Taң һыҙылып килгәндә бер һыбайлы урман ялпыһына һыйынып ҡына иҙерәп йоҡлаған йәйләүҙән һыпыртып сығып китте.
Оло башын сайҡап ирәбе юртҡан тосораҡ ботло айғыр за, йүгәне менән эйәргә бәйләнгән бейә лә уның артынан ҡалмаҫҡа тырышмай ҡолонсаҡ та, эйәрҙәге ун дүрт йәшлек үҫмерҙең маҡсатын уртаҡлашҡандай, күндәм елдерә. Ялтыр күҙҙәре, хәйләкәр мороно, кәкре ҡойроғонан уҡ елбәҙәклеге күренеп торған эте лә холҡон ситкә ҡуйып, тояҡ эҙҙәренә басып ҡына саба. Ә инде йылан башы һымаҡ ырылған эйәр ҡашына ҡунаҡлаған шоңҡарҙың тәкәбберлеге – булмышынан.
Эйәренә ҡуша ҡойолғандай ныҡ, төҙ ултырған һыбайлы йәйләүҙән сыҡҡан оло юлдан бер саҡрымдай бара биргәс, ҡапыл ҡайырылып, тау һуҡмағына төштө. Бер аҙҙан юлһыҙ-ниһеҙ аҫҡа, һөҙәккәрәк тартылды, унан йәнә ташлы һуҡмаҡҡа боролдо. Уйы эҙ яҙлыҡтырыу, үҙен ҡыуа төшәсәк кешеләрҙе албырғатыу. Гел генә ташлы һуҡмаҡтан үрмәләр ине лә, ҡолонсаҡтың ҡатып бөтмәгән тояҡтары йәл. Айғыр менән бейә өсөн борсолмай былай – саф тоҡомло башҡорт аттарының тояҡтары саҡма таш ише ҡаты була.
Иртәнге һалҡында сос барырға, йәйләүҙән алыҫҡараҡ китергә тырышҡан үҫмер ҡояш күтәрелеү менән ирәүәнләнеп китте. Тумалаҡ тауҙар араһындағы яланға килеп сыҡҡайны билбыуарҙан үҫкән бесән араһынан фырлап ике ҡор күтәрелде, һыбайлы, һунар ҡомарына бирелеп, уҡ-һаҙағына уҡталғайны ла икенсе нәмәгә әүрәне. Ат тояғы аҫтынан ғына ике урғуян һикереп сыҡты ла, туйтанлап тауға ырғылды. Йүгереүҙәре шул тиклем мәрәкә. Һиләүәт тормоштан шартларҙай булып һимергәндәр – саҡ баралар мыйҡылдап.
Алабай түҙмәне: ҡуяндарҙы баҫтыра төштө. Һыбайлы ла сыҙаманы, әсе һыҙғырып айғырын ҡыуҙы. Ҡуяндарҙың береһе, ситкә тайпылып, тубылғы араһына сумды. Ә икенсеһе уң ҡолағының осоңа ап-аҡ тап төшкәне тау күкрәгенән һыҙылған һуҡмаҡ буйлап елдереүен белде. Әгәр ҙә эте көнө буйы әлһерәп сапмаған булһа, бер ырғыуҙа ялпаштыра ине мәхлүкте. Былай ҙа артҡы тәпәйенән ана эләктерәм, бына эләктерәм тип бара. Ике йән эйәһе баҫтырышып һә тигәнсе тау башына артылды ла күҙҙән юғалды. Улар артынан сапҡан һыбайлы ла өҫкә менеп етте. Ҡараны ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ҡылый күҙ оҙон аяҡтарына буталып, йомғаҡ кеүек тау түбәненә тәгәрләй, ә эт, был ни ғәләмәт тигәндәй, телен һәлендереп тик тора. Әйтерһең дә, аңшайып ҡатҡан аңра малай.
Һыбайлы бер аҙ тау башынан асылған матурлыҡҡа хайран ҡалып тормаҡсы ине, мәгәр, сәфәренең хәтәрлеге иҫенә төштө. Шуға күрә атының бөйөрөнә тибеп, түбәнгә юртырға уҡталды, тау битләүен тотош ялмап алған сейәлеккә туҡталмай булдыра алманы. Тамылйып бешкән емештәр суғым булып, әйешеп ултыра. Үҫмер атынан һикереп төшөп бер ус сейә ҡапты. Ләззәтләнеп: «Зәңге ҡас, Иҙел кис, иҫке ауыҙға яңы аш», тип һамаҡлап йәнә, йәнә татлы һутты имде. Бары шунда ғына үҙәге өҙөлөп асыҡҡанын да, талсыҡҡанын да тойҙо. Тау итәгендәге тарбаҡ имән янына аттарын ебәреп, кеҫәһенән көлсә сығарҙы. Сейә ҡушып ашаһаң, ҡайһылай тәмле!
Күҙе генә эленгәнмелер, байтаҡ йоҡлағанмы – эргәһендә генә мөңгөрләшкәнгә уянды. Ҡыуаҡ араһынан тауыш килгән яҡҡа ҡараны: йөрәге жыу итеп китте. Ике һыбайлы ҡамсылары менән ботаҡтарҙы үҙ яғына тартып, аттан төшмәй генә сейә ашай.
– Бала кешеһе бынан уҙып китә алмағандыр. Ошо тирәне яҡшылап ҡарайыҡ, – ти уларҙың ҡартырағы. Икенсеһе, өҙәңгеһе менән атының бөйөрөнә тибеп, аҫҡараҡ төштө лә малай боҫҡан ҡыуаҡтың иң суғым ботағын һындырып алды. Шул тиклем ашауға тейешмәйсә, эйелеп ҡараһа, эҙләгәнен табыр ине, билләһи.
– Ошо юлдан китһә, Оморҙаҡ ҡартҡа барып еткәнсе туҡтамаҫ. Ҡара тырыш бит ул. Йөрөй инде бынау эҫелә кеше ҡаҡшатып, тип һөйләнде сейә төштәрен фырылдатып өрөп.
– Урауҙан киткән булып Һеләүһендәрҙең ҡулына эләкһә ярар ине, – тине өлкәне.
– Байбисәнең бүләге – бер дүнән – беҙҙең дә эсте тишмәҫ ине, ә?! – тине йәшерәге.
Бүләк хаҡында иҫләп йәһәтләнеләр. Ҡото табанына төшкән юламан иһә улар байтаҡ киткәс кенә ҡыбырҙарға баҙнат итте. Артабан барыуҙың хәүефле икәнен, үҙен ҡыуа төшкән һыбайлыларҙың теләһә ҡасан кире боролоу ихтималын уйланы ла ныҡлап ял итмәксе булды.
Ул һыҙғырыуға әллә ҡайҙа ситкә китеп тамаҡ йүнәткән Алабайы ҡойроғон ялпылдатып килеп етте. Аттары иһә түбәнгә үк төшөп, сөптөрҙәп кенә аҡҡан шишмә буйында утлаған икән. Үҫмер үҙен Хоҙай ғына аралап алып ҡалғанына ышанды. Тәүге тоҙаҡҡа ҡапмағанына күңеле күтәрелде.
Баҫтырыусылар көн кискә ауышҡас, һәлпәңләп кенә юрттырып уҙҙы. Береһе сейәлектә туҡталмаҡсы ине лә, өлкәне ихтыяр итмәгәс, эйелеп бер нисә суғым ботаҡты һындырып алып ары сапты. «Бисәләрҙе ебәрер кәрәк», – тигән тауышы ишетелде. Түҙемһеҙләнеп уларҙың үтеүен көткән юламан тиҙ генә айғырын эйәрләне. Ял итеп алған аттар солоҡсо Оморҙаҡ ҡарттың биләмәһенә тиҙ үк килеп етте. Үҫмер уларҙы аулаҡтараҡ тышаны ла, этенә шым ятырға ҡушып, ҡарттың йыуан ҡайын төбөндәге ситән аласығына яҡынлашты. Сит-яттар ҙа, бабай ҙа күренмәй. Алан-йолан ҡаранып торған үҫмер, яурынына төшкән ҡулдарҙы тойоп, һикереп китте, тик һуң ине инде. Улар ҡыпһыуыр кеүек матҡып тотоп алды. Баҙап ҡалған үҫмерҙең ҡолағына:
– Сослоҡ етмәй, егет, сослоҡ етмәй, – тигән яғымлы тауыш һары май кеүек яғылды.
– Олатай, – тине ул, ҡыуанысынан балҡып.
– Ҡарт кешене мәшәҡәткә һалғаның өсөн ҡолағыңды борор кәрәк, – тип геүелдәне ҡарт. – Көнө буйы һине баҫтырып йөрөгән уҙамандарҙы ҡаршылау-оҙатыуҙан бушаманым.
– Сәхиулла бабай менән Үлмәҫйәнде күрҙем мин, – тине үҫмер.
– Уларҙан һуң кемдәр генә килмәне, һуңғыларын яңы оҙаттым. Әйҙә, эскә инәйек әле. Һәлкәүҙәренең саҡ килеп етеүе бар. «Көҫәпҡол тархандың төпсөгө Бәхтейәрҙе тотоп алып ҡайтыусыға – бер дүнән», – тигән хәбәр кемдең күңелен елкендермәй тиһең. «Танау аҫты кипмәгәнен белмәй, кәләш эҙләп сығып киткән ул малайҙы һә тигәнсе тотабыҙ», – тип шапырыналарҙыр әле үҙҙәре.
Ҡарттың шуҡ ҡына күҙ ҡыҫып әйткән һуңғы һүҙҙәре үҫмерҙең сәменә тейһә лә, ҡылтаймайса сыҙаны. Күпте күргән ҡарттан күпте һорашырға кәрәк ине уға.
Аласыҡҡа уйынсаҡ кәйеф менән инеп киткән ҡарт, Бәхтейәр менән (үҫмер Көҫәпҡол тархандың төпсөк улының үҙе ине) һөйләшкәндән һуң етдиләнеп, хатта хәүефләнеп сыҡты. Үҫмергә яратып ҡына түгел, ихтирамлап, тиң күреп ҡарай. Ә Бәхтейәрҙе танырлыҡ та түгел: йомшаҡ күндән нағышлап тегелгән затлы кәзәкейен, итектәрен сисеп, һәләмәләр кейгән. Үҙ кейемен таҫлап төрөп, төйөнсөктө эйәренә таҡҡас, етеҙ һикереп атына атланды.
– Бик ышанғың килгән кешеләргә лә сиселмә. Тархан улын эҙләргә сыҡҡан ялсымын, тип таныт үҙеңде. Әсәйеңдең бүләгенә ҡыҙығыусылар күп булыр. Оморҙаҡ бабаңа тиклем дүнәнле булырға атлығып торғанда... тип йылмайҙы. – Аттарың шәп. Уларға ла күҙ атыусылар күп булыр инде. Ярар, хәйерле юл. Төндә Тимер Ҡаҙыҡҡа ҡарап бар. Ул гелән уңда ҡала килһә, дөрөҫ бараһың. – Ҡарт көрәктәй ҡулдары менән Бәхтейәрҙең арҡаһынан һөйҙө лә айғырҙың осаһына һуҡты. – Шыпа яңғыҙ булмаһаң, ҡана ла һуң,– тине үкенеп.
Ярһып бейеп торған аттарын ҡеүәтләп, төн ҡосағына инеп киткән Бәхтейәрҙең артынса һоҡланып та, ҡыҙығып та, хәүефләнеп тә ҡарап ҡалды бабай. Күп кисерештәр үткәргәнгә, йөрәк майы һыҙылып ҡына әрнеп, булмышына шом һалды.
Ҡайын туҙына Оморҙаҡ бабай төпсөрләп һыҙып биргән билдәләргә ҡарап барҙы ла барҙы Бәхтейәр. Төн уҙып, таң һыҙылғас, талсыҡҡан айғырынан төшөп, бейәһен эйәрләне. Көндөң яман эҫеһендә генә ялға туҡтап ала ла тағы алға китә. Яҡтыла аулаҡтаныраҡ барғанғамы, шикле кешеләр осраманы. Яңғыҙлыҡтан ялҡып, йән дуҫы Алламоратты ҡат-ҡат уйланы. Әсәһе үлем түшәгендә ятмаһа, әле эргәһенән юрттырып, әле бер, әле икенсе нәмәнән мәрәкә табып, көлдөрөп килер иңе.
Бары тәбиғәттең хөрлөгө, хайуандарының тоғролоғо ғына күңелен төшөрмәҫкә ярҙам итте. Ат ҡайһы бер әҙәмдән дә аҡыллыраҡ бит ул. Мөлдөрәп күҙенә ҡарап торғанында бына-бына телгә килер ҙә күңелендәгең асып һалыр кеүек.
Бер заман йөҙ йылға кисеп, йөҙ тау артылғандай тойола башланы. Өйҙән сығып киткәне бирле һанап, ҡамсы һабына киртеп һалған билдәһе етегә тулыуға тирә-яҡ тәбиғәт ҡырыҫланды. Ҡарағайҙар тәүҙә берәм-һәрәм осраштырһа, хәҙер икһеҙ-сикһеҙ урманға әйләнде. Бәхтейәргә еңгәһе Гөлйөҙөм ошо урмандар, ҡарағас сайыры, ҡырмыҫҡа айыуының мәрәкәләре хаҡында йыш һөйләй торғайны.
Төбәп килгән еренә яҡыная барған һайын Бәхтейәр сослоғон арттыра барҙы. Уҡ-һаҙағын йәтешләне, сарыҡ ҡунысына йәшергән хәнйәрен йыш-йыш ҡапшаны. Был яҡтарҙа үтә лә һаҡ булырға кәрәклеге көсөргәнеш бирә, шуға тиҙ арытҡандай. Хәйер, Оморҙаҡ бабайҙың һыҙмаһына ҡарағанда, тағы ла байтаҡ юл үтәһе бар әле.
