Мине дауалаған врач, беҙҙең кеүек урта йәштәрҙәге, тәбәнәк буйлы тумалаҡ ҡына ир, ни өсөндөр Талханы үҙ бүлмәһенә алып инеп китте. Мөһабәт кәүҙәле «ҡара сорнай» Талхам янында уны дәү айыуға эйәргән һөйкөмлө сусҡа бәрәсенә оҡшатып, көлгөм килде. Үҙем ауыҙ йырам, үҙемә бөтә сирлеләр Аллалары кеүек табынған шөһрәтле хирург хаҡында шулай мәрәкә уйлауым өсөн уңайһыҙ. Шырғыя ҡыҙҙар ише торғансы тип, палатаға йүнәлдем: бүлмәләш ҡатындар менән хушлашайым да төйөнсөгөмдө алып сыға торайым.
– Хафизова, – тип туҡтатты шул саҡ дорфа ғына шәфҡәт туташы. Ҡулыма больницанан сығыу ҡағыҙын тотторҙо ла, доктор бүлмәһенең ишеген асып, эскә һонолдо. Саҡ ҡына эйелеүе булды, сонтор халатының итәге күтәрелеп, бөтөн зиннәте күренде суҡынсыҡтың. «Ай әттәгенәһе, – тинем күҙҙәремде сылт-сылт йомоп. – Бройлер тауыҡтарының шулай йөнө ҡойолоп, арт һындары асылып йөрөй торған». Был хәлде шапылдағын лаштыр-лоштор һөйрәп, коридор буйлап тәнтерәкләгән сирләшкә бер абзый ҙа абайлап ҡалды. Тик етем быҙауҙың ауыҙы һөткә тейһә, мороно ҡанай, тигәндәй, саҡ йөрөгән байғоштоң күҙе аҡайыуы булды, быуылып йүтәлләргә кереште.
– Ирҙәр үлем түшәгендә лә ҡыж-ҡыж тип ятыр, ти. Үҙ хәлеңде үҙең белмәй, ҡыҙҙар күҙләп йөрөгәс, шулай була инде, – тип мәхлүктең елкәһен төйәм. Үҙем тыйыла алмам көләм. Шәфҡәт туташы иһә беҙгә өтөп ҡарап, шарт-шорт баҫып үтеп китте. Минең көлөүемә үртәлде. Нишләйем һуң?! Иртә таңдан ауыҙымды йыйып ала алмайым. Мине сығаралар!.. Бөгөн өйөмә, балаларым янына ҡайтам! Ике ай буйы больницаның түшәменә текләп, аһ-зар араһында ятҡан кеше генә аңлар ҡыуанысымды. Сығаралар. Сабыйҙарымды һөйөп туя алмам. Талхамдың киң яуырынына башымды һалып йоҡлап китермен дә йылы ҡосағында уянырмын.
Доктор бүлмәһе янынан уҙғанда ныҡлап ябылмай ҡалған ишектән һыңҡылдап илаған тауышты ишетеп, тертләп китәм. Талха бит... «Балаларға бер-бер хәл булғанмы?»
– Ир була белегеҙ, – тип өгөтләй доктор. – Ҡайғырғанығыҙҙы белдермәгеҙ. Ул үҙенең һауығырына ышана.
«Ышана? Ышанам шул...» – тип уйлайым аптырап.
– Хәле һәйбәт, күңеле көр кеүек бит һуң? – ти ирем
– Ҡайтам, тип йөрәкһегәнгәлер. Уҙа барһа, өс ай ғүмере ҡалған. Хәлен еңеләйтергә тырышығыҙ.
Һүҙҙең үҙем тураһында барғанын еңел тын алдым: балалар имен-аман. Шулай тип тип уйланым да доктор әйткәндәрҙең мәғәнәһе саҡ башыма барып еттте.
«Мин үлһәм, балалар нишләр?»
Башым әйләнеп киткәнгә, һалҡын стенаға нығыраҡ һыйынам. Ә Талха һаман илай. Доктор уға һыу эсереп маташа, үҙе йыуата.
– Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Ҡайғыға бирешмәгеҙ... Үлгән артынан үлеп булмай...
«Талха нишләр минһеҙ?.. Балалар нишләр? Бигерәк бәләкәйҙәр бит: туғыҙ ҙа, ун ике. Етмәһә, икеһе лә малай. Ҡыҙ балалар, исмаһам, үҙ-үҙҙәрен ҡарай ала. Әсә наҙына тилмереп үҫерҙәрме?»
