Шыҡһыҙ киске ҡыш. Бөгөн урамда халыҡ та аҙ йөрөй. Мәүлиханың киоскыһы алдында берәм-һәрәм генә туҡтап торалар ҙа ары китәләр. Эш көнө бөтөп бара. Ә алда ҡырҡ мәшәҡәт. Аҙыҡ-түлек магазинындағы танышы колбаса ҡалдырырмын тигәйне, шуны инеп алаһы, улының быймаһын төпләтергә бирәһе, өйҙәгеләрҙең тамағын туйҙырғас, аҙ-маҙ кер йыуаһы... Етмәһә, нишләптер эсе боша.
Кискелеккә нимә бешеререн уйлап торған мәлендә киоск алдына бер олпат ир килеп туҡтаны. Әйбер кәштәләрен ҡараған кеше булып тора, ә үҙе һиҙҙермәҫкә тырышып Мәүлихаға күҙ ташлай. Шунан һынсыл ҡарап:
– Һеҙ Мәүлиха Нәҙерғолова булаһығыҙмы? – тип өндәште.
Был кешенең сәйер ҡарашынан, ҡыҙ сағындағы фамилияһы менән өндәшеүенән ҡаушаған ҡатын һүҙһеҙ генә баш ҡаҡҡас, теге кеҫәһенән бәләкәс кенә фотоһүрәт сығарып һондо:
– Танымайһығыҙмы?
Ҡулы менән ынтылырҙан алда һүрәткә күҙ һирпеп кенә алған Мәүлиха: «Аһ, Урал бит», – тип ҡысҡырып ҡуйҙы ла, ҡапыл елкенеп фотоны тартып алды, оҙаҡ ҡына текләп торғас, әллә күпме хис-тойғо, әрнеү менән һығылды.
– Урал...
– Ҡыҙыҡһынһағыҙ... – Ят кеше кеҫәһенән тағы бер төргәк сығарҙы. – Мин һеҙгә бер нәмә алып килгәйнем.
Мәүлиханың бынан ҡырҡ йыл элек фронтҡа, Уралға, яҙған хаттары ине был. Ҡырҡ йыл элек яҙылған хаттар...
Сәсенә сал йүгергән ҡатындың ҡарағусҡыл йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, ирендәре дерелдәп китте. Ҡалтыранған бармаҡтар төргәкте тағатты ла йәнә төрҙө. Аҙыраҡ тыныслана төшкәс кенә Мәүлиха был кешенең кемлеген, хаттарҙың уға ҡайҙан килеп эләгеүен һорай алды.
– Журналист мин. Өлкә гәзитендә хәбәрсе булып эшләйем. Фронтта һәләк булып ҡалған шағир йөрәкле батыр егет хаҡында очерк яҙырға күптән уйлап йөрөй инем. Юл төштө лә, ауылында булдым. Әсәһе иҫән икән. Хаттарҙы ҡомартҡы итеп ҡәҙерләп һаҡлай. Әле лә, бер үк юғалта күрмә тип ҡат-ҡат иҫкәртеп кенә бирҙе.
– Әгәр ҙә, – тине Мәүлиха тотлоға биреп, – әгәр ҙә, мөмкин булһа инде, – артыҡ тулҡынланыуҙан һүҙҙәр ҙә буталды. – Миңә уларҙы бер нисә көнгә ҡалдырып тора алмаҫһығыҙмы?
Ә үҙенең зәңгәрлеге тоноҡлана төшкән күҙҙәре ялбарыуҙан ялтырап китте.
* * *
– Һаумы, аҡҡошом. – Туҡта, нишләп егет кешегә улай тип яҙған һуң әле?.. Күлгә ҡайтҡан аҡҡоштарҙы күрергә барған кистә Урал үҙенең яратып йөрөүен белдергәйне. Шул саҡ ул баштарын терәшеп ғорур ғына йөҙгән ҡоштарға ҡарап, аҡҡош ғорурлығы тураһында хикәйәт һөйләне.