Ҡарайып, шомландырып күренгән ике оло тау былай яҡын да кеүек. Юламан, исмаһам, бер төндө тынысыраҡ ерҙә үткәреп, хәүефле билдәһеҙлек алдынан ял итмәксе булды. Йылға буйындағы әрәмәлеккә туҡтап, атынан эйәрен ала башлағайны, үҙәк өҙгөс ҡысҡырыу ишетеп һағайҙы. Бала тауышы! Шул тиклем ғазаплы ауаздар.
«Караттар!» – тигән уй зыу итеп башынан үтте. Иң тәүге теләге – тиҙерәк алыҫҡараҡ китеп ҡотолоу булды. Ә теге бахырсыҡ йән өшөткөс итеп аҡыра. Әҙәм түҙгеһеҙ ғазаптан ғына сыға ундай әрнеүле тауыш. Бәхтейәр балтаһын йәтешләп тотто ла шул яҡҡа ҡарай сапты. Туғай үләне шәп, ат бауырынан, уралып ята. «Яза урынына уҡ кеүек барып инермен дә, исмаһам, бер йәлләттең йәнен ҡыйып үлермен», – тип ниәтләп бара юламан. Аҡлан кеүек ергә килеп сыҡһа – ҡамышлы, һаҙамыт ерҙә бер торна ҡысҡырынып оҙон муйынын болғай. Ә йоҙроҡ ҙурлыҡ ҡына бер йәнлек уйың муйынын ҡармап алған да ажарланып сәйнәй. Әллә ниндәй яуызлыҡҡа әҙерләнеп килгән Бәхтейәрҙең күңеле әҙәм аламалығы тап булмауға йылынып китте. Елдереп килгән ыңғайға йәнлекте торна муйынынан йолҡоп алып ҡараһа – йәтсә. Гонаһһыҙ ҡошто ыҙалағанға, үҙенең ҡотон алғанға үсәп, уны әллә ҡайҙа быраҡтырҙы. Ҡанһыраған торнаның яраһын ҡараны. Ҡурҡыуҙан, ғазаптан әлһерәгән ҡош ҡарышырға уйламаны ла. Йәрәхәте үлемесле түгел ине.
Был мажаранан йөрәкһенгән Бәхтейәр ҡуналҡаға туҡтау уйынан дүнде. Аттарын ашатып, ҡымыҙ эсеп алды ла, яңынан ҡуҙғалды. Шуныһы йәтеш: ай тулып килә. Тик төндәрен һалҡынайта. Йәйҙең көҙгә ауышыуы үҙен һиҙҙерә. Бәхтейәр инде нисәнсе тапҡыр Оморҙаҡ ҡартҡа рәхмәт уҡып, уның һырмаһына төрөнә. Өйҙән сығып киткәндәге кеүек ҡупшы йөрөһә, бөлөр ине. Үҫмер йылыныр өсөн атының муйынынан ҡосаҡлап ятты ла, теҙгенде бушатып, айғырын үҙ ыңғайына ҡуйҙы.
Күпме йоҡлағандыр, бер мәл тертләп уянып тирә-яғына ҡаранды. Талсыҡҡан айғыры йыуан ҡарағайҙың төбөнә үк туҡтаған. Алабай менән ҡолонҡай ергә ята һалған. Бейә лә башын һәлендергән килеш аяғөҫтө юшап тора. Бәхтейәр ойоған аяҡтарын саҡ яҙып ергә һикереп төштө. Кукрәктауға алыҫ ҡалмаған. Аттар хәл алһа, бер ынтылыу менән барып етерлек. Аттарын тышаулап ебәргәндән һуң үҫмер тирә-йүнде байҡарға кереште. Урын бик аулаҡҡа оҡшаған. Аҫҡараҡ төшһәң, соҡор икән. Унда билдән сырмалсыҡ үҫкән. Сөмбөрҙәп кенә шишмә ағып ята. Уң ҡулдараҡ сосайып торған ҡая янында әтмәкәй ашап йөрөгән ерҙән бер бәләкәс кенә мәмерйәгә тап булды. Күкшелләнеберәк торған Кукрәктауға ҡарап, уның аръяғында үҙен нимәләр көткәнен самалап торған Бәхтейәрҙең башына бер уй төштө. Артыҡ-бортоҡ әйберҙәрҙе, бейә менән ҡолонсаҡты, шоңҡарҙы ошонда аулаҡта ҡалдырыу хәйерле.
Төшкә тиклем артабанғы сәфәренә әҙерләнде. Бер нисә тапҡыр бейәне бәйләп, турһыҡты тултырҙы. Балыҡ тотто. Ҡор атып алып, усаҡта ҡыҙҙырып ашаны. Ризыҡ наҡыҫланғандан-наҡыҫлана. Артабан нисек булыр? Нимә бар был тауҙар аръяғында? Нимә көтә? Бейәһе имен булғанда һаумал ҡымыҙға аптырамаҫ, тик кире килергә форсат ҡасан сығыр әле? Көн үҙәгендә мәмерйәнең рәхәт һалҡынында ятып хәл йыйып алды ла, Алмасыуарына атланып, артабан китте.
Тауҙы артылыу менән бөтөнләй башҡа донъяға эләккәндәй булды. Ҡарағай урманы өҫкә ауып килгән кеүек. Бәхтейәрҙең тыуған яҡтарындағы кеүек иркенлек, яҡтылыҡ юҡ. Хәүефле, шомло, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес матурлыҡ. Бәләкәй генә шарлама йылға буйлап бара торғас, ҡаяға килеп төкәлде. Шул тиклем текә, бейек. Башыңды ҡалҡытып ҡараһаң, таҡыяң ҡолап төшөрлөк. Тәбиғәттең шундай ҙа мөғжизәһе була икән! Үҫмер бөтөнләй аптырап ҡалды. Ошо тиклем тау-таш араһынан ҡоҙағыйҙарының йәйләүен нисек эҙләп табырға? Тыуған яҡтарында әле яландар гөрләп тора ине. Ә бында һүҙ ҡатырлыҡ кеше-маҙар күренмәй. Күҙ бәйләнә башлағайны инде. Бәхтейәр артабан барырға ҡыйманы. Айғырын ебәрҙе лә урман ситендәге йыуан ғына бер ҡайында үҙенә урын әҙерләне. Оҙон үлән араһында, йылға буйында, ергә ятырға шикләнде, һаҡланғанды – һаҡлармын, тигән.
Сәйер ҡыштырҙауға уянып киткәйне, башындағы етеү сәстәре ҡапыл үрә тороуҙан таҡыяһы төшә яҙҙы. Ҡот алынмаҫлыҡ түгел, үҙенә һәндерә яһап ятҡан ҡайындың бер яҡ ботағына аҫылған ҡымыҙлы турһыҡҡа табан бер йөнтәҫ ҡарасҡы үрелә. Айыу тиер инең, килбәтһеҙ түгел, мышнағаны ла ишетелмәй. Бәхтейәр ҡурҡышынан таш һын кеүек ҡатты. Шул саҡ болот араһынан аҙға ғына ай күренеп ҡалды. Уйың яҡтыһында йөнтәҫ тире аҫтынан килеп сыҡҡан нәфис кенә, бәләкәс кенә ҡул күренде. «Бисура! – тигән уй ялтлап үтте Бәхтейәрҙең башынан. – Бәрей ҡыҙы!» Абыстай бындай саҡта уҡый торған доғаны ла өйрәткәйне. Тик кәрәк саҡта иҫкә төшәме ни ул!
Ағас телен саҡ әйләндереп, исмаһам, бисмилла, тип ҡысҡырмаҡсы итә – тауышы юҡ. Шул арала һырма кеҫәһендә ҡулы бер йомро нәмәне ҡапшаны – ҡарағай тубырсығы. Ә теге матур ҡул оҫта ғына итеп турһыҡтың бауын сисеп маташа. Күҙ терәп торған берҙән- бер ризыҡ – ҡымыҙҙы бисураға биреп ебәрергә әллә, тип йәне көйөп, теге тубырсыҡты бисмилла әйтеп тороп бәргәйне, бәрей хас ҡыҙҙар кеүек сәрелдәп ситкә һикерҙе, тик барыбер турһыҡты ысҡындырманы. Уны ҡурҡытыуына дәртләнгән Бәхтейәр ағастан һикереп төшкөләгәнсе, ҡарасҡы ҡаяға табан йүгерҙе. Үҫмер ҙә унан ҡалманы, сарығын сисен ялан аяҡ ятҡанына ҡыуанып, шаптыр-шоптор йылғаны кисеп сығыуға бәрей ҡаяға терәлде лә осоп та китте. Күҙ менән ҡаш араһында осоп, ҡараңғыла юҡҡа сыҡты. Таң һыҙылғансы һәндерәһендә өшөүҙән дә, хәүефтән дә ҡалтыранып сыҡҡан Бәхтейәр яҡтырыу менән төшөп эҙҙәрҙе ҡарарға кереште.
Үләнде кистән үк үҙе тапап бөткән, йылға буйында ҡырсын, ҡая эргәһендә – таш. Ҡайҙан булһын инде бында эҙ. Ентекләп ҡаяны ҡарап сыҡты. Яҡында ғына үҫкән бер ҡарағайға ла менеп төштө. Берәй ек кенә булһа ла күренһәсе! Төндә һаташҡанмын тиер ине – турһыҡ юҡ. Аптыраҡ. Бер ҡыразда үҫкән ҡурай еләге менән генә тамаҡ ялғап, артабан китергә тура килде. Ҡайҙа ҡарама – урман да урман. Исмаһам, бер кеше осраһасы! Бер ерҙә ҡырмыҫҡа айыуының әүһелдәгәнен ишетеп ҡалды, әллә нисә тапҡыр ҡоралай өркөттө. Ә бер йылға буйында – ун боттай булыр – ҙур ҡабан сусҡаһы янына барып сыҡты. Уныһы һарыҡай ғына балаларын ҡурсалап, башындағы күкшел төктәрен тырпайтты ла әллә нисек китеп барҙы. Ташланһа – бөттө баш ине.
Тоноҡ ҡына бәләкәй йылғала туҡтап балыҡ тотмаҡсы булды. Ҡымыҙ һыуһынды ҡандыра, әллә ни асыҡтырмай ҙа. Тик юҡ шул, юҡ ҡымыҙ. Эстән генә төнгө бәрей ҡыҙын әрләй-әрләй, Бәхтейәр балыҡ тоторға әҙерләнде. Алмасыуарының ярһып кешнәгәненә яр башына йүгереп сыҡты. Ян-яҡҡа ҡаранды. Айғыры үрәпсеп, тыпырсынып, ялына йәтсә кеүек йәбешкән бер әҙәмде ырғытырға маташа. Тегеһе лә бирешмәй. Итегенең үксәһе менән аттың бөйөрөн тызып, үҙ ихтыярына буйһондорорға тырыша. Бына Алмасыуар, әкиәттәге дөлдөл кеүек тояҡ аҫтындағы үләндәрҙе тупрағы-ние менән сәсрәтеп, ҡаршы яҡтағы ҡарағайлыҡҡа сабып инеп китте. Атының яһиллығын белгән Бәхтейәр ҡараҡты үсәп шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ҡурҡыштан ыштан төбөң бысрана хәҙер! Алмасыуар иһә күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йыуан бер ҡарағайға ҡарап туп-тура сабып барҙы ла инде бәрелде тигәндә, ҡапыл янтайҙы, һыбайлының бото ярайһы ғына умырылды булырға тейеш. Әммә ул үләмме, ҡаламмы тигәндәй, ялға сытырман йәбешеп, атҡа һеңгән кеүек ултыра.
Алмасыуарҙың ят еҫтән ытырғанып шартлар хәлгә килгәнен күңеле менән һиҙгән Бәхтейәр, малҡайҙың сабырлығын һынау етте, тип уйланы, һары бейәгә оҡшатып кешнәп ебәрҙе. Дауыл шикелле ажғырын сапҡан айғыр, керпек елпер бер мәлгә генә шып туҡтаны ла тауыш килгән яҡҡа ҡапыл боролдо. Үҙенә ҡаршы сыҡҡан хужаһының эргәһенә килеп етеү менән төкөрөктәрен сәсеп, йән асыуы менән осаһын сойорғотҡайны – өҫтөндәге ҡараҡ әллә ҡайҙа осоп барып төштө. Рәнйегән ат ул бахыр мәхлүкте иҙә тапап ташламаһын йә тибеп осора күрмәһен, тип тиҙерәк айғырҙың муйынынан ҡосаҡлап алды Бәхтейәр. Ҡолағына иркә һүҙҙәр бышылдап, һыйпаштырып тынысландырҙы. Малҡайҙың тын алышы тигеҙләнгәнен тойғандан һуң ғына уғры янына барҙы.
Салҡатан килеш ергә ялпашып барып ятҡан дошман – Бәхтейәрҙең үҙе кеүек ун дүрт-ун биш йәштәр тирәһендәге малай ине. Һап- һары сәсле урыҫ малайы. Өҫтөнә хәрби кейем кейгән, һәйбәт буҫтауҙан тегелгән салбар, аяғында итек. Карат малай! Ҡоҙағыйҙарҙың йәйләүҙәрен талап йөрөгән ҡанһыҙ язалаусыларҙың береһе. Алдында хас дошман ятҡанын белә тороп та Бәхтейәргә һәләк ҡыйын булып китте. Тегенең танауынан ағып сыҡҡан ҡыҙыл ҡандан күңеле болғанды. Ипләп кенә күкрәгенә башын терәне: йөрәге леп-леп тибә кеүек. Унан берәмтекләп һәр ағзаһын теүәлләп сыҡты. Бер ҡулының быуыны сыҡҡанға оҡшаған, уң аяғы һынған, шикелле. Шулай мәшәҡәтләнгән арала ла сос ҡолағы яҡында ғына ат кешнәгәнен ишетте. Алмасыуар ҙа ҡолаҡтарын ҡайсылатып һағайған. Ахыры, караттар, малайҙың юғалғанын абайлап, кире боролған. Тәүге ынтылышы малайҙы ошонда ҡалдырып китеү булһа ла, ниндәйҙер тойғо Бәхтейәрҙе тотҡарланы. Оҙон үлән араһында табалармы, юҡмы. Кеше итә алалармы, юҡмы – уныһы ла бар. Һәр кем дә быуын ултыртыуға маһир түгел. Өләсәһе оҫта булмаһа, Бәхтейәр үҙе лә бер ни белмәҫ ине. Ни булһа булды, өлпәй сәсле урыҫ малайын елпелдәтеп күтәреп атҡа арҡыры һалды ла бейәһен ҡалдырған аулаҡ төбәккә һыпыртты Бәхтейәр.