Талханың ултырғысты шығырҙатып ҡалҡынғаны ишетелә. Күреп ҡалмаһындар, ишеткәнемде белмәһендәр тип тиҙерәк палатаға инәм. «Ә, бәлки, доктор яңылышалыр. Минең ғүмеремде һанап ултырырға Алла түгел дә инде ул», – тип уйлайым да күңелем асылып китә. Тыныс күренергә тырышып бүлмәләштәр менән хушлашыуыма, йөҙөн ҡара һөрөм баҫҡан Талхам инде. Күтәрелеп ҡарарға ла ихтыяры етмәне. Өндәшмәй генә әйберҙәремде ҡулымдан алды ла, эре-эре атлап, алдан китте. Абына-һөрөнә артынан эйәрҙем. Сентябрҙең һалҡынса саф һауаһына башым әйләнә. Күптән йүнләп атламаған аяҡтар балауыҙ кеүек. Етмәһә, больницанан сыҡҡан юлға һап-һары ҡайын япраҡтары ҡойолған, тайҙыра. Трамвай туҡталышына илла-алла менән саҡ барып еттем. Еттем дә хәлһеҙләнеп бағанаға һөйәлдем. Елкәм менән тоям: Талха миңә текләп тора. Күҙҙәре менән осрашҡым килеп ҡапыл боролдом: ҡарашында – йәлләү ҡатыш ытырғаныу. Әйтерһең дә, мине түгел, мәйетемде күрә.
Докторҙың аяуһыҙ хөкөмө менән ҡайһылай тиҙ ризалашҡан, күнгән. «Мин теремен бит әле, – тип әйткем килә Талхаға. – Йәнем сыҡмаҫ бором ерләргә ашыҡмаһаң ине». Әйткем килә лә, ниңәлер өндәшмәнем. Үҙемә лә, уға ла йәнем көйөп, рәнйеп тумһаям. Үпкәләшкән бала-саға кеүек үҙ алдыбыҙға мыш-мыш килеп ҡайтып еттек. Быға тиклем ҡыуанышып йәшәп ятҡан бәләкәй генә фатирыбыҙға инеү менән тамағыма төйөр тығылды. Бында бөтә нәмә ҡотло, бәхет өсөн, матурлыҡ өсөн. Бөтөн тормошобоҙҙо тағы ла йәмлерәк итеү өсөн һайлап, яратып алғанбыҙ һәр әйберҙе. Көн үҙәгендә тәҙрәнән ҡояш төшкән, ебәк пәрҙәләрҙәге эре ҡыҙыл мәктәр тағы ла матурыраҡ күренә. Гөлдәрем шау сәскәлә. Береһен дә һулытмағандар. Бүлмә уртаһына баҫып нурға ҡойонғом, онотолғом килде лә алға талпындым. Шул саҡ был яҡты донъяға артымдан һөйрәлеп килеп ингән ҡара ҡайғының шәүләһен абайланым. Нимә эшләргә белмәй Талхама ҡарайым, ә ул минән дә былай бөлөнөп, ҡойолоп төшкән. Башҡа ваҡыттағы кеүек бер-беребеҙгә терәк булһаҡ, һыйынышып йылыбыҙҙы бергә ҡушһаҡ, бөтәһе лә рәтләнер кеүек. Талханың ҡуҙғалғаны абайлап, мин дә елкенгән булам...
– Ярай, мин эшкә барып киләйем, – ти ул ауыр көрһөнөп, – Төшкә тиклем тип кенә һорағайным. – Ишекте асҡас ҡына өҫтәй. – Балалар мәктәптә. Ҡайтырыңды әйтмәнем. Атыу ебәреп булмаҫ ине...
Унан, өрлөктәй һынын саҡ һөйрәп, көмөрәйеп сығып китте. Ә бит беҙ шул тиклем һағынышҡайныҡ...
Тәҙрәгә барып артынан ҡарап ҡалдым, бәлки, боролор, ҡул болғар. Ул урам аша сығып бара, башы түбән эйелгән, бер нәмә лә күрмәй, ишетмәй, ҡайғыһына батҡан. Әйтерһең әсәһенә рәнйегән дә, кемгә барып һыйынырға белмәй үкһегән сабый. Нимә булғанын да белмәй аптырап, бүлмә уртаһында тик торам. «Талха мине ярата ине бит». Ниңә «ине»? Уның әле башын юғалтып, аҡылын юйып минең өсөн ҡайғырып йөрөүе яратыу билдәһе түгелме ни? Минең өсөн ҡайғырып, тигән булам. Улай икән – ниңә ҡурсаламай, терәк булырға теләмәй? Шунда уҡ миңә ҡул һелтәне, яңғыҙымды әжәл менән күҙмә-күҙ ҡалдырҙы?! Нишләп асыуланды ул миңә? Үлергә йыйынып бәхетле донъябыҙҙы бөлдөрәм, шуғa күрә уға енәйәтсе, хыянатсы булып күренәмме? Шулай еңел генә ваз кисергә буламы икән. Талха бит һәр саҡ минең менән ғорурлана торғайны. «Хәләлемде көмөш ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ», – тип мәҙәк итеп ҡупырая ине. Әйтерһең дә мине үҙе тыуҙырған.