Мәңге бергә булырға вәғәҙәләшкәйнеләр бит улар ана шул кистә. Мәңге... Бәхетле, йәш булғанға мәңгелек улар өсөн күҙ асып йомған ара кеүек тойолғандыр, күрәһең...
Хаттың ҡайһы бер урындарында күкшел таптар йәйелеңкерәп киткән... Күҙ йәшеме? Фронттан алған тәүге хатына елпелдәк шәм яҡтыһында бына ошоларҙы иҫләй-иҫләй яуап яҙған ҡыҙҙыҡымы, дары еҫенә сәсәй-сәсәй был юлдарҙы ҡат-ҡат уҡыған егеттекеме?
Һағыныу йәштәреме, һөйгәненең ғүмере өсөн ҡурҡыу билдәләреме? Һуғыштың беренсе йылының көҙөнә үк ауылға бер нисә «похоронка» килгәйне инде. Тик йәш саҡта бөтә ҡайғының да ситләп үтеренә ышаныс көслө. Ана бит: «Һин ҡайтҡанда ҡаршы алырға ниндәй күлдәгемде кейермен икән?»
«Ҡайһылай ҙа алйот, елбәҙәк булғаным...»
Ҡатын оялып китте, шунан байтаҡ уйланып ултырҙы. Алйотлоҡ түгел инде ул, иркәлек. Урал бигерәк осондора торғайны шул. «Зәңгәрһыу күлдәгеңде кейһәң, мин һинең күҙҙәреңде емелдәп торған фәйрүзә ҡашҡа оҡшатам», – тигәйне һабантуй көнө. Матур әйткән! Шунан Мәүлихаға арнап яҙған шиғырын уҡығайны. Нисегерәк ине һуң әле ул шиғыр? Тырышып уйланһа ла ул юлдарҙы хәтеренә төшөрә алманы. Ә бит ҡасандыр бер ваҡытта ла онотмаҫ кеүек ине.
Бер йәшкә мансылып, бер моңайып оҙаҡ уҡыны Мәүлиха. Ундағы һәр һүҙ иҫтәлектәр уята: элеккеләр күҙ алдына килеп баҫа.
...Шиғырҙы иҫләмәксе була. Ә ул саҡта аҡ сатин күлдәгенең еңен терһәгенә тиклем төрөп ҡуйған, ҡара сәсен ҡыя тараған, һомғол буйлы егеттең ялҡынланып, йоҙроҡтарын һелкеп шиғыр уҡығанына хайран ҡалған ҡыҙҙың ҡолағына һүҙҙәр яғылып бармай ине шул.
Ул һушһыҙ булып Уралдың һылыу йөҙөнә: матур ҡырлас танауына, ап-аҡ тигеҙ тештәренә, уттай баҙлаған күҙҙәренә ҡарай ҙа үҙен шундайын да егет оҡшатҡанына шым ғына һөйөнә, үҙенең дә баһаһы артып киткәндәй була.
Хыял ҡанаттарында әллә ҡайҙарҙа гиҙгән Урал менән бер ҡатарҙа торорлоҡ түгел ине шул әле Мәүлиха. Ә Урал һөйгәнен үҙ юғарылығына күтәрергә бик тә тырышты. «Уҡы һин, Мәүлиха, күберәк уҡы», – тигән була, шунан үҙенә оҡшаған китаптарҙы барлай...
...Һабантуй көнө, эйе, шул көндө, баҫманан сығып барышлай яҙа баҫып һыуға ҡолап төшкәйнеләр. Уралдың күҙҙәрен ташбайтып былт итеп ҡалҡып сығыуына Мәүлиха пырхылдап көлөп ебәргәйне. Сәстәренән сөмбөрҙәп һыу ағып торған, башы-күҙе мәтегә буялған ҡыҙға ҡарап егет тә түҙмәне. Бер-береһенә бармаҡ менән төртөп күрһәтә-күрһәтә, һыу уртаһында торған килеш, эҫтәре ҡатҡансы көлөшөп, яңынан бер сумып сығырға тура килгәйне.