* * *
Шешенеп барған быуынын һамаҡлай-һамаҡлай имләп маташҡанда урыҫ малайы һушына килде. Зәңгәр күктең ике тамсыһы тамған кеүек ине күҙенең ағына. «Матур була икән дә урыҫ күҙе», – тип һоҡланып баҡты Бәхтейәр. Тегенең ирен ҡыбырҙатыуынан һыу һорағанын аңлап, турһыҡтан бер нисә тамсы ҡымыҙ тамыҙҙы. Үҙе, нисәнсе ҡат инде, йәйләүҙән киткәндә ике турһыҡ сәлдергәненә ҡыуанды.
«Әлегә етер», – тип ымлап белдерҙе. Атаһына килгән урыҫтарҙан – тылмас-писарҙан – уңайы килгәндә бер аҙ русса өйрәнгәйне. Гелән ҡабатлап тормағас, онотолған. Шуға дөрөҫ әйтеренә шикләнде, «тик ят» тигәнде ишара менән генә аңлатып, ҡул быуынып йәнә ипләп кенә һыларға кереште. Шулайтып, ярһыуын баҫып, алдаштыраһың да, ҡапыл тартып, урынына ултыртаһың. Тик малай уғата сыҙамһыҙ булып сыҡты: ҡолаҡ ярғыс итеп аҡырып ебәрҙе лә ҡабат иҫен юйҙы. Әммә Бәхтейәрҙең уның ыңғайына ихтыярһыҙланып торорға форсаты юҡ ине. Һул аяғының быуынын да шул рәүешле төшөргәс, һынған кеүек күренгән уң аяғын ентекләп ҡараны. Ҡапшауға беленмәй, бәлки, сатнаған ғыналыр тип, алдан әҙерләгән ағас ҡайырына йәтешләп осоҡланы. Хәҙер эштең иң етдие ҡалғайны. Малайҙың гелән уҡшыуына ҡарағанда, мейеһе күскәнгә оҡшай. Еп алып тейешле үлсәмдәрҙе алғас, шигенең раҫҡа сығыуын белде. Яралының һушына килгәнен көтөп, башын сепрәк менән һығып бәйләне. «Ҡалған йәрәхәттәре ундай хәүефле түгел, ямауы өҫтөндә», – тип балыҡ тоторға төшөп китте. Ирекһеҙҙән мәшәҡәт тыуып тотҡарланған икән, исмаһам, тамаҡты һыйлы тоторға кәрәк. Йылға тамағындағы һай ғына урында ике саталы ағас сәнске менән бәрҙе сәнсеү бик йәтеш икәнен кисә үк абайлағайны.
Шешкә тиҫтәләгән балыҡ теҙеп, бик тә ҡәнәғәт төҫ менән кире сығыуына теге малайҙың ярайһы ғына хәлләнгәнен күрҙе. Турһыҡтағы ҡымыҙҙы байтаҡ ҡына бүҫкәрткән. Ике күҙен фәйрүзәләй емелдәтеп ҡырын ята. Ҡиәфәтендәге хәүефте йән көскә тырышып сығарған йылмайыу ишараты менән көпләргә маташа. Урыҫтың көсһөҙ генә тауыш менән әйткән һүҙҙәрен: «Рәхмәт һиңә», – тип аңланы башҡорт.
Бәхтейәр балыҡтарын батмус ҙурлыҡ дегәнәк япраҡтарына төрөргә кереште. Ҡалҡынырға маташҡан малайға: «Ҡуҙғалырға ярамай, мейең һелкенгән», – тигәнде аңлатып, үҙ эше менән булды. Шул арала барлы-юҡлы белгәнен иҫенә төшөрөп, «ат ҡарағының» исемен һорашты. Степан икән. Ағаһы – караттар башлығы хорунжий, имеш. Етемдәр. Шуға Степан ағаһына эйәреп йөрөй. Урыҫ малайы батшаның: «Боласы башҡорттарҙы баҫтырғандарҙың (барыһына ла боласыларҙан тартып алынған мал-мөлкәтте үҙләштерергә рөхсәт», – тигән фарманы барлығы, үҙҙәренең бында батшаға хеҙмәт күрһәтеүҙән бигерәк, байлыҡ артынан йөрөүҙәре, мул итеп ер биләргә, алпауыт булырға хыялланыуҙары тураһында, әлбиттә, өндәшмәне. Карат малай ифрат алсаҡ булғанын күрһәтергә ни тиклем тырышһа ла, Бәхтейәрҙе алдай алманы. Үҫмер уның күкшелләнеп торған күҙ төптәренә күләгә кеүек боҫҡан һағайыуҙың һәр саҡ уяу булғанын абайлап ғәжәпләнде. «Ҡайһылай иҫәүән, минән ҡурҡасы, – тип уйланы. Уға зыян итергә уйлаһам, имләп ҡыяламмы һуң?» Намыҫы таҙа булмаған кешенең ҡурҡыуы икәнен аңларға саҡ ҡына иртәрәк ине әле Бәхтейәргә.
Ә Степан бығаса үҙе күргән башҡорттарға һис тә оҡшамаған үҫмергә ныҡ аптыраны. Бәхтейәрҙә ҡурҡыу ҙа, нәфрәт тә, яҡшатланыу ҙа юҡ. Тәүҙә аяҡ-ҡулын һелкетә тарта башлағас, башҡорт унан үс ала, язалай, тип уйлағайны. Быуындарының һыҙлауы баҫылып, шеше ҡайтҡанын абайлағас, Бәхтейәрҙең имләүенең шифаһын белде. Яйлап-яйлап һораша, тыңлай торғас, аңланы: үҫмер алыҫтан, язалаусы командалар йөрөмәгән яҡтан килгән, әле бер нәмә лә күреп өлгөрмәгән.
Кискә табан бейәһен менеп һунарға киткән башҡорттоң берәй яҡташына осрамауын аллаһынан ҡат-ҡат ялбарып ятты малай. Тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ла был ихлас башҡорттан тиҙерәк ҡотолорға кәрәк. Әле үк шылыр ине, аҡһап-туҡһап йыраҡҡа китә алмаясағын белә, ә яҡында ғына утлап йөрөғән Алмасыуар яғына ҡарарға ла ҡурҡа. Бәхтейәр иһә оҙаҡ йөрөмәне, биленә бәйләп ҡуйған ике ҡор менән бер көр ҡуянды ергә ырғытты ла усаҡ тергеҙергә тотондо.
Урыҫ малайы менән оҙаҡ ҡыялырға тура килерме тип хафаланғайны. Тегеһе эт йән икән. Икенсе көндө үк шап-шаҡтай булды. Хатта Бәхтейәргә эйәреп балыҡҡа төштө. Ул сәнсеп ырғытҡан балыҡтарҙы йыйып, бер сыбыҡҡа теҙеп ултырҙы. Аҙаҡтан һағышланған да, маҡтанған да итеберәк: «Ә беҙҙә балыҡ күберәк. Беҙҙең поместье эргәһендә күл бар. Унда бер көн йәтмәне ырғытып һөҙәбеҙ ҙә биш көн буйы балығын сүпләйбеҙ», – тип һөйләнде. Уны тыңлап уйланып килгән Бәхтейәр, ҡапыл һирпелеп ҡараны ла, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡырыҫ ҡына: «Ундай бай ерҙәрҙе ташлап, бында ниңә килдең һуң?» – тип һораны. Степан мутлыҡ өҫтөндә тотолған уғры кеүек тимгел-тимгел булып ҡыҙарынып, шымып ҡалды. Бынан һуң һүҙҙәре байтаҡ ҡына берекмәне. Эшһеҙ торорға яратмаған Бәхтейәр Степанға тамаҡ яраштырырға ҡушты, ә үҙе Алмасыуарына атланып, үҙҙәре осрашҡан яҡҡа китте. Был тирәне белгән берәй кеше осрамаҫмы, теге бисура яҡтыла күренмәҫме, тигән өмөтө лә, тәғәйен йомошо ла бар ине. Ат бышҡырғанды ишетеп, караттар килә тип киткәйне теге көндө. Шул ат Степандыҡы булырға тейеш. Ысынлап та, оҙон тороҡло ҡара бейә малай бәйләп киткән ерҙә сарсап, астан ҡаҡланып торған икән. Бәхтейәр ҡараңғы төшкәндә генә уны алып килде.
Икенсе көндө иртүк ҡабат ҡуҙғалдылар. Юл айырсаһына тиклем бергә барҙылар, унан Степан атын тау яғалап киткән таҡыр юлға ыңғайлатты: караттар командаһын эҙләп китте. Бәхтейәргә команда эҙәрләгән кешеләрҙе табырға кәрәк ине. Шуға үлән баҫҡан берләм юлды һайланы. Ҡоҙағыйҙарҙың йәйләүе ошо тирәлә булырға оҡшай, һандыҡ шикелле шаҡмаҡтау, юл эргәһендә үҫкән өс ҡолас етмәҫ ҡарт ҡарағай – былар хаҡында еңгәһе һөйләгәне бар кеүек. Бары тик юлда ярылып ятҡан ат тояғының эҙҙәре генә шомландырҙы. Күптән түгел тиҫтәләгән һыбайлы үткән! Шуларҙы самалап торҙо ла карат малай киткән яҡҡа боролдо. Ул да туҡтаған да Бәхтейәргә ҡарап тора. Ҡараштары осрашҡас, йылмайышҡан булдылар. Бәхтейәрҙең ҡабат осрашҡанда әлегеләй ҡунаҡсыл, алсаҡ булмаясағын Степа бик тә һәйбәт аңлай.
Саҡ ҡына бара биргәс, Бәхтейәрҙең танауына төтөн, көйөк еҫтәре килеп бәрелде. Ҡотло йәйләү тормошон, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тауышын, бала-сағаларҙың сыуылдашыуын үҙәге өҙөлөп һағынған үҫмер атын ҡыҙыулатты.
Барған һайын йөрәкһене, шуға күрә һаҡлыҡ тигәнде онотоп, атын йән-фарманға ҡыуаланы. Әммә көйөк еҫе барған һайын уҡшытҡысыраҡ була барҙы, күңелендә шом артты. Аҡыллы мал, ҡурҡыныс тойғанын белдереп, ҡолаҡтарын ҡайсылатты, үҙен көсләп, хужаһы ҡыуғанға буйһоноп ҡына сапҡан кеүек булды. Тик сигенергә форсат юҡ. Ни булһа ла булыр, тип ярһып килеп еткән Бәхтейәр оло йәйләү ултырған киң болондағы барса тирмәләрҙең янып көл-күмергә өйләнгәнен күрҙе.
Тирә-яҡта янған кәүҙәләр аунап ята. Янып бөтмәгән тирмә кейеҙҙәре төтәй. Малай ҡот осҡос вәхшәтте күҙ алдына килтерҙе: урман уртаһындағы түңәрәк болондо тәүҙә ҡамап алғандарҙыр, күрәһең. Унан үрт һала башлағандар. Ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға үрһәләнеп тегеләй-былай йүгергәндер. Ситкә сығам тигәндәрен атып йығып, ҡылыс менән сабып торғандарҙыр, ахыры. Ун-ун бишләгән янып бөтмәгән мәйет ерҙә аунай. Бәхтейәр, атынан төшөп, ергә тубыҡланды. Ни уйларға, кемгә мөрәжәғәт итергә бындай ауыр мәлдә?! «Эй, тәңре, үҙең күктә булһаң да, күңелең ерҙә түгелме ни?» – тип башын ергә сүкеп-сүкеп үкһене. Ерҙән дә шул уҡшытҡыс еҫ килә. Үҫмер аҡылын юйған кеүек ҡапыл һикереп торҙо ла ҡасып китергә, күрмәҫкә теләгәндәй, урманға ҡарай йүгерҙе. Нимәгәлер абынып, ялпашып барып ятты, боролоп ҡараны ла, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып, аяғын тартып алды. Өс-дүрт йәштәрҙәге ҡыҙ баланың ҡылыс менән уртаға сабылған кәүҙәһенә эләгеп йығылғайны. «Ҡотҡар мине», – тигән кеүек Алмасыуарҙы саҡырып алды ла, көс-хәл менән эйәргә үрмәләп, атының муйынынан ҡосаҡланы. Аҡыллы мал, килгән яғына боролоп, йән-фарманға елдерҙе. Урман эсенән сығып, баяғы юл айырсаһына еткәс кенә ҡалҡып ҡарар хәлгә етте Бәхтейәр. Атын бая Степан киткән юлға төшөрҙө. Аҡылдан шашмаҫ өсөн уға берәй әҙәм затын күрерғә, күңелендәген бушатырға, әсенеүен баҫырға кәрәк ине. «Әйҙә, малҡай, берәй тере кеше янына алып бар мине», – тип ялбарҙы. Байтаҡ шулай аңҡы-тиңке барғандан һуң, алда бер ҡарасҡы абайлап, эсе йылынып китте. Атын ашыҡтырҙы. Дуҫмы алда, дошманмы – барыбер. Һүҙ ҡушырлыҡ бәндә балаһы булһа, еткән. Эске ҡалтыраныуын тыйып, аҙыраҡ тынысланыр өсөн малай йән көсөнә тештәрен ҡыҫты, күҙҙәрен сытырҙатып йомдо. Йән-фарманға сабып барған Алмасыуарҙың тертләп үрәпсеүснә күҙен асты ла ҡырағай тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Алдында ҡаҙыҡҡа ултыртылған башҡорт егете ине. Ҡот осҡос ғазаптары ҡиәфәтенә сыҡҡан... Ҡыҙғаныуҙан, ҡурҡыуҙан, тетрәнеүҙән аҡылын юйыр хәлгә еткән Бәхтейәрҙең бөҙрәләнеп торған ҡап-ҡара сәстәренә сал йүгерҙе. Зиһенен уның балалығы аяны. Атының ялына сытырман тотоноп йығылған килеш онотолдо үҫмер. Алмасыуар үҙе юл табып, ҡараңғыла ғына уны аулаҡ төйәккә алып ҡайтып еткерҙе, һушын юйғайнымы, мәрткә киткәйнеме – һис ни тойманы Бәхтейәр. Алмасыуар һаҡ ҡына ергә ятты, Алабайы килеп битен яланы, хужаһының килеүен һиҙенгән шоңҡары тынысһыҙланды. Бер аҙҙан малай һаташа башланы, өҙәңгегә сырмалған аяғын тартҡыланы, үкһене. Этенең ялауы әсә иркәләүе булып төшөнә ингәс, буҫлығып-буҫлығып илап арыған Бәхтейәр үлемесле сарсауҙан иҫенә килде. Ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырҙатып, этенә турһыҡты алып бирергә ҡушты.