Хәйер, мине күптәр сибәргә һананы. Өрөлөп алма кеүек бешеп торған тулы сикәләр, «мә үп» тигәндәй бүлтәйеп торған ҡарағусҡыл ҡыҙыл ирендәр. Сиртһәң, ҡаны атылып сығырҙай тулы тән, балтырҙар. Әсе телле хеҙмәттәшем Сәбилә әйтмешләй, барыһы ла минең эшсе-крәҫтиән синыфынан сыҡҡан ябай бисә икәнемде күрһәтеп тора. Үҙемә ҡалһа, ысынлап та шулай ине. Ниндәйҙер нәфислек, нәзәкәтлек етмәй ине минең һылыулыҡҡа. Ә Талхаға оҡшай инем. Мине һөйөп туя алмай ине. Ә ни өсөн бөгөн ҡағылырға ла сикәнеп сығып китте? Әллә сырайыма ысынлап та үлек төҫө ингәнме?
Кәүҙәмде ҙур көҙгө янына саҡ һөйрәп барам, һуйырға илткән мал кеүек... Ҡарарға ҡурҡып торам, һирпелеп бағам... Ябығыуын ябыҡҡанмын. Күҙҙәрем ҙурайып, тәрәнәйеп киткән. Йөҙөмә үҙем күптән ҡыҙығып йөрөгән нәзәкәтлек яғылған. Битемдең тиреһе һарғайыбыраҡ тора ла, больница касафаты ғына үл. Саф һауала йөрөй бирһәм, тағы алһыуланыр. Юҡ, үҙемә көҙгөнән ҡарап торған уйсан ҡатын оҡшаны миңә. Ҡәнәғәтлектән күңелем күтәрелеп китте. «Хирург булһа ни, Алла түгел әле, – тип уйлайым тағы. – Минең ғүмеремде бизмәнләп ултырырға. Хәлем барҙа бирешмәм әле».
Өй йыйыштырырға, бешеренергә тотондом. Балаларыма бер байрам булһын бөгөн.
Уландарым ҡайтып үҙҙәренең ҡыуанысы менән фатирыбыҙҙы ғына түгел, бөтөн ишек алдын тултырҙы. Күршеләр берәм-берәм инеп хәл белешеп сыҡты. Мәғрифә апай, бер таба эҫе ҡоймағын күтәреп, ҡыуанып килеп инде. Ҡосаҡлап, арҡамдан һөйөп туя алманы. Уның менән оҙаҡлап ултырып сәй эстек. Күнелем күтәрелгәндән-күтәрелде: «Шул тиклем кеше мине яратып, һағынып торғанда, ниңә әле үлергә тейешмен?» – тип эстән генә доктор менән бәхәсләштем. Талханың эштән һуҡмыш булып йәмерәйеп ҡайтып инеүе генә ҡояшлы көндә офоҡ ситендә аҫылынып торған ҡара болот кеүек тәьҫир итте. Тик әхирәтем Мәүлиханың киске ут алыуға ашығып, көлөп-ҡыуанып килеп инеүе тағы барыһын да онотторҙо.
Уның менән институтта бүлмәләш булдыҡ. Ике курсҡа түбәнерәк уҡыһа ла, әллә нишләп миңә эҫенде. Егет-елән менән йөрөмәй, баш баҫып уҡыуын белә. Хәйер, һирәк-һаяҡ оҙатырға килгән егеттәренең дә күҙе миңә төшә лә ҡуя торғайны. Шуны ла ауыр алмай, үпкәләмәй, өҙөлөп тора ине. Дуҫ ҡына түгел, һеңле булырға тырышты. Ҡайһы берҙә үҙемде тормошоноң берҙән-бер мәғәнәһе кеүек итеп күреп ҡурҡып та, йәлләп тә китәм. Сөнки Талха уны тере биреһе кеүек күрә, шул тиклем яратмай торғайны. Уның шул рәүешле мине ҡатын-ҡыҙҙан да ҡыҙғаныуын аңлап көлә инем. Үҙемде шулай яратыуына һөйөнөп бөтә алманым. Яратыуына...
Уйҙарымды ситкә һирпеп тоғро дуҫыма ҡараным. Табаҡ бите ялтырап тора, шешмәк ҡабаҡлы күҙҙәре йондоҙ кеүек балҡый. Кейәүгә сығып, балалар үҫтерһә, ҡайһылай һәйбәт бисә, һәйбәт әсәй булыр ине ул. Уйымдан күңелем келт итеп ҡалды. Ниндәйҙер эске ҡалтыраныу менән Талхаға күҙ ташлайым. Сынаяҡтағы һыуып бөткән сәйен ни эсмәй, ни түкмәй болғатып баш баҫып ултырған Талха ҡаш аҫтынан ғына Мәүлихаға төбәлгән. Ҡарашында ялтлап киткән сатҡы әйтерһең дә йөрәгемә сәсрәп барып төшә. Ҡыуанысын йәшерә алмай ҡосағын йәйеп торған әхирәтемә иремдең күҙҙәре менән ҡарайым: тамылйып бешкән, өлгөрөүҙән уҙған утыҙ дүрт йәшлек ҡыҙ янында мин ысынлап та баҙҙа үҫкән картуф һабағы кеүекмен. Мәүлиханың тулы кәүҙәһенән тормош һуты һирпеп торғанда минең һүнеп барған шәфәҡ кеүек һылыулығымды күрер өсөн башҡараҡ зауыҡ кәрәк. Талханыҡы түгел...