Элеккеләрҙе хәтерләп Мәүлиха ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә, үҙе үк һиҫкәнеп китте. Шунан ҡалҡып сәғәтенә ҡараны – туғыҙ. Ире Мотаһарҙың һөмһөрө ҡойолоп ишек асҡанын күҙ алдына килтергәс, ҡатынды бөгөнгө мәшәҡәттәре солғап алды. Ҡабалан-ҡарһалан ғына тороп хаттарҙы сумкаһына тыҡты. Эштән һуң өс сәғәт буйы ҡайҙа булдым тиер икән? Ә хаттар килеп сыҡһа... йә тағы оло ғауға ҡубыр... Ишекте бикләгән еренән ҡабат асып төргәкте ҡалдырырға тура килде Мәүлихаға.
Икенсе көндө ғәҙәтләнгәнсә бөтәһен дә тәрбиәләп үҙ юлына оҙатырға йәне түҙмәне. Арлы-бирле йомортҡа ҡурып, сәй ултыртты ла, эшенә йүгерҙе. Ваҡытты тиҙерәк-тиҙерәк тип ҡыуалап үткәрҙе, ҡышҡы ҡалала тәүге уттар ҡабыныу менән киоскыһын ябып, мөйөшкә, электр мейесе янына сүкәйҙе лә зиһене менән йәшлегенә юлланды.
...Был хатты яҙған кисте арманһыҙ булып бесәндән ҡайтҡайны. Өркәк аты йөктө ауҙарып, хитланып, иларҙай булып килгәнендә һеңлеһе менән ҡустыһы ҡаталарын ҡуңалтаҡ ҡына кейеп, ялан өҫ, ялан баш килеш баҫтырышып һөйөнсө һорап сыҡҡайны. Хистәре тулышыуға сыҙамай шул төндә үк яуап яҙырға ултырғас, әсәһе кәрәсинде тәләфләйһең тип орошоп ятҡырғайны.
Хаттарҙы Мәүлиха аҙна буйы уҡыны. Уҡыған һайын үҙенең элекке сағынан көнләште. Бына ул ен кеүек шаян. Бына ул ут кеүек сая. Һуштарҙы алырҙай һылыу. Матурлығын белгәнгә лә шул ҡәҙәре алдын-артын ҡарамай үҙе булып йөрөй алғандыр. Урал алыҫта саҡта ла ул яратҡан Мәүлиха, пар аҡҡоштоң ғорур һыңары, булырға тырышҡан. Урал ҡанатландырған ҡош булырға... Иң ауыр саҡта ла: «Урал яратасаҡ», – тип үҙен аямай эшләгән, «Урал күрһә һоҡланыр ине», – тип көлгән, йырлаған, бейегән, Урал өсөн, Урал оҡшатҡанса йәшәгән.
Аҙаҡҡы хат. Урал ҡаты яраланып госпиталдә ятҡанда, ай ярым буйы өнһөҙ-хәбәрһеҙ интектергәндән һуң килгән хатҡа яуап. Күпме наҙ, һағыныу, әрнеү. Был хатты ебәреп ун биш-егерме көн үткәс, Урал ҡайтып төшкән. Ә ул ҡайтырҙан аҙна элек кенә Мәүлиха ФЗО-ға киткәйне. Ҡайһылай әсенгәйне Уралдың ауылдан һалған хатын алғас. (Алыҫ йылдарҙа ҡалған әрнеү бөгөнгөләй яңырып Мәүлиханың былай ҙа ауырыу йөрәген ҡыҫты.)