Түҙгеһеҙ итеп күкрәге яна, әйтерһең дә, ағыулы уҡ йөрәген үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан да яранан ҡан һарҡый. Ошо ялҡын үҫмергә онотолорға ла, иларға ла, йоҡларға ла, ашарға ла ирек бирмәй. Кешеләрҙе үҙ-үҙен аямай үлемгә барырға мәжбүр иткән нәфрәт өтөп алып бара ине Бәхтейәрҙе. Инде, шым-шым ғына йөрөп, Тимербикә ҡоҙағыйын эҙләп табырға ла шыпырт ҡына йәнтөйәккә юлланырға булдыра алмай ул. Хәҙер уның дошманды осратҡыһы, ҡон ҡайтарғыһы, яза үткәргеһе килә. Йәлләттәрҙе үлем күҙенә ҡаратып, ҡан ҡалтыратһа, бәлки, баҫылыр йөрәгенең ҡанһырауы. Бына хәҙер генә аңлай ул карат малайының күҙендәге ҡурҡыуҙы, хәҙер төшөнә: ҡулы ҡанға батҡан вәхшиҙең үҙ йәне өсөн ҡалтырауы булған икән ул. Был төйәктә дуҫтарҙы табыуы ҡыйын булһа ла, дошманды осратыу еңел ине. Уның артынан ҡанлы эҙҙәре ярылып ята. Бәхтейәр был юлы ҡаҙыҡҡа ултыртылған кеше янынан атын шәп ҡыуып уҙып китте. Әммә киләһе саҡрымда ҡарағай ботағында бәүелгән мәйет янында туҡтамай булдыра алманы. Хаҡ мосолмандың, үҙ башҡортоноң үлгәндән һуң да шулай мәсхәрәләнеп тороуына түҙә алманы. Ағасҡа менеп, хәнйәре менән арҡанды ҡырҡып төшөрҙө лә урман эсенәрәк алып инде, хәнйәре менән ҡаҙған ҡәбергә һалды. «Тар тип рәнйемә, ағай, – тине, күҙенә йәш алып. – Уҡыған доғаларым хоҙай алдында хәлеңде еңеләйтһен».
Бер саҡрымдан йәнә ҡаҙыҡҡа ултыртылған ҡот осҡос мәйетте осратты. Унан – аҫылғанын. Саҡрым һайын язаланған башҡорт! Бәхтейәр генә ерләп бөтә алмай ине уларҙы. «Ҡотҡарышырға булмаһа, ерләшергә генә булһа ла йый, башҡорт иле, ғәййәр улдарыңды!» – тип оран ташлар ине – кем ишетер?!
Бәхтейәр язалау командаһын кисләтеп кенә эҙләп тапты. Илле-алтмышлап ҡан эскес йылғаның матур бөгөлөш яһаған йәтеш кенә бер урынына ҡунаҡсаға туҡтаған. Хәүеф-хәтәрҙән шикләнмәй иркенләп урынлашҡандар. Әллә нисәмә усаҡ яҡҡандар. Ит ҡуралар. Еҫе Бәхтейәрҙең тамағын ҡытыҡлай. Ярһыуҙан, йөрәкһенеүҙән ашауҙан яҙған үҫмерҙең был еҫтән күңеле болғана.
Ҡараңғы төшөп тәүге йондоҙҙар ҡалҡыуға Бәхтейәр, йылға ярында үҫкән таллыҡҡа боҫоп, иҫерек караттарҙың һыулауға төшкәнен көтә башланы. Урыҫтар иләмһеҙ тауыш менән аҡырып йырлай, боғаҙ йыртып һүгенә. Бына бер ибәтәйһеҙ дәү урыҫ алпан-толпан баҫып, Бәхтейәр йәшенгән яҡҡа ыңғайланы. Йылға ситенә килеп, тубыҡланып, ерәнгес итеп уҡшыны, мығырҙап битен йыуҙы. Дошмандың үгеҙҙекеләй кәүҙәһенә ҡарап, үҙенең көсөн caмалабыраҡ икеләнеп торған малайға нәфрәте тәүәккәллек бирҙе. Ул ҡалҡынырға маташҡан иҫеректең муйынына боғалаҡ ырғытты ла, ҡапыл тартып, салҡан йыҡты. Ҡурҡышынан кинәт айнығып киткән урыҫ, муйынын быуған арҡанды бушатырға тырышып, йән көсөнә айҡаша башланы. Бәхтейәр арҡанды йыуан ғына ағас төпһәһенә уратып тарттырып ҡуйҙы ла, ғырылдығы сыҡҡан драгундың ауыҙына кейеҙ ялпыһын нышып-нышып тығып ҡуйҙы. Көндөҙ, ҡан көҫәгән мәлендә, ул, караттарҙы ни рәүешле ғазаплаясағын уйлап, ҡайнаған ҡанын баҫҡайны. Әле башҡа караттар абайламаҫ элек язаны атҡарыу фарыз ине. Ашығырға кәрәк. Бәхтейәр аптырап ҡалды. Дошмандың шул дәүмәле ҙур булыры башҡа инеп тә сыҡмаған. Ләззәтләнеп язалар өсөн уны алыҫҡа алып китергә кәрәк. Ярар, икенсеһен урын-еренә еткереп язалармын, тип уйланы үҫмер. Быныһын быуып ҡына үлтермәксе булды. Ҡан эскестең ҡурҡыуынан ғына булһа ла, кинәнес тапмаҡ булды, алҡымына үрелгән килеш йөҙөнә баҡты. Бәхтейәрҙең тимер ҡыпһыуыр кеүек ҡымтып алған бармаҡтарының көсөн тойған урыҫ йән әсеһенә асырғанып аҡырып ебәрҙе. Дөрөҫөрәге, уның атылып сығып барған күҙҙәрендәге ҡурҡыу малайға донъя яңғыратҡан кеүек тойолдо. Таҫырайған күҙҙәрендәге үлемесле ялбарыуҙан Бәхтейәр тертләп китте. Бармаҡтарының кәре ҡайтҡанын тойҙо. Ҡото осоп анланы: көнө буйы баҫтырыҡлап, ҡулға төшөрөү менән йолҡҡослап ырғытырҙай булып килгәйне, әле иһә үҙендәге ниндәйҙер бер ҡеүәтле көс уға дошманын үлтерергә ирек бирмәй. Йәлләү тиһәң, йәлләү түгел, ихтыярһыҙлыҡмы, ерәнеүме? Аллаһы Тәғәләнең бәндәләргә йән өргән мәлендә зиһендәренә һеңдергән мөҡәддәс ҡануны – үлтермә тигән бойороғо – тотҡарлай ине сабыйҙы кешелеклелекте аша атлап уҙыуҙан. Көсһөҙлөгөнә ярһып, малай урыҫты сырмап һалды ла, күҙ йәштәренә төйөлөп, урманға ҡарай өҫтөрәне. Ҡарт ҡарағай төбөндәге ҡырмыҫҡа иләүен туҙыратып, уның өҫтәмә һуҙып һалды, шунан йәнә һунарға китте. Таң һыҙылғансы алты йәлләтте ошонда теҙеп һалды ла, арыуҙан, талсығыуҙан, ҡәнәғәтлек тойғоһонан тынысланып, сәйер яза урынынан алыҫҡараҡ китергә ашыҡты.
Бәхтейәрҙең мәйеттәр сафы аша уҙырға ихтыяры етмәне, шуға күрә Алмасыуарын үҙ ыңғайына ҡуйҙы. Аҡыллы малҡай берәй туҙҙырылмаған йәйләүгә алып сыҡмаҫмы, тип өмөтләнде. Лертелдәп кенә юртып барған айғырының арҡаһында йонсоу бәүелеп бара торғас, йоҡомһорап киткәнме, ҡаршыға килгән һыбайлыларҙы һуңлап ҡына абайланы. Кейемдәренә ҡарап, уларҙың язалаусылар икәнен таныу менән атын борҙо. Тик һуң ине инде. Караттар уны ҡыуа төштө. Бәхтейәр Алмасыуарҙың дошман атына бирешмәҫенә ышана ине, ысынлап та ҡыуғын төшкәнен һиҙгән айғыр ҡуш аяҡлап саба башланы. Әммә бер ерән урыҫтың аты ла шәп булып сыҡты. Хужаһының тос ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ярайһы ғына ырата. Уның артынан тағы берәү саба. Атына ҡарап, Бәхтейәр икенсе һыбайлының Степан икәнен таныны. Ерән урыҫ шаҡтай яҡынайҙы ла Бәхтейәргә тоҫҡап атып «бәрҙе. «Мине үлтереп, атымды алырға итә, мәлғүн», – тип уйланы үҫмер. Шунан башына килгән хәтәр уйҙан, малайлығына барып, көлөп үк ебәрҙе. «Әһә, мин һине ҡыҙыҡ итәйем әле!» Атын тотоп яҡыныраҡ ебәрҙе лә, теге атыу менән йәнтәслим артҡа йығылып киткән булды. Степандың: «Үлтерҙең, үлтерҙең», – тип әрнеп ҡысҡырғаны ишетелде. Ерән урыҫ, эре тештәрен ыржайтып, кинәнеп көлөп ебәрҙе. Уларҙы күҙәтеп барған үҫмер аяғын өҙәңгенән ысҡындырып, атының ҡорһаҡ аҫтына инде. Ялт-йолт иткән аяҡтар араһынан саҡ-саҡ күренә ине. Степанға ул хатта телен күрһәтеп мыҫҡыл итеп барған кеүек тойолдо. Үлтерҙем, тип ҡыуанған урыҫ та, башҡорт малайының был сослоғона ғәжәпләнеп, телен шартлатты. «Кеше түгел, шайтандар был», тип төкөрөп, кире боролдо.
Урман араһына инеп ҡотолдом инде, тигән Бәхтейәр иһә көтмәгәндә икенсе хәтәргә юлыҡты. Үҙҙәренең ҡырмыҫҡанан таланып үлем хәленә килгән һалдаттарын эҙләп тапҡандан һуң, үс алыусыны юллап сыҡҡан караттарға осраны. Әле генә үҙен баҫтырғандар яғына боролоп сабыуҙан башҡа сара ҡалманы. Үҙе саба, үҙе берәй берләм һуҡмаҡ осрамаҫмы тип ҡаранып бара. Бына алдағы команда ла күренде. Ҡыйғыулап сапҡан һыбайлыларҙа үҙҙәренекен танып, Бәхтейәрҙең Алмасыуарын күреп, йәйә боролдолар. Үҫмер ике ут араһында ҡалды, уға шырлыҡҡа инеүҙән башҡа сара ҡалманы. Туҡтауһыҙ сабыуҙан талсыға башлаған айғыр баяғыса ырата алмай. Нишләргә? Хәйлә менән алдырыуҙан башҡа сара юҡ. Малай аты сабып барған ыңғайға бер ботаҡҡа ынтылып аҫылынып ҡалды ла тейен кеүек ағас башына үрмәләне. Йөгөнән бушанып, еңеләйеп ҡалған атҡа сабыуы анһатыраҡ булыр. Ул арала йәнә башҡаларҙан айырылып алға киткән теге ерән урыҫ күренде. Бығаса күрә-күрә килгән аттың күҙ менән ҡаш араһында юғалыуына аптырап торҙо. Атынан төшөп эҙҙе ҡараны. Тик ҡарағай энәләре ҡалын булып ергә ҡойолған ерҙә тояҡ эҙе ҡалырлыҡ түгел. Арлы-бирле йөрөп әйләнгәндән һуң, йәмһеҙ һүгенеп, ағас төбөнә ултырҙы ла тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Төтөнөн борлатып ебәргәс, картузын сисеп, маңлайын һыпырҙы, аяғын һуҙып, йәтешләп ултырып алды. Ул ултырған ағастың башына ҡунаҡлаған Бәхтейәргә мәрәкә булып китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән дошманының ялтырап торған ҡыҙыл пеләшенә лысҡылдатып төкөрҙө лә ҡуйҙы. Тертләп һикереп торған урыҫ мылтығына йәбеште. Үҙе үрелеп-үрелеп ҡарана. Хәҙер күрә лә, тубырсыҡ кеүек бәреп төшөрә был мине, тип уйланы Бәхтейәр уға уғын тоҫҡап: кем алдан өлгөрөр? Лып итеп йығылып киткән урыҫтың үлеме, тереме икәнен белеп тә өлгөрмәне – арттағы ҡыуғынсылар килгәне ишетелде. Бәхтейәр тиҙ генә ағастан һикереп төштө лә януар сослоғо менән шырлыҡ араһына инеп юғалды.