...Шәпләнеп маташыуым оҙаҡҡа барманы. Ни тиклем сәмләнеп, тешләнеп тырышһам да, май шәм кеүек шиңдем. Тәүҙә һиҙҙермәҫкә тырыштым. Мәғрифә апайға серемде асҡайным, рәхмәт яуғыры, ул инеп өйҙө йыйыштыра, тамаҡ әҙерләй, ә мин, йәнәһе, шуларҙың барыһын да үҙем эшләгәнмен дә, кискелеген арып ятҡанмын. Шулай хәйләләшәм. Тик кемде алдайһың? Талханың һынсыл ҡараштары хәлемдең мыҫҡаллап түгел, ботлап сыҡҡанын самалап торған кеүек. Бахыр балалар ғына, әсәйҙәренең өйҙәлегенә риза булып, бер нәмә лә аңламай, шат йөрөй. Тәүҙәрәк уларҙы йәлләп илай-илай күҙ йәштәрем ҡороно. Әммә бер ваҡиғанан һуң яҙмышыма күндем.
Ҡайтыуыма ун-ун биш көн үткәндер. Бер үҙем генә ятам. Ишек шығырҙап асылды ла улымдың уҡытыусыһы инде. Ул минең тәүге, иң яратҡан уҡыусыларымдың береһе ине. Инде лә ишек яңағына һөйәлде. Күҙенән йәштәре субырҙап аға ла аға...
– Үт, һылыу, – тип шыбырҙайым. – Бына шул көнгә төштө инде апайың.
– Күптән киләйем тинем. Бер һөйләшеп ултырырбыҙ тип хыялландым. Был донъяның эшем йырып сығып китеп буламы ни? – Фәриҙә карауатым янына килеп тубыҡланды.
Нимә тип әйтәһең инде, ҡулдарымды һыйпап, йыуатып ултырған булды, балаларҙың мәҙәктәрен һөйләп көлдөрөргә тырышты. Үлем алдында нимә һөйләһәң дә килешһеҙ кеүек бит. Шулай ҙа янымда байтаҡ булды, күҙенә йәш алып сығып китте.
Аҙна үттеме-юҡмы, улым мәктәптән илап ҡайтып инде. «Фәриҙә апай үлгән, беҙҙе иртә ебәрҙеләр», – тип һушты алды.
– Эшенән ҡайтҡан да аш һалған. «Ит ҡайнап сыҡҡансы ғына ятып торам. Әллә нишләп бөгөн бик арыным», – тигән иренә. Ҡуҙғалмағас, ярай, йоҡоһо туйғансы йоҡлаһын тип, өндәшмәгәндәр. Иртәгеһен эшкә торғоҙмаҡ булһалар... – Мәғрифә апай илай-илай шулай һөйләне. – Эй, һине йәлләгән булғайны, меҫкенкәй...
Йәп-йәш ҡатындың өс йәшлек балаһын ҡалдырып үлеп китеүе башыма һыйманы. «Ауырыу үлмәҫ, һау ҡалмаҫ», – тип ҡат-ҡат ҡабатлайым.
«Тәҡдир, – ти Мәғрифә апай. – Тәҡдир. Күрәһеләрҙе күрмәй, гүргә кереп булмай».
Шулайҙыр. Ошонан аҙаҡ балалар тип тә ул ҡәҙәрлем ҡайғырмаҫҡа кәрәк тип уйлайым. Хоҙай бәхеттәрен бирһә, бирешмәҫтәр. Имсәк тә ҡапмай әсәйҙән ҡалған сабыйҙар, ғүмерҙәре булһа, буй еткерә. Йән биргәнгә йүнен дә бирер. Икәүҙәр, бер-береһенә терәк булырҙар. Аталары бар. Мәүлиха улар тип өҙөлөп тора.
Мәүлиха...
Талханың һуңғы ваҡытта уға йыш-йыш ҡына яндырай итеп ҡарап алыуын һиҙенеп ятам. Эшһеҙ кеше бит мин, уйымда боҙоҡлоҡтан башҡа нимә булһын инде. Иремдең кисерештәрен аңлау өсөн дә артыҡ зирәклек кәрәкмәй. Ул минең арҡала емерелеп төшөргә торған донъяһын үҙенсә һипләргә, яңы нигеҙ ташына ҡорорға самалай. Башҡа саҡ булһа, быны төшөнөү ҡыйын булыр ине. Әммә һуңғы осорҙа ябырылған аяуһыҙ һыҙланыуҙарҙан зиһен ҡорой башланы. Инде әжәл дә ғазаптарҙан ҡотҡарыр мәрхәмәткә әйләнеп бара. Ярай әле Мәүлиха укол һала, ул юҡта – улдарым. Улар ҙа оҫтарып алды.