Аңды-тоңдо ҡарамай, ҡаланан ҡасып ҡайтты ла килде ҡыҙ. Уралдың әсәһе Бәлхиҙә урамда осратып улына булған бөтә наҙын бирерҙәй итеп арҡаһынан һөйгәйне. Шул ҡайтҡанында ҡалдырып киткәндер егет был хаттарҙы. «Батырҙарса һәләк булды», – тигән ҡағыҙ килгәнсе яҙған өс хаты юҡ бит.
Был үлем Мәүлиханың бөтә донъяһын томаланы.
Ҡояш һүнде. Тормош хәҙер элеккесә бара алмай ине инде. Фронтҡа китте. Тик барыбер, Урал һәләк булыу менән ул яратҡан Мәүлиха үлмәне әле. Дәһшәтле мәхшәр эсендә лә йыр-моңон, булмышын һаҡлап ҡалды. Сержант Мотаһар Иҙрисов ана шундай Мәүлихаға ғашиҡ булды. Еңеүле яҙҙа, Варшавала ике орден, өс миҙал кавалеры санинструктор Нәҙерғоловаға тәҡдим яһаны. Башҡортостанға улар парлашып ҡайтты. Тик ҡайҙа юғалды һуң ул саҡтағы Мәүлиха? Ҡайҙа булды зәңгәр күлдәкле фәйрүзәләй ҡарашлы, ҡырмыҫҡа билле ҡыҙыҡай һәм сая һалдат?
Бер ҙә кешенән кәм йәшәмәнеләр кеүек. Алты бала үҫтерҙеләр. Мотаһар үҙе лә үҫте. Шоферҙан транспорт паркының начальнигына тиклем үрләне. Тауышы көрәйҙе, күкрәге киңәйҙе, ифрат ныҡ үҙгәрҙе. Элекке сержант Иҙрисовтан Мәүлиханы ҡыҙғаныу ғәҙәте генә тороп ҡалған хәҙер.
Ә бына Мәүлиханың уҡаһы ҡойолған, ҡанаты ҡайырылған! Ауырлыҡтарҙан тиер инең, фронт дәһшәттәренән тағы ла нығыныбыраҡ ҡайтҡайны лаһа улар.
Үткәндәрҙә ҡалған ҡыҙыҡай бөгөнгө Мәүлихаға аптырап, танымай ҡараған кеүек. Ят күреп ҡарай. Уның йәшлекте киоск мөйөшөндә бөрөшөп кенә ултырып хәтерләүен аңлай алмай. Тәүге көндән үк күңелен өйкәй башлаған был уйҙар бөгөн ҡатындың бөтә булмышын биләп алды. Үткәндәрҙең сағыу яҡтыһында үҙен бигерәк бахыр итеп күрҙе.
Һуңғы ике-өс көндә урамда йәштәш ҡатын-ҡыҙға иғтибарлап ҡарап, уларҙың өҫ-башын, ҡиәфәтен абайлай башланы. Уларға ҡарай ҙа, үҙенә күҙ һала, аптырай. Шул тиклем дә матур кейенергә яратҡан кеше сысҡан төҫөндәге, үҙен тағы ла ҡартыраҡ күрһәткән был килешһеҙ пальтоны нимә тип алып кейгән инде? Шунан ҡапыл иҫенә төштө, уны бит бынан биш йыл элек Мотаһар менән бергә һайлап алғайнылар. Мәүлиха тәүҙә көрән төҫтәгеһен кейеп ҡарағайны. Эргәләге бер бисә лә, һатыусы ҡыҙ ҙа уға ҡыҙығып ҡарап: «Бигерәк килешә, ал ошоноһон», – тип ҡат-ҡат әйткәйне. Ә Мотаһар, бынауын алабыҙ, тип ҡырт киҫкәс, ҡарышырға ҡыйманы Мәүлиха.