Ажарланып урманды һөҙөп сыҡҡан караттарҙан, тамырҙары тарбайып, ярым ауып үҫкән ҡарағас төбөндәге бүре өңөнә инеп, илла-алла менән саҡ ҡотолоп ҡалған Бәхтейәр атын табып алғансы ҡараңғы төштө. Әптән арып-йонсоп бөткән малай, таң менән аулаҡ төбәккә юлланырға ҡарар итеп, төндө урманда үткәрҙе. Ҡараңғыла ла тәүәккәлләр ине, бәлки, аҙашып, караттар өҫтөнә барып сығыуҙан шикләнде. Икенсе көндө, алан-йолан ҡаранып, һаҡланып ҡына барҙы, юлға сыҡмай, урман ситләтеп кенә юртты. Шулай килә торғас, бер түңәрәк ерҙә ҡаршыһына килгән ғәскәрҙе абайланы. Кейемдәренән, атта ҡыя ғына ултырып килеүҙәренән күренеп тора: башҡорттар. «Йә хоҙа, – тип елкенде малай, – үҙебеҙҙекеләрҙе лә күрер көн бар икән. Башҡорттар ҡалған икән әле донъяла».
* * *
Бәхтейәрҙе ике ҡулынан шыҡырайтып тоттолар ҙа елтерәтеп яза майҙанына алып киттеләр. Ул тәүҙә үҙен аҫырға йыйыналарҙыр тип уйлағайны. Шуны теләне. Бары тик тимер ҡыҙҙырып ғазапламаһындар ҙа ҡаҙаҡҡа ултыртмаһындар, эй, Хоҙайым.
Майҙанға халыҡ бик күп йыйылған. Барыһы ла хәрбиҙәр. Араларында башҡорттар менән мишәрҙәр ҙә байтаҡ күренә. «Батшаның тоғро эттәре», – тип уйланы үҫмер. Тимәк, бер башҡорт ялпыһы өсөн йөрәге янған: кеше булмаясаҡ, һуңғы көндәрҙәге кисерештәре зиһенен шул тиклем теткеләгәйне, Бәхтейәр үҙенең үлеменә лә йүнләп ҡайғыра алмағанын тойҙо. Күҙ алдынан әсәһенең йөҙө сала-сарпы үтеп киткәндә генә болоҡһоғандай була ла... Күберәк уны: «Нисек тә мәсхәрәгә ҡалмай, сыҙам үлергә...» – тигән уй борсой.
Майҙан уртаһында торған ҙур түмәрҙе күргәс, ул башын киҫергә йыйыныуҙарын аңланы, тиҙҙән балта тейәсәк муйыны тартышып ҡуйҙы. Әммә үҙен юл буйы алдаштырып, һөйләндереп килгән ярамһаҡ башҡорттарҙың мыйыҡлыһы ауыҙын йырып түмәр эргәһенә бер ҡосаҡ шыйыҡ сыбыҡ ташлағас, ҡыуаныстан башы әйләнеп китте. Уны эш боҙған малай-шалайға ғына һанап, сыбыҡ менән ярырға булғандар ҙа баһа. Йыйылған халыҡтың мәрәкәсел, шаян йөҙөн абайлап, ҡандан ялыҡҡан һалдаттарҙың көлкө ҡарарға, кинәнеп ауыҙ йырырға килгәндәрен аңланы.
«Улай бик теләгәстәре рәхәтләнһендәр, тик көлөп эҫтәре ҡатһа, үпкәләштән булмаһын», – тип ҡарар итте рухы күтәрелеп киткән үҫмер. Нимә-нимә, шыйыҡ сыбыҡты Бәхтейәрҙең байтаҡ татығаны бар. Артыҡ ауыртмаһын өсөн ҡайһылайыраҡ ҡыланырға кәрәклеген дә яҡшы белә. Көсөргәнмәҫкә кәрәк, тәнеңде ҡурыштырмаһаң, сыбыҡтың зәһәре үтә алмай.
Ул арала кәп ҡорһаҡлы, кәүҙәле урыҫ офицеры уртаға сыҡты. Бәхтейәргә төртөп күрһәтә-күрһәтә нимәлер һөйләне. Шунан үҙен тыңлап хахылдағын сыҡҡан һалдаттар араһынан шешенеп бөткән берәүһеп тартып алды. Бәхтейәр шунда уҡ таныны: аяҡ-ҡулын сырмап, ҡырмыҫҡа иләүенә һалып киткән драгундарҙың береһе ине был. Уға ҡарап караттар бот сабып көлдө. Ҡаҡса ғына башҡорт малайына бирешеп торған өсөн мыҫҡыл иттеләр, күрәһең. Шунан Бәхтейәрҙе төрткөләп түмәр эргәһенә алып килделәр. Сапҡыланған ағас йөҙөнә лыҡашып ҡатҡан ҡанды, йәлләт балтаһының эҙҙәрен күреп, үҫмерҙең күңеле болғанды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Бына уның ҡулын ысҡындырҙылар, күлдәк-ыштанын һыпырҙылар. Унан теҙ сүктереп түмәрҙе ҡосаҡларға ҡуштылар. Тегеләй ҙә, былай ҙа ҡыландырып, туҡмарға уңайлап ятҡыра алмай йөҙәнеләр. Теге мыйыҡлы башҡорттоң еңен һыҙғанғанда мут ҡына күҙ ҡыҫыуын күреп, малай: «Был юрый тамаша ҡоралыр, ныҡ һыҙырмаҫ», – тип ирәйеберәк киткәйне лә, күҙҙәренән ут сәсрәнеме ни?! Юрамал ғына тажылдарға йыйынған Бәхтейәр ҡолаҡ ярғыс итеп аҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Тейен етеҙлеге менән тороп тамаша ҡылыусылар араһына һикерҙе, майҙандан ҡаҫмаҡ булды. Көлөшә-көлөшә тотоп алып ҡабаттан түмәргә йыҡтылар. Шул саҡ малай берәүҙең сағыу тауыш менән үҙәк өҙгөс итеп: «Бәхтейәр!» – тип ҡысҡырғанын ишетте. Ҡалҡып баҡҡайны, ҡыҙғаныс итеп ҡарап торған зәңгәр күҙҙәр менән осрашты. Степан... Үҙен язалағанды таныш урыҫ малайының шаһит ҡылып тороуы Бәхтейәрҙең ғәрлегенә тейҙе. Мыйыҡлы йәлләт баштағы мәрәкәнең ҡабатланыуын көтөп торған яуҙаштарының өмөтөн аҡларға нисек кенә тырышмаһын, сыбығын ни тиклем айбарланып һелтәмәһен, үҫмер ҡабат өйөн-тынын сығарманы.
Ярһып киткән язалаусыны малайҙың иҫтән яҙғанын абайлаған урыҫ офицеры саҡ туҡтатты. Өҫтөнә бер-бер артлы ике күнәк ҡоҙоҡ һыуын ҡойғас, Бехтейәр ыңғырашып күҙен асты, башын ҡалҡытырға маташты. Уны ике ҡултығынан тотоп ҡайҙалыр алып киттеләр.
– Көҫәпҡол тархан үҙе килеп өлгөрмәне, – тине һөйрәп барыусыларҙың береһе.
– Нишләр ине икән? – тине икенсеһе.
– Уртын сәйнәп булһа ла сыҙар ине, – тине тәүгеһе. – Батшаға тоғролоғон нисек итеп иҫбатларға белмәй йөрөгән сағы бит ҡарт төлкөнөң. Бола ҡуптарыусылар араһында уның туған-тыумасаһы, дуҫ-ише күп булған. Шуларҙы ла артыҡ ел-дауыл тигеҙмәй аралап алып ҡалырға кәрәк хәҙер уға.
– Шул төлкөлөгә менән үҙ төйәген үрт-йәберҙән ҡурсып килә лә бит инде.
Иҫе инерле-сығырлы булып килгән үҫмерҙең зиһененә был һөйләшеүҙең мәғәнәһе бик әкрен барып етте. «Тимәк, атайым бында. Улайһа, ике ағайым да бында була инде. Бәлки, улар ҡоҙағыйҙарҙы әрсәләп алып, берәй аулаҡҡа йәшергәндәрҙер». Был уйҙан һыҙланыуҙары саҡ ҡына булһа ла баҫылған кеүек булды.
Ҡултығынан арҡанға аҫып, Бәхтейәрҙе тәрән соҡорға төшөрҙөләр. Ваҡытында башҡорттар бында мәғдән сығарған булғандарҙыр. Еүеш һалам өҫтөнә хәлһерәп килеп туңҡайғайны (башҡаса бер нисек тә ятырлыҡ түгел) йылы, йомшаҡ бер нәмәгә тейгән аяғын, ҡапыл тертләп, тартып алды.
– Ҡурҡма, ағай, был мин, Ишмырҙа, – тигән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде. Туғыҙ йәштәрҙәге малай. Бахырҙы бик ныҡ ыҙалағандар. Башы-күҙе гөпөк шешек икәне ҡараңғыла ла абайлана. Бәхтейәр йәтешләберәк ултырырға маташты ла, сытырайып ыңғырашты. Теткеләнеп бөткән арт һаны, арҡаһы түҙгеһеҙ һыҙлай. Теге малай, шылышып, Бәхтейәргә яҡынлашты:
– Ҡалай аҙаплағандар, ағай! – тип йәлләп бышылданы.
– Һине лә ҡыҙғанмағандар бит, мырҙа!
– Һинән ниндәй сер таптырҙылар? Әйттерҙеләрме, юҡмы?
Һәр кем үҙ күңелендәге менән ҡыҙыҡһына.
– Ә һин әйттеңме? – тине Бәхтейәр.
Уның һүҙенән малай өрккән йәнлек кеүек ситкә тайпылды. Өндәшмәне. Бер аҙҙан һуң ғына:
– Тырнаҡ аҫтына ҡаҙау тыға башлағас түҙмәнем, – тип бышылданы. Үҙенә саҡ ҡына булһа ла аҡлау табырына ышанғандай, шешенеп сыҡҡан һуҡ бармағын күрһәтте. Унан үҙәк өҙгөс төшөнкөлөк менән һамаҡлап ҡуйҙы. – Белмәгән булһамсы мин ул серҙе, белмәгән булһамсы...
Яралары бәғерҙе телгеләп һыҙлаһа ла, Бәхтейәр был ҡылыс буйылай ғына баланың күңел йәрәхәте үҙенеке менән сағыштырғыһыҙ тәрән икәнен тойҙо. Уның ярлыҡау ялбарып, өмөт ҡатыш ҡурҡыу менән ҡарап торған күҙҙәрендә сатҡы баҙлатҡыһы килде.
– Бәлки, ғәйебең улай ҙур ҙа түгелдер, мырҙа. Үҙеңде язалама, – тине. – Был донъяла ике генә ҡайғы бар, – тип әсәһенең йыш ҡабатлай торған һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө: – Үлем менән ғәриплек. Ҡалған бөтәһен дә төҙәтеп була. Был шештәр менән яралар уңалыр, ямауы өҫтөндә. Иң мөһиме – беҙҙе аҫманылар, киҫмәнеләр... – Ҡалғанын әйтергә көсө етмәне, кисә күргән ҡурҡыныс мәйеттәр күҙ алдына килеп, тамағына төйөр ултырҙы. – Аллаға шөкөр, – тип кенә бышылдай алды.
– Ә Тимербикә инәйемде аҫырҙар, Зөлхизә апайымды, мәсхәрәләп, эттәргә ташларҙар, – тип үкһене малай, сабый аяуһыҙлығы менән барыһын да исемләп әйтеп. – Абзыйҙарҙы ҡаҙыҡҡа ултыртырҙар.
Ишмырҙа, күҙҙәре аларып, балсыҡ стенаға башын сүкей-сүкей үрһәләнде.
Таныш исемдәрҙе ишетеп, Бәхтейәр ауыртынғанын да онотто, ҡалҡынып малайҙы ҡосаҡлап алды.
– Сеү, мырҙа, шаулама, – тине яурынынан һыйпап. – Әйт әле, ниндәй Тимербикә? Уны ни эшләп аҫырға тейештәр?
Малайҙың өҙөп-йыртып һөйләүенән шул аңлашылды: Ишмырҙа Бәхтейәр эҙләгән Тимербикә ҡоҙағыйының аҫрауға алған улы икән. Йәйләүҙе караттар туҙҙырғандан һуң улар, егермеләп кеше, бер мәмерйәгә барып йәшенгәндәр.
– Тимербикә инәйемдең дүрт улы, Зөлхизә апайым. Ҡалғандары туған-тыумаса, хеҙмәтсе егеттәр ине. Сығалар ҙа караттарға һөжүм итәләр, ҡон ҡайтарып ҡайталар. Әллә нисә тапҡыр әсир төшкән башҡорттарға ҡасырға ярҙам иттеләр, – тип урыҡ-һурыҡ һөйләне малай.
Әммә караттар көндән-көн ҡанһыҙланған, уларға «вернай башҡорттар» ҙа килеп ҡушылғас, һуғышыу әптән ауырлашҡан, һуңғы тапҡыр мәмерйәнән сыҡҡан егеттәрҙең алтауһын тотҡандар. Шунан һуң байбисә кәрәкһеҙгә сығып йөрөүҙе ныҡлап тыйған.
– Мин дә һорамай киткәйнем. Зөлхизә апайыма көртмәле йыяйым тип кенә... Унда яҡында ғына түшәлеп ята. Кире менеп бара инем инде, әллә ҡайҙан килеп сыҡтылар, һиҙмәй үтеп китеп баралар ине, ҡарағайҙың ботағы мурт бит, һынды ла – ҡоланым. Иң арттағы һыбайлының аты саҡ өҫтөмә баҫманы, – тине Ишмырҙа. – Араларында берәү мине сырамытты. Улар беҙҙе эҙләп арманһыҙ булып бөткән икән. Бында инәйемдән башҡа караттарға ҡаршы ҡарыулашҡан бер кеше лә ҡалмаған.