Эргәмдә бөтөрөлгән Мәүлихаға ҡарап: «Талханың мөнәсәбәтен һиҙә микән?» – тип уйлай инем. Бер төндө ләззәтле ыңғырашыуға тертләп уяндым. «Шым», – тип шыбырҙаны Талха. «Йоҡлай ул. Морфий – йоҡо аллаһы тигән һүҙ бит», – тип яуапланы татлы, иркә тауыш. Мәүлиханы тәүҙә танымай торҙом: наҙ шулай иретә икән. Талханың шифоньер артындағы карауатының хаяһыҙ шығырҙағанын ишетмәҫ өсөн бармаҡтарым менән ҡолағымды тығам, уртымды сәйнәйем: ир бирмәк, йән бирмәк. Ауыртыныуҙан илергәндә: «Инде бынан да ауырыраҡ ғазаптар юҡтыр», – тип һыҡраным. «Бар әле, тигәндер Хоҙай. – Йән ғазаптарын да татып ҡара», – тигәндер. Үлем түшәгендә ятҡанда ла ауыр була икән йәндәй күргән ике кешеңде бер юлы юғалтыу. Йөрәккә ике бысаҡты бер юлы ҡаҙаған кеүек. Тик түҙәһең, сей иткә ут тоҡанмай.
Икенсе көндө йәкшәмбе булған икән. Иртүк эшкә китмәнеләр. Көн яҡтыһында нисек йөҙҙәренә ҡарармын тип ятам. Мәүлиха сәсемде тарарға тип тараҡ тотоп килде. Күҙ төптәре күгәреп, бите һурылыңҡыраһа ла, күҙҙәре янып тора. Үҙе лә һиҙмәҫтән бүртенеп ҡыҙарған ирендәрен йыш-йыш ялап ала. Шул мәлдәрендә эске ләззәте йөҙөнә сыға. Ҡулдарының үҙемә ҡағылғанына ытырғаныуымды йәшерергә тырышам.
– Ҡырҡып ырғыт шул толомдарҙы, – тинем тағатып һалғас, мендәрҙе болот кеүек япҡан сәсемә ымлап.
– Ҡуйсы, шул тиклем матурлыҡты... – тип һиҫкәнде Мәүлиха. Ул ғүмер буйы шул толомдарға ҡыҙыҡты.
– Миңә уларҙың кәрәге булмаҫ. – Ҡарашымды тойоп әхирәтем енәйәт өҫтөндә тотолған уғры кеүек ҡыҙара. – Теләһәң, үҙеңә шиньон яһап алырһың...
– Ярар һуң, – тип ашығып ризалаша ул. – Һинеке ҡабат үҫер әле, ибет.
Мөхәббәтле төндәр дауам итте. Ә мине, әйтерһең дә, кемдер юрый мыҫҡыллай: бер мәл етеү менән төртөп уята. Һаташып килеп күҙемде асам да ҡыбырҙарға ла ҡыймай төн ҡараңғылығына текләп ятам.
Аҡылым менән уларҙы аңлайым: ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә ярым мәйет ниңә тереләргә ләззәтләнеп йәшәргә ҡамасауларға тейеш?! Һәр кемдең үҙ мәле. Бигерәк тә Мәүлиха өсөн. Ул былай ҙа бәхетен бик оҙаҡ көттө. Минең өсөн һанаулы көндәр уның наҙға сарсап ҡорғаҡһыған күңеленә бөткөһөҙ оҙаҡ тойолалыр.
Элек Талха миңә йыш ҡына үтә һалҡынһың, битарафһың, ярата белмәйһең, тип үпкәләй торғайны. Ысынлап та, уның яндырайлығы, түҙемһеҙлеге, ҡомһоҙлоғо янында минең сабырлығым вайымһыҙлыҡ кеүек тойолғандыр. Уның битәрҙәренән һуң үҙем дә: «Әллә яратыу кеүек көслө тойғоларға һәләтем юҡмы икән?» – тип үҙемде ғәйепле тойҙом. Әле иремдең ҡайнар һөйөүенең ысын баһаһын күргәндән һуң, яндырайлыҡтан Хоҙай мине үҙе аралаған, тип шөкөрана итәм. Бына ирем әхирәтемдең ҡолағына: «Йәшел ҡамыш араһынан йөҙөп сыҡҡан аҡҡошом һин минең», – тип ярһыулы бышылдай. Мәүлиханың шифоньер кеүек кәүҙәһенә йәбештерелгән шар кеүек муйынһыҙ башын күҙ алдына килтерәм дә иҫәүән кеше шикелле көлгөм килә. «Бешкән сейә кеүек тәмле ирендәреңде...» – тип артабан һамаҡлай ул.