«Ғүмер буйы минең менән иҫәпләшмәҫкә ҡырталашты, нишләп улайтты әле? – тип әсенеп уйланды ҡатын. – Яратып өйләнгәйне бит, яратып йәшәгән кеүек ине. Бер ваҡытта ла улай эшләмә, былай эшлә тип бойорманы ла». Тик Мәүлиха үҙендә һәр ваҡыт уның талапсан, ризаһыҙ ҡараштарын тойҙо. Көлһә, иренең һөмһөрө ҡойолғанын абайланы. Йыр башлаһа, Мотаһарҙың тартылып ҡыҫылған ҡара күҙҙәрен күреп ауыҙы ябылды, елкенеп бейергә төшһә, ҡыйыш баҫаһың тигәндәй мыҫҡыллы йылмайыуына йәне ҡыйылды. Биреште. Буйһондо. Ярарға тырышты. Ғаиләлә татыулыҡ булһын тип түҙҙе. Әкренләп кенә сигенә, сигенә барып үҙ йөҙөн юғалтҡан. Үҙенең эске донъяһы, теләк-талаптары бөтөнләй ҡалмаған кеүек. Үҙе тураһында үҙе лә онотҡас, кем хәтерләп торһон инде...
Урал кеүек ҡушарлап осҡоһо килмәгәнме Мотаһарҙың? Әллә Мәүлиханың алыҫ осоп китеүенән ҡурҡып бәйҙә тотто микән? Пар аҡҡош булып оса алмаҫын һиҙҙеме?
Балалар ҙа әсәй менән иҫәпләшмәҫкә өйрәнгән. Саҡ ҡына үҫә төштөләрме, үҙ донъяларына йомолалар. Бөтә ғаилә менән ултырып күңел һалып һөйләшкәндәре лә юҡ бит.
«Әйҙә, уныңса булһын тинем, тел осомда һүҙем булһа ла тыйылдым. Ә хәҙер...» Ҡатын, үҙ-үҙенә әйтергә ҡурҡҡан фекерен аяуһыҙлыҡ менән тамамлап ҡуйҙы. – Ә хәҙер кешегә лә һанамай. Берәү ҙә һанламай. Иптәштәр юҡ... Ҡайҙа эшләһәм дә өнәмәй, магазиндан магазинға күсертеп бынауында килтереп тыҡҡас ни...»
Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла әрнеп уйлаһа ла, нисә төндәр буйы осон-осҡа ялғай алмаған уйҙарының сигенә сыҡты Мәүлиха. Шиктәре, һорауҙары, рәнйеүҙәре бер фекергә төйнәлгәс, ваҡыт һуңлығына ҡарамай күңеле булғансы илап та алғас, сафланып киткәндәй булды. Яйлап тороп йыйынды. Шәлен дә килештереп, ҡыландыра биреп ябынды, күҙен- ҡашын төҙәтте, ирененә ал йүгертте. Ҡәҙимге генә булып киткәнен күреп, көҙгөгә ҡайырылып-ҡайырылып ҡараны. Уралдың хаттары ятҡан сумкаһын ҡултығына ҡыҫтырып, һауа еҫкәп, төнгө ҡалаға һоҡланып, аҡҡош мамығылай йәш ҡарға кинәнеп баҫып байтаҡ араны йәйәү барҙы.
Ишекте асырға килгән ҡыҙы: «У-у... беҙҙең әсәй көн дә һуң...» – тимәксе ауыҙын аса башлағайны, ниндәйҙер үҙгәреш барлығын һиҙемләп, әйтәһе һүҙен йотто. Гәзит тотоп, үксәһе йәмшәйгән тапочкаһын лаштыр-лыштыр һөйрәп килеп сыҡҡан Мотаһарҙың да йыйырылған ҡаштары Мәүлиханың фәйрүзәләй балҡыған күҙҙәрен күргәс, үҙенән-үҙе яҙылды, ғәжәпләнеүҙән ул да өнһөҙ ҡалды.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.