Тәүҙә, туҡмаһалар ҙа, аяҡ-ҡулдан аҫып ҡуйһалар ҙа, өндәшмәнем. Бында алып килгәс, урыҫтарҙың иң яуыз йәлләтенә бирҙеләр. Шунда сыҙаманым инде. Унда ла тәүҙә әйтмәнем, ҡыҙған тимер менән арҡама ырыу тамғаһын баҫҡанда ла түҙҙем әле, – малай аяныслы итеп Бәхтейәргә ҡараны: «Нимә әйтер?»
– Тимербикә ҡоҙағыйҙы бик яусан кеше тиҙәр ине бит. Һинең эләккәнеңде белгәс тә мәмерйәнән кикәндәрҙер инде, – тигән булды үҫмер, һүҙҙәренә үҙенең дә ышанғыһы килде. «Бәлки, атайымдар уларҙы ҡотҡарып йөрөйҙөр» тигән бәләкәс кенә өмөт тә бар ине. – Мин уларҙы эҙләп килгәйнем бит, Ишмырҙа. Мин бит һеҙгә ҡоҙа булам. Гөлйөҙөм апайыңдың ҡәйнешемен.
Малай ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй баш ҡаҡты. Күп туҡмалыуҙан, йән һәм тән ғазабынан йонсоп, зиһене томаланып та бөткәйне.
– Ҡайһы тирәлә ул мәмерйә? – тип һорағас, йәнә тертләп китте лә, әйтмәйем, тигәндәй баш сайҡаны.
– Һай, иҫәүән. Караттарға әйткәнһең бит инде. Дошман белә, ә туғаныңдан йәшерәһеңме?
«Атайым бит тархан кеше. «Вернай». Мине барыбер йолоп алып ҡалыр. Шул саҡта, әгәр ҙә ул ысынлап та язалаусылар менән бер юлдан йөрөһә, ҡасып китер әмәле сығыр» – тигән уй йөрөттө үҫмер. Мәмерйәгә юлды бик тәфсилләп һорашты.
Ишмырҙаны үҙе менән бергә ҡасырға өгөтләне.
– Юҡ, ағай, – тине малай. – Тылмас әйтте: «Дөрөҫөн һөйләп бирһәң, суҡындыралар, уҡырға ебәрәләр, урыҫ яһайҙар, – тине. – Әфисәр булырһың, бай йәшәрһең», – тине. Башҡорт булып йонсоном мин, урыҫ булғым килә.
Бәхтейәрҙең уны ныҡлап өгөтләргә хәле юҡ ине. «Яйы сыҡҡас, сараһы күрелер әле», – тип уйланы.
Яралары үҙәккә үтеп һыҙлай. Шулай ҙа йоҡо баҫҡан. Сей иткә әйләнгән арҡаһына ауырттырып тейгәнгә уянып китте. Дөм-ҡараңғы. «Ағай, һиңә өндәшә», – тип бышылданы Ишмырҙа. Ысынлап та бер ҡарасҡы эйелгән.
– Бәхтейәр! – Тауышынан Степанды таныны үҫмер. – Бәхтейәр, арҡанға йәбешеп сыға алаһыңмы?
– Ишетәм, алам, – тип ярһып яуапланы үҫмер, һикереп торҙо. Ҡыҙыулыҡтан ауыртыныуын да онотто. – Әйҙә, Ишмырҙа.
– Юҡ, – тип стенаға һыйынды малай.– Юҡ.
Илла-алла менән сығып еткәс тә, Степан Бәхтейәрҙе урман яғына өҫтөрәне. Йыуан ағас төбөндә эйәрле торған Алмасыуары хужаһын алыҫтан уҡ танып тауыш биргәс: «Ҡотолдом!» – тигән уй зиһенен яҡтыртып үтте үҫмерҙең.
– Һин миңә яҡшылыҡ эшләнең, – тине Степан. Өҫтөндәге кейемен сисеп Бәхтейәрҙең яурынына һалды. – Мин дә һиңә яҡшылыҡ эшләргә тейешмен, – тип билендәге ҡылысын да сисеп бирҙе. – Дуҫ булайыҡ.
Карат малайының ҡылысын алған ыңғайға Бәхтейәрҙең күҙ алдына уртаға сабылған сабый кәүҙәһе килде. Ҡылыстан шуның ҡайы тамып торған кеүек тойолдо.
– Дуҫ түгел, – тине. – Яу һуҡмағында осрама миңә. Яҡшы саҡта үҙ илеңә кит. Осраһаң, аямам. – Унан көс-хәл менән атына менеп ултырҙы. Ауыртыуҙан һушын юғалта яҙҙы. Әрнеүҙән ҡыҫылған күҙҙәре менән зәһәр ҡарап: – Нишләп килдең бында?! – тип ярһыулы бышылданы ла: – Әйҙә, малҡай, – тине. – Мине бынан алыҫҡараҡ алып кит.
Уның артынан ҡарап ҡалған Степандың ҡысҡырып-ҡысҡырып илағыһы килде. Сей яра килеш билдәһеҙлеккә сабып киткән башҡорт малайы уға ни өсөндөр бик бәхетле тойолдо. Бәхтейәрҙе ҡыуып еткеһе, уның менән бер ҡатарҙан сапҡыһы, бергәләп балыҡ тотҡоһо, шоңҡар сөйгөһө килде.
«Нимәгә һеҙгә шул тиклем ер? – тип һорағайны ул теге көндө Бәхтейәрҙән. – Малдан тапатып, тәләфләп бөтөрәһегеҙ. Иген сәсһәң, күпме кешене туйҙырырлыҡ ер әрәм булып ята». Шулай тигәндә Степан үҙенең хаҡлығына, ҡыуған юлының дөрөҫлөгөнә ышана ине. Быға тиклем үҙенә осраған башҡорттарға «гололобый басурман» тип түбәнһетеп ҡарауҙы ла тәбиғи һанай ине. Үҙе кеүек үк сос, зиһенле башҡорт малайының ихласлығы, үҙен ғорур, тиң итеп тотоуы уға ысын башҡорттоң булмышын күрһәтһә, ҡап-ҡара сәсле шуҡ малайҙың күҙ алдында сәстәре ағарып үсле ҡон ҡайтарыусыға әйләнеүе урыҫтарҙың вәхшилектәренә күҙен асты.
«Аллаһы тәғәлә һәр кемгә йәнтөйәк, булмышына ярашлы шөғөл биргән, һәр кемдең үҙ күңеленә ятышлы моңо-көйө бар. Бына һеҙҙең йырҙарығыҙҙың моңо юҡ, ҡайһы береһе ҡолаҡты ярып килеп инә. Ә беҙҙең йырҙар, бәлки, һеҙгә ялҡытҡыс тойолалыр, – тигәйне ул саҡта Бәхтейәр. – Мин бит үҙеммен тип кәперәйеп, һеҙҙе хурламайым. Нәфсемде тауҙай ҡабартып, һеҙҙең балыҡлы күлегеҙҙе барып баҫмайым, һин дә йәшә, мин дә йәшәйем, тип ихтыяр итәм.
Бына мин һинең балтырыңа ярып ингән ҡарағай шырауын тартып алдым. Алмаһам, ул ярһып, эренләп сығыр ине. Тире аҫтына ингән бәләкәс кенә сүп тә әрнетә. Ә һеҙ башҡорт тәненә һөңгө кеүек килеп ҡаҙалдығыҙю. Беҙ нишләргә тейеш? Нишләргә беҙгә?»
* * *
Туп-тура мәмерйәгә сапҡыһы килһә лә, был хәлендә унда барыуҙың фәтүәһеҙ икәнен аңлай ине Бәхтейәр. Яраларҙы был килеш ҡалдырһаң, иртәгә бөтә тән ярһып шешеп китәсәк. Унан төн йөҙөндә аҙашыуың да, караттарға йәнә барып ҡабыуың да бар. Шуға Алмасыуарҙы үҙ иркенә ҡуйҙы. Ул аулаҡ төйәккә алып барыр...
Ә малҡай хужаһының хәле мөшкөллөгөн аңлағандай, ҡәҙерле йөгөн бимазаламай тигеҙ генә юртып барҙы. Таң һыҙылғайны ҡайтып еткән саҡта. Алабай уларҙы әллә ҡайҙан ҡыуаныслы өрөп ҡаршы алды. Атынан саҡ шыуып төшкән Бәхтейәр ергә һуҙылып ятты ла ҡойроҡ болғап эргәһендә өйөрөлгән этенә ялынды:
– Яла, Алабай, яла. Ҡотҡар мине, – тип уттай янып барған арҡаһына ымланы. Яраларҙы уңалтыр өсөн әле эттең шайығынан да шифалыраҡ дауа таба алмай ине.
Икенсе көндө иртәнсәк кенә мәмерйәне эҙләп сығып китте Бәхтейәр. Уға тиклем бейә һауҙы, тамаҡ ялғаны. Бәхетенә күрә, турһыҡты бушатһалар ҙа, сисеп алмағандар икән. Ишмырҙа Зөлхизәне ауырый тигәйне. Ҡымыҙ килешер.
Малайҙан юлды тәфсилләп һорашҡан кеүек булғайны. Йылға буйлап барһаң, аҙашмаҫһың, тигәс, урауыраҡ булһа ла, бормаланып ятҡан тау йылғаһына эйәрҙе. Тейешле урынға яҡынлашҡанын алдан уҡ белде. Атыу тауыштары ишетелә, эт өрә, кешеләр ҡысҡырыша. Караттар, әлбиттә, Бәхтейәрҙе көтөп тормаған, мәмерйә эргәһенә килеп тулған.
Алмасыуарын аулаҡҡараҡ йәшергәс, Бәхтейәр дошман лагерына яҡыныраҡ килде. Бер йәтеш кенә ағастың башына менеп, тирә-яҡты күҙәтә башланы. Ысынлап та, мәмерйә дошманға ҡаршы оҙаҡлап һуғыш алып барыр өсөн ифрат уңайлы ине. Уға ике тау араһына ҡыҫылған тар ғына һуҡмаҡ алып бара. Күтәрелгәс тә мәмерйә ауыҙына етмәйһең – сосайып торған оло ташҡа барып төкәләһең. Артабан, моғайын, арҡан буйлап ҡына күтәреләһеңдер. Тар ғына ауыҙын таш менән көпләһәң, белмәгән кеше мәмерйәне ғүмере таба алмаясаҡ. Ҡанлы яуҙар мәлендә быуаттар буйы башҡорттарға ышаныслы ышыҡ булғандыр был таш өй.
Караттар мәмерйәгә бер нисә тапҡыр һөжүм итеп маташҡан, буғай. Бәхтейәр ҡарап торғанда ла бер ынтылдылар. Был юлы һыбайлы башҡорттарҙы ебәреүҙе ҡулай күрҙеләр. Бәхтейәр яугирҙар араһында атаһы менән ағаларын эҙләне. Күренмәнеләр.
Дүрт һыбайлы аттарын шәп-шәп ҡыуып, хәүефле урынды тиҙ генә үтмәк булды. Әммә мәмерйәнән уларҙы бер-бер артлы уҡ менән атып йыҡтылар. Таш өй алдына сығып баҫҡан аҡ һын (Бәхтейәрҙең үткер күҙҙәре уның ҡатын-ҡыҙ икәнен абайланы) иң арттағыһының атын үтәнән-үтә тишә атты. Үлемесле яраланған малҡай үҙәк өҙгөс итеп кешнәне лә йәнтәслим барып төштө. Ә һыбайлыһы һылтыҡлай-һылтыҡлай, эйелә-сүгәләй аҫҡа йүгерҙе.
– Үәт көс, үәт таһыл! – тип аптыраны Бәхтейәр телен шартлатып. Был уҡсының Тимербикә ҡоҙағыйы булыуына тамсы ла шикләнмәне. Артабан ағас башында ултырыуҙан файҙа юҡ нне. Был яҡтан мәмерйәгә сысҡан да үтеп инә алмаҫлыҡ. Икенсе йәшерен юл булырға тейеш. Ишмырҙа юҡ, тине тиеүен. Ул йә белмәй, йә белһә лә өндәшмәгән. Тимәк, караттарға ла әйтмәгән. Йәшерен тишекте эҙләүҙән башҡа сара юҡ. Әлбиттә, был аҡыллы фекерҙең үҙ башына ғына килмәгәнен төшөнә ине үҫмер. Караттар ҙа темеҫкенеп тау-таш ҡыҙыралыр. Шуға күрә һаҡ ҡына барҙы.
Бер аҙҙай ҡара көртмәле түшәлеп үҫкән ергә килеп сыҡты. «Көртмәле йыйырға төшкәйнем», – тигәйне Ишмырҙа. Тирә-яғына ҡараштырҙы. Малайҙың эҙен юлланы. Ҡайҙан ғына табаһың инде. Арыраҡ бара биргәйне, был урындар бик тә таныш кеүек күренде. Тәүге көндө ошо тирәләрәк ҡунды түгелме? Ошо шишмәнән һыу эсте. Ошонда муйыл ашаны. Бәхтейәр йылға тауышына ҡолаҡ һалып торҙо ла, шул яҡҡа атланы. Урмандан сығыу менән теге таш стена кеүек күккә олғашҡан текә тауҙы күрҙе. Ә бына уның һәндерә яһап ҡунған ҡарт ҡайыны. Шул төн иҫенә төшөү менән Бәхтейәрҙең зиһенендә йәшен ялтланымы ни:
«Тимәк, теге төндә бисура тигәнем Зөлхизә ҡоҙаса булған». Их, шунда ҡото осоп суҡайып ултырғансы, сосораҡ булып тотоп алһасы...