– Талха, тип өндәшәм үҙем дә һиҙмәҫтән. – Һин бит – фән кандидаты, һүҙ оҫтаһы. – Икенсе йәреңә миңә әйткән һүҙҙәреңде теҙмәй, башҡа һүҙҙәр тапһаң ни була?
Минең тыныс ҡына әйткәндәрем икеһенә лә йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир ите, буғай. Шып-шым булдылар.
– Асылыкүлдә ял иткәндә шулай тип иркәләй инең мине, иҫеңдәме? «Муйының оҙон булғас, балыҡ кеүек түгел, аҡҡош кеүек йөҙәһең», – тип мәрәкәләй инең.
Талха түҙмәй, шығыр-шоғор тороп тартырға сыға.
– Мәүлиха, – тим мин оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан ялҡып. – Бер ҡуҙалғанда миңә укол һал инде. Әле түҙерлек тә, таңға тиклем сыҙай алмам.
Талханың ҡайнар үбеүенән бүрткән ирендәрен ҡымтып яныма сыҡҡан Мәүлиханың табаҡ битенә күкле-йәшелле булып тимгел-тимгел таптар ҡалҡҡан. «Уның урынында булһам, морфийҙың дозаһын саҡ ҡына арттырыр инем дә...» – тигән уй килә башыма. Тик өндәшмәйем. Әхирәтем быны хаяһыҙлыҡ тип аңлап үпкәләр ине, моғайын.
Икенсе көндө ул яныма килеп ултырҙы. Ҡулымды усына алмаҡсы булды. Оҙон-оҙаҡ һүҙ башларға йыйынды. Аңлашырға, серләшергә йыйынғаны ҡиәфәтенән күренеп тора. Нимәнән башларға белмәй генә аптырай.
– Тыныслан, Мәүлиха, – тиергә ашығам. Сөнки нәмә әйтһә лә ытырғаныс булыр кеүек, әйтерһең дә, ҡулы менән эсәктәремде аҡтарырға йыйына. – Нишләйһең, ас ҡәҙерен туҡ белмәй. Донъям теүәл булғанда һинең яңғыҙлығыңдың ни тиклем әсендергәс булғанын мин дә аңлап еткермәгәнмендер. Ғәфү ит мине. Ә бөгөн һинең урамыңда байрам. Тик мин һиңә ҡарағанда аламараҡ булып сыҡтым, һин минең бәхетемә ҡыуана белдең. Ә минең һинекен уртаҡлашырға көсөм етмәй. Шуға күрә күңелемә тығылмаҫҡа тырыш, йәме.
«Хоҙай нишләп һаман йәнемде алмай ыҙалай икән», – тип үрһәләнһәм: «Күрәһене күрмәй, гүргә кереп булмай», – тип йыуата мине Мәғрифә апай. Раҫ әйткән икән. Бер көндө, ҡәҙимге хәлләнеп, кеше күрерлек булып ятҡан мәлемдә Талха ҡайтып инде. Ярһып, енләнеп, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп ниҙер эҙләне. Баш аҫтымдағы мендәрҙе һелкетә тартып алып ҡапшаны. Зәһәр итеп, нәфрәтләнеп текләп торҙо ла:
– Ҡайҙа ҡуйҙың? – тип ыҫылданы. – Һинең эшең, һинеке генә. Һаман дөмөгә алмай ағыуыңды сәсеп ятаһың. Үҙең менән бергә мине лә үлер тип көткәйнең дә, килеп сыҡмағас, сағып ҡалайым, тиһеңдер.
Күп әрләне. Тағы әллә нәмәләр һөйрәп сығарҙы. Мәғрифә апайға әсәйемдән ҡалған көмөш балдағымды биргәйнем: «Бик мохтаж булып йөрөгән саҡтарында балаларға ярҙам итерһең. Тыуған көнөмдә ҡәберемә алып барырһың», – тигәйнем. Шуны ла иҫенә төшөрҙө.
– Кеше иренә мал ҡалдырып үлә, һин булғанын таратып ятаһың. Исмаһам, балаларыңды уйлар инең, – тип ҡысҡырҙы. Ун биш йыл бергә йәшәп иремдең бындай сағын күргәнем юҡ ине. Иҫем китеп, бер нәмә лә аңламай тик яттым. Аҙаҡтан Мәүлиха төшөндөрҙө. Партбилетын юғалтҡан да минән күрә икән. Был юғалтыуҙың ирем өсөн ниндәй ҙур фажиғә икәнен мин белмәй, кем белә. Түрәһе бына-бына пенсияға китергә торғанда, бына-бына урынына ултырам тип өмөтләнгәндә, партиянан сығарып ырғытһалар, ул нимә эшләр? Шулай тип көйәләнәм. Тик был хаслыҡты минән күреүенә хәтерем бик ҡалды.
