һаман да кеше йортонда йәшәүсе ҡыҙына аҡсалата ярҙам итергә лә кәрәк ине. Йәзилә юғары һөнәри белем алғандан һуң ике урында эшләй, тик йәш кешегә заманса йәшәү өсөн донъя ташы бихисап күп талап ителә. Өҫтәүенә, ныҡлы ғына эш урыны таба алмаған кейәү-балаҡай хәҙер уға һөлөктәй йәбешкән. Үҙе иренән уңмаған Эльза ҡыҙының да шул яҙмышҡа тарыуынан шөбһәләнеп борсола. Донъя – ҡуласа...

...Йәй көнө мин, бер нисә тапҡыр шылтыратып, Эльзаны бергәләп зыяратта йөрөп ҡайтырға саҡырһам да, уның әле бер, әле икенсе кисектергеһеҙ эштәре булған саҡҡа тура килеп, ҡаҡлыҡтым. Һуңғы сәфәребеҙ хаҡында ла алдан уҡ иҫкәртһәм дә, ул тап ошо көндә фатир ҡарарға киләсәк кеше менән осрашырға вәғәҙәләшкәнен әйтте. «Кеше күңеле – тәрән даръя» тиҙәр. Уның эске кисерештәрен кем генә белһен... Бәлки, үҙенең бөтә уңышһыҙлыҡтары, юғалтыуҙары өсөн ул теге тормош арыу ғына ағышында барған саҡта теләгән еренә күсенеп китеүҙән баш тартып, үҙен өйөнән ҡыуып сығарған, һуңғы нәсихәтендә «аждаһа» тип мәсхәрәләгән атаһына рәнйешен һаман онота алмайынса йыҡланалыр, ә, бәлки, ғөмүмән, мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәренә барып, хәсрәт ҡуйыртып йөрөүҙе мөрхәтһенмәйҙер. Әгәр шунда барғас, уға теге саҡта атаһының: «Яңылыш юлда йөрөйһөң», – тип битәрләүе ишетелерҙәй тойолһа, ни ғәжәп?..

* * *

Тырыша торғас, Эльза атаһының фатирын уңышлы ғына һатып ебәреүгә иреште һәм, өй эсендәге бөтә йыһаздарҙы контейнерҙарға тейәп, үҙҙәре көн иткән ҡаласыҡҡа оҙатты. Шунда ул ҡала ситендә бер биләмә һатып алып, күптән хыял иткән ике ҡатлы ағас өйҙө төҙөтөүгә керешә. Өйҙөң түбәһе ябылып, евротәҙрәләр ҙә ҡуйылғас, эске яҡтағы ҡайһы бер «сутлайһы ла хуплайһы» эштәре генә ҡала. Уңған хужабикә ауырға ҡалып бәпес көтөүсе ҡыҙы һәм никахһыҙ ғына йәбешеп йәшәүсе кейәү тейешле ир-егет ярҙамында бәхетле мәшәҡәттәр менән сыуалған көндәрҙең береһендә, бығаса һис күрелмәгән яман ҡоролоҡто килтергән эҫе йәйҙең касафаты булараҡ, Мәскәү тирәһендәге ҡалаларға ябырылған аяуһыҙ янғындар уларҙың ҡурсаҡ өйөләй матур, өр-яңы ағас йортон да ялмап алып, көл итә. Ярай әле, үҙҙәре иҫән ҡала – шуныһына мең шөкөр!

Мөкәрәмә САДИҠОВА.

Читайте нас