Ҡайынға һөйәлеп торған Бәхтейәр бәрей ҡыҙының күккә ашҡанын иҫенә төшөрҙө лә, шул эҙҙәрҙе юллап йүгермәксе ине, боҫорға мәжбүр булды. Биш-алты карат, көртмәле ашай-ашай, тирә-яҡты байҡап йөрөй. Бәхтейәрҙең эргәһенән генә үтеп йылға буйында туҡтанылар, һыу кисергә сикәнделәрме, аша сыҡманылар, ҡаяға оҙаҡ ҡына ҡарап мыңғырҙаштылар. Бәхәсләшәләр ине булһа кәрәк.
Бер сыйылдағырак тауышлыһының ғына:
– Юҡ, бында ҡанатлы булырға кәрәк, юҡ, – тигәне ишетелде. Ҡабат боролоп урманға инделәр ҙә ятып тороп көртмәлегә тейештеләр. Аптырағандан ҡарашы менән ҡаялағы һәр екте һәрмәгән Бәхтейәргә уларҙың убырлығына екһенеп, серәкәй емтеге булып ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Саҡ-саҡ сыҙаны, һаман һыҙлаған яраларынан бигерәк, башына килгән бер фекер уны бимазалай ине.
«Мәмерйәнең йәшерен юлы ошонда килеп сығырға тейеш. Моғайын, ул ныҡ юғарылалыр. Теге юлы Зөлхизәне арҡан менән тартып алғандарҙыр».
Тегеләр, ниһәйәт, туйҙы, ахыры. Мөңгөрҙәшеп киткәндәре ишетелде. Шыпырт ҡына барып, яҡын-тирәлә кеше булмағанына ышанғас, Бәхтейәр ҡая янына килде. Буйы етерҙәй ерҙәрен ҡапшап ҡына түгел, ялап, еҫкәп тигәндәй сыҡты. Юҡ инде, юҡ. Унан ҡаяға терәлеп үҫкән ике ҡарағайға ла менеп ҡараны. Аяғы менән дә, ҡулы менән дә таштарҙы эткеләне. Ул арала эңер төштө, ҡараңғылыҡ ҡуйырҙы. «Бәлки, төндә сығып ҡасырға уйлайҙарҙыр», –тигән өмөт менән үҫмер Алмасыуарын яҡынғараҡ алып килеп йәшерҙе лә әлеге ҡарт ҡайын төбөнә боҫоп, ҡаяға текләне. Күҙе сығырҙай булып күпме генә ҡарамаһын, бер кем күренмәне.
Төн һил үтте. Тимәк, мәмерйәләгеләр ҡасырға йыйынмай. Бәлки, берәй ярҙамға өмөт итәләрҙер. Моғайын, атаһы менән ағалары, караттарҙы албырғатып, уларға ҡушылырға йыйыналыр. Был уйҙан Бәхтейәрҙең күңеле күтәрелеп китте. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Ул йәнә ҡарағайға үрмәләне. Уның кәкрәйеп үҫкән ботағы буйлап барһаң, сосайып торған ташҡа саҡ ҡына аяҡ терәрлек урын бар. Шуға баҫып өҫкәрәк ынтылмаҡсы булды. Башҡа ваҡыт булһа, тейен кеүек кенә һикерәнләр ине лә, әле ҡапылыраҡ боролһаң да үҙәк өҙгөс әрнетә.
Теге ташҡа аяғын терәгәндән һуң Бәхтейәр өҫтәгеләрен эткеләп ҡараны. Әмәленә күрә икенсе аяғын да ҡуйырлыҡ ер тапты. Сусаҡтауҙа шоңҡар аулап йөрөгәндәге тәжрибәһе бик тә ярап ҡалды. Тырнаҡ аҫтарын ҡаната-ҡаната өҫтәге бер ташҡа сытырман йәбешеп аяғын күсермәксе булғайны, таш эскәрәк шылғандай тойолдо. Ипләп кейә этеп ҡарағайны, ысынлап та ярыҡ хасил булды. Тар ғына, әммә бик тырышһаң, бәлки, баш һыйыр. Йөрәге дарҫлап, күңеле ашҡынып торһа ла, тыйылды Бәхтейәр. Тәүҙә төшөп тирә-яҡты ҡараштырҙы. Караттар темеҫкенеп йөрөмәйме? Ул арала күк дөһөрләгән кеүек тауыш ишетелде. Ысынлап та көн болотлораҡ. Ямғыр яуып тайғаҡлатһа, бөтөнләй менеп булмаҫ тип, тәүәккәлләне. Башы һыйҙы бит! Хәҙер ипләп кенә кәүҙәне тартып алырға кәрәк.
Бәхтейәр үҙен эстән дә хәүеф һағалағанын яҡшы төшөнә. Инеп тә етер, атып та йығырҙар. Шыуышып бара биргәс үҫмер сүкәйерлек ергә килеп сыҡты. Байтаҡ ҡына тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалып ултырҙы, унан кире боролоп үҙе ингән тишекте кәпләне. Хәҙер артабан мүкәйләргә лә була.
Ҡыуыш киңәйгәндән-киңәйә барып, ҡәҙимге турайырлыҡ ҙурайҙы. Бәхтейәр тауыш сығармаҫҡа тырышып, аяғын шыуҙырып ҡына атланы. Ҡараңғыла саҡ упҡынға ҡоламаны, таштарҙың шыптырҙап ҡойолоуынан ғына абайлап ҡалды. Был тирәлә һуҡмаҡ шул тиклем тарая, арҡаңды ташҡа ныҡ терәп, шыуып ҡына барырға кәрәк. Бына бер мәл алда аҙ ғына яҡтылыҡ шәйләнгәндәй булды. Бер боролманы үткәс, ҙур ғына ҡыуышҡа килеп сыҡты. Эйелеп ҡараһаң, ер аҫты күле ялтырай. Күл янындағы боҙбармаҡтарға терәлеп, әзмәүерҙәй дүрт егет һуҙылған. Тәүҙә Бәхтейәргә улар ял итеп ятҡан кеүек тойолған ине, торараҡ аңланы...
Тыштағы атыу тауыштары бында ярайһы ғына ишетелә. Тимәк, мәмерйә ауыҙы бынан алыҫ түгел. Бәхтейәр бер таш артына барып боҫто ла шым ғына:
– Тимербикә ҡоҙағый, Зөлхизә, Гөлйөҙөм еңгәм һеҙгә сәләм ебәрҙе, – тип өндәште. – Ҡоҙағый, атмағыҙ! Мин төпсөк ҡоҙағыҙ Бәхтейәр булам.
– Яҡтыға сыҡ! – тине ҡатын-ҡыҙ тауышы ҡырҡыу ғына.
– Атмағыҙ, – тине Бәхтейәр тауышҡа ҡарай аҙымлап. Уҡ-һаҙаҡ тотоп мәмерйә тишеге янында ултырған өлкән йәштәрҙәге ҡатып үткер күҙҙәре менән үҫмерҙең йөрәген быраулап алғандай итеп ҡараны.
– Нисек индең бында? Беҙҙе ҡайһылайтып таптың? – тип талапсан итеп һораны, тауышында үлемесле талсығыу ишетелде.
– Ишмырҙа өйрәтте. Беҙ уның менән яза соҡоронда бергә ултырҙыҡ. – Ышанмаһаң, ҡара, тигәндәй, ул күлдәген күтәреп тетелеп бөткән арҡаһын күрһәтте.
– Ишмырҙа тәғәйен ергә барып етә алмағанмы ни? – тип әсенеп һораны бейбисә. Шунда ғына Бәхтейәр малайҙың үҙенә лә, караттарға ла барыһын да һөйләп бөтөрмәгәнен төшөндө: «Тимәк, ул көртмәле йыйырға сыҡмаған...»
– Ярҙам көтөр урын юҡ инде улай булғас...– Тимербикә ауыр һулап башын һәлендерҙе. Оҙаҡлап ҡайғырырға форсаты юҡ ине. – Ышанырғамы һиңә, егет? – тип өндәште. – Һатлыҡ түгелһеңме?
– Зөлхизә ҡоҙаса ҡайҙа? – тип борсолоп һораны Бәхтейәр. – Гөлйөҙөм еңгәм икегеҙҙе алып ҡайтырға тип ебәргәйне!
– Был үлем ҡапсығынан ҡотолоу юҡ икәнен аңламаныңмы ни, балаҡай? Күрмәйһеңме ни, мең күҙ менән беҙҙең үлемде көҫәп, ҡаныбыҙға сарсап торалар. – Уның һүҙен раҫлағандай, аҫтан гөрһөлдәү тауышы ишетелде.
– Әллә туп килтергәндәр инде?
– Бөгөн төш алдынан ата башланылар.
– Тиҙерәк ысҡынырға кәрәк, ҡоҙағый. Мин: килгән юлды әле белеүсе юҡ. Урманда айғырым ял итеп тора. Аулаҡта ҡолонло бейә бар. Сығып ҡотолорға һуң түгел әле.
Шул саҡ ҡараңғы мөйөштән ыңғырашыу ишетелде. Тимербикә уҡ-һаҙағын ҡуйып шунда ашыҡты. Артынан ынтылған Бәхтейәргә мәмерйә ауыҙын һаҡларға ымланы.
– Нишләй, балам? Хәлең нисек? – Әсәнең тауышында бөткөһөҙ наҙ ҡатыш әсенеү ишетелде.
– Янып барам, әсәй. Бер йотом ғына ҡымыҙ булһасы, ибет, – тигән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде.
– Кем менән һөйләшә инең, әсәй? Ишмырҙа ҡайттымы, әллә ағайымдармы?
– Юҡ шул әле, – тине әсә. – Бына-бына килеп етерҙәр инде.
Бесән өҫтөнә түшәлгән бүре толоп өҫтөндә моңһоу ай кеүек һылыу ҡыҙ ята. Болот кеүек ҡара сәстәре туҙраған, аҡ маңлайында бөҙөркәләнеп тора. Уң битендә матур миңе бар.
«Гөлйөҙөм еңгәмдән дә матур икән», – тип уйланы Бәхтейәр. Үҙе тонйорап торған ҙур күҙҙәрҙең ҡарашынан ҡаушаны.
– Ҡымыҙ бар ҙа ул, ҡоҙағый. Аҫта ҡарағай төбөндә ҡалған, – тип мығырҙаған булды.
– Ҡоҙа беҙҙе үҙҙәренә алып ҡайтырға килгән. Гөлйөҙөм апайың ебәргән, – тип йәйләүҙең бер тирмәһенән икенсеһенә ҡунаҡ саҡырырға килгән йомошсо малай кеүек кенә итеп таныштырҙы ла, ирекһеҙҙән үҙе лә көлөп ҡуйҙы ҡоҙағый. Ә Бәхтейәр, шундай һылыу ҡыҙ янында ылбырап бөткән күлдәк-ыштанда торғанын абайлап, ер тишегенә инерҙәй булды.
– Хәҙер турһыҡты алып инәм, – тип рөхсәт һорағандай бейбисәгә баҡты. Балаһына еңеллек килерҙәй булһа, аҡтыҡ ҡанын да бирергә әҙер булған әсә риза ине, әлбиттә.
– Абай йөрө, – тип кенә әйтеп ҡалды.
Ҡымыҙ эсереп ҡыҙының күңелен күргәндән һуң, инде ҡасан йүнләп йоҡлағанын да онотҡан бейбисә ял итергә ятты.
Караттарға күмәк булып күренер өсөн үҫмер тәүҙә мәмерйә алдында күлдәксән килеш ултырҙы. Унан башына бүрек, өҫтөнә һырма кейеп баҫып торҙо. Унан яулыҡ ябынып ялпылдап йөрөп алды.
Ҡымыҙ хәл бирҙеме, яңы кешене күреп күңеле күтәрелдеме, Зөлхизә, ҡалҡыныбыраҡ, ултырып, Бәхтейәрҙән апаһы тураһында һорашты. Унан үҫмер мөмкин тиклем мәрәкәрәк итеп үҙенең мажараларын бәйән итте.
Бисура хаҡында һөйләгәндә Зөлхизә хатта көлөп тә ебәргеләне. Ул көлгәндә бәләкәс кенә миңе битендә хасил булған соҡорҙа юғалып тора, әйтерһең дә, аҡ тулҡында йөҙгән ҡара аҡҡош һыуға сумып-сумып ала. Ә көлөүе ҡырсынташҡа һибелгән көмөш тәңкәләрҙең сылтырауы кеүек. Өйҙән сығып киткәне бирле тәү тапҡыр үҙен бик тә бәхетле итеп тойҙо Бәхтейәр.
– Берәй мәкер уйланылар, ахыры, былар, – тип, эңерҙә ҡабаланып килеп торҙо бейбисә. Мәмерйә ауыҙына барып оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, ҡайҙалыр төпкә, таш өйҙөң ҡараңғылығына инеп юғалды. Байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң көмрәйеп, бәлтерәгән хәлһеҙ ҡарсыҡҡа әйләнеп, тәнтерәкләп килде лә, һаҡта торған Бәхтейәр эргәһендә тубыҡланды. Аҫтағы усаҡтарға ҡараны. Үҫмерҙең һораулы ҡарашын абайлап: «Уландарымды зыярат ҡылдым, балаҡай, – тине. – Улар алдындағы һуңғы бурысымды үтәнем».
– Балаларыңдан тороп ҡалып зарығып ултырмаһаң ине ул, – тине Тимербикә. Унан, ауыр кисерештәрен бар ихтыярын йыйып ситкәрәк этеп ҡуйғандай, кинәт ҡалҡынды.
– Атың ҡайһы тирәләрәк тора, ҡоҙа?
Бәхтейәр Алмасыуарҙы йәшергән урынын, бейәне ҡалдырған аулаҡ төйәкте һүрәтләп бирҙе. Әмәлгә күрә, уныһы бик алыҫ түгел икән, тура төшһәң, бер тауҙы ғына артылыр кәрәк.