Тере һөлдәнән йөҙ бороп, сәләмәт ҡатынды ҡосоуын ир нәфсеһенә һылтарға була. Нишләйһең, тәндең үҙ ҡануны. Әммә нисәмә йыл бергә донъя көтөп, түшәк бүлешеп, бөтөндөң бер яртыһына әйләнеп бөткән ҡатыныңды, балаларыңдың әсәһен, ҡәбәхәт тип нисек уйларға мөмкин?
Күпме йәшәп, бер кемдең дә шул тиклем түбәнһеткәне юҡ ине әле. Ғәрлегемдән ни эшләргә лә белмәнем, һау сағым булһасы, исмаһам, атлап йөрөрлөк хәлем булһа... Үс алғым килде. Үс алғым да уның үрһәләнгәнен кинәнеп ҡарап торғом килде.
– Кесаҙна көндө иртәнсәк райком бюроһында тикшерәләр, – тине Мәүлиха бер көн. Үҙҙәрендә тикшереп, партиянан сығарырға, тип ҡуйғандар инде. Бына-бына үрләйем тип торғанда...
Ул да эстән генә мине ғәйепләй. Ә мин нисек үс алырға тип баш ватам. Хатта йәшәүҙең дә ҡыҙығы бар кеүек тойолоп китте.
Кесаҙна көндө былар эшкә, балалар мәктәпкә юлланды. Ғәҙәтенсә яныма Мәғрифә апай инде. Уны түҙемһеҙләнеп көтөп ята инем. Ниәтемде аңғарттым. Ул шунда уҡ сәбәләнеп ҡаршы төштө.
«Үлемгә хөкөм ителгән енәйәтсенең дә һуңғы теләген үтәйҙәр, һиңә ялынырлыҡ та көсөм юҡ, апай. Тыңла инде, – тием. – Һинән башҡа күҙ төбәгән кешем дә юҡ».
Ризалашмай ҡайҙа барһын инде. Хәл ҡәҙәренсә мине матурлаған булды. Матур күлдәк кейҙерҙе. Шунда ғына үҙемдең кибеп бөткәнемде күрҙем: кейемем ҡолғаға эленгән кеүек аҫылынып тора. Ишек төбөнә такси саҡыртты. Күрше менән күтәреп тигәндәй саҡ алып төштөләр. Был фатирыма, бәхетем менән бәхетһеҙлегемдең шаһитына, ҡабат ҡайтып инмәҫкә ҡарар иткәйнем инде. Шуға ҡайғырырға ла хәлем ҡалмаған икән.
Таксист егет үҙебеҙҙең башҡорт булып сыҡты. Хәлемде аңлап райкомдың тупһаһына терәлеп туҡтаны. Унан Мәғрифә апай менән ике яҡтан ҡултыҡлап алып инделәр. Алғы бүлмәлә бюроға саҡырылған байтаҡ кеше ултыра. Талха юҡ. Тимәк, уны тикшерәләр. Секретарь ҡыҙ аңламай ҙа ҡалды – таксист мине эскә алып инде. Асыҡ ишектән Мәғрифә апайҙың: «Уны саҡырғайнылар ул», – тип тыштағыларҙы тынысландырғаны ишетелде.
Үлемдең имәнес ҡиәфәте һәр саҡ тереләрҙең ҡотон ала. Башҡа тағы нимә беҙҙең тормошта шундай ҡөҙрәтле көскә эйә икән? Белмәйем. Әле лә партия район комитетының беренсе секретары кабинетына йыйылған егермеләп кеше араһында иң көслөһө мин инем. Беренсенең ҡарашынан шунда уҡ аңланым, мине бынан тиҙерәк сығарып ебәреү өсөн улар ни теләһәм, шуны эшләргә әҙер. Күңелемде тантана биләп алды, әйтерһең дә, еңмешләнеп үҙенекен иткән холоҡһоҙ баламын.
Йәһәт кенә ултырттылар, һыу бирҙеләр. Бөтәһе лә тулҡынланған, ҡаушаған, мин генә тынысмын. Талхам иһә бөтөнләй ҡойолоп төшкән. Ҡарасман йөҙө – көл төҫөндә.
– Мин Талха Хафизовтың ҡатынымын,– тип һүҙ башланым. – Бөгөнмө, иртәгәме тип өсөнсө ай инде үлем көтөп ятам. Ирем минең өсөн өҙөлөп тора. Һуңғы ғазаптарымды еңеләйтер өсөн ҡулынан килгәнде лә, хатта килмәгәнде лә эшләй, – үҙемдең шул тиклем килештереүемә һыным ҡатҡансы көлгөм килә, сәләмәт булһам, ҡысҡырып көлөр инем. Талхаға ҡарайым. Уның күҙҙәре әйләнеп сығып барған кеүек. Гүйә мылтыҡ тоҫҡағанмын да хәҙер-хәҙер атып ебәрергә торам. «Тыныслан, йәнекәш», – тип күҙ ҡыҫҡым килә. Саҡ тыйылам. – Ә мин бик һыҙланам. Ҡайһы берҙә түҙгеһеҙ ауыртыуҙан аҡылдан шашҡан кеүек булам. Ҡулыма нимә эләгә, шуны вата-емерә, йырта башлайым. Шундай ваҡытта иремдең партбилетын ботарлап ырғытҡанмын. Иҫемә килгәс, нимә ҡылғанымды төшөндөм дә ҡурҡышымдан уны унитазға ағыҙып ебәрҙем.
Яңынан көлөп ебәреүҙән ҡурҡып өҫтәл тирәләй ултырған кешеләргә ҡарайым. Береһе – күҙе ташбайып, һушһыҙ йығылырҙай булып ултырғаны – таныш. Ул Талхаларҙың партком секретары. Минең ҡарашты осратып, ниҙер әйтергә уйлай ҙа тауышы сыҡмай. Ирендәре генә ҡыбырҙай. «Һин йыртманың бит, һин йыртманың. Нишләп ғәйепте үҙеңә алаһың?» – тип әйткеһе килә. Хәҙер эште боҙа инде, тип уға тексәйәм. «Үҙең йырттыңмы ни, тик кенә ултыр!» – тип бойорам уйымдан. Ул иҫенә килмәҫ борон тип, ғәйепте ниңә үҙ өҫтәмә алғанымды аңлатырға ашығам.
– Ошондай гонаһ менән ҡәбергә инә алмайым мин, иптәштәр. Ярҙам итегеҙ. Иремә былай ҙа ауыр. Ҡулында ике бала ҡала. Уларҙы үҫтерергә, уҡытырға, кеше итергә кәрәк. Һуңғы үтенесемде йыҡмағыҙ, уға яңы партбилет бирегеҙ.
– Яҡшы, яҡшы, тик һеҙ тынысланығыҙ, – тип ризалаша һала секретарь. – Хәҙер һеҙгә «Ашығыс ярҙам» саҡырайыҡ.
– Юҡ, юҡ, хәлем һәйбәт, һеҙ билетты минең күҙ алдымда яҙып бирегеҙ инде, зинһар,– тип баҫым яһап ҡуям. Тауышымда янау ишетеп баш ҡағалар. Иҫерек кеше кеүек аяғында саҡ баҫып торған Талхаға өр-яңы билет тотторҙолар.
Хәҙер минең өсөн иң ауыры ҡалды – нисек тороп сығырға? Ярай әле партком секретары яныма йүгереп килә. Икенсе яҡтан Талха ҡосаҡлай. Ҡосаҡламай нишләһен, уның «хәстәрлекле» ир икәнен бюро белә бит. Алғы бүлмәгә сығабыҙ. Мәғрифә апай ҡайһылай зирәк. Талхаға аҫылынып торғом килмәгәнен әллә ҡайҙан тойоп, үҙе терәк була. Рәхмәт яуғыры, таксист та һаман көтөп тора. Хәҙер ултырам да китәм. Тик уға тиклем тағы бер эшем бар.
– Талха, – тием, – һин аңлағанһыңдыр инде, мин бюроны алданым. Һине яҡшы ир тип нисек алдаһам, партбилетты йырттым тип тә шулай ялғанланым. Ун биш йыл бергә йәшәп, яратам тип анттар әйтеп тә мине белмәгәнһең икән. Аллаға шөкөр, мин һин уйлағандан һәйбәтерәкмен.
Машинаға алып сығып ултыртҡас, партком секретары күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап бышылдай:
– Мин бит кем йыртҡанын беләм, апай, – ти. – Һинең әйттергең килмәгәнгә генә өндәшмәнем. Талханың, ҡара йөрәктең, етәкселеккә үрләүен теләмәгән кешеләр йыртып әбрәкәйгә ташлаған бит уны.
– Белгәнең үҙеңдә ҡалһын, – тип бүлдерәм. Сөнки тоям, хәлем бөтөп бара, укол кәрәк. – Изгелек эшләгең килһә, мине ауылдағы апайыма алып барып ҡалдыр. Үҙемде яратҡан кешеләр янында үлгем килә. Унан тәрбиәләп ерләш.
Ул ашығып баш ҡаға. Аҡтыҡ көсөмдө йыйып күтәрмәгә сығып баҫҡан Талхаға ҡарайым. Ҡарайым да үҙәгем өҙөлә: ул шул тиклем бәхетһеҙ, бахыр. Әгәр ҙә ауырып, үлергә йыйынып ҡайғыға һалмаһам, ул һаман да ғорур, көслө, киң күңелле Талха булып, күкрәген киреп, кинәнеп йәшәп ятыр ине.
Бер бөртөк кенә эҫе йәшем сикәмде яндырып ағып төштө. Кисер, Талха, тойғоларға шулай һаран, һалҡын кешемен инде.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.