– Һин атыңды ҡарап кил. Былар ҙур табын ҡора. Шау-шыуҙары баҫылғас, төн уртаһындараҡ ҡуҙғалырбыҙ, – тип әйтеп тә өлгөрҙө Тимербикә, ҡолаҡ төбөнән һыҙғырып үткән уҡтан ситкә тайшанырға мәжбүр булды. Ҡайһы аралалыр бер төркөм «тоғро» башҡорт уҡ етер ергә килеп йәтешләп урынлашып өлгөргән.
– Былар беҙгә тынғы бирмәҫкә оҡшаған. Бар, һин ашыҡ, – тине бейбисә.
Төн аяҙ, тын ине. Арҡанды төшөрөр алдынан Бәхтейәр, башын сығарып, байтаҡ ҡына тирә-яҡты тыңланы. Кисәге кеүек аулаҡҡа оҡшамаған, һәр ағас төбөндә бер ҡарасҡы һағалап торалыр, атын да тапҡандарҙыр, ҡотолоу юҡтыр кеүек тойолдо малайға. Әммә тәүәккәлләргә кәрәк ине. Ярғанат кеүек кәйелеп кенә төштө: бер бөртөк таш та тәгәрләмәне, бер ботаҡ та сыртлап һыйманы, һуңғы осорҙа үҙ нужаһын ситкә ҡуйып, бары тик хужаһы ҡушҡанға ғына буйһонорға күнеккән хайуанҡай Бәхтейәрҙе тотанаҡлы ғына бышҡырып сәләмләне.
– Тағы бер ынтылһаҡ, ҡотолабыҙ, Алмасыуар. Инде бөтәһе лә һинән тора. Хәҙер һинең эйәргә башҡорт иленең иң ғәййәр бейбисәһе менән иң һылыу ҡыҙы ултырыр. Үҙебеҙҙең йәйләүгә уларҙы ел кеүек елдереп алып ҡайт, – тип бышылданы уның ҡолағына үҫмер.
Айғырҙы теге ҡайын төбөндә ҡалдырҙы, бәйләмәне:
– Һыҙғырһам, килерһең, – тип киҫәтте. Әлегә бөтәһе лә уйлағанса барыуына күңеле күтәрелеп кире ингәйне, Тимербикә ҡоҙағыйы бик хәүефләнеп ҡаршы алды.
– Тегеләр килә лә ябырыла бит әле, – тип аҫҡа ымланы. Ҡара түңгәк кеүек булып ятҡан бер нисә ҡарасҡыны абайлап, Бәхтейәр бейбнсәнең мәргәнлегенә тағы бер һоҡланды.
– Һурпа эсеп, хәмер һемереп, донъяларын түңәрәкләтеп алдылар. Хәҙер улар төн ҡосағында ҡара яу булып ағыласаҡ. Аҙлығыбыҙҙы ла һиҙҙеләр, ҡамауҙа тороп та ялҡтылар, – тине Тимербикә. – Ҡоҙаң менән төрлө яуҙарҙа күп йөрөнөм мин, ишеткәнһеңдер. Батша мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйып, ихтилалға күтәрелгән башҡа халайыҡтарҙы ҡанға батырып йөрөгән саҡтар ҙа булды. Яҡшы беләм. Ҡәлғәләрҙе ҡамап айҙар буйы сыҙам ятҡан ғәскәрҙә бер көн шундай ярһыу ғәйрәт туплана, һәр яугир тотоп тыйғыһыҙ хәлгә килә. Уны үләмме, ҡаламмы тигән уй борсомай, тешләнеп алға, алға ынтыла, утҡа ташлана, даръяға һикерә. Шундай хәлдә, ахыры, аҫтағылар. Беҙ улар күҙендәге һуңғы сүп... Ынтылыштарындағы һуңғы ҡаршылыҡбыҙ.
Бейбисәнең тауышы битараф, әйтерһең дә, ул яҙмышына тотошлай баш һалған. Уның тыныслығы Бәхтейәрҙе ярһытып ебәрҙе. Ул ажарланып китеп яңынан күтәрелә башлаған шәүләләр өҫтөиә мәмерйәнең тығыны булған олоғара ташты этеп ебәрҙе. Уныһы ваҡ таштарҙы артынан эйәртеп, дөбөрҙәп төшөп китте. Аҫта аяныслы аҡырышҡан тауыштар ишетелде.
– Ҡоҙағый, – тине Бәхтейәр ҡәтғи итеп.– Хәҙер һеҙ Зөлхизә ҡоҙаса менән китәһегеҙ. – Тауышының бойороусан ҡырҡыулығына үҙе лә аптыраны. – Мин быларҙы бер аҙға туҡтатып торормон. – Тимербикәнең ҡаршы әйтергә самалауып абайлап, ризаһыҙ ҡиәфәт менән башын сайҡаны. – Һатыулашыр мәл түгел. – Унан дауам итте. – Алмасыуар – бик тәкәббер ат. Исемен әйтеп, яратып ҡағылһағыҙ, ҡатын-ҡыҙҙы рәнйетмәҫкә була тыңлар. Аулаҡ төйәккә барып еткәс, шоңҡарымды сөйөгөҙ. Ҡотолғанығыҙҙы шунан белермен. Мине көтмәгеҙ. Бейәне эйәрләп алығыҙ ҙа беҙҙең яҡҡа сабығыҙ. Барғас та боҫоғоҙ. Бер кем белмәһен. Батшаның ҡолағы сос, ҡулы оҙон.
Ылбырап бөткән күлдәк-ыштанлы малайҙың күҙ алдында ир-егеткә әйләнеүенән ҡаушабыраҡ ҡалған Тимербикә яңы ғына улдарын ерләгән әсә әрнеүе менән ялынды:
– Һине ут эсендә ҡалдырып китһәм, әсәйеңдең күҙенә нисек ҡарармын?
Бәхтейәр бығаса ҡайһылайтып әйтергә белмәгән серен бәхәстең нөктәһе кеүек асып һалды:
– Караттар араһында атайым да бар. Ул мине йолоп ҡалыр.
Юлсылар ҡараңғылыҡҡа инеп юғалыу менән Бәхтейәр тейен кеүек етеҙ һикереп (ә яралары һаман һыҙлай) кире менде лә, ингән юлын көпләп, мәмерйә ауыҙына ашыҡты.
Юҡҡа ғына ҡабаланмаған икән. Караттарҙың алғы төркөмө мәмерйә алдындағы ышыҡҡа килеп еткән. Тимер ырғаҡ ташлағандар ҙа, ҡаршылыҡ күрһәтеүсе булмағас, арҡан буйлап менергә маташалар. Бер бәләкәс кенә карат инде менеп еттем тигәндә, Бәхтейәр арҡанды хәнйәре менән киҫеп ебәрҙе лә бер түгел ике кешенең ергә лап итеп барып төшөүен кинәнеп тыңлап торҙо. Унан мәмерйә мөйөшөндә ятҡан ҙур бер ташты тәгәрләтеп алып килде, тар һуҡмаҡ буйлап мунсаҡ кеүек теҙелгән караттар өҫтөнә этеп ебәрҙе.
Бер үҙенең шул хәҙәрлем һалдатҡа ҡаршы: тора алмаясағын аңлай ине ул. Берәй мәргәненең уҡ атымы ерҙән яралауы ла бар. Шуға күрә сосайып күп йөрөмәҫкә, ырғаҡ ырғытҡан һайын арҡанды киҫеү менән генә сикләнергә булды. Өс-дүрт тапҡыр маташып ҡарағандан һуң тыштағылар шымды. Ә Бәхтейәр ваҡыт үткән һайын Зөлхизә һылыуҙың үлемдән йыраҡҡараҡ китеүен уйлап һөйөндө.
Таң һыҙыла башлағас, үҙенә лә шым ғына китергә мәл еткәнен аңланы. Мәмерйәнең йәшерен тишегенән башын тығып ҡарау менән шатлығынан көлөп ебәрҙе: күктә уның шоңҡары талпына. Арҡан буйлап төшә башлағайны, урман араһынан һайт-һайтлап сабып сыҡҡан һыбайлыларҙы күреп ҡалды.
«Үҙебеҙҙең башҡорттар, – тип еңел һуланы. – Араларында атайым да барҙыр». Урыҫтарҙы абайлап һағайҙы. Кире менеп арҡанын тарта һалып алды. Ул арала мәмерйәнең эске яғынан да килеп етеп, таштарҙы дөбөр-шатыр шылдыра башланылар. Үҫмер нимә эшләргә лә белмәйенсә өҫкә үрмәләне. Ялан аяҡтары менән һәрмәнеп әллә ҡайҙан һикәлтәләр тапҡандыр, ниндәй көс уны ҡаяға йәбештереп ҡуйғандыр – үҙе лә аптыраны. Бармаҡтарының ҡара ҡанға туҙыуын да абайламай һалҡын ҡаяның күкрәгенә әсәһе күкрәгенә һыйынып хәтәрҙән ҡасҡан сабый кеүек йылышты.
Сосайып торған бер таш аҫтында ҡәҙимге баҫып торорлоҡ урын бар икән, шунда етеп, йөҙө менән боролоп баҫты. Башҡа юл юҡ. Өҫтә таш. Аҫта ла, уңда ла, һулда ла – үлем. Бәхтейәр һаҡ ҡына аҫҡа ҡараны. Әллә күпме карат башын саңҡайтып уға текләп тора. Үҫмер, һыҙғырып, күктәге шоңҡарын саҡырҙы. Ул арала мәмерйә эсендәгеләр аҫтағыларға: «Башҡа бер кем дә юҡ!» – тип ҡысҡырҙы.
Ошо итек башындай малай арҡаһында төп йоҡламай, ал-ял белмәй мәж килеп йөрөүҙәре бөтәһенә лә мәрәкә тойолдо, һауаға шарт та шорт атып шатлыҡтарын белдерҙеләр, хахылдашып көлөштөләр. Ҡыҙмаса баштарҙың береһе: «Ана бит, бик йәтеш сәп», – тип әйтеп һалды. Сәмләнешеп ҡояштың тәүге нуры төшкән аҡ һынға тиҫтәләгән мылтыҡ тоҫҡалды. Ә шоңҡар, әйтерһең дә, хужаһын ҡурсаларға тырышты, ҡанаттарын йәйеп, үҫмерҙең яурынына ҡунды.
Караттар араһында булған Степан Бәхтейәрҙе шунда уҡ танығайны. Кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып артҡараҡ, ағас араһынараҡ инеп торҙо. Шул саҡ ағаһының:
– Степан! Шайтан малай, Степа! – тип аҡырғанын ишетте. – Кил әле бында! Был һин ҡасырға ярҙам иткән башҡорт түгелме?
Ағаһының ҡан һауған күҙҙәренә йыландан арбалған ҡуян кеүек текләгән малай ихтыярһыҙҙан баш ҡаҡты:
– Эйе...
– Ағай-эне, туҡтағыҙ! – тип тыйыҙы ағаһы. Унан Степанға ҡарап ыҫылданы: «Һин хәҙер уны атып төшөрәсәкһең». Атын ҡайырып ҡасырға маташҡан туғанының яғаһынан һөйрәп төшөрҙө лә йөнтәҫ йоҙроғон танауына килтереп терәне: «Минең йөҙөмә яҡҡан оятты юй!»
Көсһөҙлөгөнән күҙенә йәш тулған Степан төҙәмәй-нитмәй атып ебәрҙе. Шул саҡ Бәхтейәрҙең яурынына ҡунған шоңҡары саңҡылдап аҫҡа йомолдо. Былай ҙа саҡ-саҡ эләгеп торған үҫмер ҡапыл тайшанды ла ҡошо артынан осто.
Бик оҙаҡ осҡан кеүек тойолдо Бәхтейәргә, хатта ҡанат елпеһә кәйелеп күккә күтәрелер ҙә, Алмасыуарҙың муйынынан ҡосоп һил тормошҡа елгән Зөлхизәне ҡыуып етер кеүек хис итте. Әммә ерҙең тартыу көсө уны аҫҡа һөйрәне, тормоштоң аяуһыҙ ҡануны ергә осло ҡайраҡ таштар түшәп ҡуйҙы. Үҙәккә үткес ауыртыуҙан аҙға ғына һушын юйған Бәхтейәр күҙен асҡанда, үҙенә зәп-зәңгәр күк эйелгән дә, унан тып-тып ямғыр тама кеүек тойолдо.
«Бәхтейәр!» – тип йән әрнеткес тауыш менән иңрәй кеүек ине бар тирә-яҡ. Ә, теге урыҫ малайы икән дә...
– Һин бында нишләп килдең? – тип күптәнге һорауын тағы шыбырҙаны Бәхтейәр.
– Мин һине үлтерергә килдем, – тип ярһып үкһене Степан. – Һине үлтерергә...
Бәхтейәр карат малайына шундай итеп ҡарай, әйтерһең дә, һүнеп барған муйыл ҡара күҙҙәре менән йәнен һурып ала.
– Һин һүндең генә, Бәхтейәр, ә мин үлдем. Мин дөмөктөм, Бәхтейәр, ишетәһеңме?! – тип уны аяуһыҙ һелкетә Степан аҡылдан шашҡан кеүек.
Урыҫ малайын ситкә этеп, Бәхтейәр янына теҙләнгән дәү башҡорт ҡылысҡа күнеккән ҡулдары менән наҙлы һыйпап, ҙур ҡара күҙҙәрҙе йомдора, танымаған кеүек, етеү аҡ сәстәрҙе аралай:
– Улым, төпсөгөм...
Эргәһенә ятып, башын сүкеп-сүкеп илаған Степанға екһенеп ҡарай:
– Өнөңдө тыҡ, дуңғыҙ, – ти ул. – Тыныслан. Яуызлыҡ менән хыянаттың ғүмере оҙон була. – Мыҡты яурындарын көмрәйтеп ғазаплы бышылдай. – Беҙ оҙаҡ йәшәрбеҙ әле